Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
19 Сентябрь 2022, 15:27

Моңло, хисле,мөхәббәтле шағир

Мөхәббәт,тоғролоҡ, ир-егеттең ҡатын-ҡыҙға бирелгәнлеге һәм һөйөүе тураһында күп шағирҙар яҙҙы Рәмил Әхмәт улы Йәнбәк.Бының өсөн әҙиптең башҡаларҙа булмаған ниндәйҙер сифаттары булыуы, тик үҙенсә генә фекерләүе һәм үҙенсәлекле холоҡ-фиғеле,иң мөһиме-тормошто яратыуы кеүек аҫыл сифаттары булырға тейештер. Әлеге иҫтәлектең геройы шағир Рәмил Йәнбәктең ошо сифаттарҙың барыһына ла эйә әҙип.Шуға өҫтәп уның күптәргә хас булмаған ихласлығы,киң күңеллелеге,кеше йәнле һәм ҡатын-ҡыҙҙы ихтирам итә белеүен әйтергә кәрәк.

Моңло, хисле,мөхәббәтле шағир
Моңло, хисле,мөхәббәтле шағир
... Алдымда шағирҙың төрлө йылдарҙа нәшер ителгән шиғри йыйынтыҡтары ята. Шуларҙың береһе,автографлыһы, “Тик һиңә ышанам”тип аталғанына күҙ һалайыҡ.Йыйынтыҡтың исеме үк шағир һөйөүенең ышанысҡа ҡоролғанын аңлаа кеүек.Ысынлап та, әгәр ир менән ҡатын һөйөүе ышанысҡа ҡоролмаған икән,унда ниндәй һөйөү һәм ихтирам булыуы мөмкин? Әйткәндәй,әлеге шиғыр йыйынтығын әҙип миңә 1999 йылдың 28 апрелендә бүләк иткән. Ул саҡта мин “Ағиҙел”журналына Яҡуп Ҡолмой көндәлектәрен баҫтырыу буйынса килгәйнем, “шағир ағайым”менән кәңәшләшергә тип янына индем. Ғәжәп ҡаршылыҡлы яҙмышлы йырсы-шағирҙың көндәлектәрен айырым йыйынтыҡ итеп баҫтырып сығарыу мәсьәләһен күтәргәйнем.Әйткәндәй, бай ижады хаҡында”Былбыл телле шағир” исемле китап яҙылды,һәм һаманда нәшриәттә ята бирә.Берәй саҡ халыҡҡа барып етерме,юкмы,билдәһеҙ...Шулай ҙа килеүем бушҡа булманы минең: Рәмил ағайҙы бер юлы китабы сығыуы менән ҡотлап киттем. Шунда ул: “Миләүшә һеңлемә аҡ бәхеттәр,гел шатлыҡтар ғына теләп, Рәмил Йәнбәк ағаһы”, тигән автограф яҙып китабын тотторҙо.Китаптың тәүге битендә рәссам Глеб Голубевтың график ысулы менән төшөргән шағир портреты урынлашҡайны.
Эй,уҙған ғүмер! Ул ваҡытта Рәмил Әхмәт улы Йәнбәк йәш шағир иҫәпләнә ине, әммә олпат йәшенә барып етә алманы.”Шағир ағай” менән мин 1974 йылда университеттың филология факультетының башҡорт-рус бүлеге студенткаһы булып киткәс танышҡайным. Ул ваҡытта Баймаҡ ҡыҙы Әлфиә Барлыбаева менән 1-се һанлы ятаҡтың 38-се бүлмәһендә йәшәнек,ә күршеебҙҙә генә Ғафури районынан йырсы-студент Ғәзиз,Таһир исемле (йәл,фамилиялары онотолған) һәм Самат ағай Фәйҙуллин йәшәне.Улар ҡайһы саҡта беҙгә йомош менән инә торғайнылар,йә сәй эсеп,бүлмәләшебеҙ Фирҙәүес менән гәпләшеп ултыралар. Ә беҙ, ата-әсәйҙәр ҡуйынынынан саҡ сығып килгән "бала-саға" уларға сәй ҡуябыҙ,шулай һөйләшә-аралаша торғас шағир ағайыбыҙ “Рәмил ағай”ға,ә беҙ уның һеңлекәштәренә”әйләндек.
Рәмил ағай көләкәс,йомшаҡ күңелле,төртмә телле ине. Киң күңелле булды, үҙен ағайҙарса тотто.Әллә шул сифаттары күңелгә яҡын булғанлыҡтанмы,бар яҙыусы,шағирҙар ҙа шулайҙыр тип уйлай торғайным. Ул йылдарҙа студенттар араһында йәш айырымлығы ҙур ине. Мәҫәлән,Йәүһәрә апай,Батыр Наҙарғоловтар беҙҙән биш йәшкә олораҡтар,ике-өс йәшкә өлкәнерәктәр ҙә бар. Әллә шуға микән, Рәмил ағай беҙҙе,яңы ғына мәктәп бөтөп килгәндәрҙе, ҡурсалай,яҡын күрә торғайны.
Беренсе курста уның менән Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһында “Пионер осҡоно”,”Күңелле станциялар”, “Яңы китап сыҡты” кеүек балалар өсөн ойошторолған программаларҙы алып барырға тура килде.”Тауышың матур,яғымлы,ипле бит,артабан да ташлама инд,һеңлекәш”,тигәс, артабан хәҙер БДУ уҡытыусыһы, фән докторы Риф Барый улыулы Әхмәҙиев менән дауам иттек. Ә Рәмил ағай “Башҡортостан пионеры” гәзитенә эшкә китте.
Өсөнсө курста уҡығанда мин Салауат районы ҡыҙҙары Альмира Яруллина,Фәниә һәм Рәйлә Фәйҙуллиналар менән йәшәнем. Альмира артист Хәмит Яруллинға туған тейеш кеше булғанға ҡайһы саҡта ул беҙҙең бүлмәгә инеп сыҡҡылай, Рәмил ағай ҙа ҡатыны Зилә менән йыш инәләр.Улар ғаиләле булғас фатирҙа йәшәнеләр, ҡайһы саҡта беҙгә улдары Таһирҙы ҡалдырып китә торғайнылар.
Тормош беҙҙе Рәмил ағай менән артабан да айырманы, ә Зилә апай менән курсташтар булдыҡ. 1970 йылда уҡыусыларҙың республика ижади конкурсында ҡатнашып призлы урын яулауымды ла белә ине Рәмил ағай, шуға “һин бит Ҡолмойҙар тоҡомонан,яҙышыуыңды ташлама”тип дәртләндерҙе. Ҡанатлана торғайным! Йәнә бер күргәндә миңә: “Яҙышыуыңды ташлама,һеңлекәш, аҙ-маҙ булһа ла гонорары бар, күмәк ғаиләлә тыуғанһың,аҙ булһа ла ярҙамы булыр, - тине,- иң мөһиме ҡәләмең бар, –яҙышыуыңды ташлама!”.Үҙе осраған һайын берәй нәмә яҙып килтерергә задание бирә, шуға редакцияға йөрөй башланым. Йә Нестеров музейына барып берәй күргәҙмә,йә уңған студенткалар, йә каникулға ҡайтҡанда ауылдан уҡыусылар тормошо хаҡында хәбәрҙәр алып киләм. Яҙғандарымды оҡшатты.
Эй,дәртле ваҡыттар булған бит,ә! Университеттың актовый залында яҙғы һәм көҙгө шиғыр кисәләре шаулап уҙа.Унда Рәмил Йәнбәков, Зөһрә Ҡотлогилдина, Миңнур Әхмәтова,Марат Әбүзәров, Айрат Абзалов, Гөлсирә Ғиззәтуллина,Йомабикә Аҡъюловалар,Хәлисә Мөҙәрисовалар һ.б. сығып шиғырҙарын уҡый, Ғүмәр Әбделмәнов, Рамазан Йәнбәковтар йырлай, курсташым Рәмилә Иҫәнғолова менән “Знание”(хәҙер “Белая река”тип атала)китап магазинынан барып әҙиптәрҙең шиғри йыйынтыҡтарын тейәп ҡайтабыҙ ҙа,кисәлә һатып икенсе көндө аҡсаһын магазинға илтәбеҙ.Эй,шатлана башҡала вуздарынан килгәнстуденттар, БДУ-нан ҡыуанышып ҡайта торғайнылар.
Рәмил ағай Йәнбәк менән университетты тамамлағандан һуң да күрешеп,аралашып торҙоҡ,сөнки ул беҙҙең, университетты 1979 йылда тамамлаған төркөм менән булған осрашыуҙарнан бер ваҡытта ла ситтә ҡалманы.Хәтеремдә:һуңғы осрашыуыбыҙ Жәүәт менән төркөмдәшем Наилә Азаматоваларҙың дачаһында уҙғайны.Эй,күңелле йөрөгәйне шунда Рәмил ағай менән Зилә апай! Эйе,ул ваҡытта барыбыҙ ҙа бик-бик бәхетле инек шул.Шаярабыҙ,көләбеҙ, төрттөрөшәбеҙ, икенсе көндө уларҙың баҡсаһында иҫтәлек өсөн ағас ултырттыҡ. Үҫәме икән әле шул ағас, уны Рәмил ағай ҙа ултыртышҡайны бит!
Университетты тамамландан һуң да ошоға оҡшаш аралашыуҙар артабан да дауам итте.Башҡорт әҙәбиәтенә,шиғриәткә ғашиҡ йән булараҡ Фатима Мостафина исемендәге 20-се һанлы башҡорт гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте,унан алда Сибайҙа ҡуша Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте предметтарын уҡытҡан йылдарҙа бер ваҡыт Рәмил ағайҙы уҡыусылар менән осрашыуға саҡырып алдым. Уның Ләйсәнисемле ҡыҙы ла уҡыусым булды. Ул минең ҡыҙым Тансулпан менән аралашты, икеһе лә уҡыу отличниктары.Ошо кластан өс ҡыҙ: Зөлфиә Биккинина,Ләйсән Йәнбәкова һәм Тансулпан Әминевалар мәктәпте алтын миҙалға тамамлап вуз бөттөләр. Үҙ-ара аралашалар ине ҡыҙҙар. Ошо ҡыҙҙар Ләйсәндең атаһы Рәмил Йәнбәк ҡатнашлығында “Мөхәббәт бармы ул,әллә юҡмы?”тигән дәрес-диспта иң активтары булғайны ул саҡ. Башта яҡшылап әҙерләндек, әлбиттә,программа буйынса өйрәнгән әҙәби әҫәрҙәрҙәр аша байтаҡ миҫалдар билдәләнек, уҡыусылар фекеҙәрен әйтте.Берәү ҙә оялып торманы. “№Уй-хистәрегеҙҙе йәшермәгеҙ,асыҡтан-асыҡ әйтегеҙ,һеҙҙең был сифатығыҙ тормошта бик кәрәк буласаҡ”-тип алдан киҫәтеп ҡуйҙым, - һеҙ бит шағир менән һөйөү,мөхәббәт тураһында һөйләшәсәкһегеҙ”.
Рәмил ағайҙы ҡыҙы Ләйсән аша саҡыҙым.”Атайым ихласлап ризалашты”, - тине Ләйсән,-киләсәк! Эйе, беҙҙең дәрес-диспут бик яҡшы,күңелле уҙҙы, һуңынан уҡыусылар осрашыу буйынса үҙҙәренең фекерен яҙып тапшырҙы. Уларҙы йыйып алғас иң башта Ләйсән Йәнбәкованың яҙмаһына күҙ һалдым. Унда “Мөхәббәт бар ул!Бар!Мин мөхәббәткә ышанам,быға минең атай-әсәйемдең миҫалы ла өлгө булып тора”тигән юлдарҙы уҡыным. Һуңынан уларҙы иҫтәлек өсөн Рәмил ағайҙың үҙенә тапшырғайным, һаҡлағандырмы,юҡмы, белмәйем.Әммә Рәмил ағайҙың бик шатланып уҡығанын яҡшы хәтерләйем.
Был хәлдән һуң апарыу ваҡыттар уҙғас бер ваҡыт кис телефоным яман тынысһыҙ шарылдап йәнемде өшөттө.Кем булыр икән?Алһам:ҡыҙымТаңсулпан шылтырата.Был ваҡытта ул университеттың хоҡуҡ факультетын тамамлап,Яңауыл ҡалаһында прокурор ярҙамсыһы булып эшләй ине.
- Әсәй,ҡайһы Ләйсән мәрхүмә булды икән?Зинһар,белешеп тиҙ генә шылтырат әле,-ти!.Аптырап киттем.Ысынлап та,мин уҡытҡан 10 Б класында Ләйсәндәр бер нисәү ине шул.Ҡайһыһы икән?..
Әммә Тансулпан түҙмәгән- ошо көндө үк көн һорап Өфөгә ҡайтып төштө.Килеп инеү менән:
-Әсәй Ләйсән Йәнбәкова мәрхүмә булған бит, - ти. Үҙе илай. Ашап та торманы, өйҙәренә йүгерҙе. Бына шулай класташын,әхирәтен һуңғы юлға оҙатҡандан һуң ғына эшенә китте ҡыҙым.Ә Рәмил ағай менән Зилә апай нисек күтәргәндәрҙер был ҡайғыны, бер хоҙай үҙе белә.Әммә:
Күҙ йомғансы ғынам йәшәнегеҙ,
Күҙ йәштәре булып тамдығыҙ.
Күбәләктәй ҡыҫҡа һеҙҙең ғүмер,
Мәңге йәп-йәш көйө ҡалдығыҙ...- тигән юлдар шиғыр юлдары аша шағир йөрәгенең ҡайғынан һыҡрағанын тоймау мөмкин түгел ине.
Рәмил ағай игелекле,башҡаларға ихласлығы, яҙамсыллығы менән дә хәтерҙә ҡалған. Башҡортостан һәм Рәсәй журналистар союзына ла мин уның кәңәше менән ингән кеше. Бер баҫмаға килгәнемдә ул миңә:“Һеңлекәш,нигә журналистар союзына һаман инмәй йөрөйһөң? Давай,прәме хәҙер үк үҙем рекомендация яҙып бирәм”,тип әрләштереп алды ла, әллә ни арала сыймаҡлап яҙып та тотторҙо. Ә икенсе рекомендацияны “Һәнәк”тә бергәләп эшләргә насип булған изге күңелле яҡташым шағир Риф ФәйзрахманМифтахов бирҙе. Һуңынан минең сит илгә сығып китеп тә, яҙышып тороуымды Рәмил ағай “халыҡҡа хеҙмәт итеү”тип баһаланы.Рәхмәт инде!
“Европаны фашист ҡоллоғонан ҡотҡарып һәләк булған миллиондан ашыу совет һалдаттарының яҙмышын асыҡларға тырыш, шулар тураһында яҙ. Был бит үҙе бер ҙур эш! Үҙең уйлап ҡара:миллиондан ашыу һалдат һәләк булған,күпме ғаиләләр ҡарауһыҙ,балалар-атайһыҙ,әсәйҙәр –ирһеҙ,өләсәй-олатайҙар улһыҙ ҡалған. Ярай,беҙ һуғыштан һуңғы быуын йәштәре,ти. Ә бит балалар үҙ ерен яратып,уға бирелгән патриот булып үҫергә тейеш, шулаймы?Тимәк,һуғыш темаһына яҙыуҙы ташлау иртәрәк,һеңлекәш, йөҙ йыл да уҙмаған бит әле, һуғыш яралары һаман да һулҡылдай түгелме?.. Тыныслыҡ һәм һуғыш темаһының әле бер ваҡытта ла төшөп ҡалғаны юҡ әле һәм төшмәйәсәк тә.Был бик актуаль тема, шуны онотма, - тип ҡыҙып һөйләп алып китте Рәмил ағай, - айырыуса Даян Мурзин буйынса эшләүемде хупланы, Вафа Әхмәҙуллинды ла халыҡҡа ҡайтарырға кәрәк”, -тип өҫтәне.Әлбиттә, был һөйләшеүҙе мин бер ҡасан да онотманым,йөрәк төбөндә тоттом.Европа буйлап сәйәхәт иткәндә осраған совет һалдаттары күмелгән туғандар ҡәберлектәрен күргәндә иҫкә төшөрҙөм.
Был һөйләшеүҙең шаһиты Сабир ағай Шәрипов та һүҙ ҡыҫтырмай ҡалманы, әлбиттә. Бынан һуң улар икәүлә тороп:-Башҡортостан яҙыусылар союзына инергә ниңә ғариза бирмәйһең?-тип бәйләнделәр. – Ҡыйыу публицистһың, ҡәләмең бар.Ә мин Башҡортостан публицистарының “батшаһы” булам, рекомендацияны ла үҙем бирермен, -тине Сабир ағай,-тик һин был өлкәлә яҙышыуыңды ташлама,йәме!
Был һөйләшеү мине,ысынлап та, уйға һалды бит.Һәм бер ҡайтҡанымда БР Яҙыусылар союзына ғариза тапшырып киттем, һәм әлегәсә уның ҡаралғанын көтәм... Өмөттө өҙмәйем.Ихлас, ярҙамсыл Рәмил ағайҙы ла,Сабир ағайҙы иҫкә төшөрөп:- их,хәҙер шул ағайҙар әле тере булһасы,- тип уфтанам...
Артабанғы юлдарҙа Рәмил ағайҙың тормош биографияһына ла ҡағылып китәйек.Шағир Башҡортостандың Күгәрсен районында 1952 йылдың 10 авгусында Дауыт-Ҡайып ауылында донъяға килә.Ете йәш ярымда ғына атайһыҙ ҡалған малай донъяның бик күп әсе-сөсөһөн татый,бала ғына көйө хужалыҡта ла,колхоз эшендә лә егелеп эшләй.Үҙҙәрендә башланғыс,унан Теләүембәттә,артабан Өфөләге 1-се интернат-мәктәптә белем ала.Бер йыл тыуған колхозында эшләгәс БДУ-ның филология факультетына уҡырға инә,ошонда ул әҙәби ижад менән етдирәүештә шөғөлләнә башлай, студенттарҙың “Шонҡар”әҙәби-ижад түңәрәгендә шөғөлләнә,шунда тәүге шиғырҙарын һәм мәҡәләләрен баҫтыра.
...Бик һуңлап мин дә Рәмил ағайҙың йә радиокомитетта,йә телевидениела төрлө тапшырыуҙар алып барыуҙарының тиктәҫкә булмауын аңланым.Был турала ул уҡыусылар менән осрашыуҙа ла әйткәйне бит. “Мин үҙ-үҙемде ҡарап, хәләл хеҙмәт менән үҙемә-үҙем аҡса табып уҡыным,студент саҡта уҡ республика гәзит-журналдарына яҙыштым.Һеҙ ҙә,ата-әсәләрегеҙгә генә ышанып ултырмағыҙ,үҙегеҙҙе үҙегеҙ ҡарап уҡырға тырышығыҙ.Хеҙмәтегеҙ юғалмаҫ, үҙ-үҙегеҙгә ышанысығыҙ артыр,эшләп тапҡанығыҙҙың ҡәҙерен белерһегеҙ”,тигән кәңәштәрен биргәйне.Әле бишенсе курста уҡып йөрөгәндә үк “Башҡортостан пионеры”(“Йәншишмә”)гәзитендә эшләй башлауын,көндөҙгө бүлектә уҡыуына ҡарамаҫтан эшләп тә,уҡып та, педагогик практика үтеп тә, үҙен журналист булараҡ танытыуын, ошо баҫмала һигеҙ йыл эшләп баш мөхәррир дәрәжәһенә тиклем күтәрелеүен дә һөйләгәйне...
Артабанғы йылдарҙа тәжрибәле шағир,егәрле журналист Рәмил Йәнбәк Башҡортостан китап нәшриәтендә баш мөхәррир һәм директор,БР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары була.Туранан-тура “Ватандаш”журналын ойоштороуҙа ҡатнаша һәм унда бер нисә йыл баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй. “Ағиҙел” баҫмаһында ла үҙен егәрле,энциклопедик белемгә эйә белгес,журнал йөгөн төпкә егелеп тартҡан баш мөхәррир урынбаҫары тип таныта.
Рәмил Әхмәт улының иң әүҙем ижад осоро, минеңсә, 80-се йылдар аҙағына тура килә.Тәүге әҫәрҙәрендә әҙип тыуған ил,хеҙмәт,тыуған ер,кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр тураһында яҙа,әммә артабанғы йылдарҙа ижады күпкә олпатлана һәм үҫә.Шағир йәшәү һәм үлем,үткәндәр һәм киләсәк,ваҡыт һәм йыһан, донъя һәм кеше ҡәҙере кеүек фәлсәфәүи темаларға мөрәжәғәт итә.Уларҙа лирик геройҙың ихласлығы, саф һағыш-һыҙланыуҙары ярылып ята.Әҫәрҙәренең теле ябай,аңлайышлы. Шағир бөтәһе туғыҙ китап авторы,Башҡортостан һәм Рәсәй Федерацияһының яҙыусылар һәм журналистар союзы ағзаһы,З.Биишева,Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты,Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Ә инде 2015 йылда уға Бәләбәй районы хакимиәте булдырған билдәле татар шағиры Фәтих Кәрим исемендәге премия бирелә.
Рәмил Йәнбәктең йөрәктән алыр шиғырҙарына композиторҙар А.Ғабдрахманов, Салауат Низметдинов,А.Ғайсин,Р.Сәғитов моңло йырҙар ижад итте.Бөгөн уларҙың күбеһе Башҡортостандың танылған йырсыларының репертуарына ингән.Шундай йырҙарҙың береһен,мәҫәлән, “Әсәкәйем”исемлеһен, Айрат Ғайсин ижад иткән.Оҙон ғүмерле һәм халыҡ яратып ҡабул иткән был йырҙы “Юлдаш”программаһы аша минең үҙемдең дә ишеткәнем бар. Күпме һағыш, күпме моң һыйған был йырға! Унда яңғыҙ ғаилә ҡараған, ирҙәр эшен егелеп тартҡан ҡәҙерленән-ҡәҙерле әсәйҙе һағыныу ҙа,уға рәхмәтле булыу ҙа ярылып ята. ”Ниңә шундай хисле йөрәк бирҙең?”тигән юлдарҙы тыңлағанда күҙҙәреңә йәш эркелә.Ғөмүмән, йырҙы иламай-тетрәнмәйсә тыңлау мөмкин түгел. Ни эшләйһең:Хоҙай тарафынан хисле йөрәк бирелгән,ҡулыңа ҡәләм тотторолған икән,шул йөгөңдө тартмай хәлең юҡ...
Шулай уҡ Рәмил ағай менән Зилә апайҙың “Яңғыҙ елкән”исемле йырҙы ла яратыуын беләм. Ҡыҙҙары Ләйсән артынан “киткән” Зилә апайға бағышланған башҡа шиғырҙары ла бар Рәмил Йәнбәктең.Шуларҙың береһендә, “Ҡатынға әйтер серем”тигәнендә ошондай юлдар йөрәкте өтә:
Бик һағынам һине,бик һағынам,
Һин янымда көйө һағынам.
Күҙҙе наҙлар күпме һылыуҙар бар,
Ә мин бары һиңә табынам.
Табынырға Хоҙай түгелһең дә,
Илаһиә түгел...Ябайһың!
Илаһиә булһаң,һөймәҫ инем –
Ябайлығың менән арбайһың.
Рәмил Әхмәт улы Йәнбәк журналистика менән шиғриәтте лә үрелдереп алып барған егәрле әҙип ул, ҡайҙа ғына эшләһә лә шиғриәттән айырылманы. Әгәр уның “Оҙайлы яҙ” исемле шиғри йыйынтығы 1990 йылда донъя күргән булһа, иң һуңғыһы –“Аҡ ялан”тип атала. Ошо йыйынтыҡҡа ингән “Мин тыуғанмын”исемле бер шиғырында хисле шағир үҙе хаҡында былай тигән:
Мөхәббәттән беләм,тыуғанмын мин,
Саф хистәрҙән генә яралған.
Йәнем аҡ нур минең,ә нурҙарға
Ғашиҡ булмағандар һарандар.
Мөхәббәттән беләм,тыуғанмын мин,
Бәрәкәтле ерҙә яралған.
Йәнемдә бит ерҙе,кешеләрҙе
Яратыуым ғына ҡаралған.
Мин мөхәббәт өсөн яралған.
Үкенескә ҡаршы,талантлы әҙиптең шиғриәтенә лә, йырҙарына ла әлегәсә тулы баһа бирелмәгән,тимәк,әҫәрҙәре тәнҡитселәр һүҙен көтә.
Йомғаҡлау һуңында әлеге иҫтәлектең яҙылыу тарихына ла ҡағылып китәм.Йәйге айҙарҙа һағынып сит илдән ҡайтҡан мәлдәрҙә мин бер ваҡытта ла “Ағиҙелгә” һуғылмайынса киткәнем булманы.Бер ҡайтҡанында Сабир ағай “китте”, унан аҙаҡ Рәмил ағайҙың “киткәнен”уҡып белеп иланым.Һуңғы күрешеүҙә Рәмил ағай бик моңһоу күренгәйне, күҙҙәре һағышлы ине, үҙе нисектер йыраҡта һымаҡ тойолдо миңә.Хушлашыр алдынан ул миңә фатихаһын бирҙе:
-Миләүшә, мин һинең әҙәби-тәнҡит мәҡәләләреңде уҡып барам.Һинең өсөн бик шатмын,был жанрҙа ла эшлә һәмташлама,-тине. Һәм,бер аҙ шымып торғандан һуң:"Ағайыңды ла онотма!-тип өҫтәне. Шунда мин уға яҙырға һүҙ бирҙем. Тик гел ниндәйҙер донъя мәшәҡәттәре килеп сығыу арҡаһында ҡулыма ҡәләм алырға форсат теймәне. “Ағай йәш әле,өлгөрөрмөн,тип уйлағайным.Ә ул мине көтөп торманы.Кем белгән?Рәмил ағайҙы үҙе тере сағында ҡыуандыра алмауыма бик ҡаты үкендем дә бит,һуң булды.Шуға шағирҙың тыуыуына 70 йыл тулған көндәрҙә булһа ла исмаһам шағир рухын ҡыуандырайым, тинем. Үҙемә ҡалһа,рухы шатланыр тип уйлайым.

Миләүшә Годбодь,Чехия.
Фотола:Глеб Голубев портеты.
Шағир Рәмил Йәнбәк Башкортостан
 
Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: