Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
27 Июнь , 18:19

Шәреташ. Хикәйә. Ринат Шәйбәков

Апрель башында туҡһанды уҙған Мәрфуға ҡарсыҡты һуңғы юлға оҙаттылар. Туҡһан йәшлек тип әйтерлек тә түгел ине әле. Үҙ аҡылында, үҙ йүнен үҙе күрә, өй тирәһен, өй эсен тәртиптә, таҙа тота, ғүмер эсендә хәмерҙе ауыҙына ла алмаған. Йөҙөндә әллә ни йыйырсыҡтары ла күренмәгән был әбей йөҙҙө уҙғансы йәшәр кеүек ине. 

Шәреташ. Хикәйә. Ринат Шәйбәков
Шәреташ. Хикәйә. Ринат Шәйбәков

 Быйыл февраль башында, йомош төшөп, барып сыҡҡайным. Шунда иғтибар иттем: иркен генә, әле күркәмлеген юғалтмаған йортта бынамын итеп япа-яңғыҙ йәшәп ята. Ике көнгә бер социаль бүлектән тәғәйенләнгән Сәлимә һыу, утын керетеп, магазиндан аҙыҡ-түлек килтереп китә. Әбей сәйҙәрен ҡайнатып, ҡоймаҡ ҡойоп, уның килгәнен көтөп ала икән. Икәүләшеп сөкөрләшеп кенә сәй эсеп ултыралар ине мин килгәндә. Сәлимә минән оялғанмылыр, өҫтәл артынан тороп, йәһәтләп кейенеп сығып китеү яғын ҡараны. Мәрфуға әбейгә йомошомдо әйткәс, байтаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Һаман да теремеклеген юғалтмаған әбей ай-вайыма ҡуймай өҫтәл артына ултыртты, сәй яңыртты, һөйләшеп һүҙе бөтмәне. Бер һөйләгәнен яңынан ҡабатлай-ҡабатлай һөйләне, үҙенән рөхсәт алып, һөйләгәндәрен диктофонға яҙҙырып та алдым.
Иртәгәһенә төшкә табан ҡатыным тәҙрәнән күреп ҡалған да:
- Ана, Мәрфуға әбей был яҡҡа табан килә, беҙгә микән?- тип һорай. Әбекәй, ысынлап та, беҙҙең ҡапҡаға боролдо. Матур итеп кейенгән, сәскәле йылы кейеҙ итектәре, йылы курткаһы, мамыҡ шәле үҙенә йәм биреп тора. Ауылдың түбән осонан беҙгә тиклем байтаҡ ара, хәле лә бөтмәгән, тик тәүҙә тауышы ғына бер аҙ сыйылдап сыҡҡан һымаҡ ине, һөйләшә торғас, асылды. Аҙаҡ сәй янында ҡатыныма аңлата:
- Көндәр буйы бер кем менән дә һөйләшмәгәс, тауышым тәүҙә шулай сыҡмайыраҡ тора, бик аптырама, йәме килен, бына сәй йотҡас, бөтөнләй шәбәйеп китте лә баһа.
Аҙаҡ миңә боролоп:
- Балам, кисә һин ҡайтып киткәс, ҡыҙым шылтыратты, һинең килгәнеңде лә әйттем, “һөйләшеп ултырҙыҡ, мине тилифунына яҙҙырып та алды”, тигәс, ныҡ ҡурҡытты ла ҡуйҙы, “әллә нәмәләр һөйләнең инде, хәҙер бит заманаһы шулай, яҙҙырғандарын әллә ҡайҙарға ебәреп ҡуйһа, ҡартайған көнөңдә оятҡа ҡалырың та, йә ир кешегә шул хәбәрҙәрҙе һөйләй тейме инте кеше”, тип орошҡас, килеп еттем әле балаҡайым. Нимә уйлап яҙҙырҙың, нимәгә кәрәк һуң улар һиңә, әллә нәмәләр һөйләп бөттөм тә...
- Мәрфуға әбей, мин ни үҙемә кәрәктәрен генә яҙҙырҙым бит! Теге 37-се йыл алып кителгән бабайымдың яҙмышын асыҡлап бөтөү өсөн йөрөйөм, тинем бит килеп кергәс тә. Ҡатындарының береһе беҙҙең ауылдан булған тиҙәр ине, балдыҙы тураһында ла яҙа-йоҙа ғына ишеткәйнем. Һин ни һөйләнең - шуларҙы ғына яҙҙырҙым. Район буйынса халыҡ дошманы, тип алып китеп, ҡайтмағандар тураһында китап сығарыусыларҙың һорауы буйынса килгәйнем, тип аңлаттым даһа баштан уҡ.
Һиңә ҙур рәхмәт инде , Мәрфуға әбей! Барыһын да асыҡлап бөтә яҙҙым тиерлек. Әйтәм, Әселеләге һинең Сәхирә апайың урамда күргән һайын: “Ай, ҡоҙам килгән дә”, - тип арҡанан һөйөп, барыһын да һорашып, һәр беребеҙгә исемләп сәләмдәр әйтер ине. Инәйемдән ныҡлап һорашып ҡалмағаным ваҡытында беҙҙең ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡтың ҡайһы яҡтан икәнен. Инәйемдең бер туғаны Мортаза ағайымдың ҡатыны Нурия еңгәм шул ауылдан булғас, етмәһә, ул әбей Ямал ҡоҙағый менән күрше генә йәшәгәс, еңгәм яҡлаптыр, тип уйлай ҙа ҡуя торғайным. Хәҙер ныҡлап төшөндөм, аңлатып бирҙең, бабайымдың беҙҙең ауылға бәйле тормошон да асыҡланым. Ҙур рәхмәт һиңә!
Һөйләгәсең ни, үҙең тураһында ла ла яҙып алдым инде. Ҡурҡма, мин ни малай-шалай түгел дә, кеше һөйләгәнен яҙҙырып бөтә донъяға таратып ятырға. Ҡатыным да ҡушыла:
- Мәрфуға әбей, һин уға күберәк һөйлә, бәлки һинең турала ла берәй нәмә яҙыр гәзиткә. Ауылдағы байтаҡ кеше тураһында матур итеп яҙҙы ла. Иҫтәлеккә ҡалыр, исмаһам. - Шулай тигәс, әбейемдең йөҙө яҡтырып китте:
- Ай, шулай меней, мин ней әллә нәмәләр һөйләп бөттөм тә, тип ныҡ ҡурҡҡайным, ҡыҙым та орошҡас, бара һалайым, берәй ергә ебәреп ҡуймаһын, тигән буғайным, инте тыныслантым. Үҙем уйлайым ул, унтай кеше түгел тә, улай ҡыланмаҫ, тип.
... Нужалар күп күрелте инте балаҡайлар, улар тураһынта хәҙерге баллар белһә әйбәт инте, яҙ-яҙ балам, берәү уҡымаһа, икенсеһе уҡыр барыбер. Эй-й-й, әллә нинтәй заманлар килте лә, ейәнләрем ҡунаҡҡа килһә, шул тилифунына тексәйеп көнләр буйы ҡуҙғалмай ултыра, һыйпай ҙа һыйпайлар шул нәмәләрен, ҡуй инте һин аны. Шулай ҙа улым, анау балаларым турынта һөйләгәнләремте бик яҙма инте, йәме! Йә асыуланырҙар, шулар өсөн тырышып ятам та.
Анау саҡ пинсыйунныйҙан силсәүиткә килгәйнеләр ҙә, шунта мин тә пинсейәм турынта белешкәйнем әле, тағы бер йыллыҡ стажың буһа, пинсейәң артыр ине әбей, тип әйтте дүкәминтләремте ҡараған ҡыҙыҡай. Мин ней, лисхузға һуғыш бөткәнтең икенсе йылынта эшкә кереп йылтан ашыу эшләгәнләремте яҙҙыра алманым та пинсейәгә сыҡҡан саҡта. Бер нәмәһен тә юллап йөрөмәнем, бауай иҫән саҡта уныҡы килә, былай ҙа етә пинсейә тинем тә ҡуйҙым. Әле заманлар үҙгәрҙе лә, ҡыҙларым зауытта емертеп эшләнеләр, кеүәртирле лә бултылар, ейәнләрем йәл, ай һайын нисаҡлы аҡсалары шул кеүәртир һатып алғанҡа түләүгә китә лә тора. Элегерәк һыйыр аҫырай алған сағымта итен, майын ебәреп тора инем, хәҙер тотмай башланым. Ҡыҙларым, ниңә кәрәк ул һиңә, етте, бөтөр малыңты, тигәс тыңланым. Инте шул пинсем артһа, ейәнемтең ипатикаһын түләргә ярҙам булыр ине, бер юлы силсәүиткә лә керерем, тип сыҡтым та киттем әле.
Ҡатыным сәй эсеп бөткәс:
- Ярай, ашыҡма, әле “силсәүит” күрше ауылға китте, төштән һуң керерһең, әйҙә ял ит, бына диванға ултыр, арҡаңа мендәр ҙә ҡуяйым. Ана, һөйләшеп ултырығыҙ, - тине. Түрбашта йөрөһә лә беҙҙең һөйләшкәнгә ҡолаҡ һала. Әбейҙе ихтирам итә ул, килен булып төшкәс тә, аҙаҡ та гел генә ҡайҙа ғына күрһә лә хәл-әхүәлен һорашып, кәңәштәрен биреп киткәнен оҡшата ине электән.
- Анау Мәрфуға әбей осраны бөгөн дә электричкала, шәкәре күтәренке булғас, гел үҙе менән ашарға йөрөтә бит ул. Тәмле бөйөрөктәре менән һыйланы мине. Үҙе арҡамдан һөйә: “Иғтибар итеп йөрөйөм, килен. Йөрөп эшләһәң тә тәртипле тотаң үҙеңте. Анау күрше ауылтың бисәләре ней, беҙ аҡса эшләйбеҙ, тейләр инте, иликтрискаға ултырғас та анау пива тигән нәмәне сығарып эсеп, вагун тултырып шарылтап ҡайтҡан булалар эштән. Килешмәй, ай килешмәй ҡатын-ҡыҙға шулай йөрөүе. Кем ҡатыны - шуныҡы, кем килене – шуларҙыҡы тиерләр, гел шулай тәүфиҡлы бул, балаҡай!”, - тип бер эштән ҡайтҡас һөйләгәне иҫтә. Әбей шулай үҙ итеп, яратып аҡыл өйрәтеүе лә булған икән, хәҙер аңлауымса.
Әйткәндәй, ныҡ ҡалын быялалы күҙлек кейеп йөрөй әбей, урамдан үткән саҡта кешене таныр өсөн тексәйеп ҡарайҙыр инде, оло кеше ни, ҡыҙыҡһыныусан була ла инде. Кемдер: ”Шуны осратҡайным, юлым уңманы”, - тип хәбәр таратып, “юллыҡһыҙ ҡарсыҡ”, тигәнгә лә ышаныусылар бар ауылда. Хатта, ул ҡаршыларына осраһа, “юлым уңмаҫ инде”, тип кире әйләнеп ҡайтҡандарын да ишеткән бар. Ауылдың һәр осонда ундай кешене табалар берәй ергә барып юлы уңмаған осраҡтарҙа. Хәҙерге йәштәр уны-быны белмәй шул, лаҡапҡа ышаналар. Миңә осрағаны күп булды, юлым уңмағанды иҫләмәйемсе бер ҙә. Ә ҡатыным әбейҙе ныҡ ихтирам иткәнен әйткәйнем инде...
Эскене яратмауы, эсергә өмөт итеп ингән ҡайһы бер ҡатындарға сәй эсерһә эсерә, әммә хәмерҙе инәлеп-инәлеп һораһалар ҙа уның ҡулынан эләкмәүе әбейҙе лаҡаплауға етә ҡалалыр. Бөгөн килгәнендә лә бер хәбәр һөйләп алды.
- Көнләр буйы яңҡыҙ көйө ҡайсаҡ ашарыма ла бармай. Бер көн ашым бешкән, пирәшкәләр бешергәнем, ҡоймағым ҡойолған, ултырып ашарға ғына теләгем юҡ. Балаларымтың өҫтәл буйына теҙелешеп ашарға ултыртҡанты көткән саҡларын һағынам. Шу көнтө яр башына сығып торһам, ике бисә килеп ултыра, исемләрен әйтеп тормайым инте, нимә эшләп тораң апай, тигәс, ашарыма ла мул, яңғыҙыма аш бармай, әйҙәгеҙ бергәләп ҡабул итәйек, тигәс ихласлап керҙеләр, ашанылар, сәй эстеләр, рәхмәт әйтеп сығып киттеләр. Аҙаҡтан хәбәрләре килә: ”Әҙерләнкән, һыйы мул, шунта бер яртыһын сығарһа ҡалай шәп булыр ине!”. Ғүмерҙә өҫтәлемә ултыртҡан нәмә түгел, тиер инем бер булты, һөйләрем онотмаһам!
Һөйләне, кәрәк ерендә ул турала ла яҙырмын әле. Теге юлы әбейебеҙ кискә саҡ ҡайтып китте, хакимиәткә бергәләп кереп сыҡҡандан һуң да кире саҡырып, бергәләп аш ашап, тағы ла әллә күпме хәбәрҙәрен яҙҙыртып, ҡатыным менән тыҡрыҡты сыҡҡансы оҙатып ҡалдыҡ. Әбейебеҙ рәхмәттәр уҡый-уҡый ҡайтып киткәйне.
Бына бөгөн әбейҙең ҡырҡын үткәргәндәр икән, теге саҡ яҙҙырғандарҙы таптым да диктофонымды тоҡандырып, ҡолаҡсындарымды ҡолағыма ҡуйып, ҡайтанан тыңлайым.Үҙем, әбей тормошон ғына һөйләмәгән, ғүмер юлын үткәндә ҡайҙа яңылышҡанын да аңларға тырышҡан бит, тип ултырам...

I
“... Олатайым заманынта хәлле генә буған, бер генә улы - атайым, ҡағаны - ҡыҙлар. Оло ҡыҙын Мәрфуғаны күрше ауылтағы Фәтхиулла исемле шулай уҡ хәлле кешегә биргән. Шул ҡыҙының исемен олатайым мин тыуғас, миңә ҡуштырған. Ул апайым, бахыр ғына, Нутфулла ағайымты тапҡан саҡта үлгән, шунан еҙнәбеҙ балтыҙын алған, апайым еҙнәһен яратып йөрөгән булған шул. Йәш бисәне оло ҡатынлары һыйғыҙмаған, һүҙләгән, етмәһә силсәүите лә ҡурҡытҡан, күп бисәлекте сәүит заманынта тыйғанлар ҙа. Ни хәл итәһең, апайымты ҡайтарып ебәргән еҙнә кеше. Нутфулла ағайымты оло ҡатынлары ҡарап үҫтергән, ул аҙаҡ ФЗУ-ға китеп, уны бөткәс, Өфөлә эшләгәнтә өйләнкән, һуғышҡа шунан китеп иҫән ҡайтты, Белоретта йәшәнеләр. Еңкәм бик әйбәт кеше ине ул, беҙгә лә килеп киттеләр, мин тә ҡалаға барғас, уларҙы эҙләп таптым, аҙаҡ юл төшкәнтә гел уларға бара торғайным. Баллары булманы нимәшләптер...
Атайым менән инәйемтең гел ҡыҙ баллары булты. Олатайым беҙгә, тип ике яҡлы өй төҙөшөп биргән. Атайым донъя көтөүгә йомшаҡ бултымы икән, шул өйҙө һаттырып, бәләкәй генә йорт һалып керҙе, ғүмерен ошо олатайым урамынтағы бәләкәй генә өйҙә үткәрҙе, йорт яңыртам, тип ҡыбырламаны ла башҡаса, беҙ шунта йәшәнек. Дүрт ҡыҙ, Сәхирә апайым иң өлкәне, беҙ бәләкәй.
Һуғыш сығыу менән ауылта тормош та үҙгәрҙе. Вәт шунта ашатты инте нужа ҡаласын беҙгә был донъя...”.
Тыңлайым да әбейҙе, ул саҡтарҙы күҙ алдына килтерергә тырышам.
...Мәрфүға бәләкәйҙән бик теремек, һүҙен һүҙ итә торған бала булып үҫте. Тиҫтер малайҙар унан шөрләңкерәй, уныңса булманымы, кәрәктәренә алыуҙарын көт тә тор. Уҡыуға ла шәп, синыфташтары араһында зирәклеге менән айырылып тора. Ғаиләлә малайҙар булмағас, атай урман эшенән ҡайтып кермәгәс, икенсе ҡыҙ булып тыуған Мәрфуғаға бар эштәрҙе өйрәнеп үҫергә тура килде. Һуғыш башланғас, тәүҙә атаһын һуғышҡа алдылар, унан апаһы Сәхирәне ФЗО-ға мобилизацияланылар. Әсәһе көндәр буйы әртил эшенән бушамай. Мәрфуғаға ике бәләкәй һеңлеһен ҡарарға ла, аш-һыу яраштырырға ла, малды ҡарарға ла, утын, бесән әҙерләшергә лә кәрәк! Шулай итеп әсәһенең төп ярҙамсыһына әүерелде үҫмер ҡыҙ.
Һыйырҙан өҙөлмәҫкә тырыштылар, ике һарыҡтары бар ине. Улар ни, берәрҙе бәрәсләһә дүрт баш, икешәрҙе бәрәсләһә, алты баш булып китә. Бесән әҙерләү ҡыйын булһа ла, файҙалары бар. Тик һалым агенттары һәр нәмәне иҫәпкә ала, мал башына һалым түләргә кәрәк. Кистәрен ултырып ойоҡбаш, бирсәткә бәйләйҙәр. Күрһәткес бармаҡ менән баш бармаҡ бәйләтәләр ине бирсәткәлә. Һалдаттарға атырға уңайлы булһын өсөн уныһы.
Һуғыш башланғандың икенсе йылы октябрь аҙаҡтарында һеңлекәштәре менән яҙғы, көҙгө йөндө ҡушып иләп, сиратып биш пар бирсәткә, биш пар ойоҡбаш бәйләне Мәрфуға. Уны почтаға алып барып тапшырырға кәрәк. Почта, силсәүит Әселелә. Почтаға тапшырып, квитанцияһын силсәүиткә күрһәтергә кәрәк, шунһыҙ биргән задание үтәлгән иҫәпләнмәйәсәк. Көн һыуыҡ, юлда ҡасҡы-фәлән осрап, тартып алмаһындар өсөн ул бәйләнгән әйберҙәрен иҫке яулыҡҡа тегеп сығып биленә урап алды. Иптәш тә белешмәгәненә үкенде, бергә-бергә атлауы хәүефһеҙерәк тә булыр ине, уйламаған шул.
Йылға ситтәре туңған, Инйәрҙең өҫтөнән шыйылдап сыйҙым аға. Берештамаҡты үтеп, Шәреташҡа яҡынлағас, ныҡ шөрләне. Сөнки йәй көндәре лә туҡтамай ҡаянан “һыҡралап” торған һыу инде ҡат-ҡат шәрегә әйләнеп өлгөргәйне. Шәреташ ҡаяһын арҡанға тотоноп ҡына төшөргә кәрәк. Төшөп килгәндә һаҡал-мыйыҡ баҫҡан, алам-һалам кейгән бер ҡурҡыныс әҙәмде күреп, “шай баҡырып” ебәргән Мәрфуға үҙе лә аңғармай ҡалды - ҡулдары арҡандан ысҡынды. Ҙур тиҙлектә шәреләп туңған текәнән тәкмәсләп, яр ситендәге боҙҙарҙан шыуып килеп, сыйҙымлы һыуға килеп төшкәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Теге һаҡалтай, йүгереп килеп, ҡулындағы оҙон таяғын ағып барған Мәрфуғаға һоноп:
-Тотон! - тип бойорҙо. Үҙе лә боҙға ятып ҡыҙыҡайҙы боҙ өҫтөнә һөйрәп сығарҙы ла:
- Йүгер минең арттан, туҡтама! Ҡурҡма балам, минең дә һинең һымаҡ ҡына ҡыҙым өйҙә ҡалды, мин һиңә теймәйем, - тип йыуатҡас, артынан йүгерҙе. Шәреташтың үрҙәрәк бейек булып теҙелгән ҡыҙыл ҡаялар теҙмәһе төбөндәрәк ҡорған ҡыуышына алып килде был кеше Мәрфуғаны. Шунан:
- Сис кейемдәреңде!- тип бойорҙо. Мәрфуға ҡото осоп, ҡалтырап төштө.
- Мин һиңә ҡарамайым, бына ошоларҙы ябынып тор, аяҡтарыңа ошоно ура, тип ҡыуышынан бишмәтен, тағы ниндәйҙер сепрәк алып тотторҙо. Ҡыҙҙың кейемдәрен һығып күмерле усаҡ өҫтөнә киптерергә элде. Аҙаҡ биленә уралған бәйләм әйберҙәрҙе кем бәйләүен, ҡайҙа алып барыуын һорашты, һатырғамы әллә, тигәс Мәрфуға һөйләп бирҙе:
- Атайым һуғышта, инте күптән хаты килеүҙән туҡтаны, апайымты ФЗО-ға алып киттеләр, өйҙә инәйем менән тағы ике һеңлем кенә, - тип аңлатты. Һыйырға май, ит, һарыҡтарына йөнләтә лә, бәйләмләтә лә задание һалыуҙарын, инәһенең әртил эшенән бушамауын, башайҙарҙы, бирсәткәләрҙе үҙе бәйләүен аңлатты. Ағай (һүрән усаҡ янында уның әллә ни ҡарт та түгеллеген иғтибарланы ҡыҙыҡай, бигерәк тә ҡуйы ҡаштары аҫындағы яғымлы һоро күҙҙәренән һирпелгән нур уның насар кеше түгеллегенә ышандырҙы):
- Минекеләр ҙә шундай хәлдәлер инде, иҫәнлектәрен дә белмәйем бит. -Ҡар яуғансы тыуған ауылына яҡыныраҡ барып берәй ерҙә ҡышлау урыны хәстәрләйәсәген һөйләне.
- Мине күргәнде әйтмәҫһең, тип уйлайым, балам. Ҡыҙҙарымды, берҙән-бер улымды ҡайтып күрә алһам, үлһәм дә үкенмәҫ инем, - тип тә өҫтәне хушлашыр саҡта.
- Тиҙерәк барып ет, ауылда таныш кешең барҙыр, моғайын, мунса индереүҙәрен һора, бөгөн был әйберҙәреңде тапшыра алмаҫһың, сайҡатып киптерергә кәрәк, юғиһә ултырыр ҙа ҡуйыр, бар хеҙмәтең юҡҡа сығыр, йә йүгер, инде күп тә ҡалмаған шикелле бараһы ереңә, кистәрен эт тауыштары ишетелеп тора ул. Йүгер балаҡай, кейемдәреңде ныҡлап киптерә алманым, утты көслө итеп яғырға ҡурҡам, төндәрен ҡая ышығында ғына яғам, төтөнө ҡая тишегенә китһен өсөн ҡулайлаштырғаным да усаҡты, тик көндөҙ барыбер күреп ҡалыуҙары бар. Их, был әсирлекән ҡасып ҡотолғас, үҙебеҙҙекеләргә күренергә булған, пленға төшкәндәрҙе барыбер ултырталар, тинеләр бит. Бер ҡаҙаҡ дуҫым менән өйгә ҡайтып етергә ҡарар иттек. Тотһалар тоторҙар, балаларымды ҡайтып күрһәм атһалар ҙа, ултыртһалар ҙа риза. Ултыртһалар ни, тегендәге тамуҡтан да яманы булмаҫ әле. Иртәгә төнгә ары ҡуҙғалырмын, тип торам, төндәрен генә атлайым, бында бер аҙ хәл алып яттым, бигерәк йонсолдо, кешенең йәлләгәне бар, яманы бар, ҡайһы берҙә ашарға ла табып булмаған көндәр була. Йә, йүгерһәң бирешмәҫһең, балаҡай!
Ул ҡасҡылар тураһында Мәрфуға ишетеп белә. Ана Мәлиха апай әле саҡ өй тирәһендә атларлыҡ хәлгә килде лә! Бахырҙың бәүеле тотмай ыҙалай, тип һөйләгәйне бисәләр яңыраҡ һыйыр ҡыуғанда. Апай урманға муйыл йыйырға барғанда осратҡан бит берәүһен. “Таныйыңмы мине”, -тип һорағас: ”Таныйым, таныйым, Амангилде лә һин, иҫәнме - һаумы энекәш!”- тигәс, был әҙәм уны ныҡ итеп туҡмаған, үлде, тип лапы аҫтына күмеп киткән. Өс көндән генә иҫенә килеп, шыуышып юлға сыҡҡас, табып алып ҡайтҡандар үҙен. Әле ҡайтаһы бар бит әле, ҡайҙа ул әйтеү, Аллам һаҡлаһын! Ҡайтҡас та бер кемгә лә һөйләмәйәсәк был осрашыуҙы Мәрфуға.
Бер туҡтамай ауылға тиклем йүгерҙе ҡыҙыҡай. Ғилман бабайҙың әбейе мунса яға һалып ебәрҙе, миндек менән ныҡ итеп сапты, еләк ҡағы менән сәй эсереп, юрғанға баҫырып һалып ҡуйҙы. Аллаға шөкөр, боҙло һыуға төшөп тә һыуыҡ теймәне. Теге ағайға рәхмәт уҡыны Мәрфуға ғүмер буйына. Ҡотҡарып та ҡалды, кейемдәрен киптереште, усаҡ ҡуҙында йылынды ла. Әле уйлай, ҡатын-ҡыҙ наҙына һыуһаған был ҡасҡы бер яҡлаусыһыҙ, түштәре инде тумалаҡ ҡына булып үҫеп килгән үҫмер һылыуҙы йығып һалыуы бер ни тормай ине. Мәрхәмәтле кеше булған. Сисенергә ҡушҡас, ҡото осҡайны, бармаҡ осо менән дә ҡағылманы, атай кеше бит, ҡыҙы иҫенә төшкәндер инде. Ҡайтып етеп күрә алды микән яҡындарын, бахыр. Иртәгәһенә почтаға барып бәйләмдәрен тапшырғанда берәр пар башалтай менән бирсәткәне тапшырмай алып ҡалды. Ауыл советынан справка алып, Берештамаҡҡа ҡайтыусы бер апай менән бергә атланы. Шәреташ ҡаяһына арҡан буйлап менеп еткәс, Ғилман бабаһының әбейе йыуаса итеп һалған ярты йоморо икмәк, шунан тағы теге бәйләм әйберҙәр ҙә һалынған моҡсайын, төшөрөп ебәргән булды ла:
- Апай, тоҡсайым төштө лә китте, кире төшөргә ҡурҡам! Әй, унда әллә нәмә юҡ ине лә, әйбер төрөп алып килгән алам-һалам ине ул, - тип кисә ағай оҙатып ҡалған яҡҡа ҡарап ҡысҡыра. Шунда яҡында ғына ағас артынан ағайҙы сырамытты. Ҡул болғап, аҫҡа ишаралап күрһәтте лә апайҙы ҡыуып етә һалды. Берештамаҡта әсәһенең бер туған һунарсы ағаһы йәшәй, сыйҙымлы Инйәрҙән аръяҡтан кәмә сығарғандарын көттө лә, апай менән бергә сығып, Кинйәһолтан ағаларына инеп, утын бысырға берәй бысҡы рәтләп биреүен һораны. Ағаһы, Мәрфуғаға еңгәһе сәй эсергәс, яңғыҙ бысырлыҡ итеп яйлаштырып алған бәләкәй бысҡыһын тотторҙо ла аръяҡҡа сығарып ҡуйҙы - турынан Асыу тауы аша ҡайтырға һыртта йә ҡар булыр, яңғыҙ ҡурҡырһың, аръяҡтан оло юлдан ҡайтыуың яҡшыраҡ тине. Шат булып, ары яңғыҙ атланы - һыуға бата яҙһа яҙҙы, әммә ҡотолоу ғына түгел, йөкләмәләрҙе лә тапшыра алды, бына ҡораллы ла булды. Яҡты күҙҙә ауылға ҡайтып та етте.
Шәреташ ваҡиғаһы Мәрфуғаға артабан бер ниндәй ауырлыҡтарға бирешмәҫкә, еңеп сығырға тырышырға кәрәклеген аңларға ярҙам иткәндер, бәлки, ә ауырлыҡтар үҫмер ҡыҙ иңдәренә самаһыҙ һалына торҙо. Тормоштоң “ҡаҡ шәрегә ултыртыуы” артабан да осрап торҙо. Барыһы ла Мәрфуғаны тәүәккәл булырға ла, хатта ҡаты күңеллегә әүерелергә лә булышлыҡ иткәндер, тигән уй ҙа төшә биреп ҡуя, диктофондағы яҙмаларҙы ҡабат-ҡабат тыңлағас...
II
...Шул ҡышты атайҙарының хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында “ҡара ҡағыҙ” килде. Инәһенең ялбарыуҙары:”Эй Аллам, тере ҡайтып, ошо һикелә ултырып балаларға нимә эшләргә өйрәтеп ултырырлыҡ булһа ла риза булыр инем, хәбәрһеҙ юғалған тигәндәр ҡайтҡылай ҙа. Нисек кеше тиклем кеше хәбәрһеҙ юғала ала икән ул, ҡайтыр, ҡайтмай ней. Үлгән, тигән хәбәре юҡ бит!” Ауыр тормош Мәрфуғаның күңелен ҡатырғандырмы, әсәһенең көн дә кистәрен һикелә ултырған көйө шулай Ҡөрьән сүрәһе ятлаған һымаҡ бер төрлө һамаҡлауҙары ялҡытып ебәрҙемелер:
- Эй иней, шулай тиһең тә ултыраһың, тере мәйет булып ҡайтһа, һиңә еңел булырмы ла, беҙгәме? Ана ирҙәре үлеп ҡағанларға хөкүмәт ярҙамы аҙ булһа ла тейә, пахарункаһын алһаҡ, беҙгә лә пикарҙан икмәк бирерләр ине...
- Ай балам, атайыңдың үлеүен теләп тораң түгелме, ауыҙыңтан ел алһын, көфөр һөйләп ней, тфү, тфү...
- Теләмәйем мин иней, үҙеңтең шулай көн һайын һамаҡлауҙарың ҡына ялҡытты. Ана утын әҙерләргә Карам бауайҙан балта-бысҡымты рәтләтеп алырға кәрәк, шул турала хәстәр минең башта!
Кинйәһолтан ағаһы биргән бысҡы шәп булды, балта менән туҡылдатып торғансы шым ғына көнө буйы байтаҡ утын әҙерләп була. Теге йылды бысҡыһы юҡ ине әле. Хәтифә тигән бисәне урман ҡараусы итеп ҡуйғайнылар. Йәйге эҫелә барыһы ла бесәндәлер тип, ҡурҡмай ғына ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләргә урам артындағы ереклеккә барып, балта менән бер ҡара еректе йығып, турай ғына башлағайны, килде лә сыҡты бит теге. Балтаны тартып алып ҡалырға әйтә:
- Ташла балтаңты! Үҙең артҡа сиген!- Мәрфуға балтаһын ҡыҫып тотто ла:
- Яҡын килмә, хәҙер тураҡлайым ошоноң менән, ана ағасҡа артың менән килеп һөйкән тә ҡулларыңты артҡа сығар!, - тип бойорҙо. Кеше юҡлыҡтан ғына тәғәйенләнгән ҡатындың ҡото бот буйына китте. Мәрфуғаның әйткәнен тыңлап, барып баҫты. Ҡыҙыҡай утын йөкмәп алып ҡайтыр өсөн алып килгән йүкә бауы менән Хәтифәнең ҡулдарын ағас артынан алып икеһен ҡуша бәйләп ҡуйҙы. Инде йәшеренеп йөкмәп ташыу кәрәкмәгәс, арҡан менән ташырлыҡ итеп тураҡларға, тип уйлаған утындың нәҙек осон көсө етерлек самаһы ҡырҡып алды ла, яурынына һалып ҡайтырға сыҡты. Шулай өс юлланы, һуңғыһында алып ҡайтҡан утынын ырғытты ла бер шешәгә сәй яһап алып, кире ереклеккә атланы. Байтаҡ ваҡыт үткән икән, Хәтифә арыған, йәйге эҫелә әлһерәгән. Мәрфуға өндәшмәй генә шешәһен уның ауыҙына килтерҙе, шул көйө генә тегенең ҡомһоҙланып эсеп бөткәнен көтөп, яңынан утынға тотондо. Урман ҡараусы бисә Мәрфуғаға инәлде:
- Балаҡайым, мин алмаҫ инем балтаңты, ҡурҡытайым ғына тигәйнем. Ни эшләйем һуң, минән шуны талап иткәстәр. Ысҡынтыр инте бәйҙән, ошонда төнкә лә ҡалтырмаҫһың та,– тип илағас, тыңланы, шулай уҡ өндәшмәй генә бауҙы ысҡындырып, үҙ эше менән булыуын дауам итте. Ошонан һуң урынына урман ҡараусы итеп бер ҡартты ҡуйғастар, Хәтифә лесхоздың ябай эшсеһе булып китте...
...Инде Мәрфуға утынды Кинйәһолтан ағаһы биргән теге бысҡы менән генә әҙерләй. Күп ҡырҡты ул артҡы урманда еректәрҙе, ҡайындарҙы. Әле бына балта- бысҡыһын күрше Карам бабайға алып китеп бара. Ҡарт бабайҙың әбейе үлгәс, йүнләп тамаҡҡа әҙерәп ашатыусыһы ла юҡ. Оло ҡыҙҙарын ФЗО-ға алып киттеләр, бәләкәстәре икмәк бешерә белмәй. Нормаға алып ҡайтҡан ононан бабайға Мәрфуға икмәк баҫып, һалып бирә, шуның өсөн тегеһе уға балта- бысҡыһын һәйбәт итеп көйләй, башҡа эштәрҙе өйрәтә. Бер саҡ Иҫкауыл урманына барып йүкә һыҙырып алып ҡайтып, бабай өйрәткәнсә арҡан ишеп алды, һуңғараҡ оҫтарып та китте. Бабайға һыйыр ҙа һауыша, бер йыл һыйырына йылан эйәләп, ике имсәген имеп бөтөп торҙо. Нисек ҡотолорға белмәне бабай. Мәрфуға өләсәһенән ҡайһылай ҡотолорға булғанын һорашты ла, һунарсы Шәймөхәмәт ағайға әйттерҙе. Ул һағалап тороп, йыланды атты. Уртаға өҙөлгән йылан иҫ китмәле йыуан ине. Шулай һыйырҙарын ҡотҡарышты Мәрфуға. Бабай шуға ла уны яҡын күрә, үҙе лә ярҙам итә.
Һуғыштан һыңар аяғын өҙҙөрөп ҡайтҡан Рәхмәт ҡарттан үгеҙен һорап тороп, төндәрен ташып алалар көндөҙ йәшереп әҙерләгән утынды. Ни- шләптер, урман ҡараусы бабай Мәрфуғаны бер тапҡыр ҙа тотманы, аҙаҡ ҡына белде – Хәтифә теге хәлде уға һөйләгән икән. Ҡыҙҙың батырлығына һоҡланыпмылыр, әллә шөрләпме, әллә йәлләпме , уныһы ҡараңғы, бабай ағас йыҡҡанды күрмәһә лә, алып ҡайтҡан сағын барыбер шәйләмәй булмаҫ, әммә теймәне...
III
Һуғыштан инде гел өмөтлө хәбәрҙәр килә: “шул ҡаланы азат иттеләр, шул йылғаны кистеләр, ...” шундай көндәрҙең береһендә аръяҡ тапҡырҙан Рәфиға ҡысҡыра:
- Һөйәрбикә апай, Ҡорбан ағай ҡайтып килә! Ул арала аръяҡтың ике малайы йүгереп килеп етте:
- Һөйөнсө, Һөйәрбикә әбей Ҡорбан ағай ҡайтып килә, һөйөнсө! Рәфиға “Һөйөнсө!”- тип әйтмәгәйне, Мәрфуғаның әсәһе был малайҙарға:
- Һөйөнсөгә бер быҙау, -тип әйтте лә ҡуйҙы. Мәрфуға:
- Ай инәй, ул быҙау тиклем быҙауҙы нисек бирерһең икән?
Шул әйткән һөйөнсөһөн тәки бирә алмай китеп барҙы, бахыр. Инде Мәрфуға, инәһенән үҙҙәренә тороп ҡалған булған бит ул һөйөнсө, шуны үтәмәгән өсөн һуғыш бөткәс тә нужа күреүҙән туҡтаманыҡ, тип уйлап ҡуя. Туғандары кәмә сығышына аталарына ҡаршы йүгерҙе. Байтаҡ ваҡыт үткәс кенә ҡоро һөлдә, ҡолға һымаҡ тороп ҡалған, алам-һалам кейемдә, исмаһам, арҡаһында тоғо ла юҡ, шулай бер нәмәһеҙ көйө ҡайтып йығылды өйөнә Ҡорбан ағай. Польша ерендәге концлагерҙа әсирлектә үткән булған аталарының һуғыш осоро йылдары. Беҙҙең ғәскәрҙәр азат иткәндән һуң үҙебеҙҙәге фильтрацион лагерҙа тикшереү үткәс, ҡайтарғандар үҙен. Мәрфуғаның инәһе шатлығынан ни эшләргә белмәй, күрергә килгәндәрҙе сәй эсерҙе, Камал ҡарттан бер бәрәнен һуйҙыртты, кисен күрше-тирәне ашҡа алды. Атаһы Иҙелбашына барып иҫәпкә тороп, көҙөн леспромхозға эшкә һөйләшеп ҡайтты, уңарсы мәктәпкә утын әҙерләргә ялланды. Атаһына ярҙам итергә Мәрфуға ла барҙы. Мәсе төбөндәге текә ярҙа ярылған диләнкә. Өҫкө яҡта тороуы уңайһыҙ, унда атаһы, аҫҡы яҡтан Мәрфуға тарта. Байтаҡ ағасты ауҙарғас, сираттағыһын бысҡан саҡта, аяғы аҫтындағы таш шыуып китеп, ҡыҙ аҫҡа тәгәрәне. Аҫҡа тәгәрәгән сағында теге Шәреташтан осоп төшкәне иҫенә төшөп, быныһында үлемем ошондалыр, тигән уйҙар йүгерҙе. Мәсе төбөнән сығып ятҡан шишмәгә тиклем таштар өҫтөнән тәкмәсләп төшкән Мәрфуға иҫтән яҙғайны. Иҫенә килгәс, ҡыбырлай ҙа алмаған ҡыҙын атаһы ҡабыҡтан шоман рәтләп, унда һалып, ауылдың үрҙән беренсе өйөнә, Оҙонуй тамағындағы Күркеямал ҡарсыҡтарға тиклем саҡ һөйрәп алып килде лә, үгеҙ егеп килгәнсе, тип шунда ҡалдырҙы.
Мәрфуға өс айһыҙ йөрөй алманы, эстән ҡайһы ерҙәре зарарланғандыр инде, Бибиямал исемле имсе ҡарсыҡ ике ҡабырғаһынан башҡа һынған-ниткән ерҙәре һиҙелмәй, былай, уны ни ҡыҫып бәйләргә генә кәрәк, башҡа дауаһы юҡ уның, тигәс, больницаға алып та барманылар. Шулай карауатта ята, ауыртыуға сыҙамай уянып китеп, ызғырмаҫ өсөн тешен ҡыҫып йоҡламай ятҡан төндәре күп булды инде. Күп осраҡта әсәһенең илағанын ишетә, ҡоро һөлдәгә ҡалған атаһының бәләкәй өйҙә хаяһыҙ ҡыланыуҙары шаһиты була ҡыҙ бала:
- Ниңә мине йонсотаһың инде, атаһы, ауырыуың бөтөр, хәлләнерһең...
Атаһы нимә әйткәнен ишетмәһә лә, үҙенең ирлеген иҫбатларға тырышыу ғәләмәте икәнен аңларлыҡ йәштә ине инде Мәрфуға. Ҡайһы саҡта үҙенең йоҡламағанын һиҙҙереп, ыңғырашһа, бәләкәй генә өйҙә һикелә йоҡлаған атаһы әсәһен тыныслыҡта ҡалдыра...
Әсәһе йоҡоһоҙлоҡтан бөтөнләй ябыҡты, эшкә киткәндә-ҡайтҡанда аяҡтарын саҡ һөйрәп атлағанын тәҙрә аша күреп ятҡан Мәрфуға, атларлыҡ булғас, бер ҡарарға килде. Пекарняла эшләүсе Петр Степановичҡа китте ул:
- Питыр бауай, һин миңә бер бешерерлек кенә он бир инде, - тип инәлде. Бабай: “Не положено!”, - тип бирмәҫкә булғас, ҡарсығы Елена әбейгә инәлеп, ҡолағына бышырлап ҡына нимәгә кәрәклеген аңлатты
Әбейҙең ҡыҙҙарын бәйләм бәйләргә өйрәтә ине Мәрфуға. Кешегә теген тегеүгә лә оҫта ғына булды. Шуға ла күпмелер йыйнап килгән аҡсаһы бар. Ҡарсыҡ бабайына бирергә ҡушты, бабай лавканан тағы ла көнбағыш майы, бер әсмуха сәй бирҙе. Әбейҙән бер сәкүшкә араҡы ла һорап алды. Алып ҡайтҡас, Мәрфуға шул ондан ҡоймаҡ ҡойҙо, көлдә генә сөсө икмәк бешереп алды, яңы ғына һарыҡ һуйған Рәхмәт бабайға барып бер бешерерлек ит һорап алып аш һалып ебәрҙе, ҡалған ондан туҡмас ҡырҡты. Әсәһе менән атаһы эштән ҡайтыуға килеп етерһегеҙ, тип Нәфиға апаһына, уның күршеһе Зәкиә апайға барып әйтте.
Ҡунаҡтар килгәс, мул өҫәлде күреп аптыранылар, уларҙан бигерәк атаһы менән әсәһе нимә уйларға белмәнеләр. Үҙемдең һау ҡалыуыма шатланып саҡырҙым ҡунаҡ, тигәс ышанырға мәжбүр булдылар. Өҫтәлгә сәкүшкә лә ултыртҡас, тағы ла нығыраҡ ғәжәпләнһәләр ҙә өндәшмәй ҡалды барыһы ла. Ашап-эсеп алғас, сәй яһаған Мәрфуға:
- Апайҙар, мин һеҙҙе нимәгә саҡырҙым, беләгеҙме? Инәйем атайымтың ҡайтыуын шу һынным көттө, шу һынным. Тик бына ҡайтты ла өйҙә тыныслыҡ бөттө, инәйем йоҡлай алмай, төнө буйы илап сыға. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, бауайларығыҙ һуғышта ятып ҡаған, кемегеҙ буһа ла атайымты үҙегеҙгә алып ҡайтығыҙ, ярҙам итегеҙ беҙгә, өйөбөҙгә тыныслыҡ ҡайтһын, беҙ барыбыҙ ҙа был тормоштан ялҡтыҡ...
Нәфиға менән Зәкиә апайҙары илап ебәрҙеләр, уларға әсәһе ҡушылды. Атаһы ла күҙ йәштәрен күрһәтмәҫ өсөн тышҡа сығып китте.
- “Эй балам, үҙемә оят булһа ла ошолай эшләй алтым та ул, әле шул турала уйлайым та, нимә уйлап унтай аҙымға барҙым икән, тим...” Әбейҙең һүҙҙәрен ҡабат - ҡабат әйләндереп тыңлайым.
“Шул хәлтән һуң атайым тынысланты, әсәйемте этләмәй башланы, тик бесән башланғас, атайымтың икенсе сирҙәре ҡотто ала башланы”....
...Соңҡоруйҙа бесән күбәләп йөрөгән атаһының ҡапыл ергә йығылып ныҡ итеп ызғырыуы барыһын да ҡурҡытты. Атаһының аяҡтары тубыҡтан бөгөлөп, шаҡарып ҡатҡайны. Әсәләре, туғандары менән күмәкләп тартышҡан аяҡты турайтырға тырышалар, тик көстәре етмәй. Яҡында бесән әйләндереп йөрөгән Бибиямал әбейгә йүгерҙе Мәрфуға. Әбей килеп аталарының тел осона тоҙ һалды, тынысланып ятырға ҡушты, шунан күлдәгенә эләктереп ҡуйған булавкаһын алып аталарының тартышҡан аяғының һум итенә һиҙҙермәҫтән сәнсте. Шунда ғына аяҡтар тартышыуҙан туҡтаны.
Бесәндән һуң леспромхозда Ҡойоло бүлексәһендә эш башланы атаһы. Унда ла уны, немецса белгәнен иҫәпкә алып, тотҡондарҙы ҡарауыллаусы командаға күсерҙеләр. Араларында сабый ғыналары бар. Үҙе тотҡонлоҡтоң бар михнәттәрен үткән Ҡорбанға тотҡондар йәл ине. Аяуһыҙ ҡыланғандар ҙа бар һаҡсылар араһында, әммә ундайҙарҙы бер ваҡытта ла өнәмәне. Бер иптәше үҙен тыйғанға асыуланып: ”Һуң үҙең уларҙан күпме михнәт кисергәнһең, ә үҙең шуларҙы йәлләйһең”, тигәненә: “ Бына шуның өсөн дә йәлләйем, беҙ бит ҡанэскес түгел”, - тип кенә яуапланы.
Тора-бара аяғы тартышыуҙар йышайғандан йышайҙы. “Барыһы ла концлагерҙа таш иҙәнтә ятыуҙар касафаты”,- тип уфтанды Ҡорбан ағай. Һуңғараҡ атаһын бөтөнләй фалиж да һуғып ҡуйҙы. Шулай итеп, ғаиләгә ярҙам урынына аталары хәстәр генә арттырҙы.
- Шунан, инәй, теләкләрең ҡабул бултымы, нисек кенә булһа ла тере ҡайтһын, тип көнләр буйы теләгән теләкләрең ҡабул булты бит, ниңә шатланмайһың, шатлан! – тип әйтте бер көн Мәрфуға.
- Балаҡайым, үҙе теләп амаған та ул сирләрҙе, барыһына ла шул ҡәһәр һуҡҡан һуғыш ғәйепле, ни хәл итәһең, сыҙайыҡ, балам, атайың тураһынта улай әйтмә, һин бит аҡыллы бала!
- Эй инәкәйем, һине йәлләгәнтән әйтәм тә, шул тиклем йонсоноң бит
атай ҡайтҡас.
Аталары шул хәлдәрҙән һуң йүнләп йөрөй ҙә алманы. Ҡартайып үлгәнсе таяғына таянып, ҡапҡа тышына саҡ сығып ултырып, мәктәптә немец телен өйрәнгән балаларға һүҙҙәр өйрәтеп ултырыуҙан башҡа эше булманы. Телде концлагерҙан килеп поляк ерендәге бер немец хужалығына һайлап алғас, шунда өйрәнгәйне. Беҙҙекеләр һөжүмгә күскәс, хужаны ла хәрби хеҙмәткә алып киттеләр. Фрау уның эшен оҡшатып етмәнеме, тәүҙә яғымлы ғына йөрөгән хужабикә кисен үҙе йоҡлап йөрөгән һарайға килеп ингәс, тиҙ генә эшем онотолған, тип сығып һыҙыуын, аҙаҡтан гел генә уға бик күренмәҫкә тырышыуын яратманымы, уны һалдаттар килеп концлагерға кире алып киттеләр, шунда ул бар ыҙаларҙы баштан ашырлыҡ татыны ла инде.
Мәрфуға ғына инәһен йәлләп, атаһының донъя көтөргә ярҙам итә алмауына, ауырыуҙан бушамауына, донъя тотҡаһы булыу урынына йөк булыуына әсенеп, мин кейәүгә сыҡһам улай йәшәмәйәсәкмен, тип уйланды. Эйе, атай һуғыштан да ҡайтты, ғаиләгә хәсрәт тә артты. Эшкә лә йөрөмәгәс, етмәһә әсирлектә йөрөп ҡайтҡан ауырыу атаһына паек та юҡ. Тиҫтерҙәре уҡыуын да дауам итте, ә Мәрфуғаға был шатлыҡтар тәтемәне. Шулай, тормош “шәре”ләре гел генә һағаланы уны...
IV
Мәрфуға әсәһенең атаһын яҡлауын, уға тел тейҙермәҫкә тырышыуын, уның йомшаҡлығынан, бисәнең иренә һис һүҙһеҙ буйһоноп йәшәргә тейешлеген мейеһенә һеңдереүенән, үҙ һүҙе булмауынан, тип уйлай ине. Шуға ла мин кейәүгә сыҡһам, улай йәшәмәйәсәкмен, әсәйем тормошон ҡабатламаясаҡмын, тип үҙ алдына күп уйланды.
Кейәүгә иртә сыҡты ул. Ғәфәрҙе яраттымы, әллә айыуҙай мыҡты кәүҙәле, атлағанда ҡабаланмай ғына, ышаныслы баҫҡан егетте донъя көтөүгә һәйбәт булыр, тип уйланымы, ярлы ғына ғаиләнән булыуына ҡарамай, яусы килгәс, риза булды ла ҡуйҙы. Быға тиклем киске уйында Ғәфәр менән бер- ике генә күреште ул. Егет күп һөйләшеп бармай, әммә икенсе осрашҡандарында туранан-тура иртәгә яусы көтөгөҙ, тип әйтеүе менән Мәрфуғаға оҡшаны. Кейәүгә сыҡҡас, Ғәфәрҙе өс йыл әрме хеҙмәтенән көтөп алды әле ул...
Ире армияла, ике ғаилә бергә көн күрә, ярай, килендәше менән татыуҙар, уның ире Ғәфәрҙең ағаһы, һуғыштан инвалид ҡайтҡан. Ә һуғыш осоронда донъя туҙған, зәғиф көйө әллә ни эш ҡыйрата ла алмай ҡайнағаһы. Мәрфуға өсөн иң ҡыйыны шул булды, ихатала исмаһам, йүнле бәҙрәф тә юҡ - ҡабыҡ менән генә көпләнгән, ярыҡтары күп, соҡоро ла тулған. Күрше ағайҙан уларҙыҡына йөрөп торорға ҡатыны аша рөхсәт һораны.
Аҙаҡ соҡорон үҙе ҡаҙып, нәҙек кенә, тығындарҙа һынғылаған ағастарҙы ҡыуғын осоронда тотоп, шуларҙы килендәше менән кәрәкле оҙонлоҡта ҡырҡып, урамға ташыны. Һуңынан Карам ҡарт менән ҡайнағаһынан бәҙрәф бурап биреүҙәрен үтенде.
Ғәфәр әрменән кәүҙәгә бәһлеүән булып, тағы ла ҡалынайып ир-егет ҡиәфәте кереп ҡайтҡайны. Уларҙың олаталары ла шулай бәһлеүән булып, Һибәтулла дуҫы менән бейек ҡойма аша ике ботло герҙе бер-береһенә туп итеп ырғытып уйнаған, тип һөйләйҙәр ауылда. Тик Мәрфуғаға үҙе өмөт иткәнсә ире донъя көтөүгә бик ашҡынып бармағандай тойолдо. Нисек атлап йөрөй, донъяны ла үҙ яйына ҡабаланмай ғына ҡорҙо Ғәфәр. Биштарҙа эшләне, аҙаҡ ул бөткәс, түбән яҡ райондарҙың колхоз-совхоздарына ағас әҙерләү эше башланды ауылда. Тирә-яҡ ауылдар юҡҡа сыҡҡан саҡта уларҙыҡы бөтмәне, киреһенсә ҙурайҙы ғына. Бер-бер артлы балалары тыуҙы. Мәрфуға һәр саҡ донъя йөгөн тартҡанда дилбегәне үҙ ҡулында тотто. Кеше араһында кәм-хур булмаҫ өсөн, үҙе уйлауынса, “әйтмәйенсә эш тота белмәгән” ирҙе лә тота белде Мәрфуға...Тәүҙә бәләкәйерәк йорт һалдылар, аҙаҡ атаһы вафат булғас, яңғыҙ ҡалған әсәһенең урамына, олатаһының өйө урынына, заманына күрә ҙур иҫәпләнгән йорт бөтәйтеп керҙеләр. Ошо эштәрҙә гел үҙе алдан йөрөнө, ире Мәрфуғаның тызыуҙарына бик иғтибар бирмәгән һымаҡ булһа ла уның һүҙенән сыҡманы, яйлап булһа ла бисәһе теләгәндәр тормошҡа аша барҙы.
Ике һыйыр өсәү булып китте, ул кәзә-һарыҡ ниңә кәрәк булды инде, күп итеп бал ҡорто ла тоттолар...
Ғәфәр олоғая килә, әйтмәйенсә тота һалып йорт эштәрен дә эшләй һалып бармаҫҡа әүерелде. Эштән ҡайтҡас, ныҡлап тамаҡ туйҙырыр ҙа, тиҙерәк карауатҡа ятыу яғын ҡарар булды. Ниңә һуйҙайҙың, тиеүенә ашағандан һуң әллә нишләп хәл бөтә лә ҡуя, тип аңлатты...Тик алтмышты уҙған Ғәфәр вафат булғас ҡына уның йөрәк сиренән яфаланғанлығы асыҡланды. Поезда Ҡамайылғаға йөрөп эшләүсе бер килен менән гел һөйләшәләр, шунда ирем ашауға шәп, тик ашағас та ятыу яғын ҡарай, хәлем юҡ, тип бәлә һала, тип аптырап һөйләгәненә үҙенең атаһының етмешкә етмәй үлеүен һөйләгәйне ул балаҡай. Уның атаһы ла шулай гел ашағандан һуң хәле бөтөп, ятыу яғын ҡарай торған булған, үлгәс асыҡланды йөрәк ауырыулы булғанлығы, тигәненә бик иғтибар итмәгәйне, дөрөҫ һиҙенгән икән. Ғәфәр ҙә балнис юлын белмәне, бер тапҡыр ҙа барғаны булманы. Мәрфуға, исмаһам, һиҙенһәм алып барып тикшерткән дә булыр инем, тип уйлай хәҙер. “Анау хәтлем кәүҙәң менән нисек оялмай һуйҙайып ятырға була ул”, - тип Ғәфәренең йөрәк итен бөтөргәнен аңлай ҙа, тик үкенеүҙән файҙа юҡ шул ...
V
Инде олоғайғас, Мәрфуға көндәрен бер кем менән аралашмай үткәргәнендә тормошон барлай. Ни тиклем тырышып йыйған донъя малы инде кемгә ҡалыр, янында береһе лә юҡ бит, тип әсенә, ҡыҙҙары һатып аҡсаһын булһа ла бүлешерҙәр тиер инең, инде иҫкереү билдәләре йылдан- йыл нығыраҡ һиҙелгән йортон кем алыр тиң, урын өсөн генә булмаһа ...
Ҡыҙҙары үҙенә оҡшап емертеп эшләнеләр ҙә, донъяһын да көттөләр, инде малайҙарынан көткән изгелекте кейәүҙәренән күрә.
Малайҙарға ир тәрбиәһе етмәне, атай тәрбиәһен әсәй тәрбиәһе алмаштыра алмағанын ваҡытында аңламаған. Аталарының балалары алдында һәр саҡ абруйын кәмһетеп торған шул ул. Әсәләре аталарын көн дә әрләп, команда биреп тороуын күреп торғас, донъя шулай була, тип үҫкән дәһа улар. Шуға ҡатындарҙы ла инәләренә оҡшағанды һайлаған икән дә, улар ҙа бисә һүҙенән сыҡмай йәшәне, улай ғына ла түгел, ғаилә хәстәре бисә елкәһендә, тип үҫтергән бит ул малайҙарын. Атайығыҙ ғошап, тип гел генә әрләү ҙә файҙаға булмағанын һуңлап аңланы Мәрфуға. Ир абруйы ғаиләлә иң беренсе булырға тейеш булған, яңылышҡан шул, һай яңылышҡан...
Хата үҙемдәлер, тип уйлағаны ғына булманы уның ошоға тиклем, әле йоҡоһоҙ үткәргән төндәрендә малайҙарын гел генә “башығыҙҙы тишәм, елкәгеҙҙе өҙә һуғам, өҫтәл артына әле үҙегеҙҙән оло апайларығыҙ, еңкәгеҙ ултырғанын көтөгөҙ, ялпашҡырҙар”, тип әрләгәне иҫенә төшә. Өләсәһенең һүҙҙәрен ҡолағына элмәгән шул заманында: ”Инәй кеше балаларға өндәшкәндә ауыҙын үлсәп асһын ул, уйламай ысҡындырған һүҙең дә фирештәнең Амин! тигән сағына тура килеүе бар!”, - тип өйрәтә торғайны ла, тик ул өйрәткәндәре ниңәлер һеңмәгән мейеһенә. Үҙе балаларға, ейәндәренә орошоп һүҙ әйткән сағында ла ҡороғор, урынына ҡоромағыр, йәшәмәгер урынына оҙаҡ йәшәгер, ти торғайны бит. Хәҙер генә аңлай, ниңә үҙҙәрен әрләгәндә лә шул һүҙҙәрҙе ҡушҡанын. Мәрфуға балаларға ҡаты булды шул, “ялпашҡыр”, “төйҙәгүҙ” һәм башҡа шуның һымаҡтарҙы уйламай ысҡындырыуы балалары яҙмышын билдәләгәндер, тип өҙгөләнә хәҙер оҙон төндәрҙә.
... Оло улына өй һалырға аталары башынан аҙағынаса ярҙам итте. Өйҙө төҙөп бөтөр-бөтмәҫ сығып йәшәй башланылар. Ҙур итеп һалырға ниәтләп башлаған соланында, уны хәҙергесә әйтһәк, веранда инде, аталы-уллы бүкәндәргә күтәреп һалғас, шул өрлөккә ултырып тәмәке тартҡанда артҡа йығылып китеп, елкәһе өҙөлөп үлде улыҡайы. Әрменән ҡайтып, өйләнеп матур ғына йәшәп ятҡанда, ике күҙ араһын ғына ҡорт сағып, икенсе малайы ла үлде. Өсөнсө улдары ла рәхәтлек күрмәне, әрмелә сағында Афғанстанға машиналары эсендә ултырған көйө самолеттан ташлағандар, тура ут эсенә барып кергәндәр. Гел уттың иң ҡыҙыу ерендә һуғышҡан балаҡайы, аҙаҡ судта адвокаты яҡлап һүҙ әйткән сағында шуларҙы теҙеп һөйләне. Мәрфуға кешегә зыян итмәгеҙ, насарлыҡ ҡылмағыҙ, әйберенә ҡағылаһы булмағыҙ, тип өйрәтте барыһын да, улының ғәйепле булыуына ышанманы ла, әле лә ышанмай. Йомшаҡ итеп тәрбиәләгәс, командирҙары ғәйебен һалдаттарға япҡандыр шул: “Инәкәйем, ышанма, минең ғәйебем юҡ”, тип ҡысҡырҙы тикшереү барышында башын эйеп тик ултырған улы, хөкөм ҡарарын иғлан итеп алып сығыр алдынан. Унда ла Ғәфәр менән оло килене өсәүләп барғайнылар. Юлда ла, судта ла, ҡайтҡас та бер ауыҙ һүҙе сыҡманы бабайының, әленән - әле тығылған төйөрҙө сығарырға теләгәндәй, тамаҡ ҡырып ҡайтҡанға әрләп бер булғайны. Шулай эстән янып, үҙен бөтөрөп тик йөрөгән булған шул. Ултырып ҡайтҡас та, өндәшмәҫ булды улыҡайы ла, үҙ эсенә йомолдо. Өйләнде, балалары ҙурайып бөттө тигәндә, ул да йөрәк ауырыуынан китеп барҙы.
Берҙән-бер ҡалған улы ла шулай шым, йыуаш булып үҫте, бала саҡтағы тәртипле, тыңлаусан булыуҙары хәҙерге аяуһыҙ заманға бөтөнләй яраҡһыҙ итте. Кеше ҡотҡоһҡона бирелеп эсеүҙе лә ситкә типмәне, алған ҡатындары араһында арыу ғыналары ла бар ине, юҡ торламанылар, аҙаҡҡылары үҙе менән ҡушарлап эсеүҙе генә белделәр, ирен дә тыңламанылар...
...Малайҙар кәм-хур булмаһын, тип ярҙамды гел уларға ғына ителгән шул, хәҙер кейәүҙәре үҙҙәренә ихлас саҡыра, ҡыштарын ғына ҡайһы берҙә оҙаҡлап ятып ҡайта, бөтөнләйгә күсеп китеүҙе башына ла килтермәй Мәрфуға. Ҡыҙҙары үҙе кеүек сая булдылар. Оло ҡыҙын көҙгө һынауға ҡалдырғайнылар, ҡышын ауырып дәресте күп ҡалдырҙы, иптәштәре сығып китте ҡалаға. Көҙгө һынауға ҡалыуын оят иҫәпләп, уҡып бөткәнгә ҡағыҙын да көтмәйенсә, күрше ҡыҙы менән сығып китеп, бер ай эсендә саҡ хаты килде. Һигеҙҙе бөткән документы менән эшкә барған да кергән балаҡайы. Ҡалала эшләп шунда тормошҡа сығып матур итеп донъя көттө оло ҡыҙы. Икенсе ҡыҙҙары ла апаһы һымаҡ теремек булды. Аҡыллы ғына кейәүҙәр тап булды ҡыҙҙарына. Малайҙар йыуаш булғас улар кеше булһын, тип уларға ярҙам иттем, ҡыҙҙарыма ярҙам итә алманым, хәҙер ҡыҙларымдан ҡәҙер - изгелек күреп ултырам, тип бөтөнләй күсеп барырға ояла Мәрфуға... Былай ҡунаҡҡа барғанда ла ана икенсе ҡыҙын, Иҙелбашынан төшкән киленебеҙ дан йәшәй, тип маҡтап бер булалар. Оло ҡыҙы ғына эш ерендә аварияға эләгеп мантый алманы, оҙаҡ ауырып вафат булып ҡуйҙы. Кейәүе һәйбәт, килеп хәлде белешеп йөрөй һаман да. Бынау пенсияһын өҫтәтә алһа, ейәненә ярҙам итер Мәрфуға, Алла бирһә. Теге көндө етмәгән стажды юллап бирергә ярҙам итербеҙ тинеләр, ҡайҙа яҙырға ла өйрәттеләр, рәхмәт төшкөрҙәре...
Михнәттәрҙе күреүе баштан ашһа ла башҡаларҙан кәм йәшәмәне. Артабан да әле балаларға ярҙамы тейер, улар көнлө булып йәшәмәҫ, Алла бирһә! Ейәндәре атай тәрбиәһен күреп үҫте. Донъя көтөүгә ҡатҡыл кейәүҙәр улдарына ла шундай тәрбиә биргән. Ҡыҙҙары үҙенең хатаһын ҡабатламауына шатлана, шуға шөкөр итә Мәрфүға!
VI

Тормош тигәнең ғәжәп бит ул. Үҙенең яҙмышында хатта осраҡлы ғына тап булған кешеләрҙең дә артабан да үҙе яңынан осрауы, йә яҙмышы кемдер аша беленеү мөмкинлегенә инде аптырамай Мәрфуға.
Теге Шәреташ ҡасҡыһы яҙмышын барыбер белде бит Мәрфуға, белергә яҙҙы, шөкөр. Ҡанында шәкәре көсәйеп китеп тиҙ ярҙам машинаһы менән Иҙелбашына алып барып һалдылар бер саҡ. Палатала төрлө яҡтан килгәндәр ята, күрше райондарҙан да килтерәләр икән хәҙер. Үҙенең тиҫтере Урал аръяғы районынан бер ҡатынды килтереп һалдылар бер көн. Палаталағылар ни, хәлдәре бер аҙ еңеләйеү менән тиҙ генә үҙ-ара таныша һала, бер-береһенә ярҙам итешеп, донъя хәстәрҙәре, эс-серҙәре менән бүлешеп ваҡыт үткәрәләр. Мәрфүға тәүҙә үк, теге Урал аръяғы ҡатынында кемделер сырамытҡандай булды. Күҙҙәре кемделер хәтерләтә һымаҡ, әммә был йөҙҙөң кемгә оҡшағанын ғына иҫенә төшөрә алмай бер булды. Һөйләшеүгә, аралашыуға һыуһаған Мәрфуға нисектер күңеленә яҡын тойолған был ҡатын менән баштан уҡ еңел аралашты. Хатта эс-серҙәрен дә бүлешеп ала, үткән ғүмер хәтирәләрен тағата хәҙер улар.
Бер көндө, ни эшләптер, теге Шәреташ ваҡиғаһы иҫенә төштө, унан ҡапыл Сафураға ҡараны ла асҡан ауыҙын яба алмай ҡатты! Әллә...
Сафура ла аптыраны:
- Ни булды, нимә күрҙең минең йөҙөмдә Мәрфуға! Әллә ...
- Сафура, асыуланмаһаң һорайым әле, ошо көндәрҙә кемгәлер ныҡ оҡшатырға тырышам да мин һине! Бына әле һуғыштың икенсе йылындағы бер ваҡиға иҫемә төштө лә ҡуйҙы ла ҡапыл, әллә һин...
- Әллә һин теге ҡыҙмы? Атайыма теге боҙло ҡаялар төбөндә осраған...
- Мин бит, хәҙер нисәмә көн инде, һинең йөҙөңә ҡарайым да кемгә оҡшағаныңды иҫемә төшөрөргә тырышам. Бындай ҡаштар, күҙҙәр...
- Ул бит ғүмере буйы ҡалдырған башалтай менән бирсәткәләрең өсөн һиңә рәхмәттәр уҡыны, һинең ярты йоморо икмәгең уны тыуған яҡтарына яҡынайыуға ярҙам иткән... Беҙҙе ҡайтып күрә алды атайым, шунан үҙе район үҙәгенә түрәләргә барып күренде, бер нимәне лә йәшермәй һөйләп биргән, немец әсирлегенән ҡотолғас яҡындарымды шул тиклем күрәһем килде, тип аңлатҡан. Күреп, терелектәренә ышанғас бына килдем, ни эшләтһәгеҙ ҙә ихтиярығыҙҙа тигән. Тағы ун йылға яҡын үҙебеҙҙәге тотҡонлоҡ ыҙаларынан һуң тере ҡайта алды атайым...
Ныҡ шатланды Мәрфуға ағайҙың яҙмышы тураһында белеүенә. Бына бит, ағайҙың яҡындары янына ҡайтып етеүенә уның да ярҙам тейгән ...
...Теге саҡта Сафураның атаһы Иҫәнбирҙе ағай осрамай Шәреташтан осоп төшөп һыуға батһам, был нужаларҙы күрмәгән булыр инем, тигән уйҙар ҙа килә башына. Унан: өләсәйемдең “күрәсәген күрмәй әҙәм балаһы гүргә кермәй”, тиеүе дөп-дөрөҫ, инде ул, тип ҡуя.
Ғүмере булһа, йәшәр әле, йәшәр, бынан кире балалар ҡайғыһы бирмәһен Хоҙай!
Үҙе өйгә үк килеп һорағас, балаларын башлы-күҙле итеүҙәре, уларҙың нисек донъя көтөп алып китеүҙәре, башҡа ваҡиғаларҙы тәфсирләп торманым, бында улар кәрәк тә түгел. Мәрфуға әбейҙең үҙенең михнәтле тормошо мине уйландырҙы, һуңлап булһа ла, әбей үткән тормошона дөрөҫ баһа бирә алыуы башҡалар өсөн дә һабаҡ булыр, тип уның үҙе тураһында һөйләгәндәрен генә ҡағыҙға төшөрөргә тырыштым...

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас в