Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
30 Сентябрь 2022, 17:41

Ҡуҙғалған тамыр. Хикәйә. Зөбәржәт Йәнбирҙина

Инде туҡһанға аяҡ баҫҡан әсәһенең “ауыл да ауыл” тип, теңкәһенә тейеүенә күнгән Зарема. Күп ваҡыт көлкөгә һабыштырып йә һүҙҙе икенсегә бороп йыуата. Улай ҙа ҡәҙерләп, төрлө ризыҡтар менән туҡландырып, аҫтын йомшаҡ, өҫтөн таҙа итеп йәшәтеүенә һөйөнһә лә, ауылда ла тора алыр инем, тигәненә йәне көйгән саҡтары ла була. Олоғайған әсәңде нисек ауылда мейес яҡтырып, ярты икмәккә зар итеп тотаһың. Йорт ҡаралтылары ла таушалғас, күп уйлап тормай, тотто ла күсереп алды шул ҡалаға. Ул саҡта алтмыштан үткән ине. Риза булып килһә лә, ҡалаға өйрәнә алмай этләнде. Иң беренсе аҙыҡ болоноң юҡлығына ҡото осто:

Ҡуҙғалған тамыр. Хикәйә. Зөбәржәт Йәнбирҙина
Ҡуҙғалған тамыр. Хикәйә. Зөбәржәт Йәнбирҙина

 

Нисек инде ул, ҡышҡа кәртүфһеҙ керәһегеҙ, йә булмаһа һуғым һуймайһығыҙмы ни? Емеш-еләк йыйҙыңмы? тип борсолдо. Әйләнгән һайын:

Атайың, мәрхүмкәйем, үр ҡуяны тотоп ашата ине. Эй тәмле була торғайны бәлеше, бигерәк тә тары ярмаһы һалып, мейескә суйынды ултыртһаң, төшкә тиклем һөйәгенә хәтлем, иҙрап бешә торғайны, – тигәс, баҙарҙан ҡуян түшкәһе лә алып ҡайтҡайны Зарема. Ауылса итеп суйын көршәктә, ярмаһын да ҡушып бәлеш һалды.

Тәп-тәмһеҙ була икән дә йорт ҡуяны тигәнең. А-а-а-ай, атайың тотҡан ҡуянға етеү ҡайҙа ул, – тип амин тотҡан әсәһенә аҙаҡ хәтере ныҡ ҡалған ине. Ни эшләйһең бит, атайым тотҡан өсөн генә лә шулай тәмле булғандыр ул, бәлки!

Бына тағы егерме йылға яҡын ваҡыт үткәс тә күсеүенә үкенеп ултыра. Оло кешене утыҡҡан урынынан ҡуҙғатыу, ҡарт тирәкте күсереү менән бер. Яңынан тамырлана алмай. Тамыр тартып киткәндәре лә ваҡ ҡына япраҡ ярған була.

Улар һигеҙ бер туған. Бөгөнгө көндә әсәһен ҡарау ауырлашһа ла, ҡайһы берәүҙәр кеүек “берәр айлап ҡарайыҡ” тигән төшөнсәне өнәмәй ул. Үткән йыл Мәфрүзә апаһы:Миндә лә әсәй әҙерәк торһон инде”, тигәс, ебәргәненә үкенеп бөтә алмай. Шул барыуҙа ғына, ай эсендә, һул яҡтан фалиж һуғып ҡайтты. Ҡайтҡас, сәй эсеп ултырғанда ҡапыл:

– Бәрептереп ебәрҙе, барып төштөм, башым ныҡ итеп ауыртып уянғанда, һул ҡулыма таяна алманым. Ҡараһам иҙәндә ятам, – тип ниндәйҙер булып үткән хәлде иҫләргә тырышҡан ине.

Кем бәреп ебәрҙе һуң һине, әсәй? – тип Зарема асыҡларға тырышты.

Әлләсе, берегеҙҙең ире инде…

Кемдеке, әсәй, – тип төпсөндө, ипләберәк.

Әллә ҡайһығыҙҙыҡы инде…

Эсе бошто Зареманың. Әсәһен сир йыҡҡан тиһә, асылда кемдер ҡул күтәреп, тетрәнеүгә дусар булғанлыҡтан ошо хәлгә тарыған икән дә…

Аҙаҡ үҙен дә фалиж һуҡты ул…

Кемде, әсәй!

Кемде тип ни, Альберт еҙнәңде!

…!

Зарема телһеҙ ҡалды. Ғәзимә апайының ире күптән түгел инвалидлыҡ юлланы шул. Хоҙайым! Бер ай ҡунаҡ итергә лә ҡулдарынан килмәгән көйө ник алып китәләр Ә әсәһе көндән-көн сабый хөкөмөнә керә барҙы. Тағы бер йыллап ваҡыттан бөтөнләй ятып сирләүгә әйләнде. Туғандар юҡ-юҡта хәл белгеләп торҙо. Һуңғы йылдарҙа онота биреп тә ебәрҙеләр, тик Зарема үпкәләмәне. Көсө бар, алатлы-ҡеүәтле сағы, үҙ әсәһе, көңгөр-ҡаңғыр һөйләшкәндә һөйләшеп, мәрәкәләшкәндә мәрәкәләшеп көн иттеләр. Берҙән-бер көндө, йыл ярым тирәһе күренмәгән уртансы ҡыҙы Рәсимә апаһы килеп инде. Әсәһе ҡыҙының күстәнәстәрен алып доға ҡылды ла:

Һин кем булаһың? – тип һорай ҡуйҙы, апаһы:

Әсәй, был мин, Рәсимә тигән ҡыҙың, – тип үҙен танытырға тырышһа ла, әсә таныманы ла, һөйләшмәне лә, үҙ эше менән булып, оло итеп иҫнәп, күҙҙәрен йомдо.

Әсәһенең апайын танымағанына Зареманың да иҫе китте. Күптән түгел генә һағынып һорашып ултыра инесе һине, тип йыуатһа ла, Рәсимә апайы ышанманы, илай-илай ҡайтып китте. Аҙаҡ әсәһе янына ингәйне, уныһы:

Киттеме теге?! тип ҡоро ғына һораны.

…Китте, ысынлап таныманыңмы ул Рәсимә апайымды? тине һағайып.

Нишләп танымайым ти! Йылдан артты килмәгәненә. Инәй тинең ни ҡалды! Ай-һай, ай-ай-ай, уның ғына эше күп тә, ул ғына эшләгән. Эште уны әвәдәмәңге атай-бабайҙарыбыҙ эшләп бөтә алмағандар. Әсәһенең хәлен белергә лә бушаманы йыл буйына, – тине лә, тағы ла тешһеҙ ауыҙын асып иҫнәп, йоҡоға талды.

Зареманың һушы китте. Әле генә фалиж һуҡҡандан хәлһеҙ әбекәй түгел, бала сағында колхоз йыйынында аяҡ үрә баҫып, мөнбәрҙән телмәр һөйләгән әсәһе күҙ алдына баҫты. Ғәжәп! Кеше ҡартайған тигәндә лә үҙендә шундай ҙур рухи көс һаҡлай икән! Ғүмерендә аслыҡ-яланғаслыҡты ла күп күргән ул. Революция осоронда комсомол, партия ағзаһы булып, Мәскәүгә йәш балаһын күтәреп, ҡатын-ҡыҙҙар съезына барған, һуғыш йылдарында председатель, аҙаҡ – кассир, бүтән ғәйре яуаплы эштәр башҡарған ил инәһе. Күпме боҙолошҡан ғаиләләрҙе яраштырған, күпме кәңәштәрен биргән ауылдаштарына. Беҙ уға хәле киткән, эше бөткән тип ҡараһаҡ танисек итеп кенә тәрбиәләп сығарҙы ул илленән күптән үткән, ҙур урын биләп эшләп йөрөгән ҡыҙын! Һәйбәт тәрбиә, тине Зарема бер аҙ уйланып ултырғас. Апайына был турала һөйләмәҫкә ҡарар итте.

Әсәһенең, уянғас та, “таяҡ ҡына яһап бир, шуға таянам да ауылға ҡайтам”, тип әйтәсәген белгән Зарема, ремонттан ҡалған ике метр самаһы рейка-таяҡты әҙерләп ҡуйған ине. Әсәһен тамаҡ ялғатҡан арала:

Һиңә таяҡ яһаным бит әле, – тип әйтеүе булды, әсәһе саҡ аяҡтарына тороп баҫманы.

Кит, ысынмы?!

Ысын, ысын, – тип ҡулына тотторғас, эшкинмәгән ҡулын да теге таяҡҡа килтереп йәбештерҙе ауырыу. Зарема ситтән генә күҙәтергә булды.

Әсә таяҡҡа ике ҡуллап тотоноп ҡалғый башланы. Оҙаҡ ҡына бәүелде лә, һис көтмәгәндә, һеперткегә ултырған Мәскәй әбей кеүек, алға ҡарап осто ла китте. Ярай әле ҡаршыһында – карауат, бәхетенә күрә, ҡабартып, биттәренә матур селтәр ябылған мендәрҙәр өҫтөнә барып ҡунды. Йүгереп Зарема “әлдә әле башы бәрелмәгәнгә” шатланып, иҙәнгә шыуып төшә башлаған әсәһен ҡосаҡлап алды. Ҡыҙыҡайы менән күтәреп кире урынына һалғас:

Ҡайтып еттеңме инде, ауылға?! – тигәнгә “Уф!” ҡына тип әйтә алды әсә кеше.

Шулай, ауырыу ҡарау еңел түгел! Ҡартайған көнөндә яңғыҙын яҙмыш ҡарамағына ҡалдырғыһы килмәгәйне шул әсәһен. Ауылда, бәлки, гүр эйәһе лә булып ҡалыр ине. Ә бәлки, үҙе тыуған, йәшәгән ерендә, тыуғас та ауыҙланған һыуын эсеп, ҡәҙимге өйрәнгән ризығын ейгән булһа, фалижтан һуғылып, “ерем-һыуым” тип зарығып та ултырмаҫ ине.

Зарема төрлө уйҙарға сума ла, үкенеп тә ҡуя ҡайсаҡ. “Ҡуҙғалған оло тамыр кеүек үҙһенеп китә алманы әсәйем…” – тип әрней. Алдында ниндәй генә ризыҡ юҡ, ваннаһында ла әленән-әле йыуындырып тора, юҡ шул. Ул һаман да үҙ тупһаһын тотоп, үҙе көнөн үҙе күреп, үҙ ҡулы менән башҡараһы эштәрен һағынып йәшәй.

Эйе, эйе! Ҡуҙғатырға ярамаған! Аһ! – тип үкенестән урын таба алмай әсәһе ҡаршыһындағы карауатында үҙенә урын йәйҙе. Ятыр алдынан әсәһенең иңбаштарына юрғанын ҡымтып ябып, тәрбиәләп, урынына ятты. – Әсәй, әсәй!!! Ниндәй ҡәҙерле кеше! Күпме кәңәш бирә ала ул, шул ғына хәлендә булһа ла. Күпме эшкә, аш-һыуға оҫталығын ошо кинйә ҡыҙына күсерҙе Әлимә әбей. Ейәнсәрен үҫтереште. Үҙенең үткән ғүмерен башынан кисереп ята торғас, күңеле тулған килеш йоҡоға талған. Уянғас, тәнендә ғүмерҙә булмаған еңеллек тойҙо, күрәһең, иламһырап ятҡандан, йыйылған күҙ йәштәре тупырҙашып түгелеп киттеләр. Зарема ҡапыл һиҫкәнеп әсәһенә барып тотондо.

Әсәй!!! Мине бит һинең йоҡо баҫҡан, үлек йоҡоһо! Һуңғы һулышыңда йоҡлап ҡалғанмын... – тип илап ебәрҙе. – Әсәй, әсәй! Ғәфү ит мине, нигеҙеңдән ҡуҙғатҡаным өсөн! Килен булып төшкән, балаларыңдың кендек ҡаны һеңгән, йүгереп йөрөп көйәнтәләп шишмәнән һыуҙар ташып, мейес яғып икмәк бешергән, көн күргән, көл түккән ереңдән айырғаным өсөн, ғәфү итә күр бер үк! Үҙем шуны аңларлыҡ йәшкә еткәс кенә төшөндөм хәлеңде, әсәй! Зарема әсәһен турайтып, тәрбиәләп һалғас ҡына, туғандарына, күрше-күләнгә хәбәр итергә булды. Күңеленә әсәһенең әйләнгән һайын йырлағандан иғтибар үҙәгенән төшөп ҡалған йыры килде:

Ҡутарылған нигеҙ, ҡырҡ йыл буйы

Түккән көлөм, ҡалды күгәреп.

Һаубулашҡан кеүек япраҡ һелкеп,

Өс тирәгем үҫәр үҙгәреп.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: