Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
22 Декабрь 2021, 13:33

АЛТЫНҠАЙЫМ

(Хикәйә)

АЛТЫНҠАЙЫМ
АЛТЫНҠАЙЫМ

Төн. Тик-так, тик-так. Ҡараңғыны ярып, тынсыу бүлмәне ялағай яҡтырта. Күк күкрәй.

– Бисмилла...
Тынлыҡ. Тик-так, тик– так. Ялағай. Дөһөр. Бисмилла...
Алмагөл әбейҙең өҫтөнә төнгө тынлыҡ ауыр таш кеүек түшәлгән, ул, ҡыбырларға ла ҡурҡып, түбәнән күҙен алмай. Тынлыҡ әбейҙең йөрәгенә лә ауыр таш булып ятҡан. “Ҡайҙа уның, ҡатынының ҡурҡҡанын белеп, йәшен ваҡытында хәбәр һөйләп әүрәткән бабайы? Ҡайҙа күрше бүлмәлә бер ни ишетмәй хырылдап, рәхәтләнеп йоҡлаған улғынаһы? Тынлыҡ ҡына. Алмагөл инде йәшендән дә ҡурҡмай. Кеше үҙе өсөн ҡурҡамы ни? Юҡ, яҡындары өсөн. Шуға, бәлки, яңғыҙҙар иң ҡыйыуҙарҙыр...”
– Ҡәртәсәй?
Бала тауышы Алмагөлдөң уйҙарын бүлде. Әбей башын ғына бороп ҡараны ла кире түбәгә текләне. Бүлмә ишеге эргәһендә ейәне тора.

– Һиңә нимә кәрәк? Бар урыныңа.
Малай өндәшмәне.
“Яңғыҙҙар иң ҡыйыуҙар. Ҡыйыуҙар, ләкин бәхетһеҙҙәр. Бәхет яңғыҙлыҡта булмай”.
Тынлыҡ. Тик-так, тик– так. Ялағай. Дөһөр.
– Йә Хоҙай, бөтәме был төн, юҡмы?
Инде ярты йылға яҡын шулай: көндәр эш менән һиҙелмәй үтә, ә төндәр сикһеҙ оҙон.
Төн. Төн ҡараңғыһында кешеләрҙең ысынбарлығы асыла. Әйтерһең, барлыҡ хистәрең төндөң ҡараңғылығына ышанып тышҡа сыға. Төндә кеше йөрәге менән йәшәй башлай. Хыялдары, яралары, уйҙары ҡалҡып мейегә инеп ултыра һәм йоҡо бирмәй күңелде тырнай. Ә көндөҙ кеше күҙ менән йәшәй. Ә күҙҙәрҙең ҡайһы саҡ һуҡырыраҡ булыуы ихтимал, йә булмаһа бөтөнләй төҫтәрҙе бутап беҙҙе алдайҙар.
– Әй, Аллам... – Алмагөл әйтеп бөтөрмәне. – Әй, Аллам, ни мәғәнә был тормошта? Йәне сығып бөтә алмаған тән генә инде мин. Әй, Аллам, ни өсөн? Тәүҙә бабай, унан улым, киленем...
– Ҡәртәсәй?
Әбей йәнә ишек яғына әйләнеп ҡараны. Инде йәшен тымып бара, тәҙрәләрҙән таң яҡтыһы төшә башланы. Ә ейәне һаман тора. Йәшендән ҡурҡалыр, бәләкәй бит әле.
– Ҡурҡаңмы? Кил, ярай, ят эргәмә, – тип саҡ ишетерлек итеп шыбырланы. Алмас йүгереп килеп ҡартәсәһе янына һырынды.
“Ҡара һин уны, йәше инде дүрткә етеп бара, ә һаман бала еҫе сыға. Ожмах еҫе тиҙәрме әле? Бәлки, Аллаһы Тәғәлә тап үҙе миңә ебәргәндер ошо баланы? Ул ебәрмәгән булһа ла, мин малайҙы ҡалдырмаҫ инем...” Алмагөлдөң күңеленә еңеллек инде.
Һуң бына бит уның мәғәнәһе! Бына кем өсөн йәшәргә кәрәк хәҙер! Ул яңғыҙ ҡалмаған был донъяла, уның ейәне бар.
– И-и-и, алтынҡайым, – тип Алмагөл Алмастың маңлайынан үбеп алды.
Был Алмагөлдөң ҡайғыһынан һуң йоҡоһоҙ үткән һуңғы төнө булды. Бер-ике ай эсендә иң яҡындарын юғалтҡандан һуң ул бөтөнләй йәшәүҙән арығайны, үтә ауыр кисергәйне фажиғәне. Ләкин кеше барыһына өйрәнә икән. Беҙ бит шулай ҡоролғанбыҙ: тере ҡалып, йәшәргә ынтылабыҙ. Шуғамы икән, Алмагөл әбей ейәненә әүрәне. Уның өсөн йәшәргә булды.
****
Был төндән өс йылдай ваҡыт үтте. Алмас та инде үҫте. Алмагөл үҙенең яңы тормошона, яңы роленә өйрәнде. Хатта үҙен бәхетле итеп тоя. Ә элекке ғүмеренән фотолар һәм йөрәктә хәтирәләр генә тороп ҡалды.
Шундай кешеләр була – ул тиклем аҡыллы ла түгелдәр, яҡшы эштә лә эшләмәйҙәр, ҙур ҡаҙаныштары ла юҡ, бөйөк нәмәләр ҙә башҡармағандар – ә уларҙы нимәгәлер хөрмәт итәһең. Уларҙың үҙҙәрен тотошо, һын-ҡиәфәте, ҡарашы “мин һеҙҙән аҡыллыраҡ, тырышыраҡ, өҫтөнөрәк” ти (ә ул кеше үҙе бер ваҡытта ла улай тимәй, хатта уйҙарында ла юҡ) һәм һиндә, үҙең дә һиҙмәҫтән, ул кешегә ихтирам уяна. Алмагөл тап шундайҙарҙан. Тормошо башҡаларҙыҡынан айырылмай: тыуҙы, үҫте, кейәүгә сыҡты, бала тапты һәм баҡты, ҡартайҙы. Ләкин барыбер Алмагөл ҡорған ғаилә бүтәндәрҙекенән айырылып торҙо. Ундай ғаиләләр һәр ауылда бар. Уларҙың йорттары ла икенселәй кеүек: төҙөк йорт, бейек һәм һәр ваҡыт ябыҡ торған ҡапҡа. Әйтерһең, бар кешеләрҙән йәшенгәндәр. Бәхеттәре лә, ҡайғылары ла йорттарынан сыҡманы. Ҡунаҡҡа йөрөштөләр, өмә эшләнеләр, эш буйынса аралаштылар, ләкин сер бүлешеп ултырманылар, сит кеше ғүмеренә битараф булдылар. Ауылдаштары ла уларға тартылып барманы. Алмагөл яңғыҙы тороп ҡалғас ҡына хәл белешеүселәр йышайҙы. Бөгөн бына Гөлсөм күршеһе инеп, сәй эсергә ҡунаҡланы.
– Малыңды бөтөрөп ҡуймай, – тине икмәгенә май һылаған арала.
Хәл белеүселәрҙе яратмай Алмагөл, бөтәһе лә уның күңелен болғап, яңғыҙлығын, меҫкен булып йәшәүен күрергә, йәлләргә ингәндәр һымаҡ.
Малыңды бөтөрөп ҡуймай... Үҙе һөт һорап килә торған әле, тип эстән уйлап ҡуйҙы әбей.
– Ниндәй мал булһын, бабай тере саҡта бына, исмаһам, кәртә тулы мал ине, бер баш һыйырҙы мал тип әйтеп буламы? Алмасым һөт ярата бит...
– Эйе-эйе, нисек булһа ла йәшә инде, – тип сәйен һемереүен белде Гөлсөм.
“Һе, нисек булһа ла йәшә ти ул миңә! Миңә нисек йәшәргә һинең хуплауың кәрәк ине шул! Йәшәгем килә, шуға йәшәйем... нисек булһа ла йәшә, тфү!..“
– Һин күргәнде берәүгә лә күрергә яҙмаһын, – тип бер үҙе ләпелдәүен дауам итте Гөлсөм. – Бөтәһен дә юғалт сәле: бабайыңды ла, берҙән-бер улыңды ла, киленеңде лә...
– Уй, Алмас йөрөй түгелме? Бына көҙгө һыуыҡта өйгә индереп булмай, – тип бүлдереп тәҙрәгә туҡылдатты Алмагөл. – Алмас, ин сәй эсергә!
“Алай ҙа күреп ҡалдым әле ул, атыу бына Гөлсөмдөң инде дүрт йыл һөйләгән хәбәрен тыңлап ултырыр инем. Әллә нимәгә шул Алмасты яратмаған була, бер ҙә хәлдәрен һорашмай, үҙең һөйләй башлаһаң, хәбәрҙе икенсегә бора, ҡуша сәйгә саҡырһаң, сығып китеү яғын ҡарай. Етем итеп ятһырап күрә алмай йөрөй инде үҙенсә. Тфү! Ҡара һин уны, ҡалай йөҙө үҙгәреп китте. Теге юлы икмәк ултырттым тип сығып ҡасҡайны, был юлы нимә тиер икән?”
– Ә-ә-әй! Магазинға инеп сығам тигәйнем, онотоп яйлап тик ултырамсы, – тип әпәр итеп тороу яғын ҡараны Гөлсөм, – рәхмәт, Алмагөл апай!
“Инеп шул ғәйбәт һата инде, миңә үткәндәрҙе иҫләтергә. Яҡындарымды күмгәс, һыныр тигәйнегеҙме? Әҙерләп ҡуйған! Мин әле һеҙҙән оҙағыраҡ йәшәрмен. Ултырырһығыҙ әле ҡырын ҡарашып, зәмдәрегеҙ килеп”.
Көйәләнеп уйланыуҙан Алмагөл Гөлсөмдөң сығып киткәнен дә, Алмастың килеп инеүен дә һиҙмәне.
– Ҡәртәсәй, мин атайыма ны-ыҡ оҡшағанмынмы? – тип Алмас өҫтәл артына менеп ултырҙы. Алмагөлдөң күңеле йомшарып китте ейәненең тауышын ишеткәс.
– Шул тиклем! Ике тамсы һыу кеүек, – тине ул йылмайып. – Иии, алтынҡайым, – тип арҡаһынан һөйөп алды. – Бик иртә етем ҡалдың шул. Машинала артта ултырмаһаң һин дә булмаҫ инең минең...
– Шунда мин оҙаҡ балниста булғанмын, ивет!
– Эйе, һине теге донъянан тартып алдыҡ инде... – тип әбей супылдатып үбеп ҡуйҙы малайҙы.
“...Нисек булһа ла йәшә... Гөлсөмдөң был һүҙҙәре Алмагөлгә тынғылыҡ бирмәне. Хуплап ултыра инде үҙенсә. Етмәһә, ҡалай килештереп сығып китте. Тфү! Ҡана, артынан барып, кәрәген бирәйем әле. Ҡылам мин уны хәҙер”.
– Улым, мин магазинға барып киләм, өҫтәлде йыйыштырырһың, – тип, йәһәтләп сығып та китте.
Барып та ни тиер? Барыбер! Берәй яйын табыр әле, ауыҙын ябыр... – тип уйлана-уйлана магазинға килеп инде. Унда һатыусы менән Гөлсөм көлөшә-көлөшә гәп һата.
Хәҙер бында килеп ғәйбәт сәйнәй, тине эстән генә һәм:
– Һаумыһығыҙ! Шәкәр алам тип килгәйнем, – тигән булды.
– Һаумы, Алмагөл апай!
– Аһ-аһ, нишә ҡуша килмәнең минең менән? – тине Гөлсөм.
– Нишә-нишә... Үҙе ҡабаланып сығып китте лә, – тине асыуын баҫып, – Алмасыма сәй эсерҙем.
“Тағы йөҙө үҙгәрҙе, ҡара һин уны. Тыңлағың килмәйме “етем” тураһында? Ҡылам мин һине хәҙер”.
– Айҙарҙың класташы бит әле, иҫләйһеңдер әле уның бәләкәй сағын, – тип һөйләй башланы әбей һатыусыға ҡарап, – Алмасты әйтәм, тас атаһы булып үҫеп килә. Төҫ-башы ла Айҙарҙыҡы, холҡо ла уныҡы. Анау көнө ҡайтып ингән, ҡартәсәй, ти, мин яңылыш таш менән Гөлфиәнең башын ярҙым ти. Баҡтиһәң, Гөлфиәне Әлфирҙәрҙең анау уҫал ҡаҙы баҫтырған, был шул ҡаҙға ташлайым тип, Гөлфиәгә эләккән дә ҡуйған. Айҙар ҙа бит ҡыҙҙарҙы яҡлап ҡына алып йөрөнө, иҫләйһеңдер. И-и-и, балаҡайым, бәхетле генә булһын инде. Дөрөҫ әйтәләр, балаңды балаһы балдан татлы тип, – тип үҙе һөйләп торҙо, үҙе Гөлсөмдө күҙәтте.
“Ап-аҡ булып, ҡара һин уны! Хатта бынауы (һатыусы) әллә нишләп китте түгелме! Килештереп торалар, ул гонаһһыҙ балала ни үстәре барҙыр инде? Етем булһа әллә, кеше түгелме? Тфү, әҙәм мәсхәрәләре! Бынан сығып ҡаса алманың бит, ә, Гөлсөм? Ауыҙыңды йырҙым мин! Минең ейәнемә бер кемдән һүҙ түгел, ҡараш тейҙермәм!” Шулай улап, барыһы уңышлы килеп сыҡҡанына ҡыуана-ҡыуана, шәкәрен алып, түләп сығып китте, хатта көшәлеген онотто. Ундай матур сығып китеүҙән һуң кире магазинға ингеһе килмәһә лә, сыҡҡас бер-ике аҙымдан кире боролорға тура килде. Ләкин инеп етмәне, Гөлсөм менән һатыусының ниҙер гөбөрлөгө сығып һөйләшкәнен ишетеп ишек янында туҡтап ҡалды.
– М-дә, был әбей сәпсим бөткән... Ҡайғыны күтәрә алманы шул, – тип ишетелде һатыусы тауышы.
– Бер йылда япа-яңғыҙың тороп ҡал сәле. Бабайы үлеүенә бер нисә ай ҙа үтмәй, берҙән-бер балаң ғаиләһе менән аварияға осһон әле. Етмәһә, ейәне терелә тип өмөт биреп, һуңынан уныһын да тартып алдылар бит. Ҡайҙан ғына тере ҡала алһын инде ул бала, машиналары бөтөнләй йәлпәшкән тиҙәр...
– Ана хәҙер ейәнем тере тип һөйләй ҙә ултыра бит, әллә йәнен күрә, әллә аҡылдан яҙған. Әйләндерә лә Айҙар менән булған хәлде Алмас менән булды ти. Бына бөгөн дә, бәләкәй саҡта, шул биш-алты йәш булғандыр, Айҙар мәрхүм миңә таш ташлағайны, шуны иҫләп һөйләне, үҙең ишеттең. Бына, баяғы шул таштың эҙе...
“Нимә һөйләйҙәр ул? Оятһыҙҙар!» Алмагөл ҡапыл аңлап етмәне. Бына хәҙер ул ҡайта ла Алмасын етәкләп алып килеп биттәренә төкөрөп сығып китә. Тик ҡайтып етер кәрәк. Баш әйләнә, аяҡтар саҡ атлай. Һәр аҙым ауыр бирелә. Ҡайтып етергә генә кәрәк. Ҡайтырға ғына кәрәк. Тик ҡайтыу менән нимә? Өйҙә бит бер кем юҡ. Унда бушлыҡ. Ейәнен дә башҡа етәкләй алмай...
Хәтирәләрҙе Алмагөл башҡа бикләп тота алманы. Улар яҙғы ташҡын кеүек мейеһен баҫып алды. Бабайының ҡырҡына әҙерләнергә тип ҡаланан улы ғаиләһе менән килергә юлға сыҡҡан инеләр. Ләкин етеп килгән ерҙә ҡаршыға сыҡҡан машина мәнән төкөшкәндәр. Улы менән килене шунда уҡ гүр эйәһе булды, һуңғы өмөт итеп ейәне әле тере тинеләр. Алмас бер төн йәшәп, иртәгеһенә баҡыйлыҡҡа күсте. Был төн Алмагөл өсөн иң оҙағы булды, хәтеренә әллә нисә ай көткәндәй уйылып ҡалды. Улын, киленен, ейәнен бер көндә ерләнеләр. Бар ғүмеренең мәғәнәһе, бар ғүмеренең емеше хәҙер – бары дүрт ҡәбер...
Алмагөл саҡ ҡайтып етеп диванға барып ултырҙы. Алмас юҡ. Бер ваҡытта ла булмаған. Ә ҡасан барлыҡҡа килде һуң? Ер ҡуйынына ингәс тә. Тәүҙә ҡартәсәһен мөйөштән өнһөҙ генә күҙәтте. Әбей ҡырҡы үткәс китер тип уйланы, шулай ҙа был уйҙан уға күңелһеҙ булып китә торғайны. Ләкин китеү түгел, хатта һүҙ ҡуша башланы. Алмагөлгә Алмас менән еңелерәк тойолдо. Ә теге төндә беренсе тапҡыр үҙе яҡынайтты, башҡа айырыла алманы. Ә ейәне үлгәнен ул ысынлап онотҡан ине, бәлки, хәтерләгеһе килмәгәндер. Был уйҙарынан әбейҙең тыны ҡыҫылып киткәндәй булды, тамағына төйөр генә түгел, ә барлыҡ нәфрәте, ғазаптары килеп тығылды:
– Бер кемдең дә хаҡы юҡ минең донъямды тартып алырға, күҙ төбәп ултырған кешеләремде бер көндә юҡ итергә. Әй, Аллам, хатта һинең дә хоҡуғың юҡ ине! Минең ни гонаһым бар? Ул йәш баланың ни гонаһы бар ине? Ни өсөн язаларға? Мин бит әсә кеше, балаҡайҙарымды алғансы, йөрәгемде тереләй ҡырҡып алыу мең тапҡыр еңелерәк булыр ине. Ни мәғәнә... ни мәғәнә ҡалды тормошомда?.. – әбей үкһеп ебәрҙе. – Нимәгә шул төндә һине үҙемә яҡынайттым инде? Күҙемә күренгән ен генә булып ҡалһаңсы!.. Юҡ, ғәфү ит, алтынҡайым, беҙ бит бәхетле булдыҡ. Һин миңә тағы өс йыл ғүмер бүләк иттең. Төкөрҙөм мин кешеләргә, һин генә минең ысынбарлыҡ...
– Ҡәртәсәй, илама, миңә ҡыйын буласаҡ бит,– тине Алмасы эргәһенә ултырып. – Бөгөн тәүге ҡар яуасаҡ, мин өшөрмөн инде, ҡәртәсәй.
– И-и-и, алтынҡайымды, – тип күҙ йәштәрен һөртә-һөртә үбеп алды. – Мин һине өшөтмәҫмен. Мин хәҙер килермен, ҡосаҡлашып тороп ятырбыҙ.
Алмагөл урынынан һикереп тороп, етеҙ хәрәкәттәр менән иң ҡалын юрғанын тәңкләп тотоп алды һәм өйҙән сығып китте... Зыяратҡа сығып китте. Барып еткәс, Алмасының ҡәбере янында бер ғауымға туҡтап ҡалды. Шунан уны юрғаны менән ҡапланы һәм үҙе эргәһенә ятып, ҡәберҙе ҡосаҡлап йоҡлап китте. Ә төндә уларҙың өҫтөнә ап-аҡ булып беренсе ҡар яуҙы.
 
Авторы: Заһиҙә Мусина
Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: