Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
15 Август 2022, 13:18

«Күгәрсен үлгән» тауында. Хикәйә. Ринат Шәйбәков

Интернет селтәрендә Башҡортса википедияла меңдәрсә мәҡәлә яҙып “Викиөләсәй” тип танылған,киң билдәле шағирә ауылдашының тыуған төйәк атамалары тураһындағы берләшмәлә бер нисә һүҙҙән торған атамалар тураһында яҙмаһын уҡығас, беҙҙә лә ундай атамалар байтаҡ таһа, тип иҫләп ултырҙы Ришат. “Бисәләр өмә иткән” яланы, “Байлар ҡунған”, “Үрге...”, “Бирге ыласын ояһы” тауҙары, “Баш элгән” урманы, “Эт һалған” күл, “Ат үлгән” кисеүе, тағы әллә ниндәйҙәре... Шулар тураһында фекерен яҙып ултырғанда, ҡапыл һуңғы атама үҙе өсөн бик мөһим булған ваҡиғаны иҫенә төшөрҙө лә ҡуйҙы. 

«Күгәрсен үлгән» тауында. Хикәйә. Ринат Шәйбәков
«Күгәрсен үлгән» тауында. Хикәйә. Ринат Шәйбәков

Эйе, үҙҙәре сығарған йырының юлдары ла ҡолаҡта сыңлай башлағандай булды:
...Күгәрсен үлгән тауында
Күгәрсендәр күрмәнек...
Нур сығарғайны ул йырҙы, эй моңло булды ла инде. Хәйер, ҡалған өсәүһе лә тауыштары бармы-юҡмы, ул башлаһа, ҡушыла инеләр...
...
- Мөдир, йыраҡмы әле?
- Хәҙер, малайҙар, тағы әҙерәк барһаҡ, етәбеҙ!
Бөтә кәрәк-яраҡтарын йөкмәп алған дүрт егет, ара-тирә шулай хәбәрләшеп, ашыҡмай ғына лесовоз тәгәрмәстәре йырып бөткән юлдан килә торғас, “мөдир” ҡушаматлыһы:
- Ана, эшселәр будкаһы, еттек тиһәк тә була! Әйҙәгеҙ, ошонан йылға аша сығайыҡ та, берәй уңайлыраҡ ерҙе ҡарап туҡтарбыҙ!
Тау аҫтында бәләкәй генә яланлы яр башына туҡтанылар. Әйберҙәрен бер йыуан ҡарағай төбөнә өйҙөләр ҙә, сәй ҡайнатыу хәстәренә тотондолар. Тиҙ генә ҡоро-һары йыйып килтерҙеләр, Нур ут яғып ебәрҙе. Таған әтмәләп, сәйнүккә һыу алып элделәр. Рәжәп, тәмәке ҡабыҙҙы ла:
-Йә, Мөдир, ҡайҙа инде диләнкәң!
- Ҡаршығыҙҙағы тау беҙҙеке, малайҙар! Хәмиҙулла ағай ҡыш көнө бер генә бағана юнды ла: “Энекәш, ошо тауҙың был яҡ битләүендә күпме ҡырҡа алаң, вис ағас һинеке, теге яғына бик барырға теләһәң дә бара алмаҫһың, был яғын да үҙең күреп тораң, йәһәннәм!” – тигәйне.
- Әәә, ана юнылған бағана күренә, шулмы?
- Шул инде, бында бүтән кем йөрөр, тиң!
- Дәә, тапҡанһың урын! Ошо йәһәннәмгә килеп ҡырҡмаһаҡ,- тине Рәжәп эре һары тештәре аша сыртлатып төкөрөп.
- Бындай ерҙән леспромхозға, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса, диләнкә бирелмәй, шуға һәйбәт ағас тороп ҡалған да.
Белеп бөтһә икән егеттәр, был яҡҡа килеп сығыуҙың әтнәкеләрен...
...Ришат әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, берәй йыл әҙерләнмәй тороп, уҡырға барырға самаламаҫҡа булды. Элекке клуб мөдире тимер юлға эшкә китер булғас, шул бушаған урынға урынлашты ла ҡуйҙы. Йәнәһе, ҡышҡы кистәрҙә әҙерләнергә ваҡыт күп буласаҡ. Клуб менән китапхана элекке иҫке мәсет йортонда урынлашҡан. Бында ҡасандыр мәктәп тә булған, мәғариф усағына яңы бина төҙөгәстәр, бушағанын клуб иткәндәр. Мәҙәниәт идаралығы эш хаҡын өҫтәп түләмәһә лә, китапханаһын да, клуб эше менән бергә алып барырға ҡуша. Шуға ла ауылда шаяныраҡ ағайҙар Ришатҡа исемен әйтеп тормай ғына “мөдир”, тип ошо вазифалары менән генә өндәшә ине, аҙаҡ барыһы ла шулай атап алды ла китте...
Егерме саҡрым алыҫлыҡта ятҡан ауыл Советына сессияларға саҡырталар. Шунда яңы мөдир һыуыҡ, иҫке бина урынына яңыһын төҙөп булмаймы, тип һорау биргәйне.
“Шул эште етәкләрлек кешеһе генә юҡ ине, тотонорҙай булһаң, бөгөндән аҡса табабыҙ”-, тине рәйес. Бер ни тиклем уйланып йөрөгәс, ә ниңә тотоноп ҡарамаҫҡа һуң тип, лесничествоға барҙы. Унда, әйҙә, ағас таба алһаң, диләнкә ярырбыҙ тигәстәре, бер нисә урында ярарлыҡтай ағас ҡарап ҡайтты, белгән генә ағайҙарҙы ла алып барҙы. Тик, ул ерҙәрҙәге ағастарҙы ҡырҡырға рөхсәт бирмәнеләр. Йә әле йәше етмәгән, йә башҡа сәбәп таптылар. Аптырап йөрөгәндә ауылдаш ағайҙың күрше лесничествола лесничий булып эшләгәне иҫенә төштө. Март аҙағында ҡырҡ саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Ямаш лесничествоһына сыҡты ла китте.
Шәриф ағай эште ҡыҙыу тотто, шулай уҡ ошонда урман ҡараусы булып эшләгән ауылдашы Хәлим ағайҙы саҡырып алды ла: “Бар, ҡайтып атыңды егеп кил дә, ...-се кварталда ҡарағай ағасы үҫә бит, шунда диләнкә ярып бир”, тип ҡушты. Шул көндө үк диләнкә ярҙылар, конторға кире килгәс, Шәриф ағай:”Теләһә ниндәй ваҡытта ҡырҡ! Документ төҙөүе ҡыйын булмаҫ аныһы”.
- Ниңә ауыл тирәһендә ярманылар икән? Беләм, матур ғына урындар бар ҙа инде. Һәй,туғаным, һинең һолоң, бойҙайың юҡ шул, табырҙар ине, мин дә юҡты һөйләп торам инде, - тип түбән яҡ колхоздарға ағас эшләткән ағайҙар өсөн ағасты һәр саҡ тапҡандарына ишараланы. Ысынлап та, теге ярып ҡараған диләнкәләрҙең береһенә Ҡырмыҫҡалы районына ағас эшләтеүсе бер ағай үткән аҙна билет алып ҡайтҡайны...
Яҙын бара алманылар, бесән еткәс тағы тотҡарландылар. Сентябрь башында ғына ике класташы - Нур менән Рәжәп, тағы мәктәпте үҙҙәренән түбәнерәк класта уҡып бөткән Ғәйсәр барырға риза булдылар. Күрше ауылға йәйәүләп, ә Ямашҡа ауылдың эшселәрен йөрөткән леспромхоз машинаһына ултырып барып еттеләр. Шәриф ағай конторала ине:
- Мин һине килмәйҙер тип уйлағайным, - тине, - ярай, ағастың ҡайҙа икәнен беләһең, барығыҙ ҙа ҡырҡа башлағыҙ, теге аҙна башында Ҡамайылғаға, лесхозға барып, диләнкәне дәкүминтләп ҡуйырбыҙ. “Дружба” бысҡығыҙ ҙа юҡ икән, беҙгә әлегә әллә ни кәрәк түгел, берәүһен биреп ебәрәм, ун литрлыҡ канистр менән бензин да алырһығыҙ. Шул саҡ контораның икенсе яғындағы квартираларынан ағайҙың ҡатыны Нурйыһан апай килеп инде:
- Үҙебеҙҙең ауылдаштар килгән дәһә, әйҙәгеҙ сәйгә! Юлдан килгәндәр бит, ниңә шунда уҡ алып инмәнең, - тип шелтәләп тә алды ағайҙы. Апай сәй эсереп, аҙыҡлы ат арымаҫ, тип бер артмаҡлы муҡсай бәрәңге лә бирҙе. Бөтһә, килеп алығыҙ, оялып ас ятмағыҙ, тип тә иҫкәртте. Әйткәндәй, ауылдаштары байтаҡ килеп төпләнгән леспромхоз базаһы был яҡҡа күскәс барлыҡҡа килгән ауылға.
- Әле леспромхоздың Моторинда будкаһы бар. Башҡа юл юҡ, машина юлынан тайпылмаһағыҙ, шунда барып төртөлөрһөгөҙ. Эшселәр унда ашап-эсеп йөрөй, аттарҙы ҡарауыллаусылары бар. Эшселәр кискелеккә ауылдағы баракка йоҡларға ҡайта. Бабайға һеҙҙең менән күңеллерәк тә булыр, шунда ҡунып йөрөрһөгөҙ. Диләнкә будканан бер биш йөҙ метр ғына йылға ашаһында, унан башҡа осло тау юҡ ул тирәлә. Ағас йыҡҡанда һаҡ булығыҙ, тау текә, ботап бөткәс үк турамағыҙ, ағас ятышынан төптән бер нисә метр ҡабыҡтың ҡатыршы өлөшөн әрсеһәгеҙ, ағасығыҙ аҫҡа тиклем шыуыр, кәрәк размерға шунда турарһығыҙ, - тип өйрәтеп, кәңәштәр бирҙе. - Магазинда Хәбир ағайығыҙ эшләй, нимә кәрәк, алығыҙ, икмәк тә бирер. Ашарығыҙға бөтһә, кистән эшселәр менән ҡайтып, кәрәк нәмәне алһағыҙ, иртән кире тағы улар менән килергә була. Бөгөн тәпәйләргә тура килә инде, нисауа, яйлап барып етерһегеҙ, һалдат бутҡаһын ашаған егеттәр ҙә һеҙ, - тип оҙатып ҡалды Шәриф ағай...
...Рәжәптең ”тапҡанһың һин дә диләнкә ярыр урын!”, тигәненә Ришат:
- Уның ҡарауы, ағасты трелевкалап тормаҫбыҙ, аҫҡа шыуып төшкәнен турап, күҫәкләп кенә өйөп ҡуйырға була. Аҡсаны трелевка өсөн дә түләрмен...
- Дәә, Мөдир, бик матур һайраның. Тауҙың исемен нисек тине әле Шәриф ағай?, - тип Нур Ришатҡа төбәлде.
- Күгәрсен үлгән, тине шикелле.
Егеттәр тауға оҙаҡ итеп ҡарап торҙо...
Тәүге көндәрҙә эш ыңғай ғына барҙы, бысҡы матур эшләй, Ришат, Нур алмашлап бысалар, береһе бысҡанда икенсеһе оҙон ҡолға менән этеп тора. Рәжәп менән Ғайсар балта менән йығыр яҡтан ағаста “подруб” алалар.Бер нисәне ауҙарғандан һуң ботаҡтарын ботайҙар. Атаһы электән моторлы бысҡы тотҡас, Ғайсар рәтен белә, бысҡының сылбырын үткерләй һалып бирә, карбюратор “сөскөрә” башлаһа, уны асып таҙарта. Араларында тәжрибәлерәк Нурҙың ни әйткәнен тыңлап ҡына торалар.
Эштең өсөнсө көнөндә йыуан бер ҡарағайҙы бысҡанда ағас ятышы үргә булһа ла, подрубты аҫ яҡтан алдылар. Күмәкләп еңә алыуҙарына ышандылар, тау үренә табан ҡолаһа, төп яҡ алда булғас, ағас шыумаясаҡ, турап аҫҡа төшөрөүе мең этлек буласаҡ. Шуға ла икенсе ҡолға менән Ғайсар ҙа этәй, Рәжәп әҙерләнгән шыналарҙы балта төйҙәһе менән ҡағып бара. Тик ағас бер ҙә генә бирешмәй, киреһенсә, бысҡыны ҡыҫты ла ҡуйҙы. Бер нисек тә еңә алмағас, Нур бысҡыны һүндерҙе лә Рәжәпкә:
- Сап бер яғынан, подруб өҙөлһә, әйләнә ул ағас, - тине лә, Ришат менән Ғайсарға, - ә һеҙ нығыраҡ этәгеҙ, алып булһа, мин бысҡыны тартып алырға тырышам, -тине. Рәжәп үҙе торған яҡтан байтаҡ тумырғас, ағас яйлап ҡына урынында әйләнә башланы ла, йыуан ботаҡлыраҡ яғы еткәс, аҫ яҡҡа гөрһөлдәп ауҙы. Тик Нур ғына бысҡыны тартып ала алманы, ағас менән бергә китте. Йыуан ағас әйләнгәндә бысҡы ағастың аҫтында ҡалмаһа ла, йәнәшәләге ағасҡа килеп бәрелде. Ярай, бөтөнләйгә иҙелмәгән, “йөрәге” иҫән, әммә рамын стойкаға беркетә торған пластина һынып сыҡҡайны. Бер-ике ағасты, рамды тимер сыбыҡ табып нығытып, бысып ҡаранылар ҙа, эш барырҙай булмағас, туҡтанылар. Арҡыры бысҡылар менән кискә тиклем маташтылар. Кискә табан эштең ныҡ яй барыуына йәндәре көйөп ултырғанда, Ришат:
- Малайҙар, әйҙәгеҙ Ямашҡа, хәҙер эшселәр ҡайта, машинаға өлгөрәйек! Унда леспромхоз складында моғайын запчасть табып булыр. Бер юлы икмәк, кәнсер-маҙар, туҡмас-фәлән алырға ла кәрәк. Барактарында урын булыр әле, йоҡларбыҙ шунда,- тигәс, тиҙ генә йыйындылар ҙа машинаға йүгерҙеләр. Өлгөрҙөләр. Базала склад мөдире күренмәне, өйөнә ҡайтып киткәйне. Ауылдаштары Хәсән ағай:
- Һеҙ Хәлимә апайҙың өйөнә барығыҙ, мужыт иртәгә иртәрәк килтерә алырһығыҙ, бауайы беҙҙең ауылдыҡы, Дәүләтғәле ағайға үҙегеҙҙең ҡайҙан икәнегеҙҙе танытығыҙ, - тип өйөн өйрәтеп ебәрҙе. Барып тапҡас, Ришат иптәштәрен ҡапҡа тышында ҡалдырып, өйгә инде. Унда ике өлкән йәштәге ағай өҫтәл артында бал эсеп ултыра, хужабикә өйҙә юҡ. Эстәкәндәргә бал ҡойоп ултырған ҡартырағы:
- О, Сәлим улым килгән дә, әйҙә-әйҙә үт-үт, ултыр, -тип ҡысҡырып ебәрҙе. Ришат:
- Мин, Сәлим түгел дә ул, Дәүләтғәле бабай. Хәлимә әбейгә йомош менән килгәйнек, “Күгәрсен үлгән”дә клубҡа ағас ҡырҡып ятабыҙ, -тип әйтеп ҡарағайны ла, ҡыҙмаса булып алған бабай:
- Һин теге юлы ла мине алтатҡайның, Ғарифулла энекәйҙең малайы ла һин, был юлы алташтыра амаҫһың, дауай ултыр, өҫтәл артына, -тип эстәкәнгә бал ҡойған ыңғайы бармаҡ янай-янай Ришатты орошоуын дауам итте:
- Үәт малай, атайыңғошап һин тә шыма ғына икәнең, мине алтай амаҫың. Ғарифулланың малайларын туңҡайып торһалар ҙа таныйым мин...
Ул арала һауған һөтөн тотоп, хужабикә лә килеп инде. Бабай:
- Хәлимә, мына, Сәлим улым кигән тә - Сафа ағайымтың күршеһе Ғарифулла энекәштең малайы. Һинтә йомошо бар. Ишетһен ҡолағың, нәмә кәрәк, вис биреп ебәр!, - тип бойорҙо әбейенә. Сәлим сараһыҙҙан үҙенең яңы роленә күнеп, апайға бысҡыларының ватылыуы, нәмә кәрәклеген аңлатты. Складында булып бирә алһа, иртәрәк килеп, иртәнге машинаға өлгөртмәҫме икәнен үтенде. Дәүләтғәле бабай Ришатҡа иптәштәрен дә саҡырып керетергә, әбейенә малайҙарҙың тамағын туйҙырырға ҡушты. Ришат сыға һалып: “Әйҙәгеҙ, тамаҡҡа ашап сығайыҡ, белегеҙ, минең исемем Сәлим. Сафа бабайҙың энеһе Дәүләтғәле бабай мине “һин күрше Ғарифулланың малайы”,- тей ҙә ҡуя. Әбейе лә иртәрәк килергә риза булды, бабай мине Сәлим тигәс, Мөдир тиһәгеҙ тиегеҙ, тик исемде әйтеп ҡуймағыҙ, йәме!”, - тип иҫкәртте.
Ашанып алғас, баракҡа йоҡларға киттеләр. Унда кәрт һуғалар, ҡыҙыҡ хәлдәр һөйләйҙәр, бер-береһен кәзекләйҙәр. Бигерәк тә бер ҙур кәүҙәле, кәкре оҙон танаулы урыҫ ағайға көн юҡ, хатта берәй ҡыҙыҡ һөйләгәндә лә “Лүнкә һымаҡ был да...”, тип башлайҙар. Ағай башҡортса һыу һымаҡ эсә, ояла, унан тәмәке тартырға сығып китә. Бер сыҡҡанында Нур Хәсән ағайҙан тегенән ниңә көлгәндәрен һорағас, ағай көлә-көлә аңлатты. Барак йыйыштырыусы мәрйә ауыҙынан сыҡҡан лаҡап икән. Лүнкә мәрйәне түшәк бүлешергә ризалатҡан, имеш. Быны белгән әхирәттәре ”Йә, нисек һуң, Лүнкә?” тип һораша икән. Мәрйә тегеләргә: “ Эй, ҡуйығыҙ, һорамағыҙ ҙа шуны. Танауына ҡарап риза булғайным...”, тип яуаплаған. Шунан һуң лаҡап таралған. Әле һаман эшселәр теленән төшкәне юҡ. Тағы бер ағайға “Кампот”, тип өндәшәләр. Уныһы ниндәйҙер ғәйебе өсөн ултырып ҡайтҡас: “Тегендә шәп, көн һайын жареный компот бирәләр”, - тип ысҡындырғас эләккән ҡушамат икән...
Төрлө ҡыҙыҡ хәлдәр, мажаралар, лаҡап, һулға йөрөүҙәр менән маҡтанышыуҙарҙы тыңлап ятып, һуң ғына йоҡоға китһәләр ҙә, иртән иртүк тороп, леспромхоз складына килделәр. Хәлимә әбей унда ине инде. Иң тәүҙә һынған пластина урынына яңыны табып бирҙе, өҫтәп ике яңы бысҡы сылбырын тиҙ генә кеҫәгә тығырға ҡушты, өр-яңы стартер ҙа тотторҙо. Ришат бысҡының сылбыры йөрөй торған полотно ла һорап алды, сөнки иҫкеһе ағас ҡыҫҡас ҡыйшайғанға оҡшай ине. Хәлимә әбей егерме литрлыҡ канистр һондо ла: “Анауынан бензин тултырып ал!,- тип мискәне күрһәтте. Бензинды шланг менән тултырып бөтөп, ҡапҡасын матурлап ябып торғанда ишектә Хәбир ағай күренде:
- Ришат, һин бында ни эшләп йөрөйһөң?
Ришат тиҙ генә Рәжәпкә:
- Ришат бар алып сыға тор! - тип канистрҙы тотторҙо, үҙе һиҙҙермәй генә ағайға күҙ ҡыҫты. Хәбир ағай ҙа эштең ниҙә икәнен аңлап, һүҙҙе икенсегә борҙо:
- Бында киткәнегеҙҙе күреп ҡалғайным. Әле ваҡытығыҙ бар! Егеттәр, магазиндан берәй нәмә кәрәкмәйме?- тине.
- Кәрәк ине шул, - тигәс, бергә сығып, магазинына табан йүнәлде. Юлда Ришат ағайға Дәүләтғәле бабайҙың үҙенең Сәлим түгел, тигәненә ышанмауын аңлатты, саҡ тотторманың, тип көлдө.
- Һәйбәт апай ул, алдашмаһағыҙ ҙа бирер ине, беҙҙең ауылдыҡыларҙы үҙ итеп кенә тора ла ул...
- Һуң, алдаштырырға кисә ҡыҙмаса булған бабай үҙе мәжбүр итте , -тип аҡланды Ришат. Хәбир ағай ҙа прилавка аҫтынан леспромхоз эшселәренә генә тәғәйенләнгән ит консерваларын сығарып тотторҙо, макарон, ярма, маргарин, шәкәр, байтаҡ икмәк, тағы тәмәке алдылар...
Күңелдәре күтәрелгән урмансылар диләнкәгә тиҙ килеп етте. Эш тағы ла гөрләне. Ришат ике көн Ҡамайылғала, Иҙелбашында билет артынан йөрөгәндә лә эш туҡталмаған.
...Лесхозда, картаһынан ҡарап, делянка ярылған чертежды тикшереп ултырған урман инженеры: “Ағас рөхсәт ителгән ерҙә түгел”, - тип Шәриф ағай менән Ришатты сығарып ебәрҙе. Ағай лесхоз болдорона сығып:
- Бар энекәй, Чапайға йүгер, тауҙы күсерергә кәрәк!, -тигәс, Ришат йүгереп кенә барып, Чапаев урамындағы араҡы һатылған магазиндан ярты йәшник ҡыҙыл араҡы килтерҙе. Ағай: “Уларға ошолары таман булыр!” - тип килтергән араҡыларҙың яртыһын бүлеп алып, кире инеп китте лә ярты сәғәттә эште “бешереп” тә килеп сыҡты. Унан бухгалтерҙан счет яҙҙырып алғас, икәүләп ашханала ашап алғандан һуң, ағай: “Инде был счет менән Иҙелбашына бараһың, банктан үткәрергә кәрәк! Шуны эшләп ҡайта алһаң, ҡалғаны минең эш, билетты силсәүиткә ҡалдырырым”, - тип аңлатты. Ришат: “Ҡалған яртыларҙы үҙеңә ал”, - тиһә лә баш тартты: “Ҡайтҡас, егеттәреңә кистән тәмләтеп ятҡырырһың”, - тине Шәриф ағай. Поезға тиклем ваҡыт үткәрергә станцияға яҡын йәшәгән Нурҙың ағаһына ингәйне, ул: “Һин был диләнкәнән килгән кейем менән йөрөмә инде ҡалаға”, - тип үҙенең курткаһын кейҙереп ебәрҙе. Иртәгәһен мәҙәниәт бүлегендә: “Банкҡа беҙҙең дә бараһы бар, аҡсаны үҙебеҙ күсерербеҙ бөгөн үк!”,- тип ҡағыҙҙарҙы алып ҡалдылар. Райсоветтың мәҙәниәт бүлеге мөдире эштең башланғанын ишетеп ныҡ шатланды. Ришатты Силәбеләге мәҙәниәт институтына барырға димләй башланы. Уйлап ҡарарға вәғәҙә биреп, хушлашып ҡайтып китте мөдир. Иртәгәһенә төшкә егеттәр эргәһенә саҡ килеп етте. Атлап килеп бер аҙ арыһа ла, төштән һуң эшкә сыҡты.
Киске аш ваҡытында егеттәрҙе һыйлап та алды Ришат. Ҡарауылсы Дус ҡушаматлы бабайҙы ла күстәнәстән ауыҙ иттерҙеләр. Бабайға, дөрөҫ булһа, тараҡан үлтерә торған “Дуст”, тип аталған дарыу һипһәң дә бирешмәҫлек булғанға ҡушылған, тиҙәр был ҡушамат, аҙаҡҡы “т”-һы ғына төшөп ҡалған.
Заманында уны “халыҡ дошманы” итеп лагерға оҙатҡан булғандар, күргән нужаларын бер көн һөйләгәйне бабай. Нур менән Ғәйсәр Телмәй йылғаһында бер нисә тапҡыр сыраҡлап та алды. Улар, эштән туҡтап, тамаҡ туйҙырғандан һуң, бер-ике сәғәт йылға буйлап йөрөп әйләнәләр. Тотҡан балыҡтарын тышта ҡалдыралар, тик иртән тороуға бер-нисә бәләкәйе генә тороп ҡала ла ҡуя. Аптырап та бөттөләр, аҙаҡ Ришат, осраҡлы рәүештә генә, балыҡтарҙың юғалыу сәбәбен асыҡланы. Бер төндә кесе йомош менән сыҡһа, будканың күтәрмәһенә ултырып алған Дус бабай бер балыҡты үткер бәкеһе менән буй таҫмаларға телеп тоҙ һибеп ашап ултыра. Иртәгәһен, нисек итеп сей балыҡты ашай алыуы менән ҡыҙыҡһынғас, башынан үткәндәрҙе бер аҙ һөйләне. Бик күпте күргән, кисергән булып сыҡты, шулай булһа ла йор һүҙлелегенә, йәшәүгә дәрте һүнмәгәнлегенә аптырарлыҡ ҡарттың. Малайҙарын да һөйләп ала. Атаһын ял көндәрендә алмаштырған бәләкәй малайы ла үҙенә оҡшап бик теремек. Бабай, өйҙә тыйып тотҡоһоҙ шайтан улар, тип һөйләй ҙә, минең шәп ярҙамсылар, мин бында саҡта өйҙәге бөтә эш улар ҡулында, тип ғорурлана. Кесе малайы тураһында бер ваҡиғаны һөйләп көлдөрҙө бабай: “Үҙенән оло, тип тормай ағаһын да ҡурҡыта әле ул. Бер ваҡыт, бәләкәйерәк сағында ағаһын баҫтыра икән, уныһы мейес уралып, энекәшен тоттормай ҡасып тик йөрөй икән. Тота алмағас, был әсәһенә ҡысҡырып:
- Инәй, инәй! Ағайымты тот! Ағайымтың инәһен...!.. -тип һүгенә икән”.
Леспромхоз эшселәре малайҙан: “Ағайыңтың инәһен “шулайтаңмы”, әй?”, -тип әйләнгән һайын ниңә кәзекләгәндәрен төшөндө хәҙер Ришаттар.
Һыйлағас, бабай ҙа йомартланып китте. Ришатҡа:
- Аттар кәрәк булһа, егегеҙ! Барыбер әле йүнле эш юҡ уларға. Ҡамыт, вәлүктәр будка аҫтында, иртәгә малай килер, мин ҡайтып мунса инеп киләм, уға әйтеп ҡайтырым,-тине, унан:
- Ҡарағыҙ уны, ҡамыт менән аттарҙың муйынын һуҡтырып ҡуймағыҙ, -тине.
Иртәгәһенә леспромхоз эшселәре ҡайтып киткәс, ике атты һайлап алып, байтаҡ йыйылған ағастарҙы яр буйына ташып бер урынға бунттарға өйҙөләр. Йыраҡ тарттыраһы түгел, эш ырай. Шулай тағы бер-ике тапҡыр ҡабатлай алды әле егеттәр. Ағас өйөлә барғас,эш һөҙөмтәһе лә күренә, егеттәр ҙә күтәреңке күңелдә...
Шулай ҙа эш ауыр, оҙаҡҡа ла китте буғай, ауыл тураһында ла йышыраҡ һөйләнә хәҙер егеттәр!
- Инде бер ике-өс көн тырышһаҡ, эште тамамларбыҙ ҙа әле егеттәр, -тип дәртләндерә Ришат...
Көндәр һәйбәт тора, тик леспромхоз эшселәре генә “Моторин”да эштәрен тамамлап, инде икенсе урынға күсәбеҙ, тип ялға ҡайтып киттеләр. Будка әле ҡала икән, тик аттар бүтәнсә булмауы ғына бер аҙ күңелде төшөрә биреп ҡуйҙы. Ришат:”Нисауа, атайымдың аты менән килеп, бер ике-өс көндә өйөп ҡуйырға булыр ул ҡалғанын”, - тип йыуата үҙен.

Ул көндө лә дәртләнеп эшләнеләр. Төшкөлөккә туҡтар алдынан элек шыуҙыра алмаған бер йыуан ғына ҡарағайҙы аҫҡа төшөрөп ҡуяйыҡ, тип тотҡарландылар. Төптән кәкрерәк тә, бурһыған да булғас, бер өс метр ҡырҡып ташларға булдылар ағасты. Ришат үҙе тотондо, быса биргәс, ағас ҡыҫа башланы, Рәжәп балтаһын ҡуйып Ришаттың балтаһы менән төйҙәһенә һуғып бер аҙ бысҡан урынды асты. Бысҡы сылбыры матур ғына әйләнеп быса башланы. Ғайсар шул саҡ:
- Малайлар, бында бер ботаҡ ҡаҙалған булған та, бына ниңә шыумаған икән, - тип ботаҡҡа саба ла башланы. Ришат:
- Туҡта, сапмай тор, - тип ҡысҡырҙы, үҙе бысҡыһын һурып алып, икенсе яҡтан бысырға, тип ниәтләп, ағасты аша сығырға уйланы. Шул арала Ғайсар, ҡысҡырғанды аңғармағанмы, ботаҡты сабып та өҙгән. Шуны ғына көткәндәй, ағас яйлап ҡуҙғала ла башланы. Ашыҡҡан Ришат, аяғы элмәк һымаҡ ағас аҫтына ҡыҫылған сыбыҡҡа эләгеп, ағасҡа ултыра төштө лә ҡуйҙы. Ул арала тиҙлек алып өлгөргән ағас, алға ҡарап атланған, һүнмәгән моторлы бысҡыһын ике ҡуллап тотҡан мөдирҙе аҫҡа табан алып төшөп китте. Нур:
- Бысҡыны ырғыт, һикер!, -тип асырғанып ҡысҡырҙы. Тик, бысҡы ла йәл, үҙе ырғыһа ла тирә-яҡ тулы түңгәк, балта менән ҡыя сабып киҫелгән нәҙек ағас төптәре һөңгөләр һымаҡ һерәйеп тора...
Ришаттың бар ғүмере, яҡындары, дуҫтары йәшен тиҙлегендә күҙ алдынан үтә: “Их, өйҙәгеләр менән йүнләп хушлашмай ҙа сығып киттем бит...”. Инәһенең хафалы йөҙө күренеп ҡала, атаһының:”Ағас эше бик хәүефле, оло кешеһеҙ йөрөмәгеҙ!”, - тип әйткәндәре ҡолағына ишетелгәндәй...
Нур дуҫына нимә булырын ҡарамаҫ өсөн ергә ауҙы, бигерәк хисле егет: “Гел бәйләнеп, ризаһыҙлыҡ белдерә инек, исмаһам, ғәфү үтенә лә белмәнек”, - тип өҙгөләнә. Ғайсар:”Их, Мөдир, ниңә тәүҙә үк һикермәнең икән? Ах, бөттө бит малай, минең арҡала...” – тип ултыра төшкән көйө күҙен сытырлатып йомған. Рәжәп аҡырып илай-илай аҫҡа йүгерә...
Ә ағас ҡыуаҡтарҙы, вағыраҡ ағастарҙы тапап, оҙон йылан һымаҡ борғаланып, аҫҡа шыуа. Ҡаршыға осраған ваҡ ҡыуаҡ сыбыҡтары биткә ауырттырып һуғыла, бер йыуан ғына ботаҡтан башын артҡа ташлап өлгөрөп саҡ ҡотолдо. Ағас аҫтараҡ, бысылып бөтмәгән диләнкә өлөшөнә килеп инеп, йәнәшә генә үҫкән ике ағас араһына ҡыҫылып яйлаңҡырап, аҙаҡ бөтөнләй туҡтамаһа, был шыуыу нимә менән барып бөтөрө билдәһеҙ ине. Ришат ултырған урынға метр самаһы ер ҡалған. Егет инерция менән алға китте, бысҡыһы һаман ҡулында көйө ағастан йығылып төштө. Ул арала аһылдап Рәжәп килеп етте, һаман да һушына килә алмай ятҡан Ришаттың ҡулынан, бар көсөнә аҡырған бысҡыны алырға маташты, тик ҡулдар бысҡыны шул тиклем ныҡ тотҡан, ысҡындыра алманы. Ҡулына ҡағылғас, Ришат күҙҙәрен асты. Рәжәп быны күреп үҙен-үҙе белмәй, бар көсөнә тау үренә ҡарап ҡысҡырҙы:
-Те- тере, малайҙар, тере-е-е!!!
Ҡобараһы осоп, ап-аҡ булып, аһылдашып йүгереп килеп төштөләр. Нур бысҡыны һүндерҙе. Унан, Ришаттың ҡулынан ысҡындырҙы ла уны ҡырға атып бәрҙе. Ҡуҙғала башлаған иптәшенә торорға ярҙам итеп:
- Һине бөттө был, тип, күрмәҫ өсөн ергә ҡапландым да яттым, иптәш!, - тине. Унан Ғайсарға уҫал ҡарап аҡырҙы:
- Нимә, башың эшләмәйме әллә, күрәләтә һәләк итә яҙҙыҡ та...
Ғайсар тотлоға-тотлоға аҡлана:
- Я-яңылыш са-саптым бит малай, те-теге ваҡыт ҡуҙғатып булмағас,уйламаным да шыуыр, тип...
- Бына, хәҙер ямайым елкәңә, башың эшләр шунта, - тип, йоҙроғон төйнәгән Нур, уға яҡынлаша башланы. Ришат тиҙ генә уларҙың араларына төштө.
- Йә, егеттәр, бер нәмә лә булманы бит, етәр һеҙгә!– тип уларҙы араланы ла, көлөп ебәрҙе - Ну шәп елдерҙем дә һуң, ивет ә!
- Ағас аҫҡа еппәреп шыла, һин ағас өҫтөндә, газға шул тиклем баҫаң!
Бысҡы аҡыра! Бындай “моторлы” ағасты күргән юҡ ине лә, - тип, Рәжәп аҡҡан йәштәрен бысраҡ ҡулы менән һөртә-һөртә шарҡылдап көлә башланы. Иптәшенә һуғырға ниәтләгән Нур бите бысраҡҡа буялған, тыйыла алмай көлгән Рәжәпкә әйләнеп ҡарап торҙо ла ҡушылып көлә башланы. Уға Ришат эйәрҙе, йөҙөнә нур йүгергән Ғайсар ҙа... Былай ғына туҡтай алмай, ергә ҡолап, тәгәрләй-тәгәрләй күҙҙәренән йәш аҡҡансы көлдөләр...
Эш ҡайғыһы китте быларҙа, аҫҡа төшөп, оҙаҡ ҡына тәмәке тартып ултырғандан һуң ғына, ут яғып сәй ҡайнатырға кәрәклеген иҫкә төшөрҙөләр. Ришаттың “осошо” ваҡытында сыбыҡ-фәләнгә бите генә бер-ике урындан сыйылып, башҡа зыян-фәлән булмауына шатландылар барыһы ла.
...Кискеһен, ҡалған бер шешә шарапты астылар.
- Бында рөхсәт бирмәй дөрөҫ эшләгәндер ҙә инде инженер, ныҡ хәүефле урын бит, егеттәр. Ошо нәмәкәй ярҙамында “тауҙы күсереп” кенә рөхсәт алып булды бит был диләнкәгә. Их егеттәр, үҙебеҙгә өйлөк ағасты ла ошо яҡтарҙа эҙләрбеҙме икән, ағас бөттө бит үҙебеҙҙә! Бының һымаҡ тау-таш араһында, йылға баштарында леспромхоз ҡырғандан һуң ҡалған да, тик үрҙән рөхсәт юҡтырмы, әллә үҙебеҙҙекеләр шулай ҡыланамы, ауыл тирәһендә өйлөккә ағас ала алған кеше юҡ та, -тип һөйләнеп алды Ришат, шунан көрәшкәләргә шарап һалды ла, - ярар, ҡалған көндәрҙә имен-аман ғына эшләп бөтөргә яҙһын! - тип һауыттарҙы иптәштәренә һондо.
Нур төштән һуң бер ауыҙ һүҙ өндәшмәй, уйсан ғына йөрөгәйне. Әле ҡулындағы көрөшкәһендәген эсеп ҡуйып:
- Егеттәр, бөгөнгө хәл бүтәнсә ҡабатланмаһын инде, бик һаҡ булайыҡ артабан. Ярай, Ғайсар, ғәфү..., бая ҡыҙып китеп саҡ эләктермәнем үҙеңә. Их, тәжрибә етешмәй, арабыҙҙа олораҡ берәйһе лә юҡ шул! Белегеҙ, Ришат һин дә, Ғайсар, Рәжәп - бөтәгеҙ ҙә минең иң яҡын дуҫтарым, бер-беребеҙҙе һаҡлайыҡ, йәме! Бөгөн үҙебеҙгә арнаған йырмы, нәмә килеп сыҡҡандыр инде, тыңлағыҙ, - тине лә йырлай башланы:
Күгәрсен үлгән тауында
Яттыҡ беҙ ағас ҡырҡып.
Бик хәтәр урын булһа ла,
Торманыҡ һис тә ҡурҡып.

Күгәрсен үлгән тауында
Күгәрсендәр күрмәнек.
Йәһәннәм тишегендә лә
Иҫән ҡалдыҡ, үлмәнек...
...Бер-нисә көндән эште теүәлләнеләр. Ағастар аҫҡа төшөрөп бөтөлдө, үлсәп туралды, көс етерҙәйҙәрен бунтҡа тиклем нәҙегерәк бүрәнәләрҙән ҡулайлама түшәп, тәгәрәттеләр, өйҙөләр. Йырағыраҡтарын ҡалдырҙылар.
...Уларын, ҡайтып бер аҙ хәл алғас, Ришат Әхмәт дуҫы менән, атаһының Карькаһын алып килеп, өйәсәк әле. Унда ла мажараһыҙ булмаҫ, әлбиттә.
Октябрь башында уҡ һыуытып, боҙ туңғайны ул йылда. “Шәреташ”та аттарын, атлағанда сытырлап эйелеп торған, көҙгө һымаҡ туңған боҙҙан сығарҙылар. Моторинға килһәләр, эшселәр будкаһын алып киткән икән. Шул ерҙән алыҫ түгел, бер мунса ҙурлыҡ, бәләкәй генә барак һымаҡ нәмә бар, тип өйрәткәйне теге юлы “Дус” бабай. Барып таптылар, тик уның тимер мейесен алып киткәндәр булып сыҡты. Өс төн шул “мунсала”, килгән көндө йылғанан таш ташып, мейес әтмәләп, кискә тиклем таштарҙы ҡыҙҙырып, төтөнө сығып бөткәс, томалап, ташҡа эҫе һалып йылытып, йоҡлап йөрөнөләр. Әммә, уныһы, тағы ҡышын ауылға ағас ташырға килгән колхоз тракторҙарын яллап ағас ташыуҙар, киләһе йәйендә комсомол өмәләре ойоштороп, бураға ағас әрсеүҙәр, клуб бинаһын буратыуҙар - бөтөнләй башҡа тарих...
Дыуамал йәшлек йылдары иҫтәлеге клубтары ла иҫкерҙе, замана үҙенә хас мәҙәниәт һарайын талап итә хәҙер. Ауыл тормошон йәнләндереп, ауылдың бәҫен күтәреп ебәргән мәҙәниәт усағы булдырыуға булышлыҡ иткән, инде был донъяла юҡ өс дуҫты йыл да тыуған көндәрендә иҫкә төшөрә Ришат...
...
...Ә теге саҡ ҡайтырға йыйынып бөткәс, дүртәүләп оҙаҡ итеп тауға ҡарап торҙолар. Бүтәнсә был тауға ҡасан килерҙәр, бәлки килмәҫтәр ҙә, ләкин улар был көндәрҙе онотмаҫ. Сынығыу алған тау булды улар өсөн “Күгәрсен үлгән”!
Тауға шулай ҡарап тора биргәс, үҙҙәренең йырын башланылар. Тәүҙә ике куплеттан ғына торған йырға, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, тағы берәү өҫтәлде. Уныһын кем башлап йырлағандыр, Нурмы, әллә Ришатмы, әммә бер аҙҙан улар, ошо юлдарҙы ла өҫтәп, йырлай-йырлай ҡайтыу яғына атланылар:
Күгәрсен үлгән тимәбеҙ
Һиңә килгәндә ҡабат.
Сынығыутау, тип атарбыҙ
Бирҙең һин беҙгә һабаҡ!

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: