Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
29 Июль , 17:43

ИШЕККӘ БУЙ ЕТМӘГӘС... Хикәйә. Гөлнара Мостафина

Әсәһенә үпкәләп, тупһала илап ултыра Гөлсәсәк. “Ниңә әсәйҙәр шулай уҫал була икән?” - тип үкһей. Иртә менән ҡыҙыҡайҙың бер үҙен бикләп китте. Әле ҡайтты ла, өйҙө туҙҙарғанһың, тип һуҡрана башланы.

ИШЕККӘ БУЙ ЕТМӘГӘС... Хикәйә. Гөлнара Мостафина
ИШЕККӘ БУЙ ЕТМӘГӘС... Хикәйә. Гөлнара Мостафина

- Йыйыштырғас инерһең! - Хатта ишекте шартлатып ябып ҡуйҙы әсә.
Бына хәҙер Гөлсәсәк әсәһенең өйҙө тәртипкә килтергәнен көтә. Юҡ, өй туҙҙырманы бит ул, ҡурсаҡтарын ҡунаҡҡа ғына саҡырғайны. Өҫтәлдәге һауыт-һабаны йыйып, йыуып ҡына өлгөрә алманы, әсәһе ҡайтып инде. Өлкәндәр ҡунаҡ саҡырһа, уларҙы бер кем дә әрләмәй... Гөлсәсәк ауыҙын турһайтты.
Әсәһе сығып киткәс, тасҡа һыу ҡойоп, әсәһе йыуырға өлгөрмәгән тәрилкә менән сынаяҡты йыуҙы. Һыу һалҡын булғас, тәрилкә таҙарманы таҙарыуын... Әй, уныһы ғына ярай. Иң мөһиме – әсәһенә эш ҡалдырманы.
Буш аҡытта әсәһе лә, атаһы ла тик кенә ятырға ярата. Ә бына Гөлсәсәккә мотлаҡ нимәлер эшләргә, уйнарға йә ишекле-түрле булһа ла йөрөргә кәрәк. Яңғыҙ ҡалғас, бигерәк тә эсе боша. Һауыт-һаба йыуылды, инде ниндәй шөғөл табырға? Аптырап ултыра торғас:
- Ҡурсаҡтарымды саҡырайым да, һөйләшеп ултырырбыҙ, уйнарбыҙ, - тигән ҡарарға килде. Әсәһе лә шулай итә бит гелән. Әхирәттәрен өйгә саҡырып, рәхәтләнеп көлөшә-көлөшә һөйләшеп сәй эсәләр.
Гөлсәсәк шкафтан сынаяҡтар, яңы ҡалаҡтар, гәлсәр варенье һауыты алды. Бәләкәй өҫтәлгә уларҙы матурлап теҙгәс, һыуытҡысҡа йүнәлде. Унан май, һөт, еләк ҡайнатмаһы сығарҙы. Ҡайнатма банканың төбөндә генә ҡалғайны. Ҡалаҡ менән ҡырып алғансы беләктәре, устары буялып бөттө. Бармаҡтарҙы бер-береһенән айырып алып та булмай. Шәкәр һауытым алам тигәнсе, шәкәрле ҡулы һауытҡа йәбеште. Уны ысҡындырғансы һауыт, төшөп китте, селпәрәмә килде. Шәкәр ҡомо ергә һибелде. Унан, һепертке алып килеп, тирә-яҡҡа һепереп туҙҙырҙы.
Эшен бөтөргәс, ҡунаҡтарын өҫтәл артына теҙеп ултыртты. Бер аҙ уларға ҡарап торғандан һуң:
- Кеше ҡунаҡҡа иң матур кейемдәрен кейә! - тип шкафты асты. Ҡурсаҡтарына, еңдәрен бөкләп, үҙенең кескенә саҡтағы күлдәктәрен кейҙерҙе.
- Бына хәҙер булды! - Ҡыуаныстан сәпәкәйләп алды Гөлсәсәк. - Үҙем кейенәм дә...
Ултырғыс ҡуйып, әсәһенең әйберҙәре ятҡан тартмаға үрелде. Һәр күлдәкте алып ҡарай торғас, ойпалап бөтөрҙө. Бына ул әсәһенең яңыраҡ ҡына һатып алған ҡыҫҡа итәкле иң матур күлдәген кейҙе. Билен нығытып быуғас:
- Әҙерәк ҙурыраҡ, йә, ярай, бара ул! - тип ҡәнәғәт йылмайҙы.
Ҡурсаҡтарын ҡыҫтай-ҡыҫтай “һыйланы”. Аҙаҡтан баҫтырышып, йәшенмәк уйнанылар. Билдәле, ҡурсаҡтар тик кенә ултырҙы. Улар урынына ла, үҙе өсөн дә Гөлсәсәк бер үҙе йүгереп йөрөнө. Шул ваҡытта ҡайтып инде лә инде әсәһе...
Һыҡтап ултыра торғас, Гөлсәсәктең күҙенә йоҙаҡ салынды.
- Бына һинең менән бикләнде лә инде мине әсәйем! - Асыуланып, йоҙаҡҡа һуғып алды. “Мин бикләһәм, әсәйем дә сыға алмаҫмы икән?” - тигән уй килде ҡыҙыҡайҙың башына. Быны тикшереп ҡарарға булды ҡыҙыҡай: келәне элде лә йоҙаҡты кейҙереп ҡуйҙы. Үҙе урамда йөрөгән себештәрҙе баҫтыра башланы. “Ҡайһылай рәхәт, - тип уйланы ул. - Бүтән саҡта әсәйем йүгереп сығып орошор ине. Хәҙер сығам тиһә – ишек бикле”.
Бәләкәс кенә булһалар ҙа, себештәр етеҙ, Гөлсәсәктән һис тоттормойҙар. Ҡыуыша торғас, тишек-тошоҡҡа инеп, ҡасышып бөттөләр. Ҡыҙыҡай урам уртаһында яңғыҙы ғына тороп ҡалды. Әсәһе һаман сыҡмай ҙа сыҡмай. Гөлсәсәкте лә саҡырмай. Ҡыҙ бик ныҡ асыҡҡанын тойҙо. Тилмереп ишеккә ҡарап торғандан һуң, үҙе инергә булды.
Әммә, ни ғәжәп, йоҙаҡ урынынан ҡымшанманы ла. Эй маташты Гөлсәсәк, эй маташты, юҡ, өҫкә күтәрергә, келәнән ысҡындырырға көсө етмәне.
- Әсә-ә-әй, ишекте ас! - тип ҡысҡырҙы Гөлсәсәк.
- Әү, ҡыҙым, әү, балаҡайым! Өйҙө йыйыштырып бөттөм инде. Әйҙә, ин! - Әсәһе һөйләнә-һөйләнә соланға сыҡты.
- Бәй, ишек бикле бит. Ас. Һин бикләнеңме?
- Мин аса алмайым, үҙең ас! - тине ҡыҙ.
- Ишек тыштан бикле, нисек асайым?
- Әсәй, ишекте ас инде! Минең өйгә ингем килә-ә! Асыҡты-ым” – иларға кереште Гөлсәсәк.
Әсәһе аптырауға ҡалды. Ҡыҙсығына йәнә бер тапҡыр асып ҡарарға ҡушты. Әммә бәләкәс күпме маташһа ла, йоҙаҡҡа көсө етмәне.
- Улай булғас, бар, Нәфисә инәйеңә бар ҙа: “Ишекте ас!” тип әйт, - тине аптыраған әсәһе.
Нәфисә инәй күршелә генә йәшәй. Әсәһенә лә, Филүс ағаһына ла эйәреп ингәне бар уларға Гөлсәсәктең. Ҡыҙ күршеләргә йүгерҙе. Әммә тағы бер бәлә: ҡапҡа тотҡаһына буйы етмәне. “Әсәй, ҡапҡаны ас!” - тип илап торғанда, ҡапҡа аҫтынан Аҡтүш килеп инде. Гөлсәсәкте күреп ҡыуанғандай, өҫтөнә һикерә, битенялай башланы. Ҡыҙ, сәбәләнеп, ҡолап китте. Эттән ҡасып, ҡапҡа аҫтындағы тишектән урам яғына шыуышты.
Нәфисә инәйҙең ишегенә лә буйы етмәне Гөлсәсәктең.
- Ишекте ас! - тип ҡысҡырырға мәжбүр булды.
Нәфисә инәй шунда уҡ ҡыҙыҡайҙы өйгә индерҙе.
- Ә-ә-ә, Гөлсәсәк ҡыҙым килгән бит ҡунаҡҡа. Әйҙә, түргә уҙ.
Гөлсәсәк тора бирҙе.
- Ишекте ас! - тип ҡабатланы.
Бәәй, астым бит! - Нәфисә инәй йылмайҙы.
- Һеҙҙекен түгел, беҙҙекен!
Инәй, тупһаға сығып, күршеләренең урамын ҡараны ла:
- Ишегегеҙҙә йоҙаҡ тора шул, - тип кире инде. - Әсәйең берәй ергә киттеме әллә? Һине, моғайын, Филүс ағайың менән ҡалдырғандыр. Ә ул, шайтан малай, яңғыҙыңды ҡалдырып ҡасты инде, шулаймы?
- Ағайым балыҡ ҡармаҡларға ҡасты.
- Шул-шул. Мин дә шулай тим...
Гөлсәсәк Нәфисә инәйҙең тәтелдәп бөткәнен көттө лә:
- Әсәйем өйҙә. Ишекте ас! - тип ныҡышып тора бирҙе.
- Ишектә йоҙаҡ торғас, әсәйең нисек өйҙә булһын? Ҡайтҡас, үҙе асыр.
Ҡыҙыҡай, Нәфисә инәһенә үпкәләп, әсәһенә ошаҡларға ҡайтып китте. Ҡапҡаны аса алмағанлыҡтан, урамға Аҡтүш артынан шыуышты. Соланда көтөп торған әсәһе Гөлсәсәк күренгәс тә:
- Әйттеңме? - тип һораны.
- Әйттем, Әсәйең үҙе асһын, тине. - Йәнә иларға тотондо ҡыҙыҡай ғынаһы.
- Әй әттәгенәһе! Яҡшылап аңлатмағанһыңдыр. Бар, тағы барып кил. Инде аңлайышлы, асыҡ итеп һөйлә. Әсәйем өйҙә, тиген.
Гөлсәсәк, ҡапҡа аҫтындағы тишектән сығып, йәнә тәпәйләне күршеләренә.
- Ишекте ас!
Нәфисә инәй ишекте асты, Гөлсәсәкте лә индерҙе. Ҡыҙсыҡ:
- Ишекте ас! - тип ҡабатланы.
Инәй кеше һуҡранып алды:
- Ай, аллам, был ниндәй бала булды әле! Бала түгел, ә тутыйғош! Әсәйең ҡайтҡас асыр тип әйттем бит.
Унан, тәҙрәгә ҡарап:
- Ана, ағайың ҡайтты. Бар, сыҡ та үҙенән бер тотам да ҡалма!
“Ағай” һүҙен ишетеүгә Гөлсәсәк уҡ кеүек тышҡа атылды. Ҡотҡарыусы табылыуға сикһеҙ шат ине ул. Ишек асылыу менән, әсәһенең ҡосағына ташланды:
- Әсәй, мин һине башҡа бер ҡасан да бикләмәйем, йәме? Үҙем генә бикле ултырайым...
Әсәһе арыған, асыҡҡан ҡыҙына бармаҡ янаны.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас в