Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
11 Апрель 2022, 22:28

Күләгәле утрау. Мажаралы повесть - 4. Раят Вәлиев

Диуана, иçәр, ахмаҡ, ауһар, хыялый, туңбаш, дөндөк, иçәүән, ағас, буш ҡыуыҡ, һыумейе, алйыу… Халыҡ телендә әҙәм балаһының аң-фиғелен үлсәүсе һүҙҙәр байтаҡ. Әммә улар түбәнгә йә юғарыға илткән үҙ-ара бәйләнешле һикәлтәләр хасил итмәй, имеш. Йәғни диуананы иçәүәндән аҡыллыраҡ йә, киреһенсә, иçәрерәк тип сағыштырып булмай. Хыялый ахмаҡ булмағандай, туңбаш та алйыу түгел. Был төшөнсәләр бер үк күлдең төрлө утрауҙары кеүек. Ҡыçҡаһы, юғарыла теҙелгән һәр һүҙҙең асылында аныҡ төшөнсә ятҡанын иçәпкә алғанда,  ул сифаттарҙы үҙендә бергә йыйып,  дөйөмләштерергә ирешкән инсандың һын-ҡиәфәтен, холоҡ-фиғелен күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Тик Геннадий Самуилович Шприц шул һығымта менән риза түгел.

Күләгәле утрау. Мажаралы повесть - 4. Раят Вәлиев
Күләгәле утрау. Мажаралы повесть - 4. Раят Вәлиев

18

Диуана, иçәр, ахмаҡ, ауһар, хыялый, туңбаш, дөндөк, иçәүән, ағас, буш ҡыуыҡ, һыумейе, алйыу… Халыҡ телендә әҙәм балаһының аң-фиғелен үлсәүсе һүҙҙәр байтаҡ. Әммә улар түбәнгә йә юғарыға илткән үҙ-ара бәйләнешле һикәлтәләр хасил итмәй, имеш. Йәғни диуананы иçәүәндән аҡыллыраҡ йә, киреһенсә, иçәрерәк тип сағыштырып булмай. Хыялый ахмаҡ булмағандай, туңбаш та алйыу түгел. Был төшөнсәләр бер үк күлдең төрлө утрауҙары кеүек. Ҡыçҡаһы, юғарыла теҙелгән һәр һүҙҙең асылында аныҡ төшөнсә ятҡанын иçәпкә алғанда,  ул сифаттарҙы үҙендә бергә йыйып,  дөйөмләштерергә ирешкән инсандың һын-ҡиәфәтен, холоҡ-фиғелен күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын.

Тик Геннадий Самуилович Шприц шул һығымта менән риза түгел. Сөнки һуңғы көндәрҙә ошо сифаттарҙың барыһын да үҙендә тойоп йөрөй. Талап алған хазинаның дәүмәл-дәрәжәһен шутлап сығарғандан бирле шундай хәлгә килде ул. Ундағы мөлкәт иç киткес ҙур булып, бер яҡтан, шиғәлсенең күңелендә сикһеҙ ҡомһоҙлоҡ уятһа, икенсе яҡтан, оло шом ҡуҙғатты. Бер кем менән дә бүлешмәйенсә, хазинаны тик үҙендә генә йомдороп ҡалғыһы килде уның. Әммә был – бик сетерекле мәсьәлә. Сөнки табышы тураһындағы имеш-мимеш төрлө яҡҡа тарала башлаһа, бурҙар ҡормошонан «общак» тип килеп тә етәсәктәр. Ә улар сама белмәй. Тағы ла: ул хәбәр бурҙар ҡанундарын танымаған башы боҙоҡтарҙың ҡолағына керһә, уларҙың алҡымға бысаҡ ҡуйып, бер тин ҡалдырмай һыпыра тартып алырға маташыуҙары мөмкин. Генка Шприц бурҙар араһында исем-шәрифһеҙ, теш-тырнаҡһыҙ түгел дә, тик ундай осраҡта ишәй-ҡушайһыҙ япа-яңғыҙ ҡалыу өмөтһөҙ. Ә инде терәк эҙләп, сереңде кемгә  әшкәртһәң дә, тапҡан малды бүлешергә кәрәк буласаҡ. Шуға ла әлеге хазинаны бер кемгә лә белдермәй генә тартып алыу мөмкинлеге булып та, шуны  ҡулдан ысҡындырыуына үкенде Геннадий Самуилович. Ашығыуҙан булды барыһы ла, күҙ алдына килеп ятҡан мөлкәтте ысҡындырыуҙан ҡурҡты. Әйтмә лә, яңғыҙы ғына аңдып, яңғыҙы ғына тартып алғанда, әлегеләй башы ла ауыртмаç ине бит. Яланда яңғыҙ үçкән сауҡалай йәш  ҡыҙҙы үҙе генә «һындыра» алмаç инеме ни? Ә ул Борька-электрик, Витька-гусарҙы эйәртеп алды. Яңы ғына төрмәнән сыҡҡан был икәүгә, телегеҙҙе тыймаһағыҙ, ҡырҡып алып үҙегеҙгә һоғондорам, тип янағайны ла, барыбер ышаныс юҡ ул әрәмтамаҡтарға. Етмәһә, теге мент килеп ҡыçылды. Көтмәгәндә. Әлбиттә, хазина талау тураһында күрәләтә ғауға сығарып, законлы нигеҙҙә тикшереү башларға башына тай типмәгән уның. Ниңә тигәндә, беренсенән, хазина табыуҙы иçбатлаусы дәлилдәр табыу бик ситен булһа, икенсенән, менттың йөрәгендә Әминә исемле ҡәҙерле «сөйәл»е бар. Геннадий Самуилович, сәбәбе сыҡһа, шул сөйәлгә тағы баçасаҡ. Ләкин ул саҡта, менттың һарыуы ҡайнап, хазина хаҡында бурҙарға шыбырлауы мөмкин. Бурҙар тормошон үҙ донъяһылай белгән мент өсөн ауыр түгел был. Нисек кенә булмаһын, уның  ауыртҡан еренә ара-тирә баçып, иçкәртеп тороу фарыз. Был уны Геннадий Самуиловичтан алыçтараҡ йөрөргә мәжбүр итәсәк. Шул уҡ ваҡытта, был йәһәттән, һаҡһыҙ ҡыланып, уның асыуына ныҡлы тейергә лә ярамай. Мөхәббәт – көслө хис, ул ҡурҡаҡтан да батыр яһай. Кисерештәренән аҡылын юйып, әйткәненсә, атып китеүе лә бар. Ә Борька менән Витькаға килгәндә инде… Уларҙың булмышы хазинаның бер тәңкәһенә лә тормай. «Общак» хаҡында һүҙ генә сыҡһын әле. Әйткәндәй, килер бәлә сәбәбен алдан алып, юҡ итеүгә етмәй инде… Ә инде, төндә  тәҙрә ҡағып, тупһа тапай башлаһалар, һис шикһеҙ, аяҡ терәп һатыулашыу мәғҡул. Хазинаға алмаш итеп ата бур дәрәжәһе биреүҙәрен талапларға кәрәк.

Геннадий Самуилович, өçтәл артынан тороп, тәҙрә янына килде. Күрсәле, ямғыр яуа, имеш. Ҡала өçтөнә килеп менгән мендәрҙәй генә болоттан, оҙон сәс толомолай  ишелеп,  ергә тамсылар оса. Болот ситенә йәбешкән ҡояш, ямғыр тамсыларын теҙеп, болоттан ергә аçылынған көмөш ептәр һуҙа. Кафе алдындағы саң, ҡатламдары кинәт баçҡан һыуға ебеп өлгөрмәйенсә, асфальт буйлап аға. Ямғырҙан ҡасып кешеләр йүгерешә. Юл аша сығып барған таяҡлы ҡарсыҡ усына  йыйған йылы ямғыр тамсылары менән битен сылата, янына туҡтап сигнал иткән машинаға  иғтибар ҙа итмәй.

Кафеның асыҡ ишеге артында торған йылмаяҡ Витька-гусарҙың ҡулында шешә йылтыраны. Борька ла шунда. Боçоп ҡына хәмер эсәләр. Геннадий Самуилович залға сыҡты. Һатыусы ҡыҙ, кафе  бушауҙан файҙаланып, өçтәлдәрҙе һөртөп йөрөй ине. Хужа кеше, бар алдындағы бейек ултырғысҡа ҡунаҡлап, ҡыҙҙы янына саҡырып алды.

– Теге әрәмтамаҡтарға хәмерҙе һин бирҙеңме? – тип һораны ул ҡыҙҙан, Витька менән Борьканы күҙаллап. Ҡыҙ, яҙыҡ эштә тотолғандай, ҡыйынһынып, ҡулдарын алъяпҡысына һөрттө.

– Бирҙем шул, – тине ул, иҙәнгә ҡарап. – Быуалар бит… Янайҙар, етмәһә. Мин уларҙан ҡурҡам. Кискә, кеше күбәйгәс, хаҡын ҡайтарырмын әле…

Геннадий Самуилович кеçәһенән аҡса сығарып, ҡыҙға һондо.

 – Эш хаҡың. Башҡаса бында килеп йөрөмә.

Ҡыҙ,  күҙҙәрен зәһәр ҡыçып, хужаға ҡараны ла йөҙөнә төшкән сәс шәлкемен тыны менән ситкә өргәс, аҡсаны алып, салбар кеçәһенә тыҡты.

– Аллаға шөкөр, ҡотолдом был йылан ояһынан…

Ҡулындағы сепрәкте барға атып, алъяпҡысын һалғас, матур баçып ишектән сығып китте.

Эш хәмерҙә түгел, әлбиттә. Үткәндә әлеге һылыуҙы үҙе туҡматып ғәрип иткән әүәлге мент Олег менән бергә шәйләп ҡалғайны ул. Нисек осрашып танышҡандарҙыр, билдәһеҙ, әммә аралары бик йылы тойола. Бигерәк тә ҡыҙ күбәләктәй осоп йөрөй коляскалағы ғәрип янында. Тегеһе, уңайһыҙланып, йә ағара, йә ҡыҙара… Уҙған аҙнала, көтмәгәндә генә, менттар килеп баçып, «һул»дан кергән ун йәшник хәмерҙе һатыуҙан  тыйып, тауарҙы бикләп киттеләр. «Боҙоҡ» хәмерҙең бер шешәһен дә һатып өлгөрмәгәйнеләрсе… Тимәк, кемдер шикәйәт иткән. Әлеге ҡыҙыйҙың эшелер, тип шикләнде хужа. Нисек кенә булмаһын, менттар менән сыуалған кешене эштә тотоу ҡуйыныңда күрәләтә йылан аçрау менән бер. Йәл, эшкә ихлас ине…

Геннадий Самуилович бүлмәһенә кереп, өçтәлдәге дәфтәрен асты. Бушаған урынға яңы эшсе табырға кәрәк. Күпмелер ваҡыт элгәре эш һорап килгән берәүҙе теркәп ҡуйғайны дәфтәренә.

Шул саҡ ишектә Ванька-гусар күренде.

– Геннадий Самуилович, унда һеҙгә кемдер килгән, – тине ул, ишек артына ымлап. Гусар ҡушаматы Ванькаға кәүҙәһен һәр ҡайҙа ла уҡтай төҙ тотоп йөрөгәне өсөн йәбешкән. Әле лә, хәбәрен әйткәс, эйәген һоноп, үксәләрен бергә терәп ишек янында ҡатып ҡалды. Хужа ҡулындағы кеçә телефонын өçтәлгә һалып, беҙҙәй осло ҡарашын яранына ҡаҙаны.

– Кем ул?

– Исемен әйтмәй. Минеңсә, ситтән килгән булһа кәрәк.

– Эш ваҡытында хәмер эсеп, иçерек йөрөгәнегеҙ өсөн Борька менән икегеҙгә меңәр һум штраф, – тине ҡулдарын түшенә ҡаушарып ултырған хужа.

Ванька-гусар, керпеген дә һелкмәй, шым ҡалды. Әйткәндәй, уның һын-ҡиәфәтенә ҡарағанда, командиры алдында торған һалдаттай үксәләрен шаҡылдатып, «баш өçтө» тиеүенә бер ҙә ғәжәпләнмәç ине Геннадий Самуилович. Ҡарап тороуға баçҡан ерендә абынып, һеперелеп йөрөгән әрпеш Борька-электрик менән Ванька-гусарҙы йәнәш ҡуйырлыҡ та түгел. Шуға ҡарамаçтан, был икәү, Ишәй менән Ҡушай һымаҡ, бер-береһенең артынан ҡалмайҙар.

Бүлмәгә килеп кергән урта буйлы әҙәмдең өçтөндә зәңгәр төçтәге ҡыçҡа еңле елбәҙәк күлдәк менән һорғолт иркен салбар. Һары сәстәре ҡыçҡа итеп ҡырҡылған. Ҡорһағы юҡ, беләктәре тулы, тупаҡ бармаҡ быуындарының тиреһе ҡалын. Һын-ҡиәфәте менән хәрбиҙәрҙе хәтерләтә. Был кешенең бар булмышында бер ҡарауҙан иçтә ҡалырлыҡ һыҙат булмай, ул, тәҙрә быялаһылай, төçһөҙ, билдәһеҙ ине. Өç кейемен алмаштырһа, уны икенсе күреүҙә таныясағына шикләнде Геннадий Самуилович. Ундай кешеләрҙе, ғәҙәттә, шымсылыҡта файҙаланалар. Геннадий Самуилович һағайҙы. Теге әҙәм, башын бормай ғына, зәңгәр күҙҙәрен йүгертеп, бүлмәне «тенте»не. Бер айҙан һорағанда ла, бүлмәләге бар әйберҙең урын-торошон һис шикһеҙ хаталанмай һүрәтләп бирәсәктер. Геннадий Самуилович, бүлмәләге йәшерен видеокамераны тоҡандырыу ниәте менән, өçтәл аçтына беркетелгән кнопканы һәрмәне.

– Кәрәкмәй, – тине теге кеше, өçтәл янындағы ултырғысҡа ҡунаҡлағас. – Уның менән һеҙ тик үҙегеҙгә генә зыян итәсәкһегеҙ…

Хужа, ҡулын иҙәп, Ваньканы бүлмәһенән ҡыуаланы.

– Енәйәтсе даирәләрендә һеҙҙең исем-шәрифегеҙ билдәле, – тине ҡунағы, томанлы ҡарашын кафе хужаһына төбәп. – Шуға ла был йомошом тап һеҙгә тәғәйенләнә. Һеҙгә Зиннур Таипович Камалов менән осрашып һөйләшергә кәрәк. Ул ҡуртымға алған утрауын башҡа кешегә бирергә тейеш. Камалов  киреләнә. Уны ыҡҡа килтереү фарыз.

– Һыу менәнме? Йә ут менәнме?

Геннадий Самуиловичтың уйынлы-ысынлы биргән ошо һорауы ҡунағының телен артабан сисеүгә йүнәлтелгәйне.

– Әлегә һүҙ менән генә, – тине теге, әйткәненә баçым яһап. – Һөйләшегеҙ, тинем бит. Артабан да киреләнһә, сиратта ут менән һыуға тарыясағы хаҡында иçкәртегеҙ.

– Һөйләшергә була, әлбиттә, – тине хужа рыя ғына. – Һүҙ әйтеү ҡағыҙ яҙыу түгел. Тик һәр мәшәҡәттең үҙ хаҡы бар…

Алдында ултырған әҙәмдең дәүләт даирәләренән икәнлеген һиҙенгәйне Геннадий Самуилович. Мент, ахыры. Тик әлеге йомошоноң дәүләт эшеме йә кемдеңдер үҙ хәстәреме икәнлеге аңлайышһыҙ ине. Шуға ла, бер ҡарауға  һуңғы һүҙҙәренең асылы ябай тойолһа ла, уларҙың төбөндә йәшерен «ҡапҡан» ята ине.

Ҡунағы кеçәһенән бер бәйләм аҡса сығарып өçтәлгә һалды. Геннадий Самуиловичтың эсенә йылы керҙе. Тимәк, был дәүләт һағауылының әлеге мәлдә кемдеңдер шәхси йомошон үтәп йөрөүе. Киреһенсә булһа, түләмәç ине.

– Баш өçтө, иптәш полковник, – тине хужа, серле генә көлөмһөрәп. – Юғиһә, миҙал  вәғәҙәләү менән генә сикләнерһеңдер,  тип эсем боша ине.

Теге хужаға уçал ҡараш ташлап, башҡа бер һүҙ әйтмәй сығып китте. Эсенә төшкәнде оҡшатманы, ысынлап та, полковник, буғай…

Шуныһы ҡыҙыҡ: ул, юғары белем алып, фиҡғы һөнәренә эйә булһа, әлеге мәлдә ни тормошло булыр ине икән? Тәфтишсеме, адвокатмы, прокурормы? Үҙҙәрен закон менән тормош араһына ҡуйған  ҡағыҙ ҡорттарының тотонор ере бушаҡ, баçҡан ере тайғаҡ. Хоҙайым һаҡлаһын… Ҡағыҙҙың тик бер төрөн генә ихтирам итә Геннадий Самуилович: кеçәлә ҡыштырҙағанын.

Ишекте шар асып, Борька-электрик керҙе. Маймыл да маймыл – ул да маймыл. Терһәгенән төҙәйтеп, ҡулын һуҙһа, сүгәләмәй ҙә иҙәнгә таянырҙай.

– Унда берәү  килгән, – тине ул тамаҡ төбөнән ғырлап сыҡҡан тауыш менән.

Ишектә һомғол буйлы йәш егет күренде. Асыҡ иҙеүенән күренгән  ҙур миңе түшенә ҡаҙалған үрмәксене хәтерләтә. Теге килгәнендә үк егетте аш бүлмәһенә сығарып, һөнәренә имтихан ҡылғайны инде Геннадий Самуилович. Бысаҡ-ҡалаҡҡа оçта булып,  аш-һыуға ла ҡулы килешеп тора. Йөҙ-ҡиәфәте лә килешле генә. Тимәк, барға һатыу итергә ҡуйырға ла була үҙен.

19

Ҡала урамдарында таңғы томан йыртыҡтары күсеп йөрөй. Күл өçтөндә томандан ап-аҡ тау хасил булған. Хакимиәт бинаһы янында  үçкән ҡайын япраҡтары араһында шәлкем-шәлкем һары таптар бар. Ҡыçҡа ғына йәйгә танһыҡтарын ҡандырып өлгөрмәгән ағастар, етеп килгән көҙҙөң һалҡын тынынан өшөгәндәй, ысыҡҡа күшегеп ултыралар. Август.

Асыҡ тәҙрәнән бүлмәгә еүеш һауа ағыла. Василий Петрович, биленә өргән һалҡын ипкендән һаҡланып, тәҙрәнән ситкәрәк күсеп баçты.

Ишектә йыйыштырыусы Зоя пәйҙә булды:

– Бар, сығып тор, – тине ул, хакимиәт башлығына ҡарамай ғына. Василий Петрович, алтмышын ҡыуалаған ҡатындың зәңгәр халаты аçтынан йәш сағында ҡосаҡлап ятҡан ҡыҙҙың гүзәл һынын эҙләгәндәй,  өнһөҙ генә тегегә ҡарап тора бирҙе. Зоя, эшен ҡуйып, яурыны аша ғына уға күҙ атты.

– Нимәгә таçырайҙың?

– Әҙәп һаҡлап, хакимиәт башлығы менән иçәнләшер инең?

– Башлыҡ, имеш… Васька һин минең өсөн – Васька-кудряшка…

– Бесән башында аунашҡаныбыҙҙа мине шулай тип иркәләй торғайның шул… Иçеңдәме, мин дә һине ныҡ яраттым, төн буйы өçтөңдән төшмәй, илатып  бөтәр инем!

Василий Петрович, үҙе лә һиҙмәçтән, усы менән башын һыйпап ҡуйҙы. Эх, ҡайҙа булған ул бөҙрәләр.

– Яратҡан, ти, берәү… Алмалай ҡыҙҙы боҙоп, уйнатып-сыйнаттың да, ауыл балаһын тиңгә һанамай, нәчәлник ҡыҙын алдың.

Василий Петрович ишеккә йүнәлде.

– Һиңә өйләнһәм,  ғүмерем  тормошта һыйыр ҡойроғонан да матурыраҡ нәмә күрмәй уҙыр ине.

– Уҙмаһа тағы… Һиндәйҙәр  батмай, бер нәмәкәй һымаҡ, барыбер өçкә ҡалҡып сыға. Һин мут, хәйләкәр. Васька-кудряшка, ҡыçҡаһы…

«Ҡыҙҙар шундай матур, гүзәл булалар. Ә ямаҡ бисәләр ҡайҙан килеп сығалар икән һуң?» тип аптыраған, ти, бер байғош…

Сәркәтип ҡатын урынында юҡ ине. Билдәле, әхирәттәре янына, таң менән ғәйбәт сәйнәргә киткән. Ҡаршылағы тәҙрәнән төшкән көн яҡтыһы оҙон коридорҙың ялтыр иҙәнендә сағылып, күҙҙе ҡамаштыра. Хакимиәт башлығы, аяҡ аçтында «янып» ятҡан иҙәнгә һалмаҡ баçып, теге осҡа йүнәлде. Уның өçтөндә бөгөн ҡоҙғон ҡанатылай ялтырап торған ҡара костюм, ҡарҙай аҡ күлдәгенә ҡыҙыл галстук бәйләнгән.

Ишек асылыуға бүлмәләге өс ҡатындың береһе йәһәт кенә шкаф артына йәшенде. Ҡабалан ғына өç-башын йүнәтеп аҙапланған йәш ҡатындың ҡаршы стеналағы көҙгөлә сағылған текә имсәктәренә ҡарап Василий Петрович бер аҙ тәьçоратланып торҙо. Бүлмәләгеләр быны шәйләмәне. Йомшаҡ диванда  бот сәнсеп ултырған сәркәтибе Ғәлиә ханым, йәһәт кенә ҡуҙғалып, хакимиәт башлығына ҡәһүә ҡойҙо.

– Ултырығыҙ, Василий Петрович, – тине ул, иркә йылмайып. – Рәхим итеп,   ҡәһүәнән ауыҙ итегеҙ. Бик тәмле, эсеп туйғыһыҙ!

Тәненең күҙгә күренгән һәр еренә алтын элгән оло йәштәрҙәге йыуантыҡ ҡатын хакимиәт башлығы менән баш ҡағып ҡына иçәнләште лә өçтәлгә биҙәкле кәнфит тартмаһы сығарып ҡуйҙы.

– Мин һине бүтәнгә алыштырырмын, ахыры, Ғәлиә ханым, – тине Василий Петрович,  ҡәһүә йотҡас, уйынлы-ысынлы ғына итеп. – Ҡасан ҡарама – урыныңда юҡһың…

Тегеһенең күҙҙәре шарҙай булды.

– Эш көнө башланмаған бит әле, Василий Петрович?– тип Ғәлиә ханым, бик борсолған ҡиәфәттә, кәштәләге сәғәткә ымланы. – Тулайым ете минут бар?

– Василий Петровичтың эше самаһыҙ булғас, ул ваҡытын эшкә йә ялға бүлә алмай, – тип араға төштө йыуантыҡ ҡатын.  – Беҙ генә сәғәткә ҡарап ғүмер уҙғарабыҙ.

– Дөрөç әйтәһең, Галина Петровна, – тине Василий Петрович, шкаф артынан сыҡҡан ҡатынға һынсыл ғына ҡараш ташлап. – Минең өсөн көн ни ҙә  төн ни. Ах, ҡыҙҙар, ошо нәмәçтәнең нисек теңкәгә тейгәнен белһәгеҙ икән? – тип ул алдында ятҡан кеçә телефонына ымланы. – Бөгәсә төндә, инде ҡатыным янына күсеп кенә ятҡайным, тызылдап барлы-юҡлы дарманымды ҡабат һүндерҙе.

Ҡатындар, бер-береһенә кинәйәле генә ҡарап, көлөшкән булдылар.

– Василий Петрович, һеҙгә  беренсе урынбаçар итеп Зиннур Таипович Камаловты ҡуйырға итәләр, имеш, тип ишеттек, – тине шунда йыуантыҡ ҡатын,  сер һөйләгәндәй, тауышын баçып ҡына. Әйткәндәй, бындай бәләкәй генә бүлмәгә лә  килеп еткән хәбәр күптән инде  бер кемгә лә сер түгелдер.

– Иван Керимович Бергманды ошо хәл ныҡ борсой, ахыры. Үҙәккә бер туҡтауһыҙ шылтырата, барып килергә лә йыйына, буғай…

Ғәлиә ханым ошо һүҙҙәре менән етәксеһе алдындағы барлы-юҡлы ғәйебен бер юлы юйып ташлауын һиҙҙеме икән?

– Хыял итеүҙән мал күбәймәй…

 Василий Петрович шулай тиһә лә, һуңғы арала төрлө ығы-зығы сәбәбенән,  Бергманды күҙ уңынан ысҡындырыуын аңлап ҡалды шунда. Нәфсел Иван Керимович күптән инде әле биләгән эш бүлмәһен ҙурыраҡҡа һәм яҡтыраҡҡа алмаштырырға ынтыла. Ысынында иһә артын таҙа тотҡан эшлекле генә бер әҙәм булһа,  әллә ҡасандан уҡ моратына ирешер ине. Ҡомһоҙлоғо, шул уҡ ваҡытта эштәге йүнһеҙлеге һемәйтә уны. Шуға ҡарамаçтан, ырыу-затына ғына хас аçтыртын ныҡышлыҡ менән, үҙәктә кәрәкле  бәйләнештәр ҙә  булдырған, буғай. Әле, ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаçары вазифаһына ынтылып, Василий Петровичты урап ҡына, шуларҙы ҡужғытып ятыуылыр. Ниәтен тормошҡа ашырырға ныҡышып, аяҡ аçтында бутала башлаһа, көтөлмәгән бәләләр тыуҙырып, абындырыуы ла ихтимал бит әле… Тимәк, йәһәт кенә эш итеп, алдынан алыу фарыз…

Эш бүлмәһендә яңғыҙы ултырған Цупко, ишектә хакимиәт башлығы күренеүгә, ултырғысын дөбөр-шатыр ауҙарып аяғына баçты ла, яңы ғына хеҙмәткә алынған йәш һалдаттай, ҡулдарын буйға һоноп  ҡатып ҡалды. Василий Петровичтың уға ҡарата һуңғы ваҡытта  ҡулланған «тәрбиә» һөҙөмтәләре шундай күренеш бирә хәҙер.

– Етәксең ҡайҙа? – тип Василий Петрович Бергмандың урынына ымланы.

– Урамда тәмәке тарта…

– Уның Телегин урынына ҡыҙығыуын  мин ниңә һаман белмәйем?

– Өлгөрмәй ҡалдым. Әле генә шуны хәбәр итергә барғайным, тик һеҙ урынығыҙҙа булманығыҙ…

Цупко хакимиәт башлығының күҙ-ҡолағы хәҙер. Ул, Камаловтан ришүәт алыуға бәйле булған хәлдәрҙән һуң, Василий Петровичтың «хәстәр»е менән үҙенә шундай яуаплы бурыс алды. Йылы урынын юғалтыу мөмкинлеген һиҙеп, хакимиәт һынлы хакимиәттән буҡлы һепертке менән ҡыуылыуҙан шөрләгән егеттең нисек тә эштә ҡалырға тырышыуынан ине был. Быға ҡәҙәре етәксеһе Иван Керимович менән ҡушарлап ҡылған ҡырын эштәренең барыһын да, шул иçәптән Камаловты талауҙарының тарихын да, энәһенән-ебенә хәтлем бәйән итеп бирҙе ул хакимиәт башлығына. Тик утрауҙағы йорт баҙына йәшерелгән  ришүәт аҡсаһының, ни ғиллә менәндер,  бер ҡапсыҡ баҡаға әүерелеүен генә аңлата алманы ул Василий Петровичҡа. Әммә, Камалов ғаиләһенең сит ил сәфәренә юлланыуын ишеткәс, был сергә Василий Петрович үҙе лә төшөндө. Ул мал, Хоҙай ҡөҙрәте менән, шиғәлселәр ҡулынан ҡотолоп,  хужа аҙбарына кире боролоп ҡайтҡан, ахыры.

Василий Петрович хакимиәт  бинаһы алдында тәмәке көйрәткән Иван Керимович менән ҡул биреп күреште лә  тегенең ҡулын ҡыпһыуырҙай ҡаты ҡыçып, үҙенә тартты.

– Телегиндың урынына өмөтләнмә, – тине ул,  ҡәҙимге бер хәбәр әйткәндәй йылмайып. – Ҡара уны, аяҡ аçтында буталыуыңды туҡтатмаһаң – тапайым.

Иван Керимович Бергмандың һимеҙ йөҙө аҡлы-ҡыҙыллы булып тимгелләнде.  Фани донъяға килтерер алдынан уның һын-ҡиәфәтен әүәләгән фәрештәләр, ниңәлер артыҡ ҡабаланып, башы менән кәүҙәһе араһына муйын ҡуйырға онотҡандар, буғай.

– Ҡасандан бирле бергә эшләйбеҙ, Василий Петрович, – тине ул, күҙҙәрен йәшкәҙәтеп. – Ярҙам итер урынға, ...аяҡ салып, һуңғы мөмкинлектәремдән мәхрүм итәһегеҙ.

Василий Петрович Иван Керимовичтың тирҙән йәбешкәкләнгән ҡулын ебәреп, бишмәтенең түш кеçәһенән аҡ ҡулъяулыҡ сығарҙы ла ҙур тырышлыҡ менән  усын һөртә башланы.

– Кәкүк балаһы, йомортҡаны тишеп сыҡҡас та, янындағы башҡа ҡошсоҡтарҙы оянан сығарып ташлай, – тине ул, үҙ алдына һөйләнгәндәй итеп. – Оямда күрәләтә кәкүк баçырға мин  һыу сәпсеге түгел. Си ля ви…

Зиннур Таипович Камаловтың хужаһыҙ-ҡарауһыҙ утрауҙы алып, буралай һауын һыйырын яшыҡ кәзәгә алмаштырған иçәүәндәй ҡыланыуы һиҙгер күңелле Василий Петровичты һағайтмай ҡалманы, әлбиттә. Зиннур Таиповичтың һуңғы йылда,  исем-шәриф сығарып, үҙәктәге шөһрәтле әмәлдарҙар менән яҡынлашыуы ла хакимиәт башлығын күптән уйландыра ине. Нисек кенә булмаһын, иғтибарлап ситтән күҙәтеүсе өсөн ҡаланың юл һәм транспорт хужалығы етәксеһенең һуңғы аралағы эшмәкәрлеге үҙенән уçалыраҡ һыбайлы ҡулына барып эләккән арғымаҡтың «бейеүе»нә оҡшағайны. Тик, ниңәлер, тикшереп ҡарауға, үҙәктә Камаловтың «тамырҙар»ы табылманы. Был хакимиәт башлығын ныҡлы шиккә һалды. Тимәк, улар бик төпкә йәшерелгән. Ә был, үҙ сиратында, Камалов артында торған көстәрҙең мәртәбәһен уғата арттыра ғына. Төрлөсә маташып та, дәғүәсеһенә тоташҡан сылбырҙың осон таба алмағас, Василий Петрович архив даирәләренә керҙе. Был ниәткә уны әлеге утрау тирәһендә ҡупҡан ығы-зығы йүнәлтте. Ысынлап та, ни өсөн уның урынын яуларға ынтылған дәғүәселәренең юл-юçығы шул утрауға барып төртөлә әле? Шунда, ниһайәт, архивтағы саңлы ҡағыҙ биттәренә йәшерелгән бик хикмәтле хәл төçмөрләнә башланы. Революциянан һуң сит илгә ҡасып киткән сауҙагәр Латиповтың Хәкимйән исемле бер туған ҡустыһы булған. Граждандар һуғышы ваҡытында ротмистр дәрәжәһендәге аҡ офицер булған Хәкимйән Зәйнулла улы Латиповтың яҙмышы билдәһеҙ тарафтарҙа юғалып ҡала. Күпмелер ваҡыт уҙғас,  Хәкимйән Зәйнулла улының иçән ҡалған ғаиләһе, төпкөл ауылда, Камаловтар исеме менән пәйҙә була. Хәкимйәндең ике улы булған. Самат исемлеһе әлеге  Зиннур Таипович Камаловтың олатаһы, имеш. Ә Сәғиҙулла тигәненең тарихтағы эҙҙәре егерменсе быуаттың утыҙынсы йылдарында һыуға төшкәндәй өҙөлә. Василий Петрович урынында башҡа берәү булһа, ул тапҡанына шөкөр итеп, артабан эҙләнеүҙәргә ҡул һелтәгән булыр ине. Ысынлап та, ниңә тағы соҡсонорға, ти, Камаловтың утрауҙы алып, ата-бабаларының әүәлге мөлкәтен үҙенә ҡайтарып алырға тырышыуы асыҡланды. Тик Василий Петровичтың маҡсаты утрау тарихы түгел, ә дәғүәсеһенең артындағы көстәрҙе асыҡлау  ине. Ул, Сәғиҙулланың артабанғы яҙмышын белеү ниәте менән, эске эштәр идаралығында эшләгән танышына барҙы. Барҙы ла,  таныш полковниктың серле генә итеп ҡолағына шыбырҙаған хәбәренән шаңҡып, байтаҡ ваҡыт иçен йыя алмай ултырҙы.

Аҡ офицер Латипов Хәкимйәндең улы Сәғиҙулла бөгөнгө заманда бар илгә яманаты сыҡҡан  ата ҡараҡ Искәндәр ҡарттың атаһы булып сыҡты.

Эйе, булған заманалар… Ил халҡы ярым-яртыға бүленеп, ата – улды, әсә ҡыҙҙы танымай, ҡырылышҡандан һуң – еңелгәндәр, артабанғы эҙәрлектән ҡотолоуҙың бер сараһы итеп, исем-аттарын, зат-ырыуын бутарға мәжбүр булған. Шул сәбәптән әлеге саҡта тамырҙарын юлларға керешкән күп кенә  әҙәмдәр, ғәрәсәтле заманға еткәс, дауыл ҡыйратҡан урманға кергәндәй, аҙашып, туҡтап ҡалалар. Ә ата-бабалары ҡыҙылдарға ҡаршы көрәшкән кешеләрҙең зат-быуынын юллатыу уғата сетерекле. Сөнки тиçтәләрсә йылдар уҙған, шаһиттар гүр эйәһе булған, быуындар алмашынған, ҡағыҙҙар буталған, янған…

Шулай итеп, әүәлге сауҙагәр Латиповтың заттары – ҡаланың юл һәм транспорт хужалығы етәксеһе Зиннур Таипович Камалов менән ата ҡараҡ Искәндәр ҡарт – шым ғына ҡушарлашып, утрауға ғына түгел, ҡалаға хужа булырға йыйынып яталар, имеш.

Тап шунда Василий Петровичтың башында бик йәтеш уй тыуҙы ла инде. Быға ҡәҙәре арҡаланған үҙәктәге абруйлы яҡлаусыларынан яҙып, ике яҡтан ҡыçа башлаған дәғүәселәре алдында япа-яңғыҙы ҡалыуын аңлағайны инде ул. Уның урынын көçәгән үҙәктәгеләр менән һөйләшеп-килешеү мөмкин түгел, сөнки уларҙың төп маҡсаты – уны урынынан йолҡоп алып, шунда менеп ҡунаҡлауҙан ғибәрәт. Яңғыҙаҡ Василий Петровичты улар иçәпкә лә алмай. Ә Зиннур Таиповичҡа килгәндә, ул һаман ҡала хакимиәте башлығының йоғонтоһонан арынмаған әле. Шунан файҙаланып, Камаловты беренсе урынбаçар итеп күтәргәндә, ҡалаға хужа булырға уҡталған көстәр араһында ярайһы уҡ хикмәтле хәл килеп тыуасаҡ. Шуларҙың иң мөһиме булып әлеге саҡта япа-яңғыҙ ҡалған Василий Петровичтың Искәндәр ҡарт йөҙөндә йәшерен яҡлаусы табыуынан ғибәрәт. Юҡ, ул Искәндәр алдына баçып, кәпәсен сисергә йыйынмай. Уға ата ҡараҡтың үҙен түгел, шәүләһен дә күрмәмешкә һалышыу фарыз. Искәндәр ҡарттың хәстәр-йомошон уның беренсе урынбаçары Камалов йөрөтәсәк. Ә ул быға ҡамасауламаç. Кәрәк сағында, бәлки, ярҙамы ла тейер. Ошо хәл Искәндәр ҡартҡа килешмәçме ни? Әлбиттә, күпмелер ваҡыттан Искәндәр ҡарт үҙенең туғанын уның урынына хакимиәт башына ҡуйыр. Әммә уға ҡәҙәре Василий Петрович әлеге ваҡытта тулып ятҡан  күп кенә эштәрен түңәрәкләп  өлгөрөр. Шул ғына кәрәк уға.

Ҡайһы яҡтан ҡараһаң да,  Камаловты үҙ янына алыуы бик отошло булмаҡсы. Ҡыуанысҡа, хакимиәт башлығының был ниәте үҙәктә ярайһы уҡ ыңғай ҡабул ителде. Эшлекле Камаловты әлеге урынбаçары –  «хыялый» Телегин менән сағыштырыу ҙа ауыр. Телегин йәш әле, уға Камаловта булған хужалыҡ итеү тәжрибәһе етмәй. Телегинды Камалов урынына, йәғни ҡаланың юл һәм транспорт хужалығының етәксеһе итеп күсереү фарыз. Өйрәнһен. Ысын тормош өçтәлдә ятҡан ҡағыҙ битендә түгел, урамда. Президент булырға ла өлгөрөр, киләсәге үҙ ҡулында. Ә Василий Петрович хакимиәт башлығының бар эшен егәрле Камаловҡа йөкмәтеп, үҙе иркендә ҡаласаҡ. Өйрәнһен Камалов. Ә теге утрауға «төртөлөп», көрсөкләнгән  инвестицияға килгәндә инде…

Телегин бүлмәһенең ишек тотҡаһына ҡулын һуҙған Василий Петрович, мейеһендә кинәт кенә хасил булған томанлы фаразды тотоп ҡалырға теләгәндәй, бармаҡтарын маңлайына терәп, туҡтап ҡалды. Шунан, килгән юлынан кире боролоп, коридорҙа үтеп-һүтеп йөрөгән төрлө хакимиәт хеҙмәткәрҙәрен күҙенә лә, ҡолағына ла элмәй, бесәйҙәй һаҡ ҡына баçып билдәһеҙ юçыҡҡа йүнәлде. Әлеге лә баяғы Латиповтар утрауы, тигәндән, сит ил инвесторының шул утрауға ни ҡыҙығы ҡупҡан һуң әле? Архивтан билдәле булыуынса, революциянан һуң ғаиләһе менән сит илгә ҡасып киткән сауҙагәр Латиповтың ике улы, бер ҡыҙы булған. Бынан күренеүенсә, Латипов Кәрим Зәйнулла улы  мөлкәтенең күп өлөшөн һаҡлап ҡалып,  үҙе менән ситкә алып сығыуҙы булдырған, ахыры. Ҡалаға вәғәҙәләгән инвестиция мәсьәләһен шул утрауға терәп, утрауҙы үҙенә биреүҙе ныҡышҡан сит ил эшҡыуары сауҙагәр Латиповтың заты-ҡото түгелме икән? Бынағайыш… Шулай булмаһа, ул байға ус аяһылай ташландыҡ утрау ни бысағыма?

Әлеге фаразы раçлана ҡалһа, унан сығасаҡ иçәпһеҙ ыңғай мөмкинлектәрҙе тойоп уйға сумған Василий Петрович үҙенең эш бүлмәһенә  ҡайтҡас ҡына иçенә килде. Зоя ишек алдында иҙән һөртә ине.

– Әле йәшәйбеҙ икән, – тине лә хакимиәт башлығы, малайҙарса шуҡ йылмайып, йыйыштырыусы ҡатындың йомро осаһын усы менән шапылдатты. Сарбайлап, ҡулындағы иҙән сепрәге менән киҙәнгән Зоя, хакимиәт башлығы менән күҙҙәре осрашҡас, күңелле генә итеп көлөп ебәрҙе. Шул саҡ уның йылдар иҙгеләгән һырлы йөҙөндә йәш саҡтағы  һылыу ҡыҙҙың күреп туймаçлыҡ иркә ҡарашы балҡып ҡалғандай тойолдо Василий Петровичҡа.

Ҡала өçтөнә аçылынған ялбыр томан пәрҙәһе, ниһайәт, таралып,  тәҙрәләр аша үткән сағыу ҡояш нурҙары эш бүлмәһендә уйнап, бар нәмәне яҡтырта, балҡыта башлағайны.

20

Ике ҡатлы был бина әүәле балалар баҡсаһы  булған. Ҡасандыр ул шуға тәғәйен итеп төҙөлгән дә. Заманалар боларып торған саҡта уны, төҙөкләндереү һылтауы менән, япҡандар. Япҡандар ҙа ҡабат асмағандар. Шунан бирле был тарафтарҙа балалар тауышы ишетелмәй. Унда төрлө эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән кешеләрҙең эш урындары урынлашҡан хәҙер. Ә кескәйҙәр, кеçәләренә бәйләм-бәйләм аҡса һалған ата-әсәһе менән етәкләшеп, ни ғиллә менәндер һаман ябылмай ҡалған башҡа баҡсалар ишегенә сиратҡа баçҡандар.

Бина әйләнәһендәге ҡайын, ҡарағай ағастары бейегәйеп, үҙҙәренең үләндәй сибек саҡтарын онотҡан инде. Баҡсасының тимер ҡайсыһы кәртә буйында үçкән йәшел ҡыуаҡтарҙы рәтләп, тигеҙләп кенә тора. Бина алдындағы майҙансыҡта торған машиналарға ҡарап, хужаларының  мөлкәт-мәртәбәһен һис яңылышмай үлсәргә була.

Сатураның офисы әлеге бинаның бер ҡанатын биләй. Уның ҡулы аçтында һораусыларҙы фиҡғы ғилеменең төрлө даирәләрендә хеҙмәтләндергән егермеләп белгес эшләй. Офис ишеге янындағы кескәй бүлмәлә – аҡ күлдәкле, ҡара салбарлы әзмәүерҙәй ике һаҡсы. Майҙансыҡта торған ҡара машинала шундай уҡ һын-ҡиәфәтле шофер ултыра. Икенсе ҡатта урынлашҡан етәксе бүлмәһенең тәҙрәләре ике тарафҡа ҡарай. 

Өçтө асылмалы ҡыҙыл машинаһы бар Сатураның. Ҡалала бер генә ул. Шул машинала урамдан уҙғанда, бар халыҡ  әйләнеп ҡарап ҡала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул машина  һыуһылыуҙай хужаһын йөрөтөү шатлығын һирәкләп кенә татый.

Эске телефон шылтыраны.

– Сатура Исламовна, һеҙгә  Зиннур Таипович Камалов исемле кеше килгән, – тине һаҡсы.

– Үткәрегеҙ.

Күрешеүҙе һорап кисә үк шылтырата ине Камалов. Таң менән килеп тә еткән. Сатура көҙгө алдына килде. Ул бөгөн көрән төçтәге ҡырыç эш кейемендә ине.

Ишекте шаҡып кергән Камаловтың өç-башы ярайһы уҡ таушалған. Ғаиләһен сит ил сәфәренә оҙатып, ҡатын тәрбиәһенән яҙғанғамы икән. Ауылда һикһәнен ҡыуалаған әсәһе сирләү сәбәпле, ғаиләһенән тороп ҡалғайны ул. Ғөмүмән, һуңғы тапҡыр күрешкәндән һуң Камалов төçкә-башҡа ныҡ ҡына бирешеп,  ябыҡҡан, хатта сәстәре лә һирәгәйгәндәй.

Сатура, танышына мөләйем генә ҡарап, күн креслоға ымланы. Тегеһе, ҡырыç костюмдағы ҡыҙҙы ҡапылдан танымағандай, ишек төбөндә бер аҙ тапанып торғандан һуң, төпкә уҙып, креслоға ултырҙы. Быға ҡәҙәре осрашҡандарында Сатура гел еңел-елпе кейемдә була торғайны шул.

Баҡһаң, Камаловтан утрауҙы бүтән кешегә биреүҙе талап итәләр икән. Тәүҙә уға үҙәктән кеше ебәреп өгөтләгәндәр. Утрау өсөн быға тиклем биргәндән  икеләтә  артыҡ хаҡ тәҡдим иткәндәр. Һуңынан, ыҡҡа килтерә алмағас, уның янына ҡалала яманаты сыҡҡан бурҙы ебәреп, күрәләтә янағандар. Шулай ҙа утрауға үҙе хужа түгеллекте  тегеләргә әйтмәгән Камалов.

– Белеүемсә, ул утрауға иҡтисад, сәнәғәт, хатта сәйәсәт мәсьәләләре бер юлы барып тоташҡан, – тине Камалов. – Мин уларға яңғыҙым ҡаршы тора алмайым.  Дөрөçөн әйткәндә, утрау миңә кәрәкмәй ҙә. Уны тоторға ла, төҙөргә лә хәлемдән килмәй. Шуға ла, хаҡын күпкә арттырып, утрауҙы һатырға тәҡдим итәм. Тик торғандан ҡулға кереп килгән  мул ғына аҡсанан диуана ла баш тартмаç.

Камаловтың хәбәре Сатураны уйға һалды. Быға ҡәҙәре бер кемде ҡыҙыҡһындырмаған ташландыҡ утрауҙың көтмәгәндә ыҙғыш алмаһына әүерелеүе һағайтты уны. Тағы кемгә хәжәте сыҡҡан икән ул сүп өйөмөнөң? Әңгәмәсеһенең тел төбөнә ҡарағанда,  был мәшәҡәт бик бейек даирәләрҙең хәстәре булырға тейеш.

– Утрауҙың төп хужаһы – Искәндәр бабай, – тине Сатура, Камаловҡа текләп. – Шулай булғас, был мәсьәләне  тик ул хәл итергә тейеш. Уның һүҙенән  сыға күрмәгеҙ берүк.

Камаловтың күҙҙәрендә уçал сатҡылар тоҡанды.

– Ҡултамға талап итеп, муйынға бысаҡ терәгәндәрен көтөргә тәҡдим итәһегеҙме? – тине ул, тамаҡ төбөнән ғырылдап. – Улар оҙаҡламаçтар! Үткәндә, ана, ҡыҙымды нимәгә тарыттылар. Юҡ, ике ут араһында ҡалып янғым килмәй минең. Утрауҙы минән алығыҙ ҙа теләгән ерегеҙгә тығығыҙ!

Сатура тәҙрәгә бағып, бер аҙға тын ҡалды. Әлеге мәлдә Ләйсән ҡыҙы тарыған күңелһеҙ хәлдең башында  торған кеше янында ултырыуын белмәй, тимәк, Камалов.

– Был хәлде һис шикһеҙ Искәндәр бабайға еткерермен, – тине Сатура, Камаловҡа боролоп. – Уларҙың был эшкә бандиттарҙы йәлеп итеүҙәре ҡулдарында законлы ысулдар булмауға ишара итә. Әммә иң тәүҙә ошо бәләнең сығанағын асыҡлау фарыз беҙгә. Әлегә һеҙгә арсыйҙар тәғәйенләргә тура килер.

Камалов бот сапты.

– Бынағайыш, өлгәштем, ниһайәт, тормоштоң асылына…

Камалов сығып киткәс, Сатура ҡул аçтындағыларға тейешле күрһәтмәләр бирҙе. Бынан кире ике арсый Камаловтан күҙ яҙҙырмай, уны көн дә, төн дә һаҡлап йөрөргә тейеш ине. Күпмегә һуҙылыр был, әлегә билдәһеҙ. Әммә шунһыҙ булмай, сөнки был меçкенгә бысаҡ ҡуйып, ҡулына ҡәләм бирһәләр, утрауҙан ҡолаҡ ҡағыуҙы көт тә тор. Унда Искәндәр бабай ғәфү итмәç. Сатураның һиҙеүенсә, утрауға, дәүләт исеменән сығып, үҙ хәстәрен юллаусы бик һиммәтле кешеләрҙең ҡыҙығы төшкән. Уларҙың мөмкинлектәре сикләнмәгән. Сөнки улар, асылында үҙ моҡсайҙарын ҡайғыртһа ла, ҡылғандарын дәүләт хәстәренә һылтарға һәр саҡ булдыра ала. Шуға ҡарамаçтан, улар ниңәлер асыҡтан-асыҡ эш итергә ҡыймай, бандиттарҙы йәлеп иткәндәр. Тимәк, ҡылыр эштәре бик мөһим һәм бик ҡырын. Бер ҡарауға, был уларҙың һалпы яғы һымаҡ. Әммә Камаловта уларға ҡаршы торорлоҡ көс тә, теләк тә юҡ. Ә утрауға ысынында иһә ата бур Искәндәр ҡарт хужа булғанды белеп ҡалһалар, дәүләттең бар ҡеүәтен уға ҡаршы йүнәлтеп, уны бер юлы тапап-иҙергә тырышасаҡтар. Дәүләткә асыҡтан-асыҡ ҡаршы баçырға Искәндәр ҡарт һармаҡ түгел. Нисек кенә булмаһын, көтмәгәндә тыуған был сетерекле мәсьәләне хәл ҡылыуҙың ике юлы бар. Уларҙың береһе – утрауға ҡарата ҡупҡан хәжәттең сәбәбен асыҡлап, уны юҡ итеү. Икенсеһе – утрауҙы һатыу. Камаловтың, икеләтә артыҡ хаҡ бирәләр, тиеүе дөрөç булһа, шул ҙур отош түгелме ни? Кеçә лә тулы,  баш та тыныс.

Сатураның уйҙарын бүлеп, кеçә телефоны шылтыраны. Кәрим…

– Мин ҡайттым, һөйөклөм, – тине күгәрсен гөрләүен хәтерләткән йомшаҡ ирҙәр тауышы. – Шундай һағындым һине…

Уйҙар шәүләһе баçҡан ҡыҙҙың йөҙө шул мәлдә үк балҡып китте.

– Мин дә, – тип шыбырҙаны ул, телефонын алһыу ирендәренә терәп.

– Кискә осрашырға ине. Тәүҙә ресторанға, һуңынан миңә ҡайтырбыҙ. Тәҡәтем ҡороно, йәнем, аңла мине.

– Минең дә…

Кәрим тағы ниҙер һөйләне. Әммә Сатура уның һүҙҙәрен тыңламаны ла, аңламаны ла. Ул телефондан ишетелгән тауышты бар булмышы менән, моңло  көйҙәй ҡабул итә ине. Ҡыҙ, телефонын ҡолағынан алмай ғына, йомшаҡ креслоға күсеп, күҙҙәрен йомдо. Йомдо ла үҙен сикһеҙ йыһан киңлегендә итеп тойҙо. Уны тирәләп бихисап йондоҙҙар өйөрөлә, әлеге тауыш, йыһан моңо булып, тик уға ғына өндәшә, тик уны ғына наҙлай, иркәләй…

Уларҙың мөхәббәтенә бер миҙгелдән ашыу инде. Сетерекле хәлгә тарыған эшҡыуар ир фикғы ярҙамы һорап бында килгәйне. Уның күҙҙәре арбаны Сатураны. Уларға, гүйә, бар йыһан йондоҙҙары менән бар ғаләм тыныслығы һыйған. Ә уларҙан ағылған йылылыҡ… Ирҙәрсә матур йөҙө йылмайғанда уғата ла һөйкөмлө, иркә була. Тулҡынланып торған ҡара сәстәре ебәктәй йомшаҡ. Әммә унда әртистәргә хас булған яһалма матурлыҡ юҡ. Кәримдең матурлығы тормошсан. Һомғол кәүҙәһен иркен тотоп, һалмаҡ ҡына баçып атлаған сағында, уның һын-килбәтендә ниндәйҙер йәшерен көс төçмөрләнә. Шуғалырмы, ҡайҙа йөрөһәләр ҙә, ҡаршыға килгәндәр ситкә баçып уларға юл бирер, арттарынан һоҡланып ҡарап ҡалыр ине.

Сатураның балҡып торған һылыулығы быға тиклем уға бәхет килтермәне. Киреһенсә, әшәке әҙәмдәр ҡулына тарып, ауыр фажиғә кисереүенең сәбәбе булды ул. Шуға ла ҡыҙ, йөрәгенә ҡырҡ йоҙаҡ элеп, мөхәббәт хисенән ваз кискәйне. Тик Кәримдең шауҡымы, яҙын сәскә атҡан муйыл еçеләй, кәртә-бикте белмәй ине. Ҡыҙҙың яңғыҙлыҡтан арып, саф хистәргә сарсаған мәле лә булғандыр, бәлки. Әлегә ҡәҙәре башҡа ҡалала йәшәгән Кәримдең дә ҡатыны менән айырылышып, яңы урында башын ҡайҙа ҡуйырға белмәй йөрөгән сағы ине. Бер аҙҙан, ғишыҡҡа һыуһаған ике йөрәк айлы төндө бергә уҙғарғас, аралағы кәртәләр бөтөнләй емерелеп  юҡҡа сыҡты. Кәрим Сатураның бар ғәмен биләне. Ҡыҙ йәне менән дә, тәне менән дә матур иргә сикһеҙ ылығып, йөрәген бәхет ҡошолай елпеткән татлы минуттарҙы тик уның ҡосағында ғына табыр булды… Кәрим ҡатын-ҡыҙ менән уларҙы тик түшәккә һалыр өсөн  генә мауыҡҡан ирҙәр затынан түгел ине. Шул уҡ ваҡытта ул бик үткер кеше булып сыҡты. Уны һөйгәненең тормошо, эше, дуç-иштәре ҡыҙыҡһындырҙы. Осрашҡан саҡтарында ул Сатураның көндәлек мәшәҡәттәре тураһында бик тәфсирләп һорашыр булды, сетерекле хәлдәрҙә ярҙам тәҡдим итте. Сатураның сер йомғағы Кәрим алдында аҡрынлап тағатыла барҙы. Ҡыҙ быны һиҙә ине, әммә мөхәббәт шауҡымынанмы, әллә ни борсолманы. Ысынлап та, ғишыҡ ләззәтенә бирелгән мәлдәрҙә ара-тирә ауыҙҙан сыҡҡан өҙөк-йыртыҡ хәбәрҙән нимә  аңларға мөмкин?

Ҡыçҡаһы, Кәрим менән танышҡан көндән алып Сатураның тормошонда иң бәхетле миҙгел башланды.

Кәрим һуңғы ике аҙнала кәсеп мәшәҡәттәре менән ҡаланан ситтә йөрөнө. Шул сәбәпле уларҙың күптән осрашҡандары юҡ ине. Һуңғы ваҡытта һөйгәненең шашып иркәләүенә күнеккән ҡыҙға йәнен дә, тәнен дә ялмаған ғишыҡ утын баçыр өсөн көн һайын бер нисә ҡат телефондан һөйләшеү генә етмәй ине, әлбиттә. Ул Кәримдең матур йөҙөн, иркә ҡарашын, бер ҡағылыуҙан һушынан яҙҙырып, әйтеп бөткөһөҙ ләззәткә батырған наҙлы ҡулдарын үлеп һағынғайны. Ниһайәт, бөгөн ул һөйгәненең ҡуйынында иреп, был хәшәрәт тормоштан бик аҙға ғына булһа ла ҡотоласаҡ, ожмах рәхәтен татыясаҡ…

– Мөмкинме, Сатура Исламовна?

Сатура диванда  ултырған килеш, ләззәтле хыялы шауҡымынан, үҙе лә һиҙмәçтән, ойоп уҡ киткән, имеш. Ул урынынан тороп, өç-башын рәтләне.

Нотариус булып эшләгән йыуантыҡ ҡатын уның алдына бер нисә ҡағыҙ һалды.

– Был һеҙҙе ҡыҙыҡһындырыр, тип уйлайым…

Нотариус үҙенең эшендә үҙе баш та үҙе түш, әлбиттә. Әммә, үҙ-ара ғына һөйләшеп  ҡабул ителгән һәүетемсә килешеү буйынса, ул иғтибарҙы йәлеп итерҙәй «ҡыҙыҡ»лы хәлдәрҙе Сатураға еткереп торорға тейеш ине. Сөнки нотариус мисәте һуғылған ҡағыҙҙарға йыш ҡына бик ҙур мөлкәт эйәреп йөрөй.

Был ҡағыҙҙарға мисәт һуғылмағайны әле. Уларҙан күренеүенсә, һикһәнгә еткән ҡарсыҡтың ейәне әбейҙең ҡаланың бик йәтеш ерендә урынлашҡан ике бүлмәле фатирын үҙ исеменә күсерергә ниәтләнә. Фатирҙа икәүһе генә теркәлгән.

Сатура бүлмәһенә ҡарсыҡты саҡырып алды тәүҙә. Көйәнтәләй бөксәйгән таяҡлы  ҡарсыҡтың йәшәрлек кәре ҡалмағаны бер ҡарауҙан күренеп тора ине. Камзолына Хеҙмәт даны ордены ҡаҙаған. Ейәне өләсәһенең фатирын һатып, уға ауылдан йорт алырға, ә ҡалған аҡсаға үҙ кәсебен башларға йыйына икән. Әбейҙең ейәненән башҡа яҡын туғандары юҡ.

– Мин ауыл балаһы бит, – ти әбекәй, йәшкәҙәгән күҙҙәрен селт-селт итеп. – Миңә ауылда йәшәү фарыз. Һыйыр, һарыҡ, кәзә тотормон, тим. Кәзә бәрәстәре шундай шуҡ, шаян булалар, уларҙың уйнағандарын ҡарап ултырыу үҙе бер мәрәкә…

Тәү ҡарауға хәбәрен дөп-дөрөç сурытҡан ҡарсыҡтың ҡартлыҡтан зиһене сыуала башлағанын һиҙҙе шунда Сатура. Бер һелкенеүҙән һөйәктәре ҡойолоп төшөргә торған ҡарсыҡҡа ниндәй кәзә-һарыҡ ти ул? Көндәре һанаулы бахырҡайҙың…

Ҡарсыҡтың ейәнем тигәне утыҙға ла етмәгән шөмтөр егет булып сыҡты. Яурынына төшкән ҡара сәстәре күптән инде һыу ғына түгел, тараҡ та күрмәгән. Һөйәктәре томорайып торған сибек аяҡ-ҡулдары, сиселгән арҡандай, хәлһеҙ, быуынһыҙ. Иҙеү-яғаһы ҡайышланып бөткән йәшел күлдәгенең еңдәрен, ҡашыҡ һөйәгенә тиклем төшөрөп, төймәгә элгән. Ҡул һыртарында тимгелләнеп торған ваҡ ҡына яралар бар. Шприц энәһенең тишектәре. Аҡтыҡ сиккә еткән наркоман был. Фатирҙы һатып, кәсеп башларға, өләсәһенә ауылдан йорт алырға  йыйыныуы тураһындағы хәбәре күҙ буяу ғына, тимәк. Фатир аҡсаһын наркотиктарға тәләфләп, притонда дөмөгәсәк ул. Ҡарсыҡҡа килгәндә инде…

Сатура, һөйләшеп тә тормай, наркоманды бүлмәһенән сығарып ебәрҙе лә ишек алдындағы һаҡсыларҙың өлкәнен телефондан саҡырып, күрһәтмәләр бирҙе.

– Ҡарсыҡтың фатиры беҙгә ҡалырға тейеш, – тине ул. – Вафат булғансы уға  ҡараусы тәғәйенлә. Фатирҙы беҙгә күсереү тураһындағы ҡағыҙҙарҙы бөгөндән йыя башлағыҙ. Бөтә ҡағыҙҙар ҙа тик закон нигеҙендә тултырылырға, уларҙа күҙгә  эләгерлек тә хата булырға тейеш түгел. Әйткәндәй, улары – үҙебеҙҙең  эш.

– Ә ҡарсыҡтың ейәнен нишләтергә?

Сатура, тәҙрәгә ҡарап, бер аҙға ғына уйға ҡалды.

– Теләгәнен биреп тороғоҙ, – тине ул. Һуңынан, һаҡсыға боролоп. – Уға был тормошта башҡа бер ни  кәрәкмәй… 

Һуңғы күрһәтмәһенең ни рәүешле итеп үтәлерен белә Сатура. Ҡарсыҡ зыяратҡа ейәненән һуң юлланыр, ахыры…

...Төпкөл ауылдан сығып, ҙур ҡалалағы юғары уҡыу йортонда фикғы ғилемен өйрәнгән йәш ҡыҙҙың тормошо ярайһы уҡ ҡатмарлы. Башҡа һылыуҡайҙар һымаҡ аҡылға һай булһа, уға, бәлки, еңелерәк тә йәшәлер ине. Уның ҡайһы бер әхирәттәре килеп тыуған хәстәрҙәренә баштары етмәçтәй булһа, матур кәүҙәләренең икенсе бер өлөшөн ҡулланып бәләләрен анһат ҡына  хәл ҡылырҙар ине. Ә Сатураның быға ҡәҙәре ҡайҙалыр боçоп ятҡан тәбиғи сослоғо уянып, тәүҙәрәк  гел генә һемәйткән  ауылса бер ҡатлылығын фашланы ла уны хан ҡыҙылай ғорур, уçал һәм үткер һылыуға әйләндерҙе. Был хәл матурлығы менән ир-егеттәрҙе бер ҡарауҙан әсир иткән ҡыҙҙың мәртәбәһен уғата үçтерҙе. Йөрәге барҙары үлеп ғашиҡ булһа, йөрәкһеҙҙәре, йәш бейәгә юлыҡҡан айғырҙай, артынан ҡалмай баçтырып ҡапларға маташты. Бергә ғаилә ҡороға тәҡдим итеүселәр ҙә булды, араларында тормош күргән, һиммәтле ағайҙар ҙа бар ине. Әммә береһе лә Сатураның йөрәгендә гөл үçтерә алманы. Үҙенең бәçен белгән ҡыҙ мөхәббәтһеҙ тормош ҡорорға теләмәне. Мин яратһам – мине яратмай ҡалмаç, тип саф мөхәббәт эҙләүендә булды. Һис юғында, ауылда уның Әхәт исемле дуçы бар, бик һәйбәт егет. Ул һөйгәне өсөн йәнен бирергә лә әҙер.  Сатура уның тәҡдимен уҡыуын тамамлағас хәл итергә һүҙ биргәйне. Ә уҡыуға килгәндә инде, үткер ҡыҙ өсөн ул көнбағыш ярыуға тиң ине. Имтихан биргәндә, уның яуабынан сүп табып, «дүртле» билдәһе ҡуйырға уҡталған сал сәсле оло ағайҙар, ҡыҙҙың күҙҙәрен тултырып ҡарауынан күңелдәре иреп, «бишле» һуғыр булдылар. Ә уçал апайҙар менән был мутлыҡ уҙманы. Шуға ла, уларға яуап биргәндә, Сатураның йөҙө ҡырыç, белеме теүәл булды.

Ата-әсәһе хәлле булһа, талиптың тормошо ла түңәрәк. Тик Сатураға ундай бәхет теймәне. Өçтөнә арыу кейем алһа, тамағы ас йөрөр ине. Етеш ғаиләләрҙә үçкән ҡайһы бер иптәштәре тәненең күҙгә күренгән һәр еренә алтын-көмөш тағып килерҙәр ине дәрестәргә. Юҡ, Сатура уларға көнләшмәне лә,  бошонманы ла. Астың асыуы яман, тигәндәй, был хәл уны уғата сәмләндерҙе генә. Киләсәктә тормоштоң бар йәмен, зауығын үҙ ҡулы менән ҡайырып аласағын белә ине ул. Шулай килеп сыҡты ла…

Сатура һаҡсы килтергән конверт эсенән ялтыр компьютер дискыһын сығарҙы. Конвертҡа ҡәләм менән «Сати өсөн» тигән һүҙҙәр яҙылғайны.

– Кем килтерҙе? – тип һораны ул, дискыны ҡулында әйләндергеләп.

– Бәләкәй генә бер малай. Шундуҡ кире сығып йүгерҙе.

Һаҡсыны сығарып ебәргәс, Сатура дискыны компьютерға ҡуйҙы. Дискыға йәшерен рәүештә төшөрөлгән биш минутлыҡ видеофильм яҙылған булып сыҡты. Ниндәйҙер бүлмәлә ултырған өс ирҙең үҙ-ара гәпләшеүе ине был. Береһе хәрби кейемдә, полковник. Олпат күренгән икенсеһенең тулҡынланып торған сал сәстәре артҡа таралған. Өсөнсөһө… Бәй, Кәрим дә баһа?!

Сатураның йөрәге, ояһынан өркөтөлгән ҡошсоҡтай тертләп, күкрәгендә тулай башланы. Һиҙгер күңелле ҡыҙ аяҙ күктә  ҡапыл ғына пәйҙә булған ямғыр болотон һуңлап ҡына күреп, бар өмөтөн ямғырҙы ситкә күсерерлек осраҡлы ғына елгә бағлаған бесәнсе хәлендә ҡалғандай булды. Сатура, бар ихтыярын йыйып, түшендә тулаған йөрәген баçҡас, экрандағы өс ирҙең әңгәмәһен ҡабат-ҡабат әйләндереп  тыңларға кереште. 

«Денис Даудович, беҙ уйлағандарҙы тормошҡа атҡарыр өсөн һеҙгә тағы күпме ваҡыт кәрәк булыр?» – ти сал сәсле әҙәм Кәримгә ҡарап. Күрсәле, Кәримгә «Денис» тип өндәшәсе? Сатураның йөҙөнә эçе ялҡын бәрелгәндәй булды.

«Мәсьәлә ярайһы уҡ сетерекле булып сыҡты. Сати бик аҡыллы, һиҙгер ҡыҙ. Унан сыҡҡан бәйләнештәрҙең байтаҡ өлөшөн асһам да, Искәндәр ҡарт ойошмаһының селтәрен  тулыһынса күҙ алдына килтереү өсөн, был ғына етмәй. Миңә тағы ла ике, бәлки, өс ай ваҡыт кәрәк булыр».

«Бик оҙаҡ, – ти хәрби кейемдәге ир. – Беҙҙә кадрҙар буйынса ҙур үҙгәрештәр булмаҡсы. Һеҙ Сатиҙы «тағатып» бөткәнсе, беҙҙең аçтыбыҙҙағы ултырғыстарҙы тартып алыуҙары ла мөмкин. Сатиға ҡарата, бәлки, ҡатыраҡ ысулдар ҡулланыу кәрәктер? Һеҙ, уның менән ғишыҡ уйнап, һылап-һыйпайһығыҙ, ә ул, иркә бесәй кеүек, мырылдауын ғына белә».

«Ашыҡҡандың ҡулы ҡалтырай. Һеҙгә еңел шул, эш урындарығыҙҙан урамға ла сыҡмайһығыҙ. Ә мин унда енәйәтселәрҙең аяҡ аçтында йөрөйөм. Искәндәр ҡарттың шымсылары аҙ түгел. Белеп ҡалһалар, тәнемде генә түгел, төймәмде лә тапмаçһығыҙ».

«Ризамын, – ти сал сәсле ир. – Дөрөçөн генә әйткәндә, Денис Даудович бик ҡыçҡа ғына ваҡыт эсендә Искәндәр ҡарттың ҡараңғы донъяһын беҙҙең өсөн ярайһы уҡ яҡтыртып өлгөрҙө. Шулай дауам итһә, бер нисә айҙан уны беҙ тулыһынса баçып, ҡулыбыҙға ҡармап аласаҡбыҙ. Тик һеҙ, Денис Даудович, башҡа ҡатын-ҡыҙ менән сыуалмай тороғоҙ инде. Юғиһә, көнләшеп, Сати һеҙгә артын ҡуйыр».

«Сатиҙың алды ла, арты ла шәп. Ул  миңә ысынлап ғашиҡ булған. Белгегеҙ килһә, уны тик ошо нәмә менән генә «ярырға» мөмкин», –  тип Кәрим үҙенең бот араһына ымлай. Көлөшәләр.

Сатураның баш өçтөндә, бар донъяны тетрәндереп, гүйә, дәһшәтле  йәшен шартланы. Ул, күргәндәренән тамам албырғап, йәшендән ҡасҡан балалай ҡобараһы осоп, үҙ-үҙен тоймай, урамға йүгереп сыҡты. Сыҡты ла, йәш төйөлгән күҙҙәре менән бер ни күрмәй, ҡайҙалыр тиҙ-тиҙ атлап китте. Кемдер уға бәрелеп, әрепләшеп ҡалды, машина тормоздары әсе һыҙғырып, артынан яман һүгенгән тауыштар ишетелде. Компьютерҙан сығып, мейеһенә кергән бысраҡтан арынырға мөмкин булған урынды эҙләгәндәй, ул һаман ҡайҙалыр ашығып барҙы ла барҙы. Һуңында подвалда урынлашҡан ниндәйҙер ҡараңғы кафеға барып юлыҡты.  Мөйөштәге өçтәл артына ултырып, тағы өнһөҙ ҡалды. Кереүселәрҙе хеҙмәтләндереүсе оло йәштәрҙәге ҡатын, ҡат-ҡат өндәшеп тә шаңҡып ултырған  ҡыҙҙы иçенә ҡайтара алмағас, үҙ белдеге менән һауытҡа хәмер һалып, көсләп тигәндәй уны эсергә мәжбүр итте. Эсерҙе лә, һаçыҡ    араҡынан сәсәп, күҙҙәренә нур ҡайта башлаған ҡыҙҙың сәсенән һыйпап, өндәшмәй генә китеп барҙы.

Зиһене яҡтырып, тирә-яғын төçмөрләй башлаған Сатура бер аҙҙан тағы араҡы һорап эсте. Һаçығы бырхып торған боҙоҡ эсемлек уның йән өшөткөс яңылыҡты күтәрә алмай туңып, ҡатҡан күҙәнәктәрен һиçкәндереп, гүйә, уларға ҡабат йән өрҙө.

Уның  ҡабат эшенә барғыһы килмәне. Ниңәлер, кабинетына керһә, өçтәле артында теге өс ирҙе осратыр һымаҡ ине. Фекер йөрөтөр хәлгә ҡайтып, тынысланған ҡыҙ, бар булмышы менән күргәндәренә ҡаршы булып, уларҙы ҡабул итмәүен, ышанмауын тойҙо. Ысынлап та, ниңә ул дискыны йәшерен рәүештә генә килтереп бирҙеләр һуң әле? Ғәҙәттә, ундай мөһим хәбәр килтереүселәр баштан уҡ аҡса талап итә. Хәбәр беҙҙең заманда телдән телгә бушлай ғына күскән ләстит  түгел, ул – тауар,  бик  ҡиммәт тора. Әлеге хәбәр өсөн,  дөрөç булһа, әлбиттә, хужаһы, һис шикһеҙ, мул аҡса талап итергә тейеш ине бит? Күренеүенсә, теге өсәүҙе төшөрөп алған әҙәм үҙе лә шул тарафтарҙан булырға тейеш, йәғни ул да – мент. Ә менттар бер-береһен бушҡа һатмай. Тимәк? Тимәк, дискылағы кешеләр мент түгел. Инде әлеге фекер сынйырын артабан  тағатып, шул йүнәлештә фараз иткәндә, уның күргән-ишеткәндәре торғаны бер сүпкә әйләнә түгелме ни? Дискылағы яҙмалар ҡайһылыр дошманының  ҡулы менән яһалма рәүештә төшөрөлөп, уның тормошон бутарға йүнәлтелгән булып сыға бит?! Эйе, Сатураның дошмандары күп. Улар ирҙәр һәм ҡатындар араһында ла етерлек. Уға ғашиҡ булғандарҙың ҡайһыһылыр, Кәрим менән уның мөхәббәтенә көнләшеп, шулай итеп араларына бысраҡ ташларға булғанмы ни? Бәлки, Кәримде өмөтһөҙ яратып, көнсөллөгөнән башын юғалтҡан берәй ҡатын-ҡыҙҙың эшелер был? Үсле ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәкеренән аҙ яфаландымы ни ул үҙ ғүмерендә. Уҡыған сағында әхирәт булып йөрөгән берәүһе уны күрәләтә мәсхәрәгә тарытты түгелме ни? Видеоһүрәттәге Кәрим дә үҙенә аҙ оҡшағандай: танауы оҙон, сәстәре ҡыçҡараҡ һымаҡ, ҡарашы уçал, ҡыланышы ла һөйкөмһөҙ… Юҡ, ул – Кәрим түгел, унда, һис шикһеҙ, Кәримгә оҡшаған бүтән кеше  төшөрөлгән. Уның Кәриме һөйкөмлө, унан йылы бөркөлөп тора. Ә видеоһүрәттәге әҙәм бар булмышы менән боҙҙан ҡырҡып яһалған һынды  хәтерләтә бит. Исеме лә башҡаса – Денис Даудович яңғырауы ҡолаҡ ярыһын йыртырҙай…

Ҡара урманда аҙашып, юçығында, ниһайәт, яҡтылыҡ шәйләгән юлсылай, үҙе лә һиҙмәçтән бар өмөтөн әлеге фаразына бәйләгән Сатураның күңеле күгенә, шулай итеп, ҡояш булмаһа ла, ай ҡалҡты.

…Кис. Ҡала баҡсаһын уртаға бүлгән  һуҡмаҡ өçтөнән зәңгәр быу ағыла. Юл тирәләп үçкән ҡайын япраҡтарын йыуып, эре тамсылар тама. Күкте ҡаплаған ауыр ҡара болоттоң мәғрибтәге сите йыртылып, ергә киске ҡояш нурҙары һибелде. Улар  ҡала өçтөнә һаман  ағылған көмөш ҡыл шәлкемеләй ямғырға сорналып, көнсығыштағы офоҡтоң ҡоромдай ҡара  йөҙөндә таң ҡалдырғыс матур  йәйғор хасил итте. Алыçта, болотто телгеләп,  бер туҡтауһыҙ ялағайҙар ялтырай, йылы һауаны дерелдәтеп күк күкрәй.

Сатура ҡулындағы зонттың һары сатыры, һауалағы ҡара болоттар аçтында яҡтырып торған сәйер,  кескәй генә нур утрауылай. Ҡыҙ, ҡулын һоноп, усына эре ямғыр тамсыһын тотто. Шундай йылы. Күҙ йәшеме ни…

Баҡса ҡапҡаһында яңғыҙ һын пәйҙә булды. Баштан-аяҡ аҡҡа кейенгән ир, һаман шаулап яуған ямғыр пәрҙәһе аша еүеш япраҡтарында киске ҡояш нурҙарын уйнатҡан  ағастар аçтындағы ҡыҙҙы шәйләп ҡалғас, аҡҡоштай талпынып йүгереп китте.

21

Төнгө аяҙ күктә күмәстәй йомро ай баҙрай. Ул, гүйә, бихисап алтын ептәрҙән бәйләнгән сихырлы селтәрен ер өçтөнә һирпкән дә, ҡыпыш иткәнде лә аңдып торған ғәләмәт ҙур һары үрмәкселәй, һағайып, төнгө мөхитте күҙәтә. Баш өçтөндә ялҡынланған Ҡош Юлына төкрөкләп бармаҡ төрткәндә, бармаҡ осона тиçтәләгән йондоҙ йәбешеп төшөрҙәй һымаҡ. Сикһеҙ ҡотоптан ер өçтөнә бер туҡтауһыҙ йондоҙҙар ҡойола. Әйтерһең дә, йыһанды гиҙгән әкиәт һылыуы йондоҙҙарҙы тылсымлы таяғы менән берәм-берәм  һуғып ергә төшөрөп йөрөй, хатта ҡолаҡ ярыларын тишерлек тынлыҡта таяғының сихри сыңы ишетелгәндәй.

Ай яҡтыһы япраҡтары һирәгәйгән ағастар араһында бер туҡтауһыҙ сәйер шәүләләр хасил итә. Улар төнгө кәсебенә сығып, шыпырт ҡына йөрөгән ен-бәрейҙәр һымаҡ. Ҡая аçтындағы уйһыулыҡта бер шиңеп, бер күпереп ятҡан яçтыҡтай ғына  томан, гүйә, күктән ергә ҡунырға төшөп, иҙерәп йоҡлаған  болоттай.

Күҙ алдында безелдәп, маҙаға тейгән яңғыҙ серәкәйҙең ултырғанын көтәм. Сыбыҡ осонда эленеп торған һары ҡайын япрағы һабағынан өҙөлдө лә, төн күбәләгеләй елберҙәп, түбәнгә осто.

Ғилман менән туғайҙағы ҡарт ҡайындың  йыуан ботаҡтарына яйланған таҙғаҡта айыу көтәбеҙ. Ғилман ағастың теге яғында шымып ултыра. Мин ултырған ҡайын ботағы уныҡынан түбәндәрәк, ә ер өçтөнән биш ҡолас самаһы бейеклектә.  Таҙғаҡтың ағастары ҡыпыш итһәң дә шығырҙап, бар урманға беҙҙе һата һымаҡ. Көҙгө төн һалҡын. Йылы кейенһәм дә, көҙ һулышы, ара-тирә ҡуйыныма кереп, тәнемде дерелдәтә. Онотолоп, тәмәке артынан  кеçәмде тағы ҡапшайым да эстән генә әрләшеп ҡуям. Тәҡәтте ҡоротоп тартҡы килә. Тик әлеге мәлдә тәмәке тоҡандырыу – һунарҙы тамамлау тигән һүҙ булыр ине. Йыртҡыс һиҙгер. Мороно тәмәке еçен тойһа,  килгән юлынан шундуҡ кире боролор.

Октябрь башында ауыл малына айыу эйәләне. Билдәле, урмандағы аҙығы наҡыçланғас, ҡышлыҡ майын еткерә алмай йөрөгән януар инде. Тау-таш араһындағы төпкөл ауыл халҡы  мал көтөүҙе бар тип тә белмәй. Малҡайҙар йәй буйы туйынға үҙҙәре китеп, һауынға ла үҙҙәре ҡайтып йөрөйҙәр. Йыртҡыс тәүҙә Фатима еңгәнең оло һыйырының арҡаһын  һыҙырып ҡайтарҙы. Ни ғиллә менән  тырнағынан ысҡына алғандыр, мәхлүк. Унан һуң Ғәлиә апайҙың танаһы ҡайтмай юғалды. Һаман эҙләп тә таба алмайҙар. Биш көн элек, эңерҙә, бар ауыл малы үкерешеп, урмандан тағы өркөп ҡайтты. Ғилмандың ала башмағы шул көндән ғәйеп булды. Өсөнсө көн, урман ҡыҙыра торғас, башмаҡтың емтегенә Сәйпән ҡаяһы аçтындағы шырлыҡта барып юлыҡтыҡ. Януар табышының яртыһын ашап, ҡалғанын ергә күмеп киткән. Тимәк, кире килеп, тағы туйынырға ниәтләнә. Малын ҡыҙғанып, януарға үсе ҡыҙған Ғилман, миңә күҙ ҡыçып, һуҡ бармағын ирененә терәне. Ләм-мим булайыҡ, йәнәһе, башҡа бер кем дә белмәһен. Кисә көн буйы, шыпырт ҡына, һунарға йыйындыҡ. Мунсала йыуындыҡ, Ғилман икебеҙҙең дә  йылы, таҙа өç кейеменә бурһыҡ майы һөрттө. Үҙенә теркәүле ҡушкөбәген алды, миңә аҙбарҙа йәшергәнен сығарып бирҙе. Бөгөн, киске эңерҙә, еçләнә башлаған башмаҡ үләкһәһенән егерме аҙымда торған ҡарт ҡайынға килеп,  арлы-бирле таҙғаҡ ҡорҙоҡ та шунда менеп ҡунаҡланыҡ. Беҙҙең был кәсепте ауылда бер кем дә аңғармай ҡалды шикелле. Әйткәндәй, бәләкәй генә ауылда ҡыл ҡыбырлатһаң да ишетелеп, шәйләнеп тора, ауыл халҡының ҡолағы һаҡ,  күҙе үткер…

Мин әле ваҡытлы ялда. Хазинаға бәйле мажараларҙан һуң эшкә булған аҡтыҡ дәрт-дарманым һүнеп, яҡты донъяға тик шешә аша ғына ҡарай башлаған мәлемдә, бүлек етәксеһе Владимир Иванович, артыма тибеп тигәндәй, ялға оҙатты. Мине, бәләгә тарымаç борон, ҡырғараҡ олаҡтырып торорға булғандыр шулай. Августа ғына эштә өс тапҡыр эсеп тотолғайным шул. Минең урында булдыҡһыҙ берәү булһа, һис шикһеҙ, буҡлы таяҡ менән шунда уҡ  эштән ҡыуырҙар ине.

– Эсмәгән милиционер – милиционер түгел,– тине Владимир Иванович. – Ә эскесе милиционер – кеше түгел. Ялыңда шул хаҡта һәйбәтләп уйларға кәңәш итәм.

Шул хаҡта «уйланыу»ҙарыма айҙан артыҡ инде. Әсәйемдең әсе балынан уйҙарым уғата тәрәнәйә генә бара. Эш йәһәтенән ялтыр зәм-зәмен сығарһа, атайым да миңә  ҡушылып «уйлана» башлай. Атайыма әсе бал килешмәй, эсһә, бәҙрәфкә илткән һуҡмағы таҡырая уның.

Минең буйҙаҡ тормошомдо сикләү мәсьәләһе һуңғы саҡта әсәйемдең бар ғәмен биләне. Ауыҙынан сыҡҡан ике һүҙенең береһе шул хәлгә ишаралай. Йәтеш кенә кәләш тә ҡарап ҡуйған ул миңә. Уныһы Фәниә апайҙың быйыл ғына урта мәктәпте тамамлаған Фәриҙә исемле ҡыҙы, имеш. «Кәләш»ем минән ун бер йәшкә кесерәк. Юғары уҡыу йортона керә алмағас, ауылда ята икән. Мине тирләтеп, юҡ-бар һылтау менән әсәйем янына килә лә етә. Ҡыҙый төç-башҡа нисауа былай, күҙ-ҡарашы ла ҡыйыу, һаҡ ҡына.  Ул килһә, солан күтәрмәһендә, ғәҙәтенсә, тәмәке көйрәткән атайым ҡаты итеп тамаҡ ҡыра башлай. Ә минең аҙбар артында бығаса онотолоп торған эшем иçемә төшә.

Көҙгө бысраҡҡа ҡалдырмай ғына бәрәңге алдыҡ.

Әллә ни ҡомарым булмаһа ла, эшһеҙ торғанда, көн уҙғарыу һылтауы менән, йылғаға балыҡсыларға төшкәйнем. Беҙ малай саҡта баштүбән сумған тәрән ятыуҙар әллә ҡайҙа булып бөткән. Һай, тип муйынға хәтлем кисеп йөрөгән шаршылары ла, тауыҡ атлап сығырҙай булып, сөбөрҙәп кенә  ята. Ярты көн буйына сирек дәүмәлле ун бөртөк бәрҙе тотоп, кәртә артлап ҡайтып килә ятһам, ауыл осонда йәшәгән Әсмә әбейҙең баҡсаһында бәрәңге ҡаҙып йөрөгән йәш кенә ҡатын саҡырып алды. Һынған көрәген һаплауҙы һорай. Һапланым инде. Шул көндән һуң балыҡ ҡармаҡларға әүәçләнеп киттем. Яр башындағы әрәмәлә ултырған Әсмә әбейҙең мунсаһы артындағы шаршыла бәрҙе бигерәк шәп ҡаба ине. Теге ҡатынҡай ҙа әбейҙең кәртүген ике аҙна буйы ҡаҙҙы. Йәтеш кенә үҙе. Ауылға өләсәһен күрергә килгән, имеш. Эскегә һалышҡан иренән айырылған, өс йәшлек ҡыҙы бар. Ҡалала ике бүлмәле фатирҙа торам, теләһәң, бөгөндән яныма йәшәргә кер, көтәм, ти…

…Шул саҡ ҡаршылағы дөм-ҡараңғы әрәмә ышығынан ниндәйҙер шәүлә осоп сыҡты ла беҙ боçоп  ултырған ҡайын алдындағы аҡланға төштө. Ябалаҡ, имеш. Ул да булманы, суҡышына сысҡан тешләгән төнгө аусы ҡарт ҡайындың мин ултырған ботағы осона менеп ҡунаҡланы. Һунарына мауығып, беҙҙе шәйләмәй ҙә ҡалған, ахыры. Таштай ҡымшанмай ҡалып, төн ҡошон күҙәтәм. Өкө, үҙен кемдер күҙәткәнде һиҙеп ҡалһа ла, ҡайҙан ҡурҡыныс янағанды аңламай, йомро башын ян-яҡҡа мәрәкә борғолап, ай яҡтыһында шәмдәй янған ҙур, һары күҙҙәрен аҡшайтып, ботаҡта ултыра бирҙе. Һуңынан, төндә яҡтырған пар тәҙрәләй күҙҙәрен миңә төбәп, бер мәл генә аҙап ултырғас, көтмәгәндә, баш киткес ғәжәп мажараға тарыған әҙәмдәй «о-һо» тигән ауаз сығарып, күләгәләй тауыш-тынһыҙ осоп китте.   

Ҡаты ағас өçтөндә иҙелгән артымды ҡуҙғатып, йәпләберәк ултырҙым. Ғилмандың өн-тыны сыҡмай. Әллә йоҡлай инде? Ҡулымдағы  мылтыҡтың майланған ҡушкөбәге ай яҡтыһында һүрән генә ялтырап тора. Боронғо заманала эшләп сығарылған оҙон көбәкле  ҡорал. Хәҙерге мылтыҡтар күпкә ҡыçҡараҡ. Иллә-мәгәр сәпкә бик төҙ ата. Заманында күп януарҙың тиреһен тишкәндер  был тамуҡ таяғы. Януарҙы ғына булһа ярай ҙа…

Ғилмандың урамында, әлеге һунарға йыйынып йөрөгәнемдә, хужа менән ҡатынының ҡолағыма салынып ҡалған әрепләшеүе иçемә төшкәс, үҙем дә һиҙмәçтән, эстән генә  көлөмһөрәп ҡуйҙым. Аласыҡ янындағы утынлыҡта ошо мылтыҡты таҙартып аҙаплана инем. Ғилман ҡатыны менән аласыҡта. Бер мәл тегеләрҙең тауышы шәбәйеп, хәбәрҙәре ҡолағыма керә башланы. «Ниңә һунарыңа Таһирҙы эйәртәһең? Ул милиция бит?» – ти ҡатыны, ауыҙынан шашып сығырҙай тойолған тауышын баçырға тырышып. «Булһа ни?» – Быныһы Ғилмандың  алыçтан сыҡҡан йәшендәй гөрләп торған тауышы. «Бәй, тәкә менән төкөштөңмө әллә? Браконьерҙы тоттом, тип бикләп ҡуйһа үҙеңде? Етмәһә, йәшерен мылтығыңды күрәләтә сығарып биргәнһең үҙенә? Хәмер менән ҡуша мейеңде эстеңме әллә?» Шунда ниҙер «дөп» итеп ҡалды ла, артынан ҡатынҡайҙың баçылып ҡына сәрелдәүе ишетелде.

Ҡыҙыҡ, милиционерҙар дуç-иште лә, туған-тыумасаны ла танымай, күргән-белгән ҡыйыш эштәрҙең  барыһын да  ҡағыҙға төшөрөп, закон эшкәртә башлаһалар, тормош нисек булыр ине икән?

Мин белгәндән бирле беҙҙең ғаиләлә ҡорал заты булманы. Атайымдың ау-һунарға әүәçлеге юҡ ине. Бынан бер нисә йыл элек Себерҙә эшләп йөрөгән Илнур ҡустым, ҡырҡ ҡағыҙ йүнләп, өр-яңы ҡушкөбәк һатып алды. Оçтаҡул, айырым рәүештә, йыһазлап  эшләгән ҡиммәтле мылтыҡ. Мылтығын тотоп,  ҡышҡы тын юлдан кисләтеп кенә ҡайтып төшкән ҡустым. Ҡышҡы оҙон төн уҙып, таң атыуға, аранға бикләмәй, аҙбар артында ҡалдырылған өс оло кәзәне бүреләр быуып та киткән…

Мәғрибкә ауышҡан ай, ҡайындың юғары ботаҡтары артынан сығып, бар сихыры менән миңә баҡты. Ағастарҙан берәм-берәм ҡойолған япраҡтарҙың һаҡ ҡына шыбырлауына һиçкәнеп, әйләнә-тирәгә күҙ йөрөтәм. Аҡлан уртаһына һикерәнләп ҡуян сыҡты ла, ҡойроғона ултырып, беҙҙең яҡҡа текәлде. Ваҡ януарҙы аулаусылар  күмәк, шуға ла улар уғата һиҙгер, сос булалар. Был шеш ҡолаҡ та, ҡарт ҡайындың ботаҡтары араһына йәшенгән ҡурҡынысты ишетә – күрмәһә лә, мыйығы менән  һиҙә, ахыры. Тап шул мәлдә уның өçтөндә ҡара шәүлә пәйҙә булды. Баяғы ябалаҡ! Ҡуян, уңға-һулға ырғандап та, өçтөнә ябырылып килгән йыртҡыстан ҡотола алмағас, кинәт кенә беҙ ултырған ҡайын аçтына йомолдо. Күҙҙәре ҡуҙҙай янған ялбыр ябалаҡ, шеш ҡолаҡ  артынан уҡталған еренән, һауала күренмәгән селтәргә бәрелгәндәй, ялпылдап, кинәт кенә боролдо ла, уçал ухылдап, әрәмә ышығына кереп юғалды.

Ҡулын һоноп, Ғилман йоҙроғо менән арҡама төрткөләп алды. Йоҡлама, тиеүелер. Төн таңға ауышҡан мәл, арҙаҡлы һунарсылар һөйләүенсә, айыу йәшереп киткән табышына тап ошо мәлдә әйләнеп  ҡайтыусан.

Ғилман – минең балалыҡ дуçым. Тәпәй баçҡандан алып, тыуған төйәкте бергә гиҙеп үçтек беҙ. Донъя көтөүгә әүәç кенә тилбер ҡатыны, алмалай улы менән ҡыҙы бар. Күптән түгел өмә йыйып, өй күтәрҙеләр. Көмөш тәңкәләрҙе өрлөк аçтына үҙем һалдым. Тиңдәштәремдең ғаилә ҡороп, бала-саға үçтереүҙәренә, йорт-ҡура төҙөүҙәренә, бер яҡтан, һөйөнһәм дә, икенсе яҡтан, эсем боша. Улар тапҡанын өйөнә ташып, йәйрәп донъя көткәндә, бер  мин генә тормошомдо ошо мәғәнәһеҙ дәүләт эшенә бағышлап, ыштан-күлдәктән артыҡ мал күргәнем юҡ. Утыҙға аяҡ баçҡанмын, ә үҙем, йортһоҙ-илһеҙ гидай һымаҡ, һаман япа-яңғыҙмын. Еләтте. Эшкә сыҡҡас, әллә теге ҡатынҡай янына барып ояларға инде? Әллә, башты иçәргә һалып, йәш ҡыҙҙы, Фәриҙәне, алырғамы? Быныһының ҡыҙығына ҡарағанда мыжығы күберәк булмаçмы? Йәшәп китерлек ятағым бар ҙа… Нисек кенә булмаһын, иң тәүҙә йөрәгемдәге Әминә исемле мөхәббәт сәскәһенән арыныу фарыз. Сөнки ул минең тормошома йәм бирмәй инде. Киреһенсә, түтәлгә төшкән матур сүп үләнеләй, урын ғына биләй. Мин уны күптән йолҡоп ташларға ҡыртлашам инде. Шул йәһәттән эсәм, әрһеҙләнәм, йәғни шул сәскәне тиҙерәк һулытыу уйы менән, тамырына ағыу һалам. Шуғалырмы, йөрәгем оторо ауырта ғына. Теге хазинаға бәйле мажаралар иçемә төшһә, хурлығымдан ер тишегенә кереп, ҡасырҙай хәлгә киләм. Хоҡуҡ һаҡлаусы була тороп, һөйгәнемдең бәхетен бандиттарҙан яҡлай алманым бит. Шул хәлдәрҙе алдан күреп, һаҡлыҡ саралары күрергә тейеш инем бит мин. Һис юғында, табылдыҡ хазинаны бишкә, унға бүлеп, ваҡытлыса төрлө урынға йыйырға булған да баһа. Күпмелер өлөшө, исмаһам,  ҡулда ҡалыр ине. Һуңғы өс йыл эсендә генә ата-әсәһен, кескәй энеһен юғалтып, фажиғәле тормошта яңғыҙы ҡалған ҡыҙға ҙур терәк булыр ине. Әминәне хәшәрәт Шприц ҡулынан ҡурсалап ҡалыуым да дан түгел миңә. Ул тик Хоҙайҙың хәстәре булды.  Шиғәлселәргә минең кеүек  мөлкәт биреп ҡотолғандар аҙмы ни? Ә мин һөйгәнемдең мөлкәтен биреп ҡотолдом. Хурлыҡ… Хет хәҙерҙән аçылынырлыҡ. Әминәкәйҙең һүҙҙәре раç. Һатлыҡ йән мин! Мин ул ҡыҙҙың бер ҡарашына ла лайыҡ түгелмен…

Ә мин уны шундай һағындым. Һөйгәнемдең күҙенә салынмай, боçоп, ситтән генә булһа ла күргем килеп тик тора. Нисек кенә арынырға һуң күңелемде телгеләгән был һағыш-зарҙан?

Иллә-мәгәр ир-егет менән ҡатын-ҡыҙға мөхәббәт тойғоһо биреп, Хоҙай Тәғәлә үтә лә шаштырып ебәргән. Ҡарап ултырырлыҡ бер ҡыҙыҡ булһын, тигәндер. Үрсеү өсөн мөхәббәт мотлаҡ түгел бит. Хайуандарҙың түле, ана, ғишыҡһыҙ ҙа бик күп. Ә мөхәббәткә янып йөрөгән әҙәми зат, дөрөçөн генә әйткәндә, бүтәндәр алдында мәрәкәгә күренеп, тик  ҡыҙғаныу тойғоһо ғына уята. Сөнки ысын мөхәббәт бер ҡасан да яҡшыға илтмәй. Уның аҙағы тик юғалтыуҙан, фажиғәнән ғибәрәт.

Ысынында иһә мөхәббәт – ул әҙәми заттарҙың үрсеүгә, үҙҙәренең  тамырҙарын артабан үçтереүгә  йүнәлтелгән, бөтә хайуандарға ла хас енси ынтылышы ғыналыр. Тик ул, кешеләрҙең аҡыл-фиғеленә, хис-тойғоһона сырмалып, ғәжәйеп көслө, матур һәм  шомло күренеш хасил итә. Нисек кенә булмаһын, Хоҙайҙың бында ҡыçылышы юҡтыр.

Мине йоҡо баçа башланы. Айыу үҙе барған юçыҡтағы бар йән эйәһен йоҡлатып килә, тиҙәр… Ай, аçтыртын ғына мутлыҡ ҡылған шаян ҡыҙҙай, миңә ҡарап серле  йылмая. Әминә лә, ҡайһы саҡта, шулай ҡырын ғына миңә ҡарап, йөҙөн балҡытыр ине… Бына, һылыуым, болоттай талғын ғына осоп, ай нурҙарынан ишелгән алтын баçҡыстан ергә төштө. Ап-аҡ оҙон күлдәгенең үтә күренмәле итәк-таçмалары һауала бәүелеп, йондоҙло йыһанға тоташа. Күҙ сағылдырғыс матур итеп йылмайған Әминә, аҡҡош ҡанатылай ҡулдарын миңә һоноп, аҡлан аша миңә табан атлап килә… Бына ул ҡайын янына килеп баçты, мин, хатта уның ай яҡтыһында ялтыраған ынйылай тештәрен, күлдәй ҙур күҙҙәре өçтөндә елпенгән керпектәрен күрәм… Шул саҡ уның матур йөҙөнә кинәт кенә ҡуйы йөн үçә башланы ла, һылыуым аяғүрә баçып торған ҙур айыуға әүерелде! Йөнтәç януар һаман ҙурая, үçә, бына ул ырғаҡтай кәкре тырнаҡлы алғы тәпәйҙәрен һоноп миңә ынтыла! Мин иңемдә ятҡан мылтыҡты алырға итәм, әммә мылтыҡ, ниңәлер, бүрәнәләй ҙур һәм ауыр, уны күтәрергә көсөм етмәй! Ул да булманы, януар яçтыҡтай ҙур тәпәйе менән һелтәп, мине ҡайындан һуғып төшөрҙө!

Йыһан көмбәҙенең иң бейек осонан  ҡолағандай, мин оҙаҡ-оҙаҡ  ергә осам, ян-яғымда бихисап йондоҙҙар өйөрөлә, һары ай табағы, түшәмгә аçып ҡуйылған шәмдәй, ялпылдап, баш өçтөмдә бәүелә…

Мин ағас башынан  ниндәйҙер йөнтәç, йомшаҡ һәм тынды ҡурғыс һаçыҡ «мендәр» өçтөнә ҡолап төштөм. «Мендәр» яман үкереп, минең аçтымдан ситкә ырғыны ла, аяғүрә баçып, ғәләмәт ҙур айыуға әүерелде. Йоҡома иçереп, өнөммө был, әллә төшөммө тип, ҡайын төбөндә шаңҡып ултырам. Мылтығым алдымда, ҡул һуҙымы ғына ерҙә  ята. Януар һөңгө башылай оҙон тештәрен айға ялтыратып, алаптай ҡыҙыл ауыҙын  асты ла һушты китерерлек итеп үкереп ебәрҙе. Битемә йыртҡыстың һаçыҡ тыны бәрелде. Мылтығымдың нисек ҡулыма килеп кергәнен иçләмәйем. Мылтыҡ көбәген айыуҙың түшенә терәп тиерлек тәтегә баçтым. Шул мәлдә үк, баш өçтөмдә,  бер-бер артлы Ғилмандың мылтығы дөпөлдәне…

22

Ломбард зәрҡәне, майланып торған оҙон ҡара сәсле, һаҡал-мыйыҡлы яшыҡ егет, ысыҡтай емелдәгән гәүһәр ташлы алҡаларҙы ашыҡмай ғына, диҡҡәтләп тикшергәндән һуң, ҡаршыһында ултырған Әминәгә күтәрелеп ҡараны. Зәрҡәндең сөм-ҡара күҙҙәрендә ихтирам ҡатыш сикһеҙ ҡыҙыҡһыныу сағыла ине.

– Ғәфү итегеҙ, әммә был әйберҙең хаҡын әлегә әйтә алмайым, – тине ул, мәрйендәй аҡ, тигеҙ тештәрен балҡытып. – Рөхсәт итһәгеҙ, мин уны үҙемдән тәжрибәлерәк белгескә күрһәтер инем.

Ҡыҙҙың ризалығын алғас, зәрҡән, ҙур илтифатлыҡ менән, уны ломбард  артындағы баҡсаға оҙатты ла, көтөргә ҡушып, күҙ яҙҙырҙы.

Кескәй генә баҡсала аулаҡ ине. Баҡса уртаһына ҡуйылған йыһазлы өçтәл менән эскәмйә өçтөнә шунда үçкән миләштең ҡыҙарып бешкән суҡ тәлгәштәре аçылынған. Арыраҡ балан ҡыҙара. Тар ғына таш һуҡмаҡ ҡырынан аллы-гөллө сәскәләр түтәле һуҙылған. Арыраҡ үçкән бейек ҡайын ағасы, шау һары олоно менән зәңгәр күк көмбәҙен терәгәндәй, япраҡ һелкетмәй, ҡатып ҡалған.

Көҙ. Әбейҙәр сыуағы.

Институтта дәрестәр башланыуға бер ай инде. Йәй буйы ҡайҙалыр юғалып йөрөгән курсташтары, умартаға ҡайтҡан бал ҡорттары һымаҡ,  бергә йыйылғас, Әминәнең  болоҡһоған күңеленә, ниһайәт, йәм кергәндәй булды. Дөрөçөн әйткәндә, ығы-зығылы уҡыуын дауаханалағы эше менән аралаштырырға мәжбүр булған ҡыҙҙың болоҡһорға ваҡыты ла ҡалманы инде. Ә шәхси тормошҡа килгәндә, ул бөтөнләй юҡ иçәбендә. Уны яйлар өсөн ваҡыты булмағанға һылтанып, тик үҙ-үҙен генә алдай Әминә. Ысынында иһә,  дәрте лә, дарманы ла  юҡ уның бының өсөн. Сөнки йөрәге буш түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быны бик һуңлап, йән дуçын юғалтҡас ҡына, аңланы ул. Уның ҡарауы, Нәфисә әхирәтенең тормошо шаулап-гөрләп тора. Уҡыуҙар башланыуға ауылдан килеп еткән әхирәтен танымай торҙо хатта Әминә. Быға ҡәҙәре кәүҙәгә кәзәләй сибек, төçкә лә һынһыҙ ғына  ҡыҙ йәй уҙғансы үçеп, тулышып, түш-боттары йомроланып та өлгөргән. Йөҙ-һынына түлле ҡатын-ҡыҙҙарға ғына хас нәзәкәтлек сыҡҡан, күҙ-ҡарашында серле  шаянлыҡ яна. Килеү менән, янында бер нисә ир-егетте өйөрөлтә башланы. Һайлана үҙе. Кеçәһе ҡалыныраҡты тапһам, шундуҡ кейәүгә сығасаҡмын, ти. Мөхәббәт – ул мәғәнәһеҙ енси тойғо  ғына, ул була ла бөтә, уңышлы никах ҡороп, матди яҡтан етеш тормош ҡороуға етмәй, ти. Үткәндә, Әминә әхирәтенең ятаҡтағы бүлмәһендә ултырғанда, асҡаҡ йөҙлө, һомғол буйлы, ҡояшта ҡара янған егет килеп керҙе. Нәфисәнең ауылдашы икән. Тоҡлап  күстәнәстәр килтергән. Нәфисә иһә, егеткәй менән йүнле-башлы һөйләшеп тә тормай, юҡ-бар һылтау табып, уны тиҙ генә бүлмәнән оҙатып та ҡуйҙы.

– Шестерка, – тине ул, мыçҡыллы ғына йылмайып,  ҡуҙғалып киткән аҡ машинаға тәҙрә аша ҡарап ҡалғас. – Йәй буйы, миңә кейәүгә сыҡ, тип йөҙәтте. Татлыны татығас ни… Уға барып, ғүмер буйы һыйыр тиҙәген тапарғамы ни? Фермер, имеш, берәү…

Әхирәтенең үҙенә төбәлгән сәйер ҡарашынан Нәфисә серле генә йылмайып ҡуйҙы.

– Эйе, булды шунда, бесән башында… Ауылда эс бошорғос күңелһеҙ булғас, үҙем йүнләнем шул мажараны. Әйткәндәй, был фермер ул аҙапҡа ярайһы уҡ шәп, имеш. Ауырға ҡалдырмағайы, тип ҡурҡып бөттөм хатта. Уның ҡарауы, күрәһеңме? – тип ул бүлмә уртаһында матур буй-һынын уйнатып, йыландай борғоланып алды. – Һиңә лә шуны кәңәш итәм… Юғалып йөрөмә.

Һуңғы ваҡытта кемдер Нәфисәне ҙур иномаркала йөрөтә. Ай-һай, аҙып-туҙып, бәләгә тарымағайы артыҡ сос әхирәте…

Өçтәлдә кемдер ҡалдырып киткән ҡыҙыл ҡәнәфер сәскәһе ята. Теге ваҡытта Таһирҙың маңлайында ҡанһырап торған тәрән яра бар ине. Ул, йәшерергә тырышыпмы,  йәрәхәтен сәс шәлкеме менән ҡаплаған булған. Таһирҙың һыҙланыу, йонсоу ҡатыш рәнйеү тулы ҡарашы һаман Әминәнең күҙ алдынан китмәй… Ә ул, бисура, дуçының яраһын дауалап, йыуатыу урынына, уны ҡурҡаҡтан, һатлыҡтан һалдырып, өйөнән ҡыуаланы. Таһир, теленән ҡалған ыпыҡтай, йөҙө аҡлы-күкле булып, өйҙөң асҡыстарын өçтәлгә һалды ла күләгәләй шым ғына сығып китте. Шунда ҡыҙға әллә ни булды. Гүйә, Таһир менән уның араһындағы  күҙгә күренмәгән еп, йөрәген һыҙырып, аҡрын ғына тағатыла башланы. Тик һуң ине инде. Ул, түшен тотоп, дуçы артынан уҡталған еренән диванға кире ауҙы ла, һыуҙай сәсрәп, илап ебәрҙе.

Илап күңеле бушағас, Әминәне сикһеҙ оялыу тойғоһо баçты. Сөнки быға ҡәҙәре бер ҡасан да үҙен шундай бисура итеп тойғаны юҡ ине уның. Йән дуçы уны ҡурсып туҡмалған, йортон һаҡлап ҡалған, вәхши әҙәмдәрҙе юлынан алған. Ә ул, дуçын һары алтындан кәмһетеп, йөрәгенә мәңге дауаланмаç рәнйеү һалып, ҡыуалап сығарҙы…

Ул көттө. Йорт ҡапҡаһы шаҡылдаһа, йөрәге дөпөлдәп,  тәҙрәгә йүгерҙе, кеçә телефоны шылтыраһа, ашҡынып, күҙҙәре менән телефондан таныш исемде эҙләне.  Шатлыҡһыҙ көндәр бер-бер артлы уҙа торҙо, күл ярындағы ялтыр тирәк япраҡтары тоноҡланып, берәм-берәм һарыға буялды. Таһир юғалды. Рәнйеүе шулай ауырмы икән ни? Яңғыҙлыҡтан алйыған бер иçәркәйгә шундай ныҡ итеп үпкәләмәһә лә булыр ине бит. Милиционерҙар ҡаты бәғерле була, тиҙәр, улар яман һүҙҙе бар тип тә белмәй, ниңә Таһир шундай түгел? Хәлен белеп, бер генә шылтыратһа, йорт алдына килеп, тәҙрәгә ҡул болғаһа, араларындағы кәртә шундуҡ ҡойолоп төшөр ине бит. Осраҡлы ғына ла юлына сыҡмай бит, исмаһам…

Бер саҡ Әминә, бар ҡыйыулығын йыйып, телефон төймәһенә баçты. Әммә бәйләнеш юҡ ине. Ә йөрәген һыҙырған теге еп һаман тағала ла тағала. Ҡасан осо сығыр һуң?

Күңелһеҙ уйҙарға бирелеп, онотолоп ултырған ҡыҙ, янында һаҡ ҡына тамаҡ ҡырған тауышҡа һиçкәнеп, башын күтәрҙе. Ҡаршыһына бесәйҙәй шым килеп ултырған, салланған бөҙрә  һаҡаллы  ҡарттың пеләш башында һай ғына таҡыя. Йәһүд, тимәк. Йәһүд зәрҡән булмаһа ла, зәрҡән һәр саҡ йәһүд булыр, тиеүҙәре шулдыр.

Ҡарттың төпкә батҡан күҙ тирәләрен тәрән йыйырсыҡтар ҡаплаған. Ул аҙ  ғына  ҡыҙға ҡарап ултырғандан һуң, беҙҙәй осло күҙҙәре менән усында ятҡан алҡаларға ымланы.

– Ҡәҙерлем, мөмкин булһа, мин тәүҙә ошо алҡаларҙы ҡайҙан алыуығыҙҙы белергә теләр инем?

– Өләсәйемдән ҡалған мираç был, – тине Әминә алдан әҙерләп ҡуйған яуабын.

Ҡарттың йөҙөндә һаран ғына йылмайыу сағылды.

– Аңлайым. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был алҡаларҙы беҙ ҡабул итә алмайбыҙ.

– Ниңә?

– Сөнки улар бик ҡиммәтле зәр биҙәктәренең бер өлөшө генә. Улар менән бергә ошондай уҡ муйынсаҡ, беләҙек, йөҙөк булырға тейеш. Улары ҡайҙа?

Әминә бите яна башлауын тойҙо.

– Белмәйемсе, – тине ул, ҡарашын йәшереп. – Ошо алҡаларҙан башҡа биҙәктәрҙе күргәнем булманы. Юғалғандарҙыр, бәлки…

Ҡарт, бер килкем өнһөҙ ултырғандан һуң, теүәл генә һорауҙар биреп ҡыҙҙың тормошо, зат-ырыуы менән ҡыҙыҡһынды. Үҙе лә һиҙмәçтән, ҡарттың әңгәмәһенә мауыҡҡан ҡыҙ кеçәһенән һары йәшмәле нәфис беләҙек сығарып, өçтәлгә һалды.

– Миңә аҡса кәрәк, – тине ул, ҡартҡа мөлдөрәп ҡарап. – Бәлки, ошоно алырһығыҙ?

Ҡарттың секрей күҙҙәре ғәжәпләнеүҙән түңәрәкләнеп үк киттеләр, ул, тамаҡ төбөнән аңлайышһыҙ ауаз сығарып, беләҙеккә текәлде. Быуындары төйөлөп торған ябыҡ бармаҡтары менән биҙәгесте әйләндергеләп ҡараған һайын, уның йөҙөнә сыҡҡан серле шәүлә тәрәнәйә, ҡуйыра барҙы.

– Ҡәҙерлем, әгәр ҙә һеҙ, иҙәнемдә туҙып ятҡан бындай әйберҙәр менән бесәйем  уйнай, тиһәгеҙ, мин, һис шикһеҙ, ышанасаҡмын, – тине ул, ниһайәт, һынсыл ҡарашын ҡыҙҙан йәшермәй…

Әминәнең быға тиклем бер ҡасан да шундай күп аҡсаны ҡулында тотҡаны юҡ ине.

Теге саҡта, хазинаны утрауҙан алып ҡайтҡас, йәшник эсендәге затлы биҙәктәрҙең йәйғор төçтәре менән һуш китергес балҡыуына иçереп, сабырлығын юйған  ҡыҙ,  шундағы бер нисә әйберҙе  тағып, көҙгө алдында ҡупшыланғансы, Таһир теге йәшниктәрҙе баҡса еренә күмеп тә  өлгөргәйне. Шул сәбәпле ошо биҙәгестәр өйҙә, ҡул осонда ғына, ятып ҡалды. Әминә мәктәпте тамамлау йөҙөнән атаһы бүләк иткән йөҙөктән башҡа затлы әйбер белмәһә лә, янында ҡалған  биҙәктәрҙең мәртәбәһен һиҙеп, уларҙы тағып йөрөргә ҡыйманы. Күренеп тора: ул биҙәктәрҙе тағыуҙан алда, хан ҡыҙы һымаҡ итеп кейенеү кәрәк. Ә уның өç-башы урамға яланғас сыҡмаçлыҡ ҡына. Эшенең аҡсаһы ла астан үлмәçлек кенә. Баҙарға кереп, ҡулына эләгерлек берәй әйбер алһа, ашарына ла ҡалмай тиерлек. Әминәнең матур итеп кейенеп, биҙәнеп-төҙәнеп йөрөгөһө килә. Ана, ата-әсәһе хәлле булған ҡайһы бер курсташ ҡыҙҙарҙың өçтөндә ниндәй генә кейем, ниндәй генә биҙәк юҡ. Һуңғы ваҡытта Әминә  улар  янына йәнәш баçырға ла ҡыймай башланы. Әүәлерәк ундай төшөнкөлөккә бирелмәй инесе. Яңғыҙлығы, бөлгөнлөгө баçамы уны шулай? Шуғалырмы, янына егеттәр ҙә килмәй бит. Ир-егеттәр уттай янып торған ҡыҙҙарҙы оҡшата, ә уның бошонҡолоғо йөҙ-ҡиәфәтенә сыҡҡан, ахыры. Нәфисә әхирәтендәге һымаҡ сослоҡто, уçаллыҡты Хоҙай уға бирмәгән шул…

Ауыр күңел көрсөгөнән ҡотолоу сараһын эҙләгән ҡыҙҙың башына әлеге биҙәгестәрҙе һатып, аҡса табыу тураһындағы уй төштө лә инде  бер мәл. Ысынлап та, үҙҙәрен кеше араһында тағып йөрөргә лә мөмкин булмағас, башҡа ни хәжәте бар ул йылтырауыҡтарҙың? Шуларҙан аҡса сығарып, матур кейем-һалымдан өç-башын йүнәтһә, тормошо ла яҡшыға үҙгәрер, бәлки. Тапҡан мөхәббәтен алтын-көмөштән кәмһетеп,  кире юғалтҡас, тағы ни ҡала…

Бисуралығына баш була алмай, һөйгәнен рәнйетмәһә, бәлки, ғаилә ҡороп та ебәрерҙәр ине быға тиклем…

Шуныһы ҡыҙыҡ: гәүһәр ташлы алҡаларҙың үҙҙәре ише бүтән биҙәктәр араһынан сығыуын ҡарт йәһүд ҡайҙан белде икән? Улар әле тулайым килеш өй бүрәнәләре араһындағы йәшенмәктә, затлы ҡумта эсендә яталар. Ҡарттың йәшмәле беләҙекте күргәс тә иçе китә яҙҙысы? Ғөмүмән, зәрҡәндең ҡыланышы бик сәйер тойолдо Әминәгә. Ул, гүйә, уның тураһында  үҙенән дә күберәк белә…

Көндөң ҡалған өлөшө Нәфисә әхирәте менән бергә төрлө сауҙа үҙәктәрендә үтте. Аҡсаһын тинләп кенә сығарырға күнеккән ҡыҙ тәүҙәрәк үҙенең алдында кинәт кенә асылған мөмкинлектәрҙән ҡаушап ҡалғайны ла, әммә бер аҙҙан эстән генә үҙ-үҙен  битәрләп, асыуын ҡабыҙҙы ла күҙе ҡыҙған бар әйберҙе алып, ҡапсығына тултыра башланы. Ысынлап та, буштан килгән  аҡсаны ниңә  ҡыҙғанырға, ти? Күпме кәмһенеп йәшәргә була?! Уның бәхет-шатлығы былай ҙа наҡыç ҡына, мөмкинлек барҙа ниңә кейенеп-төҙәнеп ҡалмаçҡа? Ошоға тиклем хаҡынан  ҡурҡып, тотоп ҡарарға ла ҡыймай йөрөгән матур әйберҙәрҙе һынсыл тикшереп, ҡат-ҡат кейеп ҡарағандан һуң, бәхәсләшеп тә тормай һатып алыуы үҙе бер ләззәт икән дә баһа! Башта әхирәтенә әйбер һайларға булышып,  сығымға өгөтләп,  алған тауарын йөпләп йөрөгән Нәфисәнең дә тора-бара ғәжәпләнеүҙән күҙҙәре түңәрәкләнә башланы.

– Ҡайҙан алдың шунса аҡсаны? – тип шыбырҙаны ул әхирәтенә, түҙеме бөткәс.

– Бай кейәү таптым!

Әхирәтенә лә матур бүләк яһаны Әминә. Нәфисәнең кейем-һалым һайлауға күҙе һынсыл, ул димләгән әйбер һәр ваҡыт күңелгә ятышлы, һынға килешле була.

Һуңынан, өйгә ҡайтҡас, тағы башланды көҙгө алдында сыр-сыу килеп алмаш-тилмәш сисенеп-кейенеүҙәр. Меçкен көҙгөгә шунда йән кереп, үҙенә енес һайларға мәжбүр ителһә,  ул, һис шикһеҙ, ир-ат затынан булырға теләр ине.

Ҡыҙҙар, зауыҡлы мәшәҡәттәренән тамам арығас, бер-береһенә ҡарап,    көлөшөп ултырҙылар.

– Был әйберҙәрҙе «йыуыу» зарур, – тине Нәфисә һуңынан. – Бынан алыç түгел һәйбәт кенә кафе бар. Унда кистәрен бик күңелле була!

Кәйефе үçкән Әминә, ялтырап торған ҡара күн костюмын кейергә булғас, Нәфисә уға бер аҙ үпкәләгәндәй итте:

– Әхирәткәйем, ябайыраҡ кейенһәңсе, юғиһә мин һинең яныңда меçкен хәлендә ҡаласаҡмын бит!

Әминә, әхирәтенән уҙҙырмаçҡа тырышып, зәңгәр джинсы костюмын кейеп алды.

Дөпөлдәк көй яңғырап торған кафела халыҡ аҡрынлап күбәйҙе. Ҡыҙҙарҙы бар алдында  ҡаршы алған аҡ салбар-күлдәкле ир, Нәфисәне  биленән алып, уларҙы ҙур кәрзиндә үçкән пальма ағасы янындағы аулаҡ  өçтәлгә оҙатты.

– Шприц, – тип таныштырҙы ул үҙен, Әминәгә ҡулын биреп. – Геннадий Самуилович,

Ҡыҙ үҙенең исемен әйткәс, Геннадий Самуиловичтың күҙҙәрендә сәйер ҡыҙыҡһыныу уянды. Ул, Әминәгә бер аҙ ҡарап торғас, ниҙер аңлап ҡалғандай һүрән генә йылмайҙы ла:

– Һеҙҙе ҡайҙалыр күргәнем бар, буғай, – тине  серле генә ҡиәфәттә.

– Мин һеҙҙе белмәйемсе? Әйткәндәй, исемегеҙ таныш һымаҡ… Һеҙ табип түгелме?

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, миңә ундай изге һөнәргә эйә булырға яҙманы…

Уларҙың әңгәмәһенә ҡолаҡ һалып ултырған Нәфисә кинәт кенә көлөп ебәрҙе.

– Йәл, исемегеҙ есемегеҙгә тап килмәгәс, – тине ул, иргә шаян ҡараш атып. – Кәрәк саҡта артҡа укол ҡаҙатырға таныш кешебеҙ булыр ине. Ха-ха!

– Миңә ҡалһа, бының өсөн табип булыу мотлаҡ түгел, – тип яуапланы Геннадий Самуилович, Нәфисәнең йомро осаһын һыйпап.

– Кафе хужаһы, – тине Нәфисә әхирәтенә, теге ир, күңелле кис теләп, уларҙы ҡалдырғас. – Дүрт бүлмәле фатиры, ҙур йортло баҡсаһы, ике машинаһы бар. Өйләнмәгән. Әйткәндәй, ул миңә битараф түгел…

Күпмелер ваҡыт үткәс, күҙҙәре уйнап торған ниндәйҙер егет, рөхсәтһеҙ генә уларҙың янына урынлашып, Әминә менән танышырға теләген белдерҙе. Егеттең асыҡ түшендә ҡара үрмәкселәй ҙур миңе бар. Исеме Ринат. Ошо кафела бармен булып эшләй, имеш, бөгөн ял итә. Нәфисә  шул арала,  уларҙың икеһен ҡалдырып, ҡайҙалыр юғалды. Бер туҡтауһыҙ тәмәке көйрәтеп, һыра һемергән Ринат, тоҙһоҙ көләмәстәр һөйләп, ҡыҙға һырыҡты. Уның әҙәпһеҙ бәйләнеүенән ҡотолорға теләгән Әминә бейергә төшкәйне, иçерек егет тә уның янына  баçып, тиле һымаҡ борғолана, ҡыйшаңлай башланы.

Татлы шарап, дәртле көй, балҡып-һүнеп торған төрлө төçтәге уттар ҡыҙҙың байрамға сарсаған иләç күңелен иçертеп, тирә-йүндәге бар нәмәне әйтеп биргеһеҙ гүзәллеккә, хозурлыҡҡа мансыны. Үҙен елдәй еңел тойған ҡыҙ, бар донъяһын онотоп, бейене, көлдө, шаярҙы. Ваҡыт уҙғаны һиҙелмәне.

Көтмәгәндә, уйындың иң ҡыҙған ғына мәлендә, ҡайҙандыр Нәфисә пәйҙә булды ла, әхирәтен етәкләп,  урамға әйҙәне.

– Бөгөнгә етте, һылыуым, һуң инде. Әйҙә, машина барҙа ҡайтып ҡалайыҡ.

Төнгө саф һауа Әминәне кинәт кенә айнытып, ҡәҙимге донъяға ҡайтарҙы. Әстәғи, сәғәт төнгө ике, имеш! Иллә әсәһе кәрәген бирәсәк иртәгә…

Ҡыҙ, күңеленә ҡайҙандыр килеп кергән шул тойғоһонан һиçкәнеп, шыпырт ҡына беләген семетте. Бынағайыш, әллә бөгөнгө шашыуынан тамам аҡылдан яҙып бара инде, ниндәй әсәй, ти, ул?

Ҡуҙғалып ҡына барғанда, ашығып, машинаға Ринат кереп ултырҙы.

– Ҡыҙҙар, мин дә һеҙҙең менән, – тине ул, тамаҡты ҡурғыс һаçыҡ һулышы менән машинаны тултырып.

Кафе хужаһы Геннадий Самуилович машинаһын Әминәнең йорто алдында туҡтатты. Ҡыҙҙың артынан машинанан Ринат та төштө. Нәфисә әхирәте, ниңәлер, урынынан ҡуҙғалманы. Ул, Әминәнең саҡырыуына яуап итеп, асыҡ тәҙрә аша ғына ҡул  болғаны ла, машинанан төшмәй, китеп барҙы. Машинаның алыçлаша барған ҡыҙыл уттарына ҡарап, Әминәнең күңеле кителде. Әхирәте менән бергә ҡунырҙар, тип уйлағайнысы…

Ҡыҙ шунда сикһеҙ арығанын тойҙо. Бөгөнгө мажаралар бигерәк мул булды шул. Ҡайта һалып, тиҙ генә юрған аçтына сумырға кәрәк…

Ул, янында тәмәке тартып торған егет менән хушлашып, йорт ҡапҡаһына атланы. Ринат ҡыҙға эйәрҙе.

– Әминә, миңә бер сүмес кенә һыу эсереп сығарһаң... Тамағым кипте...

Ҡараңғыла егеттең йөҙ-ҡиәфәте күренмәһә лә, көрмәлгән теле уның лаяҡыл иçерек булыуына дәлил ине.

– Күлгә төш, унда һыу күп…

Ҡапҡа төбөнә еткәс, иçерек егет көтмәгәндә ҡыҙҙың беләгенән ҡаты тартып, уны үҙенә борҙо.

– Һин миңә оҡшайһың! Бергә булайыҡ бөгөн…

Әминә, асырғанып, егетте этеп ебәрҙе.

– Кит янымдан! Һин иçерекһең!

Егет шунда ҡаты ҡулдары менән ҡыҙҙы биленән ҡармап алды ла, уҡшытҡыс һаçыҡ тынын бөркөп, уның ирененән, битенән үбергә кереште.

– Ҡаршылашма, – шашып бышылданы ул ҡыҙҙың ҡолағына. – Мин ҡыҙҙарҙы һөйә беләм! Үҙеңә оҡшар…

Әминә тегене йән асыуы менән төртөп ебәрҙе лә, киҙәнеп, сикәһенә сапты. Төнгө тын урамда сыбыртҡы шартлағандай ауаз яңғыраны.

Әммә был ғына ҡулында йәш ҡыҙҙың саф тәнен тойоп, ғишығы уянған иçерек егетте туҡтатманы. Ул, йыртҡыстай ажарланып, ҡыҙға ташланды ла, уның ҡулындағы асҡысты ҡайырып алып, ҡапҡа йоҙағын асҡас, тирле усы менән ҡыҙҙың ауыҙын баçып, соланға һөйрәкләп керетте һәм, уның илай-һыҡтай быулығып, йәнтәслим ҡаршылашыуына ҡарамай, иҙәнгә йығып, оятһыҙ ҡулдары менән аяуһыҙ сисендерә башланы. Муйыны быуылған Әминәнең  хәле бөтөп, уның күҙ алдарында ҡыҙыл шарҙар пәйҙә булды, әммә, ул өçтөндәге ауыр, ерәнгес көскә бирелергә теләмәй, һаман алышты…

Шул саҡ ҡапыл ғына соланда ут ҡабынды. Нимәлер гөрçләп көсләүсенең арҡаһына төштө. Хәшәрәт егет, сыйнап, ҡорбанының өçтөнән ситкә ҡоланы ла, йәһәт кенә аяғына баçып, ни еренәндер бысаҡ сығарҙы. Уның ҡаршыһында, оҙон таяҡ тотоп, Әминәнең күршеһе – ыпыҡ Рәжәп тора. Ул, дошманының иçенә килеүен көтөп тормай, киҙәнеп, тегенең бысаҡлы ҡулына һуҡты. Ринат, һыҙланыуынан ҡаты аҡырып, бысағын ташланы ла, ауыртҡан ҡулын тотоп, ҡапҡаға йүгерҙе…

Үҙенең мәсхәрәле һәләкәттән тик мөғжизә ярҙамы менән генә ҡотолоуын аңлаған ҡыҙ, һыуҙай илап күңелен бушатҡас, тәнен дә, йәнен дә буяған ерәнгес бысраҡтан арынырға теләп,  төн уртаһында мунса яғып керҙе.

Мунсанан сыҡҡас та йоҡо алманы уны. Кисерештәренән һаман йөрәге дертләй ине. Тороп, тәҙрәгә килде. Төн ҡараңғыһында ҡапҡа янындағы эскәмйәлә ултырған Рәжәптең  башындағы таҡыяһы ағарып күренә. Әминә еләнен кейҙе лә Рәжәп янына сыҡты. Улар, таң нурҙары офоҡто һарғайтҡансы, бер-береһенә һыйынышып, эскәмйәлә шымып ултырҙылар. Һөйләшмәнеләр…

Һуңғы  ваҡытта ҡала мәсетенә йөрөргә әүәçләнгән Рәжәп шунда  эш тапты.

…Асыҡ тәҙрәнән өй эсенә һөттәй аҡ томан ағыла. Ул һалҡын, еүеш тыны менән өшөтөп, татлы таң йоҡоһонда бәүелгән ҡыҙҙы юрғанға төрөнөргә мәжбүр итә. Йәшел тутыйғош тәҙрә тупһаһына менеп ултырған ялбыр бесәйҙең башына ҡунған да тышта йөрөгән кемгәлер сырҡ-сырҡ килә. Шул саҡ бесәй башын бороп хужаһына ҡараны, гүйә, тәҙрәгә килеп, урамға ҡарарға саҡырҙы.

Әминә урынынан тороп, тәҙрәгә барҙы. Бар донъя томан пәрҙәһе артына йәшеренгән. Томан шундай ҡуйы, уны, гүйә, ҡулға  алып, мамыҡ шәлдәй, иңгә ябырға була. Тирә-йүндә сәйер һиллек.  Әйткәндәй, бындай ҡуйы томандар  көҙгө күл буйының ғәҙәти бер күренеше генә.

Сеү… ҡапҡа алдындағы эскәмйәлә кемдер ултыра түгелме? Бәй, атаһы, әсәһе, Азат ҡустыһы ла баһа! Нишләйҙәр унда, ниңә өйгә кермәйҙәр?

Әминә тәҙрә аша туғандарына өндәшергә уҡталғайны, ниңәлер тауышы сыҡманы. Шул саҡ Азат ҡустыһы, әйләнеп, тәҙрәгә ҡараны ла, апаһын күргәс, йылмайып уға ҡул болғаны. Әминә  уға яуапларға иткәйне,  ҡулдарын күтәрә алманы, улар, әйтерһең дә, тәҙрә тупһаһына йәбешкән. Ниһайәт, атаһы менән әсәһе лә уға боролдолар. Улар, өсәүләшеп, шат йылмайып, аҙ ғына ваҡыт Әминәгә ҡарап торҙолар ҙа, һуңғы тапҡыр ҡул болғап, ашыҡмай ғына китеп барҙылар. Ниңәлер, урам буйлап түгел, күл яғына йүнәлделәр, яр башына еткәс,  ерҙән айырылдылар ҙа, томанға кереп, күҙҙән юғалдылар…

Йоҡоһонан илап уянған ҡыҙ, бер аҙ ваҡыт өнө менән төшөн бутап, иләçләнеп ятты. Өй тәҙрәләрен, ысынлап та, аҡ томан пәрҙәләгәйне. Бесәйе менән тутыйғошо ла шунда, тәҙрә тупһаһында, ултыралар… Әминә тороп, шыпырт ҡына тәҙрә аша йорт алдына күҙ һалды. Эскәмйә буш ине…

Бөгөн мотлаҡ зыяратҡа барып, туғандарының ҡәберен тәрбиәләргә кәрәк. Мәсет ҡарттарына хәйер биреп, әсәһе, атаһы, ҡустыһына доға ҡылдырыу ҙа фарыз.

Әминә, кисә алған әйберҙәрен йыйнап, зыяратҡа юлланырға ғына торғанда, ҡапҡа шаҡынылар. Ҡыҙ урамға ҡараған тәҙрәгә килде. Бәй, әллә ни арала йорт алдына  машиналар килеп туҡтағансы? Ике тамсы һыу кеүек бер-береһенә оҡшаған машиналар ҙур, ҡоҙғон ҡаурыйылай, ҡап-ҡаралар. Уларҙы уратып  ҡара кейемле, галстуклы әзмәүерҙәй ирҙәр баçҡан. Эскәмйәлә, алдына терәгән таяғына ҡулдарын һалып, ниндәйҙер бабай ултыра. Ирҙәрҙең береһе ҡапҡа шаҡый, ә уның янында баштан-аяҡ ҡара күндән кейенгән сибәр ҡыҙ   тора…

Әминәнең, гүйә, йөрәге өҙөлөп,  боҙло упҡынға осто. Ҡурҡышынан ҡобараһы осҡан ҡыҙ, кинәт кенә быуынһыҙланып, тотанағын юғалтҡан аяҡтарын ҡуҙғатырға көс тапмай, тәҙрә алдында ҡатып ҡалды. Әле генә төрлө уйҙар буталған башында ҡапылдан бушлыҡ хасил булып, бар булмышын уй-хәрәкәттән яҙҙырҙы.

Шунда теге ҡыҙ тәҙрә аша Әминәне күреп ҡалды ла, мөләйем йылмайып, уға ҡул болғаны.

– Ҡурҡма, һылыуым, – тигән тауыш  керҙе Әминәнең шаңҡыған зиһененә. – Һиңә кескәй генә йомошобоҙ бар. Ас ҡапҡаңды, ҡурҡма.

Нисек сығып, нисек ҡапҡаны асҡанын да белмәне Әминә. Теге бабай менән ҡыҙ өйгә кереп, түрҙәге өçтәл артына урынлашҡас ҡына, кинәт иç алғандай, йүгереп йөрөп ҡунаҡтар алдына сәй ҡуйҙы.

– Сатура апайың, – тип үҙе менән таныштырҙы теге ҡыҙ. – Ә был  Искәндәр бабайың булыр.

Әйтеп биргеһеҙ һөйкөмлөлөк, нәзәкәт бөркөлгән был һылыу янында  Әминә үҙен аҡҡош янында йөҙгән һоро өйрәк һымаҡ итеп тойҙо.

Искәндәр бабай, өндәшмәй генә алдына ҡуйылған сәйҙе йотҡас, кинәнгәндәй, тамаҡ ҡырып алды. Бабайҙың һул ҡолағы янында ҡара үрмәкселәй  ҙур миңе бар. Уның бар булмышынан ниндәйҙер шомло көс ағылыуын тиреһе менән һиҙгән ҡыҙ, үҙе лә һиҙмәçтән, Сатураға һыйына биреп ултырҙы.

– Һылыуым, ошо әйберҙе ҡайҙан  алыуыңды беҙгә һөйләп бирһәңсе?

Сатура Әминәнең  алдына кисәге йәһүдкә һатҡан ҡыҙыл йәшмәле беләҙекте сығарып һалды.

Сер, ниндәй генә булһа ла, тәнде ғазаплаған йәшерен сирҙәй, хужаһының күңелен өҙлөкһөҙ өйкәп торалыр. Башҡаларҙан йәшерерлек сере булған кеше үҙенең алдына күҙгә күренмәгән кәртәләр ҡора, күңел, зиһен ҡапҡаларына йоҙаҡтар элә, барған юлынан шикләнә, яҡындары менән аралашҡанда ла, үҙе генә күргән ҡыл баçмалар аша, һәр аҙымын үлсәп баçырға, һәр һүҙен, теш араһынан ғына һарҡытып сығарырға тырыша. Бәләкәй серҙәр, ысыҡ тамсыһылай емелдәп, хужаһын һата ла, ҡәҙере бөткәс, кибеп, эҙ ҡалдырмай юҡҡа сыға. Ҙур сер, быуала алҡынған ғәйрәтле даръялай, бер туҡтауһыҙ кәртәһен емерергә уҡталып, үҙен һаҡлар өсөн, хужаһынан ҙур көс талап итә. Билдәле, быуаһын емергән һыуҙың артынан  иһә тик ҡыйралыш һәм ҡайғы-хәсрәт кенә тороп ҡала.

Әминәнең хазинаға бәйле сере лә, ҡасандан бирле шашып, ярҙары аша уҡталған  ташҡындай, уның өçтөнә эреле-ваҡлы ҡайғы тамсылары атып тормаймы ни? Шуғалырмы, ҡыҙ хазина хаҡындағы белгәнен ҡунаҡтарға бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе. Һандыҡ төбөнән табылған хат менән фотоһүрәтте лә өçтәлгә  һалды, бүрәнә араһындағы йәшенмәктә ятҡан ҡумтаны ла сығарҙы. Сатура, һуңғыһын асҡас, йөҙөнә бөркөлгән йәйғор нурҙарына күҙҙәре ҡамашҡандай булып, һоҡланыуынан ҡысҡырып уҡ ебәрҙе.

Уның ҡарауы, Искәндәр бабай ул биҙәктәргә иғтибар ҙа бирмәне. Ул ҡулындағы иçке фотоһүрәт менән хатты әйләндергеләп, ихлас ғәжәпләнеүен бер кемдән дә йәшермәй, ара-тирә тамаҡ ҡырып, бер һүҙһеҙ ултыра бирҙе. Бер аҙҙан ул күҙҙәрен күтәреп Әминәгә баҡты ла уны янына саҡырып алды.

– Бына һинең олатайың, – тине ул, фотоһүрәттәге йыуантыҡ кешегә бармағын төртөп. – Латипов Кәрим Зәйнулла улы. Сауҙагәр булған. Ә был кеше – минең олатайым, – бабай  кәмәләге хәрбигә күрһәтте. – Латипов Хәкимйән Зәйнулла улы. Улар, ағалы ҡустылы, бер туған булғандар. Тимәк, ҡыҙым, беҙ ҙә бер заттан,  туғанбыҙ… Һин минең ейәнсәрем булаһың… Вәт донъя, күпме йәшәһәң дә, хикмәте, ҡыҙығы бөтмәй…

Сатура, усында нурланып уйнаған  биҙәктәрҙән күҙен алып, Әминәгә ҡараны.

– Хазинаны талап алған әҙәмде беләһеңме?

Ҡыҙ, маңлайын мәрәкә йыйырып, теге көндө Таһирҙан ишеткән исемде иçләргә тырышты.

– Ниндәйҙер сәйер исем… Табиптарҙы хәтерләтә… Скальпель? Юҡ… Шипцы? Юҡ… Шприц! Шприц исемле!

Кинәт кенә мейеһенә бәреп ингән был исемдән тертләп, Әминә, үҙе лә аңғармаçтан, устары менән ауыҙын баçты ла, күҙҙәрен ҙур асып, шымып ҡалды. Кисәге кафе хужаһымы ни? Үҙен, Геннадий Самуилович Шприц, тип таныштырғайны бит?! Эй, Хоҙайым, Нәфисә әхирәте, ана, кемгә барып эләккән?

Искәндәр бабай Сатураға кинәйәле ҡараш ташланы. Сатура өндәшмәй генә  урынынан торҙо ла урамға сығып китте.

Искәндәр бабай ултырған ерендә ҡуҙғалып алды.

– Әминә ҡыҙым, мин, ятып, бер аҙ серем итәйем әле. Юл йонсотҡан. Ҡарт һөйәктәр таралып бара…

Ҡыҙ йәһәт кенә  бабайына яçтыҡлап урын әҙерләне лә төпкө бүлмәнең ишеген япты. Ишек төбөнә алпамыштай кәүҙәле ике ир урынлашты. Өсөнсөһө – йорт алдында, ҡапҡа һаҡлай…

Һуңғы ваҡытта, өйөрмәләй, бер туҡтауһыҙ боларып торған ваҡиғаларҙан тамам алйыған ҡыҙ, артабан булыр хәлдәргә борсолоп, нисек ваҡыт уҙғарырға белмәй торғас, йәшелсә баҡсаһына сыҡты ла ергә ҡойолған алмаларҙы ҡапсыҡҡа йыя башланы. Галя ҡарсыҡтың сусҡаһына… 

Төш етте. Әминә, тынлыҡ хөкөм һөргән  өйҙә аяҡ осонда ғына йөрөп, Искәндәр бабайҙың күҙле бүкәндәй өнһөҙ ултырған арсыйҙарына берәмләп ҡәһүә эсерҙе.

Бер мәл ихата ҡапҡаһы шалтырлап асылды ла, ул да булмай, ике арсый, аҡ күлдәк-салбарлы ирҙе, аяуһыҙ өçтөрөкләп, өйгә алып керҙе. Уларҙың артынан кергән Сатура төпкө бүлмәгә, Искәндәр бабай янына, үтте. Бер аҙҙан бүлмәнең ишеге асылды. Өçтәл артындағы ултырған бабай янына баçҡан Сатураның һомғол һыны, тәҙрәнән төшкән яҡтыла, ҡараташтан киçеп яһалған һынды хәтерләтә.

Аш бүлмәһендәге Әминә, йөрәген усына тотоп, ишек аша шыпырт ҡына бүлмәләге хәлдәрҙе күҙәтте.

– Ниңә бында алып килдегеҙ уны? – тип  Искәндәр бабай Сатураға ҡараны.

– Ышанмай. Беҙҙе урам хулигандары ти…

Шунда аҡ кейемле ир сайҡалып китте лә, аяғын күтәреп, бүлмәгә керергә атлаған  еренән,  гөрһөлдәп, иҙәнгә ҡолап төштө. Янындағы арсыйҙың уға ҡаршы ҡулланған  күҙ эйәрмәçлек етеҙ хәрәкәтенән булды был.

– Искәндәр бабай, зинһар, кисерә күр… Ышанманым шул, – тип ыңғырашты меçкен муйынына баçҡан арсыйҙың ялтырап торған ҡара ботинкаһы аçтынан.

– Кем һин?

– Шприц… Генка Шприц…

– Хазиналар ҡайҙа?

– Миндә… Ышаныслы урынға йәшергәнмен. Бер тәңкәһенә лә теймәнем…

– Хазиналарҙы хәҙерҙән үк биреүең фарыз…

– Бирәм… Хәҙерҙән, тулайым бирәм…

Бабайҙың баш ҡағыуынан арсыйҙары Шприцты елтерәтеп урамға һөйрәне. Кисәге кафе хужаһының ҡурҡышынан ҡобараһы осоп, йәмһеҙләнгән йөҙөн күреп, ҡыҙҙың йөрәге тетрәнде.

 Бабай, урамға сыҡҡас,  артынан оҙатып килгән Әминәгә боролдо.

– Ярай, Әминә ҡыҙым, һау бул, – тине ул, шешмәк күҙ ҡабаҡтары аçтындағы дымлы күҙҙәре менән генә йылмайып. – Бик ҡыуандым һиңә. Хикмәтле тарихты белдем.

Шулай тигәс, ул  аяҙ күк аçтында күгәреп ятҡан күлгә ҡарап бер аҙ өнһөҙ торҙо.

– Бынан ары миңә арҡаланырһың, – тине ул, күçәктәй ҡаты ҡулы менән ҡыҙҙың арҡаһынан һөйөп. – Ата-әсәйеңде алыштыра алмаһам да, йәбер-золомдан һаҡлармын үҙеңде. Ғөмүмән, бөгөндән  һинең алдыңда ҙур мөмкинлектәр асыла, аңла шуны, ҡыҙым…

…Өйҙә Әминәнең ялбыр Мырауы өçтәлдә ятып ҡалған зәр биҙәктәрен иҙәнгә төртөп төшөргән дә,  йыһан йондоҙҙары менән уйнаған  әкиәт януарылай, мас булып балаç өçтөндә аунаҡлай ине.

23

Отпуск тамамланып, эшкә сыҡтым. Сыҡтым да, бына бер аҙна инде,  өçтәлем артында туҡтауһыҙ тәмәке көйрәтәм. Сөнки эшемә ҡулым бармай, дәрт-дарманым да ҡуҙғалмай. Ел ауҙарған ағас төпһәһе генә тирә-яҡтағы тормошҡа шулай битарафтыр.

Бүлек етәксеһе Серега Иванов ҡырын-мырын ғына минең яҡҡа күҙ ташлай башланы. Аңлашыла, әлеге мәүешлегем борсой уны. Артымды ултырғысымдан айырып, эшкә егергә теләгәнгәлер, тәфтишселәр менән бергә яңынан тыуып торған төрлө хәлдәрҙе тикшерергә ебәрә. Тик мин унда ла – сит күҙәтсе хәлендә, тәмәке бырлатыуҙан бушамайым. Һуңынан башҡарған эштәрҙе ҡағыҙға төшөрә алмай аҙапланам. Сөнки башымда тауыҡ суҡырлыҡ та фекер юҡ.

Ҡыҙыҡ: беҙ яҙған ҡағыҙҙар киләһе быуын тарихсыларын ниндәй һығымтаға  килтерер икән? Аҡҡа ҡара менән яҙылған һүҙҙәр араһына күпме хәйлә, алдаҡ, мәкер йәшеренергә мөмкин…

Ауылдан килеү менән Олег янына керҙем. Һөйөндөм. Дуçымдың тормошо гөрләп, балҡып тора. Янында элгәре Генка Шприцтың кафе-барында эшләп киткән  Настя исемле көләс кенә ҡыҙ өйөрөлә. Фатиры ла, ҡот кергәндәй, төҙөкләнеп, таҙарып ҡалған.

– Урамда тотоп алды, – ти Олег, аш бүлмәһендә сыуалған Настя яғына ымлап. – Бер көн  магазинға сыҡҡайным. Шунда күҙҙәрен шар асып, күҙен алмай мине күҙәткән бер ҡыҙҙы шәйләп ҡалдым. Уңайһыҙланып, кәйефем ҡырылды хатта. Ҡайтып килһәм, коляскам бер саҡ үҙенән-үҙе тәгәрәй башланы. Әйләнеп ҡараһам, теге ҡыҙ килә мине этәреп. Минең телде беләһең бит, битәрләп, хурлап бөттөм үҙен, тик ул барыбер китмәне. Коляска йөрөткөм килә, ти. Мәйтәм, бала тап та теләгән хәтлем йөрөт, тик миңә теймә, тим. Һин минеке, баланы ла бергә табырбыҙ, тип кенә яуапланы теге. – Олегтың зәңгәр күҙҙәре дымланды. – Шунан бирле бергәбеҙ. Дөрөçөн әйткәндә, Настяны минең янға Хоҙай үҙе ебәргәндер, тим…

Олег ҡултыҡ таяғы менән йөрөй башлаған. Үҙенән ян-яҡҡа йылы нур бөркөлгәндәй. Эйе, уның тормошона ла, ниһайәт,  бәхет ҡошо осоп  кергән. Милициянан китергә уйлауымды әйткәс, Олег бер аҙ тынып ултырҙы.

– Күҙҙәреңдә сәм һүнгәнде күрәм инде, – тине ул һуңынан, тәҙрәгә ҡарап. – Ә сәмһеҙ һунарсы булмай. Милициялағы бүтән төрлө эшкә күс, тиер инем дә, тик унда һин барыбер ҡыҙыҡ тапмаясаҡһың. Һине берәй бүлеккә етәксе итеп  күтәреүҙәре лә шикле, сөнки юғарылар алдында ер һеперә, ярамһаҡлана белмәйһең. Бәлки, ысынлап та, ваҡытында китеп ҡалыуың арыу булыр? Минең һымаҡ берәй бәләгә тарымаç борон. Бысаҡ йөҙөнән йөрөйһөң бит…

Бысаҡ йөҙөнән дә, закон өçтөнән дә. Береһен яҡшы, береһен яман тиерлек түгел. Әйткәндәй, уныһына ла күнегелгән инде. Һәр эштең үҙ аҙабы бар. Тик беҙҙең эштә сәмһеҙ-йәмһеҙ ҡалыу йәнһеҙ ҡалыу менән бер шул.

Бөгөн шуны хәл ҡылдым да эштән ебәреүҙе һорап яҙған ғаризамды Ивановтың өçтәленә һалдым. Ивановтың йөҙө, сикәһенә сапҡандай булып, һытылды.

– Таһир, һин нимә, бынауы һаçыҡ һаҙлыҡта  яңғыҙымды ташлап китергә булдыңмы? – Ул таçырайҙы миңә. Әллә, ысынлап та, үпкәләй инде? – Миңә артабан кем менән эшләргә ҡала һуң?– тип дауам итте ул, ярһып. – Бынауы һыу мейе малай-шалай менәнме ни? Иң яҡшы хеҙмәткәреңде юғалттың, тип башымды ашауҙарын теләйһеңме?

Эйе, минең эштән китеүем... әлеге ваҡытта бушарға торған бүлек етәксеһенең беренсе унынбаçары урынына менеп ҡунаҡларға  өмөтләнгән Ивановҡа «мәрәй» өçтәмәй, әлбиттә.

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, минән фәтеүә күрмәçһең шул, – тинем. –«Һүндем» мин…

Төрлөсә өгөтләп тә, эштә ҡалырға күндерә алмағас, Сергей мине бүлек етәксеһенә  алып китте.

 Владимир Иванович минең ғаризама күҙ һирпеп кенә ҡараны ла уны, ҡулына яңылыштан килеп йәбешкән сүптәй итеп, өçтәленә ырғытты.

– Ашығаһың, Ғәзизов, – тине ул, ризаһыҙ ҡиәфәттә. – Көтмәгәйнем быны һинән… Илде енәйәтселек баçҡан, коррупцияға ҡаршы аяуһыҙ көрәш башланған мәлдә, һин төбө тишек караптағы күсә һымаҡ ҡыланаһың. Беҙҙән башҡа кем атҡарыр был эштәрҙе?

Полковник, өçтәл артынан тороп, ҡаршыма килеп баçты. Мин дә артымды ултырғыстан айырырға мәжбүр булдым.

– Аңлайым, ябай эштә урам, подъезд тапап арығанһыңдыр, – тине ул,  ҡарашы менән мине ялмап. – Шулай ҙа эштән китергә ашыҡма. Сөнки һуңғы ваҡытта эске эштәр бүлеге етәкселегендә һиңә ҡарата  бик хәйерле ниәт бар. Ишеткәнһеңдер, минең беренсе урынбаçарым – подполковник Әнүәр Таһирович Хәмитов – хаҡлы ялға китергә йыйына. Тегендәгеләр риза булһалар, – полковник түшәмгә ымланы, – уның урынына майор Иванов тәғәйенләнәсәк.

Шымып ултырған Иванов, туптай ырғып, аяғөçтө баçты.

– Ә уның урынына бүлексә етәксеһе итеп һине ҡуйырға уйлайбыҙ. Артабанғы яҙмышығыҙ үҙ ҡулығыҙҙа. Мин дә бында мәңгелек түгел. Аңланыңмы инде? – Владимир Иванович, аяҡ аçтында ниҙер эҙләгәндәй, иҙәнгә текләп, бүлмәһен әйләнеп сыҡты ла  ҡабат өçтәл артына урынлашты. – Юғарыла әйткәндәр бойомға ашҡас, үҙеңә фатир биреү тураһында ла ҡайғыртырбыҙ, – тип өçтәне ул, беҙҙең тарафҡа ҡарамай ғына. – Алдыңда ниндәй яҡты киләсәк асылғанын күрҙеңме инде, Ғәзизов? Ә был ҡағыҙың, – ул минең ғаризамды өçтәленән йолҡоп алып, ҡайҙалыр тыҡты, – әлегә миндә ятып торһон… Бар, эшеңдә бул. Ә һин, Иванов, бер минутҡа бында ҡал. Ғөмүмән, – полковник көтмәгәндә усы менән өçтәлде шапылдатты, – һин,  Иванов, хеҙмәткәрҙәреңә ҡарата йомшаҡлыҡ күрһәтәһең! Ниңә ул  аҙна буйы бер ни ҡылмай, мыйығындағы беттәрен сүпләп ултыра?! – тип бүлек етәксеһе миңә һуҡ бармағын төбәне. – Эшкә ек үҙен! Юҡ-бар уйлап, башы буталырға ваҡыты ҡалмаç!

Коррупция, имеш… Ил көн һайын уғрылыҡтан миллиард һумлап мөлкәтен юғалтҡан саҡта, мин, ер соҡоп, ике меңлек урландыҡ кеçә телефонын эҙләйем, меçкен бомждарҙы баçтырыҡлайым.  Ә шул эшемдән үҙемә ял да юҡ, мал да юҡ, тигәндәй.

Владимир Ивановичтың мине бүлексә етәксеһе вазифаһына ымһындырыуы ла һыу өçтөнә һүҙ яҙыу менән бер инде. Шулай булмаһа, быға ҡәҙәре кадрҙар бүлегендә артын йылытҡан прокурор малайын йәһәт кенә беҙҙең бүлексәгә күсермәçтәр ине. Ысынында иһә Ивановтың урынына шуны ҡоҙаларға йыйыналарҙыр. Ә мин уларға йөк аты рәүешендә генә кәрәкмен. Кем дә булһа эшләргә тейеш тә баһа.

Урамда көҙгө ямғыр быçҡаҡлай. Һоро болот япмаһы, гүйә, донъяла таң ҡалдырғыс матур зәңгәр күк барлығын инҡарларға теләгәндәй, офоҡтарҙы ялғап, баш өçтөнә аçылынған. Аяҡ аçтындағы еүеш япраҡтарҙы тапап,  төрлө төçлө зонттар тотҡан кешеләр ҡайҙалыр  ашыға. Әминәнең зонты ниндәй икән? Аллы-гөллөмө, әллә ҡарамы?

Урамдан уҙғанда, алдағы йорт мөйөшөнән ҡаршыма Әминә килеп сығыр һымаҡ тоям. Һуңғы ваҡытта... Үҙем  көтөлмәгән осрашыуҙан шөрләйем, ә үҙем шуны теләйем. Диуаналыҡ түгелме шул?

Кабинет ишеге асылыуға, артыма боролдом. Әлфиә Фәнүровна, имеш. Балиғ булмағандар менән эшләүсе бүлексәнең етәксеһе. Уттай йылғыр,  сос ҡатын ул. Күҙҙәре янып тора, тәтелдәп торған теле менән теләһә кемдең бауырына төшөп, аҡты ҡара, ҡараны аҡ тип танытырға тигәндә, уға ҡуш. Шуғалырмы, бүлек етәксеһе полковник Козлов эш һөҙөмтәләрен тикшереүгә арналған кәңәшмәләрҙә Әлфиә Фәнүровнаға һүҙҙе иң һуңында ғына бирә.

Әлфиә Фәнүровна бүлмәгә  кереү менән, еүеш зонтын иҙәндең ҡап уртаһына киптерергә ҡуйҙы ла, иçәнләшергә лә онотоп, ҡаршымдан урын алды.

– Бар өмөтөм һиндә генә, Таһир, – тине ул, сөм-ҡара күҙҙәре менән күн эшләпәһе аçтынан мөлдөрәп. – Үҙәктәге әрәмтамаҡтар  башымды ашарға ҡырсына.

Ҡырҡҡа етеп барһа ла, Әлфиә Фәнүровнанан нәзәкәтлек бөркөлөп тора. Йәш сағында һыуһылыуҙай матур булған, тиҙәр уны. Ысынлы-бушлы күп кенә лаҡап та артынан эйәреп йөрөй уның. Ғөмүмән, милицияла эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы йәлләйем мин. Күҙҙәре  йәм, йәндәре  ғәм күрмәй,  ҡолаҡтары матур хәбәр ишетмәй уларҙың.

– Тиҙ арала балиғ булмағандарҙы енәйәтсел эшкә ылыҡтырыусыларҙы фашлап, шуларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыуҙы талап итәләр, – тип дауам итте ҡатынҡай. – Юғиһә, вазифамдан бушатыу менән янайҙар. Туғыҙ айлыҡ эшебеҙҙең һөҙөмтәләре насар, йәнәһе…

– Шулай уҡ насармы ни?

– Нишләп насар булһын, ти? –  Әлфиә Фәнүровнаның матур күҙҙәре түңәрәкләнеп үк китте. – Быйылғы күрһәткестәребеҙ былтырғылар менән тип-тигеҙ генә! Ә уларға – һаман аҙ! Имеш, беҙ иçкесә эшләйбеҙ, замананың яңы талаптарын үтәмәйбеҙ. Ишетәһеңдер бит, унда, – ул күҙҙәре менән юғарыға ымланы, – балалар хоҡуғын яҡлау хаҡында бер туҡтауһыҙ бөтә донъяға яр һалалар.  Был бәлә шул сәйәсәттең сығанағы инде…

Беҙҙең эштә, быйылғы күрһәткестәрҙе былтырғылар менән сағыштырып, йыл аҙағында шуларҙы тигеҙләп ҡуйыу хәйләһе бар. Сөнки үткән йылға ҡарағанда артығыраҡ эш күрһәткәндә, алдағы йылда, эçегә әлһерәгән эттәй телеңде аçып, тағы ла шуларҙы ҡыуаларға тура килә. Әйткәндәй, был ғиллә беҙҙә генә түгелдер ҙә.

– Таһир, һинең шымсы-ошаҡсыларың күп, – тип дауам итте Әлфиә Фәнүровна, үтенес менән күҙҙәремә бағып. – Бәлки, балаларҙы ҡыйнаусылар, уларҙы енәйәткә ылыҡтырыусылар хаҡында хәбәрең барҙыр? Беләһеңме, был йәһәттән үҙемдә эшләгән кәзә тояҡлы, йоҡа сираҡлы ҡыҙҙарға өмөтөм юҡ. Улар, енәйәт асыу  түгел, иçеректәр  янына  яңғыҙ барырға ла шөрләй бит…

Һәм бына ҡала ситендәге ике ҡатлы баҡса йортона боçоп, юл ашалағы күрше йортто  күҙәтәбеҙ. Ҡараңғы ла төштө. Бынан бер нисә минут элек, бер ҡыҙ баланы эйәртеп,  ҡаршылағы  йортҡа Генка Шприц килде. Хәҙер инде беҙ «ҡунаҡ»ты көтәбеҙ. Беҙ тигәндән, бында минең менән тағы биш кеше. Ишелеп торған ҡуйы ҡара сәсле тәфтишсе ҡыҙ, юстиция капитаны Фәнилә Айратовна, папкаһын ҡосаҡлап, диванда йоҡомһорай. Кескәй ҡыҙын тағы ла  өләсәһенә ҡалдырып киткәндер инде. Ире нефтсе уның, айҙар алмаштырып, китә-ҡайта ҡайҙалыр Себергә йөрөп эшләй. Балиғ булмағандар менән эшләүсе зәңгәр күҙле, алтын сәсле йәш ҡыҙ, килештереп, үләндәй нескә биленә суҡмарҙай ҙур пистолет аçып алған. Әлфиә Фәнүровна бындай яуаплы эшкә тәжрибәлерәк хеҙмәткәр тапманымы икән ни? Милиция сержанты Нәғим баянан бирле понятойҙар итеп алынған еңел холҡло ике урам ҡыҙы менән сырҡылдаша. Тамам теңкәгә тейгәс, екереп,  бер нисә тапҡыр тыйырға тура килде үҙҙәрен. Ул ҡыҙҙар урынына, мәктәп менән килешеү буйынса,  ике уҡытыусы ҡатын килергә тейеш ине. Тик улары, ваҡыты еткәс, һыуға батҡандай ғәйеп булды. Билдәле, милиция эшенә ҡатышып, бысранғылары килмәй. Шуға ла урамда арт һандарын «һатып» торған ошо икәүҙе тотоп, бында алып  килергә мәжбүр булдыҡ.

Кисә Генка Шприцтың кафеһында бармен булып эшләгән Ринат исемле «шымсы»м менән күрешкәйнем. Ринат ошо көндәрҙә хужаһының тағы бер ҡыҙ баланы  кемгәлер «һатыр»ға маташыуы тураһында шыбырҙаны. Хатта әшәке алыш-бирештең ваҡытын, урынын күрһәтте. Көндөҙ шул хәбәрҙе  Әлфиә Фәнүровнаның ҡолағына төшөргәйнем, сат йәбеште бит теге. Бүлек етәксеһенә кереп, ошо енәйәтте асыуға айырым төркөм булдырыуҙы талап иткән. Дөрөçөн генә әйткәндә, был сетерекле эштән  ситтә ҡалырға өмөтләнгәйнем. Тик Иванов, бүлек етәксеһе Козловтың мине эшлекһеҙлектә ғәйепләгән шелтәһен иçендә тотопмо, мине лә  ошо төркөмгә беркетте. Иллә-мәгәр бала-саға менән бәйле енәйәттәр менән булашырға яратмайым мин. Ололарҙы, йәнгә тейә башлаһалар, ҡаҡҡылап-һуҡҡылап та алырға була. Ә кескәйҙәр менән ни ҡылмаҡ кәрәк? Етмәһә, улар ҡылған ҡырын эштәр йыш ҡына ололарҙыҡынан да әшәкерәк, ҡатмарлыраҡ булып сыға. Башбаштаҡ балаларын ҡурсып, өçтөңә ҡарағоштай ташланырға торған ата-әсә менән эш итеү генә күпме көстө, сабырлыҡты ала.  Балиғ булмағандар менән эшләүселәргә Хоҙай үҙе түҙемлек бирһен, ҡыçҡаһы…

Тышта, көҙгө һалҡындан ҡатҡан үлән-ҡыуаҡтарҙы шыптырҙатып, ямғыр һибәләй. Ямғырҙан йәшенерлек бүтән урын тапмағас, ошо баҡса йортоноң ишеген ҡайырып асырға тура килде. Йорт хужаһы белеп ҡалып, янъял ҡубарһа, емерек ишек бәләһен бомждарға япһарырға тура килер инде. Уның ҡарауы, күҙәтеүгә алынған ҡаршылағы йорт ус төбөндәгеләй күренеп тора.

Шул саҡ йорт алдына машина килеп туҡтаны ла, кемделер ҡалдырып, ары ҡуҙғалды. Зонт тотҡан ҡара шәүлә тәүҙә тәмәке ҡабыҙҙы, шунан кеçә телефонынан кемгәлер шылтыратты ла, ҡапҡа алдында бер аҙ тапанып торғас, ҡаршылағы йорт яғына ыңғайлап, күҙ яҙҙырҙы.

– Әйҙәгеҙ, йәһәтерәк булайыҡ, – Фәнилә Айратовна бейек күтәрмәле итектәре менән  таҡылдап, ултырған диванынан, ел осорғандай, ишеккә уҡталды. Мин уны ҡулынан тотоп алдым.

– Туҡта, иртә әле…

– Иртә, тисе? Ҡыҙ балаҡайҙы көсләгәндәрен күрәләтә көтөп ултырайыҡмы ни!?

– Ашығып, бар эште юҡҡа сығарыуыбыҙ мөмкин.  Ямғырға күшеккән ҡыҙ баланы осраҡлы ғына тап иттек тә, йылытып, торт  менән һыйлап ултырабыҙ, тип ҡотоласаҡтар…

Минең һүҙҙәремдән шартларҙай хәлгә еткән Фәнилә Айратовнаның күҙҙәре ҙурайып, йөҙө  аҡлы-күкле булды.

– Ни һөйләйһең һин?

– Енәйәтте дәлилләүсе билдәләр барлыҡҡа килгәнде көтөп алып, шуларҙы законға яраҡлы рәүештә теркәмәһәк, әлеге бар мәшәҡәтебеҙ буш ғауғаға, ҡағыҙ бысратыуға ғына ҡайтып ҡаласаҡ. Һөҙөмтәлә, енәйәтселәр яуаплылыҡтан ҡотолоп, бер аҙҙан әшәке кәсептәрен артабан дауам итәсәк. Һин, Фәнилә Айратовна, тәфтишсе бит, быны үҙең дә аңлап тораһың.

– Эй, Раббым, ни эшләйем  һуң әле мин был бысраҡта?

 Фәнилә Айратовна минең һүҙҙәремдән аҙап,  йөҙөн устары менән ҡаплап, тынып ҡалды.

Шунда мин, кемдер сикәмә сапҡандай, кинәт айнығандай булып, һиçкәнеп киттем. Ысынлап та, ни ҡылыуым был? Әшәке әҙәмдәрҙе енәйәт өçтөндә тотоу бәрәбәренә, сәскәләй ҡыҙ баланың яҙмышын ҡурҡыныс аçтына ҡуям да баһа. Эйе, миңә был эштән, һис шикһеҙ, тайырға кәрәк. Әҙәмсә йөҙөмдө юғалтып, таш йөрәкле закон ҡолона әйләнмәç борон.

Ҡоралымды ҡулыма алып, урамға атылдым.

Артабанғы хәлдәрҙе тәфсилләп һөйләү кәрәкмәçтер. Йорттоң ишеген ҡыйратып керҙек. Биге серек булған улай ҙа –  бер тибеүҙән аҡтарылды. Нәғим ҡаршыбыҙға уҡталған Генка Шприцты һуғып йыҡты. Түшәк йәйелгән бүлмәлә орсоҡтай ғына шәрә ҡыҙ бала, ярым шәрә ир…

Мин уны бер ҡарауҙан таныным. Таныным да... шунда уҡ ҙур бәләгә тарыуыбыҙҙы аңланым…

Ә иптәштәрем быны һиҙмәне. Улар был әҙәмдең кемлеген белмәйҙәр, ахыры. Тәфтишсе Фәнилә Айратовнаның ҡулындағы фотоаппарат, йорт эсендә ҡупҡан янъял-ғауғаға ҡарамай, бер туҡтауһыҙ балҡып, әлеге әшәке күренеште эшлекле рәүештә хәтер һандығына төшөрә барҙы. Нәғим, ҡаршылашып маташҡан Генка Шприц менән теге ир кешене аяуһыҙ бәргеләп алғас, уларҙың ҡулдарына бығау һалды. Артабан тәфтишсе ашыҡмай ғына, ентекләп  енәйәт урынын тикшереү тураһындағы протоколды тултырҙы: «Мин, юстиция капитаны Ғәҙлимова Фәнилә Айратовна, милиция майоры Ғәлимов Айҙар Кәримович, Ғәзизов Таһир һәм милиция сержанты Түләбаев Нәғим Солтанович ҡатнашлығында, шулай уҡ понятойҙар сифатында алынған шундай-шундай исемле граждандар алдында, шундай-шундай урында, шунса ваҡытта булған хәлдәрҙең шундай-бындай билдәләрен теркәнем…»

Иртәнсәк эшкә барғас, башҡаса  милицияла эшләмәүемде белдем. Мин кисә үк, ғариза яҙып, үҙ теләгем менән эштән киткәнмен, имеш. Тимәк, бөгөнгө төндәге мажаралар теркәлгән тәфтишсе протоколындағы минең ҡултамғаларым законһыҙ тип табыласаҡ. Тимәк, енәйәтте теркәп,  шунда яҙылған бөтә ҡағыҙҙар ҙа законһыҙ тип танылып, ҡулға алынған хәшәрәттәр язаһыҙ ҡаласаҡ.

Владимир Ивановичтың моҡсайы ярайһы уҡ ауырайғандыр бөгөн…

Әйткәндәй, былар мине башҡаса ҡыҙыҡһындырмай ҙа инде…

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: