Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
27 Сентябрь 2022, 16:30

Ҡоҙа. Хикәйә. Илгиз ИШБУЛАТОВ

Юлдаштарымды бер генә урындан барып алыу мөмкинлегенә һөйөнөп, ҡала эргәһендәге ауылдарҙың береһенә килеп туҡтаным. Бына ҡапҡа тышына дүрт-биш ыбыр-сыбыр бала, унлаған өлкән кеше сыҡты. Көр тауышлы ихлас ҡына бер егет ҡулымды ҡыҫты ла, хәл-әхүәл һорашҡас, ҡапыл:

Ҡоҙа. Хикәйә. Илгиз ИШБУЛАТОВ
Ҡоҙа. Хикәйә. Илгиз ИШБУЛАТОВ

– Алға еҙнә ултырыр, – тине һәм өҫтәп ҡуйҙы, – тыныс ул, бер ултырып алһа, йоҡлай ҙа килә.
Еҙнәһе Тимеркәр исемле икән. Мыҡты кәүҙәле ағай. Уның артынса өс ҡатын ултырҙы.
– Ғәйеп итмәгеҙ инде! – тине береһе, аҙаҡ белеүемсә, ул Тимеркәр ағайҙың ҡатыны икән, – Бөтәгеҙҙе лә үҙебеҙгә саҡырам. Мунса төшөп, ял итеп ҡайтырһығыҙ!
– Рәсимә! – тине Тимеркәр ағай. – Ишегеңде яп та, әйҙә, кешене көттөрмә, ҡуҙғалайыҡ!
– Хәҙер, тороп торор! Киле-н! Килен, кил әле, кил!
– Әү, ҡайынбикәм! – алъяпҡыс таҡҡан бер ханым килде.
– Тағын берҙе әйтәм: юбилейың “во” үтте! Рәхмәт! Инде матур итеп әҙерләнгәнһең!..
– Ярай, Рәсимә апай! Тағын килегеҙ!
Ҡуҙғалып киттек. Тимеркәр ағай шунда уҡ бер йыр һуҙып ебәрҙе. Мөхәббәт йыры ине. Йырҙы ҡатыны Рәсилә апай ҙа күтәреп алды. Йырлап бөтөр-бөтмәҫтән, Рәсимә апай миңә өндәште:
– Ҡустым, беҙ барыбыҙ ҙа бер адресҡа барабыҙ ул – Баҡырлыға. Һиңә әйткәндәрҙер?
– Юҡ, әйтмәгәйнеләр. Бик яҡшы, – тинем.
– Ней, ҡоҙаса, – тине Рәсимә апайҙың эргәһендә ултырған бер апай һаҡ ҡына, – беҙ Сабаҡҡа ҡайтабыҙ. Минең эшем бар.
– Эй, ни эшләп ҡайта, ти? Бына һин уны! Баянан бирле ҡайтам да ҡайтам, тиһең. Ҡайтмайһың! Оло ҡоҙаса менән икегеҙгә мунса әҙерләнә, ҡыҙыма шылтыратып әйттем. Ҡустым! Был апайыңды тыңлама! Әйттем, бөттө! Баҡырлыға барабыҙ!
– Улай булмай инде, – тине теге апай. – Мин кешеләргә ҡайтырмын тип вәғәҙә биреп бөткәйнем. Ҡуй, ҡоҙағый, мәшәҡәтләнмәгеҙ. Икенсе йәй барырбыҙ.
– Ә беҙ һеҙҙе башҡа саҡырмаһаҡ, ни эшләрһегеҙ? – Рәсимә апай шарҡылдап көлөп ебәрҙе. – Эх, шәп булды байрам! – Рәсимә апай һүҙҙе икенсегә борорға теләне шикелле. Эргәһендәге апай тынып ҡалды.
Мин үҙ уйҙарыма сумып киләм. Ҡустыма кәләш һоратырға ҡайтып барам бит. Эштәге бер яҡташ ағай, ауыл яғына буш ҡайтыуымды белгәс, дүрт кешене районға алып ҡайтырға кәрәк, тигәйне. Бушҡа ғына риза булдыммы икән? Бынауҙар менән ҡоро нервы бөтөрөп.
Тимеркәр ағай йоҡлап киткән. Ул ваҡыты-ваҡыты менән уҡшып ала. Туҡтайыммы, тиһәм, йоҡо аралаш ҡына, юҡ, ти ҙә артабан әүен баҙарын гиҙеүен дауам итә.
Апайҙар юҡ-бар тураһында гәпләшә. Ярашҡандар, ахыры. Балыҡлыға ҡайтырға теләгән апай – Сулпан икән. Ипле генә һөйләшә. Уның эргәһендәге инәй – апаһы – Маһира исемле. Ул ниңәлер бөтөнләй ләм-мим. Өләсәйемдәрҙе хәтерләткән һымаҡ булып китте. Улар һымаҡ яулыҡ ябынған.
Тыныс булып ҡалды. Бер заман Сулпан апай һаҡ ҡына миңә:
– Ҡустым, беҙҙе өйөбөҙгә алып ҡайт инде, тура Баҡырлыға алып китеп барма.
– Ярай, апай, – тинем, – шулай ҙа һеҙ ҡоҙасағыҙ менән бер фекергә килегеҙ инде.
– Уға иғтибар итмә, ул иҫерек, – тине Сулпан апай сер асҡандай. Ағай менән апайҙың “һуҡмыш” икәнен беренсе күргәндә үк самалағайным.
Тимеркәр ағай уянған икән:
– Бына бит, бер ниндәй ҙә зарубеж кәрәкмәй, үҙебеҙҙең Башкирия иҫ китмәле! – тип һүҙ башланы. – Атыу Турцияға сығып киткән булалар, Дубайға... Шундайҙарҙы аңдамайым. Башкирия – вот исмаһам, һәйбәт, на высоте! – тине ул
– Ыһы, – тип кенә ҡуйҙым.
Башкирия түгел – Башҡортостан, тип әйтергә уҡталдым да, тыйылдым. Аңламаясаҡ...
Тағы ярты сәғәт тирәһе тыныс барҙыҡ.
– Харуки ла маруки-и!.. – тип йыр һуҙып ебәрҙе ағай бер саҡ.
– Харуки ла маруки! – тип күтәреп алды ҡатыны, Рәсимә апай йәнә.
– Жених и невеста – из одного теста! – тип һамаҡланы Сулпан апай көлөп. – Ҡайһылай бер-берегеҙҙе ярты һүҙҙән аңлап тораһығыҙ, ҡоҙалар!
– Шулай инде, Тимеркәрем менән хәҙер егерме йылдан ашыу бергә йәшәйбеҙ, – тине Рәсимә апай.
Тимеркәр ағай тағын йоҡлап китте.
Рәсимә апай ғорурлыҡ менән өҙөлгән һүҙен ялғаны:
– Тимеркәр менән шул хәтлем рәхәтлектә йәшәйем! – тине. – Бер ауыр һүҙ әйткәне юҡ.
– Һин шәп егетте эләктерҙең шул заманында, – тине Сулпан апай, – күп йөрөнөң бит...
– Нимә тиһең ул? – тине Рәсимә апай.
– СССР-ҙың бик күп ҡалаларына командировкаларға йөрөнөң бит заманында, – тине аҡланғандай, Сулпан апай.
Рәсимә апай тағын тынып ҡалды. Бер минуттан уның хырылдап йоҡлағаны ғына ишетелә ине...
Иңйәрҙә ялға туҡтап бит-ҡул йыуып, ашап-эсеп алдыҡ. Юлдаштарым кафеға инмәне, ситтә генә тәғәмләнде.
...Маһира инәйҙе Рәсимә апай яурынынан ҡосаҡлап алып килде. Тимеркәр ағай менән Сулпан апай арттараҡ ҡалған икән. Машинаға ултырыр-ултырмаҫ, Рәсимә апай, һөйөнөслө хәбәр еткерҙе:
– Баҡырлыға барабыҙ! Маһира апай риза булды! – тине.
– Ысынмы? – Маһира инәйгә ҡараным.
– Эйе, ысын. Баҡырлыға барып иртәгә ҡайтабыҙ, – тине инәй.
– Ярай, инәй, – тинем, – Улай булғас, Сабаҡ яғынан түгел, тура юлдан ҡайтырбыҙ. Баштан уҡ һеҙҙән һорарға кәрәк булған икән...
Юлдың ҡалған өлөшө уйын-көлкө, йыр-моң менән үтте. Апайҙарға флешкамдағы башҡорт бейеү көйҙәре айырыуса оҡшаны. Улар талпынып, ултырған ерҙәрендә бейеп, таҡмаҡ әйтеп ҡайтты. Моңло йырҙарға Сулпан апай ҡушылып йыр һуҙҙы. Тимергәр ағай ғына йыр-моңға битараф булып сыҡты. Ул ойоуын белде.
Бына Баҡырлыға килеп индек. Беренсе светофорҙа Сулпан апайым “уянып китте”:
– Ҡустым! Һин ни эшләп беҙҙе ауылыбыҙға ҡалдырманың? – тине ул аптыраулы тауыш менән.
– Апайығыҙ Баҡырлыға барабыҙ тине бит, – тинем.
– Ҡасан әйтте?
– Иңйәрҙә ялға туҡтағанда.
– Әйтмәне!
– Һуң, һеҙҙең алда әйтте бит, беҙ хәл иттек, Баҡырлыға барабыҙ, тине.
Бәхәскә Рәсимә апай ҡушылды:
– Юҡ, әйтмәне!
– Ҡустым, һуң, һинең менән килешкәйнек бит! – Сулпан апай иларға итә.
– Һуң, Сулпан апай, һеҙ апайығыҙ менән бергә түгелме ни?
– Бергә.
– Шулай булғас?
– Мин ҡайтам, ҡалмайым! – тине Сулпан апай.
– Атаҡ-атаҡ, ҡоҙаса, юҡты һөйләмә! – тине Рәсимә апай. – Килеп еттек бит инде, мунса әҙер, хәҙер магазинға ғына инеп сығабыҙ ҙа, өҫтәл әҙерләйбеҙ.
– Юҡ! – тине ҡоҙасаһы.
– Минеңсә була! – тине Рәсимә апай һәм миңә өндәште. – Әйҙә, әйҙә, беҙгә алып бар. Адресты әйткәйнем шикелле.
– Булды! Туҡтатығыҙ бәхәсте! – Юл буйы өндәшмәй килгән Маһира инәйҙең тауышы ине был. – Бына һин уны! Өндәшмәгәс тә, ишетмәй тиһегеҙме? Шуфир егет алдында әҙерәк тартыныр инегеҙ! Берегеҙ иһерек булып белмәй, икенсегеҙ айныҡ булып танмай. Ҡоҙаны ла әйтеп бирәйем, әзмәүерҙәй ир, ә ҡатынына бер һүҙ әйтә алмай. Әйттем шул, ҡунаҡҡа барабыҙ тип әйттем! Ҡоҙасаның саҡырыуынан баш тарта алманым. Тәрбиәм ҡушмай, йолаһы шулай. Саҡырған ергә бар, ҡыуған ерҙән ҡас, ти халыҡ мәҡәле.
– Һуң, апай, – тине Сулпан апай. – Иртәгә, ҡыҙыбыҙҙы һоратырға, ҡоҙалар килә бит. Шуға миңә ҡайта һалырға кәрәк!..
Маһира инәй Тимеркәр ағай менән Рәсимә апайҙарҙа ҡалды. Сулпан апайҙы, Иңйәрҙә уның фекерен белешмәгәнем өсөн ғәйебемде танып, ауылына алып барырға тура килде. Матур ғына донъялары бар икән. Ғаилә башлығы эшкә әрһеҙ, оҫта ҡуллы икәнлеге күренеп тора. Ихата-ҡуралары төҙөк, йорттары көпләнгән, уңайлыҡтары эстә. Сулпан апай сәйгә саҡырҙы. Баш тарта алманым. Тамаҡ та кипкән. Төпкө бүлмәлә кемдер теген машинаһы артында нимәлер тегәме, сигәме шул. Ҡыҙҙары икән.
– Ләйсән, сәйеңде йүнәт, – тине әсәй кеше.
Теге яҡтан килеп сыҡҡан мөләйем ҡыҙ ишек төбөндә туҡталып ҡалды ла:
– Вот это да! Ильгиз агай, это вы что ли? – тип өндәште.
– Эйе, – тинем мин һиҫкәнеп. – Беҙ танышмы ни?
– Юҡ... Ну, почти инде...
– Аһ-аһ! – Сулпан апай менән йорт хужаһы бер миңә, бер ҡыҙҙарына ҡараны.
– Әсәй, был ағай Иҙелдең бер туған ағаһы була.
– Иҙелдең? – мин дә, Сулпан апай ҙа бер тауыштан ошо исемде әйттек.
Сулпан апайға был исем ҡыҙының көнөнә ҡырҡ ҡат ҡабатлауынан таныш икән.
– Ҡоҙа, әйҙә, барынса! – тине ихлас йылмайып Сулпан апайым.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: