Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Июнь 2022, 16:21

АРТУР. Хикәйә. Борис Хәйретдинов

Артурҙы әсәһе бер үҙе тәрбиәләп үҫтерҙе, булғанын ашатты-эсерҙе, кейендерҙе. Туғыҙҙан һуң йәш кеше СПТУ-ла киң профилле тракторист һөнәре буйынса уҡып сыҡты, нишләптер юғары белем алырға ынтылманы. Юғары белем алып та эшһеҙ ҡалғандар бихисап, тип уйланы ул, ә ул эшһеҙ түгел, һөнәре буйынса эш урындары баштан ашҡан.

АРТУР. Хикәйә. Борис Хәйретдинов
АРТУР. Хикәйә. Борис Хәйретдинов


СПТУ-нан һуң РОСТО (ДОСААФ) курстарында уҡып, экзамендарын уңышлы тапшырып еңел машина йөрөтөүгә хоҡуҡ алды. Хәҙер шәхсән таксист булып эш башҡара. Үҙе яратҡан һөнәр, шуға көнө буйы елдереп йөрөһә лә арый һалмай, бәлки, йәш саҡта кеше арыуҙы белмәйҙер.
Атаһын иҫләмәй йәш кеше, сөнки атаһы балаһына йәш тулыр-тулмаҫтан ғаиләһен ташлап сығып киткән ине. Нисек кенә булмаһын Артур әллә ни ауырлыҡ күрмәй күкрәк ҡалҡытты, ғаиләләре етеш кенә булды, әсәһе әйтмешләй, бай ҙа, ярлы ла йәшәмәнеләр улар, хәлле кешеләр рәтендә булдылар. Әсәһе, Әсмәбикә апай, район балнисында шәфҡәт туташы булып арыуыҡ ваҡыт эшләне, ауырыуҙар менән уртаҡ тел тапты, коллективта ла абруйы юғары булды. Пациенттар менән эшләгәндә һүҙ менән дә дауалауҙы ситкә типмәне, Гиппократ антын һәр саҡ иҫендә тоторға тырышты. Гиппократтың “Бер ваҡытта ла кешегә зыян эшләмә”, тигән әйтеме уның мейеһенән сыҡманы. Тик ошо юғары баҫым тәнгә “оялауы” арҡаһында пенсияға китмәҫ борон уҡ үҙ теләге менән эштән бушанырға мәжбүр булды.
Шулай район үҙәгендә совет власы бүлгән ике бүлмәле фатирҙа һин дә мин икәүләшеп йәшәп яталар ине, тик ундай тыныслыҡ күпкә барманы. Артурға ун һигеҙе тулғанда әсәһе өлкә баҙарына сығып, ҡулдан “Лада Калина” машинаһы алып бирҙе, сөнки машиналар рәтендә Артурға әллә ҡайҙан ялтырап ултырған тик ошо еңел машина ғына күңеленә инеп ултырғайны. Уны өйөрөлөп ҡараған ваҡытта машина хужаһы был транспортты маҡтаны ла маҡтаны. Һүҙендә дөрөҫлөк тә сағыла ине: “Лада Калина”ны “За рулем” журналы иң яҡшы еңел машина тип атап, “Золотой пегас”ты уға тапшырҙы. Ә “Лада Гранта”ға ынтылып булманы, уны ҡиммәтерәккә һаталар ине, әлбиттә, шуға уныһын алырға аҡса етмәне. Һатып алған машинаның файҙаһы ҙур булдв Артурға, ул шәхси таксист булып эш башланы, техникаһы, Аллаға шөкөр, бер ҙә боҙолоп ултырманы – йүгереүен дауам итте.
Ун туғыҙы тулып үткән саҡ ине Артурҙың, тап шул ваҡытта әсәһе ҡапыл ғына вафат булып ҡуйҙы. Эйе, һуңғы йылдарҙа күтәреңке баҫым менән яфаланды инде уның әсәһе Әсмәбикә, Артур күреп-белеп йөрөй, әлбиттә. Шул ҡәһәрең тәки үҙенекен эшләне, бер көн гел генә ҡабул итеп торған дарыу төймәләрен эсеп алып, бер аҙға ғына ятып торғайны – уянманы әсәһе, уйламағанда мәңгелеккә китеп барҙы.
Донъя емерелгәндәй булды Артурға, япа-яңғыҙы ҡалды ул: әсәһенең Себер яҡтарында йәшәгән туғандары менән бәйләнеш электән үк булманы, йә атаһының ҡайҙа икәнлеген белмәне һәм белергә лә тырышманы. Әсәһен һуңғы юлға оҙатыу мәшәҡәтен үҙ өҫтөнә алды ул һәм унда-бында ҡатнашып йөрөгән дуҫ-иштәре ярҙамы менән был эште башҡарып сыҡты. Бигерәк тә Вадим дуҫы уның эргәһендә күберәк булырға тырышты, хатта бер-нисә көн ул Артурҙың квартирында йоҡларға ҡалды, дуҫына ыңғайлыҡ сарпыуы һибергә тырышты, бирешмәҫкә ҡушты. Артур йөрәк һыҙлауын эш менән баҫты, ниһәйәт был ауыр ҡайғы ваҡыт үтеү менән онотолоп барғандай булды.
Тағы ярты йыл үтте, йәй етте, егет кеше үҙ-аллы йәшәргә өйрәнә лә башланы: ит бешереү, бутҡа әҙерләү һәм башҡа төрлө аҙыҡтарҙы эшкәртергә тамам өйрәнеп алды. Ҡалғандары магазин тулы, һатып алырға аҡсаң ғына булһын...
Йома көнө ине. Кискеһен эштән һуң квартира хужаһы ит бешереп маташа ине телефон шылтыраны. Вадим шылтырата икән. Ул тулы ғмилән улы. Атаүәсәһе менән йәшәй, өйләнмәгән әле
- Артур! Эштәр нисек, брат? Һин өйҙәме?, тип һорау менән һүҙ башланы Вадим.
- Шөкөр әле ҡапылда. Эйе, өйҙә, ял итәм. Үҙең нисек?
- Мин дә һинең кеүек ял итәм. Иртәгә көнгә ниндәй пландарың бар?
- Бер ниндәй план юҡ ине.
- Улайһа миндә бер план бар. Беҙҙән алыҫ булмаған Ҡарағайлы ауылын беләһеңме?
- Эйе, беләм. Башҡорт ауылы, урыҫтар ҙа йәшәй унда. Таксист булараҡ бер нисә тапҡыр барып сыҡҡан да бар. Шунан?
- Шунан шул. Бына шунда апайым менән еҙнәм йәшәй. Килеп хәл белеп китмәйһең тип теңкәгә тейеп бөттөләр. Әйҙә, шул яҡҡа барып әйләнәйек әле. Кискеһен танцыға сығырбыҙ, ауыл йәштәре менән танышып алырбыҙ. Унда йома һәм йәкшәмбе көндәре кискеһен клубта танцы көндәре икән. Ауыл йәштәренең нисек бейеүҙәрен ҡарап торорбоҙ, фәһем алырбыҙ. Әйҙә, барып әйләнәйек. Нисек уйлайһың?
- Мин ни риза. Кире ҡағырға бер сәбәп тә юҡ.
- Килештек улайһа. Ауыл ҡыҙҙары менән танышып ҡайтырһың, сөнки беҙҙең тормош һәр саҡ осраҡлы осрашыуҙар менән тулған. Ул осрашыуҙар ҡайһы саҡ йәшәү векторын да үҙгәртеүе мөмкин. Был турала ҡайҙалыр уҡыным.
- Минең әлегә ҡыҙҙар менән танышыуға бер ниндәй ынтылышым юҡ бит әле! Шуны алдан әйтеп ҡуяйым тием.
- Нишләп ундай сәйер фекерҙә тораһың әле һин? – тип һорап ҡуйҙы Вадим аптыраңҡырап. – Ғүмерең буйына яңғыҙ йәшәргә уйлайһыңмы әллә? Улай дөрөҫ булмай, минеңсә. Һәр ҙурайған әҙәм балаһы ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп йәшәргә тейеш. Атайым шудай тип әйтә.
- Уныһын, Вадим, дөрөҫ әйтәһең, әлбиттә. Мин тулыһынса ризамын. Ләкин мөхәббәтһеҙ уҡмашып йәшәүҙән бер фәтеүә лә юҡ. Ә миндә ул хис әлегә юҡ. Таксовать иткәндә күберәк тормоштоң кире яҡтарын күрергә мәжбүр булаһың. Бындай хәлдәр бигерәк тә төнгә ҡарай йышайып китә, ул ваҡыттарҙа эскән кешеләр заказы бермә-бер күбәйә.
- Һин бер матур ғына ҡыҙ менән таныштың түгелме?
- Эйе, таныштым, - тип яуап бирҙе Артур, - тик танышлыҡ күпкә барманы. Бер аҙна тирәһе дуҫлашып йөрөп алдыҡ. Шунан бер ҡыҙыҡ хәлгә осраным. Бер көнө таныштарымдың береһе сәғәт киске туғыҙҙар тирәһендә шылтырата, ҡала ситендәге ресторанда ултырам, килеп алһаң шәп булыр ине, ти. Барҙым. Сыҡмай ҙа сыҡмай, аптырағас ресторанға үҙем инеп киттем. Таныш менән осраштыҡ, ул ҡайтырға йыйынған арала күҙ һалып торам: залда һикереүҙәрҙән торған бейеү бара, ә иң уртала ырғып-һикереп минең баяғы ҡыҙ бейеп йөрөй. Бер был ир-егеткә барып аҫылына, бер - тегеһенә. Иҫерек икәне күренеп тора. Өндәшмәйсә генә сығып киттем унан, йән көйҙө инде шул саҡ, иртәгәһе көнө сәбәбен әйтеп, араны кинәт өҙҙөм.
- Ну еңмеш кеше икәнһең дә баһа! Араны ҡапыл өҙҙөм тиһең инде, ә? Йә, ярай, уныһы һинең шәхси эш. Был юлы минең машина менән сәйәхәт итербеҙ, яраймы?
- Ярай...
Иртәгәһе көнө төштән һуң ике дуҫ ауыл яғына елдерҙе. Вадимдың ағаһы һарай йүнәтә икән, ике йәш кеше шул эштә ярҙам итештеләр. Киске аштан һуң клубҡа ҡарай юл тоттолар.
Клуб әллә ни ҙур булмаған бина булып сыҡты. Асыҡ клуб ишегенән талғын ғына музыка тауышы ишетелә. Инделәр, сәләм бирҙеләр, уны ҡайтарыусы булманы. Бер яҡ мөйөштә егеттәр өйөлөшөп гитараларын көйләйҙәр, артабаныраҡ өс-дүрт ҡыҙ һөйәлешеп торалар. Фойеһы иркен генә, йәштәр гел шунда бейейҙәр икән.
- Дә-ә-ә, беҙҙе ауыл егеттәре өнәп етмәнеләр, шикелле, сәләмде лә кире ҡайтарманылар, - тип әйтеп һалды Артур, - улар араһында таныштарың юҡмы ни?
- Нишләп булмаһын? Бар, - тип яуапланы Вадим, - был яҡтарға һирәкләп килеп йөрөйөм бит. Хәҙер килерҙәр, бәлки...
- Вадим! Һинме ул? – Мөйөштә торған егеттәрҙең береһе был яҡҡа күҙ һалды.
- Мин, әлбиттә, мин. Ә һин Юрка, шулаймы?
- Тап шулай.
Юра йүгерә-атлай килеп шунда уҡ Вадимды ҡосаҡлап уҡ алды, шунан һуң Артур менән дә танышты.
- Мин бында диск-жокей. Шуға күрә бейеүҙәрҙе башларға тәҡдим яһайым. Ишетәһегеҙҙер? Музыка уйнап тора, ә теге яҡта ҡыҙҙар парлы бейеүгә төшә алмай кавалерҙар көтөп торалар. Музыканы әрәм итмәгеҙ әле, шуларҙы бейеүгә саҡырығыҙ!
Артур ҡыҙҙар төркөмөнә күҙ һалды. Шул саҡ уны тишеп ҡарағандай күҙҙәр менән осрашты һәм ... аптырап ҡалды. Бындай серле, ләкин ниндәйҙер кимәлдә һағыш һирпкән күҙҙәрҙе күргәне юҡ ине әле уның. Ҡыҙҙың бөтә булмышы уның йөрәгән йылытып ебәрҙе, ни булһа ла булһын, тип уны бейеүгә саҡырҙы. Шул арала уртаҡ тел таптылар, таныштылар. Шул саҡ һөйөү сатҡылары икеһендә әлә тоҡанды, шикелле, бер-береһен электән белгәндәй аралашып киттеләр улар. Ҡыҙыҡай тураһында шул билдәле булды: исеме Арина, бер үҙе йәшәй, яңыраҡ әсәһе мәрхүм булған. Ауылдағы шәхси магазинда һатыусы булып эшләй икән.
- Һинең төҫ-фиғылың мәрйәгә оҡшап тора, үҙең башҡортса һөйләшәһең...
- Мин – мәрйә. Ауылда башҡортса һөйләшмәгән рус егеттәре-ҡыҙҙары юҡ, - тигән хәбәр һалды Арина. Беҙ бәләкәй саҡтан башҡорттар менән ҡатнашып, уйнап, бер мәктәптә уҡып, ике телде лә белеп үҫтек. Ана Юра ла рус малайы, ә һеҙҙең менән башҡорт телендә һөйләште...
Был осрашыу Артурҙың тормош һуҡмағын яңы йүнәлешкә борҙо, бер һүҙ менән әйткәндә, мөхәббәттән иҫерҙе, шикелле. Ике-өс ай үттеме-юҡмы Артур ҡыҙға өйләнешеүгә тәҡдим яһаны, тегенеһе риза булды һәм улар бер-нисә кешенән торған “йәштәр туйы” үткәреп, район үҙәгендә бер ғаилә булып матур ғына итеп йәшәп алып киттеләр. Артур Аринаны машина йөрөтөргә өйрәтте, тегенеһе ныҡлап ҡыҙығып китеп, РОСТО-ла уҡып алып, һынауҙарын уңышлы тапшырып право алыуға өлгәште. Хәҙер инде бер-береһенә ял бирер өсөн алмашлап таксовать итеү ғәҙәткә керҙе.
Бөтәһе лә һәүетемсә генә бара ине һымаҡ, тик бер көнө уйламағанда ҡайғы-хәсрәт өйгә килеп инде. Бындай хәлде, Аллам һаҡлаһын, дошманыңа ла бирмәһен ине лә бит, ләкин тормошта, һин теләйһеңме-юҡмы, фажиғалар булып ҡына тора, дөйөм алғанда, уның осо ла-ҡырыйы ла юҡ.
Йәкшәмбе көн ине. Иртәнге тамаҡты ялғап алғандан һуң Арина таксовать итеп килергә теләк белдерҙе, ә Артур тиҙ генә риза булды, сөнки ошо арала магазиндарға инеп бер ҡат йәйге спорт кейемдәрен һатып алырға тигән теләге һаман да тормошҡа ашмаған ине әле. Алина һаубулашып сығып киткәс тә яҡындағы сауға үҙәгенә йүнәлде ул. Инеп тауарҙарға күҙ һалыуы булды кеҫә телефоны шылтыраны. Ят номер булғанға күрә яуап бирмәне, ләкин шылтырау ҡабатланды ла ҡабатланды. Яуап бирергә булды Артур. Был юлы полициянан шылтыраталар ине. Йәш кешегә аңлашылмаған диалог башланып китте.
- С кем я говорю?
- Со мной.
- Не дурите. Звонят из полиции. Вы Хайруллин Артур Закиевич?
- Да. А что случилось?
- С вами ничего пока не случилось. Вы где находитесь?
- В торговом центре. А что...
- Слушайте меня внимательно: прошу явиться в полицию для серьезного разговора. Чем быстрее – тем лучше. Захватите с собой документы, удостоверяющие вашу личность, лучше паспорт. Вы меня поняли?
- Да. Объясните мне...
- Не могу, не телефонный разговор. Ждем с нетерпеньем.
Нимә уйларға ла белмәне ул, буласаҡ осрашыу сәбәбе асыҡ булмағанға ҡаңғырҙы, төрлөсә фекер туплауҙан файҙа ла булманы. Моғайын, Арина юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу арҡаһында полиция бүлегенә барып эләккәндер ул, тип уйланы. Улайһа нишләп ГАИ бүлегенән шылтыратмайар? Тимәк, эш ул уйлағандан да күпкә етди булыуы мөмкин.
Артурҙың йөрәгенә ут ҡабынды. Шунда уҡ ул тышҡа ташланды һәм бер еңел машинаны тотоп алып тәғәйен урынға тиҙ генә барып етте. Уның паспортын ҡарап Аринаның хәләл ефете икәнен белгәндән һуң, полиция начальнигына инергә ҡуштылар. Унда Артур шуны белде: оло юл фажиғаһы арҡаһында, бәлки, машина тайпаҡлап киткәндер, Арина юл ситендәге бетон стенаға барып төкөй һәм ғүмере өҙөлә. Машина салонында уның паспорты, кеҫә телефоны ятып ҡалған. Моргта Артур ҡатынын таныны, тик бите нисектер үҙгәргәндәй тойолдо. Тағы Арина өй гардеробында булмаған икенсе кейемдә ине. Икенсе яҡтан уйлаһаң, уныһы ла ғәжәп түгел, сөнки йәш ҡатын-ҡыҙ эш араһында яңы кейем һатып алып, шуны кейә һалып артабан да йөрөргә мөмкин бит.
Был тиклем ҡот осҡос “яңылыҡ”ты белгәндән һуң Артур иҫһеҙ ҡоланы. Иҫенә килгәндә уның янында “ритуаль услуги” тип аталған учреждение кешеләре тора ине инде. Улар тәрбиәләп күмеү мәсьәләһен үҙ өҫтәренә аласаҡтарын аңғарттылар, күпме аҡса талап ителәсәген әйттеләр, квартираға алып барып еткерҙеләр һәм ниндәйҙер ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйҙырҙылар. Артур ни барыһына ла риза булды. Шунһыҙ ҙа булмай ине, сөнки был эштәрҙе үҙе ойоштороп йөрөрҙәй хәлдә түгел ине. Тик Аринаһын ауылға, әсәһе эргәһенә ҡуйыуҙы талап итте ул, тегеләр ҡушҡуллап риза булды.
Яңғыҙ ҡалған Артур өйөнә бикләнде, эшкә барыуҙан фәтеүә тапманы, юҡһыныуын, ҡайғыһын араҡы менән баҫырға тырышты. “Әллә үләйем дә ҡуяйыммы?”-, тип фекер йөрөткән ваҡыттары булды, - былай яңғыҙ йәшәүҙән ни файҙа? Тик йәшәге килә бит әле, тормошто яңы ғына ҡорған ваҡыттары. Юҡ, йәшәүҙе дауам итергә кәрәк, шуныһы үкенесле, йә күңелде табырҙай бала ҡалманы... Бындай ике ут уртаһындағы тормош бер аҙна дауам итте, ләкин бер файҙа ла бирмәне. Таксиүҙәктән булған телефон шылтырауы уны айныҡтырғандай булды: эште артабан дауам итергә саҡыралар ине. Башҡаса хәл юҡ, үҙ-үҙеңде бөтөрөүҙән бер файҙа ла юҡ, тип уйлап, Артур эшкә сыҡты. Тағы көндәр ҡәҙимгесә тәртиптә китте. Ярай әле көндөҙ эш менән мәшғүл булып, төрлө кешеләр менә диалогҡа инеп, төрлө уйҙарҙан арынаһың. Башҡа өйләнмәҫкә ҡарар итте Артур, уның уйынса ысын мөхәббәт тик бер тапҡыр ғына була, ә бисәнән-бисәгә йөрөгән ир-атта һөйөү хисе булмай ул, уға сираттағы ҡатынынан аҡса “һауыу” теләге беренсел рәткә сыға. Шулай итеп ул фашланғанға тиклем ял итеп йәшәй бирә. Эйе, каапитализм донъяһының ҡанундарына бойһонған хәҙерге тормошта беренсе рәткә кеселеклелек, ярҙам итешеү кеүек матур ҡағиҙәләр урынына нисек булһа аҡса “һуғыу” алғы планға килеп баҫа.
Аринаһыҙ тағы ике ай тирәһе ваҡыт үтеп китте. Бер көнө берәү ҡала үҙәгенән автовокзалға тиклем араны үтеүгә такси саҡыртты. Артур йәһәтләп барып етте. Ҡараһа таныш кеше һымаҡ, бәй, был бит Юра, Аринаның ауылдашы һәм класташы. Ул да таныны, ҡосаҡлашып алдылар. Баҡһаң бында үҙ йомош менән килеп, инстанциянан-инстанцияға йөрөп бөтөп ҡайтырға сығып бара икән. Бөтә уйы ауылға йөрөгән маршрут автобусына өлгөрөү. Хәл-әхеүәл һорашҡандан һуң ҡуҙғалып киттеләр, юлда гәпләшеү дауам итте.
- Арина менән айырылышып ҡуйҙығыҙмы әллә? – тип һорау бирҙе Юра.
- Мәңгелеккә айырылыштыҡ бит. Белмәй инеңме ни? – тип яуап ҡайтарҙы Артур. Һеҙҙең ауылға алып барып ҡуйҙыҡ. Һин күренмәнең ул саҡта.
- Эйе, ул саҡта мин Ялтаға ял итергә киткән инем. Белмәйем ул көнө һеҙ кемде ҡуйғанһығыҙҙыр, ләкин Арина әсәһенең өйөндә имен-һау йәшәп ята.
- Кит әле, Юра! Нишләп булмағанды һөйләп маташаһың? Беҙ Аринаны ерләнек. Һинең бер һүҙеңә лә ышана алмайым. Беҙҙең кемебеҙ алйот булып сыға инде хәҙер? Һинме-минме?
- Берәү ҙә алйот түгел. Ышанмаһаң – бар ҙа ҡара. Арина әсәһенең өйөндә йәшәп ята, тик осрашҡаныбыҙ, һөйләшеп торғаныбыҙ юҡ әле, ул өйөнән сығышмай, тиҙәр. Мин уны һинән айырылып ҡайтҡандыр, тип уйлағайным...
Машина салонында ауыр тынлыҡ урынлашты, арыуыҡ ваҡыт өндәшмәй генә барҙылар. Тынлыҡты Юра боҙҙо:
- Һаман ышанмай ултыраһың индә ә? Әйҙә былай итәйек: мин һине ауылға тиклем яллайым. Бөтәһе сәғәткә яҡын юл араһы. Киттек беҙгә, билдәһеҙлекте нишләп һуҙырға ти? Ризаһыңмы?
Артур аптырауға ҡалды, шулай ҙа ултыра биргәс, ыңғайлығын аңғартып баш һелкте. Шунан һуң телефонын алып, таксиүҙәккә клиентты ауылға алып барырға кәрәклеген аңғартты ла, автовокзалға барып етмәҫ элек үк, машинаһын ауыл юлына ҡарай борҙо.
Бына Алинаның әсәһенең өйө.
- Минеңсә, һеҙ осрашҡанда өсөнсө кеше булырға тейеш түгел, шуға мин бында туҡтап тормайым, - тип Юра машинанан төштө лә өйө яғына ашыҡты. – Йомошоң килеп сыҡһа – өйҙө беләһең минең – табырһың. Артур уға бер һүҙ ҙә өндәшмәне, ҡыҙыу атлап урам эсенә ҡарай атланы. Кемдер бында йәшәп ятҡаны тыштан уҡ күренеп тора: ҡапҡа алды таҙа, урам эсе һеперелгән, өйгә инә торған һуҡмаҡтың ике яғында сәскәләр емелдәшә. Тик буш һарай ғына асыҡ ҡапҡаһы менән тын ғына ҡарап торғандай. Ашығып ишекте асып өйгә керҙе ул һәм аптырап ҡалды: өйҙә түрбашты йыйыштырып уның ҡатыны Арина йөрөп ята ине...
- Был ниндәй хәл? Ни булды һуң ул? – Артур үҙенә-үҙе һорау биреп ишек төбөндә ҡатып ҡалды. – Былай булыуы мөмкинме һуң?
Ишек асылып ябылған тауышты ишетеп, Арина эш менән булышыуҙан туҡтап ҡалды, сөнки ул берәүҙе лә көтмәй ине, ошоға тиклем халыҡтан йәшенеп тигәндәй йәшәне. Магазинға һирәк-һаяҡ барып әйләнеүҙән башҡа ергә сыҡманы, булған аҡсаһы ла тиҙ бүҫкәрә бара һымаҡ. Ул өйгә инеп тупһа төбөндә торған ирен күргән ыңғайы шаҡ ҡатты, ҡулында тотҡан сепрәге төшөп китте. Шунан һуң Арина, үҙен тота алмайынса, һулҡылдап иларға кереште. Артур артабан үтеп, бер һүҙ ҙә әйтмәйенсә Аринаны ҡосаҡлап алды, сөнки ул бер нәмә лә аңламай ине, бәлки, аңларлыҡ булмағандыр.
Ниндәйҙер ваҡыт үтеү менән икеһе лә тынысланды, шикелле. Сыҙамһыҙ Артур төп һорауына тиҙерәк яуап алыуҙы хуп күрҙе:
- Арина! Мин бер ни ҙә аңламайым. Аңлат әле – һин авариянан нисек тере ҡалдың һәм нишләп бында бер үҙең минән ҡасып йәшәп ятаһың? Беҙ бит һәйбәт кенә кҡн күрә инек, икәү ара серҙәребеҙ ҙә ҡалманы кеүек. Мин шуға аптырайым, нишләп...
- Аптырама һәм ҡабаланмай тор! Хәҙер сәй табыны әҙерләйем дә барыһын да аңлатырмын, тип өй хужабикәһе электросәйнүккә тотондо. Сәй табыны башлыса Аринаның монологынан торҙо.
- Артур! Бында килеп етеүең, бәлки, ике ут уртаһында йәшәүемә сик ҡуйыр. Тәүҙә тыңлап бөт, мине аңларға тырыш! Булдыра алһаң - кәңәш бир, тик әрләшмә!
Берҙән-бер һиңә әйтергә теләмәгән серем шул: мин игеҙәктең һыңары. Мин - Арина, ә игеҙәгем - Марина. Беҙгә ун биш йәш тулғанда әсәйебеҙ мәңгелеккә беҙҙе ташлап китте. Беҙ икәүгә әсәйҙән өй, һыйыр ҡалды. Мин шул йылы туғыҙҙы бөттөм, ауыл магазинына йыйыштырыусы булып урынлаштым, ике-өс айҙан һуң һатыусылар курсына инеп уҡып сыҡтым. Тап шул осорҙа һатыусы кейәүгә сығып, күсеп китте. Шул арҡала һатыусы урыны миңә ҡалды. Беҙ тәүге осрашҡанда мин магазинда эшләп йөрөй инем әле.
Ә Марина, игеҙәк һыңары, туғыҙынсы класты тамамлап торманы, бер көн тотто ла ҡырға сығып китте, кире ҡайтманы, юҡ булды. Уның тураһында урыҡ-һурыҡ хәбәрҙәр килгеләне, әлбиттә, йәнәһе урлашҡаны өсөн ултырып сыҡҡан, һуңыраҡ тағы ултырған, тип тә ишеттем, әммә мин ундай хәбәрҙәргә иғтибар итмәнем, ғәйбәт һүҙ тиҙ тарала, ләкин дөрөҫлөгө булмай, тип уйланым. Ә артабан үҙең беләһең, һинең менән танышып, уртаҡ телгә килеп бергә йәшәй башланыҡ. Көндәрҙең береһендә, мин таксовать иткән ваҡытта, юлымда Марина пәйҙә булды. Был осрашыу миңә шатлыҡ килтермәне, ә киреһенсә ҡайғыға әйләнде. Минең хәл-әхеүәлде һорашып алды ла Марина:
- Һәйбәт йәшәп ятаһың икән дә баһа! Ә мине, ас-яланғас йөрөгән бисараны әллә ҡасан уҡ оноттоң инде, - тине. Аҡса һораны, бирмәһәң өйөңә барып аласаҡмын, айыртасаҡмын, - тип ҡурҡытты. Ул минең менән осрашҡан һайын бер көнлөк выручканы уға тоттороға тура килде. Ярай әле һин минең финансҡа ҡыҫтырылмайһың, шуға күрә бындай расходтар шыма ғына үтә торҙо. Һуңғы осрашҡанда минең эргәгә ултырып алып, машинанан төшмәйенсә шантаж менән булышыуын дауам итте. Мин клиент алырға тип ҡуҙғалып киткәс тә Марина:
- Бөгөн үк яҡын туғаныңды квартирыңа алып ҡайт, хәлле булғасың ашат, кейендер, артабан өсәүләп йәшәрбеҙ, иреңдең ике бисәһе булыр. Мин өй ҡарауылсыһы, ә һеҙ икәү эшләрһегеҙ, - тип бөтөнләй ҡолаҡҡа ятмаған һүҙҙәрҙе теҙҙе. Ныҡ йәнем көйҙө. Үҙем дә аңғармай ҡалдым, рулде юл ситендәге тумбаға табан борҙом да тиҙлекте арттыра барып төкөнөм. Берәй ерен төкөп яра алһа, бәлки, минең менән булышыуҙы ташлар, тип уйлағайным. Мин уйлағанса килеп сыҡманы. Башын ныҡ төкөү арҡаһында иҫтән яҙҙы һәм шунда уҡ йән бирҙе. Мине үлемдән руль ҡотҡарҙы, шикелле
Ҡалғаны томан эсендәге бер күренеш кеүек булды. Нишләргә? Эйе мине төрмә көтә! Унан әллә сығып була, әллә юҡ. Булған бәхетем селпәрәмә киләсәк бит. Шул саҡ төрмәнән ҡотолоу юлы бар кеүек тойолдо миңә. Үҙемдең паспортымды, телефонды уның кеҫәһенә тыҡтым да был ерҙән ҡасыу сараһын күрҙем. Нишләргә белмәй бер килке йөрөгәс тә әсәйҙең өйөнә ҡайтып йәшәргә булдым. Ләкин тағы ике ут уртаһында ҡалдым: һаман ошолай йәшәргәме, әллә полицияға барып бирелергәме? Әллә үҙем үлеп кенә ҡотола аламмы? Һин нисек уйлайһың? Был хәлдәрҙән һуң, моғайын, мине ташлап китергә кәрәк тигән уйҙаһыңдыр әле. Мин нишләргә лә белмәйем...
- Һине ташлап китергә тигән уй миндә бөтөнләйгә юҡ. Һинән башҡа берәүҙе лә ярата алмаясағымды аңланым мин. Ләкин йөрәгеңдә енәйәт ауырлығын йәшереп йөрөтөү үҙе үк тиҙ үлемгә тарта, тиҙәр. РФ-ның уголовный кодексы буйынса һаҡһыҙлыҡ, иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында икенсе кешене үлемгә еткергән осраҡта ике йыл бирәләр. Һин айышһыҙ булыу арҡаһында ДТП-ның килеп сығыуын әйтеп биреү – һинең эш. Әгәр теләһә судья условный ике йыл бирергә лә хоҡуҡлы. Әйҙә йыйын, полицияға киттек. Ике йыл күп ваҡыт түгел, үтер ҙә китер, йөрәгеңде өйкәп торған ауырлыҡты алып ташла! Полицияға барырға ризаһыңмы? Ике ут уртаһында оҙаҡ йәшәү мөмкин түгел бит, үҙең аңлап тораһың.
Арина бер һүҙһеҙ башын һелкте һәм ирен ҡосаҡлап алып туйғансы иланы.
Бер сәғәтәтән һуң улар полиция бүлегенә килеп еттеләр һәм инеп киттеләр. Артабан уларҙы тормош юлында ҙур-ҙур мәшәҡәттәр көтә ине, яңынан айырылышыу һәм ҡауышыу. Арина ултырғас та үҙенә урын тампайынса йөрөгән Артур үҙ теләге менән күрше дәүләттә баш ҡалҡытҡан нациктарға ҡаршы китәсәген һәм унан тик бер йылдан һуң ғына ҡайтасағын, айырылышып бер ни тиклем ваҡыт үткәндән һуң уларҙың улы тыуасағын бер Хоҙай Тәғәлә генә белә ине Ләкин әлегә бер-береһен яңы ғына табышҡан ике йәш кеше был турала бөтөнләй уйламайҙар, сөнки һәр кешегә киләсәк тик ыңғайлыҡтарҙан торасаҡ кеүек тойола. Беҙ был тормоштан тағы ниҙер көтәбеҙ, тик һәр көн беҙҙе үлемгә яҡынайтҡанын онотабыҙ.
Ысынбарлыҡта нимә һуң ул йәшәү? Был донъяла йәшәү – үҙ йәшәйешең өсөн көрәшеүҙе, тормош имтихандарын бер-бер артлы үтеп барыуҙы аңлата. Имтихандарҙы тапшыра алмағандар юҡҡа сыға, бирешә. Кемдер был тормошта мөхәббәт сатҡыларын үҙенең ыңғай холҡо йәки түҙемлеге менән үҙе үк ҙурайта ала һәм ауырлыҡтар аша үтеп, үҙ бәхетен таба, кемдер ул сатҡыларҙы юғалтып, киренән таба алмай ҡаңғырып йөрөй, хатта йәшәр ояһын юғалтып, урам буйында ҡала, бер телем икмәк менән иҫерткес эсемлек табыу төп маҡсатына әйләнә. Бындай йәшәйеш аңһыҙ үлемгә алып килә...

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: