Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
4 Октябрь 2022, 17:44

Апайым кейәүгә сыға… Хикәйә. Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина

– Һөйөнсө, һөйөнсө, минең апайым кейәүгә сыға! – тип һөрәнләне ағаһына бәләкәс Фәриҙә. – Һинән башҡа ла беләм. Кит әле, юлда торма, бөрсә! – тип һеңлеһен ситкә этәреп атаһы эшләп биргән ағас портфелен һикегә ташланы Насип. – Мин һинән алдараҡ белдем, – тип тәтелдәүен дауам итте төпсөк.

Апайым кейәүгә сыға… Хикәйә. Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина
Апайым кейәүгә сыға… Хикәйә. Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина
 

 

Белһәң һуң. Ә минең еҙнәйҙе күргәнем бар, тине малай өҫтәлдән икмәк һынығын алып ашай-ашай.

Кем ул еҙнәй? тип ныҡышты ҡыҙый ҡыҫыла-ҡыҫыла өҫтәл артына үтеп.

Еҙнәйме? Һуң, апайҙы кәләш итеп алған ағай беҙгә еҙнәй була, белдеңме?

Әһә, белдем.

Еҙнәй миңә бәке бирәсәк…

Ә миңәсе?

Һиңә - ҡуҡыш.

Ҡуҡыш кәрәкмәй! Миңә лә бысаҡ кәрәк.

Иҫәр, һин малайҙыр шул. Һиңә еҫле һабын йә таҫма һымаҡ шаҡы-шыҡы табыр әле…

Яңылыҡ менән бүлешергә Фәриҙә урамға ашыҡты. үҙен уратып алған Нурия, Миңзәлә, Хөснөлхаҡтарға һөйөнөсөн еткерҙе. Шунан ҡыҙҙар ишек алдына өйөлгән бүрәнәләргә ултырып сөкөрҙәште.

Һин, әтеү, балдыҙ булаһың инде, тине Нурия.

Нимә була ул балдыҙ?

Иҫәр, шуны ла белмәгәстәр. Балдыҙ …ул…ы…ыы һинең апайыңдың иренә һин балдыҙ инде.

Апайымдың ире кем?

 

Һуң, кейәүгә сыҡҡастары, кейәүе ире була бит инде.

Ул һиңә еҙнә була, ә һин уға – балдыҙ.

Ә нишләп Фәриҙә түгел? тип аптыраны ҡыҙ.

Фәриҙә лә, балдыҙ ҙа булаһың, үәт! тип йәпләне Хөснөлхаҡ.

Әйҙә, балам, өйҙө йыйыштырайыҡ. Хәҙер кейәү балаҡай ҙа килеп етер, тип өләсәһе өлтөрәп йүгереп сыҡты ейәнсәре ҡаршыһына. ҡана, самауырҙы яңыртып алайыҡсы.

Рәхимә апаһы анау ҡаршы яҡтағы Әмирҙең ағаһы Сәғитте етәкләп килеп ингәс, Фәриҙә аһ итте.

Ҡайҙа минең еҙнәм? Ул бит миңә бүләк бирергә тейеш таһа, тип апаһына ташланды.

Атаҡ, балам, ҡуй. Оят бит, улай ярамай ҙа, тип өләсәһе уны үҙенә тартты.

Ағайым еҙнәй бәке бирә тине. Ҡайҙа һуң ул кейәү тигәндәре?

Бит остары ҡыҙарып киткән апаһы Сәғит ныҡ итеп тотҡан ҡулдарын ысҡындырып һылыуын ҡосоп алды.

Бына ошо инде буласаҡ еҙнәң, тип Сәғиткә ымланы.

Һы-ы, бындай еҙнә була тиме? Был бит Әмирҙең ағаһы Сәғит тәһә

Ә Әмир хәҙер һиңә ҡоҙа.

Улайһа, миңә Сәғит бәке бирәме? тип апаһының итәгенән тартты ҡыҙ бала.

Ҡуй, оят бит! Ни һөйләйһең һин, остоҡай! тип өләсәһе елтерәтеп утъяҡҡысҡа алып инеп китте. Бүләкте һорап алмайҙар. Унан һуң, һин малай түгел, бәке таптырырға.

Фәриҙә ауыҙын бүлтәйтеп мөйөшкә һыйынды.

Әсәһе эштән ҡайтҡас, ҡыҙының ҡыҙарып бөткән күҙҙәрен күреп:

Ни булды, балам? Ниҙәр ҡыйрата алмай күҙҙәрең еүешләнгән?тип һорағас, бала түҙмәй тағы ла илап ебәрҙе:

Ғүмерҙәрем зая ғына үтер инде шул еҙнәмдән бәке лә ала алмай.

Эй, балам! Һин бит малай түгел. ҡыҙҙар бәке менән уйнамай. Рәхимә апайыңа ҡара. Ана ниндәй наҙлы, һомғол, ҡаштары ҡыйғас. Һин дә шулай матур булып үҫерһең. Малайҙарға оҡшарға тырышма, һылыу ҡыҙ булырһың әле тыйнаҡ, йыйнаҡ булһаң.

Икенсе көн иртә менән Фәриҙә Рәхимәнең көҙгө алдында биҙәнеп- төҙәнгәнен юрған аҫтынан шыпыртын күҙәтеп ятты. Апаһы тәүҙә битенә кершән яҡты, шунан мамыҡ менән пудра һөртөп, ҡаштарын ҡара ҡәләм менән буяп ҡуйҙы. Тимәк, мин дә шулай

 

биҙәнергә тейешмен, тигән ҡарар сығарҙы ҡыҙ.

Йә, йә, тиҙерәк тора һал, бәпесем! Кем иртә тора, шуға Аллаһы тәғәлә бәхетте мул бирә, тип әсәһе төпсөгөн күтәреп торғоҙҙо.

Мин ҙур, тип һыпырылып иҙәнгә баҫты ҡыҙ.

ҙурһың, ҙурһың, һүҙ ҙә юҡ. Хәҙер буласаҡ еҙнәң килә. Тиҙ-тиҙ өйҙө йыйыштырып алайыҡ. Өҫтәл әҙерләйек. Матур сымылдыҡ эләйек. Апайыңды кейәүгә бирәбеҙ ҙәһә.

Тиҙ-тиҙ кейенә һалып, аласыҡҡа йүгереп сыҡты Фәриҙә. Унда тәмле еҫтәр бөркөлә. ҙур ҡаҙанда ит бешә. Һикелә яңы ҡырҡып һалынған һалма кибә. Мейес янында борхоп еҙ самауыр ҡайнай. Өләсәһе ҡоймаҡ ҡоя. Әй, ярата ла инде төпсөк шундай мәлде. Барыһы ла үҙ эштәре менән мәшғүл. Ағаһы утынлыҡта ваҡ ҡына итеп самауырға шаҡмаҡтар яра. Ике апаһы сыр-сыу килеп өй йыйыштыра. Береһе тимер иләк менән ҡырып иҙән йыуа, икенсеһе тәҙрә быялаларын ағас ҡашыҡ менән һыу һибеп таҙарта. Тик Фәриҙә генә эшһеҙ йонсой. Әле иҙән йыуышмаҡ булып яңылыш һыулы күнәкте ауҙарып ебәрә. Әле аласыҡҡа сығып, торбаһын алып ҡуҙҙарын ҡарайым, тип, самауыр моронона итәге эләгеп, ҡайнар һыуға бешә яҙа.

Бар әле урамға. Буталып йөрөмә бында. Бешә яҙҙың бит, әйтәгүр, тип өләсәһе ҡыҙҙы елтерәтеп ишек алдына сығарып ебәрҙе.

Ана, урам яҡты ҡараштырып тор. Еҙнәңдәр яңылыштан өйөбөҙҙө танымай үтеп китмәһен.

Әһем, әһем, әһемсәк! Үҙем беренсе булып ҡаршылайым еҙнәмде.

Матур ситса күлдәктәр кейгән ҡыҙҙар ҡапҡанан шау-гөр килеп инделәр. Рәхимә апалары әхирәттәрен йүгереп сығып ҡаршы алды ла, улар нимәлер тураһында ҡыҙып-ҡыҙып бышырлаша башланылар. Фәриҙә яҡыныраҡ барып ҡолағын ҡарпайтмаҡсы ине лә, ҡыҙҙар шып туҡтаны ла ҡуйҙылар. Рәхимә апаһы устары менән һеңлеһенең битен һыйпап, маңлайынан ғына үбеп алды ла:

Һары баш һылыуҡайым! Еҙнәңде ҡараштырыңҡырап тор инде. Ул һиңә, моғайын, бүләк бирер. Беҙҙең ҡайҙа киткәнде генә әйтә күрмә, был сер булһын, яраймы? тине. Фәриҙә алан-йолан ҡаранып торған арала ҡыҙҙар юҡ та булды. Аптыраштан ишек алдында яңы ҡалҡып килгән күгүләнгә лапая ултырҙы төпсөк.

Бына урамдан егеттәр тауышы ишетелде.

Аһһ, Шыртуғай Әмирҙең ағаһы… Әй, әттәгенәһе, еҙнәһе килә түгелме һуң? Эйе, тап үҙе. Ҡара кәстүм кейгән, күлдәгенең аҡ

 

яғаһы сығарылған. Әмире лә тағылып алған булған.

Әссәәй, өләссәәй, еҙнәм килә!!! тип яр һалды.

Ошоғаса ишек алдындағы йәшел сирәмгә йәйелеп ултырып, бәпембә сәскәләренән таж үрә башлаған ҡыҙ, сәскә бәйләмен өй нигеҙенә бырғаны ла, йүгерешеп сыҡҡан кесе апаларынан алда ҡапҡаға ташланды.

Еҙнәм килә. Сәғит еҙнәм килә.

Һаумыһығыҙ, ҡәйнәм, оло ҡәйнәм, балдыҙҙар, – тип кейәүҙәре һәр береһе менән күрешеп сыҡҡас, өй нигеҙенә генә ултырып өләсәһе доға ҡылды.

Еҙнәһе Фәриҙәгә бүләк бирҙе. Вазелин менән бер ҡап пудра һауытын алыу менән аласыҡ артына атылды ҡыҙ. Унда уның сермөйөшө бар. Матур-матур сынаяҡ ватыҡтары, быяла киҫәктәре, төрлөөрлө ҡорама киҫентеләре, һыйыр йөнөнән яҙ әсәһе әүәләп биргән тубы ла ята. Хатта кескәй генә көҙгө ҡыйырсығы ла һаҡлана сер төпкөлөндә. Көҙгөнән тоташ йөҙөңдө күрерлек түгел түгелен, шулай ҙа әле бер күҙеңде, әле икенсе күҙеңде ҡарап алырға була.

Бөтә өй эсе мәж килгәндә, алтындан ҡәҙерле хазиналарға оҙаҡ һоҡланып ултырып буламы. Бүләктәрҙе тиҙ генә серле әрәмәлеккә йәшерә һалды ла ишек алдына сапты. Унда… еҙнәһе дуҫтары менән пыр туҙҙырып кәләшен эҙләй. Ә апаһы Зәлифә инәйҙәрҙең ҡапҡаһы алдында көнбағыш ярып ултырасы.

Аһһ, нишләп кейәүгә сыҡмайынса улай итә икән ул? тип ҡыҙ тиҙерәк апаһы янына барайым тиһә ул түгелсе. Хәс тә Рәхимә булып кейенеп Наҡыя апай ултырасы. Бына мәҙәк!

Бер Фәриҙә генә түгел, еҙнәһе лә буталды шикелле.

Рәхимәкәй, тип барып ҡулынан тотмаҡсы булғайны, Наҡыя селтер-селтер итеп көлөп ебәрҙе.

Йылғыр Фәриҙә апаһының сәс остарына тағылған таҫмаларының лапаҫ башында ялпылдағанын күреп:

Апай, ней…, тип кенә башлағайны, Рәхимәнең «Ҡайҙалығым сер булһын», тиеүе иҫенә төшкәс: Ай-й-й, ҡайҙа киткәндер инде ул апайым? менән сикләнде.

Ниһәйәт, еҙнәһе Рәхимәнең әхирәттәренә көмөш аҡса таратҡас ҡына, тапты кәләшен. Шул тиклем күңелле булды өй тулы ҡунаҡ.

Кис күрше инәйҙәрҙең өйөн йыйыштырып, умырзая, үгәй инә сәскәләре менән биҙәп, апайының башына ҙур ҡыҙыл яулыҡ ябындырып шунда түргә ултырттылар. Еҙнәһен тағы ла индермәгән булаларсы. Ике яҡтан ике еңгә тигәндәре ҡыҙыл ситсаны һуҙып

 

тотҡандар ҙа, хаҡ һорайҙар. Кейәү кеше һаранланып торманы, ике еңгәгә һумлыҡтарҙы тотторҙо ла, итегенең үксәһе менән ситсаны уртаһына ғына йырта баҫып, инде лә китте. Ишек алдында ҡалған ҡатын-ҡыҙға сыр-сыу килеп йыртыш тарата башланылар. Фәриҙәгә лә бер ус аяһындай ситса киҫәге эләкте.

Әһем-әһем-әһемсәк, ҡурсағыма буласаҡ, тип һамаҡлай-һамаҡлай һыңар аяғында һикерәңдәп аласыҡ артындағы әрәмәлеккә сумды. Инде эңер етте. Ауыл урамы буйлап сыбыртҡы шартлаған, көтөү ҡайтҡан тауыштар ишетелде.

Фәриҙә, Фәриҙә, тим,ҡайҙа йөрөйһөң ен-бәрей ояһында? тип Мәүлиҙә апаһы һөйрәкләп тигәндәй сығарҙы һеңлеһен ҙур дегәнәк япрағы аҫтынан.

Ҡана, тиҙерәк ҡайтып ятыр кәрәк. Әтеү иртәгә Рәхимә апайыбыҙҙы еҙнә алып ҡайтып китә ләһә. Әсәйем «Таң менән торабыҙ», тине.

Әһә, миңә тиҙерәк йоҡларға, имеш. Ана, Насип ағайым малайҙар менән һаман уйнай әле, тине ҡыҙ әрепләшеп.

Ысынлап та бүләк бәке менән кем оҫтараҡ сәпкә тейә ала, тип малайҙарҙың ҡыҙып-ҡыҙып һүҙ көрәштергәндәре ишетелә ине әле.

Уйнаһа һуң. Ул бит ҙур, һиңә абзый әле. Көнө буйы йомош үтәне, ярҙамлашты. Һин генә эшһеҙ йонсоноң.

Йонсоманым да әле. Әсәй, ҡара әле мынау Мәүлиҙәне, мине йоҡлатып үҙе Аҡбулаҡ тауына ҡасмаҡсы…

Мин Мәүлиҙә түгел, апай тиң!

Мәүлиҙә ҡарсыҡ, ярма ярсыҡ, бутҡа бешер, мине саҡыр, уртаһына кү-ү-үп итеп май һал. Һин үҙең бәләкәй. Ә-ә-ә, тип телен сығарып күрһәтеүе булды, әсәһенең ҡулы ҡаты ғына итеп тотоп алды.

Етер, телеңә һалышма! Бар, бәпесем, йоҡларға ят. Иртәгә ҡояш бер күҙен аса башлау менән торасаҡбыҙ. Беребеҙ көтөү ҡыуа, икенсебеҙ өй-урын йыйыштыра, өсөнсөбөҙ сәй ҡайната. Иртәгә апайыңды оҙатабыҙ бит. Мунса ла яғаһы бар…

Уфф! Бөтә ғүмеркәйҙәрем үтер инде шул йоҡлап, тип һөйләнә-һөйләнә аяҡтарын еҙ таста ара-тирә сайып йәйелгән урынға ауҙы. Һары башы мендәргә тейеүе булды, күҙҙәре үҙҙәренән үҙҙәре йомолдо.

Ул уянғанда бөтә ғаилә аяҡ өҫтөндә ине. Фәриҙәне урынынан һыпыра һөйрәп кенә алды ла Рәмилә апаһы яңы күлдәк, аяҡтарына аҡ башалтай кейҙереп елтерәтеп ҡулйыуғыс аҫтына килтереп баҫтырҙы.

 

Йыуын тиҙерәк! Һинең менән булашып торорға әле. үҙемдең дә сәс-бит рәтләнмәгән. Мә, сәсеңде үҙең тара, тип ҡыҙҙың ҡултыҡ аҫтына тараҡ ҡыҫтырҙы.

Һе… Ә мин үҙем ҙур. Мин үҙем матур булам.

Танау осон ғына һыулап һөртөп, аласыҡ артына, серле мөйөшөнә инеп сумды. Көҙгө остоҡайын теҙенә терәп, еҙнәһе бүләк иткән затлы әйберҙәрен алып Рәхимә апаһына оҡшатып биҙәнеп-төҙәнмәк.

Тәүҙә ҡыҫып-ҡыҫып сығарып вазелинды битенә һыланы. Унан һуң еңенә йәшерелгән мамыҡ киҫәген алып пудра ҡабына батырҙы. Иртәнсәк еҙнәһе биргән бүләктәр ҡылт итеп иҫенә төшкәс тә, һырылған юрғандың бүҫелгән мөйөшөн ҙурайтыңҡырап ярайһы ғына мамыҡ киҫәген йолҡоп алғайны. Әл дә алдан уйланылған. Әтеү нәмә менән пуҙырҙы битенә һөртөр ине. Аҡҡош төшөрөлгән пудра һауытынан мул ғына итеп алып аҡ туҙанды битенә борхота һипте.

И-их, ҡара ҡәләм юҡ таһа, ҡаштарын апаһына оҡшатып һуҙыңҡырап һыҙыр ине лә. Инде нишләргә? Ә-ә-ә, утъяҡыста ҡором бар бит. Ағаһы малайҙар менән уйнағанда усаҡтан ҡором алып генерал булып мыйыҡ яһағандарын күргәне лә бар ҙаһа.

Фәриҙә шыпыртын ғына усаҡ эсенә ҡулын тыға һалып бер ус ҡором соҡоп алды ла кире серле мөйөшөнә боҫто. Үҙенсә биҙәнеп-төҙәнеп алғас, ағастан яһалған ҡурсаҡтарына күлдәктәр текте, бәпембә сәскәһенән һап-һары эшләпәләр кейҙерҙе. Ҡояш ярайһы ҡыҙҙыра башлағас апаһы иҫенә төшөп ишек алдына сыҡты. Рәхимә менән еҙнәһе дуғаларына ҡыңғырауҙар тағылған, ялдарына таҫмалар, тәңкәләр үрелгән аттар егелгән арбаға ултырып ҡуҙғалып та киттеләр. Улар артынса тағы ла әллә нисә арбаға ултырып әсәй- өләсәйҙәре, оло апалары, күрше-тирәләре китте.

Ә мин? Минсе? Мине оноттоғоҙмо ни? тип һөрәнләне ҡыҙ бала.

Әссәй, әсәкәйем! Мин дә барам кейәүгә! тип яр һалды. Үҙен тотоп алмаҡсы булып ҡулын йәйеп килгән кесе апаһы Мәүлиҙәнән ситкә тайпылып урам буйлап сапты. ҡайҙа ул, аттарҙы ҡыуып буламы ни?

Баҙар көн икән. ҡыңғыраулы аттар баҙар уртаһынан юртты. Еҙнәһе муҡсаһынан алып халыҡҡа нимәлер һипте. Барыһы сыр-сыу килеп ерҙән тәңкәләр сүпләй башланы. Улар араһына Фәриҙә лә сумды. Бер нисә көмөш тәңкәне эләктереп алырға өлгөрҙө.

Алған тиндәренә нимә алырға була икән тип, ниһәйәт,

 

тынысланып үҙ урындарына баҫҡан баҙарсылар эргәһенә барҙы Фәриҙә.

Тәүбә, тәүбә, әллә ен балаһымы һин? тип уны күреп, бер мәрйә әбейе суҡына башланы.

Әстәғин, ҡара әле, Әсҡәпямал, был баламы, әллә ен бәрейеме? тип эргәһендә торған апайҙың бөйөрөнә терһәге менән төрттө бер инәй.

Һин үҙең бәрей, тип телен сығарып үсекләп Фәриҙә ары китте.

Үҙенә бармаҡ менән күрһәтеп көлә башлаған халыҡҡа аптырап, усына йомған аҡсаһын кеҫәһенә төшөрҙө лә «Бе-е-е», тип ирештерҙе. ҡаршыһына ағаһы менә Мәүлиҙә апаһы килеп сыҡмаһа, ни менән бөтөр ине баҙарҙағы тамаша, билгеһеҙ.

ҡайтмайым! Мин аҡсама лампаси алам, тип тартҡылашты ҡыҙ. Ап-аҡ башалтайҙары туҙанға ҡап-ҡара булды. Ағай-апайҙары өйгә алып ҡайтып көҙгө алдына баҫтырғас, күҙе дүрт булды Фәриҙәнең. Сәс-башы туҙған, маңлай-сикәһе ҡоромға буялған, биттәрендә ап-аҡ пудра.

Онға батҡан тараҡан шикелле, кем һине былай буяны?тип бот сапты апаһы.

Үҙем! тип күкрәген кирҙе ҡыҙый.

Бар ана Әселегә төшөп йыуына һал, әтеү ауыл эттәре күрһә, ҡоттары осор.

Эйе, оса ти шул. Минең дә туйға барғым килә, үәт!

Бисуралар туйға йөрөмәй. Ундағы ҡунаҡтарҙың йөрәктәре ярылып бөтөр һине күреп.

Э-э, һин генә ҡалған. Беҙҙе лә алманылар әле, тине ҡулындағы бәкеһен тегеләй ҙә былай уйнатҡан ағаһы.

Бар, ана әхирәттәреңды һыйла еҙнәй килтергән күстәнәстәр менән, тигәнде ишеткәс тә, Фәриҙә ҡулйыуғыс аҫтында арлы-бирле генә еүешләгән битен итәгенә һөрттө лә өҫтәлгә ынтылды. Ағас сеүәтәне ҡосоп урамға сыҡҡас та ҡыҙҙар:

Әлләә, берәүҙәр еҙнәле булған икән, маҡтансыҡ! – тип ҡаршыланылар.

Маҡтанмайымсы. Бына туй күстейҙәре. Ә бына былары һеҙгә йыртыш, тип әхирәттәренә ҡыҙыл ситса киҫентеләре таратҡас, ҡыҙҙарҙың күңеле булып, күмәкләп Фәриҙәнең сер мөйөшөн ҡарарға тип аласыҡ артына киттеләр. Төпсөккәй үҙен туйға алып бармағандары өсөн үпкәһен онотоп әхирәттәре менән мәж килеп тәмле-тәмле ризыҡтар менән туй яһап уйнай ине инде.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: