Дауамы.
15
Рәжәп диуана ла, ахмаҡ та түгел. Аҡылы теүәл уның. Тик ул был донъяға тыуғанда Хоҙайҙың кәйефһеҙ сағына тура килгәндер. Шулай булмаһа, Аллаһы Тәғәлә, тыуыр баланың күңеленә гөлдәр сәскәнен онотоп, уның һын-килбәтен ҡарасҡылай итеп яратмаç ине. Рәжәптең һонтор, ябыҡ кәүҙәһе кәкре бүрәнәне хәтерләтә, уның оҙон, кәкерсәк аяҡ-ҡулдары, гүйә, ағастың тарбағай ботаҡтары. Йоҙроҡтай үмрәшле оҙон үңәсе, үҙенә ҡуйылған өсмөйөшлө башты күтәрергә көсө етмәгәндәй, уны гел түбәнгә һалындырып тота. Мөйөшләнеп торған эйәк-яңағындағы һирәк кенә оҙон ҡылдарҙы һаҡал-мыйыҡ тиеүе лә ауыр. Бер ҡасан да ябылмаған ауыҙындағы эре тештәре кителеп, ҡарайып бөткән. Өçтәүенә, Рәжәп ыпыҡ. Уның теле, һүҙ әйтергә уҡталғанда, ауыҙында әйләнгән таштай, бик ауыр ҡуҙғала.
Ғәҙәттә, Рәжәпте тәү ҡат күргән әҙәм, кәйефе ҡырылып, күҙҙәрен тиҙ генә ситкә ала.
Рәжәп үҙе лә башҡаларға бер ҡасан да тура ҡарамай. Үҙенең һынһыҙлығын белә ул. Шуға ла ул өç-башын да ҡарамай, йөҙ-һынын да тәрбиәләмәй, көҙгөнән иһә уттан ҡурҡҡандай йәшенә. Бәләкәй сағынан уҡ ошо йәмһеҙлеге сәбәбенән ҡыйырһытыуҙарға, йәберләүҙәргә түҙеп үçкәс, ул башҡаларҙан ситләшеп, яңғыҙ йөрөүҙе артыҡ күрә. Ә инде кешеләр араһына барып юлыҡҡанда, Рәжәп сараһыҙҙан башын иçәргә һалыуҙы артыҡ күрә. Сөнки уның һымаҡтарҙы йәберләргә әүәç булған күңеле тар әҙәмдәр, ғәҙәттә, аҡылы һай булған заттарҙан шөрләйҙәр, уларға теймәйҙәр. Рәжәп, шулай итеп, ҡотһоҙ ҡиәфәтенә ҡушылған яһалма ахмаҡлығынан үҙенә ҡоршау ҡороп, күңелендә үçкән бер нисә бөртөк матур гөлөн һаҡлап ҡалырға тырыша.
Әминә менән утрауҙағы хазинаға барып юлыҡҡас, йәпһеҙ тотоноп, тимер йәшникте ер кәштәнән ауҙарып төшөргәйнеләр улар. Мәмерйәнән кире сығырға йүнәлеп, һыуға төшкәс, аяҡ аçтында ятҡан бер ус тәңкәне шәйләп ҡалды ул. Шуларҙы алып, салбар кеçәһенә тыҡты. Һуңынан Әминәгә бирергә уйлағайны ла, онотҡан. Салбарының кеçәләрендә бихисап әйбер уның. Бер нисә көндән шул тәңкәләрҙе кеçәһенән табып алды. Өләсәһенең йомошо менән ҡалала йөрөгән сағы ине. Тәңкәләрҙе аҡсаға алмаштырыу мөмкинлеген тикшереү уйы менән, осраҡлы кафеға кереп, һатыусы ҡыҙға күрһәтте…
Бүлмәһенә керетеп, үҙен аяуһыҙ туҡмаған аҡ кейемле әҙәмдең ниәтен тәүҙән үк аңланы Рәжәп. Ҡаҡҡылау-һуҡҡылауҙарға күнегеп бөткән инде ул. Ыпыҡтан һүҙ сығара алмаһа, сығарып ебәрер, тип өмөт итә ине ул башта. Әммә уның телһеҙлеге кафе хужаһын оторо йыртҡысландырҙы ғына. Ҡанға туҙҙырып ҡыйналһа ла, сыҙамын юйманы Рәжәп, хазина хаҡында бер һүҙ өндәшмәне. Сөнки был вәхши әҙәмде Әминәгә юлыҡтырыуҙан ҡурҡты ул. Шуға түҙҙе. Әминәнең, ниндәйҙер егет менән, хазиналарҙы өйөнә алып ҡайтыуын да белә ине Рәжәп. Осраҡлы рәүештә генә ситтән күреп ҡалғайны. Юҡ, аҡ кейемле был йыртҡыс киçәктәргә тураҡлаһа ла, Әминәне һатмаясаҡ ул.
Һуңынан уны подвалға төшөрөп, тимер ултырғысҡа бәйләнеләр. Электр һуғыуынан нисә тапҡыр үлеп, нисә тапҡыр терелгәндер шунда, ул белмәй. Ток һуҡҡан һайын эсендәге барлыҡ ағзалары өҙөлөп, мейеһе сәсрәгәндәй булды, аңы, бер туҡтауһыҙ янып-һүнеп торған яҡтыртҡыстай, ысынбарлыҡты танытмай ине. Рәжәп, ғөмүмән, үҙенең тәнен ҡыҙғанмай. Уның бәхетһеҙлеге тән-ҡиәфәтенең ҡотһоҙлоғонан бит. Ләкин был подвалда уның тәнен генә түгел, йәнен дә ҡыйнанылар…
Ошо ғазаптарҙан нисек тә ҡотолоу теләге менән ҡыйнаусыларҙы утрауға килтерҙе Рәжәп. Шәп йөҙә ул, шуға ла, яйын тура килтереп, күлгә сумырға ине уйы. Тик уны кәмәгә бәйләп ултырттылар. Мәмерйәгә кергәс кенә, ҡараңғынан файҙаланып, билендәге бәйҙән ҡотола алды, сөнки уның ҡыйнаусылары, табылдыҡ йөҙөккә мауығып, донъяларын онотҡайны. Рәжәп шыпырт ҡына мәмерйә төбөнә шылышты ла шундағы һыулы тишеккә сумды.
Күл, меңәрләгән йылдар һуҙымында утрау таштарын йыуып, уның аçтында мәңге ҡояш төшмәгән ҡараңғы ятыуҙар хасил иткәйне. Әҙәм ҡиәфәтле теге йыртҡыстарҙан ҡасып, һыу тулы ер тишегенә сумған Рәжәп, ҡулдары менән һәрмәнеп, дөм-ҡара һыу эсенән өçкә, һауаға, юл табырға ынтылды. Һыу аçтында аҙашып, тыны бөтә башлағас, кире боролорға ла булғайны, тик кире юлды тапманы. Һауаға сарсаған үпкәһе янып, алҡымына терәлгән мәлдә, төрлө яҡтан ҡыçып, сурайып торған ҡаяташтар араһынан өçкә ҡалҡып сыҡты. Тынсыу һауаға сәсәп, ауыҙ-танауына һыу керҙе. Ҡараңғыла һәрмәнеп, ян-яғына һуҙған ҡулдары шыйғалаҡ таштарға төртөлдө – бында юл юҡ ине. Ҡәбер ҡараңғылығы хөкөм һөргән һауа тоғонда тороп, бер аҙ тын алғандан һуң, Рәжәп тағы һыуға сумды. Әжәл донъяһына тереләй килеп юлыҡҡан меçкендең башҡаса ҡотолоу сараһы юҡ ине.
Икенсе ҡат барып юлыҡҡан һауа тоғо тағы ла бәләкәйерәк, ҡыçығыраҡ булып сыҡты Рәжәп был юлы, һыу өçтөнә ауыҙ-моронон ғына сығарып һулай алды. Уның ҡарауы, өсөнсө ҡат йөҙөп сыҡҡан урын киңерәк тә, бейегерәк тә ине, Рәжәптең ҡулдары мәмерйә түшәменә етмәне. Тиҙҙән, мәмерйә эсендәге һалҡын һыу уны күшектерә башланы. Мәмерйәгә кергән юлды табырға һаман өмөтләнә ине ул. Ҡыйнаусыларынан да ҡурҡмай ине инде, бәлки, улар ҡайтып та киткәндәрҙер. Йәһәннәм төбөләй ҡот осҡос ҡараңғыла быға ҡәҙәре кисергән ғазаптары ла онотолғайны. Яҡты көнгә ни етә. Һыу аçтындағы мәмерйәгә кереп, шомло ҡараңғылыҡҡа тарыған Рәжәп тағы, тағы сумды, башын таштарға төкөп, һыуҙан сығыр урын эҙләне, унан, таштарға йәбешеп, ҡайҙалыр ары йөҙҙө, тик кире юлды таба алманы. Ваҡыт ағышы ла, гүйә, туҡтап ҡалды, сөнки бында көн дә, төн дә юҡ ине.
Бер аҙҙан ул мәмерйәнең бейегәйеүен тойҙо. Йөҙөп барған юçығы ҙур ташҡа юлыҡтырҙы. Рәжәп, ҡулдары менән һәрмәнеп, тотанаҡ тапҡас, һыуҙан таш өçтөнә сығып ултырҙы. Мәмерйә эсендәге тәүге ҡоро ер ине был. Һыуҙан ҡалҡып торған таш ярайһы уҡ яçы һәм бейек булып, өçтө лә шыма ине. Рәжәп, өшөүҙән дер-дер ҡалтыраныуын баçырға тырышып, күҙгә төртһәң дә күренмәçлек ҡараңғы бушлыҡты тыңлай башланы. Ҡайҙалыр, ташҡа һуғылып, тулҡын шыбырҙай. Һирәк кенә супылдап тамсы тама. Шунан башҡа ҡолаҡ ярыларын һиçкәндерерлек тауыш-тын ишетелмәй. Рәжәп битенә ҡоромдай һыбашҡан был ҡараңғылыҡта, гүйә, үҙен дә юҡҡа сығып, бушлыҡҡа әйләнгәндәй итеп тойҙо. Уны фани донъя менән аçтындағы таш ҡына бәйләй. Тағы – һулышы менән аңы… Бөгөнгө баш киткес мажараларҙан тамам йонсоған Рәжәп, ташҡа ятып, үҙе лә һиҙмәçтән серемгә талды. Бала саҡтан оҙатып килгән йәберле яҙмышы уны йомшаҡ-йылыға күнектермәгәйне, шуға ла мәмерйә эсендәге ҡолаҡ сыңлатҡыс тынлыҡ менән ҡоромдай ҡараңғылыҡ уның аңын тиҙ үк томалап, мөғжизәле йоҡо донъяһына күсерҙе. Төшөндә Рәжәп үҙен матур егет итеп күрҙе. Имеш, ул кәмәлә балыҡ ҡармаҡлай. Зәңгәр күктә бөҙрә болоттар йөҙә. Тотҡан балыҡтарҙың тәңкәләре тик алтындан ғына. Ул балыҡтарҙы ҡармаҡтан алып, кәмә төбөнә ырғыта, балыҡтар шунда ынйы-мәрйенгә әүереләләр ҙә, күҙ яуын алып, ҡояшта емелдәйҙәр. Утрауҙа, ҡаяташ башында торған Әминә, көлә-көлә, уға ҡул болғай. Ә балыҡтар бер-бер артлы ҡаба ла ҡаба, кәмә төбөндәге зәр-зиннәт өйөмө һаман үçә, ҙурая, ауырайып, ҡырынайған кәмәнең ҡырҙары аша эскә һыу сайпыла… Шул саҡ ҡая башында йылмайып торған ҡыҙ, ел осорғандай, кинәт кенә һыуға йығылды. Йөрәге жыулап, уны тоторға ынтылған Рәжәптең кәмәһе сайҡалып китте лә, ул һыуға ҡолап төштө…
Таш өçтөнән һыуға ҡолаған йоҡоло Рәжәп батып үлә яҙҙы шунда. Мәмерйә һыуы был тәңгәлдә бигерәк тәрән булып, таштары шыма һәм шыуғалаҡ ине. Матур төшөнән арына алмай башы буталған Рәжәп, тонсоға-сәсәй һыу өçтөнә йөҙөп сыҡҡас та, алан-йолан ҡаранып, төшөндәге кәмәһен эҙләне, башын сөйөп, аҡ болотло зәңгәр күкте күрергә өмөтләнде. Тик уны өшәндергес һалҡын ҡараңғылыҡ ҡына уратҡайны. Бер мәлдә уның башынан, кәмәнән йығылғанда, һуғылып, һуҡырайғанмын, ахыры, тигән уй ҙа йүгереп үтте. Йоҡоһонан айнып, үҙен уратҡан шомло, өмөтһөҙ ысынбарлыҡ иçенә төшкәс, ул, төшө менән өнө араһындағы айырманы күтәрә алмай, һыҡтап иланы. Үҙен тереләй ошо еүеш ҡәбергә тыҡҡан әсе яҙмышын ҡәһәрләп иланы ул. Күңелен һаман яҡтыртып торған матур төшөнән дә йөрәге әрнеп, күңеле болоҡһоно уның. Ҡәҙимге кешеләр төштәрен изгелеккә юрап, алдағы тормоштарынан бәхет, ҡыуаныстар көтә. Ә ул шунан да мәхрүм. Сөнки, мөғжизәгә тарып, әлеге ҡараңғы ер аçтынан яҡты донъяға сыҡҡан хәлдә лә, төшөндәге матур күренеш уның тормошона күсмәйәсәк.
Рәжәптең үлеп, ошо урында юҡҡа сыҡҡыһы килде.
Күңеле бушап, бер аҙ тынысланғас, ул алға барырға ҡарар итте. Ултырған ташын ҡулдары менән һәрмәп, юçыҡ алды. Быға тиклем йөҙөп үткән юлының ғазаптары иçенә төшкәс, кире боролорға ҡыйманы. Ысынында иһә быуаттар буйы һыу йырмаслаған мәмерйәнең ҡайҙалыр башы йә аҙағы булыуы шикле ине. Рәжәп бар өмөтөн тик мөғжизәгә бағланы. Өләсәһе өйрәткән доғаларҙы ҡабатлап, Алланан ярҙам һораны. Әй, Хоҙайым, ни үсең төшкән мин байғошҡа, кемдең гонаһтарын миңә япһарып, тереләй ер аçтына тығырға булдың мине? Тормошта ла башҡаларға тейгән бәхет-шатлыҡтан мәхрүм бит мин, ниңә мине яҡты көндән, ҡояштан, йылы елдән, зәңгәр күктән мәхрүм итәһең?
Муйындан һыу кисеп, ун аҙым тирәһе үткәс, ҡороға сыҡты. Тубыҡланып алдындағы ерҙе ҡулдары менән һәрмәй-ҡапшай, артабан йүнәлде. Билдәһеҙ упҡынға йә тәрән соҡорға йығылыуҙан шомлана ине ул. Был тәңгәлдә аяҡ аçтындағы ер, һыуҙан күтәрелеп, ҡоро тойола, аяҡ аçтында ваҡ ҡырсын шығырлай, тос ҡына таш киçәктәре осрай. Күпме барғандыр, Рәжәптең ҡулдарына таяҡҡа оҡшаған оҙонса әйбер килеп эләкте. Уның ике башы ла суҡмарҙай йомрайып, бүлкәсләнеп тора. Йәнәшәһендә тағы шундай бер таяҡ… Ә был нимә, сепрәкме әллә? Рәжәп, ҡулына эләккән йомшаҡ әйберҙе һаҡ ҡына үҙенә тартҡайны, тупты хәтерләткән ниндәйҙер шыма нәмә уның алдына тәгәрәп төштө. Ул шуны ҡулдарына алып, төрлөсә әйләндереп, тотҡолай, һәрмәй башланы. Бармаҡтары сәйер әйберҙәге йәнәш тишектәргә тап килгәс, ул, көтөлмәгән табышының асылын кинәт кенә аңлап, ҡысҡырып ебәрҙе лә, теге нәмәне, ҡулы бешкәндәй, ситкә атып, ҡараңғыға ташланды. Уны һалҡын һыу ҡаршы алды. Ҡурҡышынан йөрәге ҡупҡан бахыр үҙе ҡолап төшкән һыу тауышын артында шарҡылдап көлгән мәйет ауазы итеп ҡабул итте…
Алағайымға һыу ҡаплаған мәмерйә тишегенә сумып, тыны бөтөүҙән йәне алҡымына терәлгән Рәжәпте өçтә тағы ҡараңғылыҡ ҡаршы алды.
Һын-ҡиәфәтенең шөкәтһеҙлеген белгән Рәжәп гелән яңғыҙы йөрөр ине. Яңғыҙлыҡ уны кеше ҡулына ҡарамай, тик үҙ көсөнә генә таянырға өйрәтте. Өсөнсө класты тамамлағас, мәктәпкә йөрөмәне ул. Ете бала үçтергән ата-әсәһе лә тыумыштан бахырлыҡҡа дусар булған кинйә улдарын артабан уҡырға ҡыçтаманы. Ҡәҙимге тормошта ҡулланырлыҡ белемде үҙ алдына өйрәнеп, уҡып белде Рәжәп. Яңғыҙ йәшәгән өләсәһе ҡартайып, кәрһеҙләнгәс, Рәжәпте шуның янына ебәрҙеләр. Ә күрше ҡыҙы Әминәне ул бала саҡтан белә. Әминә йыш ҡына уның сәсенән һыйпар ине. Башҡа берәү ҙә уны шулай иркәләтмәне. Уның шөкәтһеҙлегенән Әминә бер ҡасан да көлмәне.
Бер туҡтауһыҙ сума-ҡалҡа, дөм-ҡараңғы мәмерйәне гиҙгән Рәжәптең күңелендәге өмөт осҡоно, еүешләнгән шырпылай, һүнеп, ҡабат тоҡанмай ине инде. Рәжәп ошо ҡараңғы ер тишегендә мәңгегә ҡалырын аңлағайны. Тик ниндәйҙер көс уға туҡтарға бирмәне. Ул, ҡалдыҡ көсөн, ихтыярын туплап, тағы, тағы сумды, һәрмәнеп йөҙҙө, ҡаяға тотоноп шыуышты, башын, ҡулдарын, аяҡтарын осло таштарға һуғып ауырттырҙы, ҡайҙалыр менде, кире төштө…
Ҡәбер ҡараңғылығы хөкөм һөргән һыулы мәмерйәлә яңғыҙ осҡондай балҡыған аңы томаланып ҡына барғанда, Рәжәп ҡоро ергә барып юлыҡты. Ул ҡасандан бирле үҙен сорнаған ҡараңғынан, күҙҙәрен тоймай, күҙ ҡабаҡтарының асыҡмы йә ябыҡмы икәнен дә аңламай ине инде. Бихисап тапҡыр, күҙҙәрендә осҡондар сәсрәгәнсе, таштарға һуғылған ҡул-аяғы, башы ауыртып, зиһенен һиçкәндермәһә, үҙен ошо ҡараңғыға, тынлыҡҡа һеңгән тәнһеҙ-кәүҙәһеҙ шәүлә итеп тоя башлаған булыр ине. Рәжәп, йәрәхәттәренән янған устары менән алдындағы ерҙе һаҡ ҡына һәрмәп, артабан шыуышты. Был тәңгәлдә уның юçығы, һөҙәк кенә булып, юғарыға үрләй ине. Бына, ҡулдары ниндәйҙер йомшаҡҡа тейҙе. Ҙур ғына ҡалын сепрәк киçәге булып сыҡты был. Янында тағы ла бер сепрәк… Тимәк, ҡасандыр бында кешеләр йөрөгән. Рәжәп иçен юйып, онотола башлаған сағында ғына, сепрәк өçтөнә ятып, йәнәшәләге икенсеһен өçтөнә япты…
…Уның аяҡ осонда хасил булған аҡ томан эсендә ултырған малай, терһәктәрен осло тубыҡтарына терәп, битен услаған да зәңгәр күҙҙәре менән ҡыҙыҡһынып Рәжәпте күҙәтә. Көтөлмәгән был күренеш Рәжәпте ңиңәлер ҡурҡытманы. Киреһенсә, әллә ҡасандан бирле осҡондай ҙа яҡтылыҡ күрмәгән күҙҙәре ошо сәйер томандан, аҡ күлдәкле, күк ыштанлы малайҙан ләззәт табалар һымаҡ.
– Кем һин?– тип һораны ул.
– Андрей. Андрюша Солнцев,– тине малай, йылмайып.
– Нишләйһең бында?– тине Рәжәп, терһәгендә ҡалҡынып. – Ата-әсәйең юғалтҡандыр бит үҙеңде?
– Улар мине күптән юғалтҡандар инде,– тине малай вайымһыҙ ғына. – Әйткәндәй, беҙ һинең менән тиңдәштәр булабыҙ.
– Нисек инде? Һин минән күпкә бәләкәйһең бит?
– Һаман йәшәһәм, миңә быйыл егерме ете йәш тулған булыр ине, – тип малай бармағы менән һауаға төрттө. Һауала шул һандарҙы белдергән ике аҡ юл хасил булды. – Тик мин күптән үлгәнмен инде.
Рәжәп, ғәжәпләнеп, тороп ултырҙы.
– Әләйһә, мин дә үлдемме ни?
Малай кинәйәле генә итеп башын һелкетте.
– Юҡ. Һин тере. Мин үлгәндән бирле ошо мәмерйәгә килеп эләккән беренсе әҙәм һин. Шуға ла һинең алдыңда пәйҙә булырға хәл ҡылдым. Был ҡылығым өсөн миңә тағы ла эләгер инде, – тип малай селтерәтеп көлөп алды.
– Кемдән эләгер?
– Фәрештә апай, ағайҙарҙан. Улар үлгән кешеләрҙең йәндәренә тереләргә күренеүҙән тыялар.
– Үлгәндән бирле ошо ҡараңғы мәмерйәлә йөрөйһөңмө ни?
– Юҡ, әлбиттә. Һирәкләп кенә киләм мин бында. Мин күберәк һауала осам. Йыш ҡына ата-әсәйем янына ла кереп сығам. Ярҙам итәм хатта, тура килгәндә. Тик улар мине күрмәйҙәр.
– Ә бында нисек килеп эләктең һуң?
Малай рыя ғына ҡул һелтәне.
– Мин ошонда үлдем. Ул саҡта был утрауҙа пионерҙар лагеры бар ине. Көндөҙгө йоҡонан ҡасып, һыу керергә төшкәйнем. Шунда яр аçтында бәләкәй генә тишекте күрҙем дә кереп ҡарарға булдым. Тик кире сыға алманым. Үҙең беләһең бит, бында шундай буталсыҡ…
Рәжәп, нимәнелер иçенә алғандай һиçкәнеп, килгән яғына ҡулын һондо.
–Тегендә…
– Эйе, – тине малай, һаламдай сәстәрен һыпырып. – Минең һөйәктәрем улар… Беләһеңме, – ул тирә-яғына шыпырт ҡына ҡарап, Рәжәпкә яҡыныраҡ күсте. – Бынан сыҡҡас, мөмкин тапһаң, әсәйем менән атайымды күрергә тырыш. Минең һөйәктәремде мәмерйәнән табып, сиркәү янында ерләһендәр. Шунһыҙ мин һаман малай булып ҡаласаҡмын. Күпме шулай бәләкәс ҡалып, бүтәндәрҙе көлдөрөргә була? Белгең килһә, был донъяла ла үçәләр…
Рәжәп, ризалашып, баш ҡаҡты.
– Тик мин ыпыҡмын, шуға һөйләгән хәбәремдең рәте юҡ. Һын-килбәтем дә шөҡәтһеҙ. Улар миңә ышанмаçтар, тием…
Малаҡай етди төçтә, бармаҡтары менән эйәген тотоп, уйланып ултырғандан һуң, һонолоп, Рәжәптең саңҡауына ҡулын һалды. Рәжәп йөҙөнә йомшаҡ ҡауырһын ҡағылғандай итеп тойҙо.
– Ыпыҡлығыңды дауаланым, – тине малай, ҡулдарын алып. – Бынан кире ап-асыҡ һөйләшерһең. Шундай мәхшәргә тарып, ыҙалауыңдың бер ыңғай яғы булырға тейеш тә баһа! – тип малай, мәмерйә эсенә ымлап, күңелле генә көлөп алды. – Тик һын-килбәтеңде төҙәтә алмайым, ғәфү ит. Көсөм етмәй. Иллә-мәгәр телеңде асҡаным өсөн артымды яралар икән бөгөн, – тип өçтәне ул, кинәт кенә борсолоп. – Беҙҙә ғөмүмән фани донъяға, кешеләр тормошона ҡыçылыу тыйылған. Ярай, нисек тә түҙелер әле. Хуш, мин киттем.
Малай мәмерйә эсендәге ятыуҙы аҡ шәүләһе менән яҡтыртып һыу өçтөнән барған еренән кинәт кире әйләнде.
– Бынан сығыу юлын күрһәтергә онота яҙҙым, – тине ул, ҡулы менән ҡайҙалыр юғарыға күрһәтеп. – Ошо тишек утрауҙағы йорттоң баҙына илтә. Тик ул өçтән күмелгән. Һин ундағы ағастарҙы, таштарҙы тартып алып, түбәнгә ташла, шунда юлың асылыр. Унда күп түгел…
Һуңынан, утрауҙағы күңелһеҙ мажараларынан байтаҡ ваҡыт уҙғас та, ошо күренештең өнмө йә төшмө булыуын барыбер аңлай алманы Рәжәп. Нисек кенә булмаһын, шул малайҙың кәңәшен тотоп, ҡалдыҡ көсөн, ихтыярын егеп, күмелгән баҙ тишеген соҡомаһа, ул аҡылдан яҙып, мәмерйәнән сыға алмай, шунда мәңгегә ҡалған булыр ине.
Йорт баҙының ауыр таш иҙәнен күтәреп өçкә сыҡҡан Рәжәп бер кеше генә һыймалы тар босмаҡҡа килеп юлыҡҡайны. Бында ышыҡ булһа ла, ер аçтындағы ҡараңғыға күнегеп өлгөргән Рәжәптең күҙҙәре, ҡайҙандыр төшкән һүрән генә яҡтыны күтәрә алмай, әсетеп яна, йәшләнә башланы. Рәжәп, битен устары менән ҡаплап, байтаҡ ҡына босмаҡта ултырырға мәжбүр булды. Бер аҙҙан күҙҙәре, ниһайәт, яҡтыға өйрәнеп, тирә-йүнде шәйләй башлағас, емерелеп бөткән тар ғына баçҡыс буйлап өçкә йүнәлде. Баçҡыс уны йорттоң икенсе ҡатындағы емерек ишеккә илтте. Ишек артында, уға артын ҡуйып, ниндәйҙер кеше баçып тора ине. Ул иҙәндәге ярыҡ аша, кемделер аңдығандай, һағайып түбәнге ҡатты күҙәтә ине..
Һыу аçтындағы мәмерйәлә кисергән ғазаптарынан аҡылын яҙырға еткән Рәжәптең аңында быға ҡәҙәре онотолоп торған ҡыйнаусыларҙың йөҙ-һындары ҡабат уянып, шом-шөбһәләрҙән тертләп бөткән йөрәген ҡабат ҡубарҙы. Тап шул мәлдә теге әҙәм, артында ниҙер һиҙгәндәй, уға боролдо. Уның күҙҙәре, баш етмәçлек сәйер нәмә күргәндәй булып, кинәт кенә ҙурайып, түңәрәкләнеп китте, ул, ҡағыҙҙай ағарынып, ауыҙынан аңлайышһыҙ өн сығарҙы ла артҡа сикте, ҡулындағы әйбере иҙәнгә төшөп китте. Рәжәп, өңөнән сыҡҡан януарҙай, теге кешенең өçтөнә ырғыны ла йән көсө менән этеп ебәрҙе. Унан, ҡурҡышынан аңды-тоңдо белмәй, тәҙрә ярығы аша урамға һикерҙе…
Йорт алдындағы майҙансыҡта янған ҙур усаҡ янына йыйылған кешеләр, көтөлмәгән ғәжәп күренештән телһеҙ ҡалып, ни ҡылырға белмәй, күпмелер ваҡыт ҡатып торҙо. Уларҙың алдына, күктән осоп төшкәндәй, һын-килбәте менән әҙәми затты хәтерләткән йән эйәһе, һынған аяғын һөйрәп, йән өшөткөс ауаздар менән илай-һыҡтай, һаман ҡайҙалыр ҡасырға маташа ине…
Дауаханала иçенә килеп, күҙҙәрен асҡан Рәжәптең тәү күргәне Әминә булды. Ул, ошо гүзәл һынды күңеленә мәңгегә һеңдерегә теләгәндәй, йотлоғоп ҡыҙға ҡараны ла, бер һүҙ ҙә әйтмәй, кире йомдо.
Шул хәлдәрҙән һуң ыпыҡ теле ысынлап та асылды уның.
Бер аҙҙан бынан ун ете йыл элек утрауҙа зымзыя булған Андрей Солнцев исемле малайҙың һөйәктәрен табып, сиркәү еренә ҡуйҙылар.
16
Ришүәтселәргә ҡаршы йүнәлтелгән операция уңышһыҙлыҡҡа тарып, эске эштәр бүлеген ҡала хакимиәте алдында бик уңайһыҙ хәлдә ҡалдырҙы. Бүлек етәксеһе полковник Козлов үҙе хаҡында Василий Петровичтан ниҙәр ишеткәндер, уныһы билдәһеҙ. Әйткәндәй, ул әңгәмәнең асылы бер кемгә лә сер түгел инде. Ҡыçҡаһы, Владимир Ивановичтың бүлек бинаһындағы юл-юçығында сәйер һиллек хасил булды. Сөнки билдәле хәлдәрҙән һуң, ауыҙына әрем ҡапҡандай һытыҡ йөҙлө полковник, ҡаршыһына осраған берәүҙе туҡтатып, эт итеп һүккәндән һуң, юҡ-бар сәбәп менән эреле-ваҡлы шелтә иғлан итә ине.
Кинәт кенә сиргә һабышҡан подполковник Хәмитов, эшкә сыҡмай, өйөндә ята. Уңышһыҙ операцияға йәлеп ителгән хеҙмәткәрҙәрҙең барыһы ла ҡаты язаға дусар булды. Хатта башы шаңҡып дауаханаға тарыған лейтенант Сәйетовты ла ҡыҙғанманы Козлов.
Иҡтисад енәйәттәре бүлексәһенең етәксеһе майор Саматов, капитан Дубкола башҡаса хәжәт тапмауына ишара яһап, әйберҙәрен йыйнарға ҡушты.
Мин был «ыстырам»да туранан-тура ҡатнашмаһам да, ундағы минең ҡатышлығым бөтөнләй, юҡ түгел ине. Хәмитов ришүәтселәрҙе тотоуға тәүҙә мине йәлеп итергә булғайны ла, һуңынан, мин баш тартҡас, Уралды тәғәйенләне. Козлов, шул турала белеп ҡалһа, ниңә ваҡытында үҙемә еткермәнең, тип мине лә кисермәйәсәк. Асыуы ҡаты уның. Һеҙҙең аңра булыуығыҙҙа минең ни ғәйеп, Хәмитов менән һеҙҙең арала сабыулап йөрөргә ошаҡсы түгелмен, тиергәме ни? Шуға ла һуңғы көндәрҙә, бүлек етәксеһенең күҙенә эләкмәçкә тырышып, гел урамда эшләйем, кабинетыма, ғөмүмән, бүлеккә, сараһыҙҙан ғына керәм.
Нисек кенә булмаһын, был эш сәйерлеге менән мине баштан уҡ һағайтҡайны. Ҡалалағы бар кәсебен һатып, буш утрауҙы ҡуртымға алырға йөрөгән Камаловтың уй-ниәтен аңлау йәһәтенән, бер күрешкәндә, уйынлы-ысынлы ғына итеп ебен тартҡылап та ҡарағайным. Шул саҡта теше һыҙлағандай йыртыҡ йөҙлө Зиннур Таиповичтың ҡиәфәтенә ҡарап фараз йөрөткәндә, мәшәҡәтенең сәбәбе ҡаты иçәп йә ахмаҡлыҡ булмауын ғына аңланым. Тимәк, ул кемдеңдер ҡыçымына ҡалып, шулай эшләргә мәжбүр ителгән. Фаразымды раçлағандай, минең ярҙам тәҡдим итеүемә ул ауыҙ ситенән генә әсе көлөмһөрәп ҡуйҙы. Уның утрау өсөн ришүәт бирергә йыйынғанын Хәмитов әйткәс кенә белдем. Белдем дә, иçкәртеү ниәте менән, Зиннур Таиповичҡа шылтыраттым. Хәмитов алдында минең намыçым таҙа, сөнки Камалов менән дуçлығымды унан йәшермәнем. Дуçымдың ҡулына бығау һалғандарын күрәләтә көтөп ултырырғамы ни? Шуға ла артабан булған хәлдәр мине оторо сәйерһендерҙе. Хәмитов, минең Камаловты иçкәртәсәгемде белеп тә, өмөтһөҙ операцияны ниңә туҡтатмаған? Ә ҡулға алыныу ҡурҡынысы тураһында иçкәртелгән Камалов, үҙ сиратында, ни бысағыма аҡсаһын йөкмәп утрауға барған? Утрауҙағы йорттоң икенсе ҡатына менеп ришүәтселәрҙе аңдыған Урал, бер ҡапсыҡ аҡсаның алыш-биреш ителеүен үҙ күҙем менән күрҙем, ти. Хатта шул мәлде фотоһүрәткә төшөрөп тә өлгөргән. Ысынлап та, фотоһүрәттәрҙә аҡса тулы күн ҡапсыҡтың ҡулдан-ҡулға күскәне асыҡ күҙәтелә. Ләкин ришүәтте алыш-биреш иткән кешеләрҙе һис тә танырлыҡ түгел, сөнки юғарынан түбәнгә төбәп төшөрөлгән фотоһүрәттәрҙә уларҙың түбәләре генә күренә. Бер ҡарауға сүптәй генә күренгән был етешһеҙлек ысынында иһә енәйәтте дәлилләүгә ярайһы уҡ ҙур ҡатмарлыҡтар тыуҙырасаҡ. Сөнки, ришүәтселәрҙең йөҙ-ҡиәфәттәре танырлыҡ булмағас, енәйәттә ғәйепләрлек кеше лә ҡалмай. Ә Камалов менән теге хакимиәт хеҙмәткәре, тикшереү барышында, аяҡ терәп, енәйәт ҡылыуҙарын, һис шикһеҙ, инҡар итәсәктәр. Фотоһүрәткә төшөрөү өсөн шунан да йәтешерәк урын тапманым, ти Урал. Был эште тәжрибәле хеҙмәткәргә тапшырғанда, уңайлы урын табылыр ине, әлбиттә. Ришүәттең тап шул бүлмәлә бирелергә тейешлекте капитан Дубко әйтте, ти Урал. Быныһы тағы бер ҡыҙыҡ. Сөнки ундай ентекле мәғлүмәттәрҙе, ғәҙәттә, ришүәт бирергә мәжбүр ителгәндәр генә әйтә ала. Тик, әлеге осраҡта, уларҙың Камаловтан сыҡмауы шикһеҙ. Уға утрау кәрәк. Ришүәт хаҡында һүҙ-хәбәр сығарһа, утрауҙан ҡолаҡ ҡағыуы ла мөмкин бит. Ғөмүмән, бындай енәйәттә ҡатышыусыларҙың иçәбе ике, күп тигәндә өс кешенән артмай. Ришүәт тураһындағы ошаҡты кемдән алыуы хаҡында капитан Дубконан һорау ҙа урынһыҙ, ул, намыçын һаҡлап, барыбер әйтмәйәсәк. Шуныһы ҡыҙыҡ: ниңә аҡсаны күлдә барған саҡта уҡ кәмәнән кәмәгә йә бүтән урында тапшырмаçҡа? Ысынлап та, ни өсөн бер ҡапсыҡ аҡсаны, кәрәкмәгән мәшәҡәт һәм көтөлмәгән ҡурҡынысҡа дусар итеп, утрауға сығарырға? Ваҡытын һөйләшеп, өйҙән генә алып сығырға булмаймы ни?
Был эшкә ҡатышлығым булмаһа ла, ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та тойолған мажара менән мауығып, шул эште тикшергән тәфтишсегә барҙым. Танышлығым менән файҙаланып, уның ҡулындағы тикшереү ҡағыҙҙары менән танышырға ине уйым. Тәфтишсе Сергеев Костя, бер һүҙ әйтмәй, өçтәлендә өйөлөп ятҡан ҡағыҙҙар араһынан һорағанды табып, минең алға ырғытты ла нимәлер яҙыуында булды.
Ҡағыҙҙарҙан күренеүенсә, Даниил Петрович Цупко исемле хакимиәт хеҙмәткәре Камалов биргән ҡапсыҡты тотоп бүлмәнән сығырға йүнәлгәндә, йорттоң икенсе ҡатында ришүәтселекте аңдып фотоһүрәткә төшөргән Уралға көтмәгәндә ҡайҙандыр килеп сыҡҡан диуана ташлана. Йығылып, башы менән ташҡа бәрелгән Урал күпмелер ваҡытҡа иçһеҙ ҡала, шул сәбәптән бынан ситтәрәк боçоп көткән Дубко төркөмөн ваҡытында иçкәртеп өлгөрмәй. Йорттоң икенсе ҡатынан ергә һикергән диуана, аяғын һындырып, янъял ҡуптара. Шул мәлдә Цупко ҡулындағы ҡапсығын йорт янындағы усаҡҡа ташлай, ришүәтле ҡапсыҡ Дубко төркөмө килеп еткәнсе янып та бөтә. Һуңынан, тикшереү барышында, ҡапсыҡты ниңә утҡа ташланың, тигән һорауға Цупко, унда аҡса юҡ ине, ә мине әхлаҡи яҡтан буяусы, ҡатыным алдында фашлаусы фотоһүрәттәр ята ине, тигән. Камалов үҙ сиратында ришүәтте инҡар итеп, артабанғы аңлатмаларҙан баш тартҡан. Бүтәндәрҙең аңлатмалары белгәндәргә бер ниндәй ҙә яңылыҡ өçтәмәй.
– Был эште нисек итеп хәл итергә уйлайһың? – тип һораным Сергеевтан.
– Билдәле, енәйәт эше асыуҙан баш тартыу тураһында ҡарар сығарам да вәссәләм,– тине Костя, компьютерынан айырылмай ғына. – Үҙең күрәһең бит, тикшереү һөҙөмтәһендә енәйәт ҡылыуҙы иçбатлаусы дәлилдәр табылмаған. Ришүәт аҡсаһы ла юҡ, геуаһтар ҙа юҡ, Камалов менән Цупко ла ришүәтселекте танымай, инҡар итәләр…
– Бында ниндәйҙер хәйлә бар, тип күрмәйһеңме?
– Ә миңә кәрәкме ул? Бынан башҡа ла минең алда егермеләп «хәйлә» ята, – тип Костя өçтәленә ымланы.
Тәфтишселәргә ихтирамым ҙур минең. Иллә-мәгәр аҡыллы, маһир әҙәмдәр улар. Беҙҙең эштә юҡты бар, барҙы юҡ итеү, хатта, сихырсы ҡулынан килмәһә лә, тәфтишсе һис шикһеҙ булдыра уны.
Юл ыңғайы Зиннур Таипович янына керҙем. Отпускыла ята икән. Ғәжәп, йәйҙең йәмле көнөндә, шып-шым ҡалып, бар ғаиләһе өйҙә ултыра. Нажия ханымдың быға ҡәҙәре балҡып торған сибәр йөҙө һурығып, нурһыҙланған, кәүҙә-буйы ла мөйөшләнеп, тәпәшәйеп киткән һымаҡ. Йорт хужаһының йөҙ-ҡиәфәте лә, ҡарға һымаҡ, ҡап-ҡара. Улы менән ҡыҙы ла фатир буйлап аяҡ осонда ғына йөрөйҙәр.
Ысынлап та, был ғаиләнең тормошона, күкте баçҡан болоттай, шомлоҡ кергән, буғай. Белергә ине лә, һөйләмәйҙәр, ярҙам итәм тип, ярҙан этеп төшөрөүемдән шөрләйҙәр, ахыры.
Үҙемде бер аҙ йәпһеҙ тойһам да, әлеге хәл тураһында төпсөп һораша башланым. Ишеткәндәрем, әлбиттә, ҡағыҙ өсөн түгел ине. Зиннур Таипович әрепләшеп торманы, һүҙҙәрен үлсәп кенә булһа ла, белгәнен һөйләп бирҙе. Йөрәген баçҡан хәсрәте менән бүлешеү мөмкинлегенә ҡыуанғандай тойола ине ул хатта. Ысынлап та, утрауҙы ҡуртымға алырға булғас, унан ришүәт талап иткәндәр. Кисә ул алдан килешелгән хаҡты утрауға сығарып, Даниил Петрович Цупко исемле хакимиәт хеҙмәткәренә биргән. Әлбиттә, ул шунан алда минең иçкәртеүем хаҡында Цупкоға шылтыратып, аҡсаны бүтән урында алыш-биреш итергә тәҡдим иткән. Тик теге ниңәлер, уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмайынса, аҡсаны, алдан һөйләшелгәнсә, утрауҙағы ташландыҡ йортҡа килтереүҙе талап иткән. Йәнәһе, барыһы ла «майлы», милиция утрауға яҡын да йөрөмәйәсәк, Камаловтың шомланыуы урынһыҙ. Ришүәтте ташландыҡ йорттоң бүлмәһендә алыш-биреш иткәс, икеһе ике ишектән сығып айырылышҡандар. Цупконың аҡсалы ҡапсыҡты утҡа ташлауын күрмәгән, сөнки шул мәлдә йорттоң икенсе яғында булған. Йорт янындағы ҙур усаҡты ҡулдан-ҡулға тапшырыу алдынан, сүп-сарҙы яндырып, йорт-ерҙе таҙартыу ниәтендә, хакимиәт эшселәре яҡҡан. Пионерҙар усағылай итеп, тауҙай өйөлгән сүп-сарҙан, ағастан яндырылған утҡа яҡын барырлыҡ та булмай, ялҡыны бөркөлөп торған… Юҡ, ришүәтте Цупко түгел, уның етәксеһе Бергман Александр Ильич талап иткән. Улар икәүҙән-икәү генә ҡалып урамда һөйләшкәндәр, әңгәмәләренең сит кеше ҡолағына эләгеүе мөмкин түгел. Һуңынан, тапшырыр ваҡыт еткәс, Александр Ильич уға шылтыратып, аҡсаны Цупкоға бирергә ҡушҡан.
– Хәйерсе хәлендә ҡалһам да, утрау хужаһы мин хәҙер,– тип күҙ ҡыçты миңә Зиннур Таипович, көлөмһөрәп. – Ыштанһыҙ алпауыт, ҡыçҡаһы…
Уның был һүҙҙәре минең өсөн тағы бер йомаҡ булып яңғыраны.
– Ришүәтең янып, тәғәйен кешеһенә етмәһә лә, бирҙеләрме ни утрауҙы?– тип һораным, ғәжәпләнеүемде йәшерергә лә уйламай.
Зиннур Таипович елкәһен ҡашып алды ла:
– Белгең килһә, шул хәлдән һуң үҙем дә утрауҙан өмөтөмдө өҙгәйнем инде. Бер һүҙһеҙ генә ҡағыҙҙарға ҡултамғаларын һалып, мисәт баçыуҙарын күҙҙәремә ышанмай ҡарап торҙом. Тик ул утрауҙан барыбер яҡшылыҡ көтмәйем мин.
Уйламай әйткән һуңғы һүҙҙәре менән утрауға үҙе хужа түгеллеген раçланы Зиннур Таипович.
Урамға сыҡҡас тәмәке тоҡандырҙым да, был турала белгәндәремде рәткә теҙергә маташып, тирә-яғымда геүләгән ҡала тормошона һаңрау-һуҡыр ҡалып, күлгә йүнәлдем. Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта был һуҡмаҡты ярайһы уҡ таҡырайтҡайным инде. Сөнки ул мине Әминә янына илтә. Әминә миңә йортоноң асҡысын да биреп ҡуйҙы хатта. Көнөнә бер нисә ҡат шылтыратып ала. Яраталыр, тип ышанғым килмәй, туғанылай күреүелер, ахыры. Тормошта япа-яңғыҙы ҡалған бит. Шуғалырмы, арабыҙҙағы бер баçырҙай араны үтеп, уны ҡосағыма алырға батырсылығым етмәй. Рәнйетермен һымаҡ тоям үҙемде. Ә мин уға ғашиҡмын. Һөйгәнемде ярты көн күрмәй торһам, күҙҙәрем һүнә башлай.
Әминә әле эштә. Йортоноң асҡысы кеçәмдә ятһа ла, яр башында туҡтап торҙом. Төш ауышҡан саҡ. Күлдән еләç ипкен килә. Көҙгөләнеп ятҡан һыу өçтөндә күмәк кәмәләр сайҡала. Яр буйындағы ҡомлоҡта ял итеүселәр ҡайнаша. Бейек ҡаяһы алыçтан ағарып торған утрау һауала осоп, һыуҙа сағылған бөҙрә болоттар ҡамауында ҡайҙалыр йөҙөп барғандай тойола.
Тап шул мәлдә әлегә ҡәҙәре башымда тәртипһеҙ сыуалған уйҙарым, кемдеңдер бойроғонан кинәт кенә сафҡа баçҡан ғәскәрҙәй, рәткә теҙелделәр ҙә бик үҙенсәлекле «һүрәт» хасил иттеләр. Ҡапылдан, үҙ фаразымды үҙем дә аңламайса, һушымды йыя алмай, ҡатып торҙом. Һуңынан аяҡтарым үҙҙәренән-үҙҙәре мине яр буйындағы кәмәлеккә йүнәлтте. Ай-һай, Цупко, ай-бай, Александр Петрович, ҡарап тороуға танауына ҡунған себенгә лә теймәçтәй сабыр, шым ғына әҙәм һымаҡ күренһәң дә, ысынында иһә бик хәйләкәр һәм сос кеше һин, ахыры?
Ҡыçҡаһы, утрауға сығып, Камаловтың ришүәте ятҡан күн ҡапсыҡты ташландыҡ йорттоң иҙән ташы аçтынан табып алдым. Цупко, ҡапсыҡты алғас, йорттоң урамға илткән ҡыçыҡ ҡына бер босмағында башҡаларҙан күҙ яҙҙырып, уны иҙән ташы аçтындағы соҡорға йәшергән булып сыҡты. Ошо йүнәлештә артабан фараз иткәндә, ул шунда аҡсалы ҡапсыҡты алдан әҙерләп ҡуйған буш ҡапсыҡҡа алмаштырған һәм һуңынан, ығы-зығы башланғас, милиционерҙарҙың күҙ алдында уны утҡа ташлаған. Элгәренән әҙерләнеп күнеккән кешегә босмаҡтағы иҙән ташын күтәреп, ҡапсыҡтарҙы алмаштырыу өсөн күп тигәндә ун секунд ваҡыт етә. Сүп-сар, ватыҡ кирбес, саң-туҙан баçҡан иҙәнде күпме тапаһаң да, әлеге йәшенмәкте шәйләрлек түгел.
Шулай итеп, хәйләкәр Цупко, ришүәткә ҡағылышы булғандарҙың барыһын да «кәкре ҡайынға терәп», аҡсаны үҙенә ҡалдырған булып сыҡты. Әшнәһе Бергманға, мин, ҡулға алыныуҙан ҡурҡып, ришүәтте утҡа ташларға мәжбүр булдым, тип аңлатасаҡ. Тикшереүселәргә биргән аңлатмаһы билдәле инде. Һуңынан, тикшереү тамам булып, ғауға баçылғас, ҡапсыҡты шым ғына килеп ала ла утрау ярынан бөтәбеҙгә лә артын асып күрһәтә. Ә ҡапсыҡтағы мөлкәт аҙ түгел…
Йәш кенә хакимиәт хеҙмәткәренең мутлығына таң ҡалып, ҡыйыулығына һоҡландым хатта. Күренеүенсә, олоғайып барған ата бурҙарға алмашҡа бик һәләтле йәш быуын үçеп килә…
Телефондан шылтыратып, Зиннур Таиповичты утрауға саҡырып алдым. Таланған мөлкәтен көтмәгәндә кире ҡайтарып алыу бәхетенә ирешкән «утрау хужаһы»ның тәьçораттары һөйләп биргеһеҙ, бик ҡатмарлы булды. Үҙем менән видеокамера алмағаныма үкендем шунда. Бындай мәрәкә, үҙенсәлекле күренештәр ваҡыт уҙған һайын ҡәҙерлерәк һәм фәһемлерәк була бара бит.
– Ауыҙ йырып торғансы, аңлатыр инең?!
Зиннур Таипович ҡалтыранған бармаҡтары менән тәмәке ҡабыҙып аҙаплана. Белгәнемде бер ишетеүҙән төшөнөрлөк итеп, ҡыçҡаса ғына һөйләп бирҙем. Кисерештәренән зиһене буталған Зиннур Таипович балаларса бер ҡатлы һорауҙары менән теңкәмә тейә. Бына ғәжәп, әүәле отҡор ғына әҙәм инесе…
– Цупко, аҡсаны урларға булғас, милицияға ниңә хәбәр итте икән? – ти ул, йоҡа тиреле маңлайын йыйырып.
Мин үҙен кинәт кенә аҡылы һайыҡҡандай итеп тотҡан дуçымдың ҡылығына ысынлап сәйерһенә башланым.
– Аҡса янғанды күреп, шул хәлде ҡағыҙға теркәр өсөн!
– Аҡса янмаған да баһа?
Юҡ, уға аҡсалы ҡапсығын тоттороп, яңғыҙын ҡайтарып ебәрергә ярамай. Буталған башы менән тағы берәй бәләгә тарыр. Бер үк хәбәрҙе тылҡып, тамам арыһам да, бармаҡтарымды бөгә-бөгә тәҡрарлап, тағы аңлаттым тегегә хәл-әхүәлдең асылын. Ниһайәт, «утрау хужаһы»ның күҙҙәрендәге сәйер томан таралып, ҡарашында зиһен осҡондары күренә башланы.
– Был аҡса минеке, тимәк?– тине ул, үҙ фаразына үҙе ышанырға ҡурҡҡандай. – Ә ҡайҙа ҡуяйым мин уны?
Уның һуңғы һүҙҙәренән осҡолоғом тота яҙҙы.
– Цупкоға илтеп бир, сумаҙанға рөхсәтһеҙ тейгәнең өсөн ғәфү үтен,– тинем, юрамал мыçҡыллап.
Зиннур Таипович, секерей күҙҙәре менән миңә тексәйеп бер аҙ торғандан һуң, йоҙроғонан яйлап ҡына ҡуҡыш төйнәп, ҡала яғына төбәне.
– Бына уларға!
Аллаға шөкөр, ниһайәт, аҡылына ҡайтты шикелле…
Һуңынан, ай-вайыма ҡарамай, мине һөйрәкләп тигәндәй ресторанға керетеп, ҡиммәтле хәмер менән һыйланы Зиннур Таипович. Үҙе лә лаяҡыл булғансы эсеп иçерҙе. Зиннур Таипович хакимиәт башлығы булғас, беренсе урынбаçары итеп тәғәйенләнәсәгемде белдем шунда. Артынса ҡыҙына өйләнергә димләп йөҙәтте. Кис етеп, эңер төшкән саҡта подъезда бейеп маташҡан сикһеҙ бәхетле «утрау хужаһы»н, ниһайәт, өйөнә оҙатып, ғаиләһенә тапшырҙым.
Кистең еләç һулышына ләззәтләнеп, ашыҡмай ғына ҡайтып барғанымда, Әминә шылтыратты. Баҡһаң, ул һаман эштән ҡайтмаған, имеш, йәш балаһы сирләгән иптәшен алыштырып, төнгә ҡалырға мәжбүр булған.
– Өйөмдөң тәҙрәһен япмай ҡалдырғайным, – ти Әминә. – Барып, шуны бикләһәң ине. Йоҡларға ҡалһаң да була. Мин иртәнсәк ҡайтам.
Һөйгәнемдең өйө йыһандағы бүтән йондоҙсоҡта урынлашҡан булһа ла, шунда барыу әмәлен нисек тә табыр инем мин.
Йорттоң тәҙрәләре ябыҡ ине. Әминәнең борсолоуы бушҡа булған, тимәк.
Зиннур Таиповичтың ҡунаҡсыллығынан мейем ярайһы уҡ шыйыҡланһа ла, быуындарым ҡаты, зиһенем асыҡ. Шуға ла Әминә ҡайтыуға уның өйөнә әсегән ҡатыҡ еçе аңҡытып ятҡым килмәне. Ҡайтырға уйлап, кирегә әйләнгәндә, өй эсендәге сәйер осҡон күҙ ҡырыйыма эләгеп ҡалғандай булды. Атларға күтәргән аяғымды кире алып, һағайҙым, туҡтап, тәмәке ҡабыҙҙым, үҙем, башымды бормай ғына, күҙ ситем менән тәҙрәләрҙе күҙәтә башланым. Осҡон башҡаса күренмәне. Һауала атылған йондоҙ тәҙрәлә шулай сағылдымы икән? Юҡ, күҙемә тиктәçтән күренгән ут булманы был. Тәмәке осҡоно һымаҡ… Тәмәке?!
Шул уйымдан йөрәгемә шом кереп, бар булмышымды һағайтты. Үҙем дә һиҙмәçтән, хәүеф тойған аусылай, бөтә хис-тойғоларымды йорт яғына йүнәлттем.
Утрауҙан сығарып, Әминәнең йәшелсә баҡсаһына күмелгән хазиналар беренсе көндән үк күңелемдә шик-шөбһә ҡуҙғатып, шомландырып торҙо. Хоҡуҡ һаҡлау эшендә йыйылған тәжрибәм ундай ҙур мөлкәттең шом-шауҡымһыҙ ғына ятыуына ышанмаçҡа өндәп, көтөлмәгән бәлә-ҡазаға тарымаç борон ул хазинаны нисек тә булһа хәл ҡылырға кәңәш итә ине. Ләкин, ундағы алтын-көмөштө, зәр-зиннәтте ер аçтынан берәм-берәм сығарып, үҙ белдегең менән ҡул аҡсаһына алмаштыра башлаһаң, башыңа бәлә табырыңды көт тә тор. Шуға ла табылдыҡ хазиналарҙан иçән-имен ҡотолоуҙың иң ябай, ышаныслы ысулы – уларҙы, законға яраҡлы рәүештә, дәүләткә тапшырыуҙан ғибәрәт ине, әлбиттә. Әммә уғрылыҡҡа, мәкерлеккә батҡан заманда был мәшәҡәткә һаҡһыҙ тотонһаң, хазинаңды «законлы рәүештә» юғалтып, һемәйеүең дә мөмкин. Сөнки аҡҡа ҡара менән яҙылған закондарҙы үҙ ҡарамағына бутап, аҙаҡтан осон да тапмаçлыҡ итеп сеймәлдергән яһилдар етәрлек хәҙер. Шуларҙы күҙ алдында тотоп, хазина табыуға ҡағылышлы закондарҙы үҙ аллы ғына өйрәнеп, ҡағыҙ-ҡиәмәт эшен намыçлы башҡарырлыҡ ышаныслы юрист эҙләгән сағым ине.
Йортҡа кереп, йөрәгемдә ҡуҙғалған шик-шөбһәне тикшермәйенсә тыныслана алмаясағымды тойҙом. Нисек кенә булмаһын, баҡсала ятҡан хазина шомлоғо, ер аçтынан сыҡҡан ҡара быу һымаҡ, әле генә балҡып торған күңелемде һөрөмләп, кәйефемде төшөргәйне инде.
Тәмәкемде тапап һүндергәс, йорт алдынан китеп күҙ яҙҙырҙым да, кире боролоп, ҡойма буйынан ҡапҡаға килдем. Ҡапҡаны шыпырт ҡына асҡас, йоҙроҡ дәүмәле йоҙаҡты ҡулыма тотоп ихатаға үттем. Ни тиһәң дә, ҡоро ҡул түгел… Солан ишеге ниңәлер бикһеҙ ҡалған, йоҙағы ла күренмәй… Ҡараңғыла һәрмәнеп, ут алғысҡа баçтым, тик ул ниңәлер ҡабынманы. Тотҡаһын табып, йорт ишеген астым, тупһа аша баçып, ҡараңғы бүлмәгә үттем. Тап шунда ҡараңғы мөйөштән, күҙҙәремде сағылдырып, йөҙөмә яҡтылыҡ бөркөлдө. Артымда ниндәйҙер хәрәкәт тойоп, кинәт кенә әйләнгән ыңғайы, ҡулымдағы йоҙаҡ менән кемгәлер ҡаты тондорҙом, уның артынса алдымдағы шәүлә өçтөнә һикерҙем. Минең ҡаты тибеүемдән ул артҡа осоп, шкафҡа бәрелде, шкаф иҙәнгә ҡолап, көҙгөһө селпәрәмә килде. Шунда арттан килеп башыма һуҡтылар…
Күпме иçһеҙ ятҡанмындыр, белмәйем. Өçтөмә һибелгән һалҡын һыуҙан һушыма килдем. Башым буран кергән мөрйәләй геүләй. Ауыҙ-мороном йәбешкәкләнеп тора, танауымдан ҡан киткән, ахыры. Ҡулдарым бәйле. Өçтәлдә торған йәшел абажурлы шәмдәл яҡтыһында ултырған берәү минең кеçә телефоным менән булаша. Бәй, Генка Шприц та баһа…
Ятҡан еремдән шылышып, стенаға арҡамды терәп ултырҙым.
– Сәләм, майор әфәнде, – тине Генка Шприц, миңә боролоп. Ул, ғәҙәттәгесә, баштан-аяҡ аҡтан ине. Арыраҡ, абажур күләгәһендәге диванда, тағы ике әҙәмдең ҡара шәүләһе төçмөрләнә.
Ауыҙыма тулған әсе ҡанды төкөрөп, өндәшмәнем. Тештәрем иçән икән, улай ҙа…
– Һине дөмөктөрөп, һаçыҡ кәүҙәңде ҡайҙа ҡуйырға уйлап ултырам бына. Һине сүп-сар мискәһенә генә тығып булмай бит. Әйткәндәй, бындағы картуф баҡсаһында урын күп, ере лә йомшаҡ күренә.
Генканың йөҙө, шәмдәл күләгәһендә ҡалып, миңә күренмәй. Шуға ла уның тауышы башһыҙ муйындан сыҡҡандай тойола. Зиһенемде йыйып, килеп тыуған хәлде бизмәнгә һалырға тырыштым. Күренеп тора, мине көтмәгәндәр улар бында. Сөнки Генка Шприц бер ҡасан да кәсебенә әҙерлекһеҙ сыҡмай. Тимәк, әлеге хәбәре буш уның, ул алағайым тотоноп, көтөлмәгән бәләне тағы ла нығыраҡ ауырайта торғандарҙан түгел.
Һис шикһеҙ, Әминәне көткәндәр улар… Осраҡлымы, әллә Хоҙай ҡулынанмы, үҙем алдан килеп юлыҡмаһам, был хәшәрәттәрҙең һөйгәнем менән ни ҡылырҙары күҙ алдыма килгәс, тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте.
– Тәүҙә үҙеңде уйла, – тинем мин, ауыҙымда йыйылған әсе еүешлекте иҙәнгә төкөрөп. – Минән ҡала күп йөрөрмөн тиһеңме…
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һин хаҡлыһың. Һине бында көтмәгәйнем. Шуға, ашыҡ-бошоҡ ҡыланып, бысранғым килмәй. Йомошом Әминә һылыуға бағланған… Башыңа етмәй тороп, һинән арынып булмаç, ахыры, майор. Тамам еләттең бит!
Генка урынынан тороп яныма килде лә осло туфлийы менән бауырыма төбәп ҡаты тибеп ебәрҙе. Күҙ алдарым ҡараңғыланып, тыным ҡыçылды. Тағы типте, тағы… Ҡапыл ғына әйләнеп, ҡанлы ҡулдарым менән тегенең аҡ салбарын таплап өлгөрҙөм. Генка, йыландан ҡасҡандай, ситкә ырғыны…
– Мин һине тамғаланым, – тинем, һулышыма сәсәп. – Йыуынып ҡара инде, эт…
Генка, ытырғанып, салбарына уҡмашҡан ҡан таптарына ҡарап торҙо ла ҡабат өçтәл артына барып ултырҙы.
– Әшәке мент! – тине ул, асыуынан ыçылдап. – Ошонда ғына һуйырға ине үҙеңде…
– Ҡулың ҡыçҡа… Төрмә тупһаһы алдында торғаныңды беләһең, ҡәбәхәт…
– Төрмәгә ҡабат керһәм дә, ҡулдарыма һинең башыңды тотоп керәсәкмен…
– Ә был эшең өсөн башыңдан һыйпарҙар тиһеңме? – тигәс, ҡарашым менән тирә-яҡҡа ымланым. – Рөхсәтһеҙ сит йортҡа кереү – прокурор статьяһы. Юлығыҙҙы ҡыйған милиция майорын ҡыйнауыңды ла өçтәгәндә…
Генка Шприц, күңелле көләмәс ишеткәндәй, хахылдап көлөп ебәрҙе.
– Белгең килһә, майор, бер аҙҙан, башымдан һыйпап ҡына, үҙең оҙатырға сығасаҡһың мине! Ергә теҙләнеп, рәхмәттәр уҡып ҡаласаҡһың!
– Артыңдан атып ҡалырға, эх, ҡоралымды алмағанмын!
Генка Шприц, ирәйеп, аяҡтарын салып ултырҙы.
– Ошо йортта хазина бар, – тине ул миңә, мут ҡына күҙ ҡыçып. – Мин шуны алырға килдем. Һис йыбанмай, өс көн буйы күлде гиҙеп, һорашып-белешеп йөрөүем бушҡа булманы. Һин ошо йорттоң хужабикәһе Әминә исемле ҡыҙый менән утрауҙа табылған хазинаны сығарып, ҡайҙалыр ошонда йәшергәнһегеҙ. Әминәкәй һылыуҙың эштән ҡайтҡанын зар-интизар булып көтөп ултырғанымда, көтмәгәндә һин килеп, кәйефемде бер аҙ боҙҙоң. Типке-һуҡҡымды кисерә күр, сөнки, билдәле булғанса, саҡырылмаған ҡунаҡтың моронон ҡыҙартыу борондан изге эш һаналған.
Генка Шприцтың һүҙҙәрен ишеткәс, күптәнән бирле тап шуны көткәнемде аңланым. Табылдыҡ хазина касафаты үҙенә тейгәндәрҙе баçтырыҡлай, тиеүҙәре раç икән. Ғөмүмән, еренә йәшерелгән хазинаһы күп булған илде бәхетле тип булмайҙыр. Сөнки ҡайғы-ҡазаға тарыған, афәт-касафатҡа дусар булған илдә генә кешеләр күҙ терәп торған зәр-зиннәтен ергә күмергә мәжбүрҙәр. Күҙ йәштәре, шик-шөбһәһе менән бергә… Шулай булғас, йылдар, быуаттар уҙғас та шул мөлкәтте ҡаҙып алғандың тормошона төрлө бәлә-ҡаза ябырылыуы ғәжәпме ни…
– Һин дә ҡунаҡҡа килмәгәнһең.
– Кемдә көс – шул хужа. Әлеге мәлдә һинең яҙмышыңды хәл ҡылыусы – мин. Теләһәм, арҡаңдан һөйөп кенә, артабан йәшәү хоҡуғы бирәм. Теләһәм, ошо урында, һаçыҡ һарыҡтай итеп, хәҙерҙән һуям үҙеңде.
Генка һүҙенән туҡтап, тәмәке ҡабыҙҙы ла, юғарыға төтөн балдаҡтары осороп, бер мәлгә тынып ҡалды. Диванда ултырғандарҙың береһе, әшәке һүгенеп, ласҡылдата иҙәнгә төкөрҙө.
– Яңағымды һындыра һуҡҡан, ахыры…
– Күп һүҙ – юҡ һүҙ, – тип Генка Шприц тағы телгә килде. – Ҡыçҡаһы, был йортта хазина барлығы миңә көн кеүек асыҡ. Һеҙ Афоня ҡарттың кәмәһендә утрауҙан ниндәйҙер ҡапсыҡтар сығарып, уларҙы ошо йортҡа ташығанһығыҙ. Бер ярты араҡынан ҡарттың теле тиҙ сиселде. Йортто ла үҙе килеп күрһәтте, хужабикәнең исемен дә, хатта һинең мент булыуыңды ла әйтте. Шартымды тыңла, майор. Һин хәҙер үк шул хазиналарҙы беҙгә бирәһең, һәм беҙ тауыш-тынһыҙ ғына айырылышабыҙ. Бүреләр ҙә туҡ – һарыҡтар ҙа иçән йәғни. Минеңсә, әлеге сетерекле хәлдән иçән-һау сығыу өсөн шунан да уңайлыраҡ юл юҡ. Ә инде киреләнеп, һаман да үҙ артыңа мажаралар теләһәң, рәхим ит, мин уларҙы һиңә ғарыҡ булғансы күрһәтәсәкмен. Таңға ҡәҙәре ваҡыт күп әле.
– Ышандырҙың. Һинең хайуанлығыңды кем белмәй… Тик һин аҙға ғына һуңланың. Беҙ ул хазиналарҙы дәүләткә тапшырып өлгөрҙөк инде.
Генка турайып ултырҙы.
– Улайһа, шул туралағы ҡағыҙҙы күрһәт. Хазина ҡабул ителеү тураһында банктан белешмә ҡағыҙы бирелергә тейеш бит?
– Мин уны эшемдәге сейфҡа бикләгәнмен. Әйҙә, шунда барайыҡ, күрерһең…
Генка Шприц урынынан тороп, ярым ҡараңғы бүлмәне бер нисә ҡат урап сыҡҡас, минең янға килеп баçты.
– Мине иçәргә һанайһыңмы? – тине ул, миңә өçтән ҡарап. – Йәнемде көйҙөрәһең, мент. Хазиналар бында әле. Беләһеңме, нимә? – тип Генка иҙәнгә сүгәләне лә шәмдәл яҡтыһында һарғайған күҙҙәрен миңә тексәйтте. – Был турала Әминә һылыу менән генә һөйләшеп, уны күндереү миңә күпкә еңелерәк булыр ине. Һин минең ысулдарымды беләһең. Әммә һин килеп эште бутаның. Мин, әлбиттә, һине көтмәгәйнем. Ә һин килдең. Яҙмыштыр… Яҙмыш бөгөн ошо урында хәл ҡылынасаҡ. – Генка иҙәнгә бармағын төрттө. – Хазинаны сығарып бирмәһәң, миңә Әминә һылыуҙың эштән ҡайтҡанын көтөргә генә ҡала. Һөйгәнеңдең үлем ғазаптарын күргең киләме ни? Рәхим ит. Минең башкиçәрҙәр, – тип Генка диванда ултырған ике шәүләгә ымланы, – тәүҙә һылыуыңды иҙәнгә һалып, һинең күҙ алдыңда мәсхәрә итәсәктәр. Һин шул хәлде ошонда ҡарап ултырасаҡһың. Һуңынан, хазинаны табып алғас, ә уны һин, ҡыҙҙың ғазаптарын күреп туйғас, һис шикһеҙ үҙең күрһәтәсәкһең, икегеҙҙе лә бәйләп, өйгә ут төртәм. Янғын эҙ ҡалдырмай. Электр сылбыры өҙөлөп ут сыҡҡан, тиерҙәр. Борька ундайға оçта. – Генка диванға ымланы. – Юҡҡа ғына «электрик» ҡушаматы йәбешмәгән уға. Нимә көткәнен белдеңме инде?
Ултырған еремдән уның ҡәбәхәт йөҙөнә төбәп аяҡ типкәйнем дә, теймәй ҡалды. Генка, уçал көлөмһөрәп, аяғына баçты.
– Уйла, мент, – тине ул, өçтәл артына урынлашып, ҡабат тәмәке тоҡандырғас. – Ваҡыт бар әле. Оҙаҡламай Әминә һылыу ҙа ҡайтып керер… Минең башыма алтатар терәп, урыç рулеткаһы уйнағаның иçеңдәме? – тине ул, миңә ҡырын ғына ҡарап. – Әлеге хәл ни яғы менәндер шуға оҡшаған, эйе бит? Тик был юлы беҙ урындарыбыҙҙы алмашҡанбыҙ…
Генка Шприц бер ҡасан да бушҡа янамай. Әминәне ошо йыртҡыстан ҡурсып ҡалыр өсөн Хоҙай үҙе бында йүнәлткәндер мине. Иртәнсәк эштән ҡайтып, ошо хәшәрәттәр ҡаршыһында япа-яңғыҙы торған һөйгәнемде күргәндәй булып, күҙҙәремде сетерҙәтеп йомдом. Нисек ер упмай һуң был бәдбәхеттәрҙе, Хоҙай уларҙы тамуҡҡа оҙатмай, ниңә һаман түҙә икән?
Күҙ алдымдан йүгереп үткән йән өшөткөс күренештәрҙән һуң, баҡсалағы алтын-көмөштөң шунда уҡ баһаһы төшөп, улар, гүйә, сүп-сарға әүерелде. Юҡ инде, һөйгәнем был вәхшиҙәр ҡулына ҡалыу ғына түгел, уларҙың донъяла барлығын да белмәçкә тейеш…
– Хазинаны биргән хәлдә лә, һин мине барыбер үлтереп, өйгә ут төртәсәкһең…
Мөмкин тиклем үҙемдең ғүмерем менән ошо йорт өсөн һатыулашырға булдым хәҙер. Һис юғында тикшереүселәр өсөн артымдан ниндәйҙер эҙ ҡалдырыға ине уйым. Үҙем үлеп, йорт янған хәлдә лә, Генканың ҡойроғона баçып, башын төрмәлә серетерлек булһын.
Генка Шприц күҙгә күренеп йәнләнде.
– Ул бәлә миңә кәрәкме? – тине ул, өçтәл аша миңә ҡарап. – Тикшереү, һорашыуҙар, менттарҙың, аусы этеләй булып, эҙләнеп, еçкәнеүе миңә ни бысағыма? Ҡойроҡҡа баçһалар – хана бит!
– Кеше талап та артыңдан баçтырыҡламауҙарына иçәп тотаһыңмы ни?
– Әлбиттә! – Генка, минең был һорауыма ҡыуанғандай, күңелләнеп үк китте. – Әлбиттә! Сөнки һин мент булһаң да, башыңда аҡылың бар. Һөйгән ҡыҙыңдың беҙҙең ҡулға эләгеүен теләмәйһең бит? Ментлығыңды алға ҡуйып, ҡойроғома баçа башлаһаң, Әминә һылыуҙы минең егеттәрем күмәкләп… ҡыçҡаһы, мине аңлайһыңдыр?..
– Килер бер көн, Генка, – тинем мин, тешемде ҡыçып, – мин һине ҡоторған эттәй күреп атып китәсәкмен!
Генка вайымһыҙ ғына ҡул һелтәне.
– Беҙ күптән инде һуғыш ҡырында ҡара-ҡаршы атышып ятҡан уҡсылар кеүекбеҙ. Кем атып өлгөрә әле…
Тегеләр баҡсанан ҡаҙып алған ынйы-мәрйенгә мауыҡҡан саҡта ботинкамды һалдым да, ауыҙымдағы ҡанлы шайығымды эсенә төкөрөп, шыпырт ҡына ҡарағат ҡыуаҡтарына типтем. Башыма етһәләр, ботинкам тәфтишселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятырға тейеш…
– Бик яҡшы көн бөгөн, – тине Генка Шприц ирәйеп, йәшниктәрҙе машинаға тейәгәс. Ул янында торған иптәшенә минең ҡулдарымды сисергә ҡушты. – Һеҙ, майор әфәнде, зинһар, үпкәләмәгеҙ инде, һеҙҙән үс алыуым да, ҡон ҡайтарыуым да түгел был – тик бизнес ҡына. Әминәкәй ҡайтыуға өйҙө йыйыштырып ҡуйһағыҙ ине. Юғиһә унда ҡан, бысраҡ… Хужабикәгә оҡшамаç.
– Осрашырбыҙ әле, – тип ҡулъяулығым менән ҡанлы йөҙөмдө һөрттөм. – Донъя – ҡуласа…
– Әлбиттә, мотлаҡ осрашырбыҙ, майор әфәнде. Әйткәндәй, үҙемдең кафела бөгөндән алып һеҙгә бушлай ашау хоҡуғы бирәм. Минеңсә, – Генка Шприц машинаға ымланы, – ундағы байлыҡ илдәге бөтә менттарҙы бер юлы ресторанда ашатып сығарырға ла етәрлектер. Оялмағыҙ, майор әфәнде, килегеҙ! Иң яҡшы ашым менән һыйлармын! Ха-ха!
…Әминә ҡайтҡас, бында булған хәлдәрҙе һөйләп аңлата алмай яфаландым. Йонсоуҙың сигенә еткәнгәме икән? Ниңәлер тотлоҡтом, телем көрмәлде, әйткәнемде үҙем дә аңламай инем. Һуңынан, мәғәнәһеҙ бытылдауымдан оялып, ярты һүҙемдә абынғандай туҡтап, өндәшмәç булдым.
Әминә, асыҡ тәҙрә аша томанлы күлгә ҡарап байтаҡ ҡына һүҙһеҙ торғандан һуң, яныма килде лә, сикәләремде устарына алып, күҙҙәремә төбәлде.
– Мин япа-яңғыҙмын. Шуға, һине осратҡас, яҡлаусы, һаҡлаусы дуçым булды, тип ҡыуанғайным. Ә һин? – Ҡыҙҙың күҙенән атылып сыҡҡан йәш тамсыһы, артабан ағырғамы йә ҡалырғамы белмәгәндәй, оҙон керпек осонда бер аҙ ғына торғас, осҡондай емелдәп, аçҡа осто. – Һин милиционер түгелме ни? Ниңә шылтыратып иптәштәреңде ярҙамға саҡырманың? Ышанмайым һиңә, Таһир. Шиғәлселәр менән бер булып, алдашып ултыраһың бит?
Һөйгәнемдең һуңғы һүҙҙәре мине тамам телһеҙ итте. Әминә ишек янына барып баçты.
– Мин, шул Хоҙай биргән байлыҡҡа ышанып, ниһайәт, ошо меçкенлектән, хәйерселектән ҡотолормон тигәйнем, – тине ул, үҙ алдына һөйләнгәндәй. – Тик өйөмә йылан кереткәнмен икән. Сығып кит өйөмдән, башҡаса был тарафтарға, зинһар, яҡын да йөрөмә. Һатлыҡ йән һин…
…Машина тормоздарының әсе һыҙғырыуына һиçкәнеп, артыма боролдом. Юл сатында торам, имеш. Ҡыҙыл машинала ултырған мыйыҡлы әҙәм, йоҙроғо менән светофорға күрһәтеп, урам ярып мине һүгә. Көтмәгәндә бынан өс йыл элгәре ошо юл сатында булған ҡот осҡос фажиғә иçемә төштө. Мин уға осраҡлы ғына рәүештә шаһит булғайным. Ҡулына скрипка ҡумтаһы тотҡан мөләйем ир, мәктәп йәшенә еткән бәләкәй улын етәкләп, ашығып юл аша сыҡты. Малайҙың ҡулында – оҙон епкә тағылған ҡыҙыл шар. Шул саҡ шар ни ғиллә менәндер ысҡынып китте лә ел ыңғайына юл аша кирегә осто. Малайҡай, атаһынан ҡулын тартып алып, көлә-көлә, шар артынан йүгерҙе. Әлегеләй йөрәк өҙгөс итеп машина тормоздары һыҙғырҙы… Һуңынан, ауыҙы йырыҡ көләс йөҙҙө һүрәтләгән шар, ебе менән юл ситендәге ағас ботағына эләгеп, улының үле кәүҙәһен ҡосаҡлап һуштан яҙған ир өçтөндә, мәғәнәһеҙ йылмайып, һауала бәүелә лә бәүелә ине…
Әминәнең атаһы менән ҡустыһы булғандар, имеш. Бер йылдан атай кешенең һалҡын кәүҙәһен улының ҡәбере өçтөндә табып алғандар. Йөрәге түҙмәгән…
Тәмәке тоҡандырып, ҡулымдағы сәғәтемә ҡараным. Эш башланыр ваҡыт етеп килә. Хәлем мөшкөл…
Ниңәлер хәтеремдәге теге шар, ҙур ауыҙын мәғәнәһеҙ йырып, баш өçтөмдә һаман бәүелеп торғандай…
17
Әҙәм балаһының башына күмәртәләп төшкән бәлә-ҡаза, бер килкем, нисектер хәл ителеп онотола башлаһа, уның тормошо ла, йонсоу болоттар таралып, ҡояш сыҡҡандай, яҡтырып китә. Фани донъяла ғүмер иткән һәр инсан үҙ ғүмерендә шундай тойғолар кисерәлер. Шул саҡта ғына тыныс тормоштоң оло бәхет икәнлеге беленә.
Камаловтар йортоноң тәҙрәһенә лә ҡояш ҡараны, ниһайәт. Ғаилә башы һуңғы арала йылмайыуҙы онотоп, йөҙө шырыша башлаған ҡатынын һөйрәкләп тиерлек аулаҡ бүлмәгә керетеп, уйламағанда кире ҡайтҡан аҡсалы ҡапсыҡты күрһәткәс, Нажия ханым тәүҙә телһеҙ ҡалды, шунан, башын тотоп, диванға ҡоланы, һуңынан иһә ҡапсыҡтағы аҡсаларҙы бармаҡтарын теле менән сылатып, «тәмләп» шутларға кереште.
– Бәлки, Таһир сәлдергәндер бер аҙын, – тине ул, мәшәҡәтенән арынмай ғына. – Ышан йолҡош ментҡа…
Уның был һүҙҙәренән Зиннур Таиповичтың мейеһенә ҡан бәреп, ул үҙе лә һиҙмәçтән ултырған килеш ҡатынына уҡталғандан, ҡулдарынан кемдер тотоп алғандай, туҡтап ҡалды ла, бер ҡасан да булмағанса яман һүгенеп, аяғына баçты. Бар ғәмен аҡсаға биреп онотолған Нажия ханым шунда ғына иренә күтәрелеп ҡараны ла, күргәненән һиçкәнеп, эшенән туҡтаны.
– Ғәфү ит, зинһар, – тине ул, устары менән кинәт кенә ҡыҙылға мансылған йөҙөн ябып. – Әллә нишләнемсе, уйым да, телем дә үҙемдеке түгел һымаҡ… Зиннур, иçеңдәме, беҙ Италияға йыйына инек бит? Хәҙер килеп аҡса ла булды…
Яратҡан тәтәйен тартып алыуҙан ҡурҡҡан балалай, күҙҙәрен өмөт ҡатыш шом баçҡан ҡатынына ҡарап, Зиннур Таиповичтың йөрәге һыҙып ҡуйҙы. Шундай аяныслы хәлдәрҙән һуң яртылаш ҡартайған ҡатынының теләгенә нисек ҡаршы тора алһын инде.
– Әлбиттә, – тине ул, ҡарашын тәҙрәгә күсереп. – Мин бара алмаған хәлдә лә, балалар менән йөрөп ҡайтырһың.
Зиннур Таипович, яңғыҙы ҡалғас, Сатиға шылтыратып, утрауҙы ҡуртымға алыуын хәбәр итте.
– Афарин, Зиннур Таипович,– тип яуапланы Сати. – Һеҙҙең уңыштарығыҙ бабайҙы, һис шикһеҙ, ҡыуандырыр.
Сати, ғәҙәттәгесә, телефондан һөйләшкәндә, Искәндәр ҡарттың исемен телгә алманы.
– Мин ғаиләм менән илдән сығып, ситкә сәфәр ҡылырға йыйынам,– тине лә Зиннур Таипович шунда уҡ, әйткәненә үкенеп, телен тешләне. Ошо ниәтен бер кемгә лә асмаçҡа, тигән уйы бар ине лә, теленән ен тартты, ахыры. Тик һуң ине инде.
– Быны хәбәр итеп, бик дөрөç эшләнегеҙ, – тине Сати. – Мин уға ниәтегеҙҙе еткерермен, һеҙгә уның рөхсәтен алыу зарур. Сөнки әлеге утрауға ҡарата уның ниндәйҙер хәстәре булыуы мөмкин.
«Рөхсәтен алыу», имеш… Ошо һүҙҙәрҙең асылына төшөнгән Камалов әле генә балҡып торған көнөнөң кинәт һүрәнләнеүен тойҙо. Теге остағы Сати телефон аша ниңәлер шымып ҡалған әңгәмәсеһенең хистәрен һиҙеп ҡалды, буғай.
– Борсолоуығыҙҙың сәбәбен аңлайым, – ҡыҙҙың тауышында быға тиклем бер ҡасан да ишетелмәгән йыуатыу билдәләре салынды. – Өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ, ул, ғөмүмән, үҙенекеләрҙе ҡыйырһытмай. Әйткәндәй, һеҙҙе яҡлап уға һүҙ ҡатырға вәғәҙә бирәм. Тик ул әйткәнгә берүк кире булмағыҙ, зинһар…
Камаловтың Сатиҙы күргеһе килде. Эх, шул һылыуға бағып, ҡарашты йәмләп, күҙҙең танһығын ҡайтарырға ине…
Ни ғиллә менән шул бүре өйөрөнә барып юлыҡтым һуң әле, тип ғәжәпләнде Зиннур Таипович, асыҡ балкон тәҙрәһенән бөҙрә ҡайын остарына ҡарап. Бур ҙа, кеше талаусы ла түгелмен, Аллаға шөкөр. Хәйлә-мәкер ҙә, яһиллыҡ та миңә ят. Терһәктәренә хәтлем ҡанға буялған шиғәлселәр араһында миңә урын бармы ни? Ытырғанам бит уларҙан. Ни хәжәтем тейгән бәдбәхет Искәндәргә? Хакимиәт башына ҡуйырға үҙе ише берәй бурҙы тапмағанмы әллә? Уғрылыҡҡа мас булып ултырған эреле-ваҡлы дәүләт хеҙмәткәрҙәре аҙмы ни хәҙер? Бынағайыш, исем-шәрифенән ҡан өшөгән ата бурға намыçын, әхлағын һаҡлаған хакимиәт башлығы ни бысағыма? Юҡ, Искәндәрҙең эте булғансы, алабайҙың бете булыуың мең артыҡтыр. Сати менән сираттағы осрашыуҙа Искәндәр менән күрешеүҙе талап итергә лә ҡартҡа әлеге уйлағандарҙы ярып һалып, араны өҙөүҙе һорарға кәрәк. Ҡарт алдында башҡаса бирәсәге лә юҡ, шулай булғас, биғәйбә, тип, дүрт яғына ебәрергә булмаймы ни уны? Хакимиәт башлығы булам тип, ҡатынын, балаларын бысаҡ аçтында тотһонмы ни? Ана, ҡыҙымды нишләттеләр. Әүәле юҡҡа-барға сырҡылдап теңкәгә тейгән, кис етһә ҡайтмай борсоған ҡыҙы, шул хәлдән һуң, яңғыҙы урамға сығырға ҡурҡып, бесәй кеүек мыштымға әйләнде. Кәрәкмәй бер ни ҙә. Торбаларҙы ямаусы ябай эшсе булһа ла, үҙ көнөн үҙе күрер, йоҡоһо ла тыныс булыр.
Шунда, Камаловтың күңелһеҙ уйҙарын өҙөп, телефон шылтыраны. Ул төпсөк һауытында һүрәтләнгән шайтандың күҙенә тәмәкеһен баçып һүндерҙе лә, бүлмәгә кереп, телефонды алды. Әстәғи, Василий Петрович та баһа?! Ҡала хакимиәте башлығы…
Василий Петровичтың тауышы көр, берәй мутлығы бешеп, кәйефе шәптер, ахыры.
– Иллә-мәгәр муҡшы әҙәмһең дә инде, Зиннур Таипович, – тине хакимиәт башлығы, Камаловтың хәл-әхүәлен белешкәс. – Мин һиңә утрау һынлы утрау һоғондорҙом, ә һин? Мәгәристе ҡасан эсәбеҙ? Алпауыт булдым тигәс тә, минең ише ер ҡорттарына өçтән генә төкөрөп ятыу ярамаç ине? Ниңә шымдың?
– Баçып килгән бәләләрҙән арына алмағас, әлегә ҡәҙәре ул турала уйларға ла әмәл булманы, – тигән булды Камалов.
– Тормош бәләһеҙ булмай, Зиннур Таипович. Яҙмышыңа тәғәйен бәлә-ҡазанан аңдып та, ҡыуалап та ҡотолоп булмай. Уларға ҡаршы көрәштең берҙән-бер уңышлы ысулы – хәлдән килгәнсә күрмәмешкә һалышыу. Ҡыçҡаһы, утрауыңды күргем килә. Мин хәйерсенең һүҙен йыҡмай, утрауыңда төтәп торған шашлығың, бер-ике ярты шарабың менән ҡаршы алһаң иртәгә, күңелемә хуш килер ине…
– Баш өçтө, Василий Петрович. Тағы кемдәрҙе көтөргә?
– Минән башҡа тағы бер-ике кешене. Бар утрауға ашъяулыҡ йәйеү кәрәкмәй. Уныһы алда әле… Си ля ви!
Хакимиәт башлығының кәмәһе утрауға төртөлгәндә эш көнө тамам булып, күләгәләр һуҙыла башлаған мәл ине. Василий Петровичҡа эйәргән икәүҙе танығас, Камаловтың күңелендә шик уянды. Үҙҙәренә барып етмәгән ришүәтте ҡабаттан талапларға уйламайҙарҙыр бит? Тик тегеләрҙең, уны күргәс, ҡапыл ғына туҡтап, ҡайҙа ҡасырға белмәгәндәй, алан-йолан ҡарана башлауҙарын шәйләгәс, шиге таралды. Кем янына барғандарын белмәгәндәрме? Был – Василий Петровичтың сираттағы әкәмәте шикелле. Сысҡан уйнатҡан бесәйҙәй ҡыланырға итәлер... Нисек кенә булмаһын, табын артында ултырғанда ауыҙҙан сыҡҡан һүҙҙәрҙең шутлы булыуы мәғҡул.
Василий Петровичтың өçтөндә иҙеүҙәре асыҡ аҡ күлдәк, бысаҡ йөҙөләй итеп үтекләнгән ҡара салбар. Маңлайында, муйынында тир тамсылары ялтырай. Һыу буйынан ярайһы уҡ текә ярға күтәрелгән тулы кәүҙәле тәбәнәк кешенең һулышы йышайғайны. Ул, итләс ҡулын биреп, хужа менән күреште лә аҡ япмалы өçтәл янындағы түмәргә ҡунаҡланы.
– Йә, һал инде тиҙерәк, – тине ул Камаловҡа, өçтәлдә торған кеүәç шешәһенә ымлап. Кеүәçте ыңҡылдап бушатҡас, йомро ҡорһағын бәүелтеп, ғәйрәтле кикереп ҡуйҙы ла, баçыуҙағы ике йомран һымаҡ, бер-береһенә арҡаларын биреп яр башында торған ике эйәрсененә ҡул иҙәне:
– Эй, хәстрүштәр, әйҙәгеҙ табынға! Хужа кеше һеҙҙе сыбыртҡылап ҡыуалаһа ла, ҡасырлыҡ ер юҡ бында!
Бергмандың усы лайлалы һалабаштай. Тирле танауынан бер туҡтауһыҙ шыуып ҡоларға янаған күҙлеге аша ҡарашын тотоп булмай. Цупконың ҡулы, өҙөлгән арҡандай, хәлһеҙ. Йәшел күлдәге, һоро салбары таушалып бөткән, әллә теге көндән бирле өçтөнән һалмаған инде? Йөҙ-ҡиәфәте лә трактор тапаған сепрәктәй, ни тиһәң дә, милицияға аңлатмалар биреү уйын түгел шул… Ҡыҙыҡ, утрауға килеп, йәшергән ҡапсығын тикшерергә форсаты булдымы икән? Теге көндө Таһир, Камаловтың ай-вайына ҡарамай, йәтеш булһын тип, ҡапсыҡҡа баҡалар тултырып, иҙән аçтына кире тыҡҡайны…
Мангалға шашлыҡ теҙгән Таһир был икәүгә күтәрелеп тә ҡараманы.
Камалов табынды утрауҙың яр башында үçкән ҡушҡайын ышығына ҡорғайны. Бынан ике ҡатлы йорт алдындағы биçтә, ә унан ары, зәңгәрләнеп ятҡан күл аша, ағарып ҡаланың таш йорттары күренә. Утрауҙа еләç. Юçығын юғалтҡан йүгерек ел, ни менән мауығырға белмәгән шуҡ малайҙай, әле бер, әле икенсе ағасҡа бәйләнеп, утрауҙы гиҙә. Ҡояш, аяҙ күктә ҡымшанмай торған күперек болот артына йәшенеп, шаршау артында өç-башын йүнәткән кәләштәй, бирегә сығырға ашыҡмай.
Шишмәләй һалҡын хәмерҙе һимеҙ шашлыҡ менән оҙатып ҡуйғас, Василий Петровичтың ҡырыç йөҙө йомшарып, ҡарашы дымланды.
– Хозур, бик хозур, – тине ул, ултырған еренән тирә-яғына күҙ йөрөтөп. – Афарин, Зиннур Таипович, яңы мөлкәтең менән ҡотлайым, изгелеккә булһын!
– Рәхмәт, Василий Петрович, ауыҙығыҙға бал да май! Һәр саҡта ла иң ҡәҙерле ҡунағым булырһығыҙ!
– Бәхетең үҙеңдән алда йөрөйҙөр һинең. Күңелем хуш саҡты тап итеп, уңдың! Юғиһә, һинең ҡағыҙҙарыңа ҡултамғамды ҡуйыу түгел, уларҙы өçтәлемә лә һалдырмаç инем. Беләһең мине…
Камалов эстән генә мыçҡыллы көлөмһөрәп ҡуйҙы. «Күңелем хуш», имеш… Ошо утрауға ҡарата, һис шикһеҙ, бүтән иçәп-хисабың бар һинең. Кемдеңдер юлын бутауың был. Һине беләбеҙ, ысынлап та…
Хакимиәт башлығы күрәләтә уға милицияны «һөсләтһә» лә, Зиннур Таиповичтың күңелендә Василий Петровичҡа асыу юҡ ине. Ҡайҙа ҡарама, ыҙғыш та талаш барған саҡта, быға байғошлоҡ йә йүнһеҙлек тип кенә ҡарарға ҡалалыр. Ҡайһы берәүҙәрҙең ҡылығына рәнйеһә лә, үс, кенә тота белмәй ул. Нишләйһең, Хоҙай бирмәгән холоҡто һатып алып булмай.
– Шуны әйт миңә, – тине Василий Петрович, хәйләкәр күҙҙәрен Камаловҡа төбәп, – ошо ике мөртәткә күпме ришүәт бирҙең?
Ул өçтәл артында мыш-мыш килеп шашлыҡ сәйнәгән Бергман менән Цупкоға ымланы.
Бергман ауыҙындағы ашты сәйнәп йотто ла, танауынан шыуып барған күҙлеген бармағы менән төртөп, урынына ҡайтарҙы.
– Василий Петрович?! – тине ул үпкәсел тауыш менән, хакимиәт башлығына ҡаш аçтынан ҡарап. Цупко, бер ни ишетмәгәндәй, ҡолаҡтарын елпелдәтеп, ашаныуында булды.
– Өнөңдө тыҡ! – тип екерҙе уға етәксеһе. – Зиннур Таипович, мин һиңә һорау бирҙем, буғай?
Цупко кинәт кенә, ниҙәндер һиçкәнгән йомрандай, сәйнәүенән туҡтап, ҡатып ҡалды. Бергман, ауыр уфтанып, һауытына тултырғансы хәмер һалды ла, уны бер һелтәүҙән йотоп, артынан ҡабырға онотто.
– Ҡунаҡ булһаң – тыйнаҡ бул, тиҙәр беҙҙә, – тине Камалов, күҙҙәре менән хакимиәт башлығын быраулап. – Ғәфү итегеҙ, Василий Петрович, әммә мин, хужа булараҡ, һеҙҙең һорауығыҙҙы көн тәртибенән сығарам.
– Яуап алдым инде, – тип ҡунағы рыя ғына ҡул һелтәне. – Былар һымаҡ күрәләтә алдашмауың хуп. Ришүәт булған, минең өсөн шикһеҙ был. Милицияның йүнһеҙлегенән генә ҡотолоп ҡалғанһығыҙ. Козлов булдыҡһыҙлығы менән үҙен дә, мине лә, көлкөгә ҡалдырҙы. Бынағайыш, ошо утрау өсөн ришүәт бирелеүе бар ғәләмгә асыҡ, ә шуны фашларға тейеш хоҡуҡ һаҡлаусылар, бур артынан уҡталған ғәрип-ғөрәбәләй, ғауға ҡуптарыуҙан ары уҙҙыра алмай!
– Тотолмаған – бур түгел, – тип мығырҙаны Цупко, сираттағы иткә үрелеп.
Василий Петрович, уға яуап итеп, йоҙроғо менән өçтәлде гөрһөлдәтте.
– Бур! – тип екерҙе ул, тегегә өçтәл аша ташланырҙай булып. –Тотолмаған да бур! Сөнки ул – тотолмаған! Урлаған, әммә тотолмай ҡалған! Аңланыңмы? Ә һин, Камалов, улар ришүәт һорағас, ни өсөн миңә ялыу итмәнең? Хакимиәт башлығы ла былар менән бер өйөрҙән, тип уйланыңмы?
Зиннур Таипович өндәшмәй ҡалыуҙы яҡшы күрҙе. Шырпылай ҡапыл ғына тоҡанып киткән Василий Петрович, һауытындағы хәмерен бушатып ҡуйғас, аҡрынлап тынысланды.
– Немец халҡына һоҡланам, – тине ул, һәүетемсә әңгәмәгә күсеп. – Көслө, таҙа халыҡ. Эйе, уларҙың тарихында ла бик күп яманлыҡтар булған. Фашислыҡтары менән генә күпме халыҡты ҡырҙылар. Әммә һуғышып, үҙҙәре лә он-талҡан хәленә ҡалдырылғайнылар бит. Көлдән ҡабат яралған әкиәт ҡошолай, ҡабат күтәрелделәр, ана! Япондар ҙа… ҡулдарынан сыҡҡан әйбер-тауарға һоҡланып бөтөрлөк түгел! Ә беҙ? Бер-беребеҙҙең кеçәһен һәрмәргә генә оçтабыҙ…
– Тормош шулай һәүетемсә генә тыныс дауам итһә, бер аҙҙан беҙ ҙә тәртипте, әхлаҡты алға ҡуйырбыҙ әле…
– Белмәйем, – тине Василий Петрович, ҡорһағындағы күлдәк төймәһен ысҡындырып. – Беҙгә тыныс йәшәргә биреүҙәренә ышаныс аҙ. Үҙең күрәһең бит, күпме ер, күпме байлыҡ беҙҙә?! Ә сик артында кемдәр? Күсмә ҡымырçҡалар күсе тиерһең! Ә беҙҙә тыуым юҡ, халыҡ кәмей…
– Ғәскәрҙе көсәйтеп, яңыса ҡоралланырға ғына ҡала, – тип һүҙ ҡыçтырҙы Бергман. Ул, әңгәмәнең бүтән юçыҡҡа йүнәлеүенә һөйөнөп, теремекләнә башлағайны. – Илде баçҡынсыларҙан һаҡлау өсөн берҙән-бер сара…
– Баçҡынсыларға ҡаршы ҡорал беҙҙә бөгөн дә етәрлек. Ә бына һинең кеүектәрҙән һаҡланыр өсөн ниндәй ҡорал кәрәктер, миңә билдәһеҙ.
– Бәй, мин нишләгән?
Бергман, хакимиәт башлығының тел төбөн һиҙеп, тағы тымçайҙы. Василий Петрович, хужаға һауытын һоноп, хәмер ҡойорға ымланы.
– Мәле еткәс, ракеталарҙы дошманға төбәп осорорға тәғәйенләнгән кеше тейешле төймәгә баçмаç, тием.
– Баçыр…
– Шикләнәм. Һеҙҙең ише бурҙарҙы элгәренән ауыҙлыҡламаһаҡ, ракеталар ҙа осмаç, мылтыҡтар ҙа атмаç. Сөнки улар, – Василий Петрович ҡайҙалыр ҡул иҙәне, – хәрбиҙәргә алдан уҡ ришүәт биреп, уларҙың ҡулынан тотасаҡтар.
– Һәйбәт тә баһа, – тине ауыҙына бер туҡтауһыҙ шашлыҡ тыңҡыслаған Цупко, төйөнөп, ашын йотҡас. – Һуғыш булмаç…
Хакимиәт башлығының ҡулынан осоп, ҡаҡ маңлайына тейгән йомро алманан Цупко артына ҡолай яҙҙы.
– Һуғыш булмаç та, тик һеҙ шул көндән башлап ҡытайҙарҙың сусҡа аҙбарҙарын, немецтарҙың урамдарын буҡтан таҙартырһығыҙ, – тине Василий Петрович, Камалов менән һауытын сәкәштереп. – Тамаҡ хаҡына… Үҙ илегеҙҙә… Рәсәйҙе ғүмер баҡый тиҙәктән бөлдөргән, – тип дауам итте ул, буш һауытын өçтәлгә ҡуйғас. – Петр батша, илде үҙгәртеп ҡорам тип, ил башында торған әүәлге баярҙарҙы ҡыуып, урамда йөрөгән йыйын гидайҙарҙы дәүләт хеҙмәтенә алған. Улар, байлыҡ көçәп, илде талағандар. Әлбиттә, «ил таянысы» хәйерсе булһынмы ни? Капитализм башланғас, тамам ялҡауланып, эшкә ашмайынса бөлгән дворяндар дәүләт әмәлдарҙары булырға ынтылған. Унда улар, эшҡыуарҙарҙы, ябай халыҡты талаған. Уларҙың төп кәсептәре эш кешеләренән ришүәт һығыуҙан ғибәрәт булған. Һөҙөмтәлә илде ихтилалға тарытҡандар. Революцияла большевиктарҙың ғәйебе юҡ! Бурлыҡҡа, коррупцияға бирелгән дәүләт әмәлдарҙары ғәйепле! Башыңды тарихсыларҙың бүтән сүп-сары менән тултырмағанда, көн кеүек асыҡ был.
– Илде баçҡан сир һеҙҙе лә урап үтмәгәндер, Василий Петрович? – тип аçтыртын Бергман етәксеһенең «сөйәленә баçты».
Василий Петрович керпеген дә ҡаҡманы.
– Эйе, миндә лә булды ундай гонаһ. Йәш инем – ас инем. Шуға ла һеҙҙе, күҙгә ҡарап алдашһағыҙ ҙа, үтә күреп, аңлап торам. Ҡара әле, Камалов, – Василий Петрович Цупко менән Бергманға ымланы, – минең менән утрауға бармаһағыҙ, эшегеҙҙән ҡыуам, тигәс, инәһенә эйәргән себештәй, эйәреп килделәр бында. Хакимиәтте баштан-аяҡҡаса буҡлап, мине, хакимиәт башлығын, хурлыҡҡа ҡалдырып та, был икәү, һис оялмай, һаман эштә ҡалырға өмөтләнәләр, – тип ул, таң ҡалған ҡиәфәттә, ике ҡуллап бот сапты.
– Беҙҙе эштән ҡыуырға законлы нигеҙегеҙ юҡ, – тип мығырҙаны Бергман.
– Камалов, ишетәһеңме, закон, ти? Закон бурҙар ышығына әүерелгән, ахыры. Ә намыç, әхлаҡ, оят тигән төшөнсәләрҙе берәй ваҡыт ишеткәнегеҙ бармы? – Василий Петрович урынынан тороп, кирелеп-һуҙылып алды. – Намыç, әхлаҡ булмаған ерҙә – закон да юҡ, – тине ул, өçтәл аçтына төшөп боçорҙай булған ҡуштандарына, өçтән генә ҡарап. – Яныңа арсый ҡуйып дөрөç иткәнһең, – ул мангал янында булашҡан Таһирға ымланы. – Бындай юлбаçарҙар янына нисек һаҡсыһыҙ бараһың?
– Арсый түгел ул, дуçым минең.
– Барыбер. Мент ҡайҙа ла арсый… Әйҙә, «ҡитға»ңды әйләнеп, ҡарап киләйек.
Икәүләп утрауҙың арғы осона йүнәлделәр. Караптың бейек моронон хәтерләткән ҡая башынан бар утрау ус төбөндәгеләй күренеп тора. Ағастар араһында ташландыҡ йорттоң тишек-тошоҡ ҡыйығы шәйләнә. Утрау мөйөштәрендәге ҡаялар зәңгәр сынаяҡҡа үрә ҡуйылған йомортҡаларҙы хәтерләтә. Ҡая башынан хозур күренеш асыла. Күл, алыçта, зәңгәр офоҡҡа тоташып, шундағы ҡабарынҡы болоттарҙан сихри утрауҙар хасил итә. Камалов, ҡая ҡырласында үçкән ҡарағайға тотоноп, түбәнгә ҡараны. Ҡая аçтындағы һыу ярайһы уҡ тәрән булыуға ҡарамаçтан, күл, энә ташлаһаң да күренерлек таҙа, яҡты ине. Бер төркөм табан балығы, ялҡау ғына йөҙөп, һыу үләндәре араһында күҙ яҙҙырҙы.
– Бик матур, – ҡулын түшенә ҡаушарып ҡая башында торған Василий Петрович ни ере менәндер Камалов ҡасандыр һүрәттә күргән бөйөк француз батшаһын хәтерләтә. Башында өсмөйөшлө кәпәсе генә юҡ. – Япон баҡсасыларына, төҙөүселәренә ҡушҡанда, был утрауҙы әкиәт донъяһына әйләндерергә була. Дөрөçөн әйткәндә, бер мәлде үҙем дә уҡталып ҡуйғайным ошо утрауҙы алырға. Әммә, уны төҙөкләндереү бик күп сығымдар талап итәсәген белеп, кире уйланым. Утрауға электр уты тоташтырыу ғына ла кеçәне тишерлек бит. Һинең хәлеңдән килерлек эш түгел был, Камалов. Әйт, кем һинең артыңда тора?
– Ҡатыным, – тип шаяртты хужа.
Василий Петрович, көлөмһөрәп, бармаҡ янаны.
– Һинең артыңда торғандарҙы эҙләп үҙәкте тет итһәм дә, тапманым. Һаҡ бул, Зиннур Таипович. Борсолам һинең өсөн. Онота яҙҙым, – тине ул шунда, Камаловҡа ҡулын һуҙып, – милицияла һиңә ҡаршы асылған тикшереү эшен бөгөн, енәйәт билдәләре тапмай, кире яптылар. Ҡотлайым!
– Ҙур рәхмәт, Василий Петрович. Һеҙҙән дә етеҙ, сос «ҡапҡасы» юҡтыр…
Ағас-ҡыуаҡтар араһынан йырмаслап, ҡаяға илткән һуҡмаҡта ике кеше күренде. Алдан килгән йәшерәген Камалов таныманы. Уның арттан килгәне тулҡынланып торған сал сәсле олпат ир ине. Камаловтың уны ҡайҙалыр күргәне бар, буғай.
Ул да булманы, Василий Петрович, ҡоласын йәйеп, килеүселәргә ҡаршы атланы.
– Семен Самойлович?! Күктән төшкән фәрештәләй, күҙҙәремә күренмәйһеңдер бит!
Рябиновский Семен Самойлович, имеш. Үҙәктә йөрөгәндә һөйләшеп-аралашмаһа ла, йыш ҡына күрә торғайны уны Камалов. Затлы костюм-галстугын һалып, еңелсә генә кейенгән идара етәксеһен ҡапылдан таныу ҙа еңел түгел ине. Утрауҙа түгел, урамда осратһаң да, иçкә алмай янынан уҙып китерлек. Василий Петрович ҡына, Камаловты ғәжәпләндереп, бер ҡарауҙан сырамытып ҡалды һиммәтле танышын. Көтөп тормағандыр инде?
Йәш кеше үҙен, Рябиновский Артур Семенович, тип таныштырҙы. Улы, тимәк. Тик һын-ҡиәфәте менән атаһына оҡшамаған. Артур Семеновичтың сөм-ҡара сәстәре, яңы тыуған һарыҡ бәрәсен хәтерләтеп, бөҙрәләнеп тора, ҡоромдай күҙ-ҡаштары осло танауындағы ҡара күҙлеге артына йәшенгән, нәҙек иренле ауыҙ-мороно тирәләп үçкән һаҡал-мыйығы ас яңаҡтарында һирәгәйеп, оҙон ҡыл-ҡыуға әүерелә. Буйы ла атаһынан бер башҡа бейегерәк. Себен тейһә лә сер итерҙәй серек интеллигент икәнлеге бар килбәтенә сыҡҡан.
Аталы-уллы Рябиновскийҙар был осрашыуҙы бөтөнләй көтмәгәндәр, ахыры.
– Ялда йөрөйөм, – тине атай кеше, ҡулъяулығы менән йөҙөндәге тирҙе һөртөп. – Улым да ялға ҡайтып төштө бына… Шуға, ваҡыт барҙа, тыуған төйәкте бер аҙ гиҙеп алырға булдыҡ.
– Хуп! Бик хуп! Тыуған ер йылыһы сит ил ҡыҙығынан мең артыҡ. Күрәһегеҙме, ниндәй матурлыҡ!
– Ризамын, Василий Петрович, – тине Семен Самойлович. – Бик йәтеш утрау.
Семен Самойлович шунан һуң ситкәрәк китеп баçты ла улын үҙе янына саҡырып алды. Улар, тауыштарын баçып ҡына, ҡыҙыу итеп гәпләшергә кереште. Атай кеше, ара-тирә ҡулдарын иҙәп, улына утрауҙы, йәйрәп ятҡан күлде, алыçта, бейек йорттары менән ағарып торған ҡалаға күрһәтеп, нимәлер һөйләне. Артур Семенович, атаһы менән бер уйҙан икәнлеген белдереп, йыш ҡына баш ҡағып торҙо.
Василий Петрович, Камаловтың терһәгенә ҡағылып, теге икәүгә ымланы ла ниңәлер мут ҡына күҙ ҡыçты. Шуҡ ҡиәфәтенә ҡарағанда, тегеләргә телен сығарып күрһәтергә лә әҙер ине ул. Бер ни аңламаған Камалов уның был ҡыланышын хәмер шауҡымылыр тип тапты.
Бер аҙҙан мөләйем йөҙ алған Семен Самойлович улар янына килеп баçты.
– Бик йәпле тап килдегеҙ әле, Василий Петрович, – тине ул, алтын тирәсле күҙлеген танауына элеп. Уның әлегә ҡәҙәре ғәмһеҙ тойолған ҡиәфәте шунда уҡ эшлекле төç алды. – Бик мөһим бер мәсьәлә буйынса әйтер һүҙем бар һеҙгә. Минең улым илселектә эшләй, – Семен Самойлович, ҡулын артына ҡайырып, ҡая башынан тирә-яҡты битараф ҡына күҙәткән Артур Семеновичҡа ымланы. – Ул ҡалағыҙҙың иҡтисадына йәлеп итерлек бик яҡшы инвестор тапты. Әлбиттә, инвесторҙың да беҙгә ҡуйған шарттары етәрлек. Шуларҙың береһе ошо утрауҙы уға ҡуртымға биреүҙән ғибәрәт.
Василий Петрович вайымһыҙ ғына төçтә Камаловҡа ымланы.
– Ул һорауығыҙ менән Зиннур Таиповичҡа мөрәжәғәт итергә тәҡдим итәм. Утрау хәҙер уныҡы. Әлеге мәлдә шул алыш-бирештең мәгәрисен эсеп йөрөүебеҙ. Зиннур Таипович, – тип ул Камаловҡа боролдо, – хужа булараҡ, мәртәбәле ҡунаҡтарҙы табынға саҡырһаң, арыу булыр ине.
Семен Самойлович, күҙҙәрен ялтыр күҙлеге аша уларға алмаш-тилмәш күсереп, бер мәлгә аҙап ҡалды.
– Нисек инде? – тине ул һуңынан, тауышында ҡорос сыңлатып. – Василий Петрович, был мәсьәлә тураһында һеҙҙең менән күптән үк һөйләшкәйнек бит. Утрауҙы бер кемгә лә бирмәçкә, кәрәге еткәнсе янда тоторға, тип?
– Беләм. – Василий Петрович, тауышын күтәреп, әңгәмәсеһенә ҡаршы боролоп баçты. – Мин тапҡан инвесторҙың юлын ҡыйып, үҙегеҙгә һалдырып алырға маташыуығыҙҙы ла беләм, Семен Самойлович! Улар бында эш башлағайны инде. Һеҙ ниндәйҙер мәкерегеҙ менән туҡтаттығыҙ уларҙы! Улығыҙҙы, Артур Семеновичты, минең урынға ҡоҙалауығыҙ ҙа, әлеге инвестицияларҙы уға эйәртеп килтерергә тырышыуығыҙ ҙа билдәле миңә!
Семен Самойлович, тирләгән күҙлегенең быялаларын еүеш ҡулъяулығы менән һөртөп, бер аҙға тын ҡалды. Уның ҡулдары ҡалтырай ине. Тирле ҡулъяулыҡ күҙлекте уғата яғаландырҙы ғына. Артем Семенович, кеçәһенән аҡ сепрәк табып, атаһына бирҙе.
– Һеҙ, Василий Петрович, ысынлап та, был эштең мөһимлеген аңлап еткермәйһегеҙ, ахыры, – тине Семен Самойлович, әңгәмәсеһенә ҡарамай ғына. – Ҡыҙғаныс хәл. Утрауҙы бүтәнгә биреп, үҙ ҡулығыҙ менән ҡалаға килергә торған аҡсаға кәртә ҡорғанһығыҙ.
– Миңә – барыбер,– тип Василий Петрович сертләтеп кенә төкөрөп ҡуйҙы. – Мин еккән атҡа ултырып, мин таҡырайтҡан юлдан елдерергә булғайнығыҙмы? Барып сыҡмаç! Күтегеҙҙән килһә, артығыҙҙан һары майығыҙ аҡҡансы тапанып юл һалығыҙ тәүҙә, һуңынан үҙегеҙ егеп – үҙегеҙ ҡыуалағыҙ!
– Ғәфү итегеҙ, Василий Петрович, әммә һеҙҙең был башбаштаҡлығығыҙ хаҡында үҙенә еткерергә мәжбүр буласаҡмын, – тип Семен Самойлович һуҡ бармағын күккә төрттө. – Һеҙҙе әлеге вазифағыҙҙа артабан тотоу йәмғиәткә файҙа килтермәçтер… Йәштәргә юл асыу фарыз.
Василий Петрович хәйләкәр генә көлөмһөрәп ҡуйҙы.
– Ә мин унда булдым инде, – тине ул, күҙҙәре менән юғарыға ымлап. – Улар ҙа һеҙгә ҡарата тап шундай фекер ишеттерҙеләр. Ә йәштәргә килгәндә, – хакимиәт башлығы утрау хужаһына боролдо, – таныш булығыҙ! Зиннур Таипович Камалов тиҙҙән ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаçары вазифаһына тәғәйенләнәсәк!
Камалов, ишеткәненә ышанмай, аяғы аçтындағы ер күскәндәй тойоп, үҙе лә һиҙмәçтән, ҡарағай олонона тотондо. Йөҙө сөгөлдөрҙәй булған Семен Самойлович, бер һүҙ әйтмәй, алпан-тилпән баçып, ҡая башынан түбәнгә атланы…
Табынды шашлыҡтың әскелтем төтөнө сорнаған. Бергман, үҙе ултырған түңгәктең дауамы һымаҡ булып, өçтәлгә ялпашып уҡ төшкән. Ҡушҡайын төбөндә Цупко ята. Тик Таһир ғына, ҡарағастай төҙ баçып, төтөн эсендә сихырлыҡ итә.
– Теге, – тине ул, Цупкоға күрһәтеп, – шыпырт ҡына йортҡа барып килде. Шунан һуң бер туҡтауһыҙ хәмер һемерә…
Камалов һауытҡа хәмер һалып, дуçына һондо.
– Белдем уларҙың бында килерен, – ҡыуаҡ артынан сығып, салбар төймәләрен элеп аҙапланған Василий Петровичтың йөҙөндә үсле кинәнес балҡый. – Иллә ҡаптырҙым тегеңә. Ух! Үсем ҡанды. Ҡана, Зиннур Таипович, һал хәмереңде, эсәйек, алда ғүмер бар әле…
Шунда Камаловтың кеçә телефоны шылтыраны. Сати…
– Рөхсәт бирҙе һеҙгә, – теге остағы ҡыҙҙың тауышы йыһандан ишетелгән сихри моң һымаҡ булып ишетелде иçерә башлаған Камаловҡа. – Көҙгә тиклем дүрт яғығыҙ ҡибла…
(Аҙағы бар.)