Ҡайҙа инде ул саҡтарҙа тәбиғәт менән һоҡланыу!? Һөйөклө ҡатыны, ҡыҙы менән бергә булып ял итеү бәхете лә һирәк эләгә торғайны. Участокка сығып китәһең – улар йоҡола ҡала, ҡайтып инәһең – ете төштәрен күрә...
Был уйҙар кәйефте ҡыра башлағайны. Хәтирәләр тулы “видеокасетаны” һүндерергә тура килде. Ансар танышасаҡ, бер-береһен оҡшатһалар буласаҡ хәләл ефете менән осрашыуҙы күҙ алдына килтереп, оҙон юлда үҙенсә репетиция үткәрергә булды.
... Бына ул ҡатынлыҡҡа бик “важный” ғына кандидат менән өҫтәл артында ултыра. Уға “кәнкрит” һорауҙар бирә:
- Ниндәй насар холоҡтарың бар?
- “Ҡойроҡ”тарың нисәү, башҡа сығарып бөттөңмө? Беҙгә “мишәйть” итмәҫтәрме?
- Машина алырлыҡ капиталың бармы? Мин һиңә шофер булыр инем...
Үҙе тәбиғәте менән шаяныраҡ булғас осрашыуҙы ла күңеллерәк үткәрергә план ҡорҙо Ансар. “Мәҙәкһеҙ донъя күңелһеҙ” – уның яратҡан әйтеме.
Сосновка ауылын үтеп киткәс, “кейәү егет” һөйөклөһөнә шылтыратты.
- Әле генә Мәйгәштене үтеп киттем. Алла бирһә, ҡырҡ биш минуттан Белоретта булырмын, - тигән булды бик етди генә. Тегенеһе арттырыңҡырап та ебәрҙе:
- Ҡәҙерлем, автовокзалға килеп төшкәс, звякнешь. Мин “тачка” менән килеп алырмын. Ух, если һин знал, так күргем килә үҙеңде...” - тине.
Ҡалаға килеп төшкәс, Ансар “Сәскәһенә” (билдәле сәбәптәр менән автор был хикәйәләге төп героиняләрҙең береһенең исемен үҙгәртә) шылтыратып торманы, сюрприз эшләргә булды. Рейс автобусы менән барып Карл Маркс урамындағы ятаҡ янында төшөп ҡалды. Үҙенә кәрәк бүлмәне бишенсе ҡатта тапты Ансар. Ишек янына килгәс, туҡылдатырға булды ла, эстә күңелле генә ҡысҡырышып һөйләшкән ҡатындар тауышын ишетеп, туҡтап ҡалды. Шунан ситкәрәк китеп кеҫәһенән телефонын сығарҙы “кейәү егет”.
- Алло... Ҡәҙерлем... Сәскәм... Мин Белоретҡа етеп киләм... Ҡосағыңды йәй ҙә, вперед! Ҡуйыныңа сумам, не могу уже!!! - тип фәстереп ебәрҙе ул. “Хәҙер ҡәҙерле ҡунағым, яныңа осоп барып етермен...Төнө буйы ҡосағымда май кеүек иретермен... Жди!!!” – тигән тауыш телефондан, шулай уҡ йоҡаҡ ишек аша ишетелеп икеләтә яңғыраны...
Ансар ҡыҙыҡ күреп ишеккә яҡыныраҡ килеп баҫты. “Ну, Галь... Мин поеду инде, һин, давай, посуданы һөрткөләп шкафҡа поставь, ә мин поскакала! Этот Әбйәлилдең хмыре миңә так нравится, веселый такой... Үҙем һымаҡ сто процентный пох....ст!” – тип әллә нимәләр һөйләп, дарҫ-дарҫ килеп йөрөй буласаҡ хәләл ефет.
Бына ишек асылып китте. Ансарҙың алдында тәбәнерәк буйлы, йыуантыҡ ҡына сибәр пәйҙә булды. Ансар уға ҡаршы аҙым атланы ла:
- Һаумыһығыҙ, мин “Горсеть” контролерымын. Счетчигыгыҙҙың показаниеһын ғына ҡарап сығайым әле, - тип өндәште.
“Сәскә” бөйөрөнә таянып “контролерҙы” баштан аяҡ ҡарап сыҡты ла:
- Слушай, чувак, делать вам них...й что ли?! Тот раз, берәү уже приходила инде, худая такая, а чео, она сдохла что ли?! – тип боролоп ишекте асты ла:
- Галь, пусть этот чувак счетчиктан показание снимать итһен әле! Бл...дь, ходят тут всякие, ну контролер еще как на свидание нарядился! – тип башын сайҡаны ла йүгерә-атлай күҙҙән юғалды.
Ансар уны туҡтатманы, башлаған “спектаклде” дауам итергә булды. “Әйҙә, йөрөп кил әле чувагыңды эҙләп... Ә мин был Ғәлимәңдең башын ҡатырайым ...” – тип уйланы Ансар. “Контролер” тәҙрә төбөндә ултырған ҙур сумкаһын алды ла асыҡ ишеккә инде. “Галь” исемле ханым счетчикты күрһәтте лә ҡабалан ғына кухняға үтте. Ә Ансар ҡабаланманы, аяҡ кейемен сисеп, курткаһын шифонерға элеп ҡуйҙы. Унан эре генә ҡиәфәттә тамағын ҡырып алды ла, залға үтеп креслонан урын алды. Быны күреп, “Галь”: “Ғәфү итегеҙ, счетчик ишек башында бит...”, - тип ризаһыҙлыҡ белдерергә булғайны: “Миңә һеҙҙең показаниеларығыҙ кәрәк. Урыҫса әйткәндә: рост, объем талии и груди, возраст, семейное и социальное положение, и таки далее. Короче, һеҙ миңә бик оҡшайһығыҙ... исемегеҙ Ғәлимә, иптәшегеҙ аварияла үлеп ҡалған, ике улығыҙ бар. Квартирағыҙ ике бүлмәле, Косоротов урамында... Әйҙәгеҙ, танышып, һөйләшеп ултырайыҡ... Миңә һеҙҙең турала әхирәтегеҙ һөйләгәйне. Мин һеҙ көткән Ансарҙың иптәше Тимур булам”, – тип урынынан тороп Ғәлимәнең алдына баҫты. Уныһының башына күҫәк менән ултырттылармы ни, ни әйтергә белмәй иҙән уртаһында ҡатып ҡалды.
“Әйҙәгеҙ, кейенегеҙ... Алыҫ түгел бер кафе осрағайны, шунда барып һөйләшеп ултырайыҡ” – тигәс кенә, “Галь”, алъяпҡысын сисеп, ҡулдарын һөрткөләп алды ла кейенергә булды. “Миңә былай ҙа улар ҡайтыуға бынан табанды ялтыратырға кәрәк... Третий лишний”, – тип йылмайҙы. Был ҡатын Ансарға бик оҡшаны: төҫө-башы нишауа ғына, тауышы ла йомшаҡ, мөләйем йөҙлө... Улар буш кафела иң төптән урын алдылар. Тик ыңғай ғына һүҙ башлап китеп булманы, кинәт Ансарҙың кеҫәһендә телефон шылтыраны. Ғәфү үтенеп, ситкәрәк китеп һөйләшергә тура килде. “Мин автовокзалдамын, һин ҡайҙа ул, ҡәҙерлем? Әллә йәшенеп мине күҙәтәһеңме? Бик мәрәкә кеше икәнһең дә... – тип тәтелдәй башлаған “Сәскәгә”: “Мин ғәфү үтенәм үҙеңдән... Мин Белоретка бара алманым, сөнки күңел тартмай, нишләптер... Ана, дуҫым Тимурҙы ебәрҙем разведкаға... Әхирәтең Ғәлимә менән таныштыр. Унан аша үҙеңә, ҡыҙҙарыңа күстәнәстәр, бүләктәр ебәргәнмен” – тип аҡланғайны теге оста яғымлы, сәрелдәк тауыш уҫал булып яңғыраны: “Пошел һин на....й! Дебил б....дь! Урод!” – тигән һүҙҙәр менән бәйләнеш өҙөлдө.
“Тимур” өҫтөнән тонна йөк төшкәндәй еңел һуланы ла, Ғәлимәһе янына ашыҡты. “Ух, хәҙер был сибәрҙең башын әйләндерәм инде! Кәнкрит һөйләшергә кәрәк” – тип уйланы ул. Ләкин уйлағанса килеп сыҡманы. Был юлы Ғәлимәнең телефоны шылтыраны. Хәҙер инде ул ситкә китеп һөйләште. Байтаҡ ваҡыт үткәс, ул тыныс ҡына кофе һемереп ултырған “Тимурҙың” алдына килеп баҫты. Ҡобараһы осҡан ине уның. “Әйҙә, ҡунаҡ, Сәскә янына... Ансары килмәгән. Шуға с ума сходит, барып йыуатайыҡ, атыу хәҙер “запойға” китә... Һин инде бер нисек йыуатырһың”, – тип урынынан торғоҙоп, ҡултыҡлап алды.
Ятаҡҡа килгәндә “Сәскә” бүлмәһендә бер үҙе түгел ине. Уның ҡыҙҙары “Ансарҙың” бүләктәрен өҫтәлгә таратып һалып “сортировать” итәләр не.
- Мам... Ҡара әле, өсөбөҙгә лә разного цвета күлдәктәр, зонтики. Даже панамалар!!! Ой, косметикалары!!! – тигәне өлкән ҡыҙылыр, ахырыһы. Ә бәләкәсе:
- Мамуль, не упускай һин уны! Тут всего на 6-7 тысяч тянет... Богатенький дяденькалыр ул, – тип ҡыуанып үҙенең өлөшөн барлай. Ә “Сәскәнең” уларҙа эше юҡ ине. Өҫтәлдәге коньяк шешәһе лә байтаҡ бушаған. Хатта әхирәтенең артында баҫып торған Ансарға ла күтәрелеп ҡараманы. Ҡунаҡ ҡойолоп ҡалманы: “Әйҙә, танышайыҡ. Мин Тимур” – тип ҡулын һондо.
Арыуыҡ ҡына иҫереп алған хужабикә ҡунаҡтарын өҫтәл артына саҡырҙы ла, балаларына: “Эй, дочурки... Брыз спальныйға! Мишәйт итмәгеҙ, мамағыҙ бөгөн гуляет... Бедненькие минең, минең хахерҙәрым булмаһа кем һеҙгә шмоткалар менән обеспечить итер ине! Ха-ха! – тип екереп, бик ҡәнәғәт кенә кикереп ҡуйҙы. Улары шуны ғына көткән кеүек әйберҙәрен йыйнап алып сығып киттеләр.
Шулай итеп, мәжлес башланып китте. Был “спектаклдең режиссер-постановщигы” үҙе төп ролде башҡарыусы “Тимурчик - кейәүчиккә” әйләнде.
Ансар баш тартҡас, уны эсергә көсләүсе булманы. Ултыра торғас, коньяк шешәһенең төбө ялтыраны. Ошо ваҡытта ҡунаҡ үҙенең кем икәнлеген асып һалып, “Сәскәһенән” ғәфү үтенергә уйлағайны өлгөрмәне. Ҡатынлыҡҡа кандидат үҙенә килгән һоратыусыларҙың бармаҡтарын бөгөп барланы, яҡшы һәм насар яҡтарын һанай башланы.
- Зариф, Учалыныҡы. Эсһә – холҡо юҡ, ҡысҡырып йырлай башлай. Ҡыҙғансыҡҡа оҡшай. Машинаһы юҡ...
- Самат, Инйәрҙеке. Эсмәй, һаран, йәмһеҙ. Аҡсаһын носкиһына тығып йөрөй. Машинаһы “Запарай”, йорто ла иҫке генә...
- Руслан, Сибайҙыҡы. Ҡаҡ һөйәк. Үҙе аҡыллы, баҫалҡы. Бөтөнләй эсмәй. Оҡшаманы ул миңә! Матур һүҙҙәр әйтә белмәй.
- Зөлфәт, Ҡағыныҡы. Маньяк. Анау таблеткаларын ашап ала ла төнө буйы хут бирмәй. Уйлағаны тик түшәк.
Ғәлимәгә нисек булғандыр инде, ә Ансар-Тимурчик ихласлыҡ менән тыңлап ултырҙы һәм эстән генә үҙенең асылмағанына ҡыуанып ҡуйҙы.
“Сәскә” үҙенең интервьюһынан үҙе лә ялҡты шикелле. Ҡатын ниҙер иҫенә төшкәндәй: “Ә чео, мин сохну әле? Галь, мин күршегә, Гариккә киттем, запасной аэродромға! Ладно, һеҙгә урын бар! Һеҙ как-нибудь без меня, йәме!”
“Тимурчик, кейәүчик” ижәпте сразу һөйләшегеҙ! Ладно, не буду мешать молодым – тип сығып китте. “Нишләп контролер булып килдең?” – тип һораманы ла. Иҫе юҡтыр, тип уйлап ҡуйҙы Ансар.
Ғәлимә әхирәтенә ҡарағанда аҡыллыраҡ булып сыҡты. Эсергә лә барымлығы юҡ, рюмкаға ирендәрен генә терәтә лә кире өҫтәлгә ултыртып ҡуя. “Ирем үлеп ҡалды... Аллаға шөкөр итеп кенә шәп ятам. Ике улым да эйәле-башлы, килендәрем дә һәйбәт. Башҡаса тормошҡа сыҡмаҫмын, тип һүҙ биргәнмен үҙемә. Ирем кеүек кеше юҡтыр ул донъяла. Һис онота алмайым... Тәҡдим яһаусылар булды ла ул”, - тип һөйләне ул. Быны ишеткәс Ансар Ғәлимәнең күҙҙәренә текләп ауыр көрһөндө лә ҡауышыу тураһында һүҙ ҡуҙғатмаҫҡа булды.
Икеһе лә алсаҡ булғас, рәхәтләнеп һөйләштеләр улар. Инде төн уртаһы үткәс, үҙенең был донъяла барлығын белдереп, ялбыр башлы, һонтор кәүҙәле ирҙе эйәртеп “Сәскә” ҡайтып инде. Ул ингәс тә үҙенең карауатына ҡараш ташланы ла: “Ой, Галь, чео не сексовались, что ли?” тип хихылдап көлөп ебәрҙе. Оятынан йөҙө ҡыҙыл буяуға әйләнгән әхирәте: “Не успели...” – тип ауыҙ эсенән ишетерлек итеп мығырлап ҡуйҙы. Ә “Сәскәнең” юлдашы һирәк тештәрен күрһәтеп йылмайып “Тимурға” ҡулын һондо ла: “Мин Ғарифулла булам... Үҙеңде таныштырмаһаң да була, был мамзель вис һөйләп бөттө инде”, - тине. Аяғында саҡ торған хужабикә янында торған серванттан алып шешә “Пшеничная” араҡыһын өҫтәлгә ултыртты ла:
- Давай, Тимурчик-кейәүчик... Ошоно эсеп бөтөрәһең, ты у меня в заложниках! – тип Гарикка әйләнде лә: “А ты давай банкуй... Хорошо, һин бар на свете, мой половой гигант! Мин әҙерәк кенә покимарю, ладно?” – тип әмер биреп, карауатҡа гөрҫләп ауҙы.
Ләкин Ансар урынынан һикереп торҙо ла: “Ярай, мин ҡуҙғалайым... Әле бер иптәшемә инеп сығырға кәрәк. Ғәлимә мине оҙатып ҡуйыр”, – тип урынынан торҙо. Был яңылыҡ хужабикәне ҡыуандырҙы ғына: “Лады, Тимурчик... Ярай, передашь своему другану, что он козел! Ой, нет что мин уға не обижаюсь! Мин люблю и жду?!” – тип ҡысҡырып ятып ҡалды кесерткән телле “Сәскә”.
Урамға сыҡҡас, саф һауала башы әйләнеп китте шикелле “йәш” егеттең, Ғәлимәнең биленән ҡосаҡлап алды. Тегенеһе: “Артыҡ ҡыланаһың түгелме, Тимур?!” тип күҙҙәренә йылмайып ҡараны, ә Ансар юғалып ҡалманы:
- Әйҙә, бер-беребеҙгә наҙлы булайыҡ, бер-беребеҙҙе аңлайыҡ, Ғәлимә. Әллә күпме ғүмер ҡалған... Күҙҙәреңдән күрәм, иркәләнгең килә һинең... Мин дә шул уҡ”, – тип ирендәренән һурып үбеп алды...
Егет менән ҡыҙ һымаҡ улар урам буйлап етәкләшеп барҙылар. Уларға һөйләшеүе еңел ине. Әйтерһең дә, ғүмер буйы бер-береһен белгәндәр, гел бергә булғандар...
“Миңә кискә хәтлем нисек ваҡыт үткәрергә инде, Магнитогорск аша ҡайтһам, урау була” – тип зарланған булдыҡһыҙ кейәү егеткә: “Ярай, үҙемә алып ҡайтам, донъямды күрһәтәйем... Тик артығына өмөт итмә, йәме? Һин бит интеллегент кеше... Ә автобусыңа ҡаршы сығырһың, беҙҙең урамдан үтә ул,” – тигән иҫкәртеү яһалды.
Шулай итеп, төндө йоҡламай үткәрһә лә ҡалған ғына ваҡытты был икәү бергә үткәрергә булды. Таксинан төшөп ҡалғас, Ғәлимә сәй ҡуйырға ашығып өйгә инеп юғалды. Ә Ансар донъяны ҡарап сығырға булды. Был йортта ирһеҙ ҡатын йәшәгәне күренеп тора. Бындай мөмкинселекте ысҡындырырға теләмәне Ансар-Тимур. Соланда ултырған биҙрәләге сөйҙө, янында ятҡан инструменттарҙы алып ихатаға сыҡты. Сөйһурғысты, сүкеште эшкә ебәрҙе ҡунаҡ.
Хужабикә таҡ-тоҡ килеп ҡойма йүнәтеп йөрөгән “ҡунағына” ситтән генә ҡарап торҙо ла: “Эй, гастарбайтер, ун биш минуттан инерһең, өҫтәл әҙерләйем” – тип ҡоймала эленеп торған күлдәкте алып инеп китте.
Автобусҡа сығыу ваҡыты үтеп китте. Ошо арала Ансар ҡойманың ике һуҙымын алмаштырҙы, мунсаға утын ташып бирҙе, унан икәүләшеп картуф күмделәр.
“Ярай, мин мунса төшөрөп ҡайтарайым инде үҙеңде”, тигән булды ҡунағынан бик ҡәнәғәт булған хужабикә. Инде бер-береһенә өйрәнеп алғастары, Ансарҙың оялыуы, тартыныуы юҡҡа сыҡты.
- Мунсаға яныма инеп арҡамды өйкәһәң генә инәм. Ә былай юҡ! – тип шарт ҡуйҙы ул. Уныһы ла юғалып ҡалманы: “Юҡ инде, һин минең янға инерһең”, – тип ҡуйҙы.
Хәҙер инде Ансар-Тимур мунсаның әҙер булғанын көттө. Ул ваҡытта “гастарбайтер” картуф баҡсаһындағы ҡый үләндәрен сабып күбәгә өйөп йөрөй ине. Әсе итеп һыҙғырған тауышҡа әйләнеп ҡараһа, ярым яланғас Ғәлимә мунсаның ишегенән ҡул болғай...
Шул ваҡытта Ансарҙың күҙ алдары ҡараңғыланып китте, күҙ алдынан ҡатын-ҡыҙ менән буласаҡ рәхәтлек кисерәсәк минуттары, күҙ алдына килеп, тәнде семерҙәтте. Соланға инеп ултырғас “Бөтөнләйгә сисенергәме, әллә трусик менән ҡалайым микән?” тип икеләнеп ултыра торғас, үҙен көсләп, тыңламаған аяҡтарын төҙәтеп Ансар аяғына баҫып ишек янына килде. “Ҡәҙерлем, мин хәҙер инәм...” тип яғымлы ғына өндәште. Үҙе лә аңламаны, йырлаңҡырап әйтте, шикелле. Ҡарт йөрәк йәш саҡтағы кеүек дарҫлап типте, тәнендә уяна башлаған йәнлелек һиҙҙе ир уҙаманы...
Ләкин мунса эсендә Ғәлимә юҡ ине... “Ах, инәңде олалайым! Минән көлөргә уйланыңмы әллә?!” тип янды ул. Хужабикәнең арҡаһы урынына ул устары менән тубыҡтарын ыуалап ултырҙы ла, йәһәт кенә кейенеп алып, бесәнен өйөп бөтөргә булды.
Күп тә үтмәне Ғәлимә тағы күренде. Ансар уға әйтергә ирек бирмәне: “Ярай, әй, үҙең генә төш, йәме. Әллә нисек тә инде... Бер-беребеҙгә өйрәнеп алайыҡ” – тип ҡысҡырҙы. Уныһы: “Мин йыуынғанмын инде, әйҙә һинең сират. Йыуын да Инйәргә барып киләйек, киленем командировканан ҡайтмаған икән, һыйырҙарын һауырға кәрәк. Теләгең булһа, әйҙә, булмаһа, өйҙә ҡалырһың”, - тине.
Ансарға баҫалҡы ғына йөҙ менән уның артынан атларға тура килде. Алда барған тар ғына ситса күлдәк эсендә йәшенгән һығылмалы кәүҙәгә, йоморо янбаштарына, тос боттарға ҡарап барыуы түҙәлмәҫлек ҡыйын булды уға.
Ихласлап таштарға эҫе һалып бер нисә тапҡыр сабынып, инде йыуынырға тотонғанда ишекте туҡылдаттылар. Тимур өндәшмәне.
- Арҡаңды ышҡып сығайым әле, атыу үпкәләп ҡайтып китәрһең... Кей ыштаныңды, инәм яныңа, – тигән тауыш ишетелде. “Держи карман шире! Тағын шаяртырға булдыңмы?” – тип уйлаған ҡунаҡ эләүкәлә боттарын тарбайтып ултырыуын белде. Ләкин ысынлап та Ғәлимә килеп инмәһенме!? “Ой, әйттем дә мин һиңә!” – тип миндекте алып ботоноң араһына тыҡты.
Ихлас тәрбиәләне ул ҡунағын. Йүкәнән бәйләнгән йыуғысты мул һабынлап арҡаға рәхәтлек биреп шығырлағансы ышҡыны ла ышҡыны. Балалар һымаҡ тыңлаулы ғына ятҡан Ансар: “Әйҙә, үҙең дә сисен. Бергә йыуынайыҡ...” – тип әйтергә уйланы ла баҙнат итмәне...
Ҙур таҫтамал менән арҡаһын һөртөп алды Ғәлимә. Унан “Мәрхүм иремдең мунсала арҡаһын ышҡырға, сыҡҡас ҡоротоп һөртөргә ярата инем”, – тине ул көрһөнөп.
Улар юлға сыҡҡанда ҡояш байыуға тартҡан ине. Юл буйы был икәү мәрәкәләр һөйләшеп күңелле генә Инйәргә барып етте. Улы ла ауыл йортонда йәшәй икән. Йорттары урман ситендә генә, терәлеп Инйәр йылғаһы аға. Матур урын...
Ансар өс һыйырҙы ла һауғансы Ғәлимә янынан китмәне. Улы ла алсаҡ кеше икән. Йүгереп йөрөп өҫтәл әҙерләне, үҙе улай-былай үткән һайын сәйер генә Ансарға ҡарап ҡуя. Быны аңлаған әсәһе:
- Был ағайың “Сәскә” апайыңды ҡатынлыҡҡа алырға килгән, үҙе өйҙә юҡ, хәҙер сәйеңде эсәйек тә алып барып тапшырам, – тип шылдырҙы.
- Юҡ, мин унда бармайым, кире уйланым инде, – тип әйтеп һалғанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды Ансар. Шул һүҙҙәрҙән бөтәһе лә асыҡланды.
- Дөрөҫ әйтәһегеҙ, ағай. Әсәй, һин нимә күрәләтә һәйбәт кешенең башын ашатырға уйлайһыңмы ни? Инде нисә ир менән буталды инде ул әхирәтең? – тип Ансарҙың килеүенең төп маҡсатына нөктә ҡуйып ҡуйҙы.
Шулай итеп, ирҙең күңел сәхнәһендәге үҙе ойошторған спектаклдең ҡара шаршауы мәңгелеккә ябылды...
Икеһен дә йоҡо алмағас, Ғәлимә: “Әйҙә, йылға буйына сығайыҡ. Йоҡо алдынан яр башында ултырып ҡайтһаң, кәйеф күтәрелә, матур төштәр күрәһең”, - тип ҡунағын яҡын ғына ағып ятҡан Инйәр буйына алып сыҡты. Улар араһында бер-береһенән тартыныу бөттө. Ансар һуҙылып уның тубыҡтарына ятты.
- Минең иркәләнгем килә... Үпкәләмә, ҡартая башлағас, шул хәтлем ҡатын-ҡыҙ йылыһына мохтажмын... Яңғыҙаҡтарҙа йөрөгәнгә егерме йыл тулып килә инде”, – тигән булды үҙен йәлләтеп.
Ғәлимә ирен бик һағына икән. Аҡыллы, эшһөйәр кеше ине. Ул да һинең кеүек алсаҡ, һүҙгә әүәҫ булды. Гармунсы, йырсы. Балаларымды, үҙемде яратты. Бер ауыр һүҙ ишетмәнек беҙ унан,” – тип һөйләне ул. Ә Ансар үҙенең тураһында асылырға телмәне. Тәүге мөхәббәтенең мәңге һүрелмәҫ утында янып ҡартайҙы инде ул. Һөйгәне әрме хеҙмәтен бөтөрөп ҡайтыуына кейәүгә сыҡҡас, уйлап та торманы, ике балалы ҡатынға өйләнде лә ҡуйҙы. Уның үҙе түгел, береһенән береһе матур, теремек малайҙары оҡшаны уға. Ләкин күп йәшәргә тура килмәне. Бик ҡыҙғансыҡ бисә булып сыҡты.
- Йә эшеңде, йә мине... – тигән шарт ҡуйған ҡатынға яратҡан корреспондентлыҡты ташламаны ул. Өс йыл йәшәгәс, сығып китергә тура килде.
Икенсеһе менән дә “борсаҡ бешереп” булманы. Уныһы Ансарҙы һанға һуҡманы. Мин яратмай сыҡтым, йәшәгем килмәй уның менән, тип күңелен туңдырҙы.
Өсөнсөһө лә шулайыраҡ булып сыҡты: “Хәҙер ул миңә нимәгә? Ике бала эшләттем, өс бүлмәле фатир алып бирҙе”, – тип шапырынды. Һуғышып, ҡулға алынған иренә өс ай эсендә бер тапҡыр ҙа барманы ул. Киреһенсә, әҙер донъяға үҙенең тәүге ирен индереп алды. Ансар ҡулға алынғанда нисек тубығы тишелгән иҫке трикоһында, аяғында тәрән калошта булһа, өс ай буйы судҡа хәтлем шул кейемдә йөрөнө. Һаҡ аҫтынан сығарылған, ғәйепһеҙ тип аҡланған ир, суд залынан ғаиләһенә кире әйләнеп ҡайтманы.
Юғалып ҡалманы ул. Ҙур түрә булған ағаһы үҙ янына эшкә алды, ә уртаҡҡа әйләнгән ҡатын, ирен сығарып ебәреп, Ансарҙы кире саҡырһа ла, ул ҡайтманы, “Восток” банкынан кредитҡа аҡса алып кейенеп алды. Дөйөм ятаҡтан бүлмә алды. Ундағы тормош ялҡыта башлағас, тағы өйләнде. Тик быныһы менән дә уңманы. Сөнки эсергә ярата торғайны. Башҡа өйләнеү тураһында уйламаны. Үҙаллы ауылына ҡайтып йәшәй башланы. Көн үтә лә төн етә, төн үтә лә көн етә – таң ата, тигәндәр бит. Егерме йылдан ашыу ваҡыт үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды.
Әсәйе баҡыйлыҡҡа күскәс, бигерәк тә ҡыйынға тура килде. Пенсияла булһа ла, Магнитогорск металлургия комбинатында “охранала” йөрөнө. Аллаға шөкөр, бөтәһе лә бар – етерлек, һаулыҡҡа зарланып булмай. Тик был донъяның яңғыҙлыҡтан да ҡыйынлығы юҡ икәнен аңланы: “Бисә нимәгә ул, стиралкам бар керемде йыуа, икмәк бешерәм – духовкам бар, дуҫ-иштәр, ҡатын-ҡыҙҙар менән аралашырға мобильник, йәһәт кенә аш йылытам тиһәң – микроволновка, - тип йөрөгән ир-уҙаманы. “Кәрәкмәй улары... Тик хәләл ефет, бисә кәрәк икән! Парланып йәшәүгә бер ни етмәй икән”, - тип уйлай башланы.
Уныһы бигерәк тә Асҡарҙа ҡуртымлап һатыу магазинына йөк ташыусы булып эшкә төшкәс беленде. Дуҫтары, таныштары, унан ҡалһа, дошмандары күп ине Ансарҙың. Ни тиһәң дә, алты йыл район үҙәгендә участка инспекторы булып эшләне. “Һаман яңғыҙһыңмы? Ҡасан ҡатын алаһың? Әллә берәүҙе димләйемме?” – тип теңкәгә тейә башланылар.
“Юҡ, план үтелгән инде. Лимит бөттө. Күпме “женихаться” итергә була инде”, – тип аҡланыуҙар ҙа ялҡытты. Эргәләге магазинда эшләгән таныш һатыусы ҡатындар “Аулаҡ өй”гә йөрөргә тәҡдим яһаны.
Аңҡы-тиңке булып йөрөй торғас, Ансар “Аулаҡ өйгә” барырға булды. “Моғайын, ашамаҫтар”, – тип уйланы ул. Кафеға барып инеүе булды – таныштар ябырылды: “Ай, ҡояш иртәгә икенсе яҡтан сыға инде... Нимә былай ҡатын таба алмайһыңмы?” Ансар, уңайһыҙланып, был кисәнең хужабикәһе Айгөлдө янына саҡырып алды. Уныһы үтенесте аңланы, шикелле, Ансарҙың ҡулына ике ҡалын китап алып килеп тотторҙо. Аулаҡ бүлмәлә уларҙы уҡырға кереште. Учалы, Бөрйән, Баймаҡ, Хәйбулла райондарынан, Сибай, Белорет, Магнитогорск ҡалаларынан ул Белорет районынан һайланы. Сөнки ул яҡтың тәбиғәте матур, ҡыҙҙары ла ябайҙар, “современныйҙар” түгел, донъя көтөүгә бик тырыштар тигән һүҙҙәрҙе күп ишетте инде. Әбйәлилдәгеләрҙән үҙенә пар эҙләп торманы ир. Күп бисәле икәнде барыбер беләләр. Холҡо, “габариттары” менән күңеленә ятҡан “кандидатты” тапты ул. Исеме лә өсөнсө ҡатындыҡы кеүек ине. “Ярай, исемдәре бер булһа ла, бәлки, быныһы хыянатһыҙ булыр әле”, – тип уйланы “егет”. Айгөл: “Ағай, бында саҡырып алайыммы үҙен? – тигәнгә риза булманы. “Ҡабаланырға ярамай, иң башта үҙем разведка яһайым әле”, – тип көлдөрҙө Ансар.
Йылға яҡын телефондан һөйләшеп торҙо был икәү. Бер-береһен оҡшатып, көн һайын тиерлек кистәрен төндө ҡыҫҡартып әңгәмә ҡорҙолар. “Сәскә” үҙенең тураһында бөтәһен дә һөйләп бөттө. “Ярай, төпкәрәк шылып ят, кит, оятһыҙ, ыштаныңды ниңә кеймәгәнһең. Тулай башлаһаң, иҙәнгә төшөп ятам. Кисәге һымаҡ өҫтөмдә йоҡлап китмә”, – тағы әллә ниндәй мәрәкәләрен әйтеп хушлашыр ине. Ҡатын-ҡыҙ ҡуйынынан мәхрүм булған мәхлүккә ни ҡала инде. Татлы хыялдарға бирелеп улай-былай әйләнгеләп йоҡоға китә алмай оҙаҡ ыҙалай ине Ансар.
Бына хәҙер мәрәкә ҡылам, тип трагикомедия яһап та ҡуйҙы ул. Ярай әле, бына Ғәлимә тап булды. Был ҡатын күңеленә ятты. Ҡулдан ысҡындырмаҫҡа уны, тип ҡарар итте “Сәскәнең” Ансары.
... Икеһенең дә өйгә ҡайтҡыһы килмәне. Ҡыҫҡа ғына йәй төнөндә күп нәмәләр тураһында һөйләштеләр, йондоҙҙар һанаған булдылар. Бер-береһенә асылмаһалар ҙа, икеһенең дә күңелендә киләсәктә бергә буласаҡтарына, үҙҙәренең пар килеүҙәренә ышаныс уянды. Урамдыҡылар малдарын көтөүгә ҡыуғанда йылға буйына төшкән һуҡмаҡтан алтмышты үтеп, йөрәктәре ун һигеҙгә тиклем йәшәргән Ғәлимә әбей менән Ансар бабай етәкләшеп ҡабаланмай ғына ҡайтып киләләр ине. Сит күҙҙәрҙән оялыу юҡ ине уларҙа, әйтерһең дә, күптәнән инде бер-береһенә яҡын кешеләр.
Ҡапҡа төбөнә килеп еткәс кенә Ғәлимәнең һыйырҙарҙы һауырға кәрәклеге иҫенә төшөп, өтәләнеп биҙрәгә тотоноуына өй ишеге асылып китте. Унда ҡояштай йылмайып улы күренде. Ул бер әсәһенә, унан ҡунаҡҡа ҡарап торҙго ла:
- Ой, әсәйем йәшәреп киткән!!! Тәҙрәнән ҡарап торҙом, класс!!! Һеҙгә етәкләшеп йөрөүе бик килешә! Әйҙә, ҡайтармайыҡ был ағайҙы, күреп торам инде, оҡшатҡанһың һин уны! – тип яу һалды.
Әсәһе ҡыҙарып-бүртенеп: “Китсе, китсе, улым. Оялмайһыңмы, ни һөйләйһең”, тигән булды. Шунан улар өсәүләшеп ултырып бик күңелле итеп сәй эсте. Ансар үҙенең быларға оҡшағанын һиҙеп ҡыуанып ултырҙы. Ғәлимәнең йылы ҡараштары “егетте” иретте, алйытты.
Ҡыҫҡаһы, ҡанатланып ҡайтырға сыҡты Ансар Белорет ҡалаһынан: “Юҡ, күсеп килһәм – киләм, яңғыҙ йәшәү бөттө...” – тигән ҡарарға килде ул.
Автобусҡа ултырғас, йөрөтөүсеһе: “Шунан, эшең эш булдымы?” – тип һораны. Ансар бер нәмә лә өндәшмәне, йылмайып, бармағы менән генә “Во” тип күрһәтте.
...Был юлы ла бәхете ҡалҡманы Ансарҙың. Йыл ярым “Сәскә”не оҡшатып яҙмышын бәйләйем тип өмөтләнеп йөрөп, уның кем икәнен күреп, белеп ҡайтты. Ғәлимә менән йышыраҡ бәйләнешкә сығып торорға һүҙгә килешкәйнеләр ҙә ул. Ҡайтып еткәс кенә Ансар ғәрлегенән ер тишегенә инеп китерҙәй булды: һуң бит Ғәлимәнең телефон номерын алырға онотҡан бит!!!
Оҙаҡ баш ватып йөрөнө Ансар. “Сәскәгә” шылтыратып унан һорарға баҙнат итмәне. “Ярай, берәй ваҡыт ҡайтанан Белореткә Ғәлимәнең үҙенә барып сыҡмайынса булмаҫ инде” – тигән ҡарарға килде ул.
Ләкин “Ковид” тигән афәт бөтә пландарҙы емерҙе. Кешеләр бер-береһе менән аралашыуҙан, уттан ҡурҡҡан һымаҡ, өркөп йәшәй башланылар. Ҡайҙа ул Ғәлимә тип ынтылырға, хатта ут күршең бикләнеп ултыра, ҡапҡа аша һөйләшәһең...
Ансар түҙмәне “симканы” алмаштырып “Сәскәгә” шылтыратты.
- Мин, Тимур, иҫләйһеңдер әле... Йәшәүҙәр нисек? Миңә Ғәлимәнең телефон номерын әйт әле. Яттан иҫләмәйемсе, телефонды юғалтҡайным, - тип алдашты.
- Һин дә дуҫың һымаҡ алдаҡсы икәнһең, бирмәйем, номерын. Ул һине бик оҡшатып ҡалғайны, ә һин! Ана, ҡәберенә барып һөйләш, Әбйәлил придурогы! Күпме көттө ул һине!!!
Был күңелде өшөткөс һүҙҙәрҙе ишеткәс йөрәк туҡтағандай булды, аяҡ аҫтынан ер уйылып Ансар үҙен бушлыҡҡа осоп барған кеүек хис итте. Уйҙары буталды, “Сәскәгә” аҡланырлыҡ һүҙҙәр әйтергә теле көрмәлде. Күҙ алдына: “Мине онотмаҫһыңдыр ул, тип уйлайым” – тигән һуңғы һүҙҙәре ҡолаҡҡа салынды.
“Субботу, воскресенье мин отдыхаю... Кил, могилу сходим... Хорошая была подруга... Теперь һин минеке, ха-ха, – тип тамамланы ул. Уға яуап итеп: “Әйҙә киләһе ялға...” – тип көсләп әйтә алды Ансар.
Күпкә өмөт иткән бәхете ике көнлөк кенә булған икән. Бер булмаған бәхет булмай икән ул, тигән фекер Ансарҙың аңында һеңеп, ғүмеренең ахырына тиклем яңғыҙлыҡта ҡалырға булды. Ғәлимәнең үлемендә үҙен ғәйепле һанаған һымаҡ, уның улы һәм әхирәтенән: “Нишләп килмәнең, алдап киттең?” – тигән үпкә һүҙҙәрен ишетмәҫ өсөн ул юлға сыҡманы... Ләкин ваҡыты менән онотолор әле, тип уйлауы бушҡа булып сыҡты.
Ғәлимә күҙ алдынан китмәне... Ул үлмәгән, тере кеүек тойолдо... Ахыр сиктә, түҙемлеге бөткән Ансар юлға сығырға булды. Ул был юлы “Сәскәнең” ҡапҡанына тағы эләкмәҫ өсөн Ғәлимәнең улының телефон номерын алды.
***
Асҡарҙы Белорет автовокзалында Ғәлим ҡаршы алды. Үҙенең яҡыны кеүек ҡосаҡлап күреште ул.
Ә һеҙ килеп ҡайтҡандан һуң ул бөтөнләй үҙгәрҙе, йәштәр һымаҡ осоп йөрөнө. Мин инде ҡыуандым ғына. Бер ваҡыт кәйефе төшә башлағас, мин: “Әйҙә, әсәй, үҙебеҙ янына барып киләйек”, – тигәйнем, ҡыуанып риза булды. Шулай итеп август башына һеҙҙең тыуған көнөгөҙгә барырға һөйләштек... Ләкин өлгөрмәнек, ҡәһәр һуҡҡыр “ковид” тигән нәмәләре йыҡты үҙен. Аҙна ауырыны ла үлеп китте. Һеҙҙе саҡырырға булғайным, телефонында номерығыҙҙы тапманым. Шулай хәлдәр, ағай...” – тип ауыр көрһөнөп ҡуйҙы Ғәлим.
Аҡланырлыҡ һүҙҙәр таба алманы Ансар... Байтаҡ ҡына ара үткәс, ул үҙен көсләп: “Улым, әйҙә, башта ҡәберлеккә барайыҡ” – тип әйтә алды.
... Бына зыярат. Теге һәм был фани донъя араһындағы ҡапҡа. Тереләр һәм үлеләр араһындағы күренмәгән кәртә...
Тыңлаулы бала кеүек Ансар Ғәлим артынан эйәрҙе. Атлаған һайын аҙымдар ауырайҙы, йөрәк бәреп сығырҙай булып дарҫлап типте. Бына улар ҡәбер алдына барып баҫтылар. Мәрмәр таштан яуырындарына ике ҡалын толомдарын һалған, Ғәлимә килеүселәргә йылмайып ҡарай ине...
“...Бер ваҡыт һүҙҙән-һүҙ сығып, әсәйем... Ҡәбер ташыма исем-шәрифтәремде ғәрәп телендә яҙырһығыҙ, тик фото ғына ҡуя күрмәгеҙ инде”, тигәйне. Мин уның васыятын яртылаш ҡына үтәнем... Нисек инде башҡаларҙың ҡәберҙәре йәмле итеп кәртәләнгән, мәрмәр таштарына, граниткә фотолары ҡуйылған... Күпме һүҙ ишеттем инде. “Нимә, тимер ҡоймаға аҡсаң етмәнеме? Ағастан бурап ҡуйғанһың”, маладис, Ғәлим, боронғоларса ҡарағас менән кәртәләгәнһең, ул бит мәңге серемәй. Ә тимерең бер нисә йылдан тутығып серей башлай”, - тигәндәре лә булды.
Күңелдә әсенеү тойғолары ҡайнаны... Нисектер, Ғәлимәнең үлеүенә үҙен ғәйепле кеүек тойҙо. Ҡәбер ташындағы рәсемдән мәрхүмә лә: “Һин яныма бер тапҡыр булһа ла килеп китһәң, йәшәр инем...” – тип әйтә кеүек.
Ансар түҙмәне, яңғыҙы ҡалғыһы килде... Янында өнһөҙ ҡатып ҡалған Ғәлимгә, бар батырсылығын йыйнап: “Улым... Мин насар кеше икәнмен... Минең әсәйең менән тәүге һәм һуңғы тапҡыр осрашыуым булған икән. Унан һуң беҙ һөйләшкәнебеҙ булманы... Сөнки мин телефон номерымды ҡалдырмағанмын. Сәскәнән һорарға баҙнат итмәнем...
Ғәлим улым, шулай һөйләшәйек. Мин әсәйең янында оҙағыраҡ булғым килә. Уҡыясаҡ доғаларым да ҡыҫҡа түгел... Ихласлап, ҡабаланмай ғына зыярат ҡылып ҡайтайым... Һин ҡайт, мин һиңә шылтыратырмын, килеп алырһың”, – тине.
Бер үҙе генә ҡалғас, Ансарға нисектер еңел булып китте. Ҡәбер ташынан һоро күҙҙәрҙә ут тоҡанған кеүек булды, күҙҙәр ҡыҫылып йылмайҙылар...
Ансар күңелен сорнап алған ауыр тойғоларҙан бушағандай булды.
- Һаумы... Һаумы, һуңғы мөхәббәтем... Нишләп кенә ҡабаланып китеп барҙың инде... Хәҙер ирең менән осраштығыҙ инде... Әллә берәй хур ҡыҙына өйләнгән булһа, мине көт. Һин минеке... Үҙебеҙгә йәшәргә матур ғына йорт алып ҡуй.
Әллә нимәләр һөйләп бөттө Ансар... Ә рәсемдәге Ғәлимәһе өнһөҙ генә, йылмайып тыңланы... Инде күңелдәге аҡ-зарҙы түккәс, Ансар үҙендә еңеллек һиҙеп, әрүәхтәргә бағышлап доғалар уҡыны...
Ҡайтырға сыҡҡанда ҡояш күктәргә күтәрелгән ине... Ҡапҡаны ябып, келәһен элгәс, кеҫәһенән телефонды алып оҙаҡ уйланып торҙо Ансар. Шунан Ғәлимдең номерын юҡ итте: “Нимәгә ул миңә? Уның ғүмере үҙенеке, минеке үҙемдеке...” – тип уйлап ҡуйҙы ул.
Трассаға сыҡҡансы ашыҡмай ғына атланы һаман яңғыҙлыҡтан арына алмаған Ансар...
Тәҡдирем шулайҙыр инде, тигән һығымтаға килде ул. Хоҙайҙың биргәненә шөкөр итеп йәшәүгә бер ни етмәй шул. Үҙенең дингә баҫып мулла булып китеүенә сикһеҙ шат Ансар. Намаҙҙар уҡып, кисен мәсеттә Ҡөръәнде уҡып күңеленә йәм, тыныслыҡ таба ул.
Ошо уйҙарға бирелеп атланы ла атланы Ансар хәҙрәт... Артта ҡара тупраҡ аҫтында ҡалған Ғәлимәһе менән булған ике генә көн, шундай бәхетле матур миҙгел булып тойолдо. Хәҙер ғүмере ахырында һағынырлыҡ, рухы өсөн аяттар уҡырға күңеле түренә ныҡлап ултырған яҡын кешеһе бар.
Шулай итеп дин юлында булһа ла “осло” мәҙәктәрҙе яратҡан Ансар хәҙрәттең үҙе уйлап сығарған “ҡатын алыу” комедияһын, тәҡдир яҙмыш “Ике көнлөк бәхет” исемле трагедияһы менән алмаштырып ҡуйҙы. Ҡатынлы булыу тигән хыял ҡояш кеүек балҡып атып, ғүмер офоҡтарына ҡыҙарып байып мәңгелеккә һүнде.
Мансур БАҺАУВ.