Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
3 Ноябрь 2022, 20:38

Саф мөхәббәт бар бит ул. Хикәйә. Тәскирә Даянова

Матур, мөхәббәтле парҙарҙы күрһәм, яндарынан йылмаймайынса үтә  алмайым.  Бигерәк һөйкөмлө, матур була бит улар. Бәхетлеләр, бер кемдә лә эштәре юҡ, әйтерһең, донъяла улар икәү генә. Үҙҙәренә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел.

Саф мөхәббәт бар бит ул. Хикәйә. Тәскирә Даянова
Саф мөхәббәт бар бит ул. Хикәйә. Тәскирә Даянова

 

...Уларҙың йәшлеге минең күҙ алдымда  үтте. Икеһе лә сибәр, килмәгән яҡтары юҡ. Ҡыҙҙың исеме  Ләйлә. Шуға микән, Саматына ла Мәжнүн ҡушаматы тағылды ла ҡуйҙы. Бер-береһенә булған мөхәббәттәре лә Ләйлә менән Мәжнүндекенән һис кәм булмағандыр. Урамдан икәү атлап үткәнен бөтәһе һоҡланып ҡарап ҡала төҫлө була торғайны. Ә парлашып бейеүҙәре һуң!.. Клубта гармун тауышы ишетелеү менән Самат ағай  төшөп тә китә, шунда уҡ ҡаршыһына  күбәләк һымаҡ осоп Ләйлә апай килеп баҫа. Был ваҡытта башҡа берәү ҙә бейемәй. Баҙнат итмәйҙәр.  

Мәктәп йәшенән дуҫлашып йөрөгән йәштәр, уҡыуҙы тамалағас, икеһе лә һөнәр алырға баш ҡалаға юлланды. Самат ағай урман хужалығы техникумын һайланы. Йәше еткәс,  әрме сафына алдылар.  Һөйгәне күҙ йәштәрен түгеп оҙатып ҡалды. Йәштәр мәңге бергә булырға вәғәҙәләр бирешеп, айырылды.

 Ләйлә апай тегенсе һөнәрен алып, алыҫ райондарҙың береһенә практика үтергә китте. Уны  яңғыҙ ғына йәшәгән бер әбейгә фатирға урынлаштырҙылар.  Һылыу ҡыҙҙы урындағы егеттәр ҙә шунда уҡ шәйләп алды. Үҙҙәренә нисек ҡаратырға белмәнеләр. Ләкин Ләйлә апай береһенә лә иғтибар итмәне. Клубҡа ла сыҡманы. Бергә эшләгән ҡыҙҙары саҡырып килһә лә, ризалашманы. Өҙөлөп Саматынан хаттар көттө, аҙаҡ төндәр буйы  яуап яҙҙы.  Һағыныуы ла етте. Сит ерҙәрҙә бигерәк ҡыйын икән ул. Үҙ яғында,  дуҫ-иштәре янында еңелерәк булыр ине лә бит. Нимә тип шул тиклем йәһәннәм тишегенә сығып китмәк кәрәк булғандыр? Өфөлә лә ҡалырлығы бар ине бит. Ҡыҙҙың күҙҙәренә йәштәр тығылды.

Бәлә аяҡ аҫтында ята, тип юҡҡа әйтмәйҙәр икән. Бер көндө әбейе район үҙәгендә йәшәгән улдарына ҡунаҡҡа китте бит. Ләйлә бер үҙе йоҡларға  ҡурҡып, әхирәтен саҡырҙы. Уныһы ҡыҙға күптән күҙе төшөп йөрөгән ағаһын да эйәртеп килгән. Ләйләгә был оҡшаманы, әлбиттә.

– Әхирәтең менән таныштыр, тип ҡолаҡ итемде ҡалдырманы бит. Ярай, күреп һөйләшһен инде, тинем дә ризалаштым. Хәҙер ҡайтып китә ул, – тип аҡланды ҡыҙ.

Икенсе көндө егет көтмәгәндә бер үҙе генә килеп инде.

–Һеңлем бөгөн килә алмай. Сирләберәк тора, – тине ул. – Әллә әҙерәк ҡыҙмасараҡ та инде.   Һүҙгә бөткән Әхәт сутырлығы сығып, хәбәрен ойотто ғына.

Ләйлә инде ваҡыттың һуң булыуы, иртәгә эшкә барырға кәрәклеге тураһында ишаралағас та  урынынан ҡуҙғалырға ашыҡманы.  Уның бер ҡайҙа ла киткеһе килмәй ине. Һушы китеп, ҡыҙҙан күҙен ала алмай ултырыуын дауам итте. Ҡайһылай рәхәт уның янында. Мин һине бер кемгә лә бирмәйәсәкмен,  тип хәл итеп тә ҡуйҙы эстән. Ләйләнән башҡа тормошон күҙ алдына ла килтермәне.  Ниңә, ул да бөткән егет түгел дә инде.  Ана, эргәһендә бөтөрөлөп йөрөгән ҡыҙҙар күпме...  “Ә һин барыбер минеке буласаҡһың”, – тип уйлап, Ләйләгә өтөрҙәй итеп бер ҡараны ла:

– Берәй сынаяҡ сәй ҙә эсермәй сығараһыңмы ни, әхирәтеңдең ағаһын, тип әйтеп ҡуйҙы.

Ҡыҙ теләр-теләмәҫ кенә электр самауырҙы ҡабыҙып ебәрҙе. Үҙенең йөрәге атылырҙай булып сыҡты. 

  • Уф-ф, ниңә китмәй икән ул? Ни әбейе һаман ҡайтмай.

Сәй янына ултырғас, Әхәт ҡайҙандыр вино ла килтереп сығарҙы. Уның һүҙен йыҡмайым, тип Ләйлә лә тәмләп-тәмләп ултырҙы. Ҡыҙмаса булып алған Әхәт үҙен тыйып тоторлоҡ хәлдә түгел ине. Ана шунда,  төҙәлмәҫлек хата эшләнә лә инде.

...Ауырға ҡалғанын белгәс, сараһыҙҙан яратмаған кешеһенә кейәүгә сығырға риза була Ләйлә. Саматы ғәфү итмәҫ, тип ныҡ яңылыша. Заманалар  башҡа ине шул ул саҡта. Кейәүгә сыҡмайынса ауырға ҡалыу ҡот осҡос хәл булып күренә ине.

Шулай армиянан килгән  хаттар яуапһыҙ ҡала килде. Ут йотоп һалдат һөйгәненән хәбәр көттө. Нимә уйларға ла белмәне. Ауылдағы дуҫтары ла ҡыуандырырлыҡ һүҙҙәр  әйтмәне. ”Бер ҙә ҡайтҡаны юҡ.   Иң яҡын әхирәте Динә лә бер нәмә белмәй.  Үҙебеҙ аптырайбыҙ. Әсәһе  лә һөйләшеүҙән ҡаса”, – тип  уның былай ҙа янған йөрәгенә  ут ҡына һалдылар. 

 Ләйләнең ире алама кеше түгел ине. Уның өсөн өҙөлөп торҙо. Хатта Саматтан килгән хаттарҙы үҙе  ҡулына килтереп тоттороп,  йәндәй күргән кешеһенең  күҙҙәренә мөлдөрәп кенә  ҡарап торор ине. Ысынлап та ярата, үлеп ярата ине шул. Ҡатыны ни теләй, шуны эшләне. Уның ғәфү итерен күпме кәрәк булһа, шунса көтөргә риза ине. Тик ташлап ҡына китмәһен.

Ләйлә апай... Һин нимәләр кисерҙең икән был ваҡытта. Ғәфү итә алдыңмы уны? Итмәй ҡайҙа бараһың инде. Яратмаһаң да йәшәй-йәшәй кеше бер-береһенә өйрәнә, барыһына ла күнә. Аҙаҡ, балалар тыуғас, шуларға әүрәйһең. Ләйлә апай ҙа шулай иткәндер инде. 

...Бер ваҡыт магазинға китеп барһам, күпергә етәрәк, ҡаршыма  йәш кенә ир менән ҡатын килгәнен күреп ҡалдым.  Беҙҙең ауыл кешеләренә һис оҡшамағандар. Ҡатыны бигерәк сибәр күренә, нәзәкәтле итеп кейенгән. Һомғол буй-һыны, матур баҫып атлап килеүе әллә ҡайҙан иғтибарҙы йәлеп итә. Беҙҙең ара яҡынлашҡандан-яҡынлаша.  Эргәгә килеп етер саҡта ғына таныш йөҙҙө шәйләп ҡалдым.  Ләйлә апай бит! Тегеһе ирелер инде.  Мине күргәс тә танып ҡалып, Ләйлә апай ҡаршыма йүгереп килде лә ҡосаҡлап өйрөлтә башланы.

– Эй, туғанҡайым, һине лә күрер көндәр бар икән. Әйҙә, беҙҙең менән. Тауға менеп, ауылды өҫтән бер ҡарайыҡ әле. Шул тиклем һағындырған, – тигәйне эйәреп киткәнемде  һиҙмәй ҙә ҡалдым.

  Яҡын кеше булды  ул беҙҙең өсөн. Яратҡан апайыбыҙ менән бер туғандар кеүек булдыҡ шул. Әсәйемдәр  эш менән ҡайҙалыр китһә, гел  күҙ-ҡолаҡ булырһың, тип уны ҡалдыра торғайнылар.  Әлегеләй хәтеремдә, мал-тыуарҙы ҡараштырып,  тәмле итеп ашарға бешерә торғайны. Аҙаҡ Самат ағай килеп етә. Бергәләп киске аш ашайбыҙ ҙа, улар клубҡа сығып китә.

Хәтирәләргә бирелеп килә торғас, Ләйлә апайҙың ҡапыл ғына туҡтап ҡалыуына терт итеп ҡалдым. Алға ҡараһам, Самат ағай тора. Бағана кеүек бер урында ҡатҡан да ҡалған. Икеһе лә  бер-береһенә ҡарап тик торалар. Минең йөрәк дөп-дөп тибә башланы. Хәҙер нимә булыр икән? Ләйлә апайҙың ире лә эштең ниҙә икәнлеген һиҙеп, алғараҡ атланы. Уны шул тиклем ныҡ күрә алмаһам да, аҡыллы кеше икән, тип уйлап ҡуйҙым. Былар шулай күпме торғандыр?  Аңына башлап Самат ағай килде.  Ул ҡапыл боролдо ла магазинға инеп китте. Исмаһам, иҫәнләшмәне лә.  Ләйлә апайҙың күҙҙәренән субырлап йәш аға. Тауышланмай, шым ғына илай.  Яйлап баҫып тауға үрмәләйбеҙ. Мин уның ҡулынан етәкләп алдым.  Тауҙың түбәһенә етәрәк:

– Ләйлә, бына күпме сәскәләр йыйҙым үҙеңә, – тип  ап-аҡ тештәрен йылтыратып, ҡаршыбыҙға ире йүгереп килеп тә етте.

Рәхмәт, тип гөлләмәне алды ла Ләйлә апай атлауын дауам итте. Ана шунда ул  барыһын да һөйләне лә инде. Мин дә бәләкәй бала түгел инем инде,  медицина училищеһының икенсе курс студенткаһы. Әллә ниндәй кәңәш бирә алмаһам да, кешене тыңлай беләм. Ә ул күңеле булғансы һөйләне лә һөйләне.

Кискеһен клубҡа сыҡтым.  Йәштәр вальс әйләнә. Бер ваҡыт гармунсы бейеү көйөнә күсте. Ни ғәләмәт, Самат ағай килеп төшмәһенме? Ҡатынын, бәләкәй балаһын ҡалдырып килгәненә аптырап киттем.  Артабан нимә булды тиһегеҙме? Ҡаршыһына әллә ҡайҙан  Ләйлә апай килеп сыҡты. Ҡайҙа торған һуң ул? Ни эшләп   күрмәнем икән? Алдан һөйләшкәндәр, тиерһең. Ныҡ бейене улар. Нәҡ йәш ваҡыттарындағы кеүек. Бер заман Ләйлә апай ҡапыл ғына туҡтап, Самат ағайҙың ҡаршыһына баҫып, күҙҙәренә туп-тура ҡараны ла атылып ишектән сығып йүгерҙе.  Самат ағай тағы ла  таш бағаналай ҡатты ла ҡалды. Мәжнүн. Ә минең ныҡ итеп илағым килде.  

 Хәҙер улар өлкән кешеләр инде. Тик бергә генә була алманылар. Ләкин ғүмер буйы бер-береһен юҡһынып, мөхәббәт хистәрен һүндермәй йәшәнеләр. Ләйлә апай ауылға һирәк ҡайтты. Ә «Мәжнүн»е уның иң яҡын әхирәте Динәгә өйләнде. Бының үҙенә күрә сәбәбе лә бар ине. Йәшлек дуҫы янына бер булмаһа, барыбер бер килер, тигән өмөттә йәшәне ул. Килде ҡәҙерле кешеһе уларға, Саматтың янында ғына баҫып торҙо. “Ниңә ул аҙымға барҙың инде. Мин әллә нимә булһа ла һине ташламаҫ инем. Йүләркәйем минең. Һинең менән нисек бәхетле булыр инек” , – тип әйткеһе килде. Тик бер ни ҙә ҡылып булмай  шул. Ләйләнең дә нимәлер  һөйләгеһе килгәне күренеп тора. Их, хәҙер рәхәтләнеп бер ултырып һөйләшеп тә булмай шул.

Бер-береһен өҙөлөп яратҡан парҙар бергә була алмай,тип әйтеүҙәре дөрөҫтөр, ахырыһы. Үкенесле, ә шулай ҙа ҡайҙалыр үҙеңде йәнендәй күреп яратҡан, һинең турала уйлап йөрөгән кешеңдең барлығын бөтә йөрәгең менән тойоп йәшәү ҙә оло бәхеттер, тим. Ул да һәр кемгә тәтемәй. Был донъяға бер тапҡыр ғына килгәнбеҙ, үкенестә ҡалмаһын, тип улар бергә лә була алыр ине, ләкин был аҙымға барманылар. Балаларын етем иткеләре килмәне. Уның ҡарауы, бер-береһенә булған яҡты хистәрен ғүмер буйы тап төшөрмәйенсә һаҡлай алдылар. Саф мөхәббәт бар бит ул!

 

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.

 

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: