Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
6 Апрель 2022, 09:50

Борис Хәйретдинов

Борис Хәйретдинов ИЗГЕ ЙӘН(Хикәйә)Әҙәм балаһының тормош ағышы йә үҙе күҙаллағанса бара, йә шуның киреһе булып ағыуын дауам итеүе мөмкин. Сәйәсәттең, тормоштоң ҡытыршылары кешегә йәшәргә ҡамасаулай, йә ауырлыҡты күтәреп, артабан нисек булһа ла йәшәргә өйрәтә.Гөлъямалдың яҙмышы быға миҫал. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң тыуған бала бик иртә етем ҡалды. Ҡыҙыҡай ауыл мәктәбенә уҡырға барған көҙҙә атаһы менән әсәһе юл фажиғаһы арҡаһында әрәм булып ҡуйҙы. Яҡындағы ҡалаға кейем-һалым алырға барып, юл ыңғайы барған еңел машинаға ултырып ҡайтып килгәндә, ҡаршы килгән йөк машинаһы менән бәрелешә. Шул арҡала еңел машина эсендә булған өс кешенең ғүмере “һә” тигәнсе өҙөлә.

Борис Хәйретдинов
Борис Хәйретдинов

Борис Хәйретдинов
ИЗГЕ ЙӘН
(Хикәйә)

Әҙәм балаһының тормош ағышы йә үҙе күҙаллағанса бара, йә шуның киреһе булып ағыуын дауам итеүе мөмкин. Сәйәсәттең, тормоштоң ҡытыршылары кешегә йәшәргә ҡамасаулай, йә ауырлыҡты күтәреп, артабан нисек булһа ла йәшәргә өйрәтә.
Гөлъямалдың яҙмышы быға миҫал. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң тыуған бала бик иртә етем ҡалды. Ҡыҙыҡай ауыл мәктәбенә уҡырға барған көҙҙә атаһы менән әсәһе юл фажиғаһы арҡаһында әрәм булып ҡуйҙы. Яҡындағы ҡалаға кейем-һалым алырға барып, юл ыңғайы барған еңел машинаға ултырып ҡайтып килгәндә, ҡаршы килгән йөк машинаһы менән бәрелешә. Шул арҡала еңел машина эсендә булған өс кешенең ғүмере “һә” тигәнсе өҙөлә.
Артабанғы уҡыуҙы Гөльямал райүҙәктәге мәктәп-интернатта дауам итте, ун класты бөткәндән һуң тегенсе һөнәрен үҙләштерҙе. Үҙе менән бергә уҡыған егеткә кейәүгә сыҡты. Кейәүе Иршатың да яҙмышы маҡтанырлыҡ түгел ине. Ул ата-әсәһен тыумыштан алып белмәне, тәүҙә балалар йортонда, һуңыраҡ интернатҡа күсеп уҡыны. Бер һүҙ менән әйткәндә, ғүмере буйы яңғыҙ. Яҙмыштан уҙмыш булмайҙыр инде ул...
Яңы ғаилә ауылға ҡайтып, Гөлъямалдың атаһы һалып ингән өйҙө тәртипкә килтереп, шунда йәшәй башланы. Ауылдың ҙур ғына почтаһы, магазиндары, мәктәбе бар. Иршат колхоз фермаһына малсы булып урынлашты, тапҡан-таянғанын ғаилә өсөн тотондо. Үҙ һөнәре буйынса эш тапмаған Гөлъямал мәктәптә иҙән йыйыусы булып эшкә төштө, һәүетемсә йәшәп киттеләр. Тик бер мәсьәлә йәш ҡатындың эсен бошорҙо: нишләптер ул балаға уҙа алмай аҙапланды. Район үҙәгендәге табибтарға бергәләп барып күренеүгә ире ҡаршы булды, шулай ҙа ғаилә тыныс ҡына, талаш-тартышһыҙ йәшәүен дауам итте.
Үткән быуаттың 90-cы йылдары буталышы был ғаиләгә тик бәхетһеҙлек кенә килтерҙе, икеһе лә бер төптән эшһеҙ ҡалдылар. Был буталыш осоронда берәүҙәр текә байыны, ҡалғандары ярлыланды, кемдер хәйерсе булып китте. Колхоз бөтөп эшһеҙ ҡалғандар ауылдан ситкә китеү сараһын күрҙе. Тиҙҙән мәктәптең ябылыуы, почта менән магазиндарҙың эшләмәүе ауыл халҡының бәкәленә ныҡ һуҡты. Эшһеҙ ҡалған Иршат тормоштан йәм таба алмай эскелеккә һабышты, аҙып-туҙып йөрөүен дауам итте. Шулай ҙа бер көнө аҡылға килеп, эш артынан Себер яҡтарына сығып китергә булды. Гөлъямал ҡаршы килмәне. Ҡырып-һепереп юллыҡ аҡса йыйҙылар һәм өй хужаһы юлға сыҡты. Ләкин шул китеүҙән ул, ҡапыл һыуға батҡандай, ғәйеп булды, эҙләп ҡарауҙан бер файҙа ла сыҡманы, уның тәғәйен адресы ла билдәле түгел ине.
Яңырыу сәйәсәте арҡаһында йөҙләп өйҙән торған ауыл шиңде, тора-бара бөтәһе ун бишләгән ғаилә генә ауылда ятып ҡалды. Яҡын ҡалала хәлле йәшәгәндәр буш торған өйҙәрҙе дача итеп тотор өсөн һатып ала башланылар. Шундайҙарҙың береһе Гөлъямалдың эргәһендәге өйҙө һатып алып, күрше булып килеп урынлашты, дача итеп ҡуллана башланы.
Әлбиттә, күршеләр бер-береһе менән танышып алдылар, унда-бында ҡатнашып киттеләр. Тиҙҙән Гөлъямалға шул мәғлүм булды: Күрше Моратша менән ҡатыны Мәрйәмә шәхси эшҡыуарҙар икән, ҡалала аҙыҡ-түлек ларектары тоталар. Шуға күрә ошо һәм күрше ауылдарҙың малдарын осһоҙораҡ хаҡҡа һатып алып, иткә әйләндереп һаталар икән. Үҙҙәре әйтеүенсә, бында тик йәй көндәре генә йәшәргә самалайҙар. Күршеләрҙең берҙән-бер улы Зәкирйән исемле, бик шуҡ малай, тиҙ генә килеп-китеп йөрөгән Гөлъямалҡа эйәләне лә ҡуйҙы. Уға яңыраҡ ете йәш тулды. Ата-әсәләре ҡалаға сыҡҡан мәлдәрҙә Зәкирйәнде эшһеҙ ҡалған Гөлъямалда ҡалдыра башланылар. Зәкирйән уға инәй, тип өндәшер булды, ә өй хужабикәһе малайҙы “изге йән” тип атаны, сөнки ул инәһенә уба-туба ашамлыҡ килтереп һалыр ине, башҡа булған ғына байлыҡтары менән бүлешер булды.
Йылдар үтә торҙо, ниһәйәт Гөльямал үҙ ваҡытында пенсияға сығып өлгөрҙө. Һуңғы йылдарҙа күршеләре йәй ҙә килмәҫ булды, әллә уларҙың эштәре яйға һалынды, әллә киреһенсә булды – кем белә инде?
Гөлъямалдың бөгөнгө көнө ваҡиғаларға бай булып башланып китте, иртә менән пенсияһын алды, “быныһы шуға, быныһы тегегә булыр”, тип бүлеп бөтөүгә өйгә ике йәш ҡатын килеп инде. Икеһендә лә берәр ҙур баул, йәғни беҙҙеңсә ҙур сумка бар. Үҙҙәре мөләйемдәр, һүҙҙәре татлы. “Өлкәндәр өсөн ярты хаҡҡа кейем-һалым һатып йөрөйбөҙ”, - тип өй хужабикәһенә булған әйберҙәрен һанап киттеләр. “Һеҙгә ошо индийский свитер тамам булыр ул”, - тип бик матур ғына әйберҙе сығарып тотторҙолар. Ҡыҙыҡты ла китте өй хужабикәһе, тегеләр ҡуйған хаҡҡа алды ла ҡуйҙы шуны. Шул арала береһе һыу һораны. Ҡулындағы булған аҡсаһын юл ыңғайы карауаттағы матрас аҫтына тыға һалып, кухнянан һыу алып килде. Тегеләр унан-бынан уртлап алдылар ҙа сығып китеүгә ҡабаландылар.
Һатыусылар сығып киткәс тә ул яңы свитерен кейеп ҡараны, ысынлап та размеры тап килә икән, үҙе күҙҙең яуын алып тора, тип ҡыуанды, хатта этикеткаһыла бар, ҡараһа Ишембайҙыҡы булып сыҡты. Ялтырап торған свитерҙы һәм ҡалған аҡсаны һандыҡҡа һалып торайым, тип матрас аҫтын һәрмәүе булды – аптырап ҡалды... Аҡсанан елдәр иҫкән ине.
“Нишләп улайттылар икән? Улар ҙа бит әҙәм балалары, моғайын астан урлашып йөрөмәйҙәрҙер әле, әллә ояттың нимә икәнен белмәйҙәрме икән? - тип хафаланды ул. – Ҡәһәр һуҡҡырҙарҙың машинаһын йәйәүләп баҫтырып йөрөп булмай бит инде”.
Һыуытҡыс эсендә йүнле ашамлыҡ ҡалмағайны. Барыһы бер ҡатҡан икмәктең яртыһы ғына күренә. Ғәҙәттә ауылға автолавка аҙнаһына бер килеп китә, пенсия көнө булһа, мотлаҡ килә. Шунда барып, аҙна-ун көнгә аҙыҡ-түлек, сәй-шәкәр, бәләкәй тоҡтағы ондо алырға самалағайны – булманы инде. Оно ла бөткән саҡ булды бит әле!
- Хәҙер ҡайһылай итергә? Ай буйы ас ятып булмай бит инде? Әллә дарыуҙарымдың береһен ашараҡ ашап, үләйем дә ҡуяйыммы? Унан һуң бында, минең өйгә, килеп инеүсе булырмы икән? Ай-һай булмаҫ ул! Ер ҡуйынына барып етә алмай ошонда сереп ят инде шунан! Аллам һаҡлаһын... Нишләргә белмәй өҙгөләнде Гөлъямал. Уның уйынса урам буйлап һоранып йөрөү үлемдән дә насар ғәмәл. Төрлө уйҙарҙан башы ауырта башлағас, ниндәйҙер бер дарыуын ашап, бер аҙ ятып алырға булды. Йоҡо аралаш ишек шаҡығанды ишетеп уянып китте. “Быныһы кем тағы? – тип уйлап өлгөрөүе булды, ишек асылып китте, тупһа төбөндә нисәмә йыл килеп күренмәгән Зәкирйәндең үҙе йылмайып ҡарап тормаһынмы!
Әллә шатлыҡтан, әллә тулҡынланыуҙан иланы ла ебәрҙе Гөлъямал.
- Минең Ғәзизйәнем - изге йәнем күренде лә баһа! -тип әзмәүерҙәй егетте барып ҡосаҡлап алды. – Йә, һөйлә, улым, ҡайҙарҙа йөрөйһөң, ни эш бөтөрәһең? – тип уны һорауҙарға күмде хужабикә. – Тәүҙә сисенеп ал, иркенләп ултыр!
- Мин юғары уҡыу йортоноң экономик факультетында уҡып сыҡтым. Шул белемде тормошҡа ашырыр өсөн бында килеп сыҡтым әле. Һеҙ, ауыл халҡы, ҡаршы булмаһағыҙ, ошонда киң ассортиментлы сауҙа үҙәге асырға булдым. Белеп-ишетеп йөрөйөм: күптәнән алып һеҙ, бында йәшәгәндәр, магазинһыҙ интегәһегеҙ бит. Минең сауҙа нөктәһендә аҙыҡ-түлек, промышленность тауарҙары, көнкүреш-төҙөлөш бүлектәре буласаҡ. Халыҡтың шәхси заказын үтәү буйынса ла эш алып барасаҡмын, бесән сабып, йыйып биреү техникаларын килтертәсәкмен, утын-бесән ташыуға машина-трактор бүләсәкмен. Ә үҙем бында һинең эргәңә күсеп киләсәкмен. Халыҡ ҡаршы булмаҫтыр ул?
- Беҙ ни, бындағы халыҡ, нишләп кенә ҡаршы булайыҡ инде. Йә, ярай, ҡулыңды йыу! Ҡарылай-ҡоролай булһа ла сәй эсеп алайыҡ!
- Ә нишләп ҡарылай-ҡоролай, ә баллап-майлап түгел?
- Йәшереүҙән файҙа юҡ. Әйтәйем инде: яңы ғына минең бөгөн алған пенсиямды ике бисә урлап сыҡты, - тип күҙ йәштәрен һөрттө.
Гөлъямал күҙ йәштәре аша ошонан алда булған хәлде һөйләп ташланы.
-Йә, ярар, Гөлъямал инәй, тыныслан! Ысынлап та һин әйткәнсә уларҙы баҫтырып тотоп булмаҫтай һымаҡ. Мин урта тоштан үткәндә автомагазин килеп туҡтап тора ине, шуға барыр әйләнәйем әле.
Зәкирйән күстәнәс тотоп килмәүенә эстән үкенеп алды.
- Нимәгә барғаныңды һиҙемләп торам, тик күп әйбер алып расходланма! Тиҙ генә ҡайт, йәме!
-Ярай, Гөлъямал инәй, шулай итермен, “һә” тигәнсә килеп етермен.
Зәкирйән сығып киткәс тә Гөлъямал тағы ла ултырып илап алды. Был юлы уның күҙ йәштәре әсе түгел ине – сөсө булдылар, улар шатлыҡтандыр атылып сыҡтылар ҙа ике сикәне йылытып ағып төштөләр. “Юҡ! Зәкирйәнем – изге йәнем бар саҡта йәшәйем әле” – тип һөйләнде ул үҙ алдына. – Теге яҡҡа китергә өлгөрөрмөн әле! Мине унда кем көтөп торһон!
Ғүмере буйы әсәлек бәхетен татый алмаған ҡатын кешегә Зәкирйәндең килеүе иң шатлыҡлы мәлгә әйләнде. Аҡса юғалтыу хәсрәттәре ҡайҙалыр ситкә шылды...

Тиҙҙән автомагазин өй алдына килеп туҡтаны. Зәкирйән менән автомагазинды йөрөтөүсе ҡап-ҡап итеп аҙыҡ-түлекте өйгә ташый башланылар. Һыуытҡысҡа һыймағанын түрбашҡа урынлаштырҙылар. Шунан һуң ике күрше икәүләшеп, оҙаҡ ҡына ултырып, сәй эстеләр, артабан хәл-әхеүәл белештеләр...
Гөлъямалдың артабанғы тормошо әкиәткә оҡшағандай булды. Зәкирйән дача итеп тотҡан өйөнә ремонт үткәрҙе, саҙа үҙәге һалыу эшенә тотондо. Шул арала өйләнде, күршеһен аҙыҡ-түлек менән күмеп ташланы. Шулай уҡ күрше инәйе өҫтөнән даими ҡурсылауҙы тулыһынса үҙ өҫтөнә алды.
“Бындай изгелекте эшләүселәр, әлбиттә, һирәк, шулай ҙа бар булыуы ҡыуандыра”, - тип уйлап ултырҙы ағинәй. Гөлъямал белә: Ҡөръән Кәримдең Әл-исра (Төндә күсенеү) сүрәһенең 7-се аятында изгелек тураһында былай тип әйтелгән:
“Изгелек эшләгеҙ, үҙегеҙ өсөн эшләйһегеҙ, яманлыҡ ҡылһағыҙ ҙа үҙегеҙ өсөн булыр”...
"Был донъя күп ағымлы, - тип фекер йөрөттө Гөлъямал, - бәхетте берәүҙәр ирҙән, икенселәр, балаларынан йәки ейәндәренән, кемдер күршеләренән, хатта бөтөнләй сит-ят кешеләрҙән таба. Бындай күршеләр булғанда был фани донъянан ҡабаланып китеп барыу үҙе үк ғәфү итмәҫтәй хилаф эш. Һәр кемебеҙ Хоҙай Тәғәлә биргән ғүмерҙе тулыһынса йәшәп үткәреп, уның ауырлыҡтарын күтәрергә өйрәнеп, еңеллектәренән шашмайынса йәшәп, балалар тәрбиәләп, изгелек ҡылып китергә тейеш. Бындай күркәм холоҡ динебеҙ ҡанундарына тулыһынса тап килеп тора. Шул ҡанундар буйынса йәшәһәк ине. Һәр яҡшылыҡ меңгә артып үҙеңә ҡайтасаҡ бит!"

 

Борис Хәйретдинов
Борис Хәйретдинов
Автор:Ахмер Утябаев
Читайте нас: