Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Декабрь 2021, 09:36

ДИМ БУЙЫНДА АҘАШЫП ҠАЛҒАН БӘХЕТ

(Хикәйә)

ДИМ БУЙЫНДА АҘАШЫП ҠАЛҒАН БӘХЕТ
ДИМ БУЙЫНДА АҘАШЫП ҠАЛҒАН БӘХЕТ
БАНЫУ ҠАҺАРМАНОВА
ДИМ БУЙЫНДА АҘАШЫП ҠАЛҒАН БӘХЕТ
Тренажер залында үҫмер ҡыҙҙар­ҙың 14 февраль, Изге Валентин көнө, тураһындағы һөйләшеүҙәре ҡолаҡ­ҡа салынғас, Тамара* (*исемдәр үҙгәртелде), әллә ҡайҙан уйлап сығарҙылар шул байрамды, тип ҡаштарын йәмрәйтте:
– Минең һымаҡ яңғыҙҙарҙы махсус рәүештә рәнйетә торған көн ул, белгегеҙ килһә.
Бына һиңә «мә»! Шөғөлләнеүҙән туҡтап, Гөлназ менән уға текәлдек.
– Һуң, ғашиҡ булырға кем һиңә ҡамасаулай? Ғашиҡлыҡты тыйған закон сығармағандар ҙа…
– Мин дә һинең кеүек яңғыҙ, ләкин, яратҡан кешем булмаһа ла, бер ҙә үҙемде кәмһетелгән итеп тоймайым, – Гөлназ, таҫтамалы менән маңлай тирен һөрткән ыңғайы, көҙгө аша кемгәлер ҡаш һикертте, буғай. – Тот та ошонда ғашиҡ бул, бынамын тигән ир-егеттәр янда йөрөй.
– Фу-у, йыйын бала-саға, – Тамараға ярарһың ярамай, ана нисек ирендәрен бәлшәйтте. – Мин һеҙгә нимә, Пугачевамы, Бабкинамы әллә?
– Килештереп ебәрҙең, – көләкәс Гөлназ, ғәҙәттәгесә, ауыҙ йырҙы, – күп булһа, биш йәшкә кесерәктәр­ҙер... Араларында, белгең килһә, бик ҡыҙыҡ экземплярҙар бар… Һин тыуғандан әбейгә әйләнгәнһең, ахыры, Тамара. Мыжып тик йөрөй­һөң. Исмаһам, ғүмереңдә бер тапҡыр ғашиҡ булғаның бармы ул һинең?
– Булмай әллә, – ғәҙәттә, ирендәре гел ризаһыҙ ҡымтылған Тамарабыҙҙың кинәт йөҙө асылды, ул ҡәнәғәт рәүештә турайҙы. – Хатта ике тапҡыр…
– Һәм һин шуны беҙҙән йәшереп, ошоғаса шым ғына йөрөйһөңмө? Һөйлә, беҙ тыңларға әҙер!
Күнекмә ҡайғыһы китте: «мыжыҡ өйрәгебеҙҙе», ай-вайына ҡарамай, сисенеү бүлмәһенә алып барып, өсәүләшеп ҡыҫҡа эскәмйәгә тығылышып ултырҙыҡ.
– Өфөлә уҡып йөрөгәндә, йәйге сессияла бер имтиханды ҡабаттан тапшырырға тура килде, – уртабыҙҙа ҡыҫылған Тамара, ҡеүәтле иңбаштарын уйнатып, беҙҙе ситкәрәк шыуырға мәжбүр итте. – Студенттар ҡайтышып бөткәс, ятаҡта кеше ҡалмаған тиерлек, эс бошор­ғос күңел­һеҙ. Тынлыҡты ҡала ҡарлуғастарының сырылдауы ғына боҙа. Көндәр эҫе, тәҙрәләрҙе шар асып ҡуйһам да, бүлмәлә барыбер тынсыу. Бәхетле кешеләр был мәлдә һыу инәләрҙер, тип, донъяның ҡобараһын осороп торған панцирлы карауаттарға төбәлеп, кәстрүл төбөндә ҡата башлаған макаронды ҡырып ашап бөттөм дә, дәфтәрҙәремде алып, Салауат һәйкәле янына йүнәлдем. Телеүҙәк яғынан кешеләр, эсте ҡыҙҙырып, баҡса еләге ашап килә ине, ауыҙ һыуҙарым ҡойолоп китте. Их, бер сумаҙан аҡсам булһа, ун литрлыҡ биҙрә менән «виктория» алып ашар инем, тип хыялланып киләм, үҙем кескәй татлы булочкаға ла ризамын.
– Юллыҡ та аҡсаң ҡалманымы ни? – аптырап, бот сабабыҙ.
– Әҙерәк ҡалды, тик ул нз-ға тейеү юҡ, – Тамара, әйтерһең дә, яңынан студент сағына ҡайтҡан, ауыр уфылданы.
– Берәйһенән бирәсәккә алыр инең, – тибеҙ.
– Эй-й, – Тамараның елле ҡулы һелтәп һауаны ярғанда, йә яңылыш эләктереп ҡуйыр тип, Гөлназ менән икебеҙ ике яҡҡа янтаябыҙ, – барыһы ла тиерлек шул минең менән бер сама бит, ябай ауыл балалары, ҡайҙан уларҙың артыҡ аҡсаһы булһын?
– Беҙ уҡырға ингәндә, донъялар алмашынып, буталып бөткән мәл ине шул, – эскәмйәнән ҡолап төшмәҫкә тырышып, ҡаҡ һөйәк Гөлназ бауырһаҡ Тамараны минең яҡҡараҡ шыуҙырырға маташты. – Атай-әсәй­ҙәр айҙар буйына эш хаҡы алмаған, магазин кәштәләре шыңғырлап торған саҡтар…
– Гөлназ, етер һиңә кешене албыр­ғатып, фекер ебен тарҡатыр­ға, – мин дә эскәмйәнең бер мөйөшөнә саҡ эләгеп ултырам, шуға Тамараға ҡабырғам менән боролор­ға мәжбүрмен, – ә һин, Тамара, ситкә тартма, тиҙерәк һөйлә лә мөхәббәт ҡиссаңды, ҡайтышайыҡ… Килеп еттең, ти, һәйкәл янына, артабан ни булды?
– Ағиҙел буйында һалҡынсараҡ тип, һуҡмаҡтан төшөп барһам, берәү мине дөбөр-шатыр уҙып китте, – Тамараның телмәре шәбәйҙе. – Ул да миңә күҙ һалғайны, танып ҡалдым – күрше ятаҡта йәшәүсе егет! Танышлығыбыҙҙы ла әйтер инем: һирәк кенә юлдарыбыҙ киҫешкәндә бер-беребеҙгә ҡарашып үтәбеҙ. Ҡаҡса кәүҙәле, етди ҡиәфәтле егет миңә оҡшай, танышырға, дуҫлашыр­ға ине уның менән, тип күпме тапҡыр ынтылғаным да булды, ләкин ул һүҙ башламағас, тәүге аҙымды яһарға үҙем ҡыйманым… Ошо егет үтә бирҙе лә туҡтаны. «Сәләм! – тине руссалап. – Һыу төшөргә китеп барыумы?» Баҙнатһыҙлыҡтан һаулығын да алырға онотоп, юҡ, тинем: «Имтиханға әҙерләнергә… Эҫе бит». «Ҡояш яндыра шул, – тип минең менән ризалаша. – Имтиханығыҙ һаман бөтмәнеме?» Имтиханды ваҡытында бирә алмай, өҫтәмә ваҡытҡа ҡалыуымды әйтергә оялдым, эйе, тип баш ҡағыу менән сикләндем. Егет юлыма арҡыры сығып баҫты: «Әйҙә минең менән һыу инергә!» Купальнигым юҡ, тим. Тапҡанһың проблема, тип көлөп ебәрҙе: «Дим буйына барайыҡ. Унда кеше юҡ тиерлек». Миңә уйларға ла ваҡыт бирмәй, етәкләп алды: «Автобус менән барабыҙ ҙа ҡайтабыҙ». Уның шулай ҡыйыу ҡыланыуы мине арбаны ла ҡуйҙы. Дыуамал яғым сығып, әйҙә, тинем. Их-х, ҡыҙҙар, һеҙ мине ул мәлдә күрһәгеҙ… Яңы танышым Хәйҙәрҙең яҡынлығынан араҡыһыҙ иҫергәйнем… Хәбәрсән түгелмен дә инде, ә уның менән юл буйына лаҡылданым. Мин һөйләйем – ул көлә, ул һөйләй – мин көләм… Дим буйына барып еткәс, ул сисенде лә, һыуға ырғыны. Бер талай йөҙгәс, мине саҡыра башланы. Баш тартып йылмайып ултыра инем, йүгереп килеп, билдән ҡосаҡлап торғоҙҙо ла, сәбәләнеүемә ҡарамай, йылғаға ҡарай өҫтөрәргә тотондо. Миңә ҡарағанда ябығыраҡ та, ләкин ирҙәр барыбер көслөрәк – күтәреп тигәндәй һыуға алып инде. Бындай саҡта йөҙөүҙең рәте буламы? Шаярып-көлөп баҫтырышып, һыу сәсрәтеп уйнап, арманһыҙ булып килеп сыҡтыҡ ярға. Күлдәгем тәнемә һылашып йәбешкәйне. Ул, һалҡын тейҙереп ҡуйма, күлдәгеңде сис, тине. Иҫәр ҙә инде мин, ошо ябай ғына һүҙҙәрен әллә нимә итеп ҡабул иттем дә ҡуйҙым. Йәнәһе лә, минең турала хәстәрлек күргәс, тимәк, мине үҙ итә. Ҡыуаныстан Гөлшатай ише: «Әфәндем мине һөйөклө йәмәғәте итеп тәғәйенләне!» – тип кенә һөрәнләмәнем инде. Ә күлдәкте сисеп киптерергә кәрәклеген үҙем дә аңлайым, тик егет алдында ярым шәрә килеш ҡалыуҙы уйлаһам да, ҡолағымаса ҡыҙарам. Ләкин Хәйҙәр өгөтләп күндерҙе. Бер аҙҙан уның футболкаһын кейеп, күлдәгемде ҡояшҡа киптерергә һалғайным. Саҡ ҡына ятып ял иткәс, Хәйҙәр мине ҡытыҡлап көлдөрөп, тағы һыуға алып төштө, аңғармаҫтан үпте. Ана шунан башланды ла инде уйындан – уймаҡ... Ирендәрем бүрткәнсе ҡат-ҡат һурып үпте лә үпте ул мине, ҡыҙҙар. Ғүмеремдә шулай бер тапҡыр ғына һыуһыным ҡанғансы үбешкәнем булды. Үбеүҙәренең татлылығы… Көн кисәүләгәндә эште боҙғайныҡ. Миңә арты менән боролоп ултырып, ҡояш байығанын күҙәтте. Ныҡ оҡшайһың миңә, әммә ауылда һөйгән ҡыҙым бар, бергә ҡала алмайым, ғәфү ит, тине. Шул һүҙҙәрен ниңә әйтте инде?! Ерҙе тырнап үкереп илағым килде, ләкин тешемде ҡыҫып, ҡырыҫ ҡына, йәбешеп ятмайым, тинем: «Дүрт яғың ҡибла». Дәфтәрҙәремде алып китә башлағайным, көт, тип арттан уҡталды. Күҙемә күренмә, тип ыҫылданым. Ысын, ҡыҙҙар, тас йылан кеүек ыҫылдап, мине туҡтатырға һонған ҡулын эттем. Ә йөрәк – елп-елп… Йөрәк күҙ йәшһеҙ илай, ҡыҙҙар… Аҙаҡ, ятаҡҡа ҡайтып еткәс, мендәр аҫтына башты тығып, үкһеп иланым, Хәйҙәрҙе, үҙемде әрләнем. Икенсе көндө ирендәрем бүлтәйеп, күҙ ҡабаҡтарым шешенеп имтиханға барғайным, бирә алманым, көҙгөлөккә ҡалдырҙылар. Бер кирегә китһә, шулай китә икән. Әгәр ҙә Хәйҙәр менән күңелле ял итеп, арабыҙҙа артыҡ бер ни ҙә булмаһа, мин күтәренке кәйефтә мотлаҡ имтиханды уңышлы тапшырыр инем, әммә ләкин...
Ауылда эш-мәшәҡәт менән булып, йәйҙең үткәнен дә һиҙмәнем. Хәйҙәрҙе уйлап, сәс ағара яҙҙы: бер көн уны ҡарғар хәлдәмен, икенсе көндө яратып туймаҫлыҡмын… Кәйефем яҙғы көн кеүек: йә илайым, йә көйәм, йә көләм. Ике айлап күремем килмәгәнен август аҙағында ғына аңғарҙым. Йөрәк болғанмағас, артыҡ иғтибар ҙа итмәнем, килер әле, тип бошмайынса сентябрҙе еткерҙем. Уҡырға барғас, йөрәкһенем, Хәйҙәрҙе күрһәм, нимә эшләргә икән, тип баш ваттым. Күр­мәмешкә һалышып үтермен, тигән ҡарарға килдем: «Ә ул мине күреп ҡыуанһын ине… Һөйләшергә ынтыл­һын, арттан йүгерһен ине». Аҙна буйына ике ятаҡ араһында юрый тегеләй-былай йөрөйөм, әммә Хәйҙәр күренмәне. Кәйеф тамам төштө. Йоҡоһоҙлоҡ интектерҙе, август айында башланған баш ауыртыуы баҫылмай ҡаңғыртты, етмәһә, имтихан бирергә кәрәк… Бүлмәләш ҡыҙҙар, йонсоноң, ныҡлап сырхап китмә тип, табипҡа бар ҙа бар, тип ҡолаҡ итен ашай. Барҙым. Терапевт мине гинекологҡа ебәрҙе. Ул, ауырлыһың, тигәйне, аңшайып, нисек, тим. Табип кинәйәле көлдө: «Нисек, тип инде, шул бер генә юл менәндер». Ҡалдыраһыңмы әллә алдыраһыңмы, тип һорағас, ни әйтергә лә белмәнем. Яңғыҙ кеше хәл итә торған эш түгел бит. Шул мәлдә үлтереп Хәйҙәрҙе күргем килде, һәм мин, кәңәшләшергә кәрәк, тип сығып йүгерҙем. Йәшәгән ятағына барып, вахтерҙан уны һорайым, әбей, белмәйем, тип иңбашын һикертте лә, комендантты саҡыртты. Уныһы Хәйҙәрҙең төркөмдәшен вахтаға төшөрттө. «Хәйҙәрме? – егет иренен тешләне, ҡашын төйөп уйланып торҙо, шунан теләр-теләмәҫ кенә яуапланы, – ул юҡ бит, һәләк булған». Миңә йәлләп ҡараны: «Ә Һеҙ уға кем булаһығыҙ?» Йөрәкте болғандырып, күҙ алдарын ҡараңғыландырып, тирләтеп, ер шары аяҡ аҫтында кинәт «зыр-р» әйләнде. Ҡолаҡта даң да доң килеп оло ҡыңғырауҙар даңҡылданы. «Сиркәү ҡыңғырауҙары бында ҡайҙан?» – тип аптырап, егеттең ҡулына йәбештем. Мине ҡыҙыҡһынып күҙәткән вахтерша әбей ояһынан аһылдап килеп сыҡты, комендант һыу артынан сапты, егет миңә ултырырға ярҙамлашты. Хәл йыйғас, ул мине үҙемдең ятаҡҡа оҙатып ҡуйҙы. Хәйҙәрҙең балаһын алдыртмайым, табам, тигән уй менән таң аттырҙым: «Ата-әсәһенә барып күренергә кәрәк, Хәйҙәрҙең балаһын йөрөтөүемде белһәләр, уларға йәшәүе еңелерәк булыр». Теге төркөмдәшен эҙләп табып, Хәйҙәрҙең адресы кәрәк ине, тинем. Ә ул мине тағы шаңҡытты: «Һеҙ килеп киткәндән һуң Хәйҙәр тураһында һорашып белештем. Ул йәйен өйләнгән, туйҙан һуң ике аҙна үткәс, мотоциклдан осҡан икән. Муйын һөйәге һынған… Шлемһыҙ йөрөгән дә… Кәләше ауырлы, тиҙәр». Егет: «Ярай, исмаһам, өйләнеп өлгөргән», – тип һүҙен дауам итеп ҡалды, ә мин шул мәлдә күҙ алдында ҡартайып, бөксәңләп китеп барҙым. Артабан нисек йәшәргә лә белмәнем. Атайым менән әсәйем мине үлтерә инде, тип, ни эшләһәләр ҙә, шуға риза булып, бар донъянан ваз кисеп, дүнеп, ауылға ҡайттым. Яҡты ҡояшты күрмәҫме икән бәпесем тип, эсемдәге кескәй сабыйымды ғына йәлләнем. Ҡорһағымда ир бала йөрөткәнемде тәүҙән үк белдем ул мин, ҡыҙҙар. Атай-әсәйемә рәхмәт, маладис ҡыҙым, уйнаш итеп егет аҫтына инеп ятҡанһың, тип, баштан һыйпамаһалар ҙа, хәлемә инделәр. Атайым, ул егеттең ата-әсәһенә барыбер белдерергә кәрәк, тип юлға сығырға булып киткәйне, әсәйем тыйҙы: «Кәләше ауырлы, ти бит, уның менән бер-бер хәл булып ҡуйһа, гонаһы беҙгә яҙылыр…» Атай-әсәйемә үҙемде тапшырғас, бер аҙ еңел тын алғандай итһәм дә, икенсе көндө ныҡлап ауырырға керештем. Мине дауаханаға һалдылар. Академик отпуск юлларға ла булыр ине, ләкин шул хәтлем битарафлыҡ биләп алғайны, бер ни тураһында уйларға ла теләмәнем. Уҡыу йортон ташларға тура килде, аҙаҡ, бәпесем тыуғас, район үҙәгендә крансыға уҡыным да, төҙөлөштә эшләнем дә киттем. Хәҙерге заманда ирһеҙ бала табыусылар бихисап. Ә мин ҡорһаҡ менән ҡайтҡас, ауылдыҡылар нимә генә тип һөйләмәне. Телдәре әсе, яман, шунлыҡтан йәшәү урынын алмаштырырға тура килде. Эй, ни эшләнһә лә – яҡшыға, бер ҙә үкенмәйем ошонда күскәнемә.
Тамара ипләп кенә тулы янбаштарын былтанлатып беҙҙе ситкә этеп, иркенләберәк ултырҙы. Уның хикәйәтенән иҫ таралғайны, төртөп төшөрһә лә, һиҙмәҫ инек, моғайын.
– Шунан? – Гөлназ менән бер тауыштан тынлыҡты боҙҙоҡ.
– Ну һеҙ, әбейүшкәләр, тын алығыҙ, исмаһам, – Тамара йомро терһәктәре менән бөйөрөбөҙгә йомшаҡ төртөп, көлөп ебәрҙе. – Бының менән генә тарих бөтмәй әле. Улым тыуғас, минән бәхетле кеше юҡ ине. Һөйөүҙән яралған балам бит ул. Еҫкәп, үбеп, ҡарап туя алманым… Ныҡ, көслө булһын тип, Тимур исемен ҡуштым. Тимурға өс йәш тигәндә буйҙаҡ ир менән йөрөп китеп, никах уҡыттыҡ та, беҙ уның фатирына күстек. Насар ҙа түгел ине ул, йәшәмәҫлек түгел, йәшәрлек ир. Тик йүнләп үбешә лә белмәй. Йәнде һурып алырҙай итеп тә үпмәгәс ни… Тотам да Хәйҙәр менән сағыштырам, бер бармағына ла торошло түгел бит, тип йәнем әсей. Ярай, уныһына түҙер ҙә инем, бисәләр туң бүрәнә менән дә йәшәй. Ләкин ул Тимурға эҫенмәне. Улым уға, атай ҙа атай, тип инеп бара, ә ул, ҡоро ағас, һис бер ҡасан иркәләмәҫ, улым, тимәҫ… Өс ай түҙҙем дә, айырылдым. Бына шулай, ҡыҙҙар, ошо донъяла ҡырҡ ике йыл йәшәйем, ә ни бары бер тапҡыр алйығансы үбешкәнем булды, өс ай ир ҡуйынында йәшәп ҡалдым.
– Ә икенсе тапҡыр кемгә ғашиҡ булдың? – сисенеү бүлмәһенә берәй­һе инеп, Тамараны бүлдермәһә ярар ине тип, баянан бирле мейене ҡытыҡлаған һорауҙы бирә һалдым.
– Әйтәм дә һуң, бының менән генә тарих бөтмәй, тип, – Тамара серле йылмайҙы. – Тимур, мәктәпте та­мамлағас, юғары уҡыу йортона уҡыр­ға инде. Бер ваҡыт тейәнеп, уға аҙыҡ-түлек алып китеп барам. Автовокзалдан маршрут автобусына күсеп ултырҙым. Уйһыҙ-ниһеҙ тәҙрәнән кешеләрҙе күҙәтеп ултырғанда, бер туҡталышҡа етәрәк, беләһегеҙме, кем күҙемә салынды?
– Кем? – бөгөн Гөлназ менән бер тауыштан һөйләшә торған көн, ахыры.
– Күҙ алдына ла килтерә алмай­һығыҙ… Хәйҙәр!
Бомба шартланымы ни: мин усым менән ауыҙымды ҡапланым, Гөлназ өлгөрмәне – теле руссалап һүгенеү һүҙен ишеттерҙе.
– Ана шул-шул, – Тамара үҙенән ҡәнәғәт ҡалды. – Мин дә һеҙҙең ише шаңҡып, кешеләрҙе тапай яҙып ишеккә ташландым. Аҡса ла түләмәй автобустан төшөп ҡалып, сумкаларымды һелтәй-һелтәй өлкәнәйгән Хәйҙәрҙең артынан йүгерәм, исемен ҡысҡырам, ә ул боролоп та ҡарамай. Битемдән күҙ йәштәре субырлап аға, уларға ҡушылып, тир ирендәрҙе әсеттерә. Хәл бөттө, тын ҡыҫылды, ләкин барыбер ҡыуып етә алдым үҙен. Бер аҙымдай ара ҡалғас, аҙыҡ-түлек тулы сумкам менән һелтәнеп тороп арҡаһына һуғып ебәрҙем. Тәнтерәкләп барып төшә яҙҙы. Көс-хәлгә аяғында ҡалып, турайғас, күҙе аҡайып, миңә боролдо: «Женщина, что вы себе позволяете?!» «Позволяю!» – тип үҙенән яманыраҡ аҡырҙым, төҙөлөштә эшселәр араһында эшләп, эт ҡайышына әйләнгәнмен дә инде, сумкам менән үҙенә тағы бер-икене елгәрҙем. Оятһыҙ һин, Хәйҙәр, битһеҙ, мин, һине үлгән тип, күпме күҙ йәше түктем, ә һин рәхәтләнеп йәшәп ятаһың, тип илайым. Халыҡҡа ни – тамаша, барыһының иғтибары беҙҙә. Әлеге кеүек һәр кемдә смартфон булһа, беҙҙе төшөрөп, интернет­ҡа, биллаһи, һалырҙар ине ул. Хәйҙәр, ауыҙын шар асып, миңә ҡарап торҙо ла, бер сумкамды эләктереп тотоп, урамдың ситенә, ҡыуаҡтар яғына, тартты. Ярһыуым аҙыраҡ баҫылғайны, артынан күндәм эйәрҙем. Үҙем уны һаман оятһыҙҙан һалдырып, илаулап әрләйем: «Бынамын тигән улың бар бит һинең! Ә һин шуны ла белмәй йәшәп ятаһың…» Хәйҙәр ҡыуаҡтар янындағы эскәмйәгә барып еткәс, сумкамды шунда ултыртты ла, ҡалтыранып тәмәкеһен ҡабыҙҙы. Бер-икене һурғас, миңә тура ҡараны: «Ханым… Һеҙ яңылыштығыҙ, мин бит Хәйҙәр түгел…» Нисек инде һин Хәйҙәр түгел, тип ярһырға тын ғына алғайным, ул мине шаҡ ҡатырҙы: «Мин уның бер туған ағаһы Әмир. Ә Хәйҙәрҙең арабыҙҙан китеүенә ике тиҫтә йыл. Уның ысынлап улы бар, Мәскәүҙә уҡый…» Юҡ, уның икенсе улы ла бар, исеме Тимур, бында уҡый, тип әйтергә итәм, тел әйләнмәй ҙә ҡуя. Уның менән ҡосаҡлашып илашып, көскә тынысланып, бер аҙ ултырғас, улым янына барырға кәрәклеген иҫләнем. Әмир аңламай ҙа ҡалған икән, «улың бар» тигәнде, Хәйҙәрҙең никахтан тыуған улы, тип ҡабул иткән. Тимур хаҡында белгәс, күҙенә йәш алды, хисле икән үҙе. Ҡыҫҡа ғына әңгәмә ваҡытында атай-әсәйҙәренең гүр эйәһе булыуын, килендәренең ғәрсел икәнен, Өфөлә йәшәүҙәрен белдем. Телефон номерҙары менән алыш­ҡас, ул мине автобусҡа ултыртып, оҙатып ҡалды: «Эшкә ашығам, буш булһам, хәҙер үк мотлаҡ Тимур менән танышырға барыр инем». Автобус ҡуҙғалып киткәс, телефон шылтыраны. Әмир шылтырата: «Ҡыҙыу икәнһең… килен!» – ти. Ой, ул саҡтағы кисерештәр… Сәсем-башым туҙып килеп төшкәс, улым аптыраны. Хәлде аңлатып биргәс, улай икән, тине. Аҙаҡ миңә, әсәй, улар миңә төптө ят кешеләр, үтенеп һорайым, аралаш, тип көсләшмә, ти. Үҫкәнендә йыш ҡына атаһын таптырҙы, алдаманым баланы, һин – мөхәббәт емеше тип, ҡайһы бер нескәлектәрен төшөрөп ҡалдырып, нисек бар, шул килеш һөйләй торғайным. Әлбиттә, Хәйҙәрҙең өйләнеүе, ҡатынының ауырлы булыуы тураһында өндәшмәгәйнем. Был юлы әйтергә тура килде. Ыжламаны ла замана балаһы. Булһын, тине: «Мин уларҙың ғаиләһенә атлыҡмайым». Әмир танышырға килгәс, Тимур, һеҙҙең барлығығыҙ-юҡ­лығығыҙ минең өсөн барыбер, аралашырға теләмәйем, тип ҡырт киҫкән. Белмәйем, нишләп шулайтҡандыр балам…
– Йәшлек максимализмы, – тип аҡыллы һүҙ ҡыҫтырған булам. – Аҡылланыр әле. Туғандар ҡасан да кәрәк.
– Аралашҡыһы килмәһә, аралашмаһын да әйҙә, кәрәктәре бер тин, ошоғаса уларһыҙ йәшәгәнһегеҙ ҙә, артабан да йәшәрһегеҙ, – был Гөлназдың фекере.
– Әллә инде… – Тамара оялсан йылмайҙы. – Ә мин Әмир менән аралаша торғас, уға ғашиҡ булдым да ҡуйҙым.
– Ә ул? – хор менән һораныҡ.
– Ул белмәй ҙә ҡалды, – киң Тамара ҡулдарын йәйгәйне, икебеҙ ике яҡҡа йығылып төштөк. – Уның үҙ тормошо, минең үҙ тормошом, нисек итеп ғаиләһен боҙайым? Кәрәкмәй миңә ундай бәхет. Улым һеҙҙең менән аралашыуҙы өнәмәй, башҡа шылтыратмағыҙ, тип әйттем дә, номерҙы алмаштырҙым. Өс йыл үтте инде был хәлдән һуң. Яңғыҙ башым менән ҡартаям. Ҡайһы саҡ үкенеп тә ҡуям: шунда бер генә семтем бәхет йолҡоп алһам, ғаиләләренең бер сите лә кителмәҫ ине әле, тип. Ләкин шунда уҡ үҙемде тыям. Миңә тигән шәхси бәхет Дим буйында аҙашып тороп ҡалды, уны кире боролоп алып килеп булмай…
Уйҙарына батҡан Тамара беҙҙе иҙәнгә һыпырып төшөргәнен һиҙмәне лә.
 
 
Хикәйә авторы: Баныу Ҡаһарманова
Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: