Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
17 Ғинуар 2022, 16:59

ӘСӘЙ ХАҠЫ

(Хикәйә)

ӘСӘЙ ХАҠЫ
ӘСӘЙ ХАҠЫ

Эргәмдә ултырған юлдашым менән үтәһе юлдың яртыһын үттек, тик мин әле уның менән бер ауыҙ һүҙ менән дә алышҡаныбыҙ юҡ. Ул- үҙ уйҙарына бирелгән, ә мин... Мин, ғәҙәтем буйынса, бындай юлда йөрөгәндә яңы таныштар булдырырға тырышам. Был ғәҙәтемде мин үҙем дә аңлап бөтә алмайым әле. Тик юлда бер ауыҙ һүҙ ҙә һөйләшмәй барыу иң ҡыҫҡа юлды ла бик күпкә оҙонайтҡанын беләм, тағы шуныһы: бындай юл минең өсөн бер яза итеп ҡабул итәм. Юлға сыҡҡанда, бөтә мәшәҡәттәрҙе өйҙә ҡалдырған кеүек, барлыҡ уйҙарымды күңел һандығына бикләп ҡуям. Юл буйынса сыҙамай әйләнәм дә йәш кенә сырайлы, ваҡытында бигерәк тә матур булыуын һиҙҙертерлек ҡиәфәттәге ханыма әйләнеп ҡарайым. Тик ул, Мәләүезгә еткәнсе, һынташ кеүек тәҙрәгә ҡараған да тик бер торош менән бара бирҙе. Мәләүезгә килеп еткәс, автобус водителе:
- Автобус бөгөн егерме минут туҡтай. Әле сәғәттәрҙе бына бындағы сәғәт менән сағыштырығыҙ ҙа, әйтелгән ваҡытҡа ҡуҙғалабыҙ икәнде онотмаһағыҙ булды. Эргәләге иптәштәрегеҙҙе теүәлләрһегеҙ. Исемдәрегеҙ менән алышығыҙ, - тине лә үҙе беренсе булып төшөп тә китте.
Юлдашым миңә ҡарап:
- Мин Ғәлиә булам, - тине.
- Әлимә.
Һүҙ тамам, егерме минуттан ҡуҙғалырға ваҡыт етте.Бөтәһе лә урындарына ултырҙы, ә минең юлдашым юҡ.
- Сабыр итегеҙ, минең эргәләге килмәгән.
- Исеме менән ҡысҡырып ҡарағыҙ әле, апай,- тине шофер.
Мин төшөп, тиҙ генә эргәлә генә ҡайнап торған баҙар кибеттәре араһына йүгереп, исемен ҡысҡырҙым. Ниңәлер уны бик ҡалдырғым килмәне. Ул үҙе Булгаковоға барам, тигәйне. Шулай асырғанып, автобусҡа кире киткәндә, билемдән берәү тотоп алды.
-Апай, мин бында. Ваҡыт еттеме ней?
-Әлбиттә,- тип, автобусҡа ашыҡтыҡ.
- Апайыңа рәхмәт әйт, ҡала инең, - тип шаулаштылар пассажирҙар,
Урынға ултырып тынысланғас, ҡапыл ғына теге юлдашым телгә килде.
- Апай, ғәфү итегеҙ, уйланып, анау кафела тик ултырғанмын,- тине.
- Ярай, ярай, бер ни ҙә булманы. Юлда һәр кемдең үҙ мәшғүллеге инде, - тинем.
- Бөгөн ниңәлер иртән торғандан алып башты уй ҡойоно биләне лә ҡуйҙы, бына шулай йөрөп, тороп та ҡала яҙҙым инде иртәнсәк тә, хәҙер ҙә.
- Ярай, уның ҡарауы, хәҙер барып етербеҙ.
- Миңә башта Өфөгә, унан ғына Булгаковоға барырға,- тине.
Был юлы мин, үҙем уйлағанса, инициативаны үҙ ҡулыма алырға тырыштым.
- Өфөлә туғандарығыҙғамы, әллә эш буйынсамы?
- Туғандарға, тип әйтһәң дә була. Онотмаһалар...
- Ниңә улай тип ҡуйҙығыҙ әле. Туғандар нисек онотһон ул?
- Улай ҙа була икән.
-...
-Бына беҙ һеҙҙең менән ярты юлды үттек инде, бәлки күберәген дә. Мин бит юҡ сәбәпте бар итеп, юҡ йомошто йомошлар өсөн юлға сыҡтым. Юҡты ҡыуам инде. Әсәйем бик ҡаршы булғайны ла ул, тыңламаным, әле бына әллә кире боролорғамы, тигән уй менән кафела оҙағыраҡ ултырғайным. Тәҙрәнән ҡараһам, һеҙ йүгергеләйһегеҙ. Шунан, кеше үҙ туғанына ла улай итмәгән сағы була бит, тип уйланым да, артығыҙҙан сыҡтым. Миңә шунда һеҙ бала саҡта күргән, мине хәстәрләп, Магнитогорский вокзалында минең менән әсәйемде эҙләшеп йөрөгән апай кеүек булып киттегеҙ. Кеше төҫө менән бер- береһенә оҡшамаһа ла, бәлки уйҙары ҡылыҡтары менән бер ни тиклем оҡшашлыҡтары булалыр, тип уйлайым. Мин ана шул бынан утыҙ йыл элек осраған апайға барырға тип юлға сыҡтым. Тик башта- Өфө.
Күңелемдән генә, тимәк, ул юғалған туғанлыҡ тамырҙарын эҙләй, шуны, өҙөлгән булһа- ялғап, яралы булһа, дауалар өсөн изге юлды ҡыуа сыҡҡан икән, тип уйлап алдым.
Тағы ла бер ни тиклем юлды өндәшмәй- ул- тәҙрәгә, ә мин алдағы юлға ҡарап бара башланым. Бер нәмә лә уйламайым, уйҙар бикле, тик әлеге юлдашымдың “ Онотмаһалар”, - тигән һүҙе күңелгә инеп ултырҙы ла, бына бер төйөн булып тик тора. Әсәйем6 “ Уйлар өсөн- уйың, йөрөр өсөн- юлың, йәшәр өсөн һаулығың булһын,”- ти торғайны. Уйҙарым, баш ҡалҡытҡан ҡойон кеүек, яңы юлдашым тирәһендә урала башланы. Ниндәйҙер яғы менән мәрйәләргә оҡшаған төҫө һәм бер ҙә осратмағанымса, ҡап- ҡара ҡуйы ҡаштары автобусҡа инеп ултырғанда уҡ күҙемә һирпелгәйне. Ул ваҡытта мин ситләтеп кенә ғәжәпләнеп ҡуйғайным. Кешелә бер милләтте икенсеһенән айыра торған бик күп һыҙаттар була шул. Мин дә уны әллә мәрйә микән, тип уйланым, тик Мәләүездә исемдәрҙе әйткәс, юл буйынса мәрйәлер тигән уйымдан баш тарттым, тип юлдашымды уйлай ғына башлағайным.
- Апай, һеҙ Өфөгә шулай бит, аръяғына юл тотмайһығыҙҙыр.
- Бер- ике көн булам әле, ике туған апай яңы квартираһына күсенә, шуға ярҙам итешергә кәрәк. Былай балалары ла бар, өтәләнеп торалар, тик бына мине саҡырған. Нуримандан Светлана һеңлеһе улы менән килергә тейеш. Күсенеү ҡалала нисектер, ә бына ауылда ул тиклем ҡатмарлы яғы юҡ һымаҡ.
- Улай икән, ә минең ике апай Өфөлә тора. Үҙҙәре лә бер- береһе менән аралашмайҙар, беҙгә лә ҡайтмайҙар. Әсәй ана хәҙер сирләп ятты. Ҡартлыҡ сире, тине ҡараған врач та. Шулайҙыр инде 78 йәш бит. Блокадница ул.
Мин автобусҡа ултырғандағы уйымдың яңылыш булмағанын иҫемә төшөрҙөм- мәрйә ҡыҙы булған икән.
- Был яҡҡа ҡасан килеп сыҡҡан һуң?
- Шул бөтә кешеләрҙе эвакуациялағанда, уларҙы ла әсәһе, ике ағаһы менән күсерергә ҡарар иткәндәр. Тик сират еткәнсе, бер ағаһы аслыҡтан шешенеп үлгән. Ағаһы үлгән, ә уны бишенсе ҡаттан төшөрөп урамға сығарырға көстәре етмәгән. Әсәһе заводта эшләгән, өс көнгә бер паек ҡына алып ҡайтып йөрөгән. Бына шул ваҡытта өлкән ағалары, ике кесе туғанын асыҡтырмайым тип, үҙенең нормаһын да быларға ашатҡан. Бигерәк тә әсәйемде ҡараған, ул мәлдә уға әле өс йәш тә тулмаған, ә ул ағаһына ун бер йәш тулған булған. Әсәй үҙе тик шул уртансы ағаһының һуғыш башланғас, стенаға йоҡлаған көндәрҙе ҡәләм менән таяҡсалар һыҙып барғанын ғына хәтерләй. Бер көндө, әсәһе кешеләр алып килеп, ағаларын алып сыҡҡандар. Тик әсәйем белмәй- уны ерләнеләрме юҡмы. Әсәһе- өләсәй инде әйтмәгән. Ул һуғышҡа тиклем нидәйҙер училищела уҡытҡан. Былай ул медик ине. Һуғыш бөткәс, ҡайтырға бик теләгән дә ул, тик уны ебәрергә тырышмағандар. Күрәһең, ул һөнәр бында ла кәрәктер. Әәәй, онотҡанмын, башта улар Өфөгә яҡын бер ауылға күскәндәр. Өләсәйҙең ире- олатай военный кеше булған. Үҙем килеп алам, тигән.Тик ул килмәгән. Өләсәй уны илленсе йылға тиклем шул ауылда көткән. Әсәй шунда ете класты бөтөп педучилищеға уҡырға ингән. Уны тамамлап өлгөрмәй кейәүгә сыҡҡан,- юлдашым тынып ҡалды.
Мин дә уны ашыҡтырып ни ҙә булһа һорарға ашыҡманым, ҡапыл ғына Ленинград блокадаһын, Таня Савичеваның көндәлектәре, тураһында уйлап ултырҙым да, етмешенсе йылдарҙа Стәрлетамаҡта имтихан биргән ваҡыт иҫемә төштө. Унда беҙҙең менән Наташа исемле йәш ҡатын имтихан биргәйне. Ул имтихандар ваҡытында:
- Өскә булһа ла бирһәм ярар ине. Беҙгә, блокадницаларға, и училище бөтөп эшләп килгәндәргә быйыл льгота менән файҙаланырға мөмкин бит, -тип һөйләнеп йөрөнө.
Минән ул 4-5 йәшкә өлкәнерәк тә ине, кейәүҙәмен тип таныштырғайны үҙен. Бер бүлмәлә яттыҡ. Ә бына ашауҙарыбыҙ башҡа булды инде. Мин саф башҡортса – бишбармаҡ әҙерләп ашарға тырышам. Ятаҡта уны башҡарыу ҡатмарлыраҡ, шулай ҙа өйрәнеп алдым. Ул урыҫ ашына өҫтөнлөк бирҙе. Сусҡа ите, сало, сусҡа колбасаһы. Мин унан:
- Әгәр инеп китһәң, семьяң нимә эшләй? -тигәйнем.
-Күсенеп киләбеҙ, былай ирем риза булғандай. Ул шәп кеше инде. Мам башҡортҡа барҙың, тип үпкәләй ине, бына шул яҡшы яғы менән уның да күңелен иретте. Минең Шәфҡәт шулай ул. Исеме есеменә тап килә бит,- тип, көлөп ҡуя.
Уның шулай тап-таҙа башҡортса һөйләшеүен мин ятаҡҡа урынлашҡан көнө үк һиҙеп һоршҡайным:
-Һии, мин бит башҡорттар араһында өс йәштән алып, мәктәптә лә башҡортса уҡыным. Әле лә башҡортса уҡытам, правда, башланғыс кластарҙа, тик мин математиканы яратам, шуға бына килдем инде. Унан Стәрлетамаҡ та яҡын. Иремдең ауылы бынан утыҙ ғына растояниела.
Шуларҙы иҫләп, бер аҙ күршемде лә онотоп ебәргәнмен.
- Апай, апай, әллә йоҡлап киттегеҙ, тиһәм, күҙегеҙ асыҡ. Әллә уйланып киләһегеҙ инде. Мин һеҙгә үҙемдең ғаилә тураһында һөйләйем, тигән инем. Теләһә кемгә һөйләге лә килмәй, тик бына барыбер күңелдә лә ҡалдырып булмай.
- Һөйләгеҙ һуң. Минән берәй кәңәш кәрәкме, ниңә улай асылырға булдығыҙ һуң?
- Бер нәмә лә кәрәкмәй. Минең үҙемдең ғәҙәтем шулай. Күңелемдә төйөн булып, бына- бына илатырҙай хәлдәрҙе бер һөйләп, күңел еңеләйтеп алам. Тик был минең хәҙер ун- ун биш йыллап күңелемдә һаҡланған эренле төйөр кеүек, бына- бына һытылырға тора. Бына шул сәбәп менән дә юлға сыҡтым инде.
- Шулай инде, һәр ғаиләнең үҙ проблемалары, кемдең кейем шкафында ниндәй йәшерен һөлдә тормай.
- Шатлыҡтар ҙа төрлө була ул, минеңсә. Тик тыш яҡтан ғына шулайҙыр. Бына минең әсәй яңы бешкән икмәккә шул тиклем итеп шатлана: хатта икмәкте үбеп- үбеп ала, йәки ана берәйһе имен генә сабыйын тыуҙырһа, ул хатта үҙе әле генә шатлыҡ кисергәнме ни- урамда осраған һәр береһенә ошо хаҡта һөйләй ҙә “ Әлдә генә имен тапҡан бәпесен, бына ниндәй шатлыҡ!”-тип йөрөй. Шуға уны ауылда “ Шатлыҡ”инәй тип кенә йөрөтәләр. Үҙе лә шуға өйрәнгән. Берәйһе Маша инәй, йә Мария Петровна тиһә, боролоп та ҡарамай. Үҙенә әйтһәң, миңә те тегенеһе оҡшай,- ти ҙә ҡуя.
- Кем булып эшләгәйне һуң?
-Рус теленән уҡытты.
Эстән генә, уҡытыусы халҡы шулай була инде, тип уйланым, тик ҡысҡырып әйтмәнем.
- Апай, һеҙ ҙә уҡытыусы булғанһығыҙҙыр ул. Ҡылыҡтарығыҙ шуға оҡшаған
-Эйе, әле ялдамын инде. Миңә лә алтмышҡа күп ҡалманы, - тинем, эстән генә ҡайһылай оло бәйел, кирәмәтле*, тип уйлап ҡуйҙым
- Бына мин үҙебеҙҙе тип башланым да... баштан башлайым әле. Минең атай башҡорт, ә әсәй мәрйә, һуғыш йылы күсенеп килгәндәр. Ҡартатай военный, ә бына өләсәй- медик, бая әйткәйнем. Әсәй уҡытыусы, атай агроном. Ике апайым бар улар икеһе лә бухгалтер, ә мин культпросвет бөттөм Стәрлетамаҡта. Бына эш булғанда эшләп, булмағанда, икенсе эшкә сығып пенсия йәшенә етеп киләм инде. Бынан ун биш йыл элек атай үлеп ҡалды. Ахмаҡтарса үлем инде. Әсәй тараҡан- ҡандалаларға жидкость әҙерләгән дә бер ташлай торған графинға һалып, мейес алдына ҡуйып сығып киткән. Атай эштән һыуһап ҡайтҡан да быны һыу икән, тип һары буръяҡлығына ла ҡарамай, күп итеп эскән дә ҡуйған. Ҡотҡара алманылар. Әсәйҙе үлтергәнһең тип күп йөрөттөләр. Ярай әсәй әҙерләгәндә, Раяна инәй менән Сәлимә инәй сәйгә ингән булған. Шулар алдында тултырып, һөйләнә-һөйләнә эшләгән. Улар булмаһа, белмәйем инде. Атай һөйләшә алманы шул, күҙенән йәштәре ағып ыңғыранып ятып ҡына китте. Апайҙар икеһе лә ҡайта алманылар. Ерләүгә генә ҡайттылар. Иң ҡыҙығы- әсәйҙе бар тип тә белмәй донъя бүлешеү башланды. Ҡыҙығы, бәлки ситтән күҙәткәндәр өсөн булғандыр. Ҡыҙғанысы өйҙә ине. Әсәйҙең хәлен аңларға теләмәүҙәре ине. Шул ваҡыт мин:
- Миңә әсәй була, башҡа бер нәмәгеҙ ҙә кәрәкмәй тигәйнем.
Әсәй:
- Кинйә балаға – өй. Был донъяла минең өлөшөм юҡмы ни. Мине ҡайҙа итәһегеҙ, - тине лә сығып китте.
Еҙнәйҙәр шул урында ҡабат һүҙ ҡатманылар, күп тә тормай ҡайтырға сыҡтылр. Шунан бирле атайҙың бер аятына ла килмәнеләр. Әсәй -беҙҙә. Минең ирем Рафиҡ ауыл кешеһе бит ул. Киң күңелле кеше. Әсәйҙе үҙебеҙгә алдыҡ. Башта әсәй бирешмәҫкә тырыша ине. Апайҙар бирештерҙе, тип уйлайым. Улар бит атайҙың донъяһын хатта һуңғы бағанаһына тиклем һатып ҡуйҙылар. Үҙҙәре ҡайтып та күренмәнеләр. Иң ғәжәбе шул: нисек был донъяны үҙҙәренә күсерҙеләр. Ниндәй реелтор ялланылар. –белмәнек. Шуныһы: атайҙың бөтә документын һорап алған булғандар. Әсәй ҡаңғырып йөрөп, хатта атайҙың фотоальбомына тиклем тоттороп ебәргән. Уныһын бөтә эштәрен теүәлләп бөткәс, бандероль итеп ебәрҙеләр.
- Арағыҙ шулай өҙөлгән икән, ә хәҙер нимәгә бараһығыҙ.
- Мин уларға бары йөҙҙәренә ҡарап, әсәйҙең ҡайтып хәлен белеп, күңелен күреп китһендәр, тием. Хатҡа яуап бирмәнеләр. Хат кире әйләнеп килмәне, шулай булғас, адрестары үҙгәрмәгән. Мин уларға донъя бүлешеү дәғеүәһе менән бармайым. Миңә үҙ донъям етә. Балаларҙың өсөһө лә донъялы. Балаларына ла әҙерләрлек хәлдәре бар. Атай менән- әсәйҙең миңә биргән иң ҙур байлығы, минеңсә, минең ғүмерем, һау- сәләмәт итеп үҫтереүҙәре. Әсәйемде ҡыҙғанам. Бына шул “ Шатлыҡ” әбей хәҙер көн дә мине эштән ҡыҙарған күҙҙәре менән ҡаршы ала.. Бына шуға әсәйем хаҡына инәлергә, кәрәкһә, күҙ йәше түгергә тип китеп барам. Әсә хаҡы бар бит. Уны хатта иҫәпләү мөмкин түгел, тип уйлайым мин. Әсәйем үҙе “ Тормош гел бер төрлө булмай ул, бер алдын, бер артын күрһәтә. Тик бына белепме -белмәйме ҡылған насарлығың үҙеңә барыбер кире ҡайта,- ти,- бына шунда үкендергән сағы була ул, тик терһәк яҡын- барыбер тешләп булмай.”- тип көрһөнөп ала.
Шул дөрөҫ түгелме. Әсәйем хәҙер артыҡ сығып та йөрөмәй. Хәтере лә насарлана башланы. Онота. Тик шул ике апайымды, уларҙың балаларын нисек итеп атай менән иркәләгәндәрен, бүләктәр алып биргәнен һөйләй. Шул тиклем ентекләп һөйләй. Бына уларҙы һағынды...
- Бая 30 йыл элек тип бер нәмә әйтеп һалғайның. Уныһы нисек.
- Уны бер мәҙәк инде. Магнит вокзалында әсәй билетҡа сират торған. Мин уның әйткәнен ишетмәй бөтә вокзал буйлап уны эҙләйем. Шунан бер апай килеп сыҡты ла һораша башланы. Шунан икәүләп эҙләйбеҙ. Мин илайым. Милиция бүлмәһенә индек. Бер ваҡыт шунда йүгереп әсәйем килеп инде лә:
- Товарищ милиционер, у меня потерялась дочка. Лет семи- высокая, худощавая, белолиц...,- тине лә, мине күреп, килеп ҡосаҡлап алды. Милиционер менән аҙаҡ нимә һөйләшкәндәрҙер, белмәйем. Бына шул апай Мәрфуға исемле ине, танышып алып китте әсәйем. Хатлашалар. Хәҙер инде туғандар кеүекбеҙ. Әсәйҙе ҡиәмәтлек апай итеп яһап алды. Уныһы инде үҙенең апайы үлгәндән һуң булды. Әсәй менән бер – береһенә ҡайғы баҫтылар. Атай үлгәс тә килеп йөрөүен туҡтатманы. Әсәйҙе ҡәҙер итеп, йыш ҡына килеп тора. Үҙебеҙҙе саҡыра. Балаларым уҡыуҙарының ялында шунда баралар. Уларҙы ла ҡәҙер итә. Туғаныңдан артыҡ инде. Тик үҙ туғаның менән ара һыуыныуы бик ҡыйын, шулай бит...
Икебеҙ ҙә уйға ҡалдыҡ. Мин күп йылдар элек күргән Наташаны хәтерләп алдым. Беҙ ҙә күп йылдар аралаштыҡ, бына ире үлгәс, уны йөрөтөүсе кеше юҡ. Үҙе әллә ни ынтылып юлға сыға һалмай. Уның ҡарауы, мин ирем булһа ла йөрөп торам, автобустар йөрөп тора, ниңә үҙ машинаңдың яйын көтөргә, тием дә сығам да китәм. Ирем дә бер нәмә өндәшмәй:
- Нисә көндән һине көтөргә?- ти ҙә ҡапҡа тышына сығып оҙатып ҡала.
- Апай, һеҙ ҡасан ҡайтырға сығаһығыҙ. Мин һеҙҙең менән бергә сығырмын.
- Һыйлауҙарына ҡарап, итлелә- ике, өйрәлелә бер кис, шунан бер блокадница дуҫыма барып киләм. Шишмәлә тора. Ҡыҫҡаһы, был апай- әбейең алтынсы көн шәмбегә, иртәнге автобусҡа билет алған инде,- тип, көлөп ебәрҙем.
- Уй апай, мин дә шул көндә һеҙҙең менән ҡайтам. Һөйләшеп ҡайтырбыҙ.
Тағы бер ни тиклем тын ғына барып Өфө урамдарына индек. Юлдашым вокзалға тиклем барырға булды, мин үҙәк баҙарҙа төшөп ҡалдым. Төшөр алдынан:
- Ярай һеңлем, бына минең адресым, әгәр осраша алмаһаҡ, хат яҙырһың. Бик белгем килә, апайҙарың әсәләрен ысынлап оноттолармы, әллә үҙҙәре менән бер- бер хәл булдымы.
- Әлбтиттә яҙырмын. Тик мин һеҙҙең менән скорее всего, бергә ҡайтырмын, һау булығыҙ. Матур ҡунаҡ булығыҙ,- тип, автобустан әйберҙәремде күтәрешеп сығарып биреп, ҡул булғап тороп ҡалған юлдашымды алып, автобус урынынан ҡуҙғалды.
Был юлымда ла бер алсаҡ, башҡортҡа оҡшаған мәрйә ҡанлы юлдаш менән таныштым. Уның миңә әсәһе тураһындағы хәстәре, туғандарының береһен дә насарларға тырышмауы- бигерәк тә оҡшаны. Шулай шул: һин нисек тә туғаныңды яманлаһаң да, ул ҡан хөкөмө менән һиңә туған булып ҡала. Шуға әйткәндәр бит инде: “ Ит тартмаһа , ҡан тарта”,- тип. Был буш һүҙ түгел.Ә бына әсә хаҡы...Уны донъялыҡта бер ни менән дә ҡайтарыу мөмкин түгелдер. Яҡты донъя яҡтылығын , матурлығын нәфислеген бары әсә аша ғына беләбеҙ түгелме. Кеше шатлығы менән шатланып, ҡайғыһын үҙенеке итеп ҡабул итә алған Ғәлиәнең әсәһенең донъялыҡта балаларынан ҡайтыр бәхетенән мәхрүм булыуына күңелем менән борсолоп ҡуйҙым.
*****
Шәмбе көнө сәғәт етенсе яртыла апайымдың улы Альберт менән вокзалға барып индем, дә ишеккә тәңгәл ҡуйылған эскәмйәнән урын алдым. Бик иртә булғанғамы көн һалҡынсараҡ ине, унан вокзалға инеүсе һәр пассажир артынан аяҡ аралары, баш осонан иртәнге һыуыҡ эскә атыла. Мин һалҡынсараҡ булғас, урынымды алмаштырайым тип, әйберҙәремде ҡулыма алғайным, кафе яғынан:
- Әлимә апай! Бында килегеҙ, ҡапҡылап алырбыҙ,- тип, Ғәлиә ҡысҡырып ебәрҙе.
Уғансы булмай, ҡаршы килеп әйберҙәремде күтәрешеп, кафе яғына ыңғайланы.
- Минең унда сират етеп килә, - тине.
Сәй эсеп ултырғанда, туғандары тураһында һорашайым тип, ауыҙымды асыуым буды, ул аңлап, минең ауыҙыма бармағын терәне. Альберт, ситкә барып ултырып, беҙҙе күҙәтте.
- Юл оҙон,- тине.
Беҙ әйберҙәребеҙҙе күтәреп, автобусҡа ултырышырға яҡынланыҡ. Ғәлиәнең ҡулында бәләкәй сумкаһы менән бер аҙ әйбер һалынған пакет ине. Мине апайымдың улы Альберт оҙатырға сығып, багаж тултыра торған яҡҡа ыңғайланы. Минең әйберҙәр уның ҡулында.
- Әлимә апай, әйберҙәреңде багаж отделениеһында һул яҡтан төпкәрәк һалдым. Ярай, хәйерле юл. Миңә- эшкә,- тип, китергә ашыҡты.
Ғәлиә уға ҡарап уйға ҡалды. Унан миңә ҡарап:
- Һеҙ бәхетлеее,- тип, һуҙып ҡына төшөнкө тауыш менән әйтеп ҡуйҙы.
Бына автобус ҡуҙғалды. Әҙерәк барғас, Ғәлиә үҙе һүҙ башланы.
- Мин кисә Булгаковонан килеп бында өлкән апайҙа йоҡланым. Апайға инсульт булып ята, еҙнәй бәләкәй ҡыҙы менән балнистан апҡайтҡандар, комала бер ай ятҡан. Хәҙер әҙ генә ижекләп һөйләшә. Ҡулдары хәрәкәтләнә башлаған. Аяҡтарҙа хәрәкәт юҡ. Шуға килеү маҡсатымды әйтеп торманым. Тик ҡыҙы мин йоҡларға ятҡас, әсәһенә:
- Мин һиңә сколько әйттем. Давай бабушкаға барайыҡ. Уны һин оставила у разбитого корыта, бына хәҙер Ғәлиә апайҙан извинения һора, һин перед богом виновата,- тип, тауышы бына –бына өҙөлөргә торғандай, асырғанып уҡ өндәшә ине.
- Мин ошо өлкән апайҙа ғына бер көн йоҡланым. Ғәлимә апайҙарға барып, инеп кенә сыҡтым. Унда полный бардак. Өймө ул әллә кладовкамы, белмәҫһең. Ултырып, сәй әҙерләп эстем дә, күхняларын таҙартып Булгаковоға киттем.
- Ниңә?
- Улар полный эскелеккә бирелгәндәр. Короче, тау түбәненә төшкәндә, арба тәгәрмәсенә орсоҡтары араһына ныҡ ҡына ағас ҡуйып төшәләр. Беҙ обычно, ҡәйнәмдәргә барһаҡ бесән эшләргә, Ирәндектән шулай төшә инек. Но бына шунда ғына яйларға була. Былар бына шул тулы тиҙлек менән тауҙан тәгәрәп баралар. Сипайловолағы ҡыҙына ла барҙым. Бер көн унда булдым. Ситуацияны вис кенә аңлаттым. Короче, ҡыҙы атаһынмы, әсәһенме алып килергә вәғәҙә итте. Но мин артыҡ ышанып бармайым. Көтөрбөҙ, нимә килеп сығыр. Әсәйем жалко. Көтә бит әле,- тине.
Артабан юлда беҙҙең һүҙҙәр артыҡ берекмәне, тик мин Ғәлиәне үҙемә саҡырҙым, унан алда үҙем барырға вәғәҙә лә биреп ҡуйҙым. Күрше генә район бит. Йылайыр менән Сибай араһы күпме генә. Ғәлиә үҙе лә ҡыуанып китте...
Юлдар кешене таныштыра, осраштыра, айыра. Тик шатлыҡҡа әйҙәр юлдар ғына булһын. Был юлы минең юлым шатлыҡтары, тағы ошондай күңелһеҙҙәре менән аралашты. Эйе, тормош кешегә йәшәр өсөн бирелә, тик нисек йәшәйһең бит әле...
Нисек кенә йәшәһәң дә донъяға һине тыуҙырып, яҡты донъяны һиңә бүләк иткән әсәне, уның күңелен һаҡларға кәрәктер. Әсәй үҙ балаһын көн дә күреп тормаһа ла, күңеленән уға һаулыҡ, иманлы тормош теләп әсә доғаһы менән ғүмеренең һәр минутын уларға бағышлап үткәрә бит. Донъяла иң ҡиммәтле, оло йөрәкле әсә хаҡы бар. Әсә бер балаһына ла насарлыҡ теләмәй, уны был хәлдән фәрештәләр аралай. Күкрәк һөтөң менән үҫтергән балаң донъяның хәләл кешеһе бит. Тик һәр саҡ әйтәләр бит: алла бөтә нәмәләл ә ғәҙел, шул ғәҙеллекте һәр саҡ еткерә, тип хатта Ҡөръәндә лә яҙылған. Тимәк, донъяла әсә хаҡынан да юғары нәмә юҡ. Уны һанламаһаң, хоҙай үҙе ғәҙелләп ҡуя. Уйҙарым шул урныда автобус шоферының:
- Килеп еттек , ағай-апайҙар! Алдығыҙҙа – Сибай, - тигән тауышына һиҫкәнеп китт

Автор:  Рәйсә Иҫәнбаева

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: