Чаттың администраторы Динара Рәмил ҡыҙы тигән берәү яҙып та һалды:
--Хөрмәтле баҡсасылар! Һеҙҙе берләштереү өсөн чат астыҡ! Әйҙәгеҙ танышайыҡ! Кем башлай?
Төрлө яҡтан яуаптар яуҙы:
--Мин 132-се участоктан Рабиға. Кейәүҙә түгелмен.
--Ай, Хоҙайым! Тағы бер чат!
--Нишләп мине һорамайса индерҙегеҙ бында? Юйығыҙ номерымды!
--Һыуҙы нисәлә бирәләр икән?
--Ҡайҙа һыра һатыла ул? Кем белә?
--Баҡсаға ингән ерҙә бесәй йөрөй. Кем бесәйен ташлап китте? Эттәр!
--Бынан нисек сығырға?
--Нисек сығырға тием?
--Сығарығыҙ мине!!!
--132-се участоктан Рабиға! Мин 72-се участокта. Өйләнмәгәнмен.
--Бөтөн баҡсала ямғыр яуҙы, минең учасок алдында ғына һыу ята. Ни өсөн? Аңлатығыҙ?
--Баҡсаға ял итергә килдем. Ниндәй чат тағы?
--Райман, әйҙә кил. Ҡатының белмәһен өсөн участок һанын яҙмайым.
— Мин аҡса йыймайым! Әсәйҙәр һеҙ шашып киттегеҙ, ул ниндәй бөтмәҫ тыуған көн?
--Ой, чаттарҙы бутағанмын, ғәйү итегеҙ...
--Баҡсала интернет насар тота, алмағасҡа менеп яҙам.
--Кисә минең эргәнән ҡыҙыл Ниссан Жук-та елдереп үткән ҡыҙ, һеҙҙең машинала кардан туҡылдай. Ремонт 12-се участокта.
--Еҙ самауыр һатыла. Ҡайын миндектәре.
--Төн уртаһында ниндәй иҫәр чат асты?
--Төн уртаһында ни эшләп яҙаһығыҙ һуң чатҡа?
--Һинән һорайыммы инде?
--Дуҫтар, мәҙәниәтле булайыҡ!
--Мәҙәниәтлеләр йоҡлай был ваҡытта!
--132-се участоктан Рабиға, мин һиңә сыҡтым. 20 минуттан булам.
--Кем һыра эҙләй ине? Таптығыҙмы? Беҙгә лә кәрәк.
--Бесәй балалары таратам. Бушлай.
--Кемдәрҙә баҡсаға бурыс бар, шуларға һыу туҡтатыласаҡ. Администрация.
--Хәйерле иртә, дуҫтар! Уңышлы көн барығыҙға ла!
Тағы күпме булыр был чаттар?