Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
15 Сентябрь 2022, 17:44

Атай йорто. Хикәйә. Сәфинә ХӘКИМОВА

Туҡ-туҡ, туҡ-туҡ... Поезд тәгәрмәстәренең туҡылдаған тауышына Әсләм ойоп бара, тыуған яғына елдергән тимер аттың тауышын да ишетмәй көрһөнөп ҡуя. Уйҙарының сигенә сыға алмай. Нимә көтә уны тыуған йортонда? Ниндәй яңылыҡтар, ниндәй киләсәк, ниндәй билдәһеҙлек, ниндәй һынауҙар ҡуйыр тормош тигәнең?

Атай йорто. Хикәйә. Сәфинә ХӘКИМОВА
Атай йорто. Хикәйә. Сәфинә ХӘКИМОВА

Әсләм ата-әсәһенең бер бөртөк балаһы тиһәң дә була. Апаһы бар ине, әммә биш йыл элек аварияға эләгеп, ике балаһын ҡалдырып, яҡты доньянан китте. Ата-әсәһе бик ауыр кисерҙе, атаһы түшәккә ауҙы. Әсәһе бар хәленсә йүгереп, ирен аяҡҡа баҫтырырға тырышҡайны ла, тик хоҙай үҙенсә хәл итте: мандый алманы. Әсә кеше, ҡанаты ҡайырылған аҡҡош кеүек, иренең вафатын ауыр кисерҙе. Оҙаҡламай фани доньяны ташлап, баҡыйлыҡҡа күсте. Сәбәбе “апаһы” тиһә лә, ҡоҙағыйҙар балаларын тәрбиәгә алды. Ейәндәрен яҡшы ҡарайҙар. Балаларҙы барып күреп, һөйөп, бер аҙға алып ҡунаҡта итәләр ине. Әммә ейәндәре ҡайтып китһәләр, нисектер моңайып,ҡайғырышып йөрөйҙәр. Быныһы ла сәбәп түгел, ғүмер буйы ауылда танылған, абруй ҡаҙанған ғаилә. Аҙбар тулы мал-тыуар, бер-береһенә һәр саҡ ихтибарлы, матур йәшәнеләр. Тик ниндәйҙер, бер еп өҙөлдеме? Бик тиҙ булды ғаиләнең емерелеүе. Ата-әсә өсөн бала иң ҡәҙерлеһе! Бала...
... Туҡта, туҡта , ә бит Әсләмдең дә ҡыҫылышы бик ҙур.
Поезд һаман туҡылдап, алға саба,гүйә баш бирмәгән, көслө өйөр айғырымы ни?!

Әсләм яҡшы уҡыны,әрме сафтарында ике йыл йөрөп ҡайтты.Институтҡа инде,буласаҡ ҡатыны менән шунда танышты.Бар доньяһы түңәрәк ине.Юғары белемле,эше бар,ғаилә ҡорарға әҙерләнә,ата-әсәһе ауылда һәүетемсә йәшәп яталар.”Гөлсөмө бик сибәр,матур ҡала ҡыҙы,киләсәктә бик матур ғаилә булыр”,тип өмөтләнде йәш ир.Һинең уйыңса ғына барһа ине лә бит,тормош үҙ һынауҙарын әҙерләгән.Барыһыла матур башланып киткәйне лә.
Гөлсөм әсәһе менән йәшәй,атаһы юҡ. Атаһы ныҡ эсеү сәбәпле, әсәһе ҡыҙын атаһынан айырылып ҡалаға төпләнгән. Башҡаларҙан ҡалышмай тырышып донья көтөп, аяҡҡа баҫтырған ҡыҙын. Ниндәй генә ауырлыҡтар кисһә лә, һауалы ҡатын булып ҡалған. Ситтән тороп уҡып, хужа кимәленә үҫкән ҡатын бар яҡтан ҡыҙын аралап, һаҡлап тора.Бергә уҡып,матур дуҫлашып йөрөнөләр.Әсләм һөйгәненә тәҡдим яһаны.Бына шул саҡта әсәй үҙенең ҡыҙының киләсәгенә ҡаршы сыҡты.

- Әйҙә, бар.. Мин атайыңдан һине ҡасырып алып киттем ауылдан, ана минһеҙ ятып үлде.Эскелек һаҙлығына үҙең юл һалаһыңмы?!

- Әссәй.. Мин ауылға һөйгәнем менән китәм, һин бер ваҡытта ла миңә “ҡаршы булмаясаҡмын” – тигәнең де оноттоңмы?
- Ауыл , ауыл булып ҡала. Ҡалығыҙ ҡала ла, миненң связь менән, эш табам.
- Юҡ, минең атай- әсәйем ауылда, ауылда ла йәшәп була.

Гөлсөм Әсләм менән бергә ҡалды. Әсәһе сигенмәне, әммә ризалыҡ биреп ҡалманы. Егеттең ата- әсәһенең килгән ваҡытҡа әҙерләнгән ине. Туйҙы үткәреү егеттең аталарына ауҙарҙы, ҡала ла үткәреү тураһында һүҙҙә булманы.Ата- әсәһе менән ижәп итеп, матур туй үткәрҙеләр.Башҡорт йолаһы буйынса,оҙатып алдылар.Ҡайны-ҡәйнә тупһаһына мендәргә баҫтырып,бал-май ашатып килен төшөрҙөләр.Әсәһенең һүҙҙәре әле лә сыңлап тора:
-Килен төклө аяғың менән,доньяны матур көтөгөҙ,ҡайны-ҡәйнә йортон һыуытмағыҙ!Беҙҙән һеҙгә васыят!
Районда матур итеп эшләй башланылар.Юғары белемле белгестәргә оло ихтирам.Ауылда бит ул барыһы ла ус төбөндәге кеүек.Гөлсөм балаға уҙғас,Әсләм тағы ла дәртләнеп эшләне.Йәш белгестәргә яңы фатир бирҙеләр район үҙәгендә.Йәш ҡатын ҡыҙ бала тапты.Әсәһе ,ҡайны-ҡәйнәһе,Әсләме күмәкләшеп дауахананан ҡаршы алдылар.Атай кешенең шатлығын күрһәгеҙ. Өйҙә ҡунаҡ булдылар.Ҡәйнәһе бер аҙна тирәһе ҡыҙы янында булды.Бына шул бала тыуғанда башланды ла инде.Ҡәйнә кеше килеү менән,ҡыҙына бер ҡарап,кейәүенә бер ҡарап:
-Ауыл һаҙлығына бата икән балам, бер ергә бара алмай, бәйле ҡош кеүек ултырырһың сабыйыңды ҡосаҡлап.Театр,кино,кафе онот мәңгегә!Ә бына мин бит һинең атайыңдан айырылып, Өфөгә күсеп матур тәрбиә лә,кешенән мәхрүм итмәй үҫтерҙем.Ә кейәү, уҡымышлы, әммә бер ауылэски!Ниңә ҡалаға юл һалмаҫҡа.Йөрөй салбар туҙҙырып.Эшкенмәгән.
Гөлсөм:
-Етәр! Барыһы ла алда әле.- тине ҡырҡа һуғып.Әсләм һүҙ көрәштереп торманы, йомош табып сығып китте.Бына шунан һуң, икеһе араһында нимәлер өҙөлде.Йәштәр нисектер һиҙермәҫкә тырыштылар.Тик әсәй һүҙҙәре ҡыҙының башында инеп ояланы.
Бала күрергә киләләр,өҫтәл,эсемлектәр,көндә байрам.Ир кеше бер-ике мәртәбә, Гөлсөмгә шелтәлә биреп ҡараны.Тик йәш әсә:
-Минең хаҡым бар,ҡыҙымды йыуырға! Һин эштәһең, миңә күңелһеҙ.Ә бына кемдер инһә күрше-таныш бер - аҙ үҙеңде кеше итеп тояһың. Былай нимә, кафе юҡ,кино,театр төшөмә лә ингәне юҡ. Ир эшкенмәгәс...- ти ине йөҙөн боҙоп.
Ҡайсаҡ ҡайтып инеүгә,ишек бикле,тамаҡҡа ашарға юҡ,сабыйы менән сығып киткән.Булғылай балаһын онотоп ҡалдырып китә, үҙе ауа-түнә ҡайтып йығыла.Әсләм ҡыҙын эҙләп алып ҡайта, төнө буйы баланы ҡарап сыға. Бар нәмәнең дә аҙағы була,был хәл ялҡыта башланы йәш ирҙе,өйҙә иреш-талаш башланды.Балаға ике йәш булғас,эшкә сығырға кәрәк ине. Гөлсөм эске һаҙлығына тамам ингән ине.”Атайҙан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән” -тиҙәр, әсәһенең ризаһыҙлығымы, әллә атай нәҫеленән килгән ауырыу баш ҡалҡыттымы. Бик тиҙ аҫҡа тәгәрәне ҡатын.Әсләм кеше араһында эшкә сыҡһа, тағы ла гөрләр тормош тиеп өмөтләнде.Әммә был ҡатын өсөн ныҡлы инеп ултырған ине, иң алда кешенән аҡса алып ыҙаланы бурысҡа, аҙаҡ эшкә магазин аша йөрөй башланы. Сумкаһына һалып алып бара, төш етеүгә бәҙрәфтә һалып сыға башланы, аҙаҡ иртәрәк килеп эсә башланы. Төшкә тиклем йөрөй, ә инде иң элек ғариза яҙып ҡайта ине, аҙаҡ шунда иҫереп ултыра башланы.Беренсе мәртәбә ҡаты итеп һөйләштеләр, икенсе юлы шелтә бирҙеләр, өсөнсө мәртәбә ҡыуып сығарҙылар. Юғары уҡыу йорто бөтөү генә етмәй икән шул,
ауыҙына хужа була алманы. Эшкә сыҡһа ла,эшләй алманы,әлеге баяғы шул
“эске”.Ҡыуҙылар эшенән.Хәҙер инде, эшкә бараһы юҡ.

Көн-төн эскегә һалышты.Әсләмдең “дауаланып ҡарайыҡ”,тигәндә , “минән көләһеңме?”-тине.Ҡыҙҙарын балалар баҡсаһына атаһы алып бара,алып ҡайта.Гөлсөм урам буйлап йөрөп эсә,ҡайтмай ҡала.Хәтеренә юйылмаҫлыҡ эҙ һалған көн.
Яҙ.Шундай сыуаҡ,матур көн.Әсләм эштән ҡайтып килә, магазин алдында күмәк ирҙәрҙең ҡысҡырып көлгәндәре, дәртләндергәндәре һағайтты.Яҡыныраҡ барһа, Гөлсөм шәрә килеш ирҙәр алдында бейей, аяҡ аҫтына ирҙәр аҡса ташлай.”Ер тишеге булһа, оялышынан шунда инер ине”, тиҙ генә плащын сисеп ҡатынын ҡаплап күтәреп ҡайтып китте.Ирҙәр кемелер тел шартлатты, кемдер башын сайҡаны.Башын күтәрергә ояла башланы., Әсләм ҡәйнәһен саҡырып һөйләшеп ҡараны.Ҡәйнә ауыҙын асып-күҙен йомдо,үҙең ғәйепле:”Йәш кешене, ҡала кешеһен,башың бармы ауылға алып ҡайтып кешелектән яҙҙырҙың, барыр ер юҡ: кафе,кино,театр ҡайҙа?Ҡайҙа барһын, барыһына ла һин ғәйепле!?”,- тиеп ҡайтып китте.Әсләм командировкаға ебәрҙеләр,баланы ата-әсәһенә ҡалдырып киттергә тура килде, ауылға. Ҡайтып инеүгә командировканан, фатир ишеге асыҡ,өйҙөң аҫты-өҫкә әйләнгән,Гөлсөм өйҙә юҡ..
Йәш ҡатын юҡҡа сыҡты.Әсләм милицияға хәбәр итте.Ҡәйнәһенә хәбәр итте,ә Гөлсөмдән ләм-мим хәбәр юҡ.Өмөт өҙмәй унда бында хәбәр һала.Бер йыл ваҡыт үтте,бала әсәһен һорамай башланы.Ирҙе йәлләүселәр табылды,яттан һүгеүселәрҙә бар ине.Йәш ир эшләне,балаһын ҡараны.Бар яҡтан йөрөп эҙләне.Бер көн,кис ишек шаҡынылар,ишек төбөндә бер аҫарбаҡ баҫып тора ине.
-Нимә кәрәк?-тине Әсләм.
-Һин,Әсләмме?Ҡатыныңды барып ал, Ҡ.тигән ҡалаһынан,хәле ауыр.Асарбаҡтар йәшәгән урында.Ир был хәбәрҙән һуң,шаңҡып ҡатып ҡалды.
“Ниндәй ҡарар сығарырға?”
Эйе,барып алып килде,башы-күҙе күренмәй,бер тере “мәйет” ине.Тәрбиәләп,йыуындырып,ашатып кеше хәленә ҡайтты.Бының өсөн бик ҙур түҙемлек кәрәк ине.Әсләм бик тырышты,уйлай ине:-күп михнәт күргән, аңлар,тағы ла матур тормош башланыр!Ҡарсыҡҡа әйләнгән.Тештәре ҡойолоп бөткән.Ҡәйнәһе ҡыҙын барлығын онотто.
Тик буш өмөттәр! Бер йыл буйына өйҙә ултырған ҡатын,яйлап кешеләр менән аралышып,тағы ла үҙенең әшнәләрен таба ине.Йәшел йылан баш ҡалҡыта ине яйлап.Бик ҡыҙыу һөйләшеп алдылар,әммә был оҙаҡҡа түгел ине.Тағы,тағы шул хәл кире әйләнеп ҡайта торҙо.Кешелек сифаттарын юғалтыу бер ни тормай икән.
Ә бер кис,Әсләм өсөн сығарынан - сығарҙы.Эштән ҡайтып инеүгә, өй эсе аҫарбаҡтар менән тулған ине.Ир инеп ҡысҡырып ебәреүгә,төпкө бүлмә лә ултырған ҡыҙы сығып атаһына атылды:
- Атай,мин бында ҡурҡам,өләсәйгә барайыҡ!
Ҡатынын елтерәтеп алып сыҡты ла,битенә һуғып ебәрҙе.Беренсе мәртәбә ҡул күтәрҙе.Тышҡа барыһында ҡыуа башланы.Бының менән бөтмәне Был ваҡиға,бик йыш бер йәш ир килә башланы.Бер көн бик матур итеп кейенеп ҡайтты Гөлсөм.Ишектән:
-Ир аҡтығы,бына шулай,мине һин кешегә һанамаһаң да, бар ирҙәр - миңә
барыһын да булдырырға торғандар!

Тик бер белмәгәс белмәй икән әҙәм. Араҡы алдында бала хаҡы ла, ғаилә лә онотола, кешелек сифаттары онотола.
Был матур йәшәү өс айға етте, Әсләм эштән ҡайтыуға ҡыҙы тышта илап ултыра.
-Нимә булды,тағы әсәйең?- тине.
-Ҡара әле,был ҡатын аҙған,бар нәмә тышҡа ташлаған! Нәмәлерҙе тотҡолап, өйҙөң булған йыһазы тышта ята ине “трым-тырағай”.Бала тағы үкһеп атаһын ҡосаҡланы.Өйгә ыңғайланылар,ишек ябыҡ,Әсләм ишекте ныҡ итеп шаҡыны.Фатир ишеген бик бөхтә кейенгән ир асып:
-Нимә кәрәк? Тағы нимәгеҙ ҡалған?-тине.
-Бәй,был ней эш,нимә ҡалған?Был беҙҙең фатир,һеҙ кем бында?
Әсләмдең йөҙөнә йәшел ҡағыҙ төртөп:
-Был минең фатир,ҡара ышанмаһаң!Ысынлап ҡағыҙҙа адрес дөрөҫ- ошо фатирға.
Әсләм балаһын ҡосаҡлап тышҡа сыҡты ла,милиция саҡыртты.Килеп асыҡланылар,ысынлап,фатир һатылған.Ҡатыны ышаныс ҡағыҙы биргән,бар эште лә “ҡара риэлтор”,бик тиҙ эш иткән.Ғаилә тышта тороп ҡалды.Өләсәһенә ,Әсләмдең “атай йортона” ҡайттылар.
Бер ай үтеүгә йәш ҡатын ҡәйнә йортона килде,иланы,ғәфү үтенде,бары эш үткән, фатир кешегә һатылған.Тормош һәүетемсә дауам итә,Гөлсөм ире менән ҡыҙын ҡаршы ала,ҡайныһы түшәк тә ята,ҡәйнәһенә булыша.
Тормош һынауҙары әле алда ине... Атаһы оҙаҡ ятмай гүр эйәһе булды,әсәһе бик ауыр кисерҙе был юғалтыуҙы.Әсәһе атаһынан өс аҙна ҡалып, баҡыйлыҡҡа күсте.Әсләм өсөн бик ауыр көндәр башланды,ошоға тиклем ҡыҙын ҡалдырырға,ауыр саҡта һөйләшергә,ата-әсәһе бар ине бит.Тик ир бар көсөн туплап, “башын ташҡа бәрмәҫ бит”,һәүетемсә йәшәргә тырышты. Донья иркен ҡалғас, Гөлсөм башын ҡалҡытып, ниндәй хәл-хәүәл ауылда ипләп кенә үҙенә дуҫтар эҙләне.Эҙләнгән таба,тапты.Ҡайҙа берәҙәк ир йәшәй,хатта әбейҙәре баҡыйлыҡҡа күскән оло йәштәге бабайҙар ҙа ҡалманы. Ауылға пенсия алып килһәләр, ул көн ҡатын өйгә ҡайтмай ҡала.Әсләм түҙҙе,бик оҙаҡ был хәлгә.Ҡыҙына уҡыуға өҫтәнә алып бирҙе,китап-кәрәк яраҡ алды.Гөлсөм менән тағы бер мәртәбә ҡаты ғына һөйләште лә.
- Һин әсәйһең икән, бына һиңә ҡыҙыбыҙ, бына һиңә өй, мин ике айға ҡырға барып эшләп киләм.Балаға бар кәрәк – яраҡ алғанмын, әйҙә көт донья. Эшләмә, ауыл буйлап эске эҙләп йөрөү түгел.
- Әсләм, юҡ мин көтәм, ышан миңә...
Атай йортон,балаһын ташлап, ҡатынына ғәрләнеп ташлап сығып китте Себергә. Ир уйланы, бәлки баланы ҡарап төҙөлер, мин өйҙә булғас “миңә һалыналыр бәлки..” ...
-Ҡарап, ҡарарбыҙ..
Әммә бер - ике айға киткән атай кешегә оҙаҡҡа тура килде ҡалырға.Мәсьәлә килеп тыуҙы, илгә “тажзәхмәте” килеп керҙе. Шул сәбәпле ике ай урынына ярты йыл эшләне, ҡайтырға сыҡҡас та төрлө ҡамауҙар үтеп, ярты йыл тигәндә килеп етте.
Тыуған йортон,ҡыҙын һағынды, арыу ғына ваҡыт үтте.Ҡыҙына аҡса ебәрә,телефон аша һөйләшеп тә тора.Күршеләре менән бәйләнешкә инеп балаһын ҡурсалаған булды. Ауылдан яҡшы хәбәр килмәй ине. Ҡатын балаһын бик матур ғына көттө ул. Тик ике айға етте тырышлығы.Аҙаҡ әшнәләр менән эйәреп сығарынан тамам сыҡты.
Ә төшөнә гел тыуған йорто,бала-сағы,ата-әсәһе күренә.Һуңғы ваҡытта Әсләм уйлана башланы,ниңә төшөндә “бер үк нәмә инә икән?” “Йәй,бар тирә-яҡ йәшеллек,өйҙәре матур булып балҡып ултыра,баҡса ла алма сәскә атҡан.Ҡапҡа тышында атаһы менән әсәһе нимәлер эшләйҙәр,Әсләмде күрһәләр,бармаҡ янап,өйгә күрһәтеп,тиҙ арала юҡ булалар.Өйгә башын ҡалҡытып ҡараһа,тәҙрә ҡапҡасы ауышҡан,өй ҡараңғы,мөрйәһенән ҡара төтөн бөркә,алмағас ергә йығылған.”
Себерҙә күҙ - баш алып,эшенә лә өйрәнеп бөттө,йыл ярым алһыҙ-ялһыҙ эшләне.Поезд тыуған яҡтарына саба,атай йорто көтә. Беренсе бурысы:ата-әсәһенең ҡәберен рәтләр.Ҡыҙын һағынды,нисек йәшәй икән? Бәлки,юҡ , барыһында яңынан башлар.Өйҙе йүнәтер,ипкә килтерер, ҡатынын дауаханаға,ә
 кәрәк булһа психатрия бүлеге менән һөйләшер. Булмай, үҙ- үҙеңдән ҡасып йөрөп.
Ә ауылда ҡыҙына, ауыл советы, Гөлсөмде әсәлектән мәхрүм итергә ҡағыҙ әҙерләй ине.Кешелек кейәфәтен юғалтҡан өйгә ҡайтмай, аҙып- туҙып йөрөүен дауам итә,бала үҙ аллы йәшәй. Ҡатын айныҡһа өйгә ҡайтып, һыуыҡ өйгә ҡайтып йығыла ла бер аҙ кеше хәленә керә башлаһа тағы сығып китә.Ә бала кемдә етте шунда тамаҡ туйҙыра, күберәген мәктәптә булырға тырыша,һағынып атаһын көтә.
Атай йорто ташландыҡ хәлдә, ергә сүгеп,меҫкен булып баҫып тора.Алмағастар бирешергә теләмәй,бөрөгә бөрләнәләр.Ерҙә яҙ тыуа, йәмле йәй етә.
Атай йортононоң күптәнән ҡото киткән, әсә ҡулдары менән эшләнгән ҡаралты-түшәк бысранып бөткән, мейес ҡарайып, меҫкен кеүек тора, иң төпкө бүлмә лә әсәһенең бирнәгә төшкән һандығы ултыра.Тәҙрә ҡорғандары һәлберәшеп, тәҙрә өлгөләре бысраҡ.Ҡапҡа эсендә лә бысраҡ ҡағыҙ-һауыттар менән тулған.Һарай буш тора.
Атай йорто,ата-әсәһе тере сағында һыйыр, йылҡы малы,һарыҡ-кәзә тулы була торғайны. Хужаның үлеменән һуң, йылҡылары юғалды.Әсләм ҡалған мал-тыуарҙы тота ине, ә хәҙер бер нәмәлә юҡ.Донья ташландыҡ хәлдә, өй тирәһе бысраҡ,мөрйә бер яҡҡа ауышҡан.Баҡса эсендә былтырғы ҡый үләндәре һерәйеп, яңылары сыға башлаған.Тик атаһы ултыртҡан сейә ҡыуыҡтары,алма ағастары ғына бирешергә теләмәйҙәр.Һарай буш тора ,лапаҫ аҫтында йылҡынан ҡалған ҙур ҡыңғырау, һарайға ингән елгә,тауыш биреп,сыңлап ҡуя.Атай-әсәйһе инә
төштәренә, иҫтәреңә төшөрөп атай йортон.
Поезд йылғыр айғыр шикелле алға саба, Әсләм тороп ултырҙы:
“Бына ҡайтып етһәм, иң элек атай йортон матур итеп йүнәтеп, ипкә килтереп,яңы тормош башлаясаҡ.Ҡыҙын баштан –аяҡ кейендерер, тыңлаһа Гөлсөмде дауаханаға һалып дауалар, эш эҙләп төшөр”. “Булдырам” тигән булдыра. Алда яҡты киләсәк көтә.”Әйҙә тиҙлә атыңды!”-тине Әсләм.
“Мин кемдән ҡасам?Барыһында еңергә тейеш.Атай йортон ташларға хаҡы юҡ! Ҡыҙым бар! Ҡыйынлыҡтарға баш бирмәҫкә кәрәк.Әллә ҡайҙа йөрөп, нимә ҡыраң.” “Беткә үсегеп, тунды яғып булмай бит! Ә ҡырҙа, ниндәй тормош икәнен хәҙер белә бит, үҙ тыуған ереңдә кәрәк булып йәшәүгә етмәй!”
Тыуған йортоң төпкө бүлмәһендә һандыҡ сыҙам ғына көтә......

 

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: