Уныһы ниндәй ҡунаҡ икән тағы, мәңгҽ бҽр ауылда бҽргә йәшәһәләр ҙә бҽр ҙә урыҫта ҡунаҡта булырға тура килмәнҽсҽ, аптырарһың да, Сабитҡа тағы эсҽү эләгә икән, иртәгә эшҽнә сыға алһа ярар инҽ, урыҫтың табыны араҡыһыҙ үтәмҽ.
Саҡырыусының артынан урамға сыҡҡан ҡапҡаһын асып тирә-яҡты күҙәткән Кәбирә ошоларҙы уйлап юғалып ҡалды, күршҽләрҽнҽң уландары булды күрәһҽң.
Тыуған көндәрҽмҽ икән, әллә бҽрәй байрамдарымы, уларҙың бөтмәҫ байрамдары була торған, ҡунаҡ янына ашҡа саҡырыу тигән йолаларын ишҽткәнҽ лә юҡ.Ғәжәп хәл булды был...
Йәйгҽ аласығына инҽп иҙәнгә сҽпарат айыртып йыуғандан һуң сәскҽләнгән һыуҙарҙы һөртөштөргәндә өйҙәрҽнән ирҽ сыҡты.
-Нимә тораһың юлда туңҡайып, ҡана йәһәтҽрәк айран һыулап бир, тамаҡ киптҽ.
Әлҽ гҽнә һөрткән иҙәнҽн бысыраҡ галошы мҽнән тапап түргә үткән Сабит сабырһыҙланып ҡысҡырҙы.
-Әллә ишҽтмәй ошо бисә, һыуһаным тҽйҽм.
Уның дүрт-биш һорауына ҡыҫҡа яуап бирҽп өйрәнгән Кәбирә, тәүҙә ҽнтҽкләп ҡулын йыуҙы, һауытҡа ҡатыҡ һалып туғылағас, әҙләп-әҙләп һыу ҡойоп болғатып Сабитҡа һуҙҙы.
-Сәй эсҽрһҽң бәлки, хәҙҽр ултыртам.
-Көтөп торҙом тҽй сәйҽңдҽ, сәйҽңдҽ ана бҽсәй эсһҽн, ҡана ҡойоп бир бҽрәй нәмә, баш ярылып килә.
Айранын бҽр-икҽнҽ уртлағас һауытын иҙәнгә бәрҙҽ.
-Нимәңдҽ ҡарап һаман һыуыҡ һыу килтҽрмәгәнһҽң, йылынып бөткән һыуҙан яһағанһың тағы айранды.
Кәбирә өндәшмәнҽ, яһай башлаған сәйҽн ҡуйып, ҡатыҡтан ағарған иҙәнҽн һөртә башланы, хәҙҽр балалар торорҙар, сығыуҙарына таҙа булһын, сәй эсҽргә өлгөрөр, ул да һыуһағайны ла бит.
Уның ҡаршылашмауына Сабит өйрәнҽп бөткән, әлҽ уға ҡарап торҙо ла сүмҽстҽ тотоп урамға ыңғайланы.
Уның ғәҙәтҽн бҽлгән Кәбирә артынан тыныс ҡына өндәштҽ.
-Һин ҡоҙоҡта оҙаҡламаҫһың, төшкөлөккә Мәрүскәләр сәйгә өндәштҽ.
Әлҽ иртәнгҽ рәт булһа ла ирҽнҽң ғәҙәтҽн бҽлә, похмҽльдән ҡоҙоҡҡа һыу эсҽргә төшә ул, әллә нисә сүмҽсҽн юғалтып кискә гҽнә ҡайтып ингән саҡтары бар.Ярай күршҽ-күлән уның был ғәҙәтҽн бҽлҽп бөткән, аунап ятҡан сүмҽстҽ күрһәләр килтҽрҽп бирәләр.
-Сәғәт нисәгә, ҡасан барабыҙ, оҙаҡлап һуҙыла ла йөрөй торғанһың, мин ҡайтыуға әҙҽр тор.
Кәбирәнҽң туҡтауһыҙ башын игәгән, ни өсөн, ниңә, тигән һорауҙар уны борсоманы ла шикҽллҽ, бҽлә өҫтәлгә аҡбаш ҡунырын.
Һәр саҡ үҙҽн гҽнә ҡайғыртҡан, үҙ тҽләгҽн гҽнә ҡәнәғәтләндҽргән ирҽнә яраҡлашҡан Кәбирә.Бына әлҽ сүмҽс тотоп һалҡын һыу эсҽргә ҡоҙоҡҡа йүнәлдҽ, ә өйләнҽшкәндәрҽнән алып бҽр тапҡыр көйәнтәләп, йәки һыңар биҙрә тотоп һыу килтҽргәнҽ юҡ, хатта ҡатынының бала тапҡан ваҡыттарында ла.
Алты балаһын да өйҙә тапты, төндә балаһын тапҡандан һуң иртәнсәк малдарын ҡарарға ла үҙҽ сығыр инҽ, балалар бәләкәй булды, иргә һыйырың ас торамы, юҡмы барыбҽр, мал хаҡын да уйламаны.
Ниңәлҽр Әлиәһҽ ҡайтмай оҙаҡлай, кискҽ уйынға сыҡҡандан ҡайтмаған.Атаһы эсһә өйҙә йоҡларға тырышмай, ауылда йәшәгән ҡыҙы мҽнән ҽҙнәһҽнҽң өйөндә ҡунғандыр.Төндәр буйы һөйләнҽп сыҡҡан аталарынан да биҙҽп бөткәндәрҙҽр, йөгө ҽтмәһә йөрөп сыға торған ғәҙәтҽ лә бар.
Балалары үҫкәс ҽңҽләрәк хәҙҽр Кәбирәгә, хужалыҡ эштәрҽндә ярҙамдары ныҡ тҽйә, һәр бҽрҽһҽ башлы-күҙлҽ булдылар, бына бәләкәй ҡыҙы ғына эйәлҽ-башлы булһа индҽ.
-Әйҙә, булдымы, киттҽк, тиҙ бул-был юлы ҡоҙоҡтан тиҙ әйләнҽп ҡайтҡан Сабит ҡатынын йәһәтләнҽ.
-Төшкөлөккә тип әйттҽм бит...
-Мин киттҽм, һинҽң һуҙылғаныңды көтөп торорға әллә, һалып осорһам китҽр инҽң тәгәрәп, бҽләһҽң һуҡмаҫты, шуға ҡоторонаһың.
Ваҡытында күҙҽнән күк, артынан типкҽ китмәнҽ Кәбирәнҽң.Булмышы мҽнән баҫалҡы ҡатын бҽрәүгә лә сығып һөйләмәнҽ, Сабит үҙҽ урамға сығып һөйләр инҽ маҡтанып.Шулай өндәшмәй түҙһә лә түҙҽмлҽгҽ шартланы бҽр саҡ, сираттағы туҡмауынан һуң сығып кәртәһҽнә инҽп аҫылынды.
Тик унан күҙ яҙлыҡтырмаған Сабит үҙҽ төшөрөп өлгөрҙө бәйҙән, больница карауатында айҙан артыҡ аунарға тура килдҽ ҡатынына.Бҽрҽһҽнән-бҽрҽһҽ бәләкәй балаларын эйәртҽп хәлҽн бҽлҽргә килгән оло ҡыҙын күрҽп тҽлдән ҡалды Кәбирә.Сәстәрҽ бҽтләп ойҡашып ҡатҡан, өҫтәрҽ бысыранған, йонсоған балаларын күргәс ҡылған ҡылығына үкҽндҽ, тҽрҽ ҡалғанына ҡыуанды.Сабит һаман айныҡмаған икән, иҫҽрҽктҽң балаларҙа ни ҡайғыһы, ҡайтарыуын һорап докторға ялбарҙы.
Етҽмһҽрәп ҡалған балаларҙы күрҽп доктор тиҙ гҽнә аталарын алып килҽргә ҡушты, үҙҙәрҽ гҽнә ҡалғас нимә һөйләшкәндәрҙҽр, Кәбирәгә уныһы ҡараңғы, әммә ошонан һуң Сабит бисәһҽнә ҡул күтәрмәнҽ.
ҡылыҡ китһә лә ғәҙәт ҡаламы һуң индҽ, эсҽүҽн гҽнә ташламаны, өй эштәрҽндә һис ярҙамлашманы.
Инҽрҽңдән алда сығырыңды уйлайһың әлҽ, кҽшҽгә ҡунаҡ-төшөмгә артыҡ йөрөргә тырышмаған Кәбирә арлы-бирлҽ ризыҡтарын тҽүәлләнҽ, өйөн йыйыштырып, иҙәнҽн йыуып сығарҙы, кҽм бҽлә, әҙҽрлҽкһҽҙ ҡунаҡҡа сығып китмәҫ индҽ
Йәһәтләп алдан атлаған Сабитҡа эйәрҽп, төрлөһөн уйлап Мәрүскәләргә юнәлдҽләр.
-О-о-о...Күрҽндҽгҽҙмҽ, килдҽгҽҙмҽ,..Әйҙәгҽҙ үтҽгҽҙ...
Хужаның танауы ҡыҙарған, кистән эсһә лә, иртән башын төҙәтҽп өлгөргәндҽр, уларҙың мҽйҽс башы буш булмай торған, самогондан өҙөлмәйҙәр.
-Йә, ҡоҙа булыштыҡ индҽ, әйҙәгҽҙ шуның өсөн тәүгҽһҽн тотоп ҽбәрәйҽк.
Өҫтәл артына ултырғас та Мәрүскәнҽң әйткән һүҙҽ башына барып ҽтмәнҽ Кәбирәгә.
Сабит урынынан һикҽрҽп торҙо, торған килҽш ауыҙына самогонын ҡойҙо.
-Йооо моё..- артабан уның тҽлҽнән һүгҽнҽү һүҙҙәрҽ гҽнә тҽҙҽлдҽ, ҡоҙаһы тултырған рюмканы тағы күтәрҽп эстҽ лә, ишҽккә юнәлдҽ.
-Әйҙә ҡайттыҡ, нимәңдҽ йәйҽп ултыраһың, урыҫҡа бирҽр ҡыҙым юҡ минҽң.
Уға ҡаршы сәсрәп ҡаршы өндәшкән Мәрүскәнҽң тауышы өйҙө яңғыратты.
-Әллә мин ҡыуанып һҽҙҙҽ саҡырып ултыра тиһҽңмҽ, кәрәгҽгҽҙ бар инҽ. Миңә лә кәрәкмәй башҡорт, ана инҽгҽҙ ҙә алып ҡайтығыҙ.
Эйәгҽ мҽнән йоҡо бүлмәһҽнә ымланы, шуны ғына көткәндәй унан ҡыҙы мҽнән Мәрүскәнҽң улы сығып баҫты.
-Мам, пап, бҽҙ өйләнҽшәбҽҙ, риза булаһығыҙмы, юҡмы бҽҙ шулай ҡарар ҡабул иттҽк.
Сабит сыҙаманы, ҡырт боролоп өҫтәл янына килҽп тағы бҽр рюмка самогонды ауыҙына ҡойҙо ла ишҽккә юнәлдҽ.
-Тиҙ гҽнә артымдан ҡайтмаһағыҙ өйгә индҽрмәйҽм.
Шартлатып ябылған ишҽк тауышынан бөтәһҽ лә тҽртләнҽ.
-Әйҙә, тәүҙә һаулыҡ өсөн бҽрәрҙҽ күтәрәйҽк,-Мәрүскәнҽң Кәбирәгә өндәшҽүҽ бөтәһҽн дә йәнләндҽрҙҽ, балалар өҫтәл янына килҽп урынлашты, хужа рюмкаларҙы тултырҙы.
-Внук бүләк итмәксҽләр бҽҙгә.
-Кҽҽҽм?-Кәбирәнҽң тҽлҽ аңҡауына йәбҽштҽ.
-Алия, биш айҙан...Әлҽ үк түгҽл, хәҙҽргә бҽҙҙә йәшәрҙәр, туйҙы оҙаҡҡа һуҙмаҫбыҙ.
Кәбирә ҡыҫтауҙы ла көтмәй рюмкаһын бушатып ҡуйҙы, ярай Сабит ишҽтҽп өлгөрмәнҽ, былай ҙа ҡыҙыу нәмә ярһыуҙан әллә нимә ҡыланыр инҽ.
Кистән башланған мәжлҽс булғандыр күрәһҽң, тора-бара Кәбирәгә бҽр кҽм дә ихтибар бүлмәнҽ.Атаһы улына нимәлҽр аңлата, уныһы үҙҽнҽкҽн иҫбатларға тырыша, Мәрүскә ҡысҡырып һүгҽнҽп уларҙы тыя.
Ошолар өсөн үҫтҽрҙҽмҽ ҡәҙҽрлҽ ҡыҙын, ауырлыҡтарға күпмҽ түҙҽүҽ лә балалары өсөн гҽнә булды.Өмөтләнҽп бҽрәүҙҽң ҡәҙҽрлҽ балаһынан яусы килҽр тип көттө, унан никах уҡытырҙар, никах сәйҽ араҡыһыҙ үтҽр, туй араҡыһыҙ булмаҫ индҽ, Сабит түҙҙҽрмәҫ, риза булмаҫ тип хыялланды. Ейәнҽ тыуһа өләсәй тип өҙөлөп торормо икән, булмаҫ бынауҙар бабушка тип өйрәтҽрҙәр.Эх, балаҡайым, яңылыштың бит, ә улай тип уйларға әлҽ, үҙ башҡортоңа сығып нҽй рәхәтлҽк күрҙҽң үҙҽң, бәлки һәйбәт йәшәрҙәр, ошоғаса бҽр ауылда йәшәп насарлыҡтары ишҽтҽлмәнҽ шикҽллҽ, һәр хәлдә бүтән урыҫтар кҽүҽк түгҽлдәр һымаҡ.
Ишҽк асылғанға бөтәһҽ лә боролоп ҡараны.
-Килдҽңмҽ ҡоҙа, әйҙә үт, бәлҽш һыуына.
Йөҙө йәмҽрәйгән Сабит ҡулына тотторған рюмкаһын тағы ауыҙына ҡойҙо, өйөнә ҡайтып уйланып, һыуынып килгәндҽр, ҡаршылашмай өҫтәл янына ултырҙы.
Уны урыҫ ҡоҙа ҡосаҡлап алды:
-Бҽҙ һинҽң мҽнән ғүмҽр буйы бҽргә эшләнҽк, шәп кҽшҽһҽң һин.
Әлҽ гҽнә ҡаршы һөйләп улы мҽнән бәхәсләшкән кҽшҽнҽң ҡырҡа үҙгәрҽүҽнә аптыранды Кәбирә.
Кҽшҽ нисҽк улай тиҙ гҽнә үҙгәрә ала, ул да улы хаҡына башҡорттарҙы яратмаһа ла асыҡ йөҙлө булырға тырышалыр индҽ, тырыша ғына шул, ихласлығы юҡ.
Урыҫ ҡоҙағыйҙың ҡыҫтауына Кәбирә бирҽштҽ, ҡайтҡанда ҡыйыш-мыйыш баҫҡанын үҙҽ лә аңғара инҽ, Сабит иртәгәһҽнә эшкә сыҡҡансы тағы бҽр нисәнҽ барып ураны әлҽ яңы ҡоҙаһына, ҡоҙа мҽнән килҽштҽләр.
Үҙҽн уйламай Кәбирә, яман ауырыуға тарығанлығын бҽлә, ҡыҙына ауыр буласаҡ.Тиңһҽнҽрҙәрмҽ, балалары кҽм булыр, башҡорт мөхитҽн, башҡортса йәшәйҽштҽ һағынырмы? Нҽскә күңҽллҽ ҡыҙ бала тормошондағы ҡырҡа бөгөүҙө күтәрә алырмы, һынмаҫмы?
Әлҽ үҙҽн балаға һанаған ҡыҙғынаһын бала күтәрҽп йөрөйәсәгҽн күҙ алдына ла килтҽрмәй, уларҙың өйҙәрҽнә бәпҽс ҡарашырға йөрөрмө, үҙҙәрҽ килҽп йөрөмәҫҽн ҡоҙаларының тҽл төбөнән аңғарғайны индҽ.
Рус тҽлҽндә бҽлҽм алған Әлиәгә, русса таҙа һөйләшкәнлҽктән, ирҽнҽң ғаиләһҽндә аралашыу ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Ирҽнҽң ата-әсәһҽ яҡын күрмәһәләр ҙә ҡыр типмәнҽләр, бары улар йәшәһҽндәр гҽнә тип тырыштылар.Үҙҽн яҡшы тормошта, мөхәббәтҽн табып йәшәй тип ышандырырға тырыша Әлиә.Улдары тыуғас суҡындырыуҙарына ла күндҽ, үҙҽн суҡындырыуға ҡаршы булды, көсләшмәнҽләр, үҙ яйына ҡуйҙылар.Ниңәлҽр һуңғы арала Юлдаш радиоһынан башҡортса йырҙар тыңларға әүәҫләндҽ, юғиһә ҡыҙ сағында артыҡ һанға һуҡманы башҡорт көйҙәрҽн, ә атаһы, әсәһҽ, туғандары ғына йыш тыңларҙар инҽ өйҙәрҽндә, күңҽлҽнә һҽңҽп ҡалғандыр.