Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
15 Сентябрь 2022, 17:36

УРМАН КЕШЕҺЕ. Хикәйә. Илгиз ИСТАМҒӘЛИН

Әлфиә ире менән айырылышыу эше оҙаҡҡа һуҙылыуынан тамам арыны. Ныҡлап уйланылған аҙым булһа ла, ғаиләләрен юҡҡа сығарыусы эшкә нөктә ҡуйыуы еңел генә түгел ине шул. Беренсенән, уртаҡ балалары Сәлиә өсөн йөрәге әрнеһә, икенсенән, хис-тойғоларға бирелеп хаталанмайыммы тип, әленән-әле уйланды. Ваҡытында, әле Айратҡа кейәүгә сығырға ризалыҡ биргәнендә, айыҡ аҡыл менән эш итергә кәрәк булғандыр ҙа бит, әммә уй-хыялдары, йәшлегенең ҡаласа тормош тип ынтылыуы, шулай ҡарар ҡабул ҡылырға мәжбүр итте...

УРМАН КЕШЕҺЕ. Хикәйә. Илгиз ИСТАМҒӘЛИН
УРМАН КЕШЕҺЕ. Хикәйә. Илгиз ИСТАМҒӘЛИН

Дуҫлашып йөрөгән егете Илшат, өйләнешәйек тә ауылда ҡалайыҡ, тип өгөтләне. “Мин дүрт өйҙән генә ҡалған ауылда һыйыр һауып, ғүмеремде заяға үткәрергә теләмәйем” – тип ысҡындырҙы ҡыҙ. Артығыраҡ ҡыланған, күрәһең. Илшат был һүҙҙәрҙе ауыр кисерҙе, башҡа Әлфиәнең күҙенә күренмәҫ, юлына сыҡмаҫ булды. “Их, ебек икәнһең, яратҡан кешең өсөн көрәшергә лә көс тапмайһың”, – тип уйланы Әлфиә. Яҙмыш шуны ғына көтөп торған тиерһең. Ҡаланан туғандарына килеп йөрөгән Айрат Әлфиәнең артынан ҡалмай йөрөй башланы. Ҡыҙ ҡупырыш ҡала егетен башта үҙ итмәне, ә аҙаҡ күнде – осраша башланылар. Айраттың өйләнешергә теләк белдереүен ишетеү менән риза булды ла ҡуйҙы. Хәйер, күптән хыялланған ҡала тормошо көтә бит уны.

Әлфиә менән Айраттың туйынан һуң Илшат бөтөнләй ауылды ташлап сығып киткән, тип һөйләнеләр. Быға тиклем алыҫтан ғына булһа ла күренеп ҡалған Илшат менән юлдары мәңгелеккә өҙөлдө. Тик ҡаланан ауылға ялға ҡайтҡан саҡтарында әсәһе аша егеттең эш эҙләп әллә ҡайһы ҡалаларҙа йөрөүен, бер ҡатын менән ғаилә ҡороп йәшәп ҡарауын, бер-ике тапҡыр яңғыҙ атаһы янына килеп китеүен, хатта төрмәлә ултырып сығыуын ишетте. Бер үҙе генә йәшәгән әсәһе быларҙы зарығыуҙан һөйләнеме, әллә үҙенә ярҙам итеп йөрөгән Илшатты ихлас яратыуы сәбәпсе булдымы – билдәһеҙ. Әсә кеше шул ваҡытта уҡ кейәүе менән ҡыҙының бер-береһенә бөтөнләй ят кешеләр кеүек тотоуҙарын, мөхәббәт тойғоларын кисермәүҙәрен һиҙенеп йөрөгәндер инде. Туйҙарына ла оҙаҡ уйланыуҙар, икеләнеүҙәр аша фатихаһын бирҙе. Ейәнсәре Сәлиә тыуғас, ихлас ҡыуанғайны. Балаға алты ай тигәндә, йылмайып ҡына урындыҡ түрендә Сәлиәне һикертеп ултырҙы. Ҡайтырға тип сыҡҡан ҡәҙерлеләрен, элеккесә баҡсаһына һөйәлеп һаубуллашып ҡына ҡалырға теләмәй, яҡын арала ятмаған автобус туҡталышына тиклем оҙата барҙы. Туҡталышҡа килеп еткәс, иланы ла ебәрҙе.

– Ҡыҙым, балаҡайым!.. Кейәү менән йүнләп йәшәй алмағаныңа йәнем әрней. Араларығыҙ һалҡын. Һәр һүҙ өсөн тешләшәһегеҙ. Улай ярамай, ныҡлап аңлашырға, һөйләшергә кәрәк. – тине әсәһе. – Баланың йөрәген яралайһығыҙ бит. Үҙемде ғәйепле тоям һинең алдыңда, белә-күрә ризалығымды бирҙем, ҡабаланғанығыҙҙы күреп торҙом бит. Һин Илшатты яраттың, ул да һине, бергә бәхетле булыр инегеҙ.

Әлфиә әсәһенең был ҡылығын үҙенсә аңланы, йыуатҡан булды. Был һуңғы осрашыуҙары булған икән. Билдәһеҙ кешеләр төн уртаһында ишекте ҡайырып инеп, аҡса таптырғандар. Яңғыҙ ҡатын ҡурҡышынан булған ғына аҡсаһын сығарып биргән, әммә енәйәтселәр шаһит ҡалдырырға теләмәгән: ҡатынды быуып үлтергәндәр. Әсәһе шулай фажиғәле китте был донъянан. Тик енәйәтселәр табылманы. Бәләкәй генә ҡалған ауылда шаһиттар булмай сыҡты.

...Әсәһе күреп йөрөгән, барыһын да аңлаған. Ғүмеренең шулай өҙөлөрөн белеп, әйтер һүҙҙәрен ҡыҙына еткереп өлгөргән. Әммә тағы ла биш йыл ваҡыт уҙҙы. Ире бөтөнләй бәйеленән аҙып, ҡатынын кәмһетә башланы. Аҙналар буйы әллә ҡайҙа юғалып йөрөй ҙә ҡайтып Әлфиәгә бәйләнә, ашарға таптыра, керҙәрен йыуҙыра. Атай кеше, ҡыҙым бар тип тә уйламай, теләһә нәмәләр һөйләй. Бына бөгөн айырылыштылар, шикелле.

 

Ҡатындың элекке тормоштан арынған күңеле нимәлер һорай ине. Аяҙ, матур йәйге көн. Тәбиғәт, урман-тауҙар үҙенә саҡыра икән уны. Тиҙ генә йыйынды ла Сәлиәһен алып, ауылы яғына сыҡты ла китте.

– Ошо тирәләрәк беҙҙе ҡалдырһағыҙ, – тине Әлфиә, такси водителе ишетһен өсөн ҡысҡырып тиерлек. Шунан эргәһендә ултырған ҡыҙына боролоп, – Сәлиә, килеп еттек, хәҙер төшәбеҙ, – тине. Еңел машина урман эсенә инеп киткән ат арбаһы юлына боролоп туҡтаны.

– Урманға ниндәй йомош менән? – Артына боролған водитель йылмайып ҡатынға баҡты. – Саф һауа һулап ҡайтырғамы?

– Эйе, ҡала ығы-зығыһы ялҡытып та китә. Бына ҡыҙыма тәбиғәтте күрһәтеп, еләк, бөрлөгән ашатып алып ҡайтырға ине уй, – тигән булды.

– Сая ҡатын икәнһең. Тик, һеңлекәш, урман төпкөлөнә инеп, аҙашып ҡуймағыҙ.

– Юҡ, мин ошо тирәләрҙә тыуып үҫкәнмен. Элегерәк Ҡарағайлы тигән бәләкәй генә ауыл була торғайны. Мин шул ауылдан, – тип, тейешле аҡсаһын түләне лә, ҡыҙын етәкләп, машинанан төштө.

– Шулай ҙа алыҫ китмәгеҙ, яҙғыҙығыҙға... – ишекте асып водитель ҡысҡыра.

– Ағай, телефон номерығыҙҙы бирмәҫһегеҙме икән? Ҡайтыр булһаҡ, һеҙгә шылтыратыр инек, – тине Әлфиә, артына боролоп. Водитель визиткаһын тотторҙо.

– Фәҡәт үҙемә генә шылтыратығыҙ. Мин һеҙҙе ҡайҙан алырға икәнен беләм бит. Ошо урында осрашырбыҙ, – тине лә, машинаһының ишеген ябып, геүләп китеп тә барҙы. Әлфиә ҡыҙын етәкләп, урман юлы буйлап атланы. Ошо урман аша ғына юғалған Ҡарағайлы ауылының зыяраты урынлашҡан, ә унда ата-әсәһенең мәңгелек йорто. Ҡәҙерле кешеләренең ҡәберлектәрен тәрбиәләп, сәскәләр һалып ҡайтырға кәрәк. Сәлиәгә лә урман һауаһы килешер, тип уйланы. Сөнки ҡаланың бысраҡ һауаһына ҡыҙының аллергияһы барлыҡҡа килде, етмәһә һуңғы арала ауырыуы аҙып китте. Туҡтауһыҙ сәсәй, тымау менән ыҙалай. Урманды үткәс, асыҡлыҡҡа килеп сыҡтылар.

– Бына, Сәлиәкәй, әсәйеңдең тыуған ауылы ошо тирәлә ине, – тине, биш йәшлек ҡыҙының күҙҙәренә ҡарап.

– Әсәй, ә өйҙәр ҡайҙа? – тип аптырап һорай ҡыҙ. – Фотола күрһәткәйнең бит әле, унда өйҙәр күп ине.

– Өйҙәр юҡ инде хәҙер. Бында кешеләр ҙә йәшәмәй. Әсәйеңдең тыуған ауылы ҡороно. Эргәләге ҡала Ҡарағайлы ауылын үҙенә йотто.

– Мульфильмдағы аждаһа кеүекме, әсәй?

– Эйе, аждаһа кеүек, – тигән була Әлфиә. Үҙенә ҡыйын булып китте. Ҡасандыр ҡаҙ үләндәре үҫкән урамдарҙың урынында, бейек ҡыяҡ үләндәр, туғай сәскәләре баҫып алған. Сәлиә йүгереп йөрөп сәскә йыйырға тотондо. Әлфиә атаһы нигеҙенә төбәлде лә ҡатып ҡалды. Ата-әсәһе, ошо тирәлә үткән бала сағы, бергәләп уйнаған дуҫ-иштәре ине ҡатындың күҙ алдында.

– Әсәй, күрәһеңме, мин күпме сәскә йыйҙым! – тип Сәлиә йүгереп килеп әсәһенә йәбеште. Әлфиә уйҙарынан бүленде.

– Әйҙә, ҡыҙым, олатайың-өләсәйең янына барып, һинең сәскәләреңде һалайыҡ, – тине Әлфиә. Атаһы менән әсәһенең ҡәберен рәтләштереп, Сәлиә йыйған болон сәскәләренә ҡушып, ҡаланан алып килгән ҡәнәферҙәрен һалғас, оҙаҡ ҡына тын торҙо ул. Эйе, йылына бер тапҡыр ғына килеп китә шул.

Эргәләрендә ниндәйҙер тауыш ишеткәндәй, боролоп ҡараны. Уларҙан алыҫ түгел, бер олораҡ йәштәрҙәге ир ҡәберлектәрҙе рәтләштереп йөрөй ине. Әлфиәләрҙе күреп, уларға табан атланы.

– Әлфиә туғаным, әллә һин инде? – тине ул, килеп етер-етмәҫтән. – Мине танымайһыңмы?

Тамам эргәләренә килеп еткән ирҙе таныны Әлфиә.

– Салауат ағай, таныным, таныным, – тине, ҡыуанып, туғанын осратҡандай. – Һеҙ ҙә бында икәнһегеҙ. Туғандарығыҙ зыяратына тип килдегеҙме ?

– Ауылды ташлап сығып китешеп бөттөк тә, бына хәҙер һағынышып, аҙашҡан кешеләрҙәй, ҡайҙа барып һуғылырға белмәй йөрөйбөҙ, – тине ул, ауыл яғына ҡарашын бороп.

– Һеҙҙең һүҙҙәр дөрөҫ тә ул, Салауат ағай. Тик тамаҡ туҡ булһын өсөн эш урыны ла кәрәк бит. Шунан, балаларыбыҙ ҡалала үҫһә, заманға ярашлы белем, тәрбиә алырҙар, тинек бит.

– Эйе, ә тормош белем, ҡаласа тәрбиә алыуҙан ғына тормауын төшөнә алманыҡ, – тине ағай, көрһөнөп. – Билдәле шәхестәребеҙгә, фән белгестәребеҙгә ҡарайым да шуны аңлайым: уларҙың бөтәһе лә тиерлек ауыл һауаһын һулап, олатай-өләсәйҙәр тәрбиәһен алып үҫкән. Ваҡыты еткәс, кәрәкле белемде алғандар, тормошта үҙ урындарын тапҡандар, бейеклектәр яулағандар.

– Ата-әсәйҙең зыяраттары өсөн йәнем әрней. Килеп, күрә алмауҙары ҡыйын. Япа-яҙғыҙҙарын ҡалдырып киткән һымаҡ...

– Мин дә шулай уйлайым. Ауылдан ҡалған нигеҙ таштарына ҡарайым да, яңынан йорт һалып, күсеп ҡайтырҙай булам. Тик ҡыймайым, буш урында йәшәп китергә батырсылығым етмәй, – тине лә Салауат ағай, кинәт Әлфиәгә ҡараны. – Йә, ярай, туғаным, һинең күңелеңә ауыр уйҙар һалдым, шикелле. Бында нимә менән килдегеҙ? Зыярат ҡапҡыһы янында машина-маҙар күренмәне.

– Беҙ такси яллап килгәйнек, шуның менән ҡайтырбыҙ, моғайын, – тине, уңайһыҙланып.

– Улай булғас, минең менән ҡайта алаһығыҙ. Машинала урын күп, – тине ир, ихласлап.

– Юҡ, беҙ ҡабалан түгел, әҙерәк емеш-еләк йыйып, урман һауаһын һулап ҡайтырға уйлайбыҙ, – тине Әлфиә. – Һеҙҙе ыҙалатҡы ла килмәй, маҙаһыҙлап.

– Әлфиә туғаным, мин дә тиҙ ҡайтам тип килмәнем. Барығыҙ, йөрөштөрөгөҙ. Мин ошондә көтөрмөн, эштәрем, бурыстарым бөтмәгән әле. Тик урманға төпкә инмәгеҙ, унда... – тине лә шымып ҡалды.

– Нимә унда? Салауат ағай, мин дә бит ошо тирәләрҙә үҫкән кеше. Һәр һуҡмаҡ, һәр ағас таныш, – тип көлдө.

– Юҡ, эш унда түгел. Был урманда албаҫты йәшәй, тиҙәр. Урмансыларға, ял итеүселәргә һөжүм итә тип һөйләйҙәр, – тине Салауат ағай етди итеп. Әлфиә көлөп ебәрҙе.

– Ниндәй албаҫты булһын, ти, бында. Салауат ағай, һеҙ шул әкиәткә ышанаһығыҙмы ни?

Оло йәштәге ир, йәш ҡатындың көлөүөнән албырғаны, шикелле. Ысынлап та, ир башы менән нимә һөйләп тора ул. Тик үҙенең һүҙен бирергә теләмәне.

– Шулай ҙа, әкиәт булһа ла, алыҫ йөрөмәгеҙ инде, туғаным, – тигән булды.

– Мин дә ишеткәнем бар ул әкиәтте, ағай, – тине Әлфиә, йылмайып.

 

* * *

Элекке ауылдың картуф баҡсаларын үтеү менән урман башлана ине. Әлфиә ҡыҙын етәкләп, шул яҡҡа ҡарай атланы. Сәлиә ҡурҡыңҡырап килгән, шикелле, урманға ингәс тә:

– Албаҫты нимә ул? – тип һораны, әсәһенең еңенән тартып.

– Албаҫты – әкиәт геройы. Кешеләрҙе ҡурҡытыу өсөн уйлап сығарылған йән эйәһе.

Сәлиә башҡа өндәшмәне. Урманға инеү менән, уларҙы ҡыҙарып бешкән ер еләге ҡаршы алды. Урман тәмлекәстәрен күргән ҡыҙ, ҡурҡыуын онотоп, йүгереп йөрөп еләк ашарға кереште. Әлфиә кеҫәһенән тоҡсай сығарып, еләк йыйырға уйланы.

Албаҫты тураһындағы имеш-мимештәр әсәһен үлтереп киткәндән һуң башланды шикелле. Урман төпкөлөндә тағы ла бер нисә ауыл бар. Ҡарағайлы балалары йөрөп уҡыған мәктәп тә ике саҡрым алыҫлыҡта, тағы ла төпкөлдәрәк урынлашҡан. Енәйәтселәр табылмауы, ауыл әбей-бабайҙарының ҡурҡыуҙары сәбәпсе булды шикелле: төрлө йән эйәһе, албаҫты тураһында һөйләүселәр күбәйҙе. Хатта уларҙы күреүселәр ҙә булған, имеш. Тик Әлфиә генә ышанмай, енәйәтселәр әҙәм затынан. Ул ҡәбәхәттәр барыбер үҙ язаһын табыр, тип ышана. Шунан һуң тағы ла сәйер хәл булды булыуын. Урман эсендә ике ирҙе, ағасҡа бәйләп, туҡмағандан һуң, мылтыҡ менән атып үлтергәйнеләр. Ауыл халҡы, үлгәндәрҙең тәндәрендәге яраларҙы күреп, албаҫты талаған, тине. Тәфтишселәр енәйәтселәрҙе ҡала тирәһенән эҙләне, әммә эҙҙәренә төшә алмағандар икән.

Өс йыл элек ауылда ҡапыл ғына төн уртаһында янғын сыға. Ел ыңғайына ут бер өйҙән икенсеһенә күсә. Ут һүндереүселәр килгәнсе ҡалған барлыҡ өйҙәрҙе, шул иҫәптән ҡаланан килеп, дача һала башлаған урыҫтың төҙөлөшөн дә “ҡыҙыл әтәс” ялмап алған була. Уттан ҡасып ҡалған кешеләр, таң атҡанда, ауылдың ахыры килеп етеүен, мәңгелеккә юҡҡа сығыуын аңлай. Үкенескә күрә, оло йәштәрҙәге Ишмулла ҡарт, Илшаттың атаһы, өйөнән сығып өлгөрмәй, янып үлгән була. Кемдәрҙер ут яҡтыһында албаҫтыны күреп өлгөргән, тинеләр. Ул, беренсе өй емерелеп төшкәс, үкереп, шул тирәне бер-ике әйләнгән дә, урман эсенә инеп юғалған икән. Оҙаҡ ҡына албаҫтының үкереүе ауылға ишетелеп торған. Ул шулай тантана итә икән, имеш. Ауыл халҡы тағы ла ғәйепте шул албаҫтыға япһарҙы. Бер ҡатлы халыҡ бынан ары булған сәйер хәлдәрҙә был йән эйәһен генә ғәйепләне. Тора-бара тирә-яҡтағы тиҫтәнән ашыу ауылда ла шулай һөйләр булдылар. Ҡарағайлынан иҫән ҡалған ғаиләләр был урында артабан йәшәүҙе хәүефле һанап, урман хужалығы бүлгән ағастан, ҙурыраҡ ауылдарҙан ер бүлдертеп, өйҙәр төҙөнө...

...Әлфиә менән ҡыҙы урманда оҙаҡ ҡына йөрөнө. Әсә кеше балаһына ҡарап ихлас ҡыуанды. Ысынлап та, Сәлиә үҙен яҡшы тоя ла баһа: тымауы ла бөткән, сәсәүе лә баҫылған. Салауат ағай әйтмешләй, бөгөн ауылда ҡайтыр урын булһа, ниңә ҡайтмаҫҡа. Баланың һаулығы иң мөһиме бит.

– Сәлиә, әйҙә, ҡайтайыҡ инде, – тине. – Салауат апаң беҙҙе көтөп арығандыр.

– Әсәй, ә һин ҡайһы яҡҡа ҡайтырға беләһеңме? – тип һораны Сәлиә, әсәһен йүгереп килеп етәкләп.

– Әлбиттә, мин һиндәй генә саҡта ошо ерҙәрҙә йөрөп еләк, көртмәле, бөрлөгән йыя торғайным.

 

Шулай алыҫ киткәндәрме икән, урмандың сиге күренмәне. Тағы ла күпмелер йөрөгәс, Әлфиә аҙашҡандарын аңланы. Йөрәге, тулҡынланыуҙан, дарҫ-дорҫ тибә башланы. “Ах, мин иҫәр” – тип фекер йөрөттө ул. – Таксист та, Салауат ағай ҙа, белгән кеүек, киҫәтте бит”.

– Әсә-ә-әй, мин арыным, тағы ла күп атларғамы? – Сәлиәнең һүҙҙәре ҡатынды һиҫкәндерҙе.

– Юҡ, юҡ, ҡыҙым. Саҡ ҡына ҡалды, – тигән булды, һуңғы көсөн йыйып.

– Әсәй, һин ҡурҡҡан кешегә оҡшағанһың. Әллә беҙ аҙаштыҡмы?

– Юҡ, ҡыҙым. Әйтәм бит, мин был тирәләрҙе беләм, тип. Әйҙә һуң, булмаһа, саҡ ҡына ултырып алайыҡ.

Шулай ял итә-итә, урман буйлап күпме генә йөрөмәһендәр, килгән юлдарына төшә алманылар. Әлфиә бар белемен, аҡылын туплап, Ҡарағайлы тарафын билдәләп ҡараһа ла, дөрөҫ юл табылманы. Кеҫә телефоны тотманы, тора-бара батарейкаһы ултыра башлағас, төнгә ҡалырға тура килһә тип, бөтөнләй һүндереп ҡуйҙы. Арыған, хәле бөткән Сәлиә атларға теләмәне, илар сиккә етте. Эңер төшөп, төн етте тигәндә генә урман эсендә, ағастар араһында йәшеренеп кенә ултырған бер бәләкәй өй янына килеп сыҡтылар. Әлфиәнең йөрәгенә йылы йүгерҙе. Балаһы өсөн ҡайғырған әсә төн уҙғарырға урын табылыуы өсөн генә лә ҡыуанырлыҡ хәлдә ине.

Өйҙөң соланына ингәс, ишеккә эленгән йоҙаҡты күреп, ҡаушап ҡалды. Ҡыуанысҡа күрә, ишек тирәләй бүрәнә араларын ҡапшай торғас, мүк араһынан асҡыс килеп сыҡты. Йоҙаҡты асып, өй эсенә инделәр. Әлфиә ишектән һул яҡта торған мейескә ҡағылып, уның йылыраҡ булыуын тойҙо. Уң яҡта – урындыҡ, урындыҡ эргәһендә – өҫтәл, ә өҫтәлдә һауыт-һаба, ҡара таба, сәйнүк теҙелгән. Тимәк, бында кемдәрҙер килеп йөрөй, улай ғына түгел, бөгөн дә булып киткәндәр, тип уйланы Әлфиә.

– Әсәй, беҙ нишләп ҡалаға ҡайтманыҡ? – Сәлиәнең һорауына уянып киткәндәй булды ул. Йүгереп барып ишектең келәһен элде лә:

– Балаҡайым, әсәйең юлды юғалтты. Бөгөн төндө ошондә үткәрәбеҙ, ә иртәгә иртәнсәк, яҡтырғас, юлды табабыҙ ҙа, ҡайтабыҙ, – тине.

– Ә иртәгә лә таба алмаһаҡ? – Сәлиә илар сиккә етеп һорай.

– Сәлиәм, ҡәҙерлем, бына был өйгә кешеләр килеп йөрөй, тимәк, бында илткән юл да бар.

– Әсәй, мин асыҡтым, ашағым килә, – Сәлиәнең мыжыуы Әлфиәне айыҡ аҡыл менән уйларға ярҙам итә ине шикелле. Ҡыҙының тауышын ишеткән һайын ваҡытлыса ауыр уйҙарҙан арына, берҙән-бер ҡәҙерле йәнен тоя, уның өсөн көслө булырға кәрәклеген аңлай.

– Ошонда ғына ултырып тор. Мин хәҙер сәй ҡайнатып ҡарайым, – тине лә мейес тирәһенә ашыҡты. Мейес артында утын булған икән. Көлдөксәнән шырпы ла тапты. Мейесте тоҡандырып ебәргәс, унан килгән яҡтылыҡ күңелен йылытты һымаҡ. Мөйөштә торған фляганы асып, ундағы һыуҙы тәмләп ҡараны: иҫкермәгәйне. Сәйнүккә һыу ҡойоп, мейескә ҡуйҙы. Күп тә тормай уныһы шыжлай башланы. Төн етте. Әлфиәгә шомлораҡ ине, тик ҡыҙына һиҙҙермәҫкә тырышты. Баланың күңелен күтәрер өсөн әллә нәмәләр һөйләне. Сәлиәгә, ысынлап та, әсәһенең ышаныслы тауышы яҡшы тәьҫир итте: һүҙгә әүрәп, ихлас һөйләште. Өҫтәл аҫтындағы һандыҡтан икмәк, печенье, еләк ҡайнатмаһы, шәкәр табып өҫтәлгә ултыртҡас, Сәлиә тағы ла ҡыуанды. Уға ҡарап Әлфиәнең кәйефе күтәрелде...

– Сәлиә, ошонда йоҡлайбыҙ инде, – тине Әлфиә, уны ҡосаҡлап.

– Әсәй, мин... ҡурҡам, – тине ҡыҙ.

– Ҡурҡма, бер нәмәнән дә ҡурҡма, балаҡайым. Тыныс йоҡла, мин бит яныңда ғына булам, – тине.

Көнө буйы урман буйлап йөрөгән ҡыҙ, арыған булыу сәбәпле, күп тә ятмай, йоҡлап китте. Әлфиә йоҡларға ҡурҡты, хатта күҙҙәрен дә йоммай, мейестең ауыҙынан күренгән утҡа ҡарап ятты. Ялҡындың һикереүе тәьҫир итте уға, күҙ ҡабаҡтары ауырая башланы һәм ябылды...

...Соланда иҙән шығырланы. Әлфиә йоҡо аралаш быны ишетеп, ҡото осоп, һикереп тороп ултырҙы. Йөрәге күкрәк ситлеген ярып сығырҙай булып тулай башланы. Тағы ла иҙән шығырланы. Хәҙер инде йөрәгенең дарҫ-дорҫ тибеүе бар донъяға ишетелә кеүек. Әлфиә урындыҡтың төбөнә һыйынды, юрғанды үҙенә тартып, йоҡлап ятҡан ҡыҙының бөтә кәүҙәһен ҡапланы. Яңылыш Сәлиәне уятты. Ҡыҙ: “Әсәй!” – тине, йөҙөн асып. Әлфиә: “Сеү, сеү, ҡыҙым, йоҡла” – тине. Сәлиә тағы ла тигеҙ тын ала башланы...

...Тағы ла иҙән шығырланы. Нимәлер өйҙөң бүрәнәләрен тырнай башланы, шунан ишекте сапсып килде лә тотҡаға йәбеште, ишекте тартты. Келә шығырлап ҡуйҙы. Тағы ла тынлыҡ урынлашты. Бынан файҙаланып, Әлфиә урындыҡ аҫтына ҡулып тығып һәрмәштерҙе. Ҡулы ҡаты нимәгәлер тейеп, тимерҙең һалҡынлығын тойҙо. Һөйрәп сығарҙы: көрәк икән. Һабынан ныҡлап тотоп ишеккә яҡынайҙы. Шул ваҡыт билдәһеҙ зат ҡапыл ишекте тартты. Келә һикереп китте, ишек асылды. Ҡараңғылыҡта ҡурҡыныс һын пәйҙә булды. Оҙон нәҙек ҡулы ҡатынға һуҙыла ғына башлағайны, Әлфиә бар ғәйрәтен йыйып, әйләндереп килтереп, йән эйәһенең баш тәңгәленә киҙәнде. Билдәһеҙ зат ҡолап барып төштө, ҡысҡырып ебәрҙе, шул ыңғайҙа уҡ артынса ябыла башлаған ишекте бәреп тышҡа атлыҡты. Ишек үҙе ябылды. Әлфиә келәне элергә маташты, тик уныһы юҡ ине. Көрәген ҡулынан ысҡындырмай, урындыҡҡа менде. Тик шунда ғына урындыҡта, өй мөйөшөнә һыйынып ҡалтыранып ултырған Сәлиәһен аңғарҙы. Бер ҡулы менән ҡыҙын ҡосаҡланы, башынан үпте.

– Бәпесем, ҡурҡма, бәләкәсем! Мин яныңда булғанда бер нәмәнән дә ҡурҡма!

– Әс-сәй, ун... унда кем булды у-ул? – Сәлиә ҡото осоп һорай ине.

– Балаҡайым, ҡурҡма, башҡа ул бында килмәҫ! – Әлфиә үҙе ышанмаһа ла шулай тине.

Сәғәтән ашыу ваҡыт уҙҙы. Әлфиә билдәһеҙ заттың башҡа килмәҫенә, ҡурҡыуына ышана башланы. Тынысланғандай булһа ла көрәген ҡулынан төшәрмәне, ҡулдары тирләп, ағас һапҡа йәбешә башланы хатта.

...Шул ваҡыт ишек асылып китте лә тағы ла теге һын пәйҙә булды. Әлфиә ҡыҙының өҫтөнә юрған ҡапланы, ләкин көрәген күтәрә башлаһа ла, өлгөрмәне. Йән эйәһе эләктереп алды ла ситкә ырғытты. Нәҙек, һалҡын, оҙон ҡулы Әлфиәнең маңлайына терәлде... Әлфиә, ҡото осоп, ҡатып ҡалды. “Албаҫты” тигән уй ғына мейеһен телеп үтте.

– Ҡыбырлама, атам! – Билдәһеҙ зат кеше тауышы менән телгә килде. – Был – минең өйөм. Тороғоҙ, бынан сығып китегеҙ!

– Зинһа-ар!.. Беҙ... беҙ аҙаштыҡ, – Әлфиә шулай тип кенә әйтә алды.

– Һуңғы тапҡыр әйтәм: тороғоҙ, өйҙән сығығыҙ. Юғиһә атам!

Шул ваҡыт Сәлиә телгә килде:

– Ә-әсәй, әйҙә, сығайы-ыҡ!

– Беҙ хәҙер, беҙ сығабыҙ, әйҙә, ҡыҙым... – Әлфиә ҡулын һуҙып, ҡыҙының аяғынан тартты. Сәлиә әсәһенә табан шыуышты.

– Туҡтағыҙ! – Билдәһеҙ зат йомшағыраҡ тауыш менән әйтте. – Ҡалығыҙ, таң атҡанды көтәйек.

– Үҙе мейес яғына ҡарай шылды, иҙәнгә ултырҙы. Өҫтөнән йөнтәҫ тунын артҡа ауҙарҙы.

Мейестән төшкән яҡтылыҡта был заттың кеше булыуын төҫмөрләп, Әлфиә еңел һуланы. Ҡыҙын ҡосаҡлап, үкһеп илай башланы. Сәлиә һүҙһеҙ генә әсәһенә нығыраҡ һыйынды. Күпмелер ваҡыт тынлыҡ торҙо, өндәшеүсе булманы. Ят әҙәм телгә килде:

– Тынысланығыҙ. Ятығыҙ, ял итегеҙ, йоҡлағыҙ, – тине ул. – Бер нәмәнән дә ҡурҡмағыҙ.

Әлфиә, инде тынысланып, ят иргә иғтибар итте. Һаҡал баҫҡан ир икән. Мейестән төшкән яҡтылыҡта шешеп сыҡҡан маңлайы күренә, ҡанһырап тора.

– Ғәфү итегеҙ инде! Мин ҡурҡыштан һеҙгә эләктерҙем. Бәлки, ярағыҙҙы бәйләргә кәрәктер.

– Тән яраһы уңалыр ул, йән яраһы ғына уңалмай бит... – тине ҡапыл ғына ир, тағы ла йомшарып. Әлфиәгә тауыш таныш һымаҡ тойолдо.

– Беҙ аҙашып килеп сыҡтыҡ. Төн уҙғарырға тип кенә был өйгә ингәйнек. Иртәгә таң атыу менән юлға сығырбыҙ, тик юлды... – Әлфиә тотлоҡто.

– Күрһәтермен, – тине ир ҡапыл ғына.

– Мин был тирәләрҙе яҡшы белә инем. Күп йылдар үтте, урман үҙгәргән, әйтерһең, тағы ла ҡуйырып киткән. Мин Ҡарағайлы ҡыҙы...

– Ҡарағайлы?.. – Ир урынынан һикереп торҙо. – Исемең нисек?

– Әлфиә, – тине албырғап ҡалған ҡатын.

– Әлфиә! Ғорур, сая ҡыҙ Әлфиә. Мин бит...

– Илшат!.. – Әлфиә таныны. Яратып һөйгән, тәүге һәм ғүмерлек мөхәббәтен – Илшатты таныны.

 

* * *

Таң яҡынлашты. Бәләкәй тәҙрәнән өйгә яҡтылыҡ төштө. Ир менән ҡатын бер-береһен яҡшы күрә ине хәҙер. Сәлиә тынысланып йоҡлап китте, тик йоҡо аралаш тертләп-тертләп ҡуя ине. Ҡото осҡан, күрәһең.

– Илшат, һин ҡайҙа юғалдың? – тип һораны Әлфиә.

– Дөрөҫөрәге... Мин һине юғалттым. Үҙемдең алйотлоғом арҡаһында, һинең һүҙҙәреңде кәмһетеү тип ҡабул иттем, – тине Илшат. – Ә аҙаҡ һинең кейәүгә сығырыңды белгәс, төрлө ҡалалар буйлап йөрөнөм, тик толҡа тапманым. Тыуған ауылымды, урмандарымды, тауҙарымды, Әлфиә, һине һағындым.

– Шунан?.. – Әлфиә түҙемһеҙләнде.

– Шунан, тауҙарға, урмандарға ҡарайым да һине эҙләйем. Тик һин юҡ, һин булмағас, донъям буш, ҡотһоҙ. Тағы ла ауылдан сығып киттем. Өфөгә барғайным, бер ҡатын миңә йәбеште. Бергә йәшәйек, тине.

– Һәм һин өйләндең?

– Эйе, өйләндем. Бәлки, күнермен тинем. Тик янына түшәккә ятам да, һинең ҡулдарыңды эҙләйем, һинең сәстәреңдең тәмле еҫен тойоп, һыйпағым килә. Ул ят ине шул миңә. Түҙмәнем, сығып киттем. Ул да ҡаршылашманы, күрәһең, йөрәгемдәге тәрән яраларҙың уңалмаҫын аңлап өлгөргән булғандыр.

– Ә нисек был яҡтарға ҡайтырға булдың?

– Һинең әсәйең... – тине лә Илшат шымып ҡалды.

– Нимә туҡтап ҡалдың? – Әлфиә түҙмәй, Илшатҡа ташланды, ҡаршыһына барып ултырҙы. – Уны албаҫты... үлтергән тинеләр... Әллә...

– Мин тип уйламайһыңдыр бит? Әллә һиңә үс итеп, шулай иткән тиһеңме? – Илшат үпкәсел ҡараш ташланы.

– Юҡ, юҡ, ғәфү ит, – тине Әлфиә, үҙ һүҙҙәре өсөн уңайһыҙланып.

– Әсәйеңдең – Фәриха апай мәрхүмәнең үлтерелеүенән алда ялға ауылға ҡайтҡайным. Тыуған яҡтар һағындырғайны. Урманға сыҡтым да киттем. Шулай йөрөй торғас, һуңға ҡалғанмын. Ҡайтып килһәм, ҡыҙҙар ҡысҡырышҡан тауыш ишеттем. Бер аҡланға йүгереп барып сыҡһам, ике иҫерек ир йәш ҡыҙҙарға бәйләнеп маташа. Күҫәк эләктерҙем дә тегеләргә ҡарай атланым. Береһе бәке сығарҙы ла миңә ҡаршы торҙо. Тик күҫәк оҙонораҡ ине, бер һелтәүҙә бәке ситкә осто, тағы ла бер-ике һелтәнеүҙә вәхшиҙәрҙе һуҙып һалып ҡуйҙым. Былар урманға ҡыҙҙар алып килеп, байрам ойошторған икән. Ҡыҙып алғасмы әллә алдан уйланған план буйынсамы, ҡыҙҙарҙы көсләргә булғандар. Иҫәркәйҙәрҙең бәхеттәренә мин килеп сыҡҡанмын. Ҡыҙҙарҙы оло юлға тиклем оҙатып, машина туҡтатып, ултыртып ебәрҙем.

Эшкә китеп күп ваҡыт та үтмәне, әсәйеңдең үлеме тураһында ишеттем. Һиңә терәк булғым килде, директорҙан ял һорап, ауылға ынтылдым. Тик өлгөрмәнем. Әсәйеңде ер ҡуйынына оҙатып, ҡалаға ҡайтып киткәйнегеҙ. Һинең йортоңа ҡарап, һине иҫләп, Фәриха апайҙы йәлләп иланым. Шунан картуф баҡсағыҙ аша үҙебеҙгә ҡайтып барғанда, ерҙә ятҡан бәке күреп ҡалдым. Таныным мин ул бәкене: теге вәхшиҙәрҙең ҡоралы ине, – тине лә Илшат, тороп, фляганан һыу алып эсте.

– Тимәк, әсәйемде шул ҡәбәхәттәр үлтергән булып сығамы? Ниңә мине тапманың, ниңә бәкене тәфтишселәргә бирмәнең? – тип түҙемһеҙләнде ҡатын.

– Мин урман аша, тегеләрҙе тәүҙә осратҡан урынға йүгерҙем. Бер-ике көн элек, ысынлап та, был урында булып киткәндәр. Шешәләр ҙә күп йыйылғайны. Тимәк, бында тағы ла килеүҙәре ихтимал, тинем. Атайымдың мылтығын әйтмәй генә алдым да урман төпкөлөндә ултырған өйгә киттем. Атайыма, ҡалаға барам, тинем. Шул тирәләрҙе күҙәтеп йөрөй башланым. Мин яңылышмағаным икән, килделәр тегеләр. Эсеп иҫергәндәрен көттөм дә, кис еткәс, яндарына барып, береһенең башына ҡушкөбәгемде терәнем. Көтмәгәндә, икенсеһе һикереп торҙо ла ҡаса башланы. Үҙем дә һиҙмәй ҡалдым, төҙәп аттым да ебәрҙем. Тәгәрәп барып төштө лә аҡыра башланы. Тәүҙә ҡаушап ҡалдым.

– Илшат, ниңә үҙ өҫтөңә бәлә алдың? Шуны кәрәкле ергә генә еткереп булмай инеме?

Илшат Әлфиәне ишетмәне лә шикелле, дауам итте:

– Үҙемде ҡулға алып, ҡурҡып ултырғанына биленән ҡайышын сисеп, әшнәһен ағасҡа бәйләп ҡуйырға, ҡысҡырмаһын өсөн ауыҙына сепрәк тығырға ҡуштым. Ул шулай эшләне. Икенсеһен үҙем ағасҡа бәйләнем. Ул ҡурҡышынан ялбара башланы: “Зинһар, ебәр, нимә кәрәк шуны үтәйем!” – ти. Мин Фәриха апай тураһында һораштым, дөрөҫөн һөйләһәң, ебәрәм, тинем. Ул ышанды һәм барыһын да һөйләп бирҙе. Өйҙә яңғыҙ ҡатын йәшәгәнен күреп йөрөгәндәр, эсерҙәренә бөткәс, Ҡарағайлыға киткәндәр. Төн етеү менән ишекте ҡайырып ингәндәр. Тәүҙә араҡы таптырғандар, шайтан һыуы булмауын белгәс, аҡса талап иткәндәр. Аҙаҡ, шаһит булмаһын өсөн, муйынын ҡайыш менән быуғандар.

– Эй, Хоҙайым, әсәкәйгенәмде, – Әлфиә илап ебәрҙе. – Ҡалаға алып ҡайтам тинем, Айрат ҡаршы булды.

Илшат ҡаршыһында һығылып төшкән Әлфиәне ҡосағына алды. Мәңгелек мөхәббәтен яратып та, йәлләп тә, ҡәҙерләп тә ҡосаҡланы.

– Мин дә шул ҡәбәхәтте тыңлағанда иланым. Һинең өсөн, Фәриха апай өсөн иланым. Теге әҙәм шунан көс ала ине шикелле. Тағы ла тәмләп, тәфсирләп һөйләй башланы. Түҙмәнем, аттым да ебәрҙем. Аңыма килгәндә, икеһе лә йәндәрен биргәйне. Шунан башлап башҡа ауыл тирәһендә күренмәнем, урмандағы өйҙә йәшәй башланым. Мине тирә-яҡта “албаҫты” тип һөйләнеләр, кеше танымаһын өсөн тун тегеп кейеп йөрөнөм.

– Һине кеше үлтереүсе тип һанамайым. Быны аңлауы ҡыйын булһа ла ошо көнгәсә енәйәтселәрҙең үҙ әжәлен табыуҙарына ышандым. Улар язаһыҙ ҡалырға тейеш түгел ине, – тине Әлфиә, Илшаттың күҙҙәренә ҡарап. – Ә ауыл янғанда... Атайың янып үлгәндә һин шунда булғанһың килеп сығамы улай булғас? – Әлфиә кеше һөйләгән “әкиәт”тең айышына төшөнә башлағайны.

– Эйе, ҡаланан дача өсөн бер әҙәм килде ауылға. Һатып алған еренә туя алмай, бер-нисә бөртөк ҡалған ауыл халҡынан, ерҙәрен уға һатыуҙарын талап итә башлай. Был урында бизнес ойошторам, ҡош-ҡорт фермаһы төҙөйөм, ти ул. Халыҡ ҡаршы сыҡҡас, октябрь айы ине, кеше яллап өйҙәргә ут төрттөрҙө. Ауыл яғынан төтөн еҫен һиҙеп, йүгереп ҡайтып еткәнсе, атай йәшәгән йорттоң түшәмәһе ишелеп төшкәйне. Яҡын да барырлыҡ түгел ине, миңә ҡото осоп ҡараған ауылдаштарымды күреп, ҡотҡарыуға өмөтөм өҙөлгөс, урманға ҡастым. Урманға инеү менән тәгәрәп ятып, ерҙе тырнап иланым.

– Ниңә ҡаныҡҡандар икән беҙҙең ауылға? Шул ҡәбәхәттәрҙе нисек ер йөрөтә икән? – хәҙер Илшатты Әлфиә ҡосаҡлай ине. Уртаҡ ҡайғы уларҙы тағы ла яҡынайтты, әйтерһең, ошоға тиклем бер ваҡытта ла айырылышмағандар, бергә булғандар.

– Ул әҙәм һаман да йәшәй әле, – тине Илшат.

– Улай булғас, нисек ауылдан киткән һуң ул? – Әлфиә аптырап һораны.

– Албаҫтынан ҡасып... Ауыл бөткәс, тегегә юл асыҡ ине. Бульдозерҙар алып килеп, палаткалар ҡороп төҙөлөш башларға әҙерләнеп бөткәйнеләр инде. Төн уртаһы еткәнен көттөм дә, палаткаларына ташландым. Төн уртаһында бер зат килеп баҫһын әле, тегеләр тырым-тырағай ҡасып бөттө.

– Шул ғына туҡтаттымы һуң уларҙы?

– Юҡ, килделәр. Тағы ла һөжүм иттем. Аҙаҡ бульдозерҙарына, машиналарына ут төрттөм... – тине Илшат.

Өй эсендә тынлыҡ урынлашты. Әлфиә лә, Илшат та ҡылған ҡылыҡтары тураһында уйлайҙар ине. Былар барыһы ла дөрөҫмө, законға ҡаршы эшләнгән енәйәттәр түгелме? Әлфиә башлап телгә килде:

– Шунан, башҡа килмәнеләрме ул төҙөүселәр?

– Юҡ, фермер үҙе ауыр хәлдә ҡалған. Төҙөүселәр янған техниканың хаҡын унан таптырған. Шуның өсөн дә фермер был уйынан кире ҡайтҡан. Тик мине алда тағы ла ҙурыраҡ һынауҙар көткән булған. Һин бына бында, аҙашып килеп сыҡтым, тиһең, урман танымаҫлыҡ булып үҙгәргән, тинең. Был, ысынлап та, шулай. Тирә-яҡта урмандар һатылып, аяуһыҙ ҡырҡылғаны тураһында ишеткәнһеңдер. Уйлаған һайын йөрәгем әрней. Ата-бабаларыбыҙ һаҡлап ҡына ҡалдырған үҙ ерҙәребеҙ, тауҙарыбыҙ, урмандарыбыҙ бөгөн ҡәҙерһеҙ ҡалды. Уларҙы бөтөрөү эше киң йәйелгән, ә берәү ҙә тергеҙеү, ағас ултыртыу, йылғаларҙы таҙалау тураһында уйламай. Минең өсөн һәр ҡайын – туғаным, һәр ҡарағай ағайым һымаҡ.

– Беҙҙең яҡтағы урмандар ҙа һатылғайны. Тик албаҫтының ваҡыты күп, көнө буйы урман ҡыҙырҙым. Ят әҙәмдәр күренһә, ҡаршыларына сығыр булдым. Хатта урмансылар ҙа алыҫ йөрөмәй тип һөйләйҙәр хәҙер. Ҙур-ҙур техника менән килеүселәр ҙә бер-ике һөжүмдән йәки тракторҙары зыян күрә башлағандан һуң ҡайтып китә. Кеше юҡ-бар заттарға тиҙ ышаныусан, мине бер-ике күрһәләр, урманға аяҡ баҫмаҫ булалар. Шул йылдар эсендә генә күҙ алдымда урман үҙгәрҙе. Шуны күреп мин ҡыуандым, эшем бушҡа түгеллегенә инандым. Алла бирһә, киләһе быуындарыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ күрәсәк әле бөйөк башҡорт урмандарын, – Илшат ғорур итеп һөйләй ине.

– Эй, Илшат, әгәр мылтыҡ тотоп үҙеңә һунар ойошторһалар? Һине һәләк итеп ҡуйһалар? – Әлфиә үҙ уйҙарынан ҡурҡып һөйләй.

- Урмандың һәр бер мөйөшө, ағасы таныш. Ул хәҙер мине үҙе яҡлай. Теләгән ерҙә йәшенеп ятып ҡалыр урыным бар.

- Ә шулай ҙа...

- Әгәр улай була ҡалһа, үкенмәйем. Мин хәлемдән килгәндең барыһын да эшләнем, тип уйлайым. Тыуған яғымды, тәбиғәтемде яҡлай һәм һаҡлай алғаным өсөн ҡыуанам. Шунан, әгәр ғүмерем өҙөлә икән, үкенерлек түгел, минең хәҙер бер яҡын кешем дә ҡалманы, -  тип башын эйҙе Илшат.

– Улай тимә, Илшат. Мин һине ғүмерем буйы яраттым. Осрашыуҙар эҙләнем. Һин йәшәргә тейешһең, – тип Әлфиә башын ирҙең яурынына һалды. Уға рәхәт ине.

– Ә мин һине әле лә яратам! – Илшат уның башынан һыйпаны.

– Илшат, әйҙә беҙҙең менән ҡалаға. Мин хәҙер иремдән айырылдым инде. Бергә булайыҡ, әлегә һуң түгел, – тине ялбарып. Илшат өндәшмәне, бары йылмайып ҡына ҡуйҙы.

 

* * *

Бергәләп урман үләндәре һалып, сәй эсеп алдылар. Ҡояш көнбайышҡа ауыша башлаған мәлдә, Илшат Әлфиә менән Сәлиәне оҙата китте.

– Бына, тағы ла әҙерәк атлаһағыҙ, оло юлға сығағыҙ, – тине ул туҡтап. Әлфиә Илшаттың күҙҙәренә ҡарап:

– Ғүмер буйы бергә булырға хыялланып, инде осрашҡас, бергә булайыҡ, Илшат! – тине.

– Юҡ, Әлфиә! Мин инде – урман кешеһе. Урманға кәрәкмен. Минән башҡа уны берәү ҙә һаҡламаясаҡ, – тине, шунан Сәлиәгә боролдо. – Хуш, Сәлиә. Оҙон ғүмерле бул, балаҡай!

– Хуш, урман кешеһе! – тине ҡыҙ.

– Беҙ тағы ла осрашырбыҙмы икән, Илшат? – тип һораны Әлфиә.

– Уныһын әйтә алмайым. Хуш, һөйгәнем!

– Хуш, Илшат!

Етәкләшкән әсә менән ҡыҙ урмандан сығыу яғына атланы. Күҙ йәштәре сөбөрләп түгелгән Әлфиә артына боролоп ҡарарға ҡурҡты. Сәлиә генә әсәһенә йәбешкән дә, ара-тирә артына боролоп, өнһөҙ ҡатып ҡалған иргә ҡарап-ҡарап ала ине.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: