Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
2 Декабрь 2021, 16:09

БИШЕК ЙЫРЫ

(Хикәйә)

БИШЕК ЙЫРЫ
БИШЕК ЙЫРЫ

Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА
БИШЕК ЙЫРЫ
* * *
Йом-йом, балам, йом күҙең,
Йоҡла, балам, күҙ нурым.
Бәхетем, һин, матурым,
Аҡлығым, һин, матурым...

Тимерханға был йырҙы иртәгә уҡыу дәресенә ятлап барырға кәрәк. Башҡа фәндәрҙән өйгә эштәрен эшләп бөткәс, ул китабын ҡосаҡлап, диванға менеп ятты. Башта биш ҡабат уҡып сыҡты. Шунан китабын ябып, яттан һөйләп ҡараны:


Йом-йом, балам, йом күҙең,
Йом-йом, балам, күҙ нурым... – Юҡ та инде...
Йоҡла, балам, күҙ нурым...
- Туҡта, ике куплетын бергә ятларға кәрәк. Малай һеңлеһенең һанай торған таяҡсаларын алдына һалып, уҡыған һайын, бер таяҡсаны һулдан уңға күсерҙе.


...Бәхетем, һин, матурым,
Аҡлығым, һин, матурым...
Тимерхан шиғырын йәнә бер нисә тапҡыр уҡып сыҡты... Тик шиғыр хәтерендә ҡалырға уйламай ҙа. Ҡайҙан ҡалһын ти, башы башҡа уйҙар менән тулы булғас. Ахры малай:
- Өләсәй, шиғырҙы нисек тиҙ генә ятлап була ул? - тип һораны.
- Башта шиғырҙың мәғәнәһенә төшөнөп, өс-биш тапҡыр уҡып сығырға кәрәк.
-Уҡыным!
- Шунан, уҡығаныңды күҙ алдына баҫтырып йәнә өс-биш тапҡыр уҡырға...
- Әәәәә, шулай ғына мыни ул?.. Хәҙер уҡыйым... Өләсәй, әгәр мин был шиғырға бишле билдәһе алһам, һин миңә туңдырмаға аҡса бирерһеңме?
- Әлбиттә, бирәм.
- Мин үҙем магазинга барып алырмын, йәме? Ана, күрше Морат кибеткә үҙе йөрөй, хатта әсәһе уны икмәк алырға ла ебәрә...
- Ятла, улым, ятла шул шиғырыңды! Бигерәк күп һөйләйһең, бөтә иғтибарыңды туплап ултырһаң, инде күптән ятлап бөтөр инең. Тимерхан диванға һуҙылып төшөп ятты:

- Йом-йом, балам, йом күҙең,
Йоҡла, балам, күҙ нурым...
– Өләсәй, был буталсыҡ, ауыр шиғыр. Хәтерҙә һис кенә лә ҡалаһы килмәй. Ни эшләйбеҙ?
- Улым, һиңә был шиғырҙы ятлауы еңел булһын өсөн, әйҙә стимул уйлап сығарабыҙ.
- Эйе! Ә ниндәй?
- Шиғырыңа 5-ле билдәһе алһаң, мин һинең копилкаңа 50 һум, 4-ле алһаң – 40 һум аҡса һалам, ә инде 3-лө алһаң 30, 2-ле алһаң 20 һум штраф кире аласаҡмын... Килештекме?..
- Килештек, бир бишеңде!
Тимерхан шиғырын ҡат-ҡат уҡып, ятҡан урынында йоҡлап китте. Өләсәһе ейәнен уятмай, ҡулынан китабын алып, мендәре аҫтына һалды ла, өҫтөнә юрғанын япты.

Тимерхан төш күреп ята. Уҡытыусыһы уны шиғыр һөйләргә, таҡта эргәһенә саҡыра. Ул яй ғына атлап сыға һәм талғын ғына һөйләй башлай. Малайҙың күҙ алдынан йомшаҡ ел кеүек бишек йыры оса... Моңло, йылы, яғымлы... Тимерхан хатта хисләнеп йырлап ебәрҙе... Класта бөтә балалар баштарын партаға, ә уҡытыусы журналы өҫтөнә һалып, ойоп китте...

- Улым, тор, мәктәпкә ваҡыт, - тигән тауышҡа малай йоҡоһонан уянды. Төш тәьҫиоратынан тулҡынланып, ул бер аҙ уйланып ятты ла, тороп китмәй, мендәре аҫтындағы китабын алды. Кисә һис бирешергә теләмәгән шиғырын йәнә бер тапҡыр уҡып сыҡты. Яттан да һөйләп ҡараны, шунан:
- Өләсәй, минең шиғырым әҙер! – тине ул, китабын күккә сөйөп.
- Киске эш таңға көлкө, - шул ул, улым, тине өләсәһе лә ҡыуанып.

Дуҫтарым, кеше көсө етмәгән бер нәмә лә юҡ донъяла. Килешәһегеҙме?.. Теләк һәм тырышлыҡ ҡына булһын...

(Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА)

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: