Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Апрель 2022, 10:15

Раят Вәлиев. Күләгәле утрау. Мажаралы повесть

Раят  Вәлиев Күләгәле утрау. Мажаралы повесть.  Бөгөн дүшәмбе. Тик минең өсөн ул сираттағы эш көнө генә, сөнки күптәр аҙна буйы көтөп алған йәкшәмбе, ғәҙәттә, минең өсөн ял түгел. Кисә лә  оҙон көн  участковый Ғәлләмов менән урландыҡ кеçә телефонын эҙләнек. Егет менән ҡыҙ бергә йөрөгәндәр, эскәндәр, йоҡлағандар. Иртәнсәк, ҡыҙ уяныуға, егеткәй ҙә юҡ, телефондан да елдәр иçкән. Егеткәй башта ғәйебен танды, әлбиттә, алманым, ти, һөйгәнем үҙе юғалтҡандыр, тип ныҡышты. «Һөйгәнем» тиергә теле лә тотлоҡмай үҙенең.  Күп кенә хәҙерге заман йәштәре мөхәббәтте, тик түшәктән ғибәрәт, тип аңлай  бит. Ятаҡтағы бүлмәһенә кереп, матрас эсенән табып алдыҡ телефонды. Ҡайһылай «ныҡ йәшергән», хәстрүш.  Артымдан шылтыратып, маҙама теймәһен өсөн, ҡайтырға сыҡҡанда үҙем менән алғайным, тип аңлатырға маташты үҙенең ғәйебен һуңынан. Әммә беҙ шул уҡ матрас эсенән тағы алты телефон таптыҡ. «Һөйгән» ҡыҙҙары бигерәк күп икән дә баһа уның, һәр ҡайһыһы шылтырата башлаһа, теңкәң ҡороуы ла ғәжәп түгел, шуға ла, уның уйынса, ҡотолоуҙың берҙән-бер ысулы булып ҡыҙҙарҙы телефондарынан мәхрүм итеү генә ҡалалыр. Шашҡан бур, ҡыçҡаһы. Әле, ана, коридорҙағы эскәмйәлә теге ҡыҙ менән ҡосаҡлашып-үбешеп ултыралар. «Мөхәббәт» бит, ә саф мөхәббәт, ҡайһы бер татлы тел шағирҙар әйтеүенсә, имеш, бар гонаһты ла ғәфү итә. Минеңсә иһә, тап киреһенсә. Ай-һай, егеткәй, урлаған телефондарыңды бер эшкә беркетеп, сүп өçтөнә сүмәлә өйөлһә, «һөйгәндәр»еңде бүтәндәргә ҡалдырып, ике-өс йылға төрмәгә оҙатылыуың да  ихтимал.

Раят Вәлиев. Күләгәле утрау. Мажаралы повесть
Раят Вәлиев. Күләгәле утрау. Мажаралы повесть

Раят  Вәлиев

Күләгәле утрау. Мажаралы повесть

1

Бөгөн дүшәмбе. Тик минең өсөн ул сираттағы эш көнө генә, сөнки күптәр аҙна буйы көтөп алған йәкшәмбе, ғәҙәттә, минең өсөн ял түгел. Кисә лә  оҙон көн  участковый Ғәлләмов менән урландыҡ кеçә телефонын эҙләнек.

Егет менән ҡыҙ бергә йөрөгәндәр, эскәндәр, йоҡлағандар. Иртәнсәк, ҡыҙ уяныуға, егеткәй ҙә юҡ, телефондан да елдәр иçкән. Егеткәй башта ғәйебен танды, әлбиттә, алманым, ти, һөйгәнем үҙе юғалтҡандыр, тип ныҡышты. «Һөйгәнем» тиергә теле лә тотлоҡмай үҙенең.  Күп кенә хәҙерге заман йәштәре мөхәббәтте, тик түшәктән ғибәрәт, тип аңлай  бит. Ятаҡтағы бүлмәһенә кереп, матрас эсенән табып алдыҡ телефонды. Ҡайһылай «ныҡ йәшергән», хәстрүш.  Артымдан шылтыратып, маҙама теймәһен өсөн, ҡайтырға сыҡҡанда үҙем менән алғайным, тип аңлатырға маташты үҙенең ғәйебен һуңынан. Әммә беҙ шул уҡ матрас эсенән тағы алты телефон таптыҡ.

«Һөйгән» ҡыҙҙары бигерәк күп икән дә баһа уның, һәр ҡайһыһы шылтырата башлаһа, теңкәң ҡороуы ла ғәжәп түгел, шуға ла, уның уйынса, ҡотолоуҙың берҙән-бер ысулы булып ҡыҙҙарҙы телефондарынан мәхрүм итеү генә ҡалалыр. Шашҡан бур, ҡыçҡаһы. Әле, ана, коридорҙағы эскәмйәлә теге ҡыҙ менән ҡосаҡлашып-үбешеп ултыралар. «Мөхәббәт» бит, ә саф мөхәббәт, ҡайһы бер татлы тел шағирҙар әйтеүенсә, имеш, бар гонаһты ла ғәфү итә. Минеңсә иһә, тап киреһенсә. Ай-һай, егеткәй, урлаған телефондарыңды бер эшкә беркетеп, сүп өçтөнә сүмәлә өйөлһә, «һөйгәндәр»еңде бүтәндәргә ҡалдырып, ике-өс йылға төрмәгә оҙатылыуың да  ихтимал.

Арыным. Ике йылға яҡын  ял күргәнем юҡ. Сираттағы отпускыға бөгөн ғариза яҙғайным, шеф тағы ҡаршы төштө. Эшләргә кеше етмәй, һуңғараҡ китерһең, ти. Ҡара көҙ еткәсме ни?

Һөйрәгән атҡа йөктө лә өйөп тейәйҙәр шул.

Өçтәлдә ятҡан ғаризамды,  йыртҡыслап, сүп-сар кәрзиненә бырғаттым.

Иртә әле, эш көнө яңы башланып тора. Шуға ҡарамаçтан, ҡояшҡа ҡыҙырға  өлгөргән йылы һауа, кабинеттың асыҡ тәҙрәһенән кереп, битемә бәрелә. Ҡаршы стеналағы йыртыҡ обой осо, бер туҡтауһыҙ елпелдәп, елгә шытырҙай. Төҙөлөш кәрәк-ярағы һатып алып, эш бүлмәгеҙҙе рәткә килтерегеҙ, тип бәйләнде үткәндә шеф. Бына ғәжәп, ниңә уларҙы үҙемдең барлы-юҡлы аҡсама һатып алырға, етмәһә, төҙөкләндереүҙе лә үҙ ҡулдарым менән эшләргә тейешмен һуң әле? Былар, бүлек етәксеһе булараҡ, һинең мәшәҡәтең, полковник әфәнде, бүлек ҡаҙнаһынан аҡса бүл, эшселәр ялла… Ә минең быға  аҡсам да, ваҡытым да юҡ, булһа ла, бирмәйәсәкмен, хет бөгөндән өçкә ауһын бинағыҙ.

Бөгөнгә  тәғәйенләнгән мәшәҡәттәрҙе барлау  уйы менән, өçтәлемә үҙемдең ҡарамаҡтағы эштәрҙе сығарып һалдым. Быныһы – урланған ҡиммәтле кеçә телефонын эҙләү эше… Эх, шул телефондар, ҡайһы хыялый баш уйлап тапҡан һуң һеҙҙе? Быныһы –  йәш бала юғалыуы тураһында. Ата-әсәһе йүнле әҙәмдәрҙән түгел, баланы үҙҙәре һатып ебәргәндәрҙер, тигән шик бар… Быныһында, хужаһына ҡорал терәп, машинаһын тартып алғандар, һиҙеүемсә, был эш ошо көндәрҙә асыласаҡ… Ә быныһы күпер аçтында табылған ҡыҙ мәйете тураһында, судмедэксперт әйтеүенсә, уны тәүҙә быуып, һуңынан һыуға ташлағандар.  Кисә алған хәбәр хаҡ булһа, бының да осо сығырға тора, бөгөн шуны йүнләргә кәрәк… Быныһы – шиғәлселәр эше, уныһы ҡараңғы әле…  Тағы бер урландыҡ  телефон… Быныһы…

– Сәләм…

Эш бүлмәһенең асыҡ ишегенә һөйәлеп, тәмәке төтәткән әҙәми заттың йөҙ-һынында үҙен бүтәндәрҙән бер ҡарауҙан  айырырлыҡ  тамға-билдә булмаһа ла, мин уны айһыҙ төндә урамда туңҡайып ятҡан сағында ла, һис шикһеҙ, таныясаҡмын. Геннадий Самуилович Шприц. Минең өсөн – Генка Шприц. Исеме есеменә тап килеп тора уның. Юҡ, ул табип түгел. Генка Шприц аҡ күлдәк, аҡ салбар кейеп алған, аяҡтарында ла затлы аҡ туфлиҙар, башында киң тирәсле аҡ кәпәс. Туйға йыйынғанмы ни… Әйткәндәй, хибесханала булғанға  ҡәҙәре лә ул һәр саҡ шулай фырт ҡына кейенеп-яһанып йөрөр ине.

Мин, өндәшмәй генә, өçтәлемдәге ҡағыҙ-ҡиәмәтте йыйнап, сейфҡа йәшерҙем. Ғәмһеҙ генә ҡыланһам да, тегене күҙ уңымдан сығарманым, сөнки был әҙәм аҡтығынан бер ҡасан да яҡшылыҡ көтөп булмай. Ҡыҙыҡ, әүәл милицияға үҙен һөйрәкләп килтереү ҙә ауыр  булған был әҙәм, хәҙер килеп,  ни хәжәтенән үҙ аяҡтары менән йөрөй икән бында?

– Бына, төрмәнән сыҡтым да бындағы таныштарымдың хәл-әхүәлен белергә килдем, – Генканың тауышы тыныс, ә күҙҙәре ҡаштарына тиклем төшөрөп кейгән кәпәс тирәсе аçтына йәшенгән. – Ни тиһәң дә, һинең менән байтаҡ ҡына гәпләшеп ултырған, ҡушарлап йөрөгән бар.

Уның тейешен ултырып, иреккә сыҡҡанын  белә инем инде. Генканың төрмәнән ҡайтыуы  эшемдәге ҡырҡ мәшәҡәтҡә тағы ла бер оло бәлә булып өçтәлеүе  асыҡ, шуға ла уның «ҡойроғона» күҙ-ҡолаҡ та элеп өлгөргәйнем. Үтә лә яһил, әшәке әҙәм ул.

– Ҡулдарыңа бығау элеп, һинең менән ҡушарлап йөрөргә һәр саҡ  шатмын, – тинем, тегене ҡарашым менән быраулап.

– Юҡ инде, майор, – Генка Шприц төпкә уҙып, ишек янындағы ултырғысҡа аяҡ сәнсеп ултырҙы ла кәпәсе аçтындағы ҡоромдай ҡара күҙҙәрен миңә тексәйтте. – Мине төрмәгә тығырға башҡаса өмөт тә итмә. Сөнки тормош матур, ирек ҡәҙерле, тик йәшәй белергә генә кәрәк. Башта үҙеңде ҡайғырт, –  ул, кинәйәләп, миңә бармаҡ төрттө. – Урыç рулеткаһын алмашлап уйнайҙар, хәҙер һинең сират…

– Янап, ҡурҡытырға уйламайһыңдыр ҙа?

– Юҡ, мент. Һиңә янау – бүрегә йоҙроҡ күрһәтеү менән бер. Киçәтеүем генә. Тағы ла юлымды ҡыйһаң –  башыңа етәсәкмен. Элеккенең дә ҡонон ҡайтармағанмын әле, үҙең беләһең.

Генка Шприц баҙлап янған тәмәкеһен йылан башы һүрәтләнгән  алтын йөҙөгөнә баçып һүндерҙе лә мөйөштә торған сүп-сар кәрзиненә төшөрҙө. Күрсәле, бында килеп, күрәләтә янап ултыра түгелме?

– Әлегә ҡәҙәре был тарафтарҙы ун саҡрымдан урап уҙа инең.  Ә бөгөн үҙең килгәнһең. Төрмәлә шыбырҙашырға өйрәттеләрме әллә? Әйҙә, әшнәләрең тураһында берәй хәбәр-хәтерең булһа, ҙур иғтибар менән, ҡыҙыҡһынып тыңлайым һине,– тип тегене күрәләтә мыçҡылларға булдым, үҙ сиратымда. – Үткәндә мин һиңә бик йәтеш тел асҡысы тапҡайным, иçеңдәме? Бәлки, шунан бирле ауыҙыңа ҡабат йоҙаҡ элгәнең дә юҡтыр?

Әммә Генка Шприцтың керпеге лә һелкенмәне. Билдәле, төрмә уны оторо сыныҡтырған. Беҙҙең илдәге төрмәләрҙең енәйәтселәр әҙерләүсе юғары белем йорттары булыуын кем белмәй. Шуға ла алдағы көндәрҙә был бәдбәхеттән  күҙ яҙҙырмаçҡа, уның һәр аҙымын һанап, ҡылыр эшен алдан белеп тороу фарыз. Хәлдән килгәнсә, әлбиттә. Ҡара йылан һымаҡ бит ул, ҡойроғона баçһаң, һажлап, сағырға итә. Әүәле баçтырыҡлап, хибесханаға иткәнсе, артынан аҙ йөрөтмәне. Ә ул ҡылған, уның ҡатышлығында ҡылынған күпме енәйәттәр һаман асылмайынса ҡалды. Уны төрмәгә олаҡтырғас, ҡалала  тынысыраҡ булып ҡалғандай ине. Хатта, Зариф Зәкиевич, әүәлге бүлек етәксеһе, хөкөм ҡарары менән Генканы биш йылға рәшәткә артына тығырға форсат иткәс, мине кабинетына саҡырып, ҡиммәтле хәмер  менән һыйлағайны.

Шул әҙәм бына тағы иректә.

Генка бер килкем диҡҡәт менән  эш бүлмәмде күҙләп ултырҙы.

– Биш йыл ғүмер уҙып та киткән, –  тине ул шунан һуң, тағы тәмәке ҡабыҙып. – Ә бында бер ни ҙә үҙгәрмәгән. Шул уҡ обойҙар, хан заманынан ҡалған өçтәл, яҙыу машинкаһы, хатта  ултырғыс та шул уҡ – күтем менән тоям!  Бына ҡайҙа ул  дәүләттең ташландыҡ сүп-сар өйөмө! Ә һин, майор, шундағы күсә… Хатта төрмәлә, мин булғанда ғына, ике тапҡыр төҙөкләндереү эштәре уҙғарҙылар. Унда хәҙер тотҡондарҙы бала һымаҡ итеп ҡарайҙар, кеше хоҡуғы тип, прокурор үҙе яҡлап  тора…

– Оҡшағас, ултыра бирәһең аны…

– Үҙең дә һаман ятаҡта тораһың икән. Әҙәмсә торлағың да, ғаиләң дә юҡ, кеçәң дә таҡыр – эс бошорлоҡ бындай тормоштан аçылынып үлерлек бит! Ә мин, бына, иреккә сыҡтым да өр-яңынан кейендем, яңы машина һатып алдым, ресторандарҙан сыҡмайым… Нишләп ултыраһыңдыр бында, майор әфәнде?! – Генка «майор» тигәнде «йырлап» әйтте. – Дәүләт, закон, имеш… – Ул теш араһынан ғына сертләтеп төкөрөп ҡуйҙы. – Яратмай һине дәүләтең, мент, үгәй балаһы һымаҡ күрә. Сөнки дәүләт үҙе – ата ҡараҡ! Тыңла әле, майор, кил миңә эшкә, ярты йылдан фатирлы, машиналы булырһың, ысынлап әйтәм! Беҙ һинең менән ҡаланы ошонда быуып тотасаҡбыҙ! – Генка һәлмәк йоҙроғон һелкетеп алды. – Һинең кеүек ышаныслы иптәш етмәй миңә, янымда йыйын алйот та маймыл…

Генканың был хәбәренән мәрәкә табып, көлөп алдым.

– Беренсе көндә үк бер-беребеҙҙең башына етәсәкбеҙ!

– Уныһы ла дөрөç, – тәмәке төтөнө аша Генканың ҡарашын тотоп булмай. – Юҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, матур, иркен тормош һинең кеүектәр өсөн түгел, майор.

– Типкеләп сығарғанды көтәһеңме?

Генка кинәт кенә урынынан торҙо ла, салбар кеçәһенән алты пистолет яһауы сығарып, өçтәлемә һалды.

– Һайла, мент, –  тип ыçылданы ул, боҙҙай һалҡын ҡарашы менән миңә текләп. – Ҡайһыһы яһаулы –  шул һинеке.

Мин ашыҡмай ғына, берәмләп, яһауҙарҙы тикшерҙем. Алтыһы ла буш, йәҙрәләре урынында булһа ла, дарыһы, шартлатҡыстары юҡ. Кеçәһендә ысын патрон йөрөтөргә Генка Шприц иçәр түгел. Ә былары йәһәтенән, хәҙер килеп уға бәйләнеүҙән ни фәтеүә, урамда таптым да милицияға  килтерҙем, тиәсәк.

– Маңҡа малайҙар кеүек, аяҡ аçтында ятҡан  сүп-сарҙы кеçәңә йыйып йөрөгәнеңде белмәй инем, – мин, Генкаға ҡарап, мыçҡыллы ғына көлөмһөрәнем. – Әллә хибесханала, ысынлап та, мейеңде сереткәндәр инде?

Асыуынан Генканың йөҙө күгәреп, ауыҙ сите бер туҡтаһыҙ тартыша,  һын-килбәте, ҡорбаны өçтөнә ырғырға торған йыртҡысты хәтерләтә. Эйе, төрмәлә уҙғарған биш йыл эсендә миңә булған ҡон-ҡоһоро уғата ла бүртеп, бар ғәмен биләгән, ахыры. Шулай булмаһа, бында килеп, ҡоторған эттәй күрәләтә тештәрен ыржайтып ултырмаç ине…

Ҡуйынымдан пистолетымды сығарып, Генка алдына, өçтәлгә, һалдым.

– Мә, ал да ат, ҡулыңдан килһә! Ниңә оҙаҡҡа һуҙырға, ти, һуңлап ҡуйыуың да ихтимал бит? Юғиһә, тораһың бында, үсексән һарыҡ тәкәһе һымаҡ, күҙҙәреңде алартып!

 Генка, утҡа бешкәндәй, ҡулдарын тиҙ генә артына йәшерҙе лә, ҡапыл тынысланып, урынына кире ултырҙы. Уның был ҡылығынан ҡыҙыҡ табып, көлмәй булдыра алманым.

– Төрмәлә уйланырға ваҡыт күп, – тине, тәрән итеп тәмәкеһен һурғас. – Мин, һинең ишеләй, сабата олтаны түгелмен, үҙ йүнемде үҙем күреп йәшәргә күнеккәнмен. Шуға ла  төрмәлә уҙған һәр көн минең өсөн – ҙур юғалтыу. Мин иректе яратам, ә һин... мине, законһыҙ ысул ҡулланып, төрмәгә яптың.

Был мәғәнәһеҙ һүҙ бутҡаһы мине тамам еләтә башланы.

– Шприц, иçән-имен сағыңда күҙемдән юғал! – тип аяғыма баçтым. – Һин мине беләһең!

Шул саҡ ишектә хеҙмәттәшем Урал күренде. Ул ишек янында ултырған Генка Шприцҡа текләп ҡараны ла һүҙһеҙ генә ҡаршылағы өçтәл артына барып ултырҙы. Генка Шприц кәпәсе аçтынан  Уралға һөҙөп ҡарап алды, йәш милиционерҙың һын-килбәтен хәтеренә һалып ҡуйырға тырышыуы ине уның. Мин өçтәлдә ятҡан ҡоралымды алып, ҡуйыныма кире тыҡтым. Генка Шприц урынынан ҡуҙғалды.

– Осрашырбыҙ әле, майор, – тине ул, миңә кинәйәле ҡараш ташлап. –  Әйткәндәй, кисә  Олег янына кереп сыҡтым.

Мин шунда, башыма күçәк менән һуҡҡандай, бер мәлгә шаңҡып ҡалдым. Нисек инде? Бәдбәхет Генканың Олег янына барып йөрөргә ни хаҡы бар?

– Торт, араҡы илттем, – тип өçтәне Генка, көлөмһөрәп. – Тик ул эсмәй, имеш, бауыры сирле, ахыры. Фатиры буйлап ғәрип арбаһында  күсеп йөрөй.

Шул урында, үҙем дә һиҙмәçтән, өçтәл артынан һеләүһендәй ырғыным да, тегене иҙәнгә аунатып, оятһыҙ йөҙөн йоҙроҡтарым менән төйгөләргә керештем.

– Бына һиңә торт… Бына һиңә араҡы… Бына һиңә ғәрип арбаһы!

Генка, ҡулдары менән йөҙөн ҡаплап, өн сығармай, минең аçта йыландай борғоланды, әммә ҡайтарып һуғырға маташманы. Кемдер мине, арттан тотоп, ситкә өçтөрәтә башланы, эргәлә дөбөр-дөбөр йүгерештеләр, ҡысҡырыштылар…

Ҡалтыранған ҡулдарым менән Олегтың телефон һандарын йыям, ҡулымдағы тәмәке төтөнө күҙҙәремде әсетә. Телефон һуҙып-һуҙып геүләй ҙә өҙөлә. Тағы шылтыратам. Ниһайәт, теге оста ниҙер шыртланы.

– Алло, – Олегтың тауышы, ер аçтынан сыҡҡандай, тоноҡ ишетелә. Шунда ғына йөрәгемә йылы кереп, тирә-яғымдағы әйберҙәрҙе сырамыта башлағандай булдым. Бүлмәгә иптәштәрем инеп тулған, баçыр урын да юҡ.

– Был мин, – тыным иркенләне шунда. –  Шприц килдеме ни кисә?

Олег бер аҙ өндәшмәй торҙо, телефондан ниндәйҙер аңлайышһыҙ өндәр ишетелде,  әллә көлдө дуçым, әллә һыҡтап ҡуйҙы.

– Борсолма, – тип яуапланы Олег. – Мин уны тупһанан аша уҙғарманым.

– Ярай, кисләтеп яныңа кереп сығырмын.

Бер аҙҙан бүлек етәксеһе полковник Владимир Иванович Козлов, кабинетына саҡырып, мине орошоп алды. Кемдер ҡолағына шыбырҙап та өлгөргән, имеш: Генка Шприц прокурорға барһа, эштәрең хөрт, тисе. Генка Шприцты белмәй ул. Кәрәк тапһа, Генка Шприц – үҙе прокурор!

Эш урыныма ҡайтышлай, коридорҙа «һөйгәне» менән һаман сырҡылдашып ултырған телефон бурын, яғаһынан алып, бүлмәгә кереттем. Сарбайлап, ғауға ҡубарған оҙон ботло, башмаҡ күҙле «бумала»һын, өгөт-нәсихәтләргә теләмәйенсә, ҡулынан алып, дежур бүлеккә илттем.

– Ошо әйберҙәрҙең һиңә нисек килеп эләккәндәрен тикшереп, яҙа башлаһаҡ, бөгөндән биккә алынып, ятағыңа ике-өс йылдан һуң ғына кире ҡайтырыңды  аңлайһыңмы?

Ринатҡа – асыҡ күлдәк иҙеүенән түшендәге үрмәкселәй ҙур миңе күренеп торған егеттең исеме шулай ине – өçтәлдә теҙелеп ятҡан кеçә телефондарына ымланым. Һүҙҙәремдең айышына төшөнгәс, әлегә ҡәҙәре күҙ-ҡаштарын уйнатып, көр генә ҡыланған һомғол буйлы, сибәр йөҙлө егеткәйҙең ҡарашы һүнде, һын-ҡиәфәте лә күҙгә күренеп шиңде.

– Бынан сыҡҡан аҡ кейемле әҙәмде беләһеңме? – Дауам иттем, Ринаттан күҙҙәремде алмай.

– Беләм. Кафе хужаһы…

– Һөнәрең менән ашнаҡсы булыуың миңә билдәле. Шул кафеға эшкә урынлаш.

– Барғайным да, алманы…

– Ныҡыш, урын бушағанды көт. Ҡыçҡаһы, һин шул әҙәмдең һәр аҙымын, һәр һүҙен миңә еткереп торорға тейешһең. Төрмә бәҙрәфен таҙартҡың килмәһә. Аңланыңмы мине?

2

Кис еткәс, ярты күкте биләгән ҡояш, ниһайәт, офоҡҡа сүгеп, көн битендә ултырған йорттарҙың асыҡ тәҙрәләренә баҡты. Ергә ҡолап төшкән зәңгәр күк ярсығылай булып, күҙ күреме еткәнсе йәйрәгән  күлдә бөҙрә  болоттар «йөҙә». Һөҙәк кенә күл ярын йәшел сирәм ҡаплаған, яр буйындағы бейек тирәктәрҙең япраҡтары, ҡыл элеп ҡуйырлыҡ тымыҡ һауанан ниндәйҙер ипкен табып, һаҡ ҡына елберҙәшә. Урам юлында аяҡ аçтынан саң бырхып оса, һыу ситен ҡаҙ-өйрәктәр көтөүе баçҡан, эçегә тилмереп, ышыҡҡа боçҡан алабайҙар,  иренеп, үткенселәр артынан өнһөҙ генә ҡарап ҡала.

Быйылғы йәй эçеһе менән бар тереклектең тәҡәтен ҡорота, ярты айҙан ашыу инде ергә тамсы ла ямғыр күҙе төшкәне юҡ. Бүрәнәләре ҡарайып иçкергән, тәбәнәк кенә йорт алдындағы  баҡсала үçкән аллы-гөллө сәскәләр, ҡояштың ҡайнар һулышынан нисек йәшенергә белмәгәндәй, түтәлдәргә йығылып, шиңеп үк баралар. Шуға ла Әминә, эштән ҡайтышлай, ихатаға ла кереп тормай, урамдағы ҡоҙоҡтан ташып, сәскәләргә һыу һибә башланы. Ауырыуҙан үлем сигенә еткән әсәһенең йәнтәслим йөрөп ултыртҡан  рауза  сәскәләре генә эçегә бирешмәй, улар, гүйә, аҡ таждарын ҙур асып, күҙгә текләй, телдәре булһа, ләпелдәк балалар кеүек, һүҙҙәре бөтмәçтәй.

– Иçән генә тораһыңмы, Әминә ҡыҙым?

Әминә башын күтәреп, тауыш килгән яҡҡа ҡараны. Баҡса рәшәткәһе алдында торған Зөбәйлә әбей гөлләмәле яулыҡ ябынған, эçе булыуға ҡарамаçтан, өçтөндә йылы кейем, ҡарт һөйәктәргә ҡайҙа ла һыуыҡ инде. Арыраҡ,  ауыр ҡапсыҡ күтәреп, зәңгәр күлдәге тиргә мансылған  ейәне Рәжәп тора.

Әминә баҡсанан сығып, Зөбәйлә әбейҙе ҡосаҡлап алды.

– Һаумы,  һаумы, әбекәйем,– тине ул, ихлас ҡыуанып. – Йөрөп тә ҡайттыңмы ни? Ниңә шулай  иртә әйләндең, йәй үтмәгән бит әле?

Ҡартлығы етеп тә тилберлеген юғалтмаған Зөбәйлә әбей йәй башында уҡ, аяҡтан ҡалмаç борон балаларымды күреп әйләнәйем тип, сәфәргә ҡуҙғалғайны.

– Кеше өçтөндә ятыуы ауыр, ҡыҙым, – тине әбекәй, йәшле күҙҙәренә яулыҡ сите менән тейеп. –  Әсәй, өләсәй, тип өлтөрәп торһалар ҙа, үҙ өйөңә етмәй инде… Аллаға шөкөр, үҙ-үҙемде ҡарарлыҡ хәлем бар әле. Бәләкәй генә   өйөм дә, ҡарауһыҙ ҡалып, етемһерәп торалыр, тинем…

– Өйөңде йыйыштырып, таҙартып ҡуйғанмын. Әйҙә, оҙатайым  үҙеңде, сәй ҡуяйым, юғиһә, яңғыҙ ҡайтып төшкәс, буш өйҙә эсең бошор.

– Рәхмәт яуғыры, – тип арҡаһынан һөйҙө уны әбей, урам буйлап үҙенең йорто яғына юлланғас. –  Бәхетле генә булһаң ине, ҡыҙым.  Һәйбәт кенә егеткә юлығып, тормош ҡорғаныңды күрһәм, иншалла… Бынауы ейәнем, күçәктәй булһа ла, аҡылға бер төрлөрәк шул, – Зөбәйлә ҡарсыҡ арттан эйәргән Рәжәпкә ишараланы. Уның Рәжәбе, ысынлап та, күптән ир ҡорона етһә лә, килбәт-ҡылығы малайҙарҙай килешһеҙ, һөйләшеүенең дә рәте юҡ.

Зөбәйлә әбейҙе оҙатып, өйөнә кире ҡайтҡан Әминәне һуңғы айҙарҙа ғәҙәти хәлгә әйләнгән ҡолаҡ сыңлатҡыс тынлыҡ  ҡаршы алды. Ошо һалҡын бушлыҡ, гүйә, йәш ҡыҙҙың да күңеленә һеңгән, шуғалырмы ул йыш ҡына, тәне зымбырҙап, тик торғандан өшөгәнен тоя хатта. Шуға ла Әминә, нимәнәндер ҡурҡҡандай, ашығып, өйҙөң күлгә ҡараған тәҙрәләрен асып ебәрҙе. Тәҙрәләрҙән өй эсенә йылы ипкен бәреп керҙе, күл буйындағы шау-шыу ишетелде, Әминәнең дә   йөрәге йылынып, эске ҡалтыраныуы баçылды.

...Бөгөн йәйге каникулдар башланды. Ул медицина институтының өсөнсө курсын тамамланы. Курсташтары һуңғы имтихан үтеү менән, һауыттан түгелгән борсаҡтай ырғанлай-һикерә, күҙ асып йомғансы тирә-яҡҡа таралышып бөттө. Кемдер ауылға, ата-әсәһе янына, кемдер самолет-поезға ултырып, алыç яҡтарға йүнәлде. Әминәнең генә барыр ере лә, йүне лә юҡ. Нәфисә әхирәтенең ныҡыша-ыҙғыша ауылға саҡырыуына уҡтала биреп тә ҡуйғайны, тик ҡырҡ бәлә менән тапҡан эшен юғалтырға теләмәй, кире уйларға мәжбүр булды. Дауаханала шәфҡәт туташы  булып  йөрөй ул. Шулай ҙа ике айға һуҙылған йәйге ялда, барыбер еңелерәк булыр, исмаһам, йоҡоһо туйыр, сөнки, быға ҡәҙәре, көнө уҡыуҙа уҙһа, төнө дауаханала үтер ине.

Өйҙәге һалҡын тынлыҡты ҡыуырға теләп, телевизорҙы ҡабыҙҙы ла өçтәлдә өйөлөп ятҡан уҡыу әсбаптарына тотондо. Өс йыл эсендә байтаҡ ҡына ҡағыҙ-ҡиәмәт, китаптар йыйылған, шуларҙы ташлап булмай бит, хәжәттәре сыҡҡансы, аяҡ аçтынан алып, ҡайҙалыр йыйыу  кәрәк. Ҡыҙ, өй эсен әйләнеп, төрлө урынды ҡарап алды. Ҡолас киңлеге иҙән таҡталарына тәҙрәләрҙән офоҡҡа ултырған киске  ҡояш яҡтыһы төшкән. Өй эсендә таҙалыҡ, бөхтәлек,   нимәгә тейһәң дә, күп йылдар буйы һаҡлап, күнеккән тәртиптең рәте китер һымаҡ. Иçке диванда  йөнтәç  бесәй ирәйеп йоҡлай, юҡ-барға бәйләнеп, бүлмәнән-бүлмәгә осоп йөрөгән йәшел тутыйғош бесәй өçтөнә ҡунып, ниңәлер шымып ҡалған.

Әминә  бүлмәләге кейем шкафын асып ҡараны ла, шунда элеүле торған кейемдәрҙе күргәс, йөҙө күләгәләнеп, ишекте кире япты һәм соланға  сыҡты. Шунан, устары менән йөҙөн ҡаплап, күҙ алдындағы ниндәйҙер күңелһеҙ күренештән арынырға теләгәндәй, бер аҙ торғас, соланды ҡарап әйләнде, ишек элмәген ысҡындырып, синлеккә керҙе. Шунда уның күҙҙәренә рәтләп урынлаштырылған төрлө йәшник, һауыт-һаба артына йәшенгәндәй булып,  төпкө мөйөштә торған иçке ағас һандыҡ салынды. Әллә ҡасанғы йәшел буяуы уңып, төçөн юғалтҡан һандыҡтың мөйөштәре йыһазлы еҙ ҡалпаҡтар менән нығытылған, йоҙаҡ элмәктәре лә һары еҙҙән семәрләп эшләнгән. Әүәле,  ҡыш көндәрендә, «хан заманы»нда яһалып, кемдәндер тороп ҡалған был һандыҡта һыуытҡысҡа һыймаған ит-майҙы тоталар ине. Әле һандыҡ буш, уның асҡыс-йоҙағы ла күптән юғалған инде. Әминә, табышына ҡыуанып, сәпәкәй иткәндәй ҡыланды ла һандыҡтың ҡапҡасын асты. Һандыҡ эсенән бөркөлгән тынсыу һауаға    сөскөрөп тә алды. Шунан биҙрәләп  йылы һыу килтерҙе һәм һандыҡтың эсен-тышын ышҡып йыуырға тотондо. Һандыҡ төбөн һөрткәндә, сепрәккә нимәлер эләкте. Ҡыҙҙың ҡатыраҡ тартыуына һандыҡ таҡтаһы, урынынан айырылып, бармағын ауырттырҙы. Һандыҡ төбөндәге таҡталар ике ҡатлы булған икән. Ҡубып сыҡҡан таҡта аçтында һарғайып бөткән ҡағыҙ күренде. Ҡулдан бөгөп эшләнгән ҡағыҙ конверт тышында бер ниндәй ҙә яҙыу-һыҙыу күренмәй. Асып ҡарауға, эсенән ят хәрефтәр менән яҙылған хат һәм иçке фотоһүрәт килеп сыҡты. Һарғайып, тоноҡланған фотоһүрәттә ике ир аҡ кәмәлә йәнәш баçып тора, ирҙәрҙең береһе, ҡупшы ҡара мыйыҡлыһы, батша заманындағы хәрби кейемдә, билендә ҡылысы ла бар. Икенсеһе – йыуантыҡ, тәбәнәк буйлы, шырт һаҡаллы, уныһының башында ҡара кәпәс, өçтөндә ҡара оҙон бишмәт. Уларҙан ары һыуҙан ҡалҡҡан  бейек ҡаяташтың  шыма таштары  ағара.

Ҡыҙ, ниндәйҙер өмөтөнән алданғандай, ауыр уфтанды ла, хат менән фотоһүрәтте ситкәрәк  һалып, эшен дауам итте…

Китап-дәфтәрҙәрен һандыҡҡа кире  һалғас, ҡулына ниндәй эш тоторға белмәгән Әминә, болоҡһоп, асыҡ тәҙрә алдына барып ултырҙы. Түбәндә, һауалағы аҡ болоттарҙы сағылдырған көҙгөләй күл өçтөндә, күмәк кәмәләр йөҙә, берәүҙәр һыуға сума, икенселәре  балыҡ ҡармаҡлап аҙаплана. Арылағы  ҡомло яр буйы  ярым шәрә  ял итеүселәр менән тулған, йәйге селлә күптәрҙе ҡаланан һыу буйына ҡыуалай. Офоҡҡа ҡунған ялбыр ҡояш,  һары  нурҙары менән күл өçтөнә күҙ сағылдырғыс утлы «баçма» һалған,  «баçма»  был яҡ ярҙа башлана ла күл уртаһындағы утрауға  барып тоташа. Һауала    болоттар, күк даръяһы буйлап уҙған көндәлек сәйәхәттәрен тамамлаған аҡ караптар кеүек, бер урында туҡтап ҡалған.

Шундай хозур күренештән кәйефе күтәрелгән Әминәнең, матур кейенеп, ҡайҙалыр барғыһы килде. Шул тойғоһона бирелгән ҡыҙ, урынынан тороп, мөйөштәге ҙур көҙгө алдына барып баçты. Көҙгөнән уға һомғол буйлы, яурындарына тулҡынланып төшкән  ҡара сәсле, аҡ йөҙлө ҡыҙ баҡты. Ҡыҙҙың күҙҙәре генә, көҙгө күлдәй, һалҡын һәм һүрән… Әминә, көҙгө алдында ятҡан тарағын алғас, тағы туҡтап ҡалды. Кис еткәс, яңғыҙы ҡайҙа барырға йыйына һуң ул? Әхирәттәре янында юҡ,  башына бәлә эҙләгән хыялый ҡыҙ һымаҡ, яңғыҙы сыҡһынмы ни киске ҡалаға? Оҙатып йөрөрлөк таныш егете лә юҡ бит, исмаһам, егеттәр әллә ниңә ҡарамайҙар уға, башҡа ҡыҙҙар һымаҡ, шаяра-шаша белмәгәс ни… Бигерәк йомоҡҡа әйләнде үҙе лә. Уның  матур йөҙ-һынына әүрәп яҡынлаған егеттәр, шул һалҡынлыҡты тойоп, китеп баралар бит. Нисек кенә итеп арынырға һуң был йәнде өшөткән һыуыҡтан? Ҡасан уның күҙҙәренә яҡты нур ҡайтыр, күңеленә – йәм, тормошона  тәм керер?

Шул уйҙарынан күңеле һүрелгән Әминә тағы тәҙрә алдына барып ултырҙы. Тәҙрә янындағы  өçтәлдә торған һары тирәсле фотоһүрәтте ҡулына алды. Ҡара бишмәт, ҡарҙай аҡ күлдәгенә зәңгәр галстук таҡҡан атаһы башын ҡырын тотоп, матур итеп йылмайған да алдында баçып торған Азат улының яурынына ҡулдарын һалған. Ете йәшлек ҡустыһы Азат, ниндәйҙер мөғжизә күргәндәй, күҙҙәрен шар асып, уҡтай төҙ ҡатып тора. Әсәһенең мөләйем күҙҙәре дымлы ялтырай… Әминәнең өçтөндә ҡыçҡа итәкле зәңгәрһыу елбәҙәк  күлдәк, ул, ҡыйынһынғандай, сәстәре матур итеп үрелгән башын түбән тотоп, ҡырыныраҡ боролоп баçҡан…

Әминә урта мәктәпте тамамлаған яҙҙа төшкән фотоһүрәт был.

Ҡыҙҙың күҙҙәренә йыйылған йәш тамсылары, ташып, сикәләре буйлап аҡты, ул, башын тәҙрә тупһаһында ятҡан ҡулдарына һалып, шым ғына  һыҡтап  ебәрҙе. Диванда йоҡлап ятҡан бесәй өçтөндә шымып ултырған йәшел тутыйғош, кинәт һиçкәнеп,  осоп килде лә Әминәнең ҡулдарына ҡунды, хужаһының йәшле йөҙөнә йә бер, йә икенсе күҙе менән төбәлеп сырҡылданы, шунан суҡышы менән ҡыҙҙың ирендәренән өҙөп-өҙөп «үбергә» кереште. Кескәй ҡошсоҡтоң мәрәкә ҡыланышынан күңеле яҡтырғандай булған ҡыҙ, тутыйғошто усына алып, йөҙөнә яҡынайтты.

– Әлдә һин бар әле, мине йыуатырға, –  тине ул, ҡошҡа ирендәре менән ҡағылып. – Һинән башҡа, мине бер кем дә үбеп йыуатмай…

Ул да булмай, дивандағы йөнтәç аҡ бесәй, уянып, кирелеп-һуҙылды һәм, йәһәт кенә ҡуҙғалып, хужабикәһенең алдына менеп ҡунаҡланы. Тутыйғош бесәйҙең башына осоп ҡунды ла, һин ялҡауға ғына донъя түңәрәк, тип орошҡандай, сырҡ-сырҡ итеп  ҡолаҡтарын  суҡырға кереште.

Күл артына байыған ҡояштың ҡыҙыл нурҙары бар офоҡто ялмап, алтынға мансыны, һыу өçтөндәге нурлы баçма, һарғайып, киңәйҙе. Алыçтағы бөҙрә утрау, һыуҙан күтәрелгән ҙәңгәр быу артында ҡалып, тоноҡланды, уның  бейек ҡаяһы, монар аша, даръялар буйлап билдәһеҙ сәйәхәткә йүнәлгән боронғо караптың елпенеп торған аҡ елкәнен хәтерләтә.

Өçтәлдә ятҡан  табылдыҡ фотоһүрәт менән хаттан киске эңер төшкән өй эсенә тоноҡ ҡына  нур ағылғандай.

3

Өçтәл, ултырғыс,  телефон, ҡәләм, ҡағыҙ… Ошо әйберҙәр, хужаһынан ҡалмаған тоғро эт һымаҡ, гүйә,  артынан ҡалмай, эйәреп йөрөй уға. Мыйыҡһыҙ йәшлегендәге токарь станогының ғына эйәргеһе килмәне, ҡулдары «кәкре» булғанғалыр. Ә былары хужалары менән бергә комсомол кабинеттарын да, партия ултырыштарын да үтте, хеҙмәт күтәрмәләре буйлап үрләне, хужалары абруйланған һайын, уларҙың да һиммәте артты: өçтәл киңәйҙе, ултырғыс йомшарҙы, телефон, ҡәләм, ҡағыҙҙар уғата зауыҡланды. Әле килеп, уның яландай киң, оҙон өçтәлендә был кабинетҡа керергә насип иткән ғидайларҙың йәмшек йөҙҙәре һыуҙағылай сағыла. Ҡәләме лә алтынға мансылды, телефоны ялтыраны, яҙыр ҡағыҙында абруйлы мисәт хасил булды, ҡара күн креслоһына килгәндә инде, ул хужаһыныҡынан башҡа артты белмәй. Утын ағасынан юнып эшләнгән, салыш тояҡлы беренсе  ултырғысы ҡайҙа булған… Хәҙер инде бейек түшәмле кабинет хужаһының артында дәүләт әләме менән дәүләт гербы урынлашҡан, шунда – ил башының рәсеме. Иҙәндәге ялтыр паркетҡа ҡыҙыл балаç йәйелгән, уға баçҡандар ғәмәлдә үҙҙәрен боҙға төшкән быҙауҙай тоялар. Бында яңғыраған һүҙҙәр ҡаты һәм ҡәтғи була, уларҙың шауҡымы бер аҙҙан бүтән ойошмаларҙа, урамда, өйҙәрҙә һәм айырым кешеләрҙең тормошонда сағылыу таба. Дөрөçөн генә әйткәндә, тап шуларҙан ләззәт кисерә лә инде ҡала хакимиәте башлығы Василий Петрович. Әйткәндәй, бының ғәйебе бармы ни? Хакимиәт башлығы булараҡ, талапсанлыҡты һәм тоғролоҡто иң алға ҡуйырға күнеккән ул. Уның ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәр киçекмәçтән бүтәндәрҙең хәрәкәт-хәстәренә әйләнергә һәм көтөлгән һөҙөмтәләр килтерергә  тейеш.

Хакимиәт башлығы алтын тирәсле күҙлеген өçтәлгә һалды ла, салбар кеçәһенән сығарған  аҡ ҡулъяулығы менән битен ҡаплап, танауы аша ҡаты һемгереп ҡуҙы. Көндәр эçе торғанға, яман тирләтә, ә асыҡ  тәҙрәләр аша кергән үткенсе һауа, тирҙе ҡатырып, тымау тейҙерә. Үткәндә эшкә ҡулъяулыҡһыҙ килгәйне. Мышҡылдап, сөскөрөп аҙапланды,  эш араһында, кеше юҡта,  бер-ике тапҡыр ҡаҡырып та алғайны паркет иҙәнгә. Иртәгәһен йыйыштырыусы Зоя, тағы бер күрһәм, маңҡаңды үҙеңдән ялатам, тип янаны. Зоя – уны йәш сағында малайлыҡтан сығарып, ир иткән ҡатын. Күрсәле, шул замандан алып  күпме ғүмер уҙһа ла, кисә генә булған һымаҡ. Мөмкин булһа, шунда ҡалған йылға буйындағы аҡ ҡырсынлы ярға,  биш минутҡа ғына, кире ҡайтып, аçтында ятҡан һыуһылыуҙай матур ҡыҙҙың татлы ыңғырашыуын тағы ла ишетер өсөн бер ни ҡыҙғанмаç ине. Әле лә шул саҡтарҙан килгән ниндәйҙер шауҡым бар. Шуғалырмы ул Зояның әйткәнен ҡолағына ла элмәне, киреһенсә, уйнап ҡына, тегене тулатып, өçтәленә йығырға ҡырсынғайны, еүеш иҙән сепрәге менән «ала» яҙҙы.

Хакимиәт башлығы урынынан торҙо ла асыҡ тәҙрә алдына килеп баçты. Иртә әле, хеҙмәткәрҙәрҙең эш урындарына ултырыша башлаған мәлдәре. Хакимиәт бинаһы алдындағы майҙанға бер-бер артлы машиналар килеп туҡтай. Машиналарҙан сыҡҡан ир-аттың күбеһе, эш бүлмәләренә ашыҡмайынса, күтәрмә янындағы майҙансыҡта тәмәке көйрәтә, гәпләшә. Текә баçып үткән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, билдәле, кабинеттарына кергәс, иң тәүҙә  көҙгө алдына баçып, күҙ-ҡаш төҙәтергә керешә, гүйә, эшкә түгел – матурлыҡ күргәҙмәһенә килгәндәр. Ғөмүмән, эштәге тәртип мәсьәләһенә иғтибарҙы йүнәлтеү зарур, юғиһә, ҡайһы бер әрәмтамаҡтар тиҙҙән ҡайҙа эшләгәндәрен дә онота башлар. Күпме тылҡыһаң да, һаман бер балыҡ башы. Ҡайҙа кермә, шунда әшнәлек тә туғанлыҡ, туйға йыйылған ҡоҙа-ҡоҙасалар ултырышы тиерһең ҡала хакимиәтен. Атаһы ҡайҙа – улы шунда, әсәһе ҡайҙа – ҡыҙы шунда. Һуңғы ваҡыттарҙа мәртәбәле телдәрҙән төшмәгән «коррупция» атамалы афәттең бер сағылышы был.  Дөрөçөн әйткәндә, ышанып эш тапшырырлыҡ әҙәм дә ҡалмаған, шәт. Ул, хакимиәт башлығы булараҡ, эште бутап, ҡулды сырмаусы ошо бәлә менән хәленән килгәнсә көрәшеп тора. Әммә ҡул аçтындағы хеҙмәткәрҙәрҙең үҙ иçәп-хисабы, улар балаларын, туғандарын «йылы» урынға урынлаштырыуҙы  ҙур сауапҡа һанай,   шул сәбәптән килеп тыуған дәүләт күләмендәге көрсөктә үҙ ғәйебен күрмәй. Әшнәлек, туғанлыҡ, ғәҙәттә, яуапһыҙлыҡ тыуҙыра, хаталарға юлыҡтыра, законды боҙоуға килтерә. Үткәндә, бер ойошманы етәкләгән  ҡатынҡай уның алдында, һыуҙай йәш түгеп, зарланып ултырҙы. Төрлө яҡтан ҡыçып, ҡул аçтыма еңел-елпе холоҡло ҡыҙ-егеттәрҙе ҡуйып бөттөләр ҙә, хәҙер килеп, эшләрлек кешем дә ҡалманы, ти. Хатта, шул эшкә ашмағандарҙы урындарынан ҡыуалай ҙа алмайым бит, тиҙ үк юғарынан яҡлаусы табалар ҙа, ҡуйған талаптарымды бар тип тә белмәй, өçтәп, йөҙөмә ҡарап көләләр, вазифамдан бушаттырыу менән янайҙар, ти.  Зат-туғанлыҡ япон самурайҙарында ла булған, тик улар ғәйеплеләрҙе, балам был, тип йәлләп тормаған, тотҡан урынында башын ҡырҡҡан. Беҙҙең ғәмәлдә ундай ҡаты саралар мөмкин түгел, әлбиттә. Шуға ла хакимиәт башлығы әмәлдарҙары араһындағы әшнәлекте йә туғанлыҡты белеп ҡалһа, уларға ҡарата булған талабын ҡырҡа арттырырға, өçтәмә эш биреп, күҙ алдынан ебәрмәçкә тырыша. Ләкин тиҙҙән шуға төшөндө Василий Петрович: баҡһаң, хакимиәттә  был сәйәсәттән ситтә ҡалдырырлыҡ бер кеше лә юҡ, имеш.

Ул беләгендәге  сәғәтенә күҙ һирпте. Ун биш минут туғыҙынсы. Әммә хакимиәт башлығы бүлмәһенең тәҙрәләре алдында тәмәке көйрәтеүсе хеҙмәткәрҙәрҙең һаны кәмемәй. Сергеев, ағалы-энеле Хәмитдиновтар, Яҡшыбаев, Бергман, Азарян, Полищук… Хәтере шәп әле уның. Киләһе премияларын яртылаш ҡырҡтырырға кәрәк. Һеҙ улай икән – мин былай.

Шул саҡ бина алдына өр-яңы ҡара «Бентли» килеп туҡтаны, унан иркен ҡара салбар, елбәҙәк һоро күлдәк кейгән Зиннур Таипович Камалов  – ҡаланың юл һәм транспорт хужалығы етәксеһе сыҡты. Күрсәле, шайтан үҙе ботон һындырырҙай насар ҡала юлдарынан шундай затлы машинала ғына елдерә!  Шашты Камалов, ныҡ шашты һуңғы осорҙа. Элегерәк, ошо вазифаһына тәғәйенләнгән саҡта, Камалов үҙенең тырышлығы, эшмәкәрлеге менән оҡшай ине хакимиәт башлығына. Янымда шундай кешеләр күберәк булһа, ҡайғы белмәç инем, тип уйлай торғайны. Тик Камалов та, күрәһең, замананың һаçыҡ һаҙлыҡтарын урап үтә алманы, тиҙ үк мин-минлеге үçте, исем-шәрифен сығарҙы, үҙен әшнәләр, ҡуштандар менән уратып, һуңғы арала үҙәккә лә юлын таҡырайтты – терәк-таяныс эҙләүелер. Унан, ошо кабинетты  һалдырып алырға уҡтала, тиҙәр. Дәрәжәһе менән файҙаланып, байыны Камалов, ҡалала рестораны, тиçтәләгән магазины  бар. Юҡтан бер ни ҙә бар булмай, үҙе етәкләгән ойошманың кеçәһен ҡапшайҙыр ул. Ғәжәп хәл: ҡалала тауар етештереү юҡ тиерлек, әммә, ҡайҙа ҡарама, сауҙа итәләр. Магазиндар, ларектар, киоскылар, супермаркеттар, баҙарҙар, бутиктар, ресторан-барҙар, ял йорттары, мунса-сауналар… Ҡаланың һәр мөйөшөндә, тишегендә тиерлек алыш-һатыш бара. Тауары тауармы әле, иҙән сепрәгенә лә ярамаған ҡытай кейем-һалымы ла башҡа сит илдәрҙән керетелгән арзанлы ваҡ-төйәк. Сөнки арыу тауарға халыҡтың аҡсаһы юҡ. Ҡаланы эшһеҙлек, бөлгөнлөк баçты. Әүәле көнө-төнө геүләп торған завод-фабрикаларҙы, гүйә, дошман туптары утҡа тотҡанмы ни, уларҙы тергеҙер өсөн баш етмәç һандағы  аҡса кәрәк. Үҙгәртеп ҡороу башланғандан һуң күпме йылдар уҙҙы, ләкин шул арала ҡалала бер фабрика ла төҙөлмәне, киреһенсә, булғандары ҡыйралып бөттө. Уның ҡарауы, һәр кабинетта – евроремонт. Ситкә аҡҡан нефть, газ, урман һәм башҡа сеймал килемен ҡулланып, ошо фабрика-заводтарҙы яңы технологиялар нигеҙендә тергеҙеп булмаймы ни? Тик бының өсөн эшмәкәр, отҡор, ғәҙел кешеләр кәрәк шул.  Буйраҡ һыуҙа ғына балыҡ тоторға күнеккән үҙебеҙҙең «елле эшҡыуарҙар» мөлкәттәрен сит ил банкыларында тотоуҙы яҡшы күрә. Урландыҡ аҡсаларын ил иҡтисадына һалырға шөрләй улар: беренсенән, эшләй белмәйҙәр, икенсенән, мөлкәттәренән ҡолаҡ ҡағыуҙары ла бар – илдә бурҙарҙың яңы быуыны үçеп еткән инде. Сик ҡуйылырмы икән берәй саҡ шуларҙың шиғәленә? Ул ҡараҡтарҙан күргән зыян ҡорал тотоп, илде тапаған дошмандарҙың талауынан ҡайтыш түгелдер.  Өйөңдә иçәр булһа, дошманыңдың күңеле үçәр, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Боронғо заманда ҡайһы бер батшалар, илен баçҡан дошмандарға ҡаршы сара итеп, «яндырылған ер» ысулын ҡулланғандар, йәғни сигенгән саҡта, арттарында эсер һыу, ашар аш, ятырлыҡ ер ҡалдырмай, үҙ ерен ҡыйратыр булғандар. Бөгөнгө хәлдәр шуға оҡшап бара түгелме? Ә, нәфселәре ҡыҙып, был яҡҡа йүнәлгән сит ил капиталистары, беҙҙең илдәге әлеге мәхшәрҙе күрәләр ҙә, ытырғанып, кире боролалар – улар өсөн яраҡлы шарттар тыуҙырылмаған  бында, йәнәһе. Дөрөçө шул инде. Дәүләттең шәхси эшҡыуарлыҡты үçтереүгә йүнәлтелгән сәйәсәте лә эшҡыуарҙарҙың  ваҡ-төйәк сауҙа асыуына ғына ҡайтып ҡала, тауар етештереүсе эшҡыуарлыҡҡа кешеләрҙең хәле етмәй. Дәүләт ситкә сеймал һатыуҙан  килгән төшөмдөң күпмелер өлөшөн эш хаҡтары, пенсиялар, бүтән түләүҙәр рәүешендә халыҡҡа тарата, халыҡ шул аҡсаға магазиндарҙан сит ил әйберҙәре һатып ала, эшҡыуарҙар шул төшөмгә тағы ла сит илдән тауар керетә. Иҡтисадмы инде шул? Ҡайҙа ҡарама – торғонлоҡ, көрсөк…Тауар етештереүҙе яйлау күп аҡса талап итә, уның мәшәҡәте лә сикһеҙ, килеме лә тиҙ булмай. Шуға ҡарамаçтан, ул – иҡтисад нигеҙе. Етештереүен юғалтҡан ил – иҡтисадын юғалта, хәлһеҙләнә, баш эйеп, теләнселәй башлай, уны, ауната һуғып, таларға, тапарға ғына ҡала. Шуға бара түгелме? Юҡ,  сит илдәрҙән яҡшылыҡ көтөргә ярамай, улар яраланып ҡанһыраған айыуҙың йығылғанын көткән бүре өйөрө һымаҡ.  Тағы ла егерме-утыҙ йыл әлегеләй дауам итһә… Си ля ви!

Василий Петрович, ауыр уйҙарынан арынырға теләгәндәй, салланған шырт сәстәрен усы менән һыпырҙы ла, аҡ күлдәгенең өçкө төймәһен ысҡындырып, галстугын бушатты. Ғөмүмән, бер уны ғына шундай уйҙар борсоймы ни? Бар сәбәп – ил биләмәләренең сикһеҙ ҙурлығында. Ул халыҡты, иҡтисадты тарҡау итә. Шул тарҡаулыҡтан тыуа ла инде торғонлоҡ. Шуға ла торғонлоҡ Рәсәйҙең тәбиғи хәлелер, бәлки, кем тарихты төплө белә, шуны аңларға тейеш.

Ул өçтәле артына ултырып, танауына ҡыйыш эленгән күҙлеге аша ҡағыҙҙарын барланы,  башҡарырға тейеш эштәрен аныҡланы. Һуңынан, үрелеп, телефонды алды.

– Алло, – тинеләр теге оста ҡаты ғына. Күрәһең, ҡаланың милиция бүлеге етәксеһе  полковник Козлов таң менән кемгәлер аҡырып-екереп тә өлгөргән.

– Мин был, –  алдында ятҡан белешмәнән күҙҙәрен алмаған Василий Петрович исем-шәрифен әйтеүҙе кәрәк тапманы, тауышынан таныйҙар уны.

Козлов ҡапылдан бер мәлгә шымып ҡалды. Хакимиәт башлығының таң тишегенән шылтыратыуы яҡшылыҡ вәғәҙә итмәй.

– Тыңлайым һеҙҙе, Василий Петрович, һаумыһығыҙ, –  тине ул, ниһайәт.

– Ҡалала хәлдәр нисек?

– Ҡәҙимгесә. Уҙған тәүлектә ғәҙәттән тыш ауыр енәйәттәр теркәлмәне, көндәгесә ваҡ-төйәк кенә, Василий Петрович.

Ҡәҙимгесә ваҡ-төйәк, имеш. Әлбиттә, туҡтауһыҙ ҡабатланып торған  ғаилә шау-шыуҙары, эреле-ваҡлы  бурлыҡтар, урамда тәртип боҙоуҙар, эскелек – милиция өсөн ғәҙәти күренеш инде. Милиция, яҡшы иҙән сепрәге һымаҡ, ул йәмғиәттең әшәкелектәрен һөртөп алып ҡына тора, шуға ла күптәр, үҙҙәре дусар булмайынса, шул бысраҡты күрмәйҙәр ҙә,  белмәйҙәр ҙә.

– Көндәр эçе тора, бар халыҡ күл буйында. Унда эскелек, тәртип боҙоуҙар күп. Шул хәлде күҙ уңынан ысҡындырма.

– Аңлайым, Василий Петрович. Күлдә тәүлек әйләнәһендә ике милиция төркөмө эшләй, хәлде сәғәт һайын хәбәр итеп торалар.

– Тағы ла, –  хакимиәт башлығы ҡәләмен алып, алдындағы ҡағыҙ битенә ниҙер яҙа башланы. – Һинең урыныңда булһам, Камаловтың кеçәһен ҡапшап ҡарар инем. Зиннур Таипович Камаловты, ҡаланың юл һәм транспорт хужалығы етәксеһен, беләһеңдер бит? Ҡаланың ватыҡ юлдарын бөтөнләй күрмәй башланы, елдереп кенә уҙа ла китә, йөрөгән машинаһы ла беҙҙең арбаларҙан түгел, торғаны бер хазина! Үҙе етәкләгән хужалыҡтың ҡаҙнаһына ҡулын тығалыр, тим. Нисек уйлайһың?

Полковник Козлов күпмелер ваҡыт өн-тын сығарманы, ишеткәнен мейеһенә һеңдерегә маташыуы булды, ахыры. Милиция етәксеһе ауһар түгел, хакимиәт башлығының был хәбәренең Камаловты ҡалалағы мәртәбәле  кешеләр рәтенән һыҙып ташлау менән бер икәнде аңлай, әлбиттә.

– Баш өçтө, Василий Петрович, –  тине Козлов, ниһайәттән, гүйә, бирелгән һорауға яуап бирергә кәрәк икәнде иçенә алып. – Һеҙҙең доғалар барҙа, беҙгә бер ни ҡурҡыныс түгел. Тик шуны асыҡлауығыҙҙы һорайым: ҡурҡытып ҡына сикләнергәме, әллә ысынлап батырырғамы?

– Батырырға, –  тине хакимиәт башлығы, баçым менән. –  Кәрәгенсә, төпсөп, тикшереп, законлы рәүештә хәл ҡылыу зарур. Эш барышында Камалов хаҡында тапҡан-белгәнегеҙҙе, рәхим итеп, миңә еткереп тороғоҙ.

Василий Петрович телефонды ҡуйҙы ла, башын креслоһының бейек арҡаһына һалып,  күҙҙәрен йомдо. Уның был креслола тағы ла бер нисә йыл  ултырырға иçәбе бар әле. Әйткәндәй, был урын өсөн уның менән низағлашырға Камаловтың кикереге лә сыҡмаған. Унан «былайыраҡтар»ы ла  етәрлек… Тик түтәлгә төшөп тамыр ебәрергә маташҡан билсәнде ваҡытында өҙөп ташлау фарыз. Коррупцияға ҡаршы көрәш һөҙөмтәләрен дә күрһәтеү кәрәк бит. Камалов уның шул йәһәттәге мәрәйе буласаҡ. Бер аҙға ғына булһа ла халыҡтың да бүрткән ҡон-ҡоһоро ҡанып торор. Си ля ви, тиҙәр француздар. Тормош шулай, йәғни…

4

Кисләтеп магазиндан бер  ярты араҡы алдым да Олег янына керҙем. Көн буйы, тын алғыһыҙ эçелә урам тапап, подъездарға менә-төшә тәҡәтем ҡороғайны. Күлдәк-ыштаным ҡатҡан тиргә ҡайышланып, тәнемде сейләндерә башланы хатта. Олегтың фатирында ҡойоноп сығырмын, исмаһам, юғиһә, мин йәшәгән ятаҡтағы утыҙ бүлмәгә һыуыҡ һыулы бер кран ғына бар, ванна йә душ тигән нәмәләр унда йәшәгәндәрҙең зауыҡлы хыялы ғына.

Олег ғәҙәттәге биш ҡатлы йорттоң икенсе ҡатындағы бер бүлмәле фатирҙа тора. Әүәле ул шул уҡ йорттоң бишенсе ҡатында, ата-әсәһенән ҡалған ике бүлмәле фатирҙа, тора ине. Имгәнеп, аяҡтан ҡалғас, урамға сығып йөрөргә биҙ тип, фатирын алмашырға мәжбүр булды. Үҙ һүҙле, һынсыл күҙле дуçым нисек булһа ла үҙ яйын үҙе күрергә тырыша, ярҙамға мохтаж булып, бәләһен һалып ултырғаны юҡ. Шуға ла бергәләшеп подъезд һикәлтәләренә, ғәрип арбаһы  тәгәрмәстәренә яраҡлы итеп, юлаҡтар һалып бирҙек.

Ишеген биктә тотмай Олег. Генка Шприц шуға ла  ҡаршылыҡһыҙ керә алғандыр инде уның фатирына.

Кереү менән, дуçымдың кәйеф-хәлен белергә тырышып, уның күҙҙәренә текләнем. Бер аҙ йонсоу күренә, бөгөн урамға сыҡмағандыр, ахыры.

– Генка Шприцтың «күстәнәстәре»н сүплеккә сығарып ташланым, –  тине ул, һүрән генә йылмайып. – Урамдан керергә лә өлгөрмәнем, бомждар араһында шулар өсөн ыҙғыш ҡупты.

Олег тығынлыҡты яратмай, фатирында бәрелеп-һуғылырлыҡ артыҡ әйбер ҙә, йыһаз да юҡ. Иллә-мәгәр компьютерҙа «соҡсонорға» оçтарып алған ул. Шуға ла, беҙ, эш барышында үҙебеҙ аңлап етмәгән сетерекле һорауҙарға яуап эҙләп йыш ҡына Олегҡа мөрәжәғәт итергә мәжбүрбеҙ. Милицияның эш асылы хәбәрҙарлыҡтан тора бит. Хәбәр-хәтерҙе, беренсенән,  таба, туплай  белергә кәрәк, икенсенән, шуларҙың сүбен ебенән айырып, төплө һығымтаға килә белеү мотлаҡ. Шул ваҡытта, башыңда майың етеңкерәмәһә, яҙа юлға төшөп, «аҙашып» китеүе еп-еңел. Шуға ла алған хәбәрҙе баштан уҡ төрлө яҡлап тикшереү зарур. Әммә һәр кемдең үҙ ҡылығы бит. Бәғзеләр, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрен баштан уҡ ауларға һанап, барын-юғын бутап, күҙ ҙә йоммай фәстерә башлай. Һуңынан, теленән тотолғас, үҙҙәре бахыр хәленә ҡалып, кәмһенәләр ҙә йомолалар – баҡһаң, уның үҙенән башҡа ахмаҡтар юҡ икән дә баһа бында, баштан уҡ  үтә күреп, мыйыҡ аçтынан ғына көлөп ултырғандар, имеш… Әлбиттә, күптәр шул хәлде күтәрә алмай, милицияға, кеçә эсенән генә, йоҙроҡтарын төйнәп сығалар ҙа һуңынан, кенә тотоп, ярҙам итеүҙән баш тарталар, хатта хәлдәренән килгәндә аçтыртын ғына аяҡ салалар, милиция тураһында  ҡолаҡҡа яҡмаған ғәйбәт тараталар.

Бынан биш йыл элгәре, Олег туҡмалып имгәнгәнгә тиклем, бергә эшләй инек. Беҙҙең ҡарамаҡҡа беркетелгән ҡала биләмәләре йәнәш ине, шуға ла беҙ шунда ҡылынған төрлө енәйәттәрҙе бергә юллатырға күнектек. Иптәшләшеп, бергә йөрөүгә етмәй инде, эш барышында ҡайҙа ғына барып юлыҡмайһың да ниндәй генә сетерекле хәлгә тарымайһың… Хатта, таныш-белешең дә йыйын әтрәгәләм бит, араларында бер йүнле әҙәм булһа икән. Дөрөçөн генә әйткәндә, эшебеҙ ҡатышмағас, һиммәтле инсандарҙы белгән дә, улар менән аралашҡан да юҡ, шуға ла, бәлки, улар ҙа беҙҙән ситләшә, хатта бер аҙ ерәнә лә торғандыр. Хәүеф тыуһа – артыңа йәшенәләр, хәүеф уҙһа – арҡаңа төкөрәләр, ҡыçҡаһы… Бик тә сос, үткер хеҙмәткәр ине Олег. Үҙе ҡарамағындағы биләмәләрҙә йәшәгән күпселек әҙәмдәрҙең исем-шәрифен иçләр ине, ә инде шунда көн иткән йә килеп-китеп йөрөгән бурҙарҙың тын алышын, енәйәтсел һөнәр-аҙабын, ғөрөф-ғәҙәтен усында күргәндәй итеп белде. Шуғалырмы, ҡайһы берҙә, үҙе ҡарамағындағы биләмәлә ҡылынған енәйәттәрҙе эш бүлмәһенән дә сыҡмай асып, уғрыны фашлай торғайны ул. Енәйәт тураһындағы хәбәр теркәлгәс, ул бер ҡасан да урынынан ырғып тороп, урамға йүгермәне, киреһенсә, зәңгәр күҙҙәрен тәмәке төтөнө артына йәшереп, өçтәле артында бер ни тиклем шымып ултыра ла бер-бер артлы телефондан шылтырата башлай, кемдәрҙер менән ашыҡмай ғына төпсөнөп һөйләшә, шул саҡта эргәһендә тапанған иптәштәрен күрмәй ҙә, ишетмәй ҙә. Һуңынан телефонды һалып, күпмелер ваҡыт тәмәкеһен бырлата биргәс, «шуның ғына буғы был, башҡа бер кемдеке лә түгел» тигән һығымтаһын әйтеп ишеттерә. Күп осраҡта уның фаразы хаҡҡа сыға ине, енәйәт урынына барып, кәрәкле ҡағыҙҙарҙы яҙырға, ғәйеплене табып, тоторға ғына ҡала.

Шулай һәүетемсә генә эшләп йөрөгәндә, ҡалала Геннадий Самуилович Шприц исемле эшҡыуар хасил булды. Юҡ, килмешәктәрҙән түгел ине ул, ошо ҡалала тыуып үçкән егет. Һөнәре менән ашнаҡсы. Быға ҡәҙәре хоҡуҡ боҙоп тотолғаны, хибесхана ҡылынғаны булмаған. Ләкин, әүәлге үҙгәртеп ҡороуҙар, тора-бара, халыҡ мөлкәтен талауға ҡалғас, ил талап та ир булыу мөмкинлектәре хаҡындағы күп миçалдар был егеткәйҙең күңелендә быға ҡәҙәре боçоп ятҡан йыланды уятҡандыр. Ҡайһы бер халыҡтар алтынға табыныуҙы, изге дуçлыҡты тәңкәгә һатыуҙы диндәрендә лә сағылдырған бит. Геннадий Самуилович Шприц та, ялтыр башлы, күçәктәй егеттәрҙе янына йыйып, шиғәл юлынан китте бер заман. Төрмә ихатаһына ҡат-ҡат кереп тапарға күнеккән әҙәм аҡтыҡтарына хужа булырға уçаллығы ла, мәкере лә еткән кеше тиҙ арала үҙе ише ҡараҡтар араһында үçеп, нығынырға ла өлгөрҙө. Әлбиттә, беҙ уның ҡылыҡтарынан ҡыҙыҡ табып, ҡул ҡаушарып тик ятманыҡ. Бер нисә тапҡыр, йылғыр кеçәртке һымаҡ, баçҡан ерҙән ҡойроғон өҙөп, ҡотолоп ҡалды ул. Генка Шприц бер ҡасан да үҙ ҡулы менән яҙыҡ эш эшләмәне, сөнки уйлағанын тормошҡа ашырыр әҙәми заттарҙы йүнәлтерлек ихтыяры ла, аҡылы ла етәрлек уның. Олег ҡарамағындағы биләмәлә кафе-бар асты ул бер ваҡыт. Тиҙҙән беҙҙең ҡолаҡҡа Генканың наркотиктар менән «шаярыуы» хаҡында хәбәр керҙе. Беҙ уның артынан төштөк. Наркотиктар менән һатыу итеүҙе дәлилләү иң мәшәҡәтле, алама эштер. Шуға ҡарамаçтан, Олег, күпмелер ваҡыт үтеүгә, Генка Шприцтың «ҡойроғона баçып», енәйәтсел кәсебенең инеп-сығыр юлын асты.  Теге аңғармаç борон өçтөнә ау ташларға  йәтеш мәлде көтөргә генә ҡалды. Тап шул саҡта Олег ғәйеп булды. Бар бүлек менән ҡаланы тетеп эҙләнеүҙәребеҙгә ике тәүлек тигәндә, машиналар бер туҡтауһыҙ геүләп торған юл уртаһындағы канализация ҡоҙоғонан сыҡҡан сәйер ауаз мине туҡтатты. Төн ине. Кемдәрҙер тарафынан йыртҡыстарса ҡыйналған Олегты шул ҡоҙоҡ төбөнән таптыҡ. Иçен юйған дуçым усында төймә... Төймәгә аса телле йылан башы төшөрөлгән. Шул мәлдән алып минең өсөн ғәҙәттәге тәүлекте бүлгән көн һәм төн тигән төшөнсәләр юҡҡа сыҡты. Элгәре бындай төймәләрҙе, Генка Шприцтың кафеһен һаҡлаған армайҙарҙың ҡыҙыл бишмәттәрендә шәйләгәйнем. Дүртәүһен дә өçтөрәкләп милицияға килтерҙек тә, дөмбәçләй-бәргеләй, «яра» башланыҡ. Тик тегеләрҙең өсәүһен тел менән генә арбап теҙләндерермен тимә,  төрмәне бер нисә ҡат үтеп сыҡҡан хәшәрәттәр улар. Беҙҙең эш түгел, ул көндә беҙ ҡаланан ситтә, күл буйында, яттыҡ, тип ғәйептәрен тандылар, күҙгә ҡарап. Өçтәүенә, үҙҙәрен аҡлау йәһәтенән, өс ҡыҙға күрһәттеләр, йәнәһе, күл буйында бергә булғандар. Ҡыҙҙар ҙа, тегеләрҙең һүҙҙәрен раçлап, шыйғалаҡ шамбылай ҡыланды. Тик ундай лаҡап менән генә минең күҙҙәрҙе буяуы ауыр. Иллә-мәгәр шул ҡыҙҙар арҡаһында һемәйҙеләр ҙә инде үҙҙәре. Сөнки ҡыҙҙарҙың күрәләтә алдашыуҙарын бер ҡарауҙа һиҙеп ҡалдым мин. Оçта итеп алдашыр өсөн аҡыллы баш кәрәк бит, ә быларҙың ни аҡылы, ашап-эсергә ялтыр арттарын биреп тапҡан уйнаштар бит улар, әлеге шул Генка Шприцтың барында сыуалалар. Юçыҡ-юлымдың дөрөçлөгөнә инанып, ҡыҙҙарҙы ҡыçымға алғайным да, фәтеүә булманы, ҡыҙыйҙар, баштарын баçып, ауыҙҙарынан һүҙ сығармай йомолдолар. Белгәнебеҙҙе әйттек, йәнәһе. Билдәле, ялған аңлатма биреүҙәрен талап итеп, уларға тәүҙә кәрәгенсә түләгәндәр ҙә, артынан өçтәп, ыштандарын еүешләгәнсе ҡурҡытҡандар. Шулай итеп, барған юлым һаҙға сыҡты тигәндә, Генка Шприцтың дүртенсе армайына күҙем эләкте. Тәү ҡарауға көр генә күренеп,  иптәштәре һымаҡ үҙен алама ғына тоторға тырышҡан егеткәйҙең әлегә ҡәҙәре хоҡуғи даирәләрҙә  яманаты ла сыҡмаған, милиция менән «һөҙөшкәне» лә булмаған. Ҡыҙыл бишмәтенең төймәләре теүәл, тик иң аçтағыһы ғына башҡаларға ҡарағанда яҡтыраҡ  йылтырағандай. Шуға йәбештем. Әлбиттә, ул да башта иптәштәре менән бергә «өйрәнгән йыр»ын һуҙҙы. Аяҡ өçтө йөрөп, йоҡоһоҙ уҙғарған төндәрҙән башым тубалдай булғайны. Ғәҙәттәгесә кисләтеп ҡайтырға сығыр алдына, һаҡ аçтына алынған егеткәй янына ғүмерҙәре төрмәлә уҙып, миһырбанлыҡтарын тамам юғалтҡан ике әҙәм аҡтығын керетеп бикләнем. Уның ҡарауы, таң атыуға теге меçкенкәйҙең был донъяға булған ҡарашы бик ныҡ үҙгәреп, ярайһы уҡ ыңғай йүнәлеш алғанлығы асыҡланды. Күргән-белгәнен йәшерен-батырынһыҙ ғына һөйләп бирһә, хөкөмгә ҡәҙәре иректә ҡалдырыласағын, хөкөм аҙағында ла, беҙҙең ярҙам менән, шартлы ғына язаға тарттырыласағын әйткәс, егетебеҙҙең теле тамам асылып китте, ул бик төплө аңлатмалар бирә башланы. Олегты туҡмарға Генка Шприц ҡушҡан уларға. Наркотиктар менән һатыу итеүен белеп эҙенә төшкән Олегтан башҡа сара менән ҡотола алмаçын белгән ул. Әлеге ваҡытта Генка Шприцтың кафеһында бер тоҡсай героин йәшереүле ята, тик урыны билдәһеҙ, сөнки кафеның йәшенмәк тишек-тошоғо бихисап.

Дуçымды ҡыйнаған ҡәбәхәттәрҙе табырға икмәк тотоп ант иткәйнем инде. Ығы-зығылы көндәр йоҡоһоҙ төндәр менән бергә ҡушылып, аң-тойғоларымды һоро эңергә мансыһалар ҙа, зиһенем, ни ғилләнәндер, уғата үткер ине, мин тирә-яҡтағы һәр өндө ишетәм, һәр хәрәкәтте күрәм, ҡайһы саҡта үҙемде лә ситтән генә шәйләп ҡалғандай булам хатта. Милицияның көндәлек эшен кәрәкле юлға йүнәлтеп, уның ысул-әмәлдәрен сикләп торған ҡәҙимге хоҡуҡи саралар ҙа, әхлаҡи ҡанундар ҙа минең өсөн кәртә түгел ине инде. Иң мөһиме – Генка Шприцты табып, рәшәткә артына тығырға йә  башына етергә, ә унда инде эшемдән ҡыуһалар ҙа, ултыртһалар ҙа ризамын. Ә Генка, артынан килгән аусынан ҡасҡан бүреләй, боçорға маташты. Юҡ, ул милициянан ҡурҡып ҡасмай ине, сөнки, үҙен тотоп килтергән хәлдә лә, уны енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләргә дәлилдәр етмәгәнгә күрә, күп тигәндә өс сәғәттән һуң кире сығарып ебәрәсәктәрен белә. Ул минән шөрләй ине. Ике тәүлек буйы эҙәрләнем тегене. Танышының ҡала ситендәге баҡса йортонда йәшенеп ятҡан мәлендә барып баçтым. Электрошокер менән шаңҡыттым да  ултырғысҡа ҡуша  сүс еп менән сырматтым. Генканың иç алғанын көтөп ултырғанда үҙемдең күҙҙәрем йомолоп, серемгә киткәнмен хатта, йонсоуым еңгәндер инде. Уянып китһәм, эңер төшкән, иҙәндә бәйҙән арынырға маташып, ауыҙына сепрәк тығылған Генка Шприц, өкөләй күҙҙәрен алартып, мыш-мыш тулап ята. Генка менән тел сарлап, бушҡа һүҙ сарыфлауҙың мәғәнәһеҙлеген аңлағайным инде. Уның оятһыҙ күҙҙәренә ҡарап, дуçыңды мин туҡматтым шул, тип ғәфү һорағанын көтөргә аҡылдан яҙмағанмын әле. Әлеге мәлдә  шундай аңлатма биргән хәлдә лә, һуңынан, хөкөм барышында, мине милицияла ҡыйнап, юҡ ғәйебемде танырға мәжбүр иттеләр, тиәсәк.  Шуны алдан күреп, уға ҡарата әҙерләгән әмәлем күп һүҙ талап итмәй ине. Башта үҙем менән килтергән табылдыҡ алтатарҙың дүрт яһауын алып, өçтәлгә һалдым да бишенсеһен Генка Шприцтың аяҡ аçтына төбәп аттым – уйнай был, тип уйламаһын. Һуңынан, алтатарҙа ҡалған алтынсы яһауҙы тегеңә күрһәттем.

– Хәҙер һин, минең алда, урыç рулеткаһы уйнаясаҡһың, – тинем вайымһыҙ ғына. – Уйындың ҡағиҙәләре бик ябай. Мин һиңә һорау ҡуям – һин яуаплайһың. Яуапҡа ун биш секунд ваҡыт бирелә. Яуаптан баш тартҡан йәки алдашҡан хәлдә, мин ошо алтатар  барабанын  арҡаңдан тәгәрәтәм дә, көбәген башыңа терәп, тәтегә баçам. Аңланыңмы? Уйынды башлайбыҙ. Иғтибар менән   тыңла: бер тоҡсай героин кафеңдың ниндәй еренә йәшерелгән? – Беләгемдәге сәғәтемде сисеп, Генканың алдына, өçтәлгә, һалдым да тегенең ауыҙындағы сепрәкте тартып алдым. – Ваҡыт китте…

Генка Шприц, ауға эләккән суртандай, ыржайған тешле ауыҙын аса-яба ултырғандан һуң:

– Хаҡың юҡ! – тип ҡарлыҡҡан тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе лә, тыпырсынып, ултырғысы менән иҙәнгә ҡоланы. – Законды боҙорға хаҡың юҡ, мент! Һин тик закон буйынса эш итергә тейешһең! Әлеге мәлдә һин минең хоҡуҡтарымды боҙаһың! Яуапҡа тарттырасаҡмын үҙеңде, башыңды төрмәлә серетәсәкмен!

Ашыҡмай ғына тегене кире торғоҙоп ултырттым.

– Беренсенән, әлеге мәлдә һиңә үҙ башыңды ҡайғыртыу фарыз, – тип алтатарға ымланым да өçтәлдә ятҡан сәғәткә күҙ һирптем. – Икенсенән, ҡағиҙәләр буйынса, яуап бирер өсөн тәғәйенләнгән ваҡыт уҙҙы…

Алтатарҙың барабанын, алда әйтелгәнсә, Генка Шприцтың арҡа һыртынан  тәгәрәтеп, көбәген һул сикәһенә терәнем дә (Генка һулаҡай бит) тәтегә баçтым. Тәҙрәләр аша эсенә ҡыҙыл эңер төшкән өй, гүйә, алтатарҙың уçал шыҡылдауына һиçкәнеп ҡуйҙы. Генка Шприцтың йөҙө ҡағыҙҙай ағарҙы, маңлайына тир бәреп сыҡты, ул аҡайған күҙҙәрен миңә төбәп, бәйе менән тағы тартҡылашып алды.

– Әшәке мент… – тип быулыҡты ул,– иçеңә кил, нишләйһең һин?! Мине үлтерһәң, ҡалған ғүмерең төрмәлә уҙасаҡ…

– Яңылышаһың. Бында беҙҙән башҡа кеше юҡ. Мейең сәсрәгәс, ошо алтатарҙы ҡулыңа йомдорам да, вәссәләм. Ҡылған енәйәттәренән намыçы уянып, үҙ башына үҙе еткән, бахыр, тиерҙәр. Һорауҙы ҡабатлайым: бер тоҡсай героинды ҡайҙа йәшерҙең?

Ҡыçҡаһы, алтатарҙың көбәген Генканың сикәһенә терәп, тәтеһенә дүрт мәртәбә баçылды. Улай ҙа ғүмере бөтмәгән, имеш, йыландың. Алтатар икенсе тапҡыр сикәһе янында шыҡылдағас, Генка аçтын һыуланы. Өсөнсөнән һуң ул, ауыҙынан күбектәр сығарып, иçен юйҙы, өçтөнә һыуыҡ һыу түгеп, уятырға тура килде. Шуғалырмы, ул дүртенсе һынауҙы һиҙмәй  ҙә ҡалды шикелле, иçерек кешеләй аңшайып ултыра бирҙе. Әммә алтатар көбәген сикәһенә бишенсе ҡабат терәгәс, Генка Шприц, аҡылдан яҙғандай, үкереп илап ебәрҙе лә, ҡаҡырығына сәсәп, ҡалтыранып, тотлоға-быулыға, йәшенмәк героин ятҡан урынды һүрәтләп бирҙе. Ул шунан һуң аҡтарып ҡоçоп, салбарын буяны, шайығы йәбешкән ауыҙ-моронон һөртөргә лә онотоп, кинәт кенә шиңде, уның еүеш күҙҙәре төпкә батып, ҡарашында һүҙ менән аңлатып биргеһеҙ шомлоҡ хасил булды.  Шул мәлдә уның ҡиәфәте мал аяғы аçтына ҡалып, иҙә тапалған үлән ҡыяғын хәтерләтә ине. Уға ҡарап, үҙемде, гүйә, кемделер үлтергән кеүек итеп тойҙом.  Тик янда мәйет кенә юҡ.

Кеçә телефонымдан шылтыратып, иптәштәремде Генканың барына ебәрҙем. Күпмелер ваҡыт уҙғас,  наркотиктарҙың табылыуы хаҡында хәбәр килде.

Мин Генканы шулай итеп биш йылға төрмә рәшәткәһе артына тыҡтым. Ләкин хөкөм барышында уны наркотиктар һаҡлағаны өсөн генә язаға тарттырҙылар. Тәфтишселәр Генка Шприцтың Олегты ҡыйнауҙа булған ғәйебен дәлилләй алманы, сөнки хөкөмгә тиклем иректә ҡалдырылған теге сибәр егеткәй тикшереү барышында биргән  аңлатмаларын хөкөм ултырышында нығыта алманы. Ул, ни ғиллә менәндер,  күлдә батып үлгәйне. Һыу кергәндә балыҡсылар ҡуйған ауға сырмалған, тинеләр…

Йыуынып сыҡҡандан һуң  араҡы йомдорғас, тәнем йомшарып, күңелем иреп китте. Ҡаршымда ултырған Олег, һары мыйығы аçтынан көлөмһөрәп, мине күҙәтә. Эңер төшөп, көндөҙгө эçе баçылғас, асыҡ тәҙрә аша аҡҡан һалҡынса ипкен тәнемде, ҡыҙҙар ҡулы һымаҡ, наҙлап иркәләй.

Олег ишек башына беркетелгән турник янына барҙы ла, кинәт кенә ҡуҙғалып, ҡулдарында тартылды һәм аяғөçтө баçты. Мин, уға ҡарап,  ҡапҡан икмәгемде лә йоторға оноттом. Олег ҡулдарын ебәрҙе лә аяғөçтө ҡатып ҡалды. Фатирҙа тынлыҡ урынлашты. Стеналағы сәғәт вайымһыҙ текелдәй, күҙҙәрен шар асҡан Олег, һыҙланыуҙан йөҙөн йыртып, ишек араһында баçып тора, мин, урынымдан ҡуҙғалырға ҡурҡып, өкө һымаҡ таçырайып ултырам.

Ултырғысты дөбөр-шатыр аунатып, тәү тапҡыр тәпәй баçҡан бала һымаҡ, аҡрын ғына йығылып барған Олег янына һикерҙем дә, уны яурынынан ҡосоп,  коляскаһына  ултырттым.

– Биш йыл буйы үтәгән күнекмәләремдең һөҙөмтәһе был, – тине Олег, һыҙланыуы аша йылмайырға тырышып.  – Тағы биш йылдан, бәлки, беренсе аҙым да яһармын…

– Олег, дуçҡайым… – Ҡапҡаным тамағыма төйөлөп, сәсәй башланым.– һин… Һин шундай маладис… былай булғас, тиҙҙән  атлап китәсәкһең, мин әйтте тиерһең!

– Ауыҙыңа бал да май,– тип көлдө дуçым йәш аша. – Бар хыялым, ынтылышым шунда минең, – тип өçтәне ул, уфтанып. – Тәҙрә аша ҡарап ултырғанда атлап барған кешеләргә көнләшәм. Осорға түгел, беләһеңме, әҙәмсә генә атларға хыялланам. Үҙ аяғыңда йөрөүҙең оло бәхет икәнлеген минең ише ғәриптәр генә беләлер.

Олегтың, аяғына баçырға тырышып, алһыҙ-ялһыҙ төрлө күнекмәләр менән шөғөлләнгәнен белә инем дә, әммә, әлегә ҡәҙәре, быны өмөтһөҙгә һанап, уңыштар көтмәй инем. Шуға ла был мажара мине көтөлмәгән мөғжизәләй таң ҡалдырып, күңелемде үçтерҙе. Кисерештәремә хужа була алмай, дуçымды ҡосаҡлап уҡ алдым.

– Дуçҡайым, ышан миңә, күп тә үтмәç, беҙ, бер-беребеҙҙе уҙышып, ҡыҙҙар баçтырырбыҙ әле!

– Ҡыҙҙар тигәндән, ниңә үҙең  һаман өйләнмәйһең?

– Әллә тағы? Кәләште дөйөм ятаҡҡа алып ҡайтайыммы ни? Әйткәндәй, кәләш тиеп ҡәҙерләрлек ҡыҙ ҙа юҡ бит әле…

– Һайланаһыңдыр…

– Һайларлығы булһа –  бер хәл. Үтә сибәрҙәренең аҡылы ла һай, тәртибе лә түбән. Аҡылы булғандары баштан уҡ кеçәне һәрмәй башлай. Йәмһеҙҙәргә күңел ятмай…Өйләнергә форсат юҡ, ҡыçҡаһы, – тип үҙем дә һиҙмәçтән уфтандым да стаканға араҡы ҡойҙом.

– Ә һин уртансыларҙан һайла, – тине Олег етди генә. – Ундайҙар тормош көтөргә лә  мас була.

– Кәләш һайлағанда  уртансылар булмайҙыр шул…

 Мин иçерҙем. Олег, өçтәл артында яңғыҙымды ҡалдырып, компьютерына  китте. Айыҡ кешегә иçерек менән бергә ултырыуҙан ни йәм? Шул саҡта, ни ғиллә менәндер, араҡы томаны баçҡан хәтеремдә зәңгәр күлдәк кейгән сауҡалай һынлы ҡыҙ хасил булды. Ҡарҙай йөҙөндә күлдәй ҙур, еүеш күҙҙәр…          Ҡайҙа күрҙем һуң әле шул күҙҙәрҙе? Эшең төрлө кешеләр менән осрашыу, күрешеү, һөйләшеүҙән ғибәрәт булғас, күптәрҙең йөҙ-һыны ғына хәтерҙә уйылып ҡала ла, уларҙың исем-шәрифтәре, күрешеү сәбәптәре онотола. Урамдан уҙғанда үҙем танымаған кешеләр йыш ҡына мине сәләмләп уҙалар, ҡайһылары ҡул биреп күрешеп, һөйләшеп торалар хатта. Йөҙгә сырамытып, һәүетемсә генә гәпләшеп торған булһам да,  исем-есемдәрен хәтерләй алмай аҙап ҡалғаным бар. Әле лә шул ғиллә инде… Күл буйында булды, ахыры, иçкереп, бүрәнәләре ҡарайған йортта… Шул саҡ, хәтерем томандары таралғандай булып, күҙ алдымдан быйылғы май айындағы  хәлдәр ағыла башланы. Берәүҙең ғәйеп булған малын эҙләп, ҡала ситендәге йорттарҙы ҡыҙыра инем. Сираттағы иçке генә йорттоң ҡапҡаһын шаҡыуға, хужалар сыҡманы. Ҡапҡа бикһеҙ ине, шуға ла, үҙ белдегем менән, ихатаға үттем, ишекте шаҡып та яуап алмағас, өйгә керҙем. Тышта балҡып торған яҙғы көн, тик был өйҙә һалҡын эңер хөкөм һөрә. Бүлмәләге диванда мәйет ята, уның янында, ултырғыста йәш кенә ҡыҙ, таш һындай, ҡатып ултыра. Иҙәндә йөрөгән ялбыр аҡ бесәй менән ситлегендә шымып ҡалған йәшел тутыйғошто иçәпкә алмағанда, өйҙә башҡа бер кем дә юҡ. Минең өндәшеүгә теге ҡыҙ йәш тулы күҙҙәрен тултырып ҡараны ла, кире боролоп, шымып ултыра бирҙе. Бахырҡайҙың ҡайғыһынан шаңҡып ултырғанын аңлап ҡалдым, ниһайәт. Шул хәлдәге кешене нисек ташлап  китәһең инде. Ярайһы уҡ ҡаты ҡыланып, һушына ҡайтара башланым   ҡыҙыйҙы. Яурынынан тотоп һелктем, битенә стакандан һалҡын һыу һиптем, еңел генә сәпәләп тә алдым хатта. Беҙҙең эш әҙәм баштарынан йөрөгән бәлә-ҡазаны тикшереүҙән ғибәрәт булғас, тора-бара  күңелдәр ҡатып, кисерештәр тупаçлана. Күптәр, ҡайғы өçтөндә йөрөп тә, үҙҙәрен бер ни булмағандай вайымһыҙ тотҡан хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең ҡылығын кәмендә әҙәпһеҙлеккә һанай. Бәлки, шулайҙыр ҙа, тик  әҙәплек һаҡлаған милиционерҙың, ғәҙәттә, эше бармай… Нисек кенә булмаһын, әммә теге ҡыҙыйҙың ҡараңғыланған аң-зиһененә бер аҙ яҡты төшөрөүгә ирештем. Һуңынан күршеләге әбей-бабайҙарҙы әйләнеп сыҡтым, табипты саҡырып алдым, мәйеттең туған-тыумасаһын асыҡлап, уларға хәбәр иттем, мулланы алып килдем… Ярты көнөм шунда уҙҙы. Аҡрынлап йыназаға кешеләр йыйыла башлағас ҡына, ярҙам кәрәк булһа тип,  ҡыҙға телефонымды яҙып бирҙем дә ҡайтырға йүнәлдем. Ул, ниңәлер, артымдан урамға сығып, өнһөҙ генә ҡарап ҡалды.

Шул хәлдәрҙе хәтерләүҙән күңелем болоҡһоп, йөрәгемде аңлайышһыҙ һағыш баçты. Ятаҡҡа ҡайтыуҙы хәжәт тапмай, Олегта ҡунырға ҡалдым.

5

Болоттай ялбыр олоно менән ярты күкте ҡаплаған йыуан йүкә ышығына таңғы сафлыҡ йәшенгән. Япраҡтар араһында бал ҡорттары геүләй, зәңгәр һауала осҡан  ҡарлуғастарҙың етеҙ ҡанаттарында ҡояш нурҙары уйнай. Ялбыр йүкәләр аçтынан борғоланған тар ғына таш һуҡмаҡ бынан йөҙ аҙымдағы аҡ йортҡа илтә.

Әммә йүкә төбөндәге эскәмйәлә ултырған Камалов Зиннур Таиповичтың күңелендә был йәйге хозурлыҡҡа урын юҡ ине. Шулай инде, бәләгә тарыған әҙәм балаһының күҙҙәре, ботаҡ тишегеләй, нурһыҙ була. Ҡырҡ етеһен уҙған ирҙең былай ҙа ҡаҡса йөҙөндәге һырҙары тәрәнәйеп, тура танауы уғата осланған һымаҡ, ауыҙ ситтәре  һалынып аçҡа төшкән, ас яңаҡтары күге сыҡҡансы ҡырылған,  йәшлек заңын оноторға теләмәй, һаман тулҡынланып торған сәстәре лә, ҡырауға ҡалып, һирәгәйгән. Камаловтың өçтөндә еңел аҡ салбар менән аҡ күлдәк – мейе ҡайнатҡыс был эçелә, ошоға алмаш итеп, әсәнән тыума ғына йөрөргә ҡалалыр.

Камалов үҙен нисек кенә иркен тоторға тырышһа ла, үҙенә төбәлгән өс пар күҙҙе тәне менән тойоп ултыра. Ҡара салбар, аҡ күлдәк кейгән, ҡултыҡ аçтарына ҡорал таҡҡан әзмәүерҙәй ике арсый, уның һәр хәрәкәтен һанағандай, күҙәтеп тора.  Камаловтың бында ултырыуына сәғәттән ашыу инде, шуға ла ул, ваҡыт уҙа барған һайын,  ситлеккә осоп кергән ҡошсоҡтай итеп тоя үҙен. Эйе, ул бында үҙ теләге менән килергә мәжбүр булды. Сәйер яңғырай: үҙ теләге менән килергә мәжбүр… Әммә, төптәнерәк уйлағанда, былай тип әйтеү хата булыр. Сөнки ысын теләк ул ирек тигәнде аңлата, ә уның бында килеүе ирекһеҙҙән бит.

Тотҡан эшенә тоғро булып, торған ерендә торлаҡ ҡороусы эшмәкәр, ышаныслы әҙәмдәр рәтенән Камалов. Әйтергә кәрәк, ундай кешеләр һәр заманда ла иçәпле генә булалар, күп осраҡтарҙа улар дан-шөһрәт ҡаҙанмай ғына ғүмер итеп, исемдәре тарих төпкөлөндә юғала, ә улар атҡарған эштәрҙе алап ауыҙлы берәүҙәр үҙҙәренеке итеп күрһәтәләр ҙә исем-шәрифле булалар. Беҙ белгән тарихтың ҡайһы бер үҙенсәлектәренә ишара был. Тап шул сифаттары Камаловты байтаҡ ҡына ваҡыт түбән вазифаларҙа йөрөттө лә инде. Эшкә сос кеше ҡайҙа ла кәрәк, сөнки уны иң сетерекле, бүтән йүнһеҙҙәр тарафынан тамам бөлдөрөлгән урындарға ышанып ҡуйырға мөмкин. Юғары урында үҙендә булмаған аҡылды һатып ултырырға кем дә ярай, ә тормошто, хужалыҡты тоторға һәләтлеләр ерҙә йөрөргә тейеш. Тәбиғи тәғлимәт шулай булғас, Камалов та, башын баçып, үҙенә тапшырылған эштәрҙе еренә еткереп үтәп килде, шуға ла уны бер хужаһыҙлыҡ һаҙлығынан икенсеһенә ташлар булдылар. Алһыҙ-ялһыҙ эшләп, Камалов ҡулы менән, ниһайәт, рәткә һалынған урынға йылтыр күҙле яңы етәксе тәғәйенләп, уны икенсе хужалыҡты күтәрергә йүнәлтер инеләр. Ауыл балаһы булараҡ, хәйлә сәсеп икмәк үçмәгәнде белгәнгәме, уның ышанған-тотонғаны тик намыçлы эш булды. Ләкин эреле-ваҡлы бурҙар хөкөм һөргән илдә намыç һаҡлау ҙа, эш атҡарыу ҙа еңелдән түгел. Сөнки һәүетемсә генә башҡарылырға тейеш көндәлек мәшәҡәттәр, көтмәгәндә, көрсөккә төртөлөп туҡтай, ә көрсөк артында – яһиллыҡ, уғрылыҡ, ришүәт… Бысранманы түгел Камалов, бүтән сара тапмағанда, эшен үтәү йәһәтенән, бысранды ла. Шуға ла һәр ваҡыт алдын-артын ҡарап, баçҡан аҙымын шутлап йөрөргә өйрәнде ул. Күрмәне түгел, күрҙе уның эшмәкәрлеген ҡала хужалары, йыш ҡына маҡтап телгә алыр, ҡулын ҡыçыр булдылар, тик күҙҙәренә ҡарап, «ҡойроҡ болғап» тормағас, Камаловты артабан күтәреү тураһындағы уй баштарына килмәне. Зиннур Таиповичтың юл һәм транспорт хужалығы етәксеһе итеп тәғәйенләнеүенең дә берҙән-бер сәбәбе бөтмәç-төкәнмәç көрсөктән ғибәрәт ине. Ҡалала исем-шәрифе сыҡҡан йә әшнәлеге еткән инсандар араһында әүәлге хужалары тарафынан таланып, ҡыйратылған был ойошманы етәкләргә теләүселәр табылманы. Шунда кемдер Камаловты иçкә алды. Беҙҙең аранан булмаһа ла, күтәрәйек тә шуны, ырғытайыҡ «һаҙлыҡ»ҡа, батһа ла, сыҡһа ла – үҙ ҡулында, тинеләр. Батманы Камалов, эт булды, бет булды, иллә-мәгәр, бер йыл тигәндә,  хужалығын күтәреп, аяҡҡа баçтырҙы. Был хәл, әлбиттә, хакимиәт һәм ҡалалағы башҡа ойошмалар, йәмғиәт алдындағы уның һиммәтен күтәрҙе. Тап шул саҡта ғүмере буйы хәкимиәт иҙәнен тапап башы ялтыраған, оло йәшкә етеп арты менән ултырғысына йәбешкәндәй урынында ныҡлы ултырған бер ағай, шым ғына,  үҙенең  малайын Зиннур Таипович урынына «ҡоҙалай» башланы. Әлеге лә баяғы, ашнаҡсының эше ашауҙан тормай, әҙер ашҡа бүтәндәр хужа. Мәртәбәле яҡлаусыһы булмаған Камаловты урынынан йолҡоп, ситкә бырғатыу ҡыйын түгел ине, әлбиттә. Ҡалала бөлгөн хужалыҡтар бөткәнме ни, уларҙы ла терелтергә кеше кәрәк. Ҡала кимәленә үçеп, үҙе ишеләр араһында  ярайһы уҡ йышылырға өлгөргән Зиннур Таипович елдең ҡайҙан иçкәнен тиҙ үк һиҙеп ҡалды. Һиҙеп ҡалды ла йүгерек малай йәшенән сығып, ҡырҡ бишен ҡыуалағанын иçләне, кемдеңдер низағы арҡаһында алтын сәғәттәй теүәл эшләгән хужалығын ҡалдырып, сираттағы  уғрылыҡ ҡорбаны булған сит хужалыҡтың ҡамытын кейгеһе килмәне. Арығайны ул, нишләйһең, һәр сабырлыҡтың сиге бар  бит. Әммә аҡ менән ҡараны бутарға өйрәнмәгән кешегә хакимиәт кимәлендәге аçтыртын мәкер-хәйләгә ҡаршы тороу мөмкин түгел ине. Килеп тыуған бәләнән  ҡала хакимиәтенән  дә юғарыраҡ торған даирәләр генә ҡотҡара ала ине. Ә унда Камаловтың исем-атын ишеткән бер генә кеше булһа икән… Үҙенең ғәйебе инде. Хужаларға  ярамһаҡлана, кәрәктең артын һөртә белмәй бит. Шунһыҙ әлеге яһил донъяла йәшәүе ауыр. Үҙен күле  ҡороған  балыҡтай һиҙеп, тамам өмөтһөҙләнгән сағында  милицияла эшләгән танышы килде уға.  Һомғол буйлы, мөләйем йөҙлө кешене бер ҡасан да милиция кейемендә күргәне юҡ ине Камаловтың. Ул, ниңәлер,  хоҡуҡ һаҡлаусыларҙы үҙһенмәй, унда эшләгәндәрҙе бүтән тормоштан килгән ят шәхестәр һымаҡ итеп күрә ине. Әйткәндәй, бер ул ғынамы ни? Әммә Таһир менән тиҙ үк аралашып, уртаҡ тел тапты ул. Һирәк-һаяҡ осрашып, зәм-зәм шешәһен бушатҡандан һуң, күңеле көрәйеп ҡала. Әйтерһең дә, бала сағына ҡайтып, яҡын дуçы менән яр башында балыҡ ҡармаҡлаған. Таһир, баҡһаң, Камаловтың хәлен белеп йөрөгән икән. Улай ғына ла түгел, Камалов үҙе тирәһендәге сыуалыштарҙың остоғон ғына белгән, имеш. Мәçәлән, Камалов вазифаһының  аҡсалата хаҡы ҡайһы бер инсандар араһында күптән килешелгән дә инде, баҙарҙағы кеүек, хаҡын биреп, «тауар»ҙы алырға ғына ҡалған. Камаловҡа килгәндә инде, ул күптән инде юҡ иçәбендә, уның үҙе түгел – урыны ҡәҙерле. Ҡыçҡаһы, Таһирҙың уçал шаянлыҡ менән һөйләгәндәренә ышанғыһы килмәй, хайран ҡалып ултырҙы Камалов. Ул, әлбиттә, бындай хәлдәрҙең тегендә-бында  булып торғанын белә, ҡараҡтар хужа булған илдә йәшәгәс ни. Әммә Камалов быға ҡәҙәре бер ҡасан да үҙен хужаһының ниәтен белмәйенсә аҙбарҙа моңһоҙ ғына көйшәп торған һарыҡ тәкәһеләй итеп тойғаны юҡ ине. Ә хужаһы, баҡһаң, бысағын ҡайрап, усаҡҡа ҡаҙан да элгән икән…

– Борсолма, ярҙам итербеҙ, – тип мут ҡына күҙ ҡыçты Таһир айырылышҡанда. – Ҡарап, тыңлап ултыр, кәмиттәр күрә белгәнгә сәхнәлә генә түгел, тормошта ла етәрлек.

Бер аҙнанан хакимиәттәге теге ағаҡай, йәһәт кенә ҡуҙғалып, хаҡлы ялға китте, Зиннур Таипович янында  яланып йөрөгән төлкө күҙле малайы ла ҡайҙалыр олаҡты. Шунан бирле Камаловтың ян-яғында һиллек хасил булып, уның урынына уҡталыусылар табылманы. Ул, көтмәгәндә генә  бик еңел хәл ителгән ауыр мәсьәләнең асылына төшөргә тигән уй менән, Таһирҙы мунсаға саҡырып, ҡиммәтле шараптар менән дә һыйлап ҡараны. Әммә тегеһе, күпте белгән – ауырымай үлгән, тиеүҙән уҙманы, хакимиәт башлығы булғас, үҙең дә аңларһың, тип шаяртты.

Ул саҡтарҙа ҡала хакимиәтен биләргә ниәтләнеү генә  түгел, ундай хыялы ла юҡ ине Камаловтың. Үҙенең аçтына һыу үтмәгәс тә бик шәп. Ләкин, юғарыла һөйләнгән хәлдәрҙән һуң, ул, ғәҙәтенсә төплө һығымталарға килде. Яңғыҙ батыр яу ҡайтармай, тине ул, халыҡтың борондан килгән әйтемен иçенә алып. Тоғролоҡ, эшмәкәрлек, ярҙамсыллыҡ тигән ыңғай сифаттарҙың мәртәбәһе әлеге уғрылыҡҡа һәм яһиллыҡҡа бирелгән заманда ла төшмәй, әлбиттә, киреһенсә, уларҙың ҡәҙере арта ғына бара. Әммә улар, диңгеҙҙәге яңғыҙ утрау һымаҡ, бәләгә тарығандарҙы осраҡлы рәүештә генә ҡотҡара, ә күптәр йыш ҡына, шул утрауҙарға юлыға алмай, әрәм була. Тимәк, билдәһеҙ юçыҡҡа йүнәлгәндә, йөҙөп барған карабыңдың ныҡлы булыуы зарур. Шулай тине лә Камалов, уҡытыусылыҡта йөрөгән ҡатыны Нажияны эшенән алып, эшҡыуарлыҡҡа «екте». «Екте» тиеүҙән дә, ҡағыҙ-ҡиәмәтте ҡатыны исеменә төҙөнө инде, килеп тыуған яңы мәшәҡәттәрҙе күберәк үҙе атҡарҙы. Һиммәтле кешегә банктарҙан бурысҡа аҡса алыу ҙа ауыр булманы. «Йәтеш» кенә итеп үҙе етәкләгән хужалыҡтың кеçәһенә  төшөргә лә ерәнмәне ул. Бөтәһе лә шулай иткәндә, ҡул ҡаушарып ултырырға Алланың ҡашҡа тәкәһе түгел дә ул? Алғанын, һуңлатып булһа ла, кире ҡайтарып торҙо, тик хужалыҡтағы килем-сығымдың рәте-сираты буталмай ҡалманы, әлбиттә, иçәп-хисапты алдап булмай бит. Бөгөнгө көндә  килемле генә ете магазины, ике рестораны бар уның. Әшнәлекте яйлауға, хәжәтле кешеләрҙе майлауға аҡса сығып ҡына тора. Етеп килгән улы менән ҡыҙына ла көндән-көн күберәк кәрәк. Тәүҙәрәк, ят, биҙалы эшҡыуарлыҡҡа сослоғо етмәй,  мыжып бер булған Нажияһы ла, аҡсаның тәмен белеп алғас, шымды, тора-бара сауҙаға ла ярайһы уҡ оçтарып алды. Шулай һәүетемсә генә донъя көтөп ятҡанда, Зиннур Таипович ғәжәп бер сырхауға тарыны. Ҡапылдан аяҡ быуындары һыҙлай башланы уның. Тик ултырғанда, ятҡанда сире уны һис тә борсомай, һыҙлауы баçылып, онотола хатта. Әммә, урынынан тороп китһә, аяғына тутыҡ сөй ҡаҙалғандай була. Бер аяғындағы һыҙлау баçылып тора ла, күп тә булмай, икенсеһенә күсә. Әрһеҙ заттан булған Камалов тәүҙә, үҙ шифаһы үҙендә, үтер әле, тип, һыҙланыуҙы баçа торған дарыуҙар йотоп, йөрөй бирҙе. Тик бер аҙҙан кабинетында йөрөгәндә лә «аяҡ сала» башлаған касафатынан йөҙәп, табиптарға барғайны, сиренең «подагра» тигән атамаһын белеп ҡайтты. Сиреңдән арынырға теләһәң, иттән, майҙан, шашлыҡтан, шараптан, һыранан, шоколадтан,– ҡыçҡаһы, Зиннур Таипович быға ҡәҙәре шуларһыҙ өçтәлен дә күҙ алдына килтерә алмаған һый-сафанан баш тартырға тейеш икән. Батшалар сире, тиҙәр, имеш, шул сирҙе. Тамаҡтан алғансы – тамуҡҡа һал, тигәндәр бит  боронғолар. Шуға ла, ас батша булғансы, туҡ башмаҡ булыуың артыҡтыр, тип эсе бошто Камаловтың. Башмаҡ та, батша ла түгел бит әле үҙе, ни сәбәптән килеп йәбешкәндер уға был ауырыу…

Былтырғы йәйҙә тамам теңкәһенә тейгән шул сырхауы уны шифаханаға йүнәлтте. Билдәләнгән дауаларҙы алғас, көн уҙғара алмай аҙапланды тәүҙәрәк. Ауырыуҙар менән ялҡауҙар урыны икән ул шифахана тигәндәре. Ғәрипләнеүгә етеп, эшлектән сыҡҡан сырхауҙар менән бер рәттән, айғырҙай ҙур ир-ат менән бейәләй көр бисәләр дауалана. Бығаса ят ҡатын-ҡыҙҙар менән сыуалыуҙан йәм тапмаған Камаловтың да, тик ятыуҙандыр инде, ярым шәрә түш-боттарын ағартып янынан уҙған сибәрҙәргә ғәйрәте ташып йөҙәтер булды. Ярай әле, янына Нажияһы килеп йөрөнө, хатта иренең «айғырлығы»на таң ҡалып, үҙен йәш кәләштәй тоя ине ҡатыны, ҡара уны, бәпесләтәһең бит ҡартайған көнөмдә, тип иркәләп кенә орошор булды. Шунда, шифаханала, Зиннур Таипович оло йәштәге бер әҙәм менән танышып алды. Танышты, тигәндән, һуңғы көнгәсә теге ҡарттың исем-шәрифен дә белмәне ул. Тәбәнәк буйлы, итсән йөҙлө йыуантыҡ ҡарт та Камаловты һорауҙар менән борсоманы,  тәү  баштан уҡ, күптәнге танышын осратҡандай, йылы күмәстәй ҡулын биреп күреште. Ҡарттың йомро башындағы шырт, ҡыçҡа сәстәре ҡышҡы бәçтәй ап-аҡ, һул ҡолағы төбөндә ҡара үрмәкселәй ҙур миңе бар, салланған ҡуйы ҡаштары аçтындағы шешмәк күҙҙәре ҡыçыҡ, тупаç ҡасау менән юнып эшләнгәндәй тойолған  ауыҙ-моронон ҡуйы, бөхтә генә һаҡал-мыйыҡ баçҡан. Шахмат уйнарға бик тә маһир булып сыҡты ул. Уйнағанда хас сысҡан уйнатҡан бесәйҙәй ҡылана, килтереп ҡыçа ла ҡоршауын бушата бирә, шунан инде уйынын рәткә һалып, һөжүмгә ҡуҙғалған дәғүәсеһен тағы бороп ала… Тора-бара, теге ҡарттың уйынына төшөнөп алғас, Камалов та бер нисә тапҡыр оторға иреште уны, ләкин шул саҡтағы уйындары һәр саҡ оҙаҡ һәм ҡатмарлы булыр ине, түҙемең менән зиһенең генә етһен. Ғәҙәттә, ныҡышып уйнағандарҙың теңкәләрен яндарына йыйылған  тыңғыһыҙ көйәрмәндәр ҡорота торған. Тик Камалов менән теге ҡарттың уйыны икәүҙән-икәү генә уҙыр булды, сөнки теге ҡартты оҙатып йөрөгән алыптай дүрт арсый бүтәндәрҙе уларға яҡын ебәрмәй, һағалап торор ине.

Сираттағы бер көндә, ҡәҙимге шифахана баҡсаһында үçкән йөҙйәшәр имән аçтында осрашты  улар. Камалов уйынды таҡтаға  теҙеп тә ҡуйғайны инде, тик теге ҡарт, рыя ғына ҡул иҙәп, был юлы уйындан баш тартты.

– Һөйләшеп алыу фарыз, – тине ул, ҡыçыҡ күҙҙәрен Камаловҡа төбәп. Елкәһе менән артында торған арсыйҙың тынын тойған Камалов шымып ҡалыуҙы яйлыраҡ күрҙе.

– Һеҙҙең ҡалағыҙ миндә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, – тип дауам итте ҡарт ашыҡмай ғына. – Шуға ла ҡала хакимиәтенә үҙемдең кешене ҡуйырға йыйынам. Уның эшмәкәр, тоғро һәм аҡыллы булыуы – мотлаҡ шарт.

Камалов, ундай кешене был заманда ҡайҙан табырһың икән, тип көлөргә ауыҙын асҡан ерҙән, ҡарттың киçәткес ҡарашын күреп, туҡтап ҡалды.

– Ҡыçҡаһы, йәрәбәм һиңә төштө.

«Исемһеҙ» ҡарт шулай тине лә, аҡһыл йөн баçҡан ҡулдарын йомро ҡорһағы өçтөнә ҡаушарып, ауыр ҡарашын Камаловҡа төбәп, бер аҙға шымып ултырҙы. Үҙен йылан арбағандай итеп тойған Камалов, ҡороған аңҡауын шайығы менән сылатырға маташып, тамшанып алды.

– Эсе бошоуҙан ни ҡылырға белмәй йөрөгән алйыу пенсионерҙың хәбәре миңә ҡыҙыҡ түгел, – тине ул, ниһайәт, әңгәмәсеһенә уçал тексәйеп. – Әкиәтегеҙҙе маңҡа ейәндәрегеҙгә һөйләрһегеҙ. Минеңсә, һеҙ ағас шахматтарҙы ысын тормош менән бутай башлағанһығыҙ. Исем-есемегеҙҙе белмәйем дә, белгем дә килмәй, хушығыҙ, – тип торорға ҡуҙғалғайны, яурынына ятҡан  арсыйҙың ауыр ҡулынан кире ултыра төштө. Ҡарт, уның әсе һүҙҙәрен ҡолағына ла элмәй, вайымһыҙ ҡалды, башын ҡырын һалып, бейек имән япраҡтары араһында сутылдаған билдәһеҙ ҡошсоҡто тыңлап ултыра бирҙе. Бәлки, сәғәттәр, көндәр үтер, әммә ул әлеге ирәүән ҡиәфәтенән сыҡмайынса, ошо урындан китә алмаясағын аңланы шунда Камалов.

Бер аҙҙан теге ҡарт ҡаршыһында ултырған Камаловты шәйләп ҡалғандай булды ла турайып ултырҙы.

– Искәндәр бабайың булам, ишеткәнең барҙыр,– тине ул ябай ғына итеп. – Әйткәндәй, минең менән әлегеләй ҡара-ҡаршы ултырып гәпләшеү  бик һирәктәргә генә насип итә. Шуны аңлаһаң – күпте аңларһың.

Бар илгә яманаты сыҡҡан ата ҡараҡтың исеме йәш балаларға ғына билдәһеҙҙер. Шуны аңлап ҡалған Зиннур Таипович үҙен үрмәксе ауына эләккән меçкен себендәй итеп тойҙо. Ул, ишеткән-күргәненә ышанырға теләмәйенсә, үҙе лә аңғармаçтан, тағы тороп китергә итте, ләкин арсыйҙың ҡаты ҡулынан урынына ҡайтырға мәжбүр булды. Искәндәр ҡарт уның был ҡылығын һүҙһеҙ генә күҙәтеп ултырғандан һуң, кәйефе ҡырылғандай, ҡаты итеп тамаҡ ҡырҙы ла,   уң ҡулын өçтәлгә һалып,  ҡырға боролдо.

– Һин ошо көндән алып минең ҡарамаҡтаһың, – тине ул, Камаловҡа ҡарамай ғына. – Әлегә һиңә бер төрлө лә йомошом юҡ. Әүәлгесә йәшә, эшлә. Берҙән-бер шартым шул: законды боҙоп, яманатыңды сығарма. – Искәндәр ҡарт йыуан бармаҡтары менән өçтәлде төйөп алды. – Хәжәтең еткәс, үҙем табырмын.

– Һеҙҙең тәҡдимегеҙҙән баш тартырға буламы? – тип һораны шунда Камалов.

Искәндәр ҡарт уға ҡырын ғына ҡарап, көлөмһөрәгәндәй итте шунда.

– Тәҡдим тиеп ҡабул иткәс, әлбиттә, – тине ул. –Тормоштоң иң төбөнә ҡолап, күсә хәленә ҡалғың килһә…

Тәүге мәлдә Камалов, ысынлап та, әүәлгесә йәшәүендә булды, ошо һөйләшеүҙең шауҡымы итеп ҡабул итерлек хәлдәрҙе янында тойманы. Ә бер аҙҙан, көтмәгәндә, ҡала гәзитенең табаҡ-табаҡ биттәрендә уға арналған мәҙхиә баçылып сыҡты, хатта  үҙе тураһындағы был баçманы уҡығас, маҡтауға, ҙурлауға күнекмәгән Зиннур Таипович, таныш-белеше алдында уңайһыҙланып, үҙен йәпһеҙ тойоп йөрөнө. Хакимиәт башлығы  Василий Петрович, гәзит мөхәррире менән Камалов яғына шикле генә ҡараш ташлаһа ла, тәүге мәлгә шымды. Шулай ҙа, һуңғараҡ, рәтен табып, мөхәррир булып йөрөгән йәш кенә ҡатынҡайҙы, рөхсәтһеҙ тел сарлағаны өсөн, орошоп та алған, тинеләр. Тегеһе, гәзит биттәрен тултырырлыҡ бүтән материал юҡ ине шул, тип ҡотолған. Ул да булманы, Зиннур Таиповичты, хакимиәт башлығы менән ҡушарлап, үҙәккә саҡыртып алдылар ҙа алдынғылыр рәтенә ҡуйып ҙурланылар, өлкә башлығы үҙе, Камаловтың ҡулын ҡыçып, бер аҙ гәпләшеп тә торҙо хатта. Йәмғиәткә зәңгәр экрандар аша ғына ҡарап, борсаҡ сәсеп ултырырға ла бер мәл форсат сыҡты  уға. Аҡрынлап, үҙәктәге юғары кабинеттарға илткән һуҡмаҡтары  ла таҡырайҙы уның, шул йәһәттән эшендә әлегә ҡәҙәре көрсөкләнеп торған ҡайһы бер сетерекле мәсьәләләрҙе лә хәл итеүгә иреште ул. Ошо хәлдәрҙең һөҙөмтәһе булып, уның ҡалалағы абруйы  үçте, төрлө эш менән хакимиәт коридорҙарын тапағанда, шунда йөрөгән башҡалар, ситкә баçып, уға юл бирер булды. Камалов, урмандағы таҡыр, әммә билдәһеҙ һуҡмаҡ кеүек, үҙен ҡайҙалыр йүнәлткән был хәлдәрҙең артында ниндәйҙер сәйерлек тойһа ла, әллә ни борсолманы, улай ғына ла түгел,  бер мәлдә  мөғжизәгә оҡшаған ошо үҙгәрештәрҙе тик үҙенең маһирлығына бәйләп йөрөнө хатта. Әлеге лә баяғы ауылса ябайлығынан, эскерһеҙлегенән инде… Теге ваҡыттан бирле, күңеле төбөндә  ҡара шәүләләй боçоп ятҡан  Искәндәр ҡарттың һыны  хәтеренән юйылып ҡына барғанда, көтмәгәндә, үҙенең хаятлығын тағы пәйҙә итте теге ҡарт.  Ике ай элгәре, май көнөндә, эш мәшәҡәттәре менән үҙәккә юл тотҡайны Камалов. Юлдың урман аша уҙған тын ғына бер тәңгәлендә уларҙы ҙур ҡара машина ҡыуып уҙҙы ла, алдан ҡыçтап, туҡтарға мәжбүр итте. Машинанан сыҡҡан әзмәүерҙәй ике ир Зиннур Таиповичты юлдан алып, шау сәскәле муйыллыҡта селтерәп кенә ағып ятҡан шишмә буйына илтте. Шунда уның алдында өçтөнә елбәҙәк  аҡ кофта, иркен зәңгәр салбар кейгән һылыуҡай пәйҙә булды. Иç китерлек гүзәл  ҡыҙҙың шауҡымынан әле генә, үләмме-ҡаламмы, тип торған Камаловтың бот араһы йылынып, ғәйрәте уянды, гүйә, һандуғастар һайрап, гөл-сәскәгә күмелгән яҙғы болонда һағынып көткән һөйгән йәрен осратҡан… Ә теге ҡыҙ, сауҡалай буйын һығылдырып, ярым асыҡ иҙеүе аçтындағы һөттәй аҡ, текә түштәрен Камаловҡа терәп үк баçты ла, ҡыйылып  торған оҙон керпектәрен күбәләктәй елпетеп, ҙур йәшел күҙҙәре менән йоторҙай булып уға төбәлде, һәм, бишмәтенең иң аçтағы төймәһен нәфис бармаҡтарына алып,  һушты алырҙай шаян хәрәкәт менән борғолай башланы.

– Искәндәр бабай һеҙгә сәләм әйтә, – тип серле шыбырҙаны ул, яҙғы елдәй саф һулышы менән Камаловтың йөҙөн иркәләп. – Ул һеҙҙең менән бик ҡәнәғәт, артабан да шулай дауам итергә ҡуша…

Ҡыҙҙың наҙлы бармаҡтары Камаловтың усына  ниҙер һалды.

Ҡыҙ шунан һуң бешкән еләктәй ирендәре менән Камаловтың йөҙө алдындағы һауаны үпте лә,  боролоп, ағастар араһына кереп юғалды, уның алыçта селтерәп көлөүе шишмә тауышына ҡушылды.

Зиннур Таиповичтың шишмәлә бит-ҡулын йыуып, юлға сығыуына, теге машинанан елдәр иçкәйне.

– Кемдәр ул?

Ҡурҡышынан ҡобараһы осоп машинала ултырған шоферының шул һорауы, ниңәлер, Камаловтың асыуына тейҙе. Ул машиналағы урынына  йәпләп ултыра алмай аҙапланды, гүйә, бишмәтенең төймәһенән һаман кемдер тартҡылай, салбар төбөндәге теге нәфселе нәмәçтә, яратҡан тәтәйенән мәхрүм ителгән тыңлауһыҙ бала һымаҡ, тынысланырға теләмәй, һаман маҙаһыҙлай… Шундай гүзәл заттарҙы донъяға яратҡан да Хоҙай Тәғәлә, уйнаш итмә, сит ҡатынға һонолма, тигән. Меçкен ир-аттан шулай мыçҡыллап көлөүеме икән ни?

– Мәскәй әбей, ендәре менән, – тип екерҙе ул шоферына, ниһайәт, уңайлап ултырғас. – Ыштаныңды бысратһаң, бар, шишмәгә төшөп йыуынып кил.

Усындағы ҡағыҙға телефон һандары  менән исем яҙылғайны: Сати…

…Был хәл ике ай элгәре, май айында, булды. Теге гүзәл ҡыҙ Камаловты битараф ҡалдырманы, әлбиттә, тәбиғәт тарафынан әҙәми затҡа бирелгән үҙ тамырыңды дауам итергә ынтылыу, йәғни үрсеү ҡомары, унда ла бар бит. Ләкин ул,  әлеге телефондың үҙ-ара мөнәсәбәттәр өсөн тәғәйенләнмәгәнлеген белеп, шылтыратманы. Икенсенән, Сати янына танкка ултырып яҡынайыу ҙа шикле, ҡыҙҙың  ымлауынан ғына эргәһендәге армайҙары танкың менән бергә нәфсеңде лә бер юлы он-талҡан итерҙәр. Хакимәт башлығы Василий Петрович үҙенә  милицияны «һөсләткәс» тә – ә бының тап шулай булыуына Камалов бер минут та шикләнмәне – телефонды күтәрергә ашыҡманы, сөнки тәүҙәрәк, минең бәләм кемгә хәжәт, тигән уйҙа булды.  Бер аҙҙан ғына, янындағы мәшхәрҙең асылына тәрәнерәк төшөнгәс, әлеге шымып ултырыуынан хәлдәрҙең артабан сетерекләнәсәген аңлап ҡалды. Сөнки Искәндәр «бабай» уға үҙенең алдағы көндәрен бағлаған, хатта шул йүнәлештә байтаҡ ҡына эштәр ҙә атҡарған. Тимәк, Камаловҡа уны хәбәрләү мотлаҡ, юғиһә «бабай» ғәфү итмәç.

Әйткәндәй, Искәндәр ҡарт күңелендә  ярлыҡау тойғоһо  булыуға  өмөт аҙ…

Йүкә олоно буйлап ҡырмыçҡалар йүгерешә. Остоҡ болот та күренмәгән зәңгәр күк, сағыу ҡояш нурҙарынан «уңып», төçөн юғалтҡан япмалай, ағарып, баш күтәреп ҡарарға ла бирмәй, эçеһе менән баçа. Шул саҡ ярандарҙың береһе, телефондан һөйләшеп, ҡағыҙға ниҙер яҙҙы ла  Камаловҡа тотторҙо.

– Ошонда күрһәтелгән ергә барығыҙ.

Зиннур Таиповичты йылға ярындағы сәйханала ла байтаҡ көттөрҙөләр, хатта ул, яңылышып бүтән урынға килдем, ахыры, тип, сәйхана хужаһынан һорашып та бөттө. Көтөгөҙ, тине теге. Шунда ул сәйханала  яңғыҙ түгеллеген аңланы, баҡһаң, бында ла  күҙ-ҡолаҡ аçтында  ултыра, имеш. Көн эçеһенән еңел күлдәк-салбары ла  ауырайҙы, еүешләнеп, арҡаһына йәбешкән күлдәге аçтында, арҡаһы буйлап, тир тамсылары йүгерә…

Сәйханасы, үҙе артынан эйәрергә ҡушып, сәйхана артына уҙҙы ла  уны кескәй генә тәҙрәле, еләç, бөхтә бүлмәгә илтте. Йомшаҡ диванда өçтөнә елбәҙәк күлдәк кейгән ҡыҙ бот сәнсеп ултыра, ҡыçҡа итәктәре аçтынан һөттәй ағарып күренгән матур боттары, ҡарашты үҙҙәренә тартып, иғтибарҙы тарҡата.

Сати Камаловҡа, ултырырға тәҡдим итеп, өçтәл артындағы ултырғысҡа ҡул иҙәне.

– Иçәнләшергә өйрәтмәгәндәр, ахыры, һеҙҙе? – тине ҡыҙ, ғәжәпләнгәндәй.

– Дөрөçөн әйткәндә, һеҙҙең менән ошо урында хушлашырға шат булыр инем.

– Ниңә улай? – Сатиҙың матур  ҡаштары нәзәҡәтле генә бейеп ҡуйҙы.

– Сөнки мин үҙ бәләмде үҙем хәл итергә күнеккәнмен. Ә, хәҙер килеп, һеҙҙең хөкөмдө көтөргә тура килә. Беләһегеҙ, мин һеҙгә үҙ теләгем менән килмәнем.

- Бер кем дә ҡоллоҡҡа үҙе теләп килмәй. Әйткәндәй, һеҙ бик ныҡ тирләгәнһегеҙ.

 Сати танауын йәтеш кенә йыйырып, йөҙөклө нәфис бармаҡтарын бите алдында елпетеп алды.

– Ҡолдар тирсән булалар. Дөрөçөн әйткәндә, мин Искәндәр «бабай»ҙың үҙе менән һөйләшермен тип көткән инем.

Сати турайып ултырҙы ла, матур  боттарын йәшереп, итәген тартҡыланы. Быға тиклем арттарына мажара эҙләп йөрөгән буш ҡыуыҡ ҡыҙҙарҙы хәтерләткән йөҙө, һүрелеп, кинәт кенә ҡырыçланды, күҙҙәрен ҡаплаған  томан таралып,  уларҙа зәһәр сатҡылар хасил булды.

– Һеҙең хәлегеҙ, шылтыратмаһағыҙ ҙа, беҙгә билдәле  инде, – тине ул ҡоро ғына. – Искәндәр бабай  бик асыуланды һеҙгә. Иçегеҙҙәме, ул һеҙҙе законды боҙоуҙан киçәткәйне?

– Закондар уның киçәтеүенә тиклем үк боҙолғайны инде…

– Беләбеҙ. Шуға ла  бабай һеҙҙән баш тартмай әле. Һеҙ мине аңлайһығыҙҙыр?

– Аңламай буламмы? Бабай тарафынан ҡыр тибелгәндәрҙең  баштары иçән ҡалыуы икеле. Һис юғында, сүп-сар өйөмөндәге күсә хәленә төшәләр.

Сати урынынан торҙо ла, нескә күтәрмәле туфлиҙарында тыҡылдап, ашыҡмай ғына бүлмәне әйләнеп сыҡты. Уның матурлығынан телдән ҡалған Камалов, һылыуҙы, үҙе лә һиҙмәçтән,  күҙҙәре менән сисендерә  башлаған еренән, кинәт һиçкәнеп, иçенә ҡайтты һәм,  бошоноп, тәҙрәгә боролдо.

– Һеҙ миңә  битараф түгелһегеҙ һымаҡ, – тине нәзәҡәтлеге менән бүлмәне тултырған Сати, Камаловҡа өçтән аçҡа ҡарап.

– Матурлыҡ – дәһшәтле көс, – тине Камалов, бөйөк яҙыусының һүҙҙәрен әле генә аңлағандай. – Искәндәр бабайҙың икмәген бушҡа ашамайһығыҙҙыр.

– Искәндәр бабайҙың икмәген бер кем дә бушҡа ашамай. Әлбиттә, был ҡағиҙәнән һеҙ ҙә ситтә түгел, – тип Сати диванға  кире ултырҙы һәм, башындағы уйын күҙҙәре менән күсерергә теләгәндәй, Камаловҡа текләне. – Хәҙер инде иғтибар менән  тыңлағыҙ. Бабайҙың һеҙгә шарты бар. Ҡалағыҙ янындағы күлдә урынлашҡан утрау ҡыҙыҡһындыра уны. Һеҙ шул  утрауҙы  үҙегеҙгә алырға тейешһегеҙ.

Камалов Сатиға ҡарап ҡатты.

– Бетемде биреп алайыммы ни ул утрауҙы? – тине ул, ғәжәпләнеүенән тотлоғоп.

– Телегеҙ  бысраҡ. – Сати, йөҙөн  йыйырып, устары менән ҡолағын ҡаплағандай булды. – Ҡатын-ҡыҙ менән һөйләшкәнегеҙҙе онотаһығыҙ. Ҡыçҡаһы: ошо шартты үтәһәгеҙ, һеҙҙең бөгөнгө барлыҡ бәләләрегеҙ ҙә, хакимиәт башлығына дәғүәгеҙ ҙә уңышлы хәл ителәсәк.

Асыуынан башына ҡан бәргән Камалов, айыуҙай ҡуҙғалып, аяғына баçты һәм өçтәлгә таянды.

– Зинһар, онотоғоҙ мине. Утрауығыҙ ҙа, хакимиәтегеҙ ҙә кәрәкмәй!  Быға ҡәҙәре үҙ алдыма йәшәгәнде, артабан да, нисек  булһа ла, йәшәрмен әле!

Ишектә аҡ күлдәкле арсыйҙың бәһлеүәндәй һыны пәйҙә булды

Камаловтың ажарланыуын күҙәткән Сати керпеген дә һелкетмәне. Уның йәшел күҙҙәренә, төпһөҙ ятыуға сумғандай,  сумып юғалырға мөмкин…

– Шикләнәм,  – тине ул, тура ҡарап. – Артҡа сигер әмәлегеҙ юҡ инде, аңлағыҙ шуны. Һеҙҙе күтәрер өсөн күпмелер аҡса түгелгән. Ә беҙ аҡсаны бушҡа сарыф итергә яратмайбыҙ. Теге утрауҙы шуның әжере тип һанағыҙ. Тағы ла һорауҙарығыҙ бармы?

Сати урынынан торҙо ла, стеналағы көҙгө алдында һомғол кәүҙәһен борғолап, өç-башын рәтләй башланы.

– Ятып ҡалғансы атып ҡал, тигәндәр боронғолар. Был мәҡәл, минеңсә,  тап һеҙҙең хаҡта  әйтелгән, Зиннур Таипович…

 Сати, көҙгөнән боролоп,  күҙ сағылдырғыс мөләйемлек менән Камаловҡа йылмайҙы.  

 Ен алғыры нәмәçтә, тиһәң, тап-таман булыр, ендән башҡа кем ауыҙлыҡлап менер тиһең шундай бейәне, тигән уй тыуҙы Камаловтың башында. Ысынлап та, иғтибар итһәң, үтә һылыу ҡатындарҙың ирҙәре албаçты һымаҡ була бит.

– Һеҙ кейәүҙәме?

–Тәҡдим ҡылырға булдығыҙмы?

– Юҡ. Һылыу ҡатын-ҡыҙҙар уртаҡ була, улар, йәр биҙәктәре кеүек, ҡулдан-ҡулға күсә.

Сатиҙың йөҙөнә  күләгә төштө, ул, ниҙер әйтергә теләгәндәй, матур ирендәрен асып, ынйылай тештәрен балҡытты ла,  ниңәлер тотлоғоп, ишектән тышҡа атланы.

Дауамы бар.

Раят Вәлиев. Күләгәле утрау. Мажаралы повесть
Раят Вәлиев. Күләгәле утрау. Мажаралы повесть
Автор:Ахмер Утябаев
Читайте нас: