Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
1 Июнь 2022, 16:24

Атайымдың мөхәббәте. Гөлназ Ҡотоева

Атайым бик ғәҙел, тура һүҙле, ҡулынан эш килә торған уҙаман ине. Калинин исемендәге колхозда комбайнсы хеҙмәтен атҡарҙы. Рәссам булды ул. Ғаилә альбомына Сыбартүбә тауын ып-ысын итеп төшөрөп ҡуйғайны. Зәргәр булды ул. Ҡатын-ҡыҙға беләҙек һуҡһа, биҙәктәренән күҙ ҡамашыр, күңел арбалыр ине. Боҙолған һәр нәмәнең яйын белә, “һә” тигәнсе йүнәтеп ултырта ине.

Атайымдың мөхәббәте. Гөлназ Ҡотоева
Атайымдың мөхәббәте. Гөлназ Ҡотоева

Оҫта булды. Бынамын тигән итеп өй төҙөнө. Иҙәндәрен үҙе йышты, бүрәнәләрен сутланы. Түбә, иҙән таҡталарын да үҙе буяны. Тегенсе лә булды ул. Кейемде бынамын тигән итеп тегеп ҡуя, салбар балаҡтарын үҙе ҡыҫҡартып ала ине. Ә иң мөһиме – баянда һыҙҙыра ине. Ҡара ҡумтанан хуш еҫ аңҡып торған баянын сығарып алып, башын ҡырыныраҡ һалып моңланған мәлдәрен ярата инем мин уның. Ҡайһы саҡта бейергә ҡуша. Ҡулдарымды ҡанаттай елпеп тыпырларға төшөп китәм.

 Яңы техника килһә, атайыма бирәләр, сөнки уның ҡулы алтын, башы йомро. Уның өсөн һәр комбайндың үҙ холҡо, ерҙең хужаһы бар – бөтә нәмә уға йәнле һәм һөйләшә. “Баҫыуға төшөр алдынан хужаһына, йыйып алайым уңышыңды, тип мөрәжәғәт итәм. Онотһам, боҙола-боҙола нәслә йыйып алам”, тип һөйләгәне иҫемдә. Алдынғы комбайнсы булды ул. Иген уңһа, ҡыуана. Тик, комбайны боҙолоп, йыйғанын бушата алмай, бункерында иген менән ҡайтһа ла, әсәйемә бөртөгөнә лә тейергә рөхсәт итмәй.

 – Һуң, Мират, тауыҡтар ас!

 – Яҙҙыр ҙа ал! Урлашырға тимәгән! – тип ҡәтғи яуап бирә атайым. Ишек алдыңда бер бункер иген торһон, ә ихатаңда хет тауыҡтарың астан ҡырылышһын, рөхсәт итмәй бит, тип әсәйемдең күрше-күләнгә зарланып һөйләгәне хәтеремдә.

Яҙҙан ҡара таңдан сығып китә лә ҡараңғы төшкәс кенә ҡайтып инә атайым.

– Бында кем ятты? – тип һорау алам икән әсәйемдән, таушалған яҫтыҡҡа күрһәтеп.

– Атайың инде, бынағайыш! – тип әрләй әсәй. Мин моңһоуланам. Һағынам бит үҙен. Шуны ла аңламай өлкәндәр.

Өйҙә бер үҙемә күңелһеҙ була ла, күп балалы Мәрзиә һәм Бәһәмән апаларҙа йоҡларға ҡалам. Бәлки, уйнай-уйнай арып ятып киткәнмендер. Төндә әсәйем килеп ала.

 – Йоҡлаһын бала, уны уятып ни! Иртән инеп алыр инең! – тип ороша инәй.

 – Мират ҡайтты, ҡыҙымды күрмәйенсә йоҡламайым, ти, – ти әсәйем. Мин күндәм генә кейенәм. Быйма аҫтында ҡар шығырлай.

– Атайың ҡайтты, ҡыҙым, һиңә сәсеңә таҫма алып ҡайтҡан.

– Атайыммы? – тип тешһеҙ ауыҙымды йырып йылмаям. – Ниндәй таҫма?

 – Сәсеңде үрербеҙ иртәгә, ҡарҙан да ағыраҡ таҫма алып ҡайтҡан ҡыҙыма атаһы!

Беренсе класҡа барырға мәктәп кейемдәре алғас, әсәйем:

– Атайыңа кейеп күрһәт әле, – ти. Мин кейенеп алам да өйөрөлөргә тотонам.

– Кил, ҡыҙым, – тип атайым алдына ултыртып, ныҡ итеп ҡыҫып, ҡосаҡлап, үбеп ярата. – Үҫтең инде. Ҡабат улайтып һине алдыма ла ултыртмам, ныҡ итеп тә һөймәм, – ти ул. Һәм, ысынлап та, һүҙендә тора. Күҙ ҡарашы менән генә ярата ул.

Иҫемдә, аръяҡта йәшәгән Сәкинә өләсәйҙәргә, атайымдың әсәләренә, әле үҙебеҙҙеке төҙөлөп бөтмәгән ваҡыттарҙа, мунсаға йөрөй инек. Кисләтеп кенә сығабыҙ, йондоҙло күк өҫкә ауып килгәндәй.

– Атай, анау йондоҙҙарҙа кеше йәшәйме? – тип һүҙ башлайым.

– Юҡ, унда кеше йәшәр шарттар юҡ, газ, янып торған ут йә туҙан ғына улар, – тип һөйләп алып китә атайым. Ул күп белә. Сөнки күп уҡый. “Вокруг света”, “Сельский механизатор”, “Ағиҙел” – бөтә журналдарҙы һәм гәзиттәрҙе уҡып бара бит ул. Әсәйем менән кем беренсе тип талаша-талаша уҡыйҙар ҙаһа!

Бер ваҡыт Асҡарҙан “Аленький цветочек” тигән китап алып ҡайттым да уҡығым килә, тик русса самалы белеүем ҡамасаулай.

 – Миңә уҡы әле, – тип ялынам иркәләп. Атайым русса уҡый ҙа башҡортса тәржемәләй. Шулай итеп, бер атайҙың өс ҡыҙы булыуы, уларҙан ете диңгеҙ аръяғынан ниндәй бүләк алып ҡайтайым тип һорауы, бәләкәй ҡыҙҙың ғына атаһын ысынлап яратыуы тураһындағы әкиәтте илай-илай тыңлайым.

Үҫә төшкәс, атайымдың ҡыҙғаныуы ныҡ итеп үҙен һиҙҙерә башланы. Бер ағайҙың миңә төрттөрөп нимәлер әйтеүен күтәрә алмай, йәйәү ҡайтып килеүен иҫләйем. Аҙаҡ күҙ һалып өй тирәләй өйөрөлгән егеттәрҙе күрә алмаҫ булды. Бер тапҡыр бер егеттән сәләм ебәргән Байрам ағай арҡаһында саҡ Ленинградҡа сәйәхәттән ҡолаҡ ҡаҡманым.

Былай булды хәл. Йәй көнө йәйләүгә китеп һыйыр һауған ҡыҙҙарҙы Ленинградҡа юллама менән бүләкләргә вәғәҙә бирҙеләр. Мин дә барам, тип ҡарайым, атай рөхсәт итмәй. Урынына ярты гектар сөгөлдөр алып бирҙеләр. Ҡустым менән тиҙ генә утап бөттөк тә, тағы әсәйҙең күҙҙәренә мөлдөрәп ҡарайым: “Сменала алмаштырыусы булып барайым, ә? Уларға ла юллама бирәләр ти...” Әсәй атайға ҡарай. “Самат ағай менән еңгәйҙәрҙә генә йәшәп торам”, – тип саҡ күндерәм. Унан, мине нисек ебәрҙе әле былар, тип аптырайым.

 Шулай итеп, йәйләү тормошон, бер аҙ ирекле ҡош хәлен татырға ла өлгөрәм. Бер ваҡыт ҡыҙҙар киноға китте лә, берәү яңғыҙы ҡалды. Ултырып тор, бер үҙем ҡурҡам, тигәс, һуңлабыраҡ ҡайтырға сыҡтым. Сыҡтым тигәс тә, барак һымаҡ итеп төҙөлгән йәйге бүлмәләр, аралары таҡта менән генә бүленгән. Кемдәрҙер килгәс, ҡайтып ятайым тип ишектән сығыуым булды, көслө ҡулдар күтәреп алды ла китте. Тыпырсынам, ысҡындырмай, һаман күтәреп бара. Һыу буйына алып төштө. Йылғасыҡ яҡын ғына ине инде.

– Ҡайҙа сәбәләнәһең, зыян итергә уйламайым бит, һөйләш, – тип ергә баҫтыра.

 Үҙе, бына мин фәлән кешемен, кисә генә хеҙмәтемде тултырып ҡайттым, тип һөйләй башланы.

Шаҡ ҡатып баҫып торам. Ысын, нишләп ул насар кеше булырға тейеш? Һөйләшһәм ни була? Ипләп кенә ҡарайым. Һөйкөмлө генә күренә былай. Бары[1]бер һөйләштерә алманы, ҡасып ҡайтып киттем. Үҙем ҡастым, иртәгәһенә һауынсы ҡыҙҙар араһында, шул шуны тотҡан икән, тигән хәбәр таралып өлгөрҙө. “Ҡайҙан тотһон?” – тип һыр бирмәйем. “Ярай, икенсе тапҡыр килһә, билдәле булыр”, – тип сырҡылдаша өлкәнерәк ҡыҙҙар. Ә теге егет юғалды ла ҡуйҙы. Бер аҙҙан сәләм ебәрҙе. Ҡыҙ кешегә сәләм ебәреү килешмәй: “Ә-ә-ә” тиеүҙән ары китмәнем.

Ауылға ҡайтып, уҡыуҙар башланғас, ҡыҙҙар клубҡа сыға башланы. Миңә өйҙән рөхсәт юҡ. Сыҡмайым. Күрше ауылдан теге егет килде, һине һорашты, тиҙәр. Икенсе бер мәл, теге егет, саҡырып сығар, тигәс, тәҙрәңде туҡылдатып йөрөнөк, уянманың, тиҙәр. Бер нисә тапҡыр шулай егетте буш ҡайтарғас, туҡта, клубҡа барып киләйем, тип иллә-алла менән рөхсәт алдым. Әммә тағы ла һөйләшеү килеп сыҡманы. Ҡасып ҡайтып киттем. Был егет көн дә килә баш[1]ланы. Күрше ауылдан бит, нисәмә саҡрымдар үтә, йәл дә үҙе. Саҡ ҡына һөйләшеп торорға сыҡҡайным: “Ҡайт, кейәнке, ҡайҙа китеп олаҡтың!” – тигәнде ишетеп, теге егетте ташлап, йүгереп ҡайтып киттем.

Тағы ҡарарым өлгөрҙө. Клубҡа сығам, нөктә ҡуям! Йөрөмәһен!

 Шулай булды ла. Оҙатып килгән егеткә: “Башҡа килмә, миңә ҡыйын. Өйҙәгеләрҙән оят. Миңә уҡырға кәрәк”, – тип әйтә алдым. Ҡырт боролдо теге. Үсекте. Артынан тыҡрыҡҡа инеп киткәнсе күҙ яҙҙырмай ҡарап ҡалдым былай. Боролһа, бәлки, туҡтатыр ҙа инем, тип уйланым да тыныс ҡына өйгә инеп яттым.

Атайым шуны һиҙгән. Әллә ниндәй һиҙгер йөрәк ине унда. Минең менән нимәлер булһа, йөрәге ауырта торғайны. Бында ла ҡыҙғаныуы өҫкә сығып, “Ленинградҡа бармайһың!” – тине лә ҡуйҙы. Ышанмайым, бирешмәй әйберҙәремде йыям. Урамға автобус килеп туҡтаны, атайымдың фатихаһы юҡ, сығып китергә лә ҡыймайым, эстән ниндәйҙер тойғо бирешергә бирмәй. Шул ваҡыт атайымдың оло апаһы Бәҙиға инәй килеп инде.

 – Тышта автобус тора, – тине ул. Атайым шымтайып башын аҫҡа эйҙе. Әсәйем хәлдең айышын һөйләп бирҙе.

– Аһ, Мират, ни ҡыланыуың был, ебәр баланы Ленинградҡа! – тип яу һалды инәй. Унан миңә өндәште:

 – Илап ултырма давай, бар сыҡ, көттөрмә кешеләрҙе. Атайға ҡарайым, башын аҫҡа эйгән дә өндәшмәй. Бармайһың да тимәй. Тиҙ генә хәлдең айышына төшөнөп алдым. Атай инәйҙән ҡурҡамы, әллә хөрмәте шулаймы – олоноң һүҙе закон! Сыҡтым да йүгерҙем Ленинградҡа тигән автобусҡа. Ултырып киттем. Атайыма, әсәйемә, һеңлемә бүләккә күлдәк алдым, үҙем баштан-аяҡ кейенеп ҡайтып төштөм. Ул ваҡытта үҙебеҙҙә кейем юҡ ине, сират тороп, талонға йә һөйләшеп кенә һатып алып була ине.

“Ҡыҙ балаҡайымды ҡыҙғанам” тигән йырҙы яҡшы аңлайым. Атайым, ысынлап, ҡыҙғанған мине.

Миңә атайымдың әсәйемә тоғро булыуы мөһим ине. Сит ҡатынға ымһынғанын күрмәнем. Шаяртышып ҡына бер-береһенә әйтерҙәр ине: атайым Нәзифә Ҡадированы “минең Нәзифәм” тиһә, әсәйем “Минең Фиданым йырлай” ти торғайны. Был ҡыҙғандырманы, улар бит – йондоҙҙар, буй етмәҫ бейеклектәләр.

Бер ваҡыт һабаҡташ ҡыҙым мине саҡырып алды. Уның атаһы үлеп, әсәһе тол ҡалғайны. “Бер нәмә әйтәйемме?” – тип һүҙ башлағас, аптырап ҡалдым. “Күп уйланым да һиңә шуны еткерергә булдым: атайыңа әйт, беҙгә ҡабат килмәһен!” – тине һабаҡташым ҡәтғи итеп.

Ни тиергә лә белмәнем. Күңелемә, гүйә, ауыр таш ятты. Хәҙер бит атайыма шул һүҙҙәрҙе әйтергә тейеш булам. Юҡ, ҡыйыулығым етмәҫ. Атайҙың елкәһенән төшмәһәм дә, уға ундай һүҙҙәр әйтеү хәлемдән килмәҫ. Әсәйгә һөйләргә булып, барлыҡ ҡыйыулығымды йыйҙым. Нисек әйткәнмендер? Ғәрләнгәнемде хәтерләйем. Әсәйем хистәрен белдермәне.

“Ярай ҙа әйттең, үҙең генә ҡайғырып йөрөһәң, насар булыр ине. Атайың менән һөйләшермен, борсолма, йәме!” – тине ул, мине яратып ҡосаҡлап. Нимә тип аңлашҡандарҙыр, белмәйем. Һабаҡташ ҡыҙым тәнәфестә килеп ғәфү үтенде: “Ул һинең атайың булмаған, яңылышҡанмын. Теге килеп йөрөгән ағай оҙон булғас, һинең атайың менән бутағанмын”, – тине ул. Минең ҡыуанғанды белһәгеҙ! “Атайым беҙгә тоғро, ул ике йөҙлө түгел, һатлыҡйән түгел, атайым маладис!” – Эстәге шатлыҡ осҡондары шулай бейеште, күңелем күтәрелеп китте.

 Кейәүгә сығам, тигәс, атайым бер аҙ шаңҡып ҡалды. Тик һиҙҙермәне. “Улай тигән һүҙең булғас, ҡаршы түгелмен, мин һинең яҡлы, ҡыҙым”, – тине. Әсәйемдең илауҙары, өгөтләүҙәре бер нисек тә уны был фекеренән дүндермәне. Шым ғына ваҡиғаларҙы үҙ айышына ҡуйҙы. Буласаҡ кейәүен ҡабул итте. Ихлас аралашты, яҡты йөҙ күрһәтте.

 Байтаҡ йылдар үткәс, кейәү тигән кеше юҡ сәбәп табып, мине икенсе, күңеленә оҡшағаныраҡ ҡатынға алмаштырғас, атайға ҡайта алмай йөрөнөм. Нимә тип аңлатайым? Бәлки, миндә лә булғандыр ғәйеп. Ниндәй хәлдә лә, атайым үҙе әсәйемде ташламаны. Ташламаған да булыр ине.

Мин тыуғас, әсәйем бик ныҡ ауырып китә. Күҙҙәре лә күрмәй, аяҡ-ҡулдары ла йөрөмәй. Тәүге балалары һыуыҡ тейеп сирләгәндә дауаханала яңылыш укол һалыуҙары сәбәпле үлгәнлектән, минең тыуыуымды улар көтөп алған.

Әсәйемдең һөйләгәне иҫемдә: “Апайыңды ерләгән яҙҙа Сыбартүбә тулы умырзая ине. Атайың мине тауға күтәреп мендерҙе. Умырзаяларҙы Мөнирәнең ҡәберенә һалайыҡ, тип өҙә башланыҡ та, башыма барып етте: “Мират, уларҙың да ғүмере ҡыҙыбыҙҙыҡы кеүек ҡыҫҡа бит, теймәйек!..” Сәскәләр тау башында һибелеп ятып ҡалды...”

Санитар самолет саҡыртып, Өфөгә алып китергә уйлағастар, “Бер баламды һәләк иттегеҙ, быныһын бирмәм!” – тип әсәйем минең ҡырҡ көнөм тулмайынса баш ҡалаға барыуҙан баш тарта. Мөҙҙәте еткәс, санитар самолет менән әсәйемде алып китәләр. Мине кәзә һөтө имеҙеп, Сания өләсәйем, әсәйемдең әсәһе, кеше итеп ала. Ете балалы ғаилә өсөн шатлыҡ сығанағына әйләнәм. Алты ай тигәндә әсәйем ҡайтып төшә. Дөрөҫөрәге, атайым барып ала, Өфө урамдары буйлап күтәреп йөрөгәнен, бер сиған ҡатынының усыңдан киләсәгеңде әйтәм тигәненә арбалып, бөтә ваҡ аҡсаларын алдырғанын көлөп һөйләгәндәре хәтеремдә.

Сөләймән олатайым атайым менән етди һөйләшергә була. “Һин ҡайт, икенсе ҡатынға өйлән. Ҡыҙым ауырыу, ҡабат һинең менән йәшәй алмаҫ, башҡаса бала табырға ла рөхсәт итмәй табиптар...” – ти ул, аҫҡа ҡарап. Атайыммы һуң инде бының менән килешә торған кеше! Әллә ҡайҙа ятҡан Ишҡолдан Салауатҡа матайы менән килә лә етә икән. Аптырағас, өләсәйемдәрҙең иҫке өйөн йүнәтеп, мине ҡарарға ҡарт өләсәйемде, Сөләймән олатайымдың әсәһен, эйәртеп, эре тояҡлы мал биреп, Ишҡолға алып барып ҡуялар. Шунан әсәйем, табиптарҙың тыйыуына ҡарамай, Заһит ҡустымды, унан һуң Заһиҙә һеңлемде тапты...

 ...Ирҙән айырылғанымды әйтә алмай йөрөйөм. Телефондан һөйләшкәндә был хаҡта ләм-мим. Ҡайтмайым. Шулай ҙа эш буйынса йөрөгәндә юлайҡан тыуған йортҡа һуғылдым. “Атай, шулай булып ҡуйҙы...” – тип ҡыйыуһыҙ һүҙ башлайым. “Ярай, һин нимә эшләһәң дә, дөрөҫ эшләйһең. Тимәк, шулай дөрөҫ булған”, – тине лә ҡабат был турала һүҙ ҡуҙғатманы, һорашманы. Хәҙер аңлайым: уның өсөн үткән ваҡиғалар түгел, ә уның алдында баҫып торған балаһы мөһим булған!

...Бер ваҡыт атайымды яҡшы эшләгәне өсөн Пицундаға шифаханаға юллама менән бүләкләнеләр. Яңғыҙ бер ҡайҙа ла йөрөп өйрәнмәгән ирен әсәйем ебәрергә булды, атайым үҙе лә барырға ыңғайланы. Килешеп торған костюм, күлдәген кейеп, дипломат (ул ваҡытта модаға ингәйне) тотоп, атайым ауылдан сығып китте. Ошо ваҡытта “Любовь и голуби” (Александр Михайлов, Нина Дорошина – төп ролдәрҙә) киноһын иҫегеҙгә төшөрөп йылмайып ҡуйҙығыҙ, эйе бит? Атай сығып китте, әсәй сабыр ғына көтөп ҡалды. Март айы ине ул. Арыу уҡ ваҡыт үткәс, күстәнәскә дипломат тултырып лимон, рауза гөлөнөң бәләкәй генә һабағын алып ҡайтып төштө. Лимоны лимон, раузаны, үлеп ҡуймаһын тип, нисек итеп бәҙрәфкә индереп йәшереп кенә һыулап алғанын һөйләгәне лә хәтеремдә. Урлаша белмәгән кеше өсөн был ҙур енәйәт булып тойолғандыр. Ни өсөн тигәндә, үҙен бер уғры һымаҡ тойоуҙан тулҡынланып һөйләгәне хәтеремдә. Хәйер, гөлдө урлап алһаң ғына яҡшы үҫә тигән ышаныу бар: уны өҙгән саҡта хужаһы ҡыҙғанһа, гөл үҫә алмай икән. Пицунда хаҡында бер китап та бер иҫтәлек ине. Унан – фотолар. Береһендә атайым ят ағастар эргәһендә тороп төшкән, икенсеһендә – ҡатын-ҡыҙ һәйкәле алдында.

 Көндәрен тултырмай ҡайтып килгәненә әсәйем асыуланды. Атайымдың: “Балаларҙы һағындым, оҙаҡ була алмайым мин ситтә!” – тип аҡланғанын хәтерләйем. Шулай ҙа ул кемдәр менән танышҡанын, улар менән нисек аралашҡанын тәфсирләп һөйләй башлаһа, әсәйем пыр туҙып китә ине. Ҡыҙғанғандыр, күрәһең. Атайым бит бергә ял иткән ҡатын-ҡыҙ менән аралашҡан, уларҙың холҡон, ҡыланыштарын һөйләй. Әсәйемдең был хаҡта тыңлап ултырғыһы килмәй. Ул туҙынған һайын, атайым ҡыҙыҡ хикәйәләрен теҙә генә... “Пицунда”, шулай итеп, беҙҙең ғаиләлә йыш яңғыраған һүҙгә әйләнде. Әсәйем атайымдың “бәйән”дәрен ҡабул итмәне, шуға ла ул хәтирәләргә бирелеү менән һәр ваҡыт өйҙә шаушыу ҡуба ине: ситтә яңғыҙы “типтереп” йөрөүен оҡшатманымы, әллә көнләшеү ҡорто кимерҙеме – әйтеүе ҡыйын. Әммә көнләшерлек сәбәп юҡлығын аңлап, әсәйемдең атайыма юҡ дәғүәләр белдереүен эстән ризаһыҙлыҡ менән күҙәтә инем.

Ул Пицундала төшкән фотоға йыш текләп ҡарап торам. Ҡарағай кеүек төҙ һынлы, йөҙөнә ҡәнәғәтлек билдәһе сыҡҡан атайым май ҡояшы кеүек йылмайып шифахана бинаһы алдына баҫҡан. “Бына быныһы – йыландан ике балаһын ҡурсалаған Әсәгә һәйкәл. Аслыҡты скульптор йылан рәүешендә күҙаллаған”, – тип һөйләгәйне атайым.

Әсәйем бик иртә китте яҡты донъяларҙан. Атайым 44 кенә йәшендә тол ҡалды. Көтмәгәндә килде ул ҡайғы. Йүгереп йөрөгән ҡәҙерлем ҡапыл аяҡтан йығылды. Беҙ етем ҡалдыҡ. Атайым үҙен беҙҙән дә етем һәм бәхетһеҙ тоя ине. Мунсанан сығышлай: “Әсәйең яныма килде, киттек, ти ҙә ҡуя, әйҙә, йыуынайыҡ тиһәм, мин кисә генә йыуындым, ти”, – тигәнерәк бәйләнешһеҙ хәбәрҙәрен һөйләй башлағас, ҡысҡырып илап ебәрәм: “Атай, иртәгә үк өйләнәһең, китмәйһең бер ҡайҙа ла!”

 Атайым әсәйемдән теүәл 20 йыл аҙаҡ китте. Ул баҡыйлыҡҡа күскән көндә теге донъя уны үҙенә ҡабул итеп алды. “Сәкинәм саҡыра, мин үтеп барам...” – был уның һуңғы һүҙҙәре булған. Атайһыҙлыҡ нимә икәнен, атай мөхәббәтен ул үлгәс кенә аңланым. Ҡайһы ваҡыт уға ауыр һүҙҙәр әйткәнмен. Атай мөхәббәте уны түҙем кисергән, ғәфү иткән. Сабыр йөрәге сәбәләнмәй көттөргән. “Ҡыҙҙарың ҡайтманымы?” тигәнгә “Ҡайтырҙар, мин үлһәм. Улар ҡулы мине ергә һалыр”, – тигәйнең. Әле аңлайым: ни хәтлем яратһаң да, беҙҙе кендегеңә бәйләмәгәнһең. Ҡырыҫыраҡ һымаҡ булһаң да, ысынбарлыҡ шулай икәнен яҡшы төшөндөргәнһең.

“Һеҙ ҡайтһағыҙ, тормошом боҙола” тигән һүҙҙәреңде ғәфү итеү өсөн миңә үҙемә байтаҡ нужа һурпаһы эсергә тура килгән. Һүҙҙәргә ҡарамай ҡайтырға, үҙеңде ташламаҫҡа кәрәк булған да бит. Ә беҙ ташламаныҡ та. Һин төҙөгән өйгә һеңлем ике балаһы, ире менән ҡайтып йәшәп китте. Ошо ауыр һүҙҙәрҙе ишеткәндән һуң бер нисә йыл үткәс, юлайҡан ғына өйгә һуғылдым. Һин бер үҙең инең. Келәттән ит сығарып бирҙең. “Мин көттөм, һиңә тип топинамбур үҫтерҙем. Алып кит. Һиңә бик файҙалы ул. Уҡыным”, – тип өҙөк-өҙөк һөйләндең. Шул һүҙҙәреңде иҫләйем дә барыһын да аңлайым һәм күҙ йәштәремә төйөләм. Тимәк, мин һәр ваҡыт иҫеңдә. Онотмайһың, онотмағанһың.

...Һәм һуңғы осрашыу. Тураһын әйтә лә ҡуя инең шул. Яҡты ҡарашың күҙ алдымда. Күҙҙәремә ҡарап өндәштең: “Был беҙҙең һуңғы осрашыу. Мин китәм инде...” Ҡарағайҙай төҙ булып баҫып торған атайым нисек үлергә тейеш һуң ул? “Юҡ, юҡ, китмәйһең!” – тип илап тышҡа йүгереп сығам. “Был – һүҙҙәр генә. Уларға иғтибар итергә кәрәкмәй!” – тип ҡысҡырам  Йыһанға. Әммә күңелдә шик оялай. Тап шулай, ул әйткәнсә булыры көн кеүек асыҡ та бит, тик ул әле генә түгелдер кеүек.

...Үткән йыл көтмәгәндә Абхазияға юл төштө. Пицунда ҡалаһына килдек, тигәс, атайым тороп фотоға төшкән урынды табырға ҡыҙҙым да киттем. Автобус йөрөтөп, беҙгә экскурсовод булырға ялланған егетте нисек күндерә алғанмындыр? Ул яңғыҙымды шул һәйкәл янына алып китте. Ирекһеҙҙән күҙемдән йәштәрем субырлап аға. Атайымды эҙләп килгән дә тапҡан кеүек тойғо күңелемдә. Ниндәй матур ерҙәр! Атайым ошонда мине һағынған, ҡайҙа ҡараһа ла, күҙ алдында мин торғанмын. Ул, һағыныуына түҙә алмай, был тарафтарҙан тиҙерәк ҡайтыу яйын ҡараған. Бындағы сағыу ҡояш та, диңгеҙ ҙә, аҡсарлаҡтар ҙа, күҙҙе иркәләр йәшеллек тә, сәскәләр ҙә уны ҡыҙыҡтырмаған. Ярһып, һағынып ҡайтып ингән дә беҙҙең алда дипломатын асып ебәргән, һәм унан лимон еҫе өйгә таралған!

Түгелеп илайым. Эргәләге егет “атайым” тип өҙөлгән миңә сәйерһенеп ҡарай. Ул әле белмәй. Атай менән ҡыҙы араһындағы мөхәббәттең ниндәй ҡайнар һәм ҡабатланмаҫ булыуын белмәй. Сөнки өйләнмәгән. Ҡырҡҡа етеп бара, үҙе һаман ел еткермәҫ тай кеүек уйнаҡлап иректә йөрөй. Әгәр ҙә белһә, шул хистәрҙе татып ҡарау өсөн генә булһа ла өйләнер ине ул, минеңсә.

Биш метрлыҡ ҡатын һыны эргәһенә барып баҫам. Сағыу ҡояш күҙҙе сағылдыра. Әле сентябрь шул. Атайым фотоға төшкәндә ул хәтлем күҙ сағылтҡыс булмағандыр ҙа нурҙары. Ҡатындың йөҙө нәфрәт һәм мөхәббәткә тулышҡан, һул янбашында ҡылысы бар. Арҡаһында йылан кеүек өйөлгән сәстәре елгә туҙыраған. Бер ҡулы менән ул улдарын ҡурсалай, икенсеһе ҡылысҡа үрелгәндәй. Грузин рәссамы Мераб Бердзенишвили боронғо грек эпосы “Алтын тире” ҡаһарманы Медеяны шулай кәүҙәләндергән. Медея принцесса булған. Колхида ярҙарына алыҫтан Ясон етәкселегендәге “Арго” корабле килеп туҡтай. Уны алтын тирене – байлыҡ һәм ҡеүәт сығанағын эҙләтергә ағаһы ебәргән була. Был бик хәүефле, батырлыҡ талап иткән йомошто үтәү өсөн егет тотош бер ғәскәрҙе тар-мар итә һәм аждаһаны үлтерә. Үҙен һәләк итерҙәр ине, әгәр уға колхтарҙың сихырсы ҡыҙы Медея ғашиҡ булмаһа. Ул, дарыу эсереп, аждаһаны йоҡлата, Ясон менән теге тирене урлай ҙа, атаһының нәфрәтенән ҡурҡып, кораблгә ултырып ҡасып китә. Әммә мөхәббәттәре оҙаҡҡа бармай. Медеяны Ясон икенсе бер принцессаға алмаштыра. Медея унан үҙенсә үс ала: Ясондан тыуған ике улын уның күҙ алдында салып үлтерә.

Колхиданың, ысынлап та, Абхаз ярҙарында булғанын археологик тикшереүҙәр ҙә дөрөҫләй. Уның йылғаларына һарыҡ тиреһен төшөрөп, шунда алтын йыуғандары билдәле. Сихырсы, бәйһеҙ Медея образын Грузия һәм Абхазия халыҡтары һаман да онотмай. Статуяны барыһы ла ҡабул итеп тә бөтмәй, әммә ул Пицунданың иғлан ителмәгән символы һанала.

Тарихты белгәс, аптырап ҡалам. Атайым мине үҙенсә ҡурсалаған. Балаларға ниндәй ҡурҡыныс янауы мөмкин? Атаһы хыянат иткәндә! Үҙ балаларынан баш тартҡанда. Йылан – ул хыянат. Медеяның сәстәре, йылан булып, үҙен быуа. Медеяны үҙ нәфрәте һәләк итә.

Их, атай, мине, ҡыҙ кешене, һин ҡурсалап, үҙ тарихыңды уйлап сығарғанһың бит. Аслыҡ – йылан образында, тинең. Нисәмә йылдар шуға ышанып йәшәнем. Әле бына түгелеп-түгелеп илайым. Медея һәр ҡатында йәшәй. Ирен ир, батыр итеп күтәрә ул. Олтораҡ булып түшәлә. Ә олтораҡ кемгә кәрәк? Батырға матур кәрәк!

Атайым да бит әсәйемә ҡайтып үҙ гүзәллеген ҡайғыртҡан һәм үҙенә әллә ни иғтибар итмәгән һылыуҡайҙы күҙәтеүен һөйләп маташҡаны өсөн кәрәген алғайны. Ә ҡатынҡай үҙенә ҡарата алған хәлдә нимә була ине? Барыбер ҙә атайым мине, ҡыҙын өҫтөн күреп, йән атып ҡайтып етер ине. Алдан билет алып ҡайтып китер ине. Сөнки атай һәм ҡыҙ мөхәббәтенең мин көсөн беләм. Яҡшы беләм.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: