Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
9 Июнь 2022, 17:58

Алма. Хикәйә. Миләүшә Ғәйфуллина

Эңер төшкәс, малдар көтөүҙән арып-талып, мөңрәшеп ҡайта башланы. Һеңлем менән шуларҙы ялан аҙбарға индереп бикләнек тә тәҙрә аша ғына әсәйгә:-Әсәй, һыйырҙарҙы алып ҡайтып яптыҡ. Беҙ ҡапҡа алдында уйнайбыҙ, - тип һөрәнләнем.

Алма. Хикәйә. Миләүшә Ғәйфуллина
Алма. Хикәйә. Миләүшә Ғәйфуллина

-Ярай, әллә ҡайҙа юғалмағыҙ, - тине ул.
Беҙҙең сыҡҡанды ғына көткәндәр тиерһең, әллә ҡайҙан Гөлназ, Айһылыу, Гөлнара, Илдарҙар килеп етте.
Тап шул мәл күрше Хөснә инәйҙәрҙең ҡапҡа алдына ап-аҡ төҫтәге еңел машина килеп туҡтаны. Шунда саптыҡ. Оло улы, Самат ағай, ғаиләһе менән ҡайтҡан икән. Әнисә кеүек бәләкәс ҡыҙҙары ла бар. Хөснә инәй ҙә йүгереп урамға сыҡты. Килгән ҡунаҡтар менән күрешкәс, уларҙы өйгә саҡырҙы. Самат ағай машинаһының багажнигынан бер тоҡ алып, ергә ултыртты. Тоҡтоң ауыҙын асып, шундағы балаларға эре-эре ҡып-ҡыҙыл алмалар таратты. Телде йоторлоҡ тәмле!
Айһылыу:
-Беҙҙең алма бешмәгән әле, был, ахыры, иртә өлгөрә торған сортылыр,- тигән булды, бик тиҙ юҡҡа сыҡҡан алмаһына үҙе лә аптырап.
Әлбиттә, күстәнәс әҙ булып ҡалды.
Илдар:
-Шунда икешәрҙе бирһә лә булыр ине инде, бер ҡапсыҡ алмаһы бөтөр тине микән, - тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе.
-Ярай, ярай, тәмле нәмә күп булмай ул. Әйҙәгеҙ, Илдарҙарҙың бураһында уйнайыҡ, - тип, шул яҡҡа йүгерҙе Айһылыу. Бөтәбеҙ ҙә уның артынан эйәрҙек.
* * *
Иртән өй эштәрен бөткәс, баҡсаға түтәл утарға сыҡтыҡ. Алма ағасы эргәһендә түтәл утап ултырған һеңлем ҡойолған, бешмәгән алмаларҙы итәгенә йыйып әсәй янына барҙы.
-Әсәй, бәлки, был алмаларҙы быҙауға ғына һалырғалыр?- тине, ҡайҙа ҡуйырға белмәй.
-Бәй, ниңә аҙыҡты әрәм итергә, шундағы сеүәтәгә бушат, берәй нимә эшләргә ярар әле, - тине әсәйем, эшенән айырылмай ғына.
Әнисә береһен итәгенә һөртөп, умырып тешләп алғайны, йөҙө һытылып, алмаһын йыуынты биҙрәһенә ырғытты. Шунан яныма килеп, уфтанып ҡуйҙы:
-Кисәге Самат ағайҙың алмаһы күпкә тәмлерәк ине.
-Эйе, күстәнәс тәмле ине, тик башҡа юҡ.
Һеңлем көтмәгәндә былай тине:
-Әйҙә, берәй йомош тапҡан булып, Хөснә инәйҙәргә инеп сығабыҙ, бәлки, күстәнәскә тағын алма бирерҙәр.
-Ҡыҙҙары эргәһенә барһаҡ була инде, тик башта эшебеҙҙе бөтөрәйек.
Көн төшкә ауып бара ине инде. Ҡулдарҙы йыуып алғас, шым ғына Хөснә инәйҙәр яғына шылдыҡ. Ихаталарында бер кем юҡ. Ишектәренә таяҡ ҡына терәп ҡуйылған.
Бәй, ҡайҙа киткәндәр, әллә еләккә микән? Аптрашта ҡалдыҡ. Берәйһе килеп сыҡмаҫмы тип, урамда бер тын баҫып торҙоҡ. Тик сүплектә тибенгән тауыҡтарҙан башҡа, йорт-ҡура алдында башҡа бер йән эйәһе лә күренмәне. Һеңлем шыбырлауға күсте:
-Әлфиә, бар һин инеп, ике генә алма алып сыҡ, ә мин ҡарап торам.
-Урлашырға мин бур түгел, - тип ҡаршылаштым.
-Мин бит “урла” тимәйем.
-Һорамай алғас, барыбер урлашыу була. Әйҙә, ҡайттыҡ, әтеү әсәйемә әйтәм.
-Ике генә бөртөк алма юғалғанын улар һиҙмәйәсәктәр ҙә, - ти һеңлем, һаман еңешеп.
-Һиҙмәһәләр ҙә, ярамай. Хәтереңдәме, Хөснә инәйҙең, Алла бабай аҡ болот өҫтөнә ултырып, һәммәбеҙҙең ыңғай һәм кире ҡылыҡтарын ҡуйын дәфтәренә теркәп ултыра, тигәне? Кем белә, бәлки, әле лә беҙҙе ҡарап торалыр. Әгәр ҙә башыбыҙға һуҡһа?
-Һуҡты, ти. – Һеңлем бирешергә теләмәне. – Ул - берәү, ә кешеләр – күп. Күреп тә өлгөрмәйәсәк, тик шәберәк кенә йүгер. Һуҡһа, үткән йәй Зәбир бабайҙың башына һуғыр ине. Беҙҙең бер йөк бесәнде көпә-көндөҙ урлап алып ҡайтып, һарайы башына өйөп ҡуйҙы. Ә уны күпме ыҙалап киптерҙек, күтәремләнек. Сапҡан ваҡытта хатта атайым биленән яҙҙы...
-Шул бесәнде йәшен һуғып, һарайы менән янып бөткәнен хәтерләйһеңме? Алла бабай шундай яза биргән.
Һеңлем бер аҙ уйланып торғандан һуң:
-Әлфиә, әйҙә, үҙебеҙҙең йәшел алманы балға бутап ашайыҡ, - тине.
Һеңлемде ышандыра алыуыма ҡыуандым. Етәкләшеп өйгә ҡарай йүгерҙек. Ҡапҡанан инеп өлгөрмәнек, әсәй:
-Эшегеҙҙе бөттөгөҙмө ни? – тип ҡаршы алды.
-Бер түтәл генә ҡалды.
-Ул саҡта сәй генә эсеп алығыҙ ҙа, һуңынан утап ҡуйырһығыҙ. Баяғы быҙауға һалам тигән алмаларыңдан бәлеш тә бешерҙем, - тине әсәй. Әнисәгә йылмайып.
Бәлеш менән тәмләп сәй эсеп алғас, кәйеф күтәрелеп китте. Ҡалған түтәлде утап бөттөк тә ҡапҡа алдына сыҡтыҡ.
-Бая мине тыңламай йәтеш эшләнең. – Һеңлем ҡыуанысынан битемдән үбеп алды. –Бәлки, хәҙер Самат ағайҙың ҡыҙы янына барырбыҙ, инде ҡайтҡандарҙыр.
-Нимә, һаман ҡыҙыл алма ашағың киләме?
-Юу-у-уҡ! – тип йылмайып һуҙҙы ул. –Былай ғына, уйнарға...

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: