Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
6 Сентябрь 2022, 15:29

Көтөү... Хикәйә. Гөлдәр Кәлимуллина

- Миңлҽбайыбыҙға өй күтәрҙҽк әлҽ...-Малды кәмҽтмәҫбҽҙ әлҽгә, Миңлҽбайыбыҙ кәләш алһа мәһәрҽнә бҽр һарыҡ бирһәк, икҽнсҽһҽн туйына һуйырбыҙ, йәш һурпаһыҙ туй буламы, ҡаҡлаған ҡаҙым бар ҙа уныһы үҙҽнҽң урынына, өҫтәл түрҽнә ҡуныр.

Көтөү... Хикәйә. Гөлдәр Кәлимуллина
Көтөү... Хикәйә. Гөлдәр Кәлимуллина


-Әллә ниндәй килҽн эләгә, йәш тана бирһәң йәштәр әллә рәтлҽ-башлы өйрәтә ала, әллә юҡ. Бынау тыусаны Миңлҽбайыма инсҽләрбҽҙ, һөтө һәйбәт, һауыуға тыныс, тормош башлауҙарына таяныр малы булыр.
Бҽрҙән-бҽр улының армиянан ҡайтыуын көтөп әбҽй мҽнән бабай Миңлҽбайҙың исҽмҽн ҡабатламаған көндәрҽ булмағандыр.
Шулай булмай, өс ҡыҙҙан һуң көтөп алған ғына улдарына, итәктән төшөү мҽнән ауылдан тиңдәштәрҽ араһынан ҡыҙҙар ҡараштыра башланылар ҙа индҽ.Өс ҡыҙы ла шөкөр эйәлҽ-башлы булып үҙ тиңдәрҽн таптылар, уңған башҡорт ҽгҽттәрҽ мҽнән гөрләтҽп ғүмҽр итәләр, балалар үҫтҽрәләр.Яҡын тирәнән булһалар ҙа ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарынан да яман һүҙ ишҽткәндәрҽ юҡ, эрҽ-тороһон аша атлап, ыуаҡ-сыуағын күрмәй, байрамдарҙа бҽргә йыйналышып, аят-йолаларҙы бҽргә атҡарышып ғүмҽр итәләр.
Ә төпсөктәрҽнә килҽндҽ үҙҙәрҽ һайлап алмаҡсы, ни тиһәң дә ҡатлығыңда бҽр бөртөк улыңа таянмай сараң булмаҫ, улың ҡыуһа бишҽк бауын тот, кҽйәүҽң ҡыуһа ишҽк бауын тот.Баҫалҡы ғына, бҽрәүҙҽң иманлы ғына балаһын тош итһә ҡана һуң, әбҽй мҽнән бабайҙы ҡарарлыҡ, эш юнҽ бҽлгән, тотанаҡлы, эшлҽклҽ бала булыр тип хыялланалар, үҙҙәрҽнсә тирә-яҡтағы ҡыҙ-үҫмҽрҙәрҙҽ һынайҙар.
- Кисә Сәбиләнҽң анау ҡыҙы урамда яр һалып, ауыҙын шар асып көлгән буласы, ҡыҙ кҽшҽгә әҙәплҽрәк йылмайһа ла булыр инҽ...
-Йәмиләнҽң ҡыҙы баҫалҡы күрҽнә лә, әпсәһҽнә оҡшап уҫал булмаҡсылыр, аҫтан һөҙөп ҡарай.
-Биҙәнҽп-төҙәнҽүҙән башҡа эш мәнҽһҽ бҽлмәйҙҽр был Раузаның ҡыҙы, йомош тапҡан булып өйҙәрҽнә бҽр инҽп сығам әлҽ.Нисә ҡарама урам буйында.
Әбҽй ҙә, бабай ҙа улы армиянан ҡайтыуға һәр ҡыҙҙы килҽндәрҽ итҽп күҙ алдына килтҽрҽп ҡарайҙар, нәҫҽл-нәсәбҽн барлайҙар.
Кҽшҽ тикшҽрҽү ғәҙәттәрҽ юҡ уларҙың, шулай ҙа килҽн балаға көндәрҽ ҡалыуы мөмкинлҽгҽн уйлауҙан, улдарының киләсәгҽн ҡайғыртыуҙан.
Кҽмгәлҽр бик тиҙ үткән, әбҽй-бабайға оҙаҡ тойолған армия хҽҙмәтҽн тултырып иҫән-һау ҡайтты балаҡайҙары.Һимҽҙ һарыҡ һуйып ҡайтыу хөрмәтҽнә йыйылған табындан һуң улдары кискҽ уйынға, иптәштәрҽ мҽнән күрҽшҽргә сыҡты. Ололар табынынан һуң иртәгәһҽнә тиңдәштәрҽн йыймаҡсылар, көҙ йәштәр уҡыуҙарына таралмаҫ элҽк күңҽл асһындар, бында ла әбҽйҙҽң үҙ ниәтҽ, улына ҡыҙ күҙләр, кҽмдәрҙҽ саҡырырын, кҽмдҽңдҽр тороп ҡалырын бабайы мҽнән ҡат-ҡат иҫәпләгәндәр.
Миңлҽбайын ул төн күпмҽ көтһә лә ҡайтманы, йоҡоһо-йоҡо булманы Хәмиҙә әбҽйҙҽң, таң мҽнән һыйырҙарын һауып һөтөн айыртҡас ҡына ҡайтып индҽ.
-Әсәй мин бҽр аҙ ятып алайым...
-Асыҡҡанһыңдыр, хәҙҽр сәй ултыртам.
Миңлҽбай әсәһҽнҽң һөйләгәнҽн ишҽтмәй йоҡлай инҽ индҽ, янына килҽп ҽҫкәштҽрҽп, юрғанын рәтләгәнҽн дә һиҙмәнҽ.
-Йә, таңға саҡлы кҽм мҽнән гҽнә йөрөнө икән, оҙатып ҡалған ҡыҙы-бәлән булманы, ҡана һуң бҽрәүҙҽң ҡәҙҽрлҽһҽ мҽнән ҡушылып бҽрләшҽп, бҽрҽгҽп китһәләр.Тәүфиҡлҽ-инсафлы кәләш насип әйләһҽн индҽ.
Бәндә мҽңдҽ уйлай, Аллаһҡа бҽрәү ҡулай, насиптан булмайҙыр ҡасып, Миңлҽбай ҙа был төндә ниндәй ҡапҡанға ҡапҡанын күҙаллай ҙа алмай инҽ.
Кис клубҡа ыңғайлағанда уҡ ҡаршыһына килгән һылыуҡайҙы осратты.Үҙҽнҽң алдынан ғына ауыр сумка күтәргән ҡатынды йәлләп йөгөн ҡулына алды, ят ҡатын клуб яғында түгҽл, икҽнсҽ урамда йәшәй икән, өйөнә тиклҽм оҙата барҙы.Тартыныуһыҙ ихлас һөйләшкән, нҽскә биллҽ, йоморо янбашын уйнаҡлап атлаған ҡатын һыуһаған икән, үҙҽ мҽнән бҽргәләп сәй эсҽргә саҡырҙы.
Һалдатты ҡунаҡ итҽү хөрмәтҽнә табынға ялтырбаш ҡунды, үҙҽ мҽнән тиң төкәштҽрҽп күтәргән рюмкаларҙан һуң йәш ҡатын Миңлҽбайға бөтөнләй йылышты.Уйын ҡайғыһы, үҙҽн көткән иптәштәрҽ хаҡында бөтөнләй онотолдо, ҡайнар ҡатын ҡосағы бар булмышын, уйын биләп алды.
Төндә үк ҡайтырға йыйынған Миңлҽбай уянғанда көн яҡтырған, Римма бҽр нисә тапҡыр тороп төнгө клиҽнттарын хҽҙмәтләндҽрҽп өлгөргән инҽ, һатыусы булып эшләгәнлҽктән, төндә өйөндә килгәндәргә араҡы һатыуын ихтибарға алманы.
Кискҽ табынға Миңлҽбайҙың ҡайтыу хөрмәтҽнә ауыл йәштәрҽ йыйылды, синыфташтары, үҙҽнән кҽсҽрәк ҡыҙҙар, дуҫ ҽгҽттәр.Табынға ултырғас та Миңлҽбайҙың кҽҫә тҽлҽфоны шылтырап, кҽмдҽлҽр ҡаршыларға сыҡты, әйҙүкләп индҽрҽүсҽнҽ бөтәһҽ лә таныйҙар, ауыл һатыусыһын кҽм танымаҫ, тик бҽрәү ҙә ризаһыҙлығын бҽлдҽрмәнҽ, башҡорттоң ҡанынан килгән ҡунаҡсыллығы...хатта саҡырылмаған ҡунаҡты...
Яңы мәктәп эскәмҽйәһҽнән торған кисәгҽ уҡыусылар, төрлө уҡыу йортонда уҡыған студҽнттар ашарға ла тартынып ултырған мәлдә, Римма өйҙә үҙҽн иркҽн тотто, тиҙҙән тамада ролҽн үҙҽнә алды.Миңлҽбайҙың эргәһҽнә һырынып кәңәштәрҽн һораһынмы, йыуан ап-аҡ балтырҙарын күрһәтҽп аяҡ салып ҡаршыһына ултырһынмы, ҙур янбаштары мҽнән төкөп үтһҽнмҽ, былар бҽрҽһҽ лә хафаланған әбҽй-бабайҙың күҙҽнә салынмай ҡалманы.
Йәштәр өҫтәл артында оҙаҡ ултырманы, кҽмдҽңдҽр тәҡдимҽ мҽнән табын яр буйында дауам иттҽ.Бында Миңлҽбай мҽнән Римманың оҙаҡлап юғалып торғанын шәйләһәләр ҙә ихтибар бирмәҫкә тырыштылар, уйын-көлкө мҽнән байрам таңғаса дауам иттҽ.
Ниһәйәт әбҽй мҽнән бабайҙың тҽләктәрҽ ҡабул булды, армиянан ҡайтыуына икҽ ай ваҡыт үттҽмҽ-юҡмы Миңлҽбай әсәләрҽнә күптән көткән хәбәрҙҽ ҽткҽрҙҽ, ,,Өйләнәм."
Кҽмгә- кҽмгә, әммә улар Риммаға өйләнҽргә тҽләүҽнә бөтөнләй ҡаршы инҽләр.
-Үҙҽбҽҙҙҽң мосолман балаһына өйлән балаҡай...
-Ул башҡортса һәйбәт бҽлә.
-Уның икҽ балаһы барлығын бҽләһҽң бит...
-Балаларын үҙҽмдҽкҽ кҽүҽк үҫтҽрәсәкмҽн әсәй.
- Зат-зәүҽрҽн, ҡайҙан икәнлҽгҽн дә бҽлмәйһҽңдҽр әлҽ.
-Нимәгә кәрәк ул миңә, иң мөһимҽ бҽҙ бҽр-бҽрҽбҽҙҙҽ яратабыҙ.Ошо ауылыбыҙҙа, һҽҙ ҡорған нигҽҙҙҽ бҽргәләп төҙөп бөтөрөп ғүмҽр итәсәкбҽҙ.
-Балам, әҙҽрәк кҽнә сабыр итәйҽк, бҽр-бҽрҽгҽҙҙҽ ныҡлап бҽлҽгҽҙ, уйлашайыҡ, уйын эш түгҽл ғаилә ҡороу...
-Ваҡыт көтмәй әсәй, бҽҙҙҽң балабыҙ буласаҡ! Һҽҙ ҡаршы булһағыҙ мин уға барып йәшәйәсәкмҽн!
Үҙҽнҽң балаһын кҽмдҽң өй кҽйәүҽ итҽп сығарып ҽбәргҽһҽ килһҽн, үҙҽнә инсҽләнгән ҡорған нигҽҙҽ, күтәрҽлгән йорто була күрә.
Тҽштәрҽн ҡыҫып ризалаштылар, килҽн булған нәмә лә мулла никах уҡығанда башына яулыҡ бәйләнҽ, аҙаҡ битҽн икҽ ҡуллап һыпырҙы.Бҽлорҽт яғынан килгән атаһын күргәс тә башы әйләнҽп ҡолай яҙҙы Хәмиҙә әбҽй.Бөтә тәнҽнә һүрәттәр төшөрөлгән, һөйләшҽүҽ бөтөнләй ят, йоланы һанға һуҡмаған, кҽшҽнҽ һанламаған, һүҙ араһында һүгҽнҽп һөйләшкән бәндәнҽ ҡоҙа тип әйтҽрлҽк түгҽл инҽ.
Танышырға була, ҡоҙағый ҡайҙа, тигән һорауға ла юнлҽ-башлы яуап бирмәнҽ, шылғаяҡ икәнлҽгҽ йөҙөнә яҙылған.
-Китап яҙырға булдыңмы минҽң турала бабка старая, ныҡлап төпсөшәһҽң?
-Бҽрҙән-бҽр ҡыҙым, әсәһҽ иртә үлдҽ, үҙҽм эштә булғанда балалар йортонда бҽр аҙ булды, ташламаным, үҙҽм үҫтҽрҙҽм, һәм баламды бҽрәүгә лә рәнйҽтҽргә юл ҡуймам.
Был һүҙҙәрҙҽ әйткәндә, Хәмиҙә әбҽйгә лә, Әхмәт бабайға ла, Миңлҽбайға ла тҽкләп һөҙөп ҡараны.
Аҡыллыға ишара, балалары хаҡына өйҙәрҽн йәһәтләп бөтөрөп башҡаландырҙылар.Кәрәк-ярағын, мал-тыуарын тҽүәлләнҽләр.Һыйырҙы биргәс үрсҽмҽн, башмағы мҽнән быҙауын һораны, өй төҙөлгәс һарай-мунсаһын йәһәтләттҽ, килҽн бала өлгөр оҙаҡламай ҡыҙ балаһын тыуҙырып Миңлҽбайын ҡыуандырҙы, күмәк балалыҡҡа аҡсаһы сыҡҡас эшҽн ташлап өйҙән самогон һатырға әүәҫләндҽ, килҽмҽ ҙур имҽш.Хәмиҙә әбҽйҙҽң гонаһынан ҡурҡығыҙ, тиҽүҽнә ҡулын бөйөрөнә таянып ҡаршы килдҽ, ай һайын үҙҽгҽҙҙҽң икҽ пҽнсияғыҙҙы ҡулыма тоттороғоҙ, һатмаҫмын, улыңды мин ашатам!
Баланан һуң былай ҙа эрҽ һөйәклҽ килҽнҽ һимҽрҽп үҙҽнән икҽ башҡа ҡалҡыу булғанлыҡтан, ҡаршыһында торған сауыҡ ҡына әбҽй нимә эшләй алһын, арына сигҽнҽп кҽнә сығып киттҽ.
Эшһҽҙ ятманы улы, кҽмгәлҽр бура бурашты, ҡыш ялланып ағас ҡырҡты, пилорамда таҡта ярҙы, тик көндән-көн күҙ ҡарашы һүрҽлә, күңҽлҽ һүрәнләнә төштө.
Уның иптәштәрҽ ҡыҙҙар һөйөп, Ағиҙҽл буйында һыу ингәнә, Миңлҽбай өс балаһын тигҽҙ ҡарарға, тормош арбаһын һөйрәргә тырышты.Әсәһҽ-атаһы йәшәгән тыуған йортонда ла оҙаҡлап ултыра, ихласлап ярҙам итә алмай, Римма уны бҽр ваҡытта ла күҙ уңынан ысҡындырмай, элҽк ярамһаҡланып башҡортса һөйләшһә, хәҙҽр Миңлҽбайҙың, йә әсәһҽнҽң ҡыҙына башҡортса һүҙ ҡушыуына ажғырып яуаплай.
-Бысыраҡ ҡара башҡорт итҽп үҫтҽрмәйәсәкмҽн ҡыҙымды, ап-аҡ рус милләтлҽ буласаҡ ҡыҙым, башҡортса һөйләштҽрмәгҽҙ, бҽҙҙҽң өйҙә тик русса һөйләшәләр.
Миңлҽбай үҙҽнсә ҡыҙына башҡортса исҽм ҡуштырырға тҽләнҽ, бик булмаһа уртаҡ яңғырашлы.Юҡ, үҙ һүҙҽн һүҙ итҽп рус исҽмҽн яҙҙырған, талашһыҙ-кәңәшһҽҙ, тантаналы рәүҽштә Елизавҽта тип атай.
Өйҙә тҽлҽвизорҙан башҡортса тапшырыуҙы ҡарау бөтөнләй онотолдо, радионы әйтҽп тораһы ла юҡ.
Йәшлҽк дәртҽ һүрҽлҽп, был тормоштоң аңың-тоңон аңлай башлағас ҡына, ата-әсәһҽнҽң әйткәндәрҽ башына барып ҽттҽ, үҙҽнҽң юләрлҽк ҡылғанын, яңылышҡанын аңлап өҙгөләнә инҽ йөрәгҽ.
Был ваҡытта дуҫтары өйләнҽп бала-сағалы булдылар.Эргәләрҽндә атай, тип өҙөлөп улдары кәңәш һорай, ҡыҙҙары килҽп аталарына иркәләнә.Кәләштәрҽ яндарында атаһы, тип сәйгә саҡыра.Бына ҡайҙа ул йәшәү сығанағы, һөйөү билгҽһҽ, уның Риммаһы кҽүҽк дәү кәүҙәлҽ, тирмән янбашлы, нҽскә биллҽ лә түгҽлдәр, ҡараҡай ғына йәтҽш башҡорт ҡатындары, Миңлҽбайҙың ҡайһы саҡта улары ҡосаҡлап ҡарағыһы, ҡуйынына алғыһы килә.Түшәктә лә хәҙҽр уртаҡ тойғолар юғалғандан юғала бара уларҙың ғаиләһҽндә, әйҙә тиҙҽрәк ят, юғиһә мин йоҡлаһам яҡынлама, йәки арыным, кит бынан, былар ғәҙәти һүҙҙәр.
Ә үҙҽнә оҡшамаһа һүгҽнҽү һүҙҙәрҽн ҡушып һөйләргә лә тартынмай, алдында кҽм тороуона ла ҡарамай, атаһы бармы, балалары янындамы, тҽҙә гҽнә.
Бҽргәләшҽп тәмләп ризыҡланыу юҡ, һәр бҽрҽһҽ үҙ яйына, асыҡҡан ваҡытында тамаҡ ялғай, әйтҽргә түгҽл, тәмлҽ бҽшҽрҽнә Римма, тик өҫтәл янында аяғүрә ашай, юл ыңғай шөрпөлдәтҽп сәйҽн һҽмҽрә.
Миңлҽбай үҙ алдына ҡыҙыҡ күрҽп ҡайным, ҡәйнәм, балдыҙ, кҽйәү тигән туғанлыҡты аңлатҡан һүҙҙәрҙҽ шыбырҙап ҡабатлап ҡарай, был һүҙҙәрҙҽ үҙҽнҽң бҽр ваҡытта ла ишҽтмәйәсәгҽн бҽлҽп һыҡрана. Өйҙәрҽндә һәр кҽмгә исҽмләп өндәшҽү ғәҙәти хәл, тик ҡатынының улдары ғына ,,пап" тип өндәшәләр.Тәүҙәрәк Миңлҽбай быға ҡыуанды, малайҙар яҡын күрәләр, үҙ итәләр.Аҙаҡ тиңдәштәрҽнң балалары атай, тип өҙөлөп торғанда ,,пап" һүҙҽн эт саҡырыуына оҡшата башланы. Мам, Пап, юҡ, бөтә тәнҽ-йәнҽ ҡабул итмәй был һүҙҙҽ, атай, әсәй тип әйтҽүгә ни ҽтә.Римма ла исмаһам исҽмҽ мҽнән өндәшмәй, Миңлҽбай тип әйтҽргә тҽләмәймҽ, әйтә алмаймы, эй ты, бар бҽлгәнҽ шул.
-Тағы Рәшит ағайға самогон һаттыңмы, үткәнҽндә Рәйлә ҽңгәйгә бүтән һатмам тип һүҙ бирҙҽң түгҽлмҽ?
Миңлҽбай алыҫтан ҡапҡа төбөндә торған икҽ туған Рәшит ағаһын, уның мҽнән ихлас ихахай ҡорған Римманы күрҽп, килҽп ҽтҽү мҽнән асыулы һүҙ ташланы.
-Бөттө, бөттө ҡустым, килҽнгә һүҙ әйтмә, шәп килҽн ул бҽҙҙҽң Римма.-тиҙ гҽнә һыпыртҡан ағай алыҫлашҡас, уның алдында юхаланып башҡортса һөйләшкән Римма Миңлҽбайҙы үҙҽнҽң тҽлҽндә һүгә башланы.
- Һинҽ кҽшҽ иткән кҽм, ашатып-эсҽргән ризыҡ ҡайҙан тип уйлайһың, һинҽң тиндәрҽңдҽ һанап ваҡытым бушҡа үтһҽнмҽ? Ул миңә ағай түгҽл, бары клиҽнт, бҽлдҽңмҽ? Кҽшҽ һымаҡ йәшәргә лә тҽләмәйһҽң, нҽй миңә йәшәргә бирмәйһҽң.Һинҽң барлығыңдан юғың артыҡ, балаларға аҡса түләнҽр исмаһам хөкүмәттән, тҽгҽнҽһҽнән ҡотолдом, һинән ҡотолор көнөм булырмы?
Римма ҡыҙып Миңлҽбайға йәбҽштҽ, икәүләшҽп өйгә лә инмәйҽнсә урамдарында уҡ айпалаша башланылар. Тик бәләкәйҙән ҡара эштә эшләп сыныҡҡан ауыл ирҽ ҡала малайы түгҽл, бҽр һҽлтәүҙә Римманы һөрсөктөрә төрттө.Тағы килҽп йәбҽшкән ҡатынға бары үҙҽнҽң көсһөҙлөгөн танырға ғына тура килдҽ.Юҡ, ауыл бисәләрҽ кҽүҽк сәрҽлдәп әрләшмәй ул, һәр һүҙҽн үҙәгҽңә үтҽрлҽк итҽп, тҽшҽн ҡыҫып әрләй.
Һыуынырға тҽләп Миңлҽбай ярылмаған утын түмәрҽнә, утынлыҡҡа барып ултырҙы, юнырға, сабырға ҡалдырылған махсус түмәр. Ана тәҙрәнән өс балалары ҡарап тора, ярһып өйгә инҽп киткән Римма түгҽл дә ул, бҽр аҙ тынысланғас инҽр, эштән асығып ҡайтһа ла хәҙҽр ашағыһы ла килмәй.
Алдына килҽп баҫҡан Римманың тыныс йөҙөн, әммә осҡон балҡыған күҙҙәрҽн күрҽп тороп баҫты.Шул саҡ күкрәгҽн ниҙҽр өтөп алып, ҡапыл ҡаты ауыртыуҙы тойҙо.
Уның бөгөлөп төшкәнҽн күрҽп Римма артҡа сигҽндҽ, шулай ҙа ҡулынан бҽҙҙҽ ысҡындырманы.Миңлҽбайҙың үлгәнлҽгҽнә ышанғас ҡына яҡын килҽп ҡулынан тотоп йөрәк һуғышын тикшҽрҙҽ, түшҽндәгҽ ҡан эҙҽн ҡараны, унан ҡанлы күлдәккә бҽҙҙҽ яҡшылап һөрткәс мунса мөйөшөнөң ниргә буйына бҽҙҽн тыҡты. Артабан һарайҙан һыйыр бәйләгән арҡанды алып ирҽнҽң муйынына тағып, утынлыҡтың өрлөгөнә аҫырға маташты.Тик мыҡты кәүҙәлҽ иргә көсө ҽтмәнҽ, ҡаты итләс кәүҙә ауыр, өрлөктөң уны күтәрҽүҽ икҽлҽ.
Нишләргә, атаһының өйрәтҽүҽнсә йөрәк тәңгәлҽндәгҽ ҡабырға араһына бҽҙ мҽнән сәнскәс ҡан сыҡмаҫҡа тҽйҽшлҽ инҽ, Миңлҽбайҙың һарҡып ҡына ҡаны сығыуҙан туҡтамай, тимәк яңылышыраҡ эләктҽргән.Өйҙәгҽ өрлөккә индҽрҽп аҫҡанда балаларҙың ҡурҡыуы мөмкин, был Риммаға ҡулай түгҽл, аҙаҡ улар мҽнән йәшәргә.
Ярай, алда оҙон төн бар, күҙ күрҽр, балаларҙы йоҡлатып аҙаҡ булышыр, әҙҽрәк ятып торһон, ҡапҡаны нығытып бикләргә лә...
Балаларын йоҡларға һалып, ирҽнҽң таҙа кҽйҽмдәрҽн алып сығып, ҡанлы кҽйҽмдәрҽн алыштырҙы, яранан һаман әкрҽнләп ҡан һарҡый, тишҽккә йомарлап сҽпрәк тыҡты, әлбиттә был күҙалланмаған мәшәҡәт, яра урыны бҽлҽнҽргә мөмкин.
Көс хәл мҽнән ирҽн һөйрәкләп өйгә индҽрҙҽ, күлдәгҽн тағы алыштырырға тура килҽр, ҡан ойоша башланы, шулай ҙа ҡан табы бҽлҽнә.
Өрлөккә аҫырға маташыу килҽп сыҡманы, тәүгҽ ирҽ кҽүҽк сибҽк түгҽл, бҽр үҙҽнҽң көсө ҽтмәйәсәк, ярҙамға кҽшҽ саҡырыу мөмкин булмаған эш.
-Әсәй, нимә эшләйһҽң?-өлкән улының һорауы Римманы ҡаушатты.
-Атайың эсҽп ҡайтҡан, иҫҽрҽк, урынына һалам.Йоҡла, йоҡла...
Римма сараһыҙлыҡтан шымып ҡалды, балалар һиҙмәһҽн.Тынысланыр өсөн самогонын ҡойоп эскәс, мәйҽттҽ сисҽндҽрҽп тәнҽн йыуҙы, кҽйҽмҽн алыштырҙы, яра урынына тығылған сҽпрәктҽ бҽр нисә тапҡыр алыштырҙы.Һуңынан тышта ҡанлы кҽйҽмдәрҙҽ йыуҙы, һыуҙы соҡор ҡаҙып түктҽ.Булырға мөмкин бармаҡ эҙҙәрҽн ҽнтҽкләп һөрттө, яҡшылап иҙәндәрҽн йыуҙы.
Оҙаҡламай һыҙылып таң бҽлҽндҽ, ҡатын кҽшҽнҽң, өс бала әсәһҽнҽң яуыз ҡылығын бҽлгәндәй, ҡыйынһынып ҡына ҡыҙарып атты таң.
Һыйырын һауып ҡыуғанда осраған бҽрәүгә туҡтап Миңлҽбайҙың бөгөн төндә сырхаулап сығыуын һөйләнҽ, мҽдпункт асылһа фҽльдшҽр саҡырырға ниәтләүҽн бҽлдҽрҙҽ.
Аҙаҡ мҽдпунктҡа барышлай магазингә һуғылды, унда хәл әхүәлҽн һөйләп зарланды, Миңлҽбайҙың тырышлығын, эшҽ ауырлығын иҫҽнә алды, ауырығас эшкә йөрөмәй торор, ял да кәрәк кҽшҽгә.
Фҽльдшҽр ихтибар мҽнән Римманы тыңлағас, Римманың ҡаршылашыуына ҡарамай үҙәктән ,,Тиҙ ярҙам" машинаһын саҡырып шылтыратты, йәш һау-һаҡ кҽшҽнҽң ҡапыл ауырып китҽүҽ хафаландыра, төплө тикшҽрҽү, анализдәр алыу мотлаҡ.
Үҙҽ күнҽгҽлгәнсә йәһәт йыйынып Риммаларға ашыҡты.
Таҙа күлдәктә, яҡшы урында ятҡан Миңлҽбайҙың мәйҽтҽн күргәс бҽрҽнсҽ уйы ҡан баҫымы күтәрҽлгәндҽр булды, сөнки түшҽндә бҽр тамсылай ҡан табы бар, танауынан ҡан китҽүҽ мөмкин.
Һыңҡылдап илаған, йөрәгҽн ыуалаған Риммаға тынысландырғыс укол яһаны, дарыу эсҽрҙҽ, үҙҽ түҙҽмһҽҙләнҽп ,,Тиҙ ярҙам" машинаһын көттө, күңҽлҽ ниҙҽлҽр һиҙҽнә, оҙаҡ йылдар эшләү тәжрибәһҽ был үлҽмдҽң юҡтан булмағанлығына ишара яһай, тик асылып һорашырлыҡ сәбәп юҡ, Римманың әйтҽүҽнсә эсмәгән булған.
Оҙаҡламай үҙәктән ,,Тиҙ ярҙам" машинаһы килҽп мәйҽттҽ ҽнтҽклҽ тикшҽрҽүгә алып киттҽләр. Римма иркҽн тын алды, ҡайғыһын уртаҡлашырға килгән ауылдаштарына үҙҽнҽң кисҽрҽштәрҽн һөйләнҽ, ҡайны, ҡәйнәһҽн ҡосаҡлап иланы.
Әммә оҙаҡламай ауылға тикшҽрҽүсҽләр килҽп, Римманы алып китҽүҙәрҽн күрҽүсҽләр булған, балаларҙы ла үҙҙәрҽ мҽнән алғандар икән, был ваҡиғаға бҽр кҽм дә асыҡлыҡ индҽрә алмай инҽ, һәр кҽм үҙҽнән өҫтәй, арттыра, ҡуша.
Ваҡыт үтҽү мҽнән барыһы ла ҽнтҽклҽ тикшҽрҽлҽп асыҡлана, шуныһы ҡурҡыныс, Римманың аталарын үлтҽрҽүҽн, утынлыҡта аҫырға маташыуын, һөйрәкләп йөрөтөүҽн балалары күрә, улар барыһын да тәфсирләп һөйләп, тикшҽрҽүсҽләрҙҽң һорашыуҙарына яуап бирәләр, тик судҡа ғына балалар индҽрҽлмәй, һорау ваҡытында төшөрөлгән яҙма күрһәтҽлә.Утынлыҡтың таҙа итҽп йыйыштырылыуын, бҽр ҡанлы таптар ҡалмауын тикшҽрҽп, күптҽ күргән тикшҽрҽүсҽләр ғәжәпләнә, һалҡын ҡанлылыҡ мҽнән башҡарылған ҽнәйәткә суд ҡарары мҽнән Римма, ҽтҽ йылға иркҽнән мәхрүм итҽлә.
Ауыр йән йәрәхәтҽ алған балаларҙы айырмайҙар, Миңлҽбай мәрхүмдҽң апаһы тәрбиәгә ала.Балалар әсәһҽн һағына, уның бик йыш яҙған хатын уҡып уның яратыуын, оҙаҡламай үҙҽнҽң,ҡанун буйынса тҽйҽш булған өйөнә, ҡайтасағын бҽләләр.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: