Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
20 Апрель 2022, 13:15

ҺҮҘ ТЫЛСЫМЫ. Эссе. Сәлимйән Бәҙретдинов

Ҡапыл әллә ҡайҙан күкһел ҡара болот килеп сыҡты. Көтмәгәндә, уйламағанда  кинәт кенә тирә-яҡ  ялт итеп ҡалды һәм... Ғайсар иптәштәренең күҙ алдында ергә ауҙы. “Ху-у-шығыҙ”, – тип шым ғына әйткәне һуңғы һүҙе булды. Ҡатыны әрнеп, әсенеп үкенде лә үкһене : “Ниңә генә күлгә төштөк?.. Ниңә генә?.. Ике балаң атаһыҙ ҡалды бит... Ике балаң...”       Бар ауыл шаҡ ҡатты. Зыяратта уйламай әйткәне шул уҡ көндө Ғайсарҙың алдына килде. Камил менән Илнур аталарының һүҙ зәхмәте тураһындағы әйткәндәрен уйлап, уның күҙ менән ҡаш араһында раҫланыуына  ғәжәпләнде. Ниңә ғәжәпләнергә?.. Бәғзе ырымдар, ғәмәлдәр, һүҙҙәр йәһәт, бик йәһәт бойомға ашҡанын беләләр ҙә инде, беләләр. Аҡкүл муллаһының әйткәне иһә Ғаләмдән ҡайтауаз булып, ергә, кешеләргә фәһемле иҫкәрмә булып, йондоҙҙай  атыла  кеүек:  Һүҙ менән шаярмайҙар... Үлем менән шаярмайҙар...

ҺҮҘ ТЫЛСЫМЫ. Эссе. Сәлимйән Бәҙретдинов
ҺҮҘ ТЫЛСЫМЫ. Эссе. Сәлимйән Бәҙретдинов

Ырыҫйән уҙаман баҡсаһындағы урындыҡҡа, ерҙең эйәһеләй йәйрәп ултырып, йәнә уйға ҡалды. Исеме есеменә тап килеп, ырыҫлы, бәхетле йән булды ул. Күп йәшәне, күпте күрҙе, кисерҙе, белде. Йәшәүҙең асылын, мәғәнәһен тәрәнерәк төшөнөргә тырышты, аҡыл өсөн ҡарттарҙың ҡарһүҙен тыңланы, уҡымаған китабы ҡалманы, балаларға белем өләште. Һәр йәһәттән һәләтле ине. Йыйындарҙа халыҡ йырҙарын йырланы, ҡурайҙа уйнаны, ҡобайырҙар һөйләне, алғыштар әйтте,ҡәрҙәштәренең күңелен асты, дәртһеҙҙе дәртләндерҙе, моңһоҙҙо моңландырҙы. Аллаға шөкөр, уландары ла өҙҙөрөп ҡурай тарта, белем тигән йәншишмәнән ғилем һыуын эсә. Ырыҫйән хикмәтле һүҙ, тылсымлы йыр-моң менән фани донъяның серҙәрен сағыуыраҡ, баҙығыраҡ төшөндө. Әммә, шағир әйтмешләй, “Ғүмер ҡыҫҡа... Донъя шундай матур, артҡан һайын арта ҡәҙере. Барыһын да биреп ҡалыр кәрәк, алмаҫ элек мине ҡәберем. Тоям инде ул көн килеп етер”... Ҡанбабалар, ата - олатайҙар янына юлға сығырға ла ваҡыт күп ҡалмайҙыр...

                                             Им дә, ағыу ҙа

       Хозур шәғбан айының йома кисе ине. Ырыҫйән уҙаман сөңкәләргә ҡымыҙ ҡойоп, йәйге ялға ҡайтҡан улдарын әңгәмәгә әйҙәне.

    – Һәр ата-инә балаларына ғүмере буйы кәңәш бирә, һуңынан аманат ҡалдыра. Минең алтын мираҫым иһә – аҡыл, рух, һүҙ ҡөҙрәте. Һеҙ байтағына эйәһегеҙ ҙә инде. Әммә минең тормош, ғүмер тураһында уйҙарым, уртаҡлашыр фекерҙәрем, әйтер һүҙҙәрем һис тә бөтмәгән әле. Алғыһап торған толпар һымаҡ тулышҡан ниәттәремде, уй-теләктәремде һеҙгә еткерергә йөрәкһенәм.  Иркенләп һөйләшеп ултырайыҡ әле, – тине ул улдарының йөҙҙәренә бағып. Улар иһә етди, тышҡы үә эске тороштары, фиғел-күңелдәре менән атайҙы мөккибән китеп тыңларға әҙер.

   –   Һүҙемде алыҫтаныраҡ башлайым. Япондарҙа этник фекерләү тигән төшөнсә бар. Балалары биш-алты йәшкә тиклем фәҡәт туған телендә уйларға, аралашырға тейеш. Быға иғтибар итмәһәк, генийҙарҙы юғалтабыҙ, тиҙәр. Сөнки фекер ғәйәт ҡөҙрәтле, рухи үә ижади. Ул тел, телмәр аша һүҙ менән асыла, беленә, баһалана һәм уның сағылышы, әйтелеше, эстәлеге, ғәйрәте йәшәйешкә, кешенең зиһененә йоғонто яһай, уны үҙгәртә, үҫтерә, милли үҙенсәлектәрҙе һаҡлай... Этник фекерләү төрлө халыҡтарҙың әйтемдәрендә лә сағыла. Әйтәйек, ошо күренешкә ҡарата урыҫ: ”Саҡырылмаған ҡунаҡ татарҙан яман” тиһә, башҡорт: ”Саҡырылмаған ҡунаҡ – Тәңре ҡунағы”, – ти. Башҡортта йола буйынса, ят әҙәмгә лә һәр саҡ хөрмәтле үә әҙәпле мөнәсәбәт. Күрәһегеҙ, ҡапма-ҡаршы ҡараш, уй-фекер. Славян халыҡтарында әкиәт ғәҙәттә “в некотором царстве, в некотором государстве” тип башланһа, башҡорт-татар әкиәттәре “борон-борон заманда” тип башлана. Айырма нимәлә? – Ырыҫйән уҙаман мыйыҡ аҫтынан йылмайҙы.

    –   Славяндар бында аралыҡ, ер, урын ҡарашынан фекерләһә, башҡорт-татар ваҡыт төшөнсәһе буйынса йәшәү рәүешенән сығып фекерләй. – Шулаймы, тигәндәй, оло улы Камил атаһына баҡты.

   – Аныҡ һәм дөрөҫ яуап. Уй-фекер, һүҙ аша ҡәүемдәрҙең ҡылыҡтары, донъяға ҡараштары, рухи һәм психик үҙенсәлектәре тоҫмаллана.  Зыялыбыҙ Әхмәт уҙаман Сөләймәнов, әңгәмәләшкәндә, бер ғибрәтле әкиәтте миҫал итеп килтергәйне. Батша хеҙмәтсеһен үҙе төшөнмәгән ғилләнең серен белергә ебәрә. Берәү гәүһәрҙе ҡом һымаҡ онтай ҙа елгә осора, он һымаҡ онтай ҙа елгә осора, ти. Был ни хикмәт? – Ырыҫйән йәнә улдарына ҡараны. Шәйләмәйһегеҙ. Сабирйән сәсән быға шулай яуап биргән:

                                    Тарауалдан Кинйәбай,

                                    Һөйләгәндә – донъя байы.

                                    Артына сығып ҡараһаң,

                                    Күренеп тора ҡурҙыбайы.

      Уландар түҙә алмай көлөп ебәрҙе. – Был әйтемдә – ниндәй ысынбарлыҡ, тапҡырлыҡ!  Шәпбеҙ,тип, тиҫтә-тиҫтә йылдар буйы сит илдәрҙә ниҙәр генә төҙөмәйбеҙ, уларға ниндәй генә ярҙам күрһәтмәйбеҙ. Ә үҙебеҙҙең...

      Өнһөҙ, һүҙһеҙ, телһеҙ йәшәү юҡ.Ҡанбабалар тапҡыр һүҙ менән тормош күренещтәренә, ваҡиғаларына баһа биргән, һүҙҙең магик көсөнә инанған. Мәҫәлән, боронғо замандарҙа һунар уңышлы булһын өсөн, ҡыр-урманға барыр алдынан усаҡ тирәләй бейегәндәр, һикергәндәр, ритмлы өн, шиғри өн менән һамаҡлағандар. Шулай иткәндә һунарҙары уңышлы тойолған.  Бер нәмә лә тиктәҫкә генә эшләнмәгән, ҡылынмаған, һәр нәмәгә мәғәнә һалынған. Был хаҡта изге яҙмаларҙа ла әйтелгән, магик ҡөҙрәткә эйә Библия менән Ҡөрьәндә лә теркәлгән. Сүрәләр, аяттар, доғалар, мөнәжәттәр көйләп уҡыла. Ошолай күңелдәргә  нығыраҡ тәьҫир итә, хәтергә йәһәтерәк уйыла, йөрәктәр тыныслана. Доға уҡыһаң, һыу, сәй имләнә, шифалы эсемлеккә әйләнә. Һүҙ йоғонтоһон яҡшы аңлап, әүәл башҡорттарҙа буйға ҡалған, бала көҫәгән ҡатын-ҡыҙ янында, ағинәйҙәрҙең аманаты буйынса, ҡәрҙәштәр бер-береһе менән фәҡәт йәнгә им, ләззәт бирерҙәй һүҙҙәр менән генә һөйләшкән. Атай кеше инәлектә ятҡан сабыйға яғымлы тауыш менән йыш-йыш өндәшкән:

Мин һинең атайың булам, тыуыуыңды һағынып көтәм, балам.

      Әлбиттә, һүҙ магияһы мөғжизәһеҙ ҡалмаған, бәпес тыуғас, атаһының тауышына иғтибар иткән, боролоп ҡараған. Яҡты донъяға килгәнсе, наҙлы көй, ҡурай моңо ла ишетһә, бала рухи үҫеш йәһәтенән камилыраҡ була, тигәндәр. Оләсәйҙәр тылсымлы һүҙ менән ипле бала теләгән:

                              Һылыу булһаң, тыйыу бул,

                              Малай булһаң, ҡыйыу бул.

                              Ҡыҙ булһаң, ҡыҫарҙан бул,

                              Ҡуш ҡуллап һуҙарҙан бул...

                              Ул булһаң, уҙаман бул,

                              Устан ашып, алға тул,

                              Дуҫтарыңды көтөп ал,

                              Дошманыңды етеп ал.

      Кендекәйҙәрҙең дә телдәре йомшаҡ,теләктәре изге:

                              Тыу, бала, тыу, бала,

                              Инәңә иш бул, бала,

                              Атаңа ҡуш бул, бала,

                              Өйөңә ҡот бул, бала.

      Йыуындырғанда ла, туғандарына күрһәткәндә лә, ауылдаштар килгәндә лә, тәү тапҡыр тәғәм биргәндә лә, исем ҡушҡанда ла, һикерткәндә лә, һөйгәнлә лә, бәүелткәндә лә, йоҡонан уятҡанда ла, тәпәй йөрөткәндә лә, кейендергәндә лә, бишек туйында ла балаларҙы гелән тылсымлы һүҙҙәр менән һуғарғандар. Ни өсөн шулай иткәндәр, Камил? Һин бит йән белгесе.

    –  Тыумаҫ элек тә, тыуғас та бәпес тойған, ишеткән наҙлы һүҙҙәр уның физик һәм психик торошона, сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһай. Ырымдар, һамаҡтар, көйлө теләктәр, моңдар, имләүҙәр, өгөт-нәсихәттәр, доғалар – тере һыуҙай им-шифа. Сөнки улар яҡты фекергә, мәғәнәғә эйә. Йыш әйтелеп, төпкөл аңға етәләр, йәғни йәшәүгә асыл, программа булалар.

      Яҡшы һүҙҙәр, изге  доғалар ябай һыуҙы шифалы итһә, яман һүҙҙәр, хатта ки ышаныуы ла ҡыйын,  кеше тәнендәге һыуҙы ла ыуға әйләндерә. Тупаҫ, мыҫҡыллы, кәмһетеүле һүҙҙәрҙең тәьҫирен белгестәр генетик үҙенсәлектәрҙе үҙгәрткән радиоактив нурланыш менән сағыштыра. Алама мөғәмәлә һөҙөмтәһендә  күҙәнәктәрҙәге нәҫел сифаттарын йөрөткән матдәләр төҙөлөшөн үҙгәртә һәм хатта үҙ-үҙҙәрен харап итеп, артабанғы быуындарға бирелә.

   –   Иҫ китерлек бит... Ата-бабалар ғалим булмаһалар ҙа быны ҡан аша, етенсе тойғо аша һәйбәт белгән.

      – Энем, мин фекеремде әйтеп бөтмәнем әле. Шулай итеп, йөрәкте әрнеткән, рәнйеткән һүҙ, ауыр хәбәр, ғәйбәт, яла яғыу, йәберләү кеше һаулығына – ағыу. Тормошта күҙәтелеүенсә, хис-тойғо, кисереш хәленә, психологик торошҡа ҡарап, яман һүҙ кешене шаҡ ҡатырыуы, һынһыҙ итеүе, телһеҙ-өнһөҙ ҡалдырыуы, сиргә һабыштырыуы ихтимал. Һүҙҙең көсө эске органдар менән бәйле. Ул нервы импульстарын үҙгәртергә, күҙәнәктәрҙең, ғөмүмән, бөтә тәндең эшмәкәрлегенә йоғонто яһаған биофизик һәм биохимик барыштарҙы ла боҙоуы мөмкин.

Хәтәр икән, хәтәр...

                        “Йолҡоп алдым йөрәгемде”

      Барыһы ла бер аҙға тын ҡалды. Кәкүк айы икәнен иҫләтеп, кәкүк саҡыра башланы. Ырыҫйән уҙаман ҡымыҙ йотоп алды ла, “Быйыл ғына сыҡҡан бала кәкүк саҡыра белмәй саҡыра тау-ташта”, тип, йырлап эйҙе. Улдары ла ҡымыҙ уртлағас, йәшерен тәбиғәт серен асҡандай, ниндәйҙер шом белдергән, әммә тыныс тауыш менән әйтерен дауам итте:

    –  Бәғзе һәләтле һыу һөлөгө кеүек егеттәребеҙҙең, йөҙөк ҡашындай ир-уҙамандарыбыҙҙың тетрәткес яҙмышы, мәле етмәҫ әүәл әхирәткә китеүе хәсрәтле уйҙарға һалды мине. Нилектән улар бәғерҙәрҙе телерлек фажиғәгә дусар? Ғәжәп шағир Рәшит Назаров, һоҡланғыс йырсы Райман Ишбаев... Белеүебеҙсә, Рәшит  аралашырға әллә ни ынтылып, атлығып, һис кенә лә ғәйрәт сәсеп, дүнәжендәй ярһып тормаған. Тәү ҡарашҡа – үтә лә тыныс, баҫалҡы, тыйнаҡ, сабыр, хатта ки бойоҡ егет. Әммә эсендә – ут-ялҡын, ҡойон, йөрәгендә – дауылдай, ташҡындай ярһыу хистәр, тойғолар, шиғриәтендә – тос, ҡеүәтле фекерҙәр, сағыу күренештәр.

   –  Бәлки, ул, атай, тәбиғәттәге Янғантау һымаҡ булғандыр, тышы – һалҡын, эсе – ялҡын, – тип хәбәргә ҡушылды Камил. – Янартауҙар ҙа тыныс ҡына тора-тора ла ҡапыл вулканын урғылдыра бит.

   –  Ҡыуандырҙың, үтә лә образлы фекер әйттең, улым. Афарин! Тимәк, уның ярһыуы, янартауы, вулканы – иҫ киткес кисерештәр ҡуҙғытҡан, хис-тойғолар ғәрәсәте ҡуҙғатҡан Аҡбуҙат – көслө ҡанатлы шиғырҙар. Уларҙағы ҡөҙрәтле лә, сихри ҙа һүҙҙәр – йән яныуы, илаһи ҙа көстәргә тәьҫир итеп, Йыһанға ашҡан. Ун һигеҙ йәше лә тулмаған егеттең шундай рухи ғәйрәткә эйәлеге, йәшендәй йәшнәп, күктәрҙе балҡытыуы, ҡәрҙәштәрен тетрәтеүе һәм бер аҙҙан, донъяһының аҫты өҫкә килгәндәй, үкенес-көйөнөстәргә, бәлә-ҡазаға тарыуы, зиһенен ҡараңғылыҡ солғап, йән ауырыуына дусар булыуы, ҡырҡ йыл тирәһе рух ғазабы менән яфа сигеүе – һис кем аңлап бөтмәҫлек хәл кеүек. Ниһайәт, уландарым, мин бының серенә төшөндөм, буғай.

   – Атай, ысынлап та, шағирҙы яҡындан белгән, уның менән һин дә мин аралашҡан туған-тумасалары, шиғырҙарына ентекле күҙәтеү яһаған ҡәләмдәштәре лә аяуһыҙ тәҡдиренең сәбәбен аңлата алмай.

    –  Сөнки улар, хатта ки шағирмын тигән шағирҙар, тәнҡитселәр күптәргә аңлашылып бөтмәгән, мәғлүм дә булмаған серле нәмәнең – һүҙ тылсымының, ҡөҙрәтенең, мөғжизәһенең, зәхмәтенең, йәғни магияһының асылын төшөнмәй, ғәмәлдә шиғри һүҙҙең образлылығына, кинәйәлелегенә, көтөлмәгән һынланышына, боролошона, әйтелешенә генә иғтибар итә.

 Һүҙҙең башынан элек төбөн уйла тигән һымағыраҡ буламы инде?

     –  Нәҡ шулай. Шул юҫыҡта тәрәнерәк, киңерәк фекер йөрөтәйек әле. Дини яҙмаларҙан беләһегеҙ, тәүҙә Һүҙ булған. Хатта Илаһ та. Шуға ла борон-борондан һүҙҙәр илаһи һаналған. Ҡанбабалар уларҙың ҡөҙрәтенә инанған, изге исемдәргә, Илаһ-Һүҙгә, Илаһ-Өнгә табынған. Һүҙҙәр серле лә, сихырлы ла, зәхмәтле лә, арбаусы һәм үҙенә буйһондороусы ла. Им-том, әпсен- төпсөн, ырым, арбау, юрау, ялбарыу, әмәл, теләк, үтенес, ҡарғыш һүҙҙәре. Улар мөғжизәүи көскә, тәьҫиргә эйә, аныҡлап әйтһәк: ырыҫ, аҡыл да; яҡшы, яман да; йән аҙығы, баш ҡаҙығы ла; им, ағыу ҙа; ҙурлыҡ, хурлыҡ та; ирмәк, имгәк тә; көлдөрә, бөлдөрә лә; йәшәртә, ҡартайта ла; һауыҡтыра, сиргә һабыштыра ла; терелтә, үлтерә лә... Халҡыбыҙҙың әйтемдәре, мәҡәлдәре лә шуны раҫлай: аңғармай һөйләгән, ауырымай үлгән; ауыҙың ни һөйләгәнде ҡолағың ишетһен; алдан әйткәнең артыңдан килеп тотмаһын; илай-илай һөйләгән, илап, йылан сығарған... “Саҡ менән Суҡ” бәйетен хәтергә алайыҡ. Инәй ныҡ асыуланған көйө, абайламай, улдарын ҡарғай, яман теләк, ҡәһәр уларҙың башына төшә. Минеңсә, ҡарғыш арҡаһында балалар үлеп, йәндәре ҡошҡа әйләнеп,  Хоҙай Тәғәлә биргән ғүмерҙәре бөткәнсе тилмерешеп йөрөгәндәрҙер кеүек. Шуға ла ҡороп ҡалғыр, дөмөккөр, ҡапталғыр, йәнең сыҡҡыр, алҡымың тығылғыр, эт талағыр һымаҡ зәхмәтле һүҙҙәрҙе, әрләү, ҡарғау һүҙҙәрен ысҡындырыуҙан тыйылыу зарур. Яман һүҙ һөйләүҙең, шашыуҙың, насарлыҡ ҡылыуҙың, ҡәҙер белмәүҙең һуңынан килгән язаһы, ҡоһоро, йәғни кейәһе етеү, кейәһе төшөү була. Ағинәйҙәр аҡылынса, алғыш та төшә, ҡарғыш та төшә. Ҡарғыш ишетеүсе эстән генә: “Һин теләгән яманлыҡ алдыма килмәй, миңә изге алғыш ҡына юлдаш”, – тигән. Халыҡ һынауынса, ҡарғышлы бәндә донъя рәхәте күрмәй. Йәнә шуны ла онотмайыҡ: берәү ҡарғағанда, быға яуап итеп, ҡара ҡарғышың ҡара башыңа, тиҙәр. Бында ҡара баш төшөнсәһе ҡара уй, ҡара теләк тигәнде аңлаталыр. Эт ҡарғышы бүрегә төшмәҫ әйтеме, моғайын, шуға бәйлелер. Ә беҙ йыш ҡына ишеткән, һәммәбеҙгә лә ҡағылған ошо йырҙың: “Бер ҡасан әйтмә һин ауыр һүҙ, бик ҡыҫҡа, әй ҡыҫҡа ғүмерҙәр” тигән аҫыл һүҙҙәрен ижад иткән ҡәрҙәшәбеҙҙе афарин һанайым мин.

       – Атай, һин – әүлиә, һин – философ. Филолог булараҡ, мин дә һүҙҙең кеше өҫтөнән ниндәй власҡа эйәлеген, һис шикһеҙ, ап-аруҡ аңлайым. – Кинйәһе Илнур атаһы менән һәр саҡ ғорурлана ине. Әле лә хөрмәтен белдерҙе. – Күренекле невролог  һәм психиатр, шулай уҡ кешенең һәм мәҙәниәттең философик-социологик концепцияһын төҙөүсе Зигмунд Фрейд фекеренсә, һүҙ менән магия асылда бер. Һүҙ ғәжәп магик көскә эйә, ысынбарлыҡ һәм серлелек күренеше менән тығыҙ бәйләнгән. Бәғзе телселәрҙең фекеренсә, поэзия тотошлай магиянан үҫкән, ә ысын шиғыр – ижадсыны ла, уҡыусыны ла, бөтә донъяны ла үҙенсә үҙгәрткән ырым, тылсым! Шуға ла ул – ҡөҙрәтле магия! Тылсымлы һүҙ, ырым булышлығында илаһи көстәр менән бәйләнешкә инеү ҙә әкиәт түгел. Рәсәй телевидениеһынан күрһәтелгән “Экстрасенстар алышы” тапшырыуы, иҫ китергес әүлиәлек күренештәре лә быны раҫлай. Тәү ҡарашҡа мистика менән һуғарылған һымаҡ һүҙҙәр, хәлдәр ғәмәлләшеп, бөтә нәмәне күҙ алдына килтерә. Магияны, кешенең Йыһанға, илаһи көстәргә тәьҫир итеү мөмкинлеген, бының ниндәй хәлдәргә төшөрәсәген барыбыҙ ҙа төшөнөп етмәйбеҙ әле.

          –  Шулай шул, улым. Шиғри илһам, дәрт, ялҡын менән дөрләгән, көслө хистәр менән ярһыған йәш егет – Рәшит һүҙ магияһын аңғармай “Йөрәк” шиғырын:  “Йыртып астым күкрәгемде, йолҡоп  алдым  йөрәгемде”,  –  тигән шомло һүҙҙәр менән башлай.  Был – алда әйтеләсәккә ишара. Һәр ваҡыт уйлап һөйләү зарур. “Һүҙ һүҙгә китер, һүҙ башҡа етер; һүҙҙең ҡанаты бар” кеүек әйтемдәренә халҡыбыҙ ҙур мәғәнә һалған. Айырыуса ҙур остазлыҡ менән тыуҙырылып, шиғри ағымға, урғылышҡа, шарламаға әүерелгән һүҙҙәр тормошҡа ашыусан. Аҡыл эйәләренең аҡылынса ла һүҙҙәр һәм фекерҙәр матдиләшеүгә булдыҡлы. Халыҡ шағиры Рауил Бикбаев иһә Рәшиттең маһирлығын, оҫталығын раҫлап, был шиғырға ошондай баһа бирә: “Һәр юлына, һәр һүҙенә әллә күпме ҡеүәт, хәрәкәт, ғәйәт көсөргәнешле кисерештәр тупланған ун алты юллыҡ шиғыр бер уҡыуҙа уҡ ятланып алына. Ул шул тиклем тығыҙ яҙылған, һәр һүҙгә шунан да күберәк уй-кисерештәр һыйҙырыу, уларға шунан да тосораҡ йөк һалыу, уларҙы шунан да нығыраҡ егеү, минеңсә, мөмкин булмаған хәл”. Эйе, был шиғырға хайран ҡалырлыҡ ҙур ҡеүәт, хатта ки йәшерен көс һалынған. Уның ни хәтле ҡөҙрәтлелеген күптәр төшөнөп тә етмәйҙер. Ул – хәс тә тылсымлы доға, мөғжизәле ырым!

          –  Атай, тимәк шағир шиғырын илаһи ҡөҙрәт, дарман менән һуғарған, уны сихри осошҡа эйә иткән, –  тине Илнур хистәрен тыйып тора алмай.  –   Тылсым, тигәндәй, телгә алғанымса, поэзия үҙе тулыһынса магиянан тыуған һәм үҫкән. Аһәңле шиғыр үҙе үк  –  әпсен-төпсөн, ырым, арбау! Шағир иһә – арбаусы, күрәҙәсе, им-том итеүсе, өшкөрөүсе! Шуның менән, йәғни тылсымлы һүҙ, сихри көс менән ул уҡыусыларын үҙенә ҡарата, әүрәтә, имләй, уларҙың күңелен, зиһендәрен биләй, фиғелен буйһондора.

          –  Дөрөҫ, Илнур,  –  тип, Ырыҫйән уҙаман улының фекерен хупланы. Ысынлап та, “Йөрәк” шиғыры хис-тойғо, уй-фекерҙәр ташҡыны, яңғырашы йәһәтенән ифрат та оло дарманға эйә. Һүҙҙәре, зауыҡ менән затлы муйынсаға эҙмә-эҙлекле йыйылған аҫыл ынйылар кеүек, һәр ҡайһыһы үҙ урынында емелдәп, сағыу балҡып, күңелдәрҙе яулай, йәиһә “Урал батыр” эпосындағы ынйы башлы тылсымлы таяҡ һымаҡ ҡойон-ғәрәсәт тыуҙыра, йәнә лә доға һымаҡ Күккә ашып, илаһи көстәр менән бәйләнешкә инә. Иллә мәгәр шағирҙың: “Йыртып астым күкрәгемде, йолҡоп алдым йөрәгемде” тигән аңғармай ысҡындырған, уҡтай осорған һүҙҙәре зәхмәт булып үҙенә ҡайта, алдына килә. Баяғы “Быйыл ғына сыҡҡан бала кәкүк саҡыра ла белмәй саҡыра тау-ташта” тип, бер ҙә юҡҡа ғына йырламаным бит. Был – күрәһенә булыу, ғәмәлгә ашыу ғәләмәте. Ғәләмәт сигеү иһә – ыҙа күреү, яуап тотоу, ғибрәт булыу... “Бар Йыһандың тынын тоя инем ун һигеҙҙә генә көйөмә” тигән Рәшиттең уй-хистәр зыяратында  “Ер аҫтына мине аттылар,  бығау һалып, хискә, аҡылыма... Һәм мин киттем, гүйә, донъянан... Ғазап сигәм... Бары ла бында үле... Тирә-яғым тулы тик таш һын...” – тип өҙгөләнеүе бының асыҡ өлгөһө. “Ер аҫты упҡынына тартып индерҙе... Яҙмыш ауыр, асы, ай, асы!” – тиеүе язаға дусарлығына ишара. Ә бит оло аҡыл менән тыуҙырылған халҡыбыҙҙың классик йырҙарында тән ағзаларына зарар ҡылыу сағылмай. Улар – олуғ үрнәк, фәһем!..

      Ырыҫйән уҙаман улдары менән бик ихлас әңгәмәләшә торһон, беҙ иһә ошо урында Изге Китап донъяһына сәфәр ҡылайыҡ. Дини ҡараш буйынса Аллаһы Тәғәлә әҙәмде үҙенең ҡиәфәт-сүрәте, йораты үә ишараты буйынса яралтҡан, уны башҡа бихисап заттарҙан юғары ҡуйған, уға күктәрҙәге һәм ерҙәге нәмәләрҙе буйһондорған. Әҙәмде бик камил яһап, ишетеү өсөн ҡолаҡтар, күреү өсөн күҙҙәр, ҡан йөрөшөн тәьмин итер мускуллы йөрәк биргән. Ишетеү һәләте һөҙөмтәһендә кеше асыш-яңылыҡтарҙы ишетә, тыңлай, күҙҙәре Илаһ күренештәрен һәм мөғжизәләрен, йәнә лә ғүмеренә хәүеф тыуҙырыусыларҙы күрә. Ә йөрәге, аҡылы Раббыбыҙ мәғлүм иткән сүрә-аяттарҙы аңларға, рөхсәт ҡылынғанды тыйылғандан айырырға, шөбһәленән, шикленән, нәфсенән һәм хәрәмдән ҡурсаларға ярҙам итә. Тәндең башҡа ағзалары ла кешегә Илаһҡа табынырға булышлыҡ ҡылыу өсөн яратылған. Кеше бөтә органдары һау булған осраҡта ғына тейешенсә Уға һыйына, бөтә күңелен бирә ала. Ғәрип кеше мотлаҡ булғанды атҡарырға һәләтһеҙ. Шуға ла Шәриғәт үҙеңдең тәнеңә зыян ҡылыуҙы, уны физик һәм әхләҡи яҡтан да хәүефкә ҡуйыуҙы ҡәтғи тыя һәм бик аныҡ итеп “үҙегеҙҙе һәләҡәткә дусар итмәгеҙ” ти. Кешенең ғүмеренә, тәненә, намыҫына һәм милкенә хасланыуҙы, ҡул һуҙыуҙы ла тыя. Аҡылыңа зарар итеү – бик ҙур гонаһ! Һаулығына зыян ҡылыусы ҡаты сирҙәргә тарый. Һәр нәмәнән юғары, һәр нәмәнән ҡөҙрәтле Илаһ кешене золомдан ҡурсалап, үҙ-үҙеңә ҡул һалыуҙы, ғүмереңде хәүеф аҫтына ҡуйыуҙы, упҡын ярына баҫыуҙы тыйып, “үҙ-үҙегеҙҙе үлтермәгеҙ” ти. Тыйылғанды тыңламаусы, һанға һуҡмаусы Аллаһы Тәғәләнең нәфрәтен тыуҙыра һәм Уның язаһына дусар була, үҙенә тән һәм йән ғазабы килтерә. Төшөнөр-төшөнмәҫтән башҡаларҙы ла тыйылғанға, шайтан вәсвәсәһенә өндәүсене яфаға тарыта. Сәләмәтлегенә зарар итергә, үҙ-үҙен харап ҡылырға ынтылыусылар ҡаты ауырыуға һабыштырыла...     

          –  Тимәк, атай,  –  тине Камил,  –   Бөйөк барлыҡҡа килтереүсе, Ижадсы алдында гонаһ һаналған ысул менән үҙенең тәненә, йөрәгенә зыян иткән, был хәтәрҙе башҡаларға ла ишеттергән шағир, үҙе лә аңғармаҫтан, бәләгә       тарый, Юғары Аҡыл язаһына,  йән ғазабына дусар ҡылына. Йөрәк бит – аҡыл. Йөрәгеңде йолҡоу – аҡылыңды йолҡоу, зиһенеңдән яҙыу. Быны бит әле Рәшиттән байтаҡҡа өлкәндәр ҙә төптән уйламайынса, шиғри асыш, табыш итеп баһалап, өҙлөкһөҙ ҡабатлай, гонаһты арттырғандан арттыра. Тән ағзаларыңа зыян ҡылыу асыш буламы һуң?..

        –    Ауырыған сағында тыуған йортонда иҫе ваҡытлыса асылып китеп, Хоҙай тарафынан аңының томаланыуын тойопмо, Рәшит: “Ошолар ғына башыма етте”,  –  тип, яҙмаларын мейескә тыға, шиғырҙарын утҡа яға. Рауил Бикбаев һығымта яһағанса: “Беҙ быны бер ваҡытта ла аңлап бөтә алмаясаҡбыҙ. Ниндәй хазиналар көлгә әйләнде икән ул мейестә? Шағир ул ялҡында, бәлки, үҙенең һуңғы өмөттәрен, һуңғы хыялдарын яндырғандыр, мейестә ут һүнгәндә, бәлки, Рәшиттең бөйөк зиһенендәге һуңғы балҡыштар ҙа һүнә барғандыр.  Тәҡдир тигәндәре бына шулай аяуһыҙ шул, йондоҙ кеүек шәхестәрҙе лә ҡыҙғанып тормай. Шағирҙың “Йәшен” исемле китабына инеш һүҙендә Риф Мифтахов: “Табибтар Рәшиткә ниндәй диагноз ҡуйғандарҙыр, ә мин уны йән яныуы тип атар инем”,  –  тип, бик дөрөҫ әйтә. Ысынлап та, йән яныуы... Шиғриәт, ижад өсөн, матурлыҡ, гармония өсөн, тормоштоң бөйөклөгөн раҫлау өсөн шағир аҡылының туҡтауһыҙ титаник эшмәкәрлеге һәм шул юғары маҡсаттарға ынтылып, кешеләр менән генә түгел, илаһи көстәр менән, Йыһан менән һөйләшеп йәшәгәндә, иҫ китмәле көсөргәнешле рухи йәшәйештә зиһендең, күңелдең, йәндең яныуы”... “Йыртып астым күкрәгемде, йолҡоп алдым йөрәгемде” тигән һүҙҙәрҙең матдиләшеп, эйәһенең алдына килеү,  уны мәңгелек яфаға һалыу сәбәбен Рауил Бикбаев асыҡтан-асыҡ төшөнөп бөтмәһә лә, быны ниндәйҙер кимәлдә, әйтәйек, “илаһи көстәр менән, Йыһан менән һөйләшеп йәшәгәндә” тигән фекере менән барыбер төҫмөрләй кеүек.

                                       “Аҙ бирһәң дә ғүмерҙе”

      Илнур ниҙелер иҫенә төшөрөп, берсә йылмайып, берсә моңһоуланып ҡуйҙы. Атаһы улының йөҙө үҙгәреп, күңеленең шөбһәләнеүен дә шундуҡ шәйләне.  Бәлки, хәтеренә килгәнен бигүк ишеттерергә лә алҡынмайҙыр...

    –   Улым, уйыңдағындағын әйт, ҡыйынһынма?

    –   Ҡөрьән шағир халҡын бигүк өнәп бөтмәй кеүек. ”Шағирҙар” сүрәһенән аңлауымса, шағирҙарға аҙашҡан кешеләр эйәрә (Ҡөрьән – шиғыр, Пәйғәмбәр шағир түгел, сөнки Ҡөрьән Хәҡиҡәткә юл күрһәтә). Аныҡ әйтелеүенсә, “күрмәнеңме уларҙың (шағирҙарҙың)  һәр үҙәндә йөрөгәндәрен (шиғыр сығарғандарын) һәм үҙҙәре ҡылмаған нәмәләр тураһында һөйләгәндәрен, иман килтергән һәм изге эштәр эшләгән, Алланы күп тапҡыр иҫкә алғандарҙан, яҡлағандарҙан (үҙҙәренең шиғырҙары менән) башҡа, һәм улар йәбер күргәндән һуң ярҙам алдылар, һәм золом ҡылыусылар (Хаҡ Дингә үә Пәйғәмбәргә) үҙҙәренең ниндәй боролош менән боролоуҙарын белерҙәр”. Дин әһелдәренең: “Хаҡлыҡҡа ҡаршы булған шағирҙарға Ҡөрьән әһеле эйәрмәҫ, ахмаҡ үә аҙғын кешеләр генә эйәрер... Улар яҡшы эште эшләмәһәләр ҙә, беҙ яҡшы эште эшләйбеҙ, тип, ялған һөйләрҙәр... Исламды маҡтап шиғыр әйтеүселәр, ҡафырҙарҙан золом күргәндән һуң, Аллаһ ярҙамы менән  өҫкә сыҡтылар, алға киттеләр... Золом ҡылыусы ҡафырҙар тиҙҙән белерҙәр ниндәй урынға ҡайтарыласаҡтарын” кеүек тәфсирҙәре лә бар.

    –  Тәрәндән төшөнгәнгә сүрәләге  был аят бик ғибрәтле, беҙҙең әңгәмәбеҙ өсөн дә фәһемле. Рәми Ғариповса иһә, шағир – ел ул, донъя, заман еле, – ҡайҙа булһа, нейгә ҡағылһа, көйөн шунан ала... Минең уйымса ла, шағирҙар буш хыялдар диңгеҙендә генә йөҙмәй, туҙға яҙмаған, башҡа һыймаған, мәғәнәһеҙ нәмәләр менән мауыҡмай, һауаланмай, түбәнлеккә төшмәй, ике йөҙлөләнмәй, фәҡәт хәҡиҡәткә хеҙмәт итергә, яҡшылыҡты ғына ат итеп, күңелдәрҙә изге хистәр уятырға, ҡәрҙәштәрен нур, белем һәм моң менән һуғарырға, иманға, яҡтыға, хаҡлыҡҡа әйҙәргә, уларҙың зиһенен асырға, аҡылын арттырырға тейештәр. Әйткәндәй, донъяны, шиғриәтте бөтә тәрәнлеге, нескәлеге менән тойған, “Мин тағы ла бер яҙҙы күрһәм, тәгәрәһәм ҡыҙыл үләнгә, тын да алмай ятһам күккә ҡарап, иҫәпләмә мине үлгәнгә” тигән, күпте күргән Рәмиебеҙ иҫән-һау, шәп сағында уҡ үҙенә йыш-йыш ҡына ҡыҫҡа ғүмер күҙаллай:

                                    Кәкүк, кәкүк! Үпкәләмәм,

                                    Аҙ бирһәң дә ғүмерҙе:

                                    Бар ҡайғыһын, бар шатлығын

                                    Татып китәм был ерҙең...

                                    Инәкәйем, мин алдараҡ китһәм,

                                    Ҡайғырма һис минең киткәнгә...

                                     Мин төшөмдә үлгәнмен дә, имеш,

                                     Һин өҫтөмә тупраҡ ташлайһың...

                                     Мин дә булмам бер көн, дуҫҡайҙарым,

                                     Йәнем осоп китер күктәргә...

                                     Бына инде мин дә үлдем бит,

                                     Төшөп китте ҡулдан ҡәләмем...

                                     Тик белмәйем: тағын да бер яҙым

                                     Насипмылыр миңә, юҡмылыр?..

                                     Күңел үлгән, күңел төңөлгән дә

                                     Тере хистәр күптән күмелгән.

                                     Бер ниндәй көн, бер ниндәй төн хатта

                                     Серле уйҙар һалмай күңелгә...

      Тормош михнәте, яҙмыш зәһәрлеге, йәбер-золом фани донъянан биҙҙереп, төшөнкөлөккә, йәшәү нурының һүрелеүенә, күңеленең үлеүенә этәрҙеме икән Рәмиҙе?.. “Әй тәбиғәт! Бармы һиндәгеләй шундай оло сәнғәт донъяла?” тип һоҡланған шағирға  ҡапыл да ул йәнһеҙ, өнһөҙ: “Мәғәнәһеҙ, ғәмһеҙ ярты ай... Нуры ла юҡ, йыры ла юҡ уның”... “Һөйөү үтте. Дуҫтар китте, ҡалды һағыш һәм яра. Тормош шулай яҙмыш менән аяу белмәй шаяра”…

       Бынан һуң, һүнер алдынан, балаларына: “Бәләкәс ғазаптарыма тыбырсынһам да ололарына түҙерлек оло көс бар, буғай, миндә. Мине һындырыу әлегә мөмкин түгел...” – тигән Рәми 19 февралдә яҙған һуңғы “Февраль бураны” шиғырында йәнә үлемен көҫәй:

                                   ... Был донъяла булыр

                                   Барыһы ла,

                                   Һинең менән бары

                                   Мин булмам.

                                   Бына ниндәй үкенестәр

                                   Бар бит –

                                   Ҡалай үлмәк кәрәк,

                                   Күҙ алмам...

                                  Түҙалмам мин ләкин,

                                  Түҙалмам...

       Һәм, тәҡдире етеп, ҡырҡ биш йәшендә генә әйләнеп ҡайтмаҫ ергә юллана. Алла ҡушҡан күрәсәк, үлем сәғәте, тиһәк тә, барыбер шағир һүҙ магияһы менән әжәлен үҙе ашыҡтырған кеүек.

                          “Сыҡ, йәнем, тән зинданынан”

     Зыялыбыҙ Әхмәтзәки Вәлиди “Хәтирәләр”ендә милли шағирыбыҙ Шәйехзада Бабичты һәм уның арҡадаштарын ҡыҙылдар һәләк итеүен телгә алып, шулай ти: “Ҡыҙыл донъяға күсмәҫ элек үк үҙенең үлтереләсәген белгән кеше кеүек яҙғайны ул. Күҙ йәштәрен түгеп миңә яҙған хушлашыу хатын шиғырҙары менән бергә Темәстә ҡалған арҡадашына миңә тапшырырға ҡушҡан”…

     “Тарҡау уйҙар” шиғырында “Өҙ башымды, эй Хоҙайым, был миңә ысын баш түгел”, “Йән”дә “Сыҡ, йәнем, тән зинданынан, Күккә ос, йәмлән йәнә“,  “Йәш шағирҙың ҡәбер ташында” иһә “Тар ҡәберҙең ҡуйынына керҙем – ҡотолдом донъянан, сөнки биҙҙем донъянан, артыҡ тораһым килмәне, йәшләй үк керҙем ләхеткә, киң түшәкте тарһынып, төп ятаҡ булғанға ләхетем, тарһынаһым килмәне”, “Бәхетһеҙ мин”дә “Ҡайҙа барһам да, ҡайҙа торһам да бәхетһеҙ кәүҙә мин” тип яҙған Шәйехзада Бабич егерме дүрт йәшендә генә ҡыҙылдар тарафынан тураҡлана. Был – тормош ысынбарлығы!

                                          “Ал мине, Күк”

   – Ни өсөн һүҙ матдиләшә, бәғзе осраҡтарҙа алғыш-теләктәрҙе ғәмәлләштерә икән, Камил ағай?                  

    –  Һөйләшкәндә, тауышланғанда, һөрәнләгәндә, йырлағанда, музыка ҡоралында уйнағанда, тулҡын тәьҫире хасил булып, тирә-йүн тирбәлә башлай. Яңрау, шаңдау, йәғни тауыштың яңғырап кире ҡайтыу күренешен дә беләбеҙ. Был мәлдә һауа, күк тә тирбәлә. Әйткәндең мәғәнәһенә бәйле кешенең хәл-торошо ла үҙгәрә, ул йә ҡыуана, йә көйөнә, сөнки һүҙҙәр уның зиһен- мейеһендә лә тирбәлеү хәрәкәте тыуҙыра, төрлө тойғолар уята. Ныҡ тулҡынланыуҙан тауыш та ҡалтырай. Көтөлмәгән хәбәрҙән хатта тамаҡ быуыла, иҫ юғала. Уй, һүҙ, моң күктә лә сағыла. Ғәжәп һымаҡ, әммә Йыһан да ишетә, яуап бирә, сөнки ул да тере йән кеүек. Быны етенсе тойғо менән тойоп, күккә бағып, әҙәми зат Тәңренән, Илаһтан ярҙам һорай. Һиндтар дерелдәп әйтелгән хөрәфәти өн, һүҙ тылсымы менән ғүмерҙәренә ҡөҙрәт йәлеп итә. Әпсен-төпсөндәр , үтенеүҙәр, ялбарыуҙар сихри мәлдә Йыһан менән тоташтырып, тәнде һәм йәнде таҙарта, аҡыл эшмәкәрлеген яҡшырта, камиллаштыра, һәләттәрҙе уята, сирҙәрҙән һәм яуызлыҡтарҙан ҡотҡара, теләктәрҙе бойомға ашыра. Әммә хәҡиҡәткә ҡаршы үтенестәр кире күренештәр ҙә тыуҙыра, башҡа бәлә-ҡаза ла килтерә.

    –  Йырсы Райман Ишбевтың  көтөлмәгән фажиғәһе лә өн, моң тылсымына, һүҙ зәхмәтенә бәйле тойола, атай?

   – Быға инеш өсөн  тәүҙә лирик сигенеү яһайыҡ, “Ай менән Зөһрә” риүәйәтен хәтерләйек. Үгәй инә Зөһрәне ҡаҡҡан-һуҡҡан, туҡмаған, ҡыҙға һис көн күрһәтмәгән. Бер кис үгәй инә үҙе алдан төбөн тишеп ҡуйған сапсаҡты иртәнгә саҡлы тултырып ҡуйырға бойора, тултырмаһа, башын өҙөү менән янай. Ҡыҙ төнө буйы һыу ташый. Сапсаҡта һыу бер ҙә артмай. Ауыр көйәнтәнән балаҡайҙың ҡулбаштары уйыла, биле бөгөлә, тамам хәле бөтә. Төн  тыныс, күк йөҙөндә Ай йөҙә, шылт иткән тауыш та ишетелмәй. Өмөтһөҙлөккә төшкән ҡыҙ шул саҡ Айға бағып ялбара:

    – Әй, Айғынам, исмаһам, һин белер инең хәлемде, ҡотолдорор инең йәнемде?

      Тик Ай әүәлгесә тыныс ҡына йөҙә бирә. Зөһрә һығылып илай-илай тағы ялбара:

   – Зинһар, ал инде мине үҙеңә, ал!..

      Шул саҡ Ай яҡтырып китә лә, нурын һуҙып, ҡыҙҙы үҙенә тартып ала.

      Фольклорсылар ҡарашынса, риүәйәт боронғо ырым-ышаныуҙар нигеҙендә тыуған. Ата- бабаларыбыҙ Күк есеме Айҙы изгеләштергән, яңы Ай күргәндә теләктәр теләгән, Айға мөрәжәғәт итеп, ырым һүҙҙәре әйткән. Һәм тиктәҫкә генә түгелдер...  Ә етеш тормошоңдо мөрхәтһенмәй төбәп Күккә өндәшеү ниндәй хәлгә төшөрә?.. Уйландыра, тулғандыра... Раймандың яҙмышы ла уйсан ирҙәрҙе уйҙарға, уттарға һала.

      Райман ырым-ышаныуҙар, ғәҙәти булмаған күренештәр тураһында иғтибарҙы ылыҡтырып һөйләй, башҡорт халыҡ йырҙарын иһә тын ҡалып тыңларлыҡ итеп башҡара торғайны. Йәнтөйәге Бөрйәндә, Шүлгәнташ өҫтөндә арбарлыҡ ауаз менән йырлағаны гелән күҙ алдымда. Ҡыуаныска, әйткәнебеҙсә, халҡыбыҙҙың классик йырҙары әжәл көҫәүҙән алыҫ. Мәгәр Раймандың эфир тулҡындарында Мостай Кәрим һүҙҙәренә  “Мин ҡабаттан тыуыр булһам” тигән йыры яңғырағас, йөрәгем жыу итеп ҡалды. Йыр, айырыуса ошо куплеты тетрәткес:

                                  Ал мине, Күк, Ай янында

                                  Йондоҙ булып янайымсы?

                                  Осҡан саҡта, ҡапыл һүнеп,

                                  Ап-аҡ көлгә ҡалайымсы...

      Ошо һүҙҙәр артында ни тора?  Был бит  –  үлем теләп, туранан-тура Күккә, илаһи көстәргә мөрәжәғәт итеү! Улай ғына түгел, ә ап-аҡ көлгә ҡалғансы яныуҙы һорау, үтенеү! Һис шикһеҙ, шиғыр кимәл йәһәтенән һүҙ тейҙергеһеҙ камил, һүрәтләнеше – йәнле, көслө! Ябай ғына кеүек күренгән һүҙҙәр эсенә тәрән мәғәнә йәшерелгән. Көйләп әйтелгән аят һымаҡ моңо, билдәле ритмда яңғырашы уны тағы ла ҡөҙрәтләндерә. Боронғо ырымдар ҙа шиғыр һымаҡ  ритмлы бит.  Йәненә уйып, Райман уны бөтә ҡөҙрәтен туплап, онотолоп, хәтәр кисерештәр менән үлтереп йырлай. Һәм юлда ла, күрәһең, ҡысҡырып йырлап, машинаһында елеп, осоп килгәндә, түңкәрелеп, шиғырҙағыса ҡапыл һүнә, яна... Шағир Әхмәр Үтәбай һөйләүенсә, ошо йырҙы өҙөлөп, өҙлөкһөҙ йырлаған йәш ир ейәне менән өйөндә янып үлә.

       – Отҡор кеше: “Ә ниңә һуң ошо йырҙың һүҙҙәрен ижад итеүсе, йәиһә уны башҡа башҡарыусы бәләгә тарымаған?”  –  тиер.

         – Быға яуап әллә ни  ҡатмарлы түгел,  –  тине Камил. – Һүҙҙәр тирбәлеш тыуҙырып, мәғлүмәт биреп, беҙҙе урап алған мөхиткә төрлө рәүештә  йоғонто яһай. Уларҙың тәьҫире тәү сиратта хиссән, кисерешле сағылышҡа бәйле. Һүҙ менән ни теләйһең, шуны ҡылырға мөмкин: яңы, бәхетле  ғүмер бүләк итергә, йәки рәнйетергә, аяҡтан йығырға, йән йәрәхәте һалырға, үлтерергә... Белгестәр асыҡлауынса, кешеләрҙең ритмы төрлөсә, һәр кем үҙ ритмында йәшәй. Шуға ла бер үк өндөң,  шиғри һүҙҙең, моңдоң йоғонтоһо, сағылышы ла төрлөсә. Шиғри ырым, үтенес бәғзе берәүҙең тормош ритмын бер илаһи мәлдә донъя, Йыһан тормошо ритмы менән тап килтереп, көслө тирбәлеш, яңғыраш, ҡайтарылыш тыуҙыра. Һүҙ магияһы Ғаләм  менән тығыҙ бәйләнеш булдыра. Тәбиғәт көстәре, Хоҙай беҙ нәмә теләйбеҙ, шуны биреүе лә, ҡарамағыбыҙҙа булғанын тартып алыуы ла ихтимал. Үкенес, күрәһең, Райман менән шундай хәл була, “Ал мине, Күк!” тигән ораны үҙенсәлекле рәүештә йыш, үтә лә хисле, йоғонтоло ҡабатланып, – ғәмәлләшә.  

     – Ышандырҙың, ағай. – Илнур үҙе лә ҡомарланып китеп, белгәндәрен теҙҙе.  – Магия күп нәмәгә һәләтле:  тәбиғәт күренештәренә тәьҫир итергә, елгә, һыуға йоғонто яһарға, ямғыр яуҙырырға, ғәрәсәт, бәлә-ҡаза тыуҙырырға, мал-тыуарҙы ишәйтергә, ҙур уңыш алырға, кешегә бәхет, байман килтерергә, йөрәктәрҙә һөйөү уты ҡабыҙырға, шәфҡәтлелек уятырға, яуыз көстәрҙе, сирҙе ҡыуырға, яһиллыҡты, ҡан ағыуын туҡтатырға, аламалыҡты кирегә борорға... Борон бер ҙә юҡҡа ғына алғыш әйтмәгәндәр бит. Магик көс һүҙ ҡөҙрәте менән генә түгел, ә өн, моң тәьҫире менән дә үҙгәрә, ҡеүәтләнә. Көй, ырым, һүҙ ярҙамында йәнле һәм йәнһеҙ донъя менән идара итергә мөмкин. Ырым, өн-тауыш йәшерен көстәрҙе уятырға һәләтле. Уның ҡеүәте сикһеҙ. Тылсымлы ҡурай моңобоҙ хисләндерә лә, илаһамландыра ла, һауыҡтыра ла... “Ҡурай моңо”  әкиәтендә атаһынан мираҫ ҡалған ҡурай менән Кинйә хикмәтле хәлдәр ҡыла. Егет ҡурайын алып тыжлатып өрөп ебәреүе була,  –  ендәр терт итеп ҡала, көй сыға башлауға уларҙың эҙҙәре лә, еҫтәре лә ҡалмай. Шунан Кинйә хан һарайына барып, ауырыу ҡыҙының бүлмәһенә  инеп, ҡуйынынан ҡурайын алып, моңло бер көй уйнап ебәрһә, ҡыҙ күҙҙәрен аса, икенсе көйҙө уйнауға тороп ултыра, өсөнсөһөнә иҙәнгә төшөп, кәүешен кейә һалып, көй ыңғайына бейегәндәй итеп йөрөй башлай. Ҡыҙҙы һауыҡтырған им-дарыу ҡурай моңо була.

       Ырым, һүҙ, моң магияһы – ул сәнғәт, остазлыҡ! Уның һөҙөмтәһе сихырсының, күрәҙәсенең, йырсының, ижадсының һәләтенә, ҡөҙрәтенә бәйле. Ырымлау, арбау, ялбарыу һүҙҙәре өс, ете, туғыҙ тапҡыр ҡабатланып, ҡеүәтлерәк тирбәлеш, тулҡын, яңрау тыуҙыра һәм торош, йәшәйеш туҡымаһын  үҙгәртә. Күрәһегеҙ, мөғжизәләр бар икән шул донъяла.   

                                           “Нурым төшөр”

      Эңер ҙә төштө. Ырыҫйән уҙаман,  баҙнат ҡылып, хушлашыу һүҙҙәрен әйтергә йөрьәт итте: “Еребеҙ, халҡыбыҙ яҙмышын уйлап, ифрат та ныҡ борсолдом. Янмаҫ саҡта ла яндым, көймәҫ саҡта ла көйҙөм, йөрәгемде ҡаҡшаттым. Бәғзеләр быны бар тип тә белмәне, шуның өсөн хатта үҙемде битәрләне. Шул тиклем яныуҙар, көл-күмергә ҡалыуҙар кәрәкмәйҙер ҙә. Иң тәүҙә балаларыңды, ҡатыныңды, йәғни  ғаиләңде бәхетле итеү фарыздыр. Нисек кенә булмаһын, һис үкенесем юҡ, ғүмеремде мәғәнәле, фәһемле итеп үткәрҙем, кешеләргә тик яҡшылыҡ ҡына эшләнем. Һеҙ ҙә тик яҡшылыҡ ҡына ҡылығыҙ! Ҡәҙерлеләрем, ғүмер мәңгегә бирелмәй. Төшөмдә Өҫтән: “Һиңә ожмахта йәшәргә ваҡыт етте”, – тигән хәбәр ҙә алдым. Күктән нурым да төшөр. Инде рухым менән йәннәткә әҙерләнәм. Йыназа уҡырға Аҡкүл муллаһын саҡырырһығыҙ”...

      Был һөйләшеүгә ете көн үткәс, киске шәфәҡ алдынан Ырыҫйән уҙаман йәнә улдарын саҡырып алды һәм ҡурайҙа уйнауҙарын үтенде. Тирә-йүнде солғап, йәндәрҙе әүрәтеп, сихри моң эркелде. Тәбиғәт тауыштары, ел иҫеүе, ямғыр яуыуы, үләндәр һәм япраҡтар һелкенеүе, шишмәләр сылтырауы, ҡоштар һайрауы – һәммәһе лә Ырыҫйәндең рухы менән аһәңләшеп, күккә ашты...

      Йылдың етенсе айы башланған ғына саҡ. Бөтә донъя йәм-йәшел, сәскәләр хуш еҫ бөркә, бал ҡорттары безелдәшә, ҡоштар сутылдаша. Кәкүк саҡыра... Ырыҫйәнде әхирәткә оҙатырға тирә-яҡ ауылдарҙан да ырыуҙаштар килде, күптәр, хатта ир егеттәр ҙә, йәшерен генә күҙ йәштәрен һөрттө. Зыяратҡа инер алдынан дини йола атҡарып, Аҡкүл муллаһы:

    –  Ырыҫйән ағабыҙ ниндәй кеше ине? – тип һораны.

Яҡшы кеше, бик тә яҡшы кеше ине! – тигән һүҙҙәр яңғыраны.

    –  Эйе, Ырыҫйәнебеҙ, изге күңелле ырыуҙашыбыҙ, ғәжәп хозур мәлдә арабыҙҙан китте. Уның исеме оҙаҡ йылдар йөрәк түребеҙҙә һаҡланыр. Ҡөрьәндең йөрәге иһә – Йасин! Уны ҡәҙерлебеҙҙән ҡәҙерлебеҙгә бөтә нурым, йәмем, булмышым менән  ихлас бағышлайым.

      Башҡорт халыҡ йырҙарын иҫ китмәле оҫта башҡарыусы Аҡкүл муллаһы сүрәне ғәжәп яғымлы, наҙлы тауыш, хайран итмәле аһәң менән көйләп, бар ғәләмде арбаны, әсир итте. Йәндәргә үтеп ингән, әллә ҡайҙарға, алыҫ-алыҫтарға, күккә олғашҡан тетрәндергес моң тирбәлде лә тирбәлде.

      Нишләйһең, айы еткән – айында, көнө еткән көнөндә үлә. Моңһоу,  бик моңһоу ине  Ырыҫйән уҙаман  менән хушлашыу. Телдәрҙән алғыштар ағылды:

                           Ауыр тупрағың еңел булһын!

                           Тар урының киң булһын!

                           Ҡара гүрең яҡты булһын!

                           Урының йәннәттә булһын!

                           Тыныс йоҡла, бәхил бул!..

      Уҙамандың аманаты буйынса ҡәберҙе тимер кәртә менән түгел, ә Урал таштары менән ураттылар. Дүрт мөйөшкә дүрт кеше ултыртып, Аҡкүл муллаһы тағы ла йыназа уҡыны, тәҡбир әйтте, тағы ла күҙҙәрҙе йәшләндерҙе. Ә тирә-йүн, бер ни булмағандай, һаман да хозур, һаман да һоҡланғыс, арбағыс! Шул саҡ утыҙ биш йәштәр тирәһендәге Ғайсар иләҫләнеп, елкенеп китеп, әйтте лә һалды:

                           Ниндәй йәмле, ниндәй йәннәт,

                           Ятыуҙары булыр рәхәт.

                           Туғандарым, үлдениһәм,

                           Ҡуйырһығыҙ шунда фәҡәт.

    –  Ауыҙыңдан ел алһын, улым! Һүҙ менән шаярмайҙар... Үлем менән шаярмайҙар...  Йәп-йәш көйөңә зыяратта көфөр һүҙ һөйләп тораһың да баһа! Әжәл – аяҡ аҫтында. Фәрештәләрҙең “Әмин!” тигән сағына ғына тура килмәһен инде, – тип, бик ныҡ көйәләнде мулла.

       Мәрхүм исеменә өйөндә йәнә аят уҡыттылар, хәйер өләштеләр, ҡәрҙәштәрҙе итле аш, төрлө тәм-том менән һыйланылар. Ололар: “Ырыҫйән – изге йән, артынан башҡаны саҡырмаҫ та ул, Ғайсар ғына хилаф  һөйләп, Хоҙай алдында гонаһҡа батмаһа ярар ине”, – тип, бошона-бошона таралышты.

      Аҡкүл муллаһы ҡайтып барышлай күктән оҙон-оҙон булып, берәүҙең өйөнә нур һуҙылғанын күрҙе һәм йөрәге өҙөлөп: “Аһ, теге ирҙең япрағы төштө”, – тип әсенде. Шул мәлдә Ғайсарҙың ҡатыны ниҙер һиҙенеп, иренә ҡараны ла: “Йөҙөң һурылып киткәнсе, әйҙә, күл буйына барып, балаҫ йыуып киләйек”, – тине.

      Хәтфә кеүек сирәмгә һалып, биҙрәләп һыу ташып, балаҫты тап-таҙа итеп йыуҙылар. Кипкәнсе, үҙҙәре лә әллә нисә мәртәбә күлгә сумып, сафланып сыҡтылар. Ғайсар, йомшаҡ үләнгә һуҙылып, күккә ҡарап, болоттарҙы күҙәтеп, байтаҡ ятты, шунан ҡалҡып, һуңғы тапҡыр күргәндәй, тау-урмандарға бағып торҙо. Шул арала уны ҡалала эшләгән, ялға ҡайтҡан йәштәштәре урап алды.

    –  Арығанһың, ныҡ талсыҡҡанһың, буғай, төҫөң ҡасҡан, ҡобараң осҡан да баһа, – тип, ай-вайына ҡуймай, хәмер ҡойҙолар.

       Ҡапыл әллә ҡайҙан күкһел ҡара болот килеп сыҡты. Көтмәгәндә, уйламағанда  кинәт кенә тирә-яҡ  ялт итеп ҡалды һәм... Ғайсар иптәштәренең күҙ алдында ергә ауҙы. “Ху-у-шығыҙ”, – тип шым ғына әйткәне һуңғы һүҙе булды. Ҡатыны әрнеп, әсенеп үкенде лә үкһене : “Ниңә генә күлгә төштөк?.. Ниңә генә?.. Ике балаң атаһыҙ ҡалды бит... Ике балаң...”

      Бар ауыл шаҡ ҡатты. Зыяратта уйламай әйткәне шул уҡ көндө Ғайсарҙың алдына килде. Камил менән Илнур аталарының һүҙ зәхмәте тураһындағы әйткәндәрен уйлап, уның күҙ менән ҡаш араһында раҫланыуына  ғәжәпләнде. Ниңә ғәжәпләнергә?.. Бәғзе ырымдар, ғәмәлдәр, һүҙҙәр йәһәт, бик йәһәт бойомға ашҡанын беләләр ҙә инде, беләләр. Аҡкүл муллаһының әйткәне иһә Ғаләмдән ҡайтауаз булып, ергә, кешеләргә фәһемле иҫкәрмә булып, йондоҙҙай  атыла  кеүек:  Һүҙ менән шаярмайҙар... Үлем менән шаярмайҙар...

 

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: