Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
2 Июнь 2022, 15:00

КОНДУКТОР. Миләүшә Ҡаһарманова

Ышылдаған-тышылдаған тауыштар сығарып шыуып килеп туҡтаған ҙур автобустың урта ишегенән һуңғыларҙан булып индем дә, теге елтерәтеп алып та киткәс, ҡоламаҫ өсөн, тимер ҡолғаға тотондом. Эстә халыҡ күп түгел, әммә бөтә урындар ҙа биләнгән. Шул саҡ берәү терһәгемә ҡағылды һәм автобус шауын баҫып һөрәнләне:

КОНДУКТОР. Миләүшә Ҡаһарманова
КОНДУКТОР. Миләүшә Ҡаһарманова

--Ана, алда урын бар! Шунда үтегеҙ!
Кондуктор икән. Уны күргәс аҡсамды соҡой башлағайным, был әллә мине ишетмәй типме, ҡолағыма үрелә биреп үк ҡысҡыра:
--Башта ултырығыҙ! Мин килермен!
Баш һелкетем дә, сайҡала-сайҡала күрһәтелгән урынға киттем. Иң алдағы парлы ултырғыстың ситкеһендә телефонына тексәйгән ирҙе ҡуҙғатып, төпкә ынтылдым:
--Ғәфү итегеҙ...
Күршем яуапҡа нимәлер тип мығырланы, әммә йөҙөн күтәрмәне. Әйткәнен ишетмәһәм дә, күҙ ҡырыйы менән үк уның бер интеллигент икәнлеген аңғарҙым һәм ауыҙ эсенән мөңгөрләгәнен дә йә “зинһар өсөн”, йә “рәхим итегеҙ” кеүегерәк һүҙҙәрҙер тип ҡабул иттем.
Урынлашып бөтөүемә кондуктор ҙа килеп торҙо. Мин уға утыҙ һум аҡса һондом. Аппаратынан шытырлатып билет сығарып бирер урынға был, ир аша ынтылып, усыма нимәлер һалды ла, мәғнәле итеп күҙҙәрен йомоп алды. Ҡараһам – ун һумымды кире биргән. Ҡапыл аптырап, ҡарашымды ҡатынға кире күтәрәм. Уның ала-сола итеп ағартылғандан кире төбөнән ҡараһы үҫеп сыҡҡан сәстәренә, ҡояшта янып ҡарайған йонсоу йөҙөнә, сөм ҡыҙылға буялған ирендәренә, шундай уҡ ҡыҙыл лагы һыҙырылып-ҡубып бөткән тырнаҡтарына күҙ һирпеп алам да, ризалығымды белдереп, керфек елпәм. Килештек, йәнәһе. Ул мине егерме һумға алып бара ла, мин уның кеҫәһенә килем эшләйем. Ысынында, миңә ул ун һумдың ҡулымда ҡалыуынан файҙа ла, ҡалмауынан зыян да юҡ, тик кондуктор ҡатындың теләгенә ҡаршы килә алмайым. Моғайын, ул шул хәйерсе эш хаҡына йөрөйҙөр, таңғы биштән тороп сығалыр, көнө буйы ошо тынсыу автобуста һелкенәлер, ә өйҙә балалары көтәлер, тип уйлайһың бит инде.
Ҡаланың ситенән булғас оҙаҡ киләм. Юлды ла инде ятлап, ҡарарлыҡтарын ҡарап туйып бөткәнмен. Күршемдәге ир рәхәтләнеп телефонынан китап уҡый. Мин улай итә алмайым, башым әйләнә лә китә. Шуға ҡолаҡсындарымды сығарып алып көй тыңлауға күстем. Артабан ярты сәғәт тирәһенә үҙ донъямда булам. Унда ла күршемдең ялтыр таҙа ботинкаларына күҙем төшә. Ҡәнәғәт ҡалам. Яратам ир-егеттәрҙең аяҡ кейеме ялтырап торғанын. Ипләп кенә телефон тотҡан ҡулына ла ҡарап алам. Әһә, тырнаҡтары ҡыҫҡа ҡырҡылған. Был да күңелемә хуш килә. Беленер-беленмәҫ һирпелгән әскелтем ағас еҫендәге парфюмы ла нервымды ҡуҙғытмай. Бик һирәк ул ундай бөхтә ир-егеттәр, тип уйлап, арҡамды терәп иркенләйем. Алдағы ишектәрҙең ябылып-асылғанына, халыҡтың эркелеп инеп-сығып торғанына иғтибар итмәҫтән ойоп ултырам. Шулай арыуыҡ ҡына барғайныҡ, бер мәл, ике ҡатын, туҡталыштан ингән ғайын беҙҙең алға тып баҫып тормаһынмы? Нимәлер тип өндәшеүҙәрен ишетмәгәс, ҡолаҡтарымды асам:
--Ә?..
--Ваши билеты?
--Какие билеты? – тием дә албырғап, сумкама тығылам... Унан кеҫәләремде ҡапшайым... Саҡ иҫемә төшә... нимә эҙләйем мин? Билет юҡ бит һуң!
--Ваши? – эргәмдәге иргә өндәшәләр. Уның да билеты юҡ, күрәһең, тик бер ҙә сәбәләнмәй. Шулай ҙа телефонын сумкаһына тыҡты.
--Мы - ждем, — тикшереүсе бисәләр был хәлдән ләззәт алғандарҙайҙар хатта.
Ирҙең тауышында көлөмһөрәү сағылып ҡалғандай була:
--Нет у меня билета.
--Как нет? Вас не обилечивали что ли?
Ул арала эргәбеҙгә теге кондуктор килә һалып етте. Уҫал дүрт күҙ һәм минең аңшайып баҡҡан тағы бер пар уға төбәлде. Ирҙең ҡарашын күрмәнем, уның да башы беҙҙең бәлә сәбәпсеһенә боролғайны.
--Что тут? – ти был. Бына һиңә!
--Безбилетные в салоне. По какой причине? – теге ике албаҫтының бөтөн йәшәү маҡсаты ошо урында беҙҙе фашлауға ҡоролғайны, ахыры.
--Не знаю. Я их обслуживала, — тимәһенме беҙҙең ханым...
Телһеҙ ҡалғандай булдым. Янымдағы ир ҙә шым. Асыуымдан сәсәй яҙып кондукторҙың ҡарашын тоторға теләйем, тик теге ашығып инеүселәрҙе хеҙмәтләндерергә ынтылды.
--Ищите!
Нимәһен “ищит” итергә бында? Юҡ инде ул – булмағас!
Тикшереүселәр автобусты байҡап сығып, башҡа “ҡуян”дарҙы тапмай, тағы беҙгә ябырылды:
--Штраф түләйһегеҙ! Йәки ҡулаҡса менән, йәки документ тултырабыҙ, госуслуга аша килә.
--Күпме?
--Мең һум.
--Һааа! – тип хаяһыҙ үҙәгемде һөйрәп һикереп торам. Бөтөн булған яман бисәлегем тышҡа бәреп сығып, сар-сор талашып китмәксе булып ауыҙымды асам да... әйтергә һүҙ тапмайым. Нимә тип әйтә алам? Утыҙ һумды кондуктор менән бүлештем дә, билетһыҙ киләм, тиергәме? Әллә ун һумға намыҫымды һаттым типме? Әллә бынау йонсоу кондукторҙы йәлләгәйнем дә, ул мине йәлләп торманы инде тип торған булырға? Ю-уҡ инде! Ғорурлығымдың ҡалған ғынаһын бынауҙарҙың аяҡ аҫтына һалаһым юҡ. Мең һумымды һурып сығарҙым да һондом:
--Пажалыста!
Минең һикереп тороуымдан нимә көтөргә икән тип борсолоп ҡарап ҡалған ир ҙә, тынысланыпмы, күн кәшилүгенән аҡса алды. Тикшереүсе ҡатындарҙың береһе беҙгә квитанция сығарып бирҙе, үҙе һаман һөйләнә:
--Вроде бы взрослые люди...
Икенсеһе лә өҫтәй:
--И не безденежные...
Бөтөн был мәшхәр тамамланғанда, төшәһе еремә етергә ике туҡталыш ҡалғайны. Тегеләр киткәс, хәсрәтләш булған күршемә боролам:
--Һеҙ ни эшләп өндәшмәнегеҙ ул?
Ирҙең артыҡ иҫе китмәгән кеүек, йылмая:
--Кондукторҙың шундай авантюраһына ризалашырын ризалашҡас, һатлыҡйән булып тора алмайым бит инде. Һеҙ ҙә егет булдығыҙ – һатманығыҙ.
--Һатманығыҙ тип... меңешәр һум түләнек.
--Түләһәк тә... Был беҙгә һынау булды... кондукторға ла.
--Ярай, әйҙә, тамаҡтарына арҡыры...
--Бына улай тип әйтергә ярамай. Беҙ был эштән һабаҡ алырға тейеш һәм һығымта яһарға.
Аҙыраҡ телемде тешләнем. Быға тағы бер һынап ҡарап алдым.
--Ә минең машина боҙолғайны, кисә ремонтҡа индерҙем, — тип ҡарашыма яуап бирә был. — Бына, йәш саҡтарҙы хәтерләп алайым тип автобусҡа сыҡһам... һеҙҙе осраттым...
--Мине?.. Беҙ танышмы ни?..
--Хәҙер танышырбыҙ. Берәй ергә инеп ултырып алырбыҙ. Штрафты йыуырға кәрәк тә һуң! Һа-һа-һа!
Уның көлөүенә ирекһеҙҙән мин дә ҡушылдым. Автобустан беҙ һаман тыйыла алмай көлә-көлә сыҡтыҡ. Туҡталышта ла көлдөк, салон тәҙрәһенә яҡын килгән кондукторға ҡул болғап тағы ла нығыраҡ һаһылдаштыҡ. Ҡатындың ҡарашында асырғаныу ҙа, уңайһыҙланыу ҙа, рәхмәт тә бар һымаҡ ине. Һәр хәлдә миңә шулай тойолдо... Ул ҡайҙан белһен инде? Кондукторҙы әйтәм. Үҙенең яҙмыш ҡулында йөрөүен. Беҙҙең юлдар тап ошо урында киҫешеүен дә, мөһим хәл-ваҡиғалар ҡылыныуын. Һәм минең ошо арҡылы ҡәҙерле булыр кешемде осратыуымды. Белмәй, әлбиттә...

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: