Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
15 Декабрь 2021, 19:04

ТЕРЕ ЙӘН ИНЕ

(Хикәйә)

ТЕРЕ ЙӘН ИНЕ
ТЕРЕ ЙӘН ИНЕ
Март яҙ айының уртаһы, көндөҙ күҙҙе сағылдырып ҡояш көлөп торһа ла, төндәрен шығырлатып һыуыта. Сара аяғы араһында ураланып, мыраулап йөрөгән бесәйен тасылдатып тышҡа ырғытты. "Бында ни, йәнде көйҙөрөп һин генә ҡалмағайның", – тип үҙ алдына һөйләнеп, ишектең келәһен эләктереп тә ҡуйҙы. Йән эйәһе төнө буйы ишекте тырнап мыяулап сыҡты. Шәүрә, бесәйен йәлләп, келәне ысҡындырып, индерәйем генә тигәйне, аш бүлмәһендә йоҡлаған әсәһе, аяҡ тауышына уянып, ҡысҡырып ебәрҙе: "Тиҙ генә ят урыныңа!" Сабый бала кеүек сеңләп илаған тауышҡа йоҡлап буламы инде, ана, әсәһе бер әйтте лә, ыңғайына хырылдап тағы әүен баҙарына китте. Янында ятҡан өләсәһе лә йоҡламағанға оҡшай, ауыҙ эсенән мөңгөрләп нимәлер уҡынып ята шикелле. Бесәйен йәлләп ятып, үҙе лә әүенгә киткән. Тәҙрәнән төшкән ҡояш яҡтыһына, саҡ ҡына күҙен ҡыҫып, кирелә биреп, тирә-яғын байҡаны. Барыһы ла торошоп бөткәндәр. Аш-һыу бүлмәһенән танауҙы ҡытыҡлап, тәмле еҫ килә. Шул арала өләсәһе уның янына килеп:
– Айнанайым, торҙоңмо, мин һиңә тәмле ҡоймаҡ ҡойоп, яратҡан бутҡаңды бешерҙем, битеңде йыу ҙа тиҙ генә өҫтәл артына йүгер, хәҙер әсәйең дә ҡайтыр инде эштән.
Шәүрәнең башында һаман төнө буйы ҡысҡырып сыҡҡан бесәйе ине.
–Өләсәй, ә Маруся ҡайҙа, әллә туңып ҡалғанмы, тыштан индерҙегеҙме?
– Эй, аллам, онотоп та торам, Һөйөнсө! Марусяңдың өс көсөгө бар, һинең аяҡ осоңа ғына менеп көсөкләгән, ярай әсәйең күрмәне, тиҙ генә ҡумтаға күсереп һалдым, – тип ейәнсәренең арҡаһынан дөпөлдәтеп яратып алды. Шәүрә, тәмле бутҡаһын да онотоп, бесәйе янына йүгерҙе. Марусяһының иң тәүге көсөктәре бит улар. Эй ярата ул бесәйен, атаһы бәләкәс кенә көйө алып ҡайтып биргәйне. Үҙе төрлө төҫтә. өләсәһе әйткән була, "төрлө төҫ ул, балам, бәхеткә". Урлашмай ҙа, шундуҡ тышҡа сығып өйрәнде, тирә-яҡтағы бар сысҡандарҙы аулап бөтөрҙµ инде, хатта күрше-тирәләгеләрҙекен дә ҡалдырманы. Төндәрен ҡыҙҙың янына килеп йоҡлар булды. Шәүрә исемен дә үҙе ҡушты: Маруся. Ә бына әсәһе генә нишләптер ошо йән эйәһен яратмай, аяғы араһына килһә, туп шикелле тибеп ебәрә, шуға ла ул да аңлаймы, ҡурҡып ҡына йөрөй. Көсөктәре йыбырлығы килеп, әле күҙҙәрен дә асмаған көйө, береһен-бере этешеп, имсәккә талашалар. Әсәһе мыраулығы сығып, шуларҙы алмашлап ялай, ә үҙенең ике күҙе ҡыҙыҡайҙа. Һөйләй белмәһә лә, үҙенсә ҡыуанысын белгерткән була инде. Шәүрә бесәйен һыйпап "мин өс балаңа ла бик матур исемдәр һайланым, бына күрерһең, Алла бирһә, көндәр йылынһа, бергәләп тышта уйнарһығыҙ", – тип йылмайҙы.
Ысынлап та, көн артынан көн үтеп, бар тәбиғәт йәшеллеккә күмелде, күңелле итеп ағастан-ағасҡа ҡунып ҡоштар һайраны, Шәүрәләр ҙә баҡсалағы усаҡлыҡты йыйыштырып, шунда сәй эсергә күстеләр. Өләсәһе көн дә шунда ҡаҙанда һөт, ҡатыҡ ҡайната, бер юлы Маруся менән көсөктәрен дә һыйлап ебәрә. Сәбилә инәйҙең һикһән йәшен үткән йыл ҙур табын ҡороп билдәләп үттеләр. "Кәрәкмәй, оло кешегә әллә ни ярамаған да һымаҡ була бит”, – тип тиҫкәреләнһә лә, ҡыҙҙары ҡуйманы. "Гел йәшәмәйһең, бер йәшәйһең" – шул бер һүҙ етте. Әле бына иң кинйә улы, килене менән тора ине, улы өс йыл элек фәжиғәғә тарып йәшләй көйө мәрхүм булды. Килене фермала быҙау ҡарай. Ике ҡыҙҙары ҡалды. Олоһоноң үҙенең тормошо башҡа, ситтә йәшәйҙәр. Кескәй Шәүрәһе бар. Ҡыҙҙары: "Әсәй, инде улыңды кире ҡайтарып булмай, кил беҙгә йәшәргә, шул аждаһа менән йәшәгәнсе", – тиҙәр. Юҡ, шул ташлап китә алмай, бында уның Фәнисенең иҫтәлеге – Шәүрә ейәнсәре бар, уны аяҡҡа баҫтырырѓа кәрәк. Ул бала ла өләсәһенә ныҡ эҫенгән бит инде. Уйҙарға сорналып киткән икән, ейәсәрен дә абайламаған. Уныһы ҡулына бесәй балаһын тотҡан килеш: "өләсәй, ҡарале, ҙур булып үҫкәс, минең дә Марусяныҡы кеүек бәпестәрем булыр микән, ә уларҙың аталары ҡайҙа киткән, минең атай кеүек тоже алыыыҫҡа эшкә киткәнме", – тигән һорауҙар яуҙырҙы ғына. Ейәнсәрен итәгенә ултыртып, өләсәһе сәстәрен еҫкәп, күкрәгенә ҡыҫты ла, баланы өркөтмәйем әле, тигән һымағыраҡ, шым ғына илап ебәрҙе. Шәүрә ултырған килеш, өләсәһенә күҙҙәрен тултырып ҡараны:
– Һин дә бесәйҙең көсөктәрен йәлләп илайһыңмы, аталары һаман ҡайтмай тип?
Сәбилә инәй йәшле күҙҙәрен һөртөп, ҡысҡырып көлөп ебәрҙе:
– Эйе, балаҡайым, шуларға илайым шул. – үҙе ҡыҙының арҡаһынан тупылдатып һөйөп алды. Улар шулай күңелле генә ултырғанда, Сара ҡайтып инде лә, бар көсөнә ҡысҡырып ебәрҙе:
– Атағыҙҙың башын ҡарап ултыраһығыҙмы, ана бесәйләрегеҙ дүртәүләшеп урлап һөт эсеп ултыралар, мин йәһәннәм тишегенән урлап һөт ташыйым, йөкмәп, һеҙҙең тамағығыҙ туҡ булһын тип, ә һеҙ!.. – китте оло ғауға ҡуптарып. – Юҡ, былайтып ни мин, бесәй аҫырағансы, лутсы бер файҙалы тауыҡ тотам, исмаһам, йомортҡаһы була…– Сара бесәй балаларын күҫәк тотоп туҡмап ебәрҙе.
Бер көн Сәбилә әбей, ейәнсәре йоҡлаған арала, килененә кәңәш иткән булды.
– Килен, бесәйҙәрҙе әйтәм, йөрөһөндәр, хәҙер йәй, ҡырҙа сысҡан тоталар, көҙ булһа инде, унда күҙ күрер, ана, һораусылар күп, әсәләре айырһа, тоттороп ебәрербеҙ. Шәүрә ҡыҙымды әйтәм, һаман атаһын һағына, онотмай, шуның бесәйе тип ярата бит, шуларға әүрәй, һөйләшкән була… – Тик һүҙен әйтеп тә бөтөрмәне, килене:
– Эйе, бесәй менән уйнап ни, ул ауырыу бала түгел, ана, тиңдәштәре менән нишләп уртаҡ тел тапмай, хет әллә нимә тип әйт, барыбер юҡ итәм, күҙең күрмәйҙер, көн дә өҫтәл өҫтөн тапайҙар, шул ғына етмәгән ине, юҡ-бар хәбәр менән минең ваҡытымды алып, – тип өй ишеген шартлата ябып инеп китте.
Сәбилә әбей ике көн буйы ейәнсәре менән ҡырға сығып, дарыу үләндәре йыйҙы. Өсөнсө көн тигәндә генә, Шәүрә бесәй балаларының юҡ икәнен абайлап ҡалды. Әсәһенән һораһа:
– Юҡ, күрмәнем! – тип башын бора һала. Ике көн эсендә зым-зыя юҡ булдылар. Өләсәһе генә:
– Балам, яҡшыға юрайыҡ, табылалар, Алла бирһә, ҡырҙа сысҡан баҫтыраларҙыр, – тип йыуатҡан булды. Аҙна, ун көн үтте, өйгә ҡайтманылар. Әбей башта уҡ һиҙҙе килененең генә эше икәнен, тик үҙенә өндәшеп торманы. Әйтһә, тағы талаш китерен белеп бөткән бит инде. Ҡыҙыҡай ҙа яйһыҙ, тамаҡ ашамаҫ, һөйләшмәҫ булды. Иптәштәре сыр-сыу булып һыу инешеп ҡайталар, был бала моңһоу бер үҙе, йә берәйһе менән уйнамай. Әсәһе:
– Тапҡан ҡайғырыр нәмә, бесәй ҙә булғанмы йән эйәһе, кәрәк булһа, ана, ферма тулы берәҙәк бесәй менән эт. Барыһы шунда алып ырғыта! – тине, ҡыҙын әрләп. Шәүрә тағы ла нығыраҡ тыпырсынып илап ебәрҙе:
– Кәрәкмәй миңә ундайҙар, атайҙың бесәйе кәрәк, уны миңә бүләк итеп алып ҡайтты! – Өләсәһе ейәнсәрен барып ҡосаҡлап алды ла күкрәгенә ҡыҫып йыуатырға тырышты.
Шулай көндәр үтә торҙо. Бесәй бәләһе лә әҙерәк онотола төшкән кеүек булды. Ауыл халҡы бесәнгә төштө. Сәбилә әбей ҙә, килененә ярҙам булһын тип, ҡыҙын етәкләп төшкө тамаҡ алып бара. Малдары ла күптә түгел, ике баш эре мал да биш-алты һарыҡ-кәзә. Ҡыҙҙары кейәүгә сығам тигәс, күпләп тотондолар шул, аҡса кәрәк булды. Бесәнлектәре алайҙа яҡында ғына. Бер көн шулай икәүләшеп ҡайтып килешләй, яндарында ағып ятҡан йылғала туҡтанылар. Йылғаны быуып, сүп-сар, алам-һөләм баҫып киткән. Әбей ейәнсәренә:
– Балам, һин бында яҡын уҡ килмә, йә төшөп китерһең. Сауап булһын, мин әҙ-мәҙ ағастарын алайым, ана, хатта бер оятһыҙы краска һауыттарына тиклем бында алып килеп ырғытҡан, – тине лә, танып ҡалып, – аһа, был теге урам яҡ рәшәткәләрҙе буяғандан ҡалған буш һауыттар бит, гөл күсереп ултыртырмын тип ырғытмай йөрөһәм… – Киленен эстән генә әрләп алды. Өс һауытты былайыраҡ тартып алып, яр ситенә ырғытты ла, башҡа ағастарҙы этеп, йылға ыңғайына ағыҙырға маташты. Ситтән ҡарап торған ҡыҙыҡай:
– Өләсәй, был һауыттарҙы нишләтәбеҙ, өйгә алып ҡайтабыҙмы әллә? – Яуап та көтмәйенсә, балалыҡ ҡыҙыҡһыныуы менән, эсендә инде алтын ятҡандай итеп, һауыттың ауыҙын ҡаты сүп менән шаҡарып аса башланы. Асып та ебәрҙе, ҡулындағы тирә-яғы ҡыҙыл буяуға мансылып бөткән тимер һауыт ҡулынан төшөп тә китте. Ҡыҙ ҡурҡышынан, йүгереп барып, һыу буйында оҙон ҡолға тотоп торған өләсәһен ҡосаҡлап алды ла, торған ерендә түҙмәй тыпырсынып, бармаҡтары менән төртөп, баяғы ерҙә аунап ятҡан һауытты күрһәтте. Йәш-аралаш: "Ана, эсендә, эсендә", – тигән генә өн сығарҙы ла, өләсәһенең ҡосағында килеш иҫен юғалтты.
Шул хәлдән һуң кескәй Шәүрәне оҙаҡҡа балалар дауаханаһына һалдылар. Ун көн тирәһе һөйләшмәй, ауыҙына тәғәм ризыҡ ҡапмаҫ булды. Табиптар, бала ныҡ стресс кисергєн, тинеләр. Көн-төн тимәй, янынан китмәгән, сабый ейәнсәре өсөн йөрәге өҙөлөп барған Сәбилә әбей доғаларын уҡып, тик яҡшыѓа ғына юрап, тиҙерәк һауығып сығыуын теләне. Ҡарсыҡ Шәүрәнең ошондай хәлгә төшөүенә һаман да үҙен ғәйепләне, "нимәгә кәрәк ине һуң уға краска һауыттары, ташталғанмы-ташталған, эй күрәсәк яҙмыш тигәнең, ошо кескәй бала өсөн булған инде" тип, ҡыҙы ятҡан палатаның ап-аҡ стеналарына ҡарап ауыр итеп уфтанып алды. Ә хәҙер, ана, килененең күҙенә бер һирпелеп ҡарайым тигәнсе, күпме әшәке һүҙҙәр ишетергә тура килә. Ярай инде, уның үҙенә лә йәшәргә күп ҡалмаған, бөгөн бар, иртәгә юҡ тигәндєй. Тик ейәнсәре Шәүрәкәйе генә телгә килеп, һауығып китһен. Барыһын да ташлап, ситкә китер ҙә барыр ине башҡа балалары янына. Юҡ шул, ҡарсыҡты бында йәшлек мөхәббәте менән һыу буйҙарында бергә етәкләшеп үткән һуҡмаҡ, бергә ярышып, ҡолас ташлап сапҡан бесәнлектәре, бер тына ла йүгереп менгән текә ҡаршы тауы тота, унан ҡалһа, иң ҡәҙерле улыҡайының, ҡартының ҡәбере ята.Уларҙың янынан күптән үҙенең бара торған икенсе өйөн дә билдәләп ҡалдырған ул.
Һәр кем бесәнен еткеркеп, яйлап ҡышҡылыҡҡа инергә әҙерләнә башланы. Кескәй Шәүрә лә күптән дауахананан сыҡты, тик әүәлгеләй теремек, күҙҙәренән шатлыҡ бөркөлөп торған бала түгел ине ул. Әҙ һөйләшеп, өйҙә генә бикләнеп ултырыуҙы хуп күрҙе. Әсәһе менән өләсәһе ни эшләргә лә белмәне. Им-томға ла алып барып ҡаранылар. Бер көн шулай сәй эскән арала килене:
– Хәрәм, күпме май, ҡаймаҡ ашатып шул бесәйҙең генә ҡарғышы ул, балам нихәлгә төштө, уға биргән тамаҡты этемә бирһәм, исмаһам, ул ҡойроғон болғап рәхмәтен әйтә, – тип һөйләнде. Әбей эстән генә "ҡороғор, бер ҙә ғәйепте үҙенән эҙләмәй, һаман шул хайуандан күрә," тип уйланы ла, килене ишетерлек итеп:
– Эй, киленкәйем, хәҙер беҙ үҙебеҙ эт менән бесәйҙән дә хуже булып бөттөк бит инде, элекке беҙҙең дәүер юҡ, һәр кем ыҙғышып, берен-бере боғаҙын сәйнәшергә әҙер тора, туғанлыҡ тигән нәмә күптән бөттө, күрше хәлен күрше белмәй, хәҙер хатта инергә өй ҙә юҡ. Хәл белешергә барам тиһәң, һүҙ эҙләп йөрөгән һымаҡ, боронғолар бик дөп-дөрөҫ әйткән, хатта өйөң эсендә лә ҡәҙерең юҡ, – тип итәгенә төшкән икмәк валсыҡтарын ҡулына һыпырып алып, ашлыһыу күнәгенә илтеп һалды. Күнәктәге һыуға бүртеп ятҡан икмәк һыныҡтарын күреп:
– Бына бит, туйып шашабыҙ, ап-аҡ икмәк, беҙ элек бындай ризыҡты төшөбөҙҙә лә күрмәнек, – тип үҙ алдына һөйләнде. Был юлы килене нисектер ҡаршы яуап ҡайтарманы. өҫтәлдәге һауыт-һабаһын йыйнап йыуа башланы.
Шәүрә лә, алла бирһә, быйыл беренсе класҡа уҡырға төшә инде. Әсәләре уны ҡурсаҡ кеүек кейендерҙеләр. Тәүге ҡыңғырауҙы ла унан бирҙерттеләр. өләсәһе, ейәнсәрен күреп, илап ебәрҙе:
– Эй балаҡайымды, атаһы ошо көндәрҙе күрһә, ҡалай ҡыуаныр ине, Хоҙай ғүмерен бирмәне шул...
Ҡыҙыҡай уҡыуға бик тырыш булып сыҡты. Биш йәштә үк һанай белә ине, һаман да шул өләсәһе мәктәбе инде. Иртән иртүк сәстәрен бантиклап үреп, сумкаһын ҡулына тоттороп ебәрә. Килене иртәле-кисле һауында, хәҙер көн ҡыҫҡарғас, һуңға ҡайталар.
Һыуыҡ, сатлама ҡышты үткәреп, ергә шаулап-гөрләп яҙ килде, йылы яҡтан һайрашып ҡоштар ҡайтты. Сәбилә әбейҙәрҙең яндарынан йылға аға. Йәй етеү менән ул үҙенән-үҙе юғалып ҡорой, көндәр эҫе булғанғамы, китә ере ярылып, ә бына яҙ етеү менән, көслө тәрән генә ағымға әйләнә. Ул бында тау һыртынан килеп төшә. "Йүкерҙе " тигән исеме лә бар. Бала-саға инде барыһы шунда, сыр-сыу булышып, кәмә йөҙҙөргән ҡайҙа. Әбейҙең быйыл хәле мөшкөлләнде, тышҡа ла һирәк кенә сыға башланы. Ике инә ҡаҙы бишәр бәпкә сығарғайны. Һалҡында, ҡарғаларҙан ҡарауыллап, шуларҙы көткән була. Барыбер хәле юҡ. Ейәнсәренә ҡушып, кире өйгә инеп ятыу яғын ҡарай. Теге бесәй бәләһе лә күптән инде онотолдо. Шул хәлдән һуң йорттарына ул хайуанды индермәҫкә булдылар. Улы мәрхүм булғаны бирле килененән бер йылы һүҙ ишетмәне әбей. Үҙе ҡайһы берҙә киленен йәлләп тә китә. Асыуы ла киләлер инде, йәшләй тол ҡалып ултырыуы анһатмы, баланы аяҡҡа баҫтырайым тип, тынғыһыҙ эштә йөрө.
Бер көн шулай килененә: "Быйыл таҡа хәлем юҡ, үлә торған йылымдыр ул, килен, әйҙә бабай төшөмә керә. Бергә йәшәлгән ваҡыттарҙа төрлө саҡтар булғандыр инде, тик мин үкенмәйем, Хоҙайым миңә ошонсама ғүмер биреп, ейәнсәремдең уҡырға төшкәнен күрҙем, ҡулымдан килгәнсә һеҙгә ярҙам итергә тырыштым, кеше араһында кәм-хур булмаһындар, тинем. Ситтәге балаларыма ҡарағанда, һеҙ миңә нығыраҡ яҡынһығыҙ. Мин китһәм, Хоҙай Тәғәлә нимә ҡушыр, уныһын үҙе генә белә, килен, һуңғы һүҙем шул: был тормошта берәүҙән дә, хатта хайуандарҙан да ҡарғыш алма, улар барыһы ла һинең ҡулыңа ғына ҡарап тора, асыуыңды бар кешегә лә сәсмә. Һин минең үҙемдеке, ниндәй генә яман һүҙеңде ишетһәм дә, мин ғәфү иттем, шуның өсөн дә бар доғаларым һеҙҙе яҡланы. Теге донъяѓа күсһәм дә, мине онотмағыҙ. Ейәнсәремде был тормошта яҡшы, файҙалы кеше итеп тәрбиәләргә тырыш. Ә хәҙер миңә әҙ генә серем итергә кәрәк, күҙҙәрем үҙенән-үҙе йомола башланы", – тине лә ултырған еренән саҡ тороп, урындығына барып еткәс, баш аҫтындағы мендәрен алып, матур итеп күпертеп һандығы өҫтөнә һалды, ҡаҙ мамығынан ғына яһаған түшәген алып, ап-аҡ йоҡа ғына япмаһын аҫтына йәйҙе лә салҡан ятып, Хоҙайға табынып, оҙаҡ ҡына ятҡандан һуң, һуңғы йоҡоһона талды.
 
Авторы: Зифа Ишмырҙина
 
Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: