Ағиҙел
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
9 Ноябрь , 17:41

СЫНАЯҠТАҒЫ ДОНЪЯ. Повесть. Айгөл Йәмилева (Аҙағы)

Апайымдың яуабы инде мине иркен ҡунаҡ бүлмәһендә ҡыуып етте. Кескәйҙәр Салауат менән Булат, уларҙан ҡалышмай тәпәйләгән бәләкәй Әмилә артымдан йүгерҙе.

СЫНАЯҠТАҒЫ ДОНЪЯ. Повесть. Айгөл Йәмилева (Аҙағы)
СЫНАЯҠТАҒЫ ДОНЪЯ. Повесть. Айгөл Йәмилева (Аҙағы)

– И-и, алтындарымды! Зөһрә апай һеҙгә беләһегеҙме нимәләр алып килде?

Тиҙҙән был кескәй ҡулдар, мөғжизә көтөп миңә текәлгән гонаһһыҙ эскерһеҙ ҡараштар менән бөтә донъямды оноттом. Улар менән геү килеп йәшенмәк уйнай башлағанда телефоным йәнгә килде. Дисплейында янған ЭрЭр һүҙен күреп, бер аҙ аптырап ҡалдым. Үҙгәртеп тә ҡуймағанмын бит, шайтан алғыры. Ә нимә тип үҙгәртергә? "Һөйөклөм?!” Үҙ уйым үҙемә үтә сит тойолдо. Бындай атамалар өсөн Райман әле ятыраҡ ине миңә.

– Алло?

– Сәләм, Зөһрә!

Трубканың теге осондағы тауыш шундай танһыҡ йылы бөркә...

– Сәләәм!

– Зөһрә апай, уйнамайбыҙмы ни?

Ҡаршыма күҙен мөлдөрәтеп килеп баҫҡан Салауаттың тауышы Райманға ла ишетелде шикелле, һағайып һорай ҡуйҙы:

– Мөһим эштәреңдән айырмайымдыр?

– Мөһим тип... Ғаилә байрамы беҙҙә бөгөн.

– Берәйһенең тыуған көнөмө әллә?

– Юҡ, туғандар йыйылғайныҡ. Ышан, был ваҡиға теләһә ниндәй тыуған көндән дә мөһимерәк.

– Ә мин һиңә бер бүләк эшләмәксе инем.

Салауатҡа бирергә тип һонолған уйынсыҡ машина тотҡан ҡулым һауала ҡатып ҡалды:

– Көтөп тора алмаймы бүләгең? Ошондай табындан сығып китһәм мине тереләй һуясаҡтар...

– Мин хәҙер үк сығып йүгер тимәйем. Ҡояш байығансы өлгөрһәк булды.

– Шылтыратырмын һуңғараҡ, йәме.

Үҙемде бурҙай тойоп трубканы һалдым да ҡарашым ҡаршымдағы көҙгөгә төштө. Күҙҙәрҙә бығаса булмаған осҡондар ҡабынған, ирендәр киң йылмайыуға йәйелгән. Ҡапыл бар булмышымды әйтеп бөткөһөҙ әллә ниндәй ашҡыныулы ҡыуаныс ялмап алды. Хәҙер үк машина асҡысын эләктереп, әле генә шылтыратҡан һынға ҡаршы сығып йүгергем килде. Китсе, әллә һағынып өлгөргәнмен? Ә шулай ҙа, ниндәй бүләк икән? Ҡаршымда торған көҙгөләге ҡыҙҙың ҡаштары емерелә биреп ҡуйҙы, йөҙөнә ҡәнәғәтһеҙлек билдәләре ҡалҡты. Үҙ уйҙарым бигерәк ҡыйыу күренә ине миңә. Уларҙан арынырға була, әсәй менән апайға ярҙам итмәк булып кухняға сыҡтым. Инде төшлөктө үтеп, аҫҡа ҡарай тәгәрәй башлаған ҡояш асыҡ тәҙрә аша үтеп инеп, тәмле еҫтәр менән тулған кухняға айырыуса йәм өҫтәй. Әсәй менән апайҙың гөр-гөр һөйләшеүенән күңелгә шул тиклем рәхәт, әйтерһең дә, бынан күп йылдар элек беҙ ҡәҙимгесә киске аш хәстәрләйбеҙ.

Бүлмә уртаһында ҡапыл ҡатып ҡалдым. Туғандар йыйылышыуҙан, иркә ҡояш нурҙарынан һәм тәмле еҫтәрҙән башҡа, тағын әллә ниндәй бөтмәҫ ҡыуанысым бар тойолдо. Йөрәккә һыймай бына, баяғы ашҡыныулы тойғолар менән мине күмеп алып киткән.

Мине кемдер хәстәрләй. Мин кемгәлер кәрәк, кемдер минең шатланғанымды, бәхетле булыуымды теләй. Һәм ул “кемдер” шул хәтлем танһыҡ, көндән-көн нығыраҡ күрге килә, уның аҡыллы һоро күҙҙәре хаҡында тыныс ҡына уйлай алмайым.

Ғүмеремдә беренсегә мин кемгәлер бар булмышым менән бәйләнеүемә шат инем.

– Зөһрә, алма-әфлисундарҙы йыуып, гәлсәр һауытҡа тел әле, – апайым, бәлеш телеп торған еренән, миңә күтәрелеп ҡараны ла, көлөп өҫтәне:

– Бәй, ике ҡулын йөрәк тәңгәленә ҡаушырып уҡ ҡатып ҡалған, ауыҙыңды ла йыя алмай ниңә улай йылмаяһың?

– Кемдер бик ҡыуандырған Зөһрәне, – хәбәргә әсәй ҡушылды.

Ҡапыл ҡолағыма, сикәләремә ут ҡапҡанын тойҙом. Һәм бында әсәй ҡапыл асып ебәргән газ мейесенең һис тә ҡыҫылышы юҡ ине.

Барыһы ла ҙур табын артында йыйылғанды ғына көткәндәй ишектә ҡыңғырау шылтыраны.

– Бәй, кем йөрөр икән, – әсәйем аптырап, миңә текәлде – бар, ҡарап кил әле, Зөһрә.

– Ҡунаҡ ҡайтҡанын белеп, берәйһе күрешергә килгәндер.

Артыҡ ҡабаланмай өҫтәл артынан сығып, ишеккә табан йүнәлдем.

“Күҙ”гә ҡарамай ғына, ә был минең бала саҡтан килгән алабарманлыҡ ғәҙәте, ишекте шар асып ебәреүем булды, көтөлөмәгәнлектән саҡ артыма ҡолап китмәнем, алдымда шат йылмайып Райман баҫып тора ине.

– Һаумы, Зөһрә!

Йөрәк тибеүе йышайғандай итте, ҡапыл ҡаушауымдан күңел болғанып китте хатта. Башыма беренсе килгән һүҙҙәрҙе теҙҙем:

– Һин? Ни эшләйһең бында? Өйҙөң адресын ҡайҙан белдең?

Райман тағы ла нығыраҡ йылмайҙы:

– Ҡул аҫтында эшләгән хеҙмәткәрҙәр хаҡында кәрәкле мәғлүмәт табыуы ҡыйын түгел ул.

Йылмайыуы нисек кенә әсир итмәһен, ҡаштарымды асыулы йыйырырға мәжбүр булдым:

– Һин нимә, күҙәтеп йөрөйөңмө артымдан? Әллә шоферың башҡарамы был эште?

– Йә, бөттө. Һуң ярты сәғәт элек кенә Инстаграмға һалған фотоңдың геометкаһы бөтә серҙәреңде һатып тора.

– Кем унда, Зөһрә?

– Миңә килгәндәр, – артыма ҡарамай ғына яуапланым өйҙәгеләргә.

– Таныштырмайһыңмы ни ғаиләң менән?

Аптырап Раймандың күҙҙәренә текәлдем. Юҡ, шаяртҡанға оҡшамай.

– Иртә. Хәҙер сығам, һин көтөп тор ошонда.

Яҫы ҡаштар өҫкә ырғыны:

– Оһо, әмер бирә беләң икән, Искәндәрова.

Уға йылмайыу менән яуапланым да сығып китеүем өсөн ниндәй сәбәп уйларға икән, тип залға йүнәлдем.

 

– Нимә тинең әсәйеңдәргә?

Беҙ Раймандың машинаһында ҡала ситенә елдерә инек. Күҙлекте танау осона элдем дә, тәҙрәне асыу өсөн тәғәйенләнгән төймәгә баҫтым:

– Эштән саҡырттылар, тинем.

– Алдау яҡшы нәмә түгел, Зөһрә.

– Уф, Райман. Өндәшмә. Дөрөҫөн әйтһәм, һин әле буш машинаңда бөтөнләй икенсе тарафҡа – өйөң яғына елдергән булыр инең.

Юлдашым үҙ алдына ғына көлөп ҡуйҙы ла, музыканың тауышын аса биргәс, алға табан елдертеүен дауам итте. Мин тәҙрә артындағы бер-бер артлы алмашынған таш өйҙәргә, йәшел сауҡалыҡтарға текәлеп, машина плеерынан ағылған Nickelback төркөмөнөң йырҙарын тыңлап, бер аҙ өндәшмәй килгәс, түҙмәнем, йәнә Райман яғына боролдом:

– Ә беҙ ҡайҙа барабыҙ?

Тик был һорауым ҡыҫҡа яуапҡа ҡаҡлығып ер менән күк араһында аҫылынып ҡалды:

– Күп белһәң, тиҙ ҡартайырһың.

Тиҙҙән машина тигеҙ асфальт юлынан йәшел үлән араһынан һиҙелер-һиҙелмәҫ беленеп ятҡан тар юлға боролдо, ҡала һомғол ҡайын сауҡалығы менән алмашынды. Яңы тантана итә башлаған йәйҙең ыуыҙ ғына сағы, йәшеллек күҙҙең яуын алып тора. Оҙаҡ барманыҡ, алда ҙур булмаған ялан хасил булды. Бында инде үләне бил тәңгәленән үҫеп өлгөргән, ялан сәскәләренең ниндәйе генә юҡ! Машина туҡтар-туҡтамаҫ тышҡа атылдым. Тәбиғәт ҡосағында күптән булғаным юҡ, ҡыуанысымдан ергә ятып аунар хәлдә инем. Артта ишек ябылған, Раймандың тыҡылдап нимәлер эшләгәне ишетелде, бер аҙҙан тауышы ла яңғыраны:

– Рәхим итегеҙ, иптәш рәссам. Ҡояш байышын мәңгеләштерәм тиһәгеҙ, бынан да ҡулай урын юҡ.

Артыма әйләндем дә устарым менән ауыҙымды баҫтым: бейек мольберт, уға ҡарҙай аҡ ҡағыҙ беркетелгән, ҡылҡәләмдәр менән буяуҙар ҙа онотолмаған, бер яҡ ситтә тыйнаҡ ҡына үҙҙәрен ҡулға алғанды көтәләр. Ә Раймандың ҡарашы бәләкәс балаға теләгән уйынсығын тотторғандай, йылы нур сәсә, сәстәрендә шаян ҡояш нурҙары уйнай.

– Минең был теләк менән күптән янғанды ҡайҙан белдең?

– Мин һине бөтә ғүмерем буйы беләм төҫлө, Зөһрә.

Үтә яғымлы ҡараш аҫтында артыҡ сапсан йөрәк йәнә бейек сальто яһап тертләп ҡуйҙы. Мин белгән тәккәбер, артыҡ һөйләшеп бармаусан, етди етәксе һәм алдымда ҡул ҡаушырып, күҙенә тура төшкән ҡояш нурына бер күҙен ҡыҫып сикәләрендә соҡор уйнатып, иркә йылмайып торған егет араһында айырма ер менән күк араһы ине. Бар булмышымды тылсымлы шауҡым ялманы, уға яҡын килдем дә ҡапыл үрелеп, ирендәренән үптем: гүйә, байыр алдынан артыҡ батырайып, тура ҡарарға ла ирек бирмәй, һары-ҡыҙыл төҫкә мансылған ҡояштың үҙенә ҡағылдым – бөтә тәнем буйлап эҫе ипкен таралды. Көслө ҡулдар ҡапыл билемдән матҡып мине үҙенә ҡыҫты, ә ирендәр, минекенән айырылып, ҡолағыма ҡайнар тынын өрҙө:

– Былар барыһы тик һинең өсөн генә. Ғәжәпкә күрә, һин мине бөтөнләй икенсе кеше яһайһың.

Үҙ-үҙемде белгәндән алып, өҙгөләнгән йән эҙләгәнен таптымы ни, был йылы ҡосаҡта мәңге наҙланыр инем. Йәл, ҡәләм бейетеп ҡалмағанда, бер мәлгә генә һыйған тәбиғәт күренеше юғаласаҡ. Үҙемдең артыҡ ҡыйыу ҡылығыма бер килке оялып, ипләп кенә Раймандың ҡулдарынан ысҡындым да, мольбертҡа табан әйләндем. Бер аҙҙан бөтә донъя онотолдо, күҙ алдымда тик баҙлап янған ҡояш һәм уны әллә тотоп ҡалырға ынтылып һуҙылған ҡайын суҡтары, сәскәгә күмелгән ялан тороп ҡалды. Раймандың, ҡамасауларға теләмәй, ипләп кенә машинаһына ҡарай киткәнен ишетмәһәм дә, һиҙҙем: унан бөркөлгән танһыҡ йылы кәмегәндәй итте.

Мәңге тойғом килә был йылыны.

 

4.

Ишеккә туҡылдаттылар. Башкөллө ҡағыҙҙарға сумған еремдән баш ҡалҡытмай ғына яуап бирҙем:

– Керегеҙ.

Тупһала шат йылмайып Райман тора ине:

– Рөхсәт итегеҙ, иптәш етәксе.

Көн башланғандан алып, беренсегә ирендәремә йылмайыу яғылды. Ҡәләмемде өймәләм булып өйөлгән ҡағыҙҙар өҫтөнә һелтәнем дә урынымдан ҡалҡындым. Оҙаҡ ултырыуҙан бил түҙгеһеҙ итеп һыҙлай, бейек үксәле туфлиҙарҙа аяҡ табандары үҙҙәрен бөтөнләй һиҙмәй. Миңә ҡаршы бер-ике аҙым атлаған Райманға яҡын килдем дә күкрәгенә башымды һалдым:

– Рөхсәт итәм. Арыным. Булмай. Сыҡмай. Ябай хеҙмәткәр итеп ҡуй мине кире. Элек, исмаһам, һүрәт төшөрөргә ваҡыт ҡала торғайны. Хәҙер ҡағыҙ эшенән бушап булмай. Ике ҡулым бәйле. Минең ирекле рәссам булғым килә, офис ҡомағы түгел.

Һөйгәнем яурындарымдан матҡып, күҙҙәремә ҡараны:

– Улай тимә әле һин, Зөһрә. Бик оҫта етәкләйһең бүлекте. Бейек карьера төҙөү һинең маҡсат-хыялың түгелме ни?

“Диңгеҙ ситенә барып ултырып офоҡтоң осона ҡулдарымды еткереү минең хыялым” тигән уйҙар йүгереп үтте башымдан. Тик Раймандың ҡиммәтле духи еҫе аңҡыған сикәһенән үбеп:

– Маҡсат – бер, ә хыял икенсе төшөнсә, – тип кенә әйтә алдым.

– Хыял ул нимә? Буш ҡыуыҡ, ваҡытты әрәм итеүсе буш һүҙҙәр. Был тормошта бөтөнләй хыялланырға кәрәкмәй. Теүәл генә маҡсаттар, пландар ҡуйып, – Райманда йәнә ҡатҡыл етәксе уянды, ул ҡулын, Ленин бабайҙай алға һелтәп ҡуйҙы. – Алға һәм алға!

Нисек инде хыялһыҙ йәшәү мөмкин? Күңелемдә ҡапыл ҡайнаған ҡаршы уйҙарымды уға еткереп өлгөрмәнем, ишек ярым асылды, унда Маринаның башы пәйҙә булды:

– Зөһрә, һине фойела бер кеше һорай. Ой, һаумыһығыҙ, Райман Русланович!

Төнгө клубта һәм кинозалдарҙа, йәки берәй текә концертҡа билет кәрәк булһа, йәки миндә сәй эскәндә юлдары киҫешһә Райман ғына, ә эштә мотлаҡ Райман Русланович. Шулай тейеш, шулай дөрөҫ. Тик был ҡанунды Райман менән беҙ генә үтәмәйбеҙ шикелле, һәр хәлдә, беҙҙең мөнәсәбәттәрҙе хәҙер бөтә офис белә, ә эш ваҡытында ошолайтып бер-беребеҙҙең ҡосағында йылынып тороу үҙебеҙ өсөн дә, башҡалар өсөн дә ҡәҙимге хәлгә әйләнеп бара.

– Кем икән?

Раймандың ҡосағынан айырылғым килмәй ине, ризаһыҙ ғына ҡаштарымды йыйырҙым. Һуңғы ике көндә эш артыҡ күп, кискә ҡарай ғына йүнләп һөйләшеү бәхете тейә уның менән. Ә миңә бер ултырып һөйләшһәм дә рәхәт булып ҡала, көндәлек эш мәшәҡәтенән, ваҡыт етмәүҙән күңелемә өйөлгән йөк кәмегәндәй.

Әммә Маринаның ҡарашы артыҡ сәйер тойолдо миңә, ҡыҙ, ниҙер әйтеп бөтөрмәгәндәй серле генә йылмайҙы ла, һорауымды яуапһыҙ ҡалдырып ишекте япты.

– Барайым инде, берәй эш килеп сыҡҡандыр.

– Бөгөн ниндәй көн икәнен онотмағанһыңдыр, Зөһрә? – Райман да теләмәй генә ҡосағын бушатты.

– Иҫләйем, – тип йылмайҙым мин һәм ишеккә йүнәлдем.

Бөгөн йома, был, ниһайәт, көсөргәнешле аҙнаның артта ҡалыуы хаҡында һөйләй. Райман менән уның дуҫтары янына ҡала ситендәге өйгә барырға һөйләшкәйнек. Күберәк бизнес хаҡында әңгәмә һатҡан етди ир-егеттәр һәм уларҙың артыҡ ҡыланырға яратҡан гүзәл заттары менән миңә әҙерәк күңелһеҙ, әммә Райман хаҡына быға ғына түҙергә була.

Фойеға барып сыҡтым да ҡапыл аяҡтарымдың быуыны йомшарыуын тойҙом һәм был юлы сәбәп беҙ кеүек бейек үксәләрҙә түгел ине. Йөрәк тибешем йышайҙы, ҡапыл таш иҙәнгә лыпын ултырыу миңә ул хәтлем үк иҫәр уй түгел һымаҡ тойолдо: йомшаҡ дивандарҙың береһендә телефонына текәлеп Марс ултыра.

Бына ул, иртә яҙҙан алып күрмәгән, ҡай саҡ махсус борсойом әле тип, һирәк-мирәк төштәремә кереп, төн йоҡоларымды ҡасырған, инде нисәнсе ай мине параллель рәүештә Интернет донъяһында йәшәргә мәжбүр иткән һын! Эйе, һуңғы айҙа беҙҙең яҙышыуҙар ҡырҡа кәмене, быға мин хатта артыҡ иғтибар ҙа бирмәнем, эш күплеккә һылтандым. Эшләнеп бөтөлөп, халыҡ-ара бәйгегә ебәреләсәк проект бар буш ваҡытымды һәм артыҡ көсөмдө ала ине. Әммә был мин Марс хаҡында бөтөнләй оноттом, тигәнде аңлатмай.

Һин дә мин йөрөгәндә, ваҡыт-ваҡыт килеп, еләҫ елдәй хәтирәләр күңелемә нәҙек кенә һағыш ҡатламдарын алып килеп ҡаплай. Ҡапыл. Көтмәгәндә. Күҙ алдымдан дарһылдап трамвай үтеп китһә, йә кибет кәштәләрендә йәшел алмаға үрелһәм... Иртә һайын сынаяҡта уйнаған ҡояш нуры аша ипләп кенә ҡар пәҙрәһе аръяғында тороп ҡалған, хәҙер инде бер уйҙырма емешендәй тойолған теге ҡалаға сәләм еткерәм, бөгөн кисен мотлаҡ Марселдең хәлдәрен белер кәрәк әле, тием дә утҡа ҡапҡандай, ары сабам.

Бөгөн килеп, мин инде уның барлығына ышанмай башлаған һын минән бер-ике аҙым арауығында ғына ҡапыл теҙ быуындарымды ҡалтыранырға мәжбүр итә.

Бына ул башын күтәрҙе, ҡараштары минеке менән осрашты. Ҡапыл ауырайып киткәндәй тойолған ҡулымды саҡ күтәреп, сәләмләгәндәй иттем.

Дала ҡосағындағы ҡала, бөтөнләй икенсе донъя, күк көмбәҙенә генә һыймай, шул тылсымлы ҡаланың өҫтөнә йондоҙҙарын һипкән икһеҙ-сикһеҙ ғаләм – былар барыһы ла миңә ҡарап баҫып торған егеттең күҙҙәренә һыйған. Ҡапыл һуңғы арала инде ғазаплауҙан туҡтаған һағышым алҡымымдан матҡып тотоп алды. Уның төпһөҙ күҙҙәрен дә күрәм төҫлө, үпкәләп, әсенеп ҡарайҙар, өнһөҙ генә “һин нисек был яратып өлгөргән тылсымлы донъяңды оноторға мәжбүр иттең әле?” тиеп һорайҙар төҫлө. Бынан уйлап ҡараһаң, ярты йыл элек кенә мине әсир иткән, күңелемдең иң нескә ҡылдарын сирткән шул донъя, шул һынды мәңге туҡтау белмәҫ башҡаланың ялтырауыҡ тормошона алыштырғанмын килеп сыға түгелме?

Ҡулдарымды ҡайҙа ҡуйырға белмәйем. Бер-беребеҙгә ҡарашҡанбыҙ ҙа ҡатҡанбыҙ. Үтеп-һүтеп йөрөгән кеше ағымы, офистарҙа ғына була торған шау-шыу: былар барыһы ла ишетелмәй төҫлө.

Беренсе булып Марс иҫкә килде, буғай. Әкрен генә миңә табан яҡынлаша башланы. Үҙгәрмәгән дә. Шул уҡ икенсе донъянан был донъяға осраҡлы ғына килеп эләккән кеше ҡиәфәте. Ирендәрендә ҡыйыуһыҙ ғына йылмайыу ҡатып ҡалған.

Мин дә ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына йылмайҙым:

– Ма-арс! Нисә ҡыш, нисә йәй, тигәндәй!

– Сәләм, Зөһрә!

Ҡосаҡлаштыҡ. Ҡапыл мине баштан-аяҡ теге март, теге ҡала, теге йөрәк түрендә бөрөләнеп тә сәскә атырға өлгөрә алмай ҡалған хис-тойғолар күмеп китте. Өс аҙна эсендә генә шул хәтлем яҡын булырға өлгөргән, аҙаҡ, араларға саҡрымдар ятҡас, йыһандағы ҡул етмәҫ йондоҙҙай алыҫлашырға өлгөргән дуҫымды, ысынын ғына әйткәндә, һушым китеп һағынғайным.

Марс, минең беләктәремдән матҡыны ла, баштан-аяҡ өйөрөлтөп ҡарап сыҡты һәм тел шартлатып ҡуйҙы:

– М-дәә! Һин бит ысын бизнес-леди ҡиәфәтенә кергәнһең! Юбка, бейек үксәләр...

Уның нимә әйтергә теле ҡысытҡанын алдан белә инем инде, шуға башымды сайҡаным:

– Йә, етте. Эйе, мин хәҙер һоро өйөрҙән бер нимәһе менән дә айырылмайым. Мин үҙгәргәнмен. Тегеләй-былай. Әммә ышан, бизнес-леди ҡиәфәтенә кереп кенә ҡалманым, был инде минең йәшәү рәүешемә әйләнде.

– Хм. – Дуҫым ҡаштарын емерҙе:

– Һине тиҙ рәүештә был ҡурҡыныс ауырыуҙан ҡотҡарырға кәрәк. Әл дә килгәнмен. Күңелем һиҙгәйне шул.

– Һин ни хаҡында, Марс?

– Тыңла, – Марстың йөҙө ҡапыл етдиләнде, – һин хәҙер кире боролоп инәһең дә, теге ата ҡаҙ етәксеңдән һине бөгөнгә эштән бушатыуыңды һорайһың. Ул һиңә, һис шикһеҙ, рөхсәт итәсәк. Шунан һин артыҡ һорау бирмәйенсә, минең арттан эйәрәсәкһең. Төшөндөң?

– Эй, Марсель ғали йәнәптәре! Ҡайһы ваҡыттан алып һеҙ миңә бойороҡ бирә башланығыҙ әле?

– Һинең бәләкәй генә бәпәй булыуыңды белгәндән алып. Былай дауам итһә, зыяратта бик тиҙҙән яңы ҡәберлек артасаҡ һәм уның ташында “Искәндәрова иптәш артыҡ күп эшләүҙән йәшләй генә йән бирҙе” тигән һүҙҙәр уйылған буласаҡ.

– Иҫәр!

– Шуны яңы саҡ белдеңме?

Ихлас көлөп, кире кабинетыма ҡарай йүнәлдем.

– Нимә ауыҙыңды йыйып ала алмайһың?

– Мари-и-на!

Ҡаршыма осраған әхирәтемде ҡыҫып ҡосаҡлап алдым да ҡолағына шыбырланым:

– Кем килгән, беләһеңме?

– Беләм инде, күрмәгән, танымаған хәлдә лә, һинең уттай янған күҙҙәреңә ҡарап, барыһын да аңлар инем.

Уның ҡосағынан ысҡындым да төпһөҙ зәңгәр күҙҙәренә баҡтым:

– Миңә тиҙ арала эштән сығып ҡасырға кәрәк.

– У-у... Райман һине төптө ят егет менән эш ваҡытында ебәрер, тиһәң, уңыштар! – Марина, көлөмһөрәп, елкәмдән ҡаҡты ла ары йүнәлде.

Ниҙер булһа ла уйлап, туҡтап торороға ваҡыт юҡ ине. Өҫтәүенә, саҡ ҡына һуҙылһам да, Марс төштәгеләй, иреп юҡҡа сығыр төҫлө тойолдо, шуға, бар батырлығымды йыйып, Раймандың кабинетына ҡарай атланым. Ишек уйымына ипләп кенә башымды тыҡҡанда, ул кемдер менән телефондан һөйләшә ине.

–...Ә, эйе, Тимур Артур улы. Аңлашылды. Беҙҙең һөйләшеү үҙ көсөндәлер, тип ышанам. Эйе, материалдар инде тулыһынса әҙер.

Бүлмәгә индем дә, ҡулдарымды артҡа ҡуйып, стенаға һөйәлдем. Бер аҙҙан, түҙемһеҙләнеп, туфли үксәһе менән балаҫты соҡорға керештем. Райман минең был тулҡынланыуҙы һиҙҙе, күрәһең, трубкаһын һалғас та һораулы рәүештә миңә текәлде.

– Райман, ебәр әле мине эштән.

– Ниңә, аҡыллым? – Ул урынынан ҡалҡына биреп ҡуйҙы. – Ауырыйһыңмы?

– Юҡ. Барыһы ла яҡшы, – тәрән итеп тын алдым да Раймандың күҙҙәренә ҡараным. – Икенсе ҡаланан дуҫым килгән. Беҙ оҙаҡ күрешмәгәйнек. Уға инде киске поезға.

Һорғолт ҡараштарға ҡапыл һалҡын шәүлә йүгерҙе, әммә Райман тыштан быны һис тә һиҙҙертмәҫкә тырыша ине. Һыны турайҙы, тауышы ғәҙәткә ҡарағанда ла ҡатыраҡ, ҡорораҡ сыҡты:

– Ҡыҙыҡ, һин миңә уның хаҡында һөйләгәнең юҡ, ниңәлер.

– Барыһын да бөгөн кискә ентекләп һөйләрмен, яраймы, Райман. Ебәр инде.

Ашығып, һүҙҙәрҙе йота-йота әйттем быларҙы, ҡулдарым да тик тормай, йөрәк тибешем дә йышайғандан-йышая. Нисәнсе тапҡыр төштәремдән шулай өнһөҙ иреп юғала Марс, был юлы ла шулай булһа, йөрәгем күтәрә алмаҫ төҫлө.

– Барығыҙ, Искәндәрова. – Райман, һөйләшеү бөткәнен белдереп, телефон трубкаһын йәнә ҡолағына терәне.

Йөрәгем “жыу” итте был һалҡынлыҡтан, ҡапыл, йүгереп барып уны ҡосаҡлағым, сикәһенә сикәм менән терәлеп торғом килде. Әммә аяҡтарым мине был бүлмәнән ары илттеләр.

Ниндәй бәхет, Марс бер ҡайҙа ла юғалмаған, тыныс ҡына шул уҡ диванда телефонында булышып ултыра. Мине күргәс, йылмайып, урынынан ҡалҡынды:

– Мин һине инде сыҡмаҫ, тиһәм. Нимә, етәксеңдең ебәргеһе килмәнеме?

– Йә, етте инде әсе телләнергә, Марс. Минең шул хәтлем тиҙерәк был офистан сығып ысҡынғым килә. Һин мине ҡотҡарырға килдеңме, әллә тел сарларғамы?

– Тәк. Ҡайҙа барабыҙ һуң, Зөһрә?

Дуҫыма йылмайып ҡараным:

– Ҡайҙа булһын, донъяны аптыратырға!

Ишеккә табан йүнәлгәндә, арҡам менән кемдеңдер мине ҡарашы менән быраулауын тойҙом. Ҡапыл артыма әйләнеүемә, Райман, кеҫәһенә ҡулын тыҡҡан килеш, ҡырҡа боролоп лифттарҙың береһенә йүнәлгәйне.

 

* * *

Был донъяла тамуҡ булһа, ул моғайын да йәйге селлә ваҡытындағы оло ҡаланан башланалыр. Бигерәк тә минең кеүек эҫене өнәп бармағандарға ҡыйындыр инде. Тын алырға ла ирек юҡ, һулар һауа урынына машиналар аҫтынан сыҡҡан төтөн, эҫе асфальт ипкене, туҙан һәм әллә ниндәй ҡурылған еҫтәр генә танауҙы ҡаплай. Ҡояш, күҙгә тура ҡарап, һине туңдырмалай тротуарға ҡуша иҙергә теләй.

Әммә мин бөгөн быларҙың береһен дә тойманым. Марсты бая тәү күргәндәге ҡаушауым үткәйне, телем телгә йоҡмай, ярты йыл эсендә күҙгә күҙ ҡарашып һөйләшер хәбәрҙәр шул хәтлем күбәйгән. Раймандың арттан ҡарап ҡалыуын күргәндән һуң, ҡырыла биреп ҡуйған кәйеф, йәнә әлеге лә баяғы ҡыҙыу йәйге ҡояштай, иң юғары нөктәлә.

– Йә, тормошоңда ниндәй үҙгәрештәр булды, иптәш инженер?

– Тормошотоң үҙенә күңеллерәк ҡарай башланым. Элек аралашыуҙы өҙгән дуҫтар менән кире бәйләнешкә индем, хатта бер төрлө эшемдән дә йәм таба башланым. Нисек кенә булмаһын, был һөнәремде үҙем теләп, яратып уҡығайным бит университетта.

Марсты мин ҡыуанып тыңланым. Теге яҙ көндәрендә артыҡ моңһоу күренгән егет, ысынлап та, оҙайлы йоҡонан уянғанмы ни, атлауында, һөйләшеүендә үҙ-үҙенә ышанысы артҡан төҫлө. Йыш йылмая.

– Һинең бәхетле икәнеңде күреүе ҡалай ҙа рәхәт! Маладис! – Мин ихлас ҡыуаныуымды йәшереүҙе кәрәк тип тапманым.

Дуҫым миңә ҡараш ташланы:

– Ә һинең ниндәй үҙгәрештәр... Эй, әйтмәһәң дә, бөтәһе лә күренеп тора. Яңы вазифа, яңы имидж. Үҙеңә яңы егет кенә табып алһаң...

Беҙ, машинаға ултырыуҙы кәрәкле тапмай, Ленин урамы буйлап яҡындағы парктарҙың береһенә табан атлағайныҡ. Ҡапыл туҡтап ҡалдым да аҫҡы иренемде тешләнем. Иҫәр. Күпме аралашып, мин бит уға Райман менән мөнәсәбәттәрҙе һөйләгәнем юҡ бит. Сөнки ошо тема хаҡында һүҙ сыҡһа, Марс, ниндәйҙер сәбәп табып, Бәйләнештән сығып тая ине. Хәҙер килеп...

– Мин һиңә әйтмәгәйнем, Марс.

– Кит, булмаҫ! Егетең бармы әллә? – Марсель да ҡырҡа туҡтаны ла, ҡаршыма сығып уҡ күҙҙәремә баҡты. Ауыр һуланым да ҡарашымды ситкә алдым.

– Туҡта әле... – Дуҫым ҡапыл һуҡ бармағын миңә төбәне. – Туҡта... Һәм ул – Райман. Эйеме?

Миңә баш ҡағыуҙан башҡа сара ҡалмағайны. Әллә ниңә үҙемде Марс алдында ғәйепле һиҙҙем. Ул да юғалып ҡалған төҫлө ине. Ҡапыл боролдо ла өҙөлгән юлды дауам итте.

– Әйтмәне, тип үпкәләмә. Эш күп ине, тағын... – Урынһыҙ аҡланыуҙар теҙә-теҙә артынан эйәрҙем.

– Яҡын дуҫ, имеш. Яҡын дуҫың була тороп, һинең тормошоңдағы иң мөһим яңылыҡты ла белмәй йәшәгәнмен.

– Ә-ә, һин шуға ғына үпкәләйһеңме ни?

Ҡапыл үҙемдең күңелемде үпкәле тойғолар сыйып үтте. “Ә һин ни көткәйнең, диуана?” тиеп әрләнем шунан үҙ-үҙемде эстән генә: “Унан башҡаһын, ҙурырағын көтөргә һинең ни хаҡың бар? Һеҙ бары тик дуҫтар ғына, уның ҡарауы, бына инде нисәнсе ай һин үҙеңә лә, башҡаларға ла ул һиңә бер кем дә түгел, тип тылҡыйһың.”

Марс нисек тиҙ генә ҡыҙған, шулай тиҙ һыуынды. Аҙымдарын аҡрынайтты ла миңә ҡарап, күңелле көлөмһөрәне:

– Бейек үксәләр кейеп алған булһаң да саҡ-саҡ атлап киләһең түгелме?

– Улар бит һинең ише һантыйҙар артынан йүгерергә түгел, ә ҡәҙимгесә атлап йөрөр өсөн тәғәйенләнгән. Үпкәләүең бөткәнгә шатмын, – тип яуапланым.

– Минең дә һиңә улайһа ҡыуаныслы хәбәрем бар.

Ҡапыл һағайҙым.

– Мин дә хәҙер яңғыҙ түгел. Шикелле...

Эҫе көндә бер биҙрә һалҡын боҙҙай һыуҙы башым аша ҡойҙолармы ни. Был шаңҡыған хәлемдә йылмайыуымды теш пастаһы һауытынан һуңғы тамсыларҙы һыҡҡандай, һығып сығарҙым, үҙем һаман, батып барғанда һуңғы һаламға тотонорға тырышам:

– Шикелле?..

– Ну, барыһы ла минән тора. Бына ҡайтам да, бергә булырға тәҡдим яһайым.

Тырнаҡтарымды, үҙем дә һиҙмәҫтән, батырғансы усыма ҡаҙағанмын. Үҙем һаман да йылмайып маташам. Үҙем был хәбәрҙе ниңә шулай ауыр ҡабул иткәнемде бөтөнләй ҙә аңламайым. Ә Марс, йылмая-йылмая, һаман һөйләй бирә:

– Шуға һин дә үпкәләмәһен, тип алдан әйтеп ҡуяйым, тием. Әтеү, кем белә, мин дә мөхәббәтемә иҫереп, һиңә был мөһим хәбәрҙе еткерергә онотормон да ҡуйырмын.

– Мин үпкәләмәм, Марс. Ғашиҡ булғандар бер-береһен аңлай ул.

– И-и-и-й! Аҡыллыһың да инде үҙең! – Марс, үрелеп, мине елкәмдән ҡосто ла, ары йүнәлдек. Әгәр ҙә ошо ваҡытта ул үрелеп минең күҙҙәремә ҡараһа, ундағы төпһөҙ әсе һағышты күрер ине, әммә ул һағыштың сәбәбен һораһа, уға мин дә яуап тапмаҫ инем. Сөнки ошо һуңғы сәғәттә генә үҙ-үҙемә ҡырҡты аптырарға өлгөргәйнем. Дуҫымды кем менән булһа ла күҙ алдыма килтереүгә, уның өсөн ҡыуаныр урынға, йөрәгемде әллә ниндәй ут өтөп ала ла, ысҡындырмай. “Һин бит үҙең дә яңғыҙ түгелһең, иҫәр!” тип үҙемде әрләйем, әммә Райман менән сираттағы аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыҡһа, әллә ниндәй ҡорт күңел алмаһын кимерергә генә тора.

Йәшереп кенә Марселгә күҙ ташлайым.

Иҫәр. Һин бит минең өсөн ҡандай ҡәҙерле икәнеңде аңламайһың да.

Ә һин миңә ҡәҙерле... Былай, ул – был уйҙарһыҙ ғына. Сөнки төн йөҙөндә, сәғәт дүрттә һин генә мине тыңлай, йөрәк серҙәремә төшөнөргә маһирһың. Сөнки тап һинең күҙҙәреңә күтәрелеп ҡараһам, күңелемдең осоуын тоям, гүйә, арҡамдағы ике ҡанат, ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына мине үрҙәргә әйҙәй. Һинең “Ныҡ бул, һаҡла үҙеңде, уңышлы көн” тигәнерәк бер-ике ауыҙ һүҙең етә, мин көнө буйы йылмайып сығам. Тик һуңғы арала ғына был тылсымлы тойғолар бер аҙ яңы кисерештәр арҡаһында юғалып торған, күрәһең.

– Эҫе, ҡәһәрең... – Марселдең көрһөнөп әйткән һүҙҙәре мине иләҫ-миләҫ уйҙарымдан арындырып ебәрҙе. Бая тынды ҡурып алып барған эҫе бер генә шквалаға ла хатта төшмәгән, әммә ки, мин был һауа торошон күптән тоймай инем инде. Әле, ергә төшкәндәй булғас, был ипкен мине лә баштан аша күмеп китте.

– Берәй ерҙә йәшенәйек һуң, моғайын ус аяһындай ғына күләгә табылыр, – тинем мин, бер ни ҙә булмағандай, ғәмһеҙ генә.

– Кире офисыңа ҡайтырға тәҡдим итмәйһеңдер? – Марсель миңә ҡайырылып ҡарап ҡуйҙы.

– Һис юҡ. Әммә унда шундай һыуыҡ...

– Мин һине бында офис ҡомағына әйләнеүеңдән бер генә көнгә булһа ла ҡотҡарырға килдем. Шуға ла, һин бөгөн тик минең күрһәтмәләрҙе генә тыңлаясаҡһың. – Дуҫым, минең танау төймәһенә баҫты ла, хәйләкәр күҙен ҡыҫты. – Киттек!

– Ҡайҙа? – Тағын ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмауым был. Һорауым артынса, таныш һәм мин күптән көткән яуап яңғыраны:

– Донъяны аптыратырға!

 

– Туҡта инде әҙерәк, Марс! Беҙ барабыҙ ҙа барабыҙ, ә минең аяҡтарым инде атларлыҡ хәлдә түгел. – Мин, ҡашымды төйөп, туфлиҙарыма күҙ аттым. Ҡала урамдары буйлап һаман атлай биргән Марс, ниһайәт, аҙымдарын әкренәйтә биреп, туҡтап ҡалды:

– Кейенмәҫкә кәрәк ине былай, Зөһрә.

– Нисек инде кейенмәҫкә, мин бит бәләкәйме, ҙурмы, етәксе.

– Элегерәк, бер нисә ай элек был һиңә бер ҙә ҡамасау тойолмай ине шикелле...

Шаяртамы был, әллә етди шулай йәне көйөп киттеме? Ни тип яуап ҡайтарырға белмәй, аптырап, йәнә туфли йөҙлөктәренә текәлдем, ә хәтеремә бынан бер нисә ай элек булған хәлдәр килде.

Ғәҙәттәгесә, баш баҫып эшләп ултырып, ишек тауышын да ишетмәгәнмен, Раймандың һалҡынса бармаҡтары сикәләремә ҡағылғанға, тертләп башымды күтәрҙем:

– Ә был һинме. Сәләм! – Үрелеп үпкәс, яуап сәләмләүен дә көтмәй, маңлайымдан тыңлауһыҙ бөҙрә шәлкемде һелкеп ташланым да кире ҡағыҙҙар өҫтөнә эйелдем.

– Зөһрә. Күптән әйтәм, тием дә, ваҡыт таба алмай тик йөрөйөм. – Райман ҡаршылағы йомшаҡ ултырғыстарҙың береһенә ултырҙы һәм уның әйткән киләһе һүҙенән мин ҡырҡа башымды күтәрергә мәжбүр булдым. – Бәлки, һиңә, балалығыңдан әҙерәк, эш ваҡытына ғына булһа ла сығып тороп, нисектер икенсе ҡиәфәт алырға кәрәктер?

– Ҡыҙыҡ. – Мин, уйланып, ғәҙәткә ингәнсә, ҡәләм осон тешләнем. – Мәҫәлән?

Райман минең был хәбәрҙе ыңғай ҡабул итеүемде күреп, дәртләнеп китте, ахыры, минең яҡҡа эйелеңкерәп ултырҙы.

– Күлдәк, блузка, юбка һәм эшсән костюмдарҙан, бейек үксәләрҙән башларға кәрәктер, тием. – Уның күҙҙәрендә йылы осҡондар сағылды. – Минеңсә, был имидж һиңә бик килешәсәк.

Ҡаштарымды юғары сөйҙөм дә, кире ҡағыҙҙар өҫтөнә ҡапланыр алдынан, Райманға йылмайып өндәштем:

– Ярай.

Уның күңелен күрер өсөн генә тәү тапҡырға, аҙға ғына, тиеп ризалашҡайным шул саҡ. Көҙгө алдына ҡара күлмәктә, ялтыр туфлиҙарға килеп баҫҡайным, бығаса үҙемә таныш булмаған һомғол ҡыҙ миңә хатта оҡшап ҡалды. Ҡапыл ғына кейем шкафтарым итәктәр һәм беҙ үкәсәләр, ҡарҙай аҡ та, күҙ яуын алырлыҡ төрлө төҫтәге лә блузка-күлмәктәр менән тулды. Тышҡы ҡиәфәт күңел торошона бер ниндәй ҙә зыян килтермәй тип һанай инем мин, әммә, яңылышҡанмын, күрәһең. Һаман етдиләнгәндән етдиләнә барыуым, Марс менән Интернетта араларҙы өҙөү быға дәлил.

Ҡаты йоҡонан ҡапыл уянғандай хис иттем үҙемде, ҡапыл, уңайлы элеккесә кейенеп, талсыҡҡан аяҡтарға кедалар бәйләп, урам буйлап йүгерге килде. Әммә миңә, остары инде асфальтҡа ашалған бейек үксәләргә ҡайҡайып ҡарап ҡатыуҙан башҡа сара ҡалмағайны. Һаман ҡайҙалыр юрамал ашыҡҡандай, алға барыуын белгән Марс артынан яйлап ҡына атлауымды дауам иттем. Күпме шулай барыр инек, әле генә тынды ҡурған эҫе ҡапыл ғына кәмегәндәй итте, ҡала өҫтөнән һиҙелер-һиҙелмәҫ ел йүгерҙе. Дуҫым менән икебеҙ ҙә башыбыҙҙы юғары күтәрҙек: әле генә бейәләй хәтлем дә болот күренмәгән күк йөҙө ҡап-ҡара.

– Ямғыр...

Минең ҡысҡырып әйтелгән уйымды дәлилләп, ҡара көйгән күк йөҙө шатыр-шотор итеп ҡалды. Ағас баштары, ҡаты хәүефкә талғандай, ниҙер хаҡында шыбырлашты, әле генә ҡырмыҫҡа иләүендәй гөжләгән тротуар бер килке бушап ҡалды хатта. Тик беҙ генә урыныбыҙҙан ҡымшанманыҡ. Ҡулдарымды ҡаушырғанмын да минән бер-ике аҙым алыҫлығында туҡтап ҡалған дуҫыма текәлгәнмен.

Башҡа кешеләрҙәй кибеттәргә, туҡталыш будкаларына боҫорға ашыҡманыҡ, нисек торғанбыҙ, шулай ҡаттыҡ. Марстың һоро күҙҙҙәренә йәнә йондоҙ тамсыһы тамған – осҡонланып яналар. Уның шат, илгәҙәк йөҙөнә ҡарап, үҙем дә йылмайыуымды йәшерергә көс тапманым. Аяғымдың әрнеп сәңкеүе лә онотолдо.

Йәйге ямғыр оҙаҡ көттөрмәне, тамсылап инәлтмәне, ҡапыл ғына күк йөҙөнән гигант һыу биҙрәһен һуңғы сәғәттәрҙә ярылырҙай булып сарсаған Өфө өҫтөнә ауҙарҙылармы ни. Беҙ икебеҙ ҙә күҙ асып йомғансы кейемдәребеҙҙең һуңғы ебенәсә лысма һыу булдыҡ. Ҡапыл дуҫым мине етәкләп алды ла беҙ көлә-көлә тротуар буйлап йүгерҙек. Тиҙлекте арттырған һайын эре-эре ямғыр тамсылары биткә бәрә, ҡаршыға иҫкән ямғыр еленән тын юлдары ҡурыла. Ах та ух килеп, ниһайәт, ҙур ғына күренгән бер бинаның кәрнизе аҫтына йәшендек.

– Бейек үксәләреңде бөтөнләй кеймәҫлек итеп йүгерттемме әй, һине? – Марс, көлөп, миңә текәлде.

– Мин ул туфлиҙар барлығын да оноттом, – тип йылмайҙым мин, тын алышымды көйләй-көйләй. Һыу кейемдәр тәнгә тейеп, ҡалтыранып ҡуйҙым, быны Марс та һиҙҙе, сумкаһының әллә ҡайһы еренән пуловерын сығарып арҡама япты һәм ашыҡмай, гүйә, был хәрәкәтте ул алдан уйлап ҡуйған, баш бармағының йөҙлөгө менән битемдәге берҙән-бер кипмәй, күҙ йәшеләй йымылдап ҡалған тамсыны һыпырҙы, һыпырҙы ла, бармағын сикәмдән алмай, ҡатып ҡалды. Тын алырға ла оноттом хатта. Ваҡыты ла туҡтаны, мәңгелектең үҙе икебеҙҙе лә торған еребеҙгә ҡаҙаҡлап ҡуйҙы. Танһыҡ ямғырға тантана иткән Өфө лә, беҙ килеп ышыҡланған кәрниздән шауҙырлап аҡҡан һыу ҙа, асфафльтта хасил булған эреле-ваҡлы күләүектәрҙе юл ситенә сәсрәтеп уҙған машина-автобустар теҙмәһе – барыһы, барыһы ҡапыл артҡа сигенде, төҫтәре тоноҡланды. Был донъяла, юҡ, бар ғаләмдә тик шул һоро күҙҙәр һәм уларҙан урғылған йондоҙ нуры ғына тороп ҡалды. Ҡулдарының ҡайнарлығы әле генә һалҡын ямғыр тамсыһы йылтыраған сикәмде өтөп алып бара.

Был тылсымлы мәл бер секундмы, бер минутмы, күпме дауам иткәндер, белмәйем. Беҙҙең артта сыйылдап ишек асылды, артынса, асыулы тауыш яңғыраны:

– Үтергә урын бирегеҙ. Эй, ошо бала-сағаны әйтәйем, ғишыҡтан башҡа күҙҙәренә аҡ-ҡара күренмәй, донъяларын оноталар!

Марс ҡапыл артҡа бер аҙым яһаны. Сәрелдәк тауыш эйәһе бәләкәй генә аҡ сәсле инәй мәрйен кеүек ике бәләкәй күҙҙәренең ағын әйләндереп, беҙҙе баштан-аяҡ күҙҙән үткәрҙе лә арабыҙҙан үтеп китте. Уның артынса ямғырҙан йәшенеп, бинаға йүгергән тағын әллә нисәмә кеше сыҡты. Тәрән итеп тын алдым да үҙебеҙ кәрнизе аҫтында йәшенгән бинаны яҡшылап күҙҙән үткәрә башланым. Ҙур ғына сәйхана икән. Шунан ҡарашымды йәнләнгән урамға йүнәлттем. Ямғыр нисек тиҙ башланған, шулай туҡталып, офоҡ артына инеп юғалған. Баяғы эҫелектең эҙе лә юҡ, һауа асфальт, ер еҫе менән аңҡый.

Беҙҙең арала әллә ниндәй уңайһыҙлыҡ килеп тыуған ине, Марстың баяғы шаян ҡыйыулығы ла юғалған, кеҫәһенән сығарып, ул йәнә лә тәмәке көйрәтергә кереште. Бая нур көлтәһе сәскән күҙҙәре әллә асыуланып, әллә һағышланып ҡаршыһындағы юлға төбәлгән. Уның тәмәке төпсөгөн сүп кәрзиненә ташлауын көттөм дә һаҡ ҡына беләгенә ҡағылдым:

– Әйҙә, сәй эсеп сығайыҡ, эскә йылы төшөр.

Ул да йәнләнеп китте, ғәҙәтенсә, мине әсе телләнеп, төрттөрөргә лә өлгөрҙө:

– Һин сәй нимә икәнен онотманыңмы әле? Мин офис ҡомаҡтары тик ҡәһүә генә эсә икән, тиһәм...

– Кемдер елкәһенә бик оҙаҡ туҡмаҡ алмаған, шикелле, – тип көлдөм мин, әммә элеккесә был һүҙҙәрҙе бойомға ашырырға ашыҡманым. Марселдең элекке шаянлығына кире ҡайтыуы мине шатландыра, әммә күңелдә әллә ниндәй моңһоу ноталар һағышлы көй һуҙа, алдан сәйханаға инеп киткән шул һынды туҡтатып, “нимә булды беҙгә?!” тип асырғанып һорағы килә, әммә мин ҡыймай ғына быяла ишекте үҙемә ҡарай тартам.

Беҙ ингән сәйхана йылы һәм иркен. Урта төштәнерәк урын алғас, эргәгә елеп килеп еткән официантҡа икебеҙ бер ҡатарҙан:

– Бары тик эҫе, ҡара сәй, – тинек тә, бер-беребеҙгә ҡарашып, йылмайып ҡуйҙыҡ. Бер генә мәлгә теге ҡышлы-яҙғы мәлдәргә әйләнеп ҡайтҡандай хис иттем үҙемде, хатта тәҙрә артында йыш төштәремә инеп йонсотҡан ҡала сабыр ғына завод торбаларынан төтөн осоралыр тойолдо. Күңел итемде йәнә һағыш бысағы аяуһыҙ телде: ул хозур мәлдәрҙең бүтән бер ҡасан да әйләнеп ҡайтмаҫын тойоу тамаҡҡа йоҙроҡ хәтле төйөр булып тығылған ине.

Ярты йыл арауығы шулай баштан-аяҡ үҙгәртер икән тормошто. Әле ҡасан ғына үҙемде дала елеләй ирекле тоя инем, хәҙер йәнем уртаға ярсылып, ике һынға бәйләнгән.

Өҫтәлгә пары боҫорап торған ике сынаяҡ сәй ҡуйылды. Күҙ ташланым да, ирекһеҙҙән йәнә йылмайҙым: улар үтә күренмәле фарфорҙан ине. Марсель, шуны ғына көткәндәй, телефонын яндырып, өҫтәлгә һалды ла минең сынаяғыма ымланы:

– Тылсымлы донъяға рәхим ит!

Ҡалҡынып, сынаяҡты дисплей өҫтөнә тоҫҡаным. Ҡыҙғылт сәй тулҡындарында ике һын сайҡала: күҙҙәре ике яныр ҡуҙҙай баҙлаған, ике сикәләре лә һыуыҡҡа ҡыҙарған ҡыҙый һәм йондоҙ күҙле егет. Арттарында: урыны-урыны менән ҡарҙан әрселә башлаған таныш ҡала урамдары.

– Был бит беҙ! – тип башымды ҡалҡыттым мин.

– Ҡара әле үҙеңде, ҡайһылай бала ғына булғанһың, – булды яуап. Кире сынаяҡ эсенә эйелдем. Ысынлап та. Төрлө төҫтәр ҡушып бәйләнгән йөн свитер тышынан ҡара пальто эләктергән, бөҙрә сәстәренең осона ғына элеп ҡуйылған һымаҡ тойолған суҡлы кәпәс кейгән һәм хәҙерге ваҡытта сәстәре ҡәтғи рәүештә йыйылып, елкә тирәһенә өйөлөп ҡуйған, бөтә төймәләре лә эләктерелгән блузка һәм киң итәкле ҡара юбка кейгән ҡыҙҙар араһында айырма күҙгә ташланырлыҡ ине. Марс һүҙен дауам итте:

– Һин бит үҙең бер кисен “һаман алға елгән ваҡыт әсирендә артыҡ өлкәнәймәйсә, йөрәгеңдә саф, эскерһеҙ балалыҡты һаҡлап ҡалыу мөһим” тип яҙғайның.

Яҙғайным шул. Әммә балаларса эскерһеҙ йөрәк, шар асыҡ күңел тормош дауылдарына бирешеүсән булыуы ике ятып бер төшөмә инмәгәйне. Асыҡ ишектән әсе елдәр йыш инеүсән икән .

– Һин мине ғәйепләйһеңме әллә, Марс?

Дуҫым әллә көрһөндө, әллә көлөмһөрәне:

– Ғәйепләү менән генә барыһын төҙәтеп булһа икән.

– Әйтерһең дә, мин үлеп барам, ә һин ҡулдарыңды ҡорһағыңа ҡаушырғанһың да эшлекле муллалай миңә ясин сығаһың. Әйтерһең дә, мин оло яҙыҡ эш менән тотолғанмын. Әйтерһең, һин миңә үлем хөкөмө сығарған табип. Етәр!

Һарыуым ҡайнауы ҡолағыма шау булып бәрҙе. Өлкәнәйһәм ни булған? Миңә бит егерме өс. Уның мине битәрләргә ни хаҡы бар?

– О, һин бойороусан етәксе икәнһең дә.

Уттай ҡарашымды Марсҡа төбәнем:

– Тағын шаяртаһыңмы, әллә хөкөм итәһеңме?

– Терпенең йәнә энәләре тырпайҙы.

Күңелемдә ҡайнаған асыу әҙерәк баҫыла төштө, әммә һөрөмө ҡалды. Марстың тел төбө миңә бик аныҡ аңлашыла ине. Йылдар үтеү, ысынбарлыҡ тормош билбауҙы нығыраҡ ҡыҫып, боғаҙҙан алыуға ҡарамаҫтан, бирешмәйсә, һаман ғүмергә балаларса яҡты һөйөү һаҡлау, башҡа һоро масса араһында юғалмайса, үҙ юлың менән генә барыу, етмештә лә ун етеләй ҡалыу ҡасандыр беҙҙең икебеҙҙең дә ҡайнар хыялдар ине. Ҡасандыр, тип... Иртә яҙҙа, мин теге әкиәт ҡаланан ҡайтҡас та, төндәр буйы Бәйләнештә яҙышып сыҡҡанда... Тертләп ҡуйҙым. Хәҙер бындай яҙышыуҙар ҙа һирәгәйгән. Минең эштән буш ваҡытымды кем биләгәне шайтаныма ла аңлашыла. Марстың мине өнһөҙ генә ғәйепләүе, емерелгән ҡаштары аҫтынан миңә әллә ниндәй әрнеүле асыу менән бағыуы шулай хаҡлы микән ни? Мин бирештем булһа кәрәк. Хыялдарымдан да, өмөттәремдән дә, егерме өсөнсө йыл ғүмеремә ҡарамай, быға тиклем һаман салғыйға йәбешеп, эйәреп йөрөгән балалығымдан да үҫеп сыҡтым. Һәр иртә һайын Райман һәм Маринаға эйәреп, “был тик яҡшыға!” ти инем, бөгөн килеп, Марс ҡапыл ғына, тораташтай тығынған ышанысымды ҡаҡшатты. Хәйләкәр йылтыраған, ваҡыт-ваҡыт үпкәле һағыш осҡондары сәсрәп киткән күҙҙәре ул быны махсус эшләгәне хаҡында һөйләй.

Артабан сәй эсеү һүлпән барҙы. Һәр беребеҙ, үҙ уйыбыҙға батып, тәҙрә артында йәнә лә бер ниндәй ҙә ямғыр булмағандай, шау-гөр килгән Өфөнө күҙҙән үткәрҙе. Ҡаршымда башҡа берәү ултырһа, мин яһалма йылмайып, ара-тирә хәбәр ҡыҫтырырға ла маташыр инем, әммә был бит Марсель. Кем-кем, ә дуҫым алдында мин, нисек кенә тырышһам да, гел үҙем булып ҡалам.

Шулай ҙа, эстән генә бөгөнгө көн эсендә генә әллә күпме хәсрәт-шатлыҡтарға батырға өлгөргән йөрәгемде беҙҙең арала килеп сыҡҡан аңлашылмаусанлыҡтан ҡәнәғәтһеҙлек ҡыра ине. Ваҡыт, айҙар буйы көтөп алынған ҡәҙерле сәғәттәр һыу кеүек аға, тағын да шулай ултыра бирһәк, дуҫым яйлап томандай эреп юҡҡа сығыр кеүек тойолдо миңә.

Беренсе булып урынымдан ҡалҡындым:

– Хәҙер ҡайҙа, Марс?

Дуҫымдың һоро күҙҙәренә борсоулы шәүлә һикерҙе, үҙе миңә тура ҡарамаҫҡа тырышты:

– Мин... Бөтөнләй онотҡанмын, Зөһрә. Тиҙ рәүештә, Йәшел сауҡалыҡтағы ағайҙарыма барырға кәрәк. Унан инде поезға ла ваҡыт етә.

Лыпын дивансыҡҡа кире ултырҙым. Тауышым, ниңәлер, ҡалтыранып сыҡты:

– Шулай тиҙме ни?

– Ғәфү ит!

Беҙ сәйхананан сыҡҡас та һаубуллаштыҡ. Һыу кейемдәрем ғәләмәте, ахыры, тешем-тешкә теймәй. Ә ҡыҙыу ҡояш һис ни булмағандай, тағын күккә хужа булып алған. Марсель һаман күҙҙәремә ҡарамаҫҡа тырыша. Түҙмәнем, әсенеп өндәштем:

– Ярай, Марс. Ашыҡ кәрәккән ереңә. Хәйерле юл.

– Үҙең килеп сыҡ, Зөһрә. Көҙгә, мәҫәлән. Беҙҙең ҡала көҙөн айырыуса матур.

Ниҙер тип булһа ла яуап бирергә өлгөрмәнем, саҡыртҡан такси килеп тә туҡтаны. Беҙ йәнә лә ҡосаҡлаштыҡ. Ҡалтыраныуым тағын да артты. Марсель, ҡайырылып, миңә ҡараны:

– Өшөп бөткәнһең бит! Тиҙ генә ҡайтып, юрғанға уранып ят!

Был һүҙҙәрҙе Райман ауыҙынан ишетһәм, сығырымдан сығыр инем. Ә Марс менән улай түгел. Уның был хәстәренән күңелгә әллә нисек йылы бөркөлә.

Таксистың, оторо түҙемһеҙләнеп, машина тәҙрәһенән башын сығарыуы өнһөҙ хушлашыу залпы булып яңғыраны. Мин ихлас йылмайҙым, ә Марс ишек тотҡаһына үрелде. Күҙҙәрендә бер ниндәй ҙә һағыш күрмәнем мин. Ә, бәлки, уның күҙҙәре гел һағышлы булғанғалыр...

– Һау бул, Зөһрә!

– Осрашҡанға тиклем, Марс!

Ишек ябылды, машина ҡуҙғалып, бер туҡтауһыҙ урамды йырғыслаған һанһыҙ транспорт ағымына ҡушылды.

– Һаҡла үҙеңде, – тинем мин, инде алыҫая барған ҡара нөктәгә.

 

* * *

– Ҡулың эшләгәнде башың уйлаймы һинең?

Туҙынып туҙына Райман. Ҡулдарын кеҫәһенә тыҡҡан да бер мөйөштән икенсе мөйөшкә кәләп һуға. Уға ҡарап, күңелем болғанып китә, һәм мин һарыҡ йөнөнән туҡылған юрғанға нығыраҡ уранам, һаман ҡалтыраныуы үтмәгән ҡулдарым менән, бармаҡ йөҙлөктәрен ағартҡансы, эҫе көрөшкәгә ныҡлап йәбешеп, сәйен йөн ойоҡ кейгән аяҡтарыма сайпылтмаҫҡа тырышам.

– Тамағың гел шешкәнде беләһең, ни эшләп ямғыр аҫтында лысма һыуға ҡалып йөрөйһөңдөр? – Райман ҡапыл бүлмә уртаһында шып туҡтаны ла, асыулы ҡарашын миңә төбәп, ҡатып ҡалды.

– Минең ни эшләгәндә һинең ни эшең бар? – Әсе телләнмәйсә булдыра алманым.

– Мин һинең егетең, Зөһрә! Ә ул ни бары әллә ҡасандан бирле күрешмәгән дуҫың ғына! Иҫәр ыңғайына иҫәр булып ямғыр аҫтында иһаһайлап йөрөргә кәрәк микән?

Башымды күтәреп, аҡыллы һоро күҙҙәргә төбәлдем дә шуны аңланым: уның менән беҙ бер ҡасан да ямғыр аҫтында лысма һыуға ҡалғансы йүгереп йөрөмәйәсәкбеҙ. Ә сәй төбөнән тылсымлы донъяны эҙләүҙе әйтеп тораһы ла түгел. Ҡапыл йөрәгемде тутыҡҡан сөй менән һыҙып үткәндәй булды. Ныҡ түгел, ипләп кенә. Ниҙер хаҡында иҫкәрткәндәй. Ишетмәнем күңел тауышымды. Башҡа ваҡыт булһа, уйҙар сөңгөлөнә нығыраҡ батыр инем, көнө бөгөн түгел: баш сатнай, күҙ ҡабаҡтары, ҡурғаштай ауырайғандан-ауырая. Бар теләгем: ошо юрған аҫтына бөтөнләй һеңеп юҡҡа сығыу. Йәнә әллә ҡайҙан, ер аҫтынан килгәндәй, Раймандың тауышы ишетелә:

– Иртәгә эшкә сығып йөрөмә, бар дарыуҙар өҫтәлдә.

– Ә һин ҡайҙа киттең? – Ҡапыл башымды юрған аҫтынан сығарҙым. Райманды был һорауым албырғатты, буғай, ҡаштары юғары сөйөлдө:

– Ҡайттым.

Көс-хәлгә йоҙроҡ хәтлем шешкән тамаҡ биҙҙәре менән төкөрөгөмдө йоттом да, һәр һүҙемә айырым баҫым яһап, ҡабатланым:

– Ҡайтма! Ҡал!

Бынан бер-нисә минут ҡына элгәре асыулы уҡтар сәскән аҡыллы күҙҙәрҙә ҡапыл нур көлтәһе балҡып китте, сикәләрен соҡорайтып, ирендәренә йылмайыу йәйелде. Ипләп кенә килде лә мине ҡосағына алды, шунан ирендәрен маңлайыма терәне. Тап ошондай минуттарҙа миңә бер ни ҙә кәрәк түгел ине. Мин ғүмеремдең ахырынаса Раймандың етди һәм бер аҙ күңелһеҙерәк тойолған нотоҡтарын тыңларға, ҡышҡыһын кәпәс кейергә, ваҡытында ашап, ваҡытында йоҡлап йөрөргә, төрлө салбар-кедаларҙан ваз кисергә әҙермен. Быға тиклем яңғыҙлығым минең төп ҡалҡаным булһа, хәҙер был уңайҙан ҡарашым төптө үҙгәрҙе. Мине йыһан сөңгөлөнә осмай, аяҡтарым менән ерҙә ныҡлы баҫып торғоҙорға кеше кәрәк. Һәм ул кеше бер ҡасан да Марсель була алмай. Уның үҙенә шундай таяу мөһим. Юғары күтәрелгән температуранан бер аҙ томаланған аңым менән мин шундай ябай ғына Хаҡиҡәтте төшөндөм был төндә: ике хыялый, бер-береһенә оҡшаш йән бер ҡасан да бергә була алмай. Ике тәкә башы бер ҡаҙанға һыймай тиҙәрме әле?..

Икеһе лә иләҫләнеп, йыһан сөңгөлөнә ҡолаһа, кем уларҙы Ергә ҡайтарыр?

Иҙрәп барған еремдән, Раймандың ипләп кенә тороп, өҫтөмдәге юрғандың мине бәләкәй балалай биләп, сит-ситтәрен ҡымтыуын, шунан, аҡ күлмәгенең еңдәрен эшлекле рәүештә төргәс, аяҡ остарына ғына баҫып, кухняға йүнәлеүен шәйләнем.

Бер аҙҙан, һауыт-һабаның шылтырауы һәм крандан аҡҡан һыуҙың шыптырлауы аҫтында әүен баҙарына остом.

 

Өсөнсө бүлек

Ер менән күк араһында

1.

Тағын томан араһында, кеше ағымында юғалаһың, ҡара нөктә булып, икенсе урамға боролаһың. Йөрәк һыҙып шул күҙҙәр ҡала: берсә, уларҙа берсә йондоҙҙарҙан күскән осҡон, берсә сикһеҙ ғаләмдең төпһөҙ, тынды ҡурыр һалҡынлығы. Шул хәтлем сит һин миңә, үҙ ғүмеремдә һине күреүҙәрем бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Мин бит һинең исемеңдән, ҡалаңдан, һөнәреңдән башҡа бүтән бер ни ҙә белмәйем! Әммә шул хәтлем яҡынһың һин миңә, һине осратҡас бар ғаләмде ҡаплар яңғыҙлығым кәмене, таныштар һәм дуҫтар араһынан мине ысын мәғәнәһендә һин генә аңлайһыңдыр тойолдо. Хатта ваҡыт-ваҡыт һинең тарафтан Антарктида һыуығы бөркөлһә лә, мин һине аҡларға тырышам.

Кем һуң һин?

Йәйге ҡыҫҡа төндәрҙең береһендә ҡапыл ҡолаҡҡа килеп бәрелгән үҙәкте өҙөрлөк таныш йыр менән әкренләп кенә “борсомайым” тигән кеүек күңел көҙгөһөн сирткән һин кем? Күҙҙәреңдең төҫөн онотор хәлгә еттем, ә үҙеңде һаман төштә күрәм. Бына һин йылға ярында салт аяҙ булып шығырлап ҡатҡан, йоҙроҡлап һуҡһаң, был яҙғы саф һыуыҡтан шыҡырайып туңған йондоҙҙары ергә сәселер төндә, йылмайып, ҡулыңды һуҙаһың: “таныш булайыҡ...” Бына мин күмәк халыҡ араһында һине юғалтам да, ҡараштарым менән эҙләп алам, ә һин, тәмәке тартып торған ереңдән, йылмайып ҡул болғайһың. Бына беҙ ҡала урамдарын ҡыҙырабыҙ, артыҡ яҡын килергә ҡыймай ғына миңә ниҙер һөйләйһең. Бына мин, ынтылып һине ҡосаҡлайым да, үҙ ҡылығымдан үҙем оялып, ҡунаҡхана яғына уҡталам. Бына һин боҙло майҙансыҡта мине етәкләп алаһың: “ҡолаһаң, бергә ҡолайбыҙ...” Бына мин һинең “һағынып өлгөрҙөм” тигәнеңдән моңһоу ғына йылмайып, вагон тәҙрәһе аша алыҫлашып барған ҡалаға бағам...

Кем һин минең тормошомда? Ниңә тағын бер ҡыҫҡа ғына күрешеүҙән һуң йәнә бар уйҙарымды тултырҙың, инде яйға һалынып барған тормошомдоң аҫтын-өҫкә килтерҙең... Үҙеңә эҫенергә мәжбүр иттең дә, ҡапыл ғына ҡара нөктә булып Ленин урамынан башҡа боролошта юҡҡа сыҡтың...

Һине һағыныуҙарыма, бергә үткәргән тулыр-тулмаҫ сәғәттәрҙе юҡһыныуға әле тәғәйен исем дә уйланмаған. Исемһеҙ һағыш...

…Маңлайымды һалҡын тәҙрә быялаһына терәп тағын күпме торор инем, төндөң күҙгә төртһәң дә күренмәҫлек ҡараңғыһында нур көлтәһен сәскән мониторға күҙем төштө. Инде һыуынған сәйҙе яңырттым да төндөң тығыҙ тынлығын клавишалар туҡылдауы бүлде:

“Мин һағынам!”

Яуап оҙаҡ көттөрмәне:

“Мин нығыраҡ!”

 

* * *

– Һин үҙгәргәнһең!

Тағын шул бер йырын йырлай башланы был. Ҡаштарымды йыйырам. Ярай әле, был ризаһыҙ йөҙөмдө үҙе күрмәй, ни бары тауышы ғына тимер сымдар, роуминг аша өҙөлөп-өҙөлөп булһа ла телефон трубкаһына килеп етә.

– Юҡ, тием бит, Марс! – Ҡарышам.

– Әйҙә тикшереп ҡарайыҡ, – тип ныҡыша тауыш сымдың теге осонда. – Ике икең нисә?

Көтөлмәгән һорауҙан аптырайым, әммә яуап ҡайтарам:

– Дүрт.

– Үәт! Үҙгәргәнһең! Иҫеңдә тот, Зөһрә: ике икең биш, алты, һигеҙ булырға мөмкин. Ә дүрт түгел. Үҙ-гәр-гән-һең.

Ни тип яуап бирергә белмәй, көлөмһөрәнем генә.

Был беҙҙең һирәк-мирәккә әйләнеп ҡалған аралашыуҙың бер сағылышы: артыҡ моңһоу булып китте лә дуҫыма үҙем шылтыраттым. Трубканы һалырға ла ваҡыт, роуминг. Сиктәр...

Алыҫайҙың һин. Һуң көҙҙөң шыҡһыҙ елдәре ваҡыты менән сәләмеңде кипкән япраҡ итеп тәҙрәгә алып килеп ҡаплай. Тик был ғына һағыштан ҡотҡарһасы... Элегерәк, һине онотоуымдан уттан ҡурҡҡан һымаҡ ҡурҡа инем, хәҙер шулай яҡшыраҡ булыр һымаҡ тойола. Уртаға ярылған йәнемдең бер бөтөн булыуын, башҡа кешеләрҙәй, хәстәр күрмәй көн итеүҙе теләйем, ә һөҙөмтәлә, төн еткән һайын тәҙрә төбөндә сираттағы сәй менән инде меңенсе ямғыр тамсыларының йәнтәслимгә тәҙрә быялаһына бәрелеп, түбән тәгәрәүен күҙәтәм. Был бисараларҙа үҙемде күргәндәй итәм...

Таңға ҡәҙәр тылсым тулы хаттар ҡайҙа ла, ҡапыл ғына, автобусҡа билет алып, башҡа өлкәгә осоуҙар ҡайҙа? Бер-беребеҙҙең уйҙарҙы уҡый торғайныҡ хатта, оноттоң да мы ни? Мине ниҙәлер ғәйепләйһең, ә дуҫлығыбыҙҙың тәүтылсымын һаҡлап ҡалыр өсөн үҙең ни эшләнең?

Ни өсөн, ниндәй маҡсат менән осраштырғандыр беҙҙе яҙмыш, этем белһен. Бәлки, был уның иң оло хатаһылыр ҙа әле. Мин шул ҡышҡы кистә яр буйына төшмәҫкә, ә һин ҡаршыма килеп баҫмаҫҡа тейеш булғанһыңдыр. Хәҙер килеп, миңә үҙгәргәнһең, тип яр һалыуыңдан ни файҙа?..

Телефонды усыма ҡыҫҡан килеш, башым менән тәҙрә быялаһына бер-ике тапҡыр һуғылып алдым. Тығыҙ төн елкәләрҙе һаман иҙә, ҡотолор әмәл юҡ. Түҙмәнем, йәнә телефон һандарын йыя башланым.

– Тыңлайым, Зөһрә.

Таныш тауышты ишеткәс, эсемә шундай итеп йылы йүгерҙе, һөмһөрө ҡойолған төн дә артҡа сигенде, тыштағы үкһегән ел тауышы ла тынғандай итте.

– Уятҡаным өсөн ғәфү ит, Райман... Әммә. Ҡотҡар мине!

– Нимә булды, аҡыллым? – Трубканың теге осондағы тауышта хафаланыу сыңдары яңғыраны.

– Миңә яңғыҙыма ҡыйын, – тинем мин, һаман маңлайым менән тәҙрәгә төкөй-төкөй.

– Ун биш минуттан килеп етәм. Көт, йәме?

Көтәм инде. Өҫтөмдән мине баҫып торған таш тоҡсайын алып ташланылармы ни. Еңел һуланым да өҫтәлдә туҙып ятҡан һүрәттәремде йыйнай башланым, сәй көрөшкәһен кухняға илттем дә, ишек төбөнә барып, балаҫҡа аяҡтарымды төрөксә бөкләп ултырҙым.

Бер аҙҙан ишек ҡыңғырауы телгә килде. Ашығып биктәрҙе астым да Раймандың ҡосағына ырғыным.

– Ипләберәк, һыумын бит, – тип ҡарышлашһа ла, балҡып торған күҙҙәренән, киң йылмайыуынан был мәлде уның да көткәнлеген аңланым. Мине ныҡ итеп ҡосағына ҡыҫты ла ҡолағыма шыбырланы:

– Иртәгәнән башлап, миңә күсенәсәкһең.

Өндәшергә көс тапманым, шуға ла баш һелкеүҙән башҡа сара ҡалманы.

– Мин хәҙер тамағыңа компресс эшләйем. Ярҙам итергә тейеш. – Райман яныма ултырып, усын маңлайыма ҡуйҙы. Иркәләнеп, күҙҙәремде йомдом. Ҡалай рәхәт. Ярылып килгән башым, йоҙроҡ хәтле булып шешкән тамаҡ биҙҙәрем бер килке онотолдо. Ҡалҡындым да Раймандың муйынынан ҡосаҡланым:

– Ят эргәмә.

– Хәҙер, Зөһрә. Ашарға әтмәләргә кәрәк. Компресс та көтөп тормай. Төндә йоҡлауы рәхәтерәк булыр, быуылмаҫһың.

– Әйҙә, пицца ғына алдырайыҡ. Әллә ни ашағым да килмәй. Янымда бул. Шул етә.

– Ярай. Хәҙер сәй килтерәм дә. – Райман, йылмайып, маңлайымдан үпте лә кухняға юлланды.

Башымды кире мендәргә терәп тә өлгөрмәнем, янымда тумбала торған ноутбуктан кемдер миңә Бәйләнештә хәбәр яҙғанын белдереп, тауыш килде.

"Сәләм!"

Марсель. Юғалған бәндә. Нисәмә айҙарҙан һуң үҙен белдергән. Теге ваҡыттағы күпте үҙгәрткән төнгө һөйләшеүҙән һуң, беҙ тағын да аралашыуҙы туҡтатҡайныҡ.

Ҡапыл күңелем күтәрелгәнен тойҙом. Әле генә хәлһеҙләнеп ятыуымды ла онотоп, урынымдан ҡалҡындым да тиҙ-тиҙ клавиша төймәләренә баҫырға керештем:

"Сәләм! Хәлдәрең нисек?"

"Яҡшы. үҙең?"

"Ауырыйым. Йәнә тамаҡ аяҡтан йыҡты."

– Бына сәй. Эҫе сағында эсә һал. Шылтыраттым, хәҙер пиццаны килтерергә тейештәр. Тора һалып та ултырған. – Ҡулына батмус тотҡан Райман, атайҙарса ҡаты тон менән мине әрләй-әрләй, бәләкәй өҫтәлгә тәғәмдәрҙе теҙергә кереште.

Мин ноутбуктан арыраҡ шылдым да муйынымды һуҙҙым:

– Әйҙә, эшлә компрессыңды.

Муйынға һаҫыҡ спирт менән һеңгән сепрәкте бәйләп, тышынан полиэтилен шыптырҙы уратҡас, Райман, ниһайәт, яныма ултырҙы.

Әммә күп тә үтмәй, ҡулынан төшмәгән эш телефоны шылтырап, ул йәнә көнөнә әллә нисәнсе тапҡыр инде сираттағы мөһим мәсъәләне хәл итә башланы.

Ноутбукты тубығыма алдым да Марселдең яңы хәбәрҙәрен уҡырға керештем.

"Йәл. Шәбәй. Минең шул, эш инде."

Ҡалай ҡыҫҡа. Элеккесә, әллә күпме хәбәр ҙә яҙмаған.

"Ниңә оҙаҡ юғалып торҙоң? Яҙмайһың да."

Унан хәбәр килгәнен көткәнсе, Райманға әйләндем. Башкөллө һөйләшеүгә сумған. Ял көнө лә тынғы бирмәйҙәр. О, яңы хәбәр. Мониторға ҡарай боролдом да... Күкрәк ситлегемде бысаҡ телеп үттеме ни.

"Зөһрә. Мин башҡа һинең менән аралашыуҙың мәғәнәһен күрмәйем. Аралашыр һүҙҙәр ҙә бөткән. Шуға, яҙма миңә бүтән, борсома. Мин бәхетле. Һин дә. Әйҙә, был һөйләшеүҙе ошонда туҡтатайыҡ".

Аяҡ аҫтымда, гүйә, ер уйылды. Аҡрын ғына карауаттан иҙәнгә шыуып төштөм. Көн оҙоно быуылып, тынғы бирмәгән күкрәк ситлегем түҙмәҫлек итеп ауырта башланы. Күҙемдән беренсегә эре йәштәр атылып сыҡты.

– Мин һиңә һуңыраҡ шылтыратам, Дамир! – Эргәмдә ҡапыл Райман пәйҙә булды, үҙенә ҡарай әйләндерҙе лә ҡосағына алды:

– Нимә булды, Зөһрә? Ауыртамы берәй ерең?

– Китте... – Әрнегән күкрәгемдән бары ошо һүҙ генә урғылды, ҡулым менән ноутбукка күрһәттем. Райман ҡарашын алдымда янған мониторға төбәне. Һүҙҙәре теш араһынан ҡыҫылып сыҡты:

– Аңлашылды.

Башҡа бер һүҙ ҙә әйтмәй, бармаҡ йөҙлөктәре менән береһенән-береһе уҙҙырып тәгәрәгән күҙ йәштәремде һөртөргә керешкән һөйгәнемә нығыраҡ һыйындым, йөрәгемде телгән әрнеүҙе оноторға теләп, күҙҙәремде сатырҙатып йомдом. Әммә әрнеү тамағымда торған компресстан аңҡыған спирт еҫе түгел шул, үкенескә. Уны алып ташлап, һыу менән генә йыуып төшөрөп булмай.

 

Йәй артта ҡала барған һайын шул күҙҙәр, шул ямғыр, сикәлә ни ғәләмәттәндер кипмәй ҡалған тамсы, беренсе боролошта уҡ юҡҡа сыҡҡан такси – барыһы ла, усаҡ төтөнөнән ҡалған һөрөмдәй, тын юлдарына ултырҙы. Был һөрөмдө бынан һуң аҙналап яуып йонсотҡан башҡа ямғырҙар ҙа йыуып төшөрә алманы, шатлыҡҡа мансылған ҡояшлы көндәрҙең дә киптерергә көсөнән килмәне.

Күҙгә лә ташланып барманы ул, әммә ваҡыты-ваҡыты менән йәндең һуңғы күҙәнәктәренәсә өтөп алып, туп-тура торған ерҙән уртаға бөгөлөргә мәжбүр итте. Мин төндәрен яңғыҙ ҡалырға ҡурҡа башланым хатта. Саҡ ҡына үҙем менән үҙем тороп ҡалһам исемһеҙ һағыш ишек шаҡый, шунан түргә уҙа, үҙенә сәй ҡоя ла, аяҡтарын өҫтәлгә үк һелтәп, ултырып ала ла күҙемә тура ҡарай. Ҡарай ҙа йылмая:

“Үҙгәргәнһең...”

 

* * *

Дөйөм алғанда, барыһы ла элеккесә ҡалды. Елкәгә тауҙай өйөлгән, хәҙер инде өйрәнелгән, шымартылған эш, фатир буйлап мин ҡайҙа – улар шунда күсеп йөрөгән мольберт, ҡағыҙ-буяуҙар һәм үтә күренмәле сәй көрөшкәһе. Һуңғыһын мин, һағышҡа түҙмәй, иҙәнгә бәреп, ярырға ла маташтым хатта бер-ике тапҡыр. Тик ныҡлы булып сыҡҡан ҡәһәрең, люстранан төшкән электр утында йылтырап мине үсекләгәндәй бөтөн килеш ята бирҙе.

Марсель көтмәгәндә килеп сығып, төн йоҡоларымды ҡасырғандан, “үҙгәргәнһең!” тип йөҙөмә ғәйеп ташлап, ҡапыл ғына кире төштәрҙә генә килер өсөн юғалғандан һуң мин кире элекке Зөһрәгә әйләнгәндәй иттем. Хатта ҡапыл ғына икенсе шауҡымға бирелгәнемә оят та ине.

Аҙна тирәһе ауырыуҙан аяҡтан йығылып түшәктә аунағас, эшкә сыҡҡандың беренсе көнөндә үк офисҡа джинсы-кедаларҙа барып инеүем Райманға бөтөнләй ҙә оҡшаманы, ҡаштары ризаһыҙ рәүештә дуға яһап, өҫкә һикерҙе, әммә өндәшмәне.

– Зарина, миңә ҡәһүә, һәм ҡатыраҡ! – тип үҙе лә ҡаты ғына өндәште лә кабинетына инеп бикләнде.

Сәркәтип туташтың осаларын уйната-уйната кофеварка янына йүнәлгәнен күҙәтеп торған Марина минең яҡҡа әйләнде:

– Ҡыҙғанмайһыңмы шул ҡурсаҡҡа?

– Кемде? – Минең уйҙарым офис диуарына һыймай әллә ҡайҙа оса ине.

Әхирәтемдең яурыныма елле генә итеп тондороуынан ҡулымдағы сәй көрөшкәһе саҡ төшөп таш иҙәнгә сырҡыманы:

– Райманды, иҫәр! Ә һин бөгөн йәнә мәктәп балаһындай кейенеп килгәнһең! Нимә тинем мин һиңә үткән айҙа?

– Нимә тинең? – Бер күҙемде ҡыҫып, Маринаға ҡараным да, уның асыуҙан буҙарған матур йөҙөн күреп, “пырх!” итеп ҡалдым.

Ул, үҙ сиратында көрһөнөп, ҡулындағы сынаяҡта помадаһынан ал эҙ ҡалдырып, уртланы ла сабыр ғына ҡабатлай башланы:

– Былай кейенеп йөрөһәң Раймандан баш ҡағасаҡһың. Ул һинең тыумыштан етәксе. Булмышы менән эшҡыуар. Ундайҙар зауыҡ ярата, ә рок-н-ролл түгел.

– Кәрәге бер тин ине. Әгәр ҙә ул мине нисек бармын, шулай яратмаһа, ни бысағыма? – тинем мин үҙ сиратымда.

– Тағын Марс планетаһына осаһыңмы төн һайын? – Марина күҙҙәремә тура ҡараны.

– Булғылай, әммә унан яуап бирмәйҙәр, – тинем, ә йөрәгемде исемһеҙ һағыш ҡыҫып-ҡыҫып алды. Иртә менән башламаһа...

– Зөһрә, ниңә һин барыһына ла “бөтәһе лә яҡшы”, тип иҫбат итергә тырышаһың ул? Хатта миңә лә асылмайһың.

Уртымды тешләнем дә тағын тәҙрәгә текәлдем. Август аҙағы япраҡтарҙы һарыға буяй ҙа башлаған. Алтын көҙҙөң башланып ҡына торған мәле: көҙгө һыуыҡтарға әле иртә, шулай ҙа ҡояш инде һаранланған, ә күк йөҙө көндән-көн бейегәйә бара. Мәғәнәгә тулған мәл... Бынау ҡағыҙҙарҙан, офис мәшәҡәттәренән арынып, Ағиҙел ярында шиғыр уҡып, һыҙғылап ҡына ултырыр ваҡыт. Үҙ уйымдан үҙем һиҫкәндем. Ә нишләп шулай ултырмаҫҡа әле? Минән инде яуап алырға төңөлөп яңынан ирендәренә помада яға башлаған әхирәтемә текәлдем:

– Бөгөн эштән һуң ни эшләйһең?

– Көндәгесә, Зөһрә. Арып ҡайтып, одеялға уранам да...

– Уранмайыраҡ тор! Эштән һуң минең ҡартлас янында осрашабыҙ, ишеттең?

Маринаның күҙҙәрендә осҡондар һикерә башланы. Ул күңелле баш ҡаҡты.

 

* * *

Ағиҙел. Һәр ваҡыттағыса, сабыр һәм талғын ғына тулҡынып, киң ярҙарында олоһон да кесеһен дә берҙәй сәләмләй. Ашарын ашаған, йәшәрен йәшәгән аҡһаҡалдай тойола ул миңә. Меңәр йылдар төпкөлөндә йәшенгән тарихтың үҙен һаҡлар, үткәндәрҙән хәҙергегә бағыр йылға буйынан бөгөн дә кеше өҙөлмәй ине. Ҡояш инде офоҡ менән ҡосаҡлашырға йыйына, ваҡыт-ваҡыт тирә-яҡты шауға күмеп, поезд даһырлаған тимер юл күперенең был көнгә инде һуңғы тапҡыр ҡыҙғылт яҡтылыҡ бөркөр өсөн суйын осона эләгеп ҡаласаҡ.

Был сихри кисте машина эсендә тонсоғоп ултырыр өсөн килмәнек, шуға күрә лә, тимер атты ярҙан алыҫыраҡ ҡалдырғас, ҡалҡыу бетон диуарҙарға ашыҡтыҡ. Әммә мин оҙаҡ ҡына һүҙ башларға ҡыйманым. Яҙҙан алып йөрәгемдең иң түрендә йөрөткән ҡапма-ҡаршылыҡлы тойғоларым хаҡында һөйләһәм нисектер бушап ҡалырмын, йәки Марина минән бот сабып көлөр ҙә, “яп-ябай дуҫлыҡты ҡалай бөҙөрәләткәнһең, ҡайттыҡ әйҙә!” тип әйтер кеүек тойолдо. “Райманды ҡәҙерләмәйһең” тип тә өҫтәһә...

Әхирәтем, минең ҡыйынһынып ҡалыуымды тойопмо, үҙе башлап һүҙ ҡатты:

– Һин уны яратаһыңмы, Зөһрә?

Көлөмһөрәнем. Тауышым хатта мыҫҡыллы сыҡты:

– Ҡайҙан!.. Ул... Ул ни бары яҡын, иҫ киткес яҡын миңә.

Марина өндәшмәне, мин һүҙемде дауам иттем. Быуа йырылды:

– Беҙ тәү тапҡыр күрешкәндең иртәгәһенә үк, күҙемде асыу менән, башымда “келт!” итеп һорау яралды: “Нимә булды ул?” Яуап таба алманым, әммә белә инем: был ябай ғишыҡ тотоу түгел. Был – дыуамаллыҡ. Ә бына бер-беребеҙгә магниттай тартылыуыбыҙ серен һаман да белә алмайым.

Ун ете йәшлек сағым булһа, мин, һис шикһеҙ, башкөллө ғашиҡ булғанмын, тип уйлар инем. Әммә был хистәрем бер нәмәгә лә оҡшамаған. Хатта ғашиҡ булыуға ла. Мин уны ғүмерем буйы беләм төҫлө. Әммә шул уҡ ваҡытта шундай алыҫ ул миңә. Саҡрымдар менән түгел. Минең ошо донъямда, – йән-яҡҡа ҡулдарымды йәйҙем, – уға урын юҡ. Бөтөнләй ҙә урын юҡ. Уйлап-уйлап ҡарайым да... Әммә үҙен ҡалдырып китергә лә көсөм етмәй. Тәү күрешкәндән алып ул бөтә уйҙарымды биләне лә минең тормошомда бүтән берәүгә бөтөнләй ҙә урын ҡалдырманы...

– Ә Райман? – тип бүлдерҙе мине әхирәтем.

– О, ул минең ҡотҡарыусым. Нимә тип һорарыңды беләм мин. Яратмайһыңмы ни уны, бәхетһеҙһеңме ни уның менән... Юҡ, Марина. Бәхетле мин. Бәхетле лә, бер бөтөн дә. Эйе, тулы бер бөтөн. Һәм кәрәкле. Ер менән күк араһында аҫылынып тормайым, һәр хәлдә лә. Уның менән үҙемә ышанысым арта. Мин ҡыҙыҡлымын, мин гүзәлмен. Һәм... Шундай аҡыллы бит ул, Райман! Ҡайһы ваҡыт артыҡ етди тойолһа ла, романтик та ул. Бөтәһен дә белә, уның менән әңгәмәләшеүе лә үҙе ни тора... Һәм... – мин туҡтап бер аҙ тынымды яйлап торғас, артабан дауам иттем. – Минең өсөн, ниһайәт, әсәйем дә ҡыуана. Тынысланды, ти, ҡатын-ҡыҙ бәхетен тапты, ти. Сиктән-сиккә бәргеләнеп йөрөгәнемде әйтмәһәм дә тоя бит ул, әсә булғас. Ә минең шундай камил, тулы ғаилә төҙөгөм килә, әйткәндәй! – Ошо ерҙә мине иғтибар менән тыңлаған Маринаның ҡаштары өҫкә һикерҙе. Көтөлмәгән яңылыҡ булды шикелле уға был хыялым. Яҡшылабыраҡ аңлатырға ашыҡтым барыһын:

– Атайһыҙ үҫтем бит мин. Шуға ла үҙемдең ғаиләмдең бар яҡтан да килгән булыуын теләр инем. Был йәһәттән Раймандан да ҡулай кеше юҡ. Һәм... эш. Минең өсөн мөһим урында торған эш. Ысынбарлыҡтағы бар донъям килә лә шул кешегә барып төртөлә. Ә йәшәү бит тап ысынбарлыҡта дауам итә.

– Һин үҙеңә тәтәй донъя төҙөгәнһең дә, барыһын да уңайлаштырып, камиллаштырғанһың да, шуға был донъяны боҙғоң килмәй. Йылы юрған аҫтында кемгә лә рәхәт, – уйсан тауышы яңғыраны Маринаның. Ҡояш күптән байып, тирә-яҡҡа август кистәренә генә хас һалҡынса һиллек ятҡан ине. Яҡындағы йәштәр өйөлөшкән машинанан ғына даңғыр-доңғор музыка тауышы сыға.

– Әммә миңә, ысынлап та, рәхәт бит был юрған аҫтында, Марина. Мин һиңә күберәген әйтәм: мин бәхетле был тәтәй донъямда.

Бер генә һорау бирҙе миңә Марина һәм мин ирекһеҙҙән йөрәгемдән урғылып сыҡҡан һағыш ташҡынын ауыҙлыҡларға була, күҙемде йомдом, ғәҙәттәгесә, иренемде тешләнем:

– Бәхетле булғас ни өсөн һин бында, Зөһрә?!.

 

2.

– Зөһрә, һиңә күптән тәғәйен бер режим менән йәшәй башларға ваҡыт... – Райман сәйнүк тотҡан килеш миңә табан әйләнде. – Сәйме, ҡәһүәме?

– Беләһең бит инде, сәй... Нимә, режим, тиһеңме? Ғүмерҙә ишеткән нәмәм түгел...

– Мин шаяртмайым, Зөһрә. – Ҡаршыма килеп ултырып, сәйле көрөшкәне алдыма ҡуйған Раймандың ҡарашы, ысынлап та, бик етди күренә.

– Ну, һин беләһең би-и-т. Мин ижад кешеһе, етмәһә, өкөмөн. Төнөн эшләргә яратам. Нимәгә ул миңә режим?

– Ә шулай ҙа һиңә режимға күсергә тура киләсәк. Никахтан һуң, теләһәң-теләмәһәң дә.

Ҡапыл эсеп ултырған сәйемә сәсәнем:

– Нимә? Нимәнән һуң?

– Никахтан. – Раймандың йөҙө, һауа торошон хәбәр иткәндәй, ҡәҙимге һәм тыныс ине:

– Был тәү сиратта һинең һаулығың өсөн мөһим, аҡыллым. Былай ҙа сирләшкә генәһең. Ә, эйе, мин режим хаҡында.

Ҡалтыранған ҡулдарым менән ҡапыл таштай ауырайған көрөшкәне өҫтәлгә ҡуйғас, тәрән итеп тын алдым да урынымдан торҙом:

– Рәхмәт, мин туйҙым.

Ишеккә бара биргән еремдән бер ни булмағандай ҡәһүәһен эсеп ултырған Райманға ҡайырылып ҡараш ташланым шулай ҙа:

– Ниңә... Ниңә мин, Райман? Мин бит һинең ҡалыптарыңа, донъяңа, инаныуҙарыңа бөтөнләй ҙә тура килмәйем.

Ул да яйлап ҡына минең яҡҡа әйләнде:

– Сөнки һиндәйҙәр бик һирәк, Зөһрәкәй. Антиквариат, аңлайһыңмы? Һәм, әлбиттә, иң мөһиме – мин һине яратам!

Ғәжәпләнеүемде артыҡ йәшерергә лә тырышманым, шулай ҙа һоро күҙҙәргә бер ни тиклем текләп ҡарап тора биргәс, сығып китеүҙе урынлы һананым.

 

* * *

Өйөрөлә лә өйөрөлә, өйөрөлә лә...

Тура мәғәнәлә лә, күсмә мәғәнәлә лә яҙмышыма күнеп, эйәгемә таянған килеш көҙгө алдында орсоҡтай зыр әйләнгән Маринаны күҙәтәм.

Уныһы, үҙ сиратында, түҙмәне шикелле, әле генә алдына терәп тоҫмаллаған аҡ күлдәкте инде минең алдыма килтереп һалды:

– Һинең урыныңа мин кейәүгә сығайыммы әллә, Зөһрә?

– Эйе, – тип яуапланым мин автоматик рәүештә һәм Маринаның аптыраулы йөҙөн күреп, мейемде быраулаған уйҙарҙы ҡыуа һалдым.

– Ғәфү ит, уйланып киткәнмен.

– Һин бөтөнләй бәхетле кәләшкә оҡшамағанһың. Үәт мин һинең урыныңда булһаммы...

Марина ярты юлдан һүҙен өҙөп йәнә миңә текләне:

– Ни булды?

– Бер нәмә лә.

– Алдама, йәме. Мин һине үтәнән-үтә күрәм.

Йомшаҡ креслонан торҙом да тубыҡтарымды аҡ ҡарҙай япҡан күлмәкте кире алып барып элдем. Оҙаҡ ҡына тәҙрәгә ҡарап торҙом: тышта һуң көҙ туҙына. Ҡарар ере ҡалмаған. Бар ерҙә һоролоҡ. Күңелдә лә...

Тынлыҡ. Ҡолаҡты ярыр тынлыҡ. Телефондың теге осонда, социаль селтәрҙәрҙәге чаттарҙа... Тынлыҡ...

Яҙмай ҙа. Һыуға төшкән һымаҡ юҡҡа сыҡты.

Тормошомдоң был һынылышлы мәлендә уның булыуын теләр инем.

Былай ҙа шик-шөбһәләр йөрәкте ярып бара.

Марина барыһын да һүҙһеҙ аңланы шикелле, өндәшмәй тора бирҙе.

Мин кеҫәмдән телефонымды алдым.

Бер ҡасан да телефон кенәгәһенә теркәлмәгән, әммә аҙаҡҡы өс һаны таныш булған номерҙы шылтыратыуҙар теҙмәһенән көскә эҙләп таптым һәм уға текәлдем. Оҙаҡ итеп.

“SOS! Ҡотҡар! Ишет!”

Бер, ике, өс. Секундмы, минутмы, абайламаным.

Инде һүнергә күнгән телефон экраны балҡыны.

Дисплейҙа әле генә килгән смс-хәбәр яна ине:

Хәлең нисек?

 

Беҙ барыбыҙ ҙа бер-беребеҙгә бәйләнгәнбеҙ.

Әллә яҙмышыбыҙға яҙылған, әллә үҙебеҙ уны яҙабыҙ: йәндәш йәнде эҙләйбеҙ ҙә, тапҡас, уға үҙебеҙҙе килтереп бәйләйбеҙ.

Үәт, артабан һинең менән. Гел ишет, ҡотҡар, янда ҡал.

Янда булмаһаң да, янда ҡал.

Ғаләм сикһеҙлегендә ике комета оса. Юғары тиҙлектә. Бер-береһенә ҡаршы. Координаталары тура килә, сөнки икеһе лә бер үлсәмдән. Бер һүҙҙән. Бер уйҙан. Әммә бының кире яғы бар. Беләһегеҙме, ниндәй? Улар юғары тиҙлектә бер-береһенә ҡаршы оса, һәм... уларҙың төкөүенән икеһенең береһе ҡомға ыуалып, йыһан сөңгөлөндә юҡҡа сыға.

Икеһе лә булмаһа әле.

 

* * *

Һуң көҙҙөң мыжыҡ елдәре ағастарҙағы һуңғы япраҡ йораттарын инауатһыҙ өҙөп, һауа буйлап өйөрөлтә-өйөрөлтә лә кешеләрҙең аяҡ остарына ташлай. Ағас ҡына, һуңғы йыуанысынан яҙғандай, ҡыу ботаҡҡа тороп ҡала. Кипкән япраҡтарҙан тыш, һауала тағы ла ҡыштың беренсе хәбәрселәре – аҡ себендәр талпына, күп тә үтмәҫ, өлкән иптәштәре менән ҡобараһы осоп ятҡан туң ер өҫтөн ҡаплай ҙа башларҙар әле. Ҡыҫҡа көн күптән кискә, ә кис яйлап төнгә ауышып килә. Өфөлә уттар тоҡана, юлдарҙа тығындар күбәйә. Беҙгә, дөрөҫөн әйткәндә, барыбер: беҙ бөгөн йәйәүле Мәхмүттәр, яй ғына юл ситенән атлап киләбеҙ. Ҡаршыға иҫкән әсе ел әллә ни хәбәр һатырға ла ирек бирмәй, әммә күрешмәй торған осорҙа шул тиклем күбәйгән, һөйләп бөтөрөрлөк түгел. Дуҫлыҡ монументы туҡталышына килеп еткәс аҫҡа күҙ аттым:

– Марс, әйҙә яр буйына!

– Ҡараңғыла унда ни күрермен, тиһең?

– Күпер уттарын! Ысын, шул уттарҙың һыу өҫтөндә сағылышы бигерәк матур. Әйҙә-ә!

Дуҫым артыҡ ҡаршылашманы, тиҙҙән беҙ яр буйында мин һөйләгән уттарға ҡарап тора инек. Ваҡыт. Күкрәк ситлегемә мөмкин тиклем һалҡын һауаны тиҙерәк һуланым да Марселгә ҡарай әйләндем:

– Мин кейәүгә сығам.

Мауығып китеп ниҙер һөйләгән дуҫым ҡапыл туҡтап ҡалды, бер ни тиклем шымып торғас ҡына яуап ҡайтарҙы:

– Нисек?

– Бына шулай.

– Нисек ирек һөйөүсән революционерка был аҙымға йөрьәт итте?

Ирекһеҙҙән йылмайып ҡуйҙым:

– Тимәк, иректән һәм революциянан да ҡиммәтерәк төшөнсәләр бар донъяла.

Аранан өҙөп-өҙөп йылға ярынан килгән ел иҫте. Кәпәсемде бөҙрәләремә нығыраҡ батырҙым һәм ҡулдарымды ҡаушырҙым. Шулай йылыраҡ. Бынан ары булған хәлдәр күҙ асып йомған арала килеп сыҡты.

– Ярай. Бәхетле бул! – Ошо һүҙҙәр менән көтмәгәндә Марс ҡырҡа әйләнде лә туҡталышҡа алып менә торған баҫҡыстарға табан атланы.

– Марс! Марс, тим! Ҡайҙа киттең? Һин бит ҡаланы йүнләп белмәйһең дә!

Дуҫым туҡтаны, миңә ҡарай әйләнде:

– Ҡаланы түгел, мин һине лә йүнләп белмәгәнмен, Зөһрә. Ҡайҙан йүнләп? Бөтөнләй белмәгәнмен!

– Нисек белмәгәнһең? Мин Райман менән күптән бергә, уның нимәһенә ғәжәпләнәһең? Тормошомда мөһим ваҡиғалар өсөн ҡыуана ла алмағас, ниндәй дуҫ һин? – Ҡапыл сығырымдан сыҡҡанды үҙем дә һиҙмәй ҡалдым. Быға тиклем һөйәктәргә тиклем үтеп ингән әсе көҙгө ел хәҙер килеп эҫе мунса һауаһымы ни тынды ҡура.

– Һин үҙгәрҙең, Зөһрә, – Марс нисек ҡапыл ҡыҙған, шулай кире һыуынды. Уның ҡарауы, мин инде тыныслығымды юйғайным:

– Тағын шул бер балыҡ башы, Марс! Ҡайһы ерем, нимәм үҙгәргән һуң? Шул уҡ бит мин, шул уҡ! Бына, шул уҡ ике ҡул, ике аяҡ, хатта шул уҡ төҫтәге сәстәр менән алдыңда баҫып торам, күҙҙәремә лә линзалар кеймәгәнмен! Ҡырҡҡа төрлөләнергә яратмайым бит мин.

– Эш һинең тышҡы ҡиәфәтеңдәме ни! Мин тәү ҡабат осратҡан эсендә ни, тышында шул, хатта бер аҙ бер ҡатлылығы менән арбаған Зөһрәнән хәҙер килеп тап шул тышҡы ҡиәфәт кенә тороп ҡалды, шикелле. Беләһеңме, ул Зөһрә ҡатлы-ҡатлылыҡты ене һөймәй ине, был тормош буйлап та нисек бар, шулай атлап килә торғайны.

– Ниңә һин минең турала бер үле кеше хаҡында кеүек һөйләйһең ул? – Көҙгө ел, тыныслан, тигән кеүек бөҙрәләремде йөҙөмә килтереп бәрҙе, әммә минең унда тамсы ла эшем юҡ.

– Бәлки, шул саҡтағы Зөһрә үлгәндер ҙә, шуға ошолай һөйләйемдер? Хәҙерге Зөһрә беләһеңме, ниндәй? – Дуҫым күҙҙәремә туп-тура ҡараны. Һәр ваҡыттағыса, ҡарашын күтәрә алмай, башымды эйҙем.

– Ул камил донъя төҙөгән дә шул донъяның эсендә йәшәп тик ята. Күңеленән килгән ысын йөрәк ауазының күптән өнөн тығып ҡуйған. Сөнки тирә-яғында барыһы, барыһы ла уға был йәшәү рәүешенең уңышлы булыуы хаҡында тылҡый: туғандары ла, дуҫтары ла. Минән башҡа. Барыһы ла һинең тормошоң менән ҡәнәғәт, йәмғиәт алдында ла һин тәғәйен образ уйлап сығарғанһың. Үҙеңә, үҙеңә рәхәтме һуң, яуап бир?

Ниҙер тип яуап бирә була, ауыҙымды астым. Әммә Марс быны көтөп тә тормай, туҡталышҡа илткән бейек һикәлтәләр буйлап атланы. Был юлы уны туҡтатырға көсөм юҡлығын тойҙом, әлеге лә баяғы һалҡын ел яурындарымды баҫты, ҡалтыранырға мәжбүр итте. Дуҫым көтөлмәгән һүҙҙәре менән мине, гүйә, ергә ҡуша ҡаҙаҡлап китте, бына-бына ярҙарына һыймай тулышҡан күңел битем буйлап күҙ йәштәрен ағыҙа башлар... Ағыҙһасы... Илаһамсы... Юҡ шул. Ҡәһәр һуҡҡыр ғәҙәт.

 

Икебеҙ ике ярҙа, йырҙарҙа йырланғанса. Әммә беҙ шул йырҙарҙағы бер-береһен өҙөлөп һөйгән ғашиҡтар ҙа түгелбеҙ, айлы төндә бер-беребеҙгә вәғәҙәләр ҙә атманыҡ. Икһеҙ-сикһеҙ ғаләм киңлегендә көтөлмәгәндә бер-береһенә килеп бәрелгән комета ғына беҙ, шул ғаләмдә аҙашып ҡалған, арабыҙҙы Ер шары айырған ике хәсрәтле планета. Яңғыҙлыҡтан алйыған йәндәребеҙ көтмәгәндә килеп табышты ла, күп тә үтмәй, кире айырылып китте. Йыһан көмбәҙенә йондоҙҙар булып сәселеп һағыш ҡына тороп ҡалды.

Хәйер, һағыш ҡына түгел. Барыһы ла шул көйөнсә, үҙ йүне менән тәгәрәп китеп барған кеүек ине, тыштан ҡарағанда. Шул иҫәптән мин дә. Хәсрәт тулы йөрәкте усланым да, үҙемә бер ҡасан, хатта хәтерҙә лә теге ҡалаға, Яйыҡ ярына, үтә танһыҡ шул һынға әйләнеп килмәҫкә һүҙ бирҙем.

Һине, беҙҙең дуҫлыҡты бары һағыш тулы күҙҙәрем генә иҫләтә. Ҡалһын, барыһы ла шул күҙҙәрҙә генә ҡалһын, һүрәт булып ҡылҡәләмем осонан да таммаһын, һөрөмө ҡай саҡ ярыш атылай ашҡынған йөрәккә лә ултырмаһын.

Был тарих, бөтөнләй булмағандай, йыһан сөңгөлөнә ҡоларға тейеш.

Миңә ни бары һинһеҙ йәшәргә өйрәнергә кәрәк.

 

Раймандың күҙҙәренә ҡарайым. Ҡарайым да, уның ҡарашын күтәрмәйсә, йөрәгем өҙөлөп, башымды эйәм.

Күпме һөйөү, күпме сарыф ителмәгән наҙ, әйтелмәгән хис-тойғолар, тоғролоҡ был ҡарашта.

Инде нисәнсе тапҡыр әйтергә уҡталам да йәнә шымам. Шымам да, тағы шул күҙҙәргә ҡарайым, улар менән осрашһам, тағы ҡарашымды ситкә алам. Шайтан ҡуласаһы...

Ә ул, әлегә бер ни һиҙмәйенсә, туй тантанаһына киләсәк ҡунаҡтар исемлеге менән мәшғүл. Кистән үҙе үтекләп ҡуйған селт аҡ күлмәгенең еңен төрөп ебәргән, һарғылт сәстәре маңлайына төшкән.

“Үҙе үтекләп...”

Кейәүгә йыйынды берәү. Мин бит хатта кейем дә үтекләй белмәйем.

Ҡайһы саҡ үҙемә үҙем йәшәүгә бөтөнләй яраҡлашмаған әллә кем булып тойолам.

Йәнә Раймандың бер кисен әйткән һүҙҙәрен иҫләйем:

“Ҡайҙа китәйем мин һинән, һит бит газ плитәһен дә тоҡандыра белмәйһең...”

Ҡайҙа китәйем мин унан? Беренсегә бәләкәйҙән әллә нимә эҙләп болоҡһоған йәнем уның менән тынсыу тапҡандай булғайны бит. Тыныс  гавань тиҙәрме әле? Тормош даръяһында көрәшеп-көрәшеп, ҡылыс күтәрерлек хәл дә ҡалмағанда, уның арҡаһына һыйынаһың да, бар донъяңды онотаһың, үҙеңде иң көслө ҡулдар, иң ышаныслы ҡосаҡ ҡамауында тояһың.

Ағай, атай кеүек ул миңә.

Был уйымдан үҙем тертләп китәм.

Атай. Ата наҙынан бик иртә мәхрүм ҡыҙҙың бындай мөнәсәбәттәргә мохтажлығы иҫәргә лә аңлашыла. Кемдең өшөгән йөрәге йылы көҫәмәһен инде.

– Һин бая ниҙер әйтергә теләгәйнең, Зөһрә. Мин бушаным, – Райман ҡаршыма килеп ҡулдарымдан тотто, уларға ирен осон тейҙерҙе.

– Әсәйҙәрҙе өҫтәлдең ҡайһы өлөшөнә ултыртабыҙ? – тип һораным мин, тамаҡта кинәт хасил булған төйөрҙө ауырлыҡ менән йотоп.

 

* * *

Үҙ-үҙен белештермәй ҡырмыҫҡа иләүеләй мыжғыған тротуар буйлап атланы ла атланы Марс. Электән үк бигүк өнәп етмәгән был ҡаланан тиҙерәк киткеһе, шулайтып ярһыған күңелен баҫҡыһы килде. Әҙме-күпме иҫенә килгәндә, әмәлгә ҡалғандай, Үҙәк баҙар янында баҫып тора ине, ҡыуанып ҡуйҙы: бынан тимер юл вокзалына ҡул һуҙымы ара, поезға өлгөрөргә тейеш.

Өлгөрөү түгел, хатта үҙ рейсын бер аҙ көтөргә тура килде уға. Күтәрелә биреп ҡуйған кәйефе төшөп, ул теләмәй генә вокзал эскәмйәләренең береһенә ҡунаҡлағайны, ҡапыл ҡарашы стенала эленеп торған плазма экранға төштө. Бер-нисә тапҡыр өйөрөлгән реклама ролигы үтә таныш тойолдо уға, дөрөҫөрәге, йәнһүрәт формаһында эшләнгән был рекламаның һүрәттәрен ҡайҙалыр күргәне бар ине. Ҡапыл башына барып етте егеттең, йөрәге дарҫлап тибергә тотондо, ул, турайып ултырып, бар иғтибарын зәңгәр экранға йүнәлтте.

...Ниндәйҙер үтә таныш ҡала урамдары буйлап ҡыҙ менән егет атлай, йөҙҙәре көләс, хәрәкәттәре баҙыҡ. Бына улар ҙур сынаяҡ һүрәте төшөрөлгән яҙыулы бер кафе янында туҡтала, егет швейцарҙарса ҡыланып ишекте аса, ҡыҙ көлә-көлә эскә үтә. Эстә уларға официант (уныһы ла хатта таныш тойолдо Марселгә) үтә күренмәле быяла көрөшкәгә ҡойолған ҡуян ҡанылай ҡыҙыл сәй килтерә. Егет сынаяғын телефоны өҫтөнә терәй ҙә, ҡыҙҙы сынаяҡ эсенә ҡарарға өндәй. Икеһенә лә унан ғәжәйеп тылсымлы донъя асыла һәм улар ҡуян артынан ҡыуып килеп төпһөҙ соҡорға осҡан Алисалай шул донъяға ҡолайҙар...

Экранда инде бөтөнләй икенсе реклама ролигы әйләнә, ә Марс һаман нисек тораташ һындай төҙ ултырған, шулай ҡала бирҙе. Тыштан тыныс күренһә лә эстән ҡайнай ине ул. Нисек, нисек Зөһрә уға проектын тулыһынса үҙгәртеү хаҡында бер нәмә лә әйтмәгән? Ә ул, иҫәрлегенә барып, был уңайҙан оҙаҡ ҡына үпкәләп йөрөнө бит әле. Ҡапыл урынынан һикереп торҙо егет һәм вокзалдың платформалар яғына түгел, ә ҡалаға илткән ишектән трамвайҙар туҡталышына ҡарай... йүгермәне, бер талай шул яҡты быраулап ҡарап тора биргәс, ҡарашы маршруттарҙы иғлан иткән экранға төштө: уның поезы бына-бына килеп туҡтарға тейеш.

 

Эпилог

Ергә бер утлы нөктә генә булып күренгән Марс һәм Зөһрә йондоҙо, беләһегеҙме, нимәгә шаһит?

Аҙна һайын ял кистәре етһә, ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан төнгө клубҡа йәштәр ҙә, хатта бигүк йәш булмағандар ҙа ағыла башлай. Ара-тирә ялпылдап асылған ишектән, тәҙрәләрҙән күрә улар: эстә был йыйылған кешеләргә күңелле шикелле. Һәр хәлдә, бейейҙәр, күңел асалар, көлөшәләр, ҡосаҡлашалар...

Бер йәйге төндә ике йондоҙ ошо төнгө клубҡа инеп барған ҡыҫҡаҡ сәсле, оҙон итәк күлмәк өҫтөнән күк джинс пиджәк кейгән ҡыҙҙы абайлап ҡалды. Йәше егерменән үткән, шулай ҙа улай тип әйтмәҫһең, кем оҙон итәкле күлмәк менән кедалар кейә? Килешә үҙенә, әлбиттә.

Йондоҙҙарға был ҡыҙ таныш күренде, улар шуға уғата ҡыҙыҡһынып, тәҙрәгә күҙ атты...

Шығырым тулы бейеү майҙанынан әхирәтен эҙләй ине ҡыҙ, бына-бына таптым тигәндә, кемдер ҡапыл ҡулынан тотто, һәм...

Үҙен күрерҙән алда уҡ ҡыҙ уның кем икәнен тойҙо. Күрешмәгәндәренә йылдар ашҡан, әммә улар хатта һаулыҡ та һорашманы. Ҡыҙ егеттең ҡулын ысҡындырмайынса тышҡа табан йүнәлде, юлдашы артыҡ һорау бирмәйенсә уның артынан эйәрҙе.

Улар яҡындағы эскәмйәгә ултырҙы ла икеһе лә тораташтай ҡатып ҡалды.

– Нисек йәшәйһең? – Был һорауҙы тәү башлап кем биргәндер, инде мөһим түгел. Артыҡ ҡыланыуҙарһыҙ ҡыҙ күңелен быуып барған һүҙҙәрҙән бушана башлауын тойҙо:

– Күпме тапҡыр күҙ алдымдан үткәрҙем мин бындай осрашыуҙы... Үҙемде нисек тотормон икән тип баш ваттым. Әллә ниндәй һүҙҙәр әйтергә әҙер инем һиңә, ә хәҙер килеп, һөйләшер бер һүҙ юҡ икәнлеген аңланым. – Бер аҙ тын торғас, йәнә өндәште. – Ә мин теге реклама ролигына һинең һыныңды өҫтәнем. Ул барыһына ла оҡшаны, конкурстың артабанғы турҙарында ла еңеү яуланы. Бейек ижади үрҙәргә илткән баҫҡыс булып торҙо ул.

– Күрҙем, беләм, – тине егет ҡапыл. Бер аҙ тын торғас, өҫтәп ҡуйҙы. – Санкт Петербургтағы күргәҙмәң нисек үтте?

Ҡыҙ уның яғына боролдо ла йылмайҙы:

– Күргәҙмә хаҡында хәбәрҙар булғасың нисек үтеүен дә беләһеңдер инде.

Ә һин ниндәй яҙмыш менән бында, Өфөлә?

– Мин бында йәшәйем. – Артыҡ ғәҙәти итеп әйткән был һүҙҙәр ике әңгәмәсене баянан бирле күҙәткән Марс менән Зөһрә йондоҙҙарын ғәжәпләндерҙе, ә ҡыҙҙы... юҡ. Ҡаштары ғына дуға яһап өҫкә һикереп ҡуйҙы.

– Рәхмәт һиңә! Мине шундай итеп илһамландырғаныңа, миңә хаҡиҡәттәрҙе төшөндөргәнеңә рәхмәт! Кил, ҡосаҡлайым әле үҙеңде! – тине ул шунан ҡапыл асылып китеп.

Ҡосаҡлаштылар. Йәнә тынлыҡ.

– Кәләш алғанһың, шикелле. Барыһы ла яҡшымы?

– Эйе, һәүетемсә.

– Күрәһеңме, тормош һәр беребеҙҙән иртәме-һуңмы етди, осоп түгел, ә ерҙән атлап йөрөгән, – Ҡыҙ йәнә көлөмһөрәне. – Ике икең дүрт икәнен аңлаған кешеләр яһай. Хәҙер килеп ике икең алты, һигеҙ түгеллеген үҙ елкәңдә татығанһыңдыр инде.

– Килешмәйсә булдыра алмайым, – тине әңгәмәсеһе, йылмайып.

Бынан бихисап йылдар элек һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәгән икәүҙең хәҙер килеп һүҙ тапмай аптыранып ултырыуҙары сәйер ҙә, сәйер түгел дә...

Шулай ҙа ҡыҙҙың әйтер һүҙҙәре ҡалған:

– Мин башта һиңә үпкәләнем, эҙләп тә ҡараным хатта. Донъям иҫ киткеҫ буш, йәйғорҙоң төҫтәре уңған кеүек тойолдо. Яйлап яралар уңалды. Йәшәгән һайын бала саҡтан алыҫ бит беҙ, шуның кеүек йылдар үтә бара һинең менән бәйле бар нәмә сынаяҡтағы донъя булып ҡына тороп ҡалды. Ваҡыт-ваҡыт, айырыуса илһам килмәгән ваҡытта, үтә күренмәле быяла сынаяҡҡа сәй яһайым да, уны телефон дисплейы өҫтөнә терәйем. Йылмайып ҡуям. Һағышланмай, былай ғына. Элек икебеҙ ике ҡалала булып та йәндәр яҡын ине, хәҙер килеп нисәмә йыл бер ҡалала йәшәйбеҙ, ә арала упҡын. Ә беләһеңме ни өсөн?

– Ни өсөн? – Дуҫы артыҡ өндәшмәй ултырыуына уңайһыҙланып китте шикелле. Әммә ҡыҙ фекерен дауам итмәй, уны ҡапылғара бирелгән һорау менән албырғатты:

– Дөрөҫөн генә әйт әле, һин миңә ғашиҡ инеңме?

Яуап ҡыҫҡа булды:

– Юҡ.

Битендәге бер күҙәнәге лә ҡыбырламаны ҡыҙҙың:

– Әлбиттә. Сөнки яратҡан кеше һәр саҡ янда булырға уҡтала, ҡыйынлыҡтарҙы еңә, һөйөүе өсөн көрәшә. Беҙ үҙебеҙ ҙә беләһеңме кемде нығыраҡ яратабыҙ?

– Кемде?

– Көн дә йылыһын биреп, яҡты өләшкән ҡояшты, ә алыҫтан һалҡын нуры менән күҙен ҡыҫҡан йондоҙҙо түгел. Алыҫ йондоҙ, бәлки, нығыраҡ яҡтырталыр ҙа, әммә уның йылыһы юҡ.

Быға уларҙы баянан бирле тын да алмай күҙәткән ике йондоҙ үпкәләп ҡуйҙы, шикелле, ем-ем иттеләр. Әммә был икәү уларҙы ишетеү түгел, абайламаны ла. Ҙур ҡалала йәшәгән кешеләр йондоҙҙарҙы күрә һалып бармай шул.

– Теләйһеңме, аралашып торайыҡ, – тине егет, урынынан ҡалҡынғанда.

– Теләмәйем, – тине тыныс ҡына ҡыҙ һәм эйәгенә таянған килеш ултыра бирҙе. – Бәхетеңдең ҡәҙерен бел.

Төнгө клуб егет һынын үҙенә йотто, эскәмйәлә ултырып ҡалған ҡыҙ ҙа тиҙҙән ашыҡмай ғына ҡалҡынды, такси туҡталҡаһына атлар алдынан телефонына баҫҡыланы.

– Сәләм, һеҙ нисек унда?.. Йоҡлаймы? Ярай, хуп. Мин, юҡ, мин дә ҡайтырға ҡарар иттем. Күңелһеҙ сөнки. Сәйгә нимә алайым?

Бер килке трубканың теге осондағы тауышты йылмайып ҡарап торғас, ошо йылмайыуын юймай телефонын кеҫәһенә тыҡты ла үҙен көтөп торған таксиға табан атланы.

Ә шулай ҙа машинаға инеп ултырыр алдынан күккә күҙен атты: ай янында яҡты йондоҙ яна. Йырҙағы кеүек.

Бар йыһан еңел һулап ҡуйғандай итте.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас в