Бөтә яңылыҡтар

Тәүбә. Хикәйә. Фәриғә Күҫәкова.

Илгиз йоҡоһонан уянғас та тороп китергә ашыҡманы, кирелеп-һуҙылып урынында ята бирҙе. Ятҡан килеш ой эсенә күҙ һалды: атаһы ла, әсәһе лә күренмәй, тағы ла эсергә эҙләп сығып киткәндәрҙер инде. Ә һеңлеһе Гүзәл ҡайҙа? Ул кәйефһеҙ генә тороп, өҫтәл янына килде. Кистән бысраҡ килеш ултырған һауыт-һаба араһынан икмәк һынығы алып ҡапҡайны, уныһына араҡы түгелгән булып сыҡты, ытырғанып, кире төкөрҙө. Кисә ас килеш йоҡлап киткәйне. Ошо арала бигерәк айнымай эсәләр шул. Ниңә бигерәк яраталар икән шул тәмһеҙ нәмәкәйҙе? Тәмһеҙ икәнен Илгиз белә инде, тәмләп ҡарағаны бар.

Тәүбә. Хикәйә. Фәриғә Күҫәкова.
Тәүбә. Хикәйә. Фәриғә Күҫәкова.
Күптән түгел атаһы менән әсәһе уның алты йәше тулыуын «байрам» итеп иҫереп йығылғас, стакан төбөндәге араҡыны эсеп ҡараны. Мәжлестәгеләр бер-береһен ҡыҫтап, һәйбәт араҡы тип маҡтағас, тәмләп ҡарарға булғайны шул, ауыҙы яныуҙан кире төкөрҙө, һаҫыҡ, әсе, тәмһеҙ тәме ауыҙынан оҙаҡ китмәй торҙо.

Илгиз урамға сығып, ҡойма буйында ятҡан ташҡа сүгәләне. Гүзәл ҡайҙа йөрөй һуң? «Йөрөй» тип әйтеп тә булмай инде, тыумыштан ғәрип аяҡтарын һөйрәп, шыуышып ҡына йөрөй ул. Өс йәше тулып үтһә лә, йүнләп һөйләшә лә белмәй. Әллә ойоп киткән Илгиз, әллә абайламай ҡалды, ҡапыл ҡаршыһында тап-таҙа, ялтырап торған ҡара туфли кейгән аяҡтарҙы күреп, башын күтәрһә, ҡаршыһында ҡупшы кейенгән, йәтеш кенә һаҡаллы, мөләйем йөҙлө ағай баҫып тора. Түбәтәй кейеп йөрөгән был кешене күргәне бар Йлгиздең. Уларҙың өйө янындағы тыҡрыҡ аша ауылдың үрге осондағы мәсеткә бара ул.

– Исемең кем әле һинең, улым? – тине ағай күптәнге танышын осратҡандай, ихлас йылмайып.

– Илгиз...

– Илгиз, әйҙә минең менән мәсеткә... – Илгиз өндәшмәне. Шулай ҙа урынынан тороп, шым ғына уның артынан эйәрҙе.

Мәсеттең янынан үткеләп йөрөһә лә, эсенә ингәне юҡ ине әле Йлгиздең. Ҙур-ҙур келәмдәр йәйелгән иҙәндә бер төркөм ир-ат тыныс ҡына әңгәмәләшеп ултыра. Араларында оло йәштәге олатайҙар ҙа, урта йәштәгеләр ҙә бар, хатта бер нисә йәш егет тә күренә.

– Әссәләмәғәләйкүм!

– Вәғәләйкүм әс-сәләм, хәҙрәт, – тип сәләмләп ҡаршыланылар уларҙы. «Исеме Хәҙрәт икән был ағайҙың», тип уйлап ҡуйҙы Илгиз.

– Һин, Илгиз, бына шунда ултыр, йәме, – тине Хәҙрәт ағай стена янында торған эскәмйәгә күрһәтеп. Үҙе башҡалар янына ыңғайланы. Барыһы ла урындарынан тороп, рәт-рәт булып теҙелешеп баҫты. Хәҙрәт ағай алға барып баҫты ла, таныш булмаған телдә нимәлер һөйләй башланы. Ҡулдарын берсә күтәреп, берсә төшөрөп, эйелеп-бөгөлдө. Йә шиғырға, йә йырға оҡшамай һөйләгәне, ҡалғандар уның һәр хәрәкәтен ҡабатлап бара. Ҡапыл бөтәһе бергә иҙәнгә ҡапланды ла, арт һындарын күтәреп, бер аҙға тынып ҡалды. Тороп бер аҙ ултырып алғас, тағы туңҡайып ҡатып ҡалдылар. Үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр күргән был тамашаны аптырауҙың сигенә сығып, иҫе-аҡылы китеп күҙәтте Илгиз, хатта асығыуын да онотто. Нимә эшләй икән был кешеләр? Уйнайҙар тиһәң, йөҙҙәре үтә етди, бер ҙә шаярғанға оҡшамайҙар. Оло кешеләр уйнап та тормаҫ инде. Шуның өсөн киләләр микән ни был мәсет тигән серле йортҡа?

Бына бер саҡ барыһы ла кеҫәләренән мунсаҡ сығарып алып, берәмләп шуны һанарға тотондолар. Оҙаҡ ҡына һананылар мунсаҡ бөртөктәрен. Һуңынан бөтәһе бергә ҡулдарын күтәреп, биттәрен һыпырып ҡуйҙылар. Хәҙрәт ағай халыҡҡа йөҙө менән әйләнеп, ниҙер һөйләй башланы. Башҡортса һөйләһә лә, Илгиз бер нәмә лә аңламаны тиерлек.

Халыҡ таралыша башланы. Хәҙрәт ағаһы уның янына килеп.

– Әйҙә, Илгиз, сәй эсеп алайыҡ, йома сәйе, – тип бер бүлмәгә алып инде. Электр сәйнүгенә һыу һалып, токҡа тоташтырҙы ла, мөйөштә торған шкафтан ашамлыҡтар алып теҙә башланы. Эсе өҙөлә яҙып асыҡҡан Илгиздең өҫтәлдәге тәмле-татлы ризыҡтарҙан күҙен ала алмағанын күреп:

– Әйҙә, яҡыныраҡ ултыр, әйҙә, хуш, – тине. Ул арала сәйнүк тә ҡайнап сыҡты. – Тештәрең төшөп бөткән бит, кәнфитте күп ашайһыңдыр һин?

– Юҡ, Хәҙрәт ағай, кәнфитте яратһам да, күп ашамайым мин, берәйһе күстәнәс бирһә, һеңлемә бирәм, ул бигерәк ныҡ ярата кәнфитте.

– Әсәйең һатып алмаймы ни?

– Ала, яңыраҡ ҡына тыуған көнөмдө үткәргәйнек, унда ла һатып алды...

– Атайың ҡайҙа эшләй?

– Ул кисә күршеләргә утын әҙерләште, унан алдағы көн иптәшенең бесәнен алып ҡайтырға ярҙамлашты.

– Улай икән... Әсәйен эшләйме?

– Юҡ. Ул фермала һыйыр һауа ине, һыйырҙарын алып киттеләр, хәҙер эшләмәй, эш юҡ, ти.

– Әйҙә, әйҙә, Илгиз, һин ашап ултыр, – тип ҡыҫтаны Хәҙрәт былай ҙа ҡарһаланып әле кәнфиткә, әле перәниккә үрелгән малайҙы.

Сәй эсеп алғас, хәҙрәт ағаһына бер аҙ өйрәнә төшкәс, үҙен баянан бирле борсоған һорауҙы бирергә баҙнат итте Илгиз:

– Хәҙрәт ағай, һеҙ нимә эшләнегеҙ ул бая?

– Ҡайҙа?

– Иҙәнгә берсә яттығыҙ, берсә торҙоғоҙ...

– Ә-әә, – хәҙрәт йылмайҙы – намаҙ уҡыныҡ, йома намаҙы. Бер ҙә күргәнең юҡмы ни намаҙ уҡығанды?

– Юҡсы. Ә нимә ул намаҙ? Уйынмы?

– Юҡ, Илгиз, уйын түгел ул намаҙ. Аллаһы Тәғәлә мосолман булған кешегә көнөнә биш тапҡыр намаҙ уҡырға ҡушҡан.

– Мосолман, Аллаһы Тәғәлә кемдәр улар?

– Аллаһы Тәғәлә – бөйөк ҡөҙрәткә эйә. Ул беҙҙең һәр ҡайһыбыҙҙың нимә эшләгәнен күреп-белеп тора. Намаҙ – Аллаһы Тәғәләнең бойороғон үтәү, уның ризалығы өсөн ғибәҙәт ҡылыу. Уның барлығына һәм берлегенә инанып, уның ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылып йәшәгән кеше мосолман була инде. Тағы сәй яһайыммы?

– Юҡ.

– Кеҫәңә һалып ал! Хәҙрәт кәнфит һауытын уға табан шылдырҙы. Илгиз, ҡыуанып, кеҫәһенә кәнфиттәрҙе һалып алғас, ишеккә ыңғайланы.

– Туҡта әле, ашағандан һуң, Аллаһы Тәғәләгә биргән ризыҡтары өсөн шөкөр итеп, доға ҡылырға кәрәк, – тип ниҙер уҡыны ла, ҡулдарын күтәреп, битен һыпырып ҡуйҙы. Илгиз дә уның артынан ҡабатланы.

– Ашағандан һуң рәхмәт әйтергә ғәҙәтлән, ғөмүмән, кемдер һиңә изгелек эшләй икән, рәхмәт әйтергә кәрәк...

– Рәхмәт, Хәҙрәт ағай.

– Бына шулай. Һин килгеләп йөрө, йәме, Илгиз?

– Ярай...

Илгиз мәсеттән сыҡты ла, өйҙәренә ҡарай елдерҙе.

Сәғит хәҙрәт Илгиз күҙҙән юғалғансы тәҙрәнән ҡарап торҙо. Илгиздең атаһы Илдус менән бер класта уҡыны Сәғит. Бик тырыш, башлы малай булды, уҡыуы ла яҡшы, тәртип боҙоп та йөрөмәне. Әсәһе менән икеһе генә йәшәнеләр. Мәктәпте тамамлағас, район үҙәгендәге ПТУ-ла уҡып, сварщик һәнәрен үҙләштереп ҡайтты ла, совхозда эшләй башланы. Оло йәштәге әсәһенең берҙән-бер ҡараусыһы булараҡ, уны армияла хеҙмәт итеүҙән азат иттеләр. Тырыш егет тиҙ арала үҙ эшенең оҫтаһына әйләнде. Тик эштән һуң ауылдаштарының үтенесен кире ҡаҡмай, йомоштарын үтәй-үтәй эскесегә әйләнгәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Ҡайһыһына ҡапҡа, ҡайһыһына гараж ишеге, кемеһ-енәлер өйөнә йылылыҡ үткәреү өсөн торба иретеп йәбештерергә, йә башҡа берәй ярҙам кәрәк булып ҡына торҙо. Ауылда мәшәҡәт бөтәме ни? Эш бөткәс, һәр хужа ла, рәхмәт йөҙөнән, табын әҙерләй, яртыһын ҡуя. Анауы хәтле эште эшләгәс, бала-саға кеүек эсмәйем, тип ултырыуы оят һымаҡ. Тәүҙәрәк Илдус үҙен ирҙәр менән тин тотор өсөн эсһә, һуңыраҡ – шулай тейеш кеүек ҡабул итә башланы. Ул саҡта эшләгән эшең өсөн аҡса алыу түгел, тәҡдим итеү ҙә оят кеүек ине. Ауылдаштар бер-береһенә ихлас ярҙам итәләр, хаҡ түләү йәки алыу тураһында һүҙ ҙә юҡ, сәйен-мейен әсәһең дә, вәссәләм, ике яҡ та риза, ҡәнәғәт.

Әсәһе мәрхүм булғас, бөтөнләй айныманы тиерлек. Өй аулаҡ ҡалғас, теләһә ниндәй әтрәгәләм йыйылды, ир-ат ҡына түгел, эсергә әүәҫ ҡатын-ҡыҙҙар ҙа урап үтмәне. Көндәрҙән бер көндө Илдус шундай ҡатындарҙың береһе Миңһылыуҙың ҡосағында уянды. Үҙенән 5-6 йәшкә оло ҡатынды тәүҙә ҡыуып маташты, һуңыраҡ, ахыры, яҙмышына күнде. Ир-егеттең күңеленә юл уның ашҡаҙаны аша үтә, тигәндәй, әсәһе үлгәндән һуң аслы-туҡлы көн күргән Илдусҡа Миңһылыуҙын юҡтан бар итеп әҙерләгән аш-һыуы ла хан һыйындай тойолғандыр. Эсмәгән сағында донъяһын гөл итеп тота Миңһылыу, ишек төбөнә түшәгән балаҫына ла ҡыйып баҫҡыһыҙ, тик айыҡ көндәре генә һирәк шул, эсә башлаһа – бер нәмә лә кәрәкмәй, донъяһы түгел, балаларын да онота.

Бөгөн Сәғит йома намаҙына сыҡҡас, урамда Илдусты осратҡайны, иҫерек икәнлеген күреп, өндәшмәй уҙып китте. Өйө артында моңайып ултырған Илгизде йәлләп, үҙе менән мәсеткә алып китте. Айыҡ сағында һөйләшеп ҡарағаны бар уның Илдус менән, тик бушҡа ғына.

Илгиз ҡайтып ингәндә Гүзәл тупһала ултыра ине, әсәһе һаман ҡайтмаған. Ул ҡыуана-ҡыуана һеңлеһенең итәгенә кәнфиттәрен бушатты. Гүзәл шатлығынан нишләргә лә белмәне, шунда уҡ береһен ҡағыҙын әрсеп һоғондо ла, әле береһен, әле икенсеһен алып ҡағыҙындағы һүрәттәрҙе ҡараны, уларҙы бер рәткә теҙеп һалып, берсә өйөп, берсә таратып уйнарға тотондо, һеңлеһен шатландыра алыуҙан ҙур ҡәнәғәтлек кисергән Илгиз кинәнеп һөйләнде:

– Кәнфиттәрҙе Хәҙрәт ағай бирҙе, унда, мәсеттә күп, уларға Алла... Алла... – Аллаһы Тәғәлә тип әйтергә теләгәйне Илгиз, хәтеренә төшөрә алмай аҙапланды, – уларға бер ағай көн дә килтереп бирә икән...

Күп тә үтмәй, ҡапҡанан абына-һөрөнә әсәләре килеп инде, уға үҙе кеүек ҡыҙмаса бер ҡатын эйәргән, Шәмсиә апай икән.

– Эй-й, минең бәпестәрем йоҡонан торған икән, хәҙер сәй эсерәм, әйҙә, әйҙә, Шәмсиә, – тип өйгә инеп китте, әхирәте лә уның артынан тәнтерәкләне. Бер аҙҙан балалар сәй эсергә өмөт-ләнеп өйгә ингәндә, сәйнүк борҡорап ҡайнай, әсәһе хырылдап йоҡлай, ә Шәмсиә өҫтәлгә башын һалған килеш йырлап маташа ине. Илгиз һеңлеһен етәкләп кире урамға сыҡты. Өләсәһе иҫән саҡта уға барып һыйыналар ине. Башҡа барып морон төртөрлөк туғандары ла юҡ шул ауылда. Ярай ҙа Илгиз мәсеттә үҙәк ялғап алды, Гүзәл бит кисәгенән бирле бер нәмә лә ҡапҡаны юҡ, ағаһы һыйлаған кәнфиттән башҡа. Ишек алдында ҡотороп үҫкән әрем, алабута араһында Гүзәл ятып йоҡлап китте. Илгиз дә уның янына һуҙылды.

Атаһының һүгенгән тауышына тертләп уянған Илгиз тороп ултырҙы. Ҡайҙа ятҡанлығын аңлай алмай ян-яғына ҡаранды, яурындарын йыйырып ҡалтыранып ҡуйҙы, өшөткән дә икән, бейек үлән араһында тупраҡ дымлы икәнен бая һиҙмәгәндәр, күрәһең.

– Балалар ҡайҙа, тим мин һиңә, бар, эҙләп алып ҡайт, инәнде эт талаған бисә, рәхәтләнеп йоҡлап ята, – тип екеренде Илдус. Ул арала әсәһе Илгизде абайлап ҡалды.

– Ҡайҙа Гүзәл?

– Бында, йоҡлап ята, ана...

Атаһы абына-һөрөнә килеп Гүзәлде күтәреп алды ла өйгә инеп китте, әсәһе лә һөйләнә-һөйләнә артынан эйәрҙе. Илгиз ары һуғылып, бире һуғылып йөрөнө лә, ашарға бер нәмә лә тапмағас, инде нисәнсе көн өҫтәлдә ултырып банка төбөндә ойоған һөттө күтәреп эсеп ҡуйҙы. Урамға сығып, бер аҙ тапанып торғандан һуң, Әмирҙәргә табан атланы Илгиз. Әмир – уның дуҫы, һәйбәт малай, ҡайһы саҡ йөрөп ҡарарға велосипедын да биреп тора. Тик, ниңәлер, әсәһе Илгизде яратмай, уның менән уйнарға ҡушмай. Шуға күрә Илгиз әсәһенең күҙенә бик салынмаҫҡа тырыша. Әле лә, ҡапҡаны әкрен генә асып, башын тығып ҡына ишек алдын байҡаны. Дуҫы күренмәгәс, «Әмир» тип ҡысҡырҙы ла, ҡапҡа тышында торған эскәмйәгә ултырып, ҡойма егенән ихатаны күҙҙән үткәрҙе. Рәт-рәт булып теҙелгән алмағастарға, ҡарағат, сейә ҡыуаҡтарына, арыраҡ урынлашҡан ҡыяр, кишер, түтәлдәренә, аллы-гөллө сәскәләргә һоҡланмаҫлыҡ түгел шул. Үҙҙәренең ҡый үләндәре баҫҡан ишегалды менән сағыштырғанда ожмах баҡсаһы инде. Бына бит, Әмирҙең ата-әсәһе эсмәгәс, ниндәй матур йәшәйҙәр. Айыҡ ваҡытында Илгиз атаһы менән һөйләшә, шаярып та ала, иркәләнә, ә эсеп алһа, һөҙгәк үгеҙме ни, яҡын барырлыҡ түгел, күҙенә салынған кешегә бәйләнергә генә тора. Үҙе эсһә лә, әсәһенең эскәнен яратмай, шунан китә ыҙғыш-талаш.

Илгизде күңелһеҙ уйҙарынан арындырып, ҡапҡала Әмир күренде.

– Беҙ атай менән балыҡҡа барабыҙ, иртәгә уйнарбыҙ, йәме, – күҙҙәренән шатлыҡ нурҙары бөркөлгән Әмир шулай тине лә инеп тә китте.

Инде нимә эшләргә? Телевизоры ла ватылып ҡуйҙы. Шулай бәрелеп-һуғылып йөрөй торғас, кис тә етте, Илгиз кисәнән йыйылмаған урынына инеп ятты.

Иртәнсәк ул йоҡонан торғанда Гүзәл йоҡлай ине, атаһы ла, әсәһе лә өйҙә юҡ. Өйгә тәмле еҫ таратып өҫтәлдә ҡурылған картуф тора. Әҙ-мәҙ ҡапҡылап алды ла, Гүзәл янына килде.

– Тор инде, Гүзәл, сәй эсәйек.

– Эскем килмәй.

– Әсәй картуф бешергән, әйҙә, асыҡманыңмы ни?

– Юҡ.

Гүзәлдең тауышы хәлһеҙ генә сыҡҡас, Илгиз ҡулын маңлайына ҡуйып ҡараны. Башы уттай яна ине. Ағаһы биргән сәйҙе бер-ике йотто ла, Гүзәл кире ятты. Илгиз үҙенең юрғанын алып килеп, һеңлеһенең өҫтөнә ҡатлап япты ла, ишек алдына сығып йөрөп әйләнде. Гүзәл кире йоҡлап китте. Мәсет яғынан аҙан тауышы ишетелде.

– Аллаһу әкбәр, Аллаһу әкбәр! Әшһәдү әллә илаһу иллә алла...

Элек тә ишетә ине ул аҙан ҡысҡырғандарын, ишетә лә, онота ине, ә бөгөн аҙан нисектер башҡасараҡ, күңелгә яҡыныраҡ, моңлораҡ яңғырағандай тойолдо. Шул моң уны үҙенә саҡырған, әйҙәгән кеүек булды һәм ул мәсеткә табан йүгерҙе.

Илгизде Сәғит хәҙрәт шатланып ҡаршы алды:

– Әйҙүк, Илгиз, әйҙә, тәһәрәт ал да, намаҙға баҫ.

– Ҡайҙа ул тәһәрәт? Нимә була ул? – Илгиз ян-яғына ҡаранды. Хәҙрәт рәхәтләнеп көлдө лә:

– Тәһәрәт ул – намаҙ уҡыу өсөн йыуыныу, паҡланыу. Кил, әйҙә, тәүҙә өс тапҡыр ҡулдарыңды йыу, унан өс тапҡыр ауыҙыңды сайҡат, – тип тәртибе менән тәһәрәт алдырғандан һуң, үҙе менән кисәге намаҙ уҡыған урынға алып китте.

– Бына ошонда тор ҙа, беҙҙең арттан хәрәкәттәрҙе ҡабатла, эстән генә үҙеңдең теләктәреңде теләп тор. Ихлас теләктәрең ҡабул булыр, иншалла, – тип үҙе йәмәғәт алдына барып баҫты.

Тағы ла кисәге хәлдәр ҡабатланды. Хәҙрәт ағаһы ят телдә ниҙер һөйләне, шул уҡ хәрәкәттәр ҡабатланды. Илгиз дә бергилке аптыранып торғандан һуң, улар артынан өлгөрөргә тырышып, эйәрҙе. Тора-бара уға хатта был «уйын» оҡшап китте әле: йәше-ҡарты бер булып, кемуҙарҙан берсә ултырып алалар, берсә туңҡайып яталар, берсә тороп баҫалар. Кинәт Илгиздең иҫенә Хәҙрәт ағаһының «Теләктәреңде теләп тор», тигәне килеп төштө һәм ул ятһа ла, торһа ла, «Миңә велосипед кәрәк, миңә велосипед кәрәк», тип ҡабатларға тотондо. Үҙе был мөғжизәгә бик ышанып та етмәгәндәй, шулай ҙа, кем белә, ана бит, Аллаһы Тәғәлә көн дә кәнфит-перәниген килтереп биреп тора ти. Иртәгә килеүенә мәсеттә велосипед көтөп торһа, ә?! Әмирҙеке кеүек. Юҡ, унан да шәберәге! Ә унан да шәберәге буламы икән ул? һәм ул ихласлап, «Әмирҙекенән дә яҡшыраҡ велосипед алып кил миңә, Аллаһы Тәғәлә», тип ҡабатларға тотондо һәм намаҙҙың тамамланғанын һиҙмәй ҙә ҡалды.

Сәй эсеп торманылар бөгөн, Хәҙрәт ағаһы бер ус кәнфит сығарып тотторҙо ла, ҡайтырға ҡуҙғалған халыҡ артынан эйәрҙеләр. Өйгә ҡайтышлай Сәғит хәҙрәт Илгизгә Аллаһы Тәғәләнең донъялағы бар нәмәне лә белеп-күреп тороуы, ул бөтә нәмәне лә булдыра алыуы тураһында, ихлас күңелдән һораһаң, теләктәреңдең тормошҡа ашыуы тураһында һөйләне.

– Ә мин унан бая велосипед һораным, ҡасан алып килер икән?

– Велосипед?

– Эйе.

– Эй бала, бала... Ундай ваҡ-төйәк, донъя кәрәк ярағын һорайҙармы ни? Аллаһы Тәғәләнән йорт-илгә тыныслыҡ, яҡындарыңа, ата-әсәйеңә сәләмәтлек, аҡыл-тәүфиҡ һорарға кәрәк.

– Ә велосипед бирмәйме? – тине Илгиз бошоноп.

– Ул бер кемгә лә, бер нәмәне лә үҙе килтереп бирмәй, Илгиз, сәбәп ҡылырға кәрәк. Мәҫәлән, һиңә велосипед алыр өсөн атайың эшләп аҡса табырға тейеш...

Илгиздең бөтөнләй кәйефе ҡырылды, атаһы һатып алғас, ниңә уны Аллаһы Тәғәләнән һорарға? Татлы хыялы селпәрәмә килгән Илгиз күңелһеҙләнеп өйөнә боролдо.

* * *
Гүзәл инде өсөнсө көн ята. Һаташа башлағас, табиб саҡырттылар. Ул Гүзәлгә «ике яҡ үпкәһенә лә һалҡын тейгән» тигән диагноз ҡуйҙы һәм «Тиҙ ярҙам» машинаһы менән район үҙәгенә дауаханаға алып китте. Әммә медицина ярҙамы һуңлап күрһәтелеү сәбәпле, ике көн үтеүгә, Гүзәлдең үлеме тураһында хәбәр иттеләр. Һеңлеһен ерләгәс, Илгиз үҙен донъяла бер яңғыҙы тороп ҡалғандай тойҙо. Былай ҙа боларыҡ өйҙөң ҡото китте. Атаһы менән әсәһе ҡайғынан бөтөнләй айнымаҫтан әсеүгә тотондо.

Бер көндө Илгиз Әмирҙәрҙән ҡайтып килгәндә Хәҙрәт ағаһы осраны.

– Илгиз, һин ниңә мәсетте ташланың әле?

– Гүзәл булмағас, кемгә кәнфит алып ҡайтайым?

– Мәсеткә кәнфит ашар өсөн йөрөмәйҙәр инде. Әйҙә, бараһыңмы? – Илгиз теләр-теләмәҫ кенә уның артынан эйәрҙе. Мәсеткә барып еткәнсе ул Илгизде йыуатып, кешенең йәне мәңгелек икәнлеген, Гүзәлдең ожмахта бер ниндәй мохтажлыҡ күрмәй йәшәүен аңлатырға тырышты, теге донъя, ожмах, тамуҡ тураһында һөйләне. Үлгән кешеләр өсөн аяттар уҡыһаң, доға ҡылһаң, мине онотмағандар тип шатланыр, иҫкә алыусы булмаһа, бик ҡайғырыр, тип аңлатты. Намаҙға халыҡ йыйылғансы, Хәҙрәт ағаһы Гүзәлдең рухына аяттар бағышлап уҡып, уға матур теләктәр теләгәс, бик күңелле булды Илгизгә, нисектер, йәне тынысланып ҡалғандай тойҙо.

Шул көндән башлап аҙан тауышын ишетеү менән мәсеткә йүгерер булды Илгиз. Шулай йөрөй торғас, ҡыямға баҫыу, рөкуғҡа эйелеү, сәждәгә китеү кеүек намаҙҙа үтәлергә тейешле хәлдәрҙе еренә еткереп үтәүгә иреште, намаҙҙа уҡыла торған аят-сүрәләрҙе лә тиҙ үк ятлап алды. Мәсеткә йөрөүсе ауыл диндарҙары малайҙың ихлас күңел менән дин юлында йөрөүенә ҡыуанып, уны яратып, һәр саҡ хуплап, дәртләндерер булды. Киләсәктә уға ҙур өмөттәр бағланы. Улдарының көн дә мәсеткә йүгереүенә ата-әсәһе көлөп кенә ҡараны, аҙаҡ улар ҙа иғтибар итмәй башланы, хәйер, уларға Илгиз ҡайҙа йөрөһә лә барыбер ине.
Мәсеткә йөрөп, иманлы кешеләр менән аралашып, Аллаһы Тәғәләнең бөйөк ҡөҙрәткә эйә булыуына инанғас, ололарҙың ялынып-ялбарып теләгән теләктәрен ишетә йөрөп, Илгиз бер ҡарарға килде: Аллаһы Тәғәләнән ата-әсәһенең араҡыны ташлатыуын һорарға кәрәк! Хәҙрәт ағаһы әйтә бит, ысын күңелдән һораһаң, ярҙам итә, тип. Оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа, иртәгә үк һорарға кәрәк!

Иртәгәһен иртәнсәк иртә менән тороп, ата-әсәһен уятмаҫҡа тырышып, шым ғына йөрөп тәһәрәт алды ла, үҙе йоҡлаған бүлмәгә инеп, ишекте ябып ҡуйҙы. Таҫтамалын намаҙлыҡ итеп йәйеп, еренә еткерергә тырышып, иртәнге намаҙҙы уҡыны. Намаҙын тамамлағас, ҡулдарын күтәреп, Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт итте:

– Эй, ҡөҙрәтле, бөйөк Алла! Зинһар өсөн атайым менән әсәйемә әсеүен ташларға ярҙам ит! Хәҙрәт ағай әйтә, һин булдыра алмаған эш юҡ, ти. Эсмәһә, улар һәйбәт кешеләр, үҙең күрәһеңдер бит...
Миңһылыу тауышҡа уянып китте. Кемдер бышылдап ҡына, әммә ярһып-ярһып һөйләгәндәй... Илгиздең бүлмәһенә яҡынлашты. Эйе, тауыш шунан килә. Әкрен генә ишекте ҡыҫып, башын тығып ҡараны ла, ауыҙын ҡулдары менән ҡаплап, өнһөҙ ҡалды. Илгизе таҫтамал өҫтөнә баҫып, ҡулдарын юғары күтәргән дә, туҡтауһыҙ бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлай: «Эй Аллам, атайыма, әсәйемә араҡынан ҡотолорға ярҙам ит! Һин бит бөтәһен дә беләһең, бөтәһен дә күрәһең, бөтәһен дә ишетәһең, ишет инде минең теләктәремде лә, зинһар араҡыны ташларға ярҙам ит уларға!»
Миңһылыу артына әйләнеп, уянып, урынында кирелеп-һуҙылып ултырған Илдусты ымлап ҡына янына саҡырҙы. Илдус та ишек янына килеп баҫты. Ишеккә арты менән торған бала уларҙы күрмәй ялбарыуын дауам итте: «Эй, Аллам! Ярҙам ит инде атайым менән әсәйемә шул яуыз араҡынан ҡотолорға, мин һинән башҡа бер нәмә лә һорамайым, хатта велосипед та кәрәкмәй миңә. Улар эсмәһә, һәйбәт кешеләр, араҡы эскән өсөн гонаһтарын ғәфү ит. Үҙең күрәһеңдер бит, эсһәләр, миңә ҡыйын, ҡайҙа барырға, нимә эшләргә белмәй аптырап, асығып йөрөйөм. Улар эскәс, Әмиргә минең менән уйнарға ярамай. Ҡыйын миңә...» – Илгиз ярһыуынан тауышының көсәйеп китеүен дә абайламай, ахыры. «Эй Аллам! Айыҡ сағында атайымды ла, әсәйемде лә яратам, тик иҫерһәләр, йәмһеҙ, яуыз, яман кешегә әйләнәләр.Ташлат инде шул араҡыны, зинһар!»
Тағы ла нисегерәк ышандырырлыҡ итеп аңлатырға икән, тигәндәй, Илгиз бер мәлгә туҡтап ҡалды ла, «пажалыста» тип өҫтәне. Сөнки бер саҡ атаһына эйәреп магазинға барғайны, атаһы күпме генә ялынһа ла, һатыусы апай бурысҡа араҡы бирмәгәйне, атаһы «пажалыста» тип әйтеүе булды, бер шешәне «тып» иттереп алдына ҡуйҙы, хатта Илгизгә бер бөртөк кәнфит тә тотторҙо. Әрләүен әрләне инде, шулайта бирҙе бит һорағанын.
«Йәнә бер үтенесем бар һиңә, Аллаһы Тәғәләм! – тип дауам итте Илгиз. – Гүзәлемде ҡарап ҡына йөрөт инде. Мәсеттә олатайҙар әйтә, «Сабый балалар үлгәс, ожмахта ҡош булып осоп йөрөйҙәр» ти, һин уға ҡанат-аяҡтар бир инде, ул бында атлап та йөрөй алманы, исмаһам, йүгереп-йүгереп йөрөр. Тик ул ҡошҡа әйләнһә, мин барғас, нисек һөйләшербеҙ һуң, Аллаһы Тәғәлә?..»
Ҡапыл Илдус менән Миңһылыу һөйәлеп торған ишек асылып китте, Илгиз «ялт» итеп уларға әйләнде, уның күҙҙәренән түгелеп-түгелеп йәш тама ине.

– Улым, Илгизем, – тип әсәһе уға ташланғайны, атаһы өлгөрөрәк булып сыҡты, бер ынтылыуҙа улын ҡосағына алды:

– Балаҡайым, һиңә шулай уҡ ҡыйынмы ни беҙ эскәндә? Ә? Ҙурайһаң, үҙең дә эсерһең әле.

– Мин бер ваҡытта ла эсмәйем! Араҡы эскән кешене ожмахҡа индермәйҙәр, Гүзәл бит ожмахта йәшәй, мин уны күргем килә, ныҡ һағындым Гүзәлемде, – тип һулҡылдап илап ебәрҙе малай.
Илгиздең аҙарынып-аҙарынып Хоҙайға ялбарыуынан йөрәге шартлар хәлгә етте Миңһылыуҙың. Әгәр ҙә берәйһенән ишетһә, ышанмаҫ ине алты йәшлек кенә баланың барыһын да аңлап, мәғәнәһеҙ тормошона хәсрәтләнеп, уларҙы тура юлға – иман юлына баҫтырырға маташыуын. Балаҡайғынам, нисек һыйҙырған был тиклем ауырлыҡтарҙы бәләкәй генә йөрәгенә? Ә иң ҡыйыны – ошо ғазаплы уйҙары менән уртаҡлашыр кешеһе булмауындалыр, ниңә быға тиклем бер ҙә ризаһыҙлыҡ белдермәй түҙҙе икән? Тыңламаҫтар, аңламаҫтар тип уйлағандыр инде...
– Улым, ғәфү ит беҙҙе, бынан һуң эсмәйем, балам, ауыҙыма ла алмайым, бөгөндән бына, – тип һыҡтаны Миңһылыу.

Илдус менән Миңһылыуҙы аяҙ көндө йәшен атҡандай булды. Үҙҙәренең әсеүен бала шул хәтлем дә ауыр кисерәлер тип уйлағандары ла юҡ ине әлегә тиклем. Ата-әсәһенең гонаһтарын кисереүен һорап, үҙәктәргә үтерлек итеп үтенеүе...
Вәғәҙә биреүен бирҙе лә ул Миңһылыу, әммә араҡыны ташлауы ул тиклем дә ауыр тип уйламағайны. Шешәләш әхирәттәренең ҡотортоуына, нәфсеһе ҡыҫтауына ҡаршы тороу, айһай, еңел түгел икән. Араҡынан айырылыу ғазаптарын Миңһылыу үҙе генә белә. Бер көн әхирәте Шәмсиә алып килгән «күстәнәс»тән ауыҙ итеүҙән көскә-көскә тыйылып ҡалды. Миңһылыуҙың араҡынан баш тартыуына ғәжәпләнгән Шәмсиә ҡыҫтап-ҡыҫтап та күндерә алмағас, шешәһен алып сығып китте. Шәмсиәне кире саҡырып алыуҙан үҙен саҡ-саҡ тыйып ҡалғанын аңламай шул әхирәте, әгәр шунда шешәһен асып, рюмкаға һалып алдына ҡуйһа, нәфсеһен тыя алмаҫ ине Миңһылыу. Бындай мәлдәрҙә улының йәш тулы күҙҙәрен күҙ алдына килтерә лә тыйыла. Эскеһе килеү теләген эш менән баҫты Миңһылыу, әсеүе арҡаһында ҡото киткән донъяһын баҡты. Өйөн эстән дә, тыштан да ағартты, тәҙрәләрен ялтыратып йыуҙы, йорт тирәһендәге, урамдағы ҡый үләндәрен йолҡорға Илгиз дә ярҙамлашты. Көҙ көнө ҡойма буйына емеш ағастары ултыртырға, яҙ еткәс, түтәлдәр яһап, йәшелсә сәсергә һөйләштеләр. Атаһы менән Илгиз сереп ҡыйшайған бағаналарҙы алмаштырҙы, рәшәткәләрҙе буяп та ҡуйғанда шәп булыр ине лә, буяҡ һатып алырға аҡса булмау сәбәпле, уныһын һуңға ҡалдырып торорға булдылар.

Донъяның тотҡаһы ҡатын-ҡыҙ шул, Миңһылыу әсеүҙән туҡтағас, донъялары әкренләп яйға һалынып бара, Илгиздең дә һәр саҡ кәйефе күтәренке, әле әсәһенә, әле атаһы янына килеп һырпалана, көлә-көлә хәбәрен һөйләп, ярҙам итеп йүгереп йөрөй. Атаһы унда-бында «йотҡолап» ҡайтһа ла, элеккеләй яу ҡуптармай, шым ғына инеп ятыу яғын ҡараны. Әкренләп, ул да ташлар әле әсеүен, иншалла. Эсмәй йөрөгәнен күреп, тәжрибәле сварщик булараҡ аҫҡы урамға газ үткәрешергә саҡырҙылар, эсмәҫкә тигән шартына күнеп, киләһе аҙнала эш башларға ризалашты.

Бер көн Илгиз мәсеттән ҡанатланып ҡайтып инде.

– Әсәй, әсәй, оҙаҡламай мәсеттә аят-сүрәләр уҡыу буйынса ярыш була, Хәҙрәт ағай миңә ныҡлап әҙерләнергә ҡушты, бына китаптар ҙа биреп ҡайтарҙы. Мин уҡый белмәйем бит, әсәй, һин ҡысҡырып уҡырһыңмы? Мин белгән сүрәләргә ҡушып, бына ошо аятты ятларға кәрәк, күп түгел ул, ҡыҫҡа ғына, – тип бер тынала теҙеп һалды.

– Әллә инде, улым, бер ҙә тотҡан нәмәм түгел бит әле, Хәҙрәт ағайын үҙе өйрәтһәсе...

– Ул мине генә түгел, башҡа малайҙарҙы ла өйрәтә бит, унын ваҡыты юҡ, уҡы инде, мә, – тип китабын һондо.

– Туҡта әле, балам, мин тәүҙә бер нисә ҡат уҡып, телемде шымартайым, унан һиңә уҡып ишеттерермен, булдыра алһам, – тип китапты ҡулына алды Миңһылыу. Откор малай бер нисә көн эсендә әсәһе артынан ҡабатлай торғас, ятлап та алды. Ҡысҡырып уҡый-уҡый Миңһылыу үҙе лә хәтеренә һеңдерҙе.

Бына көтөп алған көн дә килеп етте. Миңһылыу ҙа Илгиз менән мәсеткә барырға булды. Малайҙар ярым түңәрәк яһап, иҙәнгә йәйелгән келәм өҫтөнә теҙелешеп ултырҙы, хәҙрәт һәм тағы бер нисә кеше уларға ҡаршы урынлашты, ата-әсәләр һәм балалар стена буйына теҙелгән эскәмйәләрҙән урын алды. Ҡатнашыусылар хәтһеҙ генә, малайҙар бер-бер артлы тырышып-тырышып аят-доғалар уҡыны, араларынан берәүһе мөнәжәт һөйләне. Бына сират Илгизгә лә етте. Ул, илһамланып, эске тулҡынланыуы менән Хәҙрәт ағаһыныҡына оҡшатыңкырап көйләп уҡыны ятлаған сүрәләрен. Улы өсөн борсолоп ултырған Миңһылыуҙы бығаса кисермәгән таныш булмаған тойғолар биләп алды, шатлыҡ, ғорурлыҡ хистәренән керпектәре йәшкә салынды. Ярыш тамамланды, еңеүселәрҙе бүләкләү башланды. Мәктәптә уҡып йөрөгән малайҙар бер-бер артлы сығып бүләктәрен алды.

– Ә хәҙер ярышта ҡатнашыусылар араһында иң бәләкәй еңеүсебеҙ Илгизгә велосипед, – тине Хәҙрәт ағаһы. Илгиз үҙ ҡолаҡтарына үҙе ышанмай аптырап ултыра бирҙе лә, һикереп тороп, хәҙрәткә табан йүгерҙе...

Бер көн мәсеттән бер бәләкәй генә китап тотоп ҡайтып инде Илгиз.

– Әсәй, бына, Хәҙрәт ағай һиңә китап бирҙе.

– Минәме?

– Эйе, әсәйеңә бир, тине.

– «Тәүбә ҡылыу тәртиптәре», – тип уҡыны Миңһылыу китап тышындағы яҙыуҙы.

– Ә-ә-ә, әсәй, ул һиңә тәүбә ҡылһын тип биргәндер. Хәҙрәт ағай әйтә, әгәр ҙә кеше тәүбәгә килеп, Аллаһы Тәғәләнән ғәфү үтенһә, Ул унын гонаһтарын кисерә, ти, Ул хатта, ҡасан ғына тәүбәгә килер икән был кеше, тип көтөп кенә тора, ти.

– Эй-й, гонаһтарым баштан ашҡандыр инде, балам...

– Әсәй, әйҙә, Аллаһы Тәғәләнән икәүләп һорайыҡ, ул, моғайын, ғәфү итер. Хәҙрәт ағай әйтә, балаларҙың һораған теләге ҡабул була, улар гонаһһыҙ була, ти. Мин хәҙер үк теләй башлайым: «Эй ҡөҙрәтле, бөйөк Аллам! – Илгиз ҡулдарын йәйеп йөҙө алдына ҡуйҙы ла, дауам итте. Әсәйемден яңылышлыҡ менән ҡылған гонаһтарын кисерә күр, ул бит хәҙер араҡы эсмәй, инде бер ҡасан да эсмәйәсәк, бынан һун тыйғандарыңдан тыйылып, ҡушҡандарыңды үтәп кенә йәшәр ул. Зинһар, гонаһтарын кисер инде әсәйемден...
– Эйе, кисер минен гонаһтарымды, сабый ғына көйө һинең барлығына, берлегеңә инанып йәшәгән иманлы балам хаҡына булһа ла кисер мине, Аллам, – тип бышылданы Миңһылыу.

– Әсәй, әйҙә инде икәүләп Аллаһы Тәғәләнән атайыма әсеүҙән ҡотолорға ярҙам итеүен һорайыҡ, – тине Илгиз.

Әсәһе уға баш ҡына ҡаҡты, сөнки нимәлер әйтерлек хәлдә түгел ине ул. Күҙҙәренән йәштәр аҡтылар ҙа аҡтылар. Таҙарыныу, паҡланыу, сафланыу йәштәре.
Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас в