Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
30 Май 2022, 18:24

Детдом балаһы. Хикәйә. Айһылыу Юнысбаева

Көн томра эҫе. Күк йөҙөндә бер генә болот әҫәре лә юҡ.Һәр тереклек күләгә эҙләп йонсой. Бындай көндә эҫенән ҡасып башыңды ҡаплап һыу эсендә ятыу- иң рәхәтелер.Һәр хәлдә шулай уйлай юлда, рулдә килгән Камил. Әле ул күрше өлкәлә үткән форум-конференциянан ҡайтып килә. Тирә-яҡтан төрлө өлкәләге эшҡыуарҙар йыйылғайны унда. Өс көн барған форум бер тына ла үтте лә китте. Йәштәргә лә,тәжрибәле эшҡыуарҙарға ла бик күп мәғүлүмәт,тәжрибә биреп үҙ маҡсатына иреште форум.Барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды. Камил өсөн дә файҙалы булды.Ҡайһы бер ҙур эшҡыуарҙар менән яҡындан танышыу бәхете тейҙе уға.Таныштарын осратты.Килгәненә ҡыуанып бөтә алманы.

Детдом балаһы. Хикәйә. Айһылыу Юнысбаева
Детдом балаһы. Хикәйә. Айһылыу Юнысбаева

”Бындай сараларҙан ҡалмаҫ кәрәк” ,- тигән һығымтаға килде ул.Ана бит күпме яңылыҡтар белде бизнес өлкәһендә.Бигерәк тә Һарытау өлкәһенән килгән эшҡыуарҙың сығышы оҡшаны.Ун йыл эшҡыуарлыҡ өлкәһендә ҙур уңыштарға өлгәшкән ул.Ҡарап тороуға йоҡаҡ ҡына кәүҙәле,үткер ҡарашлы Камил йәшендәге ир.Ныҡ башлы,грамотный кешегә оҡшаған. Эшҡыуарҙың бигерәк тә “Бизнес -ул үҙ файҙаңды ғына ҡайғыртып, кеҫә ҡалынайтыу түгел,күберәк эшең менән халыҡҡа файҙа килтерһәң,һәр кем һинең эшеңдән ҡәнәғәт булһа,шунда ғына бизнес гөрләп бара,үҙең дә эшеңдән ҡәнәғәт булаһың. Байығыу, кеше иҫәбенә кеҫә ҡалынайтыу,ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ принцибы менән бизнесҡа килгәндәр эшҡыуарлыҡты ырата алмаясаҡ.Ике яҡтың да бер-беренән ҡәнәғәт булыу мөһим,”-тип тамамланы ул һүҙен. Ябай ғына сығыш Камилды елкендерҙе,эшҡыуарҙың һәр һүҙе күңеленә ятты.Кискә генә тамамланы үҙ эшен форум.
Камил төнгә ҡаршы юлға сыҡманы.Ашханаға инеп ашап алды ла, таныштары менән гостиницаға ҡайтып ял итергә булды.Иртән иртүк юлға сығырға ниәтләне.
Уральскиға килеп еткәнсе көндөң эҫелеге түҙерлек ине,бына хәҙер,төштән һуң, өтөп алып бара.Томра эҫе.Их,яңылыш ҡына булһа ла аҙашып берәй болот килеп сығып, ямғыр ҡойоп үтһәсе.Кеше менән бергә тәбиғәт тә тын алып,көлөп ебәрер ине.
Өфөгә етергә күп ҡалманы,күп булһа алтмыш-етмеш саҡрым тирәһелер.Эҫегә нисек түҙер ине,әлдә елләткес-кондиционеры бар. Машинаһының артҡы ултырғыстарына арыуыҡ тауар тейәп алған.Үҙҙәрендәге айғыр хаҡы нәмәне был яҡта арзанға табып була икән.Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә тигәндәре шул инде.Ер-һыу күреп,яңы таныштар табып,улының хәлен белеп, күңеле булып ҡайтып килә Камил.
Конференцияға саҡырыу алғас та мотлаҡ барырға кәрәк, тип хәл иткәйне.Бер юлы Уральскийға ла һуғылырмын, тип уйланы. Улы Булат быйыл ошо ҡалаға уҡырға инде.Беренсе курсты тамамланы ,сессияһын тапшырып йөрөй. Тиҙҙән каникулға атаһы янына ҡайтасаҡ.Булат ныҡ һағынған атаһын.Килеп күренеү менән ҡосаҡлап алды. Әсәһе мәрхүмәнең үлеменән һуң бигерәк яҡынайҙылар шул ата менән ул.Мәктәпте тамамлағас,уҡырға Өфөлә ҡалмаҡ булғайны ла килеп сыҡманы. Ахырҙа атаһы менән Уральск ҡалаһындағы университетҡа тапшырҙылыр документтарын. Үҙе теләгән һөнәр буйынса уҡырға инеп китте. Киләсәктә уҡып сыҡҡас,авиаинженер буласаҡ ул.Бәләкәй саҡтан самолет ене ҡағылған уға.
Уҡый башлағас,атаһын һағынып,ара йыраҡ ҡына булһа ла аҙна һайын тиерлек ҡайтты. Өс -дүрт сәғәтлек юл йәш кеше өсөн артыҡ күп тә түгел инде.Әле ул арала эше буйынса ла,хәл белергә лә атаһы үҙе килгеләне.Яңы йылдан һуң ғына Булат өйрәнә төштө.Ике-өс аҙнаға бер ҡайта хәҙер.Камил күберәк ялында үҙе килеп әйләнә улы янына.Мунсаға баралар икәүләп,ҡала буйлап йөрөйҙәр.Магазиндан ашарына аҙыҡ-түлеген,тотонорона ваҡ-төйәген алып бирә.Әле апрель айында ғына килә һалып, өҫтөн бөтәп киткәйне. Аҡсанан да өҙмәй.
Әсәһенән ун йәшендә генә ҡалды Булат.Мәҙинәне яман ауырыу алып китте. Камил ҡатыны менән ун ике йыл йәшәп ҡалды.Ата-әсәһенең берҙән-бер ҡәҙерле генә үҫкән ҡыҙҙары ине Мәҙинә. Атаһы Барый Ғәлиевич Камилды институтта уҡытты.Тырыш,аҡыллы,төҫкә-башҡа ла арыу ғына егет Ғәлиевичтың күңеленә ятты.Яҡын күреп,үҙ итеп өндәште ул һәр ваҡыт егеткә.Белемле ,абруйлы,талапсан уҡытыусыны институтта барыһы ла ихтирам итә.Камилға ла уҡытыусыһы тәү күреүҙән оҡшаны.Атаһы һымаҡ күрҙе ул Барый Ғәлиевичты. Икенсе курста Барый Ғәлиевич мунса бурашырға,ваҡ -төйәк эштәренә Камилды өйөнә саҡыра башланы.Йылға буйында,бик матур ерҙә өй һала ине. Мәҙинәнең әсәһе мәктәптә инглиз теленән уҡытып, ауырыу сәбәпле,выслугаһын алғас та эштән киткән. Диабетик ине мәрхүм Хөмәйрә Вафовна.
Камил менән танышҡанда Мәҙинә унынсы ла ғына уҡый ине әле.Ата-әсәһенең оҙаҡ йылдар теләп, көтөп кенә алған балалары булғанғамы, иркә генә ине.Атаһының хәстәре менән еңел генә Камил уҡыған институтҡа уҡырға инде. Башта бер-береһенән нисектер ятһынған йәштәрҙе вуз яҡынайтты.Булат диплом алыуға уларҙың туйҙары булды.Өс йыл уҡыны әле Мәҙинә Камилдан ҡалып.Уҡып бөтөүгә улдары Булат тыуҙы. Камил уҡып бөткәс, ҡала администрацияһына эшкә урынлашты. Ябай инструкторҙан бүлек мөдиренә тиклем үрләне.Мәҙинә күберәген бала ҡарап өйҙә ултырҙы.Әсәһе лә сырхау,уға ла йыш ярҙам кәрәк.Донъя етеш,тик һаулыҡ ҡына булһын.
Һин уйлағанса ғына бармай шул был тормош.Барый Ғәлиевичтың утыҙ йылдан ашыу ғүмер иткән ҡатыны Хөмәйрә ауырып түшәккә ятты. Дүрт йыл ҡаранылар күмәкләп.Ыҙалап китеп барҙы бисәһе. Башта бер аяғын ҡырҡтырҙы,һуңынан икенсеһен.Кеше була алманы.Шәм кеүек һыҙып барып үлде.
Мәҙинәнең атаһы ныҡ ауыр кисерҙе әсәһенең үлемен.Ҡарағайҙай төҙ кәүҙә ,көслө елгә бөгөлгәндәй, бөгөлдө.Йөрөш-торошо ла әкренәйҙе.Тора-бара йөрәгенә йыш зарланды. Әллә нисә тапҡыр тиҙ ярҙам машинаһы алып китте өйҙән.Аптырағас,эшен ташларға мәжбүр булды. Барый Ғәлиевич ҡатыны Хөмәйрәнән ҡалып ни бары ике йыл йәшәне.Сираттағы йөрәк өйәнәге алып китеп барҙы .Яңғыҙ , ата-әсә ҡосағында ,һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ кеүек кенә үҫкән Мәҙинә, ата -әсәһенең бер-бер артлы үлеменән албырғап ҡалды.Ашауҙан яҙҙы,ябыҡты .Бик оҙаҡ стресс хәленән сыға алманы.Хатта кеше танымаҫлыҡ хәлгә етеп, больницала ятып дауаланды.Камил Булатты әсәһенә алып ҡайтты.Мәҙинә арыуланғансы ейәнен Хөснә әбей ҡараны.Аҙаҡ инде йүнәлеп, үҙ хәленә ҡайтып йәшәйем генә тигәйне , яман ауырыуға тарып ҡуйҙы.Атаһының үлеменә биш йыл тигәндә, Мәҙинә ире Камил менән улы Булатын ҡалдырып, баҡый донъяға күсте.
Ул ваҡыттарҙы иҫенә төшөрһә, Камилдың сикә яңаҡтары тартышып китә.Бер-бер артлы ғәзиз кешеләреңде ер ҡуйынына һалыуҙан да ауыр ҡайғы юҡ.Дошманыңа бирмәһен.Мәҙинән күп тә ҡалмай үҙенең бер бөртөк ағаһы Шамил һыуға батып үлеп ҡуйҙы.Ике балаһы етем ҡалды.Әсәһе ҡайғыһынан ҡарайҙы Шамилының үлеменән.Үлеп киткәнсе һөйләнеп иланы. Хөснә әбейҙең дә яҡты донъяларҙы ташлап китеүенә йылдан ашты .Рәхмәт әсәһенә, улы Булатты ҡарашты.Уҡыу бөтөү менән ауылға илтеп ҡуйыр ине ,август аҙағында барып ала торғайны.Атаһы йәшләй генә үлеп, ике улын да бер яңғыҙы үҫтергән әсәһенә сикһеҙ рәхмәтле Камил.”Балаларымды кеше күҙенә ҡаратып тилмертмәйем” -тип,һоратыусылар булһа ла кейәүгә лә сыҡмаған .Үгәйһетер тип ҡурҡҡандыр.Юғиһә,бит еләк кеүек сағында тол ҡалған.Әсәһен йылы итеп иҫләй Камил.Бала саҡтан ирҙәр эшенә өйрәтте.Уҡытты,етеммен,бер үҙем тип торманы, малайҙарының икеһенә лә туйҙар яһаны.Әҙерәк кенә ғүмер бирмәне Хоҙай,әле йәшәйһе бар ине лә бит,ҡалайтаһың,һәр үлем үкенесле шул.
Әсәһенең яҙмышын ҡабатлау булдымы,Камил да Мәҙинәһенән һуң өйләнмәне.Димләп ҡараусылар ҙа булды. Баш тартты.Үҙҙәре килергә риза булғандар ҙа күп булды.Әле лә бар.Хатта йәш ҡыҙҙарҙың үҙенә битараф булмауҙарына иҫе китә Камилдың ҡай саҡ.”Мин бит инде бишенсе тиҫтәне ҡыуған кеше,был ҡыҙҙарға йәш егеттәр аҙмы икән ни?”-тип аптырай.Бәғзе берәүҙәре бигерәк әрһеҙ,саҡ ҡына йыуашлыҡ күрһәтеп,йылы һүҙ ҡуш,муйыныңа аҫылынырҙар.Хәҙер заман икенсе шул.Йәштәр ҙә икенсе.Күптәре эшләмәй генә аҡса тоторға ярата.Ҡыҙҙарҙы ла шул Камилдың фыртауай машинаһы,аҡсаһы ҡыҙыҡтыралыр,бәлки.
Камил аҙғын ир түгел.Кем етте шуның менән түшәк тә бүлешмәй.Бер арауыҡ үҙендә эшләгән бухгалтер йәш ҡатын менән роман булып алғайны .Тик өйләнешеүгә барып етмәнеләр. Камил да бит йәш егет түгел,аҡ менән ҡараны айыра белә.”Булатыңды интернатҡа бирерһең,”-тип һүҙ араһында Әминәнән ишетеүе булды,шунда уҡ араны һыуытты.Булатын ҡыҙғанды.Камил үҙенә бисәнән бигерәк, улына әсәй эҙләй.”Юҡ,булмай,тимәк ,ҡатындарға минең Булатым түгел,аҡса ғына кәрәк”,-тип әле булһа, өйләнеүҙе һуҙып килә.
Мәҙинә барҙа уҡ үҙ эшен асып ебәргәйне төҙөлөш буйынса. Ҡайғынан алйып ултырып булмай бит.Үлгән артынан үлеп тә булмай.Улы бар,аяҡҡа баҫтырыр кәрәк.Башкөллө эшкә сумды.Хәҙер инде ул аяғында ныҡ баҫып торған эшҡыуар. Ҡулында эшләгән эшселәре лә байтаҡ.Бер нисә объектта төҙөлөш эштәре алып бара.Булат бәләкәйерәк сағында күберәк ҡартәсәһе Хөснә әбей янында үҫте.Мыйыҡ урындары ҡарайып,егет ҡорона инә башлағас ҡына атаһынан айырылманы.
Хәтирәләргә күмелеп килгән Камил алда ҡыйыр - ҡыймаҫ ҡына ҡулын бер төшөрөп,бер күтәреп торған ҡатынды абайланы. Машинаһын әкренәйтте. Әллә крутой машина ултыртмаҫ тип уйланы, ,әллә ултырып китеүгә өмөтө өҙөлдөмө-күтәреп торған ҡулын төшөрҙө лә ҡатын йәйәү китә башланы.Камил уға етәрәк машинаһын туҡтатты.Ҡатын әйләнеп ҡараны.¯”Мине ултыртырға туҡтанығыҙмы?- тигәндәй һораулы ҡарашын шоферға төбәне.Бер килке урынынан ҡуҙғалмайыраҡ тора бирҙе.Ҡулындағы йәтеш сумкаһын әле һул,әле уң ҡулына күсереп ултырырға баҙнат итмәйерәк торған ҡатынға ишеген асып, Камил үҙе:
-Ҡайҙа юл тоттоғоҙ,әйҙә ултырығыҙ,-тип өндәште.
-Миңә Өфөгә барырға ине.
-Әйҙәгеҙ,мин дә Өфөгә,артта урын юҡ,бына минең янда урын буш,-тигәс ,ҡыйыуһыҙ ғына ултырырға ыңғайланы.Тағы кемдәр бар икән ,тип уйланы буғай,ултырғас,артҡа әйләнеп ҡараны.Арттағы әйберҙәрҙе күргәс,”үҙегеҙ генәме ни?” тигән кеүек ,нисектер, шикле ҡарап ҡуйҙы.Унан һуң сумкаһының эсенән ҡулъяулығын алып битен һөрттө.Эҫелектән әлһерәп ,ҡыҙарып, ҡояшта янған ҡатынға:
-Алыҫтан киләһегеҙме,башығыҙға берәй нәмә ябынырға ине, эҫе тейеп ҡуйһа,-тине Камил,йөҙө ҡыҙарғанын абайлап.Ҡатын яуап бирергә ашыҡманы.Әллә ысынлап эҫенән әлһерәп, һөйләшерлек тә хәле ҡалмаған,әллә машинаға ултырғанына ышана алманы,бер килке һүҙһеҙ барҙы. Бер аҙ барғас, ҡатын ҡапыл телгә килде:
-Ағай,минең һеҙгә түләргә аҡсам юҡ.
-Ярай,ярай. Мин аҡса һорамайымсы.Барыбер буш килә ине бит урын.
- Башҡа нәмә лә һорамағыҙ инде,ағай,-тигәс,Камил ғәжәпләнеп әйләнеп ҡараны.Бына-бына күҙ йәштәре атылып сығырға торған ҡатын шул тиклем ялбарыулы ҡараш менән уға текләгән.
-Башҡа нәмә лә һорайҙармы ни?-тип көлөмһөрәне Камил.Шул ваҡыт ҡатын түгелеп илай башланы.Аптырауға төштө шофер.Ҡыҙыҡ тип тә булмай,ҡыҙғаныс тиһәң дә,нимә уйларға белмәй аптыраны. Нимә тип йыуатырға ла белмәне.Иң ахыры:
-Һеңлем,иларҙан алда әйҙә танышайыҡ .Мин Камил ағайың булам.Эш буйынса командировканан ҡайтып киләм.Ә һинең исемең нисек,ҡайҙа, ҡайтып бараһыңмы,әллә берәй ергә китеп бараһыңмы?-тип һорауҙар теҙҙе.Ҡатын бер аҙ тынысланды. Сумкаһының кеҫәһенән ҡулъяулығын алып, күҙ йәштәрен һөрттө:
-Мин Нәфисә булам.Өфөгә улымды эҙләп китеп барам.Ағай,мине бер үк төшөрөп ҡалдырмағыҙ инде,улымды табырға ине,-тип тағы аҙарынды.Был ни хәл?Ҡатындың күҙҙәре шул тиклем ялынып ҡарай.Камил уға ипле генә:
-Быға тиклем минең янға ултырған кешеләрҙе береһен дә төшөрөп ҡалдырғаным юҡ.Үҙҙәре теләп төшөп ҡалалар,-тип көлөмһөрәне.-Ҡайҙан киләһең һуң,улыңды юғалттыңмы?
-Мин ултырып сыҡтым. Камил яңылыш ишетәмме тип, һораулы ҡарашын ҡатынға төбәне.
- Эйе,ағай ,төрмәлә ултырҙым.Сыҡҡаныма аҙна була.Әле ике йәштә генә ҡалған улымды эҙләп китеп барыуым.
-Ниндәй статья менән ултырҙың һуң?
-105 -се статья.
-Кемде үлтерҙең,иреңдеме?
-Юҡ ,һөйәркәһен.
-Мдааа,шулай икән.Төрмәнән ҡайҙа ҡайттың һуң,ата-әсәйеңәме?
-Детдом балаһы мин,бер кемем дә юҡ.Иремдең ҡайҙалығын белмәйем.Детдомда бергә йәшәгән дуҫ ҡыҙыма барҙым.Ул Златауста йәшәй.Улымды атаһы Өфөләге балалар йортоноң береһенә тапшырыуын ишетеп,шуны юллап китеп барам.
-Нисә йыл бирҙеләр?
-Ете йылға ултырттылар.Биш йылын ултырҙым.Тәртибемде,эшемде яҡшыға баһалап, ваҡытынан алда сығарҙылар.
-Ирең ни эшләп балаһын үҙе көтмәгән?
-Ярты йыл тирәһе өйләнгәнсе көткән.Нянька яллаған булған.Буласаҡ ҡатыны Вадимды ҡарарға риза булмаған.Айҙар баланы детдомға тапшырған.Өйләнешкәс, үҙҙәре Мәскәү яғына күсеп киткән.
Күңелле генә эстән магнитафонға ҡушылып көйләп килгән Камилды ауыр уйҙар баҫты.Ҡатын да бер аҙға тымып ҡалды.Бер аҙ барғас, Камил:
-Нисек үлтерҙең?-тип һораны.-Артынан күҙәттеңме иреңдең?
-Юҡ, һөйәркәһе үҙе өйгә килде.Ирем Айҙар өйҙә юҡ ине.Айҙарҙы таптырҙы.
Белмәйем,ул миңә ҡайҙа йөрөгәнен әйтмәй,доклад яһамай,-тинем.
-Алдайһың,урод,алдайһың.Дрянь,сиротка.Ты кому нужна?Ирең бит мине ярата.А ты дура мешаешь нам,-тип ғауға ойошторҙо.Ҡулымдағы балам аҡырып илай,уға ҡушылып үҙем илайым.Ә ул уның һайын кәмһетеп, мине мыҫҡыллап көлә.
-Вот увидишь скоро урамда ҡаласаҡһың,тупая сиротка –тигәйне,баламды шарылдатып диванға ултырттым да ишекте асып ҡыуа башланым.Ә ул сығырға уйламай ҙа:
-Балаң бит Айҙарҙыҡы түгел,миңә Айҙар үҙе әйтте,сиротка,дрянь,-тип балама йәбеште.Ҡайҙан көс алғанмындыр даһырлатып ишектән этеп сығарҙым.Ә ул тотто ла сумочкаһы менән башыма һуҡты.Ауыртыныуҙан бигерәк, ғәрләнеүҙән бар көсөмә этеп ебәрҙем. Аяғындағы шпилька туфлийы тайып киттеме,нимә булды-аңламаным.Баҫҡыстан тәгәрәп төшөп китте.Башы менән басҡыстың тимеренә бәрелгән тинеләр.Ныҡ бәрелгән.Мейеһенә ҡан һауған.Врачтар ҡотҡара алманылар.
Бер аҙ тынлыҡ урынлашты.Камил эйелә биреп алдындағы оҙон юлға текләне.Нәфисә үҙенән-үҙе ҡойолған күҙ йәштәрен тыя алмай йонсоно.Өнһөҙ генә сыҡты күҙ йәштәре.Тынлыҡты Камил боҙҙо.
-Ирең ҡайҙа эшләгәйне?
-Торговый компанияла һатыу буйынса менеджер .
-Үҙең берәй һөнәр алдыңмы?
-Финансовый техникумды бөттөм.Математиканы яраттым мин.Детдом директоры миңә ошо техникумды тәҡдим итте. Бухгалтер-экономист мин һөнәрем буйынса.Уҡып бөткәс,мине,үкһеҙ етем булараҡ, техникум эшкә урынлаштырырға ярҙам итте.Айҙар эшләгән торговый компанияға экономист булып эшкә килдем.Бер йыл стажировка үттем.Аҙаҡ компанияның һатыу бүлегенә экономист итеп алдылар.Ағай,детдом кешеһен детдомда үҫкәндәр генә аңлайҙыр ул.Бер йылы һүҙ,йылы ҡарашҡа,ата-әсә ҡосағына тилмергән кешеләр бит инде беҙҙең халыҡ.
-Нисә йәштән детдомда үҫтең?
-Подкидыш мин, мине тыуҙырғас та әсәйем тамсы ла күкрәк һөтө имеҙмәгән,отказной яҙған.Иҫ белгәндә ,детдомда хөкүмәт балаһы инем.
-Ирең менән үҙең эшләгән компанияға килгәс,таныштыңмы?
-Эйе,мин килгәнсе ул компанияла баш менеджер булып үрләгән.Компанияның директоры ике туған ағаһы Айрат Ураловичтың йылы ҡосағында үҙ кешегә әйләнгән ине.Теле-телгә йоҡмаған,һәр кемгә яйын таба белгән Айҙар тәүге көндән үк мине лә иғтибарһыҙ ҡалдырманы.Өҫтөндәге ап-аҡ күлдәк,янып торған ҡыҙыл галстук,классикалы салбар,һомғол кәүҙә шунда уҡ үҙенә йәлеп итә.Йылы һүҙ,йылы ҡараш,наҙға һыуһап йөрөгән йәш ҡыҙ балаға күп кәрәкме?Йөрөй торғас,мин егеткә башкөллө ғашиҡ булдым.Ә уға мин сираттағы ҡорбан ғына булғанмын. Ауырға ҡалғас,аптырағандан ғына өйләнде .Миңә тиклем ике ҡатын алып айырған булған.Аҙаҡ ҡына белдем.Ҡыҙҙар күҙе һуҡыр була бит.Әйттеләр,иҫкәрттеләр,һаҡ булырға ҡуштылар.Мин ни күрҙем дә үлдем инде.Баяғыса үкһеҙ етемлек касафаты .Йәшәй башлағас, башланды туҡмалыу,кәмһетелеү. Экспедиторҙан ҡыҙғанып тәүгә туҡмалғанда биш айлыҡ ҡорһағым төштө.Әллә дүрт йыл шунан һуң ауырға ҡала алмай йонсоном.Ә ирҙең миндә эше лә юҡ,һөйәркәләре эт тубығынан.Шунда ла бит миңә айырыл,балаң юҡ саҡта,табырһың икенсене, тип кәңәш биреүселәр булды.Аҙна һайын тейерлек күҙ күгәртеп эшкә килгәнде күреп-белеп торалар бит коллективта.Юҡ,үҙем бит барыһына түҙҙем.Бәлки, бала булһа үҙгәрер, тип өмөтләндем.Юҡ,тамсы ла үҙгәрмәне.Инә һөтө менән инмәгән,тана һөтө менән инмәй икән ул.Вадимымды тапҡас ,уғата холоҡһоҙланды.Өйгә һирәк ҡайтты,күберәк ситтә ҡунды.Йәнәһе, бала илаҡ,йоҡларға бирмәй,ә ул- эш кешеһе.Белә инем үҙемдең өҫтән йөрөгәнен.Күҙ йомдом.Етемлек үҙемдең үҙәгемә үтте.Баламды атайһыҙ итмәйем тинем. Барыбер мин теләгәнсә булманы.Шунда баламды алып ҡына сығып китәһе булған да бит.Барыр ерем юҡ тигән булдым,бер йүне булыр ине әле,моғайын.Күрәсәгем тотҡарлаған инде.Бына хәҙер балам үҙемдең яҙмышымды ҡабатлай.Детдомда үҫә.Башты ташҡа бәреп булмай.
Эй,ағай һеҙҙең башығыҙҙы ҡатырып, әллә нимәләр һөйләп киләм.Минең хәсрәт һеҙгә нимәгә инде,ғәфү итегеҙ.
- Ярай,ярай,әйҙә һөйләгеҙ,эстәге шеште кемгәлер бушатырға кәрәктер бит.Ҡасан сыҡҡайнығыҙ Өфөгә?
-Бөгөн,сәғәт иртәнге алтыларҙа.Попутка менән сыҡҡайным.
-Быға тиклем һеҙ бит Өфөлә булырға тейеш,нимә,машинағыҙ ватылдымы?-тине Камил ҡарамай ғына.Нәфисә ауыҙына һыу уртлаған кеүек тынып ҡалды.Бер нисә минутҡа һуҙылды тынлыҡ.
Көн кискә ауышып килә буғай.Эҫе бер аҙ һүрелде.Ҡулындағы ҡулъяулығы менән әллә тирен,әллә күҙ йәштәрен һөрттө Нәфисә.Бер аҙ барғас,Камил:
-Ярай,аңланым,иламағыҙ инде,моғайын, аҡсағыҙ булмағанға төшөрөп ҡалдырғандарҙыр.Хәҙер аҡса ҡолдары күбәйҙе,аптырайһы түгел.
-Ағай,уңайһыҙ булһа ла һорайым әле,һеҙҙең эсергә һыуығыҙ юҡмы?
-Миндә,машиналағы һыу эҫегә йылынғандыр ,әйҙәгеҙ,хәҙер мин заправкаға туҡтайым,шунда киоскынан алырбыҙ,еттек инде-,тип Камил,машинаһын заправкаға борҙо.
Нәфисәгә һыу эсеп алғас,хәл инде,йәшәгеләре килеп китте.Иртән яҙа- йоҙа ҡапҡылағандан һуң тәғәм ризыҡ ҡапҡаны юҡ.Эҫе лә бик ашағы ла килмәй,әммә һыуһата .Бер аҙ ултырғас Нәфисә:
-Донъяла төрлө кешеләр бар,ағай.Иртүк бына һеҙҙеке кеүек крутой машинаға ултырып юлға сыҡҡан инем.Шоферы һеҙҙән саҡ ҡына олораҡ ,ҡарап тороуға күркәм генә.Моғайын, ҡиәфәтенә ҡарағанда берәй ерҙә түрәғаралыр,һәр хәлдә йонсоу йәшәгән кеше тип әйтеп булмай. Минең менән тағы урта йәштәрҙәге ағай ҙа ултырҙы.Ул ярты юлды үткәс,төшөп ҡалды.Быға тиклем һүҙһеҙ килгән шофер,теге ағай төшөп ҡалғас,телгә килеп,һораша башланы.Кем ,ҡайһы яҡтан,ҡайҙа китеп бараһың?Бара биргәс:“Ирең бармы?”, -тип һораны.Айырылдым тинем.Үҙемдең төрмәлә ултырып сығыуымды йәшерһәм дә детдом балаһы икәнлегемде әйтә ҡуйҙым.Юл хаҡын һораны.Әҙме -күпме йыйынтыҡ аҡсамдан юл хаҡын бирҙем.Биргән аҡсаға әллә риза булманы,ырыя ғына алып, кеҫәһенә тыҡты.Шунан трассалағы юлдан ситкә сығып боролдо.Мин аптырабыраҡ:”Ҡайҙа барабыҙ,” тигәйнем,”машинаны ҡарап алам,”- тине.Урман эсенә инеп туҡтаны.Шул ваҡыт машинаһынан төшөп:
-Юл хаҡын тейешле түләмәнең,хәҙер ҡалғанына минең күңелде күрәһең, тип,артҡа, минең янға инеп ултырмаһынмы!Ҡулдарына ирек биреп,мине ҡосаҡлап алды.Мин ялынып:
-Нисаҡлы тейешмен,ағай түләйем,теймәгеҙ миңә, -тип ҡарайым.Ишетмәй ҙә.”Миңә һинең копейкаң кәрәкмәй,үҙең кәрәк,”- тип машинаның ултырғысын ятҡыра башланы.Башта бер уй,нисек ысҡынырға?Биш йыл буйына ниндәй кешеләрҙең ауына эләкмәй имен йөрөлдө.Хәҙер ошо әҙәм аҡтығына ем булырғамы?Бар көсөмә этеп ебәреп, икенсе яҡтың ишеген асып сығырға ынтылдым.Ә ул хәшәрәт минең сәсемә йәбеште.Мин дә бирешмәнем,төрмәлә физик эш менән беләк көс йыйған,битенә тондорҙом.Ныҡ эләкте шикелле,бер аҙға күҙен йомоп башын сайҡаны.Шул арала мин ишекте асып сығып өлгөрҙөм.Ул да етеҙ булып сыҡты, икенсе ишектән килеп сыҡты ла мине ҡыуып етте.
-Үлтерәм хәҙер,етем бәрәс,-тип арҡамдан умырып тотоп алды.Ҡурҡышымдан: “Бөттө баш”,- тип уйланым. Ул мине ергә йығырға маташа башланы.Битен тырнап өлгөрҙөм шул ерҙә.Башыма һуғып, инде ҡолатырға тип ынтылғайны, үҙе урмандың еүеш үләненә тайып йығылды.Миңә шул етә ҡалды.Ҡулымдағы сумочкам менән бар көсөмә йығылған ирҙең битенә һуҡтым да ҡайҙа йүгергәнемде лә белмәй, урман эсенә йүгерҙем.Оҙаҡ йүгерҙем.Артыма ҡарарға ҡурҡтым.Ул минең арттан бер ҡарағанда килгән һымаҡ ине,аҙаҡ күренмәне.Хәлдән тайып,бер ауыш урында, ҡолап киткәнсе йүгерҙем.
Иҫәңгерәп оҙаҡ яттым тора алмай.Хәл алып ,тороп ултырғас ҡына сумочкамдың юҡлығын абайланым.Баҡһаң, һуҡҡанда сумочкам өҙөлөп ҡалған,мин тотҡаһы менән генә ҡасҡанмын.Булған ғына аҡсам,ваҡ -төйәк шунда ҡалған.Бәхеткә ,документым был сумкамда ине.Урман эсендә байтаҡ ултырҙым.Ғәрләнеп оҙаҡ иланым.Бер мәлгә әллә үләйем дә ҡуяйым микән тигән уй үтте башымдан.Кемгә кәрәгем бар,улымды ла әллә таба алам,әллә юҡ.Ултыра биргәс,Хаҡ тәғәлә көс бирҙе буғай.Эске тауыш: “Юҡ ,һин йәшәргә,улыңды табырға тейеш”- тип өндәште.Ошо көс мине урмандан трассаға алып сыҡты. Аҡса ла булмағас,ҡурҡтым ҡабат машинаға ултырырға.Хәлдән тайғансы йәйәү килдем.”Күп ҡалманы,түҙергә кәрәк”- тип,үҙемде- үҙем йыуатып, атланым да атланым.Баштараҡ беленмәһә лә эҫе хәлде алды.Башымда панамка бар ине. Белмәйем,ҡайҙа ҡалғандыр.Арып,хәл бөтә башлағас, ҡурҡа-ҡурҡа ғына тағы ҡул күтәреп ҡарарға булдым.Һеҙҙең машина әкренәйә башлағас,теге һөмһөҙ шофер күҙ алдыма килде лә, ҡулды төшөрөп, йәйәү атларға уйлағайным.Уның да бит машинаһы һеҙҙекенә оҡшаған ине.Баҡтиһәң,һеҙ бөтөнләй икенсе кеше икәнһегеҙ.
-Мдааа- тип ҡуйҙы Камил.Өфөгә килә инеме ул әҙәм,машинаһының төҫө ниндәй тинең әле?
-Эйе,мине Өфөгә барам, тип ултыртып алды.Машинаһының төҫө һеҙҙеке кеүек,тик әҙ генә асығыраҡ.
-Ә номерын иҫләмәнеңме?
-Юҡ шул,ағай,ниндәй маркалы икәнен дә белмәйем.
-Бар шул шундай хәшәрәттәр.Нисек ер күтәрә уларҙы.Кеше тип әйтергә тел әйләнмәй уның һымаҡтарҙы. Ярай,исмаһам, документтарың үҙең менән булған,юғиһә,эш харап.Өфөлә ҡунырға урының бармы?
- Юҡ шул.Үҙем менән бергә детдомда үҫкән Алсу тигән дуҫ ҡыҙыма барырмын тигәйнем.Златаустыҡы дуҫ ҡыҙым адресын яҙып биргәйне лә ул,үкенескә, адрес теге сумочкала ҡалды.Эй,ағай,барып етһәм,урамда ҡунырға ла риза.Йәй көнө бит.Минең һымаҡ детдом балаһына бер нәмә лә булмай ул.Кемгәлер ҡәҙерле йән түгелмен бит.Ағай,ана Өфө күренә лә башланы шикелле.
-Эйе,Өфөгә еттек тиһәң дә була.Әйҙә ҡалаға ингән ерҙә кафе бар.Инеп ашап алайыҡ.Моғайын,асыҡҡаныңдыр.Минең дә ҡайыш бауы бушаны.
-Ярай,ағай,мин һеҙҙе урамда көтөп ултырып торам,үҙегеҙ генә инеп ашап сығығыҙ йәме.
-Юҡ инде,Нәфисә һеңлем,бергә ашайбыҙ.Аҡсаң юҡ икәнен беләм,үҙем түләйем,-тип машинанан сыҡты Камил.-Оооо эҫе һүрелгән,ҡалай рәхәт,еләҫ.Әйҙә, һеңлем,аштан оло булма ,-тип ҡыҫтағас,Нәфисә ирекһеҙҙән машинанан сығып, Камил артынан эйәрҙе.
Кафе аулаҡ ҡына икән.Нәфисә тәмле еҫ танауына бәрелгәс кенә асыҡҡанын тойҙо.Тәүҙәрәк уңайһыҙланды.Йыш инәлер ахыры Камил ағаһы был кафеға.Ашнаҡсыларҙың ҡайһылары уны танып, иҫәнләште.Өҫтәл артында Камил бер аҙ үҙе менән таныштырҙы.Төҙөлөш компанияһын етәкләүе тураһында әйтте.
-Ҡатынығыҙ ҡайҙа эшләй,-тип һораны Нәфисә.
-Уның вафатына байтаҡ йылдар инде.Улым бар.Ул әлегә студент.
-Өйләнмәнегеҙме?
-Юҡ шул,- тине лә Камил һүҙҙе ҡуйыртманы,икенсегә борҙо. –Нәфисә һеңлем, мин үткән йыл Затон эргәһендә хостел төҙөттөм.Унда ваҡытлыса йәшәргә урыны булмаған,йә һинең кеүек ҡыйын хәлдә ҡалғандар йәшәй.Ҙур түгел,илле кешегә иҫәпләнгән.Мин хәҙер уның директорына шылтыратып белешәм,әгәр урын булһа,һине шунда алып барам.
-Ағай,унда түләргә кәрәктер.Ә минең хәлде үҙегеҙ беләһегеҙ бит.
-Беләм,беләм,шуға күрә әйтәм.Бөтөнләй буш түгел,взнос хаҡы көнөнә ике йөҙ илле һум.Был бик арзан,шуға ла хостелгә килеүселәр күп.Әммә бөтәһен дә ҡабул итмәйҙәр.Хәленә ҡарайҙар.Тормошта бит,Нәфисә һеңлем, ҡыйын хәлдә ҡалған бер һин генә түгел.Һинең кеүектәр бик күп.Һинекенән аяныслыраҡ хәлдә ҡалғандар бар.Бына яңыраҡ бер ирҙе урынлаштырғандар.Әзмәүерҙәй улы туҡмап урамға сығарып ташлаған.Таяҡҡа таянып саҡ йөрөй.Үҙе саҡ алтмышты үткән ир.Етмәһә, йыш ауырый.Өйөнә кире ҡайтырға ҡурҡа.Айҙан ашыу йәшәп ята. Килеп урынлашҡанына ҡыуанып бөтә алмай тейҙәр.Хостелдә таҙа ,яҡты,ашхана,медпункт,ял итеү бүлмәһе,душ бар.Бүлмәләрҙә икешәр генә кеше йәшәй.Ярты йыллап та йәшәп китеүселәр бар.Ә һинең турала үҙем һөйләшермен,ҡайғырма.
Яҙмышының анау хәтле ҡараһынан һуң Хаҡ тәғәлә ағын да татытырға уйланымы икән?Нәфисә ошо мәлен төш булып ҡуймаһын тип ҡурҡты.Бар икән донъяла изге йәндәр.Бына шул изге йәндең береһе –Камил ағаһы.Тыныс ҡына һөйләй,ашыҡмай.Осрашҡандарына күпме генә ваҡыт,Нәфисәнең ул иң яҡын кешеһенә әүерелде.Иҫ белгәндән тик бойороуға күнеккән йәш ҡатын өс-дүрт сәғәт элек кенә донъяға ник тыуғанына үкенеп,урман эсендә түгелеп илаһа,әле ошо минутта үҙен яңы тыуғандай хис итте.Баҡһаң, детдом балаһын да кешегә һанағандар бар икән.Һикереп тороп, Камил ағаһын ҡосаҡлап алғыһы килде лә ҡыйыулығы етмәне.
Камил кафенан сыҡҡас,оҙаҡ ҡына телефондан һөйләште лә:
-Әйҙә,һеңлем,һине хостелдә көтәләр,-тип ихлас йылмайҙы. Нәфисә,машина эсенә ингәс, күҙ йәштәренә тыя алмай һөйләнеп иланы.
-Ағай,мең рәхмәт һеҙгә.Бөтөнләй белмәгән кешегә изгелек күрһәтәһегеҙ.Утыҙ йылдан ашыу йәшәп мине берәүҙең дә үҙ иткәне юҡ ине.Рәхмәт һеҙгә.Изгелегегеҙ үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡайтһын.
-Ярай,ярай иламайбыҙ.Детдом балаһымын тип, үҙеңде кәмһетмә.Кеше кәмһеткәндә лә ҡаршы тороп өйрән.Детдомға бит берәү ҙә үҙе теләп бармай.Яҙмышың шулай ҡушҡас,һинең ғәйебең юҡ.Әле йәшһең,шөкөр,күренеп тора,төрмә лә һындырмаған үҙеңде.Мин инде күп йылдар кешеләр менән эшләйем.Шуға күрә тәжрибә бар, кемдең кем икәнлеген белергә тормош өйрәтте.Әлегә хостелдә йәшәп торорһоң.Унда шарттар һәйбәт.Быйыл бына мунса төҙөргә иҫәп тотабыҙ. Бер аҙ барғас Нәфисә:
-Ағай,һеҙҙә эш урындары бармы?Ниндәй эш булһа ла мин риза.Төрмәлә мин төҙөлөш эшендә йөрөнөм.Беҙҙе штукатур-малярға уҡытҡайнылар.
-Эше табылыр ,ҡурҡма,һеңлем.Миндә эш етәрлек,теләгең булһа.Иң тәүҙә улыңды табырға кәрәк һиңә.Бер -ике көн ял ит башта.Үҙең генә булдыра алмаҫһың шул.Тапҡан хәлдә лә эшһеҙ,торлаҡһыҙ,яңы ғына ултырып ҡайтҡан кешегә бала тоттороп ҡуймаясаҡтар.Закон шулай ҡуша.Ярҙам итергә тырышырмын үҙемдең таныштар аша.Тик ике-өс көнһөҙ бушап булмаҫ,планлаштырған эштәр бар .Килеп еттек инде-,тип Камил йәтеш, ыҡсым ғына ике ҡатлы бина эргәһенә килеп туҡтаны. Бына инде беҙҙең йорт.Ниңә өндәшмәй, шымып ҡалдың Нәфисә?Әллә барыр урының бармы?-тип Камил машинаһынан төштө. Ишеген бикләп әйләнеүгә, Нәфисә бар ҡыйыулығын йыйып, Камилды килеп ҡосаҡлап алды.
-Ағай,мин һүҙҙәр менән генә аңлата алмайым шатлығымды. Ярай әле һеҙ осранығыҙ юлымда.Һаман булһа ышана алмайым,өнөммө был төшөммө?Изгелектәрегеҙ меңләтә ҡайтһын үҙегеҙгә.Беҙгә детдом балаһына күп кәрәкме ни инде?Үҙем түгел,күңелем,йөрәгем шатлыҡтан илай.Йә аллам, ҡыуаныстан илар көндәрем дә булған бит.Ағай,һеҙ бит миңә йән өрҙөгөҙ.Тупаҫлыҡтан,әр -битәрҙән ҡатҡан күңелемде иреттегеҙ,яҡшы кешеләр барлығына инандырҙығыҙ,-тип күҙ йәштәре менән Камилға рәхмәт уҡыны.
- Йә,ярай,Нәфисә һеңлем,йүғиһә, мине лә илатырһың.Бөтәһе лә һәйбәт булыр.Яҡшыға юрайыҡ.Күрәһеңме,ана һине ҡаршы алырға сығып киләләр, -тип аҡ халатлыға ҡул болғаны Камил.Нәфисә менән аҡ халатлы ҡатын хостелгә инеп киткәнсе ҡарап ҡалды ла машинаһына ыңғайланы.Рулгә инеп ултырғас ҡына, арығанлығын тойҙо.Шулай ҙа кәйефе күтәренке,күңеле көр ине. Үҙ ғүмерендә күпме кешегә ярҙам итте,әммә бөгөнгө детдом балаһына ярҙам итә алған кеүек ҡәнәғәт булғаны булдымы икән? Бәлки,булғандыр,иҫләмәй.Әҙ генә ваҡыт эсендә үҙ туғанылай күргән Нәфисәне йәлләп ҡуйҙы.
-Ярҙам итергә кәрәк,мотлаҡ, ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә,үҙе детдомда үҫкән,балаһы детдомда ҡалырға тейеш түгел,- тип уйланы ла Камил өйөнә табан ҡуҙғалды.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: