Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
11 Апрель 2022, 21:48

Күләгәле утрау. Мажаралы повесть-2. Раят Вәлиев

Хакимиәт башлығының ҡоҙғондай ҡара машинаһы, кинәт кенә тиҙлеген кәметеп, юл ситенә сыҡты ла, бер яҡҡа янтайып, туҡтап ҡалды. Башындағы ниндәйҙер ауыр уйҙарынан йөҙө ҡарайып килгән Василий Петрович шоферына боролдо. – Ни булды? Тегеһе өндәшмәй генә машинанан сыҡты. Бер аҙҙан уның ете ҡатлы итеп  һүгенгәне ишетелде.

Күләгәле утрау. Мажаралы повесть-2. Раят Вәлиев
Күләгәле утрау. Мажаралы повесть-2. Раят Вәлиев

Дауамы.
6

Хакимиәт башлығының ҡоҙғондай ҡара машинаһы, кинәт кенә тиҙлеген кәметеп, юл ситенә сыҡты ла, бер яҡҡа янтайып, туҡтап ҡалды. Башындағы ниндәйҙер ауыр уйҙарынан йөҙө ҡарайып килгән Василий Петрович шоферына боролдо.

– Ни булды?

Тегеһе өндәшмәй генә машинанан сыҡты. Бер аҙҙан уның ете ҡатлы итеп  һүгенгәне ишетелде.

Василий Петрович машинанан сыҡты ла, оҙаҡ килеүҙән ҡатҡан бил-быуындарын яҙырға теләп,  кирелә-һуҙыла башланы. Даланы тураға ярып үткән  юлдың  тау-урмандар араһына кереп, борғолана-юрғалана башлаған һил генә тәңгәлендә туҡтағайны улар. Юлдың ике яғында ла үтеп сыҡҡыһыҙ ҡуйы ерек, тал, муйыл ағастарынан торған  әрәмәлек, һаҙамыт ерҙе араһына кергән кешене баш аша ҡапларлыҡ бейек үлән баçҡан. Әйләнәлә урманлы, ҡырлас тауҙар күтәрелә, баш өçтөндәге июль ҡояшы, күптән төш ауыуға ҡарамаçтан, күк көмбәҙенә йәбешкәндәй, һаман бер урында эленеп тора.

Күрше райондың биләмәләре ине был.

Василий Петрович машинаның һытылған тәгәрмәсенә типте лә ниңәлер һаман аңшайып  торған шоферына әйләнеп ҡараны.

– Нимәгә иçең китте? Алмаш тәгәрмәсте бороп ҡуй ҙа – киттек! Шуны ла әйтеп, күрһәтеп тороу кәрәк, – тип асыу менән беләгенә уттай ҡаҙалған күгәүенде һуғып төшөрҙө.

 Тик шоферы, утыҙ йәштәр тирәһендәге йыуантыҡ ир, теше һыҙлағандай йөҙөн һытып,  машина янында тапаныуында  булды.

– Юрка, кемгә әйтәм!? – Өçтөнә ябырылған болоттай себен-серәкәй менән алышып сәбәләнгән хакимиәт башлығы, түҙеме бөтөп, шоферына ҡабат екерҙе. Тегеһе шунда, тормоштан ваз кискәндәй, йөҙөнә битарафлыҡ сығарып, ҡулдарын кеçәһенә тыҡты ла ситкә боролдо.

– Юҡ, – тине ул, теш араһынан сертләтеп кенә төкөрөп.

– Нимә юҡ?

– Алмаш тәгәрмәс юҡ.

Василий Петрович, тәү күргәндәй ғәжәпләнеп, шоферына тексәйҙе.

– Ҡайҙа булған һуң ул? Һатып эсмәгәнһеңдер ҙә?

Һауалағы ялбыр болоттан яуап эҙләгәндәй, күккә баҡҡан Юрка башы әйләнеүҙән сайҡалып ҡуйҙы.

– Өсөнсө көн тишелгәйне, – тип алдашты ул, күҙҙәрен йәшереп. –Төҙәтеп өлгөрмәнем, гаражда ҡалды.

Дөрөçөндә иһә хакимиәт башлығын йөрөткән машинаның алмаш тәгәрмәсен ул кисә, ваҡытлыса ғына, танышына биреп торғайны. Бушҡа түгел инде. Танышының тап шундай машинаһы бар, ул туйҙы йөрөтөргә ялланған да, тик тәгәрмәсе иҙелгән, ҡапылдан һатып алырға ҡиммәт, ти. Ҡиммәт булмай ни, был машина тәгәрмәсенең хаҡы Юрканың өс эш хаҡына тиң бит.

Шоферына ҡарап, яр башына ырғытылған алабуғалай, ауыҙын аса-яба ҡабарынған Василий Петрович, был урындан ҡайҙа китергә белмәгәндәй, әйләнә-борғолана тапанғандан һуң, кинәт кенә ҡуҙғалып, Юрканы етәкләне лә, һөйрәкләп тигәндәй, машинаны уратып йөрөй башланы.

– Күрәһеңме, Юрка? – тине ул, асыуынан ҡарлығып. – Ошо мөғжизәне немецтар эшләгән. Икенсе донъя һуғышында урыçтар, инглиздәр, американдар, француздар һәм башҡалар тарафынан арма-торма килтереп ҡыйратылған немецтар! Эйе, ул ҡиммәт тора. Беҙҙең ише ғидайҙар өсөн бик ҡиммәт! Уның ҡарауы, ул матур, көслө, ундағы бар нәмә лә кешегә уңайлы итеп эшләнгән. Был машина эсендә йәшәргә була! – тип Василий Петрович машинаның ишектәрен бер-бер артлы асып, Юрканың арҡаһынан этә-төртә, күрһәтә башланы. – Ваҡытында майын алмаштырып, яғыулыҡ ҡойоп, тәрбиәләп торһаң – ул мәңге йөрөйәсәк! Ә һин ни эшләйһең? Хәҙер килеп, һинең йүнһеҙлегең арҡаһында шундай шәп машина юл уртаһында ҡуҙғалып китә алмай тора. Тьфү! – Василий Петрович шоферының ҡулын ебәреп, ласҡылдата асфальтҡа төкөрҙө, гүйә, бөгөнгө уңышһыҙ уҙған көндөң бар бысрағынан күңелен арындырғыһы килде. – Ҡара ян-яғыңа, Юрка, – хакимиәт башлығы, ҡулдарын йәйеп, урынында әйләнде. – Джунгли бит, ағас араһынан маймыл килеп сыҡһа ла, ғәжәпләнерлек түгел. Ниндәй әмәл менән беҙгә был урындан ҡуҙғалып, ҡайтып китергә һуң? Минеңсә, кеçә телефоны ла эшләмәй бында, – тип  телефонын сығарып ҡараны. – Әлбиттә, тотмай…

– Үткенсе машинаны туҡтатам, хәҙер…

 Юрка машинаның уттарын ҡабыҙҙы ла юлға сығып баçты. Юл тын ине, һирәкләп кенә үтеп торған машиналар, туҡтау түгел, ниңәлер, кирһенсә, тиҙлектәрен арттырып, уҙып китә торҙолар. Василий Петрович  шоферының аҙабына, ситлектәге маймылды күҙәткәндәй, бер аҙ ҡарап торҙо ла:

– Аҙапланма бушҡа, – тип екерҙе. – Туҡтарға шөрләйҙәр, сөнки бындай машинала беҙ генә түгел – бандиттар ҙа йөрөй. Торғаны бер ауһар икәнһең дә баһа, Юрка, – тип битәрләне ул шоферын. – Мине, ҡала башлығын, осраҡлы машинаға ултыртып ебәрергә булдыңмы ни? Һин йүнһеҙҙе эшеңдән ҡыуһам, ике балаңдың тамағын нисек туйҙырырһың? Һинең балаларың хаҡында ниңә мин уйларға тейеш?! Бар, атла юл буйлап, – Василий Петрович килгән яҡҡа ҡул иҙәне. – Бынан биш саҡрымда бер ауыл ҡалды, шунда еткәс, ярҙам һорап шылтырат. Телефоныңды ҡарап бар, бәлки, берәй тәңгәлдә тоташыр.

Василий Петрович, тамам теңкәһенә тейгән күгәүен-себендән ҡасып, ҡояштан мунсалай ҡыҙған машинаға инеп бикләнде лә һыуытҡысты ебәрҙе. Шунда ул аяҡ-быуындарының таралып төшөрҙәй булып хәлһеҙләнеүен тойҙо, йөҙөнә һалҡын тир бәреп сыҡты, сикә тамырҙары һулҡылдап, күҙҙәрендә ҡыҙыл таптар пәйҙә булды. Аңын юйыр сиктә, һул ҡулы менән һәрмәнеп, янындағы һыулы шешәне тапты шулай ҙа. Кипкән ауыҙ-тамағын рәхәт сылатҡан һалҡын һыу ауыҙ ситтәренән ағып, күлдәген сылатты. Василий Петрович ауыр ыңғырашып һулыш алды ла, башын артҡа һалып, тынып ҡалды. Бер аҙҙан һыуытҡыстың еләç ипкененән маңлайындағы тире кибеп, ҡата башлағанын тойҙо һәм, ҡараштары яҡтырып, машина быялаһы аша зәңгәр күкте шәйләне. Берәй саҡ мин дә шулай ярҙамһыҙ-ҡарауһыҙ ғына аяҡ һуҙырмын, ахыры, тигән уй килде башына. Алтмышына аяҡ баçһа ла, әлегеләй тик ултырған еренән һушын юйғаны юҡ ине әле. Көн эçеһенән инде. Әйткәндәй, көнмө икән ул, бөгөнгө күңелһеҙ хәлдәрҙән балҡып торған ҡояш та һүрелгәндәй булды бит.

Шул саҡ шартлап машина ишеге асылды. Василий Петрович, һиçкәнеп, күҙҙәрен асты. Асыҡ ишектән уға ҡарағусҡыл йөҙлө, ҡаҡса ғына ҡатын ҡарап тора.

– Ағаҡай, хәлегеҙ нисек?

Василий Петрович, уянырға иткәндәй,  усы менән йөҙөн һыпырҙы.

– Йоҡлап киткәнменсе, – тигән булды ул, ниңәлер уңайһыҙланып. – Рәхмәт, һеңлем, хәлем һәйбәт, бына, машинам боҙолдо ла, ярҙам көтөп ултырам.     Си ля ви!

Ҡатынҡай, бер мәл генә диҡҡәтләп ҡарап торғандан һуң, мөләйем йылмайҙы ла ҡырҡ урындан йәмшәйеп, төçө уңып бөткән иçке машинаға ултырып  китеп барҙы.

– Ин-вес-ти-ция, – тине үҙ алдына Василий Петрович, үҙе лә һиҙмәçтән. Әйтерһең дә, әллә ҡасандан бирле бар ғәмен биләгән мәшәҡәтенең теш һындырырлыҡ атамаһын төкөрөп ташларға теләне шулай. Үҙгәртеп ҡороу һылтауы менән барын-юғын талап, ситкә ташып бөттөк тә, хәҙер килеп, йыйын ят-йораттан аҡса  теләнселәйбеҙ… Тапманы түгел, тапты Василий Петрович ҡала иҡтисадына аҡса һалырға теләүселәрҙе. Яйын тура килтереп, исеме бар донъяға билдәле булған ҙур сит ил фирмаһынан вәкилдәр алып ҡайтҡайны ул ҡалаға бынан биш ай элек. Ул саҡтағы бәлә-мәшәҡәтте, кәмһенеү-хурланыуҙы һөйләп тә килештерерлек түгел… Сит ил белгестәре, үҙҙәренә тәҡдим ителгән ике заводты ҡараған саҡта, урта быуаттар музейында йөрөгәндәй булдылар бит. Ундағы хәлдәрҙең торошо бер ҡарауҙан кире боролоп китерлек ине. Эш шуға бара ла ине инде. Сит ил эшҡыуарҙарының килем-сығымға танауы сос, беҙ генә ул, йөнтәфи маймыл кеүек, аçтыбыҙҙа ятҡан алтынды тоймайбыҙ, тойһаҡ та, тотмайбыҙ. Нисек кенә булмаһын, бер ай самаһы ваҡыт уҙып,  шул хәтлем тырышлыҡ һалып та сираттағы һемәйеүгә күнергә дусарлығын тоя башлаған Василий Петровичҡа шылтыраттылар ҙа тегеләр, тәҡдименең ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыуы тураһында хәбәр иттеләр. Тикшереп, үҙҙәренсә иçәп-хисап һалып ултырғандарҙыр, күрәһең. Иҡтисадты күтәреүгә йүнәлтелгән хөкүмәт сәйәсәтенең төп нөхсәһе инвестиция йәлеп итеүҙән ғибәрәт бит. Ә сит ил бизнесмендарының аҡсаһын йәлеп итеү – үҙе бер дан. Тимәк, һин өçтәлең артында салбар төбөн ышҡып бушҡа ултырмайһың, тырышлыҡ һалып, үҙ ҡулың аçтындағы ҡалала иҡтисад, сауҙа өсөн ыңғай шарттар  тыуҙырғанһың, тәртип булдырғанһың. Ул аҡса менән эштең рәтен, тәртибен белгән сит ил белгестәре киләсәк, улар туҡтаһыҙ үҙгәртеп ҡороуҙарҙан алйып, киләсәккә ышанысын өҙгән үҙебеҙҙең халыҡты эшкә, тәртипкә өйрәтәсәк. Рәсәйҙә ғүмер баҡый шулай булған. Әүәлге уңышһыҙлыҡтарынан арып, үҙен  хәйерселәй тоя башлаған хакимиәт башлығының офоҡтары шунда киңәйеп, арҡаһына, гүйә, пар ҡанат үçте. Киләсәгенә лә ышанысы артты уның, сөнки был эшенең юғарыла ла ҙур баһа аласағы билдәле. Тимәк, уның хакимиәт башындағы көндәре лә бөтмәгән әле, Алла бирһә, урынында  тағы  ҡалыр, улай ғына ла түгел, юғарыраҡ үрләргә лә форсат сығыр, бәлки.

Шулай һәүетемсә генә һөйләшеп-килешеп, эш башларға ла күп ҡалмағайны. Өс айҙан теге заводтарға яңы ҡорамалдар килтереп, яйларға тейештәр. Әммә һуңғы ваҡытта ниндәйҙер аңлайышһыҙ хәлдәр тыуа башланы. Заводтарҙа әлегә ҡәҙәре ыңғай ғына барған әҙерлек эштәре, ниңәлер, кинәт кенә «абынды», һуңынан бөтөнләйгә туҡтап ҡалды. Теге фирманың белгестәре лә, бер көндө йыйылышып, эштәрен ташланылар ҙа  ҡайтып киттеләр. Хафаға ҡалған Василий Петрович, телефонға «ултырып», фирма вәкәләтлегенә шылтыратырға кереште.

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башлаған эштәрҙе туҡтатып торорға мәжбүр булдыҡ, – тип яуапланы уның һорауына фирма вәкиле. – Сөнки һуңғы ваҡытта алдан күрелмәгән сәйер хәлдәр килеп тыуҙы. Шуға күрә эштәрҙе дауам итеү өсөн тейешле шарттарҙы тапмайбыҙ.

– Һеҙ ниндәй сәйер хәлдәр тураһында һөйләйһегеҙ? – тип ғәжәпләнде Василий Петрович. – Ҡуйылған шарттар беҙҙең яҡтан энәһенән-ебенә хәтлем үтәлеп килә бит?

– Уныһы шулай ҙа, – вәкил бер аҙға тынып торҙо. – Ғәфү итегеҙ, – тине ул һуңында, – мин үҙемдән өçтөн булған мәғлүмәттәрҙе һеҙгә хәбәр итә алмайым.

Бәйләнеш шунда өҙөлдө, ә Василий Петрович, телефонға күрәғара текләп, ишеткәненән ниндәй ҙә булһа һығымтаға килә алмай, ултыра бирҙе.

Ошо буталсыҡ хәлдең осона сығырға, тигән уй менән ул бөгөн үҙәккә барҙы.

– Һеҙҙең битарафлыҡ, башбаштаҡлыҡ һөҙөмтәһе был, – тине идара етәксеһе, Василий Петровичҡа һыйыр ялағандай һирәк кенә һары ҡаштары аçтындағы йомро күҙҙәре менән өçтәл аша һөҙөп ҡарап. – Ҡулға кереп килгән малды ла тота алмайһығыҙ. Әйткәндәй, һеҙҙең ҡалалағы бәлә-ҡаза, тәртипһеҙлек, йүнһеҙлектәр, хатта уның, – шул урында идара етәксеһе бармағын түшәмгә төбәне, – теңкәһен ҡоротоп бөттө инде. Насар эшләйһегеҙ, Василий Петрович, йәғни, бөтөнләй эшләмәйһегеҙ, тиергә лә була. Ҡаланы ҡарамайһығыҙ, халыҡ мәнфәғәтен йүнләмәйһегеҙ. Ярамай улай, ҡартайып, арынығыҙ, ахыры. Аңлайым, мин дә бит һеҙҙән күпкә йәш түгелмен, – идара етәксеһе өçтәл артынан тороп, шаңҡып ултырған Василий Петровичҡа арты менән боролдо ла, тәҙрәгә ҡарап, бер аҙ тын торҙо. – Яҡшы йөк атының да сиге бар, Василий Петрович, – тип дауам итте ул, тауышын бер аҙ йомшартып. – Артыбыҙҙан йәштәр баçтырыҡлай. Киләсәк йәштәр ҡулында. Ә хәҙер, – тип беләгендәге затлы сәғәтенә ҡараны идара етәксеһе,– ваҡытым тар, Василий Петрович, эш көтә.

Башына күçәк төшкәндәй тойған Василий Петрович, ишек янына еткәс, кабинет хужаһының тауышынан тертләп, абына яҙҙы.

– Шуны әйтергә онотҡанмын, – тине кабинет хужаһы, уны ишек төбөндә ҡыуып еткәс. – Ҡалағыҙ янындағы күлдә һәләк матур утрау бар икән, – ул Василий Петровичтың күҙҙәренә текләне. – Шул утрауҙы, берүк, ҡулығыҙҙын ысҡындырмағыҙ. Сөнки, – ул мәғәнәле генә итеп ҡарашын өçкә һирпте, – уның менән бик тә мәртәбәле инсандар ҡыҙыҡһына, ишетәһегеҙме?

Урамға сыҡҡан Василий Петрович, әлеге хәлдән һушын йыя алмай, байтаҡ ҡына ваҡыт зиһене таралып йөрөнө. Был ни булды әле? Нисек инде, ул эшләмәй була? Сит ил инвесторҙарын ул тапмай, кем тапҡан һуң? Етмәһә, бынауы хәстрүш идара етәксеһенең  ҡала хакимиәте башлығын битәрләргә,  уға киçәтеү яһарға ни хаҡы бар? Тик хөкүмәт башлығы ғына, уны алдына баçтырып, ороша ала! Бына ғәжәп, ниңә шул маңҡаға бирешеп ултырҙым һуң әле? Кәңәш итергә, тип кенә кергәйнем шул, унан шундай оятһыҙлыҡ көтмәгәйнем, шуға албырғап ҡалдым…

Идараға кире барып, тегене һүгеп ташларға ҡыҙып та киткәйне Василий Петрович бер мәлдә, әммә, ресторанда хәмер йомдорғас, тынысланып, уйынан кире ҡайтты.

 Осрашыр  әле, донъя – ҡуласа…

Тап шунда хөкүмәттә юғары вазифа биләгән күптәнге танышы Вәкилевты осратты ул. Вәкилев, Василий Петровичтың зарын тыңлап бөткәс, мәғәнәле генә   көлөмһөрәп ҡуйҙы.

– Ул хәлде мин һинән дә яҡшыраҡ беләм, – тине ул, Василий Петровичҡа ҡыҙғаныслы ҡараш ташлап. – Ҡыçҡаһы, дуçҡайым, һине урыныңдан йолҡоп алып, тарих сүплегенә бырғатырға йыйыналар. Яман хәбәрем өсөн кисерә күр, әммә тап шулай.

Баҡһаң, баяғы идара етәксеһе Василий Петровичтың урынына... әлеге ваҡытта ҡайҙалыр сит ил вәкәләтлегендә эшләп йөрөгән кейәүен ҡуйырға йыйына икән. Был мәсьәлә юғарыла ла хәл ителгән тиерлек, Василий Петровичҡа ҡарышып,  сәбәләнеүҙән, имеш, фәтеүә булмаясаҡ. Василий Петрович табып, ҡалаға йәлеп иткән сит ил инвестицияларын да, яһалма рәүештә төрлө ҡаршылыҡтар ҡуйып, туҡтатҡандар. Сөнки  ул инвестициялар, сираттағы ҡала башлығы ағзалығын ҡарағанда, Василий Петрович мәрәйенә китәсәк, ул саҡта инде уны вазифаһынан бушатыу ҙа еңел булмаясаҡ. Ә, хәҙер килеп, уны шул инвестицияларҙы юғалтыуҙа ғәйепләргә була. Һуңынан, кейәүен хакимиәт башына ҡуйғас, Василий Петровичтың сит ил фирмаһы менән төҙөгән  килешеүҙәрен яңы исемдән тергеҙеп, яңы хакимиәт башлығы үҙенә дан-шөһрәт ҡаҙанасаҡ, ҡайныһының  сабатаһы ла түргәрәк  эленәсәк…

– Борондан килгән  «умарта тәғлимәте» был, – тип көлдө Вәкилев. – Бал ҡорто, йәнтәслим йөрөп, йәй буйы бал йыя, ә ҡортсо кәрәҙҙәрҙең тулғанын көтөп кенә тора ла, умартаны асып, балды ала…

«Бынағайыш,– тип уйланы эстән генә Василий Петрович, тәне эçеле-һыуыҡлы булып. – Теге хәстрүштең  уның менән шундай әрһеҙ һөйләшеүенең сәбәбе асыҡланды».

– Ошо турала үҙе менән һөйләшһәм, ни сығыр? – Василий Петрович, башын ҡағып, юғарыға ымланы.

– Иркеңдә, – тине Вәкилев рыя ғына. – Тик тегеләргә ҡаршы дәлилдәрең бармы? Икенсенән, тегенең кейәүе, эше буйынса, сит ил менән бәйләнештә тора, ә был инде, аҙмы-күпме, халыҡ-ара сәйәсәт тигән һүҙ. Ә һиңә ул даирәләргә ҡыçылырға тырышыу айға һонолоу менән бер… Өсөнсөнән, иçке кадрҙарҙан арыныуға йүнәлтелгән сәйәсәт тик һинең турала ғына түгел.

…Тамағына ҡаҡырығы ҡатып, танауы ҡысыған Василий Петрович ҡаты  бышҡырып алды ла, һыуытҡысын һүндереп, машинанан сыҡты. Йөҙөнә асфальттың ҡайнар ипкене бәрелде,  ҙур тиҙлектә үтеп киткән машинаның еле тиргә ҡатҡан  күлдәгенең иҙеүен тартҡыланы. Алда ваҡыт етәрлек әле, тип ауыр уйҙарын сикләне Василий Петрович, күҙҙәре алдында осоп маҙаһыҙлаған себенде ҡулы менән ҡыуырға маташып. Һуҡыр – күрермен, һаңрау – ишетермен, тигән. Һис юғында, үҙемдең артымда шундай көл-торонбаш ҡалдырырмын, төтөнөнә сәсәп иларһығыҙ…

Утрау, тигәндән, теге фирманың хужаһы ла, ниңәлер, бик ҡыҙыҡһына ине уның менән. Ҡалаға аҡсаһын һалып, иҡтисадты тергеҙһә, үҙенә ҡуртымға бирергә лә булыр ине  ул утрауҙы, йәлме ни ҡарауһыҙ ятҡан ус аяһындай таш өйөмө…

Василий Петрович сәғәтенә күҙ һалды. Юрканың йүнһеҙлеге юлды өҙмәһә, ҡалаға етеп тә барырҙар ине. Танауына әсе төтөн еçе кергәндәй булды шунда. Алда, юлдың уңға боролоп, күҙ яҙҙырған тәңгәлендә, һауа зәңгәрләнеп торған һымаҡ. Янғын сыҡмағайы, көндәр ямаҡай эçе бит, бар донъя кибеп, саңланып бөткән.

Машинаны ҡабыҙҙы ла Василий Петрович, юл ситләп, аҡрын ғына шул яҡҡа йүнәлде. Машина компьютеры, ни ҡылыуың был, тәгәрмәс иҙелгән бит, тигәндәй, бер туҡтауһыҙ сыпылдап, маҙаһыҙлай башланы.

Боролош артында, урман араһынан сығып, оҙон  үлән баçҡан арба юлы  ҡушылған ерҙә, әрһеҙ генә кейенгән урта йәштәрҙәге ир менән ҡатын, йәмшәйеп бөткән мангалға ут ҡабыҙып, төтөн сығарғандар, имеш. Юл ситендәге ерек әрәмәһе араһынан текә ярлы инеш аға, инеш аръяғында ҡыңғырау сыңлай. Мангал янына балта менән генә арлы-бирле юнып әтмәләнгән өçтәл ҡуйылған, эргәһендәге ике түмәргә  таҡта ҡағылған – эскәмйә ишаратылыр быныһы. Ҙур еҙ табаҡта – ебетелгән ит. Ҡайҙа ҡарама – сүп-сар, буш шешә лә йыртыҡ ҡағыҙ, ир менән ҡатындың да йөҙ-һыны бер күреүҙән тәүбәгә килерлек.

Василий Петрович машинанан сыҡты ла, ҡулдарын иркен салбарының кеçәләренә тығып, майҙансыҡта әйләнеп йөрөй башланы. Мангалға утын ярып аҙапланған асҡаҡ ир,  һын-ҡиәфәтенән һиммәте ташып торған үткенсенән ҡыйынһынып, ҡулындағы балтаһын ҡайҙа ҡуйырға белмәй, ярым сүгәләгән хәлдә ҡатып ҡалды.  Төçө уңып, әрһеҙләнгән оҙон  күлдәк кейгән, ҡара сәстәре майланып торған йомро кәүҙәле ҡатын йәһәт кенә яр аçтына төшөп, күҙҙән юғалды.

– Нимә эшләйһең бында? – тип һораны Василий Петрович, бер ни тиклем теге иргә диҡҡәт менән ҡарап торғас. Ир кеше, йәпһеҙләнеп, тырнанды ла ҡарашын ситкә алды.

– Аҡса бөттө…ҡыҙымды ҡалаға уҡырға биргәйнем. Аптыраған көндән инде.

Ирҙең тырпайған мыйығына тәмәке көлө йәбешеп ҡатҡан, кипкән ирендәре араһынан серек тештәре һарғайып күренә.

Василий Петрович тағы ла ян-яғына ҡаранып алды.

– Һым-м…Аҡса эшләргә булдың инде, әләйһә… Тик кем, ҡурҡмай ғына, һиндәй ҡарасҡы янына туҡтап,  ерәнмәй генә ашанып ултырыр икән?

– Бына, һеҙ туҡтанығыҙ…

Василий Петрович, тегенең был хәбәренән көлөргәме, иларғамы белмәгәндәй, бер мәлгә генә телдән ҡалып торғас, пыр туҙып, урынында әйләнеп үк китте.

– Туҡтар инемме, машинам боҙолмаһа? Ана, күр, тиҙлектәрен өçтәп үтеп китәләр! Был килеш, бушҡа әҙәм ҡурҡытып торғансы, мылтыҡ тотоп, юл баçыр инең?! Ҡиәфәт-һының менән урмандан сыҡҡан юлбаçарҙан һис тә ҡайтыш түгелһең  бит! Ә юлға сығып, сауҙа итергә булғас, – ул иргә боролоп, тегенең йөҙөнә бармағын төбәне, – иң тәүҙә бысраҡ һаҡал-мыйығыңды ҡырып ташла, битеңде йыу, матур итеп кейен, алъяпҡыс таҡ, мангал, өçтәл, ултырғыстарыңды яңыға алмаштырып, аҡ япма йәй, йәмле итеп сатыр ҡуй, ҡатыныңды йыуындыр,  матур итеп биҙәнеп-төҙәнеп йөрөһөн, ошо сүп-сарҙы, – Василий Петрович аяҡ аçтында ятҡан буш шешәне йән асыуы менән ситкә тибеп осорҙо, – йыйнап, күҙҙән ал! Шул саҡта ғына һинең яныңа кеше туҡтар, шунда ғына ҡулыңа  аҡса төшөр!

Әңгәмәсеһе, күҙҙәрен күтәреп ҡарарға ла ҡыймай, урынында тапанды.

– Улайтырға ҡағыҙым юҡ…

– Ниндәй ҡағыҙ кәрәк һиңә?

– Сауҙа итергә рөхсәт ҡағыҙым юҡ…

Василий Петрович ниҙер әйтергә уҡталды ла, ниңә бушҡа һүҙ әрәм итәм  әле, тигәндәй, ҡулын өмөтһөҙ һелтәп,  ситкә китте һәм кинәт ҡупҡан асыуынан яйлап һүрелә башланы. Ни аралалыр әрәмә араһынан сығып өлгөргән ҡатынҡай, йылдам ғына йөрөп, тирә-йүндәге сүп-сарҙы йыйырға кереште.

Инеш өçтөндә елпелдәп осҡан күбәләктәр өйөрөн күҙәтеп, нисек ваҡыт уҙғарырға белмәй аҙаған Василий Петрович бер аҙҙан мангал янына ҡабат боролоп килде.

– Атаң башын ҡарап тораһыңмы? – тине ул теге иргә тынысланған тауыш менән. – Ҡуй утҡа  шампурыңды, тамаҡ ялғап алырға кәрәк…

Тиҙҙән тирә-йүнгә, ауыҙ һыуын ағыҙып, әскелтем шашлыҡ еçе таралды. Нимә көткәнен дә белмәй, бушҡа ваҡыт уҙғарыуҙан арыған Василий Петрович кеçә телефонын сығарып ҡараны ла, үҙе лә һиҙмәçтән, ауыҙ эсенән генә һүгенеп ҡуйҙы. Шул саҡ уның артынан:

– Телефон ана тегендә тота, – тигән тауыш ишетелде. Йыуантыҡ ҡатынҡай, ҡулын һоноп, ҡайҙалыр һыу буйына күрһәтә ине.

– Йә, күрһәт әле, – өмөтө уянған Василий Петрович ҡатын артынан һыу буйына эйәрҙе. Ҡатынҡай  яр ситенә баçты ла:

– Ятыу уртаһындағы йомро ташты күрәһегеҙме?  Шул таш өçтөндә тота ,– тине.

Тулы һыулы инеш арба кисеүенән түбәндә түңәрәк кенә ятыу хасил иткән. Ятыу ярын ҡуйы ҡыуаҡлыҡ, бейек ҡамыш баçҡан, ваҡ ҡырсынға аҡ күбәләк көтөүе өймәкләшкән. Төбө күренеп ятҡан таҙа ятыу өçтөндә энәғараҡтар, күбәләктәр ҡыуышып оса. Ятыуҙың ҡап уртаһында, пеләш кеше түбәһеләй, шыма бүкәнташ һыуҙан ҡалҡып тора.

Василий Петрович теге ҡатынға шикле генә ҡараш ташланы.

– Юҡ, юҡ, алдашмайым, – тине ҡатынҡай, уғата ныҡышып. – Һеҙҙең кеүек абруйлы кешегә лаҡап һөйләргә ни… Шул таш өçтөнә менеп, ҡиблаға ҡарап ултырһағыҙ, һөйләшә алаһығыҙ. Эргәләге һымаҡ, бик асыҡ ишетелә.

Аяҡ кейемен һалып, салбарын тубығына тиклем төргән Василий Петрович ялан тәпәй һыуға төштө. Һалҡынса инеш һыуынан эçегә йонсоған тәне рәхәт зымбырҙаны, хатта күҙ алдары яҡтырып китте. Кинәт кенә бала сағы иçенә килде. Ҡытлыҡ заманы. Йәй буйы,  аяҡ кейемен һаҡлап, ялан тәпәй йөрөрҙәр ине улар, табандары, мал тояғылай булып, ҡатып бөтөр, баçҡан ерҙе лә тоймаç, ауыртмаç ине. Шуға ла, бәлки, әлегә ҡәҙәре ауырыу-һыҙлауҙы белмәне ул… Бөгөнгө мажараларым бөтмәгән, ахыры, тип уйланы ул, тубыҡтан һыу кисеп, ятыу уртаһындағы йомро ташҡа барғанда.

Ҡояш аçтында мунса ташылай ҡыҙған бүкәнташ өçтөнә менеп ҡунаҡлағас, Василий Петровичтың кеçә телефоны, йоҡоһо туйып уянған йәш балалай, шат «көлөп» алды.

– Әлеге мәлдәге хәлемде һин күҙ алдыңа ла килтерә алмайһың, – тине ул күптәнге дуçына, ошо райондың хакимиәт башлығына. – Аҡылымдан яҙмаç борон, тиҙерәк килеп ал…

Бер сәғәттән килеп еткән район хакимиәте башлығы Ғәлимовтың күҙҙәренә, берҙән, таң ҡалдырғыс хозур, икенсенән, һын ҡатырғыс мәрәкә күренеш асылды. Аяҡтарын һыуға тығып, ятыу уртаһындағы таш өçтөндә ултырған Василий Петровичтың башында гәзиттән эшләнгән ҙур кәпәс, бер ҡулында боçорап торған шампур, икенсеһендә хәмерле көрөшкә, һыу эсендәге аяҡтарына ваҡ балыҡ  йыйылған, ә тирәһендә,  күҙ сыбарларлыҡ булып, бихисап күбәләктәр оса…

Һуңынан, мунсала йыуынып сыҡҡас, мул табын артында теле сиселгән Василий Петрович дуçына бөгөнгө хәлдәрҙе тулайым бәйән итеп бирҙе.

- Күрерҙәр әле инвестицияның артын әҙергә-хәҙер йөрөгән әрәмтамаҡтар, – тип һөйләнде иçерек Василий Петрович, теле көрмәлеп. – Күрһәтермен, мин дә йүкәнән ишелмәгән… Пенсияға сыҡһам, насармы ни? Грецияға китәм дә ятам шунда: унда минең матур йортом бар, эргәһендә генә аҡ ҡомло диңгеҙ яры, бейек  пальмалар,  итәғәтле кешеләр… Батша заманында ла немецтар, инглиздар, француздар беҙгә эшкә килгәндәр, ә беҙҙең кенәздәр, графтар,  киреһенсә, шунда сығып йәшәгәндәр. Әле лә шулай… Мин кенәз түгелме ни? Кенәздән ни ерем ҡайтыш? Ялыҡһам, илемә кире ҡайтырмын. Юлға сығырмын да шашлыҡ менән һатыу итермен, ха-ха!

Йәнәһе, француздар әйтмешләй, си ля ви: тормош шулай.

7

…Сауҙагәр Кәрим Зәйнулла улы Латипов, мейес янындағы мендәрле урындыҡтан тороп,  йәшел еләненең иҙеүҙәрен  доғалы билбауы аçтына йыйнаны ла тәҙрә янына килде. Ҡалын тәҙрә ҡорғаны артында күҙгә төртһәң дә күренмәçлек төн ҡараһы хөкөм һөрә. Көҙгө һалҡын ел, юçығын юғалтҡан һуҡырҙай, бәрелә-һуғыла утрау буйлап һыҙғырып йөрөй, йорт алдындағы бейек ҡайындарҙы шаулата,  ҡыйыҡ аçтына кереп, мөрйәләрҙә геүләй. Тәҙрә быялаларына һирәк кенә ямғыр тамсылары ҡуна. Ҡайһы саҡта, төн пәрҙәһен тишеп, күлдең арғы ярындағы ҡаланың һары уттары  емелдәшеп ала.

Утрауҙа урынлашҡан ике ҡатлы йорт эсендә ҡәбер тынлығы. Иҙән таҡталары аçтында күсәләр сырҡылдаша. Һуңғы ваҡытта бигерәк аҙҙы  улар, ҡайғылы йортто күсә баçа, тигәндәре шулдыр.

Кәрим Зәйнулла улы тәҙрә ҡорғанын тартып, бүлмә уртаһында торған өçтәл янына килде. Йорттағы ҡолаҡ сыңларлыҡ тынлыҡта аяғындағы йомшаҡ ойоҡбаштарҙың иҙәнгә һыпырылыуы ишетелә хатта. Әүәле көнө-төнө геүләп торған йортта һуңғы ваҡытта тормош һүнде. Утрауҙа эшләгән тиçтәнән ашыу ялсы-хеҙмәтселәр, бер-бер артлы ҡайҙалыр юғалып, эшкә сыҡмаç булды. Бөгөн килеп, уның янында тоғро дуçы Миңлеғол ғына ҡалды. Әле ул, йорттоң беренсе ҡатындағы аш бүлмәһендә, тиҙ ҡулға ниҙер бешереп маташа, сөнки ашнаҡсылар бөгәсә  бөтөнләй күренмәне.

Кәрим Зәйнулла улы ошо утрауҙы бынан егерме биш йыл элек, мәрәкә булһын тип, һатып алғайны. Күлдең ҡап уртаһында урынлашҡан «өсмөйөшлө»  утрау уны үҙенең аулаҡлығы, хозурлығы менән йәлеп итте. Утрауҙан ҡалаға  тиклемге ара саҡрым ярымдан ашыу. Ҡарап тороуға тигеҙ яҡлы өсмөйөш рәүешендәге утрауҙың оҙонлоғо саҡрым самаһына һуҙыла, утрауҙың мөйөштәрендә, текә булып, аҡ ташлы ҡырлас ҡаялар ҡалҡып тора, шулар араһындағы ер, уйпатланып, ваҡ ҡырсынташ ҡаплаған һөҙәк  яры менән күлгә төшә. Утрауҙың ҡалаға ҡараған яры, түңәрәк яһап, эскә керә лә шунда тымыҡ боғаҙ хасил итә. Шул боғаҙҙың ярына Кәрим  таштан, йыһазлап,  ике ҡатлы йорт күтәрҙе,  кәмә ҡуйырлыҡ биçтә төҙөнө, ҡая баштарына аҡ таштан аулаҡтар ҡуйҙы, сауҡа, шыршы, муйыл ағастары араһына таш һуҡмаҡтар һалды… Мәшәҡәтле кәсебенән, тормош ығы-зығыһынан арыған саҡтарында ошонда килеп, аулаҡта ял итер ине ул әүәле. Тормош ғауғаһынан ваҡытлыса ғына булһа ла арынып, иç алғандай булғас, туған-тыумасаларын, дуçтарын саҡырып, ҡунаҡ итер ине…

Хәтирәләргә бирелгән сауҙагәр, өçтәлдәге көмөш ҡыңғырауҙы ҡулына алғайны, ҡулы бешкәндәй, йәһәт кенә кире ҡуйҙы. Онотолоп, хеҙмәтсе ҡыҙҙан сәй һорарға булған, имеш. Мейес яғыусы ла булмағас, өйҙә һалҡын. Ул йыһазлы шкаф янына килеп, ишеген асты ла  йомро ҡара шешәнән бейек һауытҡа шарап һалды.

Бөгөн ул һуңғы лавкаһын япты. Быға ҡәҙәре дөрләп торған сауҙаһын тамамлап, һүндерҙе шулай. Сөнки ҡаланы ҡыҙылдар баçып килә. Ҡалдыҡ  эшен түңәрәкләгәс, уға ла бында артабан ҡалыуҙан фәтеүә юҡ. Һуғыш-ҡыйралышҡа бирелеп, хоҡуҡ, әхлаҡ, тәртип юғалған илдә эшҡыуарлыҡ йөрөтөү генә түгел, әҙәм рәүешле йәшәп тә булмаç инде. Ярай әле, ғаиләһен сит илгә сығарып өлгөрҙө. Ҡатыны Минифа дүрт балаһы менән йылдан ашыу инде Төркиәлә көн күрә. Тәүҙәрәк сауҙагәрҙең күңелендә, тамуҡтан сыҡҡан шайтандай, көтмәгәндә илгә хужа булған большевиктарҙы аҡ ғәскәрҙәр ҡыуыр ҙа, ата – улын, әсә ҡыҙын танымаç хәлгә етеп, ҡанға батҡан илдә, ниһайәт, тыныслыҡ урынлашыр, әүәлгесә эш башҡарырлыҡ тәртип булдырылыр, тигән өмөтө бар ине. Шуға ла ул, эшен һүндермәçкә тырышып, илдә ҡалды. Тик тиҙҙән еңеүле һөжүмдәре менән баш ҡала тупһаһына аяҡ баçырға еткән аҡтар, ни ғиллә менәндер, уңышһыҙлыҡҡа дусар булып, сигенә, ҡаса башланы. Тәртипһеҙлектәренең, ябай халыҡҡа ҡарата ҡатылыҡтарының һөҙөмтәһе булды был. Аҡ офицерҙар менән аралашырға мәжбүр булған сауҙагәр уларҙың эскеселегенә, башбаштаҡлығына таң ҡалыр ине. Уларҙың  башында тик Николай батшаны күтәреп, тәхетенә кире  ҡайтарыу булды.  Шундай бөйөк илде теҙгә сүгергә, быумаһы ҡупҡан сырхауҙай, үҙ-үҙен ҡыйнарға мәжбүр иткән хәлдәрҙең сәбәбен аңларға, шул йәһәттән тейешле яңы саралар күрергә теләмәне  улар. Уйҙарында үҙҙәре менән риза булмағандарҙы атыу ҙа киçеү генә ине. Вәхшилек менән тәртип ҡуйып буламы ни? Шуға ла яҡты киләсәккә тамам өмөтө һүрелгән Кәрим Зәйнулла улы һуңғы ай һуҙымында бындағы кәсебен өҙөү, сауҙаһын ябыу менән мәшғүл булды. Ғүмер буйы тотҡан  эшен үҙ ҡулдары менән быуып, һәләкәткә дусар иткән сауҙагәрҙең күңеле һүрелеп, ауыр кисерештәренән йөҙө һурығып йөрөгән сағы. Әҙәм балаһы һәр саҡ шулай: уҙған ғүмеркәйенең баһаһын, бөгөнгө көнөнөң ҡәҙерен, киләсәгенең хаҡын белмәй.  Бер уйлаһаң, уларҙы белеүҙән ни файҙа? Йыйған малыңды ғына түгел, иçтәлектәрең, өмөттәрең менән үҙеңде лә бергә арма-торма бутап, мәңгелек ҡотопҡа елдереүсе ваҡыт даръяһы бер кемде лә ҡыҙғанмай. Күпме генә ғүмеркәйҙәр ҡалғандыр ҙа, нисек һәм ҡайҙа ғына уҙыр икән улар? Тыуған ерҙән ҡыуылғас, һөйәктәре ят ерҙә серерме ни шулай? Әллә ошонда,  шартлатмайынса урынынан ҡуҙғалтып булмаған таш ҡаялай, нимәгә лә риза булып, тик торорғамы? Атығыҙ, аçығыҙ, тик үҙ еремә һалығыҙ, тип… Тик ул шундай яман хәлгә тарый ҡалһа, йәш ҡатыны Зөләйха ҡайғыһын күтәрә алмаç шул. Зөләйханың унан ауырға ҡалыуына ете ай инде. Уйындан уймаҡ сыға, тиеүҙәре, шулдыр. Ғаиләһен ситкә оҙатҡас, яңғыҙы ҡалып, бошҡан күңелен шарап менән йыуатҡан бер кистә бүлмәһен йыйыштырырға кергән  йәш  ҡыҙҙы йығып, танһығын ҡандырғайны ул. Билдәле, ул аҙап берҙән бөтәме ни, яйы тура килгән һайын, ҡабатланып торҙо, меçкен ҡыҙҙың да ҡарышыр әмәле юҡ, үҙенә лә йәшәргә, ҡартайып эшлектән сыҡҡан атаһын да  ҡарарға кәрәк бит. Бер көндө һыуға ташланған еренән ҡотҡарып ҡалдылар Зөләйханы. Ауырға ҡалғанын һиҙгәс, хурлыҡҡа ҡалыуҙан үлемде артыҡ күреп, үҙ башына үҙе етергә булған икән шымыҡ ҡыҙ. Шунан һуң, мулланан ижап уҡытып, Зөләйханы хәләл ефетлеккә алды, ҡаланың күл буйындағы урамынан һайлап, йәш ҡатынына йорт алып бирҙе. Йәш балаһын ҡулына алып бәүетергә насип булырмы икән уға? Ҡаланы ҡыҙылдар баçырға  тора, нисек булһа ла халыҡты тәртиптә тотҡан аҡ ғәскәрҙәр ҡаланы ҡалдырғас, йыйын әтрәгәләм тағы баш күтәрә, кеше талай, йорт баçа башланы. Уҙған төндә уның күптәнге танышы сауҙагәр Пантелеевтың өйөн талап, ут төрткәндәр, хужалары ҡасып ҡотолғанмы-юҡмы, билдәһеҙ.

Кәрим Зәйнулла улы стенаға беркетелгән ҙур көҙгө алдына килеп баçты. Көҙгөләге тәбәнәк буйлы, оло йәштәрҙәге йыуантыҡ ирҙең йөҙө аруҡ таушалған, һаҡал-мыйығы  ҡырҡылмаған, түбәһендәге һирәк аҡ сәстәре төрлө яҡҡа тырпайып тора. Ул, әсе көлөмһөрәп, ҡулындағы шараплы стакан менән көҙгөләге һынын тәбрикләне. Ғүмереңде бағышлаған эштәрҙең имен-аман тамамланыуы менән ҡотлайым, алдағы тормошоңда иçәнлек-һаулыҡ теләйем, йәнәһе.

Шул саҡ тыштағы ағас баçмалар аша кемдер дөбөр-дөбөр йүгереп уҙҙы. Сауҙагәр тәҙрә янына килеп, ҡорғанды асыуға, ишектә ялсыһы Миңлеғол күренде.

– Кәрим, утрауға әле генә ике кәмә яғылды, – тине ҡыҙыу йүгереүҙән бышлыҡҡан Миңлеғол. Икәү ҡалғанда  бер-береһенә   исемләп  өндәшәләр улар, бала саҡтан алып  гелән бергә булғанға инде. – Кәмәләрҙә унарлаған кеше. Яҡшы ниәтлеләр ҡара төндә йөрөмәç…

Сауҙагәр бер мәл генә өç кейеме ямғырҙан һыуланған Миңлеғолға ҡарап торҙо. Уның бар ҡиәфәте, күптән нимәнелер көтөп, ниһайәт, көткәненә инанған кешене хәтерләтә ине. Шунан ул, йылдам ҡуҙғалып, бейек шкаф янына килде лә, ниндәйҙер тотҡаға баçып, уны еңел генә ситкә этәрҙе, шкаф артында йәшерен ишек күренде. Ул, ҡулын иҙәп, Миңлеғолдо  саҡырҙы ла ишеккә кереп юғалды. Тауҙай ауыр шкаф, тауышһыҙ ғына ҡуҙғалып, урынына кире ҡайтты.

Тышта ямғыр көсәйгәйне. Ямғыр шыбырҙауы, ағас баштарын шаулатҡан ел тауышына ҡушылып,  йорт янында, ер аçтынан сыҡҡандай, ҡайҙандыр пәйҙә булған ике кешенең ҡабалан аҙымдарын йәшерҙе.

Яр буйына етәрәк, алдан барған Миңлеғол кинәт кенә туҡтап ҡалды ла, иптәшенә күрһәтеп, һыу буйына ымланы. Ҡыуаҡтар араһына йәшерелгән кәмә тәңгәлендә ҡыҙғылт осҡон тоҡанып һүнде, танауға әсе тәмәке төтөнө бәрелде. Кәрим ҡуйынынан алтатарын сығарғайны, Миңлеғол, киçәтеп, бармағын ирененә терәне лә ҡараңғыға кереп ғәйеп булды. Кәрим, алтатарын төнгә төбәп, яңғыҙ ҡалды. Ел шаулауы аша йорт яғында ҡысҡырышҡан, һүгенгән тауыштар ишетелде. Ямғыр тамсылары сикәләрен еүешләп, яғаһы аçтына аға. Күпме шулай торғандыр, ниһайәт, яр буйынан өйрәк ҡыжҡылданы…

– Эй, раббым, зинһар, кисерә күр ҡолоңдо… ләйләһи–илалла…

Кәмәне күлгә төшөрөп, ишкәккә ултырған Миңлеғол, ауыҙ эсенән генә  уҡынып, айҙай ялтыр хәнйәрен һыуҙа сайҡай ине.

Тап шул мәлдә ярҙа мылтыҡ аттылар, мылтыҡ йәҙрәһе, уçал һыҙғырып, кәмә артындағы һыуҙы сәсрәтте. Кәрим, алтатарын ярҙа шәйләнгән ҡара шәүләгә төбәп, өс тапҡыр тәтегә баçты. Ярҙа кемдеңдер  әсе тиргәнеүе ишетелде.

– Атма, Кәрим, берүк, атма! – тип ҡысҡырҙы Миңлеғол. – Алтатарыңдың ялҡынына төбәп ата башлаһалар, бөттө баш.

Бер аҙҙан утрау өçтөнән ағылған болоттарҙы бейек ут ялҡыны ҡыҙылға мансыны, унда бер туҡтауһыҙ шартлатып мылтыҡ атҡан, ҡыйҡыу-һөрән һалған тауыштар ишетелде, әйтерһең дә, һауанан утрауға ен-бәрейҙәр өйөрө төшөп, ҡот осҡос байрам уҙғаралар ине. Кәмәлә барған Кәримдең сикәһенән ямғыр тамсыларына ҡушылып аҡҡан күҙ йәштәрен төн ҡараңғыһы йәшерҙе…

…Төндөң ялбыр шәүләләре өçтәлдә янған һуҡыр шәм яҡтыһынан, гүйә, өй босмаҡтарына ҡасҡандар ҙа бүлмәләге ир менән ҡатындың мөхәббәт аҙабын шыпырт ҡына күҙәтәләр. Күрше бүлмәлә Миңлеғолдоң ара-тирә ғәйрәтле хырлауы ишетелә. Ҡартлыҡтан зиһене буталған Зөләйханың атаһы аңлайышһыҙ ауаздар менән төшөндә кемделер тиргәй йә хихылдап көлөп ала...

Кәрим Зәйнулла улы ҡатынынан ҡағыҙ менән ҡәләм һорап алды ла өçтәл артына ултырып хат яҙҙы. Яҙыуынан ара-тирә туҡтап, үҙенә һыйынып ултырған Зөләйхаһының йомрайған биленән ҡосто, күҙҙәренән, ирендәренән иркәләп үпте. Ауырайған ҡатынының йөҙө түңәрәкләнеп, күҙҙәре уғата ҙурайып киткән, уның бар ҡиәфәтендә бөткөһөҙ сабырлыҡ, яҙмышына ризалыҡ сағыла. Шул күренештән сауҙагәрҙең күҙҙәренә йәш төйөлдө, ул, йөҙөн устары менән ҡаплап, хат өçтөндә уйланғандай, бер аҙ тынып ултырҙы. Вәт, ҡәһәрле замана… Алланың ҡаты ҡәһәре төшкәндер был илгә, был халыҡҡа. Шулай булмаһа, әлегә ҡәҙәре һәүетемсә генә йәшәп ятҡан халыҡ, ҡапылдан  ҡуҙғалып, шулай аҙып-туҙмаç ине. Ҡылған гонаһтары өсөн әҙәмдәрҙе язалар булһам, иң башта уларҙың аҡылын алырмын, тигән бит Хоҙай. Бында ҡалыу күрәләтә башыңа бәлә көтөү менән бер. Үҙеңде генә түгел, ауырлы ҡатыныңды ла йәлләмәçтәр…

– Әлегә яныңда була алмайым, Зөләйхам, – тине ул ҡатынына, сәстәрен һыйпап. – Артымдан баçтырыҡлап киләләр. Ул вәхшиҙәр аяу белмәй. Кендек әбейе Мөхлисәгә һинең турала әйткәнмен, ул һине ҡарап торор. Биргән аҡсаны һаҡлап ҡына тотон, сөнки был мәхшәрҙең ҡасан бөтөрө билдәһеҙ. Үҙеңде, баламды берүк һаҡла. Ҡыҙылдарҙы  ҡыуғас та кире ҡайтырмын.

Ул өçтәлдәге хатты алып, ҡатынына тотторҙо.

– Ошо хатты Хәкимйән ҡустыма бирерһең. Хәкимйәнде, беҙҙең ижапта булған офицерҙы, иçләйһеңме? Ул хәҙер хәрби кейемен һалған, бер төркөм иптәштәре менән урманда ята. Бер ҡайҙа ла китмәйем, көнөм бөткәнсе ҡыҙылдар менән алышасаҡмын, ти. Ул һине үҙе табыр. Әлегә хатты алыçҡараҡ йәшереп тор, яттар күҙенә берүк эләкмәһен…

…Бер аҙҙан ҡапҡанан сыҡҡан ике шәүләне төн ҡараңғыһы йотто. Мәңгегә…

8

Сәркәтип ҡатын хакимиәт башлығының ҡабул итеү бүлмәһенә килеп кергән ҙур күҙлекле  пеләш кешегә күҙ һирпеп кенә ҡараны ла, өндәшмәй ҡалып, ниҙер яҙыуында булды. Салбар ҡайышы аша аçылынып торған йомро ҡорһаҡлы, һимеҙ йөҙлө тәбәнәк кеше, хакимиәт башлығы кабинетының ялтыр тотҡалы ишеген ашыҡмай ғына асты ла, айыуҙай тайыш баçып, эскә үтте. Өçтәл артында ултырған кабинет хужаһы кереүсегә ҡарамай ғына баш ҡаҡты һәм ҡаршыһындағы ҡала Советы депутаты Ғәлләмов Нурислам Әхәт улы менән әңгәмәһен дауам итте. Ошо мәлдә  Василий Петровичтың йөҙөндә, аяҡ аçтындағы әсе ҡуҙғалаҡты өҙөп  ҡапҡандай, мәрәкә ҡиәфәт ҡатып ҡалғайны.

Ғүмер буйы уҡытыусылыҡта йөрөп олоғайған Ғәлләмов Нурислам Әхәт улы һын-ҡиәфәте менән баҡсалағы ҡарасҡыны хәтерләтә. Уның ябыҡ кәүҙәһе кәкре ҡолғалай бейек, башындағы аҡ кәпәсе һәр саҡ йәмшек булыр, бишмәт-салбары ҡыçҡа һәм һырыш, гүйә, кейеме эсендә кәүҙә түгел, ә ботаҡтары тырпайып торған ҡыу ағас. Осло эйәк-танаулы ябыҡ йөҙөн шырт баçҡан, төпкә батҡан бәләкәй күҙҙәре тирәһендәге һырҙары, бала ҡулы менән ҡағыҙға төшөрөлгән ҡояш нурҙары һымаҡ, уның маңлайында, сикәләрендә тоташып, эреле-ваҡлы  бихисап әүернә хасил иткән. 

Ғәмәлдә ҡала Советы йә хакимиәт алдында туҙға яҙмаған тәҡдимдәр сығарыуы менән  исем-шәриф ҡаҙанған инсандар рәтенән Нурислам Әхәт улы Ғәлләмов. Депутат булғансы, дини эшмәкәрлек менән шөғөлләнһә, уның өгөт-нәсихәте, әлеге фани донъяла аҙашып, юлдан яҙған ҡайһы берәүҙәрҙең күңеленә май булып ятыр ине, бәлки. Әммә алтын-көмөшкә ҡоролған был тормошта ҡала Советы депутатының изге теләк-тәҡдимдәре, фәлүсәфи рәүештә инҡар ителмәһәләр ҙә,  ғәҙәттә, тормошсан нигеҙләнеү тапмайҙар.

Василий Петрович өçтәл артынан торҙо ла, ҡулдарын салбар кеçәһенә тығып, кабинет иҙәненән ниҙер эҙләгәндәй, мөйөштән мөйөшкә йөрөй башланы.

– Дөрөç аңлаһам, хөрмәтле Нурислам Әхәтович, һеҙ утрауҙа урынлашҡан йорт-ҡаралтыларҙы төҙөкләндереп, шифахана яһарға һәм шунда наркомандар менән алкоголиктарҙы дауаларға тәҡдим итәһегеҙ?

– Эйе-эйе,– тип ҡыуанып китте депутат, ултырған урынында ел өргән ҡарасҡылай елпенеп. – Шул меçкендәрҙе ҡаланан ситкә алып, күҙ-ҡарау аçтындағы аулаҡ утрауҙа дауалағанда, уларҙың күптәре һауығып, әҙәми төçкә ҡайтыр, йәмғиәткә файҙалы ағза булыр ине.

– Туған-тыумасаларың араһында наркомандар йә алкоголиктар бармы әллә?

– Аллам һаҡлаһын, – депутат ултырған ерендә ырғып уҡ китте.

– Тәҡдимегеҙҙе нигеҙләп, иçәп-хисап та иткәнһегеҙҙер, моғайын. Ундағы ташландыҡ йорт-ҡаралтыны төҙөкләү, утрауҙы таҙартып рәткә килтереү өсөн күпме сығым талап ителәсәген беләһегеҙме? Етмәһә ул утрауға электр уты ла үткәрелмәгән бит әле…

– Аҡса шутына мин тыумыштан аңра булдым. Уның өсөн белгестәр бар.

Василий Петрович беләгендәге сәғәтенә күҙ һирпте һәм, һалмаҡ ҡына баçып, кабинетының ҡалаға ҡараған ҙур тәҙрәһе янына килде.

– Нурислам Әхәтович, – тине ул, ҡулы менән ҡалаға күрһәтеп. – Ошо ҡаланы һинең ише ябай, тырыш эшселәр, төҙөүселәр һалған. Бушлай тиерлек. Уларҙың күптәре шул эштә һаулыҡтарын юғалтҡан, әлеге мәлдә  бармаҡҡа ла эләкмәçтәй бәләкәй генә пенсияға ыҙа сигеп йәшәйҙәр. Хәлемдән килһә, утрауҙағы шифаханала шуларҙы дауалар инем мин. Ә һин, наркомандар, эскеселәр, тиһең… Ошо ҡаланы эскеселәр менән наркомандар күтәрмәгән бит. Хөкүмәт шифаханаһында ятып дауаланырға уларҙың ни хаҡы бар? Наркомания һәм алкоголизм, минеңсә, сир түгел, улар – аҙғынлыҡ һәм яманлыҡ эҙемтәһе. Сир булһа ла, «һатып алынған» сир. Кешелеккә кире ҡайтырға теләгәндәр, ихтыярҙары етһә, наркомания һәм эскелек тигән  яман шөғөлдән шифаханаһыҙ ҙа, дауаханаһыҙ ҙа арына ала. Ә инде теләктәре, ихтыярҙары булмаһа, – Василий Петрович вайымһыҙ ғына ҡул һелтәне, – йәмғиәткә лә ул әрәмтамаҡтарҙың кәрәктәре юҡ.

– Халыҡты һаҡлау, кешеләрҙең һаулығын, көнкүрешен ҡайғыртыу дәүләтебеҙ алдында торған иң мөһим мәсьәлә түгелме ни? – Ғәлләмов Нурислам Әхәт улының тауышында ҡорос сыңланы. Әүәлге коммунислығылар инде, уларҙы шулай тамаҡ ярырға йәштән өйрәткәндәр бит. – Халҡыбыҙҙың һаны йылдан-йыл кәмей, яҡшы тормошҡа өмөттәре һүнгән ватандаштарыбыҙ күпләп ҡырыла, эскегә һалыша, наркотиктарға бирелә. Ошо ауыр хәлгә дәүләт тарафынан сик ҡуйылмаһа, илебеҙҙе  киләсәктә ни көтә?

Василий Петрович, теше һыҙлағандай, йөҙөн һытты.

– Дәүләт, имеш… Барыһын да дәүләт өçтөнә япһарып, үҙҙәре ситтә тәмәке көйрәтергә оçтарҙылар, – тине хакимиәт башлығы, өçтәл башындағы урынына кире ултырғас. – Дәүләт ул – йәмғиәт сығанағы, йәмғиәт, халыҡ ни хәлдә – дәүләт тә шул хәлдә. Шулай икәнде бөйөк тәғлимәтселәр Маркс менән Энгельс бынан йөҙ илле йыл элек  иçбатлағандар инде. Ә халыҡҡа килгәндә… Халыҡ рухи яҡтан хәлһеҙләнеп, көрсөккә, деградацияға бирелһә, уны батша ла, батыр ҙа, хатта Хоҙай үҙе лә ҡотҡара алмай. Сөнки тарих ҡанундары шулай, улар көсһөҙҙәрҙе кисермәй ҙә, яҡламай ҙа.

Ғәлләмов Нурислам Әхәт улы, ниһайәт, урынынан тороп, сығырға ҡуҙғала башланы.

– Бигерәк тә ҡаты күңеллеһең, Василий Петрович,– тине ул, ҡарттарса рәнйеп. – Халыҡ араһындағы айырым кешене күрмәйһең, уның зар-моңона һаңғырауһың.

– Әйткәндәй, әлеге тәҡдимегеҙҙе ҡала Советы ултырышына сығарырға кәңәш итәм. Эшем шулай, – тине Василий Петрович, депутатты ҡарашы менән оҙатып.

Депутат сығып киткәс, кабинетта тынлыҡ урынлашты. Өçтәлгә терһәкләнеп ултырған Василий Петрович, күҙҙәрен ишектәге билдәһеҙ нөктәгә төбәп, нимә тураһындалыр ныҡышып уйлана ине. Уның ҡаршыһында ултырған пеләш кеше, кабинет хужаһының уйынан сығыуын көтөп, таш һындай, өнһөҙ генә ултырыуында булды. Стенаға эленгән  ҙур сәғәттең, табалай ҙур, ялтыр телен һалмаҡ  бәүетеп, тоноҡ ҡына текелдәүе, әлеге һиллекте уғата тәрәнәйтеп, кабинетта сәйер бушлыҡ хасил итте.

– Ни әйтерһең?

Василий Петровичтың кинәт кенә яңғыраған был һорауынан пеләш кеше, елгә һиçкәнгән ҡыуаҡтай, урынында ҡыбырҙап ҡуйҙы ла, муйынһыҙ башын бороп, ҡара тирәсле күҙлегенең ялтыр быялалары аша хакимиәт башлығына төбәлде.

– Камалов шул утрауҙы үҙенә ҡуртымға биреүҙе һорай, – тине ул мискә эсенән сыҡҡандай ҡалын тауыш менән. – Йорт-ҡаралтыһын һатып алам, ти…

– Ҡайһы Камалов?

– Камалов Зиннур Таипович, ҡаланың юл һәм транспорт хужалығы етәксеһе.

Василий Петровичтың һүрән йөҙөнә ғәжәпләнеү билдәләре сыҡты.

– Нимәгә кәрәк булған уға ул сүп өйөмө?

– Ресторан ҡуям, ти, балыҡсылар клубы ла асырға йыйына, йәнәһе…

Хакимиәт башлығы, үҙе лә һиҙмәçтән, елкәһен ҡашып алды. Был ниндәй көн булды һуң әле? Таң тишегенән алып шул утрау менән башын ҡатыраларсы… Быға ҡәҙәре ул утрауҙың донъяла барлығын бер кем дә белмәгән һымаҡ ине бит. Йорт-ҡаралтыһы ҡыйралып, үткенсе ял итеүселәр тарафынан сүпкә күмелеп, бысраҡҡа батырылған күл утрауының да кемгәлер хәжәте тейер көнө бар икән дә баһа? Революцияға тиклем  байлығы менән тирә-яҡта дан тотҡан сауҙагәр Латиповтың милке булған утрауҙа совет заманында, тәүҙәрәк, хәрбиҙәр өсөн ял йорто урынлашҡан булған, һуңынан уны пионерҙар лагеры иткәндәр, аҙаҡ инде, үҙгәртеп ҡороу осоронда, бағаналарҙағы электр сымдарын бурҙар урлағас,  ҡул һелтәп, ул ер киçәген бөтөнләй онотҡандар. Әлеге ваҡытта ул утрау йорт-ҡаралтыһы менән муниципаль милек иçәбендә тороп, ҡала Советы ҡарары менән шәхси ҡулға бирелергә тейеш мөлкәттәр рәтенә керетелгән. Туҡта әле, күптән түгел генә, үҙәктә, кемдер  шул утрау тураһында  һүҙ сығарғайны бит әле?

Хәтерен тағатып ултырған Василий Петровичтың йөҙөндә уçал кинәнес сағылды.

– Ул утрауҙы Камаловтан башҡа бүтәндәр һорағаны булдымы?

– Юҡ, Камалов беренсе…

Василий Петрович, креслоһына арҡаланып, тағы бер аҙ шымып ултырғандан һуң, хәйләкәр күҙҙәрен әңгәмәсеһенә төбәне.

– Бир, – тине ул баçым менән. – Бир утрауҙы Камаловҡа, әйҙә, кинәнһен.

Күҙлекле пеләш, үҙ ҡолағына ышанмағандай, ауыҙын асып, хакимиәт башлығына ҡарап ҡатты.

– Бир утрауҙы Камаловҡа, – тип ҡабатланы Василий Петрович, ниндәйҙер аңлайышһыҙ кинәйә менән. Уның әлегә ҡәҙәре һүрән йөҙөнә сая шуҡлыҡ сыҡты, ул,  гүйә, эсен йыртып килгән көлкөһөн тыя алмай, хахылдап ебәрер сиккә еткәйне.

Пеләш кеше, алпан-тилпән атлап, кабинеттан сығып китте. Уның өсөн хакимиәт башлығының уй-кисерештәре томанлы ине. Ә Василий Петрович ошо ваҡытта үҙен театрҙа тамаша ҡуйған сәхнә оçтаһы итеп тойҙо. Уның урынына уҡталыусылар  башта үҙ-ара «төкөшөп» алһындар әле, тип уйланы ул, үсенән кинәнеп. Теге утрау шуның өсөн  бик йәтеш майҙансыҡ булмаҡсы. Ә ул ситтән генә ҡарап ултырыр шул алышҡа. Ике тәкә һөҙөшкәндә, йыш ҡына ҡырҙа йөрөгән өсөнсөһө еңеп сыға бит. Ай-һай, иртәрәк иçәптән сығаралар уны. Күрәһегеҙме, яҙмыш уға ниндәй уңайлы әмәл бирә! Дошмандарының юлын бутарлыҡ һәләтен юғалтмаған әле ул. Шуныһы ҡыҙыҡ: Камаловтың артында кем тора икән һуң? Күлдәге утрауҙың ни хәжәте бар уларға?

Ошо ваҡытта  хакимиәт бинаһы алдындағы майҙанда күҙлекле пеләш кеше ҡағыҙ битенә бер нисә һан яҙып, Камаловҡа күрһәтте.

– Капитализм, – тине ул, һаран ғына көлөмһөрәп, ҡағыҙҙа күргәнен башына һыйҙыра алмай аңшайып торған Камаловҡа. – Утрау һынлы утрауҙы бушҡа бирерҙәр, тип уйламағанһыңдыр ҙа?

– Ҡасанға әҙерләргә?– тине Камалов, тамағына төйөлгән ҡаҡырығын көсәнеп йотҡас.

– Кәрәкле ҡағыҙҙар бер айҙан әҙер була. Алыш-бирешкә ҡул ҡуйған мәлгә килтерерһең.

– Милицияға ошаҡлар был, тип шөрләмәйһең дә?

Пеләш кеше, ғәжәпләнгәндәй, аçтан өçкә баш сөйөп, бер аҙ ғына  үҙенән бер башҡа бейегерәк булған Камаловҡа күҙлегенең ялтыр быялалары аша текләп торҙо.

– Аҡыллы кешенән иçәр хәбәр ишетәм, – тине ул һуңынан вайымһыҙ ғына. – Утрауҙан ҡолаҡ ҡағыр булһаң, рәхим ит. Етмәһә, билдәле булыуынса, әлеге мәлдә һин үҙең милиция тырнағындаһың…Ҡыçҡаһы, кәңәшем шул: башыңа бәлә эҙләмә.

9

«Хәкимйән!

Мин китәм. Бында артабан ҡалыу мөмкин түгел. Төркиәгә, ғаиләм янына юлланмаҡсымын.

Зөләйхам ауырлы, юл аҙабын күтәрә алмаç, тим. Шул сәбәптән ҡатынымды бында ҡалдырырға мәжбүрмен. Зинһар, хәлеңдән килгәнсә уны һаҡла, ярҙам ит.

Мөлкәтемдең бер өлөшөн һиңә ҡалдырам. Кәрәгенсә файҙалан. Фотоһүрәткә ҡара.

Изге көрәшеңдә уңыштар теләйем. Хоҙай бойорһа, осрашырбыҙ. Хуш. Кәрим. 1920 йылдың 20 сентябре.»

Әминә, ҡапылдан, һарғайып бөткән ҡағыҙ битендәге ят хәрефтәр теҙмәһенең зиһенендә ап-асыҡ хәбәргә әүерелеүенә ышанмай, ҡулындағы хатты төрлөсә әйләндереп, уға йә алыçтан, йә яҡындан ҡарап байтаҡ ултырҙы. Ысынлап та, хат латин хәрефтәре менән башҡорт телендә яҙылған да баһа… Медицина институтының талибы булғанғамы, латинса яҙылған хаттың асылы  бер ҡарауҙа билдәле булды уға. Ҡыҙыҡ, ниңә ул шундай ысул ҡулланып яҙылған икән? Ниндәйҙер сер йәшерелгән, ахыры, был хатта…

Ул тәҙрә янына килеп, урамға күҙ һалды. Сираттағы йәмле йәй көнөнөң балҡып уянған мәле. Күл ярында үçкән тирәктәрҙең ысыҡлы  япраҡтары  таңғы ҡояш нурҙарында бихисап ынйылар булып емелдәй. Көҙгөләй һыу өçтөнән ағылған  зәңгәрһыу монар эсендә балыҡсыларҙың кәмәләре төçмөрләнә, арылағы утрауҙы мамыҡтай аҡ томан баçҡан. Баҡсала турғайҙар сырҡылдаша,  күршенең әтәсе һуҙып ҡысҡыра, һуңлаған кәкүк, ҡайҙалыр өҙөп-өҙөп саҡырып алғас, үҙ ҡылығынан оялғандай, бер аҙға шымып тора.

Бөгөн Әминәнең ял көнө.

Ғәҙәтенсә, йоҡоһонан иртә тороп, көҙгө алдында  төҙәнеп-биҙәнгән ҡыҙҙың уйынан әлеге хат сыҡманы. Зөләйха… Атаһынан шул исемде ишеткәне бар ине, буғай. Өләсәй йә ҡартәсәйҙең исеме булһа кәрәк.

Әминә, нимәнелер иçенә алып, китап кәштәһен асты ла, бер ни тиклем эҙләнгәндән һуң, ҡағыҙ төргәге килтереп сығарҙы. Ебен сисеп, төргәкте өçтәлгә йәйҙе. Бер нисә йыл элек уның атаһы ғаилә шәжәрәһен төҙөп аҙаплана ине. Киң ҡағыҙ битенә күп исемдәр яҙылып,  бер-береһенә һыҙыҡтар менән тоташҡан. Бына Зөләйха исемле ҡатын, ул уҙған быуат башында йәшәгән. Унан Насип тигән бер генә исем айырылған, ә Насиптан артабан биш исем сыҡҡан, улар араһында Вәхит бар. Вәхит – Әминәнең атаһы. Тимәк, Зөләйха Әминәнең ҡартәсәһе булып сыға! Тик шәжәрәлә, ниңәлер, уның ҡартатаһы күрһәтелмәгән. Туҡтале, хат аҙағында кемдеңдер исеме бар бит… Кәрим… Тимәк, ошо хатты яҙған Кәрим исемле кеше уның ҡартатаһы булып сыға!

Ҡартатаһы Кәримдең Хәкимйән ҡустыһына яҙған хаты, тәғәйенләгән кешеһенә, ни сәбәптәндер, барып етмәй, ғәрәсәтле замандың зарлы ауазы булып, быуат уҙҙы тигәндә, ниһайәт, дүртенсе быуын ейәнсәре ҡулына килеп эләкте шулай.

Әминә хат янындағы фотоһүрәтте ҡулына алды. Йыһазландырып эшләнгән ҙур ғына кәмә өçтөнә аҡ япманан матур сатыр ҡоролған. Кәмәлә баçып торған ике ирҙең береһе ошо хатты яҙған ҡартатаһы булыуына Әминәнең шиге юҡ ине. Хәрби кейемдә булып, ҡылыс таҡҡаны янында торған йыуантыҡ ирҙән күпкә йәшерәк күренә. Тимәк, хат асылы буйынса, кәмәләге түңәрәк йөҙлө, йыйнаҡ ҡына һаҡал-мыйыҡлы, аҡтан кейенгән  тәбәнәк  буйлы ир уның ҡартатаһы Кәрим булып сыға.

Әминәнең күңелен сәйер тойғо баçты. Ошо хат менән фотоһүрәт  бынан өс быуын элгәре йәшәгән ҡартатаһы Кәрим ҡулынан, бүтән быуындарҙы урап үтеп, тура уның ҡулына килеп эләкһенсе… Бынағайыш, тип эстән генә әсенеп көлөмһөрәне Әминә, ҡулындағы хат менән фотоһүрәткә ҡарап. Килә торғас, теге донъялағы мәрхүмдәрем дә хат яҙа башланы миңә…

Өйҙә ултырып, яңғыҙлыҡтан ялҡҡан Әминә бөгөн күлгә төшөп һыу керергә, ҡояшта ҡыҙынырға йыйына ине. Ул, көн эçегәнде көтөп, баҡсалағы сәскәләргә, емеш-еләккә  һыу һипте, түтәлдәрҙе баçа башлаған сүп үләндәрен утаны. Тик теге хат уйынан сыҡманы. Бер аҙҙан ул кинәт кенә эшенән туҡтаны ла,  нимәлер күргәндәй ергә текләп ултырғандан һуң, елдәй йүгереп өйгә керҙе һәм, өçтәлдәге фотоһүрәтте алып, тәҙрә янына килде. Алыçта, күл уртаһында, томандан арынған  утрауҙың  текә ҡаяһы зәңгәр һыу өçтөнә ҡалҡып, ағарып тора. Революцияға тиклем шул утрау сауҙагәр Латиповтыҡы булған, тиҙәр. Латипов Кәрим… Бәй, сауҙагәр Латипов Кәрим Зәйнулла улы Әминәнең ҡартатаһы буламы ни?

Көтөлмәгән был асышын нисек ҡабул итергә белмәгән Әминә, тирә-йүненә күрәғара ҡарап, байтаҡ ҡына уйға батып ултырҙы. Хат менән фотоһүрәтте тағы алып, ҡабат-ҡабат уҡыны, төрлөсә әйләндереп ҡараны, ҙурайтҡыс быяла аша тикшерҙе, хатта, нескә танауын мәрәкә сирып, еçкәп аҙапланды. Хат менән фотоһүрәттә тағы ла ниндәйҙер йәшерен сер булып, уның асылмай ҡалыуын тоя ине ул. Шулай булмаһа, ябай ғына был хаттың асылын ниңә латин хәрефтәре артына йәшерергә лә, етмәһә, уны башҡортса яҙырға кәрәк булған һуң? Латин хәрефтәрен танығандар, ғөмүмән, һирәк осрай, ә улар араһында башҡортса белгәндәр тағы ла аҙыраҡ. Тап шулай тип фараз иткәндер был хатты яҙыусы. Әһә, бына: «Мөлкәтемдең бер өлөшөн һиңә ҡалдырам. Кәрәгенсә файҙалан. Фотоһүрәткә ҡара»,– тигән ҡартатаһы Хәкимйәнгә. Күренеүенсә, был хат, ни сәбәптәндер, Хәкимйәнгә барып етмәгән, киреһенсә булһа, быға ҡәҙәре иçке һандыҡ төбөндә йәшереүле ятмаç ине. Тимәк, ҡартатаһы ҡалдырған мөлкәттең дә тәғәйен кешеһенә етмәгән булыуы ихтимал… Ә ул мөлкәт нимәнән ғибәрәт тә ҡайҙа ҡалдырылған һуң? Ошо хат ятҡан һандыҡтамы ни? Улай булһа, мөлкәтте алғанда, был хатты ла ҡалдырмаçтар ине. Бәхәсһеҙ түгел, әлбиттә, был фараз, Мөлкәтте, бәлки, енәйәтселәр талағандыр йә ҡартәсәһе Зөләйха уны  ҡайҙалыр ҡуйғандыр… Нисек кенә булмаһын, бик сәйер яңғырай хаттың ошо өлөшө. Сөнки хаттағы был  хәбәрҙәр бер ҡарауға сер-хәйләһеҙ булһалар ҙа, улар араһында яттар күҙенә күренмәгән, әммә хатлашыусыларға ғына билдәле булған ниндәйҙер «сылбыр» бар кеүек. Хаттағы мөлкәт тураһындағы хәбәргә һуңындағы «фотоһүрәткә ҡара» тигән һүҙбәйләнеш бөтөнләй йәбешмәгән һымаҡ. Ҡартатаһы был фотоһүрәтте ниңә хат янына һалған да ниңә уға ҡарарға ҡушҡан? Иçтәлеккә бирелгән фотоларҙы, ғәҙәттә, ундай күрһәтмә менән оҙатмайҙар. Ғөмүмән, ундай һүҙҙәр бер кеше тарафынан бүтәндәргә тәғәйенләнеп, уларға ниҙер күрһәтергә теләгәндә әйтелә. Мәçәлән, дәрес аңлатҡан уҡытыусы махсус күрһәткесе менән таҡтала яҙылғандарҙы уҡыусыларына шулай күрһәтә. Һис шикһеҙ, хаттағы мөлкәт менән ошо фотоһүрәт араһында ниндәйҙер бәйләнеш бар… Бынағайыш, фотоһүрәттә хазина йәшерелгән урын күрһәтелгәнме әллә?!

Әминә, ҡараңғы бүлмәлә көтмәгәндә ҡабыҙған уттай булып, зиһененә үтеп ингән был фаразынан сикәләре һулҡылдап, үҙ уйынан оялғандай, устары менән битен ҡапланы. Тауыҡ төшөнә тары керә, тип уйланы ул, үҙ-үҙенән көлөп. Тик ултырған ерҙән хазина тапҡан, ти, берәү. Матур ҡумтаға һалып, уға ал таçма бәйләп, Әминә ейәнсәренә  ынйы-мәрйен ҡалдырып киткәндер шул  ҡартатаһы. Барып алырға ғына ҡалды…

Ул, зиһенен биләгән буш уйҙан ҡотолорға теләп, көҙгө янына килде лә һомғол буйын һығылдырып, борғоланып-һырғыланып алды. Исмаһам, ғашиҡ егете лә юҡ бит,  былай күңелһеҙ булмаç ине. Әллә, башҡа ҡыҙҙар кеүек, ир-егеттәр алдында алды-артты ҡыйшанлата башларғамы? Йөҙ-ҡиәфәте, һын-килбәте менән телевизорҙағы сибәрҙәрҙән һис ҡайтыш түгелсе…

 Урамдан үтеп барған мәүеш Рәжәпте тәҙрә аша күреп ҡалған Әминәнең башында кинәт кенә сая уй тыуҙы.

– Рәжәп! Кил әле яныма,  йомошом бар!

Күрше Зөбәйлә әбейҙең ейәне Рәжәп, аҡылға бер төрлөрәк булһа ла, ҡара эшкә, ябай йомош-йүнгә бик шәп. Йорт ҡуянылай йыуаш үҙе. Рәжәптең олатаһынан ҡалған  кәмәһе бар. Йыш ҡына шул кәмәлә күлгә сығып балыҡсылай ул. Тик торғанда Рәжәп менән күлгә сығып, шым ғына  теге ҡаяны тикшереп ҡарағанда,  бер ҡыҙыҡ булыр ине, тип уйланы Әминә.

Рәжәп уның тәҡдименә бер һүҙһеҙ риза булды. Әйткәндәй, уның һүҙ байлығы былай ҙа бик наҡыç, сөнки башындағы уйҙары, ниңәлер, ауыҙындағы теленә юл тапмай.

Бына кәмә, тоноҡ ҡына дырлап, тәпәш тулҡындарҙы яра. Кәмә башында ултырған Әминәнең еңел зәңгәр күлдәге еләç елгә күперә. Яр алыçайған һайын бар донъя киңәйә, түңәрәкләнә барҙы, ул, гүйә, кәмәне уратып өйөрөлә, әйләнә башланы. Бәүелеп ятҡан зәңгәр күл офоҡта зәңгәр күк менән тоташҡан, баш өçтөндәге ҡабарынҡы аҡ болоттар, һонған ҡулға эләгерҙәй булып, түбәнәйҙе. Күлдең саф  тыны менән Әминәнең күңеленә әйтеп бөткөһөҙ ләззәт, сафлыҡ керҙе, ул, үҙен уратҡан тәбиғәт хоҙурлығына иçергәндәй, шат көлөп, ҡулдары менән елде ҡосто, услап-услап күк көмбәҙенә һыу сәсрәтте.

Әминә һигеҙенсе классты тамамлағас, ғаиләләре менән кәмәгә ултырып ошо утрауға килгәйне  улар. Атаһы, балаларыма матур утрауҙы күрһәтәм, аҙ булһа ла тәбиғәт ҡосағында булырбыҙ тип, алдан әҙерләнгәйне сәйәхәткә. Тик утрау ярында  әсәнән тыума йөрөгән иçерек  ҡатын-ҡыҙҙар менән ирҙәрҙе күргәс, кәйефтәре төшөп,  кире әйләнделәр.

Иçке фотоһүрәттәге ҡаяны бер күреүҙә таныны Әминә. Был ҡая ҡалған икеһенән үҙенең аҡ ташы менән айырыла. Ул һыны менән ҡорһағына тиклем күлгә кереп, томшоғон һыуға тыҡҡан ҙур филде хәтерләтә, ҡаяның ике яҡ битендәге уйылмалар, гүйә, филдең күҙҙәре. Ҡаяны тирәләп  әлморон ҡыуаҡтары, ваҡ шыршы үçкән, уның  ҡырласында  олон-ботаҡтары елгә  кәкрәйгән тәпәш кенә ике ҡарағай үçә, улар хатта теге фотоһүрәттә лә төçмөрләнә. Ошо тәңгәлдә күл утрау эсенә үтеп, унда түңәрәк кенә  боғаҙ хасил иткән. Боғаҙҙың бейек ярында, ағастар араһында, ҡыҙыл кирбестән һалынған ике ҡатлы ташландыҡ йорт күренә.

Әминә, Рәжәпте артынан эйәртеп, ҡаяны әйләнеп сыҡты. Тирә-йүн тәртипһеҙ ял итеүселәр тарафынан тапалып, сүпләнеп бөткән, ҡайҙа ҡарама, буш шешәләр аунап ята, ҡағыҙ, консерва өйөмдәренән һаçыҡ еç килә, һаҡһыҙыраҡ йөрөһәң, быялаға йә тутыҡ тимергә баçып йәрәхәтләнеүеңде көт тә тор. Биш ҡатлы йорт бейеклегендәге ҡая башында ҡасандыр матур  аулаҡтың ҡыйралған кирбестәре туҙып ята.

Әминә, эçелә быуланып ятҡан күл аша ҡарап, ҡаршы ярҙағы өйөн табырға тырышты, әммә ундағы йөҙәрләгән йорт-ҡаралтылар араһында күҙҙәре аҙашҡас, артабан эҙләмәç булды. Ғөмүмән, был ҡаяла хазина йәшерелгән хәлдә лә, уны Әминә ише осраҡлы ғына кеше  түгел, хатта тәжрибәле эҙәрмән дә табырлыҡ түгел ине.

Ҡыҙ, таңдан алып күңелен биләгән  ғәмен тағы мәрәкәгә һалып, ҡаянан төштө лә, «фил томшоғо» янындағы йәтеш кенә таш һикәлтәлә күлдәген ҡалдырып, һыуға сумды. Ташынан эçе бөркөлөп торған ҡая янындағы һыу һөттәй йылы, йомшаҡ ине. Күл бында ярайһы уҡ тәрән икән, һыу аçтындағы ҡыҙҙың ҡолаҡ ярылары баçылып, сәнсеп  ҡуйҙы. Күл төбөн  йыландай оҙон, ҡуйы һыу үләндәре баçҡан, үләндәр араһында  ваҡ балыҡтар эркелешеп йөрөй. Таҙа һыуҙа тирә-йүн ярайһы уҡ асыҡ күренә. Ҡая төбөндә һыу шомло ҡарайып тора, сөнки унда ҡаяташ эскә уйылып, кәмә һыйырҙай тишек хасил булған.

Әминә һыу өçтөнә сығып, кәмәгә йәбеште лә бер мәл генә уйланып торҙо.

– Яҡтыртҡысың бармы? – тине ул кәмәлә ултырған Рәжәпкә, һорауының ыңғай яуап табыуына ышанмай ғына.

Тегеһе, бер ҡасан да ябылмаған һалбыр ауыҙын асып, бер аҙ аңшайып ултырғандан һуң, кәмә төбөндәге йәшниктән фонарь алып, Әминәгә бирҙе. Мәрхүм олатаһынан ҡалған әйберҙер инде. Тағы ла шуныһы ғәжәп: «хан заманы»нан ҡалған был фонарь бик матур  яҡтырта ине.

«Иллә-мәгәр көнөм ыңғай бөгөн. Изге фәрештәм күктән төшөп, иңемә ҡунған тиерһең. Былай барһа, хазина ла табылмай ҡалмаç, һа-һа…» – тип үҙ алдына ғына мәрәкәләне ҡыҙ һыуға сумғанда.

Һыу аçтындағы тау тишегенең тәрәнлеге кеше буйы самаһы ине. Шунда боçоп торған күçәктәй ҙур, ыржый суртан, фонарь яҡтыһынан өркөп, тышҡа уҡталды. Суртан үҙенә ташланғандай итеп тойған Әминә, ҡурҡышынан һыуға сәсәп, өçкә йөҙөп сыҡты. Ыпыҡ Рәжәп ҡыҙҙың ҡиәфәтенән борсолоп китте лә, уны ҡулынан тартып, кәмәгә мендерергә маташты.

Сәсәй-бышҡыра танау-моронона тулған һыуҙан арынғас, Әминә тағы күлгә сумды. Асылында әлеге мәшәҡәтен үҙе лә аңламай ине ул. Йөрәгендә ҡупҡан ниндәйҙер аңлайышһыҙ ҡомар уны алға, һыу аçтындағы ҡая тишегенә, әйҙәне. Хазина һынлы хазина эҙләгәндә шундай мөмкинлекте нисек ҡулланмайһың да нисек итеп башҡарған эшеңдең аҙағын күрмәйенсә, тыныс күңел менән ҡайтып китәһең, тип аңлатырға тырышты ул үҙенә әлеге мәшәҡәтенең сәбәбен.

Өң төбөндә фонарь яҡтыһы эре таш өйөмөнә теркәлде. Таштарҙы йомшаҡ ылымыҡ, ләм  ҡатламы баçҡан. Ситтәге таш өçтөндә ятҡан ҙур ҡыçала, ҡыçҡыстары менән көтөлмәгән баçҡынсыға янап, артҡа сигенде. Әминә тәкә башы дәүмәле ситтәге ташты алып, өңдән сығарҙы. Өң эсендәге һыу шунда уҡ болғанып, бер ни күренмәç булды.

Өс тапҡыр сумып, тыны еткәнсе өңдән ни бары өс кенә таш киçәге сығара алған  Әминә,  арып, әлеге аҙабынан ялҡа ла башлағайны инде. Дүртенсе ҡат сумғас, һыу буйрағында уның ҡулдарына серек ағас киçәге килеп эләкте. Ләкин серәнеп тартыуға ағас ҡымшанманы, уны  ауыр таш ҡыçҡан, ахыры.

«Ҡуйсәле, – тип уйланы күңеле һүрелгән ҡыҙ, ярға сығып, ҡояшта кибенгәндә. – Хазина  булған хәлдә лә, уға етер өсөн, ошо ҡаяны тулайым емереп, таштарын ситкә ташырғамы ни? Алпамыштың да хәленән килер эш түгел был…»

– Унда…нимә?

Күлдәген кейеп, кәмә башында урын алған Әминәгә Рәжәптең бөгәсә өндәшкән беренсе һүҙҙәре ине был. Күп кеçәле тетелеп бөткән ҡыçҡа салбар, ҡаҡашыуҙан төçөн юғалтҡан иçке күлдәк кейгән Рәжәп ауыҙындағы ауыр телен теүәл генә ҡуҙғатырға тырышып  ҡуйҙы был һорауын.  Ул һыуһылыуҙай ҡыҙ янында үҙенең килбәтһеҙлеген уғата ла көслө тоя, ахыры, алас-йолас һирәк ҡыл баçҡан ябыҡ йөҙөндәге еүеш күҙҙәрен  ситкә төбәп, кәмә артында ҡоршайып ултыра.

Әминә рыя ғына ҡул һелтәне.

– Ҡая төбөндә өң  бар, шуны ҡараным. Унда таш өйөмө, ағас…

«Ағас? – тип кинәт кенә һиçкәнде шунда Әминә. – Һыу аçтындағы тау тишегенә ул ағас нисек барып эләккән һуң? Ташҡа ҡыçылған, етмәһә?»

– Унда ниҙер бар, – тине ул, үҙе лә һиҙмәçтән, Рәжәпкә ҡарап.

Рәжәп, шуны ғына көткәндәй, хәрәкәткә килде. Ул кәмә төбөндәге йәшниктән балта алды ла, тамсы ла сәсрәтмәйенсә, һыу эйәһеләй, күлгә сумды. Әминә, һыуға ҡарап бер аҙ ултырғандан һуң,  күлдәген ҡабат һала башланы. Шул саҡ күл төбөнән өçкә ҡуйы буйраҡ күтәрелде, уның артынан  Рәжәп йөҙөп сыҡты.

– Таш… төштө, – тине ул, сәсәп. – Унда…– Рәжәп ҡулын өçкә төбәне,– дәү тишек… бар… ҡараңғы тишек…

Рәжәп кәмәләге йәшниктән оҙон аҡ еп алып, биленә бәйләне лә ептең бер осон Әминәгә тотторҙо.

– Мин барам… ҡарайым…–  тине, ҡая төбөндәге һыуға күрһәтеп.

Ҡыҙ, борсолоп, урынынан ҡуҙғалды.

– Рәжәп, зинһар, кәрәкмәй унда барырға, – тип инәлде ул, Рәжәптең  ҡулынан тотоп. – Йә  таш аçтында ҡалырһың, йә һыулы мәмерйәлә аҙашып, тының етмәç.

 Бахыр егет бер мәл генә Әминәнең күҙҙәренә текләп торҙо ла, оялғандай, ҡыйыш йылмайып, ҡарашын ситкә алды һәм һыуға кереп юҡ булды.

«Уф, Аллам, ни эшләүем был бөгөн? Әллә ниндәй сәйер көн булдысы, таңдан бирле бер яңылыҡ артынан икенсеһе сығып тора… Бәләгә булмағайы…»

Шөбһәләнеүенән ҡолаҡтары шаулай башлаған ҡыҙ, ҡулы аша аҡрын ғына тағалған еп артынан һыуға текләп, балыҡ аулаған ҡоштай, һағайып ултырҙы. Секундтарҙы уҙып күкрәгендә йөрәге дөпөлдәй, ҡулы буйлап бер туҡтауһыҙ һыу аçтына киткән еп, гүйә, был күлде генә түгел, бар диңгеҙ-даръялар төбөнән үтеп, Ер шарын әйләнергә ниәтләй…

Бер аҙҙан  еп, артабан тағалмаç булып,  туҡтап ҡалды. Тәне эçеле-һыуыҡлы булған Әминә  епте кинәт-кинәт тартҡылап алды. Еп, уға яуап итеп, теге остан тартылды. Көтөп тәҡәте ҡороған ҡыҙ һыуға сумды ла ҡая аçтына йүнәлгән епте юллатып йөҙөп китте…

Тар ғына тәпәш мәмерйә эсендәге һауа тынсыу, һалҡын ине. Ҡая аçтынан  мәмерйәгә илткән тау тишеге тулайым һыу эсендә. Арыраҡ, мәмерйә төбөндә, тағы ла бер «ҡоҙоҡ» бар. Мәмерйә иҙәне  батҡаҡлы, күл һыуы күтәрелгәндә,  ике «ҡоҙоҡ»тағы һыу ташып, бергә тоташа, ахыры.

Мәмерйәнең арғы мөйөшөндә, ташты йәнсеп,  кәштә уйылғайны. Кәштәлә бүрек дәүмәле өс ҡумта тора. Ике ҡумта алтын тәңкәләр менән өймәләм тулы. Өсөнсөһөнөң ҡапҡасы аçтынан фонарь утына ҡаршы күҙ яуын алырлыҡ сағыу нур бөркөлдө. Ҡумта эсендә ынйы-мәрйенле  биҙәгестәр емелдәшә ине…

10

Ҡыҙыл машинаһын ресторандың артҡы ишеге алдындағы майҙансыҡта  туҡтатҡан Нажия, күтәрмәгә еткәс, артына боролоп ҡараны. Тәгәрмәсе менән сәскә түтәленә менгән машинаһы, һулға янтайып, бар күренеше менән хужаһының насар кәйефен сағылдырып ултыра ине.

Нажия, күргәненә битараф ҡалып, эскә үтте. Йонсоуы күҙҙәренә сыҡҡан йыйыштырыусы ҡатын, иҙәндә торған йыуынты биҙрәһен ситкә алып, хужабикәгә юл асты.

Иртә әле. Ресторан тын, таң һарыһына ҡәҙәре барған кисәге туйҙы хеҙмәтләндергән эшселәр, өйҙәренә таралышып, ял итә. Залдағы өçтәл-ултырғыстар, башҡа йыһаздар тырым-тырағай, һауа тынсыу, аш бүлмәһендәге өçтәлдәргә  тауҙай итеп бысраҡ һауыт-һаба өйөлгән.

– Ниңә яңғыҙ? – Нажия йыйыштырыусыға боролдо.

– Иптәшемдең балаһы ауырый, – тип яуапланы йыйыштырыусы ҡатын. – Борсолмағыҙ, яңғыҙым да йыйыштырып өлгөртөрмөн. Нажия Әсғәтовна, был юлы яҡшы аш күп ҡалған, рөхсәт итһәгеҙ… – Ҡатын, уңайһыҙланып, ярты һүҙендә туҡтап ҡалды. Уның бында эшләүенә күп түгел, шуға ла ресторандағы тәртип-ғәҙәттәрҙе белеп бөтмәй әле.

Хужабикә, ризалығын белдереп, вайымһыҙ ғына баш ҡаҡты ла бүлмәһенә үтте.

Алдағы айҙа Нажия ҡырҡ бишен тултыра. Алла бирһә, тыуған көнөн ғаиләһе менән Италияла уҙғарырға йыйыналар. Ҡырҡ биш йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар еләктәй була, тигәндәр урыçтар. Уларға, бәлки, шулайҙыр ҙа, тик беҙҙең мосолман ирҙәре һәр саҡ «еләк»тең йәшерәген табырға тырыша. Нажияның йәш сағындағы ҡаҡса йөҙ-һыны йылдар шауҡымынан йомрайып, тулыланған, был уның бар булмышына уғата нәзәҡәтлек, һөйкөмлөк өçтәй, юҡҡамы ни  урамдан уҙғанда ир-ат артынан ҡарап, күҙҙәре менән ашап ҡала. Мәктәптә эшләгән сағында ундай мөнәсәбәтте тоймай ине ул, ни тиһәң дә, мәғариф тормошонда әҙәми заттың нәфсе-тойғоһон ауыҙлыҡлап тотҡан әхлаҡи ҡанундар өçтөнлөк итә. Ә эшҡыуарлыҡҡа тотонғас, кемдәр менән күрешмәйһең дә кемдәр менән килешмәйһең. Ҡайһы бер ирҙәр уға кинәйәле тәҡдимдәр ҙә ҡылды. Икенселәренең, аулаҡта ҡалғанда уны һәүетемсә генә ятҡыра алмағас, көслөк менән алырға маташҡандары ла булды. Ысынлап ғашиҡ тотҡандары ла бар. Һылыу ҡатындар ниндәй генә хәлгә тарымай был донъяла… Тик һуңғы ваҡытта ире менән аралары һыуынды. Бер-береһенә арҡа ҡуйып йоҡлауҙарына айға яҡын инде. Уның Зиннуры элек тә, эше күбәйеп, мәшәҡәте баçҡан саҡта, ҡатынын ваҡытында һылап-һыйпарға онотор ине. Хәҙер килеп көтмәгәндә отпускыға китте лә, һөмһөрө ҡойолоп, өйҙә тик ята. Әйткәндәй, иренең кәйефен ҡырырлыҡ хәлдәр ҙә юҡ түгел шул. Эшендә милиция соҡсона, был ҡала хакимиәте башлығы Василий Петровичтың этлеге инде. Әлегә енәйәт эше асылмаған, прокурор тикшереүҙе утыҙ тәүлеккә хәтлем оҙайтырға рөхсәт биргән. Унда ни булыр? Иренең тел төбөнә ҡарағанда, тикшереү һөҙөмтәләренән шөбһәләнергә урын да бар, буғай. Әлеге эшҡыуарлыҡты башлаған саҡта  үҙе етәкләгән хужалыҡтың мөлкәте менән «шаярып» та алғайны шул. Шуның осона баçһалар, хөкөмгә тарттырылыуы, эшенән бушатылыуы мөмкин икән. Төрмәгә, бәлки, япмаçтар ҙа, әммә ҙур тырышлыҡ менән яулаған вазифаһынан ҡолаҡ ҡағыуы көн кеүек асыҡ. Юғарыраҡ үçергә форсат тыуған ғына саҡта бындай уңышһыҙлыҡтарҙы кисереү ауыр, әлбиттә. Әммә ирмен тигән ир күктә лә, ерҙә лә ҡатынының тәбиғи хәжәтен онотмаçҡа, ваҡытында араларын майлап, күңелен күрергә тейеш. Юғиһә… Етмәһә, ғаилә бизнесын һатырға ныҡышасы. Иренең был һүҙҙәрен тәүге тапҡыр ишеткәс, Нажия уны, мәғәнәһеҙ шаяртыу, тип ҡабул иткәйне. Тик Зиннуры, уны ғәжәпкә һалып, һаман тылҡыны шул хәбәрен. Төшкән аҡсаға күлдәге утрауҙы алып, кәсепте шунда дауам итербеҙ, ресторан, ял урындары, пляж, биçтә, кәмәле сәйәхәт, балыҡсылар клубы асырбыҙ, тисе? Сүп-сар өйөмөнә әйләнеп, электр уты ла булмаған ташландыҡ утрауҙы рәткә килтереү, унда төҙөлөш асып, ял итергә яраҡлы шарттар булдырыу өсөн иçәпһеҙ күп аҡса кәрәк тә баһа? Бөгөнгө көндә ул утрауға бер кирбес илтеүе лә оло бәлә бит. Банктан бурысҡа аҡса алып, баштан аша тағы бирәсәккә батырғамы ни? Унан бөгөнгө көндә ғаиләләрен кейендереп, туйындырып торған килемле кәсептән күрәләтә һемәйергә алйоттоң ғына аҡылы етер. Мин хакимиәт башлығы булғас, был сығымдарҙы кире ҡайтарып, кәсебебеҙҙе уғата ла үçтерербеҙ, ти ире. Башың төрмәгә керергә торғанда, хакимиәт тураһында уйларға диуана булдыңмы әллә, тип туҙҙы ла китте Нажия иренең был хәбәренә кисә. Уға эйәреп, Зиннурының да ене ҡупты, ул аяҡ аçтында һыпырылып йөрөгән бесәйҙе тибеп осорҙо ла һыуытҡыста ярты йылдан ашыу торған хәмерҙе яңғыҙы эсеп иçерҙе. Ярай әле, балалары өйҙә юҡ ине. Һиҙә Нажия: Зиннуры унан ниҙер йәшерә. Кисә, эсеп иçергәс, ул, теле сиселеп, ҡатынына нимәлер һөйләргә уҡталып ҡуйҙы ла ярты һүҙендә, телен тешләгәндәй, туҡтап ҡалды.

– Кисә улар тағы килде, – тине ире, ҡарашын йәшереп. –Ашыҡтыралар. Һине өгөтләргә ярҙам итербеҙ, тинеләр. Аңлайһыңмы, Нажия? Уларҙың ярҙамынан Хоҙай үҙе һаҡлаһын!

– Кемдәр улар?

– Бандиттар… Беҙҙең бизнесты тулайым килеш һатып алыусыны ла тапҡандар инде. Улар вәхши, уны-быны ҡарап тормайҙар. Нажия, зинһар, эш олоға китмәç борон, һатайыҡ бизнесты. Балаларым өсөн ҡурҡам…

Шуны ишеткәс, Нажияның йөрәге жыу итеп ҡалды. Ул шиғәлселәр ҡулы аçтында эш итергә мәжбүр булған эшҡыуарҙар тураһында  ишетеп кенә белә ине. Ләкин әлегә ҡәҙәре уның ишеген тибеп асҡандары булманы, бәлки, иренең дәрәжәһе, ҡаланың законлы хөкөмдарҙарына яҡын булыуы шул афәттән  ҡурсалағандыр.  Ә бөгөн нимә үҙгәрҙе һуң? Ире вазифаһынан бушатылмаған, ул, милиция баçымына дусар булһа ла, һаман эшләй, ҡаланың юғары даирәләрендә әйләнә… Ай-һай, аҡ эттең бәләһен ҡара эткә япһармаймы ире? Быға ҡәҙәре йәшәп тә, Зиннурының аҙып-туҙып, ҡатын-ҡыҙҙар менән сыуалғанын ишеткәне юҡ ине лә Нажияның. Әммә тормош үҙгәреп тора, дәрәжәһе үçеп, ҡаланың ғына түгел, өлкәнең мәртәбәле кешеләре араһына кергәс, иренең дә күңеле шайтан ҡотҡоһона бирелгәндер, бәлки. Унда аҡсаға ҡомһоҙ, ялтыр күҙле һылыуҡайҙар етерлек. Уның ирен нуҡталап, мөлкәтен тартып алырға ниәтләгән берәй уйнаштың мәкере түгелме икән был?

Нажия сәскә тажына оҡшатып эшләнгән йомшаҡ ултырғысына урынлашып, өçтәлдәге көндәлеген асты ла бөгөнгө көн тәртибе менән таныша башланы. Бөгөн был ресторанда, кисәге туйҙан һуң, йыйыштырыу эштәре тәғәйенләнгән. Күл буйындағы ресторанда тыуған көн тантанаһы уҙғарыла. Магазиндарҙы ла әйләнеп сығырға кәрәк, юғиһә, һатыусыла, өсөнсө көн үк тауар бөтөүгә зарлана ине. Әйткәндәй, бөгөн үк турфирмаға шылтыратып, Италияға сәйәхәт тәғәйенләргә кәрәк. Тыуған көнөн ул ғаиләһе менән, һис шикһеҙ, Италияла уҙғарасаҡ. Былтыр Мысырҙа булып, шундай оҡшағайны… Бынағайыш, әүәле төшкә лә кермәгән мөмкинлектәр тыуҙырған шундай уңышлы кәсептән нисек итеп үҙ теләгең менән яҙмаҡ кәрәк? Юҡ инде, ҡәҙерлем, тип уйланы кәйефе үçә башлаған Нажия ире тураһында, кәсеп тә минеке, һин дә минеке, һонолоп ҡына ҡараһындар, күрмәгәндәрен күрерҙәр…

Бүлмә ишеге асылып,  йыйыштырыусы ҡатындың түңәрәк йөҙө күренде.

– Нажия Әсғәтовна, һеҙгә килгәндәр…

Сираттағы йомошсолыр, тип уйланы Нажия.

Бүлмәгә килеп кергән ҡупшы кейемле, күҙлекле егет хужабикә менән итәғәтле генә иçәнләшеп, ҡаршылағы ултырғысҡа ҡунаҡланы. Шунан, кинәт кенә нимәнелер иçенә алғандай, күҙбәйләүсе маһирлығы менән  ҡайҙандыр ысығы йылтырап торған рауза сәскәһе сығарып, Нажияға һондо.

– Сәскә янына – сәскә, – тине ул, мөләйем йылмайып.

– Ҙур рәхмәт, – Нажия көтөлмәгән хәлдән ҡаушауын һиҙҙермәçкә тырышты. –Тыңлайым һеҙҙе.

– Шундай матур ҡатындың кабинетында йомшаҡ диван булмауына ғәжәпләнәм, – тине егет, кинәйәләп.

– Йомшаҡ диван минең өйөмдә бар. Диванда ятҡан ирем дә бар.

– Һайларға тура килһә, янығыҙҙа ирегеҙҙе ҡалдырыр инегеҙме, әллә дивандымы?

Нажия, сәйерһенеп, ултырғыста бот сәнсеп ултырған әңгәмәсеһенә ҡараны.

– Иремде, әлбиттә. Мөхәббәт өсөн диван булыуы мотлаҡ түгел, – тип шуҡ ҡына йылмайып алды ул. – Тик, дөрөçөн әйткәндә, бындай сағыштырыуҙы урынһыҙ тип табам.

– Алтын һүҙҙәр! – Егет, ваҡ, тигеҙ тештәрен йылтыратып, һуҡ бармағын өçкә төбәне. – Иң мөһиме – мөхәббәт һәм ғаилә именлеге! Шуны күҙаллап, бизнесығыҙҙы һатырға булғанһығыҙҙыр, моғайын. Ҡотлайым һеҙҙе, теләгегеҙ Хоҙайҙың амин тигән сағына тура килгән, ахыры. Мин бөгөндән бар кәсебегеҙҙе тулайым килеш һатып алырға ризамын!

Нажияның йөҙө ҡараңғыланды.  Ҡылт ҡына хәтеренә иренең кисәге һүҙҙәре төштө.

– Һеҙ бында яңылышып йөрөйһөгөҙ, буғай. Мин бер нәмә лә һатырға йыйынмайым. Бүтән йомошоғоҙ булмаһа, хушығыҙ, –  тине ул, тауышын ҡатырып.

– Тәҡдимемде кире ҡағырға ашыҡмағыҙ, –  тине егет, Нажияның күҙҙәренә йылы ғына бағып. – Һәүетемсә һөйләшеп килешеүгә етмәй. Аҡса мәсьәләһе һеҙҙе борсомаһын, килешелгән хаҡты хәҙерҙән бирә алам.

Нажия урынынан торҙо.

– Башҡаса бындай тәҡдим яһап борсомауығыҙҙы үтенәм. Ә хәҙер, – ул ишеккә ымланы, – рәхим итеп сығығыҙ, юғиһә, милицияға шылтыратырға мәжбүр буласаҡмын.

Егеттең бығаса балҡып торған йөҙөн, гүйә, болот баçты.

– Милиция саҡырырлыҡ сәбәп тыумаған, әлегә, – тине ул, һуңғы һүҙгә айырыуса баçым яһап. – Ғөмүмән, белеүегеҙсә, хоҡуҡ һаҡлаусылар фажиғә һуңында ғына киләләр һәм хәлдәрҙе төҙәтә алмайҙар. Әйткәндәй, – ул урынынан ҡуҙғалды,– минең дә ваҡытым тар. Иртәгә, ошонда ҡабат осрашҡанға хәтлем, был мәсьәләгә булған ҡарашығыҙ ҡырҡа үҙгәрер һәм һатыу-алыу тураһындағы килешеүебеҙ законлы төç алыр, тип ышанам.

– Бушҡа өмөтләнмәгеҙ ҙә, килеп тә йөрөмәгеҙ.

– Ышанығыҙ, беҙ кешеләрҙе өгөтләй беләбеҙ.

Шул саҡ теш балҡытып йылмайған егеттең ҡулында, һауанан үçеп сыҡҡандай, икенсе рауза сәскәһе пәйҙә булды. Сәскәне Нажияға бирергә иткән егет, уңайһыҙланғандай ҡыланып,  уны усында йомарланы ла, сүп кәрзиненә ташланы.

– Ғәфү итегеҙ, –  тине ул ғәйепле төçтә. – Ике сәскә – мәйеткә бит. Хушығыҙ…

Был хәлдән бер аҙ ҡаушап ҡалған Нажия ни уйларға ла белмәй күпме ултырғандыр бүлмәһендә. Урамда ниндәйҙер машинаның көслө геүләүе, уның артынан нимәнеңдер гөрһөлдәп ауғаны ишетелде. Ул да булманы, йыйыштырыусы ҡатын, яр һалып, бүлмәгә атылып керҙе.

– Нажия Әсғәтовна! – Ҡатынҡайҙың ҡурҡышынан ҡобараһы осҡайны. – Унда, – ул урамға ҡул иҙәне,– авария унда! Машинағыҙҙы әрәм иттеләр бит!

Урамға елдәй осоп сыҡҡан Нажияның күҙ алдына ултырып иларлыҡ күңелһеҙ күренеш килеп баçты. Уның ике ай элек кенә һатып алған, ҡолоҡастай күреп ҡәҙерләгән өр-яңы ҡыҙыл машинаһы, ҡарар ере лә ҡалмай йәмшәйеп, ерҙә аунап ята ине.

– «Запорожец» төкөнө! – Буш шешә йыйып йөрөгән бомж Толиктан уҡшытҡыс һаçыҡ еç аңҡый, ә тауышынан ҡарға тауышы йәмлерәктер. – Йәмшәйеп бөткән иçке запар! Әллә ҡайҙан геүләп килеп сыҡты ла, бах! Боролдо ла кирегә һыпыртты!

Милиция килеп, яҙыу-һыҙыу иткәнсе төш ауҙы. Йөҙө тартылып,  ҡара көйгән Зиннуры ҡатынынан теге егет тураһында төпсөп һорашты ла кемгәлер шылтыратып аҙапланды.

– Бизнесты һатырға кәрәк, Нажия, – тине ул ҡатынына, сираттағы шылтыратыуҙы кире ҡаҡҡан кеçә телефонын йән асыуы менән өçтәлгә ырғытып. – Күрәһеңме, нишләйҙәр…

Кисерештәрен быға тиклем эсендә тотҡан ҡатынының күҙҙәренән шул урында  йәштәре  сәсрәп, йөҙө лысма һыу булды.

– Һатмайым! Һинең хәйер һымаҡ ҡына эш хаҡыңа ҡарап йәшәргәме ни? Италияға сәйәхәткә йыйынғанды, баҡсалы йорт һатып алабыҙ, тигәнде оноттоңмо ни? Улыбыҙҙы юғары уҡыу йортона керетергә кәрәк, ҡыҙыбыҙ икенсе йыл мәктәпте тамамлай… Ошо кәсеп булмаһа, уларҙы нисек күтәрергә уйлайһың?

– Бандиттар, Нажия, бандиттар баçа бит! – Зиннуры, сәсен йолҡорҙай булып, башын устары менән ҡапланы ла торған ерендә әйләнеп үк китте.

– Алдашма! Бандиттар түгел, ябай урам хулигандары төрттөрҙө машинамды! Иçерек килеш машина йөрөтөүселәр! Теге егет тә минең менән бик әҙәпле генә һөйләште, хатта сәскә бүләк итте. Ә һин һуңғы тапҡыр миңә ҡасан сәскә бүләк иткәйнең әле?! Онотһаң, иçеңә төшөрәйем – хан заманында! Бизнесты һатып, һөйәркәңә сәскә менән ҡушайым аҡса ҡосаҡлап барырға итәһеңдер…

Зиннуры, ишеткәненә ышанмай, ауыҙын асып, күпмелер ваҡыт ҡатынына тексәйеп торҙо ла, аңлайышһыҙ өн сығарып, иçерек кешеләй алпан-тилпән сығып китте. Нажия, устары менән еүеш йөҙөн ҡаплап, өçтәле артында ултырып ҡалды.

Нажия менән Зиннур – икеһе лә ауылдан. Университетта уҡыған саҡта  танышып өйләнештеләр. Шунан һуң ун биш йылдан ашыу дөйөм ятаҡ тормошо кисерҙеләр. Ах, ул ятаҡтар, һыуһыҙ, бәҙрәфһеҙ, һаçыҡ, шау-шыулы ятаҡтар… Икеһе лә тәүлек әйләнәһе серәнеп эшләрҙәр, ә тапҡандары ашарға ла, кейенергә лә етмәç ине. Балаҡайҙарына уйынсыҡтарҙы ла кеçә тырнап, устағы тәңкәләрҙе ҡат-ҡат шутлап ҡына алырҙар ине. Әлдә иренең сослоғо, маһирлығы бар, тырышып-тырмашып, бер ярҙамһыҙ ҡала кимәлендәге ҙур дәрәжәгә үçә алды. Шунда ғына уларға өс бүлмәле фатир бирҙеләр. Нажия, ҡыуанысынан, иренән йәшенеп кенә иланы хатта. Иларһың да шул, ҡырҡҡа етеп, яҡшы тормошҡа өмөттәре һүнә башлағанда шундай мөғжизәгә тарығас. Тора-бара, мәктәптәге эшен ташлап, ире ярҙамында килемле генә кәсеп асҡас, ниһайәт, аҡса ла ҡулдарына йәбешә башланы. Әҙәм рәүешле йәшәүҙәренә лә ни бары биш йыл бит. Өçтәренә матур кейем кейеүгә, өйҙәренә яҡшы әйбер килеүгә күпме ни? Барыһы ла әлеге кәсептән килгән. Уны юғалтыу алтын йомортҡа һалған тауыҡты салыу менән бер ҙә баһа…ҡала башлығы булғас, юғалтҡанды унлата кире ҡайырып алырбыҙ, ти ире. Нажияға ҡалһа иһә, ҡулдағы көмөш  өмөттәге ынйынан ҡәҙерлерәк…

Маҙалы-ҡазалы көндән ҡалған эштәрен кисләтеп кенә тамамлап, ҡояш офоҡҡа ултырғас ҡына ҡайтып керҙе Нажия. Зиннуры диванда телевизор ҡарай ине. Ҡарай тигәндән, башында ҡайнаған  уйҙарынан бер ни күрмәй,  һуҡыр ҙа һаңғрау булып ултырыуы инде. Иренең былай ҙа асҡаҡ яңаҡтары балта башылай ҡырланып, оҙон танауы оторо ослайып  киткән.

Ул да булманы, әсәһенең артынан Илдар улы ла килеп керҙе.

– Ләйсән һеңлең ҡайҙа?

– Әхирәттәре менән күлгә төшкәйне, – әсәһенән аша ҡарап торған Илдарҙың спорт секцияһынан ҡайтып тороуы ине. Ул, кәрәк-ярағын бүлмәһенә ырғытты ла, башҡаларҙан алда өлгөрәйем, тигәндәй, йәһәт кенә ваннаға инеп бикләнде.

Киске сәй артында ауыҙ асып һүҙ әйткән кеше булманы. Ирле-ҡатынлылар бер-береһенә күҙ күтәреп тә ҡараманылар.

Сәйҙән һуң Зиннур балконға сыҡты. Ҡояш тау артына йәшенеп, офоҡто алға мансығайны.

– Илдар, һеңлеңә шылтырат, ҡайтһын, ҡараңғы төшөп бара бит, – тине Нажия улына өçтәл йыйыштырғанда.

Ләйсән ҡыҙының башһыҙ, алабарман сағы шул. Аҡыллы, тыңлаулы  ғына бала ине быға ҡәҙәре. Ун алтыһы тулғас, кинәт кенә шаша башланы, кистәрен һуңлап ҡайта, бәйһеҙ егет-елән, ҡыҙ-ҡырҡын араһында сыуала. Шуға ла Ләйсәне өсөн борсолоп, шөбһәләнеп көндәре уҙа Нажияның. Алдың-артыңды ҡарап йөрө, тип ҡыҙының башына иçке ҡата менән ҡундырып ҡына тора.

Нажия асыҡ тәҙрә аша урамға күҙ һалды. Йорт тирәләп үçкән  ҡайындарҙың ҡуйы япраҡтары араһынан бер ни күренмәй. Һауа сафланып, ҡыҙыл эңер төшөп, күҙ бәйләнә башлаған мәл.

– Әсәй, Ләйсәндең телефоны яуап бирмәй…

– Нисек инде яуап бирмәй? – Нажия, күңеленә кергән шомдо еңергә тырышып, үҙенең телефонын эҙләп тапты. Ҡыҙының бер ҡасан да саҡырыуға яуап бирмәй йөрөгәне юҡ инесе... Иçән-һау ғына ҡайтып керһен әле, сәсенән һөйрәкләп, арт һанын ярасаҡмын  бисураның…

Ҡат-ҡат шылтыратып та, ҡыҙынан яуап килмәгәс, Нажия уның Камила әхирәтенә шылтыратты. Камила оҙаҡ көттөрмәне. Ул күлдә Надя, Ләйсән менән бергә булған, әлеге мәлдә өйҙә, ҡайтып кереүенә сәғәттән ашыу инде… Өсөһө лә күлдән бергә ҡайтҡандар, Ләйсән дә күптән ҡайтып етергә тейеш…

– Йәйәүләп килдегеҙме?

Шул урында Камила бер аҙға шымып ҡалды.

– Беҙҙе машинала килтерҙеләр,– тине ул һуңынан, ғәйебен танығандай итеп.

– Ниндәй машина ул тағы ла?– тип ҡысҡырҙы Нажия телефонға, йөрәге атылып сығырҙай булып.

Баҡһаң, күлдән ҡайтып килгәндә, уларҙы ниндәйҙер машина ҡыуып еткән дә, шундағы егеттәр ҡыҙҙарҙы ҡалаға илтергә тәҡдим иткәндәр. Бер тирәлә торған Камила менән Надяны, ысынлап та, өйҙәренә тиклем илтеп ҡалдырғандар ҙа ҡала үҙәгендә йәшәгән Ләйсәнде, өйөнә  илтәбеҙ тип, артабан алып киткәндәр… Машинаның төрөн дә, төçөн дә белмәй Камила, номерын да иçләмәй…

– Йәшел ине, шикелле… Машинала өс егет ине, мин уларҙы белмәйем. Үҙҙәре шундай дәүҙәр, әҙәпһеҙҙәр, телдәренән йүнле хәбәр сыҡмай, ҡулдары ла уйнап тора. Ниңә ултырҙым, тигән хәлгә төштөм…

Шунда Нажияның күҙ алдында хасил булған ҡыҙыл тап бик тиҙ киңәйеп, ҡуйырып, ҡоромдай ҡара пәрҙәгә әүерелде лә аңын томаланы. Иçен юйған Нажия дивандан иҙәнгә шыуып төштө, ҡулындағы телефоны диван аçтына шылды…

Аңын юғалтып күпме ятҡандыр Нажия. Күҙҙәрен асҡас, янында ултырған аҡ халатлы ҡатынды күреп аптыраны. Ни булған уға? Үҙе лә белмәçтән берәй бәләгә тарығанмы әллә? Зиннуры ниңә сәбәләнә, улы ниңә илай? Ләйсәне ҡайҙа?

Тик шунда ғына Нажияның мейеһендә ниҙер балҡып шартланы ла, бар ысынбарлыҡ бер юлы иçенә бәреп керҙе.

– Зиннур! – тип ҡысҡырҙы ул, торорға уҡталып. – Зиннур, Ләйсән ҡыҙыбыҙҙы… Ләйсәнде бандиттар алып киткән бит!

Иренең йөҙө аҡ ҡағыҙҙай булды. Бер ни аңламаған табип ҡатын ҡиәфәтен юғалтып, тороп ултырған Нажияны урынына кире һалырға маташты.

– Нажия Әсғәтовна, зинһар, ҡуҙғалмағыҙ, һеҙгә ятырға, тынысланырға кәрәк…

Шул саҡта ҡайҙалыр телефон шылтырағаны ишетелде. Илдар,  булдыҡһыҙ малайҙарса алан-йолан ҡаранып, фатир буйлап телефонды эҙләй башланы. Телефон бер мәлгә шымды, ҡабат башланы…  Зиннуры кинәт кенә иҙәнгә сүгәләне лә диван аçтында шылтырап ятҡан кеçә телефонын табып алды.

– Ләйсән шылтырата!

Нажия, ел осорғандай, ятҡан еренән ҡубып торҙо һәм ҡалтыранған ҡулдарын телефонға һуҙҙы…

…Төнгө юл буйлап күҙ эйәрмәç тиҙлектә машина елдерә. Йөҙө һулып, бер көн эсендә ун йылға ҡартайғандай булған Нажия, күгәргән ирендәрен усы менән баçып,  руль артында барған ирен һаман-һаман  ашыҡтыра: тиҙерәк, тиҙерәк, ниңә шулай аҡрын бараһың…

…Юл ситендә ләүкеп янған  усаҡ янындағы Ләйсәнен күреп ҡалған Нажия, машинаның  тамам туҡтағанын көтөргә лә түҙеме етмәй, ишеген асып ергә баçты ла, сайҡалып, ҡолап китте. Ләйсән йүгереп килеп, әсәһен тотоп алды. Күҙҙәре ҙурайып, сәстәре ялбыраған Нажия, хыялый кеүек, ҡалтыранған ҡулдары менән Ләйсәненең башын, тәнен, аяҡ-ҡулдарын ҡапшай, күҙҙәренән үбә, сәсенән һыйпай…

– Шашлыҡ һатып ошонда көн уҙғарҙыҡ та ҡайтырға йыйынып йөрөй инек, – ҡара сәсле йыуантыҡ ҡатын таяҡ менән һүнеп барған усаҡты болғатты. Инеш аръяғындағы туғайҙа ат ҡыңғырауы ишетелә. – Бер ҡараһаҡ, юл буйлап  ҡыҙыҡай йүгереп килә, артынан уны машина баçтырыҡлай, берәүһе, машинанан төшөп, хас маймылдарса ҡыланып, бахырҡайҙы тоторға итә. Битһеҙҙәр, хахылдашып көләләр, һыҙғыралар… Ирем мылтыҡ тотоп ҡаршы сыҡты ла аралап алып ҡалды ҡыҙығыҙҙы… Аллаға шөкөр, ҡыҙығыҙға теймәгәндәр, тик ул ныҡ ҡурҡҡан. Ҡурҡмай ни…

Яр башынағы өçтәл янында торған ҡаҡса кәүҙәле ир ҡырлы стаканға өйгәнсе араҡы һалып, Зиннурға ымланы.

 Ҡыҙын ҡосаҡлап, һыҡтап илап ебәрҙе Нажия. Уның йөрәге ҡәһәрле көндөң йән өшөткөс һалҡынынан шулай арына ине…

…Зиннур, нотариус төҙөгән ҡағыҙҙарҙы диҡҡәт менән уҡып сыҡҡас, ҡатыны Нажияға бирҙе. Күҙлек кейгән ялтыр тешле егет, үҙе менән алып килгән күн ҡапсыҡтағы аҡсаларҙы күрһәтеп, һөйләшелгән хаҡты түләргә әҙер булыуын белдерҙе. Зиннур аҡса бәйләмдәрен иғтибар менән тикшерә, һанай башланы.

– Бушҡа аҙапланаһығыҙ, – тип ыржайҙы теге егет, ваҡ тештәрен балҡытып. – Барыһы ла дөрөç, теүәл. Искәндәр бабай алдашҡанды яратмай…

Нажия һүҙһеҙ генә ҡағыҙҙарға ҡултамғаһын ҡуйҙы.

Теге егет ҡайҙандыр шарап сығарып, һауыттарға һалды.

– Алыш-биреш мәгәрисһеҙ булмай,– тине ул, шат йылмайып. – Әйҙәгеҙ, был уңышлы килешеүҙе «йыуып» алайыҡ.

Нажия ҡулындағы стаканға бер мәл генә ҡарап торҙо ла шарапты  егеттең битенә һипте.

– Ҡәбәхәт һин…

11

Автобустан төшкән Сатура артына боролдо ла, асыҡ тәҙрәгә үрелеп, ниҙер әйтергә маташҡан бөҙрә сәсле егеткә телен күрһәтте. Юл буйы бәйләнеп, юҡ-бар хәбәре менән ҡолаҡ итен ашап килгән егеткәйҙең йөҙөндә мәрәкә генә кисереш сағылды. Шуны күргән Сатура селтерәтеп көлдө һәм шау сәскәле болон аша үткән саңлы һуҡмаҡҡа төшөп атлап китте.

Йәй уртаһы. Тәпәш кенә урманлы тау артынан ҡояш ҡалҡып килә. Мул ысыҡҡа мансылған туғай өçтөнән шыйыҡ ҡына томан ағыла. Һуҡмаҡҡа эйелеп төшкән оҙон үләндәр еүеш ҡыяҡтары менән Сатураның яланғас балтырҙарын сылата. Иртәнге һалҡынса һауа ҡыҙҙың асыҡ иҙеүенән үтеп, тәнен наҙлай, күңелендә әйтеп биргеһеҙ иркенлек, ләззәт уята. Тирә-яҡ ҡоштар тауышынан гөрләп тора. 

Сатура  затлы балаçтай йәйрәп ятҡан болон уртаһында туҡтаны ла, йөҙөн зәңгәр күк көмбәҙенә сөйөп, ҡулдарын йәйҙе һәм күҙҙәрен йомдо. Ниндәй рәхәтлек… Ошо торған ерҙә аҡ томанға әүерелеп, хозур тәбиғәт ҡуйынында ирергә ине… Унан, йомро болот булып донъя гиҙгәндән һуң, йылы ямғыр тамсылары менән ошо ергә ҡабат төшөргә һәм, кире һауаға күтәрелгән күк  томандан яралып, әлеге ҡиәфәткә ҡайтырға. Бер хәлдән икенсе хәлгә әүерелеп, үҙенән-үҙе  таҙарынған һыу кеүек…

Күҙҙәрен асҡас, бар донъя тағы ла матурланып, яҡтырып киткәндәй тойола. Күңеле йәмләнеп, кәйефе күтәрелгән ҡыҙ юл буйындағы түңгәккә ултырып аяҡ кейемен һалды ла ялан тәпәй атлап китте. Аяҡ аçтында бырхып ятҡан йомшаҡ саң, тапалған үлән ҡыяҡтары ҡыҙҙың йомшаҡ табандарын ҡытыҡланы, ул, кисерештәрен тыя алмай, йылмая-көлә атлауында булды.

Ауыл ҡырынан аҡҡан инешкә төшкәс, Сатура, аяҡтарын күмгән һыуҙың сафлығына һоҡланып, һыуға ҡарап байтаҡ ҡына ҡуҙғалмай торҙо. Бала сағында, йәй айҙарында, ошо инеш буйынан ҡайтмаç ине ул, атаһы кис еткәс кенә уны эҙләп алыр ҙа, иркәләй-ороша, күтәреп алып ҡайтыр ине. Үçә биргәс, уны эшкә ектеләр. Ата-әсәһе бесәндә йә бүтән эштә саҡта һеңлеһен, ҡустыһын ҡарар, ғөмүмән, бар йорт булған ҡош-ҡорто, мал-тыуары менән уның ҡулында ҡалыр ине.

Ул, инеш буйында һаман уйнап йөрөгән ялан тәпәй бала сағын шыпырт ҡына күҙәткәндәй, онотолоп торҙо. Йөрәгендә ниндәйҙер һағыш тойғоһо уянды, гүйә, әле генә күңеле күгендә балҡыған сағыу ҡояш, ни сәбәптәндер һүрелеп, һары айға әүерелде.

– Сатура?!

Яр буйындағы ҡырсында торған ир кеше, күҙҙәренә ышанмағандай, шулай һаҡ ҡына өндәште инеш кисеп килгән ҡыҙға.

– Әхәт, һинме был? –  Көтөлмәгән был осрашыуҙан ниңәлер ҡаушап ҡалған ҡыҙ ашығып ярға сыҡты ла һомғол буйлы, матур йөҙлө ир янына ашыҡты. – Һаумы, Әхәт, ҡасандан бирле күрешкәнебеҙ юҡ…

 Йөрәктәрендә быға ҡәҙәре йәшенеп ятҡан әүәлге тойғоларының сараһыҙҙан ҡабат уяна башлауын һиҙгән икәү, бер-береһе алдында уңайһыҙланып, тынып торҙолар.

– Әсәйемде күрергә ҡайтҡайным, – тине Әхәт, күҙҙәрен ситкә алып. Ул да һыу эсендә ялан тәпәй тора, өç-башында  еңел-елпе генә күлдәк-салбар.

– Ә минең әсәйемдең тыуған көнө бөгөн. Ҡайтып ҡотларға булдым, бына… Үҙең нисек йәшәйһең?

– Ҡалала, янғын һүндереүсе булып эшләйем.

– Янғындар күптер шул, йәй бигерәк эçе быйыл, – тигән булды Сатура, башҡа һүҙ тапмағас.

Әхәт күҙҙәрен тултырып Сатураға ҡараны ла:

– Һүндереп кенә торабыҙ,– тине. – Өйләндем инде, бер ҡыҙым бар…

– Ысын күңелдән ҡотлайым һине. Ҡыҙыңа кем тип исем бирҙең?

– Сатура тип…

Битенә ҡайнар ялҡын бөркөлгәндәй тойған Сатура Әхәткә ҡарап ниҙер әйтергә теләне лә, өнһөҙ ҡалып,  йәпһеҙ генә ҡул иҙәп китеп барҙы.

Ҡулдарына болон гөлләмәһе тотоп,  күктән төшкәндәй ихатала пәйҙә булған ҡыҙын күргән әсәһе, албырғап, биҙрәһен төшөрөп үк ебәрҙе. Шул арала әллә ҡайҙан килеп сыҡҡан ҡустыһы Әмир, һеңлеһе Зөлфиә, ҡыуаныстарынан йылмая-көлә, апайҙарын ҡосаҡлап алдылар. Утынлыҡта балта менән ағас юнып, ниҙер әтмәләгән атаһы ла, шат булып, ҡыҙы менән ике ҡулын биреп күреште,  тупылдатып арҡаһынан  һөйөп алды.

– Ә һин, ҡайтмай ҙа, ҡайтмай, тип нисә көн инде йөрәгеңде йыртаһың? – тине ул ҡыуанысынан күҙе йәшкәҙәп торған ҡатынына. – Бына, күр инде, айҙай булып урамыбыҙға килеп төштө ҡыҙыбыҙ! Сығар тиҙерәк йәшереп тотҡан бер яртыңды, байрам итәбеҙ бөгөн! Тыуған көнөң бит! Оло ҡыҙым, матурым ҡайтты!

– Ауыҙыңды йәйеп, яңғыҙың хәмер һемерегә булдыңмы? – тип асыуланды әсәһе. – Кис етеп, күрше-күләнде йыйғансы сабыр итергә булмаймы?

Бик һирәкләп кенә ҡайта Сатура тыуған ауылына һуңғы ваҡытта. Ҡайтҡан һайын бындағы тормоштоң торғонлоғон, тыныслығын мәрәкә итә. Ҙур ҡалала енле айғырҙай елдереп кенә үткән ваҡыт бында, гүйә, сыбыҡ менән осаһына төртмәйенсә урынынан ҡуҙғалмаған үшән атҡа әүерелә. Ул тағы ла тыуып үçкән өйөнә күҙ йөрөтөп, эстән генә ғәжәпләнеп торҙо. Мәңгелек үҙе оялағанмы ни бында… Шул уҡ алты мөйөшлө, ҙур аҡ мейесле йорт, кәртә-ҡура, йәшел балаçтай бәпкә үләне баçҡан ихата… Әйткәндәй, атаһы баҡса кәртәһенең рәшәткәһен яңыртҡан, буғай. Мейес өçтөндә торған сөгөн ҡаҙансыҡта ата-әсәһе бесәндән ҡайтыуға ул аш бешереп ҡуйыр ине әүәле.

Аласыҡ алдындағы ышыҡта йәһәт кенә өçтәл йыйҙылар. Өçтәлдә йәне теләгән нәмәне күрмәгәс, күңеле ҡырылып, ҡатынына үсеккән атаһының ҡиәфәтенән ҡыҙыҡ тапҡан Сатура көлөп алды ла ҡапсығынан ҡиммәтле хәмер сығарып, атаһына бирҙе. Шунда уҡ атаһының ябыҡ йөҙө, болот артынан сыҡҡан ҡояштай, балҡып китте. Уға яуап итеп, әсәһе, өндәшмәй генә, өçтәл аша йоҙроҡ төйҙө.

– Ҡунаҡтар килеүгә иçереп, болғанлап йөрөһәң, ҡара уны…

Ҡапсығындағы сауғаларын сығарып, туғандарына өләшкәс, Сатура, иң һуңында, зәр* биҙәгенән эшләнгән ҡумтаны асып, әсәһенә күрһәтте.

– Тыуған көнөң менән, әсәкәйем, – тине ул, әсәһен ҡосаҡлап битенән үпкәс. – Иçән-һау бул, оҙаҡ йәшә.

Ҡумта эсендә емелдәп ятҡан ынйы-мәрйенле муйынсаҡты күреп, әсәһе һушынан яҙырҙай булды.

– Әстәғәфирулла! Бигерәк ҡиммәттер ҙә инде? Шундай матур биҙәкте, оялмай, ауылда нисек тағып йөрөйөм, ти? Матур күлдәгем дә юҡ бит…

– Һыйыр муйынына алтын муйынсаҡ таҡҡан һымаҡ инде, – күҙҙәре майланырға ла өлгөргән атаһы шулай шаяртты. Көндәр буйы ауыҙ асып һүҙ әйтмәгән атаһының теле ҡайһы саҡта бигерәк әсе була.

– Күпме тора һуң?

Ғүмер буйы ҡулына кергән тәңкәләрҙе шутлап ҡына тотонорға күнеккән әсәһе ҡыҙының бүләккә сарыфлаған аҡсаһын ысынлап ҡыҙғана ине, ахыры.

– Ошо йорт ҡәҙәре. Һаҡлап ҡына тот, әсәй.

Сатура дөрөçөн әйтһә лә, әсәһе барыбер ышанманы, шикелле.

Һеңлеһе Зөлфиә әсәһенең бүләген алды ла, аҡҡоштай нәҙек муйынына тағып, көҙгө алдында борғоланырға кереште. Затлы муйынсаҡ, йәш тәнде тойоп ҡыуанғандай, күҙ яуын алып, ҡояшта емелдәне.

– Әсәй, оҡшатмаһаң, миңә бир муйынсағыңды. Шундай матур, шундай килешеп тора!

Сатура, әҙәпһеҙләнгән  һеңлеһен йомшаҡ ҡына орошоп, муйынсаҡты алды ла әсәһенә таҡты.

– Бүләк хужаһында ғына матур була…

– Аллаға шөкөр, ғаиләбеҙ менән  тулайым йыйылдыҡ бына. Бөтәбеҙ ҙә иçән-һаубыҙ, балаларым алма кеүек матурҙар. Шунан да артыҡ бүләк,  бәхет бармы ни?

Ҡалған көн табын мәшәҡәттәре менән үтте. Саҡырылған ҡунаҡтар иçәпле генә булһа ла, аш-һыуҙы тик сейҙән, ҡоро ҡул менән әҙерләү еңел түгел. Ауылдағы халыҡ  кәмеп, торбаларынан төтөн сығарған өйҙәр һирәкләнеп бөткән. Эшһеҙлек сәбәбенән инде. Булдыҡлыраҡ йәштәр аҡса артынан ситкә китә, йүнһеҙерәктәре, ҡартайып бөткән ата-әсә елкәһенән төшмәй, эскегә һалыша, барыр ерҙәре булмаған ҡарт-ҡоро ла әбей-һәбей генә һаман нигеҙ һаҡлай.

Тәүҙә ауылдың арғы осонда йәшәгән Заһир ағай менән Зәкиә еңгә килделәр. Ауылса булһа ла, бөхтә генә кейенеп алғандар. Бер заман Зәкиә, ҡәйнәһенең уçаллығына түҙмәй, ике балаһын алып, ҡалаға сығып та киткәйне. Кем белә, ҡәйнә яуызлығы, бәлки, һылтау ғына булғандыр… Инәлеп-ялбарып та ҡатынын кире ҡайтара алмағас, Заһир ситтән эҙләп, икенсе, балалы ҡатын алғайны йортона. Нишләйһең, тормош көтөргә кәрәк бит. Тик теге ҡатынҡайҙың донъя тоторға һис кенә лә сослоғо юҡ ине, етмәһә, эсеүгә, тәмәке тартыуға ла аптырамай икән. Бер йыл да торманы, ауылыма ҡайтып киләм, тип сығып киткән еренән кире әйләнмәй, әллә ҡайҙа ғәйеп булды. Эҙләп тә ҡараны уны Заһир, юғалған ҡатындың биш йәшлек малайы янында ҡалғайны бит. Тапманы. Кем белә, теге аҙғын ҡатын үҙе килмәгәндер, бәлки, ауыл тормошо уның кеүектәр өсөн түгел бит. Уның ҡарауы, бер аҙҙан Зәкиәһен кире ҡайтарырға иреште Заһир. Юғалған  теге ҡатынҡайҙың малайын да, үҙ балалары ыңғайына,  улдары кеүек итеп үçтерҙеләр.

Тейендәй бәләкәй генә бисәһен эйәртеп, Ғәле лә килеп етте улар артынса. Йылғаның  бейек ярын ныҡлы кәртә менән ҡамап, ҡәлғәләй донъя ҡороп керҙе ул. Йорт-ҡураһы  әллә ҡайҙан ялтырап ултыра. Тәпәш кенә бөкрө бөтә ерҙе бөтөрҙө, тип Ғәле тураһында әйткәндәрҙер. Эшкә ен кеүек шәп шул үҙе. Тик холҡо ямаҡай. Быныһы өсөнсө бисәһе инде, беренсеһе, йәш сағында уҡ, ике балаһын алып, ата-әсәһе янына ҡайтып китте, икенсеһе,  иренән күргән йәберҙән эскегә һалышып, хыялыйға ҡалды ла дауахананан сыҡмай. Ике балаһы ҡала мәктәбендә ятып уҡый. Ғәле гармунды ҡулына алһа, сәхнә оçталарың ары торһон. Ғәжәп, шундай моңло, егәрле кешенең күңеленә ҡайҙан килеп кергән һуң ул йән өшөткөс ҡатылыҡ?

Яңғыҙаҡ Талип саҡырырға барғанда киреләнеп тора ине лә, килергә булған икән. Хужаларҙың ҡыҙҙарынан оялғандай булһа ла, күрше хаҡы бит, нисек баш тартһын? Эсе ҡортлап, эскеһе лә килгәндер, бәлки. Талиптың ҡулынан килмәгән эш юҡтыр. Ҡарап тороуға төç-килбәте лә бар, тик шул эскеселеге бөтөрә уны. Шуға ҡырҡты уҙып, һаман тормошлана алмай, ябалаҡ һымаҡ яңғыҙы ғүмер уҙғара.

Ә Мәүлет еҙнә менән Рәбиға апайҙың тормошо үҙе бер ҡисса. Йәш саҡтарында бер-береһенә ғашиҡ тотоп та, өйләнешергә яҙмаған уларға. Ул замандарҙа ауыл Советы рәйесе булған Фәйзрахман бабай, Мәүлеттең зат-ырыуын тиңгә һанамай, ҡыҙын бирмәгән. Икеһе ике яҡта тормош ҡороп, балалар үçтергәс, ауылға кире әйләнеп ҡайтып, ярты ғүмер уҙғас ҡына  бергә ҡушылдылар улар. Буш урында өр-яңынан яландай ҙур йорт һалып, кәртә-ҡура төҙөп, пар күгәрсендәй йәшәп яталар әле…

Иң арттан, таяҡланып, күрше Хөмәйрә әбей килде.

– Күршеләге ҡунаҡ ҡабаланмай,– тине ул, Сатураға ике ҡулын биреп күрешкәс. – Ҡыҙымдың ҡайтҡанын ишеттем дә күреп ҡалырға булдым. Тағы күрешеп булырмы-юҡмы, Хоҙай үҙе генә белә…

– Бесән эшләшергә ҡайттыңмы, Сатура? – тип һораны Заһир. Зәкиәһе көлөп ебәрҙе.

– Ауһар, һиндә бесән ҡайғыһы булғас, бөтәһендә лә шулдыр, тиһеңме әллә? Сатураның ҡулдарына ҡара, шундай нәҙекәс бармаҡтар, биҙәкле тырнаҡтар бесән эшләр өсөнмө ни?

Сатура, табынға ултырмайынса, аш-һыу ҡарауҙы, ҡунаҡтарҙы һыйлауҙы үҙ өçтөнә алып, әсәһен өçтәл артынан торғоҙманы. Хәмерҙән тора-бара ҡунаҡтарҙың  телдәре асылды, тәүҙәрәк йонсоу күренгән йөҙҙәре лә яҡтырып, ҡиәфәттәре ирәйҙе. Төш ваҡытынан алып ара-тирә йотоп йөрөгән атаһы, тамам иçереп,  Мәүлет янына күсеп үк ултырҙы.

– Яңы ҡуйған бураңды күреп, эшеңә бер ҙә генә  күңелем ятманы, – тип бәйләнде ул тегегә, тызырайып. – Ғүмере буйы балта тотмаған кешеләй ҡыланғанһың да баһа? Ҡолас етмәçлек йыуан бүрәнәне үләндәй нәҙек бүрәнә өçтөнә һалғанһың. Минең бисәкәйҙең эсе һымаҡ, тышҡа  аçылынып ята…

– Аçылынмайсы, бик йәтеш ята. – Эшен һәр саҡ урыны-еренә еткереп башҡарған Мәүлеткә хужаның тәнҡите оҡшаманы. – Ҡырҡ ҡабат әйләндереп-тулғандырып, һыҙып, үҙем һалдым.

– Һалғанһың шул. Күтеңдән килмәгәс, мине саҡыраһың аны. Иртәгә үк барып, шул ерен балта менән юнып ташлайым, эсте бошороп, әҙәм көлдөрөп ултырмаһын бураң…

Рәбиға, иçереп ҡыҙышҡан ирҙәр араһындағы бәхәсте бүтәнгә борорға тырышыпмы, шаяртып ҡына хужаның ҡабырғаһына төрттө.

– Ислам ағай, әйт әле шуны: үҙең маймыл һымаҡһың, бисәң дә һыйыр һымаҡ, ә ҡыҙҙарығыҙ шундай  һылыуҙар. Нисек итеп эшләнең һин уларҙы?

Бәхәскә бирелгән йорт хужаһы һорауҙы аңғармайыраҡ ҡалды.

– Яҡшы балтаң булып, ҡулың оçта булһа, бөтә нәмәне лә эшләргә була, – тип яуапланы эре генә.

Өй эсе геү итеп ҡалды. Ҡунаҡтарҙың көлөүен аңламаған хужаның, ябалаҡ һымаҡ, ҡырыç ҡиәфәт менән  башын уңға-һулға борғолап ултырыуы табынға оторо мәрәкә өçтәне. Күҙҙәренән йәш атылғансы һыны ҡатып көлгән Зәкиә еңгә өçтәл аçтына сүгәләп үк төштө.

Мул табын артында ваҡыт һиҙелмәйсә үтте. Бер-береһе менән ауылса ғына шаяра-көлә гәпләшкән ҡунаҡтар гармун менән йырлап-бейеп тә алдылар. Күҙҙәрен йәшкәҙәтеп, диван мөйөшөндә ултырған иçерек хужаға зәм-зәм һыуы башҡаса эләкмәне. Сәй ҡуйҙылар. Мут Ғәле, гармунын ҡуйып, өçтәлдәге буш шешәгә ишараланы.

– Сәйгә лә күстекме ни?

 Шунда ғына Сатураның атаһы, ҡатынына уҡталып, ғәййәрләнә башланы.

– Бисәкәй, һин нимә, сәй ҡуйҙың...дамы ни? Араҡы, әсе бал сығар, ҡунаҡтарҙың ултырғыһы килә!

Аллы-гөллө яңы күлдәген кейгән әсәһе Сатураның бүләген ҡунаҡтар алдында таҡманы, уңайһыҙланды.

– Ислам, бал бөттө, иртәгә Шәрифйәндәр килергә тора!

Тағы көлкө ҡупты…

– Әхәт улым ҡайтҡайны, кире китте бөгөн, – тине Хөмәйрә әбей ҡапҡанан сыҡҡанда. – Киленем булырһың, тигән өмөтөм ҙур ине. Нишләйһең, яҙмышҡа булмағас… Бигерәк матурһың шул, Сатура ҡыҙым. Матур ҡатын-ҡыҙ ҡулына бәхет ҡошо ҡунып бармай. Үҙ бәхетеңде табырға яҙһын.

Әбей Сатураның арҡаһынан һөйҙө лә урам аша өйөнә йүнәлде.

Өçтәлдән алып, һауыт-һабаны йыуғас,  ҡыҙҙар әсәһе менән шишмә янына ҡуйылған эскәмйәгә ултырҙылар. Эргәләге муйыл әрәмәһендә һуҙып-һуҙып һандуғас һайрай. Шишмә өçтөнә күкһел томан ҡалҡҡан. Көнсығышта ҡарайып торған болот  өçтөндә Зөһрә йондоҙо балҡый.

– Апайың әйткәнде тыңлап ҡына йөрө,  уның һүҙенән сыҡма берүк, – тип әсәһе көҙөн университетҡа уҡырға барған кесе ҡыҙына өгөт-нәсихәт уҡыны. – Әлдә ул бар яныңда. Сатура үҙе уҡыған саҡта, ярҙамһыҙ булып, ыҙаны күп күрҙе инде, меçкенкәйем. Шулай ҙа бирешмәне, кеше булды, Аллаға шөкөр, башҡалар һымаҡ аҙып-туҙып йөрөмәне. Һин дә берүк алдың-артыңды ҡарап ҡына тор. Аҙғын, яуыз әҙәмдәр күбәйҙе, гонаһ шомлоғолор инде. Үткән аҙнала ғына атайығыҙ менән юлға сығып шашлыҡ һатҡанда, ҡот осҡос мажараға тарыныҡ.

Әсә кеше нисек итеп юл буйында артынан машинала ҡыуалап килгән иçерек егеттәрҙән йәш ҡыҙҙы  ҡурсалап ҡалыуҙары тураһында һөйләп алды.

Киске эңерҙә Сатураның йөҙөнә сыҡҡан  шомло күләгәне шәйләгән кеше булманы.

– Аҡса тип юл буйында шашлыҡ һатып йөҙәгәнсе, миңә хәбәр итһәгеҙ ни була? – тине ул әсәһенә, кәйефе ҡырылып.

– Бер һинең ҡулыңа ҡарап ултырырғамы ни? – тип үпкәләгәндәй итте әсәһе.  – Ярҙамың былай ҙа күп. Аллаға шөкөр, ата-әсәйеңдең аяҡ-ҡулы һау әле, хәлдән килгәнсе үҙ-үҙебеҙҙе ҡарарбыҙ. Һинең үҙеңә лә аҡса күп кәрәктер, ҡалала аҡсаһыҙ йәшәп булмай. Алла бирһә, кейәүгә сығып, тормош ҡорорһоң, балаларың тыуыр. Беҙҙән артыҡ үҙеңде уйла, Сатура ҡыҙым, йәшлек, матурлыҡ мәңгелек түгел…

Иртәгеһенә, төш етеүгә, өй алдына ҙур ҡара машина килеп туҡтаны.

– Минең арттан, – тип, әсәһе менән аласыҡта һөйләшеп ултырған Сатура әйберен алды ла ҡапҡаға йүнәлде.

Уны оҙатып, ҡапҡа алдына сыҡҡан туғандарының йөҙөндә шөбһә ҡатыш сикһеҙ ғәжәпләнеү сағылғайны. Бахырҡай әсәһе, ауыҙын усы менән ҡаплап, йәш тулған күҙҙәрен дә һөртмәй.

«Бала кеүектәр,– тип уйланы Сатура, уларға ҡарап. – Күпме йәшәп, кисереш-тойғоларын йәшерергә өйрәнмәгәндәр».

Ул артына боролоп  ҡул болғаны ла машинаға кереп ултырҙы.

 – Сәләм, Сати, – тине шофер, машинаны ҡабыҙып. Машина ҡуҙғалып китте. Сати өндәшмәне. Нимәнелер онотоп ҡалдырғандай тоя ине ул. Үҙенме әллә?

12

Таңғы сәғәт алтыла тағы ла «тревога» менән күтәрҙеләр. Күнекмә йәһәтенән инде. Һуңғы көндәрҙә өсөнсө ҡат шулай ҡыланабыҙ. Үҙәктән тиçтәләгән  эйәрсендәре менән эске эштәр министры килергә тейеш. Шул ығы-зығы арҡаһында эшләргә лә ваҡыт ҡалмай, дөрөçөн генә әйткәндә. Башҡа урындарҙа нисектер, иллә-мәгәр беҙҙә, милицияла, йомшаҡ ултырғыстарында үҙҙәрен болотҡа менеп баçҡандай бейек тойған ҙур погонлы етәкселәр, һәүетемсә генә барған эште бутап,  тик ҡамасауларға ғына шәптәр.

Өсөнсө тәүлек барған был ығы-зығы барыһының да тәҡәтен ҡоротоп, һарыуын ҡайната. Ҡайҙа ҡарама, йонсоуҙан йәмшәйгән һытыҡ йөҙҙәр, әшәке һүгенеү, әрепләшеү, мәғәнәһеҙ йүгереш тә сабыш.

Теҙелешеп, сафтарҙы теүәлләп, сираттағы ҡат өç-башты тикшергәс, бүлек етәксеһе полковник Козлов Владимир Иванович урынбаçарҙарын һәм төрлө бүлексә етәкселәрен эш бүлмәһенә саҡырып алды. Беҙҙең бүлексә етәксеһе Иванов, ғаилә бәләһе менән, төшкә ҡәҙәре өйҙә ҡалған. Шул сәбәптән, уның урынына кәңәшмәгә мин барырға мәжбүр булдым.

Милиция полковнигы Владимир Иванович Козлов, ялтыр башлы пеләш кеше, етәкселәрҙең кабинет стеналары буйына теҙеп ҡуйылған ултырғыстарға урынлашҡандарын көтөп алғас, беҙҙәй осло күҙҙәре менән килеүселәрҙе берәм-берәм барлап сыҡты.

– Ғәлиәскәров, – тине ул алыçта яңғыраған күк күкрәүен хәтерләткән тауыш менән, – ҡорал бүлмәһенең ишеге ниңә һаман алыштырылмаған?

Дежур бүлеге етәксеһе майор Ғәлиәскәров, тулҡынланып торған ҡара сәстәрен усы менән артҡа һыйпап, урынынан торҙо.

– Тәьмин итеү бүлеге етәксеһе подполковник Павловҡа шул йәһәттән ҡырҡ тапҡыр мөрәжәғәт ҡылғанмындыр. Ризалашып баш ҡаға ла…

– Павлов ҡайҙа?

– Ауырый, – тип урынынан ҡуҙғалды  лейтенант Хәсәнов. – Мин уның урынына…

Павловтың сирен кем белмәй. Министр килер булғас, ҙур етәкселәрҙең ҡыҙыу ҡулына эләгеүҙән шөрләп, әүәлге «киҙеү»енә һабышып, өйөндә ята ул.

– Ни әйтерһең?

Хәсәнов, күҙле бүкәндәй ҡатып, ҡаршылағы тәҙрәгә төбәлде.

– Ишек тураһында беренсе мәртәбә ишетеүем, – тине ул, үҙ алдына һөйләнгәндәй. – Әйткәндәй, аҡса бүлһәгеҙ,  иртәгә үк әҙер булыр…

Полковник Козлов, һары мыйығын тырпайтып, тәү күргәндәй, Хәсәновҡа тексәйҙе.

– Күрсәле, ҡайһылай сос  малай, – тине ул, уçал көлөмһөрәп. – Аҡса булғанда ахмаҡ та эшкә шәп. Ә һин шул ишекте бушлай ғына эшләтеп урынына килтереп ҡуйһаң, минең алда ҙур хөрмәт ҡаҙаныр инең…

– Нисек инде?

Полковник ҡулындағы ҡәләмен лейтенантҡа төбәне.

– Һинең өçтөңдә, лейтенант Хәсәнов, милиция хеҙмәткәре кейеме, яурындарыңда милиция офицеры погондары. Ә улар – власть билдәһе, – полковниктың ауыҙынан «власть» һүҙе сыбыртҡылай шартлап сыҡты. – Шуларҙы хеҙмәт файҙаһына ҡуллана белергә кәрәк,– тип бүлек етәксеһе дөйөм рәүештә кабинетында ултырыусыларға өндәште. – Шунһыҙ йәшәп тә, эшләп тә булмай. Йәмғиәтебеҙ, дәүләтебеҙ ауыр көрсөктә, аҡса наҡыç, уны бик һаҡлап ҡына тотонорға мәжбүрбеҙ. Уның ҡарауы, аҡса бурҙарҙа күп. Бурҙарҙы һығырға кәрәк, дәүләткә, йәмғиәткә, исмаһам, ауыр саҡтағы  ярҙамдары шул булыр. Белгегеҙ килһә, – Владимир Иванович,  ҡоласын йәйеп, ултырған ерендә ян-яғына борғоланып алды, – ошо бинаның яртыһы дәүләттең бер тине сарыф ителмәйсә төҙөлгән. Әүәлге совет заманында бүлек етәксеһе булған Салихов үҙ көсөн һалып төҙөгән уны. Тегенән-бынан кирбес, ағас, таҡта, тимер, башҡа кәрәк-яраҡтар  тапҡан, эшселәр урынына ун биш тәүлеккә бикләнелгән хоҡуҡ боҙоусыларҙы файҙаланған. Мәрхүм Салиховтың маһирлығы булмаһа, беҙ  әлеге көнгә хәтлем  бинаһыҙ булыр инек.

– Салиховты шул маһирлығы өсөн һуңынан төрмәгә япҡандар ҙа инде, – тине кемдер ауыҙ эсенән генә. Кәңәшмәндәр, урындарында  ҡуҙғалышып, шыпырт ҡына көлөшөп алды. Полковник, сырайын һытып, усы менән өçтәлде шапылдатты.

– Алдыңды-артыңды ҡарап ҡына эш иткәндә, бер ни ҙә булмай. Һарыҡтар ҙа иçән ҡала, бүреләр ҙә туҡ була. Саматов, Ғәзизов, – полковник иҡтисад өлкәһендәге енәйәттәрҙе тикшереү бүлексәһе етәксеһе менән миңә өндәшеп, һаман баçып торған Хәсәновҡа бармаҡ төрттө. – Ярҙам итегеҙ йәш кешегә.

Йәғни Саматов менән мин тиҙ арала берәй бурҙы тотоп ҡыçырға ла унан әлеге ишекте эшләтеү өсөн етерлек аҡса «һығырға» тейешбеҙ.

– Әгәр ҙә мәгәр, – Владимир Иванович ҡулындағы ручкаһын һалмаҡ ҡына хәрәкәт менән берәмләп Хәсәновҡа, Ғәлиәскәровҡа, Саматовҡа һәм миңә төбәне, – министр шул ишек йәһәтенән миңә тағы ла киçәтеү яһаһа, ҡарағыҙ уны, башығыҙҙан һыйпамаясаҡмын… Саматов, баç әле! – Полковниктың тауышында ҡорос сыңланы. – Минең әллә ҡасандан бирле ришүәтселек буйынса ҡуҙғатылған енәйәт эше күргәнем юҡ. Беҙҙең ҡалала ришүәтселәр бөткәнме әллә? Шул йәһәттән миңә көн һайын үҙәктән шылтыратып, ошоноң менән, – полковник алдында торған ҡара телефонды алды ла шарт итеп кире һалды, –  башыма һуғалар! Ҡалала ришүәтһеҙ берәй нәмә эшләнгәне бармы? Юҡ! Хатта, йүнлерәк эшкә урынлашыр өсөн дә кәрәкле кешегә йомдорорға кәрәк! Ә һеҙ, әрәмтамаҡтар, кабинетығыҙҙан да сыҡмайһығыҙ, сыҡҡан хәлдә лә, ваҡ-төйәк һатыусыларҙы талап, бушлай аҙыҡ-түлек йыйыуҙан башҡа мәшәҡәтегеҙ юҡ! Саматов, тыңлайым һине?!

Йыуантаҡ Саматовтың йомро йөҙө аҡлы-ҡыҙыллы булып, тимгелләнеп, маңлайында ваҡ ҡына тир тамсылары йылтыраны.

– Әлеге мәлдә  ришүәтселәрҙе тотоу йүнәлешендә әҙерлек эштәре алып барабыҙ, – тине ул, күҙҙәрен иҙәнгә төбәп. – Ул турала, иптәш полковник, һеҙҙең менән аулаҡта һөйләшеү фарыз…

– Ултыр! Кәңәшмә бөткәс, ҡалырһың, – Владимир Иванович өçтәлендә ятҡан ҡағыҙҙы ҡулына алды. – Коррупцияға, ришүәтселеккә ҡаршы көрәш киçкенләшә. Ошо йүнәлештәге эштәрҙе көсәйтергә талап итеп, өçтән бер-бер артлы ҡарарҙар, күрһәтмәләр, бойороҡтар яуа. Лейтенант Хәсәнов, ябай тел менән әйткәндә, коррупция нимә була?

Хәсәнов аяғөçтө баçып, тағы  бүкән ҡиәфәтен алды.

– Дәүләт эшмәкәрҙәренең законды боҙоп, вазифаларын үҙ файҙаһына ҡулланыуы…

– Мәçәлән?

– Мәçәлән, әлеге ҡорал бүлмәһенә ишек ҡуйыу…

– Ултыр, ахмаҡ! – Полковниктың, буҙарынып, йоҙроғо менән  өçтәл гөрçләтеүе кәңәшмәндәрҙең дәррәү көлөүенә күмелде. – Белмәйем, Хәсәнов, һинең менән артабан нисек эшләрбеҙ икән, – тине бүлек етәксеһе, шау-шыу тынғас. – Һин әллә үтә аҡыллыһың, әллә өмөтһөҙ диуанаһың – бер ҡарауҙан аңларлыҡ түгел. Нисек кенә булмаһын, милиционерҙа шул сифаттарҙың булмауы хәйерле… ҡыçҡаһы, – тип дауам итте ул, – йыл аҙағынаса коррупция билдәләре буйынса ҡуҙғатылған бер нисә енәйәт эше кәрәк буласаҡ. Юғиһә күптәребеҙҙең башына буҡлы таяҡ менән һуғып, артыбыҙға тибәсәктәр.

– Коррупция, имеш… Мин нисек аҡса табып, бәләкәй улымды нисек мәктәпкә  кейендерегә белмәйем әле…

Был участковыйҙар бүлексәһе етәксеһенең урынбаçары, биш бала атаһы  капитан Гавриловтың һүҙҙәре булды.

Уның янында ултырған тәфтишселәр бүлексәһе етәксеһе майор Азаматов тегенең ҡабырғаһына төрттө:

– ГАИ-ға күс… Һис булмаһа, иҡтисад енәйәттәре бүлексәһенә. Улар хәҙер, коррупцияға ҡаршы көрәш асҡас,  аҡсаны тоҡлап ташыясаҡтар.  Аҡмаһа ла – тамыр…

– Гаврилов, Азаматов! – Эске эштәр бүлеге етәксеһенең беренсе урынбаçары подполковник Хәмитов өçтәл аша екерҙе. – Телегеҙҙе йолҡоп алғанды көтәһегеҙме?!

Тап шул мәлдә Владимир Ивановичтың  өçтәлендә торған ҡара телефон шылтыраны. Бүлек етәксеһе, эçе әйбергә тотонғандай, һаҡ ҡына  телефонды ҡулына алды. Кабинетта тынлыҡ урынлашты.

Һөйләшеүен тамамлап телефонды кире һалғас, Владимир Иванович ауыҙ эсенән генә һүгенеп ҡуйҙы.

– Министр килмәй, – тине шунан көлөргәме-иларғамы белмәгән ҡиәфәттә. Кәңәшмәндәрҙең кәйефе күҙ алдында күтәрелә башланы, бүлмәгә, гүйә, саф һауа бәреп керҙе.

Шунда лейтенант Хәсәнов урынынан торҙо ла уйнап хәрәмләшеүҙән һемәйгән бала сүрәтендә бүлек етәксеһенә тызырайҙы.

– Нисек инде? Мин өс тәүлек буйы өйгә лә ҡайтмай ятып йыуҙым, буяным, һеперҙем, таҙарттым,  йөҙ йыл сереп ятҡан сүп-сарҙы сығарып түктем… Бушҡамы ни тағы?

Көтөлмәгән хәлдән бүлмәлә тынлыҡ урынлашты. Йыйылғандар, ҡыҙыҡһынып, артабан ни булырын көтә башланы. Хәсәнов, ярҙам көткәндәй, бөтәһенә лә күҙ йөрөтөп сыҡты.

– Әйтерһең дә шул, дүртенсе тапҡыр бит!? Киләм, тип ғауға ҡубара ла кире була. Беҙгә ҡарата ихтирамһыҙлыҡ түгелме ни был?

– Хәсәнов! – тип кадрҙар булеге етәксеһе подполковник Янбаев урынынан ҡуҙғалды. Тик теге уның иçкәртеүен ҡолағына ла элмәне.

– Шундай ҙур вазифалы кешенең һүҙе бер булырға тейеш! – тине ул, ҡыҙып. – Йүнле әҙәм булһа…

– Лейтенант Хәсәнов! – Янбаевтың тауышынан тәҙрә быялалары зымбырҙаны. –Телеңде тый!

Сығырға рөхсәт иткәнде лә көтөп тормай ишеккә йүнәлгән Хәсәнов:

– Тышҡы яҡтан һары төçкә буятасаҡмын был бинаны, – тине лә кабинеттан сығып китте.

Был хәлдән бер аҙ аҙап ҡалған Владимир Иванович, Янбаевҡа ҡарап, ниһайәт, телгә килде:

– Әйт әле, Янбаев, шул маңҡаны нишләтергә икән?

– Нишләтәһең уны… Атаһы хакимиәттә ултыра бит. Тәрбиәләргә кәрәк.

Хәсәновтың милицияла эшләүенә өс йыл да юҡтыр. Башҡарған эше  минеке кеүек эт мәшәҡәте түгел дә. Тәьмин итеү бүлексәһе етәксеһенең ярҙамсыһы булып йөрөй. Белеүемсә, эшен  урыны-еренә еткереп атҡара ул, тәьмин итеү бүлексәһенең башлығы Павлов, Хәсәнов килгәс, рәхәткә сыҡты. Иллә-мәгәр тура һүҙле Хәсәнов, кешенең абруйына ла, дәрәжә-погонына ла ҡарап тормай, күҙенә ҡарап уйлағанын әйтә лә һала. Шул сәбәптән һаман лейтенант булып йөрөй, сөнки бүлек етәксеһе полковник Козлов, Хәсәновты «тәрбиәләү» сүрәтендә, уға бер-бер артлы шелтә сәпәп, сираттағы дәрәжәне бирмәй тотоп килә.

Хәсәновтың һүҙҙәрендә хаҡлыҡ юҡ түгел, әлбиттә. Яңы министр, һуңғы йылда дүрт тапҡыр бында килергә уҡталып, тәғәйенләнгән көн еткәс кенә, дүрт тапҡыр уйынан кире ҡайтты. Алыç райондарға вертолет менән генә оса, тиҙәр. Тегеләй-былай осоп йөрөүе арзанға төшмәйҙер. Ә теге райондарҙа тәфтишселәр документацияны һаман совет заманынан ҡалып  шаҡылдап бөткән яҙыу машинкаларында баҫа. Ҡағыҙҙы ла, башҡа эш кәрәк-яраҡтарын да үҙ аҡсаларына һатып алалар. Командировкаға барғанда үҙем күрҙем. Егерме беренсе быуат, тиең инде шуны…

Кәңәшмәнән һуң, баштағы уйҙарҙы рәткә һалырға тырышып, эш бүлмәһендә тәмәке көйрәтәм. Иптәшем Урал сәй ҡуйҙы. Иртәнсәк бер йотом сәйгә лә ваҡыт булманы бит. Тап шул мәлдә бүлмәнең асыҡ ишегендә пәйҙә булған «фәрештә»не күкһел тәмәке төтөнө аша шәйләп, телһеҙ ҡалдым.

Мин уны бер күреүҙә таныным. Ҡасандан бирле ошо һын, ошо йөҙ, ошо күҙҙәр төштәремә кереп,  ҡатып бөткән күңелемә һағышлы моң һалып ғазаплай  бит… Өнөммө был, әллә төшөммө?

– Һаумыһығыҙ, Таһир ағай, –  яңы туңған  боҙға баçҡандай һаҡ ҡына ишек тупһаһы аша атлаған ҡыҙ, ҡыйыуһыҙланып, бүлмә уртаһында туҡтап ҡалды.

Минең быға тиклем  бер ҡайҙа шундай гүзәллекте күргәнем булмағандыр. Ғәҙәттә, ҡыҙ-ҡырҡын менән үҙемде иркен тотам. Ә был юлы, ниңәлер, ҡаушап ҡалдым, ҡулымда төтәгән тәмәкене, көтмәгәндә, ерәнес тойоп, йәһәт кенә һүндерҙем дә төпсөгөн өçтәл  аçтына йәшерҙем.

– Иçләйһегеҙме, һеҙ миңә телефонығыҙҙы ҡалдырғайнығыҙ. Ә мин уны юғалттым, – һылыуҡай уңайһыҙланып ҡына йылмайып алды, гүйә, төнгө болот артынан ай ҡыйырсығы күренде. – Шуға үҙем килергә булдым… Һеҙҙән башҡа ышаныслы кешем…

Урал, урынынан кинәт кенә тороп, минең өçтәл ҡаршыһына ултырғыс ҡуйҙы ла,  ҡыҙҙы ҙур илтифатлыҡ менән ултыртып, сығырға йүнәлде. Ишектә миңә боролоп, шым ғына һуҡ бармағын маңлайына терәп, «шөрөп борғандан» һуң, күҙҙән юғалды.

– Һаумыһығыҙ. Ни йомош?

Телемде йолҡоп ташларҙай булдым шунда. Әлеге мәлдә шундай һорау бирәләр тиме ни? Ошонда эшләп, ҡорағасҡа әйләнеп бөтөлгән бит…

Ҡыҙ, күҙҙәрен күтәреп, миңә баҡты. Миңә ҡалһа, ошо йөҙҙән, ошо күҙҙәрҙән ҡараштарымды алмай,  мәңге ултырырға ла ризамын.

– Йомошом ҙур, – тине ул, серле генә итеп. – Мөмкин булһа, эшегеҙ тамамланғас, һеҙҙең менән тағы  осрашырға ине…

Минең эш ҡиәмәт көнөндә лә бөтмәйәсәк. Әммә әлеге мәлдә ошо фәрештәләй ҡыҙ хаҡына йәһәннәмгә төшөргә лә әҙер инем.

Әминә сығып киткәс, тойғоларға сумып, әçәрләнеп ултырырға бирмәнеләр, әлбиттә. Күл буйында мәйет тапҡандар. Уҙған төндә иçерек егеттәр бысаҡлашҡан икән. Ғәйеплеләрҙе эҙләп  тапҡансы кис тә етте.

Кабинетҡа ҡайтып, прокурор ҙа танымаçлыҡ кәкерсәк-бөкөрсәк хәрефтәр менән кәрәкле ҡағыҙҙарҙы яҙған арала тәҙрәгә күҙ һирптем.  Йәйге кис таңға ялғана, шуға ла ҡояшҡа ҡарап ваҡытты белеү мөмкин түгел. Эш көнө тамамланған мәл. Әйткәндәй, был беҙгә, ғәҙәттә, ҡағылмай. Әммә эштән тиҙерәк ысҡынырға ашығам мин бөгөн. Сөнки мине Әминә көтә…

Сейфты бикләп кенә тора инем, бүлексә етәксеһе  Иванов бүлмәлә пәйҙә булды.

– Козлов  рейд иғлан итте, – тине ул, ишек яғына һөйкәлеп, тәмәкеһен ҡабыҙғас. – Киске сәғәт ун бергә хәтлем. Рейдҡа ниндәй эштәр күҙаллайһың?

Ивановтың был хәбәренән башыма ҡан бәреп, күҙ алдарымда ҡыҙыл таптар күренде хатта.  Үҙем дә һиҙмәçтән, ҡаты һүгенеп, кире ултырҙым да, сикәләрем һулҡылдауын баçырға тырышып, усым менән битемде ыуалай башланым. Кисерештәремде Иванов та шәйләмәй ҡалмағандыр. Ләкин ул тәҙрәгә ҡарап, өнһөҙ генә тәмәке көйрәтеүендә булды.

– Генка Шприцты аңдырға уйлайым. Ҡыҙ балалар менән «шаяра», тиҙәр… – тинем.

Иванов баш ҡаҡты ла, бер һүҙ әйтмәй, кабинеттан сығып китте. Сейфты асып, пистолетымды алдым. Йәнем һөймәй шул нәмәçтәне. Ҡуйында тотҡан йылан һымаҡ бит ул, йышыраҡ хужаһын саға. Сөнки хәл тыуып, ҡоралына йәбешергә мәжбүр булған милиционер шул мәлдә үк бер аяғы менән төрмә тупһаһына баçа. Ғәҙәттә, уны үлтереп өлгөрәләр. Өлгөрмәһәләр – ултыртып ҡуялар.

– Таһир Әғләмыч, – бесәйҙәй йомшаҡ баçып кабинетҡа кире әйләнеп кергән Ивановтың ерән мыйығы аçтына ниндәйҙер мутлыҡ йәшеренгән. – Һуңғы арала һине, Әғләмыч, йонсоп киткәндәй итеп күрәм. Ял ит бөгөн, йөрөмә урамда эт өрҙөрөп. Көнбағыш ярғандай, ябай ғына эш тапшырырға булдым һиңә.

– Көнбағышты ярырға була, тик уны «һығырға» тура килмәгәйе. Ғәләмәт ауыр һәм бысраҡ эш, тиҙәр…

– Ярырғамы, һығырғамы – үҙең ҡарарһың. Иллә-мәгәр аш булһын. Эшең бөткәс – дүрт яғың ҡибла… – Иванов ишекте асып, кемделер бүлмәгә саҡырҙы ла сығып китте.

Күмәс йөҙлө йыуан урыç әбейенә эйәреп бүлмәгә май, һуған, әсе ҡамырҙың ауыр еçе инеп тулды. Әбекәйҙең өç-башы әрһеҙ генә, ҡала баҙарында сыуалып, ваҡ-төйәк менән һатыу иткәндәрҙең береһенә оҡшай. Ят аҙбарға кергән һыйыр һымаҡ тота үҙен. Йөрәге етеп, бында килеүенә үҙе лә аптырай, ахыры.

– Ултырығыҙ, – тип ҡаршылағы ултырғысҡа ымланым. – Һөйләгеҙ ялыуығыҙҙы…

Әбекәй, арт һанын йылан өçтөнә төшөрөүҙән шөрләгәндәй, һаҡланып ҡына урынлашты ла, «хан заманы»нда тегелгән бихисап кеçәле күк ҡапсығын түшенә ҡыçып, еүеш күҙҙәрен миңә төбәне.

– Аҡсамды урланылар, – тип ыңғырашты ла әбей, сеңләп илай ҙа башланы. Шул ғына етмәй ине…

– Илағандарға имсәк бирмәйҙәр бында, – тинем, тауышымды күтәреп. – Һөйлә хәбәреңде йәһәтләп, ултырма аçтыңа һыу ағыҙып. Аҡсаң күп инеме?

– Мең тәңкә, – әбей кеçәһенән иҙелеп бөткән һары ҡулъяулыҡ алды ла ебегән танауын, йөҙөн һөртөргә, күҙҙәрен ҡороторға кереште. – Ошо ҡапсығымдың эске кеçәһендә ята ине…

– Йәл, миллион булмағас. Эҙләргә ҡыҙығыраҡ булыр ине. Кемдән күрәһең был бурлыҡты?

– Гуля ҡарсыҡтың ғына эше… Баҙар ҡапҡаһы янында йәнәш торҙоҡ бөгөн. Мин йылы ойоҡбаш, бейәләйҙәр бәйләп һатам, ул көнбағыш ҡыҙҙырып һатыу итә. Баҙар эргәһендә генә йәшәйем мин. Иртәнсәк, өйҙән сыҡҡанда, утты һүндерергә онотҡанмын. Иçемә төшкәс, йәһәт кенә ҡайтып әйләндем. Тегеләй-былай ташырға йыбанып, ҡапсығымды Гуля ҡарсыҡҡа ҡалдырып торғайным… Ай, көтмәгәйнем унан бындай хилафты, – шул урында әбейҙең йөҙө тағы һаҙланды. – Әхирәттәр бит беҙ. Күрше генә йәшәйбеҙ. Гуля ҡарсыҡтың ҡулы уйнағанды ишетеп белә инем дә. Миңә, иң яҡын дуçына, зыян итер тип һис тә уйламағайнымсы… Эй-й, Гулька, Гулька… Һеҙ мине кисерә күрегеҙ берүк, йөрәгемде баçырға тип, әҙ генә зәм-зәм йотҡайным…

Мин, урамдағы киске саф һауаның ҡәҙерен тоя башлап, нисек булһа ла үҙ еçең, тигән уйҙан, тәмәке ҡабыҙҙым.

– Зәм-зәмеңде тотоп килһәң дә, ғәйеп итмәç инем. Алла бәндәләре өйҙәренә ҡайтып йылы аш ашай, телевизор ҡарай. Мин генә бында, тамуҡ киçәүеләй, һинең йыртыҡ мең һумың менән…

– Барсы, – әбекәй, шуны ғына көткәндәй, ҡапсығынан шешә башы күрһәтте. – Үҙемдеке. Бик маҡтап эсәләр. Ҡана, энем, көрөшкәңде тот, йотоп ебәр, йөрәгеңә ял булыр.

Әбейҙең эскерһеҙлегенән кәйефем үçкәндәй булды. Ямаҡ ҡарсыҡ түгел дә баһа, әҙәмсә генә һөйләшеп, күңелен күргәндә, юғалған аҡсаһына ла ҡул һелтәр, бәлки. Мин дә тиҙерәк ҡотолормон…

– Юҡ-юҡ, рәхмәт. Мин эштә бит. – Итәғәтле генә ҡыланып, тегенең тәҡдименән баш тарттым. – Гуля ҡарсыҡ ҡайҙа тора?

– Ул бында! Үҙем ҡултыҡлап  алып килдем. – Әбей, етеҙ генә ҡуҙғалып, кабинет ишеген асты.  – Гуля, Гуля, гонаһ шомлоғо, һине саҡыралар.

Ҡасандыр муйыл ағасынан киçелеп, ел-ямғырға ялтырап бөткән кәкре таяғын туҡылдатып, көйәнтә буйлы ғына ҡарсыҡ ишектә пәйҙә булды. Аб-ба, Гөлғәйшә әбей ҙә баһа! Әбейҙең аяҡтарында йылы ойоҡ өçтөнән кейелгән кәмәләй ҙур ҡаталар, Урҙа хәйерсеһенән ҡалған еңһеҙ сәкмәненең иңенә  суҡлы йәшел яулыҡ бәйләгән, ҡасандан бирле һыу төçө күрмәгән бәбәйле ҡыҙыл күлдәгенең итәктәре иҙәнде һеперә… Йөндәре уҡмашып, бөрçәләнгән яулығы аçтынан мунса йыуғысылай еүеш сәстәре битенә туҙып төшкән, секерей күҙ төптәре эрешкеләнеп тора, сығынҡы эйәгенә аçылынған кәкре танауы осонда тамсы емелдәй… Ҡыçҡаһы, хас та Мәскәй әбей инде, батман эсенә төшөрөп, ҡулына ағас һаплы һепертке тотторғанда, шул мәлдә үк тәҙрәнән осоп ғәйеп булыр.

Гөлғәйшә ҡарсыҡты кем белмәç тиһең. Етмешкә етһә лә, баҙарҙағы алыпһатарҙарҙың ваҡ-төйәк тауарына «айыу майы» һөртөргә йыбанмай әле ул. Йәш сағында бик сая кеçә буры булған, тиҙәр. Тик бер саҡ, уçал бәндәләр ҡулына тарып, тегеләр дағалы итектәре менән бармаҡтарын тапағас, кәре киткән уның.

Алдымдағы күренештән күңелем тамам ҡырылып, тирә-йүндәге әйберҙәрҙе пыран-зыран ҡыйратып, һыпыртып ҡасҡым килде. Гөлғәйшә әбейҙе бурлыҡта тоторға тырышыу ағас күçәк менән бүкәнташты онтарға маташыу менән бер бит. Ах, Иванов, бындай мәғәнәһеҙ эште миңә ҡушырға ни зыяным тейгән һиңә? Башҡалар урамда оҙон ботло алсаҡ ҡыҙҙар менән тел сарлай, ә минең янда һаçып бөткән алйыу ике әбей… Былай булғас, Әминә янына билдәләнгән ваҡытҡа барып өлгөрөүем шикле. Нисек кенә булмаһын,  шылтыратып иҫкәртеү фарыз.

Кеçә телефонымды алып, иртәнсәк ҡағыҙға яҙған һандарҙы  йыйҙым.

– Ал-ло-уу,– тип, яуапланы теге остан иркә генә ирҙәр тауышы. Мин сәйерһенеп ҡалдым.

– Кем был?

– Ҡәҙерлем, үҙең миңә шылтыратаһың, ә үҙең һорашаһың… Шуҡлашырға булдыңмы ни, шаяным минең?

Был тауышта ниндәйҙер ытырғандырғыс шауҡым бар ине. Мин, тамам аҙап,  телефоныма ҡарап ултырҙым да тағы ҡолағыма терәнем.

– Кем һин? – тип ҡаты ғына екерҙем тегегә.

– Ой-й,– тине күкрәк төбөнән сыҡҡандай ҡалын, шул уҡ ваҡытта ерәнгес наҙлы тауыш. – Ысын ирҙәр тауышы ишетәм… ҡәҙерлем, тауышыңдан тоям, беҙ пар күгәрсендәй бер-беребеҙгә тап килербеҙ һымаҡ… Шундай һағындым ысын ирҙәрҙе. Беҙгә яҡыныраҡ танышырға, бер-беребеҙҙе белешергә кәрәк, – тип теге тауыш серле шыбырҙауға күсте.

Үҙем дә һиҙмәçтән телефон төймәһенә баçып элемтәне өҙҙөм дә, сәйер был хәлдән тарҡалған зиһенемде йыйырға ниәтләп, устарым менән битемде ыуалап алдым. Ҡаршылағы әбейҙәр, ағас ботағына йәнәш ҡунған ике ҡарғалай, һүҙһеҙ генә мине күҙәтәләр ине.

– Иçәнме, Гөлғәйшә инәй?

– Әү-ү?!

Ҡарсыҡтың мәмерйәләй ҡара, тешһеҙ ауыҙына ҡарға оялаған тиерһең. Һиҙәм инде, Гөлғәйшә ҡарсыҡ башта тома һаңрау булыр, унан һуң урыçса белмәгәндәй ҡыланыр, аҙаҡ килеп, башын иçәргә һалыр.

Был «көнбағыш»тан һыҡҡан майҙы Ивановтың үҙенә эсерергә ине…

– Әбей, Глафира әхирәтеңдең аҡсаһын ҡайҙа тыҡтың?

– Әү-ү?!

– Гулечка, имей совесть, верни деньги по-хорошему, и все забудем, – тип һүҙ ҡушты Глафира,  ҡарсыҡҡа инәлеп.

– Суҡынып ҡатҡыры мәрйә!

Әбейҙең ауыҙында теле бар икән әле.

– Гөлғәйшә әбей, хәҙер үк  ҡайтарып бир урлаған аҡсаны!

Алдымдағы эс бошорғос күренештән күңелемдә кинәт кенә ҡуҙғалған асыуымды тыя алмайса, ажғырып, өçтәлгә гөрһөлдәтә  йоҙроҡлап һуҡтым.

– Әү-ү?!

Юҡ, былай булмай. Әбейҙең әлеге ҡылығына сик ҡуйылмаһа, унан алда  үҙемдең гүр эйәһе булыуым мөмкин. Урынымдан тороп, тәҙрәне шар астым, Глафираға бүлмәнән сығырға ҡуштым. Ни эшләргә? Бер аяғы менән ҡәберенә төшкән ҡарсыҡты таңға хәтлем бикләп тоторға ярамай. Глафира әбей менән килешеп, Гөлғәйшә ҡарсыҡтың бурлығын олоға ебәрмәйенсә йоморға ла мөмкин булыр, әлбиттә, тик, бының өсөн тәүҙә күҙ буярлыҡ ҡына тикшереү уҙғарыу барыбер кәрәк. Тимәк, иң башта ҡарсыҡтың ҡолағын асып, телен сисеү тейешле. Туҡта әле, өҫтәл тартмаһында шаян малайҙарҙан тартып алған көкөрт шартлағысы ята түгелме?

Иллә-мәгәр, малайҙар дан шартлағыс әтмәләгәндәр! Ҡаты гөпөлдәүҙән өҫтәлдәге төпсөк һауыты урынында ырғып китте, хатта әллә ни арала башын таяғына һалып серемгә талған ҡарсыҡ, сарбайлап, иҙәнгә тәкмәсте. Бүлмәгә тулған әскелтем көкөрт еçенән  әбекәй бер туҡтауһыҙ сәсәп, бышҡырырға кереште.

– Ниндәй атыш?! Кем атты?! – Ишектән атылып кергән Ивановтың ҡобараһы осҡайны.

– Бына көнбағыш ярам, – тип вайымһыҙ ғына ҡулымда әлеге шартлағысты уйнаттым.

Иванов, күҙҙәрен тупайтып, көлөргәме, иларғамы белмәгәндәй, өнһөҙ генә бер аҙ тапанып торғандан һуң, иҙәнгә ласҡылдата төкөрөп сығып китте.

– Гөлғәйшә әбей, тыңла әле, – тинем, йөн ҡапсығылай еңел ҡарсыҡты күтәреп кире ултыртҡас. – Күҙҙәремә тура ҡара! Глафираның аҡсаһын һин алдыңмы?

Ҡарсыҡ, күҙҙәрен сел-селт итеп, һушын йыйырға аҙаплана.

– Мин урыçса аңламайым…

– Мейең тиҙәккә әйләнгәнме ни?! Башҡортса өндәшәм дә баһа һиңә, Гөлғәйшә әбей? Башҡортса менән урыçсаны айырмаçлыҡ хәлгә етеп, ҡорбанға ла хәрәм булған ҡарт һарыҡтай, алйып бөткәнһең, ахыры?!

– И–и–и, Хоҙайҙың рәхмәте, ысынлап та саф башҡортса мөғәмәлә итәһең, имеш… – Әбекәй ауыҙын яулыҡ осо менән баçып, кеткелдәп алды, уның         күҙҙәрендә зиһен уты тоҡанды. – Ишетсәле, бигерәк йәтеш икән үҙ телеңдә һөйләшеү. Йәш сағымда тәфтишселәрҙе үҙем менән тик туған телемдә һөйләштерер инем. И-и, Раббым, уҙҙы инде ғүмеркәйҙәр заяға…

– Ни хәлдә йәшәп ятаһың, Гөлғәйшә инәй?

Ҡарсыҡ менән һәүетемсә генә гәпләшеп алырға булдым. Бур ҙа әҙәм балаһы бит, ҡартлығы ла еткән, хәйлә-мәкер ҡулланып, донъя артынан ҡыуыры ла ҡалмаған. Бәлки, йылы һүҙҙән йөрәге иреп, ыҡҡа килер ҙә урландыҡ аҡсаны ҡайтарып бирер әхирәтенә.

– И-и, энекәйем, йәшәү тиерһеңме ни ошо тормошто? Тормош түгел, ормош ул! Эреле-ваҡлы уғрылар ҡуйҙай ҡуҙырап, фарсит иткән заманда аслы-туҡлы әжәл көтөп еткерә алмай йөрөйөм. Их, ҡулдарым, бармаҡтарым иçән булһа икән, – тип әбекәй ырғаҡтай кәкрәйеп ҡатҡан бармаҡтарын күрһәтте.  – Ул саҡта һинең ише эшкә ашмаған мент менән һүҙ туҙҙырып ултырыр инемме ни? Ҡама тундар кейеп, ынйы-мәрйендәр тағып, затлы машинала прокурорҙың үҙенә генә йөрөр инем. Иҙҙеләр шул ҡулдарымды, тапанылар бармаҡтарымды. Ҡулдарыма теймәгеҙ, зинһар, тип ялбарҙым, ун һалдатҡа бирһәгеҙ ҙә ризамын, тинем. Ҡыҙғанманылар. Тәндәре мәңге тамуҡ утында янғырҙар, йәндәре йәннәттә булғырҙар…

– Ҡапсыҡтағы  аҡсаны һин алдыңмы?

– Алғанмындыр ҙа, бәлки…

– Ҡайҙа ҡуйҙың?

– Бәй, аҡса булғас, тәләфләгәнмендер…

– Нимәләр алдың?

– Бәй, миндәй көнө бөтөп барған ҡарсыҡҡа ризыҡтан ары нимә хәжәт? Аҙыҡ-түлек һатып алдым, еткән ҡәҙәре…

– Мең тәңкәне сарыфлап та бөттөңмө ни?

– Әстәғәфирулла тәүбә, мең тәңкә, тисе? – Әбейҙең ҡыçыҡ күҙҙәре ғәжәпләнеүҙән түңәрәкләнеп китте. – Аҡ эттең бәләһен ҡара эткә япһарырға маташыуыңмы был, энем? Тәүбә, тиең, ҡорсаңғы мент! Сумканан бармаҡтарыма ни бары илле тәңкәлек  ҡағыҙ аҡса йәбешеп сыҡты, валлаһи-билләһи!

– Ялғанлама, әбей?! Әхирәтең, Глафира, ҡапсығында ятҡан мең һумды урлауҙа һине ғәйепләй! Мең һум!

– Әх, дуңғыҙҙан яралған бисә! Теле ҡороғоро алдаҡсының! – Гөлғәйшә ҡарсыҡ, сарбайлап, урынында сәбәләнде. – Бур тигән даным сыҡһа ла, ни йөҙөм менән йәндәй күргән әхирәтемдең аҡтыҡ аҡсаһына уҡталайым, ти? Эй, Глафира, йөҙөң аҡ булһа ла, эсең тулы…

– Теге илле тәңкәне кемдән сәлдерҙең һуң?

– Исемен һорағанмындыр шул? Йөрөй ине шунда бер аңра бисә, яурыны аша бикһеҙ сумочкаһын аçып…

Был мажара мине тамам еләтә башланы. Бикәр эш менән булғанымды баштан уҡ һиҙгәйнем дә, раç булып сыҡты.

– Глафира! – тип ҡысҡырҙым, бикле кабинет ишегенә төбәп. Ишек асылыуға тауышым тынып та өлгөрмәгәйне, ахыры, Глафира, ишеккә ҡолағын ҡуйып, беҙҙе тыңлап торған. Мин  Гөлғәйшә ҡарсыҡҡа бармаҡ төрттөм. – Әбейҙең өç кейемен ентекләп тенте ошонда. Тапҡан аҡса – һинеке, тапмаһаң – онот.

– Бында килгәнсе үк ҡараным да. Күлдәк-ыштандарына, һыҡтырма-ҡаптырмаларына хәтлем тетеп эҙләнем. Торлағын да тет иттем. Сәйнәп йотмағандыр ҙа инде?

– Эҙлә, – тип асыҡ тәҙрәгә боролдом да тәмәке ҡабыҙҙым. Артымда мыш-мыш килеп көрмәкләшкән, шыпырт ҡына әрепләшкән тауыштар ишетелә. «Ғүмереңде уғрылыҡҡа һалып, шуға ла әхирәт ишектәрен аса алмай интеккән ҡарт мәлғүн һин, Гуля. Ҡайтарып бир аҡсамды, хәрәмдән ейгән ашың ҡорһағыңда ҡортлар бит!» – «Ҡулыңды ал, гидай! Һаçып бөтһәм дә, һин кафырҙың ҡағылыуынан сирҡанам мин! Теймә миңә, баҡа!» – «Гуленька, бәлки, һин аҡсамды һаҡлау ниәтендә алғанһыңдыр ҙа онотҡанһыңдыр? Алйыу бит һин?» – «Нахаҡҡа рәнйетеүеңде мәңге онотмам, мөртәт! Дәһи һин! Ошо эшеңде һөйләп фашлаһам, баҙарҙа һаçыҡ артыңды терәрлек тә урын ҡалдырмаçтар!»

Асыҡ тәҙрәнән урамға һикереп, күҙҙәрем ҡараған тарафҡа ырғанлай-борғанлай йүгереп киткем килде.

– Бирмәй, – иламһырап уфтанды Глафира, йәш тулған күҙҙәрен миңә төбәп. – Эй, Гуля, Гулечка… Мең тәңкә аҡса ҡайһыларға юҡ иçәбендә булһа ла, минең өсөн ҙур ниғмәт бит. Кем өсөн йәшәгәнемде, тырышҡанымды беләһең дә баһа, Гуля…

– Хоҙайҙың ҡәһәре төшмәгере, бысраҡ кәүҙәң тамуҡҡа ҡолаһа ла, йәнең йәннәттә булғыры! – Ярһыуынан һөйәктәре шалтырап ҡойолор хәлгә етеп ҡалтыранған Гөлғәйшә әбей, асырғанып, таяғы менән иҙәнде төйҙө. – Теймәнем һинең аҡсаңа, Глафира! Хоҙайым шаһит! Үҙең юғалтҡанһыңдыр. Бинахаҡҡа рәнйетәһең бит бөгөн булмаһа – иртәгә үлеп, Тәңре хөкөмөнә дусар ителергә тейеш әбейҙе?!

Ләм-мим әйтмәй, ике ҡарсыҡтың ыҙғышыуына ҡарап  ултырғанда, күҙҙәремә Глафираның иçке ҡапсығы эләкте. Ынтылып алдым да биген астым. Туҙып, төçөн юғалтҡан күн ҡапсыҡтың тетелеп бөткән бихисап кеçәләрен сиратлап тикшерә, бармаҡтарыма эләккән төрлө әйберҙәрҙе сығарып, өҫтәлгә теҙә башланым. Бер шешә самогон, тешләнгән кәнфит, төймәләр, дарыуҙар, ҡайсы, энә ҡаҙаулы йөн йомғағы, бәйләү энәләре, ваҡ тәңкәләр, биҙәкле сепрәк киçәге… Әһә, был кеçә йыртыҡ, имеш, ә тишек кеçә төбөндә ниҙер ҡыштырҙап ҡалғандай булды түгелме?

– Был нимә!?

Бишәр йөҙлөк ике ҡағыҙ аҡсаны ҡапсыҡтан сығарып, йән асыуым менән өçтәлгә шапылдаттым.

Бүлмәлә йыһан тынлығы урынлашты. Беләгемдәге сәғәтем генә, вайымһыҙ текелдәп, ваҡыт берәмектәрен шутлауын белде.

– Ҡана, ҡайтайым инде. – Гөлғәйшә әбей шығырҙап урынынан торҙо ла бөксәнләп ишеккә йүнәлде. – Афарин, энем, ҡотҡарҙың бит  был нахаҡтан. Кәңәшем шул: беҙҙең һымаҡ меçкендәр менән бәйләнешмә бынан кире. Гонаһһыҙ түгелбеҙ ҙә, тик беҙҙең зыяныбыҙ себен кәкәйеләй генә. Үҙ-ара һөйләшеп тә аңлашырбыҙ. Һин фәрештәләй балаҡайҙарҙы мәктәпкә бикләп шартлатҡан ҡара йөҙҙәрҙе аула. Тәндәре лә, йәндәре лә, йәһәннәм ялҡынында төтәй-быҫҡый мәңге янғырҙарҙы. Ярай, хуш, ғәйеп итмә… Глафира, бетле баш, мейеһе ҡортлаған һарыҡ ише, нимәгә аңшайып ултыраһың һаман? Әйҙә, ҡайтайыҡ!

Быға ҡәҙәре өçтәлдә ятҡан аҡсаһына өкөләй тупайып, шымып ултырған Глафира әбей, һаҡ ҡына һонолоп, ҡапсығына  әйберҙәрен йыйҙы, ә аҡсаһын ҡуйын кеçәһенә йәшерҙе.          

– Үпкәләмә, берүк, энем, – тине ул, дымлы күҙҙәре менән миңә мөлдөрәп. – Ваҡытыңды алдым, башыңды ҡатырҙым. Алйып барамдыр шул.  Үҙемә бер ни кәрәкмәй ҙә. Ике ейәнемде үçтерәм. Шулар тип ятып китәм, кис етһә, шулар тип таңда торам. Ҡыҙым, эскегә һалышып, аҙғынланғас, кейәүем дә, ғаиләһен ташлап, ғәйеп булды…

– Ярай, Глафира апай, борсолма. Минең эшем шул.

– Гуляны тиктәçкә рәнйеттем тағы… Ярай инде, үҙебеҙ һөйләшеп аңлашырбыҙ әле, бур булһа ла, күңелсәк кенә әбей ул. Уның да ейәнсәре балалар йортонда тәрбиәләнә бит. Әсәһе вафат булды ла… Тапҡан-ҡапҡанын шул бәләкәсенә ташый Гуля.

Өçтәлдә ятҡан кеçә телефоным шылтыраны шунда. Йәһәт кенә ҡулыма алып, ҡолағыма ҡуйҙым.

– Ал-ло-уу, – тине баяғы сирҡандырғыс моңло ирҙәр тауышы. – Ҡәҙерлем, миңә әйтер һүҙҙәрең бар ине, буғай. Ниңәлер ҡыйынһындың да туҡтап ҡалдың. Аңлайым, иркәм, тормошта,  беренсе тапҡырҙан уҙмай, мөхәббәт тәмен дә белеп булмай…

Мин, ғәжәпләнеп, Глафираға ҡараным.

– Кем ул?

Глафира әбей телефонымды алып ҡолағына терәне лә, бер аҙ тыңлап торғас, көлөп ебәрҙе.

– Евгений ҙа баһа! Ул, ғәҙәттә, үҙен Евгения тип таныштыра. Кейенеп, биҙәнеп алһа, ҡатын-ҡыҙ менән бутап яңылышмам тимә! Зәп-зәңгәр бит ул! Әйткәндәй, – әбекәй мут ҡына күҙ ҡыçты, – уның менән танышып, күңелен тапһаң, белмәгән нәмәң ҡалмаç. Ер аçтында йылан көйшәгәнен дә! Миңә лә ҡунаҡҡа кил. Иң яҡшы һыйымдан ауыҙ итерһең. Зәм-зәмдең ысыҡтайы менән һыйлармын үҙеңде. Белгән-күргәнемде лә һөйләрмен. Мин күпте ишетәм, күпте күрәм! Баҙар тулы уғры! – Глафираның йөҙөнә шымсы ҡиәфәте сыҡты. – Әүәле мин Ивановҡа эшләп килдем. Тик, етәксе булғас, моронон сөйҙө, иманһыҙ. Мине күргеһе лә килмәй хәҙер,  танауын сирып ҡына ҡараны ла һиңә ебәрҙе. Ҙур рәхмәт һиңә, энем, әҙәмсә генә һөйләштең беҙҙең менән, ҡыр типмәнең, аҡсамды ла табып бирҙең.

– Рәхмәт, Глафира апай, алда мотлаҡ осрашырбыҙ. Бар ҡайт инде, ейәндәрең көтәлер.

Сәғәтемә күҙ һалдым. Киске туғыҙ булып та килә. Өс сәғәт һуҙымы аҙапланғанмын да баһа теге ҡарсыҡтар менән! Һуңланым. Ҡараңғы төшкәс, нисек барып йөрөйһөң, уйнашҡа өмөт иткәндәй була бит.  Әминә һылыуҡай көтөп арығандыр ҙа, мине алдаҡсыға һанап, үпкәләгәндер инде. Ҡабат шылтыратырға шөрләйем, теге Евгенийҙың тауышы иçемә төшһә, сирҡаныуҙан тәнем зымбырҙай башлай. Иртәнсәк, төшөмдән сығып, өнөмдә  пәйҙә булғандай, алдыма килеп баçҡан ҡыҙҙы күргәс, алағайымға ҡойолоп төшкәйнем шул, шунда, уның телефон номерын яҙғанда, яңылышҡанмын, буғай…

Өçтәл артынан араҡы шешәһе сығарып, өçтәлгә ҡуйҙым. Күңелемде томалаған бошоноуға ҡаршы башҡа сара тапманым. Ысынлап та, ошо эсемлек булмаһа, Евгения янына ғына барырға ҡала бит…

Шул саҡ телефоным шылтыраны. Шылтыраны ла,  ҡойондай өйөрөлтөп, мине урынымдан ҡубарҙы. Бер минуттан мин урамда туҡтатҡан машинала күлгә табан елдерә  инем инде.

Һуңынан ни булды, тиһегеҙме? Һуңынан, көмөш табаҡтай ай яҡтыһында, утрауҙан алып килгән хазиналы өс тимер йәшникте Әминәнең йәшелсә баҡсаһына сығарып, ергә күмдем. Ғөмүмән, улар менән бергә  донъяның бар бысрағын йыйып, шунда күмергә лә риза инем мин ул төндө. Тик янымда бар ғәләмде нурға мансыған айҙай балҡып Әминә һылыуҡай ғына баçып торһон…

13

Геннадий Самуилович Шприц – бар булмышы менән замана балаһы. Йәғни Геннадий Самуилович тормошта осраған яһалма сик-кәртәләрҙе шартлы рәүештә генә танырға һәм, кәрәк саҡта, үҙ мәнфәғәте өсөн файҙаланырға күнеккән. Ысынлап та, кәзәләргә ҡуйылған кәртә фил йә юлбарыçтың юлын быумай бит. Икенсе яҡтан, кәзәнең – кәзә, ә юлбарыçтың йыртҡыс булыуында бер кемдең дә ғәйебе юҡ. Әҙәми заттарға килгәндә инде, был хаятта уларҙың башҡаларға ашмы йә башмы булыуы һәр кемдең кеçә ҡалынлығынан ғибәрәт.

Дәүләт, йәмғиәт ҡанундары ҡуйған ситлек эсендә йәшәргә риза булғандарҙың урыны ла шунда. Шул ситлекте емереп сыҡҡандарҙың ғына артабан үçергә хаҡы бар. Шуны белгән Геннадий Самуилович  үҙен һәр саҡ иркен, тәбиғи тота.

Төрмәлә  сағында улын күрергә килгән әсәһе, юғары белем алып, яҙа юлға баçмай, намыçлы ғына эшләһәң, ҙур кеше булыр инең, тип иламһыраны. Ғүмерен өйҙәй ҙур станоктар дөбөрҙәгән заводта эшләп уҙғарған әбейҙә ни аҡыл… Исемдәре китапта ҡалып, бөгөнгө көндә әруахтар һымаҡ күренгән мәрхүм инсандар ысынында иһә бәйһеҙ енәйәтсе булған. Күҙ йомоп, тарихтың ҡайһы ғына төпкөлөнә бармаҡ төрткәндә лә шундай «изге йән»гә юлығаһың. Хәҙергеләр ҙә шул юлдан бара.

Эйе, Геннадий Самуилович – бур, енәйәтсе. Тик ул үҙенең булмышын бейек түшәмле кабинеттарҙа торған дәүләт билдәләре артына йәшермәй. Мәктәпте ул яҡшы билдәләр менән тамамланы. Юғары уҡыу йортона ла имтихандарҙы  уңышлы  тапшырҙы. Барыбер үтмәне. Уның ҡарауы, дәрестәрҙе күп ҡалдырыуҙан мәктәп юлын онота башлаған иптәше Витька бер бәләһеҙ генә шул уҡ институтҡа уҡырға керҙе. Атаһы ҡала кимәлендәге ҙур ғына әмәлдәр ине шул. Үҙенең «ахмаҡ»лығын тәү тапҡыр шунда тойған Генка хәмер-шарапҡа битараф булмаған иптәшен һыйлап лаяҡыл иçертте лә, кеçәләрен таҙартҡас, милицияға шылтыратып, айнытҡысҡа бикләтте.

Шул саҡтан бирле тормошонда тап иткән кешеләрҙе ҙур иғтибар менән өйрәнер булды Геннадий Самуилович. Маҡсаты: кешенең көслө һәм йүнһеҙ яғын асыҡлау. Шул сифаттары асыҡланған әҙәмде ҡурсаҡ уйнатҡандай итеп ҡулланырға мөмкин. Ә аҡса – меçкен  кешекәйҙәрҙе табындырған йә  абындырған төп көс. Әҙәмде хан иткән дә, ҡол иткән дә шул аҡса. Геннадий Самуилович өсөн был тәғлимәт – бәхәсһеҙ. Уның хаҡлығын үҙ башы, үҙ арты менән татыған ул. Шул уҡ саҡта мөхәббәт тойғоһо, әхлаҡ ҡанундары, дини инаныуҙар ҙа инҡар ителмәй уның тарафынан. Сөнки улар – әҙәми заттарҙың көсһөҙлөгөн күрһәтеүсе билдәләр, ә Геннадий Самуилович кешенең ауыртҡан еренә баçып, уны кәрәкле яҡҡа йүнәлтеү ысулын һәйбәт белә һәм яратып ҡуллана. Әммә был маһирлыҡҡа эйә булғансы бик оҙон һәм хәүефле юлдар үтергә тура килде уға. Енәйәтсел кәсебен башлап ҡына торғанда үҙ ҡулдары менән баш китерлек хилафлыҡтар ҙа ҡылды. Төрмәне тыуған йорттай күреп, бер кислек һый-сафа өсөн ҡот осҡос башбаштаҡлыҡҡа әҙер булған башкиçәрҙәргә хужа булыу һәр кемдең хәленән килә торған эш түгел. Ул ваҡыттарҙы хәтерләргә яратмай ул. Шул саҡта ҡылғандарын тәфсилләп яҙып, прокурорға илтһә, башы төрмәлә серейәсәк. Юҡ, башҡаса төрмә ҡандалаларын һыйларға мәжбүр итә алмаçтар уны. Иректән мәхрүм ителгән сағында етәрлек өйрәнде инде ундағы тәртиптәрҙе. Унда белгәндәрҙе азат тормошта файҙаланыу зарур. Үҙен законһыҙ ысул менән  төрмәгә тыҡҡан теге менттан ҡон алырға ҡулы ҡысып тора ла, тик һиҙә: мент, йыртҡыс аулағандай, уның ян-яғына ҡапҡан-тоҙаҡ ҡороп, яҙа баçҡанын аңдып ҡына тора. Шул хәл тота уның ҡон-ҡоһорон. Иреккә сыҡҡас, ҡыҙыулыҡ менән менттың эшенә барып, уға  янап йөрөгәненә үкенә хәҙер. Ауһарлыҡ булмаймы ни инде шул? Дошманы уғата һағайҙы хәҙер. Тәжрибәһе үçеп, эшендә оçтарған менттың уға ҡаршы әллә ниндәй ысулдары барҙыр әле. Ярай, йәшәй бирһен әле, сабырлығы етеп көтә белгәнгә бер яйы сыға торған. Тормош та ярайһы уҡ үҙгәргән булып сыҡты ул төрмәнән сыҡҡансы. Әүәлге һымаҡ күрәләтә кеше талап булмай. Ҡайтҡас та ваҡытлыса әсәһенә ҡалдырылған кафеһын тергеҙҙе ул. Әммә килем наҡыç ине. Быға ҡәҙәре килеменең күп өлөшөн енәйәтсел кәсебе килтереп, мул тормошҡа күнеккән Геннадий Самуиловичтың алдында ярайһы уҡ сетерекле мәсьәлә килеп баçты. Әүәлге хилафлығына тотонһа – төрмә янай, барына шөкөр итеп ултырырға – нәфсеһе бирмәй, «таҙа» кәсебен үçтерер ине – бирәсәккә батырға кәрәк. Эшҡыуар булам тип, буш кеçәне тырнап, матур тормоштоң  ләззәттәренән үҙеңде мәхрүм итеп, һәр һум артынан сабыулап йөрөргәме ни?

Баштан-аяҡ аҡҡа кейенгән Геннадий Самуилович машинаһын кафеһы алдындағы майҙансыҡҡа ҡуйып, эскә үтте. Арғы мөйөштәге өçтәл артында һыра һемереп ултырған ирҙе иçәпкә алмағанда, кафе буш ине. Иртә әле. Ғәҙәттә, клиенттар кис еткәс  тула башлай. Хужа аш бүлмәһенә үтте. Ашнаҡсы булып эшләгән ҡыҙ ағас таҡтала тоҙло балыҡ таҙартып аҙаплана.  Геннадий Самуилович, ҡыҙҙың  һын-килбәтен һынсыл ғына күҙәтеп торғандан һуң, элгестәге  алъяпҡысты алып бәйләне лә, ҡыҙҙың ҡулынан  бысаҡты алып, ситкә һалды.

– Балыҡ таҙартҡанда ошо бысаҡ менән файҙаланалар, – тине ул, өçтәлдәге бысаҡтар араһынан тейешен һайлап алғас.  – Бысаҡты ла дөрөç тотторға кәрәк, – ул ҡыҙға бысаҡты  ҡулда тотоу ысулдарын күрһәтеп алды. – Ә балыҡты өçтәлгә ҡуйыр өсөн ошолай итеп киçәләр, шул саҡта ул матур ҙа, ашау өсөн уңайлы ла була…

Ҡыҙ уңайһыҙланды.

– Белә инем дә… Һөнәрем буйынса эш таба алмай оҙаҡ йөрөгәс, онотоп бөткәнмен.

Шул саҡ ишектә Геннадий Самуиловичтың ярҙамсыһы Борька-электрик пәйҙә булды.

– Генка! – тип тамаҡ ярҙы ул тупһанан.  – Әйткәнеңде табып килтерҙем.

Геннадий Самуилович ашыҡмай ғына ҡулын йыуҙы ла үтеп барышлай усы менән ашнаҡсы ҡыҙҙың йомро осаһын һәрмәп алды.

– Яныма керһәң, тағы ла бер һөнәргә өйрәтермен…

Тегеһе хужаның артынан һынсыл ғына ҡараш ташланы. Кем кемде өйрәтер әле…

Хужа ишек яғына һөйкәлеп һағыҙ сәйнәп торған Борька-электрикты кинәт кенә сәсенән эләктерҙе лә башы менән стенаға дөңкөлдәтте.

– Генка түгел, ә Геннадий Самуилович! Күпме әйтергә була? Ҡабатла!

Борька бынан ете йыл элгәре теге ментты туҡмаған дүртәүҙең береһе ине. Төрмәнән сыҡҡас, әүәлге хужаһының ҡул аçтына  ҡайтты тағы. Иптәштәренә ҡарағанда төрмәнән ни сәбәпле иртәрәк сығарғандар һуң уны? – шуныһы шикле. Уны күҙ уңынан ысҡындырмау фарыз…

Йомшаҡ диванда ағас ботағылай аҡ, нәҙек боттарын ҡыçып, мәктәп йәшенән уҙмаған ас яңаҡлы ябыҡ ҡына ҡыҙ бала ултыра ине. Уның ерән сәстәре оҙон, нәҙек муйыны буйлап иҙеүе асыҡ еңел күлдәге аçтында яңы йомарлана башлаған түштәренә төшкән. Ҙур зәңгәр күҙҙәре бүлмәгә килеп кергән хужаға  өрккән ҡоралай һаҡлығы менән ҡарай.

Ҙур телевизорҙа Владимир Набоковтың «Лолита» китабы нигеҙендә төшөрөлгән нәфис фильм бара ине. Күренеүенсә, маҡсатҡа ярашлы рәүештә алдан әҙерләп ҡуйылған был кино ҡыҙҙы ярайһы уҡ мауыҡтырып өлгөргәйне.

Геннадий Самуилович, мөләйем генә йылмайып, ҡыҙҙың сәсенән һыйпаны.

– Ҡурҡма, бында һиңә насарлыҡ ҡылмаясаҡтар. Һөйләшеп бөткәс, өйөңә илтеп ҡуйырҙар.

Ҡыҙыҡай өндәшмәне, әммә күҙҙәре тиҙ үк тынысланып, ҡарашында балаларға ғына хас ҡыҙыҡһыныу уянды. Геннадий Самуилович дивандың икенсе башынан урын алды ла  ҡыҙға боролоп ултырҙы.

– Анжела, Анжелочка, Анжелика, – тип аҡрын ғына һамаҡланы ул,  ҡыҙҙың исеменән ләззәт тапҡандай. – Бик матур исем. Ошо исемде йөрөткән ҡатын-ҡыҙҙар, ғәҙәттә, башҡаларҙан үҙҙәренең һылыулығы, нәзәкәтлеге, байлығы менән айырылып тора. Шул уҡ ваҡытта уларҙың тормошо ҡыҙыҡлы һәм мажаралы була, уларҙың юлдашы – уңыш һәм бәхет. Анжела исемлене алтын-көмөш, ынйы-мәрйен, ғөмүмән, донъялағы бар зәр биҙәктәре яратып, тормошонда оҙатып йөрөй. Киләсәктә минең һүҙҙәремә һис шикһеҙ инанырһың. Тик унда илткән һуҡмаҡҡа бөгөндән аяҡ баçыу мотлаҡ. Бәхет ҡошо ҡыйыуҙарҙы, саяларҙы ғына үҙ итә, шикләнеп, уңайһыҙланып торғандарҙы көтмәй…

Ҡыҙыҡайҙың күҙҙәрендә өмөт ҡабынды. 

– Анжелочка,  һинең турала мин барыһын да беләм, – тип дауам итте Геннадий Самуилович серле генә итеп. Ҡыҙҙың йөҙөнә ялҡындай ҡыҙыллыҡ йүгерҙе. – Һиңә ун дүрт йәш, быйыл етенсе класты тамамланың.  Атайың сырхау, әсәйең эскегә һалышҡан. Һеңлең менән ҡустың бар. Тормошоғоҙ ауыр. Артабан нисек йәшәргә уйлайһығыҙҙыр, белмәйем.

Геннадий Самуилович урынынан торҙо ла, ҡулдарын салбар кеçәһенә тығып, һүҙһеҙ генә бүлмә уртаһында торған өçтәлде әйләнеп сыҡты. Ситтән ҡарағанда, кафе хужаһы нимә тураһындалыр борсолоп уйланғандай ине.  Бүлмә  ишегеләй булып күҙҙе алдаған бейек көҙгөлә сағылған кафе хужаһының баштан-аяҡ аҡҡа кейенгән шәүләһе, был хәлдең аҙағын көтөп йөрөгән башҡа бер әҙәм һымаҡ, сәйер тойғо уята. Телевизорҙа барған нәфис фильмда балалыҡтан да сыҡмаған ҡыҙҙың сая мөхәббәтен кисергән урта йәштәрҙәге ир күп ваҡытын, күҙле бүкәндәй, өнһөҙ уҙғара.

– Өç-башың да алама ғына, – Геннадий Самуилович диван мөйөшөнә һырышып ултырған ҡыҙ баланың ҡаршыһына баçып, уға йәлсел ҡарашын төбәне. – Ә һиңә матур кейенеп, төҙәнеп, биҙәнеп йөрөй башларға ваҡыт. Шулай иткәндә, Анжела, һин ҡалалағы иң һылыу ҡыҙҙарҙың береһе булыр инең. Белгең килһә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың бәхете – уларҙың йөҙ-һынында. Сөнки бәхет,  бал ҡорто һымаҡ, иң матур,  иң татлы сәскәләргә генә ҡуна.

Ҡыҙыҡайҙың йөҙөнә күләгә төшөп, ҡарашы тоноҡланды.

– Булған аҡса ашарға ла етмәй, – тине ул, йәш мөлдөрәгән күҙҙәрен иҙәнгә төбәп.

Геннадий Самуилович салбар балаҡтарын бармаҡ остары менән тартып, ҡыҙ янына  ултырҙы.

– Иллә-мәгәр һинең бәхетең үҙеңдән алда йөрөй, Анжела, – тине ул, мөләйем йылмайып. – Һиңә уны, осоп китмәç борон, ҡойроғонан тотоп алырға ғына ҡала. Ҡыçҡаһы, – ул, яҡшы хәбәр килтергән шымсылай мут ҡына көлөмһөрәп, тауышын баçты, – һинең менән  ҡыҙыҡһынған бер бай кеше бар. Һинең менән ҡапылдан һөйләшергә ҡыймай үҙе. Шуға әлеге һөйләшеүебеҙ –  уның йомошон үтәүем.

– Кем ул?

– Әлеге мәлдә быны белеү һиңә мөһим түгел. Ул һине күптән  яратып йөрөй. Уны күреп, танышырға риза булһаң, миңә хәбәр ит. Иң мөһиме, – кафе хужаһы кинәт кенә бармаҡ остары менән ҡыҙҙың эйәгенән алып, йөҙөн күтәрҙе лә, үҙенә бороп, күҙҙәренә ҡараны, – ул сереп байыған әҙәмдәрҙең береһе. Ул һинең өсөн бер нәмәһен дә йәлләмәç. Хан ҡыҙы һымаҡ итеп ҡарар үҙеңде. Һинең гүзәллегең шуға торорлоҡ, ышан миңә, – тип ҡулдары менән ҡоралайҙай ҡылтайып, диванға һырыҡҡан ҡыҙҙың нәҙекәс муйынынан, сибек түшенән яй ғына һыпырып, боттарына төштө. – Ҡәҙерен белгән кешегә ошолар –  торғаны бер хазина бит…

Урынынан ырғып торорға иткән ҡыҙ бала, ауыр ир ҡулын еңә алмағас, диванға кире ултырып, алдына бөгөлөп төштө.  Енси ҡомары уяныуын тойған Геннадий Самуилович, урынынан тороп, телевизор янына килде.

– Ҡатын-ҡыҙ менән ир-ат араһындағы тәбиғи  мөнәсәбәттәрҙән ҡурҡырға ярамай, – тине ул ҡыҙға, телевизорға ымлап. – Унан тик ләззәт һәм файҙа таба белергә кәрәк. Һин дә ҡыҙлығыңды һаҡлап оҙаҡ йөрөмәçһең. Бысраҡ подвалда йә еүеш үлән өçтөндә маңҡаһы ла кипмәгән берәй малайға бушлай  бирелгәнсе, үҙеңде яратып, ынйы-мәрйенгә күмгән ысын ир ҡосағына эләгеү күпкә яҡшыраҡ түгелме ни? Артыңды ялтыратып йөрөй бирһәң, күмәкләп көсләүҙәре лә бар… Уйла шуны. Ә был, – Геннадий Самуилович өçтәл тартмаһынан бер бәйләм аҡса алып, ҡыҙҙың осло тубығына һалды, – уның һиңә беренсе бүләге. Артабан – күберәк. Тик уларға ғарыҡ булыр өсөн, үҙеңдең хәсиәт күрһәтеүең мотлаҡ.

Башлап ҡына торһа ла, был «кәсебе»нең бик килемле булырын һиҙгәйне инде Геннадий Самуилович. Фани донъяның  һый-сафаһынан, ләззәт-шифаһынан еләп, аҡсаларын ниндәй йәм-ғәмгә сарыфларға белмәй шашҡан байғурҙар араһында етлекмәгән ҡыҙ балаларға ымһыныусылар аҙ түгел ине. Улар, йәмғиәт алдында яман исеме сығыуҙан шөрләп, үҙҙәренең бәйһеҙ нәфселәрен туйҙырыуға йүнәлтелгән хәстәрлектәрҙе бүтәндәргә тапшыра. Бының күҙгә күренмәгән икенсе яғы ла бар. Геннадий Самуиловичҡа шул йәһәттән боçоп ҡына төшөргән фотоһүрәттәрҙең хәжәте килер көндәр алда әле…

«Ҡатын-ҡыҙҙар араһынан сиғандай сос берәүҙе табып, шуны йәлеп итергә кәрәк был эшкә, – тип уйланы Геннадий Самуилович, ҡыҙ баланы кафеның артҡы ишегенән оҙатҡас. – Уға ошондай «тауар»ҙы эҙләп табыу ҙа, өгөт-нәсихәт ҡылыу ҙа, шуға бәйле башҡа эштәрҙе хәстәрләү ҙә  ҡулайлыраҡ булыр. Икенсе яҡтан, шулай иткәндә, закон менән үҙемдең араға ныҡлы кәртә ҡорасаҡмын».

Алдында һын-килбәте менән гидайға оҡшаған әрһеҙ кейемле яңғыҙ әҙәм тора ине. Уның асыҡ елкә-ҡулдары, аяҡтары ҡояшҡа янып ҡарайған, күптән ҡырҡылмаған ҡара сәстәре боларып, ян-яҡҡа тырпайған, ябыҡ йөҙөндәге һирәк кенә һаҡал-мыйығы  яңаҡ ҡырғысты бер ҡасан да күрмәгәндер.

Бармен ҡыҙ сәйерһенеп усындағы нимәгәлер тексәйгән.

– Геннадий Самуилович, – тине ул һөйөнгәндәй, залға сыҡҡан кафе хужаһын шәйләгәс, – бынауы ыпыҡ ошоно аҡсаға алыштырыуҙы һорайсы?

 Күгәреп, төçөн юғалтҡан тәңкәнең саф алтын булғанын усына алыу менән тойған кафе хужаһы янындағы  кешенең терһәгенән эләктереп алды.

– Әйҙә әле, һөйләшеп алайыҡ…

Бүлмәгә кергәс, хужа, ҡаршылышып маташҡан әҙәм ишаратын ныҡлы ғына йоҙроҡлап ыҡҡа килтергәс, тегенең ҡыçҡа балаҡлы салбар кеҫәләрен ҡапшап, бер нисә алтын тәңкә тапты. Тәңкәләрҙе өçтәленә теҙеп һалғас, лупа аша диҡҡәтләп тикшерҙе. Алтын тәңкәләр бермә-бер булып, революцияға тиклемге Николай батша заманында ҡойолған булып сыҡты. Тәңкәләр, еүеш ерҙә оҙаҡ ятҡанғамы, күгәреп бөткәйне, хатта, быяла аша ҡарағанда,  йәбешеп ҡатҡан һары балсыҡ таптары шәйләнә.

Геннадий Самуилович, ҡорбанының  еçен һиҙгән ата бүреләй, һағайҙы. Ул бар булмышы менән ниндәйҙер сергә тарыуын тоя ине. Ләкин туҡмалған мал һымаҡ дерелдәп, мөйөшкә һырыҡҡан теге бахыр үҙенә ҡабат-ҡабат бирелгән һорауҙарға  аңлайышһыҙ өндәр менән генә яуап бирә ине. Кафе хужаһының яуап талап итеп ҡаты типкеләүенән сыҙамы ҡороған әҙәми зат, үкереп илап,  серек тештәре ыржайған ауыҙынан телен сығарып күрһәтте – ыпыҡ мин, йәнәһе. Был хәл Геннадий Самуиловичты уғата ярһытты ғына. Ысынлап та, килеп тыуған был хәлдә һөйләп килештергеһеҙ мутлыҡ менән йән көйҙөргөс уçал шуҡлыҡ бар һымаҡ ине. Бынағайыш, бынауы ыпыҡ әҙәм аҡтығына хазина табырға насип булһын әле? Уға хазина кәрәкме ни? Тапҡанының хәсиәтен күреү генә түгел, әҙәмсә аңлатырлыҡ рәте лә юҡ бит. «Телеңде асмаһам, башыңды ярып, мейеңде уҡыясаҡмын, – тип енләнде Геннадий Самуилович. – Кемгә кәрәк һин? Ни ҡылһам да, тикшереүселәргә үҙең менән булғандарҙы һөйләп аңлатыр хәлдә түгелһең».

Бармен ҡыҙ хужаның ҡабатлап һорауына:

– Эйе, ул теге тәңкәне аҡсаға алмаштырырға теләй ине. Тик ул бик насар һөйләшә, әйткәнен аңлай алмай башым ҡатты, – тине.

Тимәк, хазинаға юлыҡҡан «бәхетле йән»дең башында – мейеһе, ауыҙында теле бар.

Геннадий Самуилович, Борька-электрикты саҡырып, теге бахырҙы подвалға төшөрөргә ҡушты ла шунда торған тимер ултырғысҡа ымланы.

– Тик ҡара  уны, үлеп ҡуйһа, үҙеңде шунда ултыртасаҡмын.

Хужаһын ярты һүҙҙән аңларға күнеккән Борька-электрик теге меçкенде тимер ултырғысҡа ҡуша бәйләгәс, баш өçтөндәге электр сымдарын төшөрөп, ултырғысҡа элде. Һуңынан сымдың арғы осон кафе алдына сығарып ҡуйылған һыу һатҡыс автоматҡа тоташтырҙы.

Эçенән сарсаған үткенселәр, автомат төймәһенә баçып, һалҡын, татлы һыу эсеп кинәнде. Төймәгә баçҡан һайын һуш киткес һыҙланыуҙан йәне сығырҙай булып аҡырған бахырҙың тауышын  йорттоң  ҡалын стеналары тышҡа сығарманы. Борька үҙенең эшен яҡшы белә, юҡҡа ғына «электрик» тигән ҡушамат элмәгәндәр уға.

Сәғәт самаһы ваҡыт уҙғас, подвалға төшөп, иҙәндә һушһыҙ аунап ятҡан кешенең өçтөнә һалҡын һыу һибеп аңына килтерҙеләр. Тиктәçтән тарыған ғазаптарынан кеше ҡиәфәтен юғалтҡан меçкен әҙәм, ҡотһоҙ күҙҙәрен аҡшайтып, ауыҙына тулған шайығына тонсоғоп, тыңлауһыҙ теле менән ниҙер әйтергә уҡталды. Геннадий Самуилович еүеш иҙәнгә сүгәләне лә ҡолағын ерәнеп кенә  тегенең ауыҙына яҡынайтты.

– Ут... ут-т-ғау-ҙа…

…Төш уҙып, күк көмбәҙенән ысҡынған ҡояш түбәнгә ауыша башлаған мәлендә, күлдең аҡ ташлы бейек ҡаяһы аçтына моторлы кәмә килеп яғылды. Кәмәлә өс кеше ине. Кәмә башында бөршәйеп ултырған һынһыҙ әҙәм, маймылдай оҙон, яшыҡ ҡулын һуҙып, ҡая аçтындағы һыуға күрһәтте.

Геннадий Самуилович өç кейемен һалып, ян-яғына күҙ атты. Тирә-йүндә һиллек хөкөм һөрә. Утрау уртаһындағы ағастар араһында ике ҡатлы ташландыҡ йорт төçмөрләнә. Геннадий Самуилович, ниндәйҙер һығымтаға килгәндәй, тамаҡ ҡырып алды. Әүәлге сауҙагәр Латипов, ҡыҙылдарҙан ҡасҡан сағында, мөлкәтенең бер өлөшөн йәшереп ҡалдырырға ғажиз булған, тимәк. Һис тә ғәжәп түгел, ул заманда аҙ булғанмы ни ундай хәлдәр…

Геннадий Самуилович ыпыҡ әҙәмдең биленә еп тағып, сумырға ҡушты ла уның артынан Борьканы ебәрҙе. Үҙе,  тирә-яҡҡа ҡарап торғандан һуң, башы менән күлгә сумып,  аждаһа тамағылай ҡарайып күренгән өң яғына һуҙылған  еп артынан йөҙөп китте.

Мәмерйә мөйөшәндәге  уймаҡ кәштәләр буш ине.

– Һинән башҡа бында тағы кем булды? – тип һораны Геннадий Самуилович, ыпыҡҡа фонарен йүнәлтеп. Теге бармағын түшенә төрттө лә, өçкә  күрһәтеп, башын сайҡаны. Яңғыҙы булған, йәнәһе…

Фонарь яҡтыһында мәмерйәнең һәр босмағын ентекләп ҡарап сыҡты Геннадий Самуилович. Эйе, был ыпыҡ алдашмай, ахыры, бында ниндәйҙер йәшенмәк хазина булғанға оҡшай. Шул саҡ​, уның уйын раçлағандай, аяҡ аçтында ниҙер емелдәп алды. Геннадий Самуилович  еүеш балсыҡ эсенән кескәй генә аçыл ташлы йөҙөктө күтәрҙе. Борька,  фонарь яҡтыһында  йондоҙҙай балҡыған биҙәккә ғәжәпләнеп, һыҙғырып уҡ ебәрҙе.

Аяҡ аçтындағы бысраҡты ҡулдары менән иҙгеләп, байтаҡ ҡына соҡсондолар. Шунда Борьканың ҡулына ниҙер эләгеп ҡалды. Яҡтыртып ҡарағас, ябай тимерҙән эшләнгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәс ҡыçтырғысы булып сыҡты.

– Яңғыҙым, тиһең инде?

Геннадий Самуилович, һүгенеп, фонарын ыпыҡ ултырған яҡҡа йүнәлтте. Фонарь яҡтыһы мәмерйәнең еүеш ташына текәлде. Ыпыҡ зымзыя булғайны.

14

Эске эштәр бүлеге етәксеһенең беренсе урынбаçары подполковник Хәмитов Әнүәр Хәкимович, буш өçтәленә күрәғара текләп, кабинетында ултыра. Асыҡ тәҙрәнән ишетелгән ҡала ғауғаһы ла, бер туҡтауһыҙ коридорҙы тапаған башҡа хеҙмәткәрҙәрҙең шау-шыуы ла уға барып етмәй ине. Ҡулдарын өçтәленә һалып, ҡымшанмай ултырған урта буйлы, терпе энәһеләй шырт сәсле азиат ниңәлер урмандағы ағас төпһәһенә менеп ҡунаҡлаған һеләүһенде хәтерләтә ине.

Иҡтисад өлкәһендәге енәйәттәргә ҡаршы көрәш бүлексәһенән килгән хәбәр һағайтты уны шулай. Бөгөн, иртәнге кәңәшмә уҙғас, шунда эшләгән капитан Дубко, бүлексә етәксеһе майор Саматовтан боçоп ҡына, уның янына керҙе. Бүлексә етәксеһе  Саматов, эске эштәр даирәһендәге яҙылған һәм яҙылмаған ҡанундар нигеҙендә  беренсе урынбаçарҙың, йәғни Әнүәр Хәкимовичтың, тура етәкселегендә эшләргә тейеш. Ләкин Саматов, шул туралағы күрһәтмәләрҙе инҡар итеп, күп осраҡта үҙе етәкләгән бүлексә эшен бүлек етәксеһе полковник Козлов Владимир Иванович менән хәл итә. Саматовтың бында ғәйебе лә юҡ инде, сөнки Владимир Иванович үҙе шундай тәртип урынлаштырҙы. Бының сәбәбе лә көн кеүек асыҡ. Саматов бүлексәһе иҡтисад енәйәттәренә, коррупцияға ҡаршы көрәште алып барыуҙа иң  мөһим мәсьәләләрҙе хәл итә. Ә ул мәсьәләләр, берҙән, енәйәтсел ысул менән табылған мөлкәттәргә бәйләнгән булһа, икенсенән, таяҡ һымаҡ, ике башлы. Дөрөçөн генә әйткәндә, Әнүәр Хәкимович йыш ҡына Саматов бүлексәһе алып барған эштәрҙе белмәй, уларҙан ситтә ҡалыуын тоя. Уға, ғәҙәттә, эштең һөҙөмтәләрен генә хәбәр итәләр. Был хәл уны кәмһетә ине. Етәксе булараҡ, ул эш барышын да белергә, уның менән етәкселек итергә  тейеш бит.  Шуға риза булып,  күрәләтә алданып ултырырға теләмәй ул. Шуға ла ул, иҡтисад бүлексәһендәге эштәрҙе күҙ уңында тотоу йәһәтенән, шунда эшләгән бер нисә хеҙмәткәрҙең «ҡойроғона баçып», шикәйәтсе итте. Быны эшләү ауыр булманы, сөнки әлеге бүлексәлә эшләгәндәр араһынан «таҙа» хеҙмәткәрҙе табыуы ҡыйын. Бурлыҡтан табылған мөлкәт үҙенә ҡағылғандарға, нәжес һымаҡ, йәбешеп барыусан бит.

Әнүәр Хәкимовичтың әлеге вазифаһында һигеҙенсе йыл ултырыуы инде. Өс йыл элек, эске эштәр бүлегенең әүәлге етәксеһе Зариф Зәкиевич Аҡназаров хаҡлы ялға оҙатылғас, Әнүәр Хәкимович бушаған бүлек етәксеһе кабинетының тупһаһы аша  атларға торған ғына мәлендә, әлеге Козлов уның юлын ҡыйҙы. Ҡала хакимиәте башлығы Василий Петровичтың кешеһе булып сыҡты ул. Хеҙмәт баçҡыстары буйлап һаман юғарыраҡ ынтылған Әнүәр Хәкимовичтың бар өмөт-ышаныстары шул мәлдә пыран-зыран килеп ҡыйралды. Намыçлы эш менән генә алдырып була торған замана түгел шул. Әшнәһе, машинаһы булмағандарға юғарыға юл бикле. Бер аҙна элек Владимир Иванович Козлов һүҙ араһында  Әнүәр Хәкимовичҡа хаҡлы ял тураһында ҡайғырта башлау фарызлығы тураһында кинәйәләне. Йәнәһе, уның бөгөнгө эш һөҙөмтәләре ваҡыт талаптарына яуап бирмәй. Имеш, иҡтисад өлкәһендә ҡылынған күп енәйәттәр асылмай ҡала, шул йүнәлештәге эштәрҙең һөҙөмтәләре насар. Ә был, үҙ сиратында, ошо эштәр өсөн яуаплы етәкселәрҙең вазифаһына ярау-ярамауы хаҡында уйланырға мәжбүр итә. Шунда Әнүәр Хәкимович, ҡыҙып китеп, бүлек етәксеһенең иҡтисад бүлексәһе эштәренә ҡыçылмауын талап итте. Козлов, яуап итеп, һинең, Хәмитов, булдыҡһыҙлығың сәбәбенән,  шул эштәрҙе үҙем етәкләргә мәжбүрмен, тине. Эш һөҙөмтәләре хөрт булғас, тимәк, насар етәкләйһегеҙ, иптәш полковник, тип яуап ҡайтарҙы һөйләшкәндә һүҙ һайларға күнекмәгән Хәмитов. Шул көндән бирле ҡул бирешеп күрешкәндәре юҡ. Ә кисә Әнүәр Хәкимовичҡа  министр урынбаçары шылтыратып, ҡаты тәнҡитләне. Эштән арығанһың, буғай, тине. Тимәк, Владимир Иванович тик ултырмаған, беренсе урынбаçарының «йүнһеҙле»генә юғарыға зарланып та өлгөргән. Ҡыçҡаһы, хоҡуҡ һаҡлау даирәләрендәге юлының осо сығып  килеүен тойҙо Әнүәр Хәкимович. Йыл аҙағында бүлек етәксеһенә иҡтисад өлкәһендә ҡылынған енәйәттәргә, коррупцияға ҡаршы көрәш һөҙөмтәләренең хөрт булыу сәбәбен юғарыға аңлатырға кәрәк буласаҡ. Шунда аҡ эттең бәләһен ҡара эткә, йәғни хаҡлы ялға оҙатылған Әнүәр Хәкимовичҡа япһарыуы бик уңайлы булмаҡсы. Беренсенән, Владимир Иванович үҙенең һаçыҡ арты менән әлеге йомшаҡ урынын һаҡлауын дауам итәсәк. Икенсенән, уның хаҡында бик күп насарлыҡтарҙы белеп, бүлек етәксеһе вазифаһына һаман дәғүә итеүсе Хәмитовтан ҡотоласаҡ. Әйткәндәй, Владимир Иванович Козловтың иҡтисад бүлексәһе иçәбенән ҡылған яҙыҡ эштәрен башбаштаҡлыҡ тип кенә атау аҙ булыр. Мундир-погонлы шиғәлсе ул. Йәл, Әнүәр Хәкимовичтың уға «теше үтмәй»…

Ғөмүмән, юғары вазифалы дәүләт, сәйәсәт эшмәкәрҙәренең коррупцияға ҡаршы оран һалыуы хәйерсе хәленә ҡалған ябай халыҡтың күңелен күреүгә генә йүнәлтелгән бит. Бының асылын аңлаған кеше күңелендә  ул тик асыу  уята. Хәйерселеккә дусар ителгән милицияның  шундай ауыр көрәшкә йүне бармы ни? Суд, прокуратураның хәле күпкә яҡшыраҡ та, тик улар кабинеттарын ташлап, милиция һымаҡ, көндө-төндө белмәй, урам тапап, хоҡуҡ боҙоусыларҙы баçтырыҡламай. Улар әҙергә күнеккән, уларға килтереп бир ҙә алып кит…

Ил башында торған юғары вазифалы әмәлдарҙарҙың «коррупция» тигән теш емерерлек һүҙҙе халыҡ алдында әйтергә өйрәнеүҙәре лә ҙур уңыш, әлбиттә.

Капитан Дубконың хәбәре буйынса, иртәгә ҡаланың юл һәм транспорт хеҙмәте етәксеһе Зиннур Таипович Камалов ҡала хакимиәте хеҙмәткәренә ришүәт илтәсәк. Ришүәт күлдәге утрауҙа тапшырыла. Зиннур Таиповичтың шул утрауҙы ҡуртымға алырға ниәтләүен ишеткәйне инде Хәмитов. Ҡалалағы бизнесын һатыуы тураһында ла белә ине. Һуңғыһы, ысынлап та, сәйер тойола, сөнки утрауҙы законлы рәүештә ҡуртымға алыу ундай ҙур сығымдар талап итмәçкә тейеш. Бизнесын һатып тапҡан аҡсаға шул ташландыҡ утрауҙы төҙөкләндерергә уйлаймы икән әллә? Юҡтыр, алтын йомортҡа һалған тауығын һуйырға Зиннур Таиповичтың башына тай типмәгәндер. Тимәк, беренсенән, кемдер шул утрауҙы алырға  ғажиз иткән уны. Икенсенән, утрау  өсөн ришүәт талапланғас, Зиннур Таипович үҙенең кәсебен һатып, аҡса табырға мәжбүр булған. Дубко ул хәбәрҙе кемдән алғанын әйтмәне. Хаҡы бар. Хакимиәттән сыҡҡан ошаҡ булыуы былай ҙа билдәле инде. Сөнки мәжбүрлеккә тарыған Камаловтан шикәйәтселек көтөп булмай, был уның уй-ниәтен бутап, утрауҙан ҡолаҡ ҡаҡтырыуы ихтимал. Бөтәһе лә тап килеп торған һымаҡ та был фаразда, тик ғүмере буйы аçтыртын ришүәтселәрҙе аңдып танауы сосайған Әнүәр Хәкимовичты сәйерһендергән ниндәйҙер бер аңлайышһыҙ ғиллә бар кеүек ине был эштә. Ысынлап та, ни өсөн ришүәт тап утрауҙа тапшырылырға тейеш һуң әле? Аҡсалы ҡапсыҡты кәмәгә тейәп, күлде тегеләй-былай йөҙөү кәрәкмәгән мәшәҡәт  һәм ҡурҡыныс тыуҙыра ла баһа? Ниңә уны осраған бер йорттоң подъезында йә машинала ғына алыш-биреш итмәçкә?

Телефон шылтыраны. Үҙәктә уны тағы иçкә алғандар, имеш. Яғымлы ғына ҡатын-ҡыҙ тауышы, шатлыҡлы хәбәр еткергәндәй итеп,  алдағы аҙналағы коллегия ултырышында иҡтисад енәйәттәренә һәм коррупцияға ҡаршы йүнәлтелгән эш һөҙөмтәләре тураһында уны тыңлаясаҡтарын белдерҙе. Һис шикһеҙ, бүлек етәксеһе полковник Козловтың этлеге был. Башындағы бетен беренсе урынбаçарына осора ла башлаған, тимәк.

Әнүәр Хәкимович урынынан тороп, асыҡ тәҙрә алдына килде лә тәмәке тоҡандырҙы. Ҡаршылағы бинаның икенсе ҡатындағы тәҙрәлә лейтенант погондары таҡҡан йәш егет  тәфтишсе ҡыҙҙы ҡосаҡлап үбергә маташа. Шунда уçал ҡыҙ йәтеш кенә итеп сәпәй ҡолаҡ кейҙерҙе тегегә, сыбыртҡы шартлағандай тауыш хатта Әнүәр Хәкимовичтың кабинетында яңғырағандай булды. Шундуҡ дәрте ҡайтҡан лейтенант, үпкәләһә лә, аҙып-туҙманы, сикәһен һыйпап бер аҙ ултырғас, шым ғына сығып китте. Ысынлап яратыуылыр…

Әнүәр Хәкимович тәмәкеһен тәҙрә аша урамға осорғас, кабинетына боролдо ла, ҡулдарын түшенә ҡаушарып, фекер йөрөтөүен дауам итте. Килеп тыуған сетерекле хәлдән ҡотолоу сараһын уға Хоҙай үҙе тәҡдим итә түгелме? Эше уңып, ришүәтселәрҙе ҡулға алғанда, уның  тоҙағына бер юлы өс ҡуян эләгә тигән һүҙ бит. Беренсенән,  коллегияла тәнҡитселәренең ауыҙын ябырлыҡ мәрәйе буласаҡ. Бәлки, шуны алдан белеп, уны коллегия алдына баçтырып та тормаçтар. Сөнки, хакимиәт кимәлендәге ришүәтсене тотоу әлеге көндә оло дан һанала, уға ирешкәндең түшенә хет бөгөндән миҙал таҡ. Икенсенән, юлына соҡор ҡаҙып аҙапланған бүлек етәксеһе Козловтың бар ғәләм алдында маңҡаһын һөртә. Беренсе урынбаçарының баһаһын төшөрөү ниәтендә үҙәктәге юғары етәкселәрҙең ҡолаҡтарына байтаҡ ҡына «туҡмас элеп» өлгөргән Козлов, йомшағыраҡ итеп әйткәндә, бик уңайһыҙ хәлдә ҡаласаҡ. Өсөнсөнән, ҡала хакимиәте башлығы, үҙенең итеген яларға тейеш яранының башбаштаҡлығын кисермәй, уны күрәләтә «төшөрәсәк». Василий Петрович хакимиәт даирәләренә рөхсәтһеҙ баçып  кергән хоҡуҡ һаҡлаусыларҙы яратмай.  Владимир Иванович, бүлек етәксеһе булараҡ, уңышлы эштең бөтә дан-шөһрәтен үҙенә ҡайтарып, башҡалар алдында түш ҡағасаҡ, әлбиттә. Тик яңғыҙ ҡалғанда уның кәйефе, юғарыла әйтеп үтелгән сәбәптәр нигеҙендә, бик хөрт булмаҡсы. Был эш уңышһыҙлыҡҡа осраған хәлдә иһә, Хәмитов өсөн, төптән генә уйлап ҡарағанда, тормош аҙ үҙгәрәсәк. Эйе, уны тәнҡитләрҙәр, битәрләрҙәр – аҙ кисергәнме ни ул ундай хурлыҡты? Һис юғында бер генә ҡағыҙ яҙыр ҙа хаҡлы ялға китер. Барыбер эш шуға бара. Коррупция менән, ана, Козлов көрәшһен. Үҙ-үҙен боғаҙынан быуып, үҙ-үҙе менән көрәшһен… Ул да әлеге урынында күп тигәндә тағы бер йыл ултырыр… Әйткәндәй, Владимир Иванович ҡул аçтындағы хеҙмәткәрҙәренең «башбаштаҡлығы»н хакимиәт башлығына аңлатһын әле тәүҙә. Белмәй ҡалдым бит, тиһә, бигерәк тә мәрәкә буласаҡ, Василий Петровичҡа  ундай  милиция етәксеһе ни бысағыма?

Ярай, әләйһә. Нисек булһа ла, тейешле эштең башҡарылыуы мәғҡул. Ә унда күҙ күрер.

Әнүәр Хәкимович, телефондан шылтыратып, Дубконы саҡырҙы. Шуны ғына көтөп ултырғандай, тегеһе йәһәт кенә килеп тә керҙе. Капитан Дубко һалам сәсле, һары йөҙлө, шуғалырмы кәкес танауындағы ҡара күҙлеге уның йөҙ-ҡиәфәтенә шомло серлелек өçтәгәндәй. Капитандың закон алдындағы гонаһтары күп булмаһа ла, ҡулдары таҙа түгел. Нишләйһең, эшендә ыңғай һөҙөмтәләргә ирешергә тырышҡан хоҡуҡ һаҡлаусыға ҡайһы саҡта закон кәртәләрен һанға һуҡмаçҡа тура килә. Ғаиләне ҡарарға, балаларҙы ла үçтерергә кәрәк… Тик ул ҡырын эштәрҙе ваҡытында «йомдора»  белеү фарыз. Саматов менән  Козловты  урап, Әнүәр Хәкимовичҡа һыйыныуы Дубконың нисек тә булһа «таҙараҡ» эшләргә  теләүенәндер, бәлки. Сөнки Әнүәр Хәкимович, Владимир Иванович һымаҡ, үҙ файҙаһын ҡайғыртып, ҡул аçтындағы хеҙмәткәрҙәренә баш китерлек хәүефле йомоштар ҡушмай. Дубко урынында икенсе берәү булһа, башын иçәргә һалып, әлеге хәбәрҙе бер кемгә лә еткермәй йәшереп ҡалыуҙы уңайлыраҡ күрер ине. Хакимиәт менән бәйләнешеү арыçландың мыйығын тартыу менән бер бит. Етәксеһенең урыны ҡаҡшағанды һиҙеп, ҡулынан килгәнсе ярҙам итергә теләүеме икән?

Әнүәр Хәкимович өçтәл аша  капитанға төбәлде.

– Иртәгә ришүәтселәрҙе фашлауға йүнәлтелгән операция уҙғарасаҡбыҙ, – тине ул, тауышын баçып. – Операцияға яуаплы итеп һине тәғәйенләйем. Иртәнсәк тәфтишсе менән тағы бер милиционерҙы алып, утрауға сыҡ. Шунда боçоп, ришүәтселәрҙе көтөгөҙ. Һеҙгә ярҙамға Иванов бүлексәһенән бер хеҙмәткәрҙе бирәм. Ул тегеләрҙе аңдып, ришүәтте алыш-биреш иткән мәлде фотоға төшөргәс, һеҙҙе саҡырып алыр. Иң мөһиме, – Әнүәр Хәкимович һуҡ бармағы менән өçтәлде туҡыны, –  бүлексә етәксеһе Саматов был  турала белергә тейеш түгел. Ни өсөн икәнде аңлатып тороу кәрәкмәйҙер.

Капитан Дубко өнһөҙ генә баш ҡаҡты.

– Һорауҙарың бармы?

– Был эш нисек  бөтһә лә, унан оло ғауға сығасаҡ…

Әнүәр Хәкимович бер мәлгә тынып ултырҙы.

– Әлбиттә, – тине ул һуңынан, Дубкоға һынсыл ҡарап. – Был мәшәҡәт уңышлы тамамланған хәлдә лә,  унан яҡшылыҡ көтөү урынһыҙ.  Аңлайһыңмы мине?

Капитан ризалашып баш ҡаҡты ла, рөхсәт алып, кабинеттан сыҡты.

Капитан Дубкоға ярҙамға Иванов бүлесәһендә эшләгән майор Ғәзизовты тәғәйенләргә ниәтләгәйне Әнүәр Хәкимович. Ҡыйыу, сос егет, бер ҡасан да  юғалып ҡалмай. Тик Ғәзизов, эштең айышына төшөнгәс, ҡырҡа баш тартты.

– Ғәфү итегеҙ, Әнүәр Хәкимович, ләкин мин был эштә ҡатнашырға теләмәйем, –  тине ул, етәксеһенең күҙенә тура ҡарап. – Сөнки Камалов – минең яҡын дуçым…

Эш башында уҡ ҙур хата ебәргәнен аңлаған Әнүәр Хәкимович,  әсенеп, эстән генә үҙен битәрләп алды. Камалов менән Ғәзизовтың дуçлығын алдан  белергә тейеш ине бит ул. Йәл, яҙа төбәлгән уҡтың сәпкә тейеүенә өмөт юҡ. Ысынлап та, хаҡлы ялға китергә ваҡыт еткән, ахыры. Әүәле бындай яңылышыуҙарға юл ҡуймай торғайнысы…

– Дуçыңды иçкәртергә уйлайһыңмы? – тине ул, һеләүһендәй күҙҙәре менән Ғәзизовҡа тишерҙәй итеп ҡарап.

– Белмәйем әле. Минеңсә, Камалов кемдеңдер баçымына дусар булып, шулай эшләргә мәжбүр ителгән…

Дубкоға ярҙамға лейтенант Сәйетов Уралды ҡуйырға тура килде.

Дауамы бар.

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: