Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
24 Май 2022, 14:49

Көл күмәсе. Хикәйә. Мәүлит Ямалетдин.

Ымһынмаҫ та инең – Хоҙай Тәғәлә булмышыңды шулай яратҡас, ҡайҙа бараһың? Уҡымышлылар уны тәбиғәт, тип аңлатмаҡсы. Ләкин нисек кенә атаһаң да, асылы бер – һөйгө, һөйөлгө килә, шайтан.

Көл күмәсе. Хикәйә. Мәүлит Ямалетдин.
Көл күмәсе. Хикәйә. Мәүлит Ямалетдин.
Баштан уҡ ҡыҙып китеп, үҙем менән таныштырыу ҙа иҫтән сыҡҡан. Гөлниса мин. Йәғни, гөл кеүек бисә. Әлегә ҡыҙ кешемен, исемемде «гөл һымаҡ ҡатын буласаҡ» тип юрап ҡушҡандар. Ысынлап та, һыу һибеүсеһе булһа, йыл һайын бөрөгә тулышып, сәскә атырға әҙермен.

Исемең матур икән, тиерһегеҙ. Өйрәнһәң, бөтә исемдәр ҙә матур инде ул. Үҙемә оҡшай былай. Ләкин есемем менән сағыштырғанда, исемем сүп кенә. Ҡайһы бер әҙәби әҫәрҙәгесә әйткәндә, буш ауаз. Халыҡ теле менән атаһаң – ҡоро тауыш.

Маҡтана тимәһәгеҙ, баяғы есемемә ҡағылышлы миҫал килтереп үтәйем. Моғайын, күбегеҙ ауыл тормошон күҙ алдына килтерәлер: йыш ҡына район үҙәгенә юл төшә. Бөтә нәмә ҡағыҙға ҡоролған заманда йомошо ла табылып ҡына тора. Ҡайһы берҙә юҡ йомошто бар итеп магазин йә баҙар ҡыҙырып та ҡайтаһың. Беҙ, бисәләр, уны яратабыҙ бит инде. Һатып алырға хәлдән килмәһә лә, затлы кейем-һалым ҡарап йыуаныу үҙе бер һөнәр.

Ситкәрәк киттем шикелле. Танмайым – бар миндә ундай етешһеҙлек. Әлеге лә баяғы яңғыҙлыҡ касафаты – зарығып йөрөгәс, эс серҙәренең ҡайһыһын һөйләргә белеп булмай. Бәғзе берәү: «Был ирһерәүҙән алйып, аҡылға бер көйгә әүерелеп бара түгелме?» – тип уйлар. Әстәғәфирулла, тәүбә!..

Эйе, уйыбыҙ район үҙәге тирәләй урала ине. Унда беҙҙең ауылдан берәү күҙ врачы булып эшләй. Йәше ҡырҡ менән илле араһында. Үҙе бик шаян телле. Шул Хәмит ағай мине урамда осратып, бер көндө: «Гөлниса, һин район үҙәгенә килеп ҡайтһаң, миңә пациенттар һөрлөгөшөп килә – барыһы ла ир-егет, бөтәһенең дә бер диагноз: ҡылый күҙлелек», – тип шаяртҡан була. Үҙе көлмәй генә әйтһә лә, күҙҙәре йылмандап, йызлап тора. Һиҙҙермәҫкә тырышып ҡарашын кәүҙәмдең әле бер, әле икенсе еренә күсереүенән үҙенең дә хәле шаяртып телгә алған пациенттарыныҡынан арыу түгел икәнен тойомларға мөмкин. Икенсе бер ваҡыт ауылға ҡайтҡанында әлеге Хәмит ағай: «Һуңғы арала район үҙәгендә күренмәй киттең. Һин килмәгәс, пациенттар юҡ, эшһеҙлектән йонсоп кабинетта тик ултырам», – тип көлдөрә ине.

Ул төрттөрмәһә лә, ир-аттың ҡомһоҙ ҡарашынан үҙемде ҡайҙа итергә белмәгән саҡтарым күп була. Ҡаймаҡҡа тамшанған бесәй һымаҡ күҙҙәрен майландырып, ашай яҙып текләп үтеү менән мөрхәтһенмәйенсә, боролоп арттан ҡарап ҡала, хәсистәр. Уларҙың оятһыҙ ҡараштарынан янбаш тирәләре менән балтырҙарым сәнсеп-сәнсеп ала хатта.

Шулай уҡ эс серҙәреңде һөйләрлек бер кемең дә юҡмы ни, тиерһегеҙ. Арлы-бирле донъя хәлдәре тураһында һөйләшер кешеләр етерлек тә, тик йөрәк серҙәрен бүлешер, уй-хыялдарҙы уртаҡлашыр әҙәм юҡ. Шул уҡ әсәйемде алайыҡ. Беҙ уның менән мин иҫ белгәндән алып икәүҙән-икәү донъя көтәбеҙ. Атайым мин имсәк бала саҡта фажиғәле рәүештә һәләк булған. Әсәйемдең һөйләүе буйынса, Уралдан өйлөк бүрәнә алып ҡайтып килгәндә, трактор арбаһына тейәлгән сей ҡарағайҙарҙың өҫтәгеһе үр төшкәндә шылып китеп, кабиналағы атайымды бәреп үлтерә. Мин уның үҙен дә, төҫөн дә хәтерләмәйем. Ә эс серҙәремде, йөрәгемдең яныуҙарын әсәйемә һөйләп, уның ҡайғыһын яңыртайыммы? Былай ҙа минең өсөн көйәләнә, һаман үҙемә иш таба алмағанға бошона. Һуңғы өс-дүрт йылда намаҙға баҫып, Аллаһы Тәғәләнән миңә бәхет теләп ялбарып та ҡараған була, йөрәккәйем. Бер көн эштән иртәрәк ҡайттым да, серемгә киткән булһа, уятмайым тип, шым ғына өйгә инеп килһәм, уның иламһыраған тауыш менән Хоҙайға аҙарынғанын ишетәм: «... ниңә генә ғәҙеллегең юҡ? Минең аһ-зарҙарым менән түккән күҙ йәшем әҙ булдымы? Ошо бер бөртөк бауыр итемдең яҙмышын уйлап, һоратҡан ерҙәргә бармай заяға уҙғарған ғүмерем етмәнеме? Шулар бәрәбәренә ҡыҙыма бәхет бирһәңсе, Раббым, үҙенең һыңарына юлыҡтырһаңсы!... Һинең ҡөҙрәтең киң, йомартлығың сикһеҙ бит!..»

Әсәйемдең шундай мәхрүмселеккә төшөүенән күңелем тулды. Икенсенән, уны шул көнгә ҡалдырыуым өсөн ғәрләнеп, үҙемә йәнем көйҙө. Ни рәүешле килеп инһәм, шулай шым ғына кире сыҡтым да, һарайға бикләнеп, туйғансы иланым.

Әйткәндәй, мин ауылыбыҙҙағы икмәк бешереү цехында кондитер булып эшләйем. Мин унда эшкә төшкәндә райондың өстән бер өлөшөн биләп ятҡан ҙур совхоз тарҡалыу өҫтөндә ине. Бөгөн иһә ҡасандыр гөрләп торған хужалыҡтың емерелеүе уңышлы тамамланды. Уның урынына эштән ҡотолған айырым ауылдар һәм шуларҙың уртаһында әле беҙ йәшәп ятҡан элекке совхоз үҙәге генә тороп ҡалды. Хужалыҡ тарҡалһа ла, халыҡтың көн һайын икмәк ашағыһы килә. Шуға күрә, был эштең булғанына шөкөр итеп тик йөрөйөм. Эштә лә әхирәттәрем юҡ түгел, әлбиттә. Ләкин берҙе биш итергә торған ҡыҙ-ҡырҡынға артыҡ хәбәрҙе бары тик үҙ-үҙенә дошман булған кеше генә һөйләйҙер. Әле бер ҡул менән ауыҙҙы, икенсеһе менән ир-аттың күҙен ҡыҙҙырған ерҙе ҡаплап ҡына йөрөгән көйө саҡ булып ҡала. Ә яңылыш һүҙ ысҡындырһаң? Тәүбә, тәүбә, Хоҙай күрһәтмәһен!..

Донъяла егерме һигеҙ йыл йәшәп, әҙәми заттың холоҡ-фиғелен ятлап бөткәнмен. Араларында әйткәнеңде үҙең һымаҡ ихлас ҡабул иткәндәре бихисап. Уларҙан айырмалы рәүештә, һөйләгән хәбәреңдән йөй эҙләргә торғандары ла етерлек. Ана шул һуңғы төркөмгә ингәндәр: «Ҡупырайыуыңа ҡарағанда, һинән дә һылыу бисә юҡ. Улайһа, ниңә утыҙға тиклем кейәүгә сыҡмай ултырҙың?» – тип сәнстерер. Беренсенән, ҡупыраймайым, ә булғанын әйтәм. Уныһын да ярты-йорто ғына. Икенсенән, мин әле бисә түгел, ҡыҙ кешемен. Аллаға шөкөр, ғиффәтлемен. Әсәйем шулай тәрбиәләгән. Ысынлап та, барыбыҙға ла ир-аттың муйынына аҫылынып, һуңынан бала ҡосаҡлап ултырып ҡалырға тимәгән. Була икән – тәртипсә, ә булмай икән – ана тора...

Шулай ҙа мин дә быйыл кейәүгә сыға яҙып ҡуйҙым бит. Әллә Хоҙай әсәйемдең ялбарыуҙарын ишетә биреп ҡалды, әллә яҙмыш тигәндәренең берәй ғилләһе булды. Уныһына хәбәремдең дауамынан төшөнһәгеҙ, бәлки, һеҙ төшөнөрһөгөҙ. Мин аңламаным былай. Сыға яҙҙым тип, шартына килтереп сыҡтым инде ул мин. Кейәү ҙә уйлап табылған түгел, ә ысын. Исеме Рәмил. Үҙе бала саҡта тыңлаған әкиәттәр шауҡымынан барлыҡҡа килгән хыялдағыса ете диңгеҙ, ете тау аръяғынан түгел, ә күршелә генә ятҡан Миңдеғол ауылынан булып сыҡты. Йәше утыҙҙан уҙған, әсәһе менән генә донъя көтә икән. Былай ипле генә күренә, эсмәй, тартмай, ти. Әлбиттә, һеҙҙең ҡайһы берегеҙҙәй булып, күңелгә шик төшә биреп ҡуйҙы: «Улай нәжесен ергә төшөрмәй ил ауыҙы маҡтарлыҡ булғас, нишләп бығаса өйләнмәй йөрөгән икән?» Уй һинән һорап килмәй бит, ҡәһәрең! Әлегә уны тыйырлыҡ әмәл табылмаған.

Әммә ул яҙыҡлы уйҙы баштан ҡыуырға тырышам. «Бәй, төрлө сәбәптәре бар инде уның, – тип уйлайым. – Бына мин дә ултырам бит ҡарт ҡыҙ ҡушаматы алып. Бәлки, ул да үҙенең күңеленә ятҡандай ишен таба алмайҙыр...» Әсәйемдең дә тел төбө өгөт-нәсихәт яғынараҡ ауыша: «Әллә инде, ҡыҙым. Бар ҙа бар, тип димләмәйем, тик әле халыҡ егеттең үҙен, нәҫел-нәсәбен маҡтағанға ғына әйтәм: әллә, күҙгә-күҙ ҡарашып Һөйләшкәндә яҡшы булыр ине, тигән йәүкә ебәреп ҡарайыҡмы? Кем белә, бәлки, бер-берегеҙҙе оҡшатып та ҡуйырһығыҙ...» Мин: «Ә нимә юғалтам һуң әле?» – тип уйланым да, бер һүҙ ҙә өндәшмәнем. Ысынлап та, кешегә күҙ менән тел нимә өсөн бирелгән һуң? Ә әсәйем минең холоҡто яҡшы белә: өндәшмәйем икән – тимәк, ҡаршы түгелмен.

Ауыл араһында йәүкә телефонынан да ышаныслыһы юҡтыр. Һүҙ ыңғайында шуны ла әйтеп китәйем әле: һуңғы арала уның мәғәнәһен боҙоп «йүкә телефоны» тип атайҙарсы. Әллә ҡайҙа уҡып, белем алмаһам да, йәүкәнең ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа тапшырып еткерелгән хәбәр икәнен аңлайым. Элемтәгә бер ҡатнашлығы ла булмаған йүкә ағасының бында ни ҡыҫылышы барҙыр инде?..

Ярай, быныһы һүҙ араһында ғына ысҡынып китте. Төп һүҙ әсәйемдең Миңдеғолға оҙатҡан йәүкәһе тураһында ине бит. Эйе, уның менән анау һөйләшеүҙән һуң өс-дүрт көн үткәс, эштән ҡайтһам, өйҙә ҡунаҡтар бар. Уларҙың кемдәр икәнлеген аңлар өсөн күп аҡыл кәрәкмәгәненә һеҙ ҙә төшөнәһегеҙҙер? Әсәйем нисектер теремекләнеп киткәндәй, йөҙөнән бығаса таныш булмаған нур бөркөлөп тора. Ул эске бер кинәнестән балҡып, Рәмил менән буласаҡ ҡоҙағыйын сәй менән һыйлай ине. Ҡәйнә була торған кеше әсәйемдән тиҫтә йылға йәшерәк күренә, теле лә күпкә һөйәкһеҙерәк. Бергәләп сәй эскән арала улын бәләкәйҙән яңғыҙ тәрбиәләгәненән алып, хәҙерге көндә уның вахта ысулы менән Екатеринбург ҡалаһында төҙөлөштә эшләгәненә ҡәҙәр һөйләп бирҙе.

Әсәһенән айырмалы рәүештә, Рәмил бик баҫалҡы күренде. Үҙеңә төбәп килгәс, кешене һынайһың бит инде. Былай аҫтыртын, эскерле кешегә оҡшамай – әсәһенең хәбәрен көлөмһөрәй биреп тыңлап тик ултыра. Миңә бер-ике тапҡыр күҙ һирпеп алды ла, башҡа күтәрелеп ҡараманы – аҫҡа текләп ултырыуҙы хуп күрҙе. Аңламаҫһың: әллә әҙәплелек күрһәтеүе, әллә миңә ҡарата битарафлыҡ һаҡлауы? Миңә ҡалһа, Рәмил әсәһенең һүҙен йыға алмайынса, ҡыҙыҡһыныуҙанмы, башҡа сәбәптәнме, уға эйәреп кенә килгәндәй тойолдо.

Китаптарҙа: «Ҡатын-ҡыҙҙа һиҙемләү көслө була», – тип яҙалар. Ысын икән. Минең дә һиҙемләүем раҫҡа сыҡты. Ләкин Рәмил тураһындағы фаразым дөрөҫләнгәнгә тиклем икебеҙҙең никах йолаһы башҡарылды. Ул теүәл бер аҙнанан һуң булды. Никахты тиҙләтеү ҙә ҡәйнә булаһы кешенең бөтмөрлөгөнән ине. Йәнәһе, йәштәр бер-береһен күрҙе, кемеһелер кире уйлап-фәлән ҡуймаҫ борон тимерҙе ҡыҙыуында һуға.

Бер-береңде күреү – бер хәл, уның оҡшатыу, күңел тартыу тигән ғәләмәте бар бит әле. Мөхәббәт тураһында һүҙ ҙә юҡ. Был никахҡа риза булыуым сараһыҙлыҡтан инде. Әсәйем дөрөҫ әйтә: һайлана торған сағым түгел. «Йәшәй-йәшәй өйрәнеп китермен әле, – тип уйланым. – Ана, элек кәләш булаһы ҡыҙ үҙенең барымсығын ҡайһы саҡта никах көнөндә генә күргән. Шулай булһа ла ғаиләләр тарҡалмаған. Ә хәҙер? Бөгөн ҡыҙ менән егеттең үлә яҙып яратышҡанын, иртәгәһенә айырылышҡанын күрәһең. Ә Рәмилдең төҫкә йәмһеҙерәк булыуына килгәндә иһә, ҡатын-ҡыҙҙар үҙ-ара былайтып шаярта: «Ир кеше маймылдан әҙ генә һөйкөмлөрәк булһа, уға кейәүгә сығырға мөмкин».

Хәлебеҙҙе самалап ҡына ойошторолған никах мәжлесенән һуң мин Миңдеғолға – ҡәйнә йортона оҙатылдым. Һөйләшеү буйынса, ике-өс айҙан буласаҡ туйға ҡәҙәр унда йәшәп торорға тейеш инем. Былай тәү ҡарауға донъялары төҙөк, йорт-ҡуралары тәрбиәле генә икән. «Тимәк, егеттең ҡулы ипле, тормош көтөүгә дәрте бар», – тип уйлап, эсем йылынып китте. Ә ҡалғаны, ысынлап та, булыр әле. Ҡыҫҡаһы, яҙмышыма тамам күнеп, күңел урынына ултыра яҙып ҡуйҙы.

Бына бер мәл ҡыҙ дәүеремдең һуңғы көнө һүрелеп, эңер кискә, кис төнгә ауышты. Нисәмә йылдар күнегелгән азат тормош менән хушлашыуы яманһыу шулай ҙа. Аңлайышһыҙ тойғоларҙан күңел елкенә, бар донъяны солғап алған ҡара төн ише билдәһеҙлекте уйлап, йөрәк семетеп ҡуя. Бығаса татып ҡарамаған ғаилә тормошо, ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәт ымһындыра ла, ҡурҡыта ла.

Беҙ төпкө бүлмәләге диванға яттыҡ, ҡәйнәм үҙенә түшәкте алғы өйҙөң урындығына йәйҙе. Минең йөрәк ашҡыныуҙан дарҫ та дөрҫ тибә, бер юрған аҫтында ятҡан егеттән ниндәйҙер хәрәкәт көтә. Нимәнән башлар икән? Моғайын, тәүҙә ҡулдарымды тотҡан булыр. Һуңынан ҡосағына алыр, наҙлап иркәләр, үбер... Нишләтһә лә ризамын – бөгөнгө көндән уның никахлы кәләшемен бит.

Ләкин егет яғынан бер ниндәй шипкерт-фәлән беленмәй. Әйтерһең, эргәлә тере йән түгел, ә түмәр ята. Һис юғы, йәнһеҙ түгел икәнен белгертеп, берәй йылы һүҙ шыбырлаһа, яҡыныраҡ шылып ятһа ни була икән? Төҫ-һыным, килеш-килбәтем уның күңелендә бер ниндәй хис уятмай микән ни? Ята торғас, ғәрлек килә башланы. Эстән генә: «Әллә әсәһенең ҡаты йоҡоға талғанын көтә микән?» – тип уйлайым да, тағы аптырайым. Әгәр шулай икән, уныһы ла килешкән – бер төнгә күрше-маҙарына барып йоҡлаһа ла була бит.

Шулай өн-тынһыҙ байтаҡ ятып ташланыҡ. Сама менән төндөң яртыһы үтһә лә, йөрәкһеүҙән күҙгә йоҡо эленмәй – дауырғыған күңел ниҙер көтә, өмөт итә. Бындай хәлде башынан үткәргәндәр аңлайҙыр: тәүге ҡауышыу төнөндә ниндәй йоҡо булыуы мөмкин? Бер мәл ул әйләнеп, был тулғанып зарыға торғас, шикләнә башланым: әллә артыҡ йөрәкһеүҙән үлеп ҡуйҙымы был? Нисек кенә намыҫ килмәһен, үҙем тәүәккәлләргә булдым – ипләп кенә ҡулын һәрмәнем. Ҡулы йылы былай – үлгән кешенекеңә оҡшамаған. Хәҙер минең яҡынлауға бер ниндәй ҡаршы хәрәкәт булмауҙан күңелгә икенсе шик төштө: йоҡлап ята түгелме? Ысынлап та, мин ҡапшаған нәмә ҡул ни, ағас ни. Етмәһә, Рәмил минең ҡағылыуҙан йоҡо аралаш ыңғыраша биреп, ауыҙын шапылдата-шапылдата тәмле итеп тамшанды ла арты менән боролоп, төш күреүен дауам итте.

Бына һиңә зифаф төнө, бына һиңә кейәү!.. Хурлыҡ менән ғәрлек тойғоларының бер юлы ябырылыуынан башыма эҫе йүгерҙе, йәнем тетрәнеүҙән маңлайға тирҙәр бәреп сыҡты. Бындай мәсхәрәгә ҡаршы бар көскә ҡысҡырып ебәреүҙән үҙемде саҡ тыйҙым. Нимә булды был: мине хурлауымы, мыҫҡыл итеүеме? Әллә Хоҙай ирлек ҡеүәтенән мәхрүм иткән бер эшлекһеҙме? Мәсхәрәләп, үс алырлыҡ зыяным теймәгән, моғайын, һуңғы фараз дөрөҫлөккә тап киләлер. Әгәр шулай булһа, инәһенең башына мине ҡаңғыртамы?..

Эргәмдә иҫ белмәй йоҡлап ятҡан кейәү шәрәмәтен быуып үлтерерҙәй, үҙ-үҙемде өҙгәләп ташларҙай булып үртәлеп ятыу етмәгән, ҡапыл тумбытып-тумбытып тешем һыҙлай башланы. Бер осрағанда Хәмит ағай: «Бөтә ауырыуҙар нервынан бит ул», – тип һөйләп торғайны, моғайын, шулайҙыр – көйәләнеүем ҡаты әрнеү булып аҙау тешкә бирәлер. Кемдең башынан үткән, шул белә инде – теш һыҙлауҙан да яман рәнйеү юҡ. Ундай саҡта ыңғыраша-ыңғыраша бар донъяны ҡәһәрләгәнегеҙ иҫегеҙҙәлер. Мин дә шундайыраҡ хәлдә ятам. Ваҡыты менән һыҙлау кәмегән һымаҡ була ла, бер аҙҙан тағы көсәйә. Шундай мәлдә, ауыртыуға түҙмәй, ыңғырашырға тотонам. Өҫтәүенә, эргәмдәге йән көйөгөнөң әпсәһе нервыла уйнай. Ауыртыуға сыҙамай ыңғыраша башлаһам, урталағы ябыҡ ишек аша: «Рәмил, балам, ниңә киленде ул ҡәҙәре ыҙалатаһың? Килен бер көнлөк түгел дә һуң», – тип һөйләнә. Уф, Аллам! Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та. Ул бупылдаған арала теш һыҙлауы баҫылғандай була – мин тынып ҡалам. Әҙерәк ятҡас, әрнеү йәнә көсәйә – мин ыңғырашмайынса түҙә алмайым. Алйыған ҡарсыҡ тағы теге бүлмәнән төшөнөң әллә нисәнсе серияһын күреп ятҡан улын тыйып маташа: «Рәмил, етер инде! Бер төн менән төн бөтәме?» Уның был көләмәскә тартым хәбәре былай ҙа дөрләп янған йөрәгемә кәрәсин булып һибелә лә, баяғы ҡәһәр һуҡҡан теш оторо ныҡ һыҙлай башлай. Эй, илаһым, ниндәй гонаһтарым өсөн был ғазаптар?!.

Ул арала көн нурының бөләңгерт шәүләһе булып таң һыҙыла башланы. Яҡтылыҡтың ошо осмот ҡынаһы зиһенемдә: «Мин нишләп былайтып ятам әле?» – тигән һорауҙы уятты. Ысынлап та! Ҡырҡа-яран бер фекергә килеп, ырғып торҙом да, кейенә башланым. Йән асыуҙан ашығып кейенгән арала, үҙ-үҙемде әрләйем: «Иҫәр! Аңын-тоңон белмәйенсә, анталашып кейәүгә сығамы кеше? К...ң ҡысып йөрөгәндә, шул кәрәк һиңә!..»

Ҡәйнә була яҙған кеше, юҡ нәмәне аңдып, һаман йоҡламай ятҡан икән – мин төпкө бүлмәнән килеп сыҡҡас, башын кәкәндәтеп тороп килә: «Ҡайҙа бараһың, килен?» «Атаңдың башына», – тип әйтергә тел ҡысытып ҡуйҙы, тик, берҙән, ул ғәйепһеҙ, икенсенән, оло кешене ниңә рәнйетергә, тип уйлап: «Сығып инәм», – тинем дә, тышҡа ашыҡтым. Хуш, Миңдеғол, һаумы, тыуған ауылым!

Ғәжәп, әллә саф һауанан, әллә дөрөҫ ҡарарға килеп, йән тыныслана төшөүҙән, тештең һыҙлауы баҫылғандай итте. Ә, бәлки, мөҙҙәте сыҡҡандыр. Шуның шикелле, минең был хурлығым да, ул һалған йән әрнеүҙәре лә баҫылыр әле. Төрлө хәбәрҙәр, имеш-мимештәр булыр – мейес утынһыҙ яна алмағандай, ауыл да ғәйбәтһеҙ йәшәй алмай. Тик улар ҙа тиҙҙән онотолор. Әсәйемде генә йәлләйем: үҙ һыңарымды табып, бәхетле булыр көндәремде күрә алмаҫ микән ни? Мин уға кейәүгә бармаҫ борон айырылып ҡайтыуымдың сәбәбен оялмайынса һөйләй алмам, бары тик: «И-и, әсәй, булмаһа булмай икән баҙарҙа көл күмәсе!» – тип кенә әйтермен. Моғайын, аңлар – сабырлығы башынан ашҡан, әүлиәгә тиң Алла бәндәһе бит ул минең әсәйем.
 
Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: