Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
26 Апрель 2022, 14:29

Буш карауат. Юмореска. Раушан Ғәлимов

Ул ваҡытта кеҫә телефондары юҡ ине әле. Сәғитте ятаҡ вахтаһына телефонға саҡырып төшөрҙөләр.– Сәғитме? – теге оста мөләйем ҡатын ҡыҙ тауышы ишетелде. – Сәләм. Һеҙҙең менән танышырға мөмкинме?– Рәхим итегеҙ! – егет аптыраһа ла, сер бирмәҫкә тырышты. – Мин Сәғит! Һеҙ?

Буш карауат. Юмореска. Раушан Ғәлимов
Буш карауат. Юмореска. Раушан Ғәлимов

– ...
– Кем? Аңламаным.
– Ярар, осрашҡас танышырбыҙ. Бөгөн ял итәһеңме?
– Әйе. Улайһа, свиданиеға саҡырам. Ҡайҙа күрешәбеҙ?
– Төҙөүселәр һарайы алдында, киске алтыла. Мин джинсы салбарҙа, ҡара кофтала булырмын.
– Мин күк спорт кейемендә.

Сәғит ярты сәғәт бушҡа йөрөнө. Осрашыуға ҡыҙ килмәне. Әммә ул икенсе көндө эшенә шылтыратты.
– Был мин. Зинһар, ғәфү ит. Ауылдан әсәйем килде. Бара алманым.
– Ярар инде, шулай булғас.
– Нисәгә тиклем эшләйһең?
– Ун бергә.
– Һуңыраҡ шул, ярай.

Икенсе көн эшкә барырға, тип ятаҡтан сығыуға алдына бер һыу һөлөгөндәй бер ҡыҙ килеп баҫты.
– Сәғит?
– Әйе?..
– Был тағы ла мин. Ҡана, эшеңә тиклем оҙатып барайым үҙеңде.
– Исемең кем тинең әле, сибәркәй? – тине егет, “Был ҡыҙ, былай булғас, минеке”, тигән уй менән.
– Һеҙгә “Фәриҙә” исеме берәй нимә, тип әйтәме?

Сәғиттең йөрәге жыу итеп ҡалды. Үҙенән егерме йәшкә өлкән Фәриҙә исемле яңғыҙ ҡатынды иҫенә төшөрҙө ул ҡапыл. Ара-тирә уның янына ла барып килгеләй егет... Әллә ул ауырлымы?.. Үлде микән? Был ҡыҙ кеме Фәриҙәнең? Ҡыҙымы? Әллә... Юҡ... Булыуы мөмкин түгел... Улар ике йыл ҡына таныштар, етмәһә был ҡыҙ Сәғиттең йәшендә тирәһе.

Егеттең башы әйләнә башлағайны, ҡыҙҙың һүҙҙәре айнытып ебәрҙе:
– Мин Фәриҙә! Минең исемем Фәриҙә.
– Әәә, – Сәғит еңел һулап ҡуйҙы.

Өс көндән улар тағы осрашты. Сәғит нисек тә ҡыҙға һырығырға маташһа ла, Фәриҙә уны үҙенә яҡын ебәрмәне.
– Минең егетем бар, кеше күреп ҡалыр йә, – тип әйтмәһенме был бер заман.
– Нисек? Ниңә улайһа йөрөйһөң минең янда?
– Мин ошо ятаҡта йәшәйем, – тип төртөп күрһәтте ул күрше бинаға. – Һинән алыҫ түгел. Нәзир, һинең бүлмәләшең, минең ауылдаш. Беҙҙең ҡыҙҙар менән шулай дуҫлашып киттеләр. Көн аша ул беҙгә килеп инә лә: “Ҡыҙҙар, һеҙҙә ҡунып сығайым әле, Сәғит тағы ла бер ҡыҙ алып ҡайтҡан”, тип иҙәндә йоҡлап ҡайтып китә. Инде нисә йыл шулай дауам итә. “Ул ниндәй Сәғит икән, көндә бер ҡыҙ алып ҡайтҡан”, тип минең бер саҡ башыма уй төштө. Һин минең өсөн легендаға әйләндең һәм танышыу теләгем барлыҡҡа килде. Тәүҙә оялдым, аҙаҡ үҙемде барыбер еңдем. Иң беренсе тауышыңды ғына ишетеп ҡарарға булдым, аҙаҡтан майҙанда ситтән генә күҙәттем үҙеңде. Тере аралашыуға ла һуңынан барырға тура килде. Хәҙер белдем тиһәң дә була, һин ҡәҙимге ябай бер егет икәнһең.
– Бик йәл. Мин һине яратып та өлгөргәйнем. Егетең менән ташлашһаң, шылтыратырһың.
– Иҫәр, – ҡыҙ көлөп ебәрҙе.
– Мин үҙемде уйламайым әле. Нәзир өсөн көйәм, исмаһам иҙәндә йоҡламаҫ. Һинең карауатың буш була ла баһа ул саҡта.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: