Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
5 Октябрь 2022, 18:00

Яҡшы менән яман. Хикәйә. Мәүлиҙә Әхмәтйәнова

Уның тураһында беҙ, бала-саға, ул саҡта әллә нәмәләр белмәнек, шуға йәйелдереп һөйләп тормаһаҡ та була. Әммә аты сыҡҡас, эш урыны телгә эләккәс, ситләтеп үтеп булмай. Килде-китте генә әҙәм булһа, ҡул ғына һелтәп, иғтибарға ла алмаҫ инек, әммә бик эшлекле кеше ине председатель бабайым. Шуға, рәхим итегеҙ, Хан бабай.

Яҡшы менән яман.  Хикәйә. Мәүлиҙә Әхмәтйәнова
Яҡшы менән яман. Хикәйә. Мәүлиҙә Әхмәтйәнова
 

 

Атһуйырға, йә күрше ятҡан башҡа ауылдарға килеп, исемен генә әйт, бөтә халыҡ бер булып ҡулын һелтәп һөйләп бирер.

Әәә, Ханмы, тиерҙәр... О-о-о, уның кеүек башлы кеше яҡын-тирәлә булдымы икән? Нисә йылдар, ауыр замандарҙа власть булып торҙо. Көр тауышы менән яңғыратып бер ҡысҡырһа, өс ауыл тораташтай ҡалҡып баҫыр ине. Хан ағай, Хан ағай, тип өлтөрәп һәр һүҙен еренә еткерер.

Дилбәгәне бына шулай, тип устарын йомарлар кешеләр, ҡыҫып тотто. Бик тә аҡыллы, ҡаты холоҡло, кешеһенә ҡарап, хатта уҫал әҙәм ине, тип тә өҫтәр ҡайһылары. Беҙҙең колхоз, тип ғорурланып дауам итерҙәр, районда иң алдынғыларҙан һаналып, хөкүмәткә ылау-ылау ашлыҡ, мал оҙатты. Ни әйтһәң дә, хөрмәт итә беҙҙең халыҡ ҡаты ҡуллы етәкселәрҙе!

Тик ниндәй бормалы булғандыр инде ул ылауҙарҙың юлдары, әммә беҙ үҙебеҙҙең магазинда бер ҡасан да икмәк тә, ит тә күреп үҫмәнек. Тик бында Хан бабайымдың һис кенә лә ғәйебе булмағандыр, тип уйлайым.

Мин белгәндә ул буйға оҙон да, ҡыҫҡа ла түгел, төптән йыуан, муйыны-башы бер, әсәһе Бибикамал инәйгә оҡшап, оло йәштә булһа ла, табаҡ бите уттай янып, холҡо кеүек шырт ҡаты сәсе ҡыҫҡа итеп алынып, терпе кеүек тырпайып, “авторитет”ы һиҙелеп, бүксәйеп сыҡҡан, теүәл бер центныр тартҡан дастуйын кеше ине.

Әммә... мин белгәндә ул бер кем дә түгел ине, Хан бабай һәм шуның менән вәссәләм. Председателлектән алдылар, партиянан төшөрҙөләр. Сәбәптәре булғандырмы, юҡтырмы... Тапҡандарҙыр инде уныһын ғына, әллә ни ҙур аҡыл кәрәкмәй. Әммә күпмелер ваҡыт үткәс, ул ҡайҙалыр хат яҙып, партия билетын кире ҡайтартып алды. Нимәгә кәрәк булғандыр инде бабайыма ул дөкәмит. Ҡәберемә ҡыҙыл йондоҙ ҡуймаҫтар, тинеме икән?

Быны аңлар өсөн Хан бабайҙың үҙе булып, һуғыш ваҡытында ун биш йәштән туҙан йотоп, көнө-төнө тракторҙан төшмәй ҡара ер аҡтарырға, шәп малай икәнлеген күрһәткәс, партия ағзаһы булып китергә, шунан бригадир итеп үрләтелгәс, һәр бер кешеһенең күңеленә юл табып, план үтәргә, ә был һүҙ артында йоҡоһоҙ төндәр, ҡара көҙгә хәтлем ел ыжғырған осһоҙ-ҡырыйһыҙ яландар, оҙон-оҙон юлдар... Аҙаҡ, түрәләрҙең ышанысын аҡлағас, тыуған ауылы ла ҡараған колхозды етәкләп, уны районда иң алдынғы хужалыҡҡа әйләндерергә кәрәк.

Ошо һикәлтәле оло юлды үткән тағы бер кеше табылған хәлдә, ул барыһын да аңлатыр, был ваҡиғаларҙан һуң уның күп тә йәшәмәй сиргә һабышып, аръяҡҡа китеп барыуының сәбәбен дә төшөндөрөп бирер. Әммә буйыбыҙ үҫһә лә, уйыбыҙ үҫмәй, ул осор беҙгә шулай һорау өҫтөнә һорау өҫтәп, үтте лә китте. Ҡәберлектә генә, эх, бабайҙар, үҙегеҙ менән ниндәй серҙәр алып киттегеҙ һеҙ, тип, ташҡа уйылған йөҙҙәренә текәлеп, уйланырға ғына ҡалды.

Ул заманда уның урынынан төшөрөлөүе, партбилетын үҙе теләп бирмәүе, барыбер һүҙендә тороп ағза булып ҡалыуы – ололарҙың теленән төшмәне.

Әсәйемдең:

Хан абзыйым ҡара көйөп йөрөй, – тип ҡат-ҡат уфтанғаны ғына хәтерҙә уйылып ҡалған.

Беҙҙең колхозға ҡайҙандыр ситтән бер ағайҙы килтереп ҡуйҙылар. Ул кеше өҫтән төшөрөлгән председателдәрҙең тәүгеһе генә булды, артынан ҡалғандары теҙелеп китте.

Ҡатырға сумаҙан менән ҡаҙ муйыны ғына булып киләләр ҙә, үңәстәре үгеҙҙеке кеүек булғас, ылау менән ҡайтып китәләр, – ти ине улар хаҡында атайым.

Әммә уныһы икенсе тарих.

Хан бабайымды һөйләп, уның ҡатыны Әнисә тураһында бер һүҙ ҙә әйтмәһәк, хәбәребеҙ ярты-йорто булыр. Сөнки Ханды Хан иткән ул ине бит. Тормошоноң терәге, туғыҙ балаһының әсәһе.

Тракторсылар бригадиры уттай янып торған Хужаға, өҫтәмә көс итеп, Ямашта саҡ курс тамамлаған Паша Ангелинаның йөҙ мең әхирәтенең бәләкәй генә бер өлөшөн ун бер бөртөк йәш кенә ҡыҙҙы ебәрәләр. Тәүгеләре янына икенсе ағым булып яңылары килә (саҡыр ғына, беҙ хә-ә-ә-ҙер!), ҡатын-ҡыҙҙарҙан ғына торған бригада төҙөйҙәр. Шулар араһында буйы-һыны ҡойоп ҡуйғандай, аҡһөйәк ҡыҙылай аҡҡош муйынлы, ап-аҡ битле, ҡара күҙҙәре осҡонланып балҡып, барыһынан да айырылып торған Әнисәне бригадир итеп ҡуялар.

«Фордзон» – тимер тәгәрмәсле, кабинаһыҙ ҡорос ат наҙлы ҡулдарҙы бик тыңламай, йә ҡабынмай, йә һүнмәй тигәндәй. Ҡыҙҙар әйләнә лә, әле уныһын төҙәтеп бир, әле быныһын тип, тәжрибәле ир-егеткә килә. Әнисә, әлбиттә, ул-был була ҡалһа, Хужаға йүгерә.

Көслө кешенең тойғолары ла ташып тора. Әгәр Хужа һуҡыр, һаңғырау ҡалған, йә әҙәм затынан булмаһа, ул Әнисәләге матурлыҡҡа иғтибар итмәҫ, моңло тауышын ишетмәҫ, ҡыҙ күренеү менән йөрәге дөп-дөп типмәҫ тә ине. Әммә бәхеткә ҡаршымы, бәхетһеҙлеккәме, иң үткер күҙ, иң сос ҡолаҡ була Хужала, ә инде уның ир затының аҫылы икәнен дә әйтһәк, ни эшләп ул ураҡ тамамланғас МТС-тан ауылға Әнисәне эйәртеп алып ҡайтҡаны, ә сибәр апайҙың уға эйәреүе аңлашылыр. Тик суҡлы кәшемир шәлен муйынына ҡыҫып бәйләгән ҡыҙҙы шатланып ҡаршы алыусы булмай, сөнки үрге оста ике тәҙрәһе урамға ҡараған бәләкәй өйҙә был ваҡытта, тап Хужаның бала сағындағы килеш-килбәтен ҡабатлаған бәләкәс кенә малай йүгереп йөрөй, тәбәнәк буйлы, йоп-йомро ҡатыны икенсегә ҡорһағын бушатырға йыйына.

Бындай осраҡта ауылдың нисек геү килгәнен һөйләп тормаһаҡ та була. Берәүҙәре Хужаның никахланған ҡатыны Гөлсирәне йәлләй, икенселәре иргә ышанып эйәреп килгән Әнисәне… Олораҡтар, була торған хәл, элек ирҙәр өсәр ҡатын алып, бына тигән йәшәгән, тип тә ебәрә. Элегерәк, бәлки, өсәүҙе алып та торғандарҙыр, тип ҡаршы килә йәшерәктәре, әммә хәҙер бит яңы тормош. Партия ағзаһына ике ҡатын рәзе ярай?

Ярамай, ярамай… Тик ғашиҡтар ғына ярамайға ҡарамай, Хужа, холоҡ-фиғеле фәрештәнеке, төҫө-башы һыу һылыуыныҡылай ҡатынын, туҡтамай ҡойған көҙгө ямғырҙан брезент плащ менән ҡаплап, МТС-тан егеп килгән тырантасҡа ултыртып, ҡара таңдан кире китә. Уларҙы оҙон юл көтә, сөнки ике бригадирҙы ла һуғыштан һуң тәүге мәртәбә ойошторолған ауыл хужалығы алдынғыларының йыйылышына ебәрәләр.

Хужаның атаһы, дини ҡарт, әлеге лә баяғы ярамай, ярамай тип, йәштәрҙең ай-вайына ҡарамай, уларға никах ҡына уҡып өлгөрә.

Тик Бибикамал инәй генә бик көйә, тәүге килене менән бик борсаҡтары бешмәһә лә, ейәне бик йәл була уға.

Риза түгелмен, риза түгелмен, тип илай тәүге килен Гөлсирә. Иренә булған һөйөүен шул сәғәттә нәфрәткә әйләндереп, ҡарғанырға тотона. Күрәһең, башҡаға көсөнән килмәй. Кешеләр бит төрлө-төрлө, берәү башҡаның мөхәббәте менән эсендәге туймаҫ бушлыҡты тултыра, икенсеһе, киреһенсә, үҙе мөхәббәттән сайпыла.

Әммә беҙҙең һүҙгә һаран яҡта бер кем дә улай тип торманы, матур һүҙҙәрҙән һалдырманы, бына тинеләр Хужа бисә өҫтөнә бисә алды, партия ҡушмаһа ла, ике балалы итеп Гөлсирәне ташлап сыҡты…

Әҙәмдең ҡылығын аңлау өсөн күңел тарлығы ҡамасаулағандыр, шулай итеп

Хужаның дыуамал мөхәббәте арҡаһында күрше генә торған ике нәҫел дошманлашты ла ҡуйҙы. Иҫәнләшмәнеләр ҙә.

Ни эшләп тап уға өйләнгәндер? Бик ҡыҙыҡ кешеләр ине тишек кәмәгә ултырып ҡалған ҡоҙалар. Төп ҡоҙа, етмеште уҙған ҡарт, матур итеген кейеп, йорто алдына сығып тора, күпмелер уңға-һулға күҙ һалып ары-бире атлай ҙа, тиҙ генә өйөнә инеп, уны сисеп ҡуя, йәнәһе, күрегеҙ, ниндәй шәп әйбере бар Әхмәҙейҙең.

Күрше генә торғас, аралашып йәшәгәндәрҙер, элекке ғәҙәт буйынса ололар, ваҡыт һиңә, улым, әллә ҡайҙа йыраҡҡа йөрөп мәшәҡәтләнгәнсе, әйҙә, һиңә күрше ҡыҙын ғына алайыҡ та бирәйек, тигәндәрҙер. Йәштәрҙе өйләндергәндәр ҙә, вәссәләм. Ҡыҙҙың нәҫел-нәҫәбе, хәлле генә кешеләр, ике яҡ та бер булып, өй ҙә һалып биргәндәр. Үҙенә күрә мөхәббәт тә булғандыр. Әммә шуныһы ла бар бит: тойғо ул, шул тикле ваҡытлы әйбер, яңы күлдәк кеүек уңа ла ҡуя, кемдеке-кемгә, билдәле.

Хужа бабайымдың да холҡо хәтәр булғандыр.

Гөлсирәнең артынан әсәһе бәләкәй генә бер суйын ебәрә. Йәш ҡатын көнө буйы ата-әсәһендә ҡунаҡта ултыра икән, кис ире эштән ҡайтыр алдынан ғына, әсәһенән әҙер ашты шул суйынға ғына һалдырып, ашъяулыҡ менән ҡаплап, күтәреп өйөнә алып ҡайта. Бер ҡыҙғанда Хужа был суйынды тотҡан да:

Ни эшләп был аш өйҙә бешмәҫкә тейеш, тип тышҡа бырғытҡан.

Гөлсирә ике тәҙрәһе урамға ҡараған бәләкәй өйөндә ғүмер итте. Хужа бабай тәүге ғаиләһен бөтөнләй ташлап ҡуйған, тип уйламайым, йәшерен-батырыны юҡ, ике ҡулында бөтә колхоз байлығын йомарлап тотҡан кеше, уларға ла өлөш сығарғандыр. Гөлсирә, өйөмдө йылытам тип, бер үҙе утын бысып йөрөмәгәндер, бала сана менән урмандан бесән ташымағандыр, ауылда бит шуныһы – утыны, бесәне. Йөрәк яныуын, көлгә ҡалыуын иҫәпләмәгәндә, ығы-зығы тормош ҡыштыр-ҡыштыр булһа ла, әкертен алғамы, артҡамы тәгәрәй. Ә йөрәк Нимә инде ул йөрәк? Һуңғы көсөнә тиклем тарта, тарта ла, шартлай ҙа һына. Һынғансы өнө лә сыҡмай. Гөлсирә лә шулай, шартлап һынғансы, өнһөҙ-тынһыҙ ғүмер итте.

 

Ике ул үҫтереп, ауылды геүләтеп туйҙар яһаны, килендәрен дә ошо урамға төшөрһә лә, йәштәр үҙҙәре донъя ҡороп, яңы урынға күсенде, әбей генә беҙҙең күрше булып йәшәй бирҙе. Әсәйем уны, еңгәм, тип ҙурлап, беҙҙе йә бәрәңге ултыртышырға, йә күмешергә кертеп ебәрҙе, йә, әбейегеҙ беләген һындырған тип, һыу ташыттырҙы. Үҙебеҙ ҙә ғәҙәт буйынса, был өйҙөң тупһаһын йыш тапаныҡ. Бер ҡараһаң, йәл дә ине Гөлсирә әбей, үҙе лә ташланған ҡатын яҙмышына риза булмағандыр. Әммә ул бик бирешмәне, ни эшләһен, балаларына, аҙаҡ ейәндәренә күңелен йыуатып йәшәгәндер. Бындай саҡта ҡартинәйем: “Ир бәхет түгел, таҙалыҡ бәхет, ти ине.

Ә бына Хан бабайымдың икенсе ҡатынына булған мөнәсәбәте буяуы уңманы, ғүмер буйы янып торҙо.

Әнисә әбей, яҡшы-яманын тиң йотоп, михнәтенә лә бөгөлөп төшмәй, рәхәтенә лә үрле-ҡырлы һикермәй, сабыр ғүмер итте. Ниндәй аҫыл заттан булғандыр? Ғүмере буйы төҫөн ташламаны, һәр ваҡыт бөхтә кейенеп, кәүҙәһен тура тотоп, башын юғары күтәреп йөрөнө. Әбей булһа ла, әбейгә әйләнмәне.

Туғыҙ балаһы туғыҙ урында оя ҡорҙо, бала-саға тиҙәр, сағып ут йотторған саҡтарында ла сабыр әсә, дилбәгәне үҙ ҡулына алып, ыштраф һалынған малайҙарын елтерәтеп, ҡорһағы бүлтәйә башлаған буласаҡ киленен ҡәйнә мендәренә баҫтырып, ғаилә ҡорҙорҙо, атай итте.

Ә ниндәй яҡтарҙан, ниндәй әҙәмдәрҙе ҡунаҡ итеп тәрбиәләргә тура килмәне уға…

Хужа, өс ауылға байрам яһап, саҡырыр ине әртистәрҙе: атаҡлы йырсыларҙы, бейеүселәрҙе, ҡурайсыларҙы. Төпкөл ауыл булһа ла, береһе лә Атһуйырҙы урап үтмәй. Шундай ҙа шәп председателдәр властә торғанда, халыҡҡа билет-фәлән алып мәшәҡәтләнеп тә тораһы юҡ, алдан хаҡы түләнгән, ултырғысыңды ғына онотма. Элекке әртистәр бик ҡыйбат булмағандыр, күрәһең.

Балтасылар бригадаһы клуб алдында киң таҡталарҙан сәхнә ҡағып маташҡанда, Хужа ҡунаҡтарҙы, Һоя буйҙарына алып төшөп, балыҡ ҡармаҡлата, Тирмән тауына мендереп, бер йырлата, бер бейетә, шишмәгә килтереп, һыуын ауыҙ иттерә. Әнисә әбейемдең шартлап торған мунсаһынан һуң ҡыҙарып-бешеп торған әртистәр, Атһуйырҙың дәртле егеттәре әсе итеп һыҙғыра башлағас ҡына, ялындырып спектакль башлап ебәрә. Инде лә Диуананың «Тәнкәбикә, байбисә, бөркөт балаларын оянан тибеп төшөрҙө» тип, ҡысҡырыуы була, башта йәшене өндәшмәй генә, офоҡта ялт-йолт уйнап, дөбөр-шатыр күк күкрәп ямғыр ҙа яуа башлай… Халыҡ та ултырғыстарын менән баштарын ҡаплап, дөбөр-шатыр өйгә саба.

Поезды тып туҡтатҡан, машинаны өҫтөндә тотҡан, муйыны-башы бер, мускулдары һимеҙ балыҡтай уйнап торған, ҡарағайҙай Мурзин батырҙы ла алып ҡайта Хужа Атһуйырға. Сәхнәлә бер егерме кешене ултыртып, зыр әйләндерә бәһлеүән.

Уларҙы бит ашатырға кәрәк. Ҡунаҡ ҡарамаған кеше генә белмәй. Ҡарағандары, түҙемлек бир, был Әнисәгә, әле генә ниндәйҙер эш менән районданмы, өлкәнәнме етәкселәр килгән ине, өс көн үтмәне – алпауыты, тиҙәр. Һуңғыһында Әнисә:

Нимә бешерәйем? – ти.

Үҙенән һора? – ти ҙә, үҙе лә аптырай Хужа, бәһлеүәндәрҙең нимә ашағанын кем белә инде?!

Шунса-шунса күкәй һалып һалма баҫ, аҙаҡ бер ҡаҙан итеп һөттә генә бешер!

Йүгерә Әнисә биҙрәһен тотоп Ғәтиәт ҡартҡа, унда тауы-ы-ыҡ… Көндә бер биҙрә йомортҡа тыпҡытып ҡына торалар. Ә Хужаның туғыҙ бала, ҡайҙан нимә торһон!? Көнөнә һәр тауығы берҙе түгел биште һалһа ла, йылп итеп ҡалыр.

Болғата-болғата бешерә хужабикә бер ҡаҙан һалма, бәһлеүән шуны… ашап бөтөрә. Бер ҡаҙанды бер юлы түгел, әлбиттә. Бер-ике тәрилкәне түңкәреп ҡуйғас, сығып йөрөп килә, бер аҙҙан тағы бер-ике тәрилкәне ҡаплап ҡуя… Шулай ҡаҙандың төбөнә төшә лә, артынан самауырҙы йыҡҡансы, баллап сәй эсә.

Батырға ла ял кәрәк, йыйына ҡунаҡ ҡайтырға. Элекке мәсет алдына уны оҙатырға халыҡ ағыла. Күңеле булған бәһлеүән хушлашҡанда тағы бер тамаша күрһәтергә йыйына. Дүрт-биш метр оҙонлоғондағы пятидесятка иҙән таҡтаһынъ уның өҫтөнә ҡуялар, ауыл кешеләре «Ах» та, «Ух» иткәнсе, шунан шатыр-шотор йөк машинаһы ла үтеп китә. Таҡталарҙы алыу менән ике ҡулын күтәреп, Мурзин да тамашасылар алдына һикереп баҫа. Аллаға шөкөр, быныһы.

Беҙҙән киткәс, ҡайҙалыр ул шундай уҡ әкәмәт күрһәтмәк була, алда әйтелгәнсә, ергә һуҙылып ята, уның өҫтөнә тап шулай һәм тап шундай таҡта һалалар, дөбөр-шатыр өҫтән машина ла үтеп китә, әммә батыр ғына халыҡ алдына һикереп тормай, ә кешеләр ҡул сабыр урынға «Ах» та, «Ух» ти, ярҙамсылары йүгереп янына килә, яһалма тын алдыра, кемдер медпунктҡа саба – шулай бәһлеүән машина аҫтында мәңгелеккә тороп ҡала. Урыны ожмахта булһын, әммә беҙҙең һүҙ әбейем хаҡында.

Бына ниндәй дан кешеләр булды, беҙҙең Әнисә әбейҙең ҡунаҡтары араһында.

Ишектән ингән һәр кемде яҡты йөҙ менән ҡаршыланы, өйө мәңге ялт итеп торҙо, аш-һыуҙың йән төрлөһөн әҙерләне.

Ғаиләлә табаҡ-һауыт шалтыраған саҡтары ла булғандыр.

Бер уйламағанда ҡысҡырып иҫәнләшеп, таң ҡояшылай балҡып беҙгә Әнисә әбейем килеп керҙе.

Эй, еңгә, маҡтап ҡына йөрөйһең, тип ҡаршы алды уны әсәйем, беҙ әле генә төшкө аш ашап, саҡ табаҡ-һауыт йыйыштырып, үҙе ҡулдарын таҫтамалға һөртөп хәл алырға ғына ултырғайны.

Бына сәй эсеп алырға йыйынып торабыҙ, ашыбыҙ ҙа етешкән, итем дә йылы ғына, тип ул тиҙ генә самауырын ҡуйып ебәрҙе лә, өҫтәлгә ризыҡ теҙҙе, аш бүлеп ҡуйҙы.

Атайым да ҡунаҡ яғына сығып, улар бик оҙаҡ әңгәмәләшеп ултырҙы. Аш та ашалды, сәй ҙә эселде. Һәр яҡтан балаларҙың ҡайһыһы ҡайҙа, ниндәй эш менән мәшғүл булғаны асыҡланды. Көтөү килер алдынан ғына ҡунаҡ ҡайтып китте. Бындай хәлдәр, көтмәгәндә Әнисә әбейемдең беҙгә килеп ултырыуы йыш булмаһа ла, хәтерҙә ҡалған.

Ни эшләп әбейем йомошһоҙ беҙгә килгән? тип һорауыма, әсәйем:

Э-э-й, бабайыңдың холҡо… – тип ауыр һулап ҡына ҡуйҙы.

Нимә тураһында ғына һөйләмәне, әммә әбейем ауыҙын асып ирен яманлап бер һүҙ әйтһәсе.

Сирләп тора, көҙгә, бәлки, дауаханаға барып ятыр. Әйе, әйе, шул сире менән интегә.

Бына шундай ҡатын менән көн итте холҡо бик хәтәр булған минең бабай.

Ул һуңғы йылдарҙа бик яман сир менән йонсоно елкәһен сәйер шеш баҫып алды, муйынын ҡыбырлата алмай, йәнәшәһендәге кеше менән һөйләшкәндә лә, саҡ ҡына башын борор урынға, бөтөн кәүҙәһе менән әйләнер ине. Уларҙы бабайымдың, түҙемле һәм сибәр ҡатыны Әнисә әбей әллә ниндәй һаҫыҡ дарыу менән көн дә һылай, ә улар оялағандай, береһе артынан икенсеһе сығып торҙо. Әллә Гөлсирәнең, Хужаның муйыны ғына боролһон, тип ҡарғауын, өҫтә ултырғандар яңылыш аңлап, үҙҙәренсә шундай ҡаза ебәрҙе. Ошо сир уны тамам интектереп, теге доньяға алып китте.

Яҡшы кеше ине беҙҙең тәүге председатель, ә ҡатындары бына шундай булды.

Хәлдән килгәнсә маҡтайыҡ әле Хан бабайымды. Ошо сәғәттә сират күперендә тапанып торған йәненә мөмкин булһа, ярҙам ҡулы һуҙайыҡ, бәлки, яурындарының ике яғында ултырған ҡанатлы фәрештәләр яҙып тултырған китаптарҙың ағы яғына өҫтәлер һәм үлсәмдәге ҡараһының ауырлығын еңер. Иблистәр менән тамуҡ ҡына түгел ожмах та тулған заманда, кемдең кем икәнен сират күперенән үткәреүсе Хоҙай Тәғәлә хөкүмәте хеҙмәткәрҙәре бик асылына төшөп тормаҫ. Бер ҡояш аҫтында йәшәмәһәк тә, талапсанлыҡ унда ла етмәйҙер, хәлдәр шулдыр. Саҡырырҙар ҙа, һорау ҙа ала башларҙар.

Халыҡ әйберенә теймәнеңме? Тол ҡатындарҙы рәнйетмәнеңме? Үлсәүҙәрең кәм күрһәтһә лә, арттырып әйтмәнеңме?

Аңын-тоңон белмәй коммунист тип маңлайына мөһөр һуғырҙар ҙа, әле генә утын өҫтәнек, рәхим ит, иптәш, тамуҡҡа, тиерҙәр.

Коммунист булды бабайым, ҡәберендә йондоҙо ла балҡып тора. Был йәһәттән унда ҡағиҙәләр ниндәйҙер, бер кем дә ҡайтып һөйләмәгәс, әйтеүе ауыр. Әммә яҡшы менән яманды айырғанда ошо ғынамы икән төп билдә?!

Мәүлиҙә Әхмәтйәнова.

 

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: