24
Сал сәсле ҡаҡса ҡарт, өшөгән себендәй аҡрын ҡуҙғалып, өçтәл артына урынлашҡас, ҡара бишмәтенең кеçәһенән сығарған ҡалын тирәсле күҙлеген ҡармаҡтай кәкре танауына элде лә алдындағы ҡағыҙ битенә текәлеп өнһөҙ ҡалды. Сатура урынынан тороп, тәҙрә янына килде. Бөгөн уның өçтөндә,– көҙгө йонсоу көнгә ярашлы, һоро костюм. Урамдағы сүп-сар йәшнигендә ямғырға күшеккән хәйерсе соҡсона. Юл сатына бер-бер артлы килеп туҡтаған бихисап машиналар көҙгө бысраҡтан бер төçкә кергән оҙон, төçһөҙ сират хасил итә.
Ҡарттың һаҡ ҡына тамаҡ ҡырыуынан Сатура артына боролдо.
– Революциянан һуң ғаиләһе менән сит илгә ҡасырға мәжбүр булған сауҙагәр Латипов Кәрим Зәйнулла улының исеме миңә, тарихсы булараҡ, билдәле, – тине ҡарт, көтөлмәгәнсә көр тауыш менән. Юғары уҡыу йортондағы яландай ҙур аудиторияларҙа уҡыған лекциялар, берҙән, тауышты асһа, икенсенән, ҡолаҡтарҙы хөртәйтә. – Яңылышмаһам, Төркиәгә киткән... – тип дауам итте ҡарт, күҙлеген һалып. – Ә унда, ул замандағы хаким Ататөрөктөң бик ҡаты милли сәйәсәте һөҙөмтәһендә, ситтән килгән бик күп халыҡ әүәлге атын-затын юйырға, яңы исем-шәриф алырға, милләтен оноторға мәжбүр булған. Егерменсе быуатта беҙҙең илебеҙҙә булған һуғыш-сыуалыштар, башҡа сәйәси ваҡиғалар ҙа беҙҙең халыҡты аҙ бутамаған. Шуға ла был эш ярайһы уҡ сетерекле булмаҡсы, тимен. Мөмкин булған ҡәҙәре теүәл, аныҡ шәжәрә төҙөү байтаҡ ҡына ваҡыт һәм сығымдар талап итер, тимен…
– Сығымдар һеҙҙе борсомаһын. Ә ваҡытҡа килгәндә инде, һеҙгә был эште йәһәтерәк башҡарыу фарыз. Әйткәндәй, шәжәрә хужаһы үҙенең зат-ырыуын ярайһы уҡ яҡшы белә. Шуға ла ашығып, уның тамырын Сыңғыҙ ханға йә Аҡһаҡ Тимергә, ә «сыбыҡ осо»н әлеге ете диңгеҙ аръяғындағы үрсемле Себенстан иленең президенты менән ялғарға кәңәш итмәйем. Һәр быуын етешле рәүештә дәлилләнергә тейеш.
Ҡарт, ялтыр тотҡалы затлы таяғына ҡарағанда, хөрт йәшәмәйҙер. Таяҡланыуы ла һаулыҡ етмәүҙән түгел, ә халыҡ алдында мәртәбә үçтерергә ынтылыуҙан, буғай. Һуңғы ваҡытта замана еленән еңелмәй, аңын-заңын һаҡлап ҡалғандар зат-ырыуын, тамыр-сыбығын барларға тырыша шул. Теге хазинаны юллап йөрөгән саҡта, көтмәгәндә тап иткән зат-туғанлыҡтан һуң, Искәндәр бабай ҙа шәжәрәһен барларға булды. Юçығын белмәйенсә, ҡырмыçҡа иләүенә тарыған һуҡыр һымаҡ, аяҡ аçтымда йөрөгән туған-тыумасамды тапамайыммы икән, ти…
Сал ҡарттың артынан таяҡ туҡылдауы тыныуға, телефон шылтыраны.
– Күрешергә кәрәк, – осрашыуҙың урын-ваҡытын әйткән Кәримдең тауышы бик ҡоро сыға. – Һөйләшерлек сәбәп бар.
Сатураның былай ҙа йонсоу йөҙөнә күләгә йүгерҙе. Кәриме уның менән иçәнләшеп тә торманы. Ҡайҙа уның әүәлге балдай татлы теленән сыҡҡан «аҡҡошом, һөйөклөм, йөрәгем» тигән һүҙҙәре? Тимәк, шылтыратыусы Кәрим түгел. Был юлы уға милиция полковнигы Денис Даудович шылтыратты, шәт. Аҡты-ҡараны күрмәй, бер ни менән дә иçәпләшеп тормай, генерал булып мораҙына ирешергә ынтылған Денис Даудович Сәғитов… Эш бүлмәһендә яңғыҙ ҡалған Сатура, үҙе лә һиҙмәçтән, әсе көлөмһөрәп ҡуйҙы.
Бынан бер ай элгәре Кәрим үҙенең милиция шымсыһы булыуын әйтте уға. Аҙна самаһы күрешергә форсат тапмай, һағынышып осрашҡандан һуң, төн буйы һуҙылған ғишыҡ уйыны мәлендә булды был. Кәрим үҙенең серен ҡәҙимге бер ябай хәлде һөйләгәндәй итеп асты. «Бына мин һине булдыҡһыҙ эшҡыуар сифатында һөйә башлағайным да, уның ҡарауы, милиция полковнигы дәрәжәһендә «бөтөрөп» ҡуйҙым» тип шаяртты ул ишеткәненән дә бигерәк мөхәббәт утынан иçереп ятҡан Сатураны. Сатура, тәүҙә быға ышанмаһа ла, таң атыуға үрмәксе ауына эләккән себендәй булыуын аңлағайны инде. Кәрим аңлата белә…Ул шул көндән алып Кәримгә эшләй. Кәрим, йәғни милиция полковнигы Денис Даудович, уның ярҙамы менән Искәндәр бабайҙың енәйәтсел «батшалығы»на үтеп инергә ныҡыша. Ул, әлбиттә, яңғыҙ түгел. Уның артында торғандарҙы Сатура белмәй. Әммә уларҙың төп маҡсаты Искәндәр ҡарттың енәйәтсел ойошмаһын тар-мар итеүҙән ғибәрәт түгел. Уларҙың ынтылғаны – ойошманың үҙәгенә кереп, уны үҙҙәренә буйһондороуҙан, һәм шунда әйләнгән мал-мөлкәт ағымын үҙ кеçәләренә «йүнәлтеү»ҙән тора.
– Беҙ килеүҙән, дөйөм алғанда, Искәндәр ҡарттың «батшалығы»нда бер ни ҙә үҙгәрмәйәсәк, – ти Кәрим. – Уның хужалары ғына алмашынасаҡ. Әгәр беҙ Искәндәр ҡартты, ярандары, эйәрсәндәре менән бергә «йолҡоп» ташлап, ойошмаға үҙебеҙ хужа булһаҡ, алдыбыҙҙа асылған мөмкинлектәрҙе әлеге мәлдә күҙ алдына килтереү ҙә ҡыйын. Бер ҡулыбыҙҙа дәүләт власы булһа, икенсеһендә бандит суҡмары буласаҡ. Ә был – тормошҡа хужа булыу тигән һүҙ!
Ләкин Сатура, Кәримдең аяуһыҙ ҡыçымына дусар булһа ла, Искәндәр бабай «хужалығы» хаҡында белгәндәрен бик һаран ғына асты. Бөтөнләй асмаç ине лә, тик Кәримдең ҡулында уны ыҡҡа һалып, мәжбүрләрлек дәһшәтле әмәле бар шул…Әйткәндәй, Сатура Искәндәр ҡарт ойошмаһының һис юғында ундан бер өлөшөн беләме икән һуң әле? Асылда нигеҙе енәйәтселеккә ҡоролған ойошманың һәр тармағына, һәр быуынына айырым кеше яуаплы булып, ул атҡарған эштәрҙе үҙе һәм үҙенән өçтәрәк торған башлығынан башҡа белгән кеше юҡ. Шуға ла был сеймәлсек йомғаҡты тағатырға Сатураның мөмкинлектәре сикләнгән. Тормоштоң бар ҡатламдарына һуҙылып, урмандағы үрмәксе ауылай, иçкән елде лә, ҡыпыш иткән емтекте лә һиҙеп торған ойошманың бар булмышы, бар асылы Искәндәр ҡарт ҡулында. Һәм... уның «ҡаҙнасы»һында. Ә һуңғыһының исем-есеме Сатураға билдәһеҙ.
Бер аҙҙан, ошо хәлде аңлап ҡалғас, Кәримдең асыуы ҡабарҙы.
– Һин нимә, Искәндәр ҡарттың бандаһын тик икәүләп генә ҡыйратырға йыйынабыҙ, тип уйламайһыңдыр? – тине ул, йөҙөн ҡарайтып. – Уны төрлө яҡтан, төрлө ысулдар ҡулланып күптәр күҙәтә. Әммә һинең генә Искәндәр ҡарт янына туранан-тура йөрөрлөк хоҡуғың бар. Шунан файҙаланып, нисек тә беҙ уның ҡаҙнасыһын табырға тейешбеҙ. Шунһыҙ Искәндәрҙән арыныуҙан беҙгә фәтеүә сыҡмаç, сөнки уның «хужалығы» тиҙ арала ҡаҙнасыһы ҡулына ҡалып, ул беҙгә ҡаршы алыш башлаясаҡ. Шуға ла был эште нисек тә тауыш-тынһыҙ ғына атҡарыу кәрәк.
– Ҡаҙнасы хаҡында ҡыҙыҡһыныуымды һиҙеү менән, телемде ҡырҡып, күҙ-ҡолаҡһыҙ ҡалдырасаҡтар. Искәндәр ҡарттың аяуһыҙлығын белмәйһеңме ни?
Кәрим шунда, сит кешеләй, уға һынсыл һәм оятһыҙ ҡиәфәттә ҡарап торғандан һуң, янына килде лә ҡыҙҙың иҙеү төймәләрен ысҡындырып ҡыланды.
– Маҡсатына ынтылған һылыу ҡатын-ҡыҙҙар, ғәҙәттә, баштары етмәгән эшкә арттарын да ҡушалар. Дөрөç булһа, Искәндәр ҡарттың енси ғәйрәте һаман һүнмәгән, тиҙәр.
Сатура шунда, ишеткәненә ышанмай, һөйгәненә күтәрелеп ҡарағайны. Шул саҡ уның күҙ алдында ҡаршыһында торған Кәримдең һөйкөмлө йөҙө тоноҡланып, уның урынына, гүйә, видеоһүрәттә күргән милиция полковнигы Денис Даудовичтың ҡырҡыу ҡиәфәте хасил булды…
Беҙ мәңге бергә буласаҡбыҙ, ти Кәрим. Искәндәр ҡартты еңеп, уның мөлкәтенә хужа булғас та һаҡлармын, яҡлармын үҙеңде, ти. Үлеп яратам һине, шуға, үңәсемә терәлгән бысаҡҡа ла ҡарамай, үҙебеҙҙе ошо бысраҡ тормоштан алып, юғары, яҡты донъяға күтәрергә, хан менән ханбикәләй булып йәшәрлек иркен хаят яуларға тырышам, ти. Ә инде, ниәте килеп сыҡмаһа, ҡыçҡа ғына ғүмеркәйҙе сысҡандай боçоп заяға уҙғарғансы, Хоҙай биргән тормоштоң бар тәмен татып, арыçландай алышып үлеүең үҙе бер дан түгелме ни?
Ниңә фани донъяла саф мөхәббәт һәр саҡ ҡайғы-хәсрәт, бәлә-ҡаза менән, ҡушарлап йөрөй һуң? Кешеләрҙең йөрәгендә бәхет ҡошо ҡунып, оя ҡорорлоҡ урын булмағанғалыр. Ҡошсоҡ өмөтләнеп ҡуна ла кеше йөрәгенә, тар урынды оҡшатмай, кире оса…
Кәрим… Денис Даудович…Сатура Кәримде ярата. Ә Денис Даудовичты күрә алмай. Сатура, Сати… Сати ҙа Кәримде ярата һәм Денис Даудовичты ҡәһәрләй. Ә Кәрим Сатиҙы яратамы икән? Юҡтыр… Денис Даудович, билдәле, бер кемде лә яратмай. Тимәк, Сатура ла, Сати ҙа Кәримде һөйәләр. Ә Кәрим Сатураны ғына һөйә. Тимәк, Кәримгә Сатураны ҡушабыҙ ҙа саф мөхәббәт табабыҙ! Ха-ха! Мөхәббәт формулаһы бит был! Ха-ха…
Тик был тигеҙләмәлә исеме лә, есеме лә Кәрим булған кеше юҡ шул. Уның урында, ысынында иһә, Денис Даудович Сәғитов атлы әҙәм тора. Тимәк, был формула дөрөç түгел…
Хоҙайым, әллә аҡылдан шашып бара инде?
Башында ҡайнаған мәғәнәһеҙ уйҙарҙан арынырға теләгән Сатура, өçтәл артындағы урынынан ҡуҙғалып, ҡайҙа барырға белмәгәндәй, бер мәл генә албырғап торғас, тәҙрә алдына килеп, тағы тынып ҡалды.
Эйе, буталды ул, тамам аҙаны. Мөхәббәтенә ышаныр ине, уныһы ике йөҙлө булып сыҡты. Ә аҡылы килеп тыуған көрсөктән сығыу юлын таба алмай яфалана. Ике ут араһында ҡалыу шулай булалыр. Һиҙә Сатура: уны уңда ла, һулда ла һәләкәт көтә. Артҡа ла юл юҡ, күперҙәр янған. Алда тик ҡараңғылыҡ… Кәрим үҙенең иптәштәре менән күпме генә серәшһә лә, Искәндәр бабайҙы барыбер еңә алмаясаҡ. Ул, әлбиттә, шуны күҙаллап үҙенә артҡа сигенеү юлын әҙерләгәндер ҙә инде, ни тиһәң дә, дәрәжәле дәүләт хеҙмәткәре бит, ә дәүләт һағы буш һүҙ түгел. Ә уға эйәргән Сатураға ҡотолоу юҡ. Сөнки уның законға ҡаршы ҡылған гонаһтары асылып, кисереү тапмаясаҡ, ә унда инде һатлыҡ йәнгә асыуы ҡабарған Искәндәр ҡарттың ҡоно ла артынан ҡыуып етер… Ғәйебен танып, Искәндәр бабайҙан ярлыҡау һорау ҙа ҡотолдормаясаҡ уны… Берҙән, ҡарттың һатлыҡ йәнде кисереүе икеле булһа, икенсенән, дәүләт шул мәлдә үк, рәсми рәүештә уға үҙенең закон эттәрен һөсләтәсәк. Ул саҡта инде хатта Искәндәр ҡарт та яҡлай алмаясаҡ уны… зымзыя булғандай итеп ҡасырғамы әллә? Әйткәндәй, быға уның әмәл-ысулы әҙер инде. Ике яҡлап та донъя ҡыҙырып эҙләйәсәктәр, әлбиттә. Тапһалар – һәләкәт…
Әлеге көрсөктән ҡотолоуҙың тағы бер ысулы бар унда. Тештәре араһына йәшерелгән, телгә лә тойолмаçлыҡ кескәй генә быяла һауыттағы үлемесле ағыу ул…
Фани донъяла иң ышаныслы нәмә – үлем, тиҙәр…
Бина алдындағы йәш ҡайын көҙгө ел-ямғырҙан һарғайып, тетелеп бөткән, уның ботаҡтарында эленеп ҡалған һирәк кенә япраҡтары аша шәрә олоно күренә. Йәнәшәһендә – йәм-йәшел бейек шыршы. Был ағастарҙы ултыртҡан кешенең күңел-кисерештәре Сатураның әлеге моң-заңы менән бер булдымы икән ни? Ҡайын – Сатура. Кәрим – шыршы. Юҡ. Шыршы Кәрим булһа, ҡайынҡай һарғаймаç ине…Кәрим, тисе. Уның булмышы һиңә билдәле бит инде. Ул – Денис Даудович Сәғитов, милиция полковнигы. Генерал булырға хыяллана. Уға утыҙ биш йәш. Ғаиләһе юҡ. Минең эштә ғаилә ҡороу үҙ-үҙеңә ҡапҡан һалыу менән бер, ти…
Ямғыр яуа ла яуа… Урамда, баçҡан бер аҙымда бысраҡ, батҡаҡ, өшәнес еүешлек. Бындай көндә кибеп бөткән мәйетте лә ҡәбергә төшөрөү йәпһеҙ.
Сатура шунда кинәт кенә еүеш табутта үҙен күргән һымаҡ булды ла ҡурҡышынан сытырайтып күҙҙәрен йомдо. Оҙон керпек аçтарынан ике генә йәш тамсыһы һығылып сыҡты…
Өçтәл телефоны шылтыраны. Сәркәтип ҡыҙ йомош менән килгән һораусыны керетергә рөхсәт һораны.
Еүеш ҡара зонтигын тотоп, кабинетҡа кергән ҡатынды күргәс, Сатура шаңҡып, ҡулындағы ҡәләмен өçтәлгә төшөрөп ебәрҙе лә, ғәжәпләнеүенән тын алырға ла онотоп, бер мәлгә албырғап ҡалды. Ҡатынҡай иçәнләште, уңайһыҙланып ҡына уға тағы ниҙер өндәште лә күн диванға урынлашты. Шунда ғына Сатура, бар ихтыярын туплап, күңелендә ҡуҙғалған йән өшөткөс кисерештәрен йөҙөнә сығармай ауыҙлыҡлап ҡала алды.
Ни намыçы, ни ояты етеп килгән ул бында?
Сатураның аңында, гүйә, ғәрәсәтле йәшен балҡып, әлегә ҡәҙәре бар көсө менән үҙенән дә, башҡаларҙан да хәтер ҡараңғылығында йәшереп килгән ҡот осҡос, әшәке ваҡиғаларҙы яҡтыртты.
Алдында ултырған ҡатын – Нажия ине. Студент сағындағы әхирәте. Дүртенсе курста уҡығанда Нажия ғашиҡ булды. Һөйгәне тарих факультетында уҡыған сабыр ғына холоҡло егет ине. Бәхетле йәштәрҙең аралары яҡынайып, алдағы тормоштарын бергә ялғарға ниәтләй башлаған саҡтарында, яҙмыш улар алдына көтөлмәгән һынау ҡуйҙы. Сатура... Осраҡлы ғына күрешкән бер мәлдә егеттең уға күҙе төштө лә, ул, иç-аҡылһыҙ булып, Сатураға ғашиҡ булды. Хоҙай шаһит, Сатураның әхирәте бәхетенә һонолорға уйында ла юҡ ине. Теге егеткә ҡарата уғата ла ҡаты тороп, уны янына яҡын да ебәрмәне. Тик егеткәй Нажияға кире ҡайтманы, уҡыуын ташлап, ҡайҙалыр китеп ғәйеп булды. Шул сәбәпле әхирәттәрҙең аралары һыуынды. Сатура үҙен әхирәте алдында ғәйепһеҙҙән ғәйепле итеп тойһа, тегеһе, һуңынан күренеүенсә, уға ҡаршы ҡуйынында ағыулы йылан аçраған булып сыҡты.
Шул ваҡиғалар менән бер үк ваҡытта тиерлек Сатураға аҙғынлығы менән яманаты сыҡҡан бер егет ымһына ине. Егеттең ата-әсәһе ҡалала билдәле кешеләр. Уçал ҡыҙ, әлбиттә, тегегә күҙҙәре менән тишеп кенә ҡараны ла әсе теле менән шунда уҡ билдәле йүнәлешкә оҙатты. Ә бер кистә ҡыҙ үҙенең ятаҡтағы бүлмәһендә яңғыҙ ҡалыуын һағалап өçтөнә ташланған теге хәшәрәтте ҡыҙған үтек менән өтөп сығарҙы. Бешкән маңлайын усы менән баçып, ҡолаҡ ярыһы шартларҙай әшәке һүгенә-һүгенә бүлмәнән осоп сыҡҡан әҙәм аҡтығының янауҙарын бар тип тә белмәгәйне ул көндө сая ҡыҙ. Аҙ ишеткәнме ни ул төрлө янауҙарҙы бығаса…
Күпмелер ваҡыт үткәс, йәйге имтихандар тамамланған көндө, Нажия үҙе килеп, уны аулаҡҡа саҡырҙы.
– Ҡалала йәшәгән әхирәтемдең ата-әсәһе ҡайҙалыр китеп, ул фатирында яңғыҙы ҡалған. Кил, аулаҡта һөйләшеп ултырырбыҙ, яҡшы шарап та бар. Һуңғы арала күрешкәнебеҙ ҙә юҡ бит… Имтихандарҙы уңышлы тамамлауҙы ла билдәләп үтербеҙ.
Нажия күрһәткән фатирҙа уны иçерек егеттәр ҡаршы алды. Сатураны шунда мәсхәрәләп көсләнеләр. Береһе үтектән өтөлгән теге хәшәрәт ине. Икенсеһе… Икенсеһе имтихандарҙы биргәндә унан енси яҡынлыҡ талап итеп, күрәләтә насар билдә менән янаған йәш доцент булды. Сатура ялыу менән ректоратҡа барғас ҡына имтиханын ҡабул иткәйне шул мөртәт.
Сатура йәшен йотоп түҙҙе, тауыш-тын сығарманы. Нажия шул саҡтан һуң уның янынан күҙҙәрен быялаландырып, өнһөҙ генә үтеп китер булды. Ә бер көндө ул уҡыу бинаһының тәҙрәһе янында йыйылған ҡыҙҙар араһында, Сатураға бармаҡ төбәп, ауыҙ ситенән генә мыçҡыллы йылмая ине. Сатура күрҙе шуны. Күрҙе лә хәтеренә һалды…
Һәм бына шул Нажия йылмая-көлә уның алдында ултыра хәҙер. Ысынлап та, бөгөнгө көн бик хөрт булмаҡсы…
– Күреүемсә, эшеңдә ҙур уңыштарға ирешкәнһең, Сатура, – ти Нажия, күҙҙәре менән эш бүлмәһен байҡап. – Шундай матур офис, яҡты, ҙур кабинеттар, зиннәтле мебель…
– Тормошоң нисек, Нажия?
Сатура үҙ тауышын үҙе таныманы.
Нажия вайымһыҙ ғына ҡул иҙәне.
– Иремдән айырылдым. Биш йәшлек ҡыҙым бар. Ятаҡта йәшәйбеҙ. Әле эш эҙләп йөрөүем. Бәлки, һиңә фиғҡы белгесе кәрәктер? Танышлыҡ йөҙөнән миңә эш табырға ярҙам итер инең? Әйткәндәй, үҙеңдең тормошоң нисек, ғаиләң, балаларың бармы?
Сатура теле-телгә йоҡмай тәтелдәгән Нажияның һүҙҙәрен ишетмәй, урынынан тороп, тәҙрәгә боролдо. Бынағайыш, ярҙам-өмөт итеп, күрәләтә дошманына килергә нимә мәжбүр иткән һуң уны? Нажияның аҡылдан яҙыуымы был, әллә башын юрамал иçәргә һалыуымы? Әллә әүәлге әхирәтенең эшендәге уңыштарына көнләшеп, һаман ҡанмаған үсен баçыу уйынан, үҙенсә генә шулай аçтыртын мыçҡыллап ултырыуымы?
Эйе, теге саҡта Сатура Нажияға ышанып, әхирәтенең ҡара мәкеренә тарымаһа, әлеге көндә уның да матур ғаиләһе, алмалай балалары булыр ине. Әхәт, хеҙмәттән ҡайтып, өйләнешергә тәҡдим яһаған мәлдә, ул теге әшәкеләрҙән йоҡҡан ауыр енси сирҙән йәшерен генә дауаланып яфаланды. Сирләмәгән хәлдә лә, ҡыҙ сафлығын юғалтҡан килеш, ни йөҙө менән үҙен фәрештәләй күреп һөйгән егет ҡосағына керһен инде?
Был бисура Сатураның Сати исемле икенсе есеме барлығын белмәй, буғай. Сати…Ошо исемде ишеткәндә, ҡурҡышынан ирендәре ағарып, телдәре тотлоға күптәрҙең…
– Ҡыҙың балалар баҡсаһындамы?
Тәҙрәнән әйләнеп бүлмәгә ҡараған Сатураның күҙҙәрен осҡонланып торған ҙур ҡара күҙлек быялалары ҡаплағайны.
– Юҡ, бер нисек тә урынлаштыра алмайым. Өләсәһе ҡарай әлегә. Үҙем көн буйы урам тапағас ни…
– Беҙгә эшкә урынлашыу алдынан һынау үтеү мотлаҡ. Ризаһыңмы шуға?
Нажия йәнләнеп үк китте.
– Әлбиттә! – тине ул, ҙур ихласлыҡ менән. – Бында миңә бик оҡшай, ошонда эшләр өсөн барыһына ла әҙермен!
Ярай, мин һинең телеңдән тартманым, тип, Сатура эстән генә уçал көлөмһөрәп ҡуйҙы.
Нажияны сәркәтип янына оҙатҡас, ул һаҡсыларҙың башлығын янына саҡырып алды.
– Ошо ҡатынды Кирамдың гастарбайтерҙарына илтеп бирегеҙ, – тине ул, Нажия ултырған бүлмәгә ымлап. – Ике тәүлеккә. Кирам шуның иçәбенә беҙҙең бурысты һыҙып ташлаһын.
Бына шулай…
Ә теге хәшәрәттәрҙе Сатура үҙ ҡулдары менән атып үлтерҙе былтыр. Юҡ, ҡон тотоп эҙәрләмәне уларҙы, осраҡлы ғына юлын ҡыйғайнылар. Уның ҡарамағындағы зәргәр магазиндарын талай башланылар бер саҡ. Көпә-көндөҙ баçып, бер һаҡсыны үлтерҙеләр, икенсеһен йәрәхәтләнеләр. Сираттағы магазинды таларға килгәндәрендә үҙҙәре эләкте. Хәстрүштәр, кинолағы юлбаçарҙар һымаҡ, ҡара күндән кейенеп-яһанып, йөҙҙәрен битлек менән ҡаплағандар. Йолҡоп алынған битлектәрҙең артында теге әҙәм аҡтыҡтары булып сыҡты. Сатура, шиғәлселәрҙе милицияға тапшырырға ниәтләп, ҡулына телефонын да алғайны инде. Тик ике ахмаҡ, телдәрен тыйып, шым ғына ултырырға теләмәне. Иçкене иçләп, ҡыҙҙың йөҙөнән мыçҡыллай башланылар. Кем ҡулына килеп эләккәндәрен белмәйҙәр ине шикелле.
Енәйәт эшен тикшергәндә магазин һаҡсыһы, шиғәлселәрҙе үҙем аттым, тип аңлатты. Ышанмаçлыҡ түгел ине быға, сөнки һаҡсы тегеләрҙең ҡоралынан үҙе лә йәрәхәтләнгәйне. Дөрөçөндә иһә, Сатураның ҡулынан ине ул яра… Суд, һаҡсының был эше мөлкәтте һәм үҙ ғүмерен баçҡынсыларҙан һаҡлауға йүнәлтелгән, тип, хаҡлы булыуын таныны.
Ҡылғанына үкенмәй Сатура. Һәр кем ҡасан да булһа ла эҙләгәнен таба. Тик был эштең әлегә ҡәҙәре бер кем дә күрмәгән бер осо ҡалған булып сыҡты. Теге ваҡытта талаусыларҙың өсөнсөһө ҡотолоп ҡалған, имеш. Урамда күҙәтселәп торған. Хәҙер килеп, Кәрим… түгел, Денис Даудович шул әҙәмде тапҡан да Сатураға ғүмерлек төрмә менән янай.
Үс тоторға, ҡон ҡайтарырға ярамай, тиҙәр. Сөнки был кешеләр тормошон бөткөһөҙ ҡанға, гонаһҡа батырып, фани донъяны шайтан ҡулына бирә, имеш. Йәнәһе, Аллаһы Тәғәлә башҡаларға ҡарата яуызлыҡ ҡылған әҙәми заттарҙы үҙе язаға тарттырасаҡ. Был донъяла булмаһа, тегеһендә. Шулайҙыр. Хәҙер килеп, Сатура быны үҙ миçалында кисереп белә. Эйе, ул, былтыр теге ике хәшәрәтте үҙ ҡулы менән гүр эйәһе итмәй, тейешле рәүештә закон ҡулына бирһә, баш китерлек бөгөнгө сетерекле хәлдә ҡалмаған булыр ине. Әйткәндәй, Сатура теге егеттәрҙән дә, әлеге Нажиянан да үс алыу ниәте менән арттарынан баçтырыҡлап эҙәрләмәне. Осраҡлы ғына рәүештә үҙҙәре юлына тап булдылар. Хоҙайҙың Сатураны, шулай итеп, һынауы булғандыр, бәлки. Тик Сатура был һынауҙы күтәрә алманы. Ул йәшәгән даирәләр, ҡояштан ҡасҡан төн ҡараһылай булып, унда бүтән илаһиҙар хакимлыҡ иткәнгәлер инде.
Ғөмүмән, фани донъялағы әҙәми заттарҙың холоҡ-фиғелен, ҡылған эштәрен иғтибарға алғанда, теге донъялағы ожмах сәхрәләренең ярым буш булып, шунда эләгергә насип иткән изге йәндәрҙең эс бошорғос күңелһеҙ тормошо күҙ алдына килә. Уның ҡарауы, тамуҡтағы шайтан халҡы, ҡырмыçҡа иләүеләй мыжғып, ярҙарына һыймаған даръялай алҡынып торалыр.
Сатураның Искәндәр ҡарт ҡулы аçтына килеп эләгеүе лә бөгөнгө тормош күҙлегенән ҡарауға бик ябай. Прокуратурала тәфтишсе булып эшләгән ҡыҙға, уҡыған сағында, мәртәбәле уҡытыусы ағай-апайҙар ауыҙынан донъя тотҡаһылай итеп инанған, ҙурланған закондың ябай ғына баҙар тауарына әйләнеүен күҙәтергә тура килде. Закон өçтөндә ултырып та, үҙен тайғаҡ боҙға төшкән йәш быҙауҙай итеп тойған ҡыҙ, тынғыһыҙ эшенән тиҙ үк бүгеп, шәхси кәсеп асырға ниәтләнде. Әммә әлеге лә баяғы – аҡса мәсьәләһе ҡыçа ине. Кеçәһендәге тәңкә-тиндәрен шутлап ҡына сарыфларға күнеккән торлаҡһыҙ, мөлкәтһеҙ йәш ҡыҙ, банктан аҡса алып, ғүмерлек бурысҡа батҡыһы килмәне. Шунда уға «ярҙам ҡулы» һуҙҙылар. Ул Искәндәр ҡарттың йөнтәфи ҡулы булып сыҡты…
Ҡыçҡаһы, шул замандан бирле Сатураның һул яурынына ултырып, уның гонаһтарын теркәп барған фәрештәнең бер нисә дәфтәре, һис шикһеҙ, тулып, алышынған булырға тейеш. Ә уң яурынындағы фәрештә, эшһеҙлектән эсе бошоп, йоҡомһорап ултыралыр. Юҡҡамы ни Искәндәр ҡарт сағыштырмаса ҡыçҡа ғына ваҡыт эсендә уны үҙенә яҡынайтып, кәңәшсе дәрәжәһенә күтәрҙе.
Ә бөгөн милиция полковнигы Денис Даудович иптәштәре менән бергә Искәндәр ҡартты юҡ итеп, уның хужалығына, мөлкәтенә баш булырға уйлай. Мөмкинме һуң был? Сатура шикләнә быға. Сөнки ҡара-ҡаршы баçҡан ике көстөң дә һан-ҡеүәтен аныҡ ҡына белмәй. Әгәр ҙә хоҡуҡ һаҡлау органдары законлы нигеҙҙә эш итһә, Искәндәр ҡартҡа, ысынлап та, ауырға тура килер ине. Әммә, Денис Даудовичтың тел төбөнә ҡарағанда, уларҙың әлеге хәстәре закондан алыç булып, үҙ мәнфәғәттәрен йүнләүгә генә ҡайтып ҡала. Тимәк, уларҙың йөрөгән юлдары ла тайғаҡ, мөмкинлектәре лә сикле. Юҡ, Искәндәр бабайҙы бындай аçтыртын ысул менән еңеп булмай. Киреһенсә, ул хәстрүштәр, арыçлан ауыҙындағы иткә ымһынған сүл бүреһеләй, үҙҙәрен күрәләтә һәләкәткә дусар итә. Денис Даудович та һуңғы ваҡытта шуны һиҙеп ҡалды, ахыры. Шуға ла тешенә эләккән буйһөйәкте булған ҡәҙәре мулыраҡ ҡайырып алырға маташа ул. Үткәндә ул Сатуранан Камаловты ҡуртымға алған утрауын тейешле кешегә һатырға мәжбүр итеүен талап итте. Был – юғарынан алған ҡаты күрһәтмә, хеҙмәттәге артабанғы булмышымдың шуны үтәүҙән ғибәрәт булыуын белдерҙеләр миңә, ти. Әммә Зиннур Таипович көтөлмәгәнсә киреләнде.
Шуны иçенә алған Сатура кеçә телефонынан Камаловҡа шылтыратты.
– Утрауҙы һатыу тураһындағы күрһәтмәне үтәнегеҙме? – тип һораны ул ҡоро ғына, теге остағы телефон тоташҡас.
– Юҡ.
– Ниңә?
– Сөнки мин һеҙгә ышанмайым. Утрау Искәндәр ҡарттыҡы булғас, уны һатыу тураһындағы бойороҡто тик ул ғына бирә ала.
– Һеҙ минең ҡулым аçтында эшләйһегеҙ. Искәндәр бабайҙың күрһәтмәләре һеҙгә минең аша еткәнде аңламайһығыҙмы ни?
Теге остағы Камалов бер аҙға шымып ҡалды. Уйлай.
– Улайһа, миңә утрауҙы һатыу тураһында һеҙҙең яҙма күрһәтмәгеҙ кәрәк буласаҡ. Шунда уҡ хаҡын да билдәләгеҙ.
Сатура шартларҙай булды. Вәт, бюрократ!
– Һеҙ нимә, көләһегеҙме әллә?! Яҙма күрһәтмәләр биреп ултырырға бында дәүләт ойошмаһы түгел бит! Әйткән һүҙ – атҡан уҡ бында, ә буйһонмағандарҙың бер көндән баштары юҡ!
Теге оста урынлашҡан төпһөҙ тынлыҡ Сатураға үҙен ҡулға алырға булышлыҡ итте. Ул алдында ятҡан ҡағыҙ битен бөгәрләп, сүп кәрзиненә атты ла сәғәтенә күҙ һалды.
– Әйткәндәй, ғаиләгеҙҙең, балаларығыҙҙың киләсәге борсомаһа, киреләнә бирегеҙ, – тине лә телефонға, бәйләнеште өҙөп, өçтәл артынан торҙо.
Эй, Хоҙайым, нишләй ул? Ошо һүҙҙәре менән үҙенә үҙе ҡаҙған ҡәберҙе тағы ла тәрәнәйтте түгелме ни? Искәндәр ҡарт, үҙенән уҙып утрауҙы һатҡанды белеү менән, уның муйынын бороп, башын сүплеккә бырғатасаҡ бит! Ә утрауҙы, күп аҡсаға күҙе баҙлап, Камалов башбаштаҡланып һатҡан, тигәндә? Юҡ, ышанмаясаҡ Искәндәр ҡарт быға, уның күҙҙәре, бер ҡарауҙан хәнйәрҙәй тишеп, әҙәм балаһы эсендәген ярып һала.
Тимәк, килеп тыуған был хәлдә... Искәндәр ҡартты теге донъяға олаҡтырыу мәсьәләһен йәһәтләргә генә ҡала. Шунһыҙ Сатураға йәшәү юҡ. Тик ниндәй әмәл менән, күҙ күрмәçлек, ғәйеп теймәçлек итеп, тауыш-тынһыҙ ғына атҡарырға һуң был эште?
Ишекте бикләгәндә Сатураның күҙ ситенә бүлмә эсендә ниндәйҙер ҡара шәүлә елпенеп ҡуйғандай тойолдо. Ҡыҙ, хатта бер мәлгә генә туҡтап, сәйерһенгән ҡараш менән бүлмәне байҡап торҙо.
Ҡала өçтөнә күктән, гүйә, һоро болот төшкән дә бар нәмәне ян-яҡҡа сәсрәп торған һыуға мансып, бысраҡҡа батырған. Һауала осҡан томан тамсылары Сатураның кейеменә, йөҙөнә, керпектәренә йәбешә, уларҙың тәбиғи төçөн юйып, сирҡандырғыс еүешлеккә буяй.
Магазин ҡыйығы аçтында ямғырҙан боçоп торған йәш кенә сиған ҡыҙы Сатураның ҡаршыһына йүгереп сыҡты ла ҡулынан тотоп алды.
– Матурҡай, сибәркәй, туҡта, ҡулыма тәңкә һал да усыңды күрһәт, уҙғаныңды аңлатырмын, бөгөнгөңде аныҡлармын, киләсәгеңде әйтермен.
Сатураның усын ҡулына алып, шундағы юлдарға төбәлгән сиған ҡыҙының ҡарағусҡыл йөҙө ниңәлер кинәт кенә һүрәнләнде лә, ул, ярҙам һорарға теләгәндәй, сөм-ҡара күҙҙәре менән кемделер эҙләп, тирә-яғына алан-йолан ҡаранып торғанда, ҡайҙандыр бармаҡтары, ҡолаҡтары суҡмарҙай ауыр алтынлы, өçтөнә ҡатлы-ҡатлы бәбәйле күлдәк кейгән, көбөләй тәбәнәк йыуан сиған әбейе пәйҙә булды. Әбей, Сатураның ҡулын үҙенә алып, аҙ ғына ҡарағандан һуң, йөнтәç ҡаштары аçтына йәшенгән ҙур ҡара күҙҙәрен күтәрҙе лә артына сикте, уның йөҙөндә ҡурҡыу ҡатыш сикһеҙ ғәжәпләнеү һәм ҡыҙғаныу тойғоһо сағылды.
– Ҡыҙым, бөгөн ҡояшың мәңгегә байып, айың ҡалҡыр. Әҙер бул шуға…
Ҡояшың байыр, тисе? Сатураның күңел ҡояшы әле һаман байымағанмы ни? Аяҙ күктә сағыу ҡояш балҡып торһа ла, уның көндәре һуңғы саҡта бөгөнгөләй ҡараңғы һәм төçһөҙ бит. Ә бөгөн бигерәк тә…
Сатураның өшөгән йөрәге һөйгәне менән күрешеүҙән шәмдәй генә булһа ла йылылыҡ, яҡтылыҡ өмөт итә. Шуғалырмы уның аяҡтары хужаһының ихтыярын еңеп, билдәләнгән урынға, гүйә, үҙәренән-үҙҙәре ашыҡты. Ә аҡылы… Аҡылы иһә, аяҡтарында тороп ҡалған тышау өҙөгө һымаҡ, тигеҙ ерҙә абындырып, атларға ҡамасаулай. Ҡыҙ үҙен ниндәйҙер аңлайышһыҙ ағымға эләгеп, билдәһеҙ тарафтарға аҡҡандай итеп тоя ине. Гүйә, ул – яҙғы ташҡында ағып, ишкәктәре һынған һалсы. Алҡынып ятҡан боҙло һыуға ташланһаң да, сараһыҙҙан башыңды баçып, һалыңдың ҡая аçтында ажғырған упҡынға йүнәлгәнен күҙәтһәң дә, һәләкәттән ҡотолоуың шикле.
Кәрим кәйефһеҙ ине, ҡыҙға күҙ төбәп тә ҡараманы. Уның бар булмышынан ризаһыҙлыҡ, уçаллыҡ урғыла. Улай ғына ла түгел, әйтерһең дә, әлеге мәлдә урамда хөкөм һөргән бысраҡ еүешлек тирә-йүнгә тик унан ғына таралғандай. Юҡ, Кәрим түгел, Денис Даудович был. Кәрим, һөйгәнем, ҡайҙа булдың һин? Йөҙөң, ҡиәфәт-һының янымда, ә һин үҙең юҡ…
Йөрәгенә боҙ ятҡандай итеп тойған Сатура, ҡалтыранып, кейеменә уранды. Уның иҙгеләнгән күңелен төпһөҙ ҡара һағыш сорнаны.
Ресторанда улар бер-береһенә күҙ күтәреп тә өндәшмәне. Денис Даудович өçтәлгә ярым ятып ашаныуында булды. Уның ара-тирә үҙенә төбәлгән ауыр ҡарашынан Сатура тертләп ултырҙы. Ул үҙен тотҡон итеп тоя ине. Нескә билле фужерҙағы яратҡан шараптан да бөгөн ниңәлер әскелтем һеркә тәме килгәндәй.
Ресторан сәхнәһендә тамаша ҡорған күҙ буяусының йөҙө бер туҡтауһыҙ емелдәп торған яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡ эсендә йә балҡып торған көләс ҡиәфәт ала, йә күҙҙәре янып, тештәре ыржайған ғифрит төçөнә керә. Сәхнәлә йыландай һырғылана-борғолана йөрөгән ярым шәрә ҡыҙ күҙ буяусының ҡулындағы ялтырап торған пәрҙәгә уранды ла уны кире тағатыуға юҡҡа сыҡты.
Сатура, үҙе лә һиҙмәçтән, шул ҡыҙға көнләшеүен тойоп, үҙ алдына ирен ситтәре менән һүрән генә йылмайып ҡуйҙы.
Денис Даудович, ниһайәт, урынынан ҡуҙғалды.
– Һиңә барайыҡ, – тине ул, Сатураға ҡарамай ғына.
Фатирға кергәс, ул, ямғырҙан еүешләнгән кейемен һалып, ултырғысҡа ташланы ла ауыр баçып төпкә үтте, тәҙрә янына барып туҡталды. Тәмәке тоҡандырҙы. Сатура аш бүлмәһендә ут ҡабыҙып, ҡәһүәгә һыу ҡуйҙы.
Йорт ҡыйығынан аҡҡан тос һыу тамсылары, кемделер иçкәртергә теләгәндәй, бер туҡтауһыҙ тәҙрә тышындағы ҡалайҙы һуғып, тын фатир эсенә шомло ауаз тарата.
– Камалов утрауын һаттымы?
Кинәт кенә артында гөрһөлдәгән был тауыштан Сатура, тертләп, ҡулындағы сынаяғын төшөрөп ебәрҙе. Ал сәскә төшөрөлгән сынаяҡ, иҙән ташына бәрелеп, селпәрәмә килде.
– Юҡ әле…
Көтөлмәгән хәлдән йөрәге ҡупҡан Сатура, алйып, иҙән һеперткеһен таба алмай аҙапланды.
– Ә Искәндәр ҡарттың ҡаҙнасыһы тураһында ни әйтерһең?
– Әлегә асыҡламағанмын…
Денис Даудович, ҡулынан ҡаты тартып, ҡыҙҙы үҙенә борҙо.
– Һин нимә, мине алдап, ике ағас араһында аҙаштырырға булдыңмы? – тип екерҙе ул, тештәрен ыржайтып. – Ниңә әйткәнде үтәмәйһең?
Ҡыҙ, күҙҙәрен сытырайтып йомоп, устары менән битен ҡапланы.
– Кәрим… Мин белмәйем… Мин нишләргә лә белмәйем бит! Камалов мине тыңламай, Искәндәр бабайҙың бойороғон көтә. Ә ҡаҙнасы тураһында, шик төшөрмәй, нисек беләйем һуң?!
Ҡобараһы осҡан ҡыҙҙың тотлоға-тотлоға һыҡтап аҡланырға маташыуы Денис Даудовичты уғата ярһытты. Ул, ҡорбанын күҙәткән арыçландай, күҙҙәрен ҡыҙартып бер мәл генә ҡыҙға ҡарап торҙо ла, киҙәнеп, уны иҙәнгә һуғып йыҡты.
– Ниндәй Кәрим булайым, ти, мин һиңә!? – тип иҙәндән торорға маташҡан ҡыҙҙы аяғы менән тибеп ҡабат йыҡты ла, сәсенән ҡармап алып, алдына тубыҡландырҙы, ҡаты тартып, ҡыҙҙың башын һелкетте.
– Кәрим, ебәр мине, – асырғанып һыҡтаған Сатураның йөҙө, күлдәй булып, йәшкә батты. – Нишләйһең һин? Мин һине яратам бит, Кәрим, туҡмама мине!
– Һин, әшәке урам уйнашсыһы! – Денис Даудович ҡыҙҙың башын тубығына орҙо. – Кәрим тигән кеше бер ҡасан булмаған да, юҡ та! Уның урынында мин – Денис Даудович – буласаҡ милиция генералы! Ишетәһеңме?!
Сатураның танауынан ҡан китте. Быны күргән Денис Даудович ерәнеп кенә ҡыҙҙы иҙәнгә этеп йыҡты ла, уны аша атлап, өçтәл артына барып ултырҙы. Тағы тәмәке ҡабыҙҙы.
Аш бүлмәһендә бер мәлгә тынлыҡ урынлашты. Иҙәндә ҡанға батып ятҡан Сатура ҡуҙғалманы.
– Һин нимә, дөмөктөңмө әллә? – Денис Даудович, ултырған еренән аяҡ осо менән ҡыҙҙың арҡаһына типте. – Тор, ятма бында нәжестәй булып!
Сатура ҡуҙғалманы. Денис Даудович ҡыҙҙы сәсенән тартып күтәрҙе лә, әшәке һүгенеп уңлы-һуллы сикәһенә сапҡас, йыуыныу бүлмәһенә илтте, һалҡын һыу ебәреп, ҡаты ҡулдары менән битенә уҡмашҡан ҡан таптарын йыуҙы.
– Бер аҙна ваҡыт бирәм һиңә, – тине Денис Даудович, кире аш бүлмәһенә сығып, ҡыҙҙы ҡаршыһына ултыртҡас. – Теләһәң нишлә, әммә шул ваҡыт эсендә һин, беренсенән, Искәндәр ҡаҙнасыһын белергә тейешһең, икенсенән, Камаловтан утрауын һаттырырға. Ишеттеңме мине?
Сатура иламай инде. Уның йөҙө мәрмәрҙән киçеп яһалғандай аҡ, йәнһеҙ ине. Денис Даудович өçтәл аша ынтылып, ҡыҙҙың сикәһенә сапты.
– Тыңла бында! – тип екерҙе ул, йыртҡыс күҙҙәре менән ҡыҙҙы ашап. – Өсөнсөнән, – уның ҡулында ҡайҙандыр ампула пәйҙә булды, – ошо «дарыу» Искәндәр ҡарттың осаһына керергә тейеш. Белеүемсә, ул әлеге ваҡытта йөрәк сиренән дауаланып, уколдар ала. Беҙҙең өсөн был бик йәтеш хәл. Ошо «дарыу»ҙан рәхәтләнеп, мәңгегә йоҡоға талыр. Уның ниҙән дөмөккәнен бер кем дә белмәйәсәк.
Денис Даудович урынынан торҙо ла иҙәндәге ҡан күләүегенән һаҡланып ҡына бүлмәлә йөрөп әйләнде.
– Ҡара уны, – тине ул, таш һындай ҡымшанмай ултырған ҡыҙға бармағын төбәп. – Әгәр ҙә мәгәр һинең булдыҡһыҙлығың арҡаһында уйлаған эштәр ярты юлда тормошҡа ашмай ҡалһа, үҙеңә үпкәлә! Мине, ошо эштәр һөҙөмтәһенән сығып, генерал погондары көтә! Аңланыңмы? Теләһәң ни ҡыл, хет Искәндәр ҡарттың аçтына, хет Камаловтың аçтына ят, иллә-мәгәр мин әйткәндәр үтәлергә тейеш! Юғиһә, башың төрмәлә серер. Ә унан алда үҙеңде тотҡон ирҙәр янына ябырға ҡушасаҡмын. Кинәнһендәр әйҙә…
Денис Даудович шуны әйтеп һыуынғас, йыуыныу бүлмәһенә керҙе. Ҡойонорға.
Аш бүлмәһендә ҡалған Сатураның бар булмышы буш, гүйә, уны тормош ташлап киткәйне. Йәштәре ҡороған йәшел күҙҙәре тағы ла ҙурайып быялаланған, тоноҡланған. Боларған сәстәре йөҙөнә төшөп, ҡарашын пәрҙәләй. Күңеле күген һоро эңер баçҡан, әле генә түшендә һикереп типкән йөрәге лә ҡурҡышынан ҡайҙалыр йәшенеп юҡ булғандай. Һыуыҡ… Сатураның эсендә, әйтерһең дә, ҙур боҙбармаҡ хасил булған да, ул аҡрынлап эсендәге бар ағзаларын туңдырып, уны һалҡын һушһыҙлыҡҡа дусар итә. Башында уй юҡ, гүйә, уның баш ҡапсығында ҡәбер һиллеге хасил булған.
Денис Даудович, аҡ таçтамалға төрөнөп, йыуыныу бүлмәһенән сыҡты.
– Әйҙә, кил яныма, – тине ул Сатураға, иркә йылмайып. – Ҡатыраҡ ҡыландым, ахыры, ғәфү ит… Кил, һөйөклөм, наҙлап, иркәләп иретермен үҙеңде йылы ҡосағымда, онотолоп, ләззәт кисерерһең.
Шулай тине лә ял бүлмәһенә йүнәлде. Сатура, сихырланғандай, һаҡ ҡына ҡуҙғалып урынынан торҙо һәм, иçерек кешеләй айҡала-сайҡала, уға эйәрҙе.
Бүлмә ишеге алдындағы ултырғыс арҡаһына Денис Даудовичтың күн бишмәте эленгән. Уның аçтындағы кобурала пистолет тотҡаһы ҡыҙара…
Шәрә килеш диванда йәйрәп ятҡан ир бүлмәгә ингән ҡыҙ ҡулындағы ҡоралды күргәс, ҡағыҙҙай ағарып, кинәт кенә урынынан ҡуҙғалды.
– Сатура, шаярма улай… Аҡылыңа кил, был мин, Кәрим…
Тын фатирҙы ҡаты шартлау тетрәтте. Тағы, тағы… Денис Даудович, ҡан сәсрәгән түшен устары менән ҡаплап, иҙәнгә шыуып төштө.
– Сатура…Сатура…Һин мине үлтерҙең бит…
Ҡыҙ, ашыҡмай ғына уның өçтөнә эйелеп, дерелдәгән ирендәренән үпте.
– Юҡ, Кәрим, мин һине үлтермәнем… Һин минең йөрәгемдә йәшәрһең… Мин Денис Даудовичты үлтерҙем…
25
Искәндәр ҡарттың сырайы көҙгө йәмһеҙ көндәй йонсоу, төçһөҙ. Сырхап тора ул. Тәбәнәк буйлы ҡарт, йәшел биҙәкле йылы бохар еләненә уранып, дөрләп янған мейес алдындағы йомшаҡ ултырғыста, йылыға кинәнгән бесәйҙәй, шымып ҡалған. Ҙур булмаған бөхтә бүлмәлә ярым ҡараңғы, йылы. Таштан биҙәп һалынған ҙур мейестәге ут яҡтыһы ләүкеп, мөйөштәргә һырыҡҡан эңер ҡараңғыһы менән алыша, ҡарттың йөнтәç ҡаштары аçтына йәшенгән күҙҙәрендә ара-тирә сағылып, уларҙа һары ут ҡабыҙа. Ҡаршыһында ултырған Сатураның йөҙө, аҡ мәрмәрҙән яһалғандай, йәнһеҙ, һалҡын.
– Камаловтың беҙҙең кеше булыуы хаҡында ла беләләрме?
Искәндәр ҡарттың тауышы, тау тишегенән сыҡҡан ауаздай, тоноҡ, шомло.
– Беләләр.
Сатура ҡымшанманы. Ул, яҡтылыҡтан боçоп, киске эңер ҡуйырғанын түҙемһеҙләнеп көткән күләгәләй, диван мөйөшөнә һырығып ултыра.
Хөрт. Ысынлап та, быныһы Сатура килтергән бәләләрҙең иң яманылыр. Дошмандары ҡулына эләккән был мәғлүмәт күптән түгел генә ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаçары вазифаһына тәғәйенләнгән Камаловтың артабанғы үçешенә кәртә булыуы мөмкин. Әйткәндәй, был серҙең кем ҡулына барып эләгеүе билдәле инде. Искәндәр ҡарт үҙенең ҡулы аçтындағы кешеләрҙең тормошон ус төбөндәгеләй итеп күрергә, белергә күнеккән. Быйылғы яҙҙан алып Сатураға эйәләшкән ирҙең милиция шымсыһы булыуын да ул ҡыҙҙың үҙенән алда белде. Белде лә, «ҡойроғо»на баçып, күҙ ҡалдырмай аңдыны, юллатты. Искәндәр ҡарт күптән инде ҡаршыһындағы битлек кейгән билдәһеҙ әҙәми зат менән шахмат уйнағандай итеп тоя ине үҙен. Ул әҙәм байтаҡтан бирле, бик ныҡышып, уның мөлкәтен тартып алырға, ойошмаһына баш булырға маташа. Уның ошо алышта ҡулланған ысулдарына ҡарағанда, Искәндәр ҡарттың үҙе ише, тәненә энә төртөп, ҡараһүрәт төшөрөлгән ябай бур түгел ине. Дәүләт көсөнә эйә булған дәрәжәле, погонлы әҙәм булырға тейеш, тип фараз итә ине, ғүмер буйы бүреләй алышып, дошманының булмышын тешенә тейгән ҡан тәменән тойорға күнеккән тәжрибәле ҡарт. Фаразы раçҡа сыҡты. Хәҙер килеп, ул әҙәмдең төрлө ҡиәфәттәге рәсеме генә түгел, ултырған урыны, баçҡан аҙымына хәтлем билдәле уға. Генерал. Шыма йөҙлө, төлкө күҙле. Йәштән мундирҙа йөрөһә лә, тотҡон ҡулындағы бығауҙы нисек итеп элеп-сисергә белмәгәндәрҙән. Ҙур кабинеттарҙа ултырған ағайҙарҙың ялтыр паркет тапаған итектәрен таҙартып кеше булған да, хәҙер килеп, Искәндәр ҡарттың «хужалығы»н аçтыртын ғына тартып алырға, шуның менән байырға ниәтләй. Дәүләт, халыҡ, закон тип эш итһә, ни үпкә. Әммә ул, шуларҙың мәнфәғәтен күҙәтеү һылтауы менән, улар биргән властан сығып, үҙ файҙаһын ҡайыра.
Искәндәр ҡарт ғүмер баҡый бурлыҡ менән йәшәне, мөлкәт йыйҙы, исем-шәрифле булды. Йәш сағында әлеге иркенлек булһа, ташып барған сикһеҙ көсөн, сәмен эшҡыуарлыҡҡа, сәйәсәткә һалып, намыçлы эшләр, йәшәр, дан-шөһрәт ҡаҙаныр ине. Әммә ул замандарҙа Искәндәр кеүектәр өсөн ишектәр бикле, юлдар кәртәле булды. Заманалар үҙгәреп, халыҡ ҡулын бәйләгән мәғәнәһеҙ ҡанундарҙан, зиһенен бутаған ят тәғлимәттәрҙән арынғас, ул да ҡырын эштәрҙән йыйған мөлкәтенең күп өлөшөн таҙа, законлы эшҡыуарлыҡҡа һалды. Тик быуат һуҙымында бикле тороп, ҡапылдан иреккә сығарылған ас халыҡ, аҡ-ҡараны күрмәй, талаша-туҙыша туйынырға ашыҡҡан мәлдә, үҙ мөлкәтеңде һаҡлау, етәкләү, үçтереү, ҡаты ҡулды, хатта йыш ҡына аяуһыҙлыҡты талап итә. Әлеге генерал һымаҡ, күрәләтә кеше малына һонолоусылар күп. Ундайҙарға закон кәртә түгел. Уларҙы тик суҡмар ғына туҡтата ала.
Эйе, Искәндәр ҡарт – бур. Был – уның булмышы. Әммә генерал – уға ҡарағанда икеләтә бур. Сөнки ул – ике йөҙлө, һатлыҡ йән.
– Мин Камаловҡа утрауҙы һатырға ҡуштым, – тине Сатура көтмәгәндә, Искәндәр ҡарттың уйҙарын бүлеп.
Искәндәр ҡарт өндәшмәне. Уға Сатураның хәле асыҡ ине. Дөрөçөн әйткәндә, дошманының йөҙөн асыуҙа, уның хәл-торошон асыҡлауҙа ошо ҡыҙҙы файҙаланды. Тик ҡыҙ был турала белмәне, мөхәббәтенә иçереп, янында барған алышты күрмәне лә, һиҙмәне лә. Тап уның һөйәркәһе, үҙе лә һиҙмәçтән, Искәндәр ҡартҡа дошманының йөҙөн асып күрһәтте лә инде. Айыуҙы аусы аулаһа, шымсыны шымсы һағалай бит.
Ҡыҙ йәл. Ғаилә ҡороп, балалар үçтерер сағы ла бит, тик Хоҙай үҙенә бәхет бирмәгәс, нисек итәһең… Сәскәләй сағында әшәке әҙәмдәр ҡулына тарып, мәсхәрә ителде, унан, бынауы ике йөҙлө шымсыны осратып, тағы һемәйҙе… Мөхәббәт – ул Хоҙай бүләге, ти ҡайһы бер татлы телле хыялыйҙар. Хоҙай биргән бүләк булһа, бахыр әҙәмдәрҙе бәхетһеҙ итмәç ине. Хоҙай бүләге – аң, аҡыл, фиғел, шул сифаттар менән генә әҙәми заттар хайуанлыҡтан арынырға, кеше булырға насип икәндәр. Ә мөхәббәт – иблис ҡотҡоһолыр, кешене бутауға, уның аҡылын юйып, юлдан яҙҙырыуға, хайуанлыҡҡа кире ҡайтарыуға йүнәлтелгән енси тойғо ғына ул. Юҡҡамы ни, ғашиҡтар хистәренә иçереп, аҙып-туҙып йөрөгәндән һуң, юлдарының осона еткәс, үҙҙәрен ҡара сүллектә япа-яңғыҙы ҡалғандай тоялар. Күптәр, шунан сығырға юл да, көс тә тапмай, тормоштан юғала. Эйе, Хоҙай Тәғәлә әҙәми заттарға бер-береһен һөйөргә, яратырға ҡушҡан. Әммә был ир-ат менән ҡатын-ҡыҙ араһындағы енси мөнәсәбәт хаҡында түгел.
Искәндәр ҡарт ырғаҡтай кәкре, йыуан бармаҡтары менән Сатура килтергән быяла ампуланы тотоп, мейес яҡтыһына ҡуйҙы. Быяла эсендәге һыуҙай төçһөҙ шыйыҡса ләүкеп торған усаҡ утында уçал емелдәй. Үлем…Искәндәрҙе үҙ ғүмерендә аҙ үлтермәнеләр. Аттылар ҙа, аçтылар ҙа, тигәндәй. Быныһы – сираттағыһы… Тик ул, Хоҙай рәхмәтенән, айыуҙай тайыш табандары менән һаман тапай әле был бысраҡ ерҙе, хатта, ҡартайып, һикһәнен ҡыуалай хәҙер. Әжәлдән ҡасмай ул, йәшәрен йәшәгән, ашарын ашаған бит инде. Ә был ағыуҙан килгән рәхәт үлем – кәре бөтөп ҡартайған, йәшәүенең йәмен юғалтҡан һәр әҙәмдең хыялылыр. Тик уның йөрәгендә һәр саҡ дөрләп янған йәшәү, алыш уты бөгөн дә һүнмәгән әле. Ваҡыты сығып, һүнә ҡалһа, Искәндәр ҡарт уның һуңғы ҡуҙҙарын үҙе тапар…
Искәндәр ҡарт быға ҡәҙәре Сатураның эшенән бик риза ине. Тырыш, аҡыллы, ҡыйыу ҡыҙҙан күргән файҙа күп булды. Ысынында иһә һуңғы ваҡытта теге шымсы менән буталышыуынан килтергән зыяны ла сүптәй генә. Сөнки был хәлде күҙәтеп торған Искәндәр ҡарт килер зыянды элгәренән күреп, алдынан алып торҙо. Йәғни шымсының Сатуранан алған мәғлүмәттәре көнөндә үк иçкереп торҙо. Сатура булмаһа, Искәндәр үҙен йөҙәткән йәшерен дошманын асып, ҡасан таныр ине әле? Тик уçал ҡыҙ, ҡыҙыулыҡ менән уңға-һулға атып, үҙен ҡотолғоһоҙ көрсөккә ҡуйҙы. Шымсы ғүмерен киçкәне өсөн уны ҡаты ҡон көтә. Әүәле ҡылған эреле-ваҡлы гонаһтарын да табып, өçтөнә өйәсәктәр. Ә был – ғүмерлек төрмә тигән һүҙ…Төрмәгә хәтлем йәшәргә бирһәләр әле…
– Килеп тыуған хәлде аңлайһыңмы, Сатура ҡыҙым?
– Аңлайым…
– Мин һине артабан янымда ҡалдыра алмайым. Бындай осраҡта ҡулланылған беҙҙәге тәртипте беләһеңдер бит?
– Беләм…
– Ярҙам кәрәкме?
– Юҡ. Мин үҙем…
– Туғандарыңды ярҙамымдан ҡалдырмам…
Йәл, бик йәл шундай эшмәкәр ярҙамсыны юғалтыу. Ҡыҙ бала булараҡ та йәл. Булмышы менән генә лә тирә-йүнде биҙәп йөрөгән һылыу бит. Сатураны күргән һайын уның күҙҙәре яҡтырып, күңелендә матур заң уяныр ине. Ниңә ул ҡасып китмәне, шайтан үҙе эҙләп тә тапмаçлыҡ ергә кереп боçманы икән? Искәндәр ҡарт уны һис тә эҙләмәç ине бит. Ул ғына ла түгел, хәленән килгәнсе эҙәрләүселәрҙе юлдан яҙҙырыр, уларға аяҡ салыр ине. Ә уның ҡулдары оҙон, хәле лә шөкөр…
Бүлмәлә һомғол кәүҙәле, яурындарына шәлкемләнеп төшкән оҙон сәсле ир пәйҙә булды. Өçтөндә затлы ҡара костюм, муйынында көрән галстук. Ул ялтыр ботинкалары менән йомшаҡ келәмдән бесәйҙәй шым баçып килде лә, ҡулды киçерҙәй итеп үтекләнгән салбар балаҡтарын тартып, Сатура ултырған дивандың икенсе ҡырына урынлашты.
Искәндәр ҡарт ҡулындағы ампуланы оҙон сәсле иргә күрһәтте.
– Ошоно, әмәлен табып, осаһына ҡаҙаһындар, – тине ул, дошманының исемен атап.
Нишләһен инде тағы, шунһыҙ булмай, был үлемесле алышта кемдер еңергә тейеш. Дошманы ағыулы уғын уға беренсе булып атты. Тик яҙа атты. Хәҙер уның сираты. Ә ҡаҙауҙарына шиге юҡ. Ас менттар араһында ҙур погонлы етәкселәренең артына ағыулы энә генә түгел, тупаç таяҡ ҡаҙарға әҙерҙәре лә бар.
Сатура урынынан ҡалҡынды ла, йөҙө менән усаҡ йылыһын тойған һуҡырҙай күҙҙәрен ҙур асып, мейес ауыҙына текләп торғандан һуң, боролоп, тәҙрә янына китте, тәҙрә аша тыштағы эңер ҡараңғыһын тишкеләгән ҡала уттарын бер аҙ күҙәткәс, шундағы тәрән креслоға ултырып тын ҡалды.
– Тағы ла, – тине Искәндәр ҡарт, мейестәге ялҡынға текләп бер аҙ тын ултырғас. – Утрауға ымһынған сит ил эшҡыуарын табып, тейешенсә ныҡлап һөйләшегеҙ. Утрауҙан баш тартһын. Юғиһә…
Оҙон сәсле ир, ризалашып, өнһөҙ генә баш ҡаҡты ла, хужаның китергә рөхсәт биргән ымын күргәс, күләгәләй шым ғына ҡуҙғалып, бүлмәнән сығып китте.
Һәр бәләнең, түтәлгә үçкән сүп үләнеләй, тамыры була. Уның үçеп, һуңынан тирә-йүнгә таралған меңәрләгән орлоғон йыйып аҙапланғансы, алдан уҡ йолҡоп, ҡоротоу еңелерәк.
Бүлмәлә тәрән тынлыҡ урынлашты. Мейестә усаҡ дөрләй. Стеналағы ҙур сәғәттең һалмаҡ ҡына текелдәп бәүелгән алтын телендә усаҡтың һары яҡтыһы сағыла. Урамда ямғыр шыбырҙай…
Искәндәр, урынынан тороп, Сатура ултырған кресло артына килде. Иҙәндәге йомшаҡ келәмдә һөйрәлгән оҙон елән итәктәре, бабайҙың тәбәнәк кәүҙәһен тағы ла шиңдереп, уны, гүйә, әкиәттәге кәрлә ҡартҡа әүерелдерҙе.
Ҡарт Сатураның башы аша тәҙрәгә ҡарап күпмелер ваҡыт тын торҙо.
– Ярай, ҡыҙым, – тине ул, һуңынан ҡыҙҙың сәсенән һыйпап. – Ебәрәм һине. Ҡас, йәшен. Үҙ көнөңдө үҙең күр. Ҡыйын хәлгә ҡалһаң, шылтырат. Ҡулдан килгәнсе ярҙам итермен…
Сатура ҡуҙғалманы. Искәндәр ҡарт кинәт һиçкәнеп ҡулын алды ла, креслоны урап, ҡыҙҙың алдына сыҡты.
Сатура, маңлайына бөҙрәләнеп төшкән сәс шәлкеме аçтындағы ҡаштарын ҡыйылдырып, ҡамыштай оҙон керпекле күҙҙәре менән бер аҙ ғәжәпләнгән ҡиәфәттә мәңгелеккә текәлгәйне. Уң сикәһендәге яңғыҙ йәш тамсыһы ла кипмәгән…
Искәндәр ҡарттың йөрәге һыҙып, тамағына төйөр тығылды. Әллә ниңә күңеле йомшарасы һуңғы ваҡытта. Ҡартайыуы шулдыр…
26
Аҙымдар саҡрымдарға ялғана. Кейек аңдып, туғайҙарҙы, әрәмәлектәрҙе баçҡан бура-бура көрттәрҙе саңғылар менән ашыҡмай ғына һыҙмалай торғас, тороштан ярайһы уҡ алыçайып киткәнмен, имеш. Һунарым уңды шулай ҙа. Һыу буйындағы таллыҡтан ҡуян өркөтөргә йөрөгәндә, көрт эсенән, ҡолаҡ ярыһын тишерлек тынлыҡҡа батҡан урманды һиçкәндереп, бер туп ҡор осоп сыҡты ла яҡындағы ҡайын ботағына ҡунаҡланы. Күмәк ҡанаттар еленән тирә-йүндә ҡар өйөрмәһе ҡупты. Көтөлмәгән был хәлдән йөрәгем ҡубып, саңғыларым салышты ла, көрткә ҡоланым. Ҡарҙа ятҡан килеш берәүһен атып төшөрөргә булдырҙым улай ҙа.
Боҙ ҡоршаған йылға ярындағы ерек әрәмәһенә ҡоролған аҡ сатырым янына еткәс кенә шәйләнде. Усаҡты тергеҙеп, ҡаҙан элдем. Әтәстәй дәү ҡошто рәтенсә эшкәртеп ҡаҙанға һалғансы, шырпы буйылай ғына ҡыçҡа декабрь көнө һүрелеп, эңер төштө. Көндөҙ әрәмәләрҙә боçоп ятҡан әбәк-һәбәктәр урындарынан ҡуҙғалышып, ҡалын ҡар юрғаны ҡаплаған туғай-болондар буйлап күсә, оса башланы, шыпырт ҡына йәшенә-боçа, усаҡ ләүкегән әрәмәне ҡаманы.
Мин ҡара урман ҡаплаған тау-таш араһындағы туғайҙа икенсе көн инде Ғилман дуçымды көтәм. Ул иртәгә килеп етергә тейеш. Бына ике ай инде, милициянан киткәнемдән бирле, эшһеҙ ятам. Эшһеҙ тиеүҙән, бөтөнләй үк ҡул ҡаушарып, күҙ тупайтып тик ултырған юҡ инде. Ҡайҙа аҡса еçе сыға, шул кәсепкә тотонам. Тыныс, иркен тормошҡа тиҙ өйрәндем. Милициялағы әүәлге эшем иçемә төшһә, тәндәрем эçеле-һыуыҡлы була. Ете яттарҙың бәләһен, ғәйебен, гонаһын үҙеңдекеләй итеп, шуларҙың аҙабынан алйып, бысрағына батып, әллә күпме ғүмеремде бушҡа сарыф иткәнмен, имеш. Алтынлата түләргә вәғәҙә итһәләр ҙә, башҡаса унда бараһым юҡ. Ас тамағым – тыныс ҡолағым. Ҡолаҡ итемде ашаған ҡатыным да, урындыҡ тулып илашҡан балаларым да юҡ, яңғыҙ тамағымды нисек тә туйҙырырмын әле.
Әйткәндәй, ҡолаҡ итемде ашаусылар бөтөнләй юҡ, тип әйтә алмайым. Әсәйем менән атайым улар. Мине һаман өйләндерә алмай аҙапланалар. Өйҙә сағымда – торһам да, ятһам да – шул туралағы бер үк хәбәр менән теңкәмә тейәләр. Шуға ла улар янында ике-өс көндән артыҡ йәшәй алмайым, берәй һылтаумы, кәсепме табып, ситкә һыҙырға ғына торам. Билдәләнгән көндән күрәләтә алдан килеп ятыуым да шул сәбәпле. Олоғайған ата-әсәйемдең заң-ғәмен аңлап торам да ул. Үҙҙәре иçән-һау саҡта буйҙаҡ улдарын башлы-күҙле итеп, яндарында тызылдашып йөрөгән ейән-ейәнсәрҙәрен һөйгөләре килә. Үткәндә атайым минең менән кесе өйгә ҡасып, әсәйемдән боçоп ҡына алған хәмерҙе алмаш-тилмәш йотоп ултырғанда, улым, ниңә ҡатын-ҡыҙға ҡарамайһың, әллә хәлеңдән килмәйме, тип бәйләндесе.
Күп йәнемә тейһәләр, анауы Фәриҙә һылыуҡайҙы алдым ҡуйҙым. Миңә хәҙер – барыбер. Уныһы ла, мәктәпте тамамлағас ни уҡырға, ни эшкә китмәй, ауылда ята, матур кейенеп ала ла юҡ-бар һылтау менән беҙгә килә, йәнемде көйҙөрөп, йәш тананыҡына оҡшаған күҙҙәре менән мине «ашай». Йәтеш кенә үҙе. Иллә-мәгәр баçымсаҡ булмаҡсы… Тик нисек итеп үҙемдән ун бер йәшкә кесе ҡыҙ балаға һонолайым, ти? Кешенән оят бит…
Әминә… Ул, таң йондоҙо һымаҡ, минең күңел күгемдә һаман балҡыһа ла, алыçая, тоноҡлана бара. Нишләйһең, яҙмағанды яулап алып та булмай. Ярай инде, бер минең баштан уҙған хәл түгел. Мөхәббәт шулай ул: башта уйната ла һуңынан илата. Ишетеүемсә, Әминәнең бай зат-ырыуы табылып, ул сит илгә күсеп тә киткән инде…
Ҡараңғы төштө. Ни аралалыр күк түренә менеп ҡунаҡлаған ҡыйырсыҡ ай ер өçтөнә, гүйә, алтын ептәрҙән үргән сихри селтәрен ташлаған да, сибәрлегенә маһайған үҙ һүҙле һылыуҡайҙай, өçтән аçҡа аçтыртын ғына ҡарап, йыһанды гиҙә. Уға, емелдәшеп, бихисап йондоҙҙар эйәргән. Урманлы тау һырттары, ятҡан еренән торорға ҡуҙғалышҡан ғифриттәр һымаҡ, ҡарайып, өçтөмә ауышҡандай. Төн ҡараһы сорнаған туғай-әрәмәләрҙә, йомро көрттәр өçтөндә сәйер шәүләләр елпелдәй. Һауала ҡолаҡ ярыларын сыңлатырлыҡ тынлыҡ хөкөм һөрә, хатта баш өçтөндә балҡыған ғаләм усағының сытыр-сытыр килеп яныуы ишетелгәндәй…
Һәммә бөйөк эш тик тынлыҡта атҡарыла, ти торғайны мәрхүм олатайым.
Усаҡ яҡтыһынан һарғайған сатырымды уратып, шомло күләгәләр бейешә. Әйләнәләге төн ҡараһынан үҙемә төбәлгән күҙҙәрҙе тоям. Кейек-януарҙан хәүефләнгән юҡ та, тик ен-бәрейҙәр ҡыҙыҡмаһын үҙемә…
Ен-бәрей тигәндән, малай сағымдағы бер хәл хәтеремә төштө шунда. Әлегеләй ҡыш ине. Төн уртаһында дөбөр-дөбөр ҡапҡа шаҡыуға шөбһәләнеп уяндыҡ. Атайыма эйәреп тышҡа сыҡтым. Сатлама һыуыҡ, аяҙ төн. Ни күрәбеҙ: тиçтәләрсә саҡрымды сабып уҙғандай бәлтерәп, аҡ күбеккә батҡан ҡола ат сана-тәртәһе менән ҡапҡа бағанаһына бәрелеп туҡтаған да алғы тояҡтары менән бер туҡтауһыҙ ҡапҡаны типкеләп дөбөрҙәтә. Санала ҡатып ултырған әҙәмдең өç-башы, ҡарға йығып тулатҡандай, ап-аҡ булған, һаҡал-мыйығы ла боҙланып туңған. Ул, быялаланған күҙҙәрен аҡшайтып, күгәргән ирендәре менән бер туҡтауһыҙ ниҙер һөйләнә, ә янына барған атайымды күргәс, «әкбәр» ҡысҡырып, балтаһы менән һелтәнде…
Күҙҙәрен ағартып, баш бирмәй тулаған атты көскә туғарып, һылап-һыйпап тәрбиәләгәс, ололар йортҡа кереп, түрбашта сәйгә ултырҙылар, мин иһә юрған аçтына боçоп, тегеләрҙең хәбәренә ҡолағымды ҡарпайттым. Саналағы кеше күрше ауылда торған Әхмәтгәрәй бабай булып сыҡты. Ул бөгөн бынан егерме саҡрымдағы урыç ауылына йомош менән барған да төнләтеп ҡайтырға сыҡҡан. Ҡәçеҡ тигән ергә еткәс, уны ен баçҡан. «Ни арыу килә ятһам, юлымда шинель кейгән ике һөлдә пәйҙә булды, – тип илаулап һөйләне хәбәрен бабай. – Тәнһеҙ-өнһөҙ, үтә күренмәле ике ҡара шәүлә. Берәүһе, атымдың алдына сығып, башҡайын йүгәненән ҡайыра, икенсеһе, сана башына ҡунаҡлап, дилбегәне тарта… Юлдан төшөрөп, урманға борорға итәләр. Атымдың башын тартҡан яҡҡа ҡараһам, унда... шундай уҡ шинелле һөлдәләрҙән ғәскәр теҙелгән… Дөлдөлөм улай ҙа бирешмәне, юлдан ситкә баçмай, тегеләргә ҡарышып, тибешеп килде. Дөлдөлөм ҡотҡарҙы. Тәүҙәрәк ҡотом осоп, зиһенем тарҡалды, белгән доғаларымды ла онотоп, аҙап ҡалдым. Улай ҙа, бер мәлдә, ләиләһииллаланы иçләп ҡалдым, изге фәрештәм телемә һалғандыр инде, Хоҙай рәхмәте. Шуны әйтһәм, теге тамуҡ киçәүҙәре, юлдан ситкә осоп, артта ҡалалар. Шул ҡыçҡа ғына доғаны бер туҡтауһыҙ ҡабатлауҙан телем тетелгәндәй булғас, тын алайым тип, бер мәлгә генә тынһам, артымдан ҡыуып етәләр ҙә тағы атыма йәбешәләр. Сирек сәғәтлек юлды өс сәғәт буйы шулай алышып килдек. Ахырында, күҙҙәрем томаланып, һушымды юя биреп тә ҡуйҙым. Дөлдөлөм ҡотолдорҙо, Дөлдөлөмә рәхмәт!
Ҡартлыҡтан саҡ ҡуҙғалып йөрөгән өләсәйем, урынынан тороп, төн буйына шыбыр-шыбыр доғалар уҡып йөрөнө, урамға ла өс ҡат сығып әйләнде.
Әхмәтгәрәй бабайҙы, шул хәлдән һуң, билгеһеҙ сырхау менән яфаланып оҙаҡ ҡына ятҡан, тинеләр. Ситтән уҡымышлы мулла саҡырып, им-том иткәс кенә, аяғына ҡабат баçҡан. Ә Дөлдөлө мандыманы. Яҙ етеп, ҡара ергә аяҡ баçҡас ятып үлгән меçкен малҡай.
Ҡәçеҡ тигән урында билдәһеҙ ҙур ҡәберлек бар, тиҙәр. Граждандар һуғышы ваҡытында аҡтар ҡыҙылдарҙымы, әллә ҡыҙылдар аҡтарҙымы шунда теҙеп-теҙеп атҡандар, имеш.
Ошо хәлде ишетеп белгән ҡайһы берәүҙәр, имеш, Әхмәтгәрәй ҡарт күҙенә күк күренгәнсе эскән дә, зиһене буталып, ҡарт атын яндырғансы юл буйына сыбыртҡылап ҡыуалаған, тип ауыҙ йыралар.
Донъялағы һәр нәмәнең ике яғы бар, ти торғайны олатайым. Яҡшыға – яман, көнгә – төн, аҡҡа – ҡара, йылыға – һыуыҡ… Яҡты донъяға – ҡараңғы гүр.
Ас ҡорһағымды бүреләй олотоп, ниһайәттән бешеп сыҡҡан кейек ҡоштоң түшкәһе янына икмәк, һуған башы, борос, ҡорот сығып ятты. Сатырҙа үҙ сиратын күптән көтөп ятҡан хәмер шешәһе лә, тәрән көрөшкәһен эйәртеп, табынға һыйынды. Шешә былт-былт, тамаҡ ғолт-ғолт итте, артынан ике ҡалаҡ ҡайнар һурпа, бер ҡабым кейек ите… Битемә, гүйә, йәннәт ҡошоноң ҡаурыйы ҡағылды…
Баш өçтөмдә Тимер ҡаҙыҡ йондоҙо менән ғаләмдең ҡап уртаһына ҡағылған күк көмбәҙе әкрен генә әйләнә лә әйләнә…
Иртәгәһенә, төш ауғас, ике этен эйәртеп, Ғилман да килеп етте. Ҡалған көндө алдағы һунарға әҙерләнеп кәрәк-яраҡты йыйнаныҡ, килеп тыуыр хәлдәрҙе күҙалларға тырышып, фараздар ҡылдыҡ.
– Ҡана, ишеттер әле миңә йыртҡыс тауышын, – тине Ғилман, ҡараңғы төшөп, усаҡ янына ашарға ултырышҡас.
– Ҡуйсәле, бигерәк тә ямаҡай яңғырай, йән өшөрлөк. Эттәрең өрөп, төн буйы йоҡо бирмәç…
27
Аҡлы-күкле ҡаргиҙәр йәйрәп ятҡан ҡар даръяһын яра. Өйөрмә буран, ер менән күкте тоташтырып, барыр юçыҡты томалай. Күбәләктәй эре ҡар бөртөктәре, ҡаргиҙәрҙә барған кешенең ҙур күҙлегенә йәбешеп, юлды ҡарарға ҡамасаулай, тиҙлекте кәметергә мәжбүр итә.
Геннадий Самуилович ҡайырылып артына ҡараны. Уға эйәргән ике ҡаргиҙәр, йөҙ аҙымға артта ҡалып, буран аша тоноҡ ҡына төçмөрләнә. Унда арсыйҙары менән Искәндәр ҡарт килә.
Геннадий Самуилович хәҙер инде – Искәндәр ҡарттың кешеһе. Хазинаға бәйле мажараларҙан һуң Сати уны үҙенә алды. Искәндәр ҡарттың был ҡалала мәнфәғәттәрен һаҡлауға «суҡмар тота белгән кеше кәрәк», тине ул туранан-тура. Геннадий Самуиловичтың киреләнере, һайланыры юҡ ине. Бурҙар араһы бүреләр өйөрө кеүек бит, берәҙәкте быуып ташлағандан бер кем дә яза һорамай. Ә Искәндәр ҡарттың исеме генә лә таш ҡоймалай, уның ҡулы ҡаты, ул үҙенекеләрҙе башҡаларға йәбер-золомға бирмәй. Иллә-мәгәр эш талаплауы ла – ҡайыш сыбыртҡылай… Башта Сатиға Камаловты һаҡларға, унан Искәндәр ҡарттың ейәнсәре булып сыҡҡан Әминәне ҡурсаларға ҡушты. Башың бәрәбәренә, тип. Күлдә боҙ торғас, утрауға төҙөлөш кәрәк-яраҡтары ташыуҙы, шуларҙы һаҡлауҙы йөкмәттеләр уға. Бүтән мәшәҡәттәре лә етерлек уның хәҙер. Әүәлге һымаҡ, үҙе – баш, үҙе – түш булып, ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән генә көн уҙғарыуҙар бөттө. Сөнки Искәндәр ҡарт, үҙенә генә билдәле ниндәйҙер уй менән, ныҡлы йәбеште уларҙың ҡалаһына. Башҡа бурҙарҙы ҡыçтай, улары иһә Искәндәр ҡарттың ҡалалағы күҙ-ҡолағы булған Геннадий Самуилович менән бысаҡҡа-бысаҡ килергә еткәндәр, тик ата ҡараҡтың исем-шәрифе генә әлегә ҡулдарынан тота. Әммә, урам бүлешкән эттәр һымаҡ, ҡара-ҡаршы тороп «ырылдашыу» күпкә бармаçтыр. Бының һуғыш-талашһыҙ, ҡан ҡойошһоҙ ғына бөтмәүе билдәле. Искәндәр ҡарт та шуны көтә, ахыры, уға ҡалалағы башҡа бурҙарҙы тар-мар итеп, тулыһынса хужа булыр өсөн, һис шикһеҙ, сәбәп кәрәк. Ә сәбәп «осо»нда – ул, Геннадий Самуилович…
Сати… Геннадий Самуилович ул гүзәл затты ике тапҡыр ғына күрҙе, икеһендә лә ҡыҙҙың арсыйҙары тарафынан ергә ҡолатылып, аяҡ аçтында ятты. Тағы һалһалар ҙа, һис йәберһенмәç ине ул. Сати – бөтә һын-ҡиәфәте менән балҡып торған ханбикә бит, ундай ханбикә алдында ергә тубыҡланыуҙы дан-шөһрәтле баһадирҙар ҙа бәхеткә һанаған… Геннадий Самуилович, шуғалырмы, хыялында ла Сати алдында тубыҡта торғандай итеп күрә үҙен.
– Ул китте, – тип яуапланылар уға, һуңғы тапҡыр телефондан шылтыратҡанда.
– Ҡайҙа китте?
– Беҙҙән сыҡҡан юл берәү, ул тик һауаға ғына илтә…
Шунан бирле уның йөрәге төбөндә, ниңәлер, һалҡын бушлыҡ хасил булып, ғүмере булмағанса, күңеле болоҡһоно, дәрт-дарманы һүнде. Ул табынырлыҡ кеше ҡалманы был донъяла.
Сати… Бер ваҡытта ла бергә булмаясаҡтарын белеп, ҡыҙ менән ара-тирә генә күрешеп торорға ла риза ине ул. Тик уçал яҙмышы шул кинәнестән дә мәхрүм итте уны, әйтерһең дә, ғәрип балаға зауыҡлы уйынсыҡ күрһәтте лә, мыçҡыллы көлөп, кире тартып алды…
Теге донъяла, бәлки, осратыр…
Туғай уртаһындағы кәбәнде шәйләп ҡалғас, Геннадий Самуилович ҡаргиҙәрен шул яҡҡа йүнәлтте. Шул саҡ кәбәндән кеше һыны айырылды.
Геннадий Самуиловичтың быға ҡәҙәре айыу һунарына йөрөгәне булманы. Һуңғы ваҡытта бар ғәмен яулаған бошонҡолоҡтан нисек ҡотолорға белмәй аҙап йөрөгәндә, ҡолағына өңгә ятҡан айыуҙы һатырға тырышып йөрөгән аусы тураһында хәбәр кереп ҡалды. Һүнеп бөткән дәрт-дарманын, сәм-ғәмен уятырлыҡ бик уңай әмәл тип күрҙе лә ул быны, аусы менән осрашып, һунар хаҡында килеште. Хөрмәт йөҙөнән генә сығып, Искәндәр ҡартты саҡырғайны һунарға, тегеһе, уны таң ҡалдырып, ризалашмаһынмы?! Һикһәнен ҡыуалаған ҡарт айыу һунарына барыр, тип кем уйлаһын? Хәҙер килеп үкенеп бөтә алмай телен тыймағанға. Ҡартты аңғармаçтан берәй хәлгә тарытһа, башы китәсәк бит… Тик һуң инде, әйткәнде кире алып булмай. Ана, Искәндәр ҡарт ике арсыйы менән эйәреп тә килә инде уның артынан. Ул үҙе менән Борька-электрикты алды. Урманда ни булмай, ҡаргиҙәр ватыла ҡалһа ла, төҙәтергә оçта ҡул кәрәк бит.
Һырма кейеме өçтөнән аҡ масхалат кейгән аусының алдына ике эте абалап сыҡты. Ул да булманы, арттағылар ҙа килеп етте. Бөтәһенең дә өçтөндә ҡышҡы урманға яраҡлаштырылған йылы кейем, тик, аусынан айырым рәүештә, масхалаттары юҡ. Ялбыр ҡара бүрегенең ҡолаҡсындарын төшөрөп бәйләгән Искәндәр ҡарт, ҡаргиҙәрҙән төшөп бил яҙғандан һуң, ҡыçыҡ күҙҙәре менән аусыға текәлде.
– Кем тием үҙеңде, улым?
– Ғәлләм булам…
– Искәндәр бабай, тиерһең миңә. Шунан, айыу көтәме беҙҙе?
– Көтә, – тип аусы буран артынан ҡарайып күренгән тау һыртына ымланы.
– Әләйһә, ҡуҙғалайыҡ. Ҡышҡы көн ҡыçҡа.
– Әлбиттә. Тик тәүҙә һөйләшелгән хаҡты түләгеҙ, – тигәс, аусы Геннадий Самуиловичҡа боролдо. Геннадий Самуиловичтың, ни сәбәптәндер, асыуы ҡупты.
– Урманға кем аҡса йөрөтә? – тип таçырайҙы ул аусыға, күҙлеген һалып. – Һунар уңып, тамам булғас ҡына…
Аусы бер мәл генә тапанып торғандан һуң, аңлайышһыҙ телдә эттәренә ниҙер бойорғайны, тегеләре беҙҙәй осло тешәрен ыржайтып, һырт йөндәрен ҡабартып, яттарға ҡаршы баçты.
– Беҙ улай һөйләшмәгәйнек, – тине аусы тыныс ҡына. – Түләү һунар алдынан булырға тейеш. Һеҙҙе алдап ҡасырға уйым да, рәтем дә юҡ минең.
– Тый йыртҡыстарыңды! – Геннадий Самуилович ҡулына мылтығын алды. – Юғиһә, дөңкөтәм икеһен дә! Үҙеңде лә бер юлы…
Аусы, яурыны аша аçылған мылтығын ҡулына алып, артҡа сикте. Күҙҙәрендә иблис уты тоҡанып, ярһыған эттәр хужаһының бер ымынан дошманы өçтөнә ырғырға әҙер булып, ажарланып Геннадий Самуиловичҡа уҡталды. Ул, үҙе лә һиҙмәçтән, артҡа сигеп ҡуйҙы. Ситтә торған иптәштәре, ҡыçылмай, был күренеште ҡыҙыҡһынып күҙәтә ине.
– Улай булғас, һунар тамам! – тип ҡысҡырҙы аусы эттәренең лауылдап өрөүе аша. – Хушығыҙ, һәр ҡайһыбыҙ үҙ юлыбыҙҙа булайыҡ.
Геннадий Самуилович шунда Искәндәр ҡарттың үҙенә төбәлгән сәйер ҡарашын тойоп ҡалды ла, өçтөнә һыу һипкән усаҡтай ҡапыл һүрелеп, ҡуйынынан бер бәйләм аҡса сығарҙы.
– Мә, ал, йолҡош, – тине ул, аҡсаны аусыға атып. – Тик ҡара уны, һунар уңмаһа, үҙеңә үпкәлә…
Эттәрҙең йыртыҡ ҡолаҡлыһы, һауаға ырғып, аҡса бәйләмен эләктереп ҡапты ла, ҡойроғон болғай-болғай, хужаһына илтеп бирҙе.
Тиктәçтән ҡупҡан ыҙғыш шул урында тамам булды. Аусы, этен ҡосаҡлап, Геннадий Самуиловичтың ҡаргиҙәренә ултырҙы. Икенсе этте Искәндәр ҡарттың арсыйы үҙенең ҡаргиҙәренә алды.
Ҡарайып күренгән тау һыртына тоçмаллап ҡуҙғалып киттеләр.
Һөҙәк кенә башланған яланғырт тау итәге, бара торғас, һаман бейегәйә, текәрә барҙы. Юғарылай барған һайын өйөрмә буран уçалланды, ҡайһы мәлдә, тирә-йүнде бөтөнләй күрмәçлек итеп, һауаны томаланы. Ҡар пәрҙәһе артында, күкте терәгән бейек бағаналай булып, ара-тирә мәғрур ҡарағай олондары күренеп ҡала. Ҡаршыға осраған муйыл, тал ҡыуаҡтарын урап үтергә тура килә. Ҡаргиҙәр, геүләп, көрткә һаман нығыраҡ бата, тәгәрмәстәре ҡарға сумып бер урында әйләнә, аусылар йыш ҡына замана атын аллы-артлы этәреп, ҡарҙан сығарырға мәжбүр. Бер аҙҙан аяҡтар аçтында ишелеп торған тәрән көртлө тау текәһе ҡаргиҙәрҙәрҙе бөтөнләй батырып туҡтатты. Ҡаргиҙәрҙәрҙе шунда ҡалдырҙылар ҙа, тубыҡтан көрт кисеп, артабан йәйәү киттеләр. Тиҙҙән бер-бер артлы теҙелешеп барған аусылар, ике тау бүлкәсе араһындағы уйһыуға юлығып, остары һауаға кереп юғалған бейек шыршы урманына керҙеләр. Бында, баш өçтөнә сатырҙай булып аçылынған ҡуйы шыршы ботаҡтары араһында, тыныс, ҡараңғы. Шунда туҡтап, арсыйҙары менән артта ҡалған Искәндәр ҡартты көтөп алдылар.
– Күпме барырға ҡалды? – тип һораны Геннадий Самуилович янында торған егерҙан. Ауыр юлдан һулышы ҡурылғанғамы, тауышы ғырлап сыҡты. Искәндәр ҡарт нисек күтәрер был сәфәрҙе?
– Ярты саҡрым самаһы.
Геннадий Самуилович, үҙ алдына ғына һүгенеп, ауыҙына йыйылған шайыҡты ергә төкөрҙө.
– Нисә айыу алдың?
Аусы янында өйөрөлгән этенең тәпәйен ҡулына алып, боҙҙан таҙарта башланы.
– Байтаҡ, – тине ул, үҙ алдына һөйләнгәндәй итеп. – Өс тиçтәгә яҡын…
Геннадий Самуилович, ышанырғамы-юҡмы тигәндәй, һыҙғырып уҡ ебәрҙе.
– Нимә, айыуҙар урманда көтөүе менән йөрөйҙәрме әллә?
– Кемгә – көтөүе менән, ә кемгә – арты менән…
Геннадийҙың бар ғүмере ҡалала уҙҙы. Шуға ла ул, машиналар геүләп торған юл буйындағы ағаслыҡтарҙы урманға һанап, шуларҙан ары йөрөмәгәс, әлегеләй ҡара урманды күҙ алдына ла килтерә алмай ине. Һөңгөләй остары менән болоттарҙы тырнаған шыршыларҙың тығыҙ рәттәре, көн яҡтыһын тотоп, ағас араларында шомло эңер хасил иткән. Ике яҡтағы тау бүлкәстәре биттәренә ҡар ятмаç текә ҡаяларға олғашып, һырттарын болоттар араһына йәшергән. Тау үҙәген үтеп сыҡҡыһыҙ булып ваҡ ағас баçҡан, ҡар аçтынан шишмә сылтырағандай тауыш ишетелә. Унда-бында ҡаяларҙан тәгәрәп төшкән күбә дәүмәле бүкән таштар ята. Бында йәй көндәрендә айыу түгел, ҡанатлы аждаһа осратһаң да, ғәжәп түгел.
Был ер, гүйә, уның бар булмышын сағылдыра.
Ошонда сатыр ҡороп, яңғыҙлыҡ еләткәнсе ятһаң ине…
Геннадий, күңелендә кинәт кенә уянған сәйер тойғоларына ғәжәпләнеп, еүеш устары менән йөҙөн һыпырып ҡуйҙы. Аунаған шыршы төпһәһенә ҡунаҡлап ял иткән Искәндәр ҡарттың иҙеүҙәре асыҡ, өçтөнән аҡ быу күтәрелә…
Алдан көрт ярып барған аусы, ниһайәт, ҡулын күтәреп, килеп еткәнде белдерҙе. Уларҙың ҡаршыһында йорт дәүмәле мүкле ҡая таш ҡалҡып тора ине. Ҡая аçтына ваҡ шыршылы, бүкән ташлы текә тау ҡырласы илтә. Тирә-йүндә, ялпаҡ ботаҡтарын йәйеп, мөһабәт шыршылар үçеп ултыра. Ҡая бите уң яҡтан мөйөш яһап артҡа борола ла ҡуйы ағаслыҡ баçҡан текә тау ҡырына тоташа. Шул тәңгәлдә уңға тартылған тау үҙәге кинәт кенә текәләнеп, артабан бейегәйә һәм, аҡ пәрҙәле һауаға тоташып, күҙ яҙҙыра.
Ел ауҙарған ағас олонона ултырып, термостағы сәй менән ҡапҡылап алдылар. Хәмерле һауыт ҡулдан ҡулға күсте. Һырт йөндәрен ҡабартып, ҡая төбөнә уҡталған эттәрҙе аусының ҡаты бойороғо кире борҙо, улар, ырылдай-шыңшый, һунарсыларҙың аяғы аçтында сыуалды.
– Ғәлләм улым, бында йыртҡыс ятҡанды нисек белдең?
Баштан-аяҡ ҡарға һылашҡан Искәндәр ҡарттың өç-башы аусының аҡ кейеменән күпкә айырылмай ине. Ҡарт сәйле көрөшкәһен һауала өйөрөлгән ҡар бөртөктәренән усы менән ҡаплап ултыра.
– Үҙем ятҡырҙым…
– Нисек инде? – тип ғәжәпләнде Геннадий Самуилович. – Һыйырҙы аҙбарға япҡан һымаҡ итеп, айыуҙы ла артынан сыбыҡ менән ҡыуаланыңмы ни?
Хәмерҙән күҙҙәре майланырға ла өлгөргән Борька-электрик сыйнап көлөп ебәрҙе. Аусы, уларҙың мыçҡыллы шаярыуына иғтибар бирмәй, ҡушкөбәкле мылтығын һындырып, көбәге аша ҡараны ла яһау ҡуйҙы.
– Айыу артынан эйәреп йөрөгәнде яратмай, – тине ул вайымһыҙ ғына. – Һиҙеп ҡалһа, аңдып тора ла баçа. Уны, өңөнә кереп ятҡас ҡына, эҙҙәренән юллатып табыу фарыз… Ҡыçҡаһы, минең ғүмерем урманда уҙа, шуға ла мин бында һеҙ күрмәгәнде күрәм, һеҙ ишетмәгәнде ишетәм… Хәҙер башлайбыҙ, – ул урынынан тороп, ағаста ултырғандарға боролдо. – Өңгә ун аҙымдан ары яҡынаймаçҡа, сөнки айыу бик йылғыр януар, ырғып сыҡһа, атып өлгөргәнсе берәйегеҙҙе йыртҡыслап та ҡуйыр. Өң алдында ҡара-ҡаршы тормаçҡа. Яңылыштан бер-берегеҙгә атыуығыҙ ихтимал. Тәүҙә өңгә ағас тығабыҙ, унан һуң төтөн һалабыҙ, өң янында шау-шыу ҡубарабыҙ, ҡыçҡаһы. Йыртҡыс өңөнән сыға башлаһа, эттәрҙе һөсләтәбеҙ. Берүк айыуға төҙәп кенә атығыҙ, эттәремде һәләк итеп ҡуймағыҙ! Шул.
– Ағас тығыу нимәгә?
– Өңөнән сығып килгән януарҙы тотҡарлар өсөн. Юғиһә, ул ҡайһы саҡта бик етеҙ ҡуҙғала, атырға ла өлгөрмәй ҡалаһың.
– Ә януарҙың өңөнән сыҡмай ҡалыуы мөмкинме?
– Ғәҙәттә, ул оҙаҡ көттөрмәй. Сыҡмаһа, өңөнә керергә тура килә инде… Теләгән кеше булһа…
Геннадий Самуилович, йәҙрә яһаулы мылтығын ҡулына тотоп, ҡая мөйөшөнә һырыҡты. Ҡаяға тоташҡан тау ҡырласы ярайһы уҡ текә булып, ныҡлап аяҡ терәргә бирмәй ине. Унан аçтараҡ, яçы ботаҡтарын һалындырып ултырған ҙур шыршы төбөнә, арсыйҙары менән Искәндәр ҡарт урынлашты. Түбәндә, үҙәк буйында үçкән кәкре ҡайынға үрмәләп менгән Борька-электрик, мылтығын һынған ботаҡҡа элеп, ҡулына видеокамера алды.
Ҡая аçтына уйылып кергән өң ауыҙын ҡалын көрт баçҡан. Өң алдында өймәкләшеп ваҡ шыршылар үçкән. Ара-тирә, тау үҙәге буйлап, йүгерек буран шаулап уҙа. Ул, еңел ҡарҙы өйөрөлтөп, уны ағастарға, тау биттәренә һылаштыра, хәрәкәтһеҙ торған һунарсыларҙың биттәренә бәрә. Ишелеп яуған ҡар көрттә ҡалған аяҡ эҙҙәрен тиҙ арала күмеп, юҡҡа сығара.
Аусы балтаһы менән йәш шыршыны ауҙарып, өңгә тыҡты. Шул мәлдә үк өң эсенән, йөрәктәрҙе ҡалтыратып, дәһшәтле йыртҡыс үкереүе ишетелде, өңгә тығылған ағас, терелгәндәй дер һелкенеп, ботаҡ-олоно менән ҡуҙғала башланы. Аусының эттәре, йәндәре сығырҙай булып абаулап, өң алдына ташландылар. Ҡая аçтында баш әйләндергес мәхшәр, ғауға ҡупты. Шул саҡта кемдеңдер мылтығы шартлап атылды. Тағы, тағы… Геннадий Самуилович та, башҡаларға эйәреп, мылтығын өң ауыҙына төбәп, ике көбәктән алағайымға атып ебәрҙе. Уларға йыртҡыстың йән өшөткөс ажғырыуы яуапланы.
– Атмағыҙ! – тип ҡулдарын болғай-болғай үрһәләнгән аусының ҡобараһы осҡайны. – Атмағыҙ! Туҡтағыҙ!
– Сығып килә ине! – Искәндәр ҡарттың мыйыҡлы арсыйы ашығып, ҡалтыранған ҡулдары менән мылтығына яһау тыға. – Башына терәп тиерлек аттым. Бәлки, дөмөккәндер?
Арҡаһын шыршы олонона терәп баçҡан Искәндәр ҡарттың йөҙө уттай янып, теремекләнгән, уның йөнтәç ҡаштары аçтына йәшенгән ҡыçыҡ күҙҙәре түңәрәкләнеп киткән. Мылтығының көбәгенән әскелтем төтөн сыға, ул да тәтегә баçып өлгөргән, тимәк.
Сырайы ҡарҙай ап-аҡ булған аусы, ҡолаҡсынын сисеп, бер туҡтауһыҙ ер тырнап өргән эттәренең тауышы аша өңгә ҡолаҡ һалды. Ер аçтынан сыҡҡан йыртҡыс тауышы алыçайғайны. Аусы, һаҡ ҡына баçып, өң ауыҙына барҙы ла эйелеп эскә ҡараны.
– Ҡан таптары күренмәй, – тине ул, ниңәлер йөҙө яҡтырып. –Теймәгән булһа кәрәк. Эх, һеҙ, һунарсы йораттары! Януарҙың өңдән сығып еткәнен көтөргә кәрәк ине!
Өң ауыҙына төтәткес ташланылар. Ер аçтынан боларып сыҡҡан ҡуйы аҡ төтөн ҡая мөйөшөнә һырыҡҡан Геннадий Самуиловичтың танауын ярып, күҙҙәрен әсеттерҙе. Төтөн артынан өң ауыҙы бөтөнләй күренмәç булды. Ҡая аçтында үкергән йыртҡыс бер мәлде кинәт кенә өң ауыҙына килеп, оҙаҡ көтөүҙән арый башлаған һунарсыларҙың һушын алырҙай итеп ажғырҙы ла тағы төпкә кереп юғалды. Эттәр ҙә, төтөнгә түҙмәй, өң алдынан китеп, алыçтан ғына сөскөрә-бышҡыра, һауһаулайҙар ине.
Ваҡыт уҙҙы, көрттәге эҙҙәрҙе яуған ҡар тигеҙләй барҙы, әммә януар өңөнән сыҡманы. Йыртҡыс ара-тирә үкереп ер аçтында йөрөй бирҙе.
Аусы, ҡолаҡсынын һалып, аптырыған ҡиәфәттә елкәһен ҡашыны.
– Әтнәке сыҡмаçҡа итә, – тине ул, һунарсыларға берәм-берәм күҙ йөрөтөп. – Йәшәгән айыу булһа кәрәк… Өңө лә ҙур, тәрән, ахыры, төтөндән ҡасыр ере барҙыр. Әтнәке, ҡараңғы төшөргә лә күп ҡалманы… Белмәйем, ни ҡылмаҡ кәрәк?
– Ошоно өңгә ташлаһаҡ? – тип Геннадий Самуилович кеçәһенән граната сығарҙы. Аусы, аңламағандай, эсенә үлем йәшерелгән һырлы тимер шарға ҡарап торғандан һуң, ниңәлер һаҡ ҡына хәрәкәт менән бүреген башына кейҙе лә артҡа сикте.
– Ай-һай, – тине ул шикле ҡиәфәттә, шомланған күҙҙәрен гранатанан алмай, – ул нәмәçтәң шартлап, айыуҙы үлтергән хәлдә лә, унан һеҙгә ни фәтеүә? Тотонорлоҡ ерен дә ҡалдырмай, ҡанын туҙҙырып, ян-яҡҡа сәсрәтәсәк бит ул. Ни ите, ни тиреһе тигәндәй… Тағы ла шартлауҙан өң ишелеп төшһә, нишләрһегеҙ?
Һунарсылар араһында тынлыҡ урынлашты. Шуны ғына көткәндәй, өң эсенән ғәрәсәтле ауаз яңғыраны. Януар, гүйә, дошмандарынан уçал көлөп, кемделер ҡара-ҡаршы баçып алышырға саҡыра ине.
Шул саҡ Искәндәр ҡарттың ҡарҙан еүешләнгән һырлы йөҙөндә сая йылмайыу уянды.
– Өңгә кермәй булмай, тимәк, – тине ул, мылтығының көбәгенә өрөп. – Ишетеүемсә, боронғо заманда, әлегеләй осраҡта, беҙҙең ата-бабалар, һөңгө, хәнйәр тотоп, үҙҙәре өңгә кергәндәр… Ҡана, яҡтыртҡысыңды бир әле…
Мыйыҡлы арсыйы тун кеçәһенән ҡара тотҡалы яҡтыртҡыс алып, ҡартҡа һондо. Ҡарт йәбешкәк таçма менән яҡтыртҡысты ҡушкөбәгенә һыҡтырып бәйләне лә, янында бер ни аңламай торған иптәштәренә ҡарап, мут ҡына күҙ ҡыçты.
– Ул да ҡарт айыу, мин дә… Кем-кемде, хәҙер күрербеҙ, – тине лә, көрт кисеп, өңгә табан йүнәлде.
Геннадий Самуилович, йоҡоһонда сикәһенә сабылғандай, шунда ғына Искәндәр ҡарттың ниәтен һиҙеп ҡалды ла, үҙе лә һиҙмәçтән, тегенең салғыйынан эләктереп алды.
– Искәндәр бабай, нисек инде?! Туҡта, мин үҙем…
Ҡарттың арсыйҙары ла, иçтәренә килеп, хужаларының юлына ҡаршы сығып баçтылар.
– Искәндәр бабай, ғәфү итегеҙ, әммә һеҙҙе күрәләтә йыртҡыс ҡулына бирә алмайбыҙ!
– Урынығыҙҙа тороғоҙ! – Күҙҙәренән йәшендәр атып екергән ҡарттың тауышы өңдән ишетелгән йыртҡыс үкереүенән күпкә ҡайтыш түгел ине. – Бында мин баш! Минең уйыным был!
Ҡарттың һалҡын ҡарашынан үҙен йылан арбағандай итеп тойған Геннадий Самуилович, ҡымшанырға ла көс тапмай, ихтыярын юғалтып, баçҡан ерендә ҡатып ҡалды. Искәндәр, ҡулындағы мылтығын уңайлап тотоп, ҡаяға боролдо.
Тап шул мәлдә Геннадий Самуилович бар булмышы менән үҙенең артында ниндәйҙер ҙур, ҡот осҡос ҡара шәүлә ҡалҡҡанын тойҙо. Шәүлә, йәй көндәрендә тау артынан шым ғына килеп сыҡҡан йәшен болотолай, ҡая артынан кинәт кенә пәйҙә булып, бик тиҙ бейегәйҙе, үçте һәм, тынды ҡурғыс һаçыҡ еçен бөркөп, уның өçтөнә аçылынды. Геннадий Самуиловичтың ҡаршыһында торған аусының йөҙө, ниңәлер, күҙ асып йомғансы аҡлы-күкле төçкә кереп, ул, күҙҙәрен алартып, уның башы аша ҡайҙалыр ҡарап ҡатты ла, йәмһеҙ итеп асылған ауыҙынан бер өн сығармай, аҡрын ғына артына ҡолай башланы. Баш өçтөндә яңғыраған дәһшәтле ажғырыуҙан Геннадий Самуиловичтың эс-бауыры ҡалтырап, бил-аяғы быуынһыҙланды, ул, үҙе лә һиҙмәçтән, мылтығын төшөрөп ебәрҙе лә, ҡулдары менән башын ҡаплап, ергә сүгәләп төштө һәм, һушын юйыр хәлдә тубығына ҡолап, алға аунаны. Шул хәрәкәте уны һаҡлап ҡалды ла инде. Ниндәйҙер аңлайышһыҙ көс, ҡапылдан хасил булған өйөрмәләй, уны тау ҡырласынан түбәнгә һуғып осорҙо. Геннадий Самуилович, ел осорған ҡош йөнөләй, ауырлығын юғалтып, үҙенең һауаға күтәрелгәнен тойҙо. Тирә-яҡтағы бар нәмә, аҡрынайтып күрһәтелгән кино һымаҡ, уның күҙ алдында өйөрөлөп, бер-береһенә бәйле ваҡ сылбырҙай, сәйер ҙә, ғәжәйеп тә күренеш хасил итте. Бына уны тауҙан һелтәп осорған кәбәндәй ҙур, ялбыр айыу арсыйҙары менән ҡаяға табан китеп барған Искәндәр өçтөнә ябырылды. Артына әйләнгән ҡарттың ауыҙы ҡыйшайып, өçкө яңағындағы бер рәт алтын тештәре йылтыраны. Янында барған кәкре танаулы арсыйы, өçтөнә аçылынған айыуҙан әсиргә алыуҙы һорағандай ҡулдарын күтәреп, арт һанына ултыра төштө. Тештәре ыржайған ҡара мыйыҡлыһы, ҡоралын йыртҡысҡа төбәп атырға иткәндә, яңылыш тотоноп мылтығын «һындырҙы», көбәктән ырғып сыҡҡан ике яһау, көҙгө япраҡтай аҡрын ғына һауала оса-әйләнә, йоҙроҡ дәүмәле соҡор ҡалдырып, көрткә сумды. Искәндәр ҡарттың башы өçтөнә күтәргән ҡушкөбәгенән бер-бер артлы ике ут борхоно, йәҙрәләрҙең һуңғыһы мыйыҡлы арсыйҙың сикәһен сыйып үтте лә, йыртҡыстың дегәнәк япрағылай ҙур ҡолағын тишеп, күккә осто. Кәүҙәһен дә тоймай тау түбәненә осоп барған Геннадий Самуиловичтың аçтында ҡуш осло шыршы ағасы күренеп ҡалды. Ул, ошоларҙы күҙ алдынан юғалтып, һауала башы аша бер тапҡыр әйләнгәнсе, ҡая алдында бөтөнләй икенсе күренеш хасил булғайны. Ҡая төбөнә еткән йыртҡыс, йәнләнгән бесән күбәһеләй ҡуҙғалып, өңгә кереп бара. Мыйыҡлы арсый, ҡулдарын ҡош ҡанатылай йәйеп, уның артынан осоп килә, хатта, ауыҙын йырып, йылмайғандай итә. Ҙур шыршы төбөндәге көрткә сумған икенсе арсыйҙың арт һыны ҡырмыçҡа иләүеләй ҡалҡып тора. Текә тау ҡырласынан түбәнгә, ҡаянан ысҡынып түбәнгә осҡан таш бүкәндәй ҡар туҙҙырып, Искәндәр ҡарт тәгәрәй. Тау битендә баштүбән ятҡан аусы, ҡанатына ҡолап төшкән көҙгө себендәй аҡрын ҡуҙғалып, аяғына баçырға итә, ҡулында терһәк буйылай оҙон хәнйәр. Ҡайын башында ағас олононон ҡосаҡлап ултырған Борька-электрик, күҙҙәре атылып сығырҙай булып, ҡулында тейендәй тулаған видеокамера аша ҡая аçтындағы мәхшәргә ҡарап ҡатҡан…
Тау аçтындағы үҙәк буйына ҡатлап-ҡатлап өйөлгән тәрән көрт Геннадий Самуиловичты һалҡын ҡуйынына алып, мөғжизәле осоуына сик ҡуйҙы…
…Айыу һунары шунда тамам булды. Аңғармаçтан килеп баçҡан януар тырнағынан ни ғиллә менән генә ҡотолоп ҡалған һунарсылар, кәсептәрен артабан дауамларға хәлдәре лә, дармандары ла ҡороп, кире юлға баçтылар. Улай-былай иткәнсе, ҡышҡы ҡыçҡа көн дә ҡараңғы төнгә тоташты. Баш китерлек был мажараның эҙемтәләре ниндәйҙер мөғжизә менән сағыштырмаса еңел булып сыҡты. Искәндәр ҡарттың ике ҡабырғаһы һынған, биле ҡаймыҡҡан. Уның мылтығы табылмайынса, ҡайҙалыр көрт эсендә ҡалған. Мыйыҡлы арсыйҙың беләге һынған. Шул ғына…
Урмандан арманһыҙ булып арып ҡайтһа ла, Геннадий Самуиловичтың күҙенә йоҡо кермәне. Күҙҙәрен йомһа, көрт баçҡан тау ҡырласы өçтөнән һаман осоп барғандай итеп тоя ла үҙен, хәтеренә һеңгән теге күренештәр, төш һымаҡ бер-бер артлы ҡабатланып, көрткә сумған мәлендә генә тағы тертләп уяна. Сәкмәненең арты үткер бысаҡ менән ҡырҡып алғандай йыртыҡ ине, тик шуныһы ғәжәп: йыртыҡ аша күренеп торған арҡаһында себен тешләгәндәй ҙә яра юҡ… Ҡайынға йәбешкән ҡулдарын ҡурҡышынан яҙа алмай ултырған Борька-электрикты ағас башынан саҡ төшөрөп алдылар. Меçкен, кире юлда ағас төбө һайын тиерлек сүгәләп, ҡарҙы бысратып килде үҙе, етмәһә, бер туҡтауһыҙ алан-йолан ҡаранып, башҡаларҙан ҡалғыһы килмәй, мәшәҡәте тамам булғансы янында тороуҙы һорай. Иллә-мәгәр, һыҙланыуына ҡарамай, Искәндәр ҡарттың күңеле көр. Күптән бирле шундай йәтеш итеп кәрәкте биргәндәре юҡ ине, тип көлә… Әммә, нисек кенә булмаһын, Борька маладис булып сыҡты. Бик оçта тотоноп, һунарҙы башынан аҙағына хәтлем видеоһүрәткә төшөргәйне ул.
Бер-бер артлы стаканлап һемергән шараптан күңеле күтәрелеп, күҙҙәре асылғандай булған Геннадий, диванға ҡырын төшөп, үҙ алдына һөйләнә-көлә, шул видеоһүрәтте ҡат-ҡат әйләндереп ҡараны. Күрсәле, уның тау ҡырласынан түбәнгә осоп барыуы, күп тигәндә, төкөрөк төшкәнсе генә дауам иткән, имеш. Ә ул шуны, әллә күпмегә һуҙылғандай, оҙаҡ итеп тоя. Шул саҡта хәтерендә уйылып ҡалған күренештәр ҙә, видеоһүрәт менән сағыштырғанда, күпкә асығыраҡ та, теүәлерәк тә һымаҡ. Мәçәлән, өңгә кереп барған януарҙың ҡатып бөткән ҡойошҡаны һаман уның күҙ алдында тора. Ә ул күренеш видеоһүрәттә юҡ.
Ҡая артынан сығып, артҡы аяҡтарына баçҡан януар үҙен уратҡан аусыларҙан кәмендә ике тапҡырға бейегерәк ине. Ҡыланышы хас та алдындағы ярым тере сысҡандарын уйнатҡан бесәйҙәй! Эйе, шундай дәү януарҙы алыу үҙе бер дан булыр ине. Йәл, һунар башында йыртҡыстың өңөнән сығып еткәнен көтөп алмайынса, ашығып атып, үҙҙәрен-үҙҙәре һемәйттеләр шул.
Геннадий Самуилович видеоһүрәттәге шул мәлде табып, шундағы күренеште яҡынайтып, диҡҡәтләп ҡарай башланы. Ҡараны ла, күҙҙәренә ышанмай, ҡулындағы шарабын төшөрөп ебәрә яҙҙы. Ҡулъяулыҡ алып, йонсоуҙан йәшкәҙәгән күҙҙәрен ыуалағас, телевизорҙың эсенә керерҙәй булып, тағы текәлде…
Ҡая төбөндәге тәрән көрт артында ҡарайып күренгән өң эсенән кеше ҡарап тора ине!..
28
Ғилмандың ҡара көҙҙән ятҡырған айыуы, һунар алдынан барып ҡарауға, урынында булмай сыҡты. Януар үҙен аңдығанды һиҙепме, әллә ятҡан өңөн яйһыҙ табыпмы, уны ташлап, ҡайҙалыр зымзыя булғайны. Көтөлмәгән был хәлгә ышанырға теләмәйенсә, башыбыҙға бәлә эҙләп, ҡая аçтындағы тау тишегенә керҙек. Уның эсе, мәмерйәгә оҡшап, иркен дә, тәрән дә булып сыҡты, ҡайһы бер тәңгәлендә аяғүрә баçырлыҡ. Төптә – өң кинәт кенә тарайып, тау аçтына ары киткән тәкә һыйырлыҡ тишеккә тоташа. Беҙ унда керергә шомландыҡ, бәләнән баш-аяҡ… Өң эсендә ҡоро, һауаһы һаçыҡ, тынсыу, ҡайҙа ҡарама, януар йөндәре туҙышып ята. Күренеп тора, әүәлге йылдарҙа ҡыштарын был өң буш тормаған. Тик быйыл януар беҙҙе һемәйтте. Һис шикһеҙ, артынан аңдығанды тойған йыртҡыс ошонда килеп аусының күҙен буяған да, ул киткәс, сығып та шылған.
Өң ике ҡатлы, имеш. Баш өçтөндә мендәр тығырлыҡ ҡына тишекте шәйләп, яҡтыртып ҡарағас, унда аласыҡ дәүмәле иркен «бүлмә» барлығын күрҙек. Ҡайҙандыр өçтән, меңәр йылдар буйы тама-тама ташты тишкән һыу юлынан, һүрән генә яҡтылыҡ төшә…
Ошо сәбәптән ҡалала һөйләшеп килешелгән һунарҙы кире ҡағыу кәрәк ине, әлбиттә. Юҡ айыуға һунар буламы ни? Әммә, әлеге лә баяғы, ҡулға кереп килгән мул ғына аҡсанан мәхрүм ҡалғы килмәне. Эшһеҙ ятҡас, минең дә кеçәм таҡырайғайны, ә Ғилмандың мохтажлығын аңлатып тораһы ла юҡ инде, йортло, ғаиләле ауыл кешеһенә аҡса кәрәкмәй буламы?! Шул саҡта милицияла эшләп, әҙәми заттарҙың сикһеҙ яһиллығын, мәкер-хәйләһен күреп, шуларға күнегеп бөткән зиһенемдә бер уй тыуҙы. Януарҙарҙы тик ситлектә генә күреп йөрөгән ҡала ғөләмдәренең ҡырағай урман хужаһының ҡылыҡ-фиғелен аңлап белеүе бик шикле. Йыртҡыс тауышын магнитофонға яҙҙырырға ла, ошо тау тишегенә йәшенеп, кәмит ҡорорға…
– Әммә ут төтәтеп тә, эт һөсләтеп тә айыуҙың өңөнән сыҡмауын нисек аңлатырмын? – ти Ғилман, елкәһен ҡашып.
–Аңлатыу ҙа кәрәкмәй. Үҙең дә, шул хәлдән аҙап, ғәжәпләнгән булып ҡыланырһың. Тик эттәреңде берүк өң эсенә ебәрмә!
–Тегеләр шуны талап итһәләр?
– Эттәрем ҡәҙерле, уларҙы күрәләтә йыртҡыс тырнағына бирмәйем, тиерһең, мин һеҙҙе айыуға килтерҙем, уны нисек булһа ла үҙегеҙ алығыҙ, тип талаш.
– Өңгә керергә булһалар, ни ҡылырбыҙ?
– Китсәле, баштары икеме ни? Шөрләрҙәр!
– Ай-һай, мин һөйләшкән әҙәм һис тә ҡурҡаҡҡа оҡшамаған, торғаны бер башы боҙоҡ һымаҡ!
– Һис тә булмаһа, мин өçтәге тишеккә инеп йәшенермен. Өңдөң арғы төбөндә лә тишек бар бит, айыу шунда ҡасты, тиергә лә була. Нисек кенә булмаһын, уларҙың баштарын ҡараңғы төшкәнсе бутарға тырыш. Ҡышҡы көн ҡыçҡа. Ә унда, йәшереп ҡуйған саңғыларыңды кейеп, шым ғына һыпыртыуың яҡшы. Тик бер үк исем-есемеңде, йәшәгән ереңде уларға әйтмә! Һораһалар, алдаштыр!
– Һиңә анһат, тау тишегендә ҡасып ятҡас, улар һине белмәй ҙә, күрмәй ҙә! Ә миңә мылтыҡ-бысаҡлы ете ят әҙәмдәр алдында әртис һымаҡ ҡыланырға кәрәк буласаҡ. Алдашҡанды һиҙеп ҡалһалар, бөттө баш!
– Нисауа, беҙ ҙә ҡоралһыҙ түгел бит. Эттәрең дә шәп…
Ғилман оҙаҡ уйламаны. Ул да, минең ише, һын ҡатырлыҡ ҡыҙыҡтан баш китерлек мәҙәк сығарырға ғына тора. Шуға ла ауылда саҡта бер-беребеҙҙән ҡалмай, тағылғандай булып йөрөйбөҙҙөр.
Төптән генә уйлап ҡарағанда, был кәсебебеҙҙең имен-аман тамамланыры бик шикле ине. Саҡырылған һунарсылар араһында урман күргән тәжрибәле аусы була ҡалһа, ул тиҙ үк был алдаҡтың асылына төшөнәсәк. Ул саҡта артабанғы хәлдәрҙең ниндәй тоҫмаҡ алыуын күҙ алдына килтереүе ауыр түгел. Ундай хәлгә тарығансы, өңөнән сыҡҡан йыртҡыс менән ҡара-ҡаршы баçып алышыуың мең артыҡтыр… Шуға ҡарамаçтан, ни булһа ла – мәрәкә булыр, тип баш китерлек хәүефле хәйләбеҙҙе тормошҡа ашырырға тотондоҡ.
Йыртҡыс тауышын ҡалалағы Олег дуҫым Интернеттан табып бирҙе. Ул инде һәүетемсә атлап йөрөй. Ләкин, тиҙ үк арыта, ти. Билдәле, йылдар буйы ғәрип арбаһында ултырғас, быуындары йомшарып бөткәнгә инде. Бер аҙ нығынғас, эшкә сығырға ниәтләнә. Настяһының биле йомрая башлаған. Бына ҡайҙа ул бәхет!
«Һунар» көнөндә буран сығып, бик йәтеш итте. Минең өң алдында ҡалдырған эҙҙәремде күҙ асып йомғансы һепертеп тә ҡуйҙы. «Һунар» башланғас, килештерәйем тип, айыуҙың баш тиреһенән арлы-бирле генә әтмәләнгән ҡарасҡыны таяҡ осона элеп, өң ауыҙына килгәйнем, шарт та шорт ата башламаһындармы?! Йәҙрә тейеп ҡарасҡым ҡолап төштө, үҙем, саҡ-саҡ ҡына өлгөрөп, йәшенеп ҡалдым… Ҡараңғы өң эсендә бәрелә-һуғыла тегеләй-былай мүкәйләп йөрөй торғас, аяҡ быуындарым, билем ҡалманы, түшемә бәйләнгән магнитофонданғы йыртҡыс тауышынан ҡолаҡтарым тоноп, шаңҡып бөттөм. Тынсыу тау тишегендә бышлығып, тиргә баттым, өç-башым лысма һыу булды, тамаҡты ҡурғыс һаçыҡҡа тонсоғоп, ҡасан ғына тамамланыр инде был мәхшәр, тигән хәлгә төштөм. Етмәһә, Ғилман өң ауыҙын ағас менән томалап ҡуйҙы, айыу һунарына оҡшатырға маташа инде, хәстрүш. Ул да булманы, өң эсенә төтөн борхоно, шунда инде, әсиргә төшкән һалдаттай ҡулымды күтәреп, өңдән сығырҙай булдым. Иллә-мәгәр бахыр януарҙың юҡтан ғына ене ҡыҙмай икән. Минең урында айыу булһа, был ыҙаға сабырлығы етмәй, күптән сығып ҡасҡан булыр ине. Йәҙрә «тоторға». Алҡымым көйөп, күҙҙәрем әсетеп, дөм-ҡараңғы ҡая тишегендә үҙемде һуҡыр ҡалғандай итеп тоя башланым бер мәлде. Улай ҙа, маладисмын, алдан күреп үҙем менән респиратор алырға, еүеш сепрәктәр әҙерләргә башым еткән бит! Шулар булмаһа, йә өңдән сығып ҡасырға, йә ятып үлергә генә ҡала шунда. Әлеге аусылар араһында, Ғилмандан башҡа, ҡышҡы айыу һунарының рәтен белгән тағы бер әҙәм булһа, ул, һис шикһеҙ, әлеге «һунар»ҙан бик сәйерһенер ине.
Ләкин төтөн тиҙ үк таралып бөттө. Өң иркен булғас, эреле-ваҡлы тишек-тошоғо байтаҡ, ахыры. Мейемде һелкетерҙәй итеп, үкереп, тамам аҙатҡан магнитофонымды тымыҙҙым да, өң ауыҙына яҡыныраҡ күсеп, битемә йәбешкән тир-маңҡамды һөртөп ултырһам, тышта аңлайышһыҙ ғауға ҡупты. Бер-бер артлы мылтыҡ аттылар, кемдер асырғанып ҡысҡырҙы, ер һелкетеп йыртҡыс үкереүе ишетелде. Бәй, был ни хәл, магнитофонымды һүндермәгәнмен, ахыры? Ул да булманы, яҡтырып торған өң ауыҙы ҡапыл томаланып, ян-юçығымды күҙгә төртһәң дә күренмәçлек ҡараңғылыҡ баçты. Битемә кемдеңдер һушты алғыс һаçыҡ һулышы бәрелде, уның артынан ер тетрәткес дәһшәтле үкереү яңғыраны… Был ҡот осҡос афәттән сибек йөрәклеләр генә түгел, батырҙарҙың да күбеһе шул ерҙә ҡолап, йән биргән булыр ине. Ахыры, шунда минең йәнем дә йөрәгемдән осоп сыҡҡандыр ҙа, баш өçтөндәге теге тишеккә кереп йәшенгәс, үҙ-үҙенән оялып, аçта ятып ҡалған кәүҙәһен, сәсенән һөйрәп, янына тартып алғандыр, тип уйлайым мин хәҙер. Шулай булмаһа, ни ғиллә менән өңдөң юғары ҡатына ҡасып өлгөргәнемде хәтерләр инем бит?
Артымдан ташланып, башын тишеккә тыҡҡан йыртҡыстың һөңгө башылай эре тешле алҡымына мылтығымды тығып, тәтеһенән тарттым…
Айыу өңөнә түгел, ҡәҙимге бер тау тишегенә лә бынан ары бер ҡасан да керәһем юҡ…
...Януар ғәләмәт дәү ине. Үҙ ғүмерендә өс тиçтәгә яҡын айыуҙы алған Ғилмандың да иç-аҡылы китте был януарға. Төн буйы йәнтәслим килеп, ағаслы-баулы әмәлдәр менән көскә өң эсенән тышҡа һөйрәп сығара алдыҡ. Януар ятҡан өң әлеге ҡая артында, бынан йөҙ аҙым самаһы арыраҡ, шырлыҡ баçҡан текә тау аçтында булған, имеш. Янында ҡупҡан ғауғаға уянып, өңөнән сыҡҡан да, текә тау битәрендә ҡасыр юл тапмағас, түбәнгә йүнәлеп, беҙҙе баçҡан.
Януарҙың тиреһен тунап, арлы-бирле эшкәрткәс, яçы шыршы ботаҡтарынан шыман яһап, тау аçтына һөйрәнек. Һуңынан тороҡта ҡалдырған ҡаргиҙәр менән дүрт тапҡыр килеп әйләндек. Бурандан һуң көрт йомшаҡ, ҡаргиҙәр бата, йығыла, үҙенә тағылған йөккә көсө етмәгән мәлдә мейене ҡалтыратып дыулай…
Бик мәшәҡәтле был мажара һуңында аяҡта торорлоҡ та хәлебеҙ ҡалмағайны. Күңел көрлөгө генә көс биреп, һаман йөрөтә ине беҙҙе. Иллә-мәгәр «һунар»ыбыҙ уңды бит! Кеҫәлә – тос ҡына аҡса бәйләме, алдыбыҙҙа – тауҙай айыу түшкәһе… Икмәк тотоп һөйләһәң дә, ышанмаçтар был мажараға. «Һунар»ҙағы хәлдәрҙе иçләп, көлә-көлә эсебеҙ ҡатты.
Ҡырҡ бәлә менән, ниһайәттән, эшебеҙҙең сигенә сыҡҡас, хәмер шешәһенә йәбештек. Һалҡын эсемлек, тереһыуҙай ағып, сарсаған эсәк-ҡарындарҙы һиçкәндерҙе, йылытты, ҡатҡан быуындарға таралып, тәнде рәхәт иҙрәтте, күҙ алдарын яҡтыртып, йонсоуҙан буталған зиһенде асты…
– Ниңә шымдың, ыштаныңа сыстыңмы әллә?
Ғилмандың рәте сыҡҡан һайын ҡабатларға яратҡан лаҡабы был. Яңы тәпәй баçып, теле сыға башлаған кескәй ҡыҙы ла өләсәһенә шулай тип өндәшкән. Ғилман сатыр алдындағы бесән өйөмөнә салҡан төшөп ятҡан да битараф ҡиәфәттә киске эңер пәрҙәләгән аяҙ күккә төбәлгән.
Усаҡтағы торонбаштарҙы өйөштөрөп, ут ҡабыҙҙым. Томрайып ҡатҡан бармаҡтарым бер ни тотмай, тотҡанын да һиҙмәй, ҡатҡан бил-быуындарым майланмаған ҡайыштай өҙөлөргә генә тора. Үҙемде ағастан юнып яһалған ҡурсаҡтай итеп тоям.
– Айыу тип, тағы бер ауыҙыңды асһаң икән…
– Бәй, үҙең уйлап, үҙең тапҡан мажараң бит?
Иçкә алғандарына ҡыуанғандай, ялҡындарын дәррәү бейетә башлаған усаҡҡа утын өçтәп, сәй элдем. Ҡаҙан ҡуйып, аш һалырға хәлдән килмәç, ахыры, бөгөн. Табала ит ҡурыу ҙа етер.
– Һиңә анһат…Һин саф һауала, сәхнәләге әртистәй, ҡыланып ҡына йөрөнөң. Ә миңә тәүҙә аттылар, унан дөм-ҡараңғы өң эсендә төтөнгә тонсоғоп үлә яҙҙым, аҙағынан, етмәһә, бынауы айыу килеп баçты.
– Ыштаныңа сысһаң да ғәжәп түгел шул, ха-ха!
– Ятма бында сәйнәнеп, тор, итте тура!
Өç-башымдан борхоп торған ауыр еçтән ҡотолор әмәл юҡ. Ул еç, гүйә, минең зиһенемә, тәнемә һеңгән, танауым шул һаçыҡҡа күптән күнекһә лә, үҙемде ҡаҡашып бөткән бапаҡтай тоям. Эх, ҡайҙа мунсаһы, ташына шартлатҡансы эçе бөркөп, имән миндеге менән сабынырға ине! Йәл, тағы ла ике-өс көн уҙмай тороп, ундай ләззәтте оноторға, ошо бысраҡ-һаçыҡҡа түҙергә тура килер инде.
Ауыл осондағы Әсмә әбейҙең ҡоромло ҡара мунсаһындағы ап-аҡ шәрә мөхәббәт хәтеремә төштө. Ул саҡта кис һайын яғылған мунсаға әбейҙең күпме утыны киткәндер. Әле булһа ине… Әҙәми заттар шуға үрсемле бит: улар, ғишыҡ тигәндә, яҙҙы-ҡышты ла көтмәй, арыу-сырхауҙы ла белмәй.
– Иртәгә таңдан тороп ҡайтырмын да, санаға ат егеп, кире килермен, – тип Ғилман усаҡ артында йоҡомһорап ятҡан эттәренә үҙенең теше батмаған ҡаты ит киçәген ырғытты.
– Хәҙерҙән ҡуҙғалһаң да була. Ай яҡтыһы бар, ҡаргиҙәрҙең дә яҡтыртҡысы шәп.
– Юҡ, ятып ял итмәйенсә булмаç. Хәмер быуынға төштө.
Буран тымып, көн һыуыта башланы. Ҡарайып күренгән тау һыртына менеп баçҡан ай, көн һайын матурлана, тулылана барған йәш ҡыҙҙай, һеҙ һаман да бындамы ни әле, тигәндәй, беҙгә ҡырын ғына ҡарап тора. Алдыбыҙҙа ләүкеп янған усаҡтың осҡондары, гүйә, күк көмбәҙенә йәбешеп, унда яңынан-яңы йондоҙҙар ҡабыҙа. Ана, ике йондоҙ, уҙышҡандай, бер-бер артлы атылып, күкте һыҙып үтте. Йомро арҡалы зәңгәр көрттәр баçҡан туғай өçтөндә, ҡара шәүлә булып, ябалаҡ осоп йөрөй…
Төнгө күккә күпме ҡараһаң да ялҡытмай.
Сатырға кереп ятыу менән, күҙҙәрем йомолоп, мөғжизәле йоҡо даръяһына сумдым. Уҙған көндәрҙә ҡыҙыҡ та, ҡурҡыныс та булып мейемә һеңгән күренештәр, әлегә ҡәҙәре үҙҙәрен бикләп тотҡан ысынбарлыҡ кәртәһенән ҡотолғандай, шунда уҡ шаша-буталыша төшөмдә өйөрөлә башланы. Имеш, мин айыу өңөндә боçоп ултырам. Юҡ, был айыу өңө түгел, Әсмә әбейҙең ҡоромло мунсаһы ла баһа! Эçе, танауҙы әсеттереп, мунса еçе килә… Шул саҡ, мылтыҡ атҡандай ҡаты һуғып, кемдер ишекте шаҡыны. Ишекте асыуға ҡарҙай ап-аҡ тәнле, шәрә ҡатын килеп керҙе. Мин уны ҡосаҡларға тип һонолһам, ҡатынҡай күҙ асып йомғансы тауҙай дәү айыуға әүерелмәһенме! Турғайҙай осоп, мунса эләүкәһенә ҡастым. Бәй, был эләүкә түгел, өң тишеге лә баһа! Артымдан еткән айыу, бысаҡтай оҙон тырнаҡтары менән мине аяҡтарымдан ҡармап алып, өңдән тышҡа һөйрәй, йәнә ыржайып торған һары тештәре араһындағы ҡандай ҡыҙыл телен, байраҡтай елберҙәтеп, бер туҡтауһыҙ әҙәмсә һөйләнә… Бына ул мине өңдән тартып сығарҙы ла һушты алырлыҡ һаçыҡ тынын бөркөп өçтөмә эйелде һәм, мендәрҙәй дәү тәпәйе менән киҙәнеп, битемә һуҡты… Мин ҡулдарым менән йөҙөмдө ҡапланым да, күҙҙәремде асып, бармаҡтарым араһынан януарҙы эҙләйем. Ә унда…унда айыу юҡ инде, ул әҙәм ҡиәфәтенә кереп, миңә өçтән аçҡа ҡарап, тәмәке төтәтә… Генка Шприц!
Янбашыма ҡаты тибеүҙән аяғыма баçырға булғайным, ҡабат тибеп кире йыҡтылар. Улай ҙа, терһәктәремде ҡаршы ҡуйып, һаҡланып өлгөрҙөм. Йоҡомдан арынып, ысынбарлыҡҡа ҡайта алмай буталам. Төшөммө был, әллә өнөммө? Генка Шприц ҡайҙан килеп сыҡҡан бында? Янында тағы ике иптәше бар… Баш өçтөндә ай балҡый, тирә-йүндә – һыуҙай ай яҡтыһы. Сатырҙы, һүнгән усаҡты яҡтыртып, ике ҡаргиҙәр тора. Арыраҡ ике эт ҡанһырап ята…
Ул да булманы, тегеләр сатырға кереп йоҡлап ятҡан Ғилманды аяғынан һөйрәп сығарҙылар ҙа аяуһыҙ типкеләй башланылар. Тик шунда ғына янымдағы хәлдәр йоҡо селтәрҙәренән, ниһайәт, арынып, бар дәһшәте менән зиһенемә бәреп керҙе.
Кинәт кенә ҡуҙғалып, Ғилманды туҡмаусы ирҙәрҙең береһен аяҡ салып ергә ауҙарҙым, икенсеһен тибеп йыҡтым. Тегеләрҙең аҙап ҡалыуынан файҙаланып, ҡарҙа йөҙтүбән ятҡан дуçымдың билендәге хәнйәрен ҡынынан һурып алдым да, торорға маташҡан ирҙе быуып, айҙай ялтыр бысаҡ йөҙөн боғаҙына терәнем.
Генка Шприц ҡулындағы мылтығын тороп ултырған Ғимранға тоçҡаны. Миңә иғтибарлап ҡарағас, уның күҙҙәрендә сикһеҙ ғәжәпләнеү сағылды.
– Ба-а-а! Майор әфәнде, һинме ни был?! Бынағайыш, яҙмыш ҡайҙа осраштырҙы беҙҙе!
– Әллә ҡыуанаһың инде?
Мин, ҡулымда тыртанлай башлаған ирҙең муйынынан нығыраҡ һығып, бер аҙ артҡа сиктем. Быныһы – Яшка-гусар, ахыры, Генканың ҡуштаны.
– Ҡыуанмай ни! Мин һине бөтөнләй юғалтҡайным бит! Ҡон ҡайтарып булмаçмы ни, тип бошона башлағайным хатта.
– Шприц, әлеге мәлдә, ҡон-ҡоһор юллап, эште олоға ебәрһәк, һин дә бынан иçән-һау ҡотола алмаясаҡһың. Төрмәлә дөмөккөң килмәйҙер.
– Әлбиттә, иреккә ни етә, – тине Генка вайымһыҙ ғына. Уның өçтөндә баштан-аяҡ йылы аҡ һырма. Генка Шприц ҡуян түгел, күк бүре шул йәйен дә, ҡышын да бер төçтә. – Әммә, ҡон алыр өсөн бындай уңайлы осраҡты яҙмыш миңә үҙе биргәндер, тип иçәпләйем мин. Шуға ла, кисерә күр, бөгөн ҡан ҡойошһоҙ булмаясаҡ. Үсем ҡаты һиңә, беләһең. Башыма алтатар терәп, төрмәгә яптың, унан һуң да ҡанымды аҙ эсмәнең. Ебәр Яшканы, юғиһә иптәшеңде сәсрәтә атам!
Генка Шприцты ваҡытында туҡтатырға кәрәк, сөнки уның һүҙе бер. Яшка-гусар Ғилман дуçымдың тырнағына ла тормай, уны һуйыуҙан юғалтыуҙар тигеҙләнмәйәсәк.
Артына ҡаты тибеп, Яшка-гусарҙы ҡулымдан ебәрҙем. Ул һөрлөгөп усаҡҡа йығылды ла, ҡуҙға бешеп, ырғанлай-сәбәләнә өç кейеменә тоҡанған утты һүндерә башланы. Генка Шприц ҡулымдағы хәнйәргә күрһәтеп, мылтыҡ көбәген Ғилмандан алып, миңә тоçҡаны.
– Юҡ инде, – тинем мин, Ғилмандың алдына баçып. – Янына ебәрмәйем…
Һиҙәм: Генка Шприц шикләнә, килеп тыуған сетерекле хәлде нисек итеп сисергә белмәй. Ул ҙур кинәнес менән йәнемде алыр ине лә, тик эҙ ҡалдырыуҙан шөрләй. Буран тынғас, ҡар өçтө аҡ ҡағыҙҙай булып, ҡәләм менән яҙғандай, ҡыпыш иткәнгә лә һыҙылып тора. Енәйәткә шаһит булырлыҡ сит кешеләр ҙә күп.
Генка Шприцтың ымлауынан ярандары, мылтыҡтарын беҙгә төбәп, яҡыныраҡ баçты. Береһе – Ринат, әүәлге минең ошаҡсым. Ул миңә ҡарамай, ҡарашын тик ситтә тота. Уның аша Генка Шприц тураһында күп белдем мин, бүлек етәксеһе полковник Козлов балиғ булмаған ҡыҙҙарҙы һатыуға бәйле һуңғы осраҡта мине «һатмаһа», әлеге мәлдә Ринаттың хужаһы, бәлки, төрмә ҡандалаларын туйҙырып та ятҡан булыр ине. Минең, был хәлдән нисек тә ҡотолорға теләп, хужаһына шул хаҡта һөйләремдән шөрләй, ахыры. Ҡурҡма, байғош, әлеге хәлдең ахырында мәйет сыға ҡалһа ла, уның иçәбе икәүҙән уҙмаç…
Генка Шприц, усаҡ янындағы түмәргә ҡунаҡлап, мылтығын тубығына һалды ла боҙҙай һалҡын күҙҙәре менән миңә тексәйҙе.
– Нисек уйлайһың, – тине ул, кәңәш һорағандай. – Ошонда икегеҙҙе лә үҙегеҙҙең мылтыҡтарығыҙҙан дөмөктөрөп, бер-береһен атҡандар, тип милицияға хәбәр итһәк, беҙгә шик төшмәçме икән? Аҡылдарын юйғансы эскәндәр ҙә һунар улъяһына талашып атышҡандар, тиерҙәр. Һин, әүәле милицияла эшләгәс, төрлө хәлдәрҙе күреп, инеп-сығыр юлдарҙы һәйбәт беләһеңдер?
Күрсәле, мәлғүнде, нисегерәк мыçҡыл итеп ултырасы?
– Ә уның ни ғәйебе бар? – тип эргәмдәге Ғилманға ымланым. – Өйҙә уны ике балаһы, ҡатыны көтә.
– Ул мине алданы, – Генка Шприц ҡуйынынан фотоһүрәт сығарҙы ла аяҡ аçтыма ташланы. – Беҙ кисә, айыу аулайбыҙ тип, ышанып йөрөгәйнек. Ә унда, өң эсендә, һин ултырғанһың магнитофон тотоп. Мин, егеттәр, һеҙгә ысын күңелдән үпкәләнем.
Фотоһүрәткә ҡарайып төшкән өң ауыҙында, аҡ тап булып, кеше йөҙө күренә. Мин… ауыҙ эсенән генә әсе һүгенеп, фотоһүрәтте Ғилманға бирҙем. Дуçымдың йөҙө ҡанға батҡан. Былай булғас, төн йөҙөндә килеп баçыуҙарының сәбәбе аңлашылды.
– Барып сыҡмаç, Геннадий Самуилович, – иҫкәртеүле яуапланым, тегенең исем-фамилияһына мыçҡыллы баçым яһап. – Милициялағы дуçтарым минең мәйетем янында йөрөгәнеңде белеп ҡалһа, шунда уҡ эштең асылына төшөнәсәктәр. Ә унда енәйәтте иçбатлаусы дәлилдәр табыу... – Хәбәремде тамамламай, сертләтеп төкөрөп ҡуйҙым. – Имен-аман ошо урында айырылышып, икебеҙ ике яҡҡа ҡарап китеүгә етмәç.
Тынлыҡ урынлашты. Ринат менән Яшка-гусарҙың мылтыҡтары, беҙҙе күрмәгәндәй, ярты яҡҡа төбәлгән. Үҙҙәре, ҡиәфәттәренә ҡарағанда, сығырға торған афәттән ҡурҡып, ҡуяндай ҡасып китергә әҙерҙәр. Ваҡ бурҙар улар, кешегә күрәләтә мылтыҡ терәп атырға йөрәктәре етмәç. Өçтәренә ырғып һәңгәҙәтә уңлы-һуллы һуғырға ла булыр ине, тик уларҙан арыраҡ хужалары ултыра. Генка Шприцтың ҡулдары ҡалтырамаç, ул шикһеҙ атасаҡ. Юҡ, был ҡәбәхәттән яҡшылыҡ көтөп булмай, яуызлыҡ ҡылмайынса, бөгөн бынан китмәҫ ул.
Генка Шприц уйсан ҡиәфәттә усаҡ ҡуҙында торған табанан ит киçәге алып еçкәне лә, йөҙөн һытып, утҡа ташланы.
– Дөрөç уйлайһың, майор, – тине лә, уçал көлөмһөрәп, бармағын мылтыҡ тәтеһенә һалды. – Был осрашыуҙы мин күптән көтә инем. Ҡон алыр өсөн шундай уңайлы осраҡты юғалтып булмай. Юғиһә, тағы ҡасан форсат тыуа әле… Хаҡһыҙлыҡ менән төрмәгә ябып рәнйеттең мине. Асылда мине наркота өсөн түгел, ә йәшәргә теләгәнем өсөн бикләнең һин. Һәр әҙәмдең йәшәгеһе килә, майор, был гонаһ та, енәйәт тә түгел…
– Олегтың йәшәгеһе килмәй инеме ни? Һеҙ уны үлтерә яҙғансы туҡмап, ғәрипкә ҡалдырҙығыҙ. Гонаһ та, енәйәт тә түгелме ни шул?
– Тап шуның өсөн, ғәйебемде раçлаған дәлилдәр табып, уларҙы хөкөм барышында иçбатлап, мине яуапҡа тарттырһаң, һиңә үпкәләмәç тә инем. Ә рәнйеү – әҙәм күңелендә аҡ ҡағыҙға төшкән ҡара тап һымаҡ. Ҡайһы берәүҙәр, рәнйеүҙе кисерәм тип, шул тапты юйып маташа. Әммә ҡағыҙ бите бысрай, боҙола, хатта тишелә. Тик мин улай эшләмәйәсәкмен. Һин, майор, бысраҡ ҡулың менән минең ҡағыҙыма кире тамға, йәғни «минус» һыҙҙың. Хәҙер килеп, мин шуны арҡыры һыҙып, ыңғай тамғаға, йәғни минусты плюсҡа әйләндерергә йыйынам. Ә ул – дөрөçлөктө, тулылыҡты, бөтөнлөктө һүрәтләүсе, ҡыçҡаһы, ярты донъя табынған әүернә Хоҙай тамғаһы.
Мылтыҡ сәбендә тороуыма ҡарамай, Генка Шприцтың хәбәренән тәгәрәп ятып көлгөм килде.
– Башы боҙоҡ фәйләсүф һин, Генка. Белгең килһә, кирене ыңғайға бороу үс алыуҙы түгел, ә кисереүҙе, ғәфү итеүҙе аңлата. Өнөңдө тыҡ, юғиһә, һинең бысраҡ тәғлимәтеңдән күңелем уйнай.
– Әләйһә, ҡасышлы уйнарға тәҡдим итәм һиңә. Һин ҡасаһың – мин баçтырам.
Генка Шприцтан ниндәйҙер мәкер сығырын күптән көтә инем инде. Башланды шикелле…
– Урынымдан да ҡуҙғалмайым.
– Ҡуҙғалырһың. Ҡуяндай, үрле-ҡырлы ырғанлап ҡасырһың, башҡа сараң юҡ, – тип Генка Шприц кеçәһенән алты яһау килтереп сығарҙы. – Күрәһеңме? – тине ул, яһауҙарға ымлап. – Теге саҡтағы һымаҡ, алты яһау. Барыһында ла – айыу йәҙрәһе. Һин ҡасаһың, ә мин һине ҡыуалап атам. Бәхетең булып сослоғоң етһә, ҡотолорһоң. Юҡ икән… Ә инде ыҡҡа килмәй киреләнһәң, иптәшеңде атып үлтерәм. Ғаиләһе етем ҡалыр. Тик һиңә теймәйәсәкмен. Ғүмерең буйы хурланып, намыç язаһы кисерерһең. Һин саф күңелле кеше бит, бәлки, ғазабыңа түҙмәй, үҙ башыңа үҙең етерһең…
– Ҡалған ғүмерең төрмәлә уҙасаҡ, Генка…
Ул, битараф ҡына яурындарын йыйырып, иренен бүлтәйтте.
– Яҙмыш булғас, нишләйһең. Мин төрмәнән ҡурҡмайым, миңә уғрылыҡтағы абруйым ҡиммәт. Әйткәндәй, уйындың шарттары насар түгел, үҙең уйлап ҡара. Беренсенән, иптәшеңде үлемдән ҡотҡараһың, һине дөмөктөргән хәлдә лә, мин уға теймәмен, һүҙ бирәм. Икенсенән, сослоғоң етеп, алты йәҙрәнән ялтанып ҡала алһаң, үҙең дә ҡотоласаҡһың.
– Ышанмайым һиңә…
– Дөрөç итәһең. Сөнки мин һине, һис шикһеҙ, бөтөрәсәкмен. Алты тапҡыр атыу ҙа кәрәк булмаҫ. Шунан, ни әйтерһең?
Аңлашыла, минең арттан ҡуян баçтырғандай ҡыуалап, мәсхәрәгә һалмаҡсы, хәшәрәт. Юҡ инде, хурға ҡалғансы, гүргә ҡал... Алдымда торған ике хәстрүште уҙып, тәүҙә Генканы шаңҡытырға кәрәк. Ғилман да, моғайын, ҡарап тормаç, хәленән килгәнсе был икәүҙе үҙенә «бәйләһә», һуңынан уларҙы еңеү ауыр булмаç.
Әммә Генка Шприц, ни ғиллә менәндер минең ниәтемде аңлап, кинәт кенә урынынан торҙо ла мылтығын күтәрҙе.
– Шаярма, майор, – тине ул, уçал йылмайып. – Һин мине беләһең. Яҡшы саҡта «уйын»ға риза бул. Әйтәм бит, шарттар һәйбәт, Хоҙай үҙеңде һаҡлаһа, алты яһау бушағас, биғәйбә булыр. Шунан, ризаһыңмы?
Өндәшмәнем. Иллә-мәгәр үтә лә отҡор мәлғүн шул Шприц. Минең «ауыртҡан» еремде һиҙеп ҡалды. Ғилманды һәләкәттән ҡурсып ҡалыр өсөн барыһына ла әҙер икәнемде белә. Ғилман – ғаилә башы, ә мин йортһоҙ-тормошһоҙ берәҙәкмен. Дуçым һәләк булып, үҙем иçән ҡалһам, артабан нисек йәшәрмен?
Генка Шприц һүҙһеҙ генә мылтыҡ көбәген минән алып, Ғилманға төбәне лә бармағын тәтегә һалды. Тиҙҙән йөҙөнә ҡырыç тәүәккәллек сыҡты.
– Ҡулың ҡысығас, мине ошонда ғына атырға булмаймы ни?
– Ҡыҙығы бөтә, – Генка Шприц миңә кинәйәле генә ҡараш ташлап, көлөмһөрәп ҡуйҙы. – Беләһеңме, майор, һуңғы саҡта ниңәлер эсем боша. Шунан арынмаммы тип айыу һунарына барғайным, унда ла алдашып һемәйттегеҙ. Бер кемгә лә ышанырлыҡ түгел, барыһы ла алдаша… Теге саҡта, минең йәшәргә теләүемдән көлөп, мыçҡыллауыңды бермә-бер үҙеңә кире ҡайтарырға теләйем. Үҙеңә тоçҡалған мылтыҡ көбәгендәге үлемде артың менән тойоп, үрле-ҡырлы ырғанлап ҡасҡаныңды, ҡуяндай дерелдәп йәшенгәнеңде, йөрәгеңде усыңа тотоп Хоҙайға ялбарыуыңды күреп, кинәнгем килә. Минең өсөн дан һунар буласаҡ был. Аңланыңмы инде?
…Ҡаргиҙәрҙәрҙең тоноҡ тауышынан төнгө урман һиçкәнеп, һауалағы ай менән йондоҙҙар, гүйә, ситкә тайшанды. Ай яҡтыһынан зәңгәрләнгән көрттәр тулҡын-тулҡын булып артта ҡала. Һалҡын һауа битемде ялмай. Генка миңә бер минутлыҡ отош бирҙе. Уның ҡаргиҙәре – һикһән ат көслө «Ямаха». Тура юлда ул миндәге утыҙ дүртле «Буран»ды эт һейгәнсе ҡыуып етәсәк, шуға ла ваҡыт барҙа, араны мөмкин хәтлем һуҙыу фарыз. Миңә нисек тә туғайҙың түбәнге осондағы таллыҡҡа етергә кәрәк. Унда йылғаның ҡаяға бәрелеп, һул ярын терһәктәй мөйөшләп боролған тәңгәлендә өйкөм-өйкөм ҡуйы тал әрәмәләре бар. Боçа-борғолана шул әрәмәләргә ышыҡланып, Генканы күҙ уңынан ысҡындырмай ғына арттан эйәртеп йөрөткәндә, мине сәпкә алыу еңел булмаясаҡ. Тиҙлеген дә юғалтасаҡ. Уға үтәнән-үтә күренеп торған яланғас таллыҡ аша атыу ҙа ситен, сөнки йәҙрә, һис шикһеҙ, ботаҡ-сыбыҡҡа тейеп яҙа китәсәк. Генкала биш яһаулы МП-153. Туҡтамай, яһауы бөткәнсе бер-бер артлы ата ала. Шуға ла миңә уны яҡын ебәреп, асыҡ урында ҡалырға ярамай. Улай ҙа таллыҡ үçкән ялан тигеҙ түгел, ул бер-береһенә бүлкәс-бүлкәс булып тоташҡан йомро арҡалы ҡалҡыулыҡтар, түңәрәк соҡорҙар, һай ғына йырындар менән йырмасланған. Улар Генканың ҡаргиҙәрен үрле-ҡырлы һикертеп, китеп барған килеш тоçҡап атырға бирмәйәсәк, мине йәшерәсәк. Туҡтап атырға булһа инде, мин шул арала унан алыçайып, боçоп өлгөрәсәкмен.
Йылғаның һул яры буйлап һуҙылған оҙонса яландың урта тәңгәленә еткәндә, артымда ут балҡыны. Яурыным аша артҡа күҙ һирптем. Артымда һыуыҡҡа ҡатып өлгөрмәгән йәш ҡар өйөрмәһе оса. Тораҡ яғында, гүйә, ут сыҡҡан. Мине ҡыуа төшкән Генка ҡаргиҙәренең яҡтыртҡысы был. Барған юлыма оҙон күләгәм ятты. Ҡаргиҙәрҙең уттарын һүндерҙем. Ай яҡтыһы асыҡ яланды ҡағыҙ бителәй итеп ағартҡан, хатта ҡарҙағы сысҡан юлдары ла күренеп ята. Ҡыуалап етә килгән яҡтылыҡты тойоп, ҡаргиҙәрҙе йылға ярындағы ереклек ҡырынан ҡыуам. «Буран»ым көтмәгәндә һүнә ҡалһа – уның шундай яман «өйәнәге» бар – йәһәт кенә төшөп, ағас араһына ҡасырлыҡ булһын.
Арттан етеп килгән сағыу яҡтылыҡ, гүйә, минең арҡамды бешерә. Генка Шприц арабыҙҙы, утыҙ аҙым самаһы ғына ҡалдырып, ҡыçҡартҡайны инде. Барған юçығымда тарбағай ҡайын менән муйыл ҡыуаҡлығы төçмөрләнде. Шунда эҙәрләүсемдең ҡаргиҙәрен бер аҙ һулға борғанын һиҙеп ҡалдым. Артымда уйнаған ҡар буранынан китеп, мине сәпкә алыуы, буғай… Кинәт борғолап, ҡаргиҙәрҙе бер уңға, бер һулға ташлайым… Шул саҡта йөҙөмә ҡайнар тынын бөркөп, күҙ алдымдан ниҙер осоп үтте… Уның артынса икенсе йәҙрә, ҡаргиҙәрҙең ни еренәлер тейеп, шаҡылданы, әммә ҡорос атым, бер ни булмағандай, алға елеүен дауам итте. Ул да булманы, «Буран»ды кинәт кенә һулға алып, ҡайын менән муйыл ағаслығын арала ҡалдырҙым.
Күренеүенсә, Генка шаярмай. Сәбенә тоçҡаған әҙәм генә шулай яҙа ата.
Сәсәй-бышҡыра дыулаған ҡорос атымда, ҡар туҙҙырып, төнгө ялан аша еләм. Һауала көмөштәй ай сайҡала, йондоҙҙар һикерешә. Бар нәмә, йыһан гыуаһлығында барған үлемесле мажаранан ҡурҡып, боçоп ҡалғандай.
Генка Шприц «Ямаха»һында, ауыҙынан ут бөрккән аждаһалай булып, ҡабаттан ҡойроғома баçҡан мәлдә генә мин, таллыҡҡа етеп, ҡуйы әрәмә ышығына керергә өлгөрҙөм. Теге артымдан төштө. Мин, яланғас таллыҡ аша эҙәрләүсемдән күҙемде алмай, әрәмәне әйләнеп йөрөйөм. Эреле-ваҡлы бихисап ботаҡтарын сатрашлап үçкән таллыҡтың киңлеге ҡырҡ аҙымдай барҙыр. Түңәрәк таллыҡты уратып өс әйләндек. Ҡыуып та етә алмай теге, етә яҙғанда атырға ла форсаты юҡ, сөнки ҡаргиҙәре соҡор-түнгәктә бер туҡтауһыҙ аунаҡлап, мылтыҡ тоçҡарға бирмәй.
Был әйләнсектең сиге билдәһеҙ ине. Генка Шприцтың ошо хәлдән нисек сығырға белмәй тәҡәтһеҙләнеп, теш шығырҙатҡанын ишеткәндәй булам. Ләкин ҡыуанырға иртә. Генканың атылмай ҡалған тағы дүрт яһауы бар. Мин нисек тә шуларҙы аттырырға тейешмен. Дөрөçөндә иһә теге донъяға күсер өсөн миңә берәүһе лә етә бит.
Генка Шприц, таллыҡтың арғы ҡырында туҡтап, әрәмә аша ҡаргиҙәренең яҡтыртҡысын миңә йүнәлтте. Күҙ сағылдырғыс нурҙар пәрҙәһе артында мин уны бөтөнләй күрмәйем. Мылтығым булһа, бер атыуҙан селпәрәмә сәсрәтеп, һүндерер инем дә…
Уң яғымда һай ғына соҡор бар. Һөҙәк кенә ике бүлкәс араһынан уҙған арауыҡ күршеләге таллыҡҡа илтә.
Тап шул мәлдә биш аҙымдағы әрәмә ситенә һауанан, ҡарайып, нимәлер килеп төштө. Күңелемдә ҡупҡан ниндәйҙер иçкәртеүгә бойһоноп, ҡаргиҙәремде кинәт кенә урынынан ҡуҙғаттым да һулдағы соҡорға төштөм. Артымда, гөрһөлдәп, ут бағанаһы ҡалҡты.
Үәт, ҡәбәхәт! Граната ташланы бит!
«Буран»ымды ажғыртып, күрше әрәмә ышығына ашыҡтым. Күҙ асып йомғансы артта ҡалған ҡалҡыулыҡтар мине, үҙҙәренең ышығына алып, аҙ ғына ваҡытҡа артымдан килгән дәһшәтле яҡтылыҡтан йәшерҙе. Ниһайәт, мин ҡуйы таллыҡ артында. Утыҙ аҙым самаһы алда йығылған ағас төпһәһе ҡарая. Ул да булманы, яҡтылыҡ, күҙ сағылдырғыс шарға әүерелеп, әле генә үтеп киткән ҡалҡыулыҡ башына менде лә, тирә-яҡты ус төбөндәгеләй итеп, һалҡын нурға мансыны. Шырлыҡ мине һаҡламай ине инде. Ҡаргиҙәрҙе үкертеп, алдағы ағас төпһәһенә уҡталдым. Һауала төнгө ялағайҙай ниҙер балҡыны. Шул саҡ осамды бесәй тырнағандай булды. Икенсе йәҙрә мин ышыҡланып өлгөргән йыуан ҡайын төпһәһен сәрпәкләне.
Ҡаргиҙәрем бер нисә тапҡыр сөскөрҙө лә һүнде. Тирә-яҡты тәрән тынлыҡ баçты. Баҡһаң, таллыҡ аръяғындағы ҡалҡыулыҡта торған Генка Шприцтың «Ямаха»һы ла эшләмәй, имеш. Осамды тотоп ҡараһам, усым ҡыҙылланды. Улай ҙа ярам ҡурҡыныс тойолмай, ысынлап та, бесәй тырнағандай ғына.
Генканың ике яһауы ҡалды. Әйткәндәй, миңә төбәп граната ташлауынан һуң уға ышаныс юҡ инде.
– Эй, майор, һин һаман дөмөкмәнеңме ни әле?
– Аллаға шөкөр!
Шыпырт ҡына ҡаргиҙәремде тикшерәм. Бер ҡарауға төҙөк һымаҡ, өҙөлгән-боҙолған ере күренмәй. Ҡабыҙырға маташып, стартерға баçам. Йәнтәслим сабып тынына сәсәгәндәй ғыж-ғыж килде лә ҡорос атым тынып ҡалды.
– Ҡасышлыға бик сос икәнһең, майор, – тип ҡысҡыра Шприц ут пәрҙәһе артынан. – Ыштаныңды еүешләмәнеңме әле? Бошонма, тиҙҙән ҡойроғоң аçтына ҡыҙыл нөктә ҡуйып, ыҙаңды сикләрмен!
Ул күбә бейеклегендәге ҡалҡыуҙан – беҙҙе айырған утыҙ аҙымдай таллыҡ аша ҡарап тора. Мылтығынан әлеге йыуан ағас төпһәһе генә һаҡлай мине.
– Ике яһауың ғына ҡалды, онотма!
– Яңылышаһың, майор! – Генканың һаһылдап көлөүенән тын һауа ҡуҙғалып, йөҙөмә һалҡын ел бәрелгәндәй булды. – Егерме яһауым, тағы бер гранатам бар әле!
Һүҙҙәренең раç икәнен белдереп, ике тапҡыр атып ебәрҙе. Йәҙрәләр башым тәңгәлендәге ағас олонон сәрпәкләне, береһе фырлап бынан ун аҙымда аҡҡан йылға шаршыһына сумды.
– Беҙ улай һөйләшмәгәйнек! Хәшәрәт һин, Генка!
– Баяғы әйткәнде иçлә, майор! Бөтәһе лә алдаша, тинем, хәтереңдәме? Һин дә алдашаһың, һинең дуçың да. Шулай булғас, ниңә миңә лә алдашмаçҡа?
Стартерға ҡабатлап баçам. Ике сөскөрҙө лә тымды. Өмөт бар әле…
– Егерме яһауҙы атҡансы тере ҡалырмын, тип юҡҡа өмөтләнмә, майор! Иптәшеңә лә етер әле.
– Генка, һинең аяҡ-ҡулһыҙ ҡалып, дөмөгә алмай ятҡаныңды күрһәм, бар мөлкәтемде хәйергә өләшәсәкмен!
Ҡаргиҙәрҙең тоташтырғыстарын борғолап-тартҡылағас, тағы ҡабыҙырға маташам. Был юлы дүрт тапҡыр «бышҡырҙы». Ҡабына ул…
– Торған еремдән генә, граната ташлап, теге донъяға олаҡтырыр инем дә үҙеңде, майор, һунарҙың ҡыҙығы бөтөр, тием. Танһығым ҡанғансы артыңдан баçтырасаҡмын әле! Ха-ха-ха!
Торған еремдән биш аҙымға һулдараҡ – текә йылға яры, аръяҡта, ҡарлы түбәһен ай яҡтыһына ағартып, бейек ҡаяташ тора.
Сөскөрөп-бышҡырып та «Буран» тағы ҡабынманы.
– Нимә, майор, ватылдымы ни? Көт, хәҙер ярҙамға киләм…
Генка Шприц ҡаргиҙәрен ҡабыҙҙы ла геүләтеп түбән төштө һәм таллыҡтың арғы осона йүнәлде.
Стартерға баçам. «Буран» дыулап ҡабынды ла ҡабат һүнде. Ул да булманы, Генка Шприц әрәмәнең арғы осона етеп, был яҡҡа боролдо. Тирә-йүнде һарғылт яҡтылыҡ ялманы.
Йә инде, йә ҡабын, зинһар, алкаш ҡулынан сыҡҡан ыстырам! Хужаңдың ошо ҡоторған эт ҡулынан һәләк булғанын теләйһеңме ни? Ғилманды ла ҡотҡарырға кәрәк, ғаиләһе етем ҡалһа, ҡәберемдә мәңге тулармын бит?
Йылға үрендәге ятыу ярында үçкән ҡуш еректә ун ике яһауы менән алтатарым йәшереүле ята. Теге саҡта Генка Шприцтың йәнен алырға көçәгән алтатарым. Нисек тә шунда барып етергә кәрәк.
Генка Шприц, тиҙлеген өçтәп, яҡынлаша бара. Арабыҙҙа йөҙ аҙым тирәһе генә юл ҡалды. Тап шунда ҡаргиҙәрем, өгөт-ялбарыуымды ишеткәндәй, тоноҡ ҡына геүләп тоҡанды ла, мин ҡайын төпһәһен урап, алға, әрәмә артына, уҡталдым. Дилбегә буйы ер үткәйнем, көтмәгәндә барған юлым ботаҡтарын тарбайтып арҡыры ятҡан ағас олонона төкәлде. Ҡаргиҙәр менән ағас аша үтерлек түгел. Уң яғымда – ҡуйы таллыҡ, һулымда – текә яр…
Теге тамуҡ шомлоғо артымдан етеп тә килә. Ата ла башлаған булыр ине, тик арабыҙҙағы баяғы ағас төпһәһе ҡамасаулай уға.
Ат бейеклеге яр, убылып йылғаға төшә. Йылғалағы боҙ уйылған, тик яр аçтында ғына сана һыйырлыҡ ҡарлы арауыҡ ҡалған.
Тиҙлекте мөмкин булған тиклем кәметеп, яр башынан йылғаға шыуып төштөм. Артымда Шприц ҡаргиҙәренең тауышын ишетәм, уның яҡтыһы тирә-йүнде аҡ менән ҡараға сатрашлап, бер туҡтауһыҙ әйләндерә, өйөрөлтә, юлдан яҙҙырып башты әйләндерә. Ҡарлы боҙ өçтөнән йылға үренә уҡталдым. Һулымда – текә яр. Уң яғымда – тулҡындарын алҡындырып аҡҡан ҡара йылға упҡыны. Ялтаныр, борғоланыр урын юҡ. Генка Шприц, яр башында туҡтап, мылтығын елкәмә терәп тиерлек ата ала. Изге фәрештәм генә ҡулына һуҡмаһа…
Йылға өçтөндәге күләгәләрҙе ҡасырып, сағыу яҡтылыҡ һибелде. Тимәк, Генка Шприц яр башында. Шартларҙай булып дыулаған ҡорос атыма һырышып, мөмкин булғанса араларҙы алыçайтырға тырышам. Алда, шаршы башында, боҙ ҡаплаған киң ятыу башлана, шунда барып сыҡһам, барыр тарафтарым киңәйәсәк…
Шул саҡ яҡтылыҡ, елпенеп, артта ҡалды ла күпмелер ваҡытҡа мине төн ҡараңғылығына тапшырҙы. Генка Шприц минең юлымдан йылғаға төштө.
Ятыуға сыҡтым да, ҡорос атымдың бар көсөн егеп, аҡ түшәктәй тигеҙ ҡар өçтөнән остом. Бына, ниһайәт, минең ерегем… Майлы сепрәккә төрөлгән ҡоралымды ҡулыма алғас, йөрәгем йылынды, бар булмышыма, гүйә, тылсымлы көс кереп, зиһенем асылды. Ләззәтләнеп, ҡоралымды усыма ҡыçтым. Капут һиңә, Генка Шприц, һис шикһеҙ, капут…
Тәжрибәле аусылар, урманда ятҡанда, тораҡтарынан ситтә һәр саҡ йәшерен ҡорал тота. Урманда ни булмаҫ…
Боҙ өçтөндә ҡарауһыҙ ҡалған ҡаргиҙәрем тағы һүнде. Йылға буйындағы сәйер тынлыҡ тик шунда ғына иғтибарымды йәлеп итте. Шылт иткән дә тауыш юҡ. Түбәндә, ҡая тәңгәлендә, күҙгә эләгерлек тә осҡон күренмәй, әбәк-һәбәкле, күҙ буятҡыс ай яҡтыһы ғына.
Теге хәшәрәттең «Ямаха»һы һүнгән, ахыры. Шуны ҡабыҙырға маташып соҡсоналыр. Бынан файҙаланып ҡалыу фарыз. Нишләргә? Ошаҡсы Ринат менән Яшка-гусарҙы ҡоралһыҙландырып, уларҙың ҡулынан Ғилманды алырға ла ҡаргиҙәргә ултырып шылырғамы? Ул саҡта, Генка Шприцтың ярандарын ваҡытынан алда ҡужғытмаç өсөн, ҡаргиҙәрҙе ҡалдырып, боçа-йәшенә генә тораҡҡа йәйәү барырға кәрәк буласаҡ. Тик Шприц ҡаргиҙәрен ҡабыҙа ҡалһа, быға ваҡыт ҡалмауы бар. Атыш ҡупһа, уның аҙағы билдәһеҙ, Ғилман дуçымды һәләк итеүҙәре мөмкин. Юҡ, нисек кенә булмаһын, иң башта Генканы туҡтатырға кәрәк. Бар ҡурҡыныслыҡ унан килә. Шаңҡытып бәйләргә лә үҙен, милицияға тапшырырға… Унда күптән зарығып көтәләр уны.
Әммә был ниәтемде нисек итеп тормошҡа ашырырға белмәйем әле. Генка Шприц һиҙеп ҡалһа, мине үҙенә яҡын да ебәрмәйәсәк. Әйткәндәй, мин дә уны иçән-һау килеш ҡулдан ысҡындырырға уйламайым. Ҡаргиҙәрен төҙәтеп ултырған сағында ғына барып баçмаһам…
«Буран», был юлы инәлдермәй генә, бер тапҡырҙан ҡабынды. Һөҙәк ярҙан яланға сыҡтым да, ҙур түңәрәк яһап, баяғы таллыҡ артынан һыу буйына яҡынлаштым. Генка Шприцты артынан барып баçырға ине уйым. Йылғаға еткәс, ҡаргиҙәремде һүндереп, боҙға төштөм һәм бейек яр аçтынан шыпырт ҡына юғарыға, ҡая тәңгәленә, йүнәлдем.
Бар донъяла хөкөм һөргән тәрән тынлыҡты боҙорлоҡ көс юҡ һымаҡ. Ауыҙ-морономдан сыҡҡан аҡ быу һауаға эленеп ҡала. Аяҡ аçтында бырхыған ҡырпаҡ ҡар, мамыҡтай тауышһыҙ ғына осоп, кире ята. Ҡыйырсыҡ ай, гүйә, ер өçтөнә түбәнәйгән дә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән нимәнелер күҙәтә һымаҡ. Ҡош юлы, бихисап осҡондар осорған ялҡындай ләүкеп, бар күкте ялмаған.
Ҡая тәңгәленә еткәс, яр мөйөшөнән һаҡ ҡына сығып, йылға үренә ҡарайым. Минең уйымса, бынан ун аҙым самаһы алда Генка Шприцтың ҡаргиҙәре торорға тейеш. Тик минең күҙҙәрем сәйер бушлыҡҡа төбәлде. Күпмелер ваҡыт ни уйларға ла белмәй ғәжәпләнеп торғандан һуң, яр башынан йылғаға төшкән баяғы юлыма яҡынайҙым. Ҡулымдағы алтатарым шыпырт иткән тауышҡа төбәп ут бөркөргә әҙер…
Ярҙан төшкән «Ямаха»ның эҙҙәре боҙ ситендәге ҡара упҡынға төшөп өҙөлгәйне. Тирә-йүндә бер ни күренмәй, ҡыпыш иткән хәрәкәт, ҡыл тирбәткән тауыш юҡ. Тик боҙо уйылған йылға ғына, алҡынып торған ҡараһыу тулҡындарын бейетеп, бер ни булмағандай аға ла аға…