Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
27 Июль 2022, 17:03

Хәтәр һуҡмаҡтар буйлап. Зәйтүнә ХӘЙРУЛЛИНА

Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуына 450 йыл тулған көндәрҙә яҙҙым мин был иҫтәлекте.

Хәтәр һуҡмаҡтар буйлап. Зәйтүнә ХӘЙРУЛЛИНА
Хәтәр һуҡмаҡтар буйлап. Зәйтүнә ХӘЙРУЛЛИНА
Уйлап ҡараһаң, башҡорттоң тарихи ерендә ниндәй генә халыҡ йәшәмәй?! Ауылдарҙа ғына тиҫтәләгән милләт вәкилдәре бар, уларҙың барыһын да уртаҡ уй берләштерә. Ватан тыныслығы, ил үҫеше, миләттәр-ара дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ ептәре. Ошолар хаҡында уйлағанда бала саҡтағы бер ваҡиға иҫкә төшә.
Был хәл күңелемә мәңгегә уйылып ҡалғандыр, күрәһең. Бик боронғо булғанға Туҡтыбай (икенсе исеме Табын) районда ҙур ғына ауылдар иҫәбендә. Унда күберәк табындар йәшәй, ауыл төрлө аймаҡтарҙан тора, әйлеләр ҙә бар.
Был башҡорт ауылында бер генә урыҫ ғаиләһе йәшәне. Фамилиялары - Брындиндар. Ауылдаштарым уларға “бабай, әбей” тип ололап өндәшәләр ине. Миңә 13 йәш самаһы. Ә бына улар ҡайһы яҡтан килгәндәрен белмәйем. Аҡыллы, һөйкөмлө генә Нина исемле ҡыҙҙары ғаиләнең ҡыуанысы булғандыр, моғайын. Ауыл халҡы был ғаиләне ихтирам итте, улар үҙҙәре лә яҡшы ҡарашта булды.
1941 йыл. Немец илбаҫарҙары илгә һуғыш башланы. Ир- егеттәрҙе фронтҡа оҙаттылар. Хатта беҙҙе дүртенсе класта уҡытҡан Нәздиә Абдрашитова апай ҙа, ауылдашыбыҙ Маһисәрүәр Хәйруллина ла үҙҙәре теләп һуғышҡа киттеләр. Ауыл йәтимһерәп ҡалды, ләкин ҡатмарлы ваҡыт булыуға ҡарамаҫтан төшөңкөлөккә бирелмәнек. Колхоз ҡырҙарында эш ҡайнай. Бабайҙар, әбейҙәр, йәш ҡыҙҙар һәм үҫмерҙәр - төп көс. Тормош ауырлаша, аслыҡ-яланғаслыҡ хөкөм һөрә. Фронтҡа ярҙам кәрәк. Бер аҙ ғына ваҡытты файҙаланып баҫыуҙа башаҡ сүпләү, туңған бәрәңге йыйыу дауам итә. Емеш-еләк, ҡыр йыуаһы, һарына, көпшә халыҡтың аҙығына әйләнә. Эш ваҡытында көнөгә бер тапҡыр булһа ла колхоз ашата. Ә шулай ҙа халыҡ бер һыйырҙан айырылмаҫҡа тырышты. Шул тиклем үҙәккә үткән йылдар ине.
Бына шундай ауыр йылдарҙың береһендә әсәйем менән еңгәм, ағайым ил ситендә хеҙмәттә ине, мине Нина апайға эйәртеп, Силәбе баҙарына һөт һатырға ебәрҙеләр.
Беҙ икебеҙ йөктәрҙе арҡаға аҫып (һөттәрҙе туңырып алаһың) тимер юл станцияһына ҡарай юл алдыҡ. Ҡалаға барып еткәс, Нина апайҙың таныштарында ҡундыҡ. Иртән иртә тороп һөттәрҙе эретеп алғас, баҙарға киттек. Һөттәрҙе һатып, аҡсаһына аҙыҡ-түлек алғас, таныштарға килеп сәй эсеп ҡайтырға тип әҙерләнеп торабыҙ. Бына шунда колхоз председателебеҙ килеп инде. Ул ҡалаға эш менән килгән.
Ул беҙгә әйтә: “ Мин бында бер нисә көн эш менән булам, ә һеҙ минең ат менән ҡайтығыҙ. Йәйәүләп түгел, атҡа ултырып!” - ти.
Беҙ быға бик ныҡ шатландыҡ. Ат менән юлға сыҡтыҡ, ауылға ҡырҡ саҡырым тирәһе. Ләкин был шатлыҡ оҙаҡҡа барманы. Прииск поселогына ла барып етә алманыҡ, атыбыҙ әле йығыла, әле тора. Беҙ торорға ярҙамлашабыҙ. Беҙ сананан төшөп, ат артынан атлап барабыҙ. Нина апай асыуланып: “Ир башы менән ике ҡыҙ балаға шундай ышанысһыҙ атты ниңә бирҙе икән?”, - ти.
Ярты юлға ла барып етмәнек, күкте ҡара болот ҡаплап алды. Иҫ китмәле көслө ел сыҡты, ҡот осҡос буран ҡупты. Күҙгә бер нәмә лә күренмәй. Биткә һылашып еүеш ҡар яуа башланы. Атлап барыу ауырлашты, юлды ҡар һырыны. Мин ныҡ арығас: “Туҡтап ял итеп алайыҡ,” - тим. Нина апай: “Юҡ, беҙ туҡтаһаҡ туңып үләбеҙ, өҫтөбөҙ һыуланды бит, аҡрынлап булһа ла атлайыҡ”, - ти.
Беҙгә үс иткәндәй буран ҡыҙғандан-ҡыҙа, бата-сума юлды дауам итәбеҙ. Атлай торғас, Кайгородово тирәһенә барып еттек. Урман юлы менән барабыҙ, буран яйлап кәмей, күңелгә бер аҙ йылы инде. Шул саҡ юлдың уң яғында, ағас араһында, егеүле ат тыпырсынып тора. Янында бер кем дә күренмәй. Туҡтап бер аҙ ҡарап торабыҙ. Нина апай: “Һин юлда тороп тор, мин ҡарап киләйем, ни өсөн ул бер урында ғына тора икән”, - ти.
Манма тиргә төшкән меҫкен ат та, тирләп-бешкән мин дә өшөп–ҡатып торабыҙ. Нина апай теге ат янына барып етһә, кошевкала иҫерек бер йәш егет йоҡомһорап ултырғанын күрә. Ә икенсеһе, олораҡ ир, иһә, ҡар өҫтөндә аунап ята. Баҡһаң, ат ҡыналары хужаларын ташлап китмәй тора икән.
Нина апай йәш егетте тиргәй, ҡысҡыра-ҡысҡыра йоҡоһонан уята ла аяҡҡа баҫтыра. Егет лыҡы иҫерек. Шунан улар икәүләп көскә-хәлгә ҡарҙа ятҡан әзмүерҙәй иҫеректе этеп-төртөп санаға һалалар.
Әмәлгә ҡалғандай иҫерек юлсылар Кайгородовоға ҡарай һыҙҙылар, ә беҙ юлды дауам иттек. Кайгородовоға килеп ингәндә ҡараңғы төшкәйне. Нина апай теге кешеләрҙең хәлен белешәйек тип, ауылға боролдо. Ә унда халыҡ югерешә, теге ҡарҙа ятҡан оло ир өшөгән икән, уны ҡар менән ышҡылайҙар. Ҡатын-ҡыҙҙар ҡурҡып ҡысҡырыша. Беҙ аҙаҡ оло ирҙең үлгән икәнлеген белдек, ул ветврач булған. Мал ҡарарға ҡаланан Трубныйға килгәндәр ҙә, шунда эш бөткәс, туйғансы ҡунаҡ булғандар.
Бына шунда үҙебеҙҙе онотоп эскенән харап булған билгеһеҙ ирҙе йәлләгәйнек. Был һигеҙенсе март көнө ине. Ошо ваҡиға иҫкә төшкән һайын, мин иң элек тоғро һәм ҡыйыу юлдашымды һағынып иҫкә алам. Әгәр ҙә ул шунда юлсыларға ҡул һелтәп, йәки ҡурҡып ҡына урап уҙған булһа, анау быуынһыҙ ятҡан йәш егет тә ваҡытһыҙ яҡты донъя менән хушлашҡан булыр ине бит. Нина апайға күп булһа, 18 йәш булғандыр инде.
Башҡорт ҡыҙын ярты юлда ташлап китмәне. Ул минең яйыма атлап барҙы, колхоз председателенең үләкһә атын да теүәл генә алып барып тапшырҙы бит әле. Беҙ шулай иртәңгелә ҡаланан сығып китеп, ни бары төн уртаһында ғына хәлһеҙ булып ауылға ҡайтып ингәйнек.
Һуғыш тамамланды. Мин үҫеп еткәс, ҡалаға техникумға уҡырға киттем. Брындиндар ауылда йәшәйҙәр ине. Аҙаҡтан бабай олоғайып донъя ҡуйғанын ишетеп белдем, ә Нина апай тормошҡа сығып әсәһен үҙе менән алып киткән.
Бына шул иҫ китмәле Нина исемле батыр йөрәкле ҡыҙҙы – минең ысын дуҫымды бер ваҡытта ла оноторға хаҡым юҡ.
Бына ҡайҙа ул ысын кеше!
Был - йырҙарға һалып йырлай торған халыҡтар дуҫлығы!
 
Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: