“Шулай, һеҙҙең кеүек, ҡартым менән әҙ-мәҙ шампан эсеп, йәш, матур, беренсе осрашыу, үбешеүҙәрҙе иҫкә алып, икәү генә яңы йылды ҡаршы алырға уйлаған инем дә.......
-Балаларығыҙ ҡайҙа ине?-тип һорарһығыҙ бәлки. Балаларым үҙ доньялары менән йәшәйҙәр. Тағы йәштәрҙең ҡарттар менән ултыраһы ла килмәй. Шулай яңы йылды төрлөләндереп, ҡартыма сюрприз яһарға булдым.
Ташкент үҙәк үзбәк телеведениеһендә, аҙна һайын, башҡорт һәм татар телендә “Беҙҙең мираҫ”-тип аталған тапшырыуҙы Рузимә ханым алып бара. Шул Рузимә ханым шылтыратып, нәҡ 31 декабрҙә, башҡорт кейемдәрен кейеп, Ҡазандан килеүсе ҡыш бабай менән ҡар һылыуҙы ҡаршыларға вокзалға төшөүемде һораны. Нисек инде төшмәйһең? Ҡыуана-ҡыуана матур итеп биҙәнеп, башҡорт кейемдәрен һандыҡтан һөйрәп сығарып кейендем дә, киттем вокзалға. Ә үҙем эстән генә, “ бик шәп булды бит әле! Байрамдан һуң, ҡыш бабай менән ҡар һылыуҙы үҙебеҙгә алып ҡайтып, ҡартыма сюрприз яһайым. Әйҙә рәхәтләнеп, үҙенең тыуған яҡтан килгән кешеләре менән һөйләшеп ултырһын әле! Юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер бит, “үҙ яғыңдан килгән эттә ҡәҙерле!”-тип уйлайым..
Автобустан төшөүем булды, вокзал алдында бер төркөм халыҡ, татар, башҡорт, үзбәге лә күренә шунда! Һәр кем үҙ милләт кейемен кейгән дә, шау-гөр килеп ҡыш бабай менән ҡарһылыуҙы ҡаршылайҙар. Ҡыш бабайҙың ҡапсығы ла, тос ҡына күренә. Татар халҡының, ҡаҡлаған ҡаҙы, гөбәҙиә, сәк-сәктәрен уйлап, ауыҙымдан һыуҙар аға башланы! Тешһеҙ ауыҙымды шапылдатып ҡуйҙым. Шул саҡ, Рүзимә ханым микрафонын ауыҙына ҡуйып:
-Әле яңы ғына, Ҡазан поезды менән ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙ килеп төштө! Ниндәй яңылыҡтар алып килдегеҙ? Һөйләп ебәрегеҙ әле!- тип,үзбәк ҡояшындай йылмайып, микрофонын ҡыш бабайға бирҙе.
- Ҡайнар сәләм Ҡазандан! Яңы йыл менән ҡәҙерле яҡташтарым!-ти бит әле, ҡыш бабайы ла.
Ә мин, асыҡ ауыҙымды ла яба алмай, татар халҡы өсөн ҡыуанам! Шулай булмай ни! Исмаһам, беҙҙең Өфө поезды бушап ҡалыр! Теге, купэ тигән вагоны эләкмәһә лә, пласкарттан һәйбәтерәк урыны эләгер! Башҡортостаныбыҙға ҡайтҡан һайын, гел әбрәкәй янындағы бакауай урын эләгә. Әле ул билетты алыу өсөн, ун көн тирәһе, таңдан алып кискә тиклем сират торорға кәрәк!
Бына шулай байыта Өфө поезды, Ташкент алып - һатарҙарын!
Беҙҙең кеүек, ҡарт-ҡоролар, ҡатҡан лепешкалар ашап, тыуған яғыбыҙҙы ҡайтып күреү өсөн, барлы-юҡлы пенсиянан өлөш сығарып, юлға аҡса йыябыҙ!
Аҡса тигәндәй, урамда торған шул алып - һатырҙарға бер билет хаҡы урынына, биш билетҡа етерлек аҡса бирһәң, сират торорға ла кәрәк түгел дә бит!
Тағы шуны әйтәһем килә, беҙҙең башҡорт ҡасан өйрәнер икән алып-һатырға! Бына исмаһам үзбәк халҡын әйтәм, балалары бармаҡ һанарға өйрәнеү менән, тауҙан үлән йыйып бәйләй ҙә, баҙарға сығарып һатырға ултырта балаһын. Быныһын инде, сер генә итеп әйтәм! Беҙҙең бер яҡ күршебеҙ Азамат үҙе мамыҡ министры, балаһы һөт һатып йөрөй! Тегегә аптырап:
-Әй Азамат, баланы иртә таңдан уятып, һөт һаттыраһың, аҡсаң етмәйме?-тигән инем,
- Эшләп ашарға өйрәнһен, һатыу хурлыҡ түгел, урлау хурлыҡ!- тип яуап бирҙе. Беҙ үҫкәндә алып-һатырҙарҙы “спекулянт”-тип төрмәгә ултырталар ине!
Беҙгә бит ул эште “хурлыҡ”- тип өйрәттеләр. Хәйер һин уларға “спекулянт”-тип әйтеп ҡара! ! Улар бит үҙҙәрен ( нисек әле? Әй, әттәгенәһе! Башымдан сыҡты ла китте!)
Пез-без, - пездесмен? Юҡ, “пезмесмен”-тип йөрөтәләр! Ана шул пезмесменнәр менән тула ла инде Өфө поезды! Ҡытайҙың бер кейеп ташлай торған кейемдәрен ташыйҙар! Ә башҡорт халҡына арзаныраҡ булһа булды! Беләһегеҙме үзбәктәр үҙҙәре, “ваҡ төйәк арзанлы кейем алып бер кейеп ташларға, беҙ ул ҡәҙәр бай түгел!”-тип кенә ебәрәләр!
Шул пезмезменнәр, Өфөгә барғанда вагондың аҫты-өҫтөнә сумкаларын тултыралар ҙа, вагон эсендә ятыу түгел, ултырып ашарға ла, урын ҡалмай. Инде әбрәкәйенә барам тиһәң, һикерә-һикерә саҡ барып етергә кәрәк! Ана телевезорҙан һөйләйҙәр бит әле, ябыҡтыра торған дарыу тураһында! Ә бына беҙҙең Өфө поездында бушҡа ябығаһың! Ташкенткә минәтурный ғына булып ҡайтаһың! Тик онотмағыҙ, клизмаһын яһап сығырға! Әбрәкәй эҙләп, поездан да ҡалғандар күп! Бер әхирәтем, серегән емеш-еләк ашап эсенә тейгәндә, станцияла сыҡҡан да, әбрәкәйгә йүгергән. Поезд ҡуҙғалып киткәс, “Туҡта! Мин ҡалдым бит!”-тип поезд артынан югергән. Сумаҙаны Өфөгә, үҙе Ташкенткә кире ҡайтты.
Әле ҡарап торам, Ҡазан поезды ябыҡтырмайҙыр ахры! Ҡыш бабайҙы әйтәм, тутырылған ата ҡаҙ кеүек! Ике бите, ат ҡаҙыһы кеүек, ҡыҙарып, бүртеп сыҡҡан! Энә төртһәң һурпаһы атылып сығыр кеүек!. Ә Ҡар һылыу, Өфө поезды менән килгәнме ни! Бал ҡортондай нескә билле! “Өф!”-тип өрһәң дә осоп китер төҫлө.
Ҡунаҡтарҙы вокзалдан алыҫ алып китеп маташманылар. Элекке ваҡытта вокзалдан сыҡҡас, ары-бире ҡапҡылап ала торған ашхана була торған ине, шуның ишек башына ҙур итеп, “ЛОКОМАТИВ – РЕСТОРАН”-тип яҙып ҡуйғандарҙа, ишек асып япһалар ҙа аҡса алалар. Шул ресторан янынан ғына Ташкент зоопаркының тиҙәген йыуып төшөргән “Салар”-исемле йылға аға, шул һыуҙы тултырып, шешәгә, "ШИФАЛЫ”- тип яҙып ҡуйғандар ҙа, Ташкент ҡунаҡтарын һыйлайҙар. Шифалымы, юҡмы, билгеһеҙ, сөнки эсеп ҡарағаным юҡ. Кем белә инде? Тиҙәк һалһаң ҡалай шәп үҫә, емеш ағастары! Шул һыуҙы эсеп алғас, китте бейеү, китте йыр! Ҡыш бабай, “бабай”- тип тормай, гармунда ла һыҙҙыра! Түҙмәнем! Киттем төшөп бейергә әпипәнең көйөнә!Тыпырлай-тыпырлай, ҡыш бабайҙың янына ғына килеп өйрөлә башлаған инем, билдән берәү ҡыҫып ҡосаҡлағандай, уратып тотто ла алды. Ай, билем!-тип ҡысҡырып ебәрҙем. Оло икәнемде лә онотоп нығыраҡ баҫтым шикелле. Эй үҙемә ҡул сабалар етмәһә! Ә мин күрһәтәһе килмәй бит! Туп-тура баҫып сығып киттем ишектән! Китте ҡунаҡ ҡайғыһы! Юл ситендә ятҡан кәкре-бөкрө таяҡ табып, таяндым да, такси туҡтатып ҡартым янына һыҙҙым.
Минең үҙемдең сюрпризем килеп сыҡмаһа ла, үәт үҙемдең ҡарт, миңә менә тигән сюрприз әҙерләгән! Йәшәһен ҡартым! Өҫтәл тулы төрлө-төрлө ризыҡ! Ҡыҙҙырған тауығынан алып, былау, бәлеш, шашлығы ла ҡалмаған! Ә бишбармаҡ һуң, биш бармаҡ! Кемдән әҙерләтте икән?- тигән уй башымдан ярып үтеп, аяғым ҡалтырай башланы. Юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер бит, "ирҙәр ҡартайып үлгәндә лә, ҡыж-ҡыж килеп, ҡыҙ һорап ята икән!”-тип. Ә минең бабайым әле, типһә тимер өҙөрлөк! “Тиҙерәк был ҡартты тикшереп ҡарарға кәрәк!”-тип уйланым.
Ә ҡартым йәш егет кеүек, ҡара костюм, аҡ күлмәк кейеп, түшенә галстукта бәйләп ҡуйған!( йә инде, ғүмерендә ҡыланмағанды!) Ә үҙе” Сюрприз!”тип, ҡаймаҡ ялаған бесәй кеүек, күҙҙәрен йылтыратып йылмайып тора!
Әмәлгә ҡалғандай, ҡылт итеп, билемдең ауыртҡаны иҫкә төштө. Тиҙ генә, диванға һуҙылып төшөп яттым.
-Ҡартым!-тип иркәләп кенә өндәштем дә, - билемде генә һыпырып ебәр әле! Биртендерҙем ахры!-тип сыртлатып күҙемде йомдом. Йәш саҡтағы кеүек, "ҡасан иркә ҡулдары тейеп, тәндәрем сымбырлай башлар икән?- тип көтөп ятам.....
Ҡартымдың телефондан һөйләшкәнен ишетеп, күҙемде асып ебәрһәм...
-Әсәйегеҙ билен ауырттырып ҡайтты. Тора ла алмай, диванға саҡ килеп йығылды!-тип, балаларға шылтырата. Шулай булһа ла өндәшмәйем. Көтәм!!! Иркәләп, һыпырғанын көтәм! Тик ҡартым, ашхана бүлмәһенә сығып китеп, ниндәйҙер эш менән булыша.
Шулай ун минут ваҡыт үтмәне, кемдер ишек ҡыңғырауына баҫты.
-Ҡыҙым ымсыйыш саҡырам тигән ине. Шулар килгәндер!-тип, ҡартым ишеккә йүнәлде.
-Ҡартыҡайым, уныһы тағы кемдәр була һуң ?- тип, иркәләнеп кенә өндәшәм.
-Кем генә белһен! Ҡыҙым, “атай, өйҙән сығып китә алмайбыҙ! Ымсыйыш саҡырам!”- тигән ине. Мин үҙемдә аптырайым. Тиҙ ярҙам машинаһы тиер инем, уларға биш-алты мәртәбә шылтыратҡас, ике сәғәт үткәс кенә килеп етәләр!-тип һөйләнә-һөйләнә ишекте асып ебәреүе булды, биш әҙмәүерҙәй ир, һалдаттар кеүек сафҡа теҙелеп килеп инделәр ҙә, сәхнә әртистәре кеүек бергәләп:
-Медицинская частная служба!”-тинеләр ҙә, “ҡайһы ерең ауырта?”-тип һорау юҡ, беренсе килеп ингәне, әллә ниндәй йәшник сығарып ҡуйҙы. Шул йәшниккә тоташҡан ҡайыштарҙың береһе менән ҡулымды, икенсеһе менән аяғымды бәйләп ҡуйҙы ла йөрәгемде тыңлай, икенсеһе яныма сүгәләп, бауырымды төрткөләй. Өсөнсөһө бөйөргә һуға, дүртенсеһе эсемә баҫа, бишенсеһе башымды алайҙа әйләндерҙе, былайҙа әйләндерҙе лә әйтеп ҡуйҙы.
.- Бабуля, у тебә скелероз,-ти. Уныһы нимәлер, “һис кенә лә аңламаным,”- тиер инем, теге аңлата һалды.
-Эшләгән, күргәндәреңде онтаһың!- тип әйтеүе булды мин:
- Юҡ иде, һин үҙең эскәләрүздер! Аллаға шөкөр, аҡылым камил! Алтмыш йыл элек булған хәлдәр иҫемдә!-тип яуап биреп өлгөрмәнем, йәшник ҡуйған беренсе әҙмәүер:
-У бабули, почти инфаркт, остоновка сердца!-ти.
-Һинең үҙеңдә әстәнуфка ! Үҙем кеүек биш әбейҙе ҡартайтырлыҡ йөрәгем, хәҙер ҙә шартлап тибеп тора! -тип яуап биргән инем, өсөнсөһө:
-Хәлисистет,- тигәс ҡыуанып китеп:
-Хәлем һәйбәт! Аллаға шөкөр! Әҙ-мәҙ генә билем сәнскеләп алған ине, ул да ебәрҙе инде! Яңы йылдар менән һеҙҙе балалар!-тигәйнем,
-Бабуля, үтеңдә күкәй ҙурлыҡ таш бар!-тип яуап бирә.
– Һыйыр башы ҙрлыҡ булһа ла үҙемдеке, не мешйт!-тинем. Дүртнсеһе бил тирәһенә һуҡҡылап:
-Пиолонифрит!-ти.
-Пилаһын беләм! Башҡортса бысҡы була. Нәфрите нимә һуң?- тип һорайым.
– Нимә булһын! Бөйөрөң эрен менән тулған!-тимәһенме.
- Һин үҙең, һары баш, шул эренгә оҡшап тораһың! -тинем йәнем көйөп.
Һикереп тороп ҡыуып сығарырға ғына уйлаған инем, бишенсеһе:
-По женский наверное,-тигәнен ишеткәс, йомошарып киттем.
-Эйе улым, женскәй мин! Ҡартым ғына мужскәй!-тип, тағы ла тыныслана төштөм. Ә үҙем әллә кем булып, ҡартыма ҡарайым, “ишетәһеңме, мин нисек руссаны шәп һөйләшәм?!-тигәнде белдереп. Йәнәһе ҡартымдың маҡтағанын көтәм. Ауыҙымды асҡан ғына инем, теге әҙмәүер, шаҡ-шоҡ килтереп, дүрт аяҡлы тимер креслоһын сығарып ултыртты ла:
-Бабуля, штанишки снимай! Правую ногу сюда, вторую туда!-тип, аяғымды айырып. теге креслоға ятырға ҡушҡайны, ҡыҙып киткәнемде үҙем дә һиҙмәй ҡалдым!
- Һеҙ түгел ҡартым һорамай, “ыштан эснимай”-тип! Мин һеҙгә эсниму хәҙер!-тинем дә, эсемде һыпырып ултырғанын, аяғым менән тибеп осорҙом да, бәйләп ҡуйған ҡайыштарын һыпырып, йәшниген төртөп төшөрөп, тора ғына башлағайным, дүрт әҙмәүере, дүрт яғымдан килеп, әллә ниндәй оҙон аҡ күлмәк кейҙерҙеләр ҙә, еңдәре менән әйләндереп бәйләп тә ҡуйҙылар. Бишенсеһе осама укол яһай. Аҙаҡ, оҙон таяҡҡа әйләндереп шешә таҡтылар ҙа, беләгемә энә тыҡтылар. Инде уларға ҡаршылашырға хәлем ҡалмағас, ике генә бөртөк күҙ йәшем, битем буйлап тәгәрәне. Ҡартым күҙ йәштәремде һөртөп, янымда ултыра.
-Эй ҡарсыҡҡайым!!Бигерәк ауырыуың көслө икән! Бәхиллегеңде бир инде! Йәш ваҡыта рәнйеткән саҡтарым да булғандыр! Нишләптер, матур ҡатын күрһәм, дәртем күтәрелә лә китә ине шул! Тәнем менән хыянат итһәм дә, йөрәгем менән хыянат итмәнем мин һиңә! Һине генә яраттым! -тип һеңкелдәп илай меҫкенем.
Ә мине дауалап арыған әҙмәүер ирҙәр, өҫтәл янына ултырып, ҡартымдың сюрприз шампанын эсеп, өҫтәлдәге тәмле ризыҡтарҙы һыпырталар ғына! Бер-береһен, әле генә тыуған яңы йыл менән ҡотлайҙар.
Белмәйем эш нимә менән бөтөр ине, ҡыҙҙарым, кейәүҙәрем, оноҡтарым, өйгә йәм индереп, шаулашып килеп инмәһәләр! Кейәү балаҡайым кеҫәһенән доллларҙарын сығарып тегеләргә биреүе булды, һалдат кеүек төҙ әҙмүерҙәр, нисек шым ғына килеп инделәр, шулай шым ғына күҙҙән дә юғалдылар.
Тик бушап ҡалған өҫтәлдәге ризыҡ урынында буш шампан шешәһе менән аҡ ҡағыҙға ҡара менән яҙылған “психбольная” тигән яҙыуҙары ғына ятып ҡалды.
(Рәхимә Валиуллина)