ЙЫРАУ ҒӘЙШӘ
Күҙ асҡыһыҙ буранлы ҡышҡы көндәрҙең береһендә, әсәйем мине бәләкәй санаға бәйләп ултыртып, Иһәндән Түбә яҡтарына юл ала. Дөрөҫөрәге, ул үҙенең Түбә ҡасабаһына илтә торған юлға төшкәнен дә аңғармай, уйы – йәйәүләп (!) Әбйәлил районының Юлдаш ауылына барып етеү. Бер нисә көн элек кенә атайымды ауыр сөгөн һауыты менән Сталиндың портретын онтай һуҡҡан өсөн ҡулға алған булалар. Был хаҡта әсәйем мәрхүмә түбәндәгесә бәйән итә торғайны:
-Атайыңдың Баймаҡ колхоз - совхоз театрында (хәҙерге Сибай Башҡорт дәүләт театры – Гөлшәт Әхмәтҡужина) директор булып эшләп йөрөгән мәле. Баш режиссер Фәтхелислан Ғәләүетдиновҡа фатир бирәләр. Ҡатыны Мәрйәм менән улар бөтә коллективты ҡунаҡҡа йыйҙы. Өҫтәл түрендә атайың менән мин ултырам, һин – атайыңдың алдында. Мәжлестең иң ҡыҙған мәлендә ишек асылып китте, ҡап-ҡара кейемле өс кеше килеп инделәр. Ниңәлер, ҡапыл күтәрелеп, атайыңа ҡараным. Ул ап-аҡ булғайны. Ул саҡта әле мин көндөҙ театрҙа булған хәлде ишетмгәйнем. Фәйзи (атайымды бөтәһе лә шулай атап йөрөткән) миңә лә, башҡаларға ла борсолмаҫҡа ҡушып, әлеге кешеләр менән сығып китте. Башҡаса беҙ уны күрмәнек...
Береһенең дә башына, уны ҡулға алғандарҙыр, тигән уй килмәй. Атайыма “япон шпионы” тигән нахаҡ яла тағылыуы, уны тәүҙә атыуға хөкөм итеүҙәре, аҙаҡ язаны ун йыллыҡ лагерға алыштырыуҙары һуңынан ғына мәғлүм була. Атайым әсәйемә хат ҡалдырып өлгөрә. “Гөлгизәрҙе ал да ҡайнымдарға ҡайт. Исемен алыштыр, фамилияһын да. Ике-өс йылда минән хәбәр булмаһа, тормошҡа сыҡ, бала атайлы үҫергә тейеш...” Бына шундай кескәй генә хат. Атайымдың яҙмышы - үҙе бер оло тарих, ә был мәҡәләмдә мин миһырбанлыҡ өлгөһө булған Йырау Ғәйшә хаҡында һөйләргә теләйем.
Әсәйем Иһән ауылынан, ҡартатайым менән ҡартәсәйем янына ҡайта. Уларға хәлде аңлата, дөрөҫөрәге ни булғанын үҙе лә төшөнмәгән әсәйем хатты күрһәтә. Ниңәлер, ҡартәсәй менән ҡартатай улдары килендәрен айырған тип аңлай. Билдәле, ошоға ярашлы һалҡын мөнәсәбәт күрһәтәләр. Хәлле генә йәшәһәләр ҙә, әсә менән йәше лә тулмаған сабыйҙы тыуған ауылына атта оҙатырға кәрәклеге иҫтәренә төшмәй, улдарын ҡайғыртып, илашыуҙан уҙмайҙар. Ә әсәкәйем яҡшы әҙәм этен дә тышҡа сығармаҫ көндә тыуған яҡтарына юллана...
Әгәр шунда ат еккән санала билдәһеҙ бер юлсы беҙҙе ҡыуып етмәһә, моғайын, бөгөн ошо юлдарҙы яҙып ултыра алмаҫ инем. Йәш кенә, әсәйемдең ул кешенең исемен һорарға ла ҡыйыулығы етмәй, гел шуның өсөн үкенә торғайны. Юлсы беҙҙе ултыртып ала. Түбәгә килеп еткәс: “Таныштарың бармы һуң, мин ары бармайым бит,” – ти. Бер кеше булмаһа ла әсәйем: “Эйе, бар,” – тигән була.
Юлсы ары китте. Мин һине күтәргәнмен дә баҫып торам. Ҡайҙа барырға ла, нишләргә лә белмәйем. Аяҡта – үҙемдең өр яңы быймаларым урынына ҡайнымдың табаны туҙған алама быймаһы, һурылмаһын өсөн уларҙы сүе бау менән бәйләп ҡуйғанмын. Өҫтә – һәйбәт тире туным урынына йәйге көпөм, башта – йоҡа ғына, теткеләнә башлаған шәл. Яңы, матур шәлдәрем дә Иһәндә ҡалған. Ярай әле һинең өҫтөң бөтөн. Инде өшөй башланым.
- У–уй, балам, нишләп тораһың бында?” – тигән тауышҡа боролоп ҡараһам, мыҡты ғына кәүҙәле бер инәйме, апаймы тора. “Ҡайҙа барырға белмәйем,” – тинем. “Әйҙә, әйҙә үҙемә, һәләк булаһығыҙ бит былай,”- тип һөйләнә-һөйләнә өйҙәренә алып ҡайтып китте. Икебеҙҙе лә эҫе итеп яғылған мейес башына мендереп ебәрҙе. Тамағыбыҙҙы туйҙырып, йоҡларға һалған: “Бер нәмә лә уйлама, ял ит, иртәгә күҙ күрер,” - тине. Бәхеткә күрә, икенсе көндө буран баҫылған, аяҙ, әммә сатнама һыуыҡ ине. Беҙҙе ун алты – ун ете йәшлек ҡыҙ эргәһендә ҡалдырып, апай йәйәү Юлдаш тарафтарына сығып китте. Әсәйем быларҙы тыныс ҡына һөйләй алмай торғайны. Нисәмә йылдар үтһә лә, йөрәгендәге яра уңалманы.
... Барып етә Йырау Ғәйшә Юлдашта йәшәгән олатайым менән өләсәйем эргәһенә. Барыһын да һөйләп бирә. Шул көндө үк олатайымдар инәй эргәһенә ҡунаҡ йыялар. Элек “ҡунаҡ күрһәтеү” тигән бик матур йола бар ине, ә бында бит беҙҙе үлемдән ҡотҡарған кеше килгән! Йырау Ғәйшәне ҡәҙерләп ҡайҙа ултыртырға, нисек һыйларға белмәйҙәр, өйҙән-өйгә саҡырып йөрөтөп, бүләктәр, күстәнәстәр бирәләр. Икенсе көнө олатайым инәйҙе үҙҙәрендә ҡалдырып, Баймаҡ яҡтарына юл тота. Тәүҙә Иһәнгә барып, әсәйемдең заманына күрә аҫыл-аҫыл кейем-һалымын, ҡаралтыһын тейәп ала ла Түбәгә юллана...
Беҙҙе Йырау Ғәйшәнең ҡыҙы Зәйтүнә апай оҙатып ҡала.
Бер аҙ артҡа сигенеп, шуны әйтергә теләйем. Өләсәйем менән олатайым ауылда ғына түгел, районда бик хөрмәтле кешеләр ине. Улар тәүгеләрҙән булып ауылда артель ойошторғандар, аҙаҡ колхозға ла беренсе булып ингәндәр, бөтә ғүмерҙәрен үҙҙәре төҙөгән колхозды үҫтерергә бағышланылар, намыҫлы йәшәнеләр. Әсәйемде Иһәнгә килен итеп оҙатҡанда, бөтә Юлдаш халҡы илаша-илаша өс саҡрымда ятҡан Ҡаръятмаҫ тауына хәтлем эйәреп бара. Был турала миңә Хәйҙениса, Сәғиҙә инәйҙәр, Сара апай һөйләй торғайны. Яңғыҙ ғына ҡыҙ булыу өҫтөнә әсәйем бик һылыу ҙа ине, Иһәндәр уны “Тамьян һылыуы” тип йөрөткән. Ап-аҡ йөҙлө, сөм ҡара оҙон толомло, һомғол зифа буйлы әсәйемә атайым мәктәптә уҡығанда уҡ ғашиҡ була. Ҡартатайымдың ғаиләһе, сәйәси золомдан ҡасып Иһәндән Таҡһыр, Юлдаш ауылдарына килеп өс-дүрт йыл йәшәп китә, буласаҡ ғашиҡтар бер синыфта уҡый. (Юлдаш бер генә кешене лә сәйәси золом хөкөмөнә ҡалдырмаған ауыл...)
Шулай итеп, Йырау Ғәйшә инәй аҙна ун көн самаһы Юлдашта ҡунаҡ булып, әлбиттә, уның миһырбанлығы өсөн был кескәй генә бүләк, шуға ла мин уны һәм ҡыҙы Зәйтүнә апайҙы эҙләп табыу хаҡында хыялланып йәшәнем. Ә Йырау Ғәйшә инәй ҡыуанып, рәхмәттәр уҡып, Түбәгә ҡайтып китә. Олатайым уны өйөнә хәтлем атта оҙатып ҡуя. Юлдаш ауылдары бик оҙаҡ уның моңло йырҙарын хәтерләп һөйләй, игелекле булыуын иҫкә ала аҙаҡ ти. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин Йырау Ғәйшәне күреп өлгөрмәнем. Олатайым менән өләсәйем, мин тәпәй баҫып атлап киткәс Түбәгә барып, шәфҡәтле инәйгә быҙау бүләк итеп ҡайттылар, унан һуң инәй үҙе лә бер мәртәбә беҙҙең яҡтарға килеп әйләнә.
Уҙған быуаттың, һикһәненсе йылдарында мин ғаиләм менән Сибай ҡалаһына күсендек. Әсәйем: “Зәйтүнә апайың Сибайҙа йәшәй, тиҙәр, эҙләп тап,” – тип ҡалғайны, һораштыра башланым. Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатында “Знамя прогресса” исемле күп тиражлы гәзиттә мөхәррир булып эшләй инем. Редакцияға юл аша ғына урынлашҡан халыҡ театры хаҡында мәҡәлә бирергә булдыҡ. Һәүәҫкәр артистарҙың күбеһе – комбинат эшселәре ине.
Артистар режиссер Дамир Мәжит улы Ғәлимов менән яңы спектакль өйрәнәләр, мин ҡарап ултырам. Ғәжәп, иғтибарымды зифа кәүҙәле, сибәр бер апай яулап алды. Онотолоп уйнай, йырлап та ебәрә, бар булмышынан ихласлыҡ бөркөлөп тора. “Әллә атайым яғынан миңә туғанлығы бармы икән?” – тигән уй килә башыма, сөнки туғандарҙы ситтән һиҙемләп таныу әле лә бар миндә. Дамир Мәжит улынан: “Анау апай кем ул?” – тип һораным, аптырағас. “Зәйтүнә апайың була, шәп артистка, әгәр яҙһаң,” – ти. Ҡапыл хәтеремә Йырау Ғәйшә килде. Ул! Әсәйем менән мине һәләкәттән ҡотҡарған инәйҙең ҡыҙы! Һәүәҫкәр артистар “уйнап” бөтөүгә, йүгереп уның эргәһенә барҙым.
-Зәйтүнә апай, мин... –Әйтеп тә өлгөрмәнем, ул мине ҡосаҡлап алды:
-Һин Гөлгизәр бит!..
Шулай табыштыҡ утыҙ дүрт йылдан һуң Зәйтүнә апай менән. Аралашып йәшәнек. Камил ағай менән иҫ киткес матур пар ине улар, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап торалар, татыу ғаиләлә һыу һөлөгөндәй өс ҡыҙ үҫә. Ҡыҙҙарының барыһы ла тормошта үҙ юлын тапты. Зәйтүнә апай менән Камил ағай, хаҡлы ялға сыҡҡас, Түбәгә күсенделәр, ҡош-ҡорт аҫырап, ауыл тормошо менән йәшәй башланылар. Уларға бер барып, ҡунаҡ булып та ҡайттым. Яңы һалынған йорт ҡаршыһында тәпәш кенә боронғо бер өй ҙә тора ине, шунда: “Был Йырау Ғәйшәнең өйөмө?” – тип һорарға башым етмәгән. Ҡыҙҙарын да күптән, бик күптән күргәнем юҡ. Ә Зәйтүнә апай менән Камил ағай ҡапыл, бер төптән яҡты донъянан китеп барҙылар. Әле уларға йәшәргә лә йәшәргә ине...
Ғүмер юлында миңә бихисап яҡшы кешеләр тап булды. Һәр бер осрашыу йәнемә яҡтылыҡ өҫтәне, йәшәргә, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итте. Атайымды ла аҡланылар, әммә күрешеү насип булманы. Беҙҙең эргәгә ашҡынып ҡайтып килгәндә Өфөлә, хәрби госпиталдә вафат булып ҡалды. Тымыҡ окенда хеҙмәт иткән офицерҙың Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө аҙ түгел ине. Һуғыштан да ул 1949 йылда ғына ҡайта... Сталиндың үлеүенә ике-өс ай ҡалғас ҡына ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсәйем менән атайымдың бәхетле тормошо селпәрәмә килеп, миңә атайһыҙ үҫергә насип булды.
Күпме йылдар үткән, уйлап ҡараһаң, ул замандан, күпме һыуҙар аҡҡан. Ләкин Йырыу Ғәйшәнең миһырбанлы ҡарашы шул ваҡыт ағышында сағылып киткәндәй, үҙен күреп өлгөрмәһәм дә, Зәйтүнә апай аша уны асыҡ күҙ алдына килтерәм, күңелемдән генә бер тапҡыр: “Рәхмәт һиңә, игелекле инәйем!” – тип өндәшәм...
Авторы: Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА - Гөлгизәр БАЙМӨХӘМӘТОВА