Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
13 Ғинуар 2022, 16:38

ЯҘМЫШЫММЫ ҺИН...

(Хикәйә)

ЯҘМЫШЫММЫ ҺИН...
ЯҘМЫШЫММЫ ҺИН...

(Ижадсыларҙы дәртләндереү йәһәтенән сайтыбыҙҙа "Ағиҙел" журналына ҡарата талаптарға тап килмәгән әҙәби әҫәрҙәр ҙә булыуы ихтимал)

 

Әллә алдыҡ һөйөү, 

Һөйөү өсөн көйөү, 

Биләгән бит бөтөн булмышым. 

Һинең өсөн тиеп, 

Һин тип янып-көйөп, 

Көлгә әйләнгәнме тормошом. 

Маңлайҙарға яҙған яҙмыш 

Юйылмаҫ та яңылыш, 

Берсә табыш, берсә һағышым. 

Табыштарым менән, 

Һағыштарым менән, 

Яралғандыр минең булмышым. 

Кемдер ҡарғыш тиер, 

Кемдер алғыш тиер, 

Юҡҡа сыҡҡанмы һуң тырышлыҡ. 

Аға минең йәшем, 

Һанға һуҡмай ишем, 

Уның менән китте тыныслыҡ. 

Гөлдәр әбей.

– Эй-й, Хоҙайым, күңелемә тыныслыҡ бирһәң ине. Ниндәй гонаһтарым өсөн икән был һынауҙарың? Кеше өлөшөнә инмәнем, кеше ирен тартып алманым, хәләл көсөм менән йыйған донъям, түбә туҡлыҡтары бирһәңсе, Аллам! Лә-илаһи-иллалаһу, лә-илаһи-иллаллаһуу... Килер көндәремде яҡты, бәхетле ит, йоҡлар төндәрем тыныс булһын,  хәйерле төштәр бир! 

Миңлегөл юрғанын ябынып, йомшаҡ түшәгенә уңайлап ятты ла, йоҡларға тырышты. Бына нисә йылдар йоҡлай алмай интегә төндәрен. Элек кешенең, йоҡлай алмайым,  тигәненә ышанманы. Нисек инде, тип уйлай ине: “Башың яҫтыҡҡа терәлеү менән күҙҙәрең үҙенән-үҙе йомола. Оҙон төндәр ҙә тиҙ үтә, күҙеңде йомоп өлгөрөүгә таң ата,  йоҡоң да туйып өлгөрмәй”. Хәҙер бына үҙе йоҡлай алмай. Бәлтерәгән әбей булһа ни хәл, әле шартлатып өйҙәге эштәрен эшләй, яратҡан эшенә йүгерә. Көндөҙ кеше  араһында йөрөп ваҡыт тигәнең нисек тә үтә ул. Ә бына төндәрен ҡыйын. Кис күҙенә төйөлгән йоҡоһона әүрәп бер аҙ серем итә лә, унан ята әйләнеп-тулғанып, ауыр  уйҙарға бирелеп. Таңда күҙен йоҡо ялмап ала. Йоҡларға ине лә бит... Юҡ, торорға кәрәк! Ауыр тән, арыған йән менән эшенә бара. Шаулаған ҡолаҡтары, тубалдай башы, ҡылдай тартылған нервы күҙәнәктәре менән башланған көн ниндәй уңыш килтерһен! Күп ваҡыт “көн үтһен” тип кенә аяҡ өҫтө йөрөй, арып-талсығып урынына  тәгәрәүгә йәнә шул йоҡоһоҙлоҡ, бөтмәҫ уйҙар, күңел тынысһыҙлығы биләп ала. 

Ҡайһы саҡ ул үҙенең тәнен ниндәйҙер ауыр, бысраҡ, кәрәкһеҙ әйберҙәр менән тултырылған һауыттай күрә. Бушанырға, арынырға кәрәклеген дә белә, тик булдыра алмай.  Нисек таҙарынырға? Бер бушанып алһа, эсенә изге ғәмәлдәр, яҡты уйҙар, яҡшы теләктәрҙе генә йыйыр ине. 

Ваҡыты булғанда мәсеткә йөрөргә тырыша, аят-сүрәләрҙе лә ятлап алды. Биш ваҡыт намаҙын уҡымаһа ла, әҙ-мәҙ уҡый ҙа белә. Бына ваҡыты ғына етеңкерәмәй... Былай һәр эшен бисмилланан башлай. Пенсияға ғына сыҡһын әле! Биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмаҫ! Аллаһына һыйынып, уның ярлыҡауына өмөт итә, шул көндәрҙе күрергә генә  яҙһын.

...Йоҡларға тырышҡан Миңлегөлдө йәнә ауыр уйҙар биләп алды. 

Ғаиләһендәге алты бала араһында ҡыҙҙарҙан ул тәүгеһе ине. Үҙенән өлкән өс ағаһына, ике һеңлеһенә тырыш атаәсәһе береһенән-береһен айырмай, тигеҙ тәрбиә бирергә  тырышты. Кеселәре ағаларына, апаларына һыйынһалар, ололары бәләкәйҙәрен ҡурсаланы. Ата-әсәһенең үҙ-ара талашыуын, балалар араһындағы сыйышыуҙы күреп  үҫмәне Миңлегөл. Аратирә килешмәүҙәр килеп сыҡһа, әсәһенең бер һүҙе етә ине. “Ағайыңды йә апайыңды тыңла!”, “Һин ағай йәки апай кеше!”, “Атайың белеп ҡалмаһын”  булыр ине әйтер һүҙҙәре. Атайҙары ла уҫал булманы, бер ваҡытта ла өйҙә тауыш күтәрмәне, әсәһе менән дә һүҙгә килешмәне. Тыныс булмышы яҡын туғандарын да үҙенә тартып торор ине. Колхоз бөтөүөн самалап, үҙ хужалығын киңәйтте, мал һанын арттырҙы, уларҙы һатып, аҡса эшләргә тырышты. Әсәһенең ҡулынан бәйләме төшмәне, балаларын да юҡтан бар яһарға, берҙе ике итергә өйрәтте. 

– Һин һеңлеләреңә өлгө, апай кеше! Уҡырға, һөнәрле булырға тырыш. Һөнәрең булһа, еңелерәк бит ул, беҙҙең кеүек ҡара эштә бил бөкмәҫһең, – тип Миңлегөлгә ныҡып  ҡына торҙо. 

Ҡышҡы кистәрҙә балаларҙың дәресен әҙерләүен күҙәтте, ололары кеселәренә өйгә эшен ҡабатлатты. Кейемдәрен рәтләгәндә кәңәштәрен бирҙе, әммә бер ваҡытта ла  бәйләменән айырылманы. 

Тырышты Миңлегөл, үҙ көсө менән башланғыс класс уҡытыусылары әҙерләгән уҡыу йортона ингәс, ата-әсәһенең ҡыуаныуҙары, һеңлеләренә үрнәк итеп ҡуйыуҙары бер  нисек тә онотолмаҫ. 

Илдәге барған болғаныш, аҡсаһыҙлыҡ, етешһеҙлек мәленә тура килде Миңлегөлдөң уҡыу йылдары. Ағаларын армияға оҙатыу, ҡаршы алыу, уларға кәләш әйттереп, туйҙар  үткәреп, башҡа сығарыуҙар ҙа шул осорға тап килде. Ата-әсәһенән бер зарланыу, һуҡраныу ишетмәгән Миңлегөл уларҙы яҡшы уҡыуы, матур тәртибе менән ҡыуандырырға  тырышты. Өҫ-башы ла оялырлыҡ булманы, әсәһе бәйләгән башлыҡ-шарфтар, кофталар, ойоҡ-бейәләйҙәре ҡыҙҙың зифа тәненә килешеп, матурлыҡ өҫтәне. 

Уҡыуын тамамлағас, уны урман төпкөлөндәге ауылға йүнәлтмә менән эшкә ебәрҙеләр. Мәктәп йортона урынлашҡан ялан ҡыҙы тирә-яҡты өйрәнергә теләп, ауыл  эргәһендәге тауға күтәрелде. Был ваҡытта ауыл халҡы уға һоҡланып ҡарап торҙо. Аҡ блузка, ҡара юбка кейгән ҡыҙ үҙенең далаһын һағыныпмы, ҡара урманды ятһыныпмы,  әллә киләсәгенә ҙур өмөттәр бағалапмы – тау башында оҙаҡ уйланып ултырҙы. Һайлап ҡына нәфис сәскәләр өҙгән йәш ҡыҙҙы ауыл халҡы шунда уҡ үҙ итте. 

Эшләй башлауына ике ай үткәс, армиянан оҙон буйлы, һылыу егет ҡайтып төштө. Кис клубта йәштәр араһында бейегән йәш уҡытыусыға бер ҡарағас та йөрәгенә ут ҡапҡандай була. Армиянан ҡайтыу хөрмәтенә йыйылған киске табында ҡыйыуланып алған егет шунда уҡ Миңлегөлдө бейеүгә саҡырҙы. Аҙаҡ инде мәктәп йортона уҡ оҙата  барҙы. Ошоғаса һөйөүҙәрен белдергән егеттәргә битараф ҡалған ялан ҡыҙын егеттең ыҡсым һалдат кейемендә булыуымы, бәлки ярһыу сабырһыҙлығымы үҙенә ылыҡтырҙы.  Тиҙҙән мөхәббәт утына башкөлләй сумған ҡыҙ үҙенең ҡыланышына үҙе үк аптырай ине. Әсәһенә бирергә йыйған ике айлыҡ эш хаҡына матур-матур кейемдәр  алғыһы килде, ҡышҡы яңы кейемдәрҙә тағы ла матурыраҡ күренгән ҡыҙҙы яратмау мөмкин дә булмағандыр, саф тән еҫе тағы ла ылыҡтырғыс көскә эйә икәнлеген йылғыр  егет шунда уҡ тойҙо. Танышыуҙарына ике аҙна ла үтмәгәндер, егет мәктәп йортонда ҡуна ҡала башланы. 

Үҙендәге үҙгәрештәрҙе һиҙенгән Миңлегөл егетенә ошо хаҡта белдерҙе. Шунда уҡ Йәүҙәтте ен алмаштырҙымы ни, төкөрөк сәсеп уға өйләнергә теләмәүен, үҙен армияға  оҙатып ҡалған ҡыҙы барлығын һәм уның яңы йыл каникулдарында ҡайтасағын белдерҙе. Уның ишекте шартлата ябып сығып китеүен күргән Миңлегөл баҫҡан урынында  шаңҡып ҡалды. Хәҙер үҙенә ҙур өмөттәр менән ҡараған ата-әсәһенең күҙенә нисек күренер, һеңлеләренең һорауҙарына нисек итеп яуап бирер. Бынан һуң ауылдаштары,  еңгәләре уға уйнаш ҡатынға ҡараған кеүек кенә ҡарарҙармы, ояты ни тора! Әлбиттә, ир ҡатыны булыр өсөн аҡылы менән иртәрәк икәнен аңлай, эшләй башлағас  туғандарыма ярҙам итермен тигән теләге лә юҡҡа сығырмы? Ниңә егеттең ҡырағай теләгенә ҡаршы тора алманы? Үҙенең хистәрен йүгәнләй белмәнеме? 

Күҙ йәштәре менән тағы аҙна-ун көн үтте, тик һөйгәне генә күренмәне. Уны осратырға тырышып, киске уйынға сыҡһа ла, егет уның яғына ҡарамай ҙа сыртлатып төкөрөп  янынан үтә ине. 

Бер тоҙ ялаған ергә мал да эйәләшеүсән, һуҡмыш егет бер кис уның ишеген тағы туҡылдатты. Хәҙер инде бер аҙ тынысланған, ныҡлы ҡарарға килгән Миңлегөл уны өйөнә  индерҙе. Тик уға ныҡлы талабын ҡуйҙы: “Һин миңә өйләнәһең! Хәҙер үк өйөгөҙгә алып ҡайтаһың!” 

Үҙенә яҡынлатмай ҡаты торған, әммә арбағыс зифа тәненең тартыу көсөнә буйһоноп, ҡыҙҙың талабына артыҡ әһәмиәт биреп торманы егет. Уға хәҙерге һәләте мөһим ине:  бындамы, әллә үҙҙәренең өйөндәме – тик тиҙерәк бушанаһы килә. Егеттең өнһөҙ ризалығын алып, әҙер сумаҙанын, кейемдәр тултырылған пакеттарын алып егет йортона  юл алдылар. 

Улар ингәндә өйҙәгеләр йоҡлай ине, шым ғына сисенеп йәштәр шунда уҡ юрған аҫтына сумдылар. Бер аҙ күңеле тынысланһа ла, Миңлегөл уяулы-йоҡоло үткәрҙе төндө.  Иртәнсәк буласаҡ ҡәйнәһенең буласаҡ ҡайныһына һөйләгән хәбәренә һиҫкәнеп китте: 

– Йә... ҡарале бынауҙы, йәбешеп эйәреп килгән, оятһыҙ! Нимә уйлайҙыр инде, йүнһеҙ әҙәмдер күп булһа, берәү булһа әйттереүҙе көтөр ине. 

Миңлегөл шым ғына кейенеп, эшкә барырға әҙерләнде. Хәҙер инде буласаҡ ирен ата-әсәһе менән үҙен таныштырыуын, эшкә оҙатып ҡалыуын теләп, уны уятырға маташты. Тик армиянан ҡайтҡанынан алып төшкә ҡәҙәр йоҡлап өйрәнгән Йәүҙәт торорға теләмәне. Хатта ки Миңлегөлдөң ҡабатҡабат төрткөләүенә ҡаты һүгенеп ебәрҙе. Ғәрлегенән уның мышҡылдап илауы йәненә тейә ине, етмәһә утҡа май өҫтәп әсәһе бер туҡтауһыҙ сөңкөлдәй. 

Ҡыҙыу холоҡло Йәүҙәт сыҙаманы, әле таратылып өлгөрмәгән төйөнсөктәрҙе, сумаҙанды тотоп тышҡа сығарып елгәрҙе. Һаман илауҙан туҡтамаған Миңлегөлдө тышҡа  төрткөләп сығарҙы. 

– Һине бында кем көсләп килтергән, илап ышандырып ултырған булаһың. Ана бара юлың, сыҡ та кит, һине бында бер кем тотмай... – уның һүҙен тыштан ингән атаһы  бүлдерҙе. Миңлегөлдө етәкләп өйгә индерҙе лә улына екереп: 

– Эште боҙғас, төҙәтә лә бел, етте елғыуарланып йөрөүең. Алдағы йомала әйттерә барабыҙ. – Унан бисәһенә ҡарап ҡаты һүгенде. – Телеңде тыяһыңмы, юҡмы? 

Унан ялтанып йәһәт кенә тышҡа сыҡҡан ҡәйнә, тышта туҙырап ятҡан кейемдәргә абынды. Унан-бынан йыйыштырып, ҡартына ярарға тырышып, сумаҙан-пакеттарҙы өйгә  ташыны. 

Үҙен бер аҙ тәртипкә килтереп, Миңлегөл йыуынып эшкә юлланды. Урам буйлап йәһәтләп атларға тырышһа ла, аяҡтары тыңламай, оялыуҙан, ғәрләнеүҙән биттәре уттай янып, мәктәпкә килде. Әлбиттә, ҡаршылаған коллегалары һынамсыл ҡарап, уның хәл-торошон көн һыуығына бәйләп ҡуйҙылар. Миңлегөл һыуыҡты тойманы,  өшөмәне. Тик бына йәнкәйе өшөнө, туңды, рәнйене. Ә бит был ул үтәсәк тормош һуҡмағының тәүге һикәлтәһе генә ине. 

Бына улар Миңлегөлдөң тыуған йортонда. Әсәләһе ҡыҙына бер генә күҙ һирпте, шунда уҡ эштең нимәлә икәнлеген аңланы. Сабыр ғына атаһы менән кәңәшләшеп,  ризалығын бирҙеләр, ҡунаҡтарҙы хөрмәтләнеләр. Тик ҡайныһы ҡайтыу юлында һөйләнеп, һүгенеп ҡайтты. 

– Йүнләп һыйлай ҙа белмәнеләр, йәштәрҙең тормошон араҡынан башламайыҡ, имеш. Йә, күстәнәскә тигән араҡыны алдан биреп өлгөрҙөң, йүнһеҙ, – тип ҡатынына  һелтәнде. – Үҙемдең күстәнәсте үҙем эсеп ҡайтып барсы әле, йүнле әҙәм түгелдәрҙер: береһе эсергә эшкинмәй! 

Атаһының, ағайҙарының эскән саҡтарын күргәне булһа ла, һүгенгәндәрен ишеткәне булмағас, Миңлегөл юғалып ҡалды. Өйгә ҡайтып инеү менән, аталы-уллы араҡы эсә  башланы. Был хәлгә аптыранды, хәлһеҙләнеп карауатына ауҙы, тауыш-тынһыҙ һығылып-һығылып иланы. 

Яҡшы ҡатын, һәйбәт килен булырға тырышты Миңлегөл. Иртәнсәк көн дә ялтыратып иҙәндәрен йыумайынса эшкә китмәне. Көн дә ҡайны-ҡәйнәһенең керҙәрен айырмай  йыуҙы. Тик ярай ғына алманы, ир туғандарына ул йәбешеп сыҡҡан бисә булып ҡына ҡалды. Әсәләренә үҙенең хәл-торошон һөйләмәне, үҙенсә, ярай өйләнде, уйнаш бисә  исемен күтәрмәнем, тип йыуанды. 

Балаһы тыуғанға аҡса алғас, һаман эшһеҙ төртәләнгән иренә бергәләп ситтә эш эҙләргә тәҡдим итте. Бер һөнәрһеҙ, эшкә барымһыҙ ире бер ерҙә лә оҙаҡ эшләй алманы, Миңлегөлдөң декрет аҡсаһы бөтөүгә үк кире ҡайтырға тура килде. 

Үҙҙәре башҡаланып сығыуға Миңлегөл дә эшенә сыҡты. Тик эш хаҡын ваҡытында бирмәү, өйҙәге тынысһыҙлыҡ, етешһеҙлек, эскелек үҙәгенә үтһә лә, түҙемле ине, ата-әсәһенә ауырлыҡ һалмай үҙ йөгөн үҙе күтәрҙе. Үҙе, алай ҙа йыраҡҡа кейәүгә сыҡтым, нисек йәшәгәнемде туғандарым белмәй, тип йыуанды. Күрешкән саҡта ялтырап торған  кейәүҙең ниндәй заттан икәнлеген һиҙенһәләр ҙә, Миңлегөл өндәшмәгәс, һорашып күңелен яраламанылар, үҙҙәре ярҙамынан өҙмәҫкә тырыштылар. 

Бер туғандар араһында тытыулыҡтың булмауы, ир менән ҡатындың туҡтауһыҙ әрепләшеүе, ҡарғау, ике йөҙлөлөк, һүҙ йөрөтөү ғәҙәти күренеш ине килен булып төшкән  йортта. Тәүҙә өндәшмәйенсә яҡшылығы, эше менән ярарға өмөтләнһә лә килеп сыҡманы. Киреһенсә, ауылдыҡылар уның күндәмлеген маҡтаған һайын, улар зәһәрләнә генә  барҙы. Йәнәһе, беҙ уны кеше иттек, беҙҙең туғаныбыҙ һәйбәт булғанға йәбешеп сыҡты. 

Бер-бер артлы тыуған өс балаһынан үтеп, юғары белем алыуҙан төңөлдө. Үҙенең эш хаҡы ашау-кейенеүҙән үтмәне, донъя кәрәк-ярағына етмәне. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт  уның ҡарамағында булды, йәйге ялы күмәк малға бесән әҙерләүгә бағышланды. 

Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, урманға өҫтәгеләр әйткәнде ҡаршылыҡһыҙ үтәгән, артыҡ дөрөҫлөктө һанға һуҡмаған хужа кәрәк ине. Махсус белеме булмаһа ла, Йәүҙәтте ҡулай тип таптылар. Сөнки һаҡлыҡ өсөн, әгәр ҡапҡан ябыла ҡалһа, бер ҡорбан кәрәк ине, бының өсөн ҡапҡанға оло сыр киҫәге лә ҡуйылды. Һәм... башланды. Көндә  машина-машина ағас оҙатыу, һанһыҙ, сикһеҙ диләнкәләр бүлеү... Йәүҙәттең кеҫәләре аҡса менән, сумкалары күстәнәс менән тулды. Элек бер яртылыҡ һорап, Миңлегөлдөң  йәнен ҡыйһа, хәҙер өҫтәлгә ҡыйбатлы шараптар, маркалы коньяктар ҡунды. Башта тәмләп ҡарарға ғына үрелгән Миңлегөл яйлап өйрәнеп китте. Һуңынан ире менән  икәүләшеп бер яртыны төпләп ҡуя башланылар. Ағас ҡулда булғас, таныштар ҙа арта, улар арҡаһында хыялында булған юғары белемгә лә ынтылды Миңлегөл, әлбиттә,  түләүлеһенә. Үҫеп килгән балаларҙың кеҫәһенән “Сникерс”, “Марс”, “Баунти” өҙөлмәне. 

Йәүҙәт хәҙер килешеүҙе урман төпкөлөндә түгел, ә затлы кафеларҙа төҙөнө. Шунда танышты ла инде нескә билле һылыу ҡыҙ менән. Әлбиттә, аҙаҡ балаһы барлығы асыҡланһа ла ҡул һелтәне, тәненең ҡайнарлығы, иркәлеге менән арбаны. Тәүҙәрәк, һиҙенгән ҡатынын аҡса, алтын биҙәүестәр менән алдаштырһа, аҙаҡ һөйәркәһе  бала тапҡанлығы ишетелгәс, Миңлегөл әкиәттәй тормошонан айныҡҡандай булды. Күпме күҙ йәштәрен түгеп, холҡона күнеп, ауырлыҡтарға түҙеп йәшәгән ирен инде аҡсаға  тейенгәс кенә кешегә тоттороп ебәргеһе килмәне. Тәүҙә үҙен үҙгәртеүҙән башланы. Көн дә кис затлы шарап йотоп, мунсанан һуң һалҡын һыра тотоп өйрәнгән  организмды ауыҙлыҡлау ауырға тура килһә лә, үҙенә маҡсат ҡуйып, бүтән ауыҙына алманы. Киске мәлдә ике биҙрә һалҡын һыу менән ҡойоноу, иртәнге мәлдә йүгереү  менән башлап ебәрҙе яңы тормошон. Бөтә кейемдәрен һеңлеләренә таратып, яңы модалы кейемдәр алды. Балалары ҡул араһына кергәс, өй эштәре еңеләйҙе, хәҙер йәй  буйы бесән әҙерләү онотолдо, бесән төктәре менән кәртәгә инеп бушатыла ине. Мал-тыуарҙы ла элекке кеүек эҙләп аҙапланаһы юҡ, ағастар игенгә, комбикормаға  әүерелеп, һәр саҡ мулдан таратылғанлыҡтан, һыйырҙар һарайға инергә ынтылып ҡына торалар. Аҡсаң булһа, ҡош-ҡорт уңғанлығын һәр кем белә, туғантыумасаға ым ғына  булһын, шунда уҡ йолҡоп, таҙартып, урынлаштырып китәләр. 

Ағас алтындан ҡиммәт, аҡсаң булһа, диплом да була, балалар ҙа түләүле уҡыуҙарҙа уҡып, дипломлы белгес булдылар. 

Тик Йәүҙәт кенә уның үҙгәреүенә иғтибар итмәне. Хәҙер үҙе менән бергә эсергә теләмәгән Миңлегөлдән һыуынғандан-һыуынды, ҡайтмай ҡалған көндәре йышайҙы. Кеше  һүҙен тыңлап, Миңлегөл күрәҙәсегә барып хәлен һөйләне. Уныһы күңеленә ҡотҡо һалып: “Иреңде сихырлағандар, хәҙер сихыр тамыр йәйгән. Ярҙам итә алмайым”, – тине.  Унан өҫтәп: “Сихырланғандар оҙаҡ йәшәмәй. Балаларыңа сарпыуы ҡағылмаһын”, – тип киҫәтте. Араҡынан арындырыу өсөн күпме имселәргә, дауаханаларға йөрөттө.  Айыҡтырып, тәрбиәләп кеше сүрәтенә индереп алыуға йәнә йәш бисәһенә һуғылды. Ә уға ирҙең һаулығы түгел, аҡсаһы менән дәрте генә кәрәк ине. Дәртен күтәреү өсөн  үҙе үк араҡы менән һыйларға сәбәбен таба. Эсеп эшлектән сыҡһа, кире ҡатынына ҡайтарып ебәрә. Йәүҙәтте айыҡтырыу өсөн күпме аҡса киткәнен үҙе генә белде Миңлегөл. Барыһы ла үтер, тик эшенән генә ҡыумаһындар, һау ғына була күрһен, тип йәшәне. 

Үҙен үҙгәртеп тә кәрәкле һөҙөмтәһе булмағас, төплө тәрбиә алған, ғаиләһен тарҡатмаҫҡа бөтә көсөн һалған Миңлегөл бөтөнләй икенсе тактикаға күсте. Йәүҙәттән ҡиммәтле  машина алдырып, үҙенә яҙҙырҙы. Балаларын машиналы итте. Шаҡтай килем килтергән, әммә байтаҡ өлөшө һөйәркәһенә тотонолған ағас ярыу пилорамаһын  һаттырҙы. Аҡсаһына ҡаланан өй һатып алды һәм үҙенең исеменә яҙҙырҙы. Элегерәк Йәүҙәте өйөнә ҡайтмай йөҙәтһә, хәҙер Миңлегөл ҡалалағы йортона күсеп китте. Эшкә  урынлашты. Балалары үҙ иштәрен тапҡас, гөрләтеп туй яһанылар. 

Һаман сабырлыҡ менән ғаилә бөтөнлөгөн, тормош именлеген һаҡларға тырышһа ла, бәлә уйламаған ерҙән килде. Йәүҙәт эсеп эштән ҡыуылыуын ауыр кисерҙе, өҫтәгеләргә лә үҙ араһында таҙартыу кәрәклеге асыҡланды. Хәҙер яңы һеперткегә урын да бушаны, элекке шаһиттарҙың юҡҡа сығыуы хәйерлерәк. Аҡсаһыҙ йәрҙе һөйәркә оҙаҡ тотманы. Элекке кеүек бер ажғырып Миңлегөлдө лә һүҙһеҙ буйһондора алманы. Яңы йортонда  ла уның хужа түгеллеге асыҡланды, балалар ҙа үҫкән. Эскән аталарына ҡәтғи шарт ҡуйҙылар: эсмәһәң йәшә, эсһәң, ана бара юлың! Ауылдағы йортона ҡайтып китте.  Эскелектән тиҙ арала эшлектән сыҡты, ауырыуға һабышты. Нисек кенә ауыр булһа ла, Миңлегөл уны ташламаны. Бар ауырлыҡты иңенә алып, хәлен еңеләйтергә  тырышты, тик ауырыу унан көслөрәк булып сыҡты. 

Бына хәҙер бүлешер мал, уртаҡлашыр ир, талашыр туғандар ҙа юҡ. Шулай ҙа ҡыйын ине уға. Күңел тыныслығы ҡайҙа  булды? Яратҡан эше бар, һөйөклө балалары эргәһендә, ятһа – йылы түшәге, ашайым тиһә – ашы бар, һаулығына зарланмай. Йоҡоһоҙ үткән төндәрҙә үткәндәрен уйлай, киләсәген барлай. Күҙҙәрен йомһа, Йәүҙәтенең ҡаты ауырыуҙан илереп, һөйәркәһен саҡырыуы күҙ алдына килеп баҫа. Үҙәге өҙөлә. Миңлегөл үҙенә рәхмәт әйтеүен,  бәхиллеген биреүен хәтерләмәй. Ихластан тәрбиәләүен шулай тейеш тип ҡабул итте, үҙе йәш бисәһен һағынды. Ниңә улай һағышлы яҙмыш бүленде өлөшөнә, кеше ирен тартып алманы, иренә тоғро булды. Әле лә үҙенә күҙ һалыусылар булһа ла, иренең рухын рәнйетәһе килмәй. Әллә теге ваҡыт күрәҙәсенең әйтеүе дөрөҫ булдымы,  сихырланған кеше оҙаҡ йәшәмәй... 

Нимә эшләргә? Әллә һаман да ейән-ейәнсәрҙәр һөйә алмауы шул сихырҙың сарпыуымы? Йоҡоһоҙлоҡтоң да сәбәбе барҙыр, тик сисә генә алмай ошо төйөндө. Бигерәк тә әсәһе мәрхүмә булғандан һуң үҙенә урын тапмай. Ошоғаса, күрәһең, әсә һөтө аралағандыр ауырыу-сырхауҙан, күңел төшөнкөлөгөнән. 

Йоҡоһоҙлоҡтан, уйланыуҙан арыған Миңлегөл затлы шкаф тартмаһынан дарыу төймәһе алып ҡапты. Быныһы йоҡоһоҙлоҡтан түгел, оҙаҡламай таң ата, унан ҡояш ҡалҡыр.  Үҙенә килер көндөң хәйерле, уңышлы булыуын теләп, душ бүлмәһенә юлланды. Берсә һалҡын, берсә эҫе һыуҙа ҡойонғандан һуң күңеленә тыныслыҡ теләп, иртәнге намаҙға баҫты. Килер көндә теләмәһәң дә көсәнеп йылмайырға, балаларға сабыр ғына дәрестәрен аңлатырға, башыңды юғары күтәреп коллегалары менән һыр  бирмәй аралашыр өсөн көс тупларға кәрәк. Унан һуң йәнә ялҡытҡыс, ҡурҡыныс ҡараңғы төн көтә... 

 

Дауамы: Гөлдәр Кәлимуллина

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: