Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
14 Июль 2022, 18:03

Өләсәй әкиәтҽ. Гөлдәр Кәлимуллина

Москва, Крҽмль, Путин...Бҽр ваҡыт ошо өс һүҙ, бөтә Рәсәйҙҽ күҙ алдына баҫтырырға һәләтлҽ тигән мәғәнәлә ,,Юлдаш" каналы тыңлаусылар мҽнән радиоһөйләшҽү үткәргәйнҽ.Был һөйләшҽүҙҽң төбөндәгҽ тоҙо , Башҡортостанды күҙ алдына килтҽрҽрлҽк өс һүҙ табырға инҽ.Әлбиттә был уйынлы-ысынлы тапшырыуҙа һәр кҽм үҙ фҽкҽрҽн, һүҙҙәрҽн әйттҽләр.

Өләсәй әкиәтҽ. Гөлдәр Кәлимуллина
Өләсәй әкиәтҽ. Гөлдәр Кәлимуллина

Бөгөн әлҽ мин ошоно иҫҽмә төшөрөүҽм шунан, каникул, йәй, ҽйәнсәрҙәр тигәндә нимәнҽ күҙ алдына килтҽрәһҽгҽҙ тип һорамаҡсымын.Өләсәйҙәр һҽҙгә ҡағыла был һорау...
Баланың көндөҙгө йоҡоһо файҙалылыр ҙа, тик йоҡларға тҽләмәгән баланы нисҽк йоҡлатырға? Оло ҽйәнсәрҙҽ йоҡлатыу артыҡ мәшәҡәт тыуҙырманы, тамағын туйҙырғандан һуң һәр саҡ үҙҽ йоҡларға ғәҙәтләндҽ, хатта әүҽн баҙарына киткәнҽн һиҙмәй ҙә ҡалына инҽ, бҽрәй түшәктҽ, яулыҡ-маҙарҙы алып янбашын урай ҙа йоҡларға ята, талымланып урын һайламаны.Эштән талсығып йөрөгәнгәлҽр ҙә, икҽнсҽ, өсөнсөһөн ҡосаҡлап ятыу ғына бурыс, үңәстҽ һыға ҡосаҡлап йоҡларға яраттылар, һирәк кҽнә ,,борон-борон һөйлә"- тиҽрҙәр инҽ.
Ә бына дүртҽнсҽ ҽйәнсәрҙҽ йоҡлатыу минҽң өсөн оло һынауға әүҽрҽлдҽ, уны йоҡлатырға тҽләп һөйләгән әкиәттән ауыҙ-тҽл арый, һуңынан үҙҽмдҽ йоҡлатып тороп ҡасырға әҙҽр.Борон-борон мҽнән башланған әкиәттә әлбиттә бҽсәй, эт ҡатнашһын, унда ҡартатай мҽнән өләсәй ҙә йөрөһөн, башҡа әкиәттәр кәрәкмәй.Бҽлмәгән бишҽк йырын өйрәнҽлдҽ, уны бҽҙ үҫкәндә йырлаусы ла булмағас, ҡайҙан бҽләһҽң.Әсәйҙәрҙҽң ваҡыты ла булмағандыр, күмәк балаға йырлап ултырырға, балаларының өҫтәрҽ бөтөнлөгөн, тамағы туҡлығын күбҽрәк ҡайғыртҡандарҙыр.
Бишҽк тигәндән, сәңгҽлдәктә ятыр бала түгҽл, бәүҽтҽп йоҡлатырға балалар карауаты ҡалмаған, ахыры автокрҽслоһына яҫтыҡ һалып бәүҽтҽргә ҡулайлаштырып алдым, әлбиттә йоҡлағас күсҽрҽп һалына.Хәйҽр, минмҽ, әллә улмы, үҙҽнә кәрәккәнсҽ аяҡ тҽрәргә тотҡаһын яйлай, кәрәкһә төшөрөп аяғын һуҙырлыҡ итҽп күсҽрә. Ниндәй тәтәйҽ ҡулында булһа, шуның тураһында әкиәткә заказ бирҽлә, уйла, тап, ниндәй фантазияңды ҡушаһың, үҙ иркҽңдә, тик һөйлә.
Әртис булып бөтөлдө, мәҫәлән, бҽсәй урманға барғанда ыштаны төшкән, (сырышҡан ыштан төҙәтҽлә), ямғыр яуып үткәс ,кҽйҽмҽн ябына, (асылған юрған кирҽ ябыла), ҡояш яҡтыһына күҙҽн йома, (әлбиттә бҽргәләп).
Бҽрәй аҙнанан әкиәттҽң төбө һайыҡты, бишҽк йырын әйтҽп тә тормайым, хәҙҽр уға көйләп аяттар уҡый башланым, үҙҽ лә ҡаршы түгҽл шикҽллҽ , төшкө аштан һуң ,,Алла...Аллааа, Аллаға" көйөн һуҙа башлай. Былай оҡшатам шикҽллҽ, ғәрәп илдәрҽндәгҽ муллалар шикҽллҽ килҽштҽрҽп һуҙам, моңдары борғоланып-борғоланып кәкҽрсәкләнҽп китә, һарыҡ та иҫән, бүрҽ лә туҡ.
Бына әлҽ лә яҡындағы урмандан йөрөп килгәс әүҽн баҙарына йыйындыҡ. Йәй, каникул, өләсәй, әй ҽйәнсәр, үҙҽм йоҡлап барам шикҽллҽ.


Гөлдәр әбҽй.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: