Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
16 Сентябрь 2022, 10:29

Зөһрә Бураҡаева АЙҘЫҢ ҠАРАҢҒЫ ЯҒЫ Хикәйә

Сәғәт туғыҙ. Ғәҙәттәгесә, теп-теүәл килеп етте. Ә Эльмира берәй ун биш-егерме минутҡа һуңлап сығасаҡ, гел шулайта. Тимәк, ваҡыт әле бар. Байрас ашыҡмай ғына магнитоланан үҙенең яратҡан альбомын эҙләргә тотондо. Унда көйҙәрҙең төрлөһө – кәйефкә ҡарап. Юлда йөрөү өсөн еңелсә, замансарағы байтаҡ. Ә был альбомды ул ике-өс айға тыныс бер кис һайлап, өйҙә бар уттарҙы һүндереп, тәҙрә төбөнә кресло шылдырып, тәҙрәләрҙе байып барған ҡояш уты ялмағанын, ә ҡараңғы төшкәс, ҡала уттарының берәм-берәм тоҡанғанын күҙәтәкүҙәтә тыңларға ярата. Үҙенең көндәлек йәшәйешен бөтөнләй онотоп, хистәргә бирелә. Хистәргә ни – етә ҡала. Бәйҙән ысҡыналар ҙа, берсә уҡылған китаптар битен аҡтаралар, берсә күргәндәрен яңыртырға тотоналар, берсә булмағанды бар тип ышандырып маташалар… Ошо саҡта спортсы холоҡло, үҙен гел контролдә тотоп өйрәнгән, һәр һүҙен самалап әйтергә күнеккән Байрас уйҙарын тыйманы – уға тап мейеһенең ғәжәйеп боролоштары, берсә һил, берсә ярһып аҡҡан уй тулҡындары оҡшай ине. Тик ошондай күңел сәйәхәттәрендә лә Байрас үҙен бер нәмәнән генә тыйҙы – хәтирәләрҙән. Сөнки хәтирәләр – ниндәйе булһа ла – күҙ йәштәренең ҡапҡаһын аса. Байрас иһә ун дүрт йәштә, һуңғы тапҡыр үкһеп илағандан һуң, башҡа иламаҫҡа һүҙ бирҙе. Тыйыу – ғәҙәткә, ғәҙәт холоҡҡа әйләнде, ахыры. Алышҡан саҡта түҙгеһеҙауыртҡан мәлдә лә, бер-ике күҙ йәше атылып сыҡһа сыҡты, тик был физиологик күренеш илауға һаналмайҙыр бит инде?.. …Ни өсөн тап бөгөн, мәшәҡәтле ваҡытта, Эльмираны аэропортҡа оҙатырға кәрәк ваҡытта тыңлағыһы килә һуң ул был йырҙы? Аңлашылмай… Тапты. Pink Floyd. «The dark side of the moon». «Айҙың ҡараңғы яғы». Байрас курткаһын ысҡындырҙы ла, башын артҡа ташлап, көй эсенә сумды.

Зөһрә Бураҡаева АЙҘЫҢ ҠАРАҢҒЫ ЯҒЫ Хикәйә
Зөһрә Бураҡаева АЙҘЫҢ ҠАРАҢҒЫ ЯҒЫ Хикәйә

* * *

Байрасҡа ун өс йәш тулғанда, ябай завод инженерынан уңышлы эшҡыуарға әйләнгән атаһы Фәрит Миңләхмәт улы, туғандары йыйылған мул, сит илдән алып ҡайтылған һыйҙар менән тулған табынды тағы ла балҡытып, бер хәбәр әйтте. Тиҙҙән улар ике бүлмәле хрущевканан Өфө үҙәгендә төҙөлгән киң, дүрт бүлмәле фатирға күсәсәк! Ҡыҙыл кирбесле яңы йорт – унда йәшәүе үҙе үк текәлек билдәһе бит! Барыһы ла ҡыуанышып гөрләшә, һораша башланы, тик әсәһе генә ни өсөндөр ирендәрен ҡымтып ултырҙы. Нишләп ҡыуанмай һуң әсәй? Атаһы әсәһен ҡосаҡлап алғас, Фәрит, хәбәреңде ҡапыл әйтеүең башыма ҡапты, күберәк эстем дә шикелле, тип, үпкәләгәндәй, төпкө бүлмәгә инеп китте.

Быға кәйеф бер аҙ ҡырылһа ла, байрам дауам итте. Ошо кистә Байрас тәүге тапҡыр бәхет тураһында уйланды. Бәхет тураһында ла түгел, ә бәхетте тоя белеү тураһында.

Бөгөн мәктәптә уны параллель класта уҡыған ҡыҙыҡай – ғүмерҙә лә уның кеүек малайға ҡарамаҫ һымаҡ, өлкән кластарҙың егеттәре менән генә аралашҡан, гел шәп кенә кейенгән һәм былтыр бер йыл буйы Бөйөк Британияла уҡыған Динә килеп, тыуған көнө менән ҡотланы.

– Ә һин ҡайҙан белдең? – тип ғәжәпләнде Байрас.

– Мин өсөнсө көн һеҙҙең ярышта булдым. Тренерың һине барыһы алдында ҡотланы бит, – тип йылмайҙы Динә.

Байрас, стенаға терәлгән килеш, Динә менән буйға тигеҙ булыр өсөн, һиҙҙермәй генә аяҡ ослап торҙо. Юҡ, буйы ул тиклем айырылмай – берәй өс сантиметр үҫһә…

– Дуҫтарыңды саҡырһаң, мине лә онотма, – тине Динә.

– Беҙ… Беҙ тыуған көндәрҙе гел туғандар менән ҡаршылайбыҙ. Ғаилә йолаһы. Тик мин…

Байрас ҡапыл башына килгән уйҙан үҙе лә шаңҡып ҡалды. Ә нишләп һуң...

– Мин һине айырым кафеға саҡырһам буламы?

– Була, – тине лә Динә, класына ашыҡты. Башты ярып, ҡыңғырау шылтыраны. Үҫмерҙең йөрәге «Динә, Динә, Динә» тип һулҡылдағандай тойолдо.

…Атаһының ниндәйҙер йәшкелт төҫтәге алкоголь эсемлегенән ҡыҙарынған йөҙөндәге балаларса йылмайыуы, еңел атлетика буйынса ярышта беренсе урын өсөн сервантта балҡып торған кубок, һеңлеһе Айгөлдөң тәтелдәүе, тәҙрәнән күренгән тулы ай, ҡәрсәй менән ҡартатаһының талғын йыры, бына был аҡрын йырға башҡа туғандар ҙа ҡушыла… Стенала кәкүкле сәғәт – тыҡ-тыҡ... Һәм Динәнең ҡарашы… Эйе, был – ысын бәхет. Һис шикһеҙ. Нисек хәтерҙә тап ошо мәлде үлгәнсе һаҡларға инде. Үлгәнсе лә түгел, мәңге, мәңге, теге донъя бар икән – унда ла ошо хәтирәне ерҙән йолҡоп, үҙең менән алып китергә…

Булалыр. Бына, нисәмә йылдар үткәс иҫләп ултыра ла инде. Был хәтирәне лә Байрас йәһәт кенә ҡыуырға тырышты, уйын үҙенең уҡыусылары яғына борҙо. Хәҙер сборҙарға ла ныҡлап әҙерләнергә кәрәк, араларында бик һәләтле малайҙар бар...

* * *

Уң яурынына һалҡын бәрҙе. Байрас тиҙ генә көйҙө туҡтатты. Эльмира машина ишеген асып, йылмайып ҡарап тора икән. Эйе, ул шулай ярата – ҡурсаҡ һымаҡ биҙәнеп ала ла оҙон, яһалма керпектәрен йым-йым итеп ҡарап торған була. Имеш, бына ул ниндәй – шундай матур һәм яҡлауға мохтаж эскерһеҙ һәм наҙлы йән эйәһе.

– Ултыр, самолетҡа һуңлайһың бит, – тине Байрас, машинаһын тоҡандырып.

– Барсик, минең әйберем ауыр…

Байрас өндәшмәй генә машинанан сығып, уның ҙур ҡумтаһын багажникка һалды ла, ҡулын биреп, Эльмираны ултыртты.

Эльмира ирҙәр психологияһын яҡшы белә. Хатта артығы менән. Бына әле уйсан ғына шымып килгән була. Ҡарашы ҡайҙалыр алыҫҡа төбәлгән. Кәрәккәндә – эй, көлөп-йылмайып, бер туҡтауһыҙ хәбәрҙәрен яуҙыра, кәйеф кителгәнде һиҙһә – шундуҡ ҡаштарын йыйырып, хәлеңде һорашырға керешә… Белеп һораша, ваҡытында уфтана, ваҡытында башын сайҡай. Имеш, уның бар уйҙары – һинең проблемаларыңда. Әле романтик сырай менән шымып килә. Ҡайҙан ул күпселек ҡатындарҙа ошондай тәбиғи этлек? Белеп тора бит инде – Эльмираға ул үҙе һәм уның көндәр, хатта сәғәттәр буйынса бүленгән уңышҡа өлгәшеү планы ғына ҡыҙыҡ. Һәм ул – Байрас – шул пландың нисәнселер пункты.

Тик ул да бит бындайҙарын үтә күрә.

– Эльмира, әллә башыңа, ниһайәт, берәй аҡыллы уй килдеме?

– Барсик, беләһеңме… Беләһеңме, мин әле самолетҡа ултырмағанмын, ә һине һағына ла башланым…

– Ҡараштары ниндәй бит әле... Берәй кинола шулайттылармы? Үҙеңдең башыңа килмәҫ ине бит…

– Барсик, етәр! Р-р-р... Хәҙер-р-р мин һине… Эльмира үҙенең нескә бармаҡтарын Байрастың курткаһы эсенә сумдырҙы. Джемпер аша уның осло тырнаҡтары һиҙелә. Осло-осло ғына тырнаҡтары… Байрастың бөтә тәне земберләп китте, битенә эҫе ҡан бәрҙе.

 – Аварияға эләгәбеҙ бит.

– Эләкһәк ни. Бергә үлербеҙ…

Эльмира үрелеп, уның свитерының муйын яғын аҫҡа һыпырҙы ла, муйынынан үбеп алды.

Ирҙәр менән эш итә белә бит. Бергә – ноль. Байрас йылмайҙы ла, Эльмираның битенән һыйпап алды. Бәлки, ысынлап та, ниндәйҙер хыял ҡыҙын эҙләгәнсе, ошондай бесәй кеүек мырылдап ҡына, ҡыуһаң – бер аҙға үпкәләп китеп торған, ә һуңынан ни аралалыр кире алдыңа менеп ултырған ҡыҙға ғына өйләнергә лә ҡуйырғалыр. Башҡа варианттар ҙа юҡ бит. Булғандарын ныҡлап белергә кәрәк, ә Эльмира булғанда, нисек башҡаларға ваҡыт бүләһең.

Эльмира, егеттең уйҙарын йылынып киткән ҡарашынан аңлапмы, уға һыйыныбыраҡ ултырҙы ла, магнитоланан үҙенең яратҡан радиотулҡынын табып, ҡуйып ебәрҙе. Дима Билан, уф…

* * *

– Һин мине һағынырһың ул? – Эльмираның күҙенән йәш атылып сыҡты.

– Етәр инде, килештермә. Былай ҙа һуңлап барам, регистрацияға бара һал, – тине Байрас.

– Тренировкаға һуңлайым, тип кенә…

– Эльмира, бар инде, – тине лә Байрас, Эльмираға ҡул багажы тип һаналған ҡупшы ғына аҡ сумкаһын һондо.

– Һин шундай ҡырағай, Барсик… Ярай, ҡайтайым ғына, мин һине иркәләп, массаждар яһап, майҙар һылап, дрессировка үткәрермен әле, – тине Эльмира, егеттең тупаҫ ҡыланышына бөтөнләй иғтибар итмәй. Һонған сумкаһын да күрмәмешкә һалышҡан була.

Байрас йылмайҙы. Хәҙер уға бергә-бер итеп ҡуйырға кәрәк, Эльмираны тыныс күңел менән ебәрергә ярамай, был арала теңкәһенә күп тейҙе. Ул өндәшмәй генә сумканы иҙәнгә ҡуйҙы ла, артына ла әйләнмәй, сығып китте.

Ваҡытты күп ала шул был оҙатыу-ҡаршылауҙар.

Һауаның сафлығы!.. Аэропортта булғанына ҡырҡ минут тирәһе лә үтмәне – япяҡты, бысраҡ ҡарлы көндө күкһел эңер ҙә алыштырған.

Байрас машинаға ултырырға ашыҡманы. Саф һауа һулап, уның ҡышҡы һалҡынлығын тойоп байтаҡ торҙо. Эльмираны алданы ул. Бөгөн тренировка ла, бер ниндәй ҙә эшлекле осрашыу ҙа – бер нимә лә юҡ. Өйгә лә ҡайтҡыһы килмәй – буш өйҙә нимә эшләргә? Атаһына ла барғыһы килмәй – кисә генә уның – иҫеректең хәбәрҙәрен сабыр ғына тыңлап ултырҙы.

Байрас машинаға ултырҙы, тик Өфө яғына түгел, трасса буйлап Стәрле яғына китте. Был юлы инде ул Пинк Флойдты колонкаларын дерелдәткәнсе, аҡыртып ҡуйҙы. Яратҡан көй, айлы ҡышҡы кис – әҙерәк нервылар ҙа тынысланыр. Йәше еткәнгәме икән, һуңғы арала ул үҙенең тулы ҡанлы тормошонда ниндәйҙер бушлыҡ барлыҡҡа килгәнен тойҙо. Ғаилә, бала тураһында уйҙарҙы ҡыуһа ла, дуҫтарының балалары тупылдашып алдына менеп ултырһа, күңелдә нимәлер ҡылт итеп тартылып ҡуйған кеүек була. Дуҫтары, тип, дуҫтары араһында бәхетле ғаиләлеләр күп түгел. Кемдер айырылышып, мөлкәт өсөн талаша, кемдер кәләшенән ялҡтым, тигән булып, шул уҡ алабарман егет сағындағы кеүек, аҙып йөрөй, һирәктәре уның кеүек үк өйләнергә ашыҡмай. Спортзалда йыйылған һайын, ошо парҙан да бәхетлерәк юҡтыр, тигән ғаиләләр тураһында нимә генә ишетмәйһең. Байрас шул саҡта эстән ниндәйҙер әсенеү ҡатыш ләззәт тойғоһо кисерә. Әйттем бит, матур бисәләрҙән изгелек көтмә, имеш…

* * *

...Кафела Байрас үҙен тәүҙә киноларҙа күргәнсә, ғәмһеҙ генә, ололарса тоторға тырышты. Динәнең ҡарашын арҡаһы менән тойоп, мөмкин тиклем аяҡтарын киңерәк ҡуйып атлаған булды. Ғәмһеҙ генә барып ултырҙы. Менюны оҙаҡ итеп ҡарап ултырған булды, шунан Динәгә лә, үҙенә лә һут, сәтләүек менән шоколад һибелгән туңдырма, өс төрлө тәмлекәс һатып алды.

Тәүҙә улар өндәшмәй генә туңдырма ашаны. Һөйләшеү нисектер йәнләнмәне, һүҙҙәрҙе һығып-тартып сығарырға тура килде. Шунан Динә йылмайып, торҙо ла уның янына килеп баҫты. Матур төргәк һуҙып:

– Ҡотлайым, – тине һәм эйелеп битенән үбеп алды.

Байрасты ток менән һуҡтырҙылармы ни… Ул ҡыҙарынғанын йәшереп, башын аҫҡа эйҙе.

– Теге... рәхмәт. Сәй эсәйекме?

– Юҡ… Байрас, ә һинең йөрөгән ҡыҙың бармы?

– Юҡ. – Класс! Әйҙә, ул ҡыҙ – мин булайым?

Байрастың тәне буйлап эҫе ҡан йүгерҙе. Хатта башы әйләнеп киткәндәй булды.

– Ярай…

Ошо көндән башлап үҫмер малайҙың егеткә әйләнеү осоро башланды ла инде.

Кино, кафе, ял парктары… Атаһынан аҡса һораған һайын, Байрас уңайһыҙланды, тик атаһының, ҡартайған көндә миңә лә ошолай мул аҡса бирерһең, тигәненә тынысланды һәм берәй ергә барыр алдынан, күпләп аҡса ятҡан картон йәшнигенән шығырлап торған ҡағыҙҙарҙы сығара ла, атаһына шылтыратып ҡына иҫкәртеп ҡуя башланы.

Яңы фатирҙа Байрастың хәҙер үҙ бүлмәһе бар ине. Кистәр буйы гитараны ыҙалатты, йыр сығарып маташты. Көнө-төнө рок тыңланы, үҙенә ҡиммәтле “косуха”, ҡара джинсы һәм һалдат ботинкаһына оҡшаш аяҡ кейеме алдыртты.

Шулай бер йыл үтеп тә китте. Тәүге һөйөү бүләк иткән эскерһеҙ, ысын тойғолар Байрастың бар тормошона әйләнде. Уның уҡыуында ла, спортта ла, өйөндә лә эше булманы.

Байрас Динәне һәр һөйләшкән малайҙан тиерлек көнләште, һуғышырға тип талпынып ҡына торҙо. Тренер Байрастағы үҙгәрештәрҙе күрҙе, ҡаты ҡуллы, ҡыҙыу ҡанлы малайҙы һуғышыу-туҡмалыуҙан тыйып ҡына торҙо. Генрих Александрович үҙенең өмөтлө уҡыусыһы һөйөү сырмалсығынан берәй ҡасан ысҡыныр, уғата асыу, дәрт менән спортҡа тотонор, тип түҙемле генә көттө. Ундай үҫмерҙәрҙе инде күпме күргәне бар.

Ысынлап та, бер йыл да үтмәне, тотош бәхеттән торған күк көмбәҙен ҡапыл ике йәшен сыйып үтте. Шунан инде күк дөрһөлдәне, бар тирә-яҡ ҡараңғыланды һәм ҡойон яуҙы…

* * *

Хистәргә бирелдем тигәс тә… Көтөп тор, нишләп бөгөн хәтирәләр көнө ойошторҙо әле?.. Яратҡан Пинк Флойды уны, киреһенсә, ниндәйҙер башҡа, көслө, маҡсатлы ысын кешеләр йәшәгән тарафтарға алып китә ине. Бына ул, уның дуҫтары, уның кумирҙары, яратҡан китап геройҙары, киноактерҙары – донъяны ғәҙелһеҙлек һәм әшәкелек һаҙлығына батырырға бирмәгән армия… һәр кемдең үҙ яҙмышы, үҙ юлы, әммә быуындан-быуынға улар һымаҡтар тыуып торасаҡ, улар һымаҡтар йөрәк көсө менән дә, беләк көсө менән дә һүҙен һүҙ итәсәк!

Һис юғы, ошо альбомды тыңлау киләсәккә матур пландар ҡорорға, тирәяҡтағыларҙы барлап, улар тураһында дөрөҫ һығымталар яһарға ярҙам итә. Бөгөн ни булды һуң? Нишләп хәтирәләрҙе ҡыуған һайын, улар һаман ныҡыша һуң? Әллә, ир уртаһы етһә, эс боша башлай, тиҙәр, шуның ишараһымы? Утыҙ ике йәшен ҡыуған Байрас көлөмһөрәп ҡуйҙы ла, тарамыштарын тойор өсөн яурын-беләктәрен уйнатып алды. Был донъяла бер ваҡиға ла тиккә түгел. Байрас быға инанған. Тимәк, үҙеңде тыймай ғына, хәтирәләр ныҡышмалығына буйһонорға кәрәк. Тик күҙ йәштәренән тыйылырға, күҙ йәштәренән…

* * *

Кис тренировкаларҙан йәки Динә менән йөрөп килгәндән һуң уны гел тәмле аш еҫтәре ҡаршы ала ине. Һуңғы ваҡытта аш-һыуға оҫта атаһы кухнянан сыҡмай, улын үҙе ҡаршы алды.

– Әсәй һаман ҡайтманымы? – тигән һорауға:

– Эше күп, туҡтауһыҙ отчет бит уларҙың. Мин генә бит капиталист кеүек, эшселәремде тикшереп китәм дә, аҙна аҙағында барып аҡсамды алам, – тип эстән көйләй-көйләй, улын әллә ниндәй илдәрҙең итле ризығы менән һыйлай.

Ҡайһы саҡта йоҡларға иртә ятҡан үҫмер әсәһен бер нисә көн күрмәй ине.

– Нишләп әсәй ундай эштән китмәй ул? Аҡса етмәйме ни? Ана, Динәнең әсәһе училищенан һуң бер көн дә эшләмәгән, ғаиләһен генәҡарай. Өй ҙә йыйыштырылмаған, Динәне лә ҡунаҡҡа саҡырыуы оят. Уларҙың өйө ялтлап тора, – тип һуҡранды бер көн Байрас.

– Эйе шул, – тип уфтанды атаһы. – Бөгөн мин әсәйең менән ныҡлап һөйләшәм инде… Әсәйеңдән хужабикә яһап булмаҫ, әлбиттә, тик икенсе эш табырға була. Ана һеңлекәшең бигерәк әсәйһеҙ эсе бошоп, мыжып алып тик йөрөй…

Атаһының әйткәненә ҡушып, үҙенең фекерен дә белгертәйем, тип, Байрас, йоҡламай, әсәһен көтөргә булды. Уҡыу йылы тамамланыр алдынан төрлө ярыштар ҙа күбәйҙе, шуға Генрих Александрович та егеткә күнекмәләрҙе күп бирә ине. Байрас кейемдә көйө телевизор алдында нисек йоҡлап киткәнен дә һиҙмәне.

Атаһының уятҡанына һиҫкәнеп ырғып торһа, бүлмә ҡараңғы ине.

– Улым…

– Хәҙер, карауатҡа күсеп ятам…

– Юҡ, улым, кухняға сыҡ әле…

Йоҡоһонан айный алмай, Байрас кухняға сыҡты. Әсәһе тәҙрә янында. Эшкә йөрөгән матур кейемен дә алмаштырмаған.

– Байрас, улым. Әле генә атайыңа барыһын да астым. Һин хәҙер ҙурһың. Иртәгәһе көндө көтөп тормаҫҡа булдыҡ… Әсәһенең тауышы ҡаты, ниндәйҙер уҡытыусыһын хәтерләтә ине.

– Мин инде күптән бер кешене яратып йөрөйөм. Барыһын да хәл иттем. Атайың менән иртәгә ЗАГС-ҡа барабыҙ, айырылышырға ғариза бирәбеҙ…

Байрас тамам уянып китте.

– Әсәй, нимә һөйләйһең ул? Әллә иҫереп ҡайттың инде!

– Юҡ! Юҡ! Атас! Эгоист! – Әле генә үтә тыныс һөйләп тороуы, күрәһең, эске кисерештәрҙе тыйыу ғына булғандыр. – Бар йоҡларға! Ҡалғанын атайың менән хәл итәбеҙ!

– Аңлашылды... – Байрас ҡапыл торҙо. Ярһыу тигәне, баҡтиһәң, ҡамсы кеүек, тәнде ҡыҙҙырып, баштан алып аяҡҡа тиклем һыҙыра икән. Улының күҙҙәренә ҡан һауғанын күргән Фәрит уның һәм әсәһе араһына тора һалды. Байрас, тренеры өйрәткәнсә, тәрән итеп һулыш алды. Тағы. Тағы. Һәм ошо ун-ун биш секунд эсендә ул ҡыҙыулыҡ менән бер рәттән уйлай ҙа алыуын тойҙо. Тап ошо һәләт тураһында Генрих Александрович, ысын яугиргә әйләнеү, тип әйткәндер, күрәһең. Уйла, тәүҙә уйла...

Байрас ҡурҡышынан күҙҙәрен шарт-шорт йомоп торған әсәһенә, аптыранған атаһына ҡараны ла, артабан уның һүҙе лә һүҙ буласағына инанып:

– Атай, ошоноң алдында кәмһенеп торма, – тине. – Әйберҙәрен йыйһын да һыпыртһын…

Байрас, бүлмәһенә инеп, карауатына ауҙы һәм ҡуйы батҡаҡҡа сумғандай, ауыр йоҡоға талғанын һиҙмәй ҙә ҡалды.

Икенсе көндө ул мәктәпкә барманы. Шкафтан кейемдәрен сумаҙанға йыя башлаған әсәһен күрмәҫ өсөн кискә тиклем урамда йөрөнө. Динәне айырыуса ныҡ күргеһе килде Байрастың, бығаса әйтмәгән иркә һүҙҙәрҙе ҡолағына шыбырлап, сәстәренә битен сумдырып, ҡыҫып-ҡыҫып ҡосаҡлағыһы килде. Тик Динә ғаиләһе менән Төркиәлә йөрөп ята. Тағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ дүрт көндән генә ҡайта…

Йәй Динә тел өйрәнеү программаһы буйынса Англияға китергә тейеш ине. Байрасты был ныҡ бошондорҙо – күңеле ниҙер һиҙгәндер инде.

Июнь айының йылы бер төнөндә улар проспект буйлап оҙаҡ йөрөнө.

– Динә, бәлки, бармаҫһың? Егеттәр менән Ағиҙел буйлап кәмәлә йөҙөргә барабыҙ, кемдер йөрөгән ҡыҙын да ала. Минең дә һинең менән булғым килә.

– Ундай мөмкинлек тағы ҡасан булыр, тиһең...

– Хәҙер ниндәй генә мөмкинлектәр юҡ! Атай-әсәйең берәй ҡайҙа ебәрер әле тағы…

Тик Динә бер аҙнанан сығып китте лә, бер-ике смс ебәргәндән һуң, электрон элемтәнән хат та яҙманы, башҡа төрлө бәйләнешкә лә сыҡманы. Бер айҙан унан, ниһайәт, бер открытка килде. Тауэр күпере төшөрөлгән открытка артында: «Байрас, ғәфү ит мине. Бында мин Брайан исемле егетте осраттым. Тағы бер ғәфү ит!» – тип яҙылғайны.

Брайан. Брайан...

Байрас открытканы тыныс ҡына уҡып сыҡты. Шунан тағы бер уҡыны. Тағы. Урамға сығып китте. Йәйге кис ҡояш нурына һәм бәхетле йылмайыуҙарға тулған ине. Байрас ғәмһеҙ генә, берәй нәмә уйларға ла ҡурҡып, тегеләй-былай йөрөүен дауам итте. Маяковский скверына барып етте, бер эскәмйәгә ултырҙы. Бер бала уның янына килеп, машинаһын һуҙып, «пи-пип!» тип әйтеүе булды, тамағына ҡаты бер төйөр килеп тығылды. Ни өсөн барыһы ла бәхетле, ә уға, уға һәм атаһына, бәхетле булырға ярамай? Ни өсөн уларҙың яратырға һәм яратылырға хаҡы юҡ һуң?

Байрас эскәмйәнән торҙо. Башы әйләнеп китте. Һаҡ ҡына баҫып скверҙан сыҡты. Эргәләге гараждар араһына барып, сүкәйеп ултырҙы һәм ҡапыл күҙ йәштәре сөбөрләп аға башланы. Үкереп илағыһы килде. Шулайтты ла. Бар ярһыуы бәреп сыҡҡандай булды. Шунан футболкаһын сисеп, битен ҡат-ҡат һөрттө.

Ошо күҙ йәштәренең асы тәмен ул хәҙер, теләһә лә, онота алмаясаҡ. Күҙ йәштәре сығып бөтһә лә, Байрас һауа етмәгән кеүек, ауыр тын алып, битен футболка менән ҡаплап оҙаҡ ултырҙы. Шунан торҙо, аяҡтарын яҙҙыртып, һелкетеп алды. Шул саҡ уның ҡараңғы мөйөшө яҡтырып, күләгәһе оҙонайып китте – бығаса ҡап-ҡараңғы, болотло күктә тулған ай япа-яңғыҙы яҡтырып тора ине. Айҙың ҡарашында шундай наҙлы һағыш, шундай йәлләү...

– Ишетәһеңме, Ай? – тип шыбырланы Байрас. – Мин башҡа бер ҡасан да, бер кем өсөн дә иламаҫҡа тип ант итәм. Ант итәм, ишетәһеңме? Мин көслө. Мин – яугир.

Тағы бер аҙ айға ҡарап торҙо ла, ашыҡмай ғына әсәһенең өйө яғына китте. Ай уның күләгәһен төнгө тротуар буйлап оҙатып килде лә, өй янында ғына яңынан болоттар араһына сумды. Шылтыратты. Ишекте әсәһе асты.

– Байрас? – Әсәһе улының ҡарашын күреп, шым ҡалды.

– Ирекәйең өйҙәме?

– Ул… Юҡ… Юҡ, өйҙә түгел…

Байрас әсәһен ситкә этеп, йәшниктәргә эләгә-эләгә төпкә үтте, кухняға ҡараны. Төпкө бүлмәлә Айгөл йоҡлап ята ине.

Байрас өндәшмәй генә сығып китте. Ярай, иртәгә килер. Иртәнән һуңға ла килер. Тик ҡасан да булһа ул ғаиләһенең бәхетен урлаған кешенең күҙенә ҡарарға тейеш.

Йорт мөйөшөнән боролоп киттем генә тигәндә, ул сыҡҡан подъезға бер кеше инеп барғанын күрҙе. Ул кире килде.

– Ирек, һеҙ… һин булаһыңмы? Утыҙ етенсе фатирҙан?

– Эйе… Ә нимә?

– Юҡ, бер нәмә лә түгел, – тине Байрас, уның буйын күҙе менән үлсәп.

Шунан ҡапыл артҡа ырғып, битенә тибеп ебәрҙе лә, әйләнеп, икенсе аяғы менән яңағына типте. Шырҡ итеп ҡалды. Тимәк, тешен емерә һуҡҡан.

Байрас артына ла боролмай, тыныс ҡына китеп барҙы. Һуғышырға әҙер булһа – ҡыуып етер. Тик бер кем дә ҡыуып етмәне – тәүҙә ыһылдау, шунан ҡан менән ҡаҡырған тауыш ҡына артынан шаңдау булып эйәрҙе.

* * *

Кис, өйгә ҡайтҡанда, атаһы шулай уҡ кухняла киске аш әҙерләп йөрөй ине. Сәләмләп, өндәшмәй генә баш ҡаҡты. Өҫтәлдә сит илдән алып ҡайтҡан ҡиммәтле коньяк башланып тора. Байрас та өндәшмәй генә барып ултырҙы. Ғәҙәттә, ошо ваҡытта Айгөл һеңлеһенең уйнағаны-көлгәне йә телевизорҙан йәнһүрәттәр тауышы ишетелә торғайны. Әле иһә тынлыҡ ҡолаҡты ярып бара…

– Айгөлдө әсәй алып киттеме?

– Ҡыҙыҡ… Балаларҙы ла бүлешеп була икән. Бына һиңә… Һин миңә тороп ҡалдың, Айгөлөм икенсе кешене атай тип әйтерме икән? Ҡыҙыҡ…

Байрас былауҙы ашап бөттө, тик, ғәҙәттәгесә, бүлмәһенә йүнәлмәне. Һауыт-һабаны йыйыштырып, йыуырға тотондо.

– Атай, ысынын ғына әйт әле. Һин бер нәмә лә һиҙмәнеңме ни?

– Һиҙмәнем генә түгел. Әйтеүселәр ҙә табылды. Тик мин ышанманым. Байлығың артҡан һайын, күрә алмаусылар һаны ла арта бит. Шулайҙыр, тип уйланым.

– Атай, ә артабан нимә эшләйбеҙ?

– Йәшәйбеҙ, улым. Йә-шәй-беҙ… – тип моңло һуҙып, Фәрит коньякты рюмкаға тултырып ҡойҙо ла, ауыҙына түңкәрҙе.

* * *

Байрас Талбазы яғына етте лә, боролоп, кире яҡҡа китте.

Өфөгә яҡынайған һайын юл яҡтырҙы, күңелдәге һағыш та яҙыла башланы. Төн, шоссе, алыҫтан ымһындырғыс ҡала уттары... Сәғәт өсөнсө киткән икән дә.

Бер туҡталыш янынан үтеп барғанда, Байрас ҡара курткалы һынды абайлап ҡалды. Берәй үҫмер малай, ә бәлки ҡыҙ ҡул күтәреп тора. Тирә-яҡта кеше торған урын юҡ, ошо ваҡытта “попутка”лар менән ҡалаға барып етмәксеме икән? Һыуыҡ ҡышҡы төндә нимәгә өмөтләнеп торалыр? Байрас тиҙлеген кәметмәһә лә, көҙгөнән был һынға ҡарап алды. Кире боролоп булмай, уның өсөн бер нисә саҡрым алға барырға кәрәк. Шулай ҙа, аҡ ҡар ҡаплаған туҡталышта өшөп торған был кеше янына бармаҡсы булды. Иҫерек булһа, полиция саҡыртыр, ҙурыраҡ бәләгә тарыған кеше булыуы ла ихтимал бит.

Бына боролош. Байрас машинаһында тағы ла тиҙерәк елде һәм туҡталыш тапҡырында туҡтаны. Пипелдәтте. Теге ҡара һын уға иғтибар ҙа итмәй һаман шоссе янында тапанып тора ине.

Байрас ҡабатлап пипелдәтте. Ниһайәт, тегенеһе уны күрҙе. Юл аша йүгереп сыҡты ла, нимәлер ҡысҡырҙы. Тәҙрәне асҡас ҡына, яғымлы ҡыҙ тауышы ишетелде:

– Миңә икенсе яҡҡа, рәхмәт. Ҙур, ҙур рәхмәт!

Байрас машинанан һикереп төштө лә, юл аша атланы.

Үҫмер малайға оҡшаған, ҙур ҡара куртка кейгән ҙур күҙле, ас яңаҡлы ҡыҙ. Башына шарф ураған, шарф аҫтынан сәстәре сығып, әсе елгә елберләп тора. Өшөгәнен белгертмәҫкә тырышып, тура тороп маташа.

– Рәхмәт, миңә Өфөгә... Туҡтатам, туҡтатам, береһе лә туҡтамай...

– Мин һине Өфөгә алып барам. Анау күперҙән боролоп төшәм дә. Бая һине күрҙем дә, кире әйләндем. Минән ҡурҡма. Мин – Байрас.

– Уй... Ярай... Ҡыҙ, бәхетенә ышанмай, һомғол кәүҙәле, төҫкә сибәр, шәп кейенгән егеткә, бейәләйен сисеп, ҡулын һуҙҙы.

– Гөлнара.

– Гөлнара исемле башҡорт ҡыҙы инде, тимәк... – Байрас, ҡыҙ ҡулын һуҙған ыңғайға, уға бейек тимер бордюр аша һикереп сығырға ярҙам итте.

Машинаға инеү менән Байрас мейесен ныҡ итеп тоҡандырып, эҫе һауаны ҡыҙға йүнәлтте.

– Ҡайҙа барабыҙ, Гуля?

– Гуля түгел, Гөлнара... – Ҡыҙ оялып китте. – Берәй төнгө супермаркетҡа, ҡыйын булмаһа.

– Маладис, исемеңде боҙорға бирмәйһең. Башҡортсаға күсәйекме?

– Эйе.

– Төндә ят машиналарға ултырып йөрөргә ҡурҡмайһыңмы, Гөлнара?

– Ҡурҡам... Тик автобустар йөрөмәй бит. Ҡыҙ егеткә боролоп ҡараны. Байрас та уға ҡараш ташланы. Уның төнгө фонарҙар яҡтылығында ике түңәрәк күҙе тулы һағыш ине. Тимәк, ниҙер булған...

Ярай, уның ни эше бар? Ҡалаға тиклем еткерер ҙә, өләсәһе әйтмешләй, сауап булыр. Тик үҫмер малайға оҡшаған был ҡыҙға Байрас тағы ла бер ҡарап алды. Ҡыҙ шундуҡ уның ҡарашынан һиҫкәнеп боролдо. Ҡара әле, ниндәй реакция. Спортсы ҡыҙға оҡшамаған кеүек. Оҙаҡ ҡына өндәшмәй барҙылар. Яҡын кешеләр менән һөйләшеп бармаған, аҙ һүҙле Байрас ят кешегә ни әйтһен инде? Шулай ҙа төнгө сәйәхәт сере күңелде ҡытыҡлай.

– Музыка ҡамасауламаймы? – тип һорап ҡуйҙы Байрас.

– Юҡ.

– Тауышын баҫайымдыр?

– Байрас рок-музыка һаман ҡолаҡты тондороп уйнағанына әле генә иғтибар итте.

– Юҡ, торһон.

– “Пинк Флойд” төркөмөн яратаһыңмы? – тип аптырап китте Байрас.

– Бығаса ишеткәнем булманы. Тик нисектер... Рәхәт.

Байрас тағы ҡыҙға боролоп ҡараны. Ҡыҙ тағы шундуҡ ҡарашҡа үткер ҡараш менән яуапланы. Тура ғына танау, бәйләнгән башлығын сискәс, оҙон булмаған шыма сәстәре төшөп тора. Нисектер ҡыҙ булып бешеп етмәгән бер үҫмер кеүек. Ә бит һынсыл ҡарашы буйынса ун һигеҙе тулғандыр.

– Һин ҡайһы яҡтыҡы, Гөлнара?

– Стәрленән киләм.

– Сер булмаһа, нишләп улай һуң йөрөйһөң?

– Минең аҡсам... теге... урланылар, – Ҡыҙ оялып, башын аҫҡа эйҙе.

Байрас уның алдай белмәгәнен, әммә алдарға мәжбүр икәнен аңлап, йылмайып ҡуйҙы. Уға ни айырма инде! Осраҡлы пассажирҙар нимә генә тиһә лә – сыҡты китте, бер аҙҙан үҙен дә, йөҙөн дә онотаһың.

Байрас, көйгә онотолоп, тағы уйҙарына сумды.

* * *

Кулинария әсбабы Фәрит Миңләхмәт улының иң яратҡан китабына әйләнде. Байрас тренировканан ҡайтҡан һайын, лифттан сығыу менән, ресторандағы ишееҫтәр таралғанын тойоп, кәйефе күтәрелеп китә. Бына хәҙер ул ишекте асыу менән һары бәпкәләр төшөрөлгән алъяпҡыс кейгән атаһы килеп сығасаҡ. Мәҙәк бер алъяпҡыс, атаһы уны үҙе һайлап алды.

Рәсми айырылышҡан көнөнөң иртәгәһенә Фәрит Миңләхмәт улы аш бүлмәһендә элекке ҡатынынан нимә тороп ҡалған – һауыт-һаба, кәстрүл-табалар, алъяпҡыстаҫтамалдар – шуларҙың барыһын да йәшник-пакеттарға тултырып, урамдағы сүплеккә сығарып ҡуйҙы. Шунан Байрасты машинаһына ултыртып алып барып, барыһын да яңынан алды. «Знание» китап кибетенә инеп, кулинария китабын һатып алғанда, Байрас унан көлөп ҡуйҙы:

– Күп булһа, бер-ике асырһың инде китабыңды. Картуф ҡыҙҙырырбыҙ, аш бешерербеҙ әле.

– Юҡ, улым. Беҙ батшаларса йәшәргә һәм ашарға тейеш! – тип йылмайҙы атаһы.

Ысынлап та, һүҙен тотто – Өфөнөң ҡиммәтле магазиндарынан кис һайын әллә ниндәй диңгеҙ балыҡтарынан да, әллә ниндәй экзотик ризыҡтарҙан да ғәжәп ашамлыҡтар әҙерләне. Шуныһы ғына кәйефте ҡырҙы – төрлө аҙыҡҡа ҡушып төрлө ҡиммәтле иҫерткес эсемлек ауыҙ итеүҙе ғәҙәт итеп алды.

– Атай, йыш эсә башланың, – тигән иҫкәрмәгә бер аҙ дорфалыҡ менән яуапланы:

– Ана, сит ил киноларын ҡара. Бер туҡтауһыҙ эсәләр, офиста ла, өйҙә лә, кис тә, көндөҙ ҙә. Европаса эсә белергә кәрәк!

Атаһының фирмаһы үҫә бирҙе. Ҡайһы саҡта айына ике-өс мәртәбә уларға Айгөл һеңлеһе ҡунаҡҡа килә. Матур ҡыҙ булып үҫеп киткәйне, тик һөйләгәне – кем нимә алған, нисек кейенгән, ниндәй кейем күпме тора. Атаһынан арыу ғына аҡса алып, бер аҙ килмәй тора ла, тағы бер үк хәбәр. Атаһы менән Байрастың кәйефен тойопмо, әсәһе һәм үгәй атаһы тураһында бер ҡасан да бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Шулай бер йыл үтеп китте. Байрастың спортта ла уңыштары артҡандан-артты.

Бер ваҡыт, тренировканан һуң, уны сисенеү бүлмәһе янында Динә көтөп тора ине. Байрастың битенә ҡан йүгерҙе, һулышы йышайҙы. Ул, туҡтап, тәрән итеп тын алды ла, урынында ҡатып ҡалды. Ҡыҙ үҙе янына килде. Их, ниндәй яҡын еҫ аңҡый сәстәренән, ҡулдары менән ныҡ итеп ҡыҫыр ине хәҙер. Юҡ, юҡ, кәрәкмәй. Үҫмер тәрән итеп тын алды ла, яй ғына кире сығарҙы. Динә уға ныҡ яҡын килеп, бармаҡтары менән курткаһының ике яғынан тотоп алды.

– Байрас... мин яңылышҡанмын…

– Беләм, – тине Байрас. – Тағы әллә нисә яңылышырһың әле.

– Байрас, мин һине шул тиклем һағындым… Төндә илап уянып китәм…

Ошо сәстәргә ҡулдарын сумырып, башын күкрәгенә ҡыҫырға ине... Байрас шулайтты ла. Сәстәренә ҡулын сумырып, үҙенә тартты. Ҡыҙ бар тәне менән уға һырынды. Бер йыл эсендә Динәнән күпкә артыҡ үҫеп киткән икән дә!..

Егет күҙен йомған ҡыҙҙың ҡолағына шыбырлап ҡына өндәште:

– Динә…

– Эйе, Байрас. Һөйгәнем…

– Беләһеңме, матурым… Һин – кәнтәй породаһынан. Һеҙ барығыҙ ҙа – кәнтәйҙәр тоҡомонан. Башҡа юлымда осрама, аңланыңмы?

Һуңғы һүҙҙәре шыбырлап әйтелһә лә, ныҡ ҡурҡыныс яңғыранымы икән, егет ҡыҙҙың ҡалтыранғанын һиҙҙе һәм ҡулын ысҡындырҙы. Боролоп та ҡарамай, бүлмәгә инеп китте.

Уның да ҡулдары ҡалтырай ине. Тик күнекмә алдынан ул бөтөнләй тынысланғанын тойоп, үҙе менән ғорурланып алды.

* * *

Өфөнөң янындағы юлдар һуңғы йылдарҙа бигерәк ҡупшыланды. Былай ҙа уттарға күмелгән ҡала тағы ла ылыҡтырғыс булып күренде. Осраҡлы юлдашын ҡалдырырға ла, Өфө урамдары буйлап иҫнәй башлағансы елдерергә лә, ҡайтып ята һалырға кәрәк. Иртәгә – күнекмә.

Яурынына ипләп кенә ҡағылыуҙы тойоп, Байрас тертләп китте. Уф, Гөлнара тигәне бар бит.

– Нимә? – Мин бында ғына төшөп ҡалайым атыу, – тине ҡыҙ, Ленин урамына боролғас.

– Ярай. Ҡыҙыл светофор янғансы өлгөрәһеңме?

– Эйе! – тине лә ҡыҙ, ишекте йәһәт кенә асып, ҡоралай кеүек, тротуарға ырғыны.

Байрас арҡаһы бер аҙ бөкөрәйгән, бәләкәй генә етеҙ ҡыҙсыҡтың магазин яғына тиҙ-тиҙ атлап китеүен ҡарап торҙо ла, йәшел янғас, газға баҫып, алға елде.

* * *

Ил күрәһен мир күрер, тигәндәй, туҡһан һигеҙенсе йыл да килеп етте. Уның дефолты ниндәй Рәсәй ғаиләһен аяуһыҙ ҡамсыһы менән сыйып үтмәне икән? Эйе, һүҙ юҡ. Аслыҡ булмаһын да, һуғыш ҡупмаһын... Әммә яңы ғына үҙ иленә ышана башлаған, аптырашҡан кешеләрҙең арт яғына таяҡ менән тондорған кеүек булды.

Был образды, әлбиттә, ауылда үҫкән атаһы уйлап сығарҙы. Шиғри күңелле атаһының дәртле генә эшҡыуарҙан, коньяк-фәлән эсеп, моңланған фәйләсүфкә әйләнеүен Байрас башта абайламаны.

– Батырға ла ял кәрәк, – тип ҡаршылай ине улын Фәрит ағай.

Байрас иң болғанғыс туҡһанынсыларҙы үткән атаһының ныҡлығына шикләнмәй ҙә ине. Ундай тимер тараҡтан үткәс, ҡарурманы ла, бейек тауҙары ла ҡурҡыныс түгел кеүек ине.

Шунан өйгә бер ҡатын килә башланы. Йылмая, яғымлы һөйләшә, Байрастың ҡайтыуына ашарға әҙерләй. Уҡытыусы. Һөйкөмлө генә, һөйләшеүе лә күгәрсен гөрләгәндәй – гөр-гөр-гөр... Шул саҡта атаһы өсөн ҡыуанды Байрас, әммә был ҡатын ауылдан килгән, балалары менән үҙенә прописка кәрәк һәм башҡаһы, һәм башҡаһы тигәнде ишеткәс, Фирүзә ханым менән асыҡтан-асыҡ һөйләште.

– Юҡ, мин атайығыҙҙы, әлбиттә, яратам. Тик яратыу өсөн дә хаҡ кәрәк бит, мин бит уның менән ғүмер аҙағынаса йәшәргә уйлайым, – тине ул.

– Кемдең ғүмер аҙағынаса? – Уның, минең. Мин уны яратам, аңлағыҙ, – тине ул, уфтанып.

– Балаларға нисә йәш?

Ҡыҫҡаһы, Байрас ул көндө барыһын да аңланы. Атаһы асыуланһа ла, райондан килеп Өфөгә урынлашырға теләгән был ханым фатирға башҡаса аяҡ баҫманы. Атаһының:

– Улым, миңә бит янымда йән эйәһе кәрәк. Йән! – тип ҡысҡырыуына иҫе лә китмәне. Сөнки уның ҡайтыуына Фәрит ағай йыш ҡына иҫерек була ине. Ә эскән кешенең нимә һөйләгәненә иғтибар итергә кәрәкме?

* * *

Байрас үҙәк урамдарҙан кире боролдо. Юҡ, ниндәй сәйер төн һуң был? Нишләп хәтирәләр ярһыта ла ярһыта һуң? Супермаркет янынан үтеп барғанда, Байрас күҙ ҡырыйы менән арҡаһы бер аҙ бөкөрө теге ҡыҙҙы күреп ҡалды. Гөлнара. Ул тәҙрә янында нимәлер эсеп тора ине. Ә, кефир икән. Иии, ҡыҙ баланы...

Байрас машинаһын сыйылдатып туҡтатты. Супермаркетҡа инде.

– Гөлнара, нимә эшләйһең бында? Ҡыҙ аптыраштан кефирын алдына түгеп ебәрҙе.

– Мин шул... Миңә иртәгә генә барырға кәрәк, әле көтәм, – тине.

– Нимә – иртәгә? Нимә – көтөргә кәрәк?

– Мин иртәгә эшкә урынлашам. Миңә шулай тинеләр. Әле бит төн, – тине Гөлнара, еңе менән аҡ таптарҙы һөртә-һөртә.

– Ә төндө ҡайҙа үткәрәһең?

– Үткәрәм шунда, үҙәк бит. Ҡурҡыныс түгел! Һеҙгә рәхмәт, – тине ул ни өсөндөр тағы ла.

Көлһыу төҫтәге туҙған джинсы салбарына ла аҡ буй төшкән икән. Гөлнара, эйелеп, шул буйҙы һөртә башланы, ә Байрас уның кейеҙләнеп бөткән ҡуйы алһыу төҫтәге арзан башлығы менән шарфына иғтибар итте. Эй, бисара, ҡайҙа барһын инде ул... Моғайын, балалар йортонандыр, йә шуның кеүек.

Байрастың күңелен йәлләү тойғоһо һыҙып үтте. Малай сағында урамдағы бер бесәй күшегеп бөткән балаларын шулайтып подъезға ташый ине. Атаһы менән әсәһе шунан ул бесәй балаларын эштәренә йә ауылға алып барып тарата ине. Шул уҡ тойғо, ҡыҙыҡ...

– Гөлнара... Ҡара әле. Минең фатирымда ике бүлмә. Иртәгә эшкә урынлашам тиһең – йыуынып, ашап тигәндәй... Ана, кефирҙы ла түгеп ебәрҙең... Гөлнара тағы нығыраҡ ҡыҙарып, көлөп ебәрҙе.

– Төндә бында нишләргә? Эшкә урынлашыр алдынан ял итергә кәрәк. Гөлнара ҡапыл уға текәлеп ҡараны ла: “Эйе, шулай шул”, – тип шыбырланы.

* * *

Иртәгәһенә лә эшкә урынлашманы Гөлнара, бер аҙнанан да. Ысынлап та, балалар йортонан булып сыҡты ул – Байрас яңылышмаған.

Байрас уға артыҡ иғтибар итергә тырышманы. Ярҙам иттеме – итте. Бына айырым бүлмә, бына асҡыс, һыуытҡыс тулы аҙыҡ. Йәлләүгә урын ҡуйманы, тик теге төндән күңелен семтегән тойғоға буйһоноп, алып ҡайтҡан саҡта: “Күпме кәрәк – шул тиклем йәшә”, – тип асҡысын тотторҙо.

Тәүге кис ҡайтыуына Гөлнара тамаҡ әҙерләгән булған. Күп итеп ҡарабойҙай бешергән, уныһына һыуын күберәк һалған, иҙелеп, тәмһеҙләнгән. Тоҙо ла аҙ. Байрас кетчуп ҡойоп, бер аҙ ҡапҡылаған булды ла: “Миңә тренировкалар өсөн айырым диета кәрәк, өлгөрһәм – киске аштарҙы үҙем әҙерләрмен. Мин ҡайтмағанда – һин үҙеңде генә хәстәрлә”, – тине.

Гөлнара үҙе бешергән ҡарабойҙайын әрәм итмәҫкә тырышҡан инде – тағы ике кис буйы шуны ҡыҙҙырған, күрәһең. Ҡиммәт аҙыҡҡа теймәгән. Йомортҡа ашаған, шикелле. Байрас уға: “Нимә бар – аша, ул боҙола бит, йәлләмә”, – тиһә лә, ҡыҙ барыбер үҙенсә эшләне. Тырышып-тырышып, кистәрен блокнотына ниндәйҙер номерҙар яҙып ала, иртән шылтырата. Шунан, биҙәнгән булып, сығып киткән була. Кис ҡайтыуына ялп итеп килеп сыға ла: “Алманылар, унда, һатыуҙан башҡа, йөк тә ташырға кәрәк, һин бигерәк ябыҡһың, тинеләр”, – тип, күҙгә ҡарап, отчет бирә. Сибек, компьютер белмәй, көтөргә ҡуштылар, эш хаҡын ай аҙағында ғына бирәләр, уныһы ла ҙур түгел – Гөлнара барыһын да теҙеп һөйләй ине. Берсә моңһоуланып, берсә өмөтләнеп, берсә ҡыҙып. Тик Байрасҡа уның оялып көлөүе оҡшай. Аҡ ҡына йөҙө шундуҡ алһыулана, башы аҫҡа эйелә.

Байрас та уға яйлап күнекмәләре, уҡыусылары тураһында һөйләй башланы. Сәйэсеүҙәр оҙағыраҡҡа һуҙылды. Хатта бер көн икәүләп француз комедияһын ҡаранылар. Гөлнараның шунда шарҡылдап көлөүе! Байрас комедиянан түгел, уның көлөүенән көлөп ултырҙы.

Эй, мөләйем ҡыҙ бала... Ҡайҙан барып эләккән ул донъяға, нимә күргәндер инде... Байрастың һорашҡыһы килмәне – нишләп? Йәлләр өсөнмө? Ярҙам итер өсөнмө?

Эльмира һаман Мәскәүҙә, йәшәй бирһен, тип кенә уйланы Байрас. Барыбер өйө буш тора. Уға ни, иртә менән китә, һуң ҡайта, ҡайһы берҙә көндөҙ сайынып сығырға, кейем алыштырырға инә. Шул кис сәй эсәләр ҙә, булды.

Йәшәүенә ун көн тигәндә, Байрас таң менән сәй эсеп ултырғанда, Гөлнара бүлмәһенән килеп сыҡты.

– Телефонға саҡ ҡына аҡса кәрәк ине. Эшкә урынлашҡас та ҡайтарам, – тине ул, башын аҫҡа эйеп.

“Эй, иҫәр ҙә инде үҙем, аҡса ла тәҡдим итһәм була ла инде”, – тип Байрас үҙе лә оялды, тик, әлбиттә, йөҙөнә сығарманы. Ул кешенең кеҫәһендә аҡса булмау мөмкинлеген бөтөнләй онотҡан.

– Һин, ғөмүмән, әле ниндәй аҡса менән йөрөйһөң? Автобуста, көндөҙ йөрөгәндә?

– Минең аҡсам бар ине, мин уны етер тип уйлағайным... Собеседование өсөн кейем алдым да, аҡса бөттө. Ә эш һаман табылмай...

– Сәй эсәһеңме?

Йоҡоһонан балаларса шешмәкләнгән күҙҙәре, әле таралмаған сәсе – Гөлнара Байрасты бала сағына алып ҡайтҡандай булды. Мәктәпкә барыр алдынан Айгөл шулай килеп сыға ла, мәктәпкә бармаҫ өсөн, иң тәүҙә оҙаҡ итеп әсәһенә иркәләнеп, сәбәп эҙләй. “Әсәй, башымды тотоп ҡара әле, температура юҡмы? Әсәй, ҡоҫҡо килгән һымаҡ... Атай, әсәйгә әйт әле, минең маңлайым эҫе бит?” Улар күмәкләп көлөшә, Айгөлгә аҡыл өйрәтә...

Был хәтирә йылы һауа ағымы булып күкрәгенә тула башлағайны, Байрас, ҡапыл һиҫкәнеп, әсәһен һәм һылыуын күрә алмағанын иҫләне. Атаһына инеп сығырға кәрәк, бөгөн ваҡыты юҡ, иртәгә инде...

– Ошолайтайыҡ, – Байрас, сәйен эсмәйенсә, тора башланы. – Мин һиңә аҡсаны ошонда һалып китәсәкмен. Тотон! Минең аҡсам етәрлек, оялма. Һөйләштекме? Әгәр кейем кәрәкһә – тағы һора. Юҡ, улайтмайыҡ, карточкаң бар бит?

Гөлнара “юҡ” тип баш сайҡаны.

– Атыу кис наличка менән алып ҡайтам. Иртәгә эшкә урынлашыуҙы уйлама, матурлап кейем һатып ал.

– Мин аҡ блузка алдым ул...

– Блузка ярҙам итмәй... Байрас көлөүенән саҡ тыйылды. Ә ҡыҙҙың күҙҙәре шундай сәйер – бер зәңгәр кеүек, бер йәшелләнеп китә. Эй, бахырың, әллә ни төҫкә лә, буйға ла юҡ шул – берәй танышына офисҡа тәҡдим итер ине лә... Икенсе яҡтан, ул бит хәйриә фонды түгел.

– Ана кроссовкаларыңды ҡара – мин, ундай ҡыҙ килеп инһә, ысын әйтәм – эш бирмәҫ инем. “Шуны ғына алдан уйларға була ине. Күптән аҡса тәҡдим итергә кәрәк булған, их, иҫәр...”, – тип эстән шелтәләне үҙен Байрас.

Кис, Гөлнараға аҡса тотторғас, ул башын аҫҡа эйеп, нимә әйтергә лә белмәй ултырҙы. Ғүмерҙә тотмаған аҡсаһы инде.

Байрас, уны артабан да оялтмаҫ өсөн, сәйен бүлмәгә алып китте, телевизор тоҡандырҙы.

“Барсик, һин өйҙәме? Һағындым, хәҙер инеп сығам” тигән хәбәр килде. Мәскәүҙә булырға тейеш ине бит! Байрас асыуланып китте.

“Юҡ, инмә. Мин өйҙә, тик инмә. Иртәгә осрашырбыҙ”, – тип яуап ҡайтарҙы ла, телефонын һүндереп ҡуйҙы. Тикшерә, имеш, берәү.

Ҡыҙыуы бер аҙ баҫыла төшкәс, Байрас кухняға сығып, тағы сәй ҡойҙо. Гөлнараның бүлмә ишеге асыҡ. Мең һумлыҡтарҙы үҙенсә бүлеп, диванға теҙеп һалған булған. Үҙе, эйелеп, блокнотына ниҙер яҙып ултыра.

“Оҙаҡлап китте был ҡыҙ ҙа. Ярай, иртәгә кейем алыр ҙа, ныҡлап әйтермен. Уның арҡаһында Эльмира менән ара боҙоп булмай инде”, – тип уйланы.

* * *

Иртә менән спортзалға килгәндә, унда Эльмираның машинаһы тора ине. Байрас эргәһенә барып, тәҙрәһенә туҡылдатты. Эльмира сыҡманы, тәҙрәһен генә асты.

– Мин сығып китеү менән өйөңә бер ҡыҙ индереп алдыңмы?

– Бөтә һағыныуың ошомо?

– Мин һине ысынлап һағындым, ә бына һин мине нисек ҡаршы алаһың?

– Һин ике көндән ҡайтырға тейеш инең. Сәскә менән ҡаршы алыр инем үҙем, – тине Байрас тыныс ҡына. Әммә эстән ниндәйҙер бошоноу тойғоһо инеп ултырҙы. “Нимәгә кәрәк ул – нимәгә кәрәк ул Эльмира алдында аҡланырға, нимәгә кәрәк былай ҙа әллә ни күңелле булмаған тормошҡа тағы ҡара таптар тамыҙырға, кем һуң ул Эльмира, таң менән уның кәйефен боҙорға?”

Байрас өндәшмәй әйләнеп китте. Арттан уның йүгереп килгәнен ишетте. Бына ике йоҙроғо менән арҡаһына ауырттырып, шап итеп килтереп һуҡты.

– Улайһа, мин Мәскәүгә кире китәм! Унда, исмаһам, тормош! Ә бында мин һин тип кенә йәшәйем! Унда елле эш тәҡдим иттеләр, ә мин баш тарттым. Һинең өсөн!

Эльмира иларға тотондо. Быныһы инде бөтөнләй артыҡ ине.

Байрас әйләнеп тә ҡараманы, залға инде. Тик бөгөн бәхете бар икән. Егеттәр уны йылмайышып ҡаршы алды: баҡтиһәң, Сергей, Серый тип йөрөткән дуҫының икенсе улы тыуған! Бына, исмаһам, шатлыҡ! Бөтә күнекмә һә тигәнсе үтеп китте. Малайға исем һайланылар, төрлө геройҙар исемен тәҡдим иттеләр. Сәйер йә әкиәт-мифтарҙа ғына осраған батырҙарҙың исемдәрен иҫләп көлөштөләр. Кис Серый, кем бармай, шул минең дуҫ түгел, тигән шарт менән егеттәрҙе саунаға алып китте.

***

Такси менән ҡайтыуы – үҙе бер мажара икән. Исмаһам, төнгө ҡаланы күрәһең. Күпме яңы йорттар төҙөлгән! Уттар, уттар... Байрастың кәйефе күтәренке ине. Ысынлап та, нишләп бошонорға? Эльмираһы Мәскәүгә китәм тиһә – һыпыртһын. Уға артыҡ дәғүәләр белдерә башланы. Фирмалағы күп эштәрҙе ул үҙ елкәһенә алғас, атаһы һуңғы ваҡыт үҙен ҡулда тота, быйыл баҡсаға ныҡлап тотонам, ти. Ярҙам итер, йәй күнекмәләр араһында барырға урын да булыр. Ауылдағы туғандарына хәҙер йөрөп булмай – һәр кем үҙенсә. Ә Өфө шул тиклем гүзәл бер ҡалаға әйләнгән – рәхәтләнеп йәшә лә йәшә!.. Ул әле төшөп ҡалғандарҙан түгел – төҫ тиһәң, төҫө бар, көс тиһәң, көсө бар, аҡсаһы килеп тора. Күпме сәйәхәт тураһында хыялланды – хыялды тормошҡа ашырырға кәрәк! Иртәгә үк тотор ҙа, ял көндәренә ҡарай Ғәрәп Әмирлектәренә осасаҡ! Әйтте – бөттө.

Байрас төндә уны кемдер ҡосаҡлағанға һиҫкәнеп, уянып китте. Нимә, кем, көтөп тор? Диуарға йөҙө менән боролоп ятҡан егет бер нисә секунд бер ни аңламай ятты. Эльмира?.. Юҡ, Гөлнара бит!

Егет һикереп торҙо. Ҡоролмаған тәҙрәнән урамдағы фонарь яҡтыһында ҡыҙ бер сибек кенә көмөш һын кеүек ята ине. Һындың һул ҡулы яй ғына күтәрелде лә, ҡапыл тороп ултырған егеттең арҡаһына усы менән ҡағылып, эп-эҫе эҙ ҡалдырҙы. Түҙгеһеҙ эҫе был юлаҡ егеттең бөтөн тәнен ҡалтыратты. Егет был көмөш һынды ныҡ итеп ҡосаҡлап, үҙенә тартты...

Иртәнсәк уянып, ул, кисә төш булдымы, өнмө, тип, бер аҙ фекерҙәрен туплап ятты. Саунала бик күңелле ултырҙылар, Серыйҙың малайына Виктор тигән исем таптылар. Еңеүсе инде. Шунан ул таксиға ултырып ҡайтты. Кейемен автоматик рәүештә бик матур итеп элеп ҡуйған, ҡыҙыҡ. Шунан...

Гөлнара!..

Байрас һикереп торҙо ла, кухняға йүнәлде. Бик таҙа итеп йыйыштырылған. Бүлмәнән тауыш ишетелмәй. Байрас ипләп кенә тыңлап торҙо ла, һаҡ ҡына ишекте асты. Гөлнара бар кейемдәрен йыйып сығып киткән. Диванда “Ҙур рәхмәт!” тигән яҙыуы ята.

Байрас кухняға кире сыҡты, һыу эсте. Өҫтәл янына ултырҙы. Ниндәй туристик агентлыҡты маҡтайҙар әле? Күнекмәләр графигын үҙгәртергә кәрәк. Егеттәр кисәге байрамдан һуң әле уянмағандарҙыр, сәғәт иртәнге ете генә бит.

Шунан тороп, плита өҫтөндә ултырған сәйнүккә ҡағылды. Ул әле йылы ине. Байрас ике ҡулы менән йылы сәйнүккә ҡағылды ла, кисәге һалҡын ҡуллы сибек кенә көмөш һынды иҫләне.

Иҫәр! Иҫәр! Ниндәй Ғәрәп Әмирлектәре? Ниндәй күнекмәләр? Әле генә уның өйөнән аңлайышһыҙ яҙмышлы, кем дә булһа рәнйетә алған бер йән эйәһе сығып киткән. Үҙенсә рәхмәтен белдереп, ир ҡосағына сумған бер бисара ҡыҙсыҡ. Ә ул, имеш, сәйәхәт ҡыла! Пландар ҡора берәү!

Байрас, йылы сәйнүкте тотоп, оҙаҡ торҙо. Шунан ҡапыл... күҙҙәренән онотолған эҫе буйҙар ҡалдырып, битенән муйыны буйлап ағып эҫе күҙ йәштәре эркелде. Тамағына килеп тығылған төйөндө ҡысҡырып илап ҡына сығарып була ине. Тик тамағынан ғыж тигән тауыш ҡына сыҡты. Ғыж... ғыж... Байрас ике ҡулы менән битен ҡапланы...

Шунан ҡапыл иҫенә килде. Ваҡыт аҙ бит, бик аҙ! Байрас битен дә сайып тормай, курткаһын кейеп тышҡа атылды. Туҡталышта кешеләр тора. Әлбиттә, нисек тапһын ул Гөлнараны? Иҫәр...

Байрас кире фатирына инде лә, тағы ике ҡулы менән йылы сәйнүккә ҡағылды. Юҡ, юҡ, хәҙер йөҙ уйҙы бер епкә теҙәсәк. Балалар йорто. Исемен белә. Йәшен әтмәләй.

Табасаҡ. Мотлаҡ табасаҡ.

Һәм тапҡас, башҡа бер ҡасан да, бер ҡасан да эргәһенән ебәрмәйәсәк. Сөнки бөгөндән башлап уның шәхси ғәҙеллек һәм һөйөү донъяһы ошо йылынан, ошо күҙ йәштәренән башланырға тейеш. Ә башҡаса йәшәүҙең мәғәнәһе лә юҡтыр.

(Ағиҙел, №6)

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: