Йәй эҫе, ҡояш ҡыҙҙыра, эргәлә Ҡыҙыл ағып ята. Балалар сыр-сыу һыу инәләр.. Апай менән икәүҙән икәү кәртүк утайбыҙ. Арыһаҡ һыу инербеҙ, тип бер-беребеҙҙе дәртләндереп эшләйбеҙ.
- Иртәгә ағай ял итә шикелле. Бергәләп эшләһәк бөтөрбөҙ ул, - тине мине апайым йәлләп.
- Һе, ул ней йүгертә инде беҙҙе "шәп, шәп, шәп" тип.
✳️✳️✳️
Ағай шарт та шорт бүлмәлә нимәлер эҙләй, шул арала беҙҙе уята:
- Әйҙә йәһәт йәһәт, тороғоҙ, нимә төшкә тиклем йоҡлап ятағыҙ.
Ағайҙың уҫал тауышын ишетеп һикереп тороп ултырҙым.
Әрменән ҡайтҡас, унан да йомшағыраҡ кеше юҡ ине. Бәләкәй саҡта беҙҙе туҙҙырып тотҡан ағай юҡ булған, тип аптыраған инем ул саҡта. Юҡ, ул шул көйө, шул уҡ тупаҫ.
Яңы боролған ҡаймаҡ менән сәй эстек тә, тәпкеләребеҙҙе тотоп киттек огоротҡа.
- Ошо бер майкаһын кейеп ала ла... - тип ағай минең арт янында "Х" хәрефен хәтерләткән эләмкәле майкама бәйләнә башланы. - Башҡа кейемең юҡмы әллә? - Кейһәм нимә булған, оҡшағас кейәм инде, эҫе ләһә!
- Уныһының төҫө лә уңмай бит әле.
Беренсе классҡа бара торған йыл әсәйҙәр апайым менән икебеҙгә оҡшатып юбка менән майкалы комплект алып биргән инеләр. Ул йылдар күп ҡыҙҙарҙың шулай ине кейеме. Бәләкәс размер булмағанға күрә, миңә ҙурынан алғандар ине. Ике эләмкәһен төйнәп алаһың да, бынамын тигән майка. Шул майка үҫә килә миңә тамам булды, етенсе класҡа ҡәҙәр кейгәс, сифаты ниндәй булғанын аңларға була ине.
Әкиәттәге шикелле өс көн, өс төн эштәр атҡарғандан һуң тамамланыҡ. Йөҙгә ҡара булғас, ҡояштан ҡурҡыу юҡ ине бер ваҡытта ла. Тик ул йәй минең арҡам ҡара кешеләрҙең тәненә оҡшап янған ине, хатта тиреһе ҡойола башланы. Ҡойолоп төшкәндән һуң, арҡамдың ҡояш яратҡан урынында "Х" хәрефен ҡалдырып күпереп ҡутыр сыҡты. Ике-өс көндән һуң эсемде лә уратып алды.
Арҡамды, эсемде тырнай-тырнай йоҡлап китәм, тырнай-тырнай уянам. Ҡысыуына сыҙай алмай илай бирәм. Артығыраҡ ышҡып ташлаһаң, бөрсөк-бөрсөк ҡан тамсылары сыға ҡутырҙан... Апайым уҡырға инергә имтихандар биргән мәл, атай-әсәй бушамай, шуға күрә дерматологка мине еңгәй алып барҙы. Кабинетҡа килеп ингәс тә ишектән үк врач ханым:
- Отойди, отойди, близко не подходи! - тип төпкә уҙырға ирек тә бирмәне.
Футболкамды күтәреп ҡутырҙарымды күрһәттем.
Бер нисә ҡағыҙ тултырып бирҙе лә, анализдар тапшырырға ҡушты.
Диагноз бер аҙнанан ғына ҡуйылды: тимрәү (лишай). Ҡутарғанса дарыу яҙылды. Бер ай мазь һөртөлдө.
Иҫ-аҡыл китте... Ҡайҙан инде миндә ул тимрәү? Етмәһә матур итеп ҡояштың янған урындарын һүрәтләп кенә сыҡҡан.
Апайым уҡырға ингән мәл. Мин ҡутырым менән күҙгә күҙ япа-яңғыҙ ҡалдым. Тимрәү тип ҡағыҙға яҙһа ла ул врач ханым, мин уға ҡарағанда яҡшыраҡ белә инем ауырыуымды. Юҡ, был тимрәү түгел ине, ә иблис раузалары.Үтә лә таныш, үтә лә йонсотҡос ауырыу.
Эске донъям ҡайнаны: үҙемде ашаным, үҙемдән үҙем сикәндем, көйҙөм, туҙындым, асыуым ҡабарҙы. Үҙемә, апайыма, ата-әсәйемә үпкәләнем. Мин уларға кәрәкмәйем, тигән тойғо бөтөрҙө мине. Бер ай өләсәйҙә ҡунаҡта ятам. Ә улар апай тип кенә ҡаңғыралар.
Көнләшеү тойғоһо ашаны эстән дә, тыштан да... Бәләкәйҙән әсәйем апайымды ҡосаҡлап ярата башлаһа, йүгереп барып: "Әсәй, мине лә ярат!" - тип һыйына инем. Саҡ ҡына булһа ла иғтибар апайыма бүленә башлаһа, ҡыҙған күркә шикелле ҡабарып, ҺЕҘ МИНЕ ЯРАТМАЙҺЫҒЫҘ, тип ҡысҡырып илар инем.
Апайҙы өлгө итеп ҡуялар, апайыңа ҡара, апайыңдан өйрән, апайыңды тыңла. Лидер булыу сифаттары миңә тыныс йәшәргә ирек бирмәне. Нәфрәт тыуҙы ҡайсаҡ апайыма ҡарата, ни эшләп мин уны тыңларға тейеш әле ул тип. Ә уға лидер булыу кәрәкмәй ине. Мин еңмеш, апайым баҫалҡы. Мин ҡысҡырып илап еңәм, апайым шым ғына йөҙөн ҡаплап күҙ йәштәрен һөртә.
Ҡайҙан килә ул был көнсөллөк? Мин бит бәләкәсе, бында апайым көнләшергә тейеш түгелме һуң ата-әсәйҙе?
Күпме генә мөхәббәт бүләк итһәләр ҙә, миңә был етмәне. Мин апайым булырға теләнем: эстән дә, тыштан да...
Әсәй ҙә шунда уҡ таныны минең тәндәге рауза сәскәләрен.
Үҙе белгән ысулдар менән дауалай башланы мине.
Ғүмерлеккә был йүнәлмәҫ ауырыу ине ул. Әсәй сабырлы булырға, тынысланырға кәңәш бирҙе. Бер айҙан, ҡутыр бөттө. Уҡыуҙар башланды, тыштан мин өр-яңы Фәридә инем. Ә эстәге донъям аҫты-өҫтө килә. "Ҡутырың ҡабаттан сыҡмаһын тиһәң, һиңә үҙгәрергә кәрәк" - тине әсәй. Күҙ алдымда бәләкәс кенә Гүзәл апайым, үҙе бәләкәс, ә миңә ул ҙур булып күренә ине ул мәл. Шуҡ, шаян баланың күҙҙәренән йәштәр тама, ул шым ғына илай. Ҡасандыр ул да ҡыҙып ҡайнап үҫеп килгән, тик 7-8 йәшенән әсәй ҙә уға ҡырт киҫеп үҙгәрергә мәжбүр иткән.
Шул бәләкәс кенә Гүзәлде ҡосаҡлап илағым килде... Тап шул йыл шул мәл беҙҙең сит йөрәктәр ҡыҙыл еп менән тоташҡандыр ул. Уны мин оҙаҡ йылдар аңламацым әле. Тик утыҙ йәшкә етеп, мин дә ул да ике бала әсәһе булғас ҡына был осорҙоң һынылыш осоро булғанын аңлаясаҡмын.
"Раузаларым" тураһында онотоп өлгөргән инем инде. Теүәл 5 йыл үтеп тә киткән, онотмай ни... Ҡабаттан сыҡмағас, бәлки ысынлап та "тимрәү" булғандыр тип ҡул һелтәнелде...
Йыйҙым эсемә. Берәй әҙәм ҡысҡырһа, үҙ-үҙемде яҡлай алмай эскә йомолам. Йөрәк дарҫлап тибә, эйтер һүҙ таба алмай, уйҙарым болғана. Әҙерәк тынысланғас, аҡыл килә, мул килә, килһә лә һуң килә. Бикләнеп, күңелемдәге бәләкәс кенә ҡыҙҙы этеп-төртөп баҫып, өҫтөнә күтәрә алмаҫлыҡ үпкәләү, асыу тойғоһо йөкмәтәм. Түҙ, түҙ инде... Ҡайсаҡ сыҙамай зырҙатып илап ебәрәм дә, әҙерәк тынысланған кеүек булып ҡалам. Ә өҫтөмә ҡара ҡойған кешегә ҡаршы һүҙ барыбер әйтә алмайым. Мин бит яҡшы ҡыҙыҡай... Ирешергә ярамай, аҡырып-баҡырып һөйләшеү ҡыҙҙарға килешмәй...
Мәктәпте миҙалға тамамлар кеше инем бит әле. Ун бер йыл тик "бишле"гә уҡып, олимпиада ярыштарҙа призлы урындар алып, тыуған мәктәбемдең (үҙемдең йәштәш мәктәбемдең) тәүге миҙалсыһы булыр кеше инем бит әле... Әсәйем дә:
- Миҙалсыларға уҡырға инеүе ауырыраҡ була ул. Әйҙә миҙалдан баш тартайыҡ, - тип кәңәш итте. - Бөтәһе менән бер рәттән имтихандар тапшырырһың, миҙалсылар менән ярышмаҫһың" - тигәс, ҡойолоп төштөм дә, уның менән ризалаштым.
Берҙәм дәүләт имтиханына едти әҙерләндем. Бөтәһе лә кемеһе асыҡтан-асыҡ аҡса түләп имтихандарға билдәләр "һөйләшеп" ҡуйһалар, кемеһе блат буйынса, мин үҙемдең белемемә шул тиклем ышандым, бер кемдән дә ярҙам көтмәнем, үҙ көсөм менән тапшырҙым. Физика ауыр бирелһә лә, бөтмәҫ-төкәнмәҫ закондар, формулаларҙы ятлап бөтһәм дә, Аллаға тапшырып, бирҙем. Бер айҙан "өс"лө билдәһе тип һөҙөмтә килде. Аттестатҡа бер "дүрт"ле сәпәнеләр. Миҙал юҡ, бер дүртле, имтиханға "өс" лө...
Аттестат тапшырған көндө ярты йыл да эшләмәгән директорыбыҙҙың этеп-төртөп уҡып бөткән класташыма "почти отличник" тип документ тапшырыуы, ә миңә ҡарата "афарин" һүҙе менән генә һүҙҙе ослауы асыуымды килтерҙе. Эстән илаһам да, тыштан күрһәтмәнем, үпкәм төпкәрәк батты.
Был тәүге тупһа булды раузаларға...
"Өфөгә барам, Өфөлә уҡыйым" - тип бар булмышым менән башҡалаға ынтылдым. "Журналист булам, яҙыусы булам, тырышам, әҫәрҙәр ижад итәм" - тигән хыялдар менән ата-әсәйемде күндереп юл тоттом Өфөгә. "Аманат"тан рекомендациялы хат та алдым (Венер ағай Йәнбәков та, Дамир ағай Шәрәфетдинов та гүр эйәләре инде хәҙер, урындары ожмахта булһын), мине өгөт-нәсихәттәр менән, уңыштар теләп имтихандарға оҙаттылар. Тәүге имтиханда туғыҙ баллдан 7 балл, икенсе имтиханда 5 баллдан 4 балл йыйҙым, бюджет урынға инә алманым. Ата-әсәйемдәр түләп уҡыта алмаҫбыҙ шул, тип алдын әйттеләр, үҙем дә руссалап әйткәндә "из-за принципа" түләүле урынға ултырғым килмәне.
Документтарымды тағы Башҡорт Дәүләт педагогия университетына ла тапшырған инем, ИПОИТ факультетына. Ике көн дүрт стенаға ҡарап илап ятҡандан һуң ул һөҙөмтәләрҙе көтөп тә тормай ауылға ҡайтып киттем.
Машинан килеп төшкәс тә әсәйҙе һығып ҡосаҡлап иланым, бөтә донъя бөткәнме ни... Туғандар күмәкләп йыуаталар. Уҡытыусыларым, класташтарым ышанмай, шаяртаһың, тиҙәр. Ғәрлек тойғоһо бөтөрҙө мине. Урамға сығырға, кешегә күренергә оялдым. "Эшкинмәгән" тигән мөһөр һуҡтым үҙемә. (Әйткәндәй, "почти отличник" класташым уҡырға инде)
Быныһы инде икенсе тупһа булды.
Бер аҙнанан Сибай педагогия колледжына барып ингәнемде аңғармай ҙа ҡалдым. Туғыҙҙан һуң барған студенттар араһына, беҙҙе - өс кешене - мине һәм тағы бер ҡыҙ менән егетте алып килеп ултыртып та ҡуйҙылар.
Күркә менән тауыҡ себеше тураһында уҡынығыҙмы? Шундағы кеүек беҙ-себештәр, ә ҡалғандар - 2 йыл инде бергә уҡып бер-береһен белеп бөткән группаштар - күркә булды. Тәүҙә улар беҙҙе баштан аяҡ тикшергәндәй тойолдо, беҙҙән көлөп мыҫҡыл итеп, иҫтәре китеп ҡарағандай хис иттем. Уҡытыусыларға ла беҙ "үгәй бала" шикелле инек. Быныһы ярты ҡайғы.
Ятаҡта йәшәү - икенсе яғы. Белмәгән ят ҡыҙҙар. Йышылып бөткән студенттар, тәрбиәселәр. Беренсе курс булһаң, баштан өйрәтәләр. Ә беҙгә үҙ белдегегебеҙ менән ауыҙ асып һорашып өйрәнергә тура килде. Бүлмәлә йәшәгән ҡыҙҙар, группаш ҡыҙҙарым, шым-шым ғына йөрөнөләр ҙә бер көн миңә "Нимә ҫуҙылып ятаһың? Бар иҙән йыу! Һинең очередь бөгөн!" тип аҡыртҡайнылар, миңә "удар" булды 😂. Бер көн "Икмәк һатып алырға бөгөн һинең очередь!" - тип ҡысҡырған, икенсе "удар" булды. Эш рәтен белмәйем түгел, беләм, аңғыра ла түгелмен шикелле. Шулай ҙа ундай атмосфераны күтәрә алмай икенсе бүлмәгә сығып киттем. Ҡайҙа барһам да "мине береһе лә яратмай" - тигән яҙыуҙы маңлайға сыйнаҡлап яҙып та ҡуйҙым. Икенсе бүлмәнән дә уңманым. Ярты йыл эсендә бүлмәләремде бирсәткә һымаҡ алыштырҙым. Аҙаҡтан үҙемде эстән ашай башланым. "Үҙем насар, үҙем ентекмәгән, үҙем ялҡау, үҙем ғәйепле..." Эстән соҡондом, эҙләндем, яуап тапманым. Ҡаршы әйтә алмаған һүҙҙәремде күңелемдәге бәләкәс ҡыҙға өйҙөм дә өйҙөм.
Раузаларға ҡарай өсөнсө тупһаға ла күтәрелдем шулайтып.
Иң һуңғы - иң төп тупһа булып беләһегеҙме нимә торҙо?
Мөхәббәт... Яуапһыҙ түгел, хатта яуаплы, ысын, эскерһеҙ, тәүге ҡабатланмаҫ мөхәббәт.
Йыл һайын башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса район олимпиадаһына йөрөүҙе йола итеп алдым да, ул йыл һикерә баҫып, эре атлап кабинетҡа инеп үҙемә эстән генә парта һайлап ултырып та ҡуйҙым. Ике күҙем мин һайлаған парта буш булмағанын абайлап ҡалғас, ҡәнәғәтһеҙлек менән генә эргәһендәге икенсе парта артына ултырҙым. Ғүмерҙә лә булмаған хәл, ул көнө тарата торған эштәрҙе бер сәғәткә һуңлатып тараттылар. Бер сәғәт ултыра торғас, "минең" парта артында ултырған егет менән һөйләшә башланыҡ. Һөйләшеү нисек башлағанын хәтерләмәйем, әммә ләкин уны алдан белеүемде аңлап ҡалдым.
Кис көнө ауыл ситендәрәк зыяраттан алыҫ түгел балалар-йәштәр туп тибә, усаҡ яға торғайнылар. Мин дә күрше ҡыҙҙар менән төрлө ҡыҙыҡ мәҙәктәр тыңларға шул кис сыҡҡан инем. Шунда мин уны тәүгк тапҡыр күрҙем. Тура баҫып, башҡалар менән һөйләшмәй генә баҫып тора ине. Кем ул тип һорағас, ҡыҙҙар:
- Ул - Сәлих. Анау яҡтарҙа йәшәй ул,-тинеләр ҙә шуның менән тамам.
Мин 7-не бөткән йәй ине ул.
Йөҙө, сәстәре хәтеремдә ныҡ уйылып ҡалғандыр инде, күрәһең. Иҫемдә һаҡланып ҡалған. Олимпиадала эштәр көтөп ултырғанда яҡыныраҡ танышып аралашып киттек. Һөйләшеүгә маһир, шаяра белеүе, күңел иретерлек йылмайыу көлөүе минең күңелде арбаны. Телефон номерымды алды, ул ваҡытта мобиль телефондар юҡ ине, өйҙөкөн бирҙем. Эштәр таратылғас, уның мөкиббән китеп яуаптар яҙғанына ҡарап һоҡландым. "Улай ҙа егеттәр була икән, эх, миңә ҡарамаҫ инде..." тигән уй менән көрһөнөп ҡуйҙым.
Шул ваҡытта уҡ үҙ-үҙемә ышаныу көсө бер был яҡҡа, бер икенсе яҡҡа ауа-түнә көн иткән.
Ҡайтҡас "был миңә шылтыратмаҫ инде", "мин уға нимәгә кәрәк", "уны яратып йөрөгән ҡыҙҙар күптер инде былай ҙа" тигән уйҙар менән көндәр һананым. Ул шылтыратманы. Бер-ике аҙна үткәс кенә телефондан әсәй бер егет шылтыратыуы тураһында әйткәс, һикереп төшөп телефонды ҡулынан тартып алып:
- Алло! - тинем. Үҙ ҡолағыма ышанманым, Сәлих миңә шылтыратты. Тимәк ул да мине оҡшатҡан. Миңә был мөғжизә кеүек булды, ул миңә күктәге буй етмәҫлек йондоҙ кеүек ине. Ә мин үҙемде эргәһендә меҫкен генә бер ҡыҙ итеп хис итә инем. Үҙ-үҙеңде баһалау, үҙ-үҙеңде кәмһетеү - иң алама ғәҙәт. Быны мин хәҙер генә аңлайым.
Бер-ике тапҡыр шылтыратыу менән аралашыу тамамланды.
Киләһе осрашыу йәйгеһен университетҡа инеп йөрөгән мәлдә булды. Сибайҙы ҙур ауыл тиҙәр, Өфө лә ҙур ауыл булып сыҡты. Миллион кеше йәшәгән Өфөлә уны йыраҡтан ғына күреп танып ҡыуанысымдың сиге булманы. Машинан йүгереп сығып уға алыҫтан "Сәәәлиииих!" - тип ҡысҡырҙым. Эргәһенә йүгереп килеп еткәс, ныҡ итеп ҡосаҡлап алдым. Хас та уны 100 йыл беләмме ни? Ул миңә шул тиклем яҡын ине. Унда аптыраулы ҡараш күреп үҙем уңайһыҙланып киттем дә, һыр бирмәй ихлас һөйләшкән булып, тиҙерәк тайыу яғын ҡарай башланым. Ул уҡырға инде, ә мин - юҡ. Юлдар айырылды, аралар алыҫайзы. Күпмелер ваҡыт башымда осрашыуҙарымды өйрөлтһәм дә, яйлап уйҙарымдан сығып китте.
Ярты йыл үткәс, бүлмәнән-бүлмәгә шылып күсмә тормош алып барған, төшөнкөлөккә бирелгән мәлдә бер кис миңә мобиль телефондан ул смс яҙҙы. Башланды беҙҙең 3-4 һүҙлек хаттар менән аралашыуҙар. Аҡса бөтһә, тышҡа сығып йүгереп кенә телефонға 10 һум һалаһың да тағы яҙышаһың. 1 ҡыҫҡа хат - 1 һум ине ул мәлдә. Аҡса бөтөп китә, төнөн бөтһә, иртәнге көндө саҡ еткерәһең...
Хәтерегеҙҙәме билайндың "төнгө вампирҙары"? Беҙ ана шул вампир булып төнгө 2-3-кә ҡәҙәр юрған аҫтында һөйләшеп сыға инек. Бүлмәләш ҡыҙҙар нисек мине түҙгәндер инде, белмәйем...
4 ай шулай аралашҡандан һуң май байрамдарында ҡайтҡас осрашырбыҙ, тип һүҙ ҡуйыштыҡ.
Май байрамдарын икәүләшеп сабырһыҙланып көтөп алдыҡ. Үҙ ғүмеребеҙҙә бер нисәнсе генә осрашыу булғанға ҡарамаҫтан бер-беребеҙҙе тиҫтә йылдар белгән кеүек ине.
Күктәге буй етмәҫлек йондоҙ егет миңә ҡараны, мин үҙ-үҙемдең бәхетемә ышанмай иҫереп йөрөнөм айный алмай. Ул минең өсөн бигерәк идеаль, тип үҙемде эстән бөтөрҙөм. Яйы килеп сыҡҡан һайын үҙемде "бахыр" итеп күрһәтергә тырыштым. Баштараҡ икебеҙ араһындағы идеаль тойғолар ваҡыт үтеү менән селпәрәмә килә башланы. Аралар алыҫ булыуы беҙҙең хис-тойғолар өсөн көслө һынау булды. Яйлап көн һайын беҙҙең телефондан һөйләшеүҙәр минең күҙ йәштәрем, койкаға атып бәрелгән телефон менән тамамлана торғайны. Пыр туҙышып ирле-бисәле шикелле ирешәбеҙ ҙә, биш минуттан күгәрсендәр кеүек гөрләшеп тағы ла һөйләшә инек.
Бер яҡтан үҙемде көслө, икенсе яҡтан көсһөҙ итеп күрһәтергә тырышыуым мине ике өлөшкә бүлде. Был оҙаҡ йылдар миңә йәшәү тыныслығы бирмәй әле.
Эргәһендә ҡыҙҙар тауышы ишетеү менән, эсемдэге биремдең сәстәре үрә тороп ҡыҙғанам, мин уға нимәгә кәрәк әллә ҡайҙа ятам, тигән уйҙар менән үҙ-үҙемде бөтөрҙөм. Икәүләшеп, мин колледжды тамамлағас, уның янына Өфөгә уҡырға инәсәкмен, тип хыялландыҡ...
Ваҡыт үтте, аралар һыуынманы, әммә ләкин беҙ бер-беребеҙҙе бәйҙә тотҡан кеүек инек. Байрамдан байрамға саҡлы йәшәнек. Талашып бөтәбеҙ ҙә ташлашып, байрамдарҙа осрашҡас кире ярашабыҙ...
Эстән дә тыштан да яндым, үҙе үҙемде бөтөрҙөм. Әсәйем дә, әхирәттәрем дә бер һүҙҙән минең был "мөхәббәтемә" ҡаршы сыҡтылар. Бүлмәләш ҡыҙҙарым һалҡын һыуға мине тығып сығарғандай аҡылға ултырталар ҙа, йәғни ул мине күп илата, күп илатҡан егет егет буламы, тигән һүҙҙәр менән. Ә үҙенең тауышын ишетһәм, ебеп иреп төшәм дә, унһыҙ йәшәй алмаҫмын тип, кире уйлайым...
Шундай килде-китте аралашыуҙан йәнем ҡаҡшаны. Бер көн ноябрь айында аяғыма сәбертеп ваҡ ҡына ҡутырҙар сыҡты. Дерматологка барып, ул яҙған мазь һатып алып һөртөүем булды, был тотош тәнемә сәсрәне - сәсемә, башыма, ҡулдарыма, эсемә, аяғыма. Көндән-көн шиңдем. Эске донъям түңкәрелде. Ҡутырҙарым шашты. Миндә оялыу тойғоһо көсәйгәндән-көсәйә барҙы. Аҙна һайын ҡайтып кис телефондан һөйләшеп илап йөрөгәнде күреп әсәйем дә ҡаршы төштө:
- Етәр! Ул ниндәй мөхәббәт ул? Ул ниндәй егет ул һине көн һайын илатҡан? Йөрөмәйһең, ташлашаһың! - тип.
Ә минең уны ташлар хәлем көсөм юҡ ине. Күҙ йәштәренә батып илай-илай йоҡлап китәм дә, арып бер нәмә лә белмәй иҫәңгерәп. Төн уртаһында уянып, барыһы ла иҫкә төшөп тағы һыҡтап илауҙар башлана.
"Үҙем насар, үҙем илаҡ, үҙем ғәйепле"-үҙемде үҙем ғәйепләү тойғоһо бөтөрҙө мине.
Сессиямды Яңы йыл алдынан ҡабалан үҙ ваҡытынан алдараҡ тамамлап больницаға яттым. Сөнки түҙер хәлем ҡалманы. Төндәрен ҡанағансы тырнанып ҡысҡырып илап, ҡиммәтле ҡиммәтле гормональ майҙар һөртөп, мешок менән мумия шикелле баштан аяҡ уранып йоҡларға ята инем. Бүлмәләш ҡыҙҙарҙан ҙур ярҙам кисерҙем. Береһе лә сикәнмәне, башымдан ҡойолоп йөрөгән аҡ ҡауаҡтарым өсөн берәүһе лә мине әрләмәне, киреһенсә ярҙам ҡулы һуҙып, арҡаларымды майлап, мине ҡосаҡлап йыуатып, кәрәк ваҡытта тыңлап йөрөнөләр улар. Рәхмәт инде.
Былай ҙа аҡса етмәгән мәлдә, аҡса эшләп йөрөйөм тип үҙемде тағы ла бөтөрҙөм нығыраҡ. Ата-әсәйемде йәлләнем, сөнки 300 һумлыҡ май ике-өс көнгә генә етә ине. Ҡайҙан ғына аҡса алып нисек кенә еткерерҙәр инде миңә тип уйландым. Ул ваҡытта 300 һум аруҡ ҡына ҙур сумма ине.
Шулайтып мин кожвендиспансерға эләктем.
Кожвендиспансерҙа ике аҙна ятыу миңә тағы бер һынау булды.
18 йәшем тулғанға күрә мине ҙурҙар менән һалдылар. Минең йәштәге балалар бүлексәһендә ятҡан ҡыҙҙарға айырыуса көнләшеү тойғоһо кисерҙем. Сөнки минең палатала стресс артынан стресс булды.
Барып инеү менән ҡаҡса ғына кәүҙәле, ҡара ҡыҫҡаҡ сәсле, тауышы тәмәке тартҡандан ҡалынайған урта йәштәрҙәге ҡатын минең иғтибарҙы йәлеп итте. Уның маңлайында яҙылған ине: колонияла ултырып сыҡҡан. Аҙаҡ ысынлап шулай булып сыҡты, махинациялар өсөн ултырғаны ишетелде. Әсәһе, ире менән телефондан һүгенә-һүгенә һөйләшкәнен ишетеп иҫ-аҡылым китте. Тәүбәләр әйтеп күҙенә салынмаҫҡа тырыштым.
Палатанан бер сығып бер ингән өсөн берҙе шелтә лә алдым унан. Башҡортса телефондан һөйләшкән өсөн тағы аҡыртты:
- Эй, ты, говори по-русски, чтоб мы тебя понимали, поняла?!
Икенсе ҡатын тумалаҡ кәүҙәле, ҡыҫҡа сәсле, йылмайыу йөҙөнән китмәгән ҡатын ине. Кис һайын ире тәмлекәстәр алып килә ине. Ул мине үҙ ҡанаты аҫтына алған тауыҡ шикелле йылы һүҙҙәр менән иркәләне, татлы тәмлекәстәр менән һыйланы. Шуныһы йәл: өс көн бергә ятҡандан һуң ул сығып китте диспансерҙан.
Өсөнсө ҡатын да урта йәштәрҙәге ҡаҡса кәүҙәле ҡатын ине. Йәнһүрәттәге шакал образына оҡшаш ҡатын төрмәлә ултырып сыҡҡан ҡатындың алдында йыуып йышылып, һәр әйткәнен тыңлап үтәп, ҡайсаҡ башҡалар менән килеп сыҡҡан ҡаңғырыҡтарҙың мөйөштәрен шымартып йөрөүсе ине ул.
Дүртенсе ҡатын 50-60 йәштәрҙәге бер оло инәй ине. Инәй тиеүҙән оло тәжрибәле абруйлы ҡатын күҙ алдына килеп баҫа, ә был тәмәкесе инәй минең донъямды кирегә түңкәрҙе, стереотиптарҙы емерҙе. Ул палатала нейтралитет һаҡланы.
Бишенсе бүлмәләшем гелән арты менән беҙгә ятҡан, аҙ һүҙле һылыу ғына ҡатын булды. Бер үҙе бер башҡа, 5-6 айлыҡ ауыры ла бар ине үҙенең. Бөтәбеҙ ҙә баштан-аяҡ ҡутырҙар менән ҡапланған булһаҡ, уның тәне тап-таҙа ап-аҡ. Баҡтиһәң уның псориаз булмаған. Беҙҙең "кожный" ауырыу, ә уныҡы "венерологический" булып сыҡты. Был турала аңлап ҡалғас сәпсим ҡот осто. Сифилис йоғошло ауырыу тип ОБЖ дәрестәрендә үткәйнек бит һуң. Аҙаҡтан бытовой йоғошло, ә уныҡы бытовой булмауы асыҡланды. Стресс өҫтөнә стресс...
Берәм һәрәм таныштарым тейешле дауаланыу курсын үтеп өйҙәренә ҡайттылар.
Палатала мин һәм ауырлы ҡатын ҡалдыҡ. Үҙенә күрә алсаҡ ҡына булып сыҡты ул.
Был ҡатын ҡайтмаҫ борон ике төн һаташып сыҡтым ыңғырашып. Үҙем уяу ятам төҫлө, коридорҙағы янған утты ла күрәм һымаҡ, тауыш сығарам-ҡысҡырам тим, ә урынына ыңғырашыу ғына сыға. (Әйткәндәй, ятаҡта йәшәгәндә лә больницаға ятмаҫ борон шулай һаташып сыға инем ҡайсаҡ, әммә ләкин көн һайын түгел).
- Фарида, проснись, опять что-то тебе снится, - тип уятты мине.
Үҙем ишетәм, үҙем уяна алмайым. Иң ҡурҡҡаным палатала яңғыҙым ҡалыу ине, сөнки тиҙҙән уны сығарырға тейештәр булып сыҡты.
Байрамға яңы пациенттар һалманылар. Палатала бер үҙем ҡалдым. Тәҙрәләрҙә ҡорғандар юҡ, коридорҙан саҡ ҡына яҡтылыҡ төшә. Төнгө икегә тиклем йоҡлай алмай яттым. Артабан әүен баҙарына талғанмын.
Эргәмә берәү килде.
Кемдер йоҡлағанда берәү өҫтөнә менеп һыға, тип әйткәндәрен ишеткәнем бар, кемдер аяҡ осона ултыра тип әйтә. Миңә килгәндә, эргәмә аяғын ҡыштырлатып кемдер баш осома килеп баҫа, шунан күҙәтеп торған кеүек. Мин баҫтыға башлайым. Баштараҡ мин әхирәттәрем, туғаным, әсәйем тип йоҡо аралаш уйлай инем. Яйлап айышына төшөнөп ҡурҡа башланым. Ҡыбырлай алмайым, ҡысҡыра алмайым. Кемдер бармаҡ остары менән ҡыбырлатып уянырға була, тип өйрәткән ине - ярҙам итмәне. Бар хәлемсә ҡысҡырам. Көсәнеп ыңғырашҡандан һуң үҙ тауышыма үҙем уянып китәм. Таңғы дүрттә уянып, ҡысҡырып илап ебәрҙем, яҡтылыҡты тоҡандырып, таңғы алтыға тиклем йоҡларға ҡурҡып ултырҙым. Һөйгәнемә шылтыраттым. Ике сәғәт мине йыуатты. Алтынан һигеҙгә тиклем йоҡлап алдым да, иртәнге обход мәлендә мине дауалаған врачҡа "Мин ҡайтам" тигән һүҙҙәр менән тайыу яғын ҡараным. Мине ҡайтарҙылар.
Ҡояшта дингеҙ буйында ҡыҙынып ҡайтҡан ҡыҙ шикелле ҡарағусҡыл тән менән ятаҡҡа килеп инде. Әхирәттәрем мине күреп:
- Бәй, Фәридә, һин больницала түгел, диңгеҙ буйында булғанһыңдыр ул, - тиешеп йылмайҙылар.
Мин дә шат инем, улар ҙа миңә шат ине. Сөнки ҡанһырап ҡысытҡан яраларым урынына аҡ таптар ғына ҡалған ине. Тәнем таҙарып, шымарып ҡалғанға кеше лә минән сикәнмәгән төҫлө булды.
Ҡайтышлай гелән маздәр бер урында ғына алған аптекаға ла һуғылдым. Ундағы эшләп торған апай мине күреп, танып йылмайып ебәрҙе:
- Күптән күренмәнең, ҡыҙыҡай, - тине ул миңә.
- Эйе, мин диспансерҙа булдым.
- Псориаз менән ауырығаныңда аңланым шул. Минең улым да һинең йәштә. Ул да шуның менән яфалана. Миңә кәңәш бирергә рөхсәт итәһеңме? Үҙемдең баштан үткәс һиңә лә ныҡ ярҙам иткем килә. Бигерәк һылыу ҡыҙһың, ә үҙен интегәһең ошо афәттән.
Мин баш ҡаҡтым.
- Беҙ улымды йыл һайын диңгеҙгә алып йөрөйбөҙ, ҡояш нурҙары ныҡ ярҙам итә. Һиңә лә бәлки килешер. Гормональ дарыуҙар, маздәр менән күп ҡулланырға һиңә кәңәш итмәҫ инем. Быны мин һиңә фармацевт булараҡ әйтәм. Күберәк һөрткән һайын, күберәк доза һорай ҙа тора ул. Яйлап ҡына кәметер кәрәк. Әле һин бына һатып алып йөрөгәне гормональ. Ҡулланмаҫҡа тырыш, йәме, балаҡай...
Дингеҙ һүҙен ишетеү менән эстән "Эх" тип тәрән һулап ҡуйҙым. Ҡайҙан булһын ти миңә дингеҙ, ата-әсәйем үҙҙәре ғүмере күргән нәмә түгел бит. Шулай ҙа рәхмәт әйтеп кәңәштәренә ҡайтыу яғына юл тоттом.
Яңы йыл байрамы етеп килә ине.
Һөйгәнем менән осрашыу уйында инем. Бергәләп байрам ҡаршыларбыҙ, тип һүҙ ҡуйышҡан инек. Көн дә шылтыратыуҙар, телефон аша һөйләшеүҙәр. Бәйләнеш насар булғанлыҡтан оҙон-оҙаҡ ҡойма башында ултырып һөйләшеүҙәр осрашыу көнөң яҡынайтҡан төҫлө булды.
Ата-әсәйем ҡырҡа риза булмауына ҡарамаҫтан, үҙһүҙләнеп ҡаршы торҙом. Уны ысын күңелдән яратҡанымды блегерттем.
- Үҙең беләһең, - тип яуап ҡайтарыуҙан башҡа сара тапманы улар.
Матур кейем һайлашып, минең биҙәнгәнде ҡарап, сәстәремә бөҙрә эшләп әҙерләнергә лә ярҙам итте әсәйем.
Бына улар өйҙә ҡалалар, атай менән икәүҙән икәү. Бер яҡтан ҡалдырып сыҡҡым килмәне, икенсе яҡтан үҙемдең яңы тормошом, ҙурҙар тормошо менән йәшәгем килде.
Яңы йыл етеүгә 3 сәғәт ваҡыт ҡалды. Тәҙрәнән тәҙрәгә йөрөп Сәлихте көтәм. Ул юҡ. Шылтыратырға булдым. Теге яҡтан кәйефһеҙ генә тауыш ишетәм:
- Транспорт юҡ, таба алмайым.
- Ярай улайһа, теләмәйһеңдер ихлас күңелдән, - тип үсегеп, тегене понтҡа алам.
Тағы талашабыҙ. Минең илауымды күреп әсәйем тағы көйәләнә башлай.
Бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда, был илауҙарҙа минең характерым сағылмауы, ә күңел төшөнкөлөгө һөҙөмтәһе икәнен аңлайым. Оҙаҡ шуның өсөн үҙемде бөтөрәм. Мин - эгоистка, еңмеш, мин үҙемде генә яратам, башҡа берәү тураһында ла уйламайым, тигән уйҙар килә башҡа.
Бер сәғәт тирәһе ваҡыт ҡалғас, һуңғы өмөтөм һүнә, ата-әсәйем менән өҫтәл артына ултырам. Ярты сәғәт ваҡыт ҡалғас, урамда машина фарҙары яҡтыһы күренә, сигнал бирәләр.
Ырғып торам да тәҙрәнән ҡарайым. Беҙгә туҡтағандар. Бүләктәр тотоп Сәлих килеп инә өйгә. Үҙ күҙемә ышанмай торам, ҡыуанысым эсемә һыймай. Ата-әсәйем менән таныштырып, шарт-шорт кейенеп сығып та ултырабыҙ машинаға.
Класташтары менән килгән, машинаһы ла табылған. Үҙебеҙ шарҡылдап көләбеҙ. Ен-фарман егерме минут эсендә уларҙың ауылына көрт ҡар аша барып та етәбеҙ.
- Бына һиңә вездеход! - тип ҡыуанышып ҡысҡырып көләбеҙ.
Биш минуттан төнгө ун ике тигәндә йүгереп барып өҫтәл артына ултырабыҙ. Һөйгәнемдең әсәһе, ҡустылары менән танышам.
Шул Яңы йыл төнөндә ысын мөғжизә булған кеүек булды.
Үҙемдең тәнем, аҡ таптарымдан оялып оҙон еңле кофтамда яңы йыл ҡаршыланым. Ошоноң менән донъям түңәрәк һәм теүәл төҫлө ине.
Үҙемдең яҙмышым, тормошом ошо көндән башлап билдәле, артабан кемгә кейәүгә сығып, кем менән бергә ғүмер буйы йәштәремде белгән төҫлө инем. Тормош китабымды үҙем яҙам, тип маһайып ҡуйҙым хатта. Ҡасандыр йондоҙ буйы етмәҫлек егет миңә ҡараны бит, тигән уйҙа булдым.