Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
5 Май 2022, 18:15

ҺОРАУҘАРЫМА ЯУАПТАР ЙӘКИ ҠОЯШ КИТМӘГӘН ҺИНДОСТАН. Сәйәхәтнамә. Сәғирә ШӘРӘФЕТДИНОВА

“Нишләп ҡояш байымаймы унда?” тип аптырар яҙмамды уҡыусы. Әлбиттә, байый. Эңерҙә. Тик көндөҙөн ҡайнарлығы ғына башҡасараҡ, мейене ҡурып килгәндәй. Әммә вәсвәсәләп сурытҡан яҙмамда фәҡәт беҙҙе йылытҡан һәм нурҙарында иләмһерәткән тәғәйен ҡояш тураһында ғына бәйән ителмәҫтер.

ҺОРАУҘАРЫМА ЯУАПТАР  ЙӘКИ ҠОЯШ КИТМӘГӘН ҺИНДОСТАН. Сәйәхәтнамә. Сәғирә ШӘРӘФЕТДИНОВА
ҺОРАУҘАРЫМА ЯУАПТАР ЙӘКИ ҠОЯШ КИТМӘГӘН ҺИНДОСТАН. Сәйәхәтнамә. Сәғирә ШӘРӘФЕТДИНОВА

Бына ҡайҙа ул тормош!

Ғәрәп Әмирлектәренең Шарджа ҡала аэропортынан дүрт сәғәт осҡандан һуң Һиндостандың хәҙерге баш ҡалаһы Нью-Делиға төнгө сәғәт өс тирәһендә килеп төштөк. Төн булыуына ҡарамаҫтан йылмайыулы йөҙлө таксистар беҙҙе ҡалаға илтеп ҡуйыуҙы тәҡдим итә. Беҙ уларҙың үтенесен кире ҡағабыҙ. Шул уҡ йылмайыу менән тороп ҡалалар. Индира Ганди исемендәге Халыҡ-ара аэропорт ғәләмәт ҙур. Ҡала эсендә ҡала һымаҡ. Пассажирҙарҙы самолет трапынан уҡ аэропортҡа ҡәҙәр бәләкәй машиналарға тейәп индерәләр. Ҡулда билет булмаһа кире яғы ла бар. Һәр ерҙә йәшел балаҫтар йәйелгән. Терминалда беҙҙе муйынына “Лариса”тигән ҙур яҙыу элгән Кошал Рай ҡаршылай. Төнгө ҡала буйлап елдерәбеҙ. Һауа өҫтөндә саң томаны ҡатлы-ҡатлы аҫылынып тора. Урамдағы фонарҙәр яҡтыһында шул томандың эсенә инә-инә бараһың һәм уның осо-ҡырыйы күренмәгән һымаҡ. Юл буйҙары ҡом көршәктәргә ултыртылған сәскәләр менән туп-тулы. Улар оторо күп, аэропорттан беҙ бараһы йортҡа тиклем һуҙылған.

Ике тәгәрмәсле ҡаҡ арбаларҙа пирамида рәүешендә өйөлгән емеш-еләктәр аҙым һайын булмаһа ла, квартал һайын осрай. Шуныһы ғәжәп: һатыусыһы ла, һатып алыусыһы ла, хатта “сәлдереүсеһе” лә күренмәй.

Беҙҙең машинаны йорттар алдындағы пропускнойҙа туҡтаттылар. Оҙаҡ көттөрмәнеләр, һаҡсы шлагбаумды асты. Һәр кварталда бындай һаҡсылар бар икән, ингән-сыҡҡан машиналарҙы тикшереп үткәрәләр. Был күренеш миңә сәйер ҙә, ҡыҙыҡ та күренде. Әммә бындай хеҙмәт бер үк ваҡытта һоҡланыу тыуҙырҙы. Йорттарҙа йәшәгән кешеләрҙең хәүефһеҙлеген, ихатала ултырған транспорттарҙың юғалыу ҡурҡынысынан һаҡлай бит.

Кошал Рай артынан беҙ тар, әммә бик бейек, етмәһә лабиринт ише борғаланып үрмәләгән баҫҡыстар буйлап менә торғас, ниһайәт, асыҡ веранда алдына туҡтаныҡ. Килеп еткәнбеҙ икән. Һуң булыуға ҡарамаҫтан өй хужабикәһе Лариса өҫтәл әҙерләгән. Һәр беребеҙгә айырым (дөйөм табаҡҡа һалмағайны, ни тиһәң дә Лариса үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙы бит) тәрилкәләргә куркума менән һарғайтылған дөгөгә йәшелсәләр һалып бирҙе. Ашағандан һуң хужабикә беҙҙе ҡунаҡ бүлмәһенә оҙатты.

Мин ҡапылғара йоҡлап китә алманым. Төнгө Дели күренештәренән ҡалған тәү тойғолар: һауала эленеп торған һәм һинән тотам ҡалмаған саң томаны, шул томанды хасил иткән эре-эре йөк машиналарының геүләүе (Делиға йөк машиналары киске ундан таңғы алтыға тиклем генә индерелә, улар ҡала ситендә төн төшкәнен көтөп торорға мәжбүр), сәскә көршәктәре, арбаларҙағы емеш өйөмдәре... Ихаталарҙағы һаҡсылар... Былар миңә барыһы ла төш һымаҡ ҡына күренде.

Иртәнге сәғәт етелә тәҙрә туҡылдатыуға уяндым. Хәйер, йоҡланым тип әйтә алмайым. Ә теге тәҙрә сирткән, һарылы-йәшелле төҫтәге ҡош икән. Тәҙрә янына килеп баҫыуым булды, ул пырылдап осоп китте. Кеше өйөндә ҡыштырлап йөрөүҙе хуп күрмәнем, тын ғына тәҙрә төбөнән бейек йорттарҙы күҙәтәм.

Хужалар бер-бер артлы эшкә киткәс, бер аҙ һинд өйөнөң эске һәм тышҡы күренешен байҡарға булдым. Коридорға сыҡтым. Коридор тигәнендә туп-тулы сәскә һауыттары. Төндә мин, һарауһыҙ, берәй гөл һауытына нисек эләгеп ҡоламағанмын. Етмәһә, ут бөтөнләй үткәрелмәгән. Нисәнсе ҡатта булыуыңа ҡарамаҫтан асыҡ пространствоға юлығаһың. Ана, бер нисә йорт аша кешеләрҙең ни эшләгәнен күрергә була. Лабиринт рәүешле тар баҫҡыстар менән күтәреләһең-күтәреләһең дә әлеге асыҡ ҡыйыҡ-верандаға тәл булаһың.

Веранданан өҫтә, иһә, үҙенсә тормош гөрләй. Кемдер бәйләм бәйләй, берәү кер йыуа, киптерә, бәғзеләре иһә китап уҡый. Көсөргәнешһеҙ тәбиғи тормош шул ҡәҙәр үҙ эсенә алды, мин кис тағы веранданы күҙәтәм. Бер йортта тороусылар кис ултырыуҙарға сығалар һәм ҡояшты байыуға оҙаталар. Ҡыйыҡта көн һайын тигәндәй үҙенсә тормош гөрләй. Алғараҡ уҙып шуны әйтә алам, төп иғтибарымды көн һайын ҡыйыҡҡа күтәрелеп китап уҡыған ун бер-ун ике йәшлек малай һәм сәскәләргә һыу һипкән өлкән йәштәге ханым күберәк йәлеп итте. Урамға сыҡҡан арала башымды бороп ҡыйыҡҡа ҡарап ала инем. Аҫҡа төштөм. Февраль айының һалҡынса һауаһы мине өшәндермәне, нисектер, тынды үҙенең әскелтем, ҡырҡыу еҫе менән быуа ине. Тышҡа уҡталыуҙың сәбәбе, төндә күтәрелә-күтәрелә хәлде бөтөргән лабиринт-баҫҡыстарҙы ҡайтанан, яҡты күҙҙә күреү ине. Бәй, беҙҙәге һымаҡ подъезд юҡ икәндәһә. Йә, мин әйтәм, күтәрелгән һайын йондоҙло күк яҡыныраҡ була барғандай тойолғайны. Һинд халҡының күп булыуынан, йорттарҙы күпләп төҙөлөүенән материалдар экономиялау маҡсатынан, ахыры, йортҡа килеп терәлеү менән ишеккә инмәйһең, ә туранан- тура һикәлтәле тауға менгән һымаҡ, күтәреләһең дә фатир төбөнә килеп баҫаһың.

Хикмәт бәлки бүтән әйберҙәлер. Кем белә, быуаттар буйына бөйөк тарихҡа бай һинд халҡының серен. Манараға күтәрелгән кеүек тар, таш баҫҡыстарҙан был юлы еңел үрмәләнем.

Бер соланда, йәғни коридорҙа ике фатир хужаһы. Һәр икеһенә өйгә инә торған икешәр ишек. Мин ҡайҙан сыҡҡанымды аңғармай ике ишек араһында буталанып йөрөгәндә, икенсе фатирҙан өлкән йәштәге ҡатын сыҡты.

Ул ҡулдарын йөрәк тәңгәленә терәп, йылмайып “намасте” тине. Моғайын, һаулыҡ һорашалыр тип баш ҡаҡтым. Ҡатын мине икенсе ишектән фатирға индереп ебәрҙе. Иртәнге тамаҡҡа өй хужаһы Кошал беҙгә ашаған ыңғайҙа ауыҙҙа шартлап торған “взрывной” йәки ҡытырмаҡай дөгө бешереп ҡалдырғайны. Кисә өймәкәй итеп бешерелгән куркумалы дөгөнө ни иттеләр икән тип уйлайым. Дөгөнөң бөгөн икенсе төрлөрәк яраштырылыуына иғтибар иткәнде аңғарыпмы, хужаларҙың ҡыҙы дөгөнөң нисек бешерелеүен аңлатты. Һиндтар ризыҡты бер тапҡыр ҡулланыуға ғына бешерәләр. Беҙҙәге һымаҡ самаһыҙ бешереп иртәнге көнгә “йылытҡы” ашамайҙар.

Һинд өйөндә минимализм. Монаят менән өйҙө шығырым тултырыу уларҙың ҡанында юҡ. Тәҙрәләрҙә йоҡа ҡорғандар. Ҡәнәфиҙәр һәм диван. Өҫтәл юҡ. Күбеһенсә иҙәндә ашайҙар. Әйткәндәй, иҙәндәр мәрмәрҙән һалына. Йәй көнө 50 С0 эҫелектә мәрмәр иҙәндәрҙә түшәкһеҙ-ниһеҙ ятып йоҡлайҙар. Был да үҙенә күрә эҫелектән ҡотолоу сараһы. Ларисаның фатиры яртыһы европаса, яртыһы һинд көнкүреше һымаҡ йыйыштырылған. Йыуыныу бүлмәһендә ванна юҡ. Әммә һыу ҡойола торған арыҡ бар. Баштан-аяҡ йыуынырға теләгең булһа, ғәләмәт өлкән биҙрәнән ижау (сүмес) менән һыу алаһың, ана шул арыҡҡа тороп йыуынаһың. Теш-бит йыуырға раковина тора. Фатир артыҡ ҙур түгел, әммә ике бәҙрәф бар. Беҙгә тип бүленгән бүлмә заманса йыйыштырылған. Был ҡунаҡ бүлмәһе, шул уҡ ваҡытта бында Лариса вокал дәрестәре уҙғара (Ул опера йырсыһы, Римский-Корсаков исемендәге Ленинград консерваторияһын тамамлаған).

 

Һинд ғаиләһе йәки балалар нисек тәрбиәләнә?

Һиндостанда бала тәрбиәһе һәр ваҡлыҡта күренә. Беренсенән, һиндтар бер-береһенә дөм ят кешеләргә ағай, ҡусты, апай йә һеңле тип өндәшә. Йорт хужаһы Кошал миңә “бхабхи” тип өндәште. Был иһә Ларисаның ағаһының ҡатыны тигәнде аңлата. Әгәр мин Кошалдың апаһы булһам, ул ваҡытта мин Кошалға ”бахин” йә “бехэн” булыр инем. Ниндәйҙер кимәлдә һиндтарҙа туғанлыҡ-ара мөнәсәбәттәр башҡорттарға тартым. Ир һәм ҡатын яғының туғандары беҙҙәге һымаҡ бер-береһенә төрлөсә өндәшә. Атай яғынан олатай – “дада”, өләсәй – “дади”, әсәй яғынан өләсәй – “нани”, олатай – “нана”.

Беҙ фатирға туҡтаған өй хужаһы Кошал Рай “РИА Новости” агентлығында эшләй. Һәм ул теүәл үҙ ваҡытында эштән ҡайта. Ишек төбөндә үҙенә ҡаршы йүгереп килгән дүрт йәшлек улы Джанек Радомирҙы һәм ун дүрт йәшлек һылыу булып етеп килгән Сандраны ҡосаҡлап-һөйөп ала, унан иһә кире сығып китә. Иң ғәжәбе – был хәл көн һайын ҡабатлана. Берәй сәғәт уҙыуға йорт хужаһы ҡайта һәм улар әле генә яраштырылған ап-аҡ дөгө ашайҙар. Сәй табынында Лариса иренән ата-әсәһенең хәлен һораша. Мин төшөнгәндәй булдым, тимәк Кошал һәр кис һайын уларҙың хәл-торошон белергә бара.

Һиндтарҙа әсә кеше “алиһә” итеп ҡабул ителә. Балаһы планетаның ниндәй генә мөйөшөндә йәшәмәһен ул ата-әсәһенә хөрмәт-ихтирам күрһәтеү йөҙөнән үҙ ғаиләһендә кәмендә алты ай йәшәтеп ҡайтарырға бурыслы. Кошалдың ата-әсәһе яңыраҡ Чикагонан, кесе улдарынан ҡайтҡайны. Ә Кошал яҡындарынан бер квартал алыҫлыҡта торғас, көн һайын бара. Ғөмүмән, һинд ғаиләһендә туғанлыҡ хистәре, ата-әсәйгә хөрмәт, балаларҙы яратыу шул ҡәҙәр көслө. Ял көндәре мотлаҡ бала һәм ата-әсәләргә бағышлана. Парктарҙа булһынмы, ҡаланың тарихи урындарындамы, һиндтар ғаилә менән йөрөй.

Һиндтар балаларына иркен тәрбиә бирә. Бала ғаиләһендә шул ҡәҙәр һөйөү, яратылыу-иркәләү тойғоларын күреп үҫә. Хатта самаһыҙ осондоралар тип әйтер инем. Унда тыйыу тигән әйбер юҡ. Теләй икән, балаһы әсәһенең башы аша һикереп төшөргә күп һорамай. Шуға күрәлер, балалары үҙ-үҙҙәренә ышаныусан, кәрәк саҡта “үтеңде һытып эсерҙәй” үткер, еңмеш булып үҫәләр. Ошо йәһәттән һинд балалары тормоштоң ваҡлыҡтарына бирешә һалып бармайҙыр тип фекеремде нығыттым. Тағы шуға иғтибар иттем. Парктарҙа, кафеларҙа, спорт залдарында, йә ресторан булһынмы, ата-әсәләр баланы үҙе менән ала. Әсәй кешенең балаһына күп ваҡыт сарыф итеүе һиндтарҙа тәбиғи күренеш. Атайлыҡ бурысы иҫкитмәле ҙур планкаға ҡуйылған.

Балалар кесе йәштән үҙ-үҙҙәрен ҡарарға һәм ғаиләһенә булышлыҡ итеүгә өйрәтелгән. Ата-әсәләр балаларын йәмғиәттең әүҙем бер ағзаһы итеп ҡабул итә. Балаларына бирелгән мөхәббәт, ҡартайғас ата-әсәһенә кире ҡайтасағын аҡыллы һиндтарҙың “ҡан хәтере”нән киләлер моғайын.

Таж-Махал һарайына экскурсия ҡылғанда инвалид коляскаһында әсәләрен йөрөткән ғаилә парҙарына ҡарап һоҡланғайным. Берәү генәме һуң, бихисап ине улар. Әсәй йә атай инвалид коляскаһында йөрөһә (тәүбә-тәүбә) беҙ уларҙы әллә нисәмә саҡрымдар уҙғарып экскурсияға апарыр инек микән?

Уйҙарымдан хатта оят булып китте. Кибеткә емеш-еләккә сыҡҡан арала, дүрт йәшлек Джанекты алғайныҡ. Һатыусы егеттәр малайҙы күреү менән туғандарын күргәндәй ябырылдылар. “Бхан, “бхан” – “брат” тип береһе арҡаһынан һөйөп алды, икенсеһе сәсенән һыйпаны. Джанек уларға иҫке һинд телендә нимәлер өндәште. Егеттәр эскерһеҙ көлөү менән малайҙы тағы яратырға кереште. Ошо ҡыҫҡа ғына күренештә һиндтарҙа туғанлыҡ ҡына түгел, кешелеклелек, мәрхәмәтлелек тойғолары иҫ китмәле көслө булыуына инанаһың. Ә бит был егеттәр һис таныш та, туған да түгелдер. Алда мин урамдарҙа уҙып барған балаларҙың сәстәренән һыйпап, йә уларға кәнфит тоттороп киткән йәйәүлеләрҙе күреп быға ҡат-ҡат инанасаҡмын әле.

 

Һинд ҡатын-ҡыҙҙары ниндәй?

Меңәрләгән быуат тарихы булған бөйөк һинд халҡының йәшәйешен тулыһынса өйрәнеү һәм төшөнөү өсөн кәмендә бер нисә йыл Һиндостандың үҙендә йәшәргә кәрәктер. Өҫтөн-мөҫтөн, йәки өлөшләтә күреп ҡайтыр өсөн генә мин сарыф иткән аҙ ғына ваҡыт менән үҙеңде “үсекләмәҫ” кәрәк тигән фекерҙәмен. Шуға һинд ҡатын-ҡыҙының тормошон, үҙем күргәнсә һәм кисергәнсә күҙ алдына килтерә алмайым һәм Ларисаның һөйләүенән генә булыр был бәйәнем. Уртаса синыфҡа ҡараған ғаиләләрҙә ҡатын-ҡыҙ махсус юғары белемгә эйә булып теге йәки был өлкәлә ниндәйҙер уңышҡа өлгәшә ала. Бөгөн Рәсәй илендә бөтөн ҡатын-ҡыҙ ирекле һәм теләгән бер шөғөлөнә тотона алһа, һинд ҡатын-ҡыҙы тулыһынса ир-атҡа, йәғни ғаиләгә бәйле. Күп ғаиләләрҙә ҡатындар бөтөнләй эшләмәй, йәки бер ҡасан да эшләмәгән. Шуныһы ҡыҙыҡ: ҡыҙ кешене кейәүгә биргән саҡта уҡ уның эшләргә тейешлеге, йә бөтөнләй эшкә төшмәүе тураһында килешелә. Һинд егете буласаҡ кәләшен туй көнөндә генә күрә һәм кемеһенәлер ҡатынының “өй ҡомағы” булып йәшәүе оҡшай, кемеһелер эшләүен талап итә. Был традицион ҡағиҙәне ир кеше хәл итә. Әүәлерәк ғаиләлә ҡыҙҙарҙы дүртенсе-бишенсе класҡа тиклем уҡытып, уҡырға, яҙырға, һанарға өйрәнһә, шул еткән тип ҡараһалар, хәҙерге заманда амбициялы йәштәрҙең донъяға үҙ ҡараштары булыуҙары һәм традицияларҙы боҙоуҙары менән уларҙан күпкә айырылып тора.

Был йәһәттән ябай ғына миҫал, урамдарҙа ҡыҙҙар футболка, джинс салбарҙа, кроссовкиҙа йөрөү хоҡуғын үҙе хәл итә һәм “өй ҡомағы” параметрынан ашатлап сыға ала. Яҡшы юғары белем алыу – Һиндостанда ҡатын-ҡыҙ өсөн ауыр мәсьәлә. Заманса, яңыса инглиз телен профессиональ кимәлдә белеү өсөн генә ҙур талаптар ҡуйыла. Ә инде яҡшы карьера эшләү, йәиһә эш хаҡы ҙур булған урындарға эшкә инеү инглиз телен профессиональ белеүҙе талап итә. Һинд ҡатын-ҡыҙҙары (өйҙә ултырғандары) башлыса иҫке инглиз телендә, йәғни профессиональ булмаған телдә аралаша белә-белеүен. Был иһә, ҡыҙҙар ниндәй мәктәптә белем алыуға бәйле.

Ә инде үрҙә билдәләгәнемсә, урта синыфҡа ҡараған ғаилә итеп, миҫалға мин Лариса һәм Кошал Райҙарҙы индерер инем. Сөнки был ғаиләнең үҙенең иркен фатиры бар. Лариса Нью-Делиҙа итальян мәктәбендә рус теленән уҡытыусы булып эшләй, шулай уҡ вокал буйынса дәрестәр бирә. Ғаилә ресторанға йөрөй ала. Магазиндан теләгән әйберен һатып алыу мөмкинлеге бар.

Шәхси транспорттарында йөрөйҙәр, түләүле клиникала дауалана алалар. Шулай уҡ балаларын дүрт йәштән уҡырға биреп, шәхси мәктәптәрҙә уҡытыу мөмкинлегенә эйә улар. Өйҙә, беҙ барғанда Ларисаның ашнаҡсыһы, өй йыйыштырыусыһы (горничная) һәм аҙыҡ-түлек ташыусыһы бар ине.

Лариса өйҙә кер йыумай, төрөп әҙерләп ҡуйған бысраҡ кейем-һалымды бишенсе ҡаттан аҫҡа бырағыта, ә аҫта кер йыуыусы егет йәһәт кенә төргәкте эләктереп ала ла йыуырға алып китә. Күпмелер ваҡыттан йыуылған керҙе киптереп, үтекләп ишек төбөнә хәтлем килтереп ҡуя.

Райҙар ғаиләһенең йылына бер-нисә тапҡыр сит илгә сәйәхәткә сығыу мөмкинлеге бар. Ҡатыны ла, ире лә һәйбәт эштә эшләгән ғаиләнең ҡәҙимге урта хәлле тормошон мин бары үҙем туҡтаған фатир хужаларының йәшәү рәүешендә күрҙем. Әлбиттә, һинд ҡыҙы сит илдә йәшәһә, ул мотлаҡ эшләй һәм үҙен йә ғаиләһен ҡарау кимәлендә эш хаҡы алыуға ирешә. Йәки йәшәү минимумынан арттырып, үҙенән кесе туғандарына тейешле белем алыуға сарыф итеүе ихтимал. Һинд ҡыҙҙарына етерлек кимәлдә уҡыу эләкмәгәс, уларҙың интеллект кимәле, донъяға ҡараштары түбән. Ә инде хәлле синыфҡа ҡараған Лариса үҙ тирәһендә белемдәре булып та, әммә хужабикә булған ҡатын-ҡыҙҙарҙы йөрөтмәй. Ларисаның улар менән һөйләшерлек темаһы юҡ. Бындай өй хужабикәләренең бөтөн тормошо – өйө, ире, ялсылары, меню төҙөү, әйбер һатып алыу, һәм, әлбиттә, ғәйбәт һөйләүҙән ары уҙа алмай.

Сәғәттәр буйына кемдең алтыны күп, кемдең килеме һәйбәт йә насар, кемдеңдер ире ҡатынына ҡарата бик иғтибарһыҙ һәм башҡалар. Былар барыһы ла урта хәлле ғаиләләрҙә йәшәгән ҡатындар бер ергә йыйылған саҡта һөйләнелә һәм ғәйбәт булараҡ тиҙ үк тарала. Үҙе хаҡында яман хәбәр ишетелгән ир кеше ҡатынына йә алтындан биҙәнеү әйбере ала, йә сәскә бүләк итә. Сәскә тигәндәй, беҙҙәге кеүек бында ҡолас етмәҫлек гөлләмә күтәреп йөрөмәйҙәр. Сандаль сәскәләренән үрелгән таждың яртыһы ҡатындың сәсенә ҡаҙала, яртыһы мөйөштә торған ҡатын һынлы аллалары муйынына тағыла.

Лариса күберәк һиндҡа кейәүгә сыҡҡан рус һәм эшләгән һинд ҡатын-ҡыҙҙары менән аралашып йәшәй. Әйткәндәй, һинд егеттәре рус ҡыҙҙарын бик ярата, мәрйә ҡатындарын шул ҡәҙәр хөрмәт итә. Уларға һәр яҡлап, ярҙам итергә әҙерҙәр. Улар фекеренсә “яратыу – ул үҙеңде кем өсөндөр ҡорбан итеүгә бәрәбәр, яратҡанһың икән, тимәк ул үҙеңде үҙеңә осмот та ҡалдырмайса икенсегә биреү, арнау”. Шулайҙыр. Мин быны Редем-шен шерша сиркәүенә руханиҙар өсөн ҡоролған концерт ҡарарға барғанда күрҙем. Һиндтарға кейәүгә сыҡҡан Наташа исемле ҡатын, шул уҡ ваҡытта Лариса һәм тағы бер-нисә рус ҡатындары һәм япон, итальян милләтенән булған һинд ҡатындары ҡатнашҡайны. Был концертҡа уларҙың барыһының ирҙәре килгәйне. Һәм әлбиттә... Сәскәләр менән.

Ҡатындарын улай-былай фотоға төшөрөп ҡый-ғәләмәт килделәр. Күҙҙәрендәге тулы һөйөү вә ғорурланыу хистәрен “ҡоралһыҙ” күҙ менән уҡырға була ине.

Һинд егете буласаҡ кәләшен туйҙа ғына күрә алыу мөмкинлегенә эйә. Уға тиклем ата-әсәһе ниндәй ҡыҙҙы һайлай (был йәһәттән биш-алты вариант күҙ уңында тотола) шул ҡатыны буласаҡ. Балаһының шәхси тормошон ҡороуға ата-әсәләр бик етди ҡарай һәм сит ил ҡыҙына өйләнеүгә күпселеге ҡаршылар. Бының үҙенә күрә сәбәбе бар. Һиндтарҙа туйҙы ҡыҙ яғы тулыһынса күтәрә. Әгәр егет сит ил ҡыҙына өйләнһә, ул ваҡытта ғаилә бюджетына туй сығымы бик ҡиммәткә төшәсәк. Туйға бит илле кеше йөрөмәй бында. Кәмендә өс йөҙ ҡунаҡ саҡырыла. Ә йәш кеше өсөн ил ҡыҙы яҙмышында осраһа, ул һинд егете өсөн күктән төшкән бәхеткә тиң. Бигерәк рәсәйлеләр өлөштәренә төшкән көмөш булһа, бик ҡәҙерләп йәшәйҙәр. Беренсенән, үҙаллы донъя көтөргә, йән-яҡтан үҫешергә, ғаиләне, баланы, ирен ҡарарға, эшкә талымһыҙ рус ҡыҙҙары менән йәшәүе ҡыҙыҡлы булһа, икенсе яҡтан улар һөйөү хистәрен ғүмер буйы кисереп йәшәй. Һинд ҡыҙҙары бик һирәк сит милләт вәкиленә кейәүгә сыҡһа, егеттәре иһә яратҡаны осрай икән, милләтенә ҡарамай өйләнә. Уҡыған, эшләгән һинд ҡатын-ҡыҙҙары беҙҙекеләр кеүек үк һәр нәмәгә өлгөрөп йәшәйҙәр.

 

Һиндостанда ысынбарлығында бысраҡмы?

Эйе. Саңы менән. Еҫе менән. Төндә Нью-Дели аэропортынан ҡалаға елдергәндә бензин менән ҡушылған канализация ҡалдыҡтары еҫен еҫкәп килеү мине танау сирырға мәжбүр итте. Шул уҡ ваҡытта сәскә, аш-һыу тәмләткестәренең әселе-сөсөлө еҫтәре бергә ҡушылып ниндәйҙер үҙенсәлекле еҫтәр эсенә индереп онотолдора. Ысынлап, аҙаҡ был еҫтәрҙе һиҙмәйһең икән. Бары буяу ҡайнатҡан ихаталарҙан сыҡҡан еҫтәр тамаҡ төбөнә һаҡый. Донъяның бөтөн төҫтәрен ҡуллана белгән оҫталар, һөнәрмәндәр йәшәгән Һиндостанда еҫтәр – тәбиғи күренеш. Был һиндтарҙың ысын донъяһы, йәшәйеше. Улар ошо еҫтәрҙе барлыҡҡа килтереп көн итмәйҙәр, ә ысынында йәшәйҙәр. Парфюмерия магазиндарына инеп сыҡҡанда ғына һин үҙеңде сандал йә иһә йәсмин ағастарының сәскәләренә ҡойонғандай хис итәһең.

Бүтән илдәрҙә алтынға бәрәбәр сандал майы үҙе ни һан тора! Гәлсәр һауыттарға тултырылған сәскәләр ҡатнашмаһынан парфюм хаҡы йөҙ ун дүрт доллар йә йөҙ ун туғыҙ евро тороуы мөмкин. Һауа өҫтөндә торған йәшелле-күкле, әселе-сөсөлө, тәмле еҫтәрҙе бәғзе урындарҙа сыҡҡан һыҡра еҫтәре алыштыра. Был бөтөн ерҙә түгел, автобус туҡталҡаларында.

Ир-аттар башлыса тап шул туҡталҡаларҙа кесе хәжәтен үтәүселәр. Тура килгәндә. Был әхлаҡи нормаларҙы боҙоу тип һаналмай. Һиндостан бысраҡ, кешеләре әрһеҙ тиһәләр ҙә, мин Яңы Делиҙа баҙарҙа булһынмы, магазиндарҙамы, йә булмаһа таксиҙа, автобустамы, һаҫыҡ еҫ сығып торған һиндтарҙы осратманым. Киреһенсә, эш аҙағында урамда уҡ ирҙәрҙең биҙрәнән һыу ҡойоноп торғанын күрергә тура килде. Хатта парктарҙа сувенир тәҡдим итеп “двести пятьдесят, сто пятьдесят” тип русса аҡса берәмектәрен ятлап алған малайҙарҙың танау төбөнә тиклем терәп торған ҡулдарынан һаҫыҡ еҫ тойолманы.

Беҙҙәме? Тәүбә-тәүбә, эргәлә торған иҫеректән йә асарбаҡтан көс-хәлгә танау баҫмайса йә сирҡанмайынса уҙып булмай. Урамда тулған ҡағыҙ-ҡоғоҙ, алам-һаламға һиндтар бигүк иҫе китмәй, ә үҙенең шәхси гигиенаһын бик хәстәрләй. Миҫалға ғына Ларисаның өй йыйыштырыусыһы һеперткеһе менән һелтәнеп өйҙөң бер ерендәге саңын икенсе яҡҡа борһолдата, ә эш аҙағында бит-ҡулдарын ҡат-ҡат һабынлап йыуып ҡайтып китә. Йә кухаркаһы этеп-төртөп дөгө яраштырып, арлы-бирле ҡашығаяҡты таҙартһа, ҡулын-битен нәйәт йыуып ҡуя. Тамаҡ яраштырыу тигәндәй, ысынлап, һиндтар үҙҙәренең организмы өсөн бик яуаплы. Улар бер тапҡыр ғына бешерелгән ашты ашайҙар, бер тапҡыр ҡайнатылған сәйҙе эсәләр. Күберәк бешереп иртәнгегә тип үҙенә биреп ҡайтарған ризыҡтан Рай ғаиләһенең хеҙмәтселәре бер ваҡытта баш тартмай, әммә уны ашамай. Ҡош-ҡортҡа һалып китә. Уның ҡарауы йыйыштырыусыһы “бхабхи, бхабхи” тип минең өҫтөмдәге кофтаны ҡапшап, баш сайҡап маҡтай торғас, үҙенеке итеүгә өлгәште.

Тора-бара ҡояшҡа кейә торған күҙелдереккә сират етте. Ҡул сәғәтен һыйпай башлағайны мин инглизсә “юҡ” тип әйткәс, бүтәнсә әрһеҙләнмәне. Әммә өй эшенә ярҙам итә торғас, был йәш ҡатын елкәгә бөтөнләй менеп алды: бер көн сәбәпһеҙ эшкә килмәне. Хужалар эштән ҡайтыуға өй таҙа, шулай ҙа Ларисаның күңеле һиҙҙе булһа кәрәк, икенсе көнөнә тегене әрләп шелтәләне. Хеҙмәтсе ҡатын инәлеп эштән ҡыумауын һораны шикелле, илай-илай һеперткеһенә йүгерҙе. Аш бешереүсеһенең бешергән ашын дүрт йәшлек Джанек өнәмәй. Беҙ иһә Ларисаның ризалығы менән үҙебеҙ яраштырып ашаныҡ, өй хужаларын бөйөрөк, һәм башҡа төр ризыҡтар менән һыйланыҡ. Кошал башҡортса яраштырылған ризыҡтарҙы ярата икән, беҙҙе маҡтап-маҡтап, киске тамаҡты туйҙыра ине.

Инде байтаҡ ваҡыт үтте әммә серле Һиндостан тәьҫораттарынан арына алмай һүҙ юҫығынан ситкә тайпылам ахыры. Мине иң ғәжәпләндергәне, әрпеш тип һаналған һиндтарҙың бер тапҡыр ғына ҡулланырлыҡ итеп бешеренеүҙәре һоҡландырҙы бит. Һыуытҡысты улар бешерелгән ризыҡты һаҡлау өсөн түгел, ә һатып алғанын һалыр өсөн файҙалана. Ә һыуҙы Хоҙай ҡушҡанса ғына ҡулланалар. Беҙҙәге кеүек күп итеп тәләфләмәйҙәр. Ярты биҙрә һыу йыуынырға һәм, сайынырға етергә тейеш. Бәҙрәф ҡағыҙҙарын ҡулланмайҙар тип әйтһәм көлкө тыуҙырыр. Әммә улар хәжәттәрен үтәгәндә йыуынып сығалар. Кинәт өлкәндәрҙең “һыуҙы күп тотонма, сарыф итеп түкмә, теге донъяла һыу эсендә ятырһың” тигән һүҙҙәре иҫемә килеп төшә. Хоҙай беҙҙе иң беренсел булып ергә яралтҡан тип иҫәпләгән һиндтарҙың серле тормошона ҡапылғара төшөнөп ҡара. Хатта улар эш сәғәттәрендә йыуынып өлгөрмәһәләр, сандал майы һөртөп алалар икән. Урамда экскурсия өсөн биҙәлгән һәм ике тәгәрмәсле арбаға егелгән ғәләмәт дәү дөйәнең эргәһенән үткән-һүткәнгә танауын һеңгереп ҡалыуынан башҡа әрһеҙлекте күрмәнем тиерлек.

 

Бер ҡалаҡ аш менән бер йотом сәй йәки һинд ризығын һәр кем ашай аламы?

Була. Әммә төрлө тәмләткестәр менән болғаныуы минең “эшкинмәгән” ашҡаҙан өсөн түгел ине. Әйткәндәй, бүтән туристарҙың проблемаһы тап ашҡаҙанда тип уйлайым. Лариса алдан киҫәткәйне, теләһә ниндәй урам кафеларынан ризыҡ һатып алмаҫҡа тип. Һиндтар үҙҙәре хайуан итен ашамайҙар. Әммә тауыҡ итенән күп төрлө ризыҡ әҙерләйҙәр. Миңә “мамо” йәки ҡыҙҙырылған билмәндәре бик оҡшағайны. Әммә...

Кибеттәр араһынан уҙып барғанда ир кеше тауыҡты шарылдатып йөнөн тереләй йолҡоп торғанын күреп, был билмәнде ашауҙан ваз кистем (Тауыҡ йолҡоноп бөткәс, муйынын бороп йәнен алалар).

Һиндтар күбеһенсә урамда ашай. Халыҡ күп йөрөгән урындарҙа, юлдың ҡап уртаһына ултырып, сөгөндә бауырһаҡ, йә тандырҙа картуфтан көлсә бешереп торһондармы, былар һиндтар өсөн ябай күренеш. Берәү ҙә бының өсөн штраф һалмай, әрләшмәй. Урамдағы ризыҡ күпкә осһоҙ, шуға халыҡ шунда туйыныуҙы хуп күрә. Асыҡ кафеларҙа һәр төрлө ризыҡ бешерәләр. Ғөмүмән, ҡайҙа бешерелеүенә ҡарамаҫтан, һәр ризыҡ үҙенең ҡырҡыулығы һәм сағыу булыуы менән күҙгә салына.

Рэдэм-шэн-шэрма храмындағы концерттан һуң Кошал Рай беҙҙе урта касталағылар йөрөгән кафеға алып барҙы. Ярайһы уҡ матур ғына кафе. Кешеләр күп түгел. Ирҙәр коллективынан ғына торған официанттар тегеләй-былай йүгерешә. Беҙ үҙебеҙ теләгән өҫтәлгә ултырҙыҡ. Һәр өҫтәлгә һыулы графин һәм стакандар ҡуйылған.

Кошал беҙгә “мунк дал” тигән ашҡа заказ бирҙе. Ашты килтереү менән ул иҫ китмәле сағыулығы менән ашау теләген көсәйтте. Ярайһы уҡ асыҡтырған икән. Ашты болғап ҡарағас, унда ҡәҙимге үҙебеҙ белгән борсаҡ, ташҡабаҡ һәм кишерҙе күргәс, ашҡа үрелдем. Бер ҡалаҡ ҡаптым, аръяғы донъям әлләмәгә әйләнеп киткәндәй булды. Ике күҙемдән сөбөрләп йәш аға, арҡа буйы тартыша башланы. Тын алмаҫлыҡ итеп сәсәүем башҡаларҙы  ҡурҡыуға һалды. Көс-хәлгә ипкә килгәс, аш яғына бүтәнсә ҡараманым, миңә “масала” йәғни сәй килтерҙеләр. Был “масала”ны бер уртлауым булды, шул уҡ хәл тағы ҡабатланды. Сәй шул ҡәҙәр ҡырҡыу ине.

Ғәйепле төҫ менән әленән-әле миңә күҙ ташлаған Кошал ғына йәл. Беҙ ҡунаҡлап ятҡанда бүтән кафе йә ресторан тип ауыҙын асмаҫлыҡ булды, күрәһең. Фатирҙа үҙебеҙсә бешерә башланым. Быға Лариса һөйөндө генә. Офицер паёгынан итле “тушенка” ҡушып картуфтан бөйөрөк бешереп алдым. Өй йыйыштырыусы Болиға шул тиклем оҡшаны. Кошал да яратты. Үҙем аҫтыртын гонаһ ҡылғандай йөрөйөм. “Һиндтар ит ашамай тигән булалар, былар һыпыралар ғына бит” тип уйлайым. Дөгөнө генә бешерергә ҡыйманым. Сөнки унда көнөнә бер дөгөнән генә өс төрлө ризыҡ бешерелә. Уҡыусы баш ватмаһын өсөн мин ошолай аңлатмаҡсымын. Иртәнсәк төйөлгән картуф, төшкөһөн ҡыҙҙырылған картуф, кискеһен йоморолай картуф. Ә улар дөгөнө дөгө менән бешерәләр, дөгө менән ашайҙар. Бар хикмәт шунда.

Һиндостанға турист булып барыуҙан алда, унда нимәләр ашарға, нимәнелер ярамағанлығын белеп барырға кәрәктер. Әйткәндәй, ҡыҙыма уларҙың ризығы бик оҡшаны. “Роти” тигән йоморсаҡ ризыҡтарын һәр төрлө ҡырҡыу соустарына манып, мас килде. Мин “алубуджа” тигән тоҙло печеньеларын ашай алманым. Донъяла аш-һыу төрлөлөгө менән өсөнсө урында торған ыҡырҡыу ризыҡтары ана шул антигигиена ҡағиҙәләренән һаҡлайҙыр инде.

 

Һиндостанда ғәриптәр бармы?

Бар. Туп-тулы. Һәр ерҙә, ауылмы, ҡаламы мөһим түгел. Улар халыҡтың сыбар төркөмөндә йәмғиәттең тулы һанлы ағзалары. Дели – халыҡтың төрлө ҡатламы һәм төрлө милләте күп йәшәгән ҡала. Ябай кешеләр, полицейскийҙар, дәүләт хеҙмәткәрҙәре, байҙар, ярлылар, хәйерселәр һәм ғәриптәр...

Барыһы бер юлдан йөрөйҙәр, бер үк ял итеү урындарына, парктарға, театр, сиркәүҙәргә баралар. Улар араһында ғәриптәр... Быға берәү ҙә иғтибар итмәй, йәлләмәй, ерәнеп ҡарамай.

Кейем баҙарына барғанда, әлеге сыбар төркөм араһынан ҡаршыма кеҫәртке рәүешендә ир кеше шыуышып килеп сыҡты. Сепрәк менән ғәүрәте генә ҡапланған был ғәрипте күреү менән мин ҡатып ҡалдым. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ, аяҡ-ҡулы ботарланып ташланған ҡурсаҡтарҙы күптәрҙең күргәне барҙыр. Ир кеше күмәк кеше араһында тапалып ҡалыу хәүефен тоймай, аяҡ аҫтарынан йылан тиҙлегендәй күкрәге менән шыуышып уҙа. Мин һушыма килгәнсе ул баҙарға инә торған ишек төбөндә бауырһаҡ бешереп торған ҡатын эргәһенә килеп етте. Күҙ асып йомғансы көлсәне ауыҙына ҡабып та өлгөрҙө. Сослоғо ниғорло! Әйткәндәй, һиндтар бер-нисәүһе бер һауыттан (шешәнән) һыу эсә ала. Сирылаһығыҙмы? Сирылмағыҙ, был йәһәттән улар шешәне ауыҙҙарына тейҙермәйсә генә тамаҡ төбөнә ғорғолдаталар. Был ғәрип бер генә көлсә алды, шул уҡ етеҙлектә ҡапҡанан сығып һыҙҙы.

Дели урамдарында ҡул суҡтары булмаған ир-аттар, һыңар аяҡлы балалар, йә этмә арбалағы өлкәндәрҙе йыш күрергә тура килә. Күбеһе полиомиелит ҡоһоронан ғәрипләнгән кешеләр.

Лариса һөйләүенсә, бындай ғәриптәр туғандарҙың ҡан ҡатышынан йәғни генетик тайпылыштан яралған балалар. Булыуы мөмкин. Минең башыма шундуҡ уй төшә, үҙебеҙҙекеләрҙең донъяла иң аҡыллы халыҡ икәнлегенә тағы ҡат-ҡат инандым. Ете быуынын белмәйенсә өйләнеүҙе ҡәтғи тыйған ата-бабаларыбыҙға дан!

Шулай уҡ бында вируслы тропик сирҙәр урындағы халыҡтың сәләмәтлегенә ҙур йоғонто яһай.

Ғәриптәр шәрә тиерлек йөрөйҙәр. Янбаш тигән ағзаның бөтөнләй булмауы, йә иһә аяҡ йә ҡулбаштар урынына тумтыҡ ит киҫәктәре үрелгәнен күҙ алдына килтерһә, уҡыусым минең кисерештәремде аңлар, моғайын. Беҙҙә ғәриптәрҙе сыбалтып, күмәк халыҡ йөрөгән ерҙә йөрөтөрҙәр микән? Беҙ сатан, йә сулаҡ кешеләрҙе йәлләп ҡарап өйрәнгәнбеҙ. Һиндостанда ундай ҡараш юҡ. Улар, үрҙә әйткәнемсә, йәмғиәттең тулы һанлы ағзаһы булып һанала. Дәүләт пособиелары ғәриптәр өсөн бик түбән. Әммә дәүләт улар өсөн эш табып бирергә бурыслы. Эш хаҡы пособиеға ҡарағанда күп тапҡырға юғарыраҡ. Тимәк, ғәрип менән сәләмәт кеше бер өҫтәл артында ултырып эшләгән хәлдә аптыраған кеше булмаясаҡ.

Бында ғәриптәр менән бер ҡатар хәйерселәр һәм теләнселәр күп. Һиндтар үҙҙәренең бындай ватандаштарын иң ялҡау кешеләр тип атай. Әммә был хәйерселәрҙең дәүләт биргән фатиры бар. Балалары мәктәптәрҙә бушлай белем алыу хоҡуғына эйә һәм уҡыу әсбаптары менән тәьмин ителә. Ә фатирҙар күп осраҡта буш тора. Иң түбән каста кешеләре, йәғни хәйерселәр “трущобаларҙа” йәшәүен хуп күрә. Уйға ҡалам. Ә бит Рәсәйҙә “бомж”дарҙы кешегә шутламайҙар. Беҙҙә бит улар Һиндостандан һис кәм түгел, әммә уларҙың көнкүреше араһында ниндәй ҙур айырма? Тегеләрҙең иң мөһиме – фатиры бар. Медицина улар өсөн түгел, әммә һиндтар ата-бабалары ысулы менән бал, куркума менән дауалана, сөнки медицина түләүле, дарыуҙар ҡәтғи рецептар менән генә һатыла. Рәсәйҙә асарбаҡтарға иғтибар юҡ. Рәсми сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, улар һаны дүрт миллионға етә. Аяныслы хаҡиҡәт: асарбаҡтар дәүләт ҡурсыуынан, йәмәғәт, социаль ойошмалары иғтибарынан дискриминацияға дусар. Был кешеләр барыһы ла эскесе түгел бит. Ҡасандыр, ул кешеләр беҙҙең йәмғиәткә хеҙмәт иткән, юғары белем алған, эш урыны булған. Нишләп улар һаны бөгөн артҡандан-арта? Уларға бөгөн ябай ғына кешелеклелек ҡарашы юҡ, медицина ярҙамы күрһәтеү тураһында һүҙҙең булыуы мөмкин түгел, йылы аш ойошторолмай, йә иһә йоҡлап сығыр урын юҡ? Һорауҙар, һорауҙар һәм һорауҙар???

 

Таж-Махал йәннәттең ерҙәге образы

Алыҫ сәфәремдең төп маҡсаты – тап ошо мөхәббәт символын һынландырған мәрмәр һарайҙың үҙен күреү ине.

Агра-Форд ҡалаһына беҙ таң һарыһынан ҡуҙғалдыҡ. Сөнки Агра-Фордҡа тиклем Нью-Делиҙан ике йөҙ дүрт саҡрым. Юлда беҙгә гид Дювал Шарма ҡушылды. Ипле һәм һәр саҡ эскерһеҙ йылмайып торған был һинд менән машинала уҡ уртаҡ телде тиҙ таптыҡ. Беҙҙе ул башта үзбәк милләтенән тип уйлаған, Башҡортостандан тигәс, беҙҙең илде белмәүен әйтте. Дювалдың ватандаштары кеүек илен ныҡ яратҡанлығын, тәмләп-тәфсирләп юлда осраған ауылдар, төҙөлөштәр һәм һиндтәрҙең йәшәү рәүеше тураһында һөйләп барыуына хайранмын. Юлдың оҙонлоғо һиҙелмәне һымаҡ. Агра ҡалаһына йәһәт килеп еткәндәй булдыҡ.

Ана, Мөхәббәт һарайы! Йыраҡтан уҡ ул үҙенең күркәмлеге, мөһабәтлеге менән күренеп тора. Бисмиллалап баҡсаһына инәбеҙ. Ҡөръәндә әйтелгән йәннәттең дүрт йылғаһы рәүешендә баҡса, йәғни чарбах классик стилдә эшләнгән. Һәр баҡса һине ирекһеҙҙән уйға тарыта. Баҡса биләмәһендә ете һыу каналы үткәрелгән. Дүрт фонтан дүрт квадратҡа (дүртмөйөшкә) бүленгән. Һәр квадратта ун алты сәскә клумбаһы. Тимәк, баҡсала алтмыш дүрт клумбала сәскә үҫтерелә. Ҡап уртала бассейн.

Ғәжәп, шаҡмаҡ таҡтаһындағы шахматтар һанынса. Беҙ ожмах баҡсаһынан көскә арынып, Мәрмәр һарайға яҡынаябыҙ. Һарайға утыҙ метрлап арауыҡта һаҡсылар тора. Һиндтар аяҡ кейемдәрен һала, беҙгә “бахила” бирәләр. Шул уҡ ваҡытта сумканы тикшереп, минең кәнфитте сәлдереп өлгөрәләр. Ә үҙҙәре бер ни булмағандай, шул ҡәҙәр ирәбе йылмая. Кәнфитте йәшерәләр. Бында бүтән төрлө тәм-том тулып ята әммә беҙҙәге ише кәнфиттәр юҡ тигәндәй.

Төрлө таштар менән биҙәлгән стенаны һыйпайым. Йәшмә таштарҙың ҡыҙылы, йәшеле. Минең кисерештәрҙе аңлағандай, Дювал Шарма был ярым ҡиммәтле таштарҙың бөйөк Урал иленән килтерелгәнен әйткәс, күҙҙәрем ирекһеҙҙән йәш алды. Үҙ еремдә эшкәртелмәгән йәшмәләрҙе күргәнем булмауы, ер аяғы – ер башында ятҡан Һиндостанда күргәс, килеп тыуған кисерештәремде аңлай алманым.

Һәр бер бағанаһы ярым ҡиммәтле таштарҙан ҡатмарлы барельефтар менән биҙәлгән аҡ мәрмәрҙе бармаҡ остары менән һиндтар һыйпап уҙа. Уларға ҡарап һоҡланыуымдың сиге юҡ. Селтәрле мәрмәр панелдәрҙең улар өсөн ни ҡәҙәр ҡәҙерле икәненә төшөнәм. Шулайҙыр. Быуаттар буйына шул килеш һаҡланған тап ошо мәрмәр хыял һарайы бысранмаһын өсөн эргә-тирәләге ике йөҙ фабрика тигенгә генә ябылмағандыр бит. Һарайҙың биләмәһенең алғы өлөшөнә уҙабыҙ. Ҡапҡанан уң яҡта ла, һул яғында ла хеҙмәтселәр йорто. Унан уҙғас, төп ҡапҡалар асыла. Иҫ китмәле орнаменттар менән биҙәлгән бассейн. Бассейндың дүрт яғында күңел асыу бүлмәләре. Уң яҡта музей. Ары кәшәнәлек. Уң яҡтан мәсеткә, һул яғынан ҡунаҡ йортона сыға торған ҙур ишектәр. Бейек тәҙрәләрҙән Ямуна йылғаһы күренә. Тап ошо йылғанан һыуҙы биҙрәләп өҫкә күтәреп бассейнға һәм ҙур резервуарҙарға тултырғандар. Һыуҙы өҫкә дәү итеп ишелгән сылбырҙар ярҙамында күтәргәндәр, ә сылбырҙы бер туҡтауһыҙ үгеҙҙәр һәм дөйәләр хәрәкәткә килтергән. (Ямуна йылғаһынан әле булһа ла мәйеттәрҙе яндырып ағыҙып ебәрәләр. Бысраҡлығынан хатта крокодилдар ҡасып бөткән). 

Был резервуарҙарҙан стеналарға ҡуйылған тимер торбалар аша үткән һыу баҡсаларҙы һәм фонтандарҙы һуғарған. Ете каналға тултырылған. Императрица Мумтаз Махал һәм император Шаһ Джахандың кәшәнәләре һарайҙың ҡап уртаһында тора. Мәрмәр кәшәнәләрҙе биҙәр өсөн генә 40 000 толас алтын сарыф ителгән.

Донъяла үҙенең матурлығы, камиллығы менән бер ниндәй һәйкәлдәргә тиңе булмаған был комплекс егерме ике йыл төҙөлә. Һары, аҡ, ҡыҙыл мәрмәрҙән эшләнгән Мавзолейҙың ҡапҡалары ғына һигеҙ мөйөшлө зал рәүешен хәтерләтә. Вестибюлдең өс яғынан шул ҡәҙәр ҙур балкондар күренә. Бағаналарҙа ғәрәп яҙмаһы менән Ҡөръән китабынан сүрәләр яҙылған. Икенсе ҡатта манара рәүешендә ял итеү урындары. Сикһеҙ күп төрлөлөк, деталдәрҙең байлығы һәм оҫталарҙың маһирлығы Мавзолейҙы абсолют уникаль йәки ҡабатланғыһыҙ итә. Был комплекста һинд һәм фарсы рухы аңҡый. Тәүлектең ниндәй генә мәле, йә ниндәй генә атмосфера баҫымы булмаһын Таж Махал үҙенең ҡабатланғыһыҙ төҫөн юғалтмай. Таңда баҙыҡлығы, көндөҙ шәкәрана аҡлығы менән ер һәм күк араһында мәрүәрҙәй балҡып тора. Бейеклеге етмеш дүрт метр булған, биш көмбәҙле, дүрт мөйөшөндә дүрт манара ҡуйылған был тарихи ҡомартҡы – бөгөнгө Һиндостандың визит карточкаһы.

Мөхәббәт символын күрһәткән был Мавзолейҙы төҙөүгә императорҙы ни сәбәп этәргән һуң? Ун өсөнсө быуатта мосолмандарҙың баҫып алыуы һәм Дели солтанатының барлыҡҡа килеүе йәһәтенән, шулай үҡ император һәм уның ҡатынының ғәйәт ҙур һөйөүе сәбәптәренә барып нигеҙләнә.

Шаһ Джахан һәм уның ҡатыны Мумтаз Махал йәштән бер-береһенән бер ваҡытта айырылмаған. Хатта ихтилалдарҙы баҫтырырға киткән походтарҙа ла Мумтаз Махал ире менән бергә йөрөгән. Бер поход ваҡытында Мумтаз ун дүртенсе балаһын тыуҙыра һәм ҡаты сиргә дусар була.

Үлер сағында Мумтаз Махал икеһенең ерҙә бер нимәгә тиңдәш булмаған һөйөүҙәре иҫтәлегенә, үҙенең ҡәберлеге өҫтөнә ҡабатланғыһыҙ матур һәйкәл ҡуйыуын үтенә. Ҡатыны үлгәс, императорҙың һаулығы ҡаҡшай. Ике йыл буйы ул бер ниндәй тантаналарҙа ҡатнашмай һәм ҡабул итмәй. Һәр йома һайын аҡ кейемдә, яланаяҡ ҡатынының ҡәберлегенә юллана, унда доға уҡый. Тапти йылғаһы буйында ваҡытлыса ерләнгән Мумтаз Махал ҡәберлегенә император йылға аша кисеп сығып йөрөй һәм көн-төнө күҙ йәше түгә. Ҡәберлектә бер-нисә көн зекерҙә ултыра. Ҡайтышлай осраған һәр кешегә хәйер өләшә.

1631 йылда Мумтаз Махалдың кәүҙә ҡалдыҡтары Ямуна йылғаһының төнъяҡ-көнбайыш баҡсаһы яғына ерләнә. Ошо айҡанлы ил халҡына хәйер рәүешендә аҙыҡ-түлек, әйбер һәм аҡса таратыла. Шул йылда император һөйөклөһө хөрмәтенә мемориаль төҙөйәсәген әйтә һәм донъяның һәр мөйөшөнән оҫталар саҡыра. Шаһ Джаханға бик күп эскиздар тәҡдим итәләр. Әммә батша күңеленә Төркиәнән Устад Иса Әфәнденең планы хуш килә һәм Таж Махал төҙөлә башлай. Ҡатынының вафатының бер йыллығын билдәләгән көндә Шаһ Джихан матәм сараларын уҙғарырға ҡуша. Император әмере буйынса бейек-бейек сатырҙар ҡорола. Уларҙы алтын таҫмалар менән биҙәйҙәр. Юлдарға келәмдәр түшәйҙәр. Шаһ Джахан үҙе, һарай ярандары, руханиҙар, ғалимдар, Ҡөръән йөрөтөүселәр менән бергә матәм тантаналарында доғалар уҡый. Тотонолған йөҙ мең рупийҙың илле меңе ярлыларға таратыла. Ә ҡалған илле меңе лайыҡлы һәм тәртипле тип һаналған ғаиләләргә бүләк рәүешендә бирелә.

Шулай итеп, егерме ике йыл дауамында төҙөлгән мемориаль комплекс – Мөхәббәт һарайы – Таж Махал барлыҡҡа килә. Мавзолей төҙөлөп бөтөү айҡанлы төп ҡапҡалар башына егерме ике көмбәҙ ултыртыла. Мумтаз Махалдың кәшәнәһе Мавзолейҙың уртаһына ҡуйыла. Ә уның тоғро хеҙмәтсеһе, секретары булған Ситуни-Ниса Кханам өсөн үҙе үлгәс кәшәнәлек төҙөлә. Яратҡан хеҙмәтсеһе хаҡында хөрмәт күрһәтеүҙе Мумтаз Махал һуңғы һулышын алған мәлдә иренә еткереп өлгөрә.

 

“Алтын ҡош” – Һиндостан тураһында әкиәт,

йәки 231 йыллыҡ моголдар династияһы

“Донъя буйлап Һиндостандың байлығы – ярым ҡиммәтле, ҡиммәтле хазиналарын һүрәтләгән “Соне ки чирия” йәғни “алтын ҡош” булыуы хаҡында әкиәт һөйләнелә. Һиндостандың байлығының даны шул ҡәҙәр көслө була, Тимур илде баҫа, бөтөн байлыҡты талай һәм иң шәп һөнәрселәрен үҙенең Сәмәрҡәнд ҡалаһын биҙәр өсөн алып китә.

Әкиәттең ысынбарлығы: Бөйөк Моголдар империяһы Һиндостанда император Бабур тарафынан нигеҙләнә. Ул был ил тураһында шул ҡәҙәр әкиәттәрҙе күп тыңлай һәм Һиндостан менән “сирләй” башлай. Бабур илгә дүрт тапҡыр яу менән килә, әммә уңышһыҙ тамамлана. Тик бишенсеһендә генә уңышҡа өлгәшә. Әммә үҙен ҡыҙыҡһындырған бер нимә лә тапмай. Бабур үлгәс, 1530 йылда тәхеткә Химаюн ултыра. Ҡырҡ туғыҙ йыл батшалыҡ иткәс ул бер яуҙа еңелә һәм ҡаса. Ситтә уның улы Әкбәр тыуа һәм был малай ун өс йәшендә тәхеткә баҫа. Әкбәр батша һарайына ғилемле министрҙар һәм белемле кешеләрҙе йыя. Әкбәрҙең өс йөҙҙән ашыу ҡатыны була, әммә яҙмыш уға вариҫ бүләк итергә ашыҡмай. Малай хаҡында хыялланған Әкбәр фатиха алыу өсөн шәйех Сәлим Чисти әүлиәгә бара. Әүлиә Әкбәрҙең Йыһангир исемле улы тыуасағын әйтә. Шәйехкә рәхмәт йөҙөнән Әкбәр батша Фатехпур Сикра ҡалаһын төҙөтә. Әкбәрҙең улы Йыһангир бөйөк тел белгесе була. Ул һинд, ғәрәп, төрөк, фарсы телдәрен яҡшы белә. Шулай уҡ ул ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм шарап ярата. 1628 йылда вафат була. Тәхеткә Шаһ Джихан ултыра. Джихан үҙенең утыҙ йыллыҡ хакимлыҡ дәүерендә һарайҙар һәм монументтар төҙөүгә бар ғүмерен бағышлай. Шаһ Джихандың Таж-Махалы донъяла иң бөйөк сәнғәт өлгөһө булып һанала. Джихандың ҡартлығы ғазапта һәм тетрәнеүҙәрҙә уҙа, сөнки тәхеттәге улы Аурангзеб атаһының төҙөгән храмдарын емерә һәм батшалыҡтағы ҡул аҫтындағыларҙың барыһына ла ислам динен көсләп тағырға маташа.

Бабур тарафынан төҙөлгән бөйөк империя, батша Әкбәрҙең аҡыллы хакимлыҡ итеүенән көс туплаған, идара итеүҙә хоҡуҡи элементтар индергән Йыһангир, илгә мода балҡышы индергән ҡатыны Нур Джахан, бөтөн донъяға билдәле мәңгелек һәйкәл – Таж Махалды төҙөткән Шаһ Джахандарҙың бөйөк Моголдар империяһы аҡылһыҙ һәм фанат Аурангзебаның хакимлығы барған дәүергә ҡаршы тора алмай. Хакимдың вариҫтары ла үҙенә оҡшап йүнһеҙ була. Батшалыҡты өс улына бүлеп бирмәксе булған аталарын тыңламайҙар, һөҙөмтәлә тәхет өсөн бер-береһенә яу асалар. Принц Муайям ағайҙарын юҡ итә. Унан Баһадиршаһ исеме менән тәхеткә ултыра. Әммә биш йыл ғына батшалыҡ итә. 1712 йылда үлә.

Һуңғы могол хакимдары шул ҡәҙәр ғәйрәтле һәм мәрхәмәтһеҙ була, улар 1857 йылға тиклем бер-бер артлы батшалыҡ итәләр. Аҙаҡҡы сиктә һарайҙағы яҡын ярандары тарафынан бәреп төшөрөлә торғас, империяның көсөн тамам ҡаҡшаталар.

Һөҙөмтәлә 1857 йылда инглиздәр бөйөк Моголдар империяһын төбө-тамырынан юҡ итә...

Беҙ солтандар тураһында матур әкиәттәр, иҫ китмәле гүзәл мәсет, ҡорамдар, аҙым һайын йәннәткә тиң ерҙәре булған Агра-Форд ҡалаһын, Ганга уйһыулығындағы Мөхәббәт һарайын танһыҡ ҡандырмайса ҡарап бөтә алмай кире ҡайтыу юлына сыҡтыҡ. Берҙән, көн кискә һарҡҡайны, икенсенән, Лариса ла борсолоп бөткәйне.

 

Күңелендә ҡояш йөрөтөүсе Дювал Шарма

Блокнотҡа һәр ишеткәнде-күргәнде теркәй торғанды күҙәткән Дювал Шарма минән: “Һеҙ журналисмы?”, – тип һорай. “Юҡ, яҙырға яратыусы”, – тип яуаплайым. Ҡара мыйыҡ аҫтынан ап-аҡ тештәрен күрһәтеп, Дювал эскерһеҙ йылмая. Был тотанаҡлы, юғары мәҙәниәтле һинд менән аралашыу күңелле.

Дювал Шарма Грибоедов исемендәге Мәскәү халыҡ-ара университетының журналистика факультетын тамамлаған. Рус, инглиз телдәрендә яҡшы аралаша. Туризм һәм мәҙәниәт министрлығында гид булып эшләй. Үҙ иленең тарихын эске тулҡынланыу менән һөйләй. Ҡыҙым Нургөл инглиз телендә аралаша белгәс, ул күберәк үҙ яйына йөрөнө. Дювал күбеһенсә минең эргәлә. Һөйләй, мине тыңлай, һораша йә фотоға төшөрә. Әүәҫ кеше инде.

“Һиндтарҙы ғәҙәттә ямаҡай холоҡло кешеләр” тип әйтәләр. Һеҙҙең менән көноҙоно йөрөп мин киреһен күрҙем. “Әллә, яңылышаммы”, тип һорайым. Дювал әлеге эскерһеҙ йылмайыуы менән һөйләй башлай: “Бер кеше Һиндостанға килгән. Юлында аҡыл эйәһе осраған. Был кеше һорай икән: “Бына килдем дә һеҙҙең илгә, ҡурҡып торам, ҡалырғамы бында, әллә юҡмы?”. “Ни өсөн ҡурҡаһығыҙ?” – тип һорай аҡыл эйәһе. “Бында насар кешеләр йәшәй тип ишеттем” – яуаплай юлаусы. “Ә һеҙҙең үҙ илегеҙҙә ниндәй кешеләр йәшәй?” тип һорай аҡһаҡал. “Илемдәге ана шул уҡ насар кешеләрҙән бында ҡасып китеүем инде” – ти. Аҡыл эйәһе быға яуап бирә: “Беҙҙең илдә лә аҡылһыҙ һәм насарҙар күп. Һеҙҙе бында бик йонсоторҙар”.

Аптыраған тәүге юлаусы үҙ юлына китә. Торараҡ, тағы бер юлаусы был аҡыл эйәһе эргәһенә туҡтай. Аҡһаҡал был юлаусының да һорауын тыңлай һәм илендә ниндәй кешеләр йәшәгәнлеге менән ҡыҙыҡһына. Икенсе юлаусы былай тип яуап бирә: “Илем шул ҡәҙәр күркәм минең. Кешеләре бер-беренә яҡшы мөғәмәлә ҡылалар. Мин киткәнде белеп, ер-һыу илап ҡалдылар. Тиҙерәк кире әйләнеп ҡайтыуымды үтенделәр”.

Аҡһаҡал уйланып торғас, былай тигән: “Рәхим ит, юлаусы, һин сәфәр иткән илдә иҫ киткес һәйбәт кешеләр йәшәй. Баҡсалары гөл, күңелдәре ҡояш! Бер ваҡытта байымаған ҡояш!” – ти.

Ике юлаусыға ике төрлө кәңәш иткән аҡһаҡалды ситтән тыңлап торған өсөнсө кеше аҡыл эйәһенә килә, аптырап һорай ҡуя: “Хөрмәтле аҡһаҡал, нишләп һеҙ ике төрлө хәбәр һөйләйһегеҙ?”

Аҡыл эйәһе былай тип яуап бирә: “Ҡәҙерлем, тәүге юлаусы үҙ илендә яҡшылыҡты баһалай белмәгән, ватандаштарын яратмаған. Уның күҙҙәре гел насарлыҡты күреп өйрәнгән. Ул бында гел насарлыҡты күрәсәк. Ә икенсе юлаусы иле менән бергә кешеләрен ярата белә, матурлыҡты күрә, изгелекте баһалай. Ул беҙҙә шул кимәлдә игелекле буласаҡ” – тип яуаплаған.

Дювал Шарманың ошо хикәйәтен тыңлағас, мин һүҙһеҙ ҡалдым һәм мәғәнәһеҙ һорау биреүемә оялдым.

Хушлашҡанда Дювал кинәт беҙҙең менән фотоға төшөргә теләүен белдерҙе. Машина ҡуҙғалыр алдынан визит карточкаһын һуҙҙы. Кем белә, Аллаһ бойорһа, тағы осрашырға насип булыр тигән һымаҡ ине ҡараштары. Беҙ уны Таж-Махалға йәшмәләр килтерелгән Башҡортостаныбыҙға, Дювал үҙе әйткәнсә бөйөк Урал иленә саҡырғас, күҙҙәре нурланып китте. Хуш, Дювал Шарма! Мәрхәмәтле, тотанаҡлы, кеселекле һинд илһөйәре!

 

”Башһыҙ”водителдәр йәки ҡағиҙәһеҙ хәрәкәт

Икһеҙ-сикһеҙ яландар буйлап, беҙ такси менән елдерәбеҙ. Ялан урталарында оҫтаханалар осрай. Кемеһелер кирбес һуға. Бәғзеләре төҫлө төтөндәр сығарып буяу ҡайната. Таксист машинаһын бер ҡайҙа туҡтатмай. Елдерә генә. Бер төркөм яктар юлыбыҙҙы арҡыры киҫә. Уларҙың яйлап юлдан сыҡҡанын водитель сабырлыҡ менән көтә. Ана, ҡыйығына кешеләр тейәгән автобус уҙып бара. Беҙгә мәрәкә. Ә улар урын етмәүҙән, бәғзеләре аҡсаһы булмауҙан автобус башына менергә мәжбүр икән. Нью-Делиға барып индек. Иртәнге һиллектең эҙе лә юҡ.

Ҡала юлдарында автомобиль, буйволдар, кәзәләр, дөйәләр, аттар, мотоцикл, мотороллер, трактор, йөк, йә кешеләр тейәгән велорикшалар, такси функцияһын үтәгән авторикшалар, ишәктәр... Барыһына бер автомагистраль.

Ана, йәйәүлеләр ҡулдарын күтәрәләр һәм ниндәйҙер ым-ишара яһай, шул уҡ ваҡытта йылан етеҙлегендәй транспорт араһынан уҙып өлгөрә. Беҙҙә әллә күпме кеше бындай башбаштаҡлыҡта һәләкәткә тарыр ине. Аллаһ һаҡлаһын! Ғөмүмән, бында ҡағиҙәһеҙ хәрәкәт булһа кәрәк. Машиналарҙың бер-береһенән булған арауығы аҙ ғына. Еңел машиналарҙа көҙгө әҫәре күренмәй. Күҙ алдына килтер, уҡыусым, ике автомобилдең көҙгөләре бәрелешмәһен өсөн ниндәй ара кәрәген. Беҙҙең таксист шул хәрәкәт диңгеҙенә инә. Көҙгө булмағас, ҡабырғалағыһын һәм арттағы хәрәкәткә илтифатһыҙ. Ул алдағы хәрәкәт өсөн генә яуаплы. Өҙлөкһөҙ сигналдан ҡолаҡ тондо. Киҫкен маневрҙарҙан йән табанға төштө. Һығымта яһайым: ысынлап былар светофорға, юл билдәләренә, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә, йәйәүлеләр үтә торған һыҙатҡа төкөрөп бирәләр икән. Ҡағиҙәләр урынына улар сигнал һәм ым-ишаралар менән һөйләшкәнен аңланыҡ булһа кәрәк.

Бына шул ҡәҙәр ҡайнап торған хәрәкәт ҡапыл туҡтаны. Муйынды һуҙып алға ҡарайым. Һыйыр ғали йәнәптәре икән “осоп” тигәндәй барған водителдәрҙе ауыҙлыҡлаған. Һыйырҙарҙы былар сабыр үткәрәләр. Был изге йән эйәһен тапатырға ярамай. Борон был һыйыр өсөн кешеләр ғүмерҙәре менән түләгәндәр. Хәҙер биш-ете йылға төрмәгә тығып ҡуялар.

Имен-аман ҡайтып еттек. Юлдағы мәхшәр хаҡында иҫ-аҡылым ҡороп бәйән итәм. Кемде аптыратам инде? Лариса көлә. “Егерме йыл ошонда йәшәү дәүеремдә бер авария күргәнем юҡ”, ти. Бер-береһенән ниндәйҙер метр арауығында йөрөп, нисек авария эшләмәйҙәр тип аптырайым. Һиндтарҙа иғтибарлылыҡ һәм рефлекс ныҡ үҫешкән, тип өҫтәй Лариса. Һыйыр статусын да хужабикәнән ишеттек.

 

Аллаһ – ҡунаҡ һынында

Аллаһ ҡунаҡ һынында килә тип иҫәпләй быуаттар буйына дини традицияларға тоғро һиндтар. Тәүге көндө ишек тапмай аҙашып йөрөгәндә ҡунаҡ бүлмәһенә индереп ебәргән әбей икенсе көнөнә беҙҙең ишекте ҡаҡты. Ул эскерһеҙ йылмайып, бәләкәй генә кәсә һуҙҙы. Лариса аңлатыуынса иң изге тип һаналған һөт ризығын “курд” (ҡороттыр инде беҙҙеңсә), йәғни “дахи” һалып индергән. Күршеһенә ҡунаҡ килһә, улар мотлаҡ күстәнәс индерергә тейеш икән. Теге йәшелле-һарылы төҫтәге сутылдап торған ҡош көн һайын иртәнге етелә тәҙрә туҡылдатҡан кеүек, был ханым беҙгә көн һайын нимәлер бешереп индерҙе.

Кошал Райҙың ата-әсәһе лә беҙҙе ҡунаҡҡа саҡырҙы. Кейенешеп-яһанышып киттек кис ҡорон. Ризыҡтарын тағы әскелтем, йә ҡырҡыу әҙерләһәләр, ашап булмаҫ микән тип уйлайым эстән китеп барышлай. Беҙҙе ҡунаҡ бүлмәһендә өлкән йәштәге ҡарттар ҡаршыланы. Атаһы буйсан, зәңгәр күҙле, сал сәсле фарсы, әсәһе һинд милләтенән. Икәүһе лә бер тигеҙ, матур ҡартайғандар. Дүрт бала үҫтергәндәр. Донъяларынан ҡәнәғәт. Балалары ҡәҙер итә, үҙҙәре лә ярҙамлаша. Иң кесе ҡыҙҙарына хөкүмәт тарафынан билдәләнгән ғүмерлек пенсияларын алып, ҙурҙан фатир бүләк иткәндәр. Улай ҙа була икән. Ғүмерлек пенсияңды алып тигәнде әйтәм әле. Ғүмер оҙайлылығы ҡатын-ҡыҙҙарҙың алтмыш биш, ә ирҙәрҙең алтмыш өс йәшкә тиклем бында. Тимәк, пенсия тәғәйенләнгәс, ошо йәшкә етәме, етмәйме кешенең ғүмерлек пенсияһын алдан хөкүмәттән түләтеү хоҡуғы бар.

Ошо законды файҙаланып кесе ҡыҙҙарын фатирлы итеүгә ҡыуанышҡан ҡарттар. “Ә хәҙер улар тыныс ҡына үлем көтә”, – ти Лариса. Беҙ аптыраулы ҡараштарҙы Ларисаға төбәйбеҙ. “Әле шаҡтай ныҡ ултыралар ҙа баһа”, – тим. “Һиндтарға күп кәрәкмәй. Атай-әсәй булыу бәхетен кисерһәләр, олатайлыҡ-өләсәйлек дәүерен ҡаршы алһалар, ейәндәр һөйһәләр, ярҙам итә алһалар, шул етә. Ары тыныс ҡына әжәлдәрен көтәләр. Улар үлемдән ҡурҡмай. Үҙҙәрен баҡый донъяға алдан әҙерләй. Аллаһ эргәһенә күсеүҙе еңел кисерәләр. Һиндтар беҙҙең һымаҡ юҡ-барға ҡаңғырышып ғүмер ҡыҫҡартмайҙар, юҡты талап итеп, донъя артынан ҡыуып көн итмәйҙәр. Улар йәшәйҙәр. Ысынбарлығында, һәр атҡан таңға, башланған көнгә ҡыуанып йәшәй беләләр”.

Лариса һөйләгән арала мин ҡарттарға күҙ һирпәм. Уларҙың йөҙө ҡояштай балҡып тора. Кошалдың атаһы баҫалҡы булһа кәрәк, ҡарсығының һәр әйткән һүҙенә баш ҡағып, ризалашып ҡына ултыра. Лариса беҙҙән арынып, ҡайны-ҡәйнәһенә иғтибарын күсерҙе. Беҙҙең күстәнәсте – сыр, кәнфитте бирҙе. Ҡарттар ҡәнәғәт йылмайышты. Ни тиһәң дә, океан аръяғынан килгән күстәнәсте тәмләйҙәр бит. Лариса үҙе бешергән “пури” йәки беҙҙеңсә бауырһаҡ алып барғайны. Ни хәтлем ҡабарып бешһә бауырһаҡ, шул ҡәҙәр ҡәйнәләр килендәренән ҡәнәғәт була икән бында. Һынамыштарын әйтсәле, артыҡ талапсан түгел дәбаһа. Ысынлап, күп кәрәкмәй был һиндтарға. Ҡабарынҡы “пури”ны күреп, ҡәйнәһе балҡып китте.

Торараҡ Лариса беҙгә әлеге “дахи” килтерҙе. Беҙҙең ашамай ултырғанды күреп: “Уң ҡулығыҙ менән алып ашағыҙ. Нисек тә ашап бөтөгөҙ, унда ике ҡалаҡ “дахи”, тигәс ризыҡҡа үрелдек. Ашамауыбыҙҙың сәбәбе ризыҡ оҡшамауҙан түгел, ҡалаҡ көтөп ултырыуҙан ғибарәт ине. Традициялар һаҡланған һинд ғаиләһендә ҡунаҡта икәнде тағы онотҡайныҡ. Унан кокос һөтө килтерҙе. Ҡунаҡ күргәс, бигүк оҙаҡламаныҡ. Риза булып ҡайттыҡ. Шулай ҙа, үҙебеҙ йығылырҙай, өҫтәлебеҙ һығылырҙай булып ҡунаҡҡа һый әҙерләгән үҙебеҙҙекеләрҙе йәлләнем ҡайтып килгәнемдә. Ашҡаҙанға ни бармаҫ. Ҡунаҡта беҙ эремсек ашаныҡ, һөт эстек. Ашҡаҙан зарланманы, үҙебеҙҙе яҡшы тойҙоҡ. Ҡунаҡсыл башҡорт бындай һыйға риза булып йөрөһә, ниңә көн һайын саҡырышмаҫҡа, тип уйлайым. Юҡ, юҡ ҡунаҡтан риза булмауҙың тамсыһы ла юҡ, киреһенсә, Аллаһ сүрәтендә ҡабул ителеүебеҙ үҙе бер мәртәбә булды.  

 

Һүҙ осо...

Беҙ ҡайтыр көндө ҡутарып ямғыр ҡойҙо. Йәшене байтаҡ гөрһөлдәп торҙо. Октябрь айынан мартҡа ҡәҙәр ҡоро һәм һиндтар өсөн сағыштырмаса һалҡын һауа (февралдә егерме өс градустан ары күтәрелмәй) ҡояшлы ямғырҙан һуң сафланып ҡалды. “Яуа инде. Тигенгә һиндтар өс йөҙ саҡырымда ятҡан Ганга йылғаһынан һыу эсеп сафланыр өсөн ошо айҙа көйәнтәләп һыу ташымайҙар бит. Ә сафланғандарға Аллаһ һәр саҡ теләгәнен бирә” – тине Лариса рыяһыҙ ғына. Донъяла иң бысраҡ тип һаналған йылғанан һыу ташып ритуал үтәгән был халыҡҡа ғәжәп итеүемдең сиге юҡ. Шул мәлдә генә Дювал Шарманың хикәйәте тағы иҫкә төштө бит. Телде тешләнем һәм ҡабат был турала төбәшеүҙе кәрәк тип тапманым. Етмәһә, эргәлә рус телен һыу һымаҡ эскән Кошал тора ине.

Тарихи ҡомартҡылар бишеге булған, уникаль мәҙәниәтен вә бөйөк тарихын һаҡлаған, ҡояш иле – Һиндостандан айырып аэробус беҙҙе һауаға күтәрә. Һиндтәр тигенгә генә үҙҙәренең илен ҡояш байымаған ер тип һанамайҙыр. Тура мәғәнәлә ҡояш байымағанды аңлатмай был төшөнсә, ә ысынында тәрән фәлсәфә ята ки. Ҡояштың үҙе һымаҡ тотош Ер шарын һәм планеталарҙы әйләндереп торғандай, һиндтар иле быуаттар буйы бөтөн ғаләмде йондоҙ кеүек үҙенә арбағандандыр инде, әйтәгүр. Күҙ ҡамашырлыҡ сағыулығы менән хайран иткән һөнәрселәр илен, ике йөҙ илле төрлө кейек-януары булған Милли паркты, затлы кибеттәрҙе, мәрмәр магазиндарҙы, осоп барған самолет ҡыйығын бәреп төшөргән күккә олғашып торған башняны, ҡайҙа боролма шунда ҡуйылған манараларҙы, кинотеатрҙы, ҡыйыҡ башында китап уҡыған малайҙарҙы, иң боронғо Фатехпур-Сикри ҡалаһындағы мөһабәт Сикандра ҡомартҡыһын, Итмад-уд-Даула кәшәнәләрен (бында ысын ҡәберлектәр. Аураһы бик ауыр) һәм башҡа күп әйберҙәрҙе самолетта ҡайтанан күҙ алдыма килтерәм. Ларисабыҙҙың беҙҙе ваҡыт тығыҙ булғанлыҡтан, Гималай тауҙарына (Делиҙан машинала дүрт, поезда һигеҙ сәғәтлек юл икән) алып бара алмауына эсе бошоп тороп ҡалыуын һүҙ менән аңлатырлыҡ түгел. Ун көнгә генә кеше бында киләме тип орошоп та ала ине. Үҙемдең дә Гималайға барыу хыялы юҡ түгел. Моңһоу ҡараштары менән беҙҙе оҙатып ҡалған Ларисаның тыуған ере – Белоретты һағыныуҙан ҡорһаҡһыған күңеленең бер өлөшөн үҙебеҙ менән алып киткәндәй тойҙоҡ. Мөхәббәт тигән бөйөк хисте океан аръяғынан нисек тапҡан башҡорт ҡыҙы тип ҡыҙыҡһынырҙар. Был үҙе бер тарихи бәйән уҡыусым! Оҙаҡламай, моғайын был турала, һис шикһеҙ, яҙылыр!

 

Сәғирә ШӘРӘФЕТДИНОВА.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: