Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
17 Апрель 2022, 23:06

ЯРАТАМ, ТИП ӘЙТӘ АЛМАНЫМ... Хикәйә. Гөлсирә Ғиззәтуллина

Кискеһен кейәүем эштән ҡайтыуға шыр яланғас өйҙә тор ҙа ҡал. Эй әңгәмә! Килен төшөргәндә шыҡһыҙ булмаһын тип күрше-күлән бисәләр тырыштырған икән. Бигерәк нәфсеһеҙ ҙә булынған. “Юҡ!” – тип көйә лә белмәйем, урындыҡ өҫтөнә әсәм бирнәгә әҙерләгән ҡорама юрғанды түшәп һалғанмын да ирем ҡайтҡанда шарҡылдап көлөп ултырам. Һармаҡлыҡ инде! Килеп инде лә ҡосаҡлап иланы шунда. Һыр бирмәһә лә, нимә булыр, тип һыҙланып йөрөгән икән, йөрәккенәм. Етем кешенең күңеле китек була бит ул, ни тиһәң дә...Тулыһынса: 

ЯРАТАМ, ТИП ӘЙТӘ АЛМАНЫМ... Хикәйә. Гөлсирә Ғиззәтуллина
ЯРАТАМ, ТИП ӘЙТӘ АЛМАНЫМ... Хикәйә. Гөлсирә Ғиззәтуллина

Кешеләр! Мин яраттым һеҙҙе! Уяу булығыҙ!

Юлиус Фучик, чех антифашисы.

 

Ҡаҙан аҫтындағы ҡуҙҙы тартырға тип кенә сүгәләгән ерҙән хайран ҡалып онотолған: ғүмер буйы ҡарай ошо усаҡтағы утҡа, ғүмер буйына ҡараптар туя алмай! Яңынан яңы йондоҙҙар ҡабынған, ялтлап һүнгән, күҙҙең яуын алырҙай балҡыштар менән емелдәгән мәңгелек бер йәнәш йыһан һымаҡ күрә лә китә.

Ныҡ ҡына итеп ишек шаҡығанға тертләп ҡалҡынды. Ул арала март буранының һалҡынын эйәртеп, туңған итектәре менән туҡылдашып килеп тә инделәр. Эйелә биреп ингән ике ир-егет һындарын турайтыуға, Фәрхинурҙың ыҡсым өйө бәләкәс, түшәме тәпәш булып киткәндәй тойолдо. Уҙамандарҙың береһе тәртешкәһен тотҡан килеш аптырап торған хужабикәгә ҡарап йылмайҙы:

– Ҡаҙ һурпаһының тәмле еҫе ҡапҡанан килеп инеү менән үк борҡоп китте, – тип малайҙарса танау тартып ҡуйҙы. – Һаумы, инәй, бына һиңә ҡунаҡ алып килдем, – тип юлдашына ымланы. – Өфө тиклем Өфөнөң үҙенән. – Юлдашының ут ҡыҙыуында бит алмалары ҡыҙарып киткәнлектән уғата йәш сырайлы күренгән хужабикәгә сәйерһенә биреп ҡарағанын абайлап йылмайҙы. – Фәрхинур инәй тап үҙе инде. Һин әле уның сәхнәлә һелкетә баҫып бейегәнен күрһәң. Әйттем бит, беҙҙең яҡтың һауаһы саф, һыуы шифалы, шуға оҙон ғүмерлебеҙ, тип. Эйе бит, инәй.

– Һикһән биш йәшендә ат һыбайлап күрше райондан әбей күҙләп йөрөгән Хәмәтҡәле ҡарт менән “етмеш йәшемдә уже икенсе тешем төштө” тип ҡайғырып ултырған Кузьма ҡорҙаш тураһында һөйләмәнеңме әле? – тип ихласлап хәбәргә ҡушылды Фәрхинур. Хәбәрсән егеттең үҙҙәренең силсәүит рәйесе Айбулат икәнен шунда уҡ танығайны. – Маҡтап йөрөйһөгөҙ, рәхмәт төшкөрҙәре, үтегеҙ.

Көткән кешеһе булғас, ғүмер буйы, хатта юҡлыҡ мәлендә лә, ризыҡты мулыраҡ әҙерләргә күнеккән Фәрхинурҙың һыйы йөҙ ҡыҙартырлыҡ түгел.

Төбәп, иркенләп килгәндәр, күрәһең, ҡуш услап күрешеп, үҙен Ришат тип таныштырған ҡунаҡ мул ғына күстәнәсен сығарҙы. Ҡала кешеһенә ауыл өйө ирмәктер инде: стеналағы фотоларҙы иғтибарлап ҡарап йөрөнө лә түрбашта эленеп торған ҙурайтылған фото алдына баҫып:

– Был ирегеҙме, инәй? – тип һораны. Шунан силсәүиткә ҡарап, – Оҡшаған, – тип ҡуйҙы.

Йәһәтләп өҫтәл әҙерләгән хужабикә сәйерһенде, тик төпсөшөргә ҡыйманы: “Кемгә оҡшаған? Ниңә оҡшаған?”

Тормош хәлдәрен һөйләшә-һөйләшә күңелле итеп ашап-эсеп ултырҙылар. Ихлас һорашҡастары, Фәрхинур ҙа иркенләп үткәндәргә төшөп китте – йә гәзит-журналдан хәбәрселер был Ришат тигән улан. Ансамблдәре ҡәҙимге данлы ғына булғас, ундай иғтибар күргәндәре бар Фәрхинурҙарҙың.

Ғүмер ебе тыуымдан үлемгә илткән тура һыҙыҡ түгел, ә дүңгәләк: өлкәнәйгән һайын сабыйлығыңа, инешеңә яҡыная бараһың, тигәндәре дөрөҫ, ахыры. Иртәнсәк нимә эшләгәнеңде кискеһен иҫкә төшөрөү ҡыйыныраҡ булһа ла, алыҫ бала саҡтар, әле кисә генә булған һымаҡ – үҙе яҡын, үҙе ғәзиз.

– Үҙемде иҫләгәндән бейергә яраттым. Атам бахыр, күңелсәк кеше булды. Саҡ ҡына бушаһа, ишек башынан ҡурайын алыр ҙа, әйҙә, ҡыҙым, бейе, тиер ине. Үҫә төшкәс, киске уйын, тиһәң, ашауҙы ла, йоҡоно ла онотор инем. Хатта күрше бабайҙан күтәрмәле сабата үрҙертеп алдым. Шаҡылдата баҫып бейер өсөн. Хәйер, саң-туҙанды борҡотоп ялан аяҡлап та бейергә аптырамай торғайныҡ. Нурулла менән дә бейеп таныштыҡ. Уйын ҡыҙған ғына мәлдә бер егет атын саптырып килеп туҡтаны ла, һикереп төшкән ыңғайға ҡоласын йәйеп миңә ҡаршы бейеп килә бит әй! Һалдат кейемендә. Аяғында кирза итек. Хатта бай егет булып күренде. Күргән-белгән кешем түгел. Ул саҡта әле балалыҡтан йүнләп сыҡмағанмын, егет-еләнгә иҫ киткән юҡ. Миңә тик бейеү булһын. Ә был, үҙенә күрә түгел, һелкетә баҫа бит әй! Бейене-бейене лә, атында елдереп китеп тә барҙы. Күрше ауылдан, етем генә бер егет, тинеләр. Армиянан яңыраҡ ҡына ҡайтҡан. Колхоз аттарын көтә, имеш. Шулай аҙна тирәһе елдереп килеп бейеп йөрөнө лә, күләгә уйнағанда ҡолағыма бышылдай:

– Һин дә нур, мин дә нур – яусы ебәрһәм, миңә сығаһыңмы?

– Ә һин мине уйынға сығараһыңмы?

Һорауымдың сәбәбе шул: атай мәрхүм булып киткәс, ҙур ғаиләбеҙгә баш булып ҡалған өлкән ағайым дилбәгәне үтә ҡаты тота, әйткән ваҡытынан саҡ ҡына һуңлап ҡайтһаң, сыбыртҡыға ынтылыуҙан да тартынмай. Әсәйем яҡлашырға маташһа: “Ана, кейәүгә сығыр ҙа йөрөр, әлегә уның өсөн мин яуаплы”, – тип ебәрә.

– Икәүләп сығырбыҙ, – ти Нурулла.

Мин һармаҡ, уйлап та тормай:

– Улайһа мин риза, тип торамсы. Ниңә, ҡарап тороуға яғымлы, етем булғаны ла һәйбәт, беҙгә ҡыҫылып, тыйып торған кеше булмаҫ.

Йәштәр рәхәтләнеп көлөштө.

– Нисә йәштә инең инде, инәй?

– Ун алтым тулыр-тулмаҫ. Ул замандар өсөн еткән ҡыҙмын инде, үҙем шулай бала аҡыллы булғанмын.

– Шунан, бергәләшеп уйынға йөрөнөгөҙмө һуң?

– Рәхәтләнеп. Тәүге йылда ни мал юҡ, ни ҡош-ҡорт ҡына ла юҡ. Өйҙөң эсендә лә һыйыр мөгөҙөнә элер нәмә юҡ. Бәхетебеҙ инде үҙебеҙгә эйәреп йөрөй. Ишек келәһенә сыбыҡ тығабыҙ ҙа... Бәпәй тыуғас та ҡылығымды ташламаным әле. Нурулла төндә мал көткәндә бәпесте сәңгелдәккә һалып йоҡлатам да йүгерәм. Бер кисте лә борҡолдата баҫып бейеп йөрөй инем, ағайым үтеп бара. Мине түңәрәктән һелкетә тартып алды ла һорай:

– Кейәү ҡайҙа?

– Көтөүҙә.

– Балаң ҡайҙа?

– Өйҙә, йоҡлай.

– Йәш балаңды ташлап уйында йөрөйһөңмө, һармаҡ? Елдер хәҙер тиҙ генә. – Морон төбөмдә сыбыртҡыһының һабын һелкетте. – Артыңдан ҡыуып етһәм, һыҙырам.

Мин елдерәм, ул артымдан һыбай сабып килә, ҡыуып етә лә хрәс – ҡайыш сыбыртҡы һыҙғырып ҡына ҡала. Шунан һуң бала ҡалдырып йөрөү ҡайҙа!

Ҡунаҡтың һиҙҙермәҫкә тырышып стеналағы сәғәткә күҙ ташлап алғанын абайлап, хужабикә хәбәрен йәтеш кенә итеп түңәрәкләп ҡуйҙы.

Шунан Ришат биштәренән бер папка алды. Һүҙҙе нисегерәк башларға белмәгәндәй тәрән итеп һуланы ла:

– Оло бурыс йөкмәп килеп төштөм бит мин, инәй, – тине. – “Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай”, – тигән бик хаҡ әйтем бар. Беҙ ана шул дөрөҫлөк ҡоро һүҙ генә булып ҡалырға тейеш түгел, тип эҙәрмәндәр ойошмаһына берләштек. Эшебеҙ төрлө яҡлы. Ҡаты алыштар барған урындарҙа ҡаҙыныу эштәре лә алып барабыҙ. Архивтарҙа эҙләнәбеҙ. Бына Бөйөк еңеүгә 60 йыл тула, шуға ҡарамаҫтан, илебеҙ өсөн башын һалған миллиондарса яугирҙәр хаҡында “хәбәрһеҙ юғалды” тигән мәғлүмәт кенә ҡалған. Ә бит кеше эҙһеҙ юғалырға – энә түгел. Шуға беҙҙең ойошма...

Фәрхинурҙың ҡапыл ирендәре тартышып, ҡулдары һерелдәп китте. Быны абайлаған ҡунаҡ, артабан сурытып тороуҙы урынһыҙға һанап, ҡырт киҫте:

– Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, инәй, беҙ һеҙгә ирегеҙ хаҡында хәбәр алып килдек.

– Хат һалғанмы? – Бындай һорауҙы һис кенә лә көтмәгән ҡунаҡтар ҡаушап бер-береһенә ҡарашып алды. Өмөттән балҡып киткән был ҡарашты ни йәнең менән һүндермәк кәрәк? Тик ниндәй һүҙҙәр бар был донъяла әжәл әселәрен шифаларлыҡ?

– Юҡ шул, инәй, – тине Өфө егете. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һеҙҙең ирегеҙ Көнсыуаҡов Нурулла Харис улы 1942 йылдың 4 ғинуарында фашист концлагерында... аслыҡтан гүр эйәһе булған. Немецтар, үҙҙәренең милләтенә хас теүәллек менән барыһын да бына ошо ҡағыҙға теркәп барған. Бер ниндәй ҙә хата юҡ. Беҙ ҡат-ҡат тикшерҙек. Бында хатта фотоһүрәте лә бар. Стеналағыһына оҡшап тора.

Ришат урынынан торҙо ла, ултырғысын алып, Фәрхинур янына күсеп ултырҙы, уның алдына бер ҡағыҙ һалды.

Фәрхинурҙың атылып сыҡҡан йәштән томанланған күҙҙәре ҡағыҙҙың уң яҡ мөйөшөндә хәләленең фотоһүрәтен сырамытты.

– Ҡайһылай аҙаплағандар һине, йөрәккенәм!

– Һуғыштың тәүге айҙарында беҙҙең тотош дивизиялар ҡамауҙа ҡалып миллион ярымдан ашыу яугир әсиргә эләккән шул. Шулар араһында бик ҡаты яраланған Нурулла ағай ҙа булған... – Ришаттың тауышы әллә ҡайҙан, һаңғырау ғына булып ишетелә.

– Шулайҙыр, – тип бышылданы Фәрхинур. – Һау-сәләмәт килеш дошманға баш биреп тора торған кеше түгел ине ул.

Фәрхинур йәнә фотоһүрәткә төбәлде. Сәгер күҙҙәре менән туп-тура ҡарап тора, әйтерһең дә йылдар аша ҡатынына төбәлгән. Һөйкөмлө йөҙө йонсоу, башы бысраҡ бинт менән сырмалған. “Ни хәлгә төшөргәндәр йөрәккенәмде”.

– Фотоға әсирҙең иҫәп карточкаһы тултырылған мәлдә төшөрөлгән булһа, башындағы йәрәхәте ике айҙан һуң да уңалмаған булған әле, һаман бәйле бит.

Күҙенән субырҙап ҡойолған йәштәре алдындағы ҡағыҙға тамғас, Фәрхинур тиҙ генә яулыҡ осо менән һөртә һалды, ҡан тамырҙары ҡалҡып торған, ғүмер буйы ауыр эш эшләүҙән бармаҡтары кәкрәйә төшкән ҡулы менән һаман-һаман фотоһүрәтте һыйпаны. Йән иретер наҙ ағыла ине был бармаҡтарҙан.

Алтмыш дүрт йылдан ашыу йыйылған һағыш алҡымынан алды. Был оло хәсрәтте йотоп ебәрер өсөн саҡ ҡына булһа ла ваҡыт, аулаҡ кәрәклеген төшөнгән ҡунаҡтар, шауламаҫҡа тырышып, урындарынан ҡуҙғалды.

– Иртәгә иртәнсәк тағы инеп һөйләшеп ултырырбыҙ, инәй, – тине Ришат.

– Йә булмаһа фельдшерға әйтәйемме, инәй, килеп тынысландырғыс укол һалып китһенме әллә? – Силсәүит инде ишек тотҡаһына йәбешкән ерҙән кире әйләнде.

“Кәрәкмәй” тигәнде белдереп башын ғына сайҡай алды Фәрхинур. Көс-хәл тороп, солан ишеген бикләп ҡалды. Шунда тупһанан төшөп барған Айбулаттың:

– Бына Оло һуғыштың тағы бер һалдаты өйөнә ҡайтты, – тигәне ишетелде.

– Еңеүселәр сафына баҫып ҡайтты, Айбулат туған, – тине Өфө ҡунағы.

Фәрхинур ҡабат өҫтәл янына килеп ултырҙы. Үҙе һаман алдындағы фотонан айырыла алманы... Нурулланың ҡарашы тыныс, унда ҡурҡыу ҙа, нәфрәт тә юҡ, һынмаған ихтыяр бар ҙа, үлемесле арыу. Һағындырған, ҡайһылай ҙа һағындырған... 

“Бына ҡайттың, йөрәккәйем. Һинең ни рәүешле ҡайтып килереңде нисәмә төрлөләр итеп күҙ алдыма килтермәнем мин”.

Көтөүҙән бер ваҡытта ла туҡтаманы Фәрхинур. Ел килеп тәҙрә ҡаҡҡан мәлдә лә һиҫкәнеп ҡолаҡ һалыр ине. Ә һуғыш бөтөп, фронтовиктар күпләп ҡайта башлағас, бөтөнләй йоҡоһо ҡасты. Ул йыл ташҡын яман булды, йылға аша һалынған күперҙе ағыҙып алып киткәс, сәсеү бөткәнсе – яңы күпер һалырға ҡул тейгәнсе – ике ярҙы тоташтырып кәмә генә йөрөнө. Төнгә ҡалған юлаусы арғы ярға килә лә һөрәнләй: “Кәмә сығарығыҙ!”

Шундай мәлдә торор ҙа йүгерер ине Фәрхинур. Ҡайтҡан кеше ире булмағанда ла үҙенә күңелен төшөрөргә ирек бирмәне: шул тиклем зарығып көткән саҡта барыбер яуап булыр кеүек ине. Бына бит, алтмыш дүрт йылдан булһа ла хәбәре килде. 

Ә бит хәбәр килтергән егеттәрҙән хат һорап ултырыуы ла буштан түгел ине Фәрхинурҙың.

Аръяҡ урам Зөлмирәгә 1964 йылдың көҙөндә Канаданан хат килеп төштө. Ҡырҡ өсөнсө йылда хәбәрһеҙ юғалған иренән. Һуғышта ирҙәрен, улдарын, атайҙарын юғалтҡандарҙы, ә ауылда юғалтыуһыҙ берәй өй ҡалғайнымы һуң? – барыһының да өмөттәрен кәрәсин һипкәндәй ләүкетеп ебәргән хәл булды был. Йәнен һаҡлап ҡалһа ла иленән яҙған был бисара хатында үҙенең әсиргә төшкәнен, бер немец байында ялсы булып эшләгәнен, һуғыштан һуң хужалары менән бергә Латин Америкаһына китеп барғанын, илдән-илгә йөрөй торғас ҡаты һыуыҡтары менән беҙҙең яҡтарға тартым Канадаға барып төпләнгәнен, сит яҡтарҙа ауылын, һөйөклө ҡатынын, ғәзиз улдарын һағынып йәшәгәнен яҙғайны.

Хәләлен күрергә хыялланыуҙан бер ваҡытта ла туҡтамаған Фәрхинурға был етә ҡалды. Зөлмирәнең ҡыуанысы үҙенә лә йоҡҡандай ҡанатланып йөрөнө. Хатта икәүләшеп мәктәпкә география уҡытыусыһына барып, глобуста Канаданың ҡайһы тирәләрәк икәнен күреп ҡайтҡандары хәтерендә.

“Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй, ир-егеткәй менән ат башы”, – тип көйләй-көйләй атлап килгәндә, Зөлмирәнең:

– Һуғышҡа киткәнендә тал сыбыҡтай ҡалған бисәһенең хәҙер тумар умарта һымаҡ булып йыуанайғанын күреп күңеле ҡайтмаҫ микән? – тип шып туҡтағаны, Фәрхинурҙың:

– Йылдар уны аяған тиһеңме? Шуның сама ғазаптар кисергән кеше бит ул, – тигәне... Бәхет көтөүҙән бәхетле булынған инде. Әммә Канада яҡтарынан башҡа хәбәр булманы. Шулай ҙа был тормоштоң әллә ниндәй әкиәттәреңдән мөғжизәлерәк булыуына ышаныс ҡалдырғайны был хат. Хәйер, Нуруллаһының йәнен һаҡлар өсөн илен ташлап йөрөй торған кеше түгеллеген белә ине бит ул. Шулай ҙа бәләкәс кенә өмөткә лә сытырман йәбешкән инде.

Хыял менән йәшәлгән. Хыял менән таңдар аттырылған, хыял солғанышында көндәр үткән. Нурулла менән Фәрхинур өс йылдан саҡ ҡына ашыуыраҡ бергә йәшәп ҡалғайны бит. Ҡабат-ҡабат, бармаҡтарын бөкләй-бөкләй әллә нисәшәр мәртәбә барлаған инде ул бәхетле мәлдәрҙе Фәрхинур. Тик, тәрәндәнерәк уйлап ҡараһаң, ул киткәндән һуң үткән алтмыш дүрт йылдың ҡайһы көнөн унһыҙ үткәрҙе һуң? Эске донъяһында бер генә минутҡа ла янынан ебәрмәне бит ул Нуруллаһын. Иң ас йылдарҙа ла ҡаҙанға уның өсөн дә өлөш һалды, өҫтәл артында уның өсөн урын ҡалдырҙы. “Атайыңдың урынына ултырмағыҙ”, – тиер ине балаларына. Шуның өсөн ҡарында ҡалған малайы ла, атаһы бына-бына ҡайтып инер кеүек күреп, атайлы балалар һымаҡ үҫте.

Өмөткә һис өмөт ҡалмағанда ла өмөтләнгән. Ҡайғыһын да, шатлығын да һөйләп барған. Күңел көмбәҙенән һис кенә лә ебәрмәгән. Әле лә мейес буйындағы урындыҡҡа барып, кирбес йылыһына арҡа терәп ятты ла төн ҡараңғылығына төбәлеп ғәҙәти әңгәмәһен башланы:

“Иҫеңдәме, Нурулла?”

 

* * *

Нурулла йылғыларҙы һуғыш башланғандың тәүге аҙнаһында уҡ алдылар. Фәрхинур икенсе балаһына йөклө ине. Етешеп бөткәйне. Әллә нишләп ныҡ ауыр йөрөнө. Шуға хатта ике йәше тулыр-тулмаҫ ҡыҙҙарын да мунсала Нурулла йыуындырып биргәс, төрөп алып ҡына ҡайтып китте. Кискеһен дә башы мендәргә тейеү менән таңға тиклем йоҡлаған. Уянып китеүгә иренең күҙҙәре менән осрашты: терһәгенә таянған да уға төбәлгән.

– Йоҡлағанда һин үҙең сабый кеүекһең. Кем һине ике бала әсәһе, тиһен инде. – Шулай тигән булды ла һөйәлләнеп бөткән ҡытыршы бармаҡтары менән уның битенән һыйпаны.

Шул төндө алйот кеүек йоҡлап үткәргәненә ғүмере буйы үҙен-үҙе һүкте Фәрхинур. Наҙынан тыйылғанына ла үкенде, илай-илай үкенер ине. Ә ул саҡта “һуңғы” тигән уй башҡа ла инеп сыҡмаған инде. Йәш тә булынған, ун туғыҙы яңы тулған кешенән нимә көтәһең? Ул йәштә үлем хаҡында уйлайһыңмы ни, тормошоң шундай матур булып яңы башланып торғанда.

Ярай станцияға тиклем оҙатып барырға башы еткән. Бөгөнгөләй күҙ алдында, вагондарға тейәлергә бойороҡ көтәләр. Эргәлә ғәм халыҡ диңгеҙ кеүек сайҡала. Гармун уйнаған, йырлаған ҡайҙа, йөрәкһенгән кешеләр, беренсе донъя һуғышын, граждандар һуғышын үткән ҡарттар, үҙҙәрен дә, яугирҙәрҙе лә ҡупайтып ебәргән була: беҙ туҡмамаған нимесме ни ул, йәнәһе.

Ә улар ғүмере был ҡәҙәре кеше күргәндәре булмағас, бер ни тиклем ҡаушай төшөп, уҡыусы балалар кеүек ҡулға-ҡул тотошҡан булғандар ҙа торалар. Эй, ҡуйһаңсы инде: шунда кешегә текләп торғансы иренә бер туйғансы ҡарап ҡалһасы Фәрхинур!

Әйтер һүҙҙәр ҡат-ҡат әйтелгән.

– Балаларҙы һаҡла, Хайран. – Әйләндергән була ла шулай ти Нурулла.

Ә Фәрхинур һаман “берәй нәмәһе онотолоп ҡалмағанмы” тип барлай.

– Йөн носкиҙарыңды юғалтып китмә. Аяғың өшөмәһә, бирешмәҫһең, – тигән була. Иренең йыш ҡына тамағы шешеп йонсой шул. – Йәл, бер генә пар булды.

– Һыуыҡтар төшкәнсе ҡалмабыҙ ул, – ти Нурулла. – Утынығыҙ ҙа аҙ. Ҡар ятҡансы ҡайтып булынһа.

“Әгәр иртәгә һуғыш булһа” тигән йырҙы йырлап йәшәгән бөтөн халыҡтың ҡуҙғалғанын үҙ күҙҙәре менән күреп торғас, һуғыштың оҙаҡҡа һуҙылмаҫына ышаныстары ныҡ: бына-бына әйләнеп тә ҡайтырҙар. Тик бөтә кеше лә улай тип уйламай, ахыры.

Эргәләрендә генә күрше ауыл ҡыҙы Маруся егетен оҙата. Анда-һанда уйындарҙа, байрамдарҙа осраша торғандар ине. Николайы оҫта гармунсы килеп тороп.

“Коленька, – тип һамаҡлай күҙҙәре ҡыҙарып, шешенеп бөткән Маруся, – мин һине үлә яҙып, үләләр яҙып яратам!” – Николайҙың муйынына аҫылынып, киң күкрәгенә башын сүкеп-сүкеп илай.

“Ауыҙың тулы ҡан булһа ла, кеше алдында төкөрмә” тигәндәй, сабырлыҡ, тыйнаҡлыҡ тураһында ныҡып үҫтерелгәс, Фәрхинурға кеше тойғоларының яланғаслығына шаһит булыуҙарынан уңайһыҙ. Шул уҡ ваҡытта күңелгә шом оялай: әллә Маруся ҡайғы-хәсрәтте алдан һиҙенә микән?

Төрлөһөн уйлап, һушы китеп торғанында, зиһенендә йәшен кеүек ялтлап китә: өс йылдан ашыу түшәк уртаҡлашып, атай-әсәй булып, бер-береһенә, исмаһам, бер генә тапҡыр ҙа “яратам” тип әйткәндәре булмаған икән дә... Әйтеү генә түгел, әйтергә кәрәк икәне, улайтыптар ҡысҡырып, ауыҙ тултырып, үҙәктәрҙе өҙҙөрөп “яратам” тип әйтеп булғаны башына инеп тә сыҡмаған.

Хәләленә һирпелеп ҡараны ла уйынан уҡ ҡыҙарынды. Шулай ҙа:

– Нурулла, – тине.

– Әү, Хайран! – тине ире. Тауышындағы наҙынан быуындары иреп төштө Фәрхинурҙың. Ә Нурулла әйтеп тә өлгөрҙө, бер көслө тауыш: “По вагонам!” – тип һөрәнләп ебәрҙе. Китте ығы-зығы, ҡым-ҡырыз, шау-шыу...

Ә Фәрхинур, иренең еңенә сытырман йәбешкән дә, ебәрә алмай. Аңы менән төшөнә лә, бармаҡтары тыңламай. Ә Нуруллаһы инде яртылаш ҡына бында, яртылаш юлға ҡайырылған... Үҙәктәрҙе өҙөп, аяу менән ҡараны ла, көс менән ҡатынының бармаҡтарын яҙып, ысҡынып йүгерҙе, аяҡтары алда, күҙе һаман Фәрхинурҙа... Тейәлеп тә өлгөрҙөләр, алып та киттеләр. Ғәм халыҡ перрон буйлап йүгерешә, ҡайҙа унда үҙеңдекен табыу...

“Йөрәккенәм, шунда бер-беребеҙҙе һуңғы тапҡыр күргәнебеҙҙе белһәк, нимә эшләгән булыр инек икән?! – тип уйлай Фәрхинур.

“Хат еткән ерҙән хат менән, йыр еткән ерҙән йыр менән, уй еткән ерҙән уй менән хәлемде белгертеп торормон. Хәбәрем килмәгәндә лә бөтөрөнмә, өмөтөңдө өҙмә – бында мәхшәр”, – тип һуғышҡа инер алдынан ебәргән берҙән-бер хатынан һуң ләм-мим.

“Ғүмер буйы үҙемде әрләйем. Шунда поезд артынан йүгереп: “Мин һине яратам, Нурулла!” – тип һөрәнләгән булһам, бәлки, яҙмыш икебеҙгә лә аяулыраҡ булмаҫ инеме икән?”

Шулай йылдар буйы йөрәген өйкәгән һорауын әйләндерә лә ҡабатлай, әйләндерә лә...

Ә Марусяның Николайы ҡайтты бит! Өс йылдан ашыу ут эсендә йөрөп, үлем ҡағыҙы килгәндән һуң ярты йыл үткәс ҡайтып төштө. Был хәбәрҙе ишетеү менән йүгереп барҙы Фәрхинур. Кемдең ҡайтҡанын ишетһә лә, күрше ауылмы, аша ауылмы, яҡын арамы, алыҫмы, йүгерә лә китә торғайны: “Нурулланы осратманығыҙмы? Уның тураһында берәй нәмә ишетмәнегеҙме?”

Ул ни тигән хәбәрһеҙ юғалыу? Төшөп ҡалған бер мәшәүме һуң ул? Баҫҡан урынында ут сәсеп торған ир-егет тә баһа!

Бала булған инде... Һуғыштың ғәрәсәтен башына ла һыйҙыра алмаған.

Барып инде өйҙәренә. Элекке Николайҙан шәүлә генә ҡалған. Бер күҙе йомоҡ, һыңар ҡулы бөгөлмәй, күҙ эйәртмәй гармаун телдәре буйынса йүгергән тилбер бармаҡтары бер-береһенә уҡмашҡан. Әле ҡасан ғына күҙҙең йыуанысы булған һылыу йөҙгенәһенә ҡарарға ҡурҡыныс: танкының эсендә янған.

“Марусяның һөйөүе генә алып ҡалды мине, – тип үҙе һөйләне Николай. – Дөрләп яна инем инде, ҡолағымда һөйгәнемдең: “Мин һине үлеп яратам!” – тигәне яңғырап китте лә, ниндәйҙер ҡөҙрәт, йәшәргә теләк мине тышҡа алып бырғаны!”

“Йәшәргә теләк”, – тине Николай. Ә Фәрхинур Нуруллаһында иң һуңғы сиктә лә тормошҡа сытырман йәбешергә ҡеүәт бирерҙәй һүҙҙе әйтеп өлгөрмәгән.

“Яратам тип әйтеп өлгөрмәгәнмен”, – тип өҙгөләнгәнендә, инде буй еткергән ҡыҙы:

– Белгәндер, әсәй, – тип йыуатҡан булыр ине. – Үҙең әйтәһең бит: “Беҙ йән туғандар”, ти торғайны, тиһең. Наҙға сарсап үҫкән үкһеҙ етем бала яратҡаныңды һиҙмәһә, шул тиклем эҫенмәҫ ине.

– Уны шул тиклем яратҡанымды янымда булғанда мин үҙем дә һиҙмәгәнмен шул... Һулар һауаһы һымаҡ булған Нурулла. Күкрәк тултырып һуларға һауа еткәндә, унһыҙ йәшәп булмағанды кем аңлаһын?!

Йөрәге түҙгеһеҙ әрнеп киткән саҡтарҙа тауҙарға баҫып ҡысҡырыр ине Фәрхинур:

“Нурулла, мин һине яратам!” Ә ҡайтауаз уға ире һымаҡ яуап ҡайтара: “Яратам! Яратам!”

Иҫкән елгә, аҡҡан һыуға, яуған ямғырҙарға һамаҡлар ине: “Был донъяла һеҙҙәргә сиктәр юҡ, еткерегеҙ хәләлемә: “Мин һине яратам, Нурулла!”

Тик улар ҙа һуңлаған, алып барып өлгөрмәгән: 1942 йылдың ғинуарында ул инде киткән булған, был фашистар тормошон тамуҡҡа әйләндергәнгә күрә...

 

* * *

Нуруллаһының яҙмышын белгәндән һуң уйҙарына уйылды ла төштө Фәрхинур. Ятһа ла, торһа ла башында шул бер уй. Төнгө йоҡолары ҡасты, тыуған өйҙән сығып киткәс хәләленең ниҙәр кисергәнен, ниндәй ғазаптар аша үткәнен үҙ башынан үткәргәндәй бер туҡтауһыҙ өйөрөлттө. Уйлаған һайын үкенесе әсерәк, түҙгеһеҙерәк була барҙы. Ғүмере буйына артығын уйлап тормай, тотҡан еренән һындырып йәшәгән Фәрхинур бер төндө түшәгендә улай-былай әйләнгеләп, мейеһе сәсрәрҙәй булып ятты ла, башына килгән фекерҙән тороп уҡ ултырҙы.

“Барам да ҡайтам Германияға! Хәләлемдең аҫыл һөйәктәрен ҡуйынына алған тупраҡты йәшем менән һуғарайым. Сәгер күҙҙәренең иң һуңғы ҡарашы төбәлгән күкте күрәйем. Шул тупраҡ менән күктең алдында ауыҙ тултырып йән ғазабымды әйтеп бирәйем. Шулайтайым. Әллә бар ғүмер, әллә юҡ ғүмер. Донъялыҡтағын донъялыҡта теүәлләйем”.

Кинәт кенә тыуҙы ла ҡуйҙы ул был ниәт. Хәйер, буштан ғына тыуманы инде. Бер ваҡыт БСТ-ла Сәғитова тигән бер ҡәҙимге башҡорт ҡатынының автостоп менән бөтә Европаны йөрөп сыҡҡаны тураһында тапшырыу булғайны. Шуны әҙәм балаһының тәүәкәллегенә, батырлығына хайран булып ҡарағайны. Ана шул һоҡланыуы орлоҡ һымаҡ әллә ҡайҙа бер урында ятҡандыр ҙа, шытып сыҡҡандыр, ахыры. Өлкәнәйгәс, тәүәкәллектең бер ҡыры бар: был ҡарсыҡ алйып бара түгелме, тип шаҡара тыйып ҡуйыуҙары ихтимал. Шуға күрә ниәтен күптән әхирәте һымаҡ булып бөткән ҡыҙына ла асманы. Көндәр саҡ ҡына йылына төшкәс юлланырға ҡарар итте лә, шым ғына йыйына башланы. Йыйына, тип, шул аҡса инде. Аҡсаң булһа, бүтәнен һатаһың да алаһың хәҙер. Тормошо етеш, үҙе тернәксел булғас, пенсияһы байтаҡ йыйылған булырға тейеш тә, тик ҡулда түгел, әйләнештә. Әйләнеш тигәне шул: бурысҡа тип өләшеп бөткән. Уңайһыҙ булһа ла, бер нисә ауылдашынан һораштырып ҡараны ул. Береһе “балалар аҡсаһы алғас” тип сығарҙы. Икенсеһе “кейәүең вахтанан ҡайтһын инде” – тине. Бәғзе берәү: “Кредитыбыҙ күп бит. Саҡ ҡына сабыр итеп торһаңсы” тип илауланы. Шул инде, йәштәргә аҡса күп кәрәк. Машинаһыҙ ҙа булмай, ә уныһы бензинды күп ашай. Өйгә күпме өйәһең. Балаларҙы уҡытырға кәрәк. Аҡсаһын йыйнап алыу килеп сыҡманы, кәйефе генә боҙолдо ла ҡул һелтәне. Етмәһә, яҙы һуңлап килде. Апрель айының пенсияһын йомарлап алғас: “Бер тапҡыр баҙнатһыҙланып ҡалыуым арҡаһында ғүмер буйы үкендем, инде быныһы өсөн үлгәнсе үкенерем юҡ!” – тип сыҡты ла китте Фәрхинур. Автобус менән район үҙәгенә барып еткәйне, Өфөгә тура барғаны киске биштәрҙә генә үтә, тинеләр. Нишләптер башҡа ваҡытта мыжғып йөрөгән таксистар ҙа күренмәй. Киске бишкә тиклем ете сәғәт ваҡыт бар. Әлеге шул Сәғитованы иҫенә төшөрөп, юлға сығырға булды. Бәлки, берәй ылауға эләгеп китер, һис булмаһа, атлай торор. Ике-өс саҡырымға булһа ла маҡсатына яҡыныраҡ булыр.

Машина тигәнең себендән күп бит хәҙер, саҡ ҡына барғайны, бер ап-ағы килеп туҡтаны ла һөйкөмлө генә бала – һикһәнде уҙғас ни хәҙер бөтәһе лә бала – башын сығарып:

– Әбекәй, ҡайҙа китеп бараһың? – тип һораны.

– Ошо яҡҡа.

– Ошо яҡҡа булһа, әйҙә, ултыраһыңмы?

– Ултырмаған ҡайҙа, рәхмәт, балаҡай.

– Хатта өләсәмә оҡшап китеп бараһың, әллә улмы тип торам. – Шоферы бигерәк илгәҙәк бала икән. – Ул да бер минут та көтөп торорға яратмай, атлай ҙа китә. Бер көнө машина осраған да, ултыртып алам тиһә: “Юҡ, балалар, мин ашығам”, – тип ҡул һелтәгән. Былар, әбей алйый башлаған, тип китеп барғандар. Бер аҙҙан машиналары боҙолоп торһалар, өләсәм һыпырта һуғып үтеп китеп бара, ти. “Ярар, сәләмегеҙҙе еткерә торормон”, тип көлә, ти үҙе, етмәһә.

– Беҙ йәш саҡтан йәйәү йөрөп өйрәнгәс ни, ултырып сыҙамайбыҙ шул, йыбырлай бирәбеҙ.

– Ошо яҡҡа, тип серле генә әйтеп ҡуйҙың, инәй. Алыҫҡа китеп бараһыңмы? – тип һорай ҡуйҙы егет.

  • Алыҫҡа, – тине Фәрхинур. – Ныҡ алыҫҡа.

Шунан һынсыл ғына ҡарап алды ла, арыу бала икәнен сырамытҡас:

– Германияға, – тип өҫтәне. Тегеһенең ғәжәпләнеүҙән ҡаштары өҫкә һикереп киткәйне, зиһене теүәллеген раҫларға була, сәфәренең маҡсатын әйтә һалды.

– Гитлерҙы юҡҡа еңеп маташҡандар ул, – арттан бер ҡарлыҡҡан ҡалын тауыш сыҡҡас, ҡайырылып ҡараһа, йыуан ғына бер ир олоғара шешәнән һыра һура-һура ҡырын ятып бара. Йә берәй түрә, йә берәй яңы башҡорт байы, ахыры. – Гитлер еңгән булһа, бынау бейә һейлеге урынына кинәнеп баварскийҙы эсер инек, исмаһам.

Фәрхинур башта хатта үҙенең ҡолағы ишеткәнгә үҙе ышанмай торҙо. Ил өсөн йәнен аямаған яугирҙәрҙән мәсхәрәләп көлөү бит был! Башына ҡан һикерҙе, тыны быуылды. Шәлен ысҡындырып ебәрҙе лә артына боролдо:

– Ата-олатаң Гитлерҙы еңмәгән булһа, һин тыумаған да булыр инең, ахмаҡ.

Һеңдергәнсе әйтергә уҡталды ла, үҙен ултыртып алған водителде уйлап тыйылды: был арыу балаға яҡшылығы өсөн һүҙ тейеп ҡуймаһын.

– Балам, – тине. – Машинаңды туҡтат. Туҡтат машинаңды.

Ғәжәпләнеп ҡараған егеткә:

– Төшөр, – тине. – Тыным ҡыҫыла.

– Нимә? – тине теге йыуан. – Дөрөҫлөк өтәме, ата коммунист!

– Һинең һаҫығың уҡшыта, – тине лә юл ситенә килеп туҡтаған машинанан төшә башланы Фәрхинур.

– Ә кем түләй? – тине йыуан мыҫҡыллы тауыш менән. – Хәйерсе пенсияң юлға түләргә лә етмәйме, патриотка?! – тип йәмһеҙ итеп һүгенде. – Туҡта! – тип екерҙе ҡуҙғала башлаған водителгә. – Түләһен, машина һыу менән йөрөмәй!

Фәрхинур кеҫәһендәге ҡулъяулыҡтан мең тәңкәлекте сығарып әле ултырып килгән ултырғысҡа һалды.

Бер минут та туҡтап тормай алға атлай бирҙе үҙе:

– Ник тыуҙым, ҡәбәхәт! Ер ҙә упмаҫ был оятһыҙҙы, ерәнер... – тип ҡәһәтләнде.

Йыуан бай һүгенә-һүгенә тәҙрәнән ҡулындағы һыра шешәһен бәреп китте. Әл дә теймәне. Шул тиклем ҡыҙғайны Фәрхинур, атлау түгел йүгереүгә күсеп киткән икән. Күпмегә етер ине хәле был тиҙлектә, бер машина ҡыуып еткән:

– Әбекәй, тим, әбекәй! Ишетмәйһеңме әллә, ҡайҙа китеп бараһың?

– Алыҫҡа...

– Алыҫҡа булғас, әйҙә, ултыр. – Йәш кенә бер ир яғымлы йылмайып башын һонған. Фәрхинур, ауыҙы бешкән кеше булараҡ, был юлы һынаңҡырап ҡараны. Эргәһендә йәш ҡатын да бар икән.

– Әйҙә, әбекәй, ҡурҡма. Ана, артҡа, ҡәйнәм янына, ҡушарлап ултыр, – тигәс, тәүәкәлләне.

– Былай матур итеп кейенеп балаларыңа ҡунаҡҡа китеп бараһыңмы? – тип һүҙ ҡушты ҡәйнә кеше. Ипле генә күренәләр – асылырға булды.

– Юҡ, Мәскәүгә барам, – тигәс, ир кеше һыҙғырып ҡуйҙы.

– Алыҫ икән шул. Беҙ Стәрлегә генә барабыҙ бит әле.

– Ярар, 250 километрға булһа ла яҡыная бит, – тине ҡәйнәһе.

Бигерәк яғымлы кеше икән. Һүҙ эйәрә һүҙ сығарып тәки Германияһына тиклем һөйләтеп алды. Күңеле кителә биреп килгән Фәрхинурға рәхәт булып китте бер туғарылып һөйләшкәс.

Стәрлегә боролған урында Өфөгә юлланған машинаны үҙҙәре туҡтатып ултыртып ебәрҙеләр, рәхмәт яуғырҙары. Түләргә тип сығарған аҡсаһын ҡәйнә-ҡатын усына ҡабат йомдорҙо.

– Изге юлға сыҡҡанһың, апай. Минең атам да Еңеү көнөнән һуң Прага ҡалаһы янында һәләк булған. Мин дә, атай ул фотоһүрәт була икән, тип уйлап үҫкән баламын. Шул яҡтарҙан уҙғанда минең атайым менән уның яуҙаштарына ла һағынышлы сәләмдәребеҙҙе әйтеп кит. Ихлас күңелдән бирәм, һиңә юл хәйере булһын, – тип үҙе өҫтәп бирҙе.

Ныҡ фыртым машинаға ултыртып ебәргәндәренә көйөңкөрәп китеп бара ине, ҡайһы арала тегеләр быныһына уның тарихын бышылдап өлгөргәндәрҙер, сынъяһауҙан кейенгән машина хужаһы үҙе һүҙ башланы:

– Минең дә ике олатай, бер өләсәй һуғышта ҡатнашҡан. Бер олатайымдың дүрт ағаһы һуғышта һәләк булған. Ул үҙе ҡаты яраланып ҡайтҡан да, минең атайым бәләкәй саҡта уҡ, шул йәрәхәттәр арҡаһында мәрхүм булған. Был һуғыш ҡайғы килтермәгән берәй ғаилә бармы икән беҙҙең илдә? – тип иҫ-аҡылы китеп барҙы. Донъя буйлап күп йөрөй икән, виза хәлдәрен аңлатты. Сит илгә сыға торған паспортын һорап алып ҡараны ла:

– Инәй, уңған юлға сыҡҡанһың ул һин, бына бит, срогы сығыуға өс ай бар әле, – тип ҡыуандырҙы. Өфөгә яҡынлағас:

– Ҡайҙа алып барайым һине, тимер юл вокзалынамы, аэропртҡамы? – тип һораны.

– Минең бында ҡыҙым йәшәй. Шунда инеп баш-күҙ алайым. Мәскәү яғына иртәгә ҡуҙғалырмын, – тигәс, подъезд ишеге төбөнә килтереп төшөрҙө. Фәрхинурҙың:

– Машина һыу менән йөрөмәй бит, балам, бензинлек, – тип биргән аҡсаһын рәхәтләнеп көлә-көлә затлы кенәгәһенә тыҡты ла:

– Инәй, һинең был аҡсаңды мая итеп айырып һалам. Ә быныһы минән һиңә ҡотло юл теләге булһын, – тип биш меңлек тотторҙо. – Ал, инәй, миңә лә уңыш телә. Аллаһы тәғәлә һинең һымаҡ саф кешеләрҙең теләген ҡабул итә ул, – тине.

* * *

Хәбәр итмәй-нитмәй килеп ингән әсәһен күреп, ҡыҙы йығылып китә яҙҙы.

Юл хәлдәренән йөрәкһенгән Фәрхинур ишек төбөнән уҙыр-уҙмаҫ ниәтен таҡылдай башлағас, аптырауға ҡалып бот сапты.

– Ошолай ялпылдап Германияға китеп бараһыңмы? Бигерәк ауылса кейенгәнһең. Ҡала кешеһе бит улай кейенмәй. Европа тураһында әйтеп тә тормайым. Кит-кит, әсәй, кеше көлдөрөп.

– Нишләп көлдөрөп? – Фәрхинурҙың бирешергә һис кенә лә иҫәбе юҡ ине. – Мин бит Европа кешеһенә китеп бармайым, атайыңа барам. Бер саҡ баҙарға барғанда сирәмдәй йәшелгә ҡып-ҡыҙыл сәскә төшкән тауарға күҙе ҡыҙып ҡайтҡайны. Ҡулға аҡса инеү менән һиңә шундай күлдәклек алам, тип эй хыялланған булғайны.

– Килештереп ап-аҡ йөн ойоҡ менән ҡара галуш кейгәнһең... Матур туфлиең бар ҙаһа...

– Кейеп торҙом да сисеп ҡалдырҙым. Калушта атлауы йомшаҡ, еүештә һыуланмай.

– Әсәй, әллә һин Германияға йәйәү бармаҡсы булаһыңмы?

– Барһам барам да етәм, һуғыш ваҡытында беҙҙекеләр түш менән шыуышып Берлингә тиклем барып еткәнде әллә...

Ғүмер буйы башланғыс кластарҙа уҡытыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан, гел дөрөҫ, аңлайышлы һәм яуаплы итеп һөйләп өйрәнгән ҡыҙының ҡашы төйөлә башлағанын күреп, Фәрхинур үҙен-үҙе бүлдерә һалды:

– Кеше йөрөп ята ла баһаң. Хатта беҙҙең башҡорт бисәләре лә... Сәғитова тигән ҡатындың машинанан-машинаға ҡул күтәреп бөтөн Европаны урап сыҡҡаны тураһында тапшырыу ҡараманыңмы ни? Ул да йәш түгел, пенсияға сыҡҡас йөрөй башлаған.

– Әсәй, һуң ул йәш пенсионер бит. Һинең кеүек 82 йәштә түгел. Хәҙер һин берәй машинаны туҡтатып, Германияға китеп барам, тиһәң, әбей алйыған икән, тип яҡындағы тилелер йортона тапшырып китәсәктәр.

Фәрхинур юҡҡа бәхәсләшеп ҡыҙының йәнен көйҙөрмәҫкә булды. Уның шымып ҡалыуынан “ҡаты ҡағылдым, ахыры”, тип уңайһыҙланып киткән ҡыҙы инде йомшарыбыраҡ өндәште:

– Әсәй, сит илгә сығыуы улай ябай ғына түгел бит. Башта виза алырға кәрәк, уның өсөн Мәскәүгә барырға.

– Беләм. Мин дә телевизор ҡарайым, китап-гәзит уҡыйым дабаһаң. Ауылда йәшәй, тигәс тә мине бигерәк томанаға һанап китәһегеҙ һеҙ, ҡала кешеләре. Әле бөгөн юлда ла бик һәйбәт, бик донъя гиҙгән кешеләргә ултырып килдем. Аңлаттылар. Мәскәүгә һуғылып китермен. Теге юлы ҡустың сит ил күрһәтәм тип ҡыялып, паспорт та эшләткәйне бит. Шуны ла һалып алдым мин.

– Ул әллә ҡасан булған хәл бит. Срогы сыҡҡандыр инде уның.

– Өс ай ваҡыты бар икән әле, – тип ҡәнәғәт йылмайҙы Фәрхинур.

Ҡыҙы нимә тип әйтергә лә белмәне: “Йәш сағында ла шул ине. Хәҙер ҙә шул: оҙаҡ уйлап тора белмәне, алдына алғанын ҡуйманы”.

– Ярар, әсәй, һин ял ит. Мин көндөҙгө стационарҙа дауаланып йөрөйөм. Иртәгә иртәнсәк уколға барып ҡына ҡайтайым да, ҡустыма шылтыратайыҡ. Ейән-ейәнсәрҙәрең менән дә кәңәшләшәйек. Сит ил мәсьәләләрен хәҙерге йәштәр яҡшыраҡ белә, – тине.

Һүҙҙе икенсе яҡҡараҡ бороп ебәрер өсөн ауыл хәбәрҙәренә төшөп киткән әсәһен ишетер-ишетмәҫ йөрөп сәй әҙерләгәс, йәнә:

– Мәскәүгә билет, визаға түләргә, Германияға билет, шунан ҡайтырға билет... – тип баш сайҡаны. – Бигерәк еңел уйлайһың да ҡуяһың, әсәй.

– Ҡыйын итеп уйлай башлаһам, бер яңғыҙым ҡустың менән икегеҙҙе нисек кеше итеп сығарыр инем?

– Шулай тиһең дә тораһың. Хәҙер бөтөнләй икенсе заман, әсәй.

– Заман башҡа булһа башҡалыр. Кеше шул уҡ. Яманы ла бар, тик яҡшыһы күберәк.

Башҡа һүҙ ҡуйыртып торманы әсә, ике йыл элек кейәү балаҡай инфаркттан көтмәгәндә генә мәрхүм булып ҡалғас, ныҡ бирешеп, һаулыҡҡа туймай киткән ҡыҙына йәлләп ҡарап, шымды.

– Иртәгә мин йөрөп ҡайтҡас, магазинға барып өҫ-башыңды ҡараштырайыҡ, шунан күҙ күрер, – тиеүенән ҡыҙының уның сәфәренә шыпа ҡаршы төшмәгәненә эсе йылынып Фәрхинур үҙенә әҙерләнгән урынға барып ятты.

 

* * *

“Иртәрәк барһаң, уколға сират булмай”, тип һигеҙгә сығып киткән ҡыҙы артынан ишек бикләп ҡалған Фәрхинур, бер сынаяҡ сәйҙе шөрпөлдәтеп эсте лә, кистән үк әҙерләп ҡуйған сумкаһын тотоп, тая һалды. Тәүҙә туҡталышта теҙелеп торған автобус йөрөтөүселәрҙе: “Ҡайһығыҙ Мәскәү юлына тиклем бара?” – тигән һорауы менән аптыратып алды. Ниһайәт, “Әбекәй, аҙашманыңмы? Балаларың ҡайҙа йөрөгәнеңде беләме?” тигән һорауҙарҙы бирештерә-бирештерә булһа ла, ике-өс автобусты алмаштырып ул ергә алып барып еткерҙеләр. Илла-алла менән оло юлға килеп сыҡты, ниһайәт. Кисә юлы уңғанға күрә күтәренке күңел менән дәртле генә юлланған Фәрхинур ғәҙәтенсә трасса буйлап китте. Машина күп, бер туҡтауһыҙ олоғара фуралар үтә – юл ситенән барыу ҡурҡыныс. Туҙандан, ауыр бензин еҫенән, төтөндән күңеле болғанып, башы ауырта башланы. Машина себен кеүек күп, эргәһенән бер туҡтауһыҙ үтеп торалар. Ҡул күтәреп ҡарай, туҡтаусы юҡ. Бер сәғәт барҙымы-юҡмы – ырата алманы. Күңеле төшөп, “Мәскәүгә тиклем – 1300 километр“ тигән яҙыулы бағана янында юлдан ситтәрәк ятҡан бер ҙур ташҡа барып ултырҙы.

Ошолай тиҙлек менән көнөнә биш километр үтһә. Мәскәүгә барып етер өсөн генә лә 260 көн кәрәк була. Әлбиттә, Нурияһы ике-өс көнгә лә сыҙамаҫ: полицияға хәбәр итеп, эҙләүгә бирәсәк. “Улай булмаҫ, булмаҫҡа тейеш, туҡтап ултыртһалар, ошо яҡҡа барған ниндәй машина булһа ла эләгергә кәрәк, – тип уйланы. – Бер километр барһам да кәмей торор. Эй Раббым Аллам, сәфәремде хуп күрһәң, юлыма һәйбәт кешеләрҙе сығарып ҡуйһаңсы”.

Шулай тип теләп бөтөүгә, бик ныҡ борсолған йөк машинаһы туҡтаны ла өлкән генә бер ир һонолоп:

– Әбей, хәлең нисек? – тип һораны.

– Һәйбәт, хатта һәйбәт, – Фәрхинур һикереп тора һалды ла уға табан ашыҡты. – Ошо яҡҡа китеп бара инем.

– Ҡайһы ауылға? – тине руль артында ултырған йәшерәге.

– Ошо трассанан ситкә боролғансы ултыртып алып барып ҡалдырһағыҙ һәйбәт булыр ине.

– Әйҙә улайһа, ултыр.

– Мин был яҡтарҙы белмәйем шул, – тине Фәрхинур аҡланған һымағыраҡ. Һүҙгә-һүҙ ялғанһын тип тә инде. – Бик ауылымдан сығып йөрөргә лә тура килмәне. Ғүмер буйы эш тә эш. Беҙҙең ваҡытта колхоздар көслө булды бит.

– Ҡайһы яҡтан килә ятаһың?

– Башҡортостандың көньяғынан.

– Һөйләшеүең оҡшап тора шул. Беҙҙең бер килен шул яҡтан. Ә ҡайҙа китеп бараһың?

– Германияға юлланғайным, Мәскәүгә инеп виза алып сығырға кәрәк.

Ирҙәрҙең шикләнеп бер-береһенә ҡарашып ҡуйғанын абайлап, Фәрхинур уларҙы тынысландырырға ашыҡты.

– Ҡурҡмағыҙ, уландар. Зиһенем теүәл. – Шунан хәлде бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе.

– Бигерәк тәүәккәлһең икән, – тине ирҙәрҙең өлкәне. – Балаларың юҡмы ни?

– Балаларым һаулыҡҡа туймай шул. Атаһы фронтҡа киткәндә тыумай ҡалған улым шәп ине лә, өс йыл элек инфаркт булды. Уны борсорға тырышмайым, хатта үтә ныҡ шатланырға ла эшкашмай. Ҡыҙымдың ҡан баҫымы юғары, әле укол алып йөрөй. Уларҙы көтөп ултырырға сыҙамлығым етмәй.

– Әбей, һин йәшәгән, тормош күргән кеше. Тураһын әйткәнгә үпкәләмә.

– Әйт әйҙә, әйт. Үпкәләш юҡ.

– Бөтәбеҙ ҙә шул бер урынға барабыҙ бит инде. Динлеләр Алла алдына ти, атеистар ер аҫтына... Нисек кенә булһа ла тыуымдан ҡалмағанды, үлемдән ҡала алмайбыҙ, – ул нисек йәтешерәк итеп дауам итергә белмәй туҡтаны.

– Улым, һин уратып-суратып йонсома, тураһын яр ҙа һал, – тип дәртләндерҙе уны Фәрхинур. – Күңелеңдә көҙөк булып ҡалмаһын.

– Тураһы шул: үҙеңде йонсотоп, балаларыңды борсоп унда барыуыңдан ни файҙа?

– Һин дөрөҫ әйттең, берәү бер төрлө, берәү икенсе төрлө уйлай. Үлемде түгел, йәшәүҙе лә теүәл генә белеп бөтөп булмай. Шулай ҙа мәрхүмдәребеҙ төшкә инһә лә хәйер бирә һалабыҙ, аят уҡытабыҙ. Шунан йәнебеҙ тынысланып ҡала бит. Шуға күрә миңә лә аҫыл һөйәге ятҡан ергә зыярат ҡылып, доғамды уҡып, эс бушатып ҡайтһам, күңелемдә алтмыш дүрт йыл буйы ҡаҙалып торған бер шырауҙан ҡотолормон һымаҡ. Әруахы алдында ғәйебем кәмер һымаҡ...

Уйға батып барҙылар. Шунан ирҙәрҙең өлкәнерәге шиктән ауырайып киткән ҡарашын төбәне:

– Гонаһың бар инеме ни, әбекәй?

– Эйе, – тип ауыр көрһөндө Фәрхинур.

– Ауыр гонаһмы ни шулай инде ярты быуаттан ашыу тынғы бирмәҫлек?

– Эйе, – тине Фәрхинур. – Кешене был тормошҡа сат йәбешергә мәжбүр иткән бер ауыҙ һүҙемде йәлләгәнмен.

– Ниндәй һүҙ? – тип һораны йәшерәге аптырап.

– Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем.

– Улай...

Һәр кем үҙ уйына сумып, ярты сәғәттәй шым барҙылар. Шунан ирҙәрҙең өлкәне әңгәмә әле генә өҙөлгән һымаҡ әйтеп ҡуйҙы:

– Улай булғас мотлаҡ барып ет инде һин Германияға. Барып күр бабайыңдың ҡәберен... Әйткәндәй, бабайың, тигән булам. Һәләк булғанда иреңә нисә йәш булған?

– Егерме етенсеһе менән бара ине...

– Егерме етенсеһе менән... Минең улым егерме етенсеһе менән бара. Ә тол ҡалғанда һиңә нисә йәш ине?

– Ун туғыҙ...

– Кесе ҡыҙыма ун туғыҙ тула. Әле бала ғына... Шунан бирле яңғыҙһыңмы?

– Яңғыҙ тип, ике балалы әсә яңғыҙ булмай инде.

– Ҡабат тормошҡа сыҡманыңмы, тиеүем.

– Уның бит “үлде” тигән хәбәре килмәне. Көттөм. Бына-бына ҡайтып килер тип көттөм дә көттөм.

– Нисәнсе йыл алдылар фронтҡа?

– 41-се йыл, 28 июндә.

– 64 йыл буйы көттөң дә көттөң... Минең ҡартинәйҙе лә шулай тип һөйләй торғайнылар. Ул егерме биш йәшендә тороп ҡалған...

Тағы уйға баттылар. Байтаҡ барғас, руль артындағы егет машинаһын юл ситенә алып килеп туҡтатты.

– Әбекәй, беҙ ошо урында был яҡҡа боролабыҙ, – тине ул үкенгән һымаҡ.

– Бынан Мәскәүгә эшселәрҙе вахтаға, коммерсанттарҙы баҙарға йөрөтә торған “Газел”дәр йыш үтә. Һине шуларҙың берәйһенә ҡарап ҡына ултыртып ебәргәндә яҡшы булыр ине лә бит, – тип елкәһен тырнап алды өлкәне.

– Былай ҙа һуңлап барабыҙ шул. Заказчик көтөп тора, – тине йәше сәғәтенә ҡарап. – Ултырып китә алмаһаң, ошонда ғына тор. Әгәр ҙә оҙаҡлабыраҡ китһәң, бәлки, беҙ урап килеп тә өлгөрөрбөҙ. Үҙебеҙ ултыртып ебәрһәк, ышаныслыраҡ булыр ине.

Фәрхинур ҡулъяулығын сисеп аҡса сығарҙы, теге:

– Машина һыу менән йөрөмәй бит, – тигән йәтеш һүҙҙе әйтеп аҡса һондо. – Бензинлек.

– Ун туғыҙ йәшендә ике бала менән тол ҡалған, “Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем” – тип үҙен-үҙе ҡыйнап алтмыш дүрт йыл буйы ирен көткән зат фәрештәгә торошло ул, әбекәй. Һинән аҡса алһаҡ, минең ҡартинәйҙең рухы рәнйер, – тине өлкәне.

– Һин беҙгә, иҫеңә төшөп киткән сағыбыҙҙа: “Юлдары уң булһын” тип телә, – тине йәше.

Һис уйламағанда йөҙ саҡырымға яҡын араны йәтеш кенә итеп үткәненә күңелләнеп киткән Фәрхинур тора буламы һуң инде, тегеләр боролошта юғалыу менән ашығып Мәскәү юлына төштө. Оҙаҡ барҙымы, аҙмы – абайламаған. Бер “Газель” янына килеп туҡтаны. Кеше йәнле бер әҙәм инде: Яңы йыл шыршыһы һымаҡ кейенеп ялпылдағын сығып юл ситенән атлаған әбей янынан әллә нишләп үтеп китә алмағандыр.

– Һыпырта һуғып ҡайҙа елдерәһең, әбекәй? Һине саҡ ҡыуып еттек бит, – тип ҡысҡырҙы ул ауыҙ йырып.

– Германияға, – тигән яуап булды.

– Германияның үҙенә үкме? – тип шарҡылдап көлөп ебәрҙе водитель. Ул көлгәнгә пассажирҙары һонолоп ҡараны.

– Башта Мәскәүгә һуғылам, – тип етди генә яуапланы әбей.

– Беҙ Мәскәүгә китеп барабыҙ ҙа ул. Тик урыныбыҙ юҡ шул.

– Әйҙә алайыҡ, инәйҙе, – тине эшселәрҙең береһе. – Алмаш-тилмәш ултырып барырбыҙ әле. Сумкалар өҫтөнә лә ултырып барырға була.

Арлы-бирле һөйләшеп алдылар ҙа, шулай хәл иттеләр.

– Ҡалай йәтеш булды, – тип үҙенең бәхетенә үҙе ышана алманы Фәрхинур.

 

* * *

Былар ҙа һораны сәфәренең маҡсатын. Германияға минут һайын яҡыная барғанына һөйөнөп, бәйнә-бәйнә тағы һөйләп бирҙе Фәрхинур.

“Яратам тип әйтеп өлгөрмәгәйнем”. Йөҙөн йыйырсыҡтар баҫҡан ап-аҡ сәсле әбей ауыҙынан “яратам” тигән һүҙ сыҡҡаны башта мәрәкә һымағыраҡ тойолғайны: бер-береһенә ҡарап шуҡ ҡына йылмайышып алдылар. Бара-килә уйға батыңҡыранылар. Шунан араларында бер ҡыйыуыраҡ йәшерәге:

– Ә бит, инәй, һин дөрөҫ әйтәһең. Әле мин дә кәләшкә “яратам” тип әйтергә өлгөрмәй киткәнмен, – тип телефонына тотондо.

“Мин дә, мин дә”, – тип көлкөгә һабыштырһалар ҙа, берәм-һәрәм кем ҡатынына, кем әсәһе менән атаһына, кем балаһына шылтыратып алды.

– Илай, – тине эргәлә ултырып барған егеттәрҙең береһе. Ҡаушай биреп Фәрхинурға ҡараны. – Әйткәйнем, әсәйем шунда уҡ илап ебәрҙесе.

– Һинең тауышыңды ишетеп, ҡыуаныстан илай ул, балам. Шылтыратҡан һайын әйт һин. Әсәй кеше бер ваҡытта ла балаһының йылы һүҙенән туймай ул. – Шунан баҙнатын йыйып һораны:

– Улым, ҡыйын булһа ла, мин дә ҡыҙыма бер-ике ауыҙ һүҙ әйтәйем әле. Хушлашмай ҙа сығып киткәйнем, ут йотоп ултыралыр, бисараҡайым. Ауыл кешеһенә нимәгә кәрәк тип алдыртмай инем, әле ҡарап киләм – һәләк йәтеш нәмә икән!

– Инәй, һин ашыҡмай ғына һөйләш, – тине саҡ ҡына булһа ла яҡшылыҡ эшләргә форсат тыуғанына ҡыуанып киткән егет. – Минең безлимит. Ҡана, номерын беләһеңме?

– Нурия, ҡыҙым, һин мине әрләмә инде. Мин сыҡтым да киттем. “Газел”дә Мәскәүгә китеп барам. Һәләк игелекле кешеләргә тап булдым. Иртәнсәк барып етәбеҙ, тиҙәр. Һин көймә, балам. Һау кеше йөрөй ҙә ята ул. Һау булайыҡ. Мин һеҙҙе ныҡ яратам, балам!

“Мин дә һине ныҡ яратам, әсәй!”...

– Ҡыҙым да илай, – тине Фәрхинур егеткә телефонын һоноп.

– Нишләп бөтәһе лә илай икән, инәй? – тип һаман аптыраны егет.

– Йәшәгән ваҡытта гел әйтеп торорға тейеш һүҙҙе йә үлер алдынан, йә кеше үлгәс кенә әйтеп өйрәнгәнбеҙ ҙә, шуға шомланабыҙ, ахыры, – тине ҡыҙы илағанға күңеле тулып киткән Фәрхинур. – Иң ғәзиз кешеләребеҙҙең эргәбеҙҙә мәңге булырға килмәгәнен уйламай йәшәйбеҙ ҙә...

Байтаҡ барғас, заправкаға туҡтанылар ҙа, арлы-бирле аяҡтарҙы яҙып алырға тип төшә һалдылар. Иң алда ултырып барған бер өлкән генә, ныҡ таушалған ҡиәфәтле ир, тәүгеләрҙән сығып ситкәрәк китте лә телефонына ярым бышылданы:

– Фәүзиә! Был мин инем әле.

– Һин икәнде ишетеп торам. Ни булды? – тигән ҡырыҫ тауыш ишетелде.

– Уйлап килдем-килдем дә, Фәүзиә, тағы бер уйлап ҡуйҙым. Һиңә күптән әйтергә йөрөһәм дә һис форсат таба алмай инем, – тине ир ашыға-ашыға. Нисек дауам итергә белмәйенсә ыҡ-мыҡ килеп урынында тапанды. Шунан тураһын ярып һалырға тәүәкәлләне: – Мин һине ныҡ яратам бит ул!

– Нимә булды һиңә? – тип хәүефләнде теге остағы ҡатын. – Әллә китеп барышлай уҡ эсә башлағанһың инде?

– Юҡ-юҡ, Фәүзиә! – тине абышҡа тыйнаҡ ҡына. – Бер үк үрһәләнмә.

– Атыу нимә булды?

– Юл ыңғайында Хызыр Илъястың үҙе кеүек бер матур кешене ултыртып алдыҡ та...

– Шунан?

– Шул ҡуша: яратҡаныңды ваҡытында әйтеп барырға кәрәк, ти.

– Яратыуын мин дә яратам инде ул, – Алыҫтағы Фәүзиәнең тауышында уйсанлыҡ. – Яратмаһам, эсмә тип шул тиклем көйөр инемме ни? Тик әйтергә кәрәк икән, тип башҡа ла инеп сыҡҡаны юҡ ине.

– Бына шул-шул, Фәүзиә! Әйтергә кәрәк икән, әйтергә кәрәк...

 

* * *

– Инәй, – тине егеттәрҙең береһе ҡабат инеп ултырышҡас, – юл оҙон, әллә беҙгә, ғүмер буйы бер кешене шулай ныҡ итеп нисек яратырға булғанын һөйләп бараһыңмы?

– Һөйләйем, һөйләмәгән ҡайҙа, балалар. – Әҙәм яҡшылығынан күңеле әптән бөтөнәйеп, әллә кем булып киткәйне Фәрхинур. – Өлкәнәйһәң ҡыҙыҡ була икән ул ваҡыт тигәнең, әйтерһең дә артҡа аға башлай – үткән ғүмерең ҡулыңды һуҙып алырҙай булып яҡыная, – тине лә оҙон хәбәренә төшөп китте. – “Миңә сығаһыңмы?” – тигәс, “Сығам”, – тинем бит инде. Шунан ни, ун-ун биш көн эсендә кейәүгә сыҡтым да киттем. Әсәйемдәр йәтеш кенә табын йыйҙы. Күберәк минең туғандар бит инде. Ҡыҙ оҙата барған булдылар. Ситән генә булһа ла өйө бар – әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас, колхоз берәүҙең иҫке өйөн алып биргән икән, рәхмәт төшкөрө. Тормошо етеш кенә – заманына күрә инде. Урындығында кейеҙе, иҙәнендә һуҡма балаҫы, яҫтап ятыр мендәре, ябыныр юрғаны, иң шаҡ ҡатырғаны – еҙ самауыры – бар. Әсәйем һәләк ҡәнәғәт булып ҡайтып киткәндә ҡолағыма: “Хәлле генә лә баһа”, – тип ҡыуаныслы шыбырланы. Бер-ике көн үткәйне:

– Килен, самауырымды алайым инде! – тип бер күршеһе инде.

Кискә табан өлкән генә инәй:

– Киленсәк, кейеҙемде алайым тигәйнем, – тип урындыҡтағы аҡ кейеҙҙе һыпырып алып сығып китте. Уның артынса уҡ ике балапан инеп:

– Әсәйем алып ҡайтырға ҡушты, – тип иҙәндәге балаҫты төрөп ҡултыҡтары аҫтына ҡыҫтырҙы.

Кискеһен кейәүем эштән ҡайтыуға шыр яланғас өйҙә тор ҙа ҡал. Эй әңгәмә! Килен төшөргәндә шыҡһыҙ булмаһын тип күрше-күлән бисәләр тырыштырған икән. Бигерәк нәфсеһеҙ ҙә булынған. “Юҡ!” – тип көйә лә белмәйем, урындыҡ өҫтөнә әсәм бирнәгә әҙерләгән ҡорама юрғанды түшәп һалғанмын да ирем ҡайтҡанда шарҡылдап көлөп ултырам. Һармаҡлыҡ инде! Килеп инде лә ҡосаҡлап иланы шунда. Һыр бирмәһә лә, нимә булыр, тип һыҙланып йөрөгән икән, йөрәккенәм. Етем кешенең күңеле китек була бит ул, ни тиһәң дә...

– Эй, инәй, – тине шунда эшсе егеттәрҙең береһе. – Әкиәт кеүек итеп тыңлап ултырабыҙ. Был тиклем юҡлыҡты күҙ алдына ла килтерерлек түгел.

– Шунан нишләнегеҙ инде?

– Нурулла ла шулай тине: “Шунан нишләйбеҙ инде, кәләш?”

“Ҡаҙан аҫырға сыуал бар. Сәй ҡайнатырға ҡаҙан бар. Сәй эсергә үҙең соҡоп яһаған сеүәтәләр бар. Тағы беҙгә ни кәрәк?” – тинем. Дөрөҫө лә шул: ҡулынан алтын ҡойола ине. Эргәһендә, ул кәрәк тә был кәрәк, тип дәртләндереп кенә торһаң, бөтә нәмәне эшләй: тырызын да, кәрзинен дә үрә, тәпәнен дә яһай. Ярты йыл эсендә һауыт-һаба, йорт-йыһазды вис еткерҙе. Ә бит беҙ, ике шырмый, донъя көтәбеҙ, тип үтә тырышҡандарҙан да түгел инек.

Үкһеҙ йәтим ине бит. Яҡты донъяла япа-яңғыҙ булыуҙан ҡаҡшаған булған инде, миңә йәненең яртыһылай күреп эҫенде лә ҡуйҙы ул. Ҡунаҡ-фәләнгә йәки уйынға барһаҡ, саҡ ҡына эргәһенән китһәм дә, үҙе лә абайламаҫтан, күҙҙәре менән мине эҙләй башлар ине. Ҡыҙғанғандан түгел, юҡһыныуҙан... Әхирәттәрем менән шырмыйланып, уның был ҡылығынан көлөп бер була торғайныҡ. Ҡыҙҙар мине йәшерә лә, уның тынғыһыҙланғанын мәҙәк күреп күҙәтә. Борсолоуы тотош биләп алып, сигенә еткәндәй булһа, мине уртаға төртөп сығаралар ҙа, уның ҡыуаныстан йөҙө балҡып, ауыҙы ҡолағына етә. Эй, әңгәмә!

Әллә үҙе артыҡ йәлләү күрмәй үҫкәнгә, эй йәлләй торғайны. Бөтөн донъяны үҙенең йылыһында йылытырға тырышҡандай йәлләй белде. Колхоз эшенән ҡараңғыла ҡайтып инһә лә, көнө буйы бала менән арыйһың, тип керен дә йыуып ташлар ине. Бала илаһа, тора һалып йыуатыр, йүргәген алмаштырыр ине. Икенсе баланы яңғыҙыма ҡарарға тура килгәс кенә төшөндөм мин тәүгеһен ҡайһылай анһат баҡҡанымды...

 

* * *

– Инәй, Мәскәүгә килеп индек.

Фәрхинур ипләп кенә яурынына ҡағылғанға уянып китте. Йомшаҡ түшәгендә боршаланып таңдар аттыра торғайны, ултырған килеш тә ҡайһылай йоҡлаған.

– Бер ярты сәғәттән Германияның виза үҙәгенә килеп етәбеҙ, – тине водитель. Фәрхинур битен-күҙен һыпырыштырып, өҫ-башын ҡараштырҙы. Итәк-митәге сөрөшкән, әрһеҙләнгән. Ашығып шәл-яулығын сисә һалды, туҙрап сыҡҡан сәсен һыйпап ҡабат ябынды. Теге алда ултырған ир олоғара термосынан ҙур бер бокалдың төбөнә хуш еҫле эсемлек ҡойоп һондо:

– Эс, инәй, Фәүзиә үҙебеҙҙең яҡтың үләндәренән ошолайтып шифалы сәй яһай.

Кешеләрҙең шул тиклем ихласынан Фәрхинурҙың күңеле тулды:

– Юлығыҙ уңып, кеҫә тултырып аҡса эшләп, ғаиләләрегеҙҙе ҡыуандырырға насип булһын инде, уландар.

Ул-был иткеләгәнсе килеп тә еттеләр. Ситкәрәк барып туҡтанылар ҙа барыһы ла леһерләшеп оҙата төштө. Саҡ асылып тора, ахыры, кеше байтаҡ. Ҡарауылсы тикшереп үткәреп тора. Бер-ике кешене бороп ебәрҙе. Сос кеше сос инде: водитель егет ул арала бара һалып, ул-былды белеп тә килгән.

– Бик тикшерә, исемлек буйынса ғына индерә.

– Үткәрмәҫ микән...

Ни ҡылырға белмәйерәк торғанда, тиҫтәләгән кеше шәп-шәп атлап килеп туҡтаны.

– Бына бит, – тине шунда бер аҡыллы баш. – Һин, инәй, шым ғына тор ҙа, улар ҡапҡаға яҡынайыу менән урталарына сум, ҡарауылсы арлы-бирле иткәнсе, атла ла кит. Абайлап, кире бора ҡалһа инде, башыңды иҫәүәнгә һалып, урыҫса аңламағанға һалышыр ҙа ҡуйырһың. Иларһың, инәй, ҡысҡырып-ҡысҡырып илаһаң, берәй яҡлашыусы табылыр.

– Ысынлап та... – тиешеп хупланылар.

Барыһы менән дә йәнә бер ҡат хушлашып, рәхмәтен әйтеп, бисмиллаһын ҡабатлай-ҡабатлай бер нисә аҙым яһаны ла, эсе янып киткәнгә, ярҙам һорағандай, артына боролоп ҡараны. Автобустың ишеге төбөнә өймәкләшеп, яу яланына оҙатҡандай борсолоп ҡарап торған булалар, рәхмәт яуғырҙары. Шул саҡ араларынан ҡатар ултырып, урын уртаҡлашып килгән егет айырылды:

– Тороп тор әле, инәй, – тип йүгерә-атлай эргәһенә килде. Йәнә туҙырап сығып килгән сәстәрен яулыҡ аҫтына ҡыҫтырҙы, ҡыйыш эләктергән төймәһен туралап элде лә, яурынынан күҙгә күренмәгән сүпте һыпырып төшөргәс: – Булды, кәртинкә кеүек булдың, инәй! – тип йылмайҙы.

– Бигерәк яғымлыһың инде, балам. Ҡыҙҙар һымаҡ иплеһең, – тине Фәрхинур уның арҡаһынан һөйөп. – Әсәһенең аҡ һөтөн имеп үҫкән бер инабатлы ғына ҡыҙ тап булһын инде үҙеңә.

Уға ҡапыл рәхәт, еңел булып китте. Йәштәрсә баҫып, ҡапҡаға яҡынлашҡан төркөмгә барып ҡушылды ла, ҡарауылсы башҡаларҙы барлаған арала, ышаныслы атлап үҙәктең ихатаһына инеп тә китте.

– Бирһендәр инде, – тип еңел һуланы “Газел”гә тулған юлдаштары.

– Эстәрендә йәндәре булһа, бирергә тейештәр инде. Тәүҙә беҙҙең илде баҫып алырға тип ябырылғандар, ирен алып китеп үлтергәндәр, ер аҫтына алып барып тыҡҡандар, инде ҡатынына зыяратына барып баш эйергә рөхсәт итмәй торһалар, эт ботонан ҡырын булыр.

 

* * *

Ауылдан ялпылдата һуғып шәпләнеп сығып киткән ине лә Фәрхинур. Әле тирә-яғында байлыҡ, эре-эре кешеләр: виза, Шенген, тағы әллә ниндәй ул ғүмере ишетмәгән һүҙҙәр... Һум тигәнең бөтөнләй телгә лә алынмай, евро, евро, евро... Әллә нишләп ҡаушаны. Үҙенә сит күҙҙәр менән ҡарап өҫтөндәге йәшел сирәм ерлеккә ҡып-ҡыҙыл яран гөлдәре төшкән бөрмәс итәкле оҙон күлдәге, шул уҡ төҫтәге сәсәкле кашемир шәле, ап-аҡ йөн ойоҡ өҫтөнән кейеп алған резинка калушы, үҙ ерендә күркәм генә булһа ла, эргә-тирәһендәге заманса затлылыҡ уртаһында көлкө һәм йәл күренгәнен тойҙо. “Саҡ ҡына байҡайым әле”, – тип ситкәрәк барып ултырҙы ла һеңде.

Осло күтәрмәле туфли кейгән оҙон ботло, зифа буйлы ҡыҙыҡай ҡағыҙ тотоп унда-бында үткәнендә мөйөшкә һыйынған Фәрхинурға күҙ ташлай-ташлай йөрөгәйне. Төш етәрәк, кеше аҙайғас, янына килде.

– Ғәфү итегеҙ, – тине. – Һеҙ берәйһен көтә инегеҙме?

Фәрхинур ашығып ҡулындағы шыптыр эсенән концлагерҙа тултырылған әсир карточкаһын килтереп сығарҙы.

– Германияға барып, иремдең ҡәберен күрергә кәрәк миңә, – тип ҡабалана-тотлоға аңлатырға кереште. – Сик аша үтергә рөхсәт ҡағыҙы бирһәгеҙ тигән инем.

Ҡыҙ уның ҡалтырап торған ҡулынан ҡағыҙҙы алып күҙ йүгертте лә, алдында баҫып торған сәйер ҡарсыҡҡа төбәлде. Уның зиһенендә ярала башлаған һорауын һиҙемләп, сәфәренең ни тиклем әһәмиәтле икәнен төшөндөрөргә ашыҡҡан Фәрхинур йәнә йәнен ҡамсылап:

– Яратам, тип әйтеп өлгөрмәгәйнем, – тип шыбырҙаны. Тауышында яңғыраған үҙәк өҙгөс әрнеүҙән әллә нишләп киткән ҡыҙ, бер нәмә лә өндәшмәйенсә текләгән килеш уйлана биреп торҙо ла:

– Мин хәҙер, – тине.

Шунан туҡылдата баҫып бер ишеккә инеп китте лә байтаҡ юғалып торҙо. Фәрхинурға ныҡ оҙаҡ тойолдо. “Берәй игелекле кешеһе генә тап булһа ине, илаһым”, – тип теләне бер туҡтауһыҙ. Бына ҡыҙ ҡабаттан килеп сыҡты, артынан әйҙәне. Тағы ла күркәмерәк бер урынға килеп инделәр, саҡ ҡына бара биргәс, боролоп киң генә кабинеттың ишеген астылар. Уларҙы урта буйлы, тулы кәүҙәле, алтмыш йәштәр тирәһендәге бер ир аяғөҫтө баҫып ҡаршы алды. Етди ҡиәфәтенән, затлы костюм-салбарынан, күҙелдерегенең алтын ялатылған тирәсенән ҙур түрә икәне күренеп тора. Ул Фәрхинурға өҫтәл янындағы ултырғысҡа ултырырға тәҡдим итте лә, ҡабат алдында ятҡан әсир иҫәбен алыу карточкаһына текәлде. Һалҡынлыҡ бөркөлөп торған фырт кешеләрҙән залда ултырған арала өшәнеп өлгөргән Фәрхинурҙың рәсмилеге күҙгә сәнселеп тоған был түрәгә һирпелеп бағыу менән үк күңеле төштө: ыңғай яуапҡа өмөт бик аҙ ине. Шуға күрә түрәнең ауыҙын да астырмаҫтан үҙе һөйләргә кереште – “юҡ, мөмкин түгел”, тигән һүҙе сыҡҡансы әйтеп ҡалырға кәрәк.

– Иремә китеп бара инем. Илегеҙгә инеп-сығырға рөхсәт ҡағыҙы ғына бирһәгеҙ тигәйнем, улым. – “Нимес тә әҙәм балаһы бит”, тип һаман өмөтләнде үҙе. Ҡалтыранған ҡулдары менән паспорты араһына ҡәҙерләп кенә һалған ике өсмөйөштө сығарҙы. – Быныһы – берҙән-бер хаты. Быныһы – хәбәрһеҙ юғалды, тигән ҡағыҙы. Алтмыш дүрт йыл буйы ошо ҡағыҙҙан башҡа бер хәбәре лә булмағайны бит. Ошо көнгә тиклем ике генә бөртөк баламдың атаһы ҡасан, ҡайһы ерҙә, нисек итеп һуңғы һулыш алғанын, ни хәлендә күҙен йомғанын белмәй йәшәнем.

Карточкаға текәлгән килеш баш баҫып ултырған түрә, ниһайәт, ҡалҡып ҡараны. Ҡыҫыҡ күҙле тулы йөҙө ҡыҙарынып-бүртенгән. Бер ауыҙ һүҙ өндәшмәй, асыуланған кеше һымаҡ ултырғысын кинәт этеп тороп уҡ китте, тәҙрәгә барып тышҡа текләне. Алтын тирәсле күҙлеген систе, кеҫәһенән ҡулъяулығын сығарып ышҡырға кереште.

– Шул ҡағыҙығыҙ ғына кәрәк, – тип һаман лыбырланы Фәрхинур. – Бер сынаяҡ сәйегеҙҙе лә эсмәм, бер һыныҡ икмәгегеҙҙе лә ҡапмам. Өйҙән алып сыҡҡан һыуым да, икмәгем дә шул көйө әле. – Әйтте лә шымды, башҡа нимә тиһең?!

Немец һаман өндәшмәне. Бүлмәлә ауыр тынлыҡ аҫылынып тора. Ул өҫкә баҫып килә. Хатта һулыш алыуы ауыр. Фәрхинур түҙмәне:

– Бер генә зыяным да теймәҫ, – тип яңынан башланы. Сумкаһынан соҡоноп һәлмәк кенә моҡсай сығарҙы. – Ҡәберенә тыуған еренең бер ус тупрағын һалырмын да, бер ауыҙ һүҙемде әйтермен. – Ныҡ булырмын, иламам, тип йән көсөнә тырышып ултырһа ла, ошо урында тәҡәте өҙөлдө. Баянан бирле йотоп ултырған йәштәре тамағының төбөндә мөлкөлдәне:

– Яратам, тип әйтеп өлгөрмәгәйнем...


Хикәйәнең аҙағы иртәгә сайтта һәм Вконтакте селтәрендәге төркөмөбөҙҙә сығасаҡ.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: