Әнисәнең бер туған ҡустыһы Вәкил, армиянан ҡайтыу хөрмәтенә, ата-әсәһе улдары янына ҡунаҡҡа туғандарын йыя.Өс йыл морфлотта хеҙмәт итеп, ир ҡорона тулып ,баһадир булып ҡайтҡан егетте, апаһы Әнисә, башта танымай ҙа торҙо.Ҡустыһы үҙе килеп ҡосаҡлап алды, еҙнәһе менән апаһын.Әнисә шатлығынан илай-илай, һағыныуын баҫа алмай,әйләндереп-тулғандырып ҡосаҡланы ҡустыһын.Үҙгәргән ҡустыһы,оҙонайып,здарауай булып киткән. Матрос формаһы былай алайыммы,кәүҙәһенә ятып ҡына тора.Тулҡынланып торған ҡуйы ҡара сәс,ҡыйылып киткән ҡара ҡаш тейһеңме?Егеттең килмәгән ере юҡ.Өс йыл эсендә лә кеше шул хәтлем үҙгәрер икән?Оҙатҡанда бала ғына ине.Ир булып ҡайтҡан да ҡуйған.Күҙ генә теймәһен,тип һоҡланды Әнисә ҡустыһына.Еҙнәһе Дамир арҡаһынан ҡаға-ҡаға ҡосағына алды.Күңелле шул һағынышып осрашыуҙары!
Дамир еҙнәһе менән һөйләшеп һүҙе бөтмәне Вәкилдең.Ҡунаҡ буйы йәнәшә ултырып гәпләштеләр.Еҙнәһе көлөп ебәрә лә ыңғайы бер Вәкилдең арҡаһынан ҡағып ала. Арыуыҡ ҡунаҡ булғандан һуң, Дамир өйҙәге малын ҡарап килергә булды.Улар киткәндә көтөү төшөп өлгөрмәгәйне.Ике ауыл араһы дүрт –биш саҡрым булғанлыҡтан, йыш ҡына ҡунаҡ араһында ҡайтып мал ҡарай еҙнәһе.Был юлы ла апаһын мәшәҡәтләп торманы,ике быҙаулы һыйырҙы быҙауына ҡушып,һарыҡтарын ябып киләм тип, тәнәфескә сыҡҡан арала ҡайтырға булды.Вәкил еҙнәһен ҡапҡаның тышына хәтле оҙата сыҡты.Дамир “Ява “мотоциклын бер баҫыуҙа тоҡандырҙы ла ,ҡәйнешенә күҙ ҡыҫып,тимер атына еңел генә атланып, ҡуҙғалып китте.
Мәжлес ҡыҙҙы. Йыр-бейеү башланды.Вәкилдең Зәйтүнә еңгәһе халыҡ йыры “Зөлхизә”не һуҙҙы.Еңгәһенең яратҡан йыры ул.Табындарҙа гел генә ошо йырын йырлай.Ул йырлап бөтөүгә, олатаһы Ғүмәр “Таштуғай”ҙы башланы.Башын артҡа ташлап,күҙҙәрен сылт-сылт йомоп,хисләнеп китеп йырлай ул.Тауышы көслө,күкрәктән сыға. Олатаһы йырлап бөтөүгә ,Вәкилдең атаһы төшөп китте бейергә.Атаһының элек-электән ҡунаҡта еңел генә ,ойоҫҡотоп бейеп ала торған ғәҙәте бар.Осоп-ҡунып таҡмаҡҡа еңел генә бейене.Ике туған Сәлимә еңгәһе таҡмаҡтың енен ҡойҙо.Оҫта таҡмаҡсы тигән даны бар бит ул еңгәһенең.Атаһы әсәһенә ҡарап баш һелкте.Моғайын,йырла тейҙер инде.Әсәһе шул тиклем моңло йырлай Вәкилдең.Гел ҡунаҡтарҙа ҡабат-ҡабат йырлата торғайнылар.Яратҡан йыры-“Әселе буйы”. Хатта сәхнәлә лә сығыш яһағаны бар ошо йыр менән. Ҡунаҡ шым булды,барыһы ла Сәкинә апайҙың йырын тыңларға әҙерләнде.Моңло,саф тауыш бөтә өй эсенә таралды.Күңелгә ятышлы моң бөтәһен дә арбап алды.Вәкил шул тиклем танһыҡлап ҡайтҡан икән ҡунаҡты.Әсәһенең йырын йотлоғоп тыңланы.Һәр береһенең хәрәкәтен,тауышын ихлас күҙәтте. Ул армияға киткәндә лә бит ошо туғандары бер булып ҡунаҡ итеп,изге теләктәр менән оҙатып ҡалғайнылар.Шөкөр,барыһы ла иҫән –һау, теүәл ҡаршыланы.Бынан һуң да ошо туғандар уртаһында ҡайнап йәшәргә яҙһын.Әле бына һәр береһен ҡарап,күҙәтеп ултыра торғас,атаһы әҙерәк бирешкән һымаҡ тойолоп китте Вәкилгә.Янып торған элекке күҙҙәр һүрәнәйә төшкән.Ғүмер буйы тимер эше, анһат та булмағандыр .Эш аты бит инде атаһы,эш тә үткәндер.Ҡара йәшенән етем үҫкән.Барыһы ла барҙыр.Тормош бит.
Ҡарап ултыра торғас,Вәкил Әнисә апаһының йөклө икәнен шәйләне.Ҡара һин уны,шуны ла абайламаған.Бына ниндәй шатлыҡ әҙерләгән бит уға апаһы уға.Түҙмәне Вәкил,һикереп тороп, һауыт-һаба тотоп сығып барған апаһын һығып ҡосаҡлап ,сикәһенән үпәс итеп алды:
-Ҡотлайым апай,һеҙ артырға йөрөйһөгөҙ икән,бына ниндәй ҡыуаныс,мин ныҡ шатмын еҙнәй менән һинең өсөн ,-тип ҡолағына шыбырланы.Әнисәнең күҙе үҙенән -үҙе йәшләнде лә:
-Эйе,үҙем дә саҡ ышанып барам әле,рәхмәт.Алла бирһә, һиңә туған бүләк итәбеҙ тип торабыҙ,-тип ҡустыһының арҡаһынан яратып һөйҙө.
Әнисә апаһы Вәкил армияға киткәнсе еҙнәһе менән өс-дүрт йыл йәшәгәйнеләр инде.Ни эшләптер ауырға ҡала алмай ине шикелле апаһы.Инде хәҙер Вәкил хеҙмәттә өс йыл йөрөп ҡайтты.Байтаҡ ғүмер үткән.Еҙнәһе Дамирҙың күҙҙәре шул хәтле нурлы,шат ине шул. Шуны әйтһә була бит инде.Йә,ярай,уның ҡарауы,хәҙер килеп инеү менән күккә сөйөп ҡотлаясаҡ еҙнәһен.Вәкил үҙе күпме,хат килгән һайын,һөйөнсө булмаҫ микән тип өмөтләнде.Бына бит, бәхет йылмайған апаһы менән еҙнәһенә.Имен генә булһындар.
Еҙнәһе Дамирҙы шул тиклем эҫе,яҡын күрә Вәкил.Армияға киткәнсе тиклем дә күрше ауылдан апаһына килә торғайны.Килгән һайын Вәкилгә күстәнәс ташыны. Имә торған әтәс кәнфиттең тәме әле лә тел осонда.Апаһы еҙнәһен оҙатып,матур итеп көтөп алды армиянан. Эй,Вәкилдең еҙнәһенән килгән хатты һөйөнсөләп хәле бөтә торғайны инде Әнисә апаһына. Һөйөнсөгә һораған әйберен бирмәһә, хатты йәшереп илатҡаны ла булды.Дамир йыш яҙа ине хаттарын.Ике йыл йөрөнө арала мөхәббәт хаттары.Армиянан ҡайтып ярты йыл үтеүгә, туй үткәреп, Тирәклегә Әнисәне оҙатып алды.
Вәкилдең апаһы Әнисәгә тиклем өс туғаны тыуып үлгән. Апаһын йола буйынса тәҙрә аша һатып алғандар. Әллә йола ярҙам иткән,әллә насип булған, ҡыҙыҡай ата-әсәһен ҡыуандырып үҫеп киткән.Әнисәгә биш тулғанда барыһын да бәхетле итеп Вәкил тыуа.Улар ғаиләлә икәү үҫә.Хоҙайҙан һорап ҡына алған балаларына бар йылыларын бирергә тырыша атаһы менән әсәһе.Үҙҙәре эштән башҡаны белмәгән кешеләр балаларын да кесе йәштән эшкә өйрәтеп үҫтерәләр.Әнисә менән Вәкилдең аралары бәләкәйҙән яҡын булды.Туғаным тип өҙөлөп үҫтеләр бер –береһенә.
Улар үҫкәнсе , атаһы менән әсәһе колхоз эшендә булды.Атаһы тимерлектә алыштырғыһыҙ тимерсе, әсәһе ҡышын бәрәс ҡарап,йәйен сөгөлдөр үҫтерҙе.Хәҙер инде Сәкинә апай менән Хәлит ағай икеһе лә хаҡлы ялда.
-Атай,ни эшләптер бирешкән һымаҡ,кесерәйеп киткән.Ял кәрәк ҡартҡа, ял.Үҙе лә бигерәк тынғыһыҙ бит.Тик ултыра белмәй,-тип атаһын күҙәтеп һығымта яһаны Вәкил. Әсәһенең дә сәстәренә көмөш йүгергән.Шулай ҙа әсәһе етеҙлеген ташламаған әле,шөкөр.Вәкил армияға китер алдынан ғына яңы йорт бөтөрөп ингәйнеләр.Атаһының ҡулы ағасҡа ла,тимергә лә ипле шул.Бөтәйтеп бөткән инде донъяны.Туғандарының һәр береһен шул тиклем һағынған Вәкил өҫтәл артында һәр береһен танһыҡлап ҡарап,күҙ һалып сыҡты.Атаһының ҡустыһы менән ҡатыны Шәүрә еңгәй төҫ ташламаған икән.Матур олоғайып киләләр.Табын йәме улар икеһе лә.
Бигерәк тә Әнисә апаһы өсөн ҡыуанып бөтә алманы.Вәкил армияға киткәс, улар ҙа яңы йорт һалып инделәр.Атаһы ныҡ ярҙам итте ҡыҙы менән кейәүенә өй һалышырға.Ҡайныһының ярҙамына шул хәтле рәхмәтле кейәүе.Дамир үҙе лә ҡайны тупрағынан.Эшһеҙ сәғәт тора алмай.
Ҡунаҡ ҡыҙып бер аҙ ваҡыт үткәс, һыуына төштө.Ҡунаҡтарҙың ҡайһылары ҡайтырға ҡуҙғалды.Ни эшләптер, еҙнәһе оҙаҡланы.Күп булһа,ярты сәғәт тә урап килә торғайны.Хәҙер инде биш урап килергә була.Берәй эш сығып тора микән, тип уйлап та бөтмәне, апаһы Әнисә:
-Вәкил,ҡара әле, еҙнәң ни эшләп оҙаҡланы икән,хәҙер генә киләм тигән кеше ине,сығып ҡараштыраңмы әллә? Әйткән ваҡытҡа ғына йөрөй торғайнысы. Нимә булды,ни эшләп һаман юҡ икән,инде ҡайтырға ваҡыт етеп килә,-тип өндәшкәс,йәһәт кенә урамға сығып китте.
Урам аша сығып, клуб тирәһен байҡаны.Инде күҙ эленгән ваҡыт.Бына –бына донъя ҡараңғылыҡҡа сумырға тора.Клуб тирәһендә биш-алты йәш балаларҙан башҡа кеше-фәлән күренмәгәс, Вәкил Тирәкле яғына боролған оло юлға сыҡты.Туҡтап бер килке мотоцикл тауышын тыңланы.Баҫыуҙа гөрөлдәп сәсеү эшендә йөрөгән тракторҙар тауышы ғына килә.Эйе,был күренеште лә танһыҡлаған егет.Оҙаҡ ҡына баҫыуҙы иңләп йөрөгән тракторҙарҙы күҙәтеп торҙо.Армияға китер алдынан үҙе лә ошо баҫыуҙа тракторҙа иген сәскәйне.
Бер аҙ торғас Вәкил:
-Рәил ағайымдың мотоциклын алып,Тирәклегә барып килергә кәрәк -,тип уйланы.Кире боролоп, ашыға –ашыға өйҙәре яғына атланы.
Өйгә етә алмай ҡалды ул.Арттан килеп туҡтаған партком уазигы ишеген асҡас та:
-Иптәш моряк,йомош бар ине,тип өндәшкәс,-Вәкил фарҙың яҡтыһына күҙен ҡыҫа –ҡыҫа машинаға яҡынлашты.Партком Зәбир Вәхитович үҙе таныны Вәкилде.
-Бәй,Вәкил ҡустым,үҙең икән.Ишеткәйнем хеҙмәттән ҡайтҡан тип.Ну,шунан,моряк,хеҙмәт итеп булдымы?-тип ҡосаҡлап алды егетте.
-Һаумыһығыҙ,Зәбир ағай,эйе һалдат бурысын үтәнек,шөкөр,-тип йылы күреште Вәкил.