Ағиҙел
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
31 Октябрь , 17:19

Тәүге ҡар. Хикәйә. Земфира Аҡбутина

Оҙон тәнәфестә уҡытыусыларҙы биш минутлыҡ кәңәшмәгә йыйҙылар. Йома көн үтәсәк директорҙар семинарында күрһәтәсәк асыҡ дәрестәрҙе яңынан ҡарап сығыр өсөн. Быға тиклем расписание үҙгәрмәйәсәк, 2-се дәрестәргә инәсәктәр, тигәйнеләр. Йомала минең дәрестәрем 3-сө сәғәттән башлана. Шуға тыныс ҡына ултырам. Завуч ҡулына расписание тотоп, дәрестәрҙе ҡарай башланы. 5-се, 6-сы кластар билдәләнде. 7-не өндәшмәй үтеп китте. 8, 9,10, 11-ҙә лә дәрестәр расписание буйынса буласаҡ. Завуч, мөһабәт кәүҙәле Илнур Фәнил улы ҡулдары менән һорғолт бөҙрәләрен артҡа һыпырып, һүҙ башланы:

Тәүге ҡар. Хикәйә. Земфира Аҡбутина
Тәүге ҡар. Хикәйә. Земфира Аҡбутина
 

Бөтәбеҙ ҙә белеп торабыҙ, берҙән, 7-се класс – бик көсһөҙ класс. Расписание буйынса – математика. Икенсенән, белеүегеҙсә, математика уҡытыусыһы Гөлгөнә Рәсил ҡыҙы сентябрҙән генә эш башланы. Шулай булғас, 7-се класта 2-се дәрестә бер нисек тә математика дәресе була алмай. Ни эшләйбеҙ?

Бөтәһе лә тынып ҡалды. Ысынлап та, вуз тамамлап, ике айҙан артыҡ эшләгән йәш специалист директорҙар талабына ярашлы асыҡ дәрес бирә алмай – уныһы аңлашыла. Тик бер уҡытыусы ла 7-сене алғыһы килмәй – быныһы факт. Күпме педсоветтарҙа улар өсөн бәхәсләшеү, һөйләшеүҙәр булды – ни өсөн “көсһөҙ класс”? 2-3-сө кластарҙа 3-4-се кластар менән бергә уҡыу һөҙөмтәһе емеше ине улар. Ике класта ла ундан ашыу бала – уҡытыусы ниндәй генә тырыш, яҡшы уҡытмаһын, тейешле белемде алып бөтә алманы балалар. Тиҙҙән, әлеге көндә дүрт класс бергә уҡығандар урта кластарға килһә - унда күпме булыр әле шау-шыу?!.

Береһе лә өндәшмәгәс, Илнур Фәнил улы:

Ул көндө 7-селә 5-се дәрестә Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте була. Бәлки, һеҙ алырһығыҙ, Әлфирә Баязитовна? – тип шикләнеп кенә миңә ҡараны. Бөтәһе лә миңә әйләнде. Күптәрҙең йөҙөндә кинәйәле йылмайыу. “Шәп уҡытыусы исемен йөрөткәс, әйҙә, “көсһөҙ класс” менән шәп булып ҡара әле!” – тигән уйҙы уҡырға була ине унда.

Мин мыҫҡыллы йылмайыуҙарға иғтибар итмәнем, өйрәнеп бөткәнмен инде. Эшләүенең тәүге йылында ғына асыҡ дәрестәрҙән ҡурҡып, ҡасып китмәһен

 

тип, Гөлгөнә Рәсил ҡыҙын уйланым да, күндәм генә:

Ярар, алырмын, – тинем.

... Дәрескә инергә ҡыңғырау шылтыраны. Миңә тап шул 7-сегә дәрес ине хәҙер. Бөгөн теманы яҡшы үҙләштерһәләр, йомала үткән асыҡ дәрестә лә һынатмаҫтар әле, тигән уй менән класҡа индем.

 

 

* * *

Яңы теманы аңлатып бөткәс, үҙ аллы эш биреп ултырттым. Үҙем журналға теманы яҙып ҡуйырға тип, инде генә ултырғайным, бер уҡыусым ҡапыл ҡысҡырып ебәрҙе:

Тышҡа ҡарағыҙ әле! Ниндәй матур ҡар яуа!

Уға башҡалар ҙа ҡушылды:

Ҡар яуа! Ҡар яуа!

Тәҙрәнән күҙен алмай, ҡайһы берәүҙәр тотош стенаны биләп торған ҙур тәҙрә янына йүнәлде.

Мин дә яй ғына урынымдан тороп, ирекһеҙҙән улар янына барып баҫтым.

Ергә тәүге ҡарҙар яуа! Ябалаҡлап ҡына яуған ҡарҙарға ҡарап, иҫебеҙ китеп ҡарап торҙоҡ. Ҡара ергә төшкән аҡ ҡар бөртөктәре юғала барһа ла, тәүге булыуы менән күңелдә күпме кисерештәр уята!

Тәүге ҡарҙар яуа! Тимәк, ап-аҡ тынын бөркөп, ҡыш миҙгеле аяҡ баҫа Ергә! Ҡышты балалар ғына түгел, ололар ҙа көтөп ала. Балалар сана, коньки, саңғыла шыуыу өсөн көтһә, ололар йәй, көҙ буйы бөткөһөҙ мәшәҡәттәрҙән бушап, яҙ сыҡҡансы бер аҙ ял итеп ала ошо миҙгелдә. Һәр хәлдә, ауыл кешеһе өсөн ҡулай был ҡыш. Шулай күпмелер торғанбыҙҙыр, – бер минутмы, икеме. Янымдағы уҡыусылар мине тиҙ генә ысынбарлыҡҡа тартып ҡайтарҙы:

Апай, ә директорҙар килгәндә беҙгә ниндәй дәрес була ул?

Һүҙҙе башҡалары элеп алды:

Башҡа кластар асыҡ дәрескә әҙерләнә, ә беҙ белмәйбеҙ ҙә...

Беҙҙе алыусы юҡ.

Шулай инде. Беҙ – иң насар класс булғас...

Бына бит, тәбиғәттең иң мөғжизәле мәлен күҙәткәндә лә, уларҙа – тормош ғәме. Шулай булғас, ниңә улар насар класс булһын?!.

Дәрескә ингәс тә, яңылығымды нисек, ҡасан әйтергә тип баш вата инем, бына бит форсаты үҙенән-үҙе килеп сыҡты. Иң кәрәкле һүҙҙәр эҙләгәндәй, урындарына ултырышҡан уҡыусыларға ҡарап, һүҙ башлайым:

Балалар, ярай әле иҫкә төшөрҙөгөҙ, һеҙгә асыҡ дәрес Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтенән була.

Класс тынып ҡалды.

Беҙ иң насар класс булғас, беҙҙе белмәйҙәр тип, әрләп китһәләр, Һеҙгә эләгә инде, - тине “осоҡ” ҡушаматлы ҡыҙ Дилә.

Бына бит, иң тәүҙә мине ҡайғырталар... Юҡ, баштағы “ беҙ насар” тигән уй менән уңышҡа ирешеп булмаясаҡ. Атакаға күсәм.

Үҙегеҙҙең республикағыҙҙың тарихын һәм мәҙәниәтен белмәй, оятҡа ҡалырға уйлайһығыҙмы? Һеҙ бына бәхетлеһегеҙ, икенсе йыл етенселәр ФГОС

 

буйынса Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте предметын өйрәнә алмаясаҡ, уларҙы йәлләр кәрәк, – тим. Өндәшмәйҙәр. Күҙҙәре ҙур асылған. Әйтер һүҙҙәремде әйтеп бөтөргә тырышам. – Ингән кеше һеҙҙе белмәй, ләкин барығыҙҙың да ата-әсәһен белә. Дәрестән сыҡҡас, “Анау партала ултырған кемдең балаһы ине, белмәй бит”, йәки “Бынауҙа ултырғандың бөтөнләй дәрестә эше юҡ бит”, тиһә, яҡшымы, әллә “ Бынау бала ҡайһылай шәп белә, атаһы кем?”, тип һораһалар, яҡшымы? Әҙерләнергә ваҡыт бар. Мин һеҙгә ышанам, – тим.

Ҡыңғырау шылтыраны. Журналыма баһалар ҡуйған арала

балалар геүләшеп асыҡ дәрескә нисек кейенеү тураһында һөйләшә ине.

Илнар, һин сәсеңде алдыраһыңдыр ул?

Айназ, йомаға салбарыңды үтекләп кил инде!

Бөтәбеҙгә лә форма кейергә, егеттәр аҡ күлдәктә, ҡара салбарҙа!

Еңел һулап ҡуйҙым. Тимәк, боҙ ҡуҙғалды. Былай барһа, эштәр хөрт түгел! Бынан һуң дәресем юҡ ине. Ҡайтырға сыҡтым. Саф һауала тын алыуы ла рәхәт. Таш мәктәптә нисек тынсыу икәнен урамға сыҡҡас ғына аңлайһың.

Өйөрөлөп-өйөрөлөп ҡарҙар яуа! Улар аяҡ аҫтындағы бысраҡ ерҙә юғалып ҡала. Ә юл ситендәге таҙа ерҙә аҡ мыйыҡтай аҡ һырҙар һуҙылып киткән.

Ошо тәүге ҡар яуыуына бәйле бала саҡ хәтирәһе мине ғүмерем буйы оҙата килә. Был күңелһеҙ хәтирә иҫкә төшкән һайын, мин уны уйымдан тиҙерәк ҡыуырға теләйем. Ләкин ул бәйләнсек себен кеүек , тәүге ҡар яуа башлау менән, күҙ алдына килә лә баҫа.

 

 

* * *

 

 

Бишенсе класта уҡып йөрөйбөҙ. Беренсе-икенсе класта беҙ бик бәхетле булғанбыҙ – уҡытыусыбыҙ Бикә Ғәлләм ҡыҙы ине. Өсөнсөлә төрлө кеше уҡытты. Сөнки Бикә апай Ҡәһәрмән ағайҙан айырылып, бәләкәй генә ҡыҙы Розаны алып, Учалыһына ҡайтып китте. Беҙҙе генә түгел, шаян малайҙарҙы ла баштарынан һыйпап, яратып ҡына уҡытҡан Бикә апайыбыҙҙы шул тиклем һағындыҡ. Мин әсәйемдән уның ниңә ҡайтып китеүен дә һорашып бөттөм. Әсәйем:

Йүнһеҙ кеше булып сыҡты был Ҡәһәрмән. Шул тиклем матур, уңған, аҡыллы ҡатынды тота алманы. Балалар уҡытыусыһыҙ ҡалды, – тип үҙенең дә ҡайғырыуын белдерҙе, аҙаҡ – Яҡшы ҡатынды тотоу өсөн үҙеңә лә аҡыллы ир булыр кәрәк шул, – тип өҫтәп ҡуйҙы.

Шуға мин эсемдән генә Ҡәһәрмән ағайҙы әрләп йөрөнөм. Ни өсөн халыҡ уны Ҡәһәрмән тип атаған? Ҡаһарман – баһадир булһын тип ҡушылғандыр бит исеме?!. Ә бында Ҡәһәрмән – “ҡәһәрле кеше”!.

Шулай дүртенселә урта звеноға сыҡтыҡ бөтә фәндәр буйынса ла төрлө уҡытыусы һабаҡ бирә. Математиканан Сәнә апай уҡыта. Уны “йүкә телефен” аша уҡытыусылыҡҡа уҡымаған, ун класс ҡына уҡыған тип ишеттек. Беҙҙең класта ла “йүкә телефон” йөрөткән ҡыҙҙар бар. Түбәнге остан Вәғиә исемле

 

ҡыҙҙы хатта “ белешмәләр бюроһы” тип йөрөтәбеҙ. Нимә һораһаң да, һәр саҡ белә, бөтә нәмә менән хәбәрҙар. Бына шул “йүкә телефон” “математика уҡытыусыһы юҡҡа ғына уҡытып йөрөй”, тигән дә хәбәр еткерҙе. Әйтәм, беҙҙең шуҡ малайҙарҙы тыя алмай. Улары дәрес ваҡытында шаярып та, хатта һуғышып та алырға өлгөрәләр. Ә мин математиканы яратам. Сәнә апай таҡтаға яҙған миҫалдарҙы иң элек эшләп бөтәм. Китаптан бирелгән мәсьәләләрҙе лә сисергә яратам. Шулай байтаҡ ҡына уҡып, Сәнә апайға өйрәнә лә башлағайныҡ. ...

Бер көн дәрестә, ғәҙәтттәгесә, таҡтаға яҙылған миҫалдарҙы дәфтәргә күсереп, эшләп ултырабыҙ. Ҡапыл күҙем тәҙрә аша тышта ҡар яуғанын шәйләне. Нисек итеп:

Ҡарағыҙ әле, тышта ҡар яуа! – тип әйткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Китте шау-шыу! Бөтәһе лә тәүге ҡар яуыуына шатлана, “Ура!” ҡысҡыра, сәпәкәйләй. Ҡайһы бер шуҡ малайҙар ҡар яуыуын ҡарарға тәҙрәгә ябырылды. Аҡбур тотҡан Сәнә апайҙың таҡта янында албырғап ҡалғанын абайлап, миҫал эшләүемде дауам иттем. Бер саҡ Сәнә апайҙың сәрелдәүенә терт итеп ҡалдым.

Сығып кит кластан!

Миҫалымды эшләп бөтмәй, башымды күтәреп, уҡытыусыға ҡараным. Ә ул сәрелдәүен дауам итте:

Бер нимә булмағандай ултыра бит әле үҙе! Юғал күҙемдән!

Класс тынып ҡалған. “Ура!” ҡысҡырып тәҙрәгә ябырылған балалар ҙа урындарында ултыра. Сәнә апай ғына сәрелдәүен дауам итте:

Сығып кит, тиҙәр бит һиңә!

Кемде әрләй икән тип, тирә-яғыма ҡарайым. Бөтә күҙҙәр, ҡурҡынып, миңә төбәлгән. Шунда ғына мин уҡытыусының нәфрәтле күҙҙәренең уғы миңә тоҫҡалғынын абайланым.

Ул да булмай, уҡытыусы миңә килеп йәбеште.:

Әллә һаңғырауһыңмы, сығып кит тиҙәр бит һиңә!

Үҙем дә һиҙмәҫтән:

Сыҡмайым! – тинем дә партаға сат йәбештем. Бер киреләнә башлаһам, ныҡ тиҫкәре кеше мин. Сәнә апай, мине тартып урынымдан ҡуҙғата алмағас, сәрелдәп, партанан айырмаҡ булып, тарта башлағайны, парта урынынан шыла башланы. Сәнә апай мине тарта, мин партаға йәнтәслим йәбешкәнмен. Бына парта шыуып ишек төбәнә килеп етте. Бөтә балалар ҡурҡышып бер-береһенә ҡараны. Сәнә апай үҙенең генә көсө етмәгәс, кластан сығып китте.

Класс тып-тын. Берәү ҙә бер нәмә тип тә һүҙ ҡатмай. Күп тә үтмәне, Сәнә апай, Сирғәле тигән ағай менән килеп инде.

Сирғәле ағай физиканан уҡыта. Ул – пенсия йәшенә етеп килгән ҡыҫҡа ғына буйлы йыуан тәпәш бер ағай. “Йүкә телефон” уның тураһында “насар тәртибе өсөн ялан яҡтарынан беҙгә, йәғни урман яҡтарына һөрөлгән бәндә” тип һөйләй. Дөрөҫ һүҙҙәр булғандыр. “Башта ыңғай ғына йөрөһә лә, ул тиҙҙән бында ла “төшөрә” башланы, тол ҡатындар менән сыуалып, типтереп йәшәй башланы, ” – тип тә өҫтәй физика уҡытыусыһы хаҡында “йүкә телефон”. Шуғалырмы, Сирғәлин фамилиялы был кешене олоһо ла, кесеһе лә Сирғәле

 

тип кенә атаны ла ҡуйҙы.

Сәнә апайҙың дәресендә шаулашып ултырған малайҙар Сирғәленең дәресендә ҡыл ҡыбырлатырға ла ҡурҡып ултыралар. Төптән гөрөлдөк тауышы, ҡара ҡыҫыҡ йүгерек күҙҙәре менән Сирғәле әллә кемеңде өркөтә ала. Шым ғына ултырһаҡ та, физиканы беҙ шәп белә икән тип уйламағыҙ! Ул дәрестең темаһын аңлата-аңлата ла дәреслектә яҙылғанды күсерергә ҡуша. Үҙе ҡайҙалыр сығып китә. Звонок булыр алдынан ғына инә лә, ҡалғанын өйҙә күсерергә ҡуша. Кем дәфтәренә яҙып килә, икенсе дәрестә уға “5” ҡуя, кем яҙмай – уға “2”.Физиканан мин гел “5” алам. Ләкин нимә күсергәнемде аңламайым. Яҙғанымды аңларға тырышып, ҡат-ҡат уҡығаным да бар, барыбер аңламайым. Ә башҡа предметтарҙан “5”-кә, “4”-кә уҡыйым, уларҙы аңлайым.

Сирғәле минең яныма килеп баҫты:

Тор, әйҙә, сығайыҡ!

Юҡ, сыҡмайым!

Ул мине беләгемдән тотоп ҡуҙғатырға уйлағайны, мин тағы партаға йәбештем. Сәнә апай, яҡлаусыһы бар кешеләй, сәрелдәп:

Ә, бер ҙә сыҡҡың килмәйме, кеше ҡотортоп ултырырға шәп инең бит, сыҡ кластан! – тип боҙоҡ пластинка кеүек, бер һүҙҙе тәҡрарланы.

Сирғәле аптырап торҙо ла сығып китте. Шул саҡ ишек асылып китте лә унда директор менән завучтың баштары күренде. Завуч – рус теле уҡытыусыһы, шундуҡ:

Что происходит? – тип һораны.

Директор бер партаға йәбешеп ултырған миңә, бер ишек төбөнә килеп ултырған партаға ҡарап, эштең ниҙә икәнлеген тиҙ төшөндө, буғай, Сәнәгә ымлап:

Сәнә Сабир ҡыҙы, кабинетымды көтәм һеҙҙе! – тип сығып китте.

Икенсе көн Сәнә апай уҡытырға килмәне. Бер аҙҙан һуң ул клубта иҙән йыуыусы булып эшләй башланы.

 

 

* * *

Йома көнө еткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. “Беҙҙе бер уҡытыусы ла алғыһы килмәй” тип йөрөгән етенселәрем көтөлгән көндә бөтәһе лә ыҫпай кейенгән, өйгә эштәре әҙерләнгән ине. Дәрестә нимә ҡушыла, шуны үтәп, әүҙем ҡатнашты! Һәр береһенең күҙҙәре яна, ярышҡа сыҡҡан аттармы ни – барыһы ла эшләне! Бик ҡәнәғәт ҡалдым балаларҙан! Директорҙар алдында ятҡан 10 талап буйынса ла – иң юғары баһа ҡуйылған ине дәресемә! Ул ҡағыҙҙы мин завучтың ҡулында яңылыштан ғына күреп ҡалдым.

Өҫтән оло йөк төшкәндәй, ҡайтырға сыҡтым. Өс көн туҡтамай тиерлек яуған ҡар бөтә донъяны аҡҡа буяған. Йәш ҡар һыуығы быға тиклем иҙелеп ятҡан аяҡ аҫтын да шыҡырлатып туңдырған. Ошо донъяның аҡлығына кинәнеп, өйгә ашығам.

Асыҡ дәрескә әҙерләнеп, уның өсөн борсолоп, ошо арала әсәйем менән дә һөйләшмәгәнмен икән. Эштәрем уң барһа ла, кәйефем төшһә лә, әсәйемә

 

шылтыратып алырға ғәҙәтләнгәнмен. Әле лә кәйефләнеп, телефон һандарын йыйҙым. Сымдың икенсе осонда әсәйемдең тауышы ишетелде, йөрәккә йылы йүгерҙе. Әсәйем тәүҙә өйҙәге хәлдәрҙе, унан ауыл яңылыҡтарын һөйләй. Унан мин үҙ хәлдәремде һөйләйем – шулай өйрәнеп бөткәнбеҙ. Әле лә әсәйем өй тирәһен барлап сыҡҡас, ауыл яңылыҡтарына күсте. Терт итеп ҡалдым, мәктәптән ҡайтҡанда ғына иҫләп ҡайтҡан Сәнә апай хаҡында ине уның һүҙе.

Пенсияға сыҡҡас, Сәнә аҡылға еңеләйеп китте бит. Һуңғы йылдарҙа ауылда йәшәмәне, әле оло, әле кесе ҡыҙында булды. Икенсе ҡыҙында саҡта булған был хәл. Аҡылы еңеләйгәс, яңғыҙын ғына ҡалдырмағандар, гел бикләп йөрөр булғандар. Был юлы янында ете йәшлек ейәнсәре булғас, ишекте бикләмәгәндәр. Ҡыҙы ла, кейәүе лә эштә булған. Ейәнсәре күршеләренә уйнарға инеп киткән. Ейәнсәрен эҙләп, Сәнә лә сығып киткән. Балалары эштән ҡайтһа, әсәләре юҡ. Башта өндәшмәй генә эҙләгәндәр. Төнгә тиклем ауыл буйлап эҙләһәләр ҙә, таба алмағас, полицияға хәбәр иткәндәр. Төндә ныҡ һыуытып туңдырып ебәрҙе. Кистән башланған тәүге аҡ ҡарҙа Сәнәнең эҙҙәрен, сисеп ырғытып киткән кейемдәрен күреп, үҙен дә табып алғандар. Бер ҡайын төбөндә бөршәйеп кенә туңып ултырған була. Урманда бик алыҫҡа киткән булған. Бәлки, ауылға ҡайтырға уйлағандыр.

Ошо тәүге ҡар яумаһа, уны таба алмаҫтар ине. Бәхетенән, ҡар яуған, тип һөйләй халыҡ, – тине әсәйем.

Телефонды һалғас, шаңҡып торҙом. Йәл ине Сәнә. Мин уның аҡылға зәғифләнгәнен дә ишетмәгәйнем.

Ә ҡар уны ҡотҡарған! Ошо тәүге ҡар яумаһа, эҙен дә, үҙен дә тапмаҫтар ине. Йә берәй йәнлек ботарлап китер ине, йә яҙға тиклем.. уйлауы ла ҡурҡыныс!.. Бәхетенән, тәүге ҡар яуған! Бәндәләре аңламаған нәмәләрҙе Хоҙай Тәғәлә башҡаларға тәбиғәт аша еткерергә тырышамы әллә?!..

 

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас в