Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
5 Октябрь 2022, 18:43

Боҙоп та ғына һайрай һандуғас. Новелла. Сабир ШӘРИПОВ

Утыҙ нисәмә йыл уҙыуға ҡарамаҫтан, әүәлге дуҫтарҙай осрашты был икәү. Һирәк ағаслы йәйенке скверҙа. – Сафина-а! – ғәжәпһенеп тә, икеләнеберәк тә тәүҙә биштәрле ирекәй өндәште. Тар ғына таш юлдан яй ғына коляска этеп килгән ҡатынҡайға. – Сәфинә?..

Боҙоп та ғына һайрай һандуғас. Новелла. Сабир ШӘРИПОВ
Боҙоп та ғына һайрай һандуғас. Новелла. Сабир ШӘРИПОВ
 

– Бә-әй, Батыр... Ә һеҙ...һула?... – Ҡапыл ҡыҙарған битенә уң усын терәп, һулы менән колясканы туҡтатҡас, Сәфинә әҙ-мәҙ ирекәйгә яҡынлашты. – Онотмағаныңа рәхмәт.

– Үлгәнсе онотаһым юҡ!

Ҡатын «һулаҡай» тип әйтмәүенә һөйөндө, ә ир кеше фекерен асыҡ-шаран ҡуйҙы. – Һирәк-мирәк һорашып торғоланым һине зимләктәреңдән. Ауылығыҙға бер йыл запчасть...

Шул саҡ коляскалағы сабый ныйылдап тынды.

– Киҙеүҙән шәбәйә. Саф һауаға апсыҡҡайным, – тине Сәфинә, ирәбеләнеп.

– Бәһлеүән, әй, әлүктән арбаһын ҡалай һелкетә! – Батыр йәтеш кенә мәрәкәләп алды. – Әллә үҙеңдекеме, бабуля?

– Иллелә бала тапҡан, тип бот сабырҙар! – ҡатын шаяртыуға үпкәләмәне, һирәк ағастар аша ҡупшы йортҡа ымланы. – Өйө, а-ана... Ҡыҙымдың балаһы был. Улым Учалыла... Ғаиләле. Ярай, ныҡлап уянмаҫ борон, ҡайта һалайым.

Сәфинә колясканы тимер ҡапҡаға табан ыңғайлатты, тос биштәрен ипләп, Батыр йәнәш атланы. – Ә... нисек йәшәйһең?

– Түҙәрлек. Фельдшер инем, медпункт ябылды. Өйҙө һатып, бында күсергәрәк тә уйланыла. Ә үҙең?

Хәҙер бәғзеләр ауылға тартыла. Хатта мин... Ну, дәртеңә дарман, – тип ҡеүәтләне уны Батыр. – Үҙемме? Һаман лесничествола, шоферить итәм. Бисәм үлеп ҡуйҙы, яман ауырып... Яңғыҙ тора инем дә, урыҫынан айырылып, ҡыҙым ҡайтты былтыр. Сверлауҙан. Минең оноҡ быйыл уҡырға төшә! Бына әле садтағы мунсаны таҙалап ҡайтыуым. Бәрәңге йөкмәнем. Ней, Сәфинә, иркенләп кенә гәпләшеп ултырайыҡ, ә-ә? Теге өнһөҙ, тимәк, икеләнә йә риза. – Иртәгә үк. Мин кәнде отпускыла...

Коляскалағы бала көр генә яр һалды, гүйә, мин дә бар әле был донъяла, тимәксе. Сәфинә аҙымын ҡыҙыулатты. Ҡапҡанан сығарышып ебәрмәк өсөн Батыр ҙа ҡалышманы.

– Ней, теүәл сәғәт бишкә – «Шахтер» кафеһына, йәме. Мужыт, прокатимся ары-бире? Иномарка түгел дә, машинамдың худы арыу ғына.

«Ҡайҙа, ниндәй фатирҙар һатыла, хаҡтары күпме икәнде шофер халҡы ла белә торған». Ошоно уйлаған Сәфинә:

Барырмын, – тине.«Мужыт»ың кәрәкмәй.

Элекке хәзәйкең ҡандай икән? Теге, Өстамаҡтағы Ынйыҡай ҙа тигән ҡарас еңгәмде һорашам. Күптән хәлен белешкән юҡ.

– Иҫән-һау, тип ишетелә.

Биктимер ағайҙың тыуыуына етмеш инеме былтырҙары. Ҡапҡаны уҙҙылар. Батырҙың шаяртыуы бөтмәгән имеш. – Анау йәй, һеҙҙән ҡайтҡас, яусы йүнләргә керешкәйнем – бах! – район шаулатып туй үткәрҙегеҙ. Уборка ҡыҙғанда бит әле! – Тол ҡатынҡайҙың йәшкелт күҙенә ҡарап, буйҙаҡ серле генә көлөмһөрәне. – Ә һин һаман төҫ ташламағанһың...

– Һин дә нишауа! Һаман мәрәкәсел етмәһә! – быны ауылсараҡ әйткәс, өләсәй коляскаһын ҡыҙыулатты, баҡсасы бик әкрен кирегә аҙымланы.

Сәфинәнең Сибай ҡалаһына күсенере әлегә хәбәр генә. Шулай ҙа ҡыҙы-кейәүе, «артыҡ ҡашыҡ» риэлтор ялламайса, ҡыш уҡ әҙәмсә йәшәрлек торлаҡ эҙләштерә башланы. Осһоҙҙары – уңайһыҙ йә иҫке, ҡиммәттәре – ҡала үҙәгендә йә бынан алыҫ. Ә парк тирәһенең киләсәге хәтәр булмаҡсы, аҙым һайын заманса биналар ҡалҡа... Ошо хаҡта киске тамаҡ һайын гәпләшеп алалар. Бөгөн иһә Сәфинә үҙе тыйып ҡуйҙы.

– Ашыҡмайыҡ әле, балалар. Ауылдағы йортом иҫкермәгән, күл ярында ғына. Магнит комерсанттары белештерә.

– Байҙар һыҡмыр була, уларға ышанһаң, һемәйтте-ҡуйҙы. Әллә нимә булған һиңә, мам, киреле-миреле һөйләшәң? Кейәүеңә ошо аҙнала йәтеш фатирҙың хаҡын әйтәсәктәр. Ике кварталда ғына! Ремонтлы... – Өндәшмәҫерәк, өҫтәүенә, башҡортсаны белмәйерәк үҫкән кейәү генәһе лупылдап ашаныуын өҙмәйсә, ике-өс мәртәбә башын һелкте. Аҡылдары камил: өйҙә ҡыҙ үҫә, кем белә, киләсәктә өләсәһе фатирының хәжәте тейеүе бар. – Ни булды һиңә, мам?

– Бер ни ҙә булманы, – тора килеп ҡашығаяҡ йыуырға кереште Сәфинә һәм... алдашты. – Иртәгә медучилище заманынан һабаҡташым сәйгә әйтте. Музей ҡарарбыҙ, ти. Көндөҙ урамда яҙатайым осраны.

– Яҙатайым, тигәнең... случайно буламы? Иртәгә – йома, мин алдан ҡайтырмын, һин китерһең подругаңа, теләһәң, шунда ҡун.

– Юҡ, юҡ, ҡыҙым, ауылға шылам шәмбелә. Ике ҡаҙым күкәй баҫырға ҡалды, ят кешегә тиҙ өйрәнмәй торғандар.

– Кейәүеңә инәләбеҙ инде, апарып ҡуйыр.

Ҡуйсәле, инәлеп ни? Маршрутка выжлап тора ла һуң. – Кәрәккәндә аңлай кейәүкәйе: ҡәнәғәт кенә йылмайғандай итте.

Ғәҙәттә, кеше өйөндә төшәнеп ыҙалаһа ла, Сәфинә бөгәсә тыныс йоҡланы. Дөрөҫ, залдағы йомшаҡ диванда күҙҙәре йомолмаҫ борон Батырҙы тәүләп күреүен иләҫ-миләҫ хәтерләп ятты.

…Медучилищенан һуң Сәфинә дала районындағы ҙур совхоздың Өстамаҡ бүлексәһенә ебәрелде, сөнки үҙ яғында буш штат юҡ ине. Йөҙ ҡапҡалы Өстамаҡта, халыҡ нигеҙҙә малсылыҡ менән мәшғүл. Йәштәр байтаҡ, клубтары гөрләй. Һыны, холҡо күркәм Сәфинәне тау-урманлы төбәк тиҙ үҙһенде, егет-елән ысынлап ҡармаҡларға кереште. Бигерәк тә ун биш саҡрымдағы «центральный»ҙан агроном Шамил йышланы: йә үҙ эше, йә комсомол йомошо буйынса килеүе йышайҙы мотлаҡ медпунктҡа керә һәм һөйгәнен күрә. Сәпәләп тә ҡайтарғандар, тиме, март урталарында, юҡ, юлын һаман һыуытмай. Өстамаҡ егеттәре эшкә лә, эсеү-месеүгә лә, уҫмаҡлашыуға ла апаруҡ ине элек.

Хәҙер генә ул… Йөрөй күбеһе эшһеҙгәримләнеп.

Йылымыс кис Сәфинә фатирҙа торған Ынйыҡай өйө алдында мотоцикл тырылданы. Ҡорған шылдырып ҡараны аш яраштырып йөрөгән ҡыҙый: «Шамилмы? Түгел, ул атаһының «Запорожец»ында килгеләй. Хужабикәне берәйһе килтереп ташланымы? Булмаҫ, ул шифаханала ята, етмәһә, мотоцикл менгәшмәҫ – ныҡ ҡурҡа», - тип фекерләне.

Егерме йыллапмы юҡ-бар ғына аҡсаға санитарка булып эшләүен баһалап, колхоз идараһы бушлай путевка биргәйне Ынйыҡайға йәкшәмбелә ҡайта. Ә бөгөн кесаҙна ғына. Өйгә килгәстәре, берәйһенә ашығыс ярҙам йә дарыу-маҙар кәрәктер. Юҡ, матайҙан төшкән кәүҙәгә уртаса егет яралы, буғай, ҡулы ҡанлы кеүек. Уң тубығы лысма һыу, күн курткаһына батҡаҡ сәсрәгән.

Тышы аҡбалсыҡ менән һыланған өйҙән күлдәксән сығып, бәләкәй ҡапҡаны шар асҡан Сәфинәгә һаулыҡ та ҡушмай, шлемын сисә-сисә һораны егеткәй:

– Еңгәсәй өйҙәме? Мин…

Апай кәрәкме?

– Санитарка, тим, Ынйыҡай?

– Ул отпускыла.., Ниңә кәрәк? Һуғыштың әллә?

Юҡ та? Ней, күпергә етәрәк ике малай сыҡты ҡапыл йүгерешеп… Тапатмаҫ өсөн тормозға баҫҡайным – гөпөр йырынға. Әл дә һыуы һай. Ете йыл элекме, Биктимер ағайҙы ерләгәндә генә килгәйнем, шунан бирле юл төшмәне бында. Тиктормаҫ малайҙар…

Яҡшы, тапатмағас! Әйҙә, яраңды ҡарайыҡ. Мин – завмедпункт бында.

– Матасты дворға индерәйемме? Ней, өстамаҡтарға ышаныс аҙ.

– Һы-ы, тәүгә ишетәм. Ярай, мин соланда аптечка әҙерләйем, ә һин...индер «Ява»ңды.

Ҡыҫҡаһы, ҡыҙыл тәреле ҡауырһын сумкаһын асып, егеттең уң терһәк яраларын таҙартып-дарыулап бәйләгәнсе, һыйыр ҡайтты, ҡыҙ уны һауған арала Батыр, имен ҡулы менән мәтенән таҙартып, кейемдәрен елләтергә элде. Еңгәһенең көрән санитар халатын кейеп алғас, ветеринарға оҡшап китте бер килке. Әйтәгүр, застуйын егет. Атлауҙары һуң! Ҡара сәсе лә етек түгел, былтыр, декабрҙә генә, әрменән ҡайтҡан шәйт.

...Бәрәңгелек ашаһындағы әрәмәлә һандуғастар сут-сут һайрашты. Ысын микән, инәләре йомортҡа баҫҡансы аталары илереп һайрай ҙа былбыл сепейҙәре яралғансы һайрамай, ти. Йыртҡыс ҡош-ҡорт ояның ҡайҙа икәнлеген белергә тейеш түгел, йәнәһе.

Үткән аҙнала, Ынйыҡай ялға киткәс, дүрт-биш ҡыҙ-ҡырҡын аулаҡҡа йыйылды. Ҡыҙыл шарап йоттолар, африканса бейештеләр. Шаталаҡ әхирәттәрҙең береһе радионы әллә нишләтте, икенсеһе ҡоймаҡ шыжлатҡанда электроплитәне яндырҙы. Ошо зыян хаҡында ишетеү менән Батырыбыҙ мыштырламай ғына тегеһен дә, быныһын да йүнәтеп бирҙе. Һулаҡай, имеш, бая ла һул ҡулы менән генә утынлыҡта йәпһеҙ ятҡан балтаны алып, һә тигәнсе бер мейеслек утын сәрпәкләне.

Бәй, Ынйыҡайҙың саҡырылмаған ҡунағы Сәфинәгә лә ҡунаҡ таһа. Юлаусылар һынсыл була торған, бер әйтмәһә, бер әйтер: квартиранткаһы һаран икән, һыу ҙа эсермәй сығарҙы, тиер.

Сәфинә барынса, ауылса өҫтәл әҙерләне, егет шаршаулы койка башындағы фотоларҙы ҡарап, мәрхүм ҡәрҙәшен иҫләне.

– Үҙебеҙҙә ҡомһоҙ предколхоза менән һыйышмаған, шуға бында күсенгәндәр, тиме, асығын белмәйем. Мин бәләкәй инем, бер өйҙәренә инһәм, Биктимер ағам гармун һыҙҙыра, Ынйыҡай еңгәм бейеп йөрөй. Репетиция яһағандар, имеш. Ағай – зоотехник, еңгәй – завферма. Ҡурайға ла апаруҡ ине ағай…

– Гармуны һаман бар, – Сәфинә иҫке шкафтан «полухромка» сығарып тотторҙо – Батыр уйнаны ла ебәрҙе. «Сафия» көйөн, етмәһә, таҡмағын да килештерҙе:

Сәфинә, ҡара әле,

Алда ғүмер бар әле.

Һөймәгәнгә һөйкәлмәйем –

Һөйөүсе булыр әле…

Тәндәре зымбырҙап китте ҡыҙҙың, йөрәк кенәһе тыпырсынды. Баяғынан көслөрәк… Бая ни, плитәне борғослағанда, ошоно ебәрмәй тор әле, тип ҡыпһыуыр менән гайканы ҡыҫырға ҡушып, эргәһенә яҡынлашҡас, дерелдәгәндәй ҙә булды шул. Ғишыҡ тотоу – ут йотоу, тиҙәрме...

Гармунды урынына, өстамаҡтар әйтмешләй, кәлләп ҡуйғас, юлаусыны табынға саҡырҙы Сәфинә. Мәрәкәләп тә алды:

– Исемемде ҡушып йырланыңмы ул? Ҡыҙыҡ: Сафый – Сафия, Нәғим – Нәғимәләр бар, ә Батырға иш юҡ...

– Күңелгә ярарлыҡ иш, ҡул барырлыҡ эш эҙләп йөрөлә шул, – егет мут йылмайып һөйләнде. – Лесничествоға барғайным, Аҡтаулыға пожарный шофер кәрәк, әйҙә, праваң бар, ти главныйы. Етмеш саҡырым, ай-һай… Колхоздарҙың рәте китә, лутсы Сибайға һыпыртайым микән? Әле Аҡтаулынан ҡайтып килеш, туҡта, юлайҡан еңгәбеҙҙең хәлен белешәйем, тигәнсе, бына… – Батыр бинтлы терһәген яҙып, кире бөкләне. – Бүстәк, туйға тиклем төҙәлер, ти урыҫ. Сәфинә, ней, красавица-ҡоҙаса, зерә мәшәҡәтләйем, асыуланма инде.

– Юҡ, Батыр, танышыуға шатмын. Ынйыҡай апай ҙа ҡыуаныр.

Ана шулай күптәнге таныштарҙай юҡ-бар сурытып, икеһе лә йүнләп ашамай, сәпсенеп ултырҙы. Әллә әсе-мәсе тәҡдим итергәме?

– Тауариш салдат, вина ҡойоп бирәйемме?

Егет быны ла мәрәкәгә борҙо:

– Ишеткәнең барҙыр… Кейәү, бына ит, ашап ултыр, тип ҡыҫтаған ҡәйнәһе. Ә кейәүе, ҡуй, ҡәйнәм, итеңде эткә бир, тигән. Әбей һөт һонғас, теге каприз, һөттө бесәйеңә эсер, ти. Ҡәйнәһе әллә, берәй рүмкә бирәйемме, тигәс тә, кейәүе баш һелккән: «Кәнишне, ҡәйнәм, ас ҡайтып булмаҫ…»

Сәфинә көлә-көлә баяғы шкафтанмы ҡыҙыл шараплы бухый шешә алды ла, һөрткөләп, егеткә һондо. «Үҙеңә генә һал» – «Мин дә эсмәйем, юлға сыҡһам, гаишниктар аҙым һайын» – «Һеҙҙе ҡыуған кеше юҡ. Кейемдәрең кибеп бөтмәгән, яраңды яңынан бәйләрбеҙ. Иртәнсәк… Әле һыҙлаймы?» – «Артыҡ ауыртмай».

Һөйләшеүҙе өҙөп, комод өҫтөндәге телефон шылтыраны. «Эйе… Юҡ…» тип кенә һөйләште Сәфинә кем менәндер.

Ҡыҙҙар шылтырата: клубҡа барайыҡ, видиктан боевик була, тип. Яратмайым шул супермендарҙы.

Тышта эңер-меңер ҡуйыра. Күңелле янған мейестең ҡыҙыуынан һалҡынса өй тамам йылынды. Арығайны Батыр, халатты сискәндә Сәфинәне уйынлы-ысынлы аҙҙырып маташты:

– Хәҙер минән дә йод еҫе аңҡый. Бергә генә ятып, арҡаны йылытһаң дауаң да до конца булыр ине.

Дауаның шәбе була инде! Тик медицинала ундай алым юҡ!

Ул осор һыуытҡыстар һирәк ине ауыл ерендә. Сәфинә һөт-ҡаймаҡты соланға сығарып ингәс, үкенеслерәк һорау ишетте:

– Әтеү, арҡам ауырымаймы?

Юҡ, бар ерең дә һау.

Бар еремде ҡараманың да һуң?!

Йәшем етмәгән әле ҡарарға.

Йәшеңде һораманым. Ней, Сәфинә, ҡара әле тәҙрәгә... – Ҡыҙ боролғайны, егет уны сылт үбеп алды. Өҫкө ирененән, йәһәт кенә.

– Ух, мошенник малай! – тип бармаҡ яһаны биткәйҙәре эҫенгән Сәфинә.

Сәғәт төнгө бер, әүәйгә ваҡыт. Йырағыраҡ булһын типме, Батырға ишек төбөндәге карауатҡа урын йәйҙе лә Сәфинә шаршауын тартып, түшәгенә сумды. Һаҡлыҡ өсөн карауаты ситенә һөйәнмәле ике ултырғысты терәне.

Минең арҡала клубҡа барманың… Американдарҙың да йәтеш фильмдары бар ул. Яңыраҡ бер киноларында ковбоймы, әйтте һөйәркәһенә: ҡатындар яңғыҙ йоҡларға тейеш түгел, улар кешелекте дауам…

Ҡатын булғас, яңғыҙ йоҡламам… Юҡты ләпелдәйһең. Төшөндөңмө? – ишетелде һорау.

– Төшөндөм… бирелде яуап. Тыныс йоҡо!

Биктимер өс йыл элек таңғы йоҡоһонан уянманы. Астма сиренән һауыға алмайса. Ынйыҡай яуыз зәхмәттең ирен ваҡытһыҙ әрәм итерен һиҙеңкерәп йөрөгәнме, артыҡ бөтөрөнмәне. Ҡыҙын туйлап тороп кейәүгә бирҙе – Магнитта йәшәйҙәр, шунда уҡ улы һыйынды, полицияла әфисәр уныһы. Игеҙәк малайҙарға атай булып, сибәр мәрйә менән донъя көтә, ҙурҙан фатир көтә.

Нишләй беләһең, үлгән артынан үлеп булмай – йәшәргә кәрәк. Ынйыҡайҙың ата-әсәһе лә гүргә етмештәренә лә етмәй ашыҡтылар. Урам ашаһында ине өйҙәре. Хәҙер унда кинйә ҡустыһы яңғыҙ йән аҫырай. Исеме – Редик, керһә – бар, сыҡһа – юҡ. Һөнәрһеҙ эт ялҡауы!

Ана шул Редик кисә кемгәлер утын киҫешеп, лаяҡыл ҡайтты ла таң һарыһы менән башы зәңкеп уянды. Һыу һемерҙе, ҡаты сәй эсеп тә ҡараны – шәбәймәне. Аптырағас, урам аша апаһы өйөнә ыңғайланы. Иртәнге алтыла, әтәстәр оторо ҡысҡырышҡанда. Бәғзе саҡ апаҡайы хәленә ингеләй. Бесән эшләшер, һөтлө һыйыр, ике-өс һарыҡ аҫрай ҙаһа Ынйыҡай. Белә, әлегә ул – Яҡтыгүлдә. Йөрөһөн, квартиранткаһына инәлер. Юғиһә, ауылда үтескә бирмәйҙәр хәҙер, ябай әҙәмдә аҡса ла юҡ.

Ҡапҡаның биген шылдырып ихатаға уҙҙы. Бәй, ят мотоцикл һерәйгән утынлыҡта. Ныҡ бысрағанмы, йыуғандар, батҡағын ҡырғандар. Соланға инде, бикһеҙ ине. Шымбаҫар ғына төпкә үтте. Ят кейемдәр шәйләнә, киптерергә элгәндәр.

Өй ишеген дә шым асты. Йылы ғынасы. Һы-ы, бирге карауатта берәү йоҡлай. Таныш та кеүек, эйе, еҙнәһенең зат-заүеренән. Күмәкләп килгәйнеләр мәрхүмде ерләшергә – машиналарының гайка асҡыстарына, лом-көрәгенә, бензинлы кәнистренә айыу майы һөрттө Редик. Поминка барғанда. Һиҙмәне меҫкендәр. Ошо сәпләк кенә эҙләп маташты, башҡалары ҡул һелтәне. Йоҡла, егет, һалдаттан ҡайтҡан, тип ишеткәйнем ҡыш, һиндә йомош юҡ. Уянып, һыйлаһаң, бажалыста Редик риза. Туҡта, сватик-солдатик һин бер-бер… Сәфинәне ҡыйарлатып йөрөмәйһеңме? Мәтри, малай, Редик та мужик! Эсеүен ташлап, төшөмлө кәсеп табып, кейемен яңыртып ебәрһә, әллә кемең риза булыр?»

Медичка ла иҙерәп төш күрәлер. Һыйыр һаумаға ваҡыт. Шуны иҫкәртеү һылтауы менән һәптәнләй бит Редик. Ҡурҡытмай ғына нисек уятырға? Сәғәт шылтырағын етегә ҡуйған, әле алты ла ҡырҡ минут. Одеялы биленән асыҡ, их, сәскәйҙәре, ах, түшкәйҙәре!

Буйтым иҫерешеп ауғанмы былар, һы, өҫтәлдә шешә... Бирәм тигән ҡолона… – буш түгелсе, упсы асылмаған шарап. Ҡуйынға тығырға ла шыпырт ҡына тайырға! Бесәй, ана, ҡыҫыҡ ишектән тышҡа йомолдо. Таҙалыҡ яратҡас ни, маладис.

Бәләкәй ҡапҡаның тыңҡылдауына уянған Сәфинә тәҙрәгә ҡапланды. Абау, Редик алпан-толпан өйөнә ашыға. Ғәҙәттә, бахмурҙан теләнселәргә, һирәкләп телевизор ҡарарға килгеләй. Унда ла берәй сериалды уғата маҡтаһалар йә хоккей ярышмаһын күрһәтһәләр генә.

***

Өҫтәлдәге шараптың юҡлығына иғтибар ҙа итмәне ҡыҙый, сөнки Батыр уянғайны – әйҙә, кейенһен, ә ул иртәнге тамаҡ яраштырыр.

Ике генә ҡоймаҡ ҡушып, ярты бокал һөтлө сәй һемерҙе лә һулаҡай, «икенсе килеүгә телевизорығыҙҙы эшләтәм, лампаһы янған», тип мыҙылмай ғына юлға шыҡыйҙы. Ҡапҡа асып тороп ҡалды Сәфинә. Ҡул болғаманы, иҫән-һау йөрө, тип кенә теләне. Ҡара, шәп елдергән матайҙың тырылдауы баҫынҡы икән дә.

Өй эштәрен теүәлләп, Сәфинә медпунктҡа иртәрәк барҙы. Ниңәлер үҙен ғәйепле тойҙо Батырҙың ҡунып китеүенә. Ауыл ерендә кеше теленә бер эләкһәң, абау! Улай ҙа юлаусы егеткәйҙе һис кем абайламаны. Шулай эш көнө ҡәҙимгесә үтеп китте. Кис ҡорон Шамилды сәпәкләгән егеттең әсәһе лавкаға барышлай ниңәлер ҡырын ҡарап уҙҙы.

Ә иртәгәһенә… иртәгәһенә көнө лә аламаланды, күңеле лә кителде. Ныҡ кителде. Ямғыр булғанғамы, күптәр ҡырҙағы эшкә сыҡманы, бәғзе ир-ат Редик өйөндә өймәкләшеп эсергә кереште. Сөнки аулаҡ, ҡыуыусы кеше юҡ, Ынйыҡай апайы ла бөгәсә ҡайтмаҫ. Сулаҡ ирен уҫал бисәһе эткеләп әйҙәгәс кенә таралышты әшнәләр. Һуңғараҡ Редик аңҡы-тиңке медпунктҡа ыңғайланы. Туҡһанды уҙған ҡарсыҡ укол ҡаҙатып сыҡҡандан аҙаҡ, сәстәрен тараштырған булып, рөхсәтһеҙ-ниһеҙ эскә уҙҙы.

Тәүҙә ярамһаҡ һөйләште, уйынлы-ысынлы, эспирт һыулап эсер әле, һеңлекәш, тине. Сәфинә баш сайҡаны. Үтескә биш һум һорағайны, кире яуап ҡабатланды. Тәҙрә аша урамдан мотоцикл уҙғанын шәйләгәс, Редик нимәнелер иҫләгәндәй, ә юҡ, үсәгәндәй, оятһыҙ рәүештә яла яҡты. Абау, теле! Ауыл ғәйбәтселәренең атаманы, тиерһең.

Һине апайкам сәпләшкәләр йыйып, йыл да аят уҡытҡан өйөндә шағараҡ ҡорорға, салдат индереп, ҡосаҡлашып ятырға пыриказ биреп киттеме ни санат…, ә? – Өстамаҡта һигеҙ йыллыҡты көскө тамамлап, артабан уҡырға йыбанған Редик «санаторий» һүҙен асыҡ әйтә алманы, мәгәр, Сәфинәнең ике бите буҙарыуға ҡыуанғандай, оторо һөжүмгә күсте. – Әсәң пашетный ушитель, атаң шахтер, эйеме, шулар ишетһә, пазур бит, иш-шо комсомолка! Ладны, анау винаның ишен бирһәң, ауыҙыма йоҙаҡ эләм.

Етте, ағай, хәҙер милицияға шылтыратам, шәфҡәт туташы трубкаға үрелде, руссанан һалдырҙы, за пьянство, за воровство, за клевету… ләкин шыйыҡ йәшкелт күҙҙәре йәшләнде, тауышы йомшарҙы. – Ниңә юҡты һөйләйһең, ауыл бисәләре һымаҡ? Шамил менән дуҫлашҡанды беләһең бит! Үҙең туҡматҡанға судҡа бирмәгәнгә рәхмәтең шулмы?Ҡыҙ аҡ халатына тығынды, сумкаһын ҡапшаны. – Мә, тығын, һуңғы тапҡыр бирәм! Запойҙан сыҡмаһаң, наркологияға оҙатам. Борон һинең кеүек йүнһеҙ ирҙәрҙе, сепрәкбаш, тигәндәр, яулыҡ ябын, шантажсы абзый.

Ладны, һеңлекәш, юҡҡа тәмһеҙләшмәйек. – Ыҡҡа килдеме, намыҫын тыйҙымы, Редик төҙ атларға тырышып күн ишеккә йүнәлде. – Йомош төшкәнгә генә инде... Биғәйбә!

Ҡыҙ һаман шнурын сейәлтеп, трубка услған килеш шаңҡып тороуын аңғарҙы һәм ҡарһаланып һалыуы булды – нәҡ шул саҡ Шамил үҙе Сәфинәнең номерын йыйҙы.

Ни булды, Сәфинә? Тауышың үҙгәргәнсе...

Юҡ та... – тип һыҡранды ҡыҙ.

Көт, ике сәғәттән барам, – тине теге остан агроном.

Егет килде, кәләшкәйе уның менән ҡапҡа алдында юрый оҙаҡ гәпләште.

Йәштәр туйҙы ашыҡтырырға килеште.

Сәфинәләр яғында һоратыу-йәрәшеү булһа, никахты Шамил нәҫеле уҡытты. Ә туй мәжлесе август аҙағында үтте. Ҙурҙан ҡупманылар.

Шуныһы, ҡатынҡай оҙаҡ балаға уҙманы. Ирендә ине сәбәп. Дауаланды Шамил. Загстарына биш йыл тигәндә генә сабыйҙары тыуҙы. Медицина көсһөҙөрәк ине элгәре. Улдары тыуғанда парторг ҡамытын кейгән Шамил ҡыуанып та, уйсаныраҡ та йөрөнө, сөнки Ельцин әфәнде Рәсәйҙә компартияның эшмәкәрлеген указ менән туҡтатыуын, ә Горбачев иптәш торараҡ генсек посынан китәсәген белдерҙе. Телевизор аша тотош донъяға яр һалып… Сәфинә ҡабат декретҡа сыҡҡас ҡына, ике йылданмы, күрше колхоздың алыҫтағы бригадаһына күстеләр, шунда ғына участка фельдшеры урыны бушағайны. Әҙәмсә, балаларын кәм-хур итмәй, татыу йәшәнеләр, ихлас эшләнеләр.

Колхоз тигәндәре ун биш йыллап тарҡалманы әле төпкөлдә. Әйтәгүр, Шамил кеүектәрҙең тырышлығы арҡаһында. Күл ярында бер нисә ғаилә, күбеһенсә колхоз «спец»тары, сәмселләнеп ҙурҙан өй һалды, утыҙар сотый сиҙәм аҡтарҙы. Их, йәшәргә лә йәшәргә ине, ғазраил тигәнең ғәҙелһеҙ үә аяуһыҙ шул. Шамил… уф, йыл ярым эүәл, йөрәк өйәнәгенең тәүге дөмбәҫенән үк, таңға уянманы. Йә, һин дә мин кистән мунса төшөп ятҡан кеше. Эсеп-туҙып йөрөһә – бер асыу.

...Ошоларҙы уйлап, моңһоу хәтирәләргә бирелеп, Сәфинә ҡала урамынан атланы. Ашыҡмайса ғына. Кешеләр ҙә, тормош та тиҙ үҙгәреүсән хәҙер. Халыҡ, ана, нисек кенә кейенмәй! Ямаҡайы, иҫереге һирәк осрай. Ниндәй генә реклама эленмәгән! Бала-саға аҙ. Бында ла, ауылда ла. Ҡулдарында – планшет йә мобилка.

Көтмәгәндә ҡәйнәһенең – шөкөр, иҫән әле насар мулла дин боҙор, насар ҡатын ир боҙор, тигән һынамышы иҫкә төштө. Насар ҡатын булманы Сәфинә Шамилға, әйҙә, рәнйемәй ятһын. Ынйыҡай ҙа, ана, яман булмаған иренә. Ҡарасы, Сәфинәнең яҙмышы күп яҡтан уныҡына тартым. Икеһе лә йәшләй тол ҡалған. Икеһе лә икешәр бала үҫтергән. Тәүфиҡлы итеп, белемле итеп, хәҙер үҙҙәре күҙле-башлы. Шамил мәрхүмкәйҙең маҡтанысы Камил вуз бөтөп, Силәбе агропромында апаруҡ түрә, әсәй, күс тә кил, тип өгөтләй. Аптыраҡ, ата йортона ҡайтайым, тимәй.

Юҡ, юҡ, бер яҙмыш та оҡшаш булмай. Шамил өн-ауаз сығармай ғына әхирәткә күсте, ә Ынйыҡайҙың хәләле васыяттар әйтеп ятҡан. Ҡатын, тигән, һин әле йәшһең, күңелең саф, һәйбәт абышҡа тап итһәң, кейәүгә барырһың, йәме, разыймын, тигән. Орошоп та ташлаған уны апай, юрамал йәнемде көйҙөрәһең, тип. Был хаҡта үҙе һөйләне. Шамил мәрхүмкәйҙең йыллығына машина ебәреп, саҡырып алғайны Сәфинә, ҡөрьән ашынан аҙаҡ бер кис ҡайтармағайны элеккке өйҙәшен.

Һы, Сәфинәнең әле биҙәнеп-кейенеп, ике туған ҡәйнеше эргәһенә китеп барғанын белһә, Ынйыҡай нишләр ине? Шамилы ни әйтер ине?! Күңеле һиҙә Сәфинәнең: Шамил асыуланмаҫ, киреһенсә… Үлгәндең бары ла ҡала, ҡалғандың йөрәге яна… Ә янған йөрәк тиҙ туҙа, тәүәккәллә, һеңлем, тиәсәк Ынйыҡай. Ҡәйнеште, Батырҙы әйтәм, юҫыҡ белмәйем, мәгәр хурламайҙар, донъя көтөүгә егәрле, алтын ҡуллы, тип өҫтәйәсәк. Иргә барһаң, бисә айырғанға бармауың хәйерле, сөнки өсөнсө кешене уртаға һалған кеүек булыр. Кемдер кемдәндер кемделер һалдырып-айыртып ала икән, әшәке аҙым яһай… Аслан улай итмә!

Хатта ҡасандыр нервыһын ашаған Редик та һөйөнөр. Аһ, аһ, ҡырҡты ҡыуған әҙәм аҡтығына яһил ғына етемәк яңғыҙбикәне димләгәндәр икән, теге ике донъяны бергә ҡушып, нисәмә йыл ҡурайына бейетеп, түбәтәй кейҙереп тота, тиме. Быны имеш-мимештән генә белә Сәфинә, әйтәгүр, Өстамаҡҡа ҡанса йыл аяҡ баҫҡаны юҡ. Баҫмаҫ та.

Ҡала ҡала инде, таныш-фәлән осрамай. Осраһа ни, ҡайҙа бараһың, тип төпсөнмәҫ әле. Кемдер форточкаһын асып, радиоһын яңрата, гүйә, Сәфинә тыңлаһын да моңайһын, тиҙер. Тыңланы, хатта ҡушымтаһын отоп алды. Уйланды: һандуғастар боҫоп ҡына һайрай, тиҙәр. Сәфинә бәләкәс кенә һарыҡай ҡоштоң һүрәтен генә саҡ-саҡ таный.

Тыңласы, һандуғас хистәрҙе көйләй бит,

Ул минең серҙәрҙе өҙөлөп һөйләй бит

Ниндәй сер булһын, ти, бынау йәштә. Була икән – була, юҡ икән – юҡ. Һәр хәлдә, Сәфинә тәүге көндән үк Батырҙың баҡсаһына-маҙарына йөрөмәйәсәк.

Ошо ҡарары уны ҡыҙыуыраҡ атлатты. Етмәһә, радио «ун ете сәғәт…» тип бипелдәне. Тимәк, биш, ярай, хәҙер барып етәсәк тәғәйен урынға. Тәүге осрашҡандамы Батыр, мин – һулаҡай, ну һулға йөрөмәйем, тип көлгәйне, плитканы төҙәтеп ултырғанда. Ҡыйынлыҡ менән уң ҡул менән яҙырға өйрәндем, тине лә түгелме?

Ҡыйын да, рәхәт тә Сәфинәгә. Көлһыу төҫкә буялған ҡыҫҡа сәсен ҡабартып, күкрәгенә ҡыҙының аҫылташлы биҙәнгесен тағып, ҡашын ҡығаслап, ирендәрен һылап... кәмһенә биреп юрғалай. Шул уҡ ваҡытта кемгәлер иш булыу ихтималлығы барыбер ҙә кинәнес … Бәй, бәй, анау төн Батырҙың гармун уйнап йырлауы асыҡ ҡына күҙ алдында: «Сәфинә, ҡара әле…» Етмәһә, әп итеп ҡуйҙы. Алдатып, тәҙрәгә ҡаратты ла...

Йәшлеге ауылда үткән кеше ауылды һағынып йәшәй торған. Батыр ҙа шулайҙыр, юғиһә, надайыл городтан, тимәҫ ине. Сәфинәнең ошонда фатир йүнләргә ниәтен белгәнгә әйтеүе лә ихтимал.

«Ашыҡма, Сәфинә, үҙем барам яныңа, тиһә? Паркта гәпләшкәндә: мансардалы өйөң – күл ярында, уңдан беренсе... Элегерәк колхоз бөткәндә, запчасть йыйырға һуғылдым. Башҡорт әйткән: уңға барһаң уңырһың...» Һы, әгәр бушты ләпелдәмәгән булһа?

Кафе ихатаһында тиерлек һаҡалтай ҡарт йырҙарҙа йырланған умырзая һатып тора. Осһоҙға ғына. Сәфинә алырға булып көшөлөгөнә тотонғайны, ҡапыл кире уйланы. “Свидалка”ға бисә-һәсә сәскә менән баралыр шул! Эстә кеше әҙ. Төптәрәк ике үҫмер ҡыҙ туңдырма ялап сөкөрләшә, бирерәк ирле-ҡатынлылар сумкаларын аяҡ осона ҡуйып, сәйгә йәбешкәндәр. Сәфинәне күргәс, буш өҫтәл артында ҡунаҡлаған Батыр ҡымшанғандай булды, тик урынынан ҡалҡынманы. «Сәскә алһа булыр ине… И , белекһеҙ кавалер! Ярай ҙа кисәгенән кейеме бөхтәрәк...» – Ошо булды ҡатынҡайҙың тәүге һынамышы.

«Абау, бисура! Шалҡы кеүек биҙәнмәһә оло башы менән! Уйнатып ҡына әйттем дәһә, баҡсала ҡунырбыҙ, тип». Ирекәй ҙә әскелтем күҙәмәһен эсенә йомдо.

Батыр бөгөн һис тә һөйләнсек түгел, шулай ҙа ашап-эсеп алғас, ҡарбуз үҫтереү серҙәрен, ғаилә хәлдәрен әҙ-мәҙ уртаҡлашты. Ҡыҙы күрше йорттағы егеткә сыҡҡан икән. Һөнәрһеҙ, етмәһә, йоҡа елкә... «Проблема! Ҡатынымды ерләгәс, оноғом менән миңә ҡайттылар. Кейәү ике арала сабаулай. Тегендә фатирҙары тар, өҫтәүенә, ҡәйнәһе уҫал. Лутсы ауыл яғынан һатлыҡ иҫке өй алам, ҡулым эш белә», – Батырҙың зарын ишетһә лә, Сәфинә эстән генә «ундай проблема ни, аҙым һайын...» – тип кенә һығымта яһаны. Моғайын да, иллеһен яңы уҙған ирҙең «теге саҡ әп иткәнде ғүмерҙә онотманым... Ауылыңа килеп йөрөнөм, тик бигерәк ҡапыл тормошландың... Бер өйҙә ҡунып та... Йә, иртәгәһенә килһәмсе...” кеүегерәк һағышлы вә хыялбай иҫтәлектәр ишеткеһе килгәндер. Кәнде шулай, әтеүсә, кәрәкһә лә, кәрәкмәһә лә, һиңмайҙарса баш сайҡап ултырмаҫ ине. Батырҙың күңелһеҙ хәбәрҙәренән ялҡһа ла, сығып китмәй, һаман да ултырыуын дауам итте, үҙенә-үҙе аптырап.

«Һәйбәт ине ҡатыным,» – тип уфтанды аҙаҡ буйҙаҡ. Сәфинә лә ваҡыт томандарын таратты: «Шамилым да йүнле әҙәм ине. Иҫләһәң… Икеһенә лә эш бөткәс, аптырап тормай, фермерлыҡҡа керештеләр. Апаруҡ мал-бол йыйҙылар. Әгәр әжәл ашыҡтырмаһа?! Коммунистар власы бөткәс, димләһәләр ҙә, бер ойошмаға ла инмәне Шамил, сөнки партиянан партияға һикерәндәгән ике йөҙлө карьеристарҙы өнәмәне. Тыныс йоҡла ҡәбереңдә, теләһә кемдең ҡуйынына инмәм. Ҡәйнәм дә, һинең ғәзиз әсәң, әйләнгән һайын әйткеләй: киленкәйем, кешеһе осрап, бер-бер һоратһа, бар ҙа ҡуй, беҙҙекеләр разый... Әммә Батыр, теле көрмәлгән төҫлө, шым ултырасы. Кисәге батыр тимәҫһең». – Ошоларҙы зиһененән елгәрҙе тол ҡатын.

Икеһе өсөн дә уңайһыҙ мәлдән Батырҙың мобилкаһы зыңрап ҡотҡарҙы. «Мин ҡысҡырып һөйләшәм, ғәфү...» буйҙаҡ һул ҡулы менән телефонын ҡармап алып, уң ҡолағына терәне һәм «сәләм, ҡусты, сәләм...» тиә-тиә, кирә баҫып тышҡа йүнәлде. Баһадир уҡ түгел Батыр, мәгәр һын-һыпаты мыҡты.

Сәфинә бушаған ҡашығаяҡты өҫтәл ситенәрәк шылдырыуға, һораулы ҡарашын төбәп, кире кереү менән өндәште Батыр:

Ҡусты шылтырата ауылдан. Теге, ней, Ынйыҡай еңгәбеҙ юбилейына йыя икән, ви-ис туғандарҙы. Мин ҡәйнешенә лә әбизәтельне әйтергә ҡушҡан. Киләһе шәмбегә саҡырған. Мәйтәм, һин дә бараһыңмы, Сәфинә? Таныш ауыл, таныш өй...

Бая ғына урамда ҡолағын наҙлаған һандуғаслы моңдо гүйә йән өшөткөс әсе ел таратты. «Артығы менән таныш!» Нишләптер иҫенә Редик төштө, уның илтифатһыҙ сырайын, төкөрөк сәсеп ыҫылдауын күҙ алдына баҫтырҙы ла тәүҙә ытырғанып ҡуйҙы, аҙаҡ битараф ҡына баш сайҡаны:

Юҡ, мин уға туған түгелмен дә, шулай ҙа күп сәләм әйт, урамда күргәйнем, тиң.

Батыр үҙгәргәндәй булды, гүйә элекке шаянлығы күңелен елкетте:

Юҡ, төштә күргәйнем, тиермен. Йәшәмәйме ошонда медсестра ҡыҙыҡай, тип һорармын.

Сәфинә лә көлөмһөрәне, күҙҙәре ялтырап китте. Батыр уға ҡарап киң йылмайҙы:

Ҡайтышлай туҡталам. Көт, йәме?!

Сәфиәнә өндәшмәне…

 

 

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: