Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
22 Сентябрь 2022, 20:10

Таңсулпан ҒАРИПОВА АЙЛЫ ТӨН

Уларҙың өйө Хәләф Уйылдановтарҙыҡынан тик стена менән генә бүленһә лә, тыштан уҡ айырылып тора. Уйылдановтар был йорт һалынып бөтөү менән нисек сыҡҡандар, шулай тора бирәләр. Ошо ваҡыт эсендә өйҙөң алдында ла, артында ла емеш баҡсаһы барлыҡҡа килеп, бейек рәшәткә менән уратып алынған, ихата эсендә лә бөтә нәмә ялт итеп тора, сәселеп-туҙылып ятҡан әйберҙәрҙе күрмәҫһең бында. Совхоз ике ҡатлы йорттар һалдыра башлағас, бухгалтер булараҡ, Хәләфкә тәүгеләр рәтенән үк фатир тәҡдим иткәйнеләр, ләкин ул баш тартты. Дүрт бүлмәле йорттоң ҡалған ике бүлмәһе, киреһенсә, хужаларға йәлсемәне: күсеп килә-китә торҙолар, рәшәткә эсендә кесерткән, алабута ҡотороп үҫә, ҡасандыр аҡҡа буялған өйҙөң балсығы ҡубып-ярылып бөткән, тик мәктәп балалары ултыртҡан тирәктәрҙең өс-дүртәүһе генә иҫән ҡалып, ихатаны икегә ярып, шаулап япраҡ ярып ултыра. Өйҙөң теге яртыһында ҡасан, кемдәр йәшәп киткәнен байрамдарҙа ап-аруҡ ҡыҙмаса булып алған Хәләф менән ҡатыны Фәрхеямал ғына иҫкә ала. – Теге Ғәлимдәрҙән һуң торған Нәҡип ни тип йырлай торғайны әле?

Таңсулпан ҒАРИПОВА АЙЛЫ ТӨН
Таңсулпан ҒАРИПОВА АЙЛЫ ТӨН

– Хәтерең бар булғыры... – Ҡатыны, яулыҡ осо менән ауыҙын ҡаплап, йырҙы иҫенә төшөрҙө:

Мулла, мулла – мутына,

Мулла тамуҡ утына...

– Ә-һә-һә... Белдем, иҫкә төштө, – тип йәнләнеп китә Хәләф Борханович.

Муллабыҙҙың күҙе төшкән

Оҫтабикә ботона.

– Эх-хе-хе-хе!.. Шундай булып, һин дә, Фәрхей (ҡатынына кеше юҡта ул шулай өндәшә), һимереп киттең, ә? Һимермәй, ҡартыңдың елкә ныҡ шул, эх-хе-хе-хе...

Быға ҡаршы алсаҡланып киткән Фәрхеямал да башы менән тоташ иңбаштарын һелкетә:

– Нәҡип йырлар ул. Шунан башҡа нимәгә эшкинә?

Ҡатыны ауыҙынан ишетергә теләгәнен ишеткәс, Хәләф, диван осонда ятҡан оло яҫтыҡҡа янтая биреп, йомшаҡ йөн ойоҡ кейгән аяҡтарын өҫкә ала:

– Шуның ише эшкинмәгәнгә эләкһәң, ҡалайтыр инең, ә, Фәрхей? Май эсендә йөҙгән бөйөр шикелле йәшәйһең бит... Теге саҡ атаң, ҡарун Борхан малайына бирмәйем, тип дау ҡуптарған булды. Хәҙер ҡыҙының тормошон күрһә, ни тиер ине икән, ә?..

Фәрхеямал, көлөүенән туҡтап, бик һирәк йылына торған ҡара күҙҙәрен тултырып, иренә ҡарай:

– Шулай инде, юҡ талаштыра, бар яраштыра, иншалла, булғанына шөкөр.

– Ту-ты... Әҙәмсә йәшәр өсөн көллөһөнән элек баш кәрәк бит, башың йомро булмаһа... – Хәләф Борханович, тамаҡ ҡырып, ятҡан еренән тороп ултыра, түңкәргән сынаяғын кире ултыртып, ҡатынына этә: – Булмаһа, берҙе яһа әле...

Был ғәҙәттәге тормош икенсе яҡҡа яңы күршеләр күсеп килгән мәлдә генә бер аҙ боҙолоп тора. Уйылданов­-тар бындай көндәрҙә теге яҡты күҙәтә. Был хәл күршеләрендә үҙҙәре көткән ниндәй ҙә булһа бер кәмселекте (эскесеме, ялҡаумы, янъялсымы) күргәнгә тиклем дауам итә. Үҙҙәре көткән «прогноз» дөрөҫләнһә, Хәләф Борханович айырыуса йәнләнеп, шул уҡ ваҡытта етдиләнеп китә. «Фәһем ал, ғибрәт ал!» – ти уның бөтә булмышы. Шулай тимәй, кешенекенә сағыштырмай тороп, үҙ тормошоңдоң бөтөнлөгөн, ныҡлығын ҡайҙан беләһең?

Бындай саҡтарҙа ир менән ҡатын һәүетемсә дуҫлашып китә, йоҡлар алдынан да, ашағанда ла һүҙ шулар хаҡында бара.

Әле лә улар теге яҡта дөбөр-шатыр килә башлағастары, бесәй шикелле баҫып, стенаға ҡолаҡтарын терәп, шымып ҡалдылар. Күрше яҡта әйбер күсергән, сөй ҡаҡҡан, балаларҙың көлгән-шаярған тауыштары ишетелгәс, ауыҙынан имсәген тартып алған балалай тумһайып, кире урындарына ултырҙылар. Башта Хәләф Борханович телгә килеп, ҡул һелтәне:

– Һи, күпкә барырҙар тиһеңме?

Фәрхеямал да, бәйләй башлаған ойоғон ҡулына алып, иренең һүҙен йөпләне:

– Эй-йе, тәүге эш хаҡы алғансы инде, күсенеп килгән машиналарын бушатҡандарын ҡарап торҙом – затлы бер нәмәләре лә юҡ, шаҡы-шоҡо ла тимер-томор.

* * *

Уйылдановтар көткән эскелек, ығы-зығы күрше яҡта аҡса алған көндәрҙә лә, унан һуң да булманы. Көн дә иртән бәләкәйерәк кәүҙәле ҡаҡса ҡатын, ҡапҡа тышына уҡ сығып, үҙенән ике тапҡырға оҙон, киң яурынлы көләс сырайлы ирен оҙатып ҡала ла аҙағыраҡ, ике ҡыҙын етәкләп, балалар баҡсаһына йүнәлә, үҙе шунан кире ҡайтмай, эшкә китә, күрәһең. Бөгөн дә быны күҙәтеп торған Хә-ләф Борханович ҡатынын, ымлап, тәҙрә эргәһенә саҡырҙы:

– Тағы сыҡты... Ирен оҙатырға сыҡты...

– И-һи-һи, шулайтып бер алдына, биш артына сығып ярамаһа, әзмәүерҙәй ир был соҡорош ҡатын менән ни тип торһон? Тәнендә семтеп алыр ите лә юҡ, китсе...

Ҡатынының тапҡыр һүҙенә күңеле күтәрелгән Хәләф Борханович, йәнләнеп, иртәнге сәйгә ултырҙы, һәүетемсә һөйләшеп ашағас-эскәс, өй эсендәге мөлкәтен барлаған төҫлө, тирә-яғына ҡәнәғәт ҡараш ташланы, унан, ғарҡ кикереп, урынынан торҙо:

– Эш күп бөгөн, бисәкәй. Ай аҙағы, отчет бирәһе бар. Һин һыйырҙан күҙеңде алма, быҙауларға итһә-нитһә, үҙемә шылтырат...

* * *

Күгәрсендәй елпенеп, hылыу ҡыҙҙай биҙәнеп-талпынып килгән яҙ айы – май үтеп китте, ерҙе ҡуйы йәшелгә мансып, сәскә-үләнгә сорнап, йәй килде. Хәләф Борхановичтар яғында артыҡ үҙгәреш күренмәhә лә, күршеләрендә әле бер, әле икенсе нәмә яңырҙы: башта төҫөн юйған рәшәткәләр зәңгәргә буялды, өй алды баҡсаhына ике ҙур, ике бәләкәй (hуңғыларын береhенән-береhе остоҡайыраҡ ҡыҙыҡайҙары яhаны) түтәлдәрҙә сәскәләр күренде, улар эргәhендә дүрт төп йәш алмағас япраҡ ярҙы, ҡапҡа бағаналарына ҡағылған ҡолға баштарындағы сыйырсыҡ ояларында ҡош балалары сырҡылдашты. Күршеләре нимәгә тотонһалар ҙа, нимә ҡыбырлатһалар ҙа, ишектән дүртеһе бергә сығып, бергә ҡайнашалар. Сыр-сыу килгән балалары эргәһендә әсәләре лә хәс тә сабый төҫлө ҡылана: улар сәпәкәй итһә, сәпәкәй итә, бергә ҡыуышып-уйнап китә. Бер эш эшләгәнсе мыжып, бер-береһенә ҡарағыһыҙ хәлгә еткән Уйылдановтарға был да сәйер тойола. Әле лә, тегеләрҙең ишек алдына сыҡҡанын күреп, гөлдәргә ышыҡланып, тәҙрәгә ҡапландылар:

– Ҡара әле, Фәрхей, ҡалай осона теге бисә ире эргәһендә? Май күбәләгеме ни! Балалары ла атаһының ауыҙына ғына ҡарап тора.

– Әсәләре өйрәтә инде, – тип эләктереп алды Фәрхеямал, – икенсегә әүрәп китһә, ҡыҙҙарын йәлләр, ташламаҫ, ти торғандыр. Бахыр ҡатын, бигерәк юҡтыҡы ғына шул, тик сыҡмаған йән.

– Бисә ошолай була икән, тип тора ла тора микән был ир? – Унан Хәләф Борханович, ҡулын һелтәп, тәҙрә эргәһенән китеп үк барҙы. – Һә-ә!.. Йөрөйҙөр ул, тыштан ғына яҡшатлана торғандыр. Шофер кешенең ауыл һайын һөйәркәлер әле...

Шулай бер мәл күрше яҡтан ир кеше иртән балалары менән үҙе генә сыға башланы, эштән ҡайта ла, ҡыҙҙарын етәкләп, ҡулына сумка тотоп, үрге осҡа хәстәхана урамы буйлап китә. «Бына хәҙер күрhәтә инде ир кеше, – тип мыйыҡ аҫтынан көлөмhөрәне Хәләф Борханович. – Хөрриәт. Ҡурҡыу-маҙар юҡ...» Үҙе лә йәшерәк сағында, районға отчет менән барған мәлдәрендә, шаярғылап алғылай торғайны. Хәҙер ҙә райбюджетта эшләгән, ҡосаҡлаhаң, ҡолас етмәҫ тол ҡатын Сәүиә Хәмитовнаның сәйгә саҡырыуынан баш тартмай. «Эhе-hе, эhем», – Хәләф Борханович ҡулын ыуғылап, ары-бире йөрөштөрөп алды, унан аш-hыу тирәhендә булашҡан Фәрхеямалы ҡаршыhына барып ултырҙы:

– Күҙ алдында әрәм булып йөрөй бит ирҙең аҫылы, ә, Фәрхей? Күршене әйтәм... Сырхау бисә менән ғүмеренең заяға үткәнен hиҙмәй микән алйот?!

Фәрхеямал да, ире ҡаршыһына ултырып, һүҙгә ҡеүәт бирҙе:

– Урамға сыҡһалар, ҡушлап атларлығы ла юҡ, ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә – бисә шул. – Ул, тулы беләктәренә кейгән көмөш беләҙектәрен һыйпап, йылмайыуын күҙенә йәшереп, иренә ҡараны. – Ашап алмайыҡмы?

* * *

Алмағастарҙа емештәр тумалып, ем йыйып, бала-саға күҙенә салына башлаһа, тыныслығы юғала Уйылдановтың, йоҡоһо осоп, төнгө берҙәргә тиклем баҡсаһынан инә алмай аҙаплана. Башына бындай төндәрҙә төрлө уйҙар килә, баҡса мөйөшөндәге эскәмйәгә ултырып, мал-тыуарын, ағас-ташын, отчет, дебет-кредиттарын күңеленән кисерә, үҙе буйһонған түрәләрҙең ҡылыҡ-фиғелен байҡай. Шунан, үҙенән тамам ҡәнәғәт булып, ай яҡтыһында моңайып торған алмағастарына кинәнеп ҡарай-ҡарай, йылы түшәк көткән өйөнә йүнәлә. Ниңә? Ҡәнәғәт булмаҫлыҡмы ни? Ете класс белеме булһа ла, шып-шыма итеп эшләп килә ул. Яҡшымы-яманмы, ни тиһәң дә – «тауыҡ» түгел, ә «әтәс». Ул эшләгән дәүерҙә түрәләрҙең ниндәйҙәрен генә осратманы – барыһына ла яраны, мәгәр! Бөтәһенең дә ғилләһе – башта, тип уйлай ул. Атаһы әйтмешләй, кәлләнең йомро булыуында. Башың булмаһа, егерме йыл бер урында һыуға батҡан таштай уйылып ултырыр инеңме лә, хәүеф-хәтәрһеҙ донъя көтөр инеңме? Балалары ғына булманы уларҙың... Уныһы ла әллә ни ҙур ҡайғы түгел. Хәҙерге заманда бала аҫрап, кем игелек күргән? Былай тыныс та, мәшәҡәт тә юҡ. Ана, ағаһының өс улы бар, өсөһө өс яҡтан тартҡылай, картуфын да, онон да, аҡсаһын да, башҡаһын да бир генә.

Үҙ уйҙары менән күңеле хушланған Хәләф Борханович, тороп, һөйәктәрен шығырлатҡансы кирелеп, өйөнә инергә иткәндә, ҡойма артында, тирәктәр тәңгәлендә, ҡатын-ҡыҙ тауышы ишетеп, шып туҡтаны: «Әһә! Әйттем бит... Ана, күр... Әтнәкәһеҙ кеше булмай ул...»

– Юҡ, Аҡназар, һин күккә баҡсы, ул тотошлай аҡ нур ептән һуғылған, ерҙә лә, күктә лә аҡ нурҙар...

Уйылданов, тауыш артынса, үҙе лә һиҙмәҫтән, башын күтәрҙе: күктә ни шул ҡотһоҙ ай тора, ул шундай секрәйеп яҡтырта, хатта йондоҙҙар тайшанып, төпкә ҡасҡан төҫлө. Ул арала баяғы тауыш тағы ла ашҡыныбыраҡ өндәшә:

– Ә йондоҙҙар ай менән ҡасышмаҡ уйнай, тирәк япраҡтарына осоп ҡунған. Тыңла әле... Ишетәһеңме? Улар япраҡтарҙы йондоҙ йәме, йондоҙ сыңы менән тултырғандар... – Бер аҙға ҡатындың тауышы өҙөлөп торҙо, һил төндә тик япраҡ ҡыштырлауы ғына ишетелә. – Япраҡ түгел, ә йондоҙҙар шулай сыңлай, Аҡназар...

Уйылданов тын алырға ҡурҡып, ергә сүгәләне: ялбыр ҡурай еләге ҡыуаҡтары аша бер ни күрерлек түгел. Йөрәк тамаҡ төбөндә үк тулағандай. «Йондоҙ, имеш... – Хәләф Борханович ҡысҡырып, арлы-бирле һүҙ әйтеүҙән көскә тыйылып ҡалды. Ул ултырған еренән ҡул һелтәне. – И-и-и, йүнлерәген тапҡандыр, тиһәм, төптө хыялыйға оҡшаған быныһы...»

– Ниндәй айлы төн был! – Ҡатын, хистәргә быуылып, тынып ҡалды. Хәҙер инде ир кеше телгә килде:

– Үлгем килә хатта был саҡта...

– Тик мәңгегә түгел, бер минутҡа...

Шунда ике тауыш берәүгә әйләнеп бышылданы:

– Бер минутҡа – һинең ҡосаҡта!..

Юҡ! Был тиклемен сабыр ғына тыңлап ултырырға көсө етмәне Уйылдановтың. Ни булһа, шул булыр тип, битен-ҡулын сыйған ботаҡтарға ла ҡарамай, ҡойма эргәһенә шыуышты. «Ирмәк тә инде, – тип иҫе китте уның. – Таҡмаҡ менән (йырҙы ла, шиғырҙы ла ул шулай атай) һөйләшә башланылар бит. Уйындағы (йәнәһе, спектаклдәге) һымаҡ...» Уйылданов ҡойма ярығынан тегеләрҙе күреүе булды, «зыңҡ» итеп ергә ултыра яҙҙы: әзмәүерҙәй ир ҡулында сабый төҫлө иҙрәп күккә ҡарап ятҡан ҡатын... күршеһенең үҙ ҡатыны ине. Ҡатынының бүртеп торған дымлы ирендәрендә, киң асылған күҙҙәрендә ынйы-йондоҙҙар ем-ем килеп бейей төҫлө. Ире, Хәләф Борханович күҙ алдына килтергәнсә, һушы китеп, бер ҙә күккә баҡмаған,
ә ай нурында салланып күренгән тулҡын-тулҡын сәстәрен туҙғытып, ҡатынының күҙҙәренән, биттәренән шашып-шашып шул ынйы-йондоҙҙарҙы сүпләй, ә, улар, сүпләгән-үпкән һайын, күбәйә генә...

– Ебәр, иҫәр, ауырттыраһың, ҡанатланып остом-киттем булыр, – тип көлә тегенеһе, үҙе иренең муйынын нескә ҡулдары менән нығыраҡ сырмай.

– Ебәрмәйем, Ғәзизәм, йондоҙға ла, айға ла бирмәйем, һин минең йондоҙом, үҙемдеке генә. Дауаханала ятҡаныңда...

Ғәзизә кескенә ҡулы менән иренең ауыҙын ҡапланы:

– Кәрәкмәй, Аҡназар, беҙ бергә, ай ҙа, йондоҙҙар ҙа, бөтә ғаләм хатта беҙҙең менән!..

– Ғәзизәм... – Аҡназар, ҡатынын күтәргән килеш өйөрөлә-өйөрөлә, өйөнә йүнәлде, тегеһенең ҡолонсаҡтай сыңғырлатып көлгәне ишетелде...

– Аһ! – Уйылданов, ҡойманан айырылып, маңла­йын һыпырҙы – ҡулы һалҡын тиргә тейҙе, бер талайға, шаңҡыған балыҡтай, хәрәкәтһеҙ ултырҙы, шунан, ойоған аяҡтарын көскә һөйрәп, баҡсанан сыҡты.

– Һы, ҡарасәле... – Хәләф Борханович, туҡтап, елкәһендә кәбеҫтә күсәнеләй лыпа ултырған башын күтәреп, күккә ҡараны, күтәрмәгә менгәс, ишеккә арты менән боролоп, һил төнгә ҡолаҡ һалды: йәш үләнгә туйған һыйырҙың уфылдағаны, кәзәләрҙең мырт-мырт көйшәгәне, ҡанат аҫтынан туғандары этеп сығарған ҡаҙ бәпкәһенең йәлләткес пипелдәп инәһен саҡырғаны ишетелде. Уйылданов, ошондай ғәжәп төндө ҡалдырып өйөнә инергә ҡыймағандай, ҡулын арҡаһына ҡуйып, ары-бире йөрөштөрөп алды, унан, баяғы «таҡмаҡты» иҫенә төшөрөп, баш сайҡаны:

– Үлгем килә хатта, тиң, ә... Ну, ма-ла-ай... – Уйылданов тулы ирендәренән бөтә бите буйлап йәйелгән йылмайыу менән ишеген асты – танауына тынсыу өй һауаһы бәрелде: етенсе төшөн күреп йоҡлап ятҡан Фәрхеямалының кемгәлер һуҡранғаны ишетелде. Хәләф Борханович, күҙҙәре ҡараңғыға өйрәнә биргәс, диван ситенә ултырып, ашыҡмай ғына сисенә башланы. Уянып, йоҡоло тауыш менән бисәһе:

– Баҡсаны ныҡ бикләнеңме? Һыйыр инеп, түтәлдәргә керешмәһен... – тип мыңғырланы.

– Япты-ым, – Хәләф Борханович, ҡапыл күңеле төшөп, асыуланып, ҡатынына терһәге менән төрттө: – Шыл тегеләйерәк! Ней, туйған һыйыр шикелле уфылдап ятаң...

Фәрхеямал, көскә ҡыбырлап, кәүҙәһен төпкәрәк күсерҙе, унан:

– Төнө буйы йөрөргә этем ҡушҡандыр һиңә, – тип бурылданы ла йоҡлап та китте.

Уйылданов, ҡатыны йылытҡан урынға ятҡас та, күтәрелеп тәҙрәгә ҡараны – унда тәҙрәгә йылышҡан япраҡтарҙың әкрен генә ҡыштырлағаны ишетелде. Был тағы ла Ғәзизәнең илар сиккә етеп: «Ниндәй айлы төн был!» – тип бышылдауын иҫкә төшөрҙө.

Хәләф Борханович, йоҡлай алмай, урынында борғоланды, тороп йоҡо дарыуын эсеп ҡараны. Ебәрмәне. Зиһен, сәселгән счет төймәләреләй, тарҡалды, йыйып алып, тәртипкә килтерер әмәл юҡ. Ай яҡтыһында тағы ла күркәмерәк, мөһабәтерәк күренгән өй йыһаздары ла күңелгә көндәгеләй рәхәт бирмәй, йылытмай. Нимә был – көнләшеүме әллә? Уйылданов, йөрәген тотоп, түшәгенән тороп ултырҙы. Ошоғаса үҙенең бәхете камил булыуға ышанып йәшәгән Хәләф Борханович... көнләшәме? Ю-у-уҡ!.. Тәрән күлдәй тымыҡ күңеле үткенсе ел – бер хыялый ҡатындың иҫәр һүҙҙәренә болғанырмы? Эйе-эйе, бөтәһе лә элеккесә... Шыҡһыҙ ай менән ас бүре күҙеләй йылтыраған йондоҙҙарҙа ни эше бар уның? «Хатта бөтә ғаләм беҙҙең менән», имеш... Донъяң бөтөн булмаһа, төпһөҙ ғаләмдән ни файҙа?!

Уйҙары менән мауығып, күңеле тыныслана төшкән Уйылданов ҡатынының йылы арҡаһына шыуышты. Әллә дарыу тәьҫир итте, күҙен йоҡо баҫа башланы...

...Ул ғәжәп төндән һуң байтаҡ ваҡыт үтте. Алмағастарҙа тумалған емештәр тос, балауыҙҙай һары алмаға әйләнде. Хәләф Борханович төндәрен һаман шул эскәмйәһендә ултыра, ниҙер аңларға, ниҙер төшөнөргә тырышҡандай, бихисап йондоҙҙар уйнаған күккә баға. Ҡараған һайын, ниндәйҙер оло ҡыуаныстың (бәлки, бәхеттең?) үҙен мәңгегә ситләп үткәнен нығыраҡ тоя...

Хәҙер ул теге саҡ, ҡойма артында тауыш ишетелеү менән, өйөнә таймағанына ла үкенә. Үкенһә лә, ер менән күк араһы нур менән тулған саҡтарҙа, алма ҡарауыллаған һылтау менән баҡсаға сыҡмайынса, йондоҙҙарға баҡмайынса булдыра алмай...

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: