Ағиҙел
+21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
17 Июнь , 17:25

ӨЙҘӘ УЛТЫРҒАН ҠАТЫН"ДЫҢ БЕР КӨНӨ. Миләүшә Ҡаһарманова

Ауылда йәшәгән туғандарымдың хужалығын алып ҡалдым. Мин бит инде ауыл ҡыҙы, эш күрмәгән әҙәм түгел, шуға артыҡ борсолманым. Хужалар кистән үк юлға сыҡҡас, минең ауыл тормошом иртәнсәктән үк үҙ аллы башланды.

ӨЙҘӘ УЛТЫРҒАН ҠАТЫН"ДЫҢ БЕР КӨНӨ. Миләүшә Ҡаһарманова
ӨЙҘӘ УЛТЫРҒАН ҠАТЫН"ДЫҢ БЕР КӨНӨ. Миләүшә Ҡаһарманова

Йәй көнө ауыл ерендә беренсе эш нимәнән башлана тип уйлайһығыҙ? Юҡ, яңылышаһығыҙ. Һыйыр һауыу түгел әле. Һыйырҙан алда ҡош-ҡорт өҫкә менеп килә. Ҡаҙҙар ҡаңғылдай, себештәр сыр-сыу, тауыҡтар ҡойма аша осоп сыҡмаҡсы. Өс көн тамаҡ күрмәгәндәр тиәрһең. Уларға ем һибеп, һәр бер ғаиләһен айырымлап ашатып, ҡыуырын ҡыуып сығарып, ҡалғандары үҙ юлы менән китеп бөткәс бер аҙ тыныслыҡ урынлаша ла лапаҫтағы быҙауҙарҙың сабырһыҙланып ызылдауы айырым-асыҡ ишетелә башлай. Быға яуап итеп һыйырҙар оло ауыҙҙарын ҙур асып уҡ һөрәнләй. Һыйыр баҡырыуына бәләкәйҙән битараф ҡала алмайым. Уның өсөн әсәй әрләй торғайны, мал көтөүҙән ҡалып төндә ҡайтһа ла сығып һауа инек. Күршеләрҙең һыйыры баҡырып торһа ла, урамда кемдекелер йөрөһә лә ауыл ҡатын-ҡыҙы быға иғтибар итә ине. Шуға силәктәрҙе тота һалып һарайға йүгерәм. “Йә, бәлә һалмағыҙ! Шым! ” тип шелтәләйем йөҙөмә терәлә яҙып үкергән оло һыйырға йоҙороҡ төйөп. Тик уға барыбер, быҙауын күрмәйенсә туҡтаманы. Беренсе һауылыуға күнеккән, күрәһең. Был тәңгәлдә быҙауҙар менән “һуғышыу” минең “Быҙау” тигән хикәйәмдәгенән артығыраҡ булмаһа һис кенә лә кәм түгел. Был ҡәҙәрем әрһеҙ һәм йәмһеҙ итеп бер нәмәгә лә талашҡан-тартышҡаным юҡ ине. Бер биҙрә һөт өсөн шулай көрәшеүем. Ярай аяҡҡа резинкә итек кейгәнмен, бармаҡтарһыҙ ҡалына ине. Арҡан осона ҡайырып алып быҙауҙы айырғас, һыйырҙы тынысландырып алыу бер мәшәҡәт булды. Малдар мине еҫкәп, аҫтында ултырғанымда боролоп ҡарап, йөрөп китеп аптыратты. Еңгәмдең халаты менән яулығын ябынһам да, улар минең ят икәнлегемде танып, ҡабул итергә телемәнеләр. Оҙон тырнағым елендәрен сапсынымы, ҡытыҡланымы, йәшерәге бөтөнләй тотондорманы, биҙрәмде ашатлап китте лә барҙы. Уныһын имеҙеп сығарырға тура килде.

Артҡы кәртәгә сығып, кистән ҡолононан айырылған яңғыҙ бейә янына ҡурҡыуымды белдермәҫкә тырышып ҡыйыу атлап килгән булдым. Биҙрәмде артығынан нығыраҡ сылтыратып ултырттым, йәнәһе, ни эшләргә йыйыныуымды белеп торһон. Аҡыллы малҡай шундуҡ юртып килеп тәртәләп эшләнгән “оя”һы тәңгәленә килеп торҙо. И-и, йылҡы һыйыр түгел инде ул, тәртә араһынан ынтылып һөйөп алған булдым. Ишеген асып индерҙем дә, капрон сүмесемде һуҙып, йомшаҡ ҡына ҡуш имсәктәрҙе “тыз-быз” иттереп һауып та алдым. Унан алдағы ишеген асып сығарып та ебәрҙем.

Малды оҙатҡас, һөттө аласыҡҡа индереп йылытырға ҡуйҙым. Баллонлы газ — ҡәҙерле нәмә, шуға тәләфәләмәү маҡсатынан усаҡ тоҡандырып, биҙрәләрҙе һыулы ҡаҙанда тотоп алдым (хужабикә тарафынан өйрәтелгән инструкцияһы шулай ине). Бейә һөтөн һөҙөп ҙур булмаған ағас көбөгә, әсе ҡымыҙ өҫтөнә ҡойҙом да нығытып бешеп алдым. Унан сепаратты ҡороп борорға ултырҙым. Сәғәт тирәһе ваҡыт шулай ултырҙым бәүелеп. Һөт айырып бөтөп барғанда ике малай уянып сыҡты ла өҫтәлгә күҙ ташлап үтте. Өндәшмәһәләр ҙә, уларҙың ҡарашынан мин иртәнге тамаҡты һуңлатҡанымды аңланым. Аҙағын шыйығыраҡ итеп булһа ла ҡабаландырып бороп йомғаҡланым да, балаларға ашарға бешерергә тотондом.

Малайҙар манный бутҡаһы менән йомортҡаларҙы йомдороп ҡуйҙылар ҙа сығып һәр кем үҙ вазифаһына тотондо. Береһе ҡуяндар үрсетә, шулары менән мәшәҡәтләнә, икенсеһе иртә менән балыҡҡа сапты. Мин сепаратымды һәм һауыт-һабамды йыуҙым, өс көйәнтә һыу алып килдем, ҡомалаҡ болғап икмәк эсетергә ҡуйҙым, боролған һөттө ҡайнатып алып, һыуытып, ойотҡо ҡойоп йылыға төрҙөм. Сәғәткә күҙ һалам, туғыҙ тулып үткән. Был ваҡытта бейәне икенсе тапҡыр һауырға кәрәк. Иртәнсәкке эште йәһәт кенә башҡарҙым һәм бер сүмес һөттө тағы ла көбөгә өҫтәп һалдым. Ҡымыҙҙы иһә ураған һайын, үткән-һүткәндә бешеп китәм. Ул арала икмәгем әсеп сыҡты. Ҡамыр баҫырға әҙерләнгәндә иртәнсәктән йыуынмағаным иҫемә төштө (!). Урамда торған умывальникта сайынып алдым да, ҡамыр баҫтым. Был эшкә тотонор алдынан маникюрҙарымды төбөнән ҡырҡып атырға тура килде. Сәғәткә күҙ һалһам ун ике тулып килә. Төшкө ашҡа ит һалдым. Ҡаҙан эргәһенән китеп булмай, тандырын самалап йөрөргә кәрәк. Бер өшә генә һалма йәйеп ҡырҡтым. Ашты һағалаған арала баҡса багына һыу һурҙырып та йөрөйөм. Шул баҡса менән аласыҡ араһында йөрөүҙә бер-ике түтәлде утап сыҡтым. Ашарға ултырыр алдынан бейәне өсөнсөгә һауып алдым да, ҡолонона ҡушып сығарып ебәрҙем. Уға ла үлән утларға, ҡолонон имеҙеп йөрөп килергә кәрәк.

Төшкө ашты күңелле генә итеп ашап алдыҡ. Төштән һуң малайҙар картуф утарға сыҡты, нисәлер юл үтәләр ҙә һыу инеп киләләр. Мин һыу буйына төшә алмайым, ҡамырым күбеп киткән, уны табаларға яһап, мейес тоҡандырҙым. Ул арала ҡаҙ-өйрәктәр ҡайтып ашап китте, себештәре сығып бөтөр-бөтмәҫтән оя ташлап төшкән тауыҡ менән ҡаңғырҙым. Уныһын һарайҙа сарылдатып тотоп, ояһына ултыртып биҙрә менән ҡаплап торҙом. Беләктәремде сапсып бөттө, мәлғүн.
Мейескә икмәк тығып, аҙ ғына аяҡ һуҙып ултырып алайым тиһәм, ярһып эт өрә башланы. Йүгереп сыҡһам, баҡса өҫтөндә “гөж” килеп күс айыра икән. Был осраҡта мин ҡасыуҙан башҡа бер нәмә лә белмәйем булып сыҡты. Бәләкәс булһалар ҙа малайҙар һәм күршеләр менән ҡорттарҙы нисек тә урынлаштырҙыҡ. Был мәшәҡәттә икмәкте онотҡанмын. Уныһы ярайһы ғына көйөп киткән. Кәйефем төшөп алды аҙыраҡ.

Көндөҙгө дүрттәр тирәһендә малайҙарға сәй эсергәс, тағы ла ике көйәнтә эсер һыу алып килдем, мунсаға һыу һурҙырҙым, май баҫтым. Май һыуын түгергә йәлләп, икмәк ҡамырына тотондом да, малайҙарға ҡабартмалар бешереп алып сығып картуф баҡсаһында ултырып ашап алдыҡ. Артабан оло өйҙөң солан-һикәлтәһен, аласыҡтың, мунсаның иҙәндәрен йыуып сыҡтым, ҡаҙан-усаҡ тирәһендә ҡоромлап бөткән ҡул сепрәктәрен сайып элдем. Парниктан ҡыяр йыйҙым да, оло тасҡа һыу эсенә һалып торҙом. Кискә тоҙларға уйым.

Алтынан һуң баҡсаға һыу ҡоя башлағайным, уныһы сәғәттән ашыуға һуҙылды. Сөнки һыу ҡойоуҙан тыш башҡа ваҡ-төйәк мәшәҡәте лә күп бында. Ҡайҙалыр помидоҙың һабағын бәйләргә, ҡайҙалыр йомшартып йә ҡый-һайын өҙгөләп китергә. Баҡсанан сығып мунсаға тоҡандырып ебәрҙем. Малайҙар ҡош-ҡортто, быҙауҙарҙы ҡарап алып килде. Ҡаҙ-өйрәкте, себештәрҙе бикләп емдәрен ултырттым. Унан көтөү килде. Малдар аҙыраҡ тынысланғансы киске тамаҡ бешерәйем тиһәм, һыйырҙар түҙҙермәне. Башлаған эшемде ташлап киске һауынға сыҡтым. Был юлы ҡайһыныһын ҡалайтырға икәнлекте белеп тотондом да, еңгәм әйтмешләй, “ауыҙҙарын ҡайырып” һауып алдым. Ике биҙрәнән ашыуыраҡ һөт сыҡты.

Бейәнең ҡолонон айырыу бер үҙемә мөмкин булмаған хәл булды, ҡолон әсәһенән бер тотам ҡалмай, уратып сабып тик йөрөй. Малайҙарҙы саҡырғайным, улар минән көлә, улайтып баҫтырып йөрөһәң айырылмай инде тиҙәр. Береһе икенсе ялан кәртәгә үтә торған ҡапҡаны асты ла янында ғына торҙо, бейә ингәйне, артынан килгән ҡолондоң морон төбөндә ишек ябылды ла. Ҡалай башым етмәгән. Дөрөҫөрәге, онотҡанмын икән. Үҙебеҙ бала саҡта шулай итә торғайныҡ та.

Малайҙар мунса төшөп сыҡҡансы киске ашты бешереп бөттөм, уларҙы ашатып алдым. Унан һөттәремде аҙыраҡ йылыта биреп алып борорға булдым. Тағы ла арыуыҡ ҡына сепарат тотҡоно булып ултырҙым. Айыртылған һөттө һарыҡтар кәртәһендәге кәритә тасҡа ҡойҙом, шундуҡ шөрпөлдәтеп эсеп тә бөттөләр. Сепарат менән һауыт-һабамды йыуғансы ҡараңғы төшөп китте. Һуңлап ҡына мунсаға киттем. Сайынып сыҡҡас ныҡ ҡына арығанымды тойҙом. Сәй эсеп алырға теләк булһа ла, хәл ҡалмағайны, ярты сүмес һыу күтәреп эстем дә өйгә индем. Уф, мин был һалҡын ғына өйгә иртәнге алтыла сығып киткәндән һуң баш та тыҡмағанмын икән. Ауыл ерендә йәйен шулай шул, оло өй үҙ көйө, аласыҡ айырым үҙ донъяһы менән йәшәй.

Урынға ятҡас, көнө буйы һыу эсендә булған ҡулдарыма аҙыраҡ крем һөртөп ятырға ине, тигән уй килде килеүен, тик ул кремды эҙләп алыу өсөн кире тороу кәрәк бит – булманы. Һыуҙа ултырып ҡалған ҡыярҙарым да тоҙлауҙы иртәгәгә тиклем көтәсәк инде. Йоҡоға китеп барған ыңғайы иртәгә эшләйәсәк эштәремде барлайым, шул уҡ һыйырҙар, бейә, һарыҡтар, ҡаҙ-өйрәктәр, себештәр, баҡса, мунса, аш...икмәкте ҡабаттан һалып алырға кәрәк булыр, тегеләр ҡайтһа, көйгән икмәк менән оят...

Һәҙиә Дәүләшинаның Айбикәһе менән Шарль Перроның Көлбикәһе (Золушка) ошондай хеҙмәт көнөнән һуң береһе сходҡа барып сығыш яһарға, икенсеһе балда бейеп ҡайтырға дәрт тапһа, мин, ысынлап әйтәм, төнгө икенсе яртыла өйгә ингәндә, көҙгөгә күҙ һалырға ла теләгем ҡалмағайны.

Асылда мин һүрәтләгәндәр “өйҙә ултырған ҡатын”дың бер көнө. Ә күп кенә ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ошолар араһында яратҡан шөғөлдәре менән булышырға, хөкүмәт эшен башҡарырға, балаларын тәрбиәләргә, үҙҙәрен ҡарарға, ирҙәренә ярарға һәм хатта интернетта ултырырға ла ваҡыт табалар. Былай ҡалала беҙ ҙә буш йөрөмәйбеҙ, шулай уҡ иртәнсәк сығып китәбеҙ ҙә, кис ҡайтабыҙ. Тик ауыл хужалығы эсендәге көн ул йөҙ төрлө тереклек араһындағы үҙ-үҙеңде оноттора, йота торған көн. Был мөхиттә ҡатын-ҡыҙ матурлыҡ, нескәлек, нәзәкәтлек тигән тәбиғи төшөнсәләрҙән һәпте юҡҡа ситләшә һәм эш машинаһына әйләнеп китә. Ул үҙенең ҡартайыуын да, һаулығы юғалыуын да, артыҡ ҡәҙерле һәм хөрмәтле булмауын да аңғармай икән. Ошо тәңгәлдә әйтер теләгем шул: ҡатын-ҡыҙҙың был халәтен эргәһендәге ғаилә ағзалары аңғарһын, аңлаһын ине. Ул һеҙҙең өсөн шулай орсоҡ шикелле “зыр” өйөрөлә, көнө буйы... Ғүмер буйы... Һәм ошо орсоҡтар тотош ғаиләләрҙе, ауылдарҙы, илдәрҙе, ерҙе әйләндерә.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас в